Баязитов Айсыуаҡтың олимпиада һорауҙарына яуаптары:
1d 2 d 2a 4c 5b 6c 7a 8c 9b 10b 11d 12b 13c 14a 15d 16c 17c 18a 19a 20b 21c 22c 23b 24b 25b 26d 27c 28d 29a 30a 31c 32a 33c 34a 35a 36b 37c 38b 39 b 40c 41d 42a 43c 44a 45a 46a 47c 48c 49a 50a 51a 52c 53c 54c 55c 56c 57b 58a 59а 60a.
-
Аҡмулла шишмәһе ниндәй йылғаға ҡоя?
-
Ағиҙел;
-
Күндерек;
-
Стәрле;
-
Дим.+
-
М. Аҡмулланың нисә улы, нисә ҡыҙы булған?
-
өс улы, бер ҡыҙы;
-
бер улы, өс ҡыҙы;
-
ике улы, ике ҡыҙы;
-
улдары ла, ҡыҙҙары ла булмаған.+
-
М. Аҡмулланың башҡортса тәүге йыйынтығын әҙерләп баҫтырған текстолог?
-
Рәшит Шәкүр;+
-
Әхәт Вилданов;
-
Зәйтүнә Шәрипова;
-
Мирас Иҙелбаев.
-
Дөрөҫ яуапты табығыҙ:
-
Аҡмулланың беҙгә килеп еткән әҫәрҙәре араһында күп кенә шиғырҙар, унлап хикәйә һәм бер повесть һаҡланып ҡалған;
-
Бөйөк шағир хөрмәтенә Өфөлә бер урам уның исемен йөрөтә;
-
Миәкә районы 1989 йылда бөйөк яҡташтары хөрмәтенә Аҡмулла исемендәге премия булдырҙы;+
-
Аҡмулла исемендәге премияға беренселерҙән булып М. Кәрим лайыҡ булды.
-
Хаталы яуапты табығыҙ:
-
2007 йылда Анкара ҡалаһында М. Аҡмулланың шиғырҙары төрөксә баҫылды;
-
М. Аҡмулла Силәбе ҡалаһының мосолман зыяратында ерләнгән;+
-
Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев Аҡмулла менән Өфөлә уның 70 йәшлек юбилейына килгәндә таныша;
-
Совет осоронда Аҡмулланың беренсе китабы ҡаҙаҡ телендә баҫылып сыға.
-
«Фазыл Мәржәни мәрҫиәһе» нең жанр асылын М. Аҡмулла үҙе нимә тип билдәләй?
-
ҡасидә;
-
мәдхиә;
-
мәрҫиә;+
-
мөнәжәт.
-
Үҙенең бер әҫәрендә М. Аҡмулла ҡайһы башҡорт кантонын исемләп телгә ала?
-
Ҡолой кантонды;+
-
Сибай кантонды;
-
Азамат кантонды;
-
Буҙыҡаев кантонды.
-
«Аҡмулла» повесының авторын күрһәтегеҙ:
-
Рәшит Шәкүров;
-
Ғайса Хөсәйенов;
-
Ғәзим Шафиҡов;+
-
Талха Ғиниәтуллин.
-
Кирәй Мәргәндең ниндәй әҫәрендә Аҡмулла образы үҙәктә тора?
-
“Бөркөт ҡанаты”;
-
“Өҙөлгән моң”;+
-
“Ҡала иртәһе”;
-
“Нарыштау итәгендә”.
-
М. Аҡмулла премияһына лайыҡ булған әҙипте күрһәтегеҙ:
-
Кирәй Мәргән;
-
Яныбай Хамматов;+
-
Ғайса Хөсәйенов;
-
Марат Кәримов.
-
М. Аҡмулла ҡайһы ырыу башҡорто?
-
Юрматы;
-
Тамьян;
-
Ҡыпсаҡ;
-
Мең.+
-
Аҡмулла ҡушаматын шағирға ҡайһы милләт вәкилдәре биргән?
-
башҡорттар;
-
ҡаҙаҡтар;+
-
татарҙар;
-
ҡырғыҙҙар.
-
М. Аҡмулланың ҡәберен беренсе булып кем тапҡан?
-
Әхнәф Харисов;
-
Кирәй Мәргән;
-
Рәшит Шәкүр;+
-
Әхәт Вилданов .
-
«Аҡмулла» операһының либреттоһын кем яҙған?
-
Мостай Кәрим;+
-
Ҡәҙим Аралбаев;
-
Рауил Бикбаев;
-
Ишмулла Дилмөхәмәтов.
-
М. Аҡмулла нисәнсе йылда Башҡортостан яҙыусылар союзына ҡабул ителгән?
-
1892 йылда;
-
1935 йылда;
-
1981 йылда;
-
Союз ағзаһы булмаған.+
-
Өфөлә М. Аҡмуллаға ҡуйылған һәйәкәлдең авторы кем?
-
В. Дворник;
-
Ө. Ҡобағошов;
-
З. Басыров;+
-
Р. Зәйнетдинов.
-
М. Аҡмулла фекеренсә, кеше өсөн иң кәрәкле сифат?
-
түҙемлелек;
-
иман;
-
ғәҙеллек;+
-
көс.
-
ХХ быуатта Аҡмулла традицияларын дауам иттергән шағир:
-
Шафиҡ Әминев;+
-
Ҡадир Даян;
-
Назар Нәжми;
-
Тимер Йосопов.
-
М. Аҡмулла кем менән сәсәнлектә ярышҡан?
-
Һабрау йырау менән;+
-
Ғәбит сәсән менән;
-
Мөхәмәтша Буранғолов менән;
-
Нурғош аҡын менән.
-
М. Аҡмулла ҡайһы сит телде өйрәнеү кәрәк тип һанаған?
-
инглиз телен;
-
төрөк телен;+
-
француз телен;
-
испан телен.
-
«Аҡмулла яҡтылыҡ йырсыһы» хеҙмәтенең авторы кем?
-
Әхнәф Харисов;
-
Рәшит Шәкүров;
-
Әхәт Вилданов;+
-
Ғайса Хөсәйенов.
-
М. Аҡмулла Өфөлә нисәнсе йылда булып киткән?
-
1892 йылда;
-
1893 йылда;
-
1894 йылда;+
-
1895 йылда.
-
Ҡаҙаҡтар Аҡмулланың асыл фамилияһы кем тип иҫәпләй?
-
Мөхәмәтйәров;
-
Мөхәмәтйәнов;+
-
Мөхәмәтҡужин;
-
Мөхәмәтсафин.
-
Кемде М. Өмөтбаев «ғәжәп ҡиммәтле бер аға» тип атай?
a. ағаһын;
b. атаһын;+
c. хәлфәһен;
d. күршеһен.
-
Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев ниндәй волостың мировой посреднигы, һуңынан старшинаһы булып эшләй?
-
Ғафури;
-
Ҡырмыҫҡалы;+
-
Күгәрсен;
-
Архангель.
-
Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев ниндәй ҡалала рус класында шәкерттәргә рус теленән, арифметиканан дәрестәр бирә?
a. Өфө;
b. Ҡазан;
c. Ырымбур;
d. Стәрлетамаҡ.+
-
Был юлдар М.Өмөтбаевтың ҡайһы шиғыр юлынан алынған :
Шифа тапһа берәү сиренә һыуҙан,
Зарар килер берәүгә шул дарыуҙан.
Ҡыйынһынһа берәүҙең барлығынан
Ҡолаҡ ҡағыр шул көнсөл байлығынан.
-
«Шикәйәт»;
-
«Йомран иле»;
-
«Ҡайыш менән йүкә»;+
-
«Бында ерҙең ниғмәттәре».
-
Аҡҡужа ауыл мәсетенең төҙөүсеһе :
-
Ғ. Соҡорой;
-
З. Рәсүлев;
c. М. Аҡмулла;
d. Ғ. Кейеков.+
-
«Остаз Мирсалих Биксуринға» тигән шиғырҙың авторы :
-
М. Өмөтбаев;+
-
Р. Фәхретдин;
-
Ғ. Соҡорой;
-
С. Яҡшығолов.
-
Мирсалих Биксурин ниндәй уҡыу йортонда уҡыта :
-
Неплюев исемендәге хәрби училище;+
-
«Рәсүлиә» мәҙрәсәһендә;
-
«Ғосманиә» мәҙрәсәһендә;
-
ауыл мәктәбендә.
-
«Шура» журналының сығарыла башлаған ваҡыты :
-
1906 йыл;
-
1907 йыл;
-
1908 йыл;+
-
1900 йыл.
32. «Нәсихәттәр» шиғырында Аҡмулла нисә вәғәз бирә?
-
7;+
-
5;
-
8;
-
2.
33. М. Өмөтбаевтың «Ҡайыш илә йүкә» әҫәренең жанры?
a. шиғыр;
b. поэма;
c. мәҫәл.+
34. Композицион яҡтан 4 табындан торған әҫәрҙең исеме?
a. “Үткән заманда башҡорт ҡыҙҙарының оҙатылыуы”;+
b. “Илаған бала»;
с. “Ишек төбөндә”.
35. «Илаған бала» шиғыры ниндәй композицияға ҡоролған?
a. диалог;+
b. монолог;
c. әйләнмә.
36. 8/8 іижеккә ҡоролған строфалы шиғырҙың исеме?
a. “Урмансы”;
b. “Йомран иле”;+
с. “Ишек төбөндә”.
37. “Йән һөйгәнде уйлап мин атҡа аштым
Ике һөйгән күңел менән утҡа төштөм.
Бер күңелдә ике һөйөп, юҡҡа сыҡтым,
Аттан төшөп, йәрҙе алмаҡ кәрәк инде” – тигән строфа ниндәй шиғырҙан?
-
“Нәсихәт”;
-
“Шикәйәт”;
-
“Бер ҡалала гүзәл күрҙем”.+
38.«Сәлимә йәки Ғиффәт» повесының геройы, башҡорт шәкерте, ҡайҙан уҡып ҡайтып килә?
a. Өфөнән;
b. Ҡазандан;+
c. Мәскәүҙән;
d. Бағдадтан.
39. М. Өмөтбаевтың ниндәй шиғырының һуңғы ике строфаһы акростих менән яҙылған?
a. “Ниҙән”;
b. “Бер ҡалала Гүзәл күрҙем”;+
с. “Минең ғишығым”
d. дөрөҫ яуап юҡ.
40. М. Өмөтбаевтың «Дуҫҡа» шиғыры ниндәй өлөштәрҙән тора?
a. cәсмә;
b. теҙмә;
с. сәсмә һәм теҙмә.+
41. «Звезда поэзии» монграфияһының авторы?
a. Ғ. Хөсәйенов
b. Р. Шәкүр
c. Ә. Сөләймәнов
d. Ә. Вилданов +
42. М. Өмөтбаевтың ҡатынының исеме?
a. Ғәбиҙә;+
b. Хәтирә;
с. Сәлимә.
43. М. Өмөтбаев ҡайһы шиғырын Ҡырымда вәҡеф эштәрен тикшереү комиссияһында эшләгән сағында, 1887 йылдың 27 сентябрҙә Симферополдә ижад итә?
a. “Ниҙән”;
b. “Бында ерҙең ниғмәттәре”;
c. “Йомран иле”.+
44. М. Өмөтбаевтың «Йәдкәр» китабына нисә публицистик яҙмалары теркәлгән?
a. 21;+
b. 12;
c. 33.
45. М . Өмөбаевтың рус телендә яҙылған мәҡәләләре?
a. “Аҡмулла”, “Петербург хаҡында күңел мөһөрө”;+
b. “Әҙәбиәт һәм мәғрифәт хаҡында”, “Халыҡ мәғарифын юлға һалыу”;
c. “Өршәк күпере”, “Мәскәү хаҡында күңел мөһөрө”.
46. М. Өмөтбаевтың лексикографик йүнәлештәге хеҙмәте?
a. “Европа халҡының һүҙҙәре”;+
b. “Ғилми хикмәт хаҡында”;
c. “Әҙәбиәт һәм мәғрифәт хаҡында”.
47. Интиозовр, меголозовр, мостадонт М. Өмөтбаевтың ниндәй мәҡәләһендә телгә алына?
a. “Аҡ күмер”;
b. “Яңы Зелондия һәм мадагаскар жәзиләренең ғәжәйеп ҡоштары”;
c. “Ғәжәйеп ҙур мәхлүктәр”.+
48. М. Өмөтбаев ғилми хикиәт тип нимәне атай?
a. математика;
b. геометрия;
c. философия.+
49. М. Өмөтбаевтың юлъяҙмалары нисек атала?
a. “А. С. Пушкин юбилейы айҡанлы”;+
b. “Өршәк күпере”;
c. “Баҡсаһарай ҡалаһында”.
50. М. Өмөтбаевтың «Бәхетһеҙ ғишыҡ» әҫәре ниндәй шағирҙың ижадынан тәржемә?
a. А. С. Пушкин “Романс”;+
b. С. Крылов “Басня”;
c. М. Лермонтов “Лирика”.
51. М. Өмөтбаевтың «Мең дә бер кисә» ғәрәп хикәйәтенең тәржемәһе нисек атала?
a. “Торба, болоҫ һәм алма хикәйәте”;+
b. “Булдым бөтөнләй көсһөҙ”;
c. “Делибаш”.
52. «Делибаш» әҫәре кем ижадынан тәржемәләнгән?
a. М. Лермонтов;
b. С. Крылов;
c. А. Пушкин.+
53. М. Өмөтбаевтың «Халыҡ ижады өлгөләре» тигән бүлектә нимәләр бар?
a. тарихи йырҙар;
b. эпостар;
c. легендалар, мәҡәлдәр.+
54. М. Өмөтбаевтың «Ҡанлыкүл», «Серлегүл» яҙмаларының жанры?
a. әкиәт;
b. йыр;
c. риүәйәт.+
55. М. Өмөтбаев ниндәй өләңде яҙып алған?
a. Аҡъегет;
b. Аҡбуҙат;
c. Иҙеүкәй менән Мораҙым.+
56. М. Өмөтбаев : “Аҫаба башҡортҡа өс нәмәне белеү мотлаҡ:
беренсеһе үҙ – үҙеңдең сығышыңды, икенсеһе йондоҙҙарҙы исемләп аңлатыу, өсөнсөһө … “ нимәне?
-
халыҡ йырҙарын;
-
әкиәттәрҙе;
-
риүәйәттәрҙе, өләңдәрҙе.+
57. М. Өмөтбаев биргән «Өләң һүҙе» нимәне аңлата?
a. халыҡ йырын;
b. эпосты;+
c. легенданы.
58. М. Өмөтбаевтың «Ғәрәп халҡының аҡыллы һүҙҙәре» тигән яҙмала нисә мәҡәл бар?
a. 32;+
b. 65;
c. 83/
59. “Һәр кемдең тарихы өйрәнелһен өсөн, уның үҙ Карамзины булыуы шарт” М. Өмөтбаевтың тигән һүҙҙәре ниндәй өлөшкә эпиграф булып тора?
a. тәржемәләр;+
b. халыҡ ижады өлгөләре;
c. тарихи-этнографик яҙмалар.
60. М. Өмөтбаев тарафынан төҙөлгән шәжәрә нисек атала?
a. “Кесе табын халҡының нәсәбнамәһе”;+
b. “Кесе табын халҡының бабалары”;
c. “Башҡорт халҡының аҡ һәм ҡара көндәре”.
Достарыңызбен бөлісу: |