БАШҠОРТ ТЕЛЕ.
6 класс
Тема:”Һан”темаһын йомғаҡлау.Тирә-яҡты һаҡлау.
Маҡсат .
1.Һандар тураһында белемде системалаштырыу, йомғаҡлау.
Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау тураһында һөйләшеүҙе дауам итеү.
2.Тирә-яҡ мөхиткә,тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
3.Уҡыусыларҙың аң-белем даирәһен киңәйтеү, һөйләү һәм яҙма телмәрҙе , һүҙлек байлығын үҫтереү, хәтерҙе нығытыу, ижадҡа ынтылыш уятыу.
Йыһазландырыу.
«Ағас ултыртабыҙ» картинаһы, ЛММ “Һан»,карточкалар, һүҙлектәр,тестар,компьютер, слайдтар «Тирә-яҡты таҙартыу десанты»,мәҡәлдәр.
Дәрес барышы.
I.Уҡытыусының инеш һүҙе.
-фонетик һәм артикуляцион күнегеүҙәр
- тиҙәйткестәр.
Бер, ике, өс, дүрт, биш,
Беҙ ултырттыҡ биш ағас,
Береһе муйыл, береһе уҫаҡ
Икеһе имән, ә береһе -ҡарағас.
Тимәк, беҙ бөгөн һандар тураһында һәм тирә-яҡ тәбиғәтебеҙҙе һаҡлау хаҡында һөйләшеүҙе дауам итәсәкбеҙ.
II.һүҙлек эше.
Тирә-яҡ мөхит-окружающая среда
Туғаҙаҡ-дудак, дрофа
III. “Һандар»ЛММ-де тултырыу.
Таҡтала һәм урындан эшләргә
.»һан төркөмсәләрен» берәмләп һөйләп,тултырып сығыу, урында ла схемаларҙы тултыра барыу.
Миҫалдарҙы “Ағас ултыртабыҙ”картинаһы буйынса уйлап әйтеү.
Был схеманы нимәгә әйләндерергә була?
-Сәскәгә.
Тел шымартҡысты иҫкә төшөрәйек.
Ал сәскә лә бал бирә,
Күк сәскә лә бал бирә,
Һарыһы ла бал бирә-
Барыһы ла бал бирә.
-Беҙҙең нисә сәскә барлыҡҡа килде?Эйе,берәү генә.
Ә халыҡ «Бер сәскә яланды матурламай»,тигән,Әйҙә һеҙ ҙә үҙегеҙҙең-схема-сәскәләрҙе таҡтаға йәбештереп ҡуйығыҙ әле.Матур булдымы?Беҙ тәбиғәтте матурларға ,һаҡларға кәрәклек,уның мөһим эш булыуы хаҡында беҙ күп һөйләштек.Күмәкләп тотонһаң,эш уңа икәнлеген әле бына тағы күрҙек.
IV.Һандар менән мәҡәлдәрҙе, йомаҡтарҙы иҫкә төшөрөү.
Беҙ һандар менән мәҡәлдәр ҙә беләбеҙ,иҫкә төшөрәйек.
1.Бер ағас урманда үҫмәй.
2.Ике уйла , бер һөйлә.
3.Ҡурҡаҡ ҡырҡ үлә,батыр бер үлә.
4.Йөҙ һум аҡсаң булғансы , йөҙ дуҫың булһын һ.б.
V. Ял минуты.Хәрәкәттәр менән әйтеү.
Бер, ике. өс-
Төшһә бөтә көс,
Асып йом күҙеңде,
Арымаҫ шунан ул һис.
Дүрт, биш, алты-
Бер уңын, бер һулын
Ял иттер һин аяҡтың.
Ете, һигеҙ. туғыҙ-
Талмаһын тиһәгеҙ
Һеҙҙең ҡулығыҙ,
Алға һоноп һелкегеҙ.
Ун, ун бер, ун ике-
Ә хәҙер ултыр, етте,
Бына һиңә һике.
VI. “Һан» темаһына тест эшләү.
1. Ике, өс, ун –ниндәй һандар?
А.төп В.кәсер
Б. сама. Г. рәт
2. Икешәр, бишәр, һигеҙәр
А.төп В.кәсер
Б. сама. Г. бүлем
3. Ундан бер, ике бөтөн өстән бер
А.йыйыу В.кәсер
Б. сама. Г. үлсәү
4. -ләгән,-лаған,-ләп, -лап ялғауы булған һандар
А.бүлем В.кәсер
Б. сама. Г. рәт
5. Марат ярышта беренсе урын алды.
А. рәт В.кәсер
Б. сама. Г. төп
6. Уҡығандың теле ….
А.берәү В.йөҙ
Б.икәү. Г. мең
7. 8,9-ҙан ниндәй һан эшләп булмай?
А.бүлем В.сама
Б. йыйыу Г. рәт
VII.Ижади проекттар.
Беҙ тирә-яҡ мөхитте һаҡлау темаһына ҡабаттан килдек.Ә хәҙер төркөмджәрҙә эшләп алайыҡ әле.Бөтә үтелгән материалды иҫкә төшөрөп,шуны ҡулланып,үҙебеҙҙең бәләкәй генә проекттарҙы эшләй башлайыҡ,икенсе дәрестә ҙурыраҡ проекттарын уларҙы бик шәп итеп яҡларбыҙ,бөгөн өлгөргәндәрен ,тиҙ эшләнгәндәрен яҡлап ҡарарбыҙ.
Төркөмдәрҙә эшләү.
1-се т. Әгәр мин депутат булһам…» проектын эшләү.Һыу буйҙарын һаҡлау,халыҡтың был йәһәттән ялын ойоштороу буйынса проект эшләргә кәрәк.
2-се «Яңы урамды йәшелләндереү»компьютерҙа проект эшләү.
3-сө т.«Йәншишмә» гәзитенә интервью.беҙҙең тирә-яҡты таҙартыу өмәләре тураһында интервьюға һорауҙар әҙерләргә кәрәк.
4-се «Беҙҙең ғаилә тирә-яҡты һаҡлау буйынса нимәләр эшләне?»
5-се Ошо темаға һүрәт төшөрөү.
Был проекттарҙы яҡлау өсөн һәр төркөмгә икешәр минут бирелә.
VIII.Бөтә үтелгәндәрҙе йомғаҡлау.Уҡыусыларҙың эштәрен баһалау.
Өй эше.
Һандар менән кроссворд төҙөгөҙ.
Үҙ проекттарығыҙҙы тезис кеүек яҙып килтерегеҙ.
Достарыңызбен бөлісу: |