Зигат Султанов Йыһат Солтанов сочинения в пятнадцати томах әҪӘРҘӘр ун биш томда том



бет15/19
Дата01.07.2016
өлшемі3 Mb.
#170625
1   ...   11   12   13   14   15   16   17   18   19

Никах мәжлесе
Ҡатырғанан — ҡатырғаһынаса

белә хәҙрәт изге Ҡөрьәнде...

Ен-бәрейҙең ҡара мәкеренән

доғалары һаҡлай һәр йәнде.


Тыуыр булһа бала мәхәлләлә,

хаҡ юлына уны баҫтыра,

ә донъянан китә икән бәндә —

йыназалап гүргә ятҡыра:

һәр хәлдә лә хәйер, тояҡланып,

таба һуҡмаҡ уның йортона...


Нисек төйнәй хаҡ никах төйөнөн!

Уның никахы ҡауыштырған

хәләл ефеттәр зыҡ-ҡубышҡанда,

һаҡалын йә сәсен йолҡошҡанда,

һыу һибеп тә айыра алмаҫһың!..

Шуға нисек хайран ҡалмаҫһың!..


“Тигеҙ” ғүмер шулай кисерерҙәр,

ҡаш аҫтынан ҡырын ҡарашып...

Сабырлығын юйған меҫкен бисә:

“Айырылам!” — тип баш күтәрһә,

яҙған ғаризаһы “онотолоп”

йылдар буйы ята мөфтиҙә,

хоҙай “йәлләп” ваҡытһыҙ бөгөлгән

ҡолон ала “теге донъя»ға —

төйнәй шулай төйөндө аға!..
Хәҙрәт бына Йәнтимер өйөндә

никах мәжлесендә ултыра...

Ебәк салманың аҡ кәбеҫтәһе

“ғалим” башын бөхтә сорнаған,

мөләйемлек, изгелек, рәхимлек

шәүләләре йөҙөн нурлаған...


Әйтерһең дә, йомортҡа баҫалар —

аяҡ бөкләп күбек мендәрҙә

ултыралар ҡунаҡтар, бөртөкләп

хәҙрәт ағай һипкән “энйе”не.


“Ҡайһындай шәп беҙҙең хәҙрәт!” — тиеп

Ғәжәпләнә һәр кем; үҙенә

күсерергә уның ҡиәфәтен,

хыялланып баға күҙенә...


Һимеҙ һурпа торғанда боҫланып,

ҡоҙаларҙың тарҡау зиһене —

бесәй һымаҡ морон йыйырып

еҫкәй улар майлы һауаны.


Ҡорһаҡтары менән тыңлайҙар

никах вәғәзен мут мулланың,

ласҡау көйгә һалынған аңланмаҫ

ғәрәп доғаһы әйләндерә

башҡайҙарын -- әфиүн төтөнө

мейеләргә, биғәйни, өрә...


Хәҙрәт иһә һала, һала ауҙы,

ысҡынмаҫлыҡ ҡылып ныҡ һала,

әйтерһең дә, йыйын ен-бәрейҙәр

тора янап өйгә тупһала...


Был йәтмәнең ҡурҡыныс ептәре

ғөрөф киндеренән иләнгән,

был йәтмәнең гер-батырмыстары

наҙанлығыбыҙҙан төйнәлгән,

был йәтмәне быуаттар буйына

хәйер ҡарғалары көйләгән...


Сәлимәнән һораманылар,

ризаһыңмы барырға, тиеп:

алмаштырҙы уны Низамый,

сәтин шаршау артына инеп...


Асы балдан тап тирмән ташы

һымаҡ тығырҙаһа ла башы,

“баш төҙәтеү” мәле етерен —

бер туҫтаҡ бал эсеп китерен

өмөт итеп, шәйләп ятты ул,

шым көттө ул йола үтеүен:


Хәҙрәт (майлы тауыш менән):
Алла ҡоло Ғимыран ризамы

Алла ҡоло Сәлимәгә хәләл

ефет һәм дә хужа булырға?
Ғимыран (һаҡалын һыпырып):
Риза.
Хәҙрәт (ҡаштарын емереп, шаршау яғына):
Алла ҡоло Сәлимә ризамы

Алла ҡоло Ғимыранға хәләл

ефет һәм өнһөҙ ҡол булырға?
Низамый (шаршау артынан бар көсөнә):
Риза! Риза! Бик риза!
Хәҙрәт:
Йә, бәйләһен сәстәрен йәштәрҙең,

оҙон ҡылһын ғүмерен йәрҙәрҙең,

татыу тормош, тигеҙ ҡартлыҡ бирһен

Аллаһы Тәғәлә. Амин.


Ҡоҙалар (бер ауыҙҙан):
Амин!
Низамый (“махмур” башын сығарып):
Амин! Амин! Һә-ә-әй, башым!..

Ҡарасәле, хәҙрәт, бер туҫтаҡ бал

ҡойоп бирсе Аллаң ҡолона!

Уй башым! Уй йәнем!.. Бал ғына...



7
Теләк
Төнкәй, ҡараңғыраҡ бул,

йәшер ҡайыҡ-Айыңды —

егет тормош соҡорон

ашатларға йыйынды!


Никах туйы тулаған

Йәнтимерҙең йортона

килде, ҡуйып аттарын

артҡапҡаның артына...


Нимә икән һағалай

киләсәгендә уны?..

Уңһын, тиеп теләйек

тотҡан рәхимле юлы!


Дошманы танымаһын

йәрен алып ҡасҡанда,

аттары арымаһын

юлдар буйлап сапҡанда.


Ике йөрәк ҡауышып,

тигеҙ донъя көтһөндәр!

Бер-береһен бағышып,

етәкләшеп үтһендәр!

Ҡарамаға бәйләп эйәрле

ике атты, Харис, һаҡланып,

әрем араһынан йүнәлде

Йәнтимерҙең өйөнә табан.


Унлы шәм йәлләмәй һары нур

ҡоя ине ишек алдына,

табын геүләй һәм иҫеректәр

үкерешә ине табында,

шәүләләре йыш-йыш салынып

китә ине ҡорған тәҙрәлә,

бейеүҙәрҙән һығыла һәм уфтай,

ҡалтырана ине ағас өй...



Табын йыры
...Һай, һай, һай,

йәшәһен Ғимыранбай!

Ҡама бүркең аҫыл икән,

кемдән тектерҙең, ағай?!
Ерҙе ябып йөрөгән

мал кемдеке, тиһәгеҙ,

күкте ярып баҡырған

мал кемдеке, тиһәгеҙ,
әйтеп һеҙгә бирәйем:

Ғимыранбайҙың малы ул,

Ғимыранбайҙың малы ул,

илгә ашҡан даны ул!
Һай, һай, һай,

йәшәһен Ғимыранбай!

Ҡама бүркең аҫыл икән,

кемдән тектерҙең, ағай?!
Ғимыранбай кейгән тун

тас ҡаманан торалыр,

Ғимыранбай әйткән һүҙ

ил ҡолағын боралыр,
Ғимыранбай аш һалһа —

Алтмыш ҡунаҡ туялыр,

Ғимыранбай таш алһа —

ер ҡалтырап ҡуялыр.
Һай, һай, һай,

йәшәһен Ғимыранбай!

Ҡама бүркең аҫыл икән,

кемдән тектерҙең, ағай?!
Ғимыранбайҙың келәте

лыҡа-тулы игендән,

ә йортоноң түбәһе —

дыңғырҙауыҡ тимерҙән.
Гөбөләре гөбөрҙәй

ҡызылдауыҡ ҡымыҙға,

мискәләре мөлдөрәй

семелдәүек сәм-балға.
Һай, һай, һай,

йәшәһен Ғимыранбай!

Ҡама бүркең аҫыл икән,

кемдән тектерҙең, ағай?!
Тәбрик итәбеҙ һине,

сын күңелдән, бай ағай,

оҙон ғүмер теләйбеҙ

шат йәшәргә, бай ағай.
Себен кеүек үрсеһен

мал-тыуарың, ҡош-ҡортоң,

бәлә-ҡаза күрмәһен

аш-һыуға йомарт йортоң.
Йәш кәләштең ҡуйынында

ләззәт татып һөр ғүмер.

Ожмахына кергәндә

ҡайғың булһын көл-күмер.
Тупылдатып уландар

үҫтерегеҙ бергәләп.

Тағы ла бер йәш кәләш

булһын һинең эргәлә!
Һай, һай, һай,

йәшәһен Ғимыранбай!

Ҡама бүркең аҫыл икән,

Үҙең дә аҫыл, ағай!
Тешен ҡыҫып, ҡойма артынан,

нәфрәтләнеп Харис күҙәтте

был һүрәтте... “Алып ҙур һуйыл,

селпәрәмә килтерһәң ине

табындарын!.. Өҙөп йырҙарын,

ҡоҙаларҙың һимеҙ битенә:

“Ашағыҙ!” — тип төкөрһәң ине!..” —

тип ярһыны, янып эсенән,

ләкин ҡымтыны ирендәрен,

итте сабыр, ҡыҫып тештәрен...


Янҡапҡаны асып һаҡ керҙе

баҡсаға... Ҡыймылдап сирендәр

ҡул бирҙеләр, яңаҡтарынан

ҡалды үбеп япраҡ-ирендәр.


Ситкә ҡаушарып суҡ ботаҡтарҙы,

тын тәҙрәгә егет күҙ һирпте.

Йоҡоһонан тертләп уянғандай,

йөрәккәйе тынысһыҙ типте,

ҡом сүлеләй, тамағы кипте,

күҙ алдары ҡараңғыланды:

танһыҡ тәҙрә — Уның тәҙрәһе

асыҡ ине! Ул көтә ине!..


Дан Аллаға! — боҫоп һыҙғырыуын

ишеттеләр!.. Бүлмә төбөнән

яҡынлашты йәһәт Сәлимә һәм

серле төнгә ҡарап йылмайҙы...


“Күҙ нурҡайым, һағынысым минең,

килде бына өҙөлөп көткән мәл!” —

Йәһәт, йәһәт талпынды дуҫыбыҙ,

ҡолас йәйеп... Изге был әмәл!


Бына-бына ҡулдары уларҙың

беркей, ҡосоп, йәш йөрәктәрен,

бына-бына эҫе ирендәре

ялҡынлата хис-теләктәрен!


Көслө ҡулдарына алып ҡыҙҙы

тәҙрәнән ул тышҡа төшөрөр,

ярһыу аттарға менеп сабыуын

Ай күрер ҙә берәҙәк ел күрер!..


Хәҙер... Ах, ҡараңғы ҡыуаҡтарҙан

сыҡты боҫоп ике күләгә,

Аллаҡайым, ҡара ҡыуаҡтарҙан

сыҡты боҫоп ике күләгә!..


Күҫәк тотҡан ҡулдарын ашығып

күтәрҙеләр улар юғары,

Аллаҡайым, ҡулдарын ашығып

күтәрҙеләр улар юғары...


“Эһ!” итте лә Харис ауҙы ергә,

һуҙған ҡулын һуҙа алмайса,

ҡанға мансып ҡусҡыл үләндәрҙе,

әйтер һүҙен әйтә алмайса...


...Ә тәҙрәнән, бәрәс йөрәгенә

бысаҡ ҡаҙалғандай, йән биргес

ҡысҡырыуы сыҡты Сәлимәнең —

аккордланды шулай серле кис...


Ниңә, ниңә, Алаһы Тәғәлә,

тормош, һөйөү ергә тыуҙырҙың?

Ниңә, ниңә, Аллаһы Тәғәлә,

ҡайғы, үлеү ергә тыуҙырҙың?


Йәнһеҙ матдәләреңде терелтеп,

етте көсөң Кеше итергә,

етмәне тик аҡылың аҡ бәхет

һәр кешеңә бүлеп бирергә.


Ике йөрәккә мөхәббәт уты

дөрләтергә килде хәлеңдән,

ләкин бәхетле итеп уларҙы

ҡушырға килмәне ҡулыңдан!..



Өсөнсө бүлек
1
Батып барған ҡайыҡтан сорғолоп,

алыҫ ярға ҡарай һин йөҙҙөң,

ҡурҡыныслы һыу яланын тиҙ-тиҙ

артта ҡалдырырға тырышып,

ҡолас һайын ҡолас ташланың...
Бөттө көсөң аҡрынлап... һыу йоттоң...

Хәлһеҙлектән башың әйләнде...

Айҡал-сайҡал килмеш күк көмбәҙе

ҡара кейеҙ булып күренде...

Ҡот осорғос фекер: “Бөттөм...” — саҡ-саҡ

өлгөрмәне алып йәнеңде...


Еңдең ләкин минутын шомлоҡтоң —

үтә һөйҙөң шул тормошто һин —

һуңғы ғәйрәтеңде һалып, ҡолас

һайын ҡолас үттең тулҡындар

тауы аша!.. Бына ләззәтләнеп

шыршаулығын ярҙың һәрмәнең!


Яҡты өмөт тоҡанды елһенгән

күҙҙәреңдә... Ах! — ошо мәлде

дошман ҡулы һуғып ысҡындырҙы

яр тырнаған бармаҡтарыңды...


Йәшәү менән бөтөү ҡапма-ҡаршы

төкәлешкән шул мәлдә, дуҫым,

ниндәй хистәр кисерер инең?!.
Һындырылған наҙлы гөлдәй ауҙы

бәхетһеҙ ҡыҙ, ҡағып йөрәге,

һәм ер түңкәрелде күҙ алдында

аҫты өҫкә килеп терәге...


Ҡыҙҙар үкһеп уға ташландылар,

һаҡ күтәреп йомшаҡ урынға

ятҡырҙылар... Хәйерниса йәһәт

һалҡын йылға һыуы бөркөнө

сынаяҡтай ағарған йөҙөнә,

Һаҡмарҡайҙың шифалы дымын...


Ах Сәлимә, йомған күҙҙәреңде

ҡабат инде асмаһаң ине!..

Баш осоңда көткән яфаларҙан

мәңгелеккә арыныр инең!..


Күп икән шул күрәһеләрең бик,

Ғүмерең тартып Хоҙай алмағас,

мәңгелек өй, мәңгелек түшәккә

йәп-йәш көйө илтеп һалмағас...


...Тәүге ҡарашынан осратты ҡыҙ

ҡурҡып ағарынған йөҙҙәрҙе,

хәтерләтте булған һәләкәтте

йөрәгенең киҫелеп әрнеүе...


Ҡуҙғалмайынса тын ятты ул

һыны ҡатып... Фәҡәт күҙҙәре

яҡлаусыһын эҙләп туланылар,

моңайып, зарығып иланылар...



Сәлимә күҙҙәренең өнһөҙ илауы
Бәхет бир, тип теләктәр теләнем

алһыу таңдар һыҙылып атҡанда.

Доғаларым барып етмәнеләр,

күҙ йәшкәйем түгелеп аҡһа ла...
Гөл орлоғо сәстем йөрәгемә —

руза гөлө сыҡты йәшәреп.

Сәскә атһын” тиеп һаҡланым мин,



залимдарҙан гөлөм йәшереп...
Әммә сәскә бөрөһө ярғастын,

гөлкәйемдең тамырын киҫтеләр...

Ышанмайым һинең барлығыңа,

Аллам! Булһаң, язаңды ебәр
аяҙ көндә йәшен уғы итеп

дошмандарҙың яуыз башына!

Дошмандарҙы йәлләһәң, әйләндер

мине йәнһеҙ ҡәбер ташына!..”

Һәм, ниһәйәт, сыҡты ыңғырауы

күкрәгенән, ташып йылғалай...

Балаларын ҡурсап бәрелешкән

әжәл яралы ҡош анаһылай,

аҡыл юйып ары ташланды ҡыҙ

һәм, таянып тәҙрә төбөнә,

ырғылырға итте тышҡа... Шунда

ҡотон алып ҡалҡты алдында

Низамыйҙың иҫереп ҡыйшайған

һөмһөҙ йөҙө... Йыуынты ямы

кеүек асылған ауыҙы һаҫы

хәмер еҫе һөрөмләтеп, ҡыҙҙың

һулышына ыуын урғылтты,

йөнтәҫ бармаҡтары, ҡалтыранып,

боғаҙына ҡыҙҙың ынтылды...


Боҫлап торған ҡан еҫе һирпелде

Сәлимәгә был бармаҡтарҙан:

“Харис!.. Харис!.. Абау, уның ҡаны...” —

бүтән һүҙ ул әйтә алманы,

артҡа сигенде һәм тилмереп

әхирәттәренә ҡараны...


Миһырбанһыҙ Алла! Аҙағы

ҡайҙа золомоңдоң?! Тиҙерәк

ҡалдырырға был шомло йортто,

мал ҡолдарының ас ырыуын!

Бәндәләрең – нәҡ тиреҫ ҡорто!..”
Яурынындағы ал батис шәл

төштө шыуып... Ишек бауына

тотондо ҡыҙ... Тыштан ағылған

һалҡынлығын төндөң тойманы...


Шул уҡ мәлдә ләкин атылып

инде кире өйгә соландан.

Ут ҡапҡандай, түҙә алмайса,

мөйөштән-мөйөшкә йүгерҙе,

һыпырылып һөмһөҙ ҡулдарҙан,

сәсен, күлдәген йолҡҡоланы:


ябырылды уның артынан,

(әйтерһең, аждаһа ҡарпыған!)

йәйеп ҡосаҡ, ҡырып тамағын,

Ғимыран бай... Аллам һаҡлаһын!..


Усаҡ эргәһендә Сәлимә

һынташ һымаҡ ҡатып шым көттө,

күҙҙәрендә тик аңлайышһыҙ,

хәтәр уттар сағылып китте...


Яҡынлап бай, ҡосам тигәйне,

алды йолоп туҡмас бысағын

һәм йәш күкрәгенә ҡаҙаны.

Тоталманы һис кем ҡазаны...


Сәс-һаҡалы ҡыуҙай “йәш кейәү”

аҡ күлдәген ҡанға буялтты,

эҫе ҡанға... Йортта ҡатын-ҡыҙ

ут сыҡҡандай туҙғып сыуланы...


Тантана ит, януар, теләгең

“ҡабул булды”!.. Аяҡ аҫтыңда

ҡорбаныңдың ята кәүҙәһе,

әжәл дере менән дерелдәп...


Бүреләнеп, хәмер урынына

боҫло ҡанды яла иҙәндән!

Күкрәгенә ҡун да ҡоҙғондай

тала һәм йолҡ йәнен сәскәнең...

Әллә инде ҡанға сәсәнең?..

2
Дыуамал ел алып килде таң

Һаҡмар буйына... Шом-болоттар

күк ҡырынан үрмәләнеләр

туҙҙырылған яуҙай... Бик бейек

буҫағанан төшкән һыу кеүек

шауланы ҡарурман... Харистың

башы ҡарурмандай шауланы...
Арба һикертеүенән ҡалғынып,

йығылмайса саҡ ултырҙы ул,

баҫа алмай яра һыҙлауын.

Күлдәк йыртып яһаған бәйләме

сәстәренә ҡатты йәбешеп,

ирендәре сатнап кибеүҙән,

тоноҡланып батты күҙҙәре...
Һаҡсыларҙың ҡырыҫ төрткөләүе

һиҫкәндерҙе, талған ҡабаҡтары

йомолорға иткән сағында,

әйләнде ер күҙе алдында...


Үткән төндөң ҡанлы хәтирәһе

маңлайында быҫҡып тоҡанды

ғүмерлеккә һүнмәгес булып.

Һаман уны саҡырҙы Сәлимә

тәҙрә аша ҡулдарын һуҙып,

һаман, һаман ҡаршы йүгерҙе ул

һөйгәненә томорҡо төндән,

тәбиғәт һәм йәшлек бүләк иткән

һөйөү паклығына инанып...
Йәркәйенең йылан ояһында

ҡалыуына янды бәғере,

сибек иңкәйенә ауҙарылған

хәсрәт тауы ҡаршында үҙенең

яһил яҙмышы ваҡ күренде...
Ҡотҡарырға мөмкин булһа әгәр

үҙ ғүмере хаҡына ҡыҙҙы,

дөрләп янған тамуҡ ҡосағына

ырғылыр ҙа ине яңғыҙы!..


Көс бар ниндәй — бығауҙы өҙөрлөк,

юл бар ниндәй — яуға саҡырырлыҡ?!

Күл бар ниндәй — күкрәгендә артҡан

ҡайғы-зарын төйнәп батырырлыҡ?!.
Ҡыҫып тешен, шыҡайҙы өндәшмәй,

төптән янып, шомға бирелеп.

Күңелкәйе иланы һулығып,

яҙмышынан йәне екһенеп...



Егет күңеленең илауы
Бала саҡта мине әсәкәйем

етен биләүҙәргә биләгән.

Етен биләүҙәргә биләгән,

Бәхетле бул!” тиеп теләгән.


Бәхетле бул!” тиеп теләгән,

ҡайҙа, ҡайҙа минең бәхетем?!

Ике һаҡсы ике яғымда —

бына ҡайҙа минең бәхетем!..
Ҡулҡайҙарым үбеп, “Ирекле

эшсе булһын, — тигән, — иленә!”

Майлы тупраҡҡайҙы йомшартып,



иген икһен, — тигән, — еренә!”
Ҡайҙа иркем минең — ҡайҙа ул?!

Ҡайҙа ерем минең — байҙа ул!

Аяҡ-ҡулдар — ҡыҫып бәйләнгән,

ҡыҫып бәйләнгән, бығауланған...
Юл баҫтыммы, әҙәм һуйҙыммы —

яфа сигәм кем гөнаһынан?

Ике һаҡсы ике яғымда —

тотҡонландым кем болаһынан?
Ҡылыстары, һалҡын йылмайып,

һағалайҙар сабып ташларға...

Илкәйемдән мине айырып,

илтәһегеҙ ҡайһы яҡтарға?..
Кескәй иркем — буш ҡулым ине,

ҡулдарыма бығау һалдылар.

Кескәй бәхетем — һөйөүем ине,

һөйгәнемде тартып алдылар.
Бар байлығым — йәшлегем ине,

тапанылар йәш ғүмеремде...

Үстәремде кемдән алайым,

ләғнәтләйем икән һуң кемде?!.”

Урман юлы таныш Харисҡа:

буйҙарынан уның үтә ине

ҡыҫып бәйләгән бай тоҡтарын

тейәп йәрминкәгә...

Көтә ине


ҡыҫыҡ юлда уны ғәжәп хәлдәр

яҙҙыртырға юлдан тырышҡан:

бүре олоуҙары,

айыу үкереүе,

юлбаҫарҙар һыҙғырыуы шырлыҡтан...

Әммә урмандың үҙ ишараһы

бәғеренә йәшләй һеңешкән:
үкһеп, үкһеп

илай ине ҡай саҡ күк урман

сабый тауышы менән.
Үкереп, үкереп

олой ине ҡай саҡ ҡарурман

бүре һағышы менән.
Сеңләп, сеңләп

һыҡтай ине бик йыш был урман

ҡыҙҙар ҡарғышы менән...
Була ине серле тынлыҡ һаҡлап

ҡаршылаған сағы юлсыны:

бал ҡорттары гөжләүенән бүтән

ауаз тотмай ине ҡолағың

күпме тыңлаһаң да... Эсең бошоп

күкрәгеңдән зарлы көй һуҙһаң

ас бүреләр ҡушылып олой ине,

күҙҙәре йот быҙлап ут-ҡуҙҙай...


Төндәрен йыш, кәмһетелгән ата

васыятын үтәп, йәш үҫмер

ҡорбанына пүлә ата ине

ҡыуаҡ араһынан был урманда.


Һалымдарға хәле етмәйенсә

йортон ташлап ҡасҡан игенсе

һуңлап ҡайтмыш “күпис” муйынына

саба ине балта

был урманда.
Ауыл баҫҡаҡларға килә ятҡан

урядникты, батша һалдатын

аҫмай, киҫмәй юҡ итеүсе әжәл

көтә ине көҫәп

был урманда...
Бына ҡайһындай был ҡуйы урман.

Бына ҡайһындай был шомло урман...

“Мин атайың һинең, бәхил бул!” — тип,

егетте ҡарт имән оҙата,

“Мин әсәйең һинең, иҫән бул!” — тип,

йомшаҡ йүкә уны оҙата;


“Мин йәркәйең, онотма, йәнем!” — тип,

эйә башын моңло аҡ ҡайын...

Төрмәгә юл яҡынайта уны

тәгәрмәсләнгән саҡрым һайын...


Тығыҙланып-тығыҙлана бара

ян-яғының ағас диуары,

япраҡ лапаҫы үтәләй юлға

төшөп етмәй Ҡояш нурҙары...


Конвой, шомланып, тирә-яғына

әзерәйә — йәшел даръяның

тәрәнлеге, бөйөклөгө иҙә

меҫкендәрҙе (“Аллам һаҡлаһын

аҡ батшаның тоғро улдарын!..”)
Сыбыртҡыһы күсерҙең сыжылдап

ялай аттар арҡаһын... Күсәр

үсекләй: “Сирек сәй! Сирек сәй!” —

тип, дегет йәлләгән хужаһын...


Аттар ләкин һигеҙ тояҡланып

саба алмай дүрт тояҡ менән...

Ашҡыныуын батша сиреүенең

хайуанҡайҙар аңлап етмәйҙәр...


Борма-борма урман юлҡайынан

йәйәүләтә аттар аҙымын,

ҡолаҡтарын ялт-йолт ҡайсылатып

абайлайҙар шомло ян-яғын...


Бына ғиллә!.. — ботаҡтан арбаға

ябырылды ике арыҫлан!..

Ҡарт имәндәр тертләп тыңланылар

әсе әжәл ауазын юлдан...

Ҡыуҙы күсер, ҡыуҙы малҡайҙарын

ҡото осоп... Татлы ҡан еҫе

ҡытыҡланы, иҫертеп, танауын,

сүрә уҡып теле арыны...


Ус төбөнә ҡасып йөрәккәйе,

көткән саҡта әжәл нахаҡтан,

яурынынан һелкеп, ниһәйәт,

“айныттылар”: “Туҡтат, ҡарт шайтан!” —

Дилбегәне йолҡоп алдылар,

ярһып сапҡан аттар ҡағылған

бағаналай ҡатып ҡалдылар.

Шөрләне ҡарт тамам: “Уй, хәҙер

бөтөрәләр!.. Меҫкен кәүҙәмде

ырғытырҙар тал араһына

ас бүреләр ҡарамағына...”
“Үлтермәгеҙ, зинһар, йәлләгеҙ

балаларым, ғаиләм хаҡына!”

“Ха-ха, бабай, юҡҡа бошонма,

йәнкәйеңде тиңләп алтынға!


Ә береһен хәйер ҡылырға

тура килер пар толпарыңдың:

күтәрергә ҡаҙна тейеш бит

тотҡононоң юл тотомдарын!”


Сығарҙылар ағас артынан

ике толпар... ҡаҙна атына

Харисты ла йор мендерҙеләр,

“Хәйерле юл, бабай!” тинеләр

һәм дөндөләр урман төбөнә,

йылы яҡҡа осҡан ҡоштарҙай

талпынып-талпынып... Ботаҡтар

итәктәренән йолоҡҡоланы,

һорғолт балсыҡ ҡына сәсрәне

саҡма тояҡтарҙың аҫтынан.

Ҡанаттарын йәйеп ҡыуаҡтар

шаршау ҡорҙо “банда” артынан...


Сыҡты юлға шулай өс егет,

имән кеүек мыҡты өс егет,

саған кеүек һынлы өс егет,

ҡайын кеүек моңло өс егет...


Дошман ҡаны менән йыуылды

юлдарының башы... Ни менән

тамамланыр ахыры? Көткән

хәҡиҡәткә килтерерме ул?..


Иҫке тормош ҡалды ҡалтырап,

кире ҡайтыу инде юҡ уға!

Хәтәрлектәр, хата, ыҙалар

аша өндәй киләсәк алға!


Бормалылыр был юл, бәлки, ләкин

улар өсөн тик бер юл шул ул.

Саҡырыуын тойоп ил-әсәйҙең,

батырҙар уларға ҡушылыр!
Игенсенең тулып йөрәгенә,

тулап ятҡан үс тамсылары

сығыр тышҡа урғылып һәм һуғыр

яуызлыҡҡа үс ҡамсыларын!
Урман ҡуйынына томалана

ҡыҫыҡ һуҡмаҡтарҙан өс егет.

Һүҙһеҙ улар... Йөҙ йәшәгән имән

кеүек уйсан һәр ҡайһыһы... Ағын

йылға кеүек ҡотороп, яңы

ваҡиғалар ҡосағына илтә

үгәй әсә — яҙмыш уларҙы...
— Хәйерле юл һеҙгә, егеттәр!

— Бәхетле таң һеҙгә, егеттәр!



Дүртенсе бүлек
1
Сәй эсергә төшкән юлсылар

Сәнкем ауылына килделәр

бер-беренән хәтәрерәк “имеш-

мимеш”тәрҙең тоғон баҫыраулап...

Кәпәй ҡорһаҡ самауыр ҡаршында

һипте улар хәбәр ҡуш услап:


Германия тигән яуыз ил

ингән, тиҙәр, баҫып Рәсәйгә.

Ниәтләнә, тиҙәр, көҙгөһөн

был яҡҡа ла килеп етергә...”
Ер ҡыртышын ашап килә, ти,

эснәрәттән ерҙе яндырып.

Ямғыр һымаҡ пүлә яуҙыра —

Аллам, ҡалай иҫән ҡалырбыҙ?..”
Уныһы — уныһы! Бында ла

үлтерештәр китте күбәйеп...

Юл йөрөүе үтә хәтәрле —

юлаусыла, әйтсе, ни ғәйеп?!
Именлек юҡ сауҙа әһеленә:

малыңды йә талап алалар,

бысаҡ ҡаҙайҙар йә арҡаңа,

муйынға йә элмәк һалалар!..”
Билән арты ҡара урманға

юлбаҫарҙар оя үргәндәр,

мылтыҡ, хәнйәр, ти, һәр берендә...

Батша, долой!” — тип һүҙ биргәндәр...”


Төн үтә һәм төнгә ҡушарланып

юлсылар ҙа китә ауылдан.

Аҡрын ғына һүрелә алыҫта

арбаларҙың шығырҙашыуы...


Сәфәрйәндәр өҙгән тыныслыҡ

ҡайта һымаҡ ҡабат өйҙәргә...

Кешеләрҙең ләкин күңелендә

ҡала тороп шомло хикәйәт,

ҡаса-боҫа ғына һөйләргә...

“Имеш-мимеш” гиҙә бик йылдам

Сәнкем урамдары буйынан...
Бөкөр ҡарсыҡҡа әйләнеп инә

һоҫҡо тотоп иртән, ҡуҙ һорап,

бышылдаша усаҡ эргәһендә

хужабикә менән, иҙерәп:


“Баһау улы һәм ялсы Миңлебай

әллә ҡайҙа китеп олаҡҡан.

Аттары ла күренмәй яланда...

Харис “банда”һына юлыҡҡан...”


Кейеп тишек сабата, һүҙ ата

игенсенең ҡиәфәтендә

ыҙан буйына сүгәләп, талған

һабансылар түңәрәгендә:


Шаулар урман, башын ел ҡайырһа,

шартлар имән, биле бөгөлһә,

балта алыр ярһып йыуаш халыҡ,

күҙ йәшкәйе көн-төн түгелһә!
Ҡорал тотоп ҙур юлға сығыуҙан

башҡа әмәл юҡтыр... Һуң, ниңә

йәлләргә байғура утарҙарын

ас балалар илаған илдә?!.”
“Имеш-мимеш” мыйыҡһыҙ үҫмерҙәр

ҡулы менән ҡайрай аулаҡта,

бабаларҙан ҡомартҡыға ҡалған

ҡылыстарҙы һурып сарҙаҡтан.


Тутыҡ булат йылмайып ебәрһә

йөҙөндә аҡ нурҙар уйнатып,

ҡайнар ирендәрен терәп егет

ҡат-ҡат үбә баба булатын

һәм күҙҙәрен йомоп хыяллана

шанлы бәрелештәр хаҡында...



2
Яралы ҡыҙ ишетә алманы

донъяның был серле тауышын.

Балауыҙҙай һарғайып, һикелә

ятты алып көскә һулышын.

Көнмө, төнмө — һис бер айырғыһыҙ,

һаташыуҙа үтте көндәре.

Ә маңлайы бер аҙ һалҡынайып

күҙен асҡан ҡыҫҡа мәлдәрҙе

йоҡламауҙан һәм ҡайғынан сүккән

әсәкәйен һәр саҡ ул күрҙе...


“Духтыр” һүҙен ике кеше генә

белә ине ул саҡ ауылда;

өшкөрөүсе әбей дауаланы

Сәлимәне... Ауыр яраһын

таң һыуҡайы менән йыуа ине,

шифалы үләндәр яба ине —

Билән тау артына йөрөп йыйған

Ғәжәп ыуҙарҙың ҡабартмаһын...


Ошо әбей ҡыҙҙың ҡолағына

шыбырҙаны бер саҡ аулаҡта

Харисының яуға көс туплауын

Билән артындағы шырлыҡта...


Аңланымы, юҡмы Сәлимәкәй —

уныһын һис әйтә алмайбыҙ.

Күҙҙәренең әммә ялтырауын

күрҙе ҡарсыҡ... Әйтте: “Балабыҙ


Тереләсәк тиҙҙән, Тәңре бирһә.

Тороп китер бына — күр ҙә тор!

Урман яҡтарынан иҫкән елдәр

өмөттәрен уның уятыр!..”


Атҡан һәр таң бүҫкәргән һаулыҡтың

бер мыҫҡалын ҡыҙға ҡайтарҙы,

баҫылғандай булды күкрәгенең

һулҡылдап өҙлөкһөҙ һыҙлауы.


Һәм ҡыҙыбыҙ, оҙон йоҡоһонан

уянғандай, киң асып күҙҙәрен,

ләззәтләнде, тойоп донъяны;

һәр тән күҙәнәге, ҡомһоҙланып,

йәшәү тарафына ымланы...
Сәхрә киңлегенә ымһындырып —

алтын күбәләктәр иленә —

Ҡояш бейетте нур-ҡуяндарын

һәр өйләлә һылыу битендә.


Әсәһенән астыртып тәҙрәһен,

иртәләрен күкшелт әремдән

һандуғастың сутылдауын тыңлай

ине алйып... Фәҡәт игелек

ҡанат ҡаҡҡан кеүек ер йөҙөндә,

ҡуҙғалтмаҫҡа тырыша ине

аңы төпкөлөнән үткәненең

йәмһеҙ ҡатламдарын...


Тик тормош

йәлләмәне уны түшәктә лә:

ағыу сәсеп йылан үрмәләне

һылыуҡайҙың тын мөйөшөнә —

Ғимыран исемле ҡара йылан

һәм, туҡталып аяғы осонда,

күҙе менән саҡты меҫкенде...
Нәүбәттәге һаташыу ауынан

ысҡынырға итеп, Сәлимә

һыу һораны хәлһеҙ өнө менән.

Күләгәләй йәнһеҙ ҡыймылдаған

әсә ҡулы сынаяҡ һондо, тик

хөрт күренеш юҡҡа сыҡманы:

арыҡ ҡулы менән һыйпап йүкә

һаҡалын, мәкерле йылмайҙы...


Сихырланып этәрҙе Сәлимә

юрған мөйөшөн күҙ өҫтөнән.

Күп аҙналар ҡуҙғалышһыҙ ятҡан

тәне тылсымланып, ҡалҡынды,

тороп ултырҙы, йәшерен ептәр

менән тартылып... Унарлаған

Ғимырандар шашып бейенеләр

тирәһендә... Һәр ҡайһыныһы

ирендәрен торбаландырҙы ла

ҡолағына уның һыҙғырҙы...


Тағараҡтар, бүкәндәр ҡубынып

тыныс урындарынан, шаҡшы

шайтан таҡмағына ылыҡтылар...

Шунан ҡараңғы төн ҡосағына

батты һәммәһе... Ныҡ ыңғырап

ауҙы Сәлимә мендәренә;

ҡабат асылды бирсә яраһы

бик мул ҡыҙыл йәш менән илап,

икенселәй юғалтты интегеп

тапҡан донъяһын бәхетһеҙ ҡыҙ...


Килде тағы ғазаплы тәүлектәр

ҡараңғы һәм тынсыу бүлмәгә.

Ауырыуҙың хәле торған һайын

насарлана барҙы, һис кемде

таныманы, үткәндәрен юйып

ташлағандай хәтеренән ул...

Кипкән ирендәрҙән бәйләнешһеҙ

һаташыу өндәре, ыңғырау

сыҡты фәҡәт... Эсендә ҙур янғын

дөрләгәндәй, эҫе һулышы

бешерҙе ныҡ, һыу һонған сағында,

ҡулын Хәйерниса-әүенең...


Булды мәлдәр, һалҡын тиргә батып

дер-дер килеп ятты, хәлһеҙләнгән

усы менән һике йөҙлөгөн

ҡыҫып: “Харис бәғерем, ҡотҡар, ҡотҡар!” —

тип табынды белгән берҙән-бер

ҡурсаусыһы һәм хоҙайына...


Һалҡын япма уның яфаларын

еңеләйтмәй ине тамсы ла.

Сал әсәһе һәм йәш әхирәте

тыя алманылар йәштәрен,

хәлдәренән килмәгәнен күреп

яҙмыш ҡулын артҡа этәреү...


Майшәм һымаҡ янып бөтә барҙы

сәғәт һайын ҡыҙҙың ҡеүәте;

әжәл, боҫоп, мейес ауыҙынан

һүрелеүен уның күҙәтте...


Ҡотҡарыр кем, ел өрһә, һүнеүҙән

кескәй шәмдең быҫҡып яныуын?..

Ерләнеләр инде туғандары

Сәлимәне, үлмәҫ борон уҡ.
Был донъяла түгел ул йәшәүсе...” —

тип һөйләне күргән һәр кеше

ауыр һулап, алҡымынан алған

күҙйәшен тыйырға тырышып...
Тик бер әҙәм йөрөнө хәбәрһеҙ

ауылынан шөйлә йыраҡта...

Ҡыйыу сапҡындарҙан арып ҡайтып,

ҡоралдарын һалғас, берайҡан

ҡыуышында ятып, үткән ғүмерен

ала ине иҫкә моңланып

Харис... Һүнгән хәтирәләр ҡабат

дөрләй ине күҙе алдында;


йөрәк төпкөлөндә томаланған

ҙур мөхәббәт ҡапыл уянып

энә һымаҡ ауырттырып сәнсә

ине йәнен... Ике энйеләй

балҡып тама ине ҡайнар йәше

һиҙҙертмәҫтән йәшел үләнгә...

Һәм ул йәһәт ҡыуа, ҡыуа ине

ут-хистәрҙе ситкә аңынан,

йөрәк башы һыҙлап ҡанағандай...

Урман һуҡмаҡтарын иптәштәре

менән тапап төҙгән пландың

ныҡлығына кемдер янағандай...


Ирендәре шыбырҙай торғайны:

“Хуш бул, хуш бул, һөйөү мәле!” — тип. —

Мәрхәмәтһеҙ үс биләне минең

йөрәгемде мәңге, мәңге!” — тип...


Таш йөрәге иллә ҡайһы ваҡыт

китә ине ҡыҫылып моңдарҙан,

йәшлегенең гәүһәр миҙгелдәре

сыңлай ине йәшерен ҡылдарҙан...


Төнгө урман ҡараңғылығында

күрә ине ул гүзәленең

фажиғалы, һағышлы күҙҙәрен...

Нуры менән телеп бәғерҙәрен,

онотоуҙа уны, хыянатта

Ғәйепләйҙәр кеүек инеләр

онотолмаҫ, һөйөклө күҙҙәр...
Хатта: “Ҡурҡаҡландым микән әллә,

юйҙым микән ирлек намыҫын?” —

тиә ине төптән аңдыу йәне...

Әмәлһеҙлектәрҙән ҡыҙып ҡаны,

уйлап ҡай саҡ ҡуя торғайны,

ҡайтайыммы әллә ауылға, тип,

иркен ҡаҙаҡ далаларына

йәркәйемде алып ҡасырға, тип...


Һәм минутлыҡ ярһыуҙарын йәнә

ҡыуа ине уттай быҙлатып

йөрәк төпкөлөнә, күңелкәйен

“дәлил”дәре менән һыҙлатып:


Дошмандарға тотҡан үс — түгелме

яҡыныңды һөйөү билгеһе?!

Кемдең килер, мөхәббәт өсөн тип,

намыҫынан ҡорбан биргеһе?..
Йомшармам, юҡ! — ҡайғы-һағыштарҙан,

алған юлым осона етермен!

Бөйөк һөйөү хаҡына ҡыйралыш,

ҡанлы ҡырҙар аша үтермен!
Еңеү, йәки үлеү — шул ниәтем,

ниәтенән егет төңөлмәҫ!

еңгән кеше генә һис үлмәҫ,

еңеп үлгән кеше еңелмәҫ!
Ә һөйгәнем онота алмаҫ мине —

ҡайнар булды үтә һөйөүем.

Онота икән — тимәк, һөймәгән ул,

һуҡыр булған, тимәк, йөрәгем!..”
...Ҡарурманда, йондоҙһоҙ төндәрҙә

Харис янып шулай уйланы,

фекерҙәрен уның тәбрик итеп

ҡарт имәндәр моңло шауланы...



3
Йәнтимерҙең ҡулдары хеҙмәткә

ылыҡмайҙар һуңғы көндәрҙә,

башын баҫып аҫҡа, тик йөрөй ул,

ҡаңғырынып, белмәй нишләргә.


Мал йыям, тип тотҡан хыялдары

иренеләр яҙғы ҡар кеүек,

иренеләр, насар эҙ ҡалдырып

һары һыуҙай аҡты, һарҡылып...


Күңелкәйе, киҫелгән урмандай,

шыр-яланғас ҡалды бит тороп:

шыбырҙашмай өмөт япраҡтары,

ләззәт менән йәнен тултырып.


Көн хистәре, ҡанатлы ҡоштарҙай,

сутылдашып оя үрмәйҙәр;

таңғы елдәй һыйпап, аҡ хәбәрҙәр

һағыш болоттарын һүрмәйҙәр...


Ауылдаштары ят ҡараш менән

сәпәп ҡала ҡартты артынан.

Өндәшмәүҙәрендә телһеҙ шелтә,

өнһөҙ үпкә ыуы бар һымаҡ...


Тешләп булмай терһәкте үрелеп,

атҡан уҡты булмай ҡайтарып,

үҙен күпме ләғнәтләһә лә, һис

үткәндәргә булмай юл ярып...


Йолҡор ине төкмә-төк һаҡалын,

сейләткәнсе арыҡ эйәген,

ҡаса алһа алып үкенестән

гөнаһланған ауыр һөйәген...


Ҡайтарыу юҡ, эйе, үткәндәрҙе,

сигенеү юҡ кире беҙҙәргә.

Йән шифаһын — түгел хәтирәнән,

киләсәктән зарур эҙләргә!..


...Йәнтимер ҙә һомғол егет ине,

һөйҙө янып ул да берәүҙе,

ҡауышырға бәғеркәйе менән

уның да бит типте йөрәге...


Хаҡ яҙманы әммә ҡауышырға:

бай кейәүгә ҡыҙҙы бирҙеләр,

“Тәҡдир ҡуша шулай!” тинеләр...
Ҡайғыһынан ҡарайған Йәнтимер

эйеп башын йөрөнө-йөрөнө лә

егәрле һәм тыныс бер ҡыҙыйҙы

ҡайтты алып... бөтә ғүмеренә...


“Тәҡдир яҙғанылыр” тигән уйға

әкрен генә аңы күнекте...

Тыуған бере үлгәс балаларҙың,

Сәлимәһе бына буй етте...


Йәшлек рәнйеүҙәрен, үсен ташлап,

бағышланды ир мал йыйырға...

Йәшеренеп ят-ек күҙҙәренән,

төндәрен дә барҙы ул ҡырға,


күршеһенекенән артыҡлатыу

өсөн һанын бураҙналарҙың...

Бөртөктәрҙең көсөн тослатырға

екте аҡыл ҡорамалдарын:


шатлыҡлы көҙ етеп, игендәр

алтын һутҡа тамам тулышҡас,

үҫемлектән күсеп үҫемлеккә,

бал ҡортолай егәр булышҡас,

йыйнап ыуҙы ул башаҡтарҙың

иң туҡтарын һәм уңғандарын...


Бер таҡыя орлоҡ етештерҙе

ошолай ул... Һөрөп ер кәрен,

Аллаға тапшырҙы теләге

гәрәбәһенең бөртөктәрен...


Өс йылдан һуң хужа ине ул

иң уңышлы бойҙай сортына,

әйләнһә лә ерҙең ҡортона...
Ғәжәпләнеп ауылдаштары

услай инеләр орлоҡтарҙы,

еҫкәй, тешләй, һөйә инеләр,

“Мөғжизә был!” тиә инеләр...


Тиҙҙән уның сереп байырын

бер генә “әүлиә” әйтмәне,

Ғимыранға ашташ булырын

Йәнтимер үҙе лә шәйләне.


Төшмәне тик Күктән көткәне —

өттө ҡыуан, ямғыр яуманы.

Ҡайһы йылда хатта сәселгән

орлоғон да йыйып алманы...


Ашлаһа ла түгеп тиркәйен,

тырышһа ла яҙмайсы билде,

иҫке уңыштан яңыһына

көндәр осон саҡ ялғап килде...


Урман киҫте байға ҡыштарын,

яҡты күмер ендәй ҡарайып,

йылмаймағас һаман бәхеткәй,

хыялдары бөттө таралып...


Риза булды ваҡ яҙмышына:

“Түгел әле фәҡир мин генә!..

Булһаҡ бөтәбеҙ ҙә бай, мулла,

йөк атына бесән кем һала?..”


Сикһеҙ ләкин иблес мәкере —

тайҙы юлдан, һыймай ҡалыпҡа —

ымһынып уҡ бай һынығына,

яңғыҙ ҡыҙын һалды тамуҡҡа...


Етмәй көсө хәҙер ҡарарға

күҙҙәренә меҫкен баланың:

ярым үлек килеш ятһа ла,

“Харисым!” тип һаман ала тын...


Хәлһеҙ бармағын төбәп уға:

Аждаһа!” — тип әйтер, тип ҡурҡа...



4
Йәлләйем мин, уҡыусым, шул (о)сорға

тура килгән геройҙарымды...

Кемгә генә серем сисәйем,

ҡайҙа илтәйем моңдарымды?..


Уфтанырға, иларға әҙермен

бәхетһеҙлегенән уларҙың,

юлдарына таш һалған бәндәне

онтап ташларҙай ҙа буламын,

йомарлайым йоҙроғомдо, ләкин

ҡулым ҡыҫҡа — кире аламын...


Яҡты көндө күрмәй геройҙарым

ярты юлда һәләк булһалар,

шелтәләмә һин мине, уҡыусым,

төшөнкөлөктә ғәйепләмә:

Хоҙай түгел бит мин, тик булғанды

Тасуирлаған тасуирсы ғына...


Түҙҙем оҙаҡ бикләп хәтеремә

илкәйемдә күптән уйналған

фажиғаның утлы сатҡыларын...

Һүрелмәне улар... Инде иһәм

шаулы урмандарға, йә йөрөһәм

Һаҡмар буйлап солоҡ кәмәлә,

серләшеүе төнгө япраҡтарҙың,

супылдауы һыуҙа балыҡтарҙың

ҡыуандырһа мине, иҫертһә лә,

аһ! — һыҙлауҙан йөрәгем тынманы,

сыңлы серен онота алманы...
Күҙҙәремдә шатлыҡ янар булһа,

һүндерелде әсе йәш менән;

ирендәрем йылмайырға итһә,

ҡыҫылдылар һулығып үкһеүҙән...


Меҫкен башҡайымды кем иңенә

терәргә белмәҫтән йөрөнөм.

Күҙ йәшемде һөртөргә ҡулъяулыҡ,

уҡыусым, һин, бәлки, бирерһең?..

Яҫтығынан ҡалҡынып Сәлимә

тышҡа сығып йөрөй башланы...

Киң асылып күҙҙәре, һөйөнөп

байҡанылар йәмле донъяны.


Һаҡмар ырмап тартылған туғайҙың

ҡусҡыллығы ҡойона ине

Көндөң нурҙарына, өйрәк һымаҡ...

Тирәктәрҙең еңелсә хис-шауы

көйәҫ елгә һеңеп килә ине,

ҡаға ине шул саҡ йөрәк тулап...


Тәбиғәттең тигеҙ тын алышы

мәңгелеккә саҡырҙы ҡыҙҙы,

күңелкәйен иләҫләндерҙе

үләндәрҙең ҡыштырҙашыуы.


Бер хәсрәттән генә тормай донъя,

шатлығы ла бар уның, тиеп,

һин дә, бәлки, теләккәйҙәреңә

ирешерһең бер заман, тиеп

сутылданы һандуғас ботаҡтан —

әрәмәләр ҡуйы һырт яҡтан...


Хәйерниса дуҫына эйәреп

Сәлимәбеҙ сәхрә ҡыҙырҙы

һәр ауаздан йотоп йән шифаһын,

туйыналмай тыңлап был йырҙы.


Һаҡмар буйҙарына төштө улар —

киртләс-киртләс ташлы һыуалғысҡа,

бала саҡта кер йыуып уйнаған

уйпат ҡаяларҙы ҡаранылар

һәм эйелеп биттәрен йыуҙылар

гәлсәр һыуҙы һоҫоп ус менән...



Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   11   12   13   14   15   16   17   18   19




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет