Аңлатма яҙыу
Тәрбиәле кеше, тәрбиәле быуын — тәрбиәле йәмғиәт,ышаныслы бөгөнгөбөҙ, өмөтлө киләсәгебеҙ ул. Шуның өсөн мәктәптәрҙә, гимназияларҙа һәм лицейҙарҙа, шулай уҡ башҡа уҡыу йорттарыңда ла төплө белем биреү менән бер рәттән уҡыусыла кешелеклелек һыҙаттары, әҙәплелек тәрбиәләү мөҡәддәс бурыс һанала. Ә кеше үҙ халҡының быуындан-быуынға күсә килгән рухи байлығына эйә булғанда, шул нигеҙҙә тәрбиә алғанда, физик камиллыҡҡа өлгәшкәндә һәм әхләҡи сафлыҡҡа ынтылғанда ғына үҙен тәрбиәле, әҙәпле, йәмғиәттең тулы ҡанлы ағзаһы итеп иҫәпләй ала. Фәҡәт сәләмәт рухлы кеше генә
йәмғиәтебеҙ, халҡыбыҙ өсөн ниҙер эшләй, уның алға китеүенә тос
өлөш индерә ала.Ундай тәрбиәгә өлгәшеүҙә һәр халыҡтың үҙенең
һыналған тәрбиә ҡанундары — халыҡ педагогикаһы ҙур роль
уйнай.
Халыҡ педагогикаһы — кешелек донъяһы барлыҡҡа
килгәндә үк тыуған ғилем. Һәр заман үҙе туплаған аҡыл, тәжрибә нигеҙендә үҙен алмаштырасаҡ быуынды һәйбәтерәк, зиһенлерәк, аңлыраҡ, юғарыраҡ зауыҡлы итеп тәрбиәләргә тырышҡан, уның өсөн бөтөн көсөн, белемен, тәжрибәһен һалған. Шул нигеҙҙә кешелек донъяһы үҫә, камиллаша, алғабара.
«Тормош һабаҡтары» булып башҡорт мәктәптәрендә уҡытыла башлаған яңы уҡыу предметы, халыҡ педагогикаһы нигеҙендә белем һәм тәрбиә биреүҙе системаға һалып, махсус программа буйынса алып барыла. Шул уҡ ваҡытта был предмет һәр баланың шәхси үҙенсәлеген дә, башҡорт халҡының милли үҙенсәлеген дә күҙҙә тотоп, тәрбиә мәсьәләһенә айырым иғтибар итеү Мотлаҡ. Үҙ халҡы, милләте, тарихы өсөн
ғорурлана алған, халыҡтың йыр-моңо күңеленә һеңгән, тыуған
ерен ғәзиз әсәһе кеүек күргән, халҡының рухы, маҡсаты,
уй-хыялдары, үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге менән йәшәгән һәм
тыуған теленең ҡәҙерен белеп, уның тотош байлығына эйә
булып, шул телдә уйлаған, хыялланған, ижад иткән, үҙенең бөтөн булмышын халҡына бағышлаған кеше генә шәхес була ала.
Халыҡтың көсө һәм бөйөклөгө шәхестәр һаны менән билдәләнә. Халыҡ - Шәхесте, Шәхес - халыҡты үҫтерә.
«Башҡорт мәҙәниәте»
(«Тормош һабаҡтары»)
курсының төп бурыстары:
— Башҡортостан Республикаһында йәшәүсе бөтөн милләт вәкилдәре менән үҙ-ара татыу, дуҫтарса мөнәсәбәт булдырыуға булышлыҡ итеү; шул уҡ ваҡытта халҡыбыҙға күп һанлы милләттәр араһында йотолоп, юғалып ҡалмау, тиндәр араһында тиң тойоп йәшәү өсөн ниндәй йүнәлештә үҫергә кәрәклеген аңлатыу;
— тыуған төйәккә, башҡорттарҙың һәм Башҡортостан
республикаһында йәшәүсе башҡа милләт вәкилдәренең мәҙәни
ҡиммәттәренә ҡарата һөйөү һәм ҡыҙыҡһыныу уятыу;
— халҡыбыҙҙың матди һәм рухи байлығы менән
таныштырыу;
— тәбиғәткә һәм тәбиғәт байлығына ҡарата һаҡсыл
мөнәсәбәт тәрбиәләү;
— йәш быуынды ғаилә тормошона һәм үҙаллылыҡҡа
әҙерләү;
— мәҙәниәт, сәнғәт, фән өлкәһендәге күренекле
әһелдәребеҙ менән таныштырыу.
Программала ҡаралған сәғәттәр һаны һәм бирелгән темалар мотлаҡ үтәлергә тейеш. Уҡытыусы был предметҡа ингән ҡайһы бер темаларҙы музыка, рәсем, хеҙмәт, биология дәрестәре менән бергә үткәрә ала.
Һәр класс дәреслегенең аҙағында уҡыусы үҙләштерергә һәм белергә тейеш темалар буйынса һорауҙар һәм өҫтәлмә әҙәбиәт исемлеге бирелә. Башҡорт мәктәптәрендә уҡытылған «Башҡорт мәҙәниәте» («Тормош һабаҡтары») курсының мәҙәниәткә, сәнғәткә, башҡорт ғилеме һәм фәненә, традицияларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә ҡағылған материалдары
«Культура Башкортостана» курсы менән тап килә. Айырма шунда: «Культура Башкортостана» программаһында башҡорт әҙәбиәте буйынса материалдар бирелә, ә башҡорт кластарында башҡорт әҙәбиәте ингәнлектән, «Башҡорт мәҙәниәте» ндә рухи тәрбиәгә күберәк урын бүленә.
Дәреслектәрҙең бөтөнөһө лә программаға ярашлы төҙөлдө. Уҡыусыла тыуған илгә, тыуған төйәккә, үҙ еренән күтәрелгән шәхестәргә һөйөү тойғоһо тәрбиәләү маҡсатында ошо төбәк тәбиғәтен өйрәнеүгә һәм күренекле әһелдәр менән танышыуға байтаҡ ҡына ваҡыт бүленә, экскурсиялар өсөн махсус сәғәттәр билдәләнә.
Был уҡыу предметын бер генә уҡытыусы алып барһа, маҡсатҡа ярашлы була. Уҡытыусыларға тағы бер теләк: бик күп сараларҙы мәктәп сәхнәһендә күрһәтеүгә ҡарағанда ғәмәли башҡарыу отошло ла, предметтың маҡсатына ла тап килә. Әйтәйек, «Шәжәрә» байрамы, «Балалар һабантуйы» ғәмәли башҡарылған һымаҡ, «Наурыҙ», «Нардуған», «Сөмбөл байрамы», «Ҡуҙғалаҡ
байрамы», «Ыуыҙ ҡоймағы ауыҙ итеү», «Кәкүк сәйе», «Ҡарға бутҡаһы» кеүек сараларҙы сәхнәнән алып төшөргә, ауылға, тәбиғәткә сығарырға кәрәк. «Башҡорт мәҙәниәте» («Тормош һабаҡтары») предметын индереүҙең маҡсаттарының береһе унда үтелгән традицияларҙы, йолаларҙы, матур ғәҙәттәрҙе ғәмәли кире ҡайтарыуҙан ғибәрәт.
№
|
Тема
|
К282шт2р
|
План
буйынса дата
|
!тк2релг2н
дата
|
1
|
Й2й6е и9к2 алыу
|
Картина «Й2й»
|
3.09
|
|
2
|
Ту4андарым – к18ел нур6арым
|
Фото. М272лд2р
|
10.09
|
|
3
|
Ту4андар 32м ду9тар
|
Ш2ж2р2
|
17.09
|
|
4
|
Ту4андар6ы8 ду9 булыуы
|
Ш2ж2р2, фото
|
24.09
|
|
5
|
Бе66е8 затты8 х0рм2тле кешел2ре
|
Бел26ек 31р2те
|
1.10
|
|
6
|
Исеме8де таш7а я6ма, ил й060н2 я6.
|
Фото. М272лд2р
|
8.10
|
|
7
|
Атай
|
№1р2тт2р
|
15.10
|
|
8
|
Атай 3аба4ы
|
№1р2тт2р
|
22.10
|
|
9
|
Баш7а я7тар6а й2ш21се ту4андар
|
Фото. М272лд2р
|
29.10
|
|
10
|
?уна77а й0р0ш01
|
М272лд2р
|
12.11
|
|
11
|
2с2й я4ынан ту4андар
|
Фото. М272лд2р
|
19.11
|
|
12
|
Мине8 ду9 - ишт2рем
|
Иллюстрациялар
|
26.11
|
|
13
|
« Йылан»
|
М272лд2р
|
3.12
|
|
14
|
№аба7таштарым
|
Ши4ыр6ар
|
10.12
|
|
15
|
Ысын ду9лы7
|
Ши4ыр6ар
|
17.12
|
|
16
|
Уйын 32м уны8 232ми2те
|
Б.У №2-2003
|
24.12
|
|
17
|
Б2х2с
|
Ситуация
|
21.01
|
|
18
|
Ним2 ул яр6ам ите1?
|
Хик2й2
|
28.01
|
|
19
|
Малай6ар. Ярам3ы7ланыу ним2 ул?
|
Ситуация
|
4.02
|
|
20
|
Мине8 2с2йем и8 матуры
|
Иншалар
|
11.02
|
|
21
|
2с2й62р мен2н берг2
|
Фото
|
18.02
|
|
22
|
)лк2нд2р 3аба4ы
|
Музей
|
25.02
|
|
23
|
Борон4о би62не1 ысулдары
|
Музей
|
3.03
|
|
24
|
Бе66е8 7ы66ар
|
Исемд2р китабы
|
10.03
|
|
25
|
Матурлы7
|
Календарь
|
17.03
|
|
26
|
;аил2 б2йл2нешт2ре
|
Ш2ж2р2
|
7.04
|
|
27
|
Кешел2р. К1ршел2р мен2н аралашыу
|
?а4и62л2р
|
14.04
|
|
28
|
;аил2 а4асы
|
Ш2ж2р2
|
21.04
|
|
29
|
;аил2 а4асы
|
Ш2ж2р2
|
28.04
|
|
30
|
Саф 3ауала уйындар
|
Уйындар
|
5.05
|
|
31
|
Т2би42тк2 экскурсия
|
« ?айынлы7»
|
12.05
|
|
32
|
!тк2нд2р6е 7абатлау
|
|
19.05
|
|
33
|
Йом4а7лау
|
|
26.05
|
|
34
|
|
|
|
|
|
|
|
|
|
|
|
|
|
|
Достарыңызбен бөлісу: |