Йыһат Солтанов АҘнамөХӘМӘТ, салауат һӘм юлай йондоҙЛОҒо мәСЬӘЛӘГӘ ЯҢыса ҡараш



бет1/3
Дата04.07.2016
өлшемі10.01 Mb.
#176686
  1   2   3


Йыһат Солтанов
АҘНАМӨХӘМӘТ, САЛАУАТ ҺӘМ ЮЛАЙ ЙОНДОҘЛОҒО
МӘСЬӘЛӘГӘ ЯҢЫСА ҠАРАШ
Өфө «ҒИЛЕМ»2011

УДК 93/99 ББК 63.3(2) Баш С60



Йыһат Солтанов

Аҙнамөхәмәт, Салауат һәм Юлай йондоҙлоғо. Мәсьәләгә яңыса ҡараш. - Өфө: БР ФА, «Ғилем» нәшриәте, 2011. — 56 б.


Был хеҙмәт милли геройыбыҙ Салауат Юлаев биографияһындағы ҡайһы бер буталсьгк урындарҙы асыҡлау өсөн эшләнде.

АВТОРҘАН
Ошо баҫманы донъяға сығарыуҙа туранан-тура ярҙам иткән игелекле иғәнәсем Р.С. Исхаҡовка оло ихтирамымды, рәхмәтемде белдерәм.

Тема буйынса тикшеренеуҙәремдә һәм сәйәхәттәремдә арымай-талмай булышлыҡ курһәткән Фаил Солтан улы Тикеевка, Әнәс Ғабдулла улы Вәлиуллинға һәм Иглин район музейы директоры Флузә Нурулла ҡыҙы Хәкимоваға ҙур рәхмәт.

ИЗГЕ ЙӘНДӘР ЮЛЛАЙ ҒӘҘЕЛЛЕК
Етегән йондоҙ ете әйләнә ете төн уртаһында...

Башҡорт халыҡ доғалығы.


Баш осонда әруах оса нисә-нисә...

Шәйхзада Бабич.

Төн уртаһы...

Башҡорттоң бөйөк Ҡобау-Мең ырыуы илен иңләй серле ете төн уртаһы...

Фани донъяның ҡош-ҡорто, бөжәктәре, хатта өрәгәс эттәренә тиклем, барса йән эйәһе талығып шымған...

Кешеләре өнһөҙ-тынһыҙ төш донъяһында ойоған...

Бөйөк Ҡобау-Мең ырыуы иленең көнсығыш сиген билдәләүсе Йүрүҙән һыуы, көнбайышын кәртәләүсе Өфө һыуы, йырсан Эҫем, Баш йылғалары тулҡындарын ярға сиртеп сылтырауҙан тыйылған...

Башҡортостан күгендәге ергә бағып емелдәгән меңәрләгән йондоҙҙар ҙа инсафланып күҙ йомған...

Сихри-серле ҡараңғылыҡ...

Тып-тынлыҡ...

Шул тынлыҡта алыҫ-алыҫ көнбайыштан, әстиҙәрҙең ҡурғаш һыулы Балтик диңгеҙе яғынан өҙөлөп-өҙөлөп үкһеүле ике ауаз:

-- Атайым!..

-- Ҡартатайым!..

Ҡобау-Мең иле Йүрүҙән буйынан изге Аҙнамөхәмәт-бабанан яуап:

-- Әү балаҡайым, Юлайым! Әү ейәнкәйем, Салауатым!

—Ҡартатайым, минең тыуған ауылым — Эҫемгә ҡойған Баш йылғаһы тамағывдағы ауылҡайым Тәкәй иҫәнме?

-- Атайым, минең дә тыуған ауылҡайым — шул Тәкәйем именме? Үҙең тыуған Ҡобау ауылың аманмы? Үҙең барып нигеҙләгән Аҙналы ауылың бармы?

-- Барыһы ла үҙ урынында, ейәнкәйем, улҡайым. Әммә хәлдәре ауыр — быуҙы яҙмыш-билғауыр...

-- Яҙмыштарҙан уҙмыш булманымы ни?

-- Яҙмыш үҙе ил башында аҙмышланып бойорғас, уҙа алманылар шул...

-- Ни будды? Ни булды?

-- Гөрләп торған Ҡобауыбыҙ уртаһынан тимер юл ярып үтте, илебеҙгә көнөбеҙҙе тоташтырған тура юлдар киҫелде, ауылыбыҙҙың идаралыҡ теҙгердәре ҡулыбыҙҙан ыскынып, уҫлап ауыҙ килмешәктәрҙең «Сыуаш-Ҡобау»ына, Ауструмына ҡайырып алынды, Ҡобауыбыҙ кәрәкмәгән Иҫкегә әүерелде... Йүрүҙән яғына етеп үҙем нигеҙләгән Аҙналым да бар-барын...

-- Атайым, Аҙналыңдың заманында, мине шундағы Шайтан-Көҙәй ылыҫының да старшинаһы яһағас, Юлай ауылы тип йөрөтөлөүен дә беләһең...

-- Беләм, улым, беләм. Бына хәҙер икебеҙҙең дә исеменән арындыртып, Әлкә ауылы итеп яһап ҡуйҙылар...

-- Әбей батшаға йәнен һатып тоғро хеҙмәт итеүсе, шуньщ яуыз ҡырғын ғәскәрҙәре сафыңда беҙҙең азатлыҡ яуҙарын баҫтырышыусы Әлкә...

-- Тап үҙе! Ә беҙгә (йәғни минең Аҙналыға) күрше ауыл - ерҙәребеҙҙе урыҫ заводсыларына йәшерен-батырын һатып ашаусы дошманыбыҙ старшина Шығанай Бурһыҡовтың Шығанай ауылын «Юлай ауылы» иттеләр...

-- Ҡартатайым, ә минең тыуған ауылым?

-- Шул Шығанай тоҡомдары саманан сығып аҙҙы - ошондағы Күсҡунды — Һороҡондоҙ йылғалары сатаһындағы ҡәрҙәштәребеҙ шайтан-меңдәр нигеҙләгән, заманында Шайтан тип тә, шундағы түрә исеменән Токос тип тә йөрөтөлгән биш-алты өйлө боронғо Шайтан-Мең ауылын «башҡорт халҡының милли ҡаһармандары Юлай менән Салауаттың тыуған ауылы Тәкәй» тип иғлан ҡылдылар, тарих китаптарына ла яҙҙылар...

-- Ялған бит! Беҙ, Ҡобау-Мең ырыуы аҫабалары, нисек итеп Шайтан-Мең ырыуы ауылында тыуайыҡ? Ҡолаҡҡа якмаған яла! Үҙең яҡшы беләһең, беҙҙең тыуған Тәкәйебеҙ Йүрүҙән яғында түгел, ә Эҫемгә ҡойған Баш йылғаһы тамағыңда бит...

-- Ялғанға ялған ялғана, ялғанда ил болғана, тигән ата-бабаларҙың һүҙе алдыбыҙға килде, ялған тарих ҡаңғырта инде илде... Шайтан-Көҙәй ылыҫында уйлап сығарып яһалған Тәкәй ауылын «ысын» итеп ил аңына беркетмәккә, Ҡобау ылыҫындағы хаҡ-ысынын хәтерҙән тамам юйҙыртмаҡҡа тырышып ҡыландылар: ысын Тәкәй, ҡуҙына утын өҫтәлмәгән усаҡтай, үҙенән-үҙе һүрелеп һүнергә, ер йөҙөнән ҡырсып ташланырға тейеш йәнәһе! Икегеҙҙе бығаулап алып киткәс, һеҙҙе тамам онотторторға теләп, яуыз батша хөкүмәте ауылдаштарығыҙға төрлө афәттәр һалды, хатта исемдәрегеҙҙе телгә алыуҙан, балаларына ҡушыуҙан тыйҙы... Ә «бөйөк инҡилап» тип аталмыш ҡара сәкмәнлеләр болаһы батша ғали янаптарын тәхётенән быраҡтырғас, көн күрмәгән күҙҙәребеҙ асылыр, тип, Тәкәйегеҙ халҡы иркен һулағайны, әммә «совет», «большевик» намлы яңы хакимиәт ҡәһәрҙәре батшаныҡынан да яманыраҡ булып сыҡты — ауылығыҙ күҙгә күренеп бөлөргә, һүнергә дусар ҡылынды. Колхозлашып аҫыраған малдарын, келәттәргә һалынған байлыҡтарын кафыр ҡасабаларына ҡырсып алып киттеләр ҙә халыҡты эшһеҙ-ашһыҙ ҡалдырҙылар. Балаларын — башланғыстан ары мәктәпһеҙ, үҫмерҙәрен - клубһыҙ, йәмғеһен тиң оҙаҡ йылдар һуҙымында магазинһыҙ, дауаханаһыҙ, йүнле элемтәһеҙ, күңелдәрен йылы мөнәсәбәтһеҙ ҡаңғыртып-интектерҙеләр...

-- Ни өсөн?!

-- Һеҙ китеп юғалған көнбайыштан Гитлер тигән ҡара ҡорттоң ҡара яуы Рәсәйгә баҫып кергәс, дөйөм Ватанды үлеместән арсаларға Тәкәйебеҙҙән 370 (өс йөҙ етмеш) ир-ат — һуғышҡа, 60 (алтмыш) ҡарт-ҡоро хеҙмәт фронтына китеп, Еңеү хаҡына күбенеһе йәндәрен ҡорбан ҡылып, шул дүрт йөҙ утыҙ уҙамандың йөҙ етмеше генә әйләнеп ҡайтты. Шуның өсөн интегәлер тәкәйҙәр — шул булалыр большевиктар рәхмәте...

-- Батша ғали янаптары ауҙарылғас, бөтә Рәсәйҙә ғәҙеллек тантана итте, Башкортостан йөмһүриәте төҙөлөп, башҡорт халкы үҙ яҙмышын үҙ ҡулына алды, хатта беҙҙең ҡәһәрләнгән исемдәр ҙә милләт данына, ғорурлығына әйләнде, тигәйнеләр ҙәһә? Килмешәктәр кинәнеп ырағанда, ниңә беҙҙең тамырҙар ҡоротола? Ауструмдар, Сыуаш-Ҡобауҙар күкрәп сәскә аткан саҡта беҙҙекеләр ниңә бөткәндән-бөтә? Милләт данын, ғорурлығын тыуҙырыусы Тәкәйебеҙҙе барса милләтебеҙ ниңә ҡайғыртмай? Йөмһүриәт башьшдағы ил ағалары ни ҡарай?

-- Күҙ йомоп, йәки күҙгә ҡаҙалған оторо дегәнәк һанап ҡарай, шуға күрә ошо теп-тере Тәкәйебеҙҙе ғәзиз Ҡобау-Мең иленең тупрағынан йолҡоп алып ташлау яғын ҡармалай...

-- Булмаҫ ул!

-- Булдырмаҡта уйҙары - шул йәһәттән ҡылана хатта ғалим-ғоләмәләре. Ялағайланып ялған тарихтар әтмәләүҙәре етмәгән, карталарҙан ҡырсый яһил ҡулдары...

-- Батша ғали янаптары заманында ла карталарҙан китмәне ауылыбыҙ.

-- Хәҙергеләр китәрә — бөтмәгәнде бөтөрә. һеҙ, уланым-ейәнем-ғәзиздәрем, ят яҡтарҙа аҙаштырылып ҡалдығыҙ, күп нәмәнән хәбәрдар түгелһегеҙҙер. Башҡортостан йөмһүриәтенең әленән-әле күркәмләп ташҡа баҫылған, күҙгә салынған хариталарын барлайыҡ, бына улар:


1. Размещение колхозов и совхозов Башкирской АССР. М., 1972;

2. Атлас Башкирской АССР. М., 1976;

3. Башкирская АССР, туристская схема. М., 1979;

4. Республика Башкортостан. Самара, 2006;

5. Республика Башкортостан, административная карта. Екатеринбург, 2009;

6. Республика Башкортостан, атлас. Екатеринбург, 20010.


Замананың ошо олуғ һәм һиммәтле баҫмаларының тәүге дүртеһендә лә һеҙҙе тыуҙырып үҫтергән Тәкәй ауылыбыҙ юҡ, сөнки ул табаҡ-табаҡ хариталарға сәйәсәт тотҡондарының — Башҡортостан йөмһүриәте ғалимдарының ҡулсырлығы ҡыҫылған. Һуңгы икеһендә генә Тәкәй ауылыбыҙ һап-һау тора үҙ урынында, сөнки баяғы ҡулсырлыҡ ҡулы барып етмәгәндер уларға. Хатта туған йөмһүриәтебеҙ баш ҡалаһы үҙе 1999 йылда нәшер иттерткән «Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан» тигән ҡалын китаптағы «Иглин районы картаһы»на ла һыймаған Тәкәй ауылыбыҙ. Ғәзиз ауылдаштарыбыҙ, һеҙҙең эштәр даны менән ғорурланып, әүәлге беҙҙең заманда «Себер юлы» тип аталмыш хәҙерге оло таш юлдағы тукталыштың өшәләгенә «Салауат Юлаев тукталышы» тигән яҙыу семәрләп, эргәһенә Салауат ейәнемдең күркәм бюсын һынландыртып, постаментына алтын хәрефтәр менән «По преданию, в этой деревне родился и вырос великий сын башкирского народа Салават Юлаев» тигән хитапнамәле мәрмәртаҡта беркеткәйне; әммә быйыл шул хак таҡтаны ҡулсырҙар ватып ташлап, «Салават Юлаев, великий сын башкирского народа» тигән генә сонтор-һүрән йөмләгә алмаштырып, тукталыш исемен ҡырсып ук ташлағандар, һөйөклө ейәнемдең, ҡайҙағылыр Шайтан-Көҙәй яғындағы Шайтан ауылында түгел, тап ошонда тыуып үҫкәнлеген илебеҙҙән йәшергәндәр...

Күк йөҙөнөң алыҫ Балтиҡа яғынан Салауат менән Юлайҙың хәсрәтләнеп иңрәүе ишетелде, был яҡтағы Аҙнамөхәмәт-бабаның һулығыуын ҡеүәтләне. Бөйөк Ҡобау-Мең иленең күк ҡабағы күкрәп-күкрәп асылды һәм әруахланған изге өс йәндең был тәңгәлдә берегешеп иләүләнеүе күреңде лә күк ҡабағы шымып ҡабат ябылды, ҡап-ҡара төн асманында өс аҡйондоҙ буҙарынып айкалды. Йөмһүриәттең Иглин районындағы Иҫке Ҡобау күгендә, Салауат районындағы Аҙналы (хәҙерге Әлкә) күгендә әйлән-бәйлән килешеп, аҙаҡ Тәкәй ауылы өҫтөндә буҙарынды йондоҙлоҡ:

—Рәнйенек! Рәнйенек! Рәнйенек!..

Ишетмәне берәү ҙә... баш ҡаланың зыяратында ерләнгән яһил большевик әруахтарынан ғәйреһе. Фанилыҡтың бойороусы ил ағалары булып баҡиға күскән, «үҙ хөкөмкәйҙәре үҙ ҡулында» саҡта Бөйөк Ҡобау-Мең иленә зәһәр шаукымын бөрккән мәркәздәге оло түрә ялағайҙарының ләхеттәрендә ыңғырашып-тулғаныуы, еңмешләнеп ҡарыулашыуы ап-асыҡ ишетелә:

—Ышанмайбыҙ, килешмәйбеҙ! Әруахтар юҡ, йөрөр юлдары ла юҡ! Бөтәһенән өҫтөнлөклө марксизм-ленинизм-сталинизм тәғлимәтенә шик-тап төшөрмәгеҙ! Олаҡтырылған бәндәләрҙең йәндәре кире әйләнеп ҡайтмай, яткан яҡтарында ҡата! Сафсатауи сафсата!

Ни ғәжәп: ошбуҙарҙың ҡарыулығын йыға баҫып алыҫ Санкт-Петербург тарафынан мәғлүмәтле замандашының киҫәтеүе яңғырай ҙа «өҫтөнлөклө» тәғлимәт ҡолдары өшәнеп дер-ҡалтырай:

—Һеҙҙең серек фәлсәфәне ыуалтырлыҡ башҡорттоң үҙ ҡанун-тәғлимәте бар. Үҙ күҙегеҙ менән тарих уҡымаған, үҙ башығыҙ менән уйлап ҡарамаған көнлөксө түрәләр инегеҙ бит һәммәгеҙ! Шуға күрә килген кеше акылында, кеше телендә аңлашып ғүмер һөрҙөгөҙ. Әммә башҡорт тәғлимәте бөлмәне, һүнмәне — әсә телендә һөйләште! Тыңлағыҙ: фанилыҡта үҙегеҙҙең әсә телен аяҡ аҫтында тапап, әсә телле мәктәптәрегеҙҙе алҡышлап яптыртып, мәркәздәге көслө түрә телен генә көсәнеп үҙ итеүсе һеҙ-бахырҙарға хәләл башҡорт булмышын үҙегеҙ өсөн шул үтемле телдә еткерәм:

«Понятие о двойственности человеческой природы, о самостоятелъном существовании души (йән) и тела выражается чрезвычайно определенно в некоторых рассказах башкир. По их убеждению, как толъко человек засыпал, душа оставляла тело и свободно странствовала; все, что она видела и делала, башкир, проснувшисъ, хотя и называл сном, но глубоко верил в несомненность и реалъностъ его. Иногда даже можно было видетъ душу, вылетающую изорта засыпающего человека, то в виде неопределенной формы белого комочка, то в виде мухи; при пробуждении она тем же путем возвращалась в человека.

Спящих башкиры никогда не будили быстро, сразу; сначала окликали по имени, потом произносили его имя громче и затем уже начинали энергично будитъ. Считалосъ, что сразу будитъ спящего нелъзя, ибо душа его в настоящий момент может бытъ далеко, не успеет вернутъся в тело пробужденного, и он неминуемо и немедленно умрет...

Душа умершего, по представлениям башкир, нередко оставаласъ житъ на земле среди людей, принимая своеобразный вид [әруах]» (С.И. Руденко. Башкиры. Историко-этнографические очерки, М.-Л., 1955, 320-321-нсе биттәр).

Һәм шуныһы ла билдәле: әруахтарҙы рәнйетергә ярамай, ярамай!

Әруахтарыбыҙ асманда — беҙ-бәндәләр еткеһеҙ бейеклектә. Ә мин, яҙыусы-фәҡирегеҙ, уйҙарымды бер тәңгәлгә төйөнләп, изге йәндәр тупрағынан сакрымдарҙы һанаулап китеп барам.

Баш осомда изге рухтар тынғы бирмәй әйләнә, ауаздары йөрәгемә йөйләнә:

— Рәнйейбеҙ! Рәнйейбеҙ! Рәнйейбеҙ!..

Был ниндәй хәл, ни ғәмәл? Рәнйеүҙәре күңел күгемде гиҙә, үҙәккәйемде өҙә. Бер-бер артлы ағылыусы көндәрем дә, төндәрем дә йөрәгемде һыҙлатып, башты баҫып ғәмләнергә, ҡулыма ҡәләм алырға мәжбүр итә. Изге йәндәр ни өсөн рәнйеүлеләр, ни өсөн? Беҙ бәндәләрҙең аҡылы һай, күңеле тар, хәтере сонтор өсөн. Изге йәндәр ҡайтып байҡар, тынысланыр ысын тыуған ауылдары Тәкәйҙе һанламағаныбыҙ, хәтерҙәргә изгеләп беркетмәгәнебеҙ, батырҙарыбыҙ тыуған ерҙәге хаҡ Тәкәйҙән йәш быуыңдарҙы биҙҙертергә тырышып, улар аҙаҡ торған ерзә ялған Тәкәй яһағаныбыҙ, һөмһөҙлөктө ашып китеп табаҡ-табаҡ аҡ ҡағыҙҙа шуны рәсмиләштергәнебеҙ, географик карталарҙа нығытырға көсәнеп-маташҡаныбыҙ өсөн...

Зыялылар ҡайҙа һуң, тарихсы тип аталғандарыбыҙ ниңә хаҡлыҡ көҫәмәй?.. Үҙемә ҡалһа, яңы быуаткаса уйланып йөрөп, 2003 йылда, түҙә алмай, аҡ ҡанаттай ак ҡағыҙҙы һырлағайным - «Салауат Юлаевтың улы ҡалған...» тигән Салауат Юлаев шәжәрәһен юлларға маташҡайным (интернеттағы <зигатсултанов.рф> тагән сайтымдағы Әҫәрҙәремдең ун дүртенсе томында). Әммә тыныслыҡ килмәне, асмандағы серле әруах-аҡйондоҙҙар һаман-һаман тынғыһыҙлап, әхүәлдәрен минең аша башкорт иленә белдертергә ашҡынып, күңелемде хыялыйҙарға һалды...



Бөйөк Ҡобау-Мең иленә сәйәхәт
«Бөйөк, тиһең, ете ырыулы ҡәбиләнең бер ырыуын шапыртып бөйөкләйһең!..» - баяғы «тәғлимәт» эйәләренең ҡарыулашыуы килә.

Бөйөк шул! Әгәр бөйөк булмаһа, Өфө йылғаһынан алып Йүрүҙәнгәсә (ҡобауҙар үҙҙәре әйтеүенсә, Златоусткаса) йәйрәп яткан таулы-урманлы-яланлы икһеҙ-сикһеҙ ер йөҙөн - Көнбайыш Европа дәүләттәренең бер-нисәһе урынлашырлыҡ иркен-ирәүән арауыҡты бер үҙе биләй алмаҫ, үҙләштерә алмаҫ ине.

«Ниңә шуны ҡулынан ысҡындырған - биләменең өлөштәрен бер-бер артлы юғалткан?»

Бының сәбәптәре яҡшы билдәле: Америка индейҙары бөйөк империяларын, хатта ҡитғаларын да юғалткан бит. Ҡасандырғы икһеҙ-сикһеҙ Башҡортостан иле менән дә шулай.

«Тимәк, ҡаршы тороп көрәшергә ҡыйыулыҡтары етмәгән.»

Ҡыйыуһыҙҙар араһынан Юлайҙар, Салауаттар сыҡмаҫ ине. Боронғораҡтарын әйтеп тормайым.

«Акылдары һайлыҡтанмы, әләйһә?»

Белмәйем, белмәйем, үҙебеҙҙең аҡылдар һайльгктан шулай уйламайбыҙмы?..

«Знаю!» — тигән көслө-күкрәү тауыш ер аҫтынан ярып сьгккандай булды - боронғоноң баҡи киткән мәшһүр урыҫы, мәғрифәтле аҡыл эйәһе ҡапыл ярҙамға килде:

— Если говорить правду, это вы сами, чертова дюжина, нынешних кубовцев довели до того состояния... Да, не были они такими! Позвольте привести отрывок из моей книги, было это во времена Кирилова — в связи с заложением на башкирской земле Оренбургской крепости. Думаю, перевод здесь не нужен...

«Извольте, достопочтенный!» — тинеләр.

— 25. Между тем башкирския старшины и народ многочисленно в город Уфу приезжали, являясь, якобы они прибытием его, Кирилова, на Уфу, также и определенным оренбургским строением весьма довольны, и тарханы в поход с ним, Кириловым, записывались, которым при записке на их тарханство давались от него, Кирилова, подтвердительные указы. Но при всем том многие из тех старшин внутренне в ином мнении и намерении состояли, ибо тогда же, отъехав из Уфы, умышляли, коим бы образом ему, Кирилову, в строении помянутаго города возпрепятствовать, разсуждая, что когда русские люди позади их и между ими поселятся, то вольность их отымется. Особливо же к такому их противному разсуждению возбудил их наипервее бывшей в Санктпетербурге Нагайской дороги Телекой-Кубовской волости башкирской старшина Токчура, которой в Санктпетербурге еще будучи, послал возмутительное письмо к Килмяку-абызу и к другим бывшим в бунте предводителям, возбуждая их сими словами, чтоб во всей Башкирии чистую пшеницу, отделя от куколя или плев, особо хранить, а солому зжечь. То есть над находящимися между башкирцами пришельцами, яко татарами, чувашами и другими им подобными, иметь бы смотрение, и чтоб четыре лошади, то есть четыре дороги, во всякой исправности были, объявляя при том, яко он, Токчура, в Санктпетербурге живучи, уведомился, аки бы всеми их землями хотят завладеть, и того б ради всеми силами противиться, и город Оренбург строить не давать, толкуя, что из-за того уже им никакой воли не будет. Оное возмутительное письмо предупомянутой Килмяк-абыз, получа еще 1734 года, о бунте умышлять начал, прибрав в сообщество свое подобных себе из башкирских старшин Бепен Сюянгулова, Сейтбая Ераткулова, Рысанбая Гимбетева, Кусакбая-батыря, Аминя - беглеца из Казанскаго уезду, и часто толкуя то письмо на Нагайской дороге при Азиевой мечете и ведая чиненныя от статскаго советника Кирилова к намеренному его походу приуготовления, умыслили кончае в 1735 году бунтовать и его, Кирилова, к реке Орь не допустить. Однако сие злое свое намерение разсевали так тайно, что до самой весны никакого подлиннаго о том известия не было, кроме немногих объявителей. Но понеже по видимым тогда башкирским поступкам сообразить сего было невозможно, ибо показывали себя все верными и к службе радетельными, то оныя известия больше почитались за несправедливыя.

Бына һеҙгә ҡобауҙар — ошо буламы аҡылдарҙың һайлығы?!.

42. Башкирцы, жители ...деревни Сеянтюсь, уведав, что злое их намерение явно учинилось, тотчас на противность отважились, учали было на бывших в квартирах их людей убивственно нападать, и несколько человек ножами поранили. Другия за ружья ухватились и бежать в лес вознамерились, чтоб ведомость подать бывшему на Аю воровскому их собранию, но потому тотчас по всей команде учинилась тревога, и все они, башкирцы, осаждены были командою, и по кратком супротивлении захвачены, близ тысячи человек с женами и с детьми их во оной деревне перестрелено, и от драгун штыками, а от верных башкирцев и мещеряков копьями переколото. Сверх того сто пять человек забраны были в один анбар, и тут огнем сожжены. Понеже все сие случилось ночною порою, и деревня вся зажжена была, то от великаго их вопля и от оружейной стрельбы самое ужасное тогда было позорище. Причем всего удивительнее, что многие из тех воров будучи в огне, имевшиеся в анбаре копья со многими хульными и с бранными словами на стоящих тут драгун выбрасывали и несколько тем поранили. И таким образом все оной деревни Сеянтюсь жители с их женами и с детьми от мала до велика чрез одну ночь огнем и оружием погублены, а жилище их в пепел обращено.

Бына һеҙгә Ырымбур ҡәлғәһенең хаҡы! Шундай уҡ хәл хәҙерге Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районы Ҡасанҡи-сала (хәҙерге Һунарсы ауылы) төбәгендә лә булып, бер юлы 1200 (мең дә ике йөҙ) башҡорт үлтерелә...

После того на другой день в имевшемся воинском совете разсуждено, чтоб далее бывшими тут ускими проходами не ходить, но, возвратясь по старой дороге, изыскать другой удобнейшей путь, и все в той Балакчинской волости деревни раззорить. И тако команда возвратилась, и занят был главной лагерь в мещерской деревне Кундешляк, куда следуючи, и бывшими в той деревне от команды реченнаго Тевкелева посланными партиями, близ пятидесяти воровских деревень раззорено, и все при них имевшияся сена выжжены, и около дву тысяч воров в тех деревнях побито, а поиманные с женами и с детьми к нему, Тевкелеву, привожены, из которых возрастные по надлежащим розыскам казнены, а жены их и дети розданы бывшим в том походе воинским людям. Сие все происходило в феврале месяце того 1736 году.

Как скоро оное действо между башкирцами известно учинилось, то воры башкирцы пришли в наибольшее отчаяние, и под городом Уфою великия пакости и раззорение чинили. Главное их собрание имелось в башкирской их деревне, называемой Кубов. Туда из Уфы послана была партия в немалом числе регулярных и нерегулярных людей под командою секунд-маиора Ртищева. От сей команды посланные наперед под командою капитана Карьгина люди, нечаянно на то воровское собрание наехав, имели с ворами башкирцами сильной бой, но, со всех сторон многолюдством того башкирскаго собрания будучи окружены, стоять против их не могли, и прежде, нежели помянутой маиор на вспоможение к ним подоспел, означенной капитан Карьгин и с ним порутчик Аничков, уфинской атаман Кадомцов и лучшие из уфимских дворян и казаков люди, всего регулярных и нерегулярных человек более ста, при означенной деревне Кубов побиты, которым авантажем воры башкирцы к наибольшим тамо злодействам ободрились и премногия пакости около города Уфы делали.

Күрәһегеҙ: ҡобауҙарҙың ҡыйыулығы бөтә башҡорт халкына бүлеп бирерлек!

Ҡобау ҡаһармандары азатлыҡ өсөн бөйөк һәм дәһшәтле көрәштең иң алғы сафында барған. Шуға күрә Юлай Аҙналин һәм Салауат Юлаев кеүек донъя күләме ғорурланыр милли батырҙарыбыҙҙың тәғәйен Ҡобау ауылында үә ҡобауҙарҙың тарихи Тәкәй ауылында тыуып үҫеүе, ҡыйыуланып ҡанат киреүе һис кенә лә ғәжәп түгел!

45. Тогда ж ворам и удалось команде Тевкелева вред учинить, над одною партиею командированную от него из деревни Куядешлеи к другой мещеряцкой же деревне, Богдан Кощи именуемой, от первой верстах в пятнадцати, куда воры подступили в намерении, чтоб содержавшихся тут под караулом воровских жен и детей свободить. Оная партия состояла в одной роте регулярных без артиллерии и при том командировано было человек со ста нерегулярных. Как дошло до сражения с теми ворами, то они по малом супротивлении сделали такой вид, акибы пошли на побег, за которыми командовавшей тою партиею порутчик и с ним прапорщик один да драгун человек до тридцати погнались вдаль, где у воров нарочно приготовлено было к наибольшему супротивлению на поле отворенное место, на котором оных порутчика и прапорщика и всех при них имевшихся драгун копьями покололи. По получении о том известия Тевкелев командировал против их еще драгунскую роту с пушками и несколько сот нерегулярных под командою капитана Батова, которая партия, пришед на означенное место, имела со оными ворами несколько часов бой с пушечною стрельбою. И хотя притом несколько их, воров, было побито, однако большаго вреду и поиску над ними учинить было невозможно за бывшими тогда необыкновенно глубокими снегами, и все те воры ретировались во имеющияся тамо, а наипаче в Айлинской волости, лесныя места, о которых после получено было известие, что они, убоясь поисков, уведомясь, что Тевкелева команда многими командированными к нему военными людьми умножена, в крепких тамошних местах до весны с женами и с детьми засели, а как снег сойдет, намерялись с прочими ворами соединяться и бунтовать по-прежнему. (П.И. Рычков. История Оренбургская по учреждении Оренбургской губернии. Уфа, 2006).

Бына һеҙгә Ҡобауҙар һәм башҡалар!

Ҡобау-Мең иленең аҫабаһы — Тәкәй ауылын нигеҙләгән Тәкәй-бейҙең туранан-тура тоҡомо, тарих фәндәре кандидаты доцент Тикеев Фаил Солтан улы менән бергә «тимер арба»ла ҡобауҙарҙың боронғолоғо тураһында талғын ғына һөйләшеп китеп барабыҙ, ул миңә үҙенең ташҡа баҫылған мәҡәләһенең башланышын күрһәтә:

«В Иглинском районе расположены три села, названия которых образованы от основы Кубово (Кобау): Кубово (ныне Старокубово), 2-е Кубово (ныне Чуваш-Кубово) и Новокубово. От поселения Кубово в разные годы выделялись деревни Мелекес (на ее территории возникло село Иглино), Иляй аул, Сабит, Шыршылы (этих деревенъ сейчас нет), Субакаево, Тавтиманово, Тауш. Шыршылы и Мряево затем вошли в состав поселка Иглино. Наш предок Текей-баба переехал на устье реки Баш и основал там всем известную деревню Тикеево...

Название села Кубово происходит от «Кобау» (подразделение башкирского племени Мин).

Согласно легенде, гора, на которой ныне расположен Уфимский телецентр, в старину называласъ Кубовской горой, и у ее подножия находиласъ деревня Кубово. Кубовцы после 1574 г. в связи закладки там русскими Уфимской крепости оставили эти места и поселилисъ на землях нынешних Иглинского и Уфимского районов»...

Ҡобау-Мең ырыуы аҫылдарының шәжәрә тирәгенән һуңғы бейгә килеп еткән быуындарын барлайым: «Ҡәнзәфәр-бей -- Ҡаҙаш-кенәз -- Йәнбаҡты-кенәз — Ҡоръямал-бей — Ҡолсар-бей — Маңкай- бей — Тәкәй-бей...».

-- Тәкәй-бейҙең ҡәбере билдәлеме?

-- Әлбиттә, барғас күрербеҙ.

Бына район үҙәге - Иглин ҡасабаһы, ул Мәләгәҫ тигән боронғо башҡорт ауылынан шулай көрәйеп үҫешкән, үҙәктәге матур һәйкәл ошо турала һөйләй (баҫмаға беркетелгән биттәрҙәге фотоларҙы ҡарағыҙ). 1770 йылдың 16 майында Себер юлы буйлап сәфәр сыҡҡан академик П.С. Паллас ошо ауылда ҡунып киткән. Юлдашым иҫкәртеүенсә, урыҫ яҙмаһында Мәләгәҫ ауылы беренсе тапҡыр 1663 йылда теркәлгән - район үҙәге үҙенең йәшен шунан башлап иҫәпләргә, ҡасаба тап шуның исемендә йөрөтөлөргә хаҡлы.

Ауылдар боронғоһо
Иҫке Ҡобау — бындағы Ҡобауҙарҙың төп йорто икәнлеген әйткәйнек. Юлдашым Ф.С. Тикеевтың тикшеренеүҙәренә ярашлы, төп йорттан 1730 йылдан элегерәк -- Ҡоҙашман (ҡатай-көҙәйҙәр ерендә — хәҙерге Белорет районы), 1773 йылға тиклем — Тәкәй һәм 1795 йылға ҡәҙәр Таутөмән ауылдары бүленеп сыҡҡан. Тикеевтар шәжәрәһенә ҡарағанда, Тикеев Ғәбдрәшит — 1735, Тикеев Ҡоҙашман -- 1710, аталары Тәкәй -- 1682, ҡартаталары Манҡай - 1654 һәм Манҡайҙың атаһы (исеме билдәһеҙ) 1624 йылдар тирәһендә Ҡобауҙа тыуғандар. Тәкәй-баба нәҫелдәре хаҡында дөйөмләштереп ошоларҙы әйтеп була: Тәкәй нәҫеленең тик тәүге өс быуын ир-аттары гына 40-лап зат һаналган. Шуларға ревизия документтарында теркәлмәгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы индерһәк, һөҙөмтә уғата дәлиллерәк булыр ине. Тәкәй нәҫелдәре бөгөн Иглин, Нуриман, Белорет, Бүздәк, Бәләбәй, Салауат райондарында, Өфө, Стәрлетамаҡ, Ағиҙел, Мәскәү, Ҡазан, Һамар ҡалаларында, ә Өфө ҡыҙы Фәимә Тикеева Францияның баш ҡалаһы Парижда йәшәй.

Темам буйынса мине ҡыҙыҡһындырғаны — милли ҡаһармандарыбыҙ тыуып үҫкән Тәкәй ауылы, әлбиттә.

Тәкәй-бейҙең исеме, бәғзеләр уйлағанса, һис тә «тәкә»нән түгел, календарға бәйле ул: «таҡ» (тәк) — таҡ һан, унарлыҡтың беренсе һаны; «ай» (әй) иһә күк есеме Ай; бергә ҡушып әйтһәк, Таҡай (Тәкәй) — Ай календарының беренсе айында тыуған ир балаға ҡушылған исем. Шунан килә Тукай ҙа. Ошоға ярашлы, ғаиләлә беренсе булып тыуған ир баланы Таған, Туған тип тә атағандар. Йоп (икенсе) айҙа тыуған сабыйға йыш ҡына Йопай (Яфай) ҡушҡандар. Ғаиләлә йоп һандағы икенсе бала иһә Йопан (Япан) исемен алыр булған - Юлай Аҙналиндың күп һанлы уландарының береһе 1756 йылғы рәсми докуменҡа - Япан Юлаев тип, ә икенсеһе (моғайын, ҡунакка барғандағыһы) Ҡунакбай Юлаев тип теркәлгән (Материалы по истории Башкирской АССР, IV, часть первая, № 78). Тимәк, Япан — Юлайҙың йоп (икенсе) булып донъяға килгән улының исеме.

Тәкәй ауылының үҙәк урамы оҙон — Эҫемгә ҡойған Баш йылғаһы тамағынан алып йылға үренәсә ике километрҙай арауыҡҡа һуҙылған (фото). Ауыл аҡһаҡалдарының мәғлүмәтле береһе Нәзир Сәмиғулла улы Салихов (1953 йыл тыуған), ата-бабаларҙан ишеткән тәүәрихтәргә таянып, ышаныслы рәүештә, Юлайҙың да, Салауаттың да тап ошо ауылда донъяға килеүҙәрен, ә Салауаттың, анығыраҡ әйткәндә, йәйҙең йәмле көндәренең береһендә Юлайҙың ошондағы гүзәл йәйләүе Аҡҡош Яланында тыуғанлығын ҡәтғи раҫланы; уның 1932 йылғы ауылдаштары Нәзифә Сәмиғулла ҡыҙы менән Әмир Сафиулла улы Фәрхетдиновтар ҙа (фото) ошоно ук ҡайнар хикәйәтләп, Нәзифә ханым бер мәғлүмәт өҫтәне: ҡытлыҡлы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда күршеһе Зиннуров Зөфәр бабайҙың ҡышҡыһын иламһырап килеп инеүен, үҙе юҡ саҡта бәләкәс ҡыҙҙарының, тимер мейескә яғырға маташып, кәштәләге бер бәйләм ҡағыҙ менән ут тоҡандырыуҙарын, шунда ауыл тарихы, Салауат Юлаев аманаты ла юҡҡа сыҡҡанлығын әйтеп әсенеүен иҫкә алды. Ә Нәзирҙең бер туған ағаһы (фото) Нәүфәл Сәмиғулла улы Салихов (1939 йылғы) биргән, оләсәһе Фәрхиназ Абдрафиҡ ҡыҙы Иҙиәтуллина (ҡыҙ фамилияһы Салихова, 1885 - 1964) әйтеп ҡалдырған мәғлүмәтте алтын бөртөгөләй ҡиммәтле күрәм: «Салауат Эҫем буйындағы Аҡҡош Яланында йәйләүҙә тыуған, ошонда уйнап үҫкән. Салауатты, кешегә эйәреп, бер ваҡытта ла яманлама - ул минең бабайым», — тигән. Аңлашыла: оләсәһе ейәненә үҙенең Салауат Юлаев нәҫеленән икәнлеген белдергән...

Түбәнге Ләмәҙ ауылынан 1942 йылғы Рәшит Әбүбәкер улы Хәзиев та был яҡтарҙа киң таралып нығынған риүәйәтте хабатлай: «Бабайым Зәйнәғәбдин һөйләп ҡалдырыуынса, Салауат Юлаев хәҙерге Иглин районындағы Тәкәй ауылында тыуған, шундағы йәмле Аҡҡош Яланында уйнап үҫкән. Шуға тиклем Юлайҙың нигеҙе Иләй ауылында булған». Уның ауылдашы, Тау (Хөснулла) Ҡаҙаяҡта тыуып үҫкән 1937 йылғы Хәҙисә Шәмситдин ҡыҙы Нәзмитдинова ла (фото), Хәзиевтың әйткәндәрен дөрөҫләп, бығаса билдәһеҙ бер яңылыҡ та бирҙе: «Тыуған ауылым янындағы Йылантауҙың Эҫем йылғаһы киҫеп үткән морононда бөркөтлө текә сағыл, туннель һымак оҙон Салауат мәмерйәһе бар. Ауыл ҡарттары һөйләүенсә, үҫмер Салауат Тәкәйҙән (туранан алты сакрым) һыбай ошонда йыш килгән, һунарсылыҡ ҡылырға, мәмерйәгә инеп сығырға яраткан».

Тәкәйҙә сағыбыҙҙа баяғы Нәзир уҙаман ауылды нигеҙләүсе Тәкәй-бейҙең беренсе йорт урынын алып барып күрһәтте (фото) — Баш йылға тамағының уң ярында хәҙерге асфальт заводы төтәтеп ултырған төбәк икән. Тәкәй уҙаман менән бергә бында ағай-энеләре Ғәйнислам (Ғәйнан), Йыһангар, Әбелнәгам, Байтағол һәм инде исеме онотолған тағы берәү Ҡобауҙан күсеп килгән; һуңғыһы, минеңсә, Тәкәй-бабаның ҡорҙашы Аҙнамөхәмәт (Аҙналы) булһа кәрәк. Тора-бара Тәкәй-баба урынынан ҡубынып, йылға үренәрәк күсеп ултырған, ул өй урыны ла билдәле (фото). Вафат булғас, аҡһаҡалды тыуған ауылы Ҡобауға ҡайтарып ерләгәндәр...

Ептең осон юллап Иҫке Ҡобауға барғас, орденлы элекке комбайнер, хәҙерге абруйлы аҡһаҡал Марат Хөснулла улы Әхмәтйәнов (1934 йылғы) ауыл зыяратына юл башлап, Тәкәй-бейҙең ҡәбере янына килтерҙе (фото), уның һәм улы Әбдрәшит кантондың баш остарына оҙаҡламай иҫтәлекле таштар ҡуйыласаҡ икән. Марат Хөснулла улынан Юлай Аҙналинға бәйле ифрат мөһим мәғлүмәттәр алынды. Баҡтиһәң, зыяраттан ары ике саҡрымдай алыҫлыҡта ошо Ҡобауҙан бүленеп сыҡҡан Иләй ауылы булған, хәҙер унда Иләй баҫыуы. «Иләү» түгелме, тип ныҡыуыма уҙаман аныҡ яуапланы: «Иләү түгел, ә Иләй». Шундағы әлегәсә шылтырап ағып ятҡан Гәрәй шишмәһенең эргәһендәге Гәрәй ҡарттыҡына күрше Юлайҙың өйө булған, Иләйҙән Юлай Тәкәйгә күсеп киткән, шунан һуң ауыл бөткән, тигән хәбәрҙе ишеткәс, «Иләй» ауылының ысынында «Юлай» ауылы булғанлығын, батша хөкүмәте тарафынан Юлайҙың исемен телгә алыу тыйылғас, халыҡ уны, моғайын, Иләй итеп үҙгәртеүен тоҫмалланым... Киң күңелле оҙатыусыбыҙ халыҡ батырына бәйле тағы ла бер урынды -- төньяҡ-көнсығыш тауға менгәс киң панорама рәүешендә асылған тәрән соҡорло үҙәнде апарып күрһәтте -- Юлай соҡоро (фото). 1774 йылда Өфө ҡалаһын ҡамауға алырға йыйынған пугачевсыларға ярҙамға килмеш Юлай Аҙналиндың ғәскәре тап шунда урынлашҡан, ҡобауҙар сиреүҙе икмәк, башҡа кәрәк-яраҡ менән тәьмин иткән, тиҙәр...

Юлайҙың, Салауаттың тәржемәи хәлдәрен дөрөҫ аныҡлау өсөн, тыуған йылдарын теүәл белергә кәрәк, әммә-ләкин был тәңгәлдә тарихи әҙәбиәттә оҙайлы буталыш хөкөм һөрә. Мәҫәлән, абруйлы рәсми тарихсыларыбыҙ коллективы төҙөп 2004 йылда донъяға сығарған «Салават Юлаев. Энциклопедия» фолиантында Юлай Аҙналиндың тыуған йылы 1729 йәки 1730 итеп күрһәтелеп, тупаҫ хата ебәрелһә, Салауат Юлаевтың да тыуған йылы, һис бер документ-дәлилһеҙ, тарихсы И.М. Гвоздикованың фаразын аксиомалаштырып, 1754 итеп күрһәтелә, был да һис дөрөҫ түгел. Шул ук ваҡытта рәсми тарихсыларыбыҙ, күрәһегеҙ, иғтибар итергә теләмәгән һәм 1797 йыл менән тамғаланған кире ҡаҡҡыһыҙ ышаныслы документ бар: шул йылда Рогервик ҡатырында Юлайға --75, Салауатҡа 45 йәш булған (Крестьянская война 1773—1775 гг. на территории Башкирии. Уфа, 1975, стр. 340, № 215); тимәк, ысынында Юлай Аҙналин — 1722, Салауат Юлаев 1752 йылда донъяға килгәндәр.

Юлай Аҙналиндың тәүҙә Ҡобау ылыҫы старшинаһы булыуы киң билдәле, ошо вазифала ул 1770, 1773 йылдарҙағы ер һатыу-алыу документтарына теркәлгән (Материалы... IV том, часть первая, стр. 345 № 314, стр. 371 № 339, тәүгеһендә Ағиҙел, Йүрүҙән, Лаяҙы йылғаларының буйҙары Ҡобау ылыҫы башкорттарының аҫаба ерҙәре икәнлеге аныҡ әйтелә), ләкин Юлай Аҙналин был түрәлеген нисәнсе йылдан башлап башҡарыуы әлегәсә асыҡланмаған. Миңә ҡалһа, ошо мөһим датаны арыу ук теүәллекле билдәләү мөмкинлеге бар. Эш шунда: «Материалы по истории... IV том, часть первая» йыйынтығына ҡушымта итеп бирелгән, 1737 йылда Ерофей Струков төҙөгән Өфө провинцияһы картаһында Тәкәй-бейҙең тап баяғы һуңғы йорто тәңгәлендә мөһөрләнмеш, тарих өсөн ифрат мөһим ауыл исеменә рәсми тарихсыларыбыҙ, төпсөнөп баш ауырттырырға теләмәү арҡаһындалыр, күҙ йомоп үтәләр, буғай: шаҡырайтып яҙып ҡуйылған «д. ЕлаЕ» — Юлай ауылын (фото) «күрмәйҙәр»! Ни өсөн Тәкәй түгел, ә Юлай? Моғайын, был саҡ мөхтәрәм Тәкәй-баба мәшәҡәтле фаниҙан баҡиға киткән, ә шуның һуңғы нигеҙендә төйәкләнмеш Юлай Аҙналин оло түрә — Ҡобау ылыҫы старшинаһы булып торған. Боронғо башҡорт ауылдарына хас күренеш буларак, был ауыл, минеңсә, бер юлы ике төрлө — Тәкәй тип тә, оло түрә исеме менән Юлай тип тә йөрөтөлә башлаған да Ерофей Струков картаһына һуңғыһы менән теркәлгән. Ошолай тип ҡараһак, Юлай ун биш йәшендә үк ил ағаһы дәрәжәһенә етешкән — Ҡобау ылыҫы старшинаһы булған... Ә шунан һуңғы беҙгә билдәһеҙ йылдарҙың береһендә, Юлайҙың атаһы Аҙнамөхәмәт уҙаман гүр эйәһе булғас, старшина Юлай Аҙналин кинйә улы Салауатын эйәртеп шул Йүрүҙән буйына — атаһының йорто Аҙналыға күсә. 1766 йылда Шайтан-Көҙәй ылыҫының да старшинаһы итеп тәғәйенләнгәс, Аҙналы ауылы ла, минеңсә, түрә исемендә Юлай ауылы (П.С. Паллас сәйәхәтнамәһендәге Гулей-аул) тип йөрөтөлгән, ә Баш йылға тамағындағы тыуған ауылына уның әүәлгесә Тәкәй исеме ҡалған. Шуға күрә 1770 йылғы сәйәхәтендә академик П.С. Паллас уны ҡәҙимге үҙ исемендә яҙған. Атамаларҙың береһен-бер ҡалдырмай ентекле теркәп барған ғалимдың сәйәхәтнамәһендә шунан башҡа бер ниндәй ҙә Тәкәй ауылы юҡ, шуға тиклемге һәм унан һуңғы карталарҙа ла, «ревизские сказки»ларҙа ла икенсе бер Тәкәй ауылы күренмәй. Был тәңгәлдә бына нәмә ифрат ғибрәтле: хәҙерге Салауат районы халҡы үҙ ерендә Тәкәй исемле ауыл нигеҙләүсе Тәкәй-баба булыуын хәтерләмәй, сөнки ундай булмаған; һәм бында уның зыяраты ла, уның һәм ауылының исеме яҙылған шәжәрә текстары ла, шәжәрәһен дауамлаусы Тикеевтар фамилияһы ла юҡ. Быларҙың барыһы фәҡәт Иглин районы Тәкәй ауылына бәйле. Ошо ғына ла күрһәтә был мәсьәләлә ҡайһы берәүҙәрҙең юҡты бар ҡылырға маташыуҙарының нигеҙһеҙлеген, ялғанлығын...

Салауат районынының шул Әлкә ауылына барып әйләнеү форсаты тейгәндә уның боронғо Аҙналы-Юлай (П.С. Палластағы «Гулей-аул») икәнлегенә тамсы ла шигем юҡ ине. Билдәле булыуынса, Пугачев яуы еңелеп, баш күтәреүселәр язаға тарттырылғас, уларҙың донъялары һәм ерҙәре батша яҡлыларҙың ҡулына күсә һәм Аҙналы-Юлай ауылы ла күтәрелеште баҫтырыусыларҙың береһе, Әлкәй Булатов төйәгенә әүерелеп, Әлкә ауылы булып китә.

Әлкәгә мин Юлайҙың атаһының ҡәберташын табырмын тип өмөтләнеп килгәйнем, һиҙенеүем алдаманы. Ауыл ҡарты Миңнехәмиҙулла Кәлимулла улы Закировты (1931 йылғы) күреп һөйләшкәндә зыяратта иң боронғо ике генә таш барлығы асыҡланып, бейек үлән араһынан шуларҙы саҡ эҙләп таптыҡ, аҡһакалды мин кесе таш янында фотоға төшөрөп алдым (ҡарағыҙ). Был иһә 1920 йылда Башкортостан Ваҡытлы Революцион Комитеты (рәйесе Х.Й. Йомағолов) ҡарары менән атылған башҡорт монархисы Ғәбиҙулла Ҡорбанғәлиевтың бер туған апаһының ҡәбере ине, буғай — ғәрәп хәрефтәре менән ошо һүҙҙәр яҙылған (таш битендә текст юлдарының сиратланышын һандар менән билдәләйем): «1. Мәрхумә Мәфтуха Ҡорманбайев Ҡорбанғали ҡызы 2. 1849 хисабенә донъяға килеб 3. 1919 йыл 19 май 70 йәшендә донъя ҡуйды 4. Кучи жәнат доғалар...»

Икенсе ҙурыраҡ таш шаҡтай боронғораҡ булып, эпитафия мәрхүмдең шәжәрәһенән башлана: «1. Мөхәмәдрәхим -- Ҙәғәфәрулла -- Рәхмәтулла -- 2. Рустәм -- Аҙнамөхәмәд», — күрәһегеҙ, ауылды нигеҙләүсенең -- Юлай атаһының тулы исеме! Текстың артабанғы юлдарын укыуы ҡыйынлашты. — «3. фиатау ике мөхидики Мөхәмәт Ғата Тнбик 4. әмринәчә мөхәмәҙрә... фәнли 5... 6...» -- Ярым юйылған текстың ҡалған өлөшөн таныманым, был иһә күҙҙәре күнеккән махсус белгестәр эше...

Старшина Юлай Аҙналин һәм үҫеп еткән улы Салауат аҫаба ерҙәрен Эҫем заводын төҙөүсе урыҫтар ҡулына тарытып әрәм иткән Шайтан-Көҙәй ылыҫы старшинаһы Шығанай Борсаҡовты хөкөмгә тарттыралар, ләкин эш Шығанай файҙаһына хәл ҡылынып, Юлай менән Салауатка 600 һум штраф һалына. Шул ук ваҡытта бөтә Себер юлында абруй ҡаҙанған Ҡобау ылыҫы старшинаһы Юлай Аҙналинды, өҫтәрәк әйтеүебеҙсә, Ырымбур түрәһе Путятин, урындағы башҡорттарҙың һорауын ҡәнәғәтләндереп, 1766 йылда бер юлы Шайтан-Көҙәй ылыҫының да старшинаһы итеп раҫларға мәжбүр. Әйткәңдәй, Шайтан-Көҙәй башҡорттарының байтағы ҡобау-меңдәргә туған — элекке шайтан-меңдәр икәнлеге билдәле.



Достарыңызбен бөлісу:
  1   2   3




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет