Йыһат Солтанов
САЛАУАТ ЮЛАЕВ ШӘЖӘРӘҺЕН ТЕРГЕҘЕҮ
Баш һүҙ
Хөрмәтле гәзитебеҙ “Киске Өфө” халҡыбыҙ рухиәтендәге әүҙемәл темаларға туҡтауһыҙ мөрәжәғәт итеп, быйылғы 25-се һанында “Салауаттың нәҫел тамырҙары” тигән ҡыҙыҡлы ғына әңгәмә уҙғарыуы йәмәғәтселеккә билдәлелер, моғайын. Унда үҙен туранан-тура Салауат Юлаев нәҫеле итеп шәжәрәләр төҙөгән, ҡалын китаптар сығарған эшҡыуар Р.Ш. Вахитовтың версияһы ҡабатлап яҡтыртыла. Был, әлбиттә, һис тә насар эш түгел, донъялағы аңлы һәр башҡорт үҙен Салауат тоҡомо һанап ғорурланырға хаҡлылыр. Әммә бер үк “дәлил”дәрҙең матбуғатта (бер “Киске Өфө”лә генә түгел!) өҫтөнлөк алыуы, башҡаларының һанға һуғылмауы һағайта. Шуға күрә редакцияға үҙемдекен тәҡдим итеп, теманы “мөгөҙөнән матҡырҙан” алда, мөхтәрәм тарихсыбыҙ (урыны ожмахта булғыры!) Әнүәр Зәкир ул Әсфәндиәров тексын оригинал (урыҫ) телендә килеш биреүегеҙҙе һорайым.
“В последние годы, -- тип яҙҙы ул, -- на страницах республиканской периодической печати появлялись статьи и заметки о предполагаемой родословной Салавата Юлаева. Думается, что будет уместно высказать свое отношение к ним. Подчеркну, что авторы этих публикаций искренне стремятся к истине, имеют добрые намерения. Однако почти все авторы еще далеки от поставленной цели. Причина неудачи — отсутствие выявленных источников.
Чтобы обосновать свою ошибочную концепцию о том, что Юлай Азналин, его отец и дети, происходившие [якобы] из Куваканского рода, были припущенниками Шайтан-Кудейской волости, один из авторов (Р. Ш. Вахитов), исходя из неверного понимания сути Указа от 11 февраля 1736 г., разрешившего продажу башкирских земель, приходит к следующим необоснованным выводам: 1) вопреки его утверждениям, Указ не лишил башкир их вотчинного права на землю; 2) как будто до названного документа не определялись границы башкирских волостей, что дало возможность, по мнению этого автора, проживать башкирам разных родов в «одном месте», а однородцам — в разных родах-волостях. Такое следует считать исключением, а не правилом. Трагическая судьба куваканцев заключалась почти в добровольном лишении самих себя родовых вотчин путем их систематической продажи или сдачи в аренду. В итоге все башкиры Куваканской волости, кроме ее одной деревни, еще в 60-х годах XVIII в. стали припущенниками других волостей. Такая же участь постигла и башкир Сызгинской волости (юг Свердловской области), на вотчинных землях которых возникло немало заводов; 3) на основе выше приведенных предположений, по его велению (эти примеры были единичными, поэтому мнение автора не находит у нас поддержки), без никакого документарного обоснования, активный повстанец и один из предводителей башкирского восстания 1735-1740 гг., старшина Куваканской волости Аднабай Карагузин (Азнали-бай — по Вахитову, чтобы уподобить его имя с фамилией Юлая Азналина), его отец Карагузя Акаев (Акаков), дед — Акай Камакаев (участник восстаний 30-х гг.), прадед — Камакай Биккулов (в документах упоминается за 1706 г.), объявляется отцом старшины Шайтан-Кудейской волости (с 1763 г., а в 1760- 1762 гг. им был Иштуган Мишаров, а до него — Шаганай Барсуков и др.) Юлая Азналина и дедом Салавата Юлаева; 4) родовая деревня Юлая Азналина и шайтан-кудейцев никогда не называлась Аднабаево или Азнабаево, а во всех источниках она — Адналы или Азналы (Шайтан). При существовании старинной деревни Адналы, обозначенной на картах 1737 г. (см. Приложение к «Материалам по истории Башкирской АССР». Т. 4. Ч. 2. М.,1956), у Красильникова и Рычкова 1755 г., которая служила центром Шайтан-Кудейской или Шайтанлярской волости, поэтому ранее называвшаяся Шайтан, куваканец Аднабай-Азнабай Карагузин продолжал быть старшиной Куваканской волости. Обосновавшись как будто в этой деревне, он управлял волостью, находившейся не смежно с шайтан-кудейцами, а далеко через территорию нескольких волостей. С началом репрессий против повстанцев Азнабай оказался в Средней казахской орде, вместе с Карасакалом и другими повстанцами. Вернувшийся на родину после амнистии Азнабай занимался делами не шайтан-кудейцев, а куваканцев: в 1756 г. участвовал вместе с отцом и другими в продаже куваканских вотчинных земель владельцам Катав-Ивановского завода, возникшего на вотчине Трухменского аймака Кудейской волости. Теперь сравните: в то же самое время шайтан-кудеец Юлай Азналин резко выступает против продажи некоторыми одновотчинниками во главе с отставным с 1743 г. старшиной Шаганаем Барсуковым земель к строящемуся Симскому заводу. Выходит, что выдуманный отец (Аднабай Карагузин) разбазаривает вотчинные земли одной волости, а его мнимый сын (Юлай Азналин) оберегает земельные угодья другой волости. Возможно ли такое, логично ли? Если бы Юлай Азналин был куваканцем по происхождению, то какой резон ему, будучи рядовым, а не старшиной стать защитником кудейских интересов.
Несостоятельность суждений вышеназванного автора подтверждается неидентичными по форме тамгами представителей двух волостей. Ничего общего мы не видим между тамгами Юлая Азналина и его мнимого прадеда Ака муллы Камакаева. Отсюда напрашивается вывод: тамги двух родов-волостей категорически отрицают их кровное родство. Следовательно, родовая деревня Азналы-Шайтаи и дочерние деревни Юлаево и Текеево Шайтан-Кудейской волости никак не могли принадлежать Куваканской волости. Юлай Азналин, его дед Азналы, сын Салават были настоящими коренными шайтан-кудейцами, не имевшими никакого родственного отношения к куваканцам (Аднабай — Карагузя-Ака — Камакай — Биккул), проживающими далеко от их волости».
Юлай Аҙналин аҫаба ерҙәрен ҡурсалай.
Урал заводтарындағы ҙур боланан башларға кәрәк, буғай, уны 1764 йылда Бибиков-кенәз ғәскәре ҡан ҡойоп баҫтырған…
Ошо бола Аҙналы байҙың һәм уның улы Юлайҙың (Салауаттың атаһының) Мейәскә ҡойған Бишкил (урыҫса яҙылышы Бешкил) йылғаһы буйындағы аҫаба ерҙәрендә заводтар төҙөүгә ҡаршы 1760 йылда уҡ башланып китә, 1764 йылда уға завод эшселәренең бунты ялғана. Был хәрәкәттә старшина Юлай Аҙналиндың хәҙерге Иглин районындағы Тәкәй ауылынан килгән бер килке туғандары, ырыу-сиреүҙәре лә ҡатнашҡан, булһа кәрәк. Дөрөҫ, старшина Юлай Аҙналин һәм сотник Баҙарғол Юнаев (һуңғараҡ Е.И. Пугачевтың фельдмаршалы) бунттан ситтә торғандар, әммә башҡорт боласыларын көрәшкә рухландырыусы Таймаҫ тархан Шайымовҡа (һуңғараҡ Е.И. Пугачев хәрәкәтен баҫтырыуҙа батша хөкүмәте яҡлы) аҫтыртын теләктәшлек белдереүҙәре билдәле (Материалы по истории башкирской АССР, том IV, часть вторая, М., 1956; 159-160-ынсы биттәр).
Боланы баҫтырыу барышында уның Тәкәй ауылынан сыҡҡан (“биш тәкәй”) бер килке ҡатнашсылары батша ҡырғынсыларынан Урал көнбайышына (Өфө провинцияһына) ҡасып, Муса ауылы башҡорттарынан ер алып, рәсми ҡағыҙҙарҙа башҡорт типтәрҙәренә (ә аҙаҡ мишәрҙәргә) әүерелә. 1764 йылдың 17 мартында 7 татарға ер һатыу тураһындағы доҡументта «Биштәкә ауылдарына элегерәк 8 обывател»дең типтәрлеккә керетелеүе әйтелә (баяғы IV том, беренсе киҫәк, 289-ынсы бит). «Деревень Биштеков» тип күплек һанда яҙылыуы — баяғы һигеҙ уҙамандың шул төбәктәге бер-нисә урында нигеҙләнеүенә ишара, буғай. Элегерәк былар барыһы, моғайын, өҫтәрәк иҫкәртеүебеҙсә, Эҫемгә ҡойған Баш йылғаһы тамағындағы (хәҙерге Иглин районы) баяғы Тәкәй ауылынан (Өфө провинцияһында бүтән Тәкәй ауылы булмаған), Юлай Аҙналин һымаҡ уҡ, Урал артына күсеп барып, Миәс йылғаһына ҡойған исемһеҙ һыу буйына биш өй һалып ултырған биш уҙаман -- “биш тәкәй”ҙәр булған, шуға күрә йылғаның исемен -- Бишкил (бишәү күсеп килгән), ә һуңғараҡ юҡҡа сыҡҡан ауылды Биштәкәй атағандарҙыр, тип тоҫмаллана. Баяғы бунт арҡаһында, моғайын, ул ауыл яндырылып, биш уҙаман (“биш тәкәй”) көнбайышҡараҡ ҡасып киткән дә хәҙерге Ҡырмыҫҡалы районындағы баяғы Муса ауылы еренә төпләнгән, бындағы исемһеҙ йылғаны ла улар -- Бишкил (Бшкил) тип, яңы ауылды ла Биштәкәй (йәғни Тәкәй ауылынан сыҡҡан бишәү) тип исемләгән; был исемдәр, тора-бара саҡ ҡына үҙгәреп, әйтелештә береһенең -- тәүге, икенсеһенең һуңғы өндәре юйылып, ошо көндәрҙәге Шкил йылғаһы һәм Биштәкә ауылы булып әүерелгәндер...
Баяғы тарихи документтағы һигеҙ уҙамандың Биштәкәй ауылынан ситкәрәк (шул уҡ төбәктә) төпләнгән өсөһөн боронғо перепись «ревизские скаски»ҙарҙан асыҡларға мөмкин булды: хәҙерге Ҡырмыҫҡалы районындағы Ҡамышлы (Камышинка) ауылында — Әбдесәләм Аҙналин (1730 йылда тыуған, 1795 йылда уға 65 йәш булған) һәм Балта Аҙналин (1743 йылда тыуған, 1795 йылда уға 52 йәш булған) – Салауат Юлаевтың ике тыуған ағалары булмыштар. Өсөнсөһө — Илмырҙа ауылындағы (ул ауыл хәҙер юҡ) Күҫәк Йосопов (1736 - 1793). Тәүге икеһе, күрәһегеҙ, Салауаттың атаһы Юлай Аҙналин менән бер туғандар. Әйткәндәй, дуҫым Рәми Ғарипов үҙенең әсәһе яғынан бабаларының береһе Балта — «Салауат тоҡомонан», ти торғайны, һәм ул ошо Балта Аҙналин булыуы бик ихтимал.
Шәжәрәләр ни һөйләй?
1950 йылдың 25 апрелендә Х. Ҡолмөхәмәтов Салауат районының Яңы Ҡаратаулы ауылында Сафия инәй Исламованан һорашып яҙып алған шәжәрәнең башланышы ошондай:
1. Дөртмән. — 2. ???. — 3. Аҙналы. — 4. Юлай. — 5. Салауат һәм Юлайҙың ҡыҙы (исемен белмәйем), ул Бишәүҙәрҙә була»...
Күренеп тора: беренсе бабаның дөрөҫ исеме Дәрдмәнд (ғәрәпсә мәғәнәһе «бисара, ғәзиз») булып, бер аҙ боҙоп — “башҡортса”лаштырып яҙылған. Унан һуңғы (һорауҙар ҡуйылған икенсе быуын) исемде иһә «ревизские скаски»ҙарҙан соҡсоноп һәм тоҫмаллап таптыҡ: Мөъмин (ғәрәпсә мәғәнәһе «ышаныусы, инаныусы; Ислам динендәге кеше». Урыҫса доҡументтарҙа Мукмин, Мукминов тип яҙыла). 1773-75 йылдарҙағы бөйөк боланан һуңғы осорҙа Салауат Юлаевтың тоҫмалланмыш тоҡомдарының байтағы, батша хөкүмәте ялсыларын аймылыш ҡылыу өсөндөр, үҙ аталары исемен йәшереп, шул Мукминов фамилияһында йөрөй. Мәҫәлән, 1795 йылғы ревизияла Якшиваново ауылында йәшәүсе башҡорт типтәре Аҡбулат Мукминов (1721 йыл тыуған) күрһәтелгән, ә уның улы йорт старшинаһы Мортаза Аҡбулатовтың (1746 й.т.) командаһына ҡараған Ҡамышлы, Илмырҙа ауылдарында баяғы Әбдесәләм һәм Балта Аҙналиндар менән бер ҡатарҙан Күҫәк Йосопов йәшәй. Шул уҡ Ҡамышлылағы Баязит Киләйев (1800 й. үлгән) уҙамандың улы Рәхимҡол Баязитов (тыумышы 1752 йыл — Салауат Юлаевтың йәштәше) 1816 йылда хәҙерге Ҡырмыҫҡалы районындағы Биштәкә ауылында йорт старшинаһы булып торған, ә уның өлкән ҡатыны Сәғиҙә Мукминова (1758 й.т.) — Салауат Юлаевтың бер туған һеңлеһе йәғни Юлайҙың баяғы шәжәрәлә «исемен белмәйем, Бишәүҙәрҙә була» тип күрһәтелгән ҡыҙы булырға оҡшай. Бындағы «Бишәүҙәр»ҙе хәҙерге Салауат районындағы Бишәүләр ауылы итеп түгел, ә Ҡырмыҫҡалы районындағы Биштәкәй (хәҙерге Биштәкә) ауылын нигеҙләгән бишәүҙәр (Тәкәй ауылынан сыҡҡан биш кеше) ауылы тип аңларға кәрәк. Сөнки Салауат заманында тегеһенең, хәҙерге Салауат районындағының, дөрөҫ аталышы “Бишәүләр” түгел, ә “Бишәйләр булған, йәғни ул ауылды 1735 йылғы Килмәк-абыз етәкселегендәге баш күтәреүҙә Ҡаҫмарт йылғаһы тамағында (Һаҡмар буйы) батша ҡырғынсылары тарафынан ҡыйратылмыш Үҫәргән ырыуының Күк Уралға ҡасып киткән “бишәй” араһы кешеләре нигеҙләгән (Р.Г. Кузеев, Происхождение башкирского народа. М. 1974; 158 – 159-ынсы биттәр), шуға күрә ул ауыл Үҫәргән һөйләшенә хас лар-ләр ялғауы менән (ә хәҙерге Салауат районындағы ҡыуаҡандарҙыҡынса ҙар-ҙәр түгел!) “Бишәйләр” тип йөрөтөлгән. Бынан тыш, старшина Рәхимҡолдоң Биштәкәйҙәге бер туған ағаһы Сәғит Баязитов та (1749 й.т.) шул уҡ Салауаттар тоҡомо булыры ихтимал Миһырбан Мукминоваға (1764 й.т.) өйләнгән бит.
Тимәк, әгәр ошо юрауҙарыбыҙ юш килһә, хәҙерге Ҡырмыҫҡалы районындағы был төбәк йорт старшиналарының икеһе тиң (һәм тағы башҡалар) Салауат Юлаевтың яҡын ағай-энеләре булып, улар Е.И. Пугачев болаһында ҡатнашмаған йәғни батша хөкүмәтенең ышаныслы кешеләре һаналған. Ә батшаға ҡаршы баш күтәреп еңелгән башҡорттарҙың ҡатындары, балалары, ҡырғын әтрәттәре тарафынан ҡулға алынып, ихтилалды баҫтырыусы урыҫ офицерҙарына, татарҙарға һәм шулай уҡ батшаға тоғролоҡло башҡорт һәм мишәр түрәләренә ҡоллоҡҡа таратып бирелеүе билдәле. Һәм был төбәк Салауат ғаиләһенең батша язаһынан ҡасҡан ҡайһы бер ағзаларына боҫоу урыны булыуы бик ихтимал. Салауат Юлаев ҡылысының беҙҙең замандарғаса тап шул төбәктә һаҡланыуы ла ҡеүәтләй был фекерҙе.
Салауат Юлаев ғаиләһенең яҙмышы
Заманаһының заңына һәм йолаларына ярашлы, йәш кенә (ә ысын йәше тураһында һүҙ – алдараҡ) Салауаттың өс ҡатыны һәм уларҙан тыумыш балалары (һаны билдәһеҙ) булған. Батырҙың эҙенә төшөрҙән элек үк, ҡырғынсылар уның ҡатындарының һәм балаларының бер нисәһен ҡулға ала, шунан һуң үҙен дә эләктерә. Салауаттың үҙенең әйтеүенсә, уның бер улы Өфө ҡала коменданты полковник С.С. Мясоедовта, икенсеһе генерал Ф.Ю. Фрейманда тотҡон булып, «башҡа ҡатындары һәм балалары иһә урындағы түрәләр тарафынан бүлешеп алынған» (береһенең дә исеме аталмай). Мәҡәләбеҙ башында уҡ ҡуйылған һорауға яуапты нәҡ ошо һуңғы «башҡа»лары араһынан һәм Салауаттың Е.И. Пугачев болаһында ҡатнашмаған ағай-энеләренең төйәге булырҙай Биштәкәй (хәҙерге Биштәкә), Илмырҙа, Ҡамышлы (Ҡырмыҫҡалы районы) ауылдарынан эҙләйек.
Билдәле булыуынса, Салауатты тәүҙә, үҫмер-малай көйөнсә, тол ҡалған еңгәһенә өйләндергәндәр һәм шунан һуң алған ҡатындарының береһе Гөлбәзер (Гөлбәзир тип тә әйтәләр, урыҫса Гульбазар тип яҙылған; фарсы ҡатнаш ғәрәпсә мәғәнәһе — «сәскә орлоғо») исемле булған. «Ревизские скаски» (ЦГИА Р.Б., фонд И-138, оп. 2, дело 355, л. 151) буйынса, 1816 йылдың февралендә 60 йәшлек (1756 й. тыуған) был «вдова Баязитова Гульбазар» Ҡамышлы ауылында баяғы түрә Баязит Киләйевтең тол ҡатыны рәүешендә теркәлгән, ә шул уҡ йылдың икенсе бер ҡағыҙында (дело 347, л. 221) шул Баязит Киләйевтең Абдуллатиф исемле улының әсәһе итеп күрһәтелгән. Тимәк, Абдуллатифтың 1787 йыл тыуыуына ҡарағанда, Салауат Юлаевтың хәләл ефете Гөлбәзер Ҡамышлы ауылы типтәре Баязит Киләйевкә иң кәмендә 1786 йыл тормошҡа сыҡҡан (шуға тиклем Салауатын көткәндер?).
Инде килеп Салауат улдарының да баяғы «башҡа»лар ҡатарындағы берәйһе, моғайын, ошо төбәктә ереккәндер, тигән ышаныс тыуа. Ағай-энеләре уның Салауат улы икәнен дә, Салауат ҡушҡан ысын исемен дә бик ныҡ йәшергән булыр, әлбиттә. Һәр хәлдә, ул бындағы Салауат ағай-энеләрендә тормаҫҡа, фамилияһын Салауатов тип тә, Юлаев һәм Аҙналин тип тә атамаҫҡа тейештер. (Ә хәҙер үҙҙәрен Салауат Юлаевҡа бәйле шәжәрә төҙөргә тырышҡан Салауатовтар нәҫеле иһә бөйөк батырыбыҙ менән бер заманда, бер төбәктә аралашып, батырыбыҙ тыуып-үҫкән хәҙерге Иглин районы Тәкәй ауылына яҡын Тауыш ауылында йәшәгән һәм батша администрацияһына уның тураһында шаһитлыҡ ҡылған [Крестьянская война 1773 – 1775 гг. на территории Бапшкирии, Уфа – 1975, 327, 328, 329, 426-сы биттәр] Салауат Собханғолов нәҫелдәрелер. Ошоларҙан сығып, Салауаттың икенсе бер шәжәрәлә («Ағиҙел» журналы, 1978/6, 120-122-нсе биттәр) исемләнгән ике улы Аҡбулат һәм Шатморат тирәһендә төпсөнөү кәрәк. Бөтә дәлилдәрҙе йыйып оҙаҡ тикшергәндән һуң, баштараҡ Аҙналиндар менән бергә исеме аталған Илмырҙа ауылы уҙаманы баяғы Күҫәк Йосоповҡа һәм уның Мөрсәлим (ғәрәпсә мәғәнәһе «ебәрелгән илсе, пәйғәмбәр») исемле улына (1765 й. тыуған) шып-туҡтала иғтибар (1795 йыл ревизияһы буйынса), — йәғни ҙә ки Салауат Юлаевтың улын, ысын исемен һәм килеп сығышын йәшереп, унда шуның (Күҫәктең) улы итеп яҙҙыртҡандарҙыр, исем мәғәнәһе лә дөрөҫләй быны – “ебәрелгән илсе”. Абайлаһаҡ, Е.И. Пугачев болаһы баҫтырылғанда уланға ун йәш булған. Был иһә Юлай Аҙналиндың 1775 й. 25 февралендәге һорау алыу барышында, ике ҡатынымды һәм ун йәшлек уланымды әсир итеп алып киткәндәр, хәҙер ҡайҙа икәнлектәрен белмәйем, тигәненә тап килә, сөнки башҡорт йолаһынса тәүге ейән (йәғни Салауаттың тәүге улы) ҡартатаһының (йәғни Юлайҙың) уланы һанала ла уның ҡарамағында тәрбиәләнә. Салауаттың был улы, бәлки, Салауаттың тәүге ҡатынынан (еңгәһенән) тыуғандыр, ә бәлки, ул саҡтағы 9 ғына йәшлек Гөлбәзерҙәндер (ҡыҙҙарҙың енси өлгөрөүе 8-9 йәштә лә була). Ә Салауат үҙе, йәғни атай кеше, тарихсыларыбыҙ бер ниндәй ҙә тәғәйен документҡа таянмайынса, фәҡәт уның язаланыу барышында батша хөкөмдарҙарына әйткән һүҙҙәре буйынса ғына, ә ул уйҙырма булыуы ла бик мөмкин! -- ул саҡта йә — 13, йә 11 йәштә (сөнки уны, баяғыса, бер ниндәй ҙә ышаныслы документҡа таянмай, йә — 1752, йә 1754 йылда тыуған һанайҙар). Әммә был да тәбиғәт ҡанунына тап килә: малайҙарҙың енси өлгөрөүе 10-11 йәштән үк икән (Большая Советская Энциклопедия, 20-нсе том, 241-енсе бит). Ә шулай ҙа шик тыуа: совет заманында батырыбыҙҙың юбилейына әҙерлек айҡанлы яҙыласаҡ мәҡәлә проектын тикшергәндә уның тыуған йылын тар ултырышта тауыш биреү юлы менән генә билдәләп ҡанунлаштырған ғалимдарыбыҙ яңылышманымы икән? Сөнки бына “Протокол N 2 заседания комиссии по составлению научной биографии Салавата Юлаева. 3 марта 1952 года. Присутствовали члены комиссии: тт. Типеев, Туктаров, Усманов и Васильев… Постановили: …а) тезис [в проекте статьи] – точные данные о рождении Салавата не сохранились – из статьи исключить, привести общепринятую дату рождения Салавата – 16 июня 1752 года… Председатель Типеев Ш.И., секретарь Туктаров С.З.” Ләкин “общепринятую дату” тигәне лә хаҡ түгел, сөнки халыҡ хәтерендә һаҡланғанға тап килмәй, быны атаҡлы Мәскәү тарихсыһы иҫкәрткән:
“Отзыв т. Устюгова о рукописи “Салават Юлаев – национальный герой башкирского народа” (к 200-летию со дня рождения).
В целом очерк удовлетворителен… 2. Откуда известна точная дата рождения Салавата – 16 июня 1752 года? Насколько известно, в источниках нет точных указаний не только на число , но и на год. А упоминание в некоторых фольклорных материалах о том, что Салават родился в год барса, ведет к 1746 г., поскольку ближайшими годами барса к предполагаемому времени рождения Салавата были 1746 и 1758 гг… 1758 год исключается, остается 1746 г., т.е. что Салавату в момент начала крестьянской войны было 27 лет. То обстоятельство, что Салават еще до крестьянской войны выполнял обязанности старшины вместо отца, а также, что Салават имел трех жен, говорит за более зрелый возраст… Старший научный сотрудник Института Истории АН СССР Н. Устюгов”.
Беҙҙекеләр күбеһенсә: “Салауат булған, һәй, булғаҙир/Егерме лә ике йәшендә” тигән халыҡ йырына таяныусан, ләкин уны яңы быуындар элекке “ете” тигәнде берҙәй яңғырашлы “ике” тип йырлауы бик ихтимал (“Ирәмәлкәй”ҙе “Ирәндеккәй” тип шаңғыртҡандай)…
Әммә төптө ерлекһеҙ, ләкин рәсми ҡабул ҡылынған даталдарҙы һанға һуғып барайыҡ. Әле генә бында беҙҙең тарафтан Салауаттың улы һаналған Мөрсәлим дә шундай уҡ «иртә»ләрҙән: 1777 йылда 12 йәшендә уның беренсе ҡатынынан Рәхмәтулла тигән малайы тыуа; 1834, 1850, 1859 йылдарҙағы ревизия ҡағыҙҙарына (делолар: 459 — 67-98-енсе биттәр; 619 — 484-532-нсе биттәр; 729 — 134-енсе бит) ул, Рәхмәтулла, Биштәкә ауылында йәшәүсе «зауряд хорунжий Рахметулла Мурсалимов Мукминов» (йәғни Мөрсәлим Мукминовтың улы) тип икеләтә фамилиялап теркәлгән, был, моғайын, алда буласаҡ ревизияла буталсыҡ тыуҙырмаҫ өсөндөр, сөнки уның атаһы Мөрсәлим дә был осорҙа үҙенең әүәлге ысын аталышы Шатморат (ҡағыҙҙарҙа боҙоп «Шамрут» тип яҙылған) исеменә ҡабат ҡайтып, башҡа туғандары кеүек үк, бабаларының береһе булған Мөъминдең исемен фамилия итеп алып, Биштәкәй ауылында Шамрут Мукминов булып йөрөй, ә тыуған йылы шул уҡ — «Мөрсәлим» тыуған 1765 йыл...
Шулай итеп, милли геройыбыҙ Салауат Юлаевтың бер улы Шатморат табылды, тиһәк тә була һәм уның (Шатмораттың) өлкән улы булған баяғы Рәхмәтулла Мөрсәлимов Мукминовтан кесерәк уландары барыһы ла ҡағыҙҙарға Шамрутов (ә кәрәк ине Шатмуратов) фамилияһында теркәлгән. Артабанғы быуындар иһә һәр береһе, ғәҙәттәгесә, тәғәйен үҙ аталарының исемен фамилия итеп, Шатморат бабаның исеме етенсе быуында ғына шәжәрәгә йәнә әйләнеп ҡайта ла данлыҡлы генералыбыҙ Шайморатов фамилияһы рәүешендә бөтә илгә таныла.
Инде бер һорауға яуап бирәйек: “Генерал Миңлеғәли Миңғазитдин улы Шайморатов бер рәсми анкетала милләтен “татар” тип күрһәткән дәһә?” Аптырамайыҡ: шанлы Совет хакимиәте тарафынан Башҡортостандың Миңзәлә өйәҙен Татарстанға ҡырҡып биреп ҡалдырылғандан һуң шундағы шул ваҡыттағы ике йөҙ меңдән ашыу аҫаба башҡорт һәм уларҙың хәҙерге тоҡомдары ла “татар” булып яҙылып йөрөй ҙәһә... Ошондай хәл Башҡорт исемен йөрөткән республикабыҙҙа ла аҙ түгел…
Бер юлы ике милли герой (Салауат һәм Миңлеғәли)
Тәүҙә был икәү шәжәрәһенең туп-тура теҙемен күрһәтәйек:
1. Юлай Аҙналин (1730 й. тыуған). — 2. Салауат Юлаев (1752, йәки 1754, йәки 1746 — 1800). — 3. Шатморат-Мөрсәлим (1765-1848). — 4. Фәсихитдин (1802 й.т., уның ҡатыны Фатима Зәйнәшева). — 5. Фәхрилислам (1829 й.т., уның ҡатыны Сабира Әннәсова). — 6. Миңғазитдин (1866 й.т., уның ҡатыны Бибитайфа). — 7. Миңлеғәли Миңғазитдин улы Шайморатов генерал (1899-1943).
Хәҙерге барлыҡ доҡументтарҙа М.М. Шайморатов генералдың тыуыу датаһы 1899 йылдың 15 авгусы тип яңылыш яҙылып йөрөй. Шул хатаны төҙәтмәккә, төп сығанаҡты барланыҡ:
«Оренбургское магометанское духовное собрание. Метрические книги записей Уфимского уезда Уфимской губернии за 1899 г., номеры 90-176, страница 170, Биштеке. К 1-ой мечети.
№6. Миңлеғәли. Ауғусның 10-чи көнөндә. Биштәкәдә туған. Атасы мишәрдән башҡорт Миңғәжәлдин Фәхрилислам уғлы. Анасы Бибитайфа типтәрдән башҡорт Мөхәмәдиәр ҡызы».
Күрәһегеҙ, башҡорт Салауат Юлаевтың нәҫелдәре, билдәле тарихи сәбәптәр арҡаһында, тәүҙә — башҡорттан мишәр, шунан һуң мишәрҙән башҡорт, ә Советтар осоронда татар яҙылып йөрөй...
Инде әле күрһәтелгән Салауат Юлаев нәҫеленең 1859 йылға тиклемге киңәйтелгән шәжәрәһен дә бирәйек, шуның буйынса уның бөгөнгө тоҡомдары ла үҙ-үҙҙәрен асыҡлар:
Салауат Юлаев (1752, йәки 1754, йәки 1746 -- 1800). — Шатморат-Мөрсәлим (1765-1848). Шатмораттың биш улы булған:
1. Рәхмәтулла Шатморат улы (1777 й.т., 1859 йылда уға 82 йәш). Рәхмәтулланың улдары:
А) Ғәлиулла (1805 й.т.). Ғәлиулланың улдары: Ғәҙелша (1831 й.т.), Ғиззәтулла (1838 й.т.), Камалитдин (1840 й.т.), Йәләлитдин (1848 й.т.), Яҡуп (1849 й.т.);
Б) Ғәтиәтулла (1813 й.т.);
В) Хәмиҙулла (1814-1852);
Г) Әхмәтғәли (1819-1840);
Д) Абдулсалих (1822 й.т.);
Е) Мөхәммәтрәхим (1822 й.т.). Мөхәммәтрәхимдең улы Мөхәммәткәрим (1842-1852);
Ж) Абдулғәни (1824 й.т.). Әбдулғәниҙең улы Ғәлимөхәммәт (1856 й.т.);
2. Хисамитдин Шатморат улы (1798 й.т.). Хисамитдиндең улдары:
А) Бәҙиғитдин (1820 й.т.). Бәҙиғитдиндең улдары: Фәттәхитдин (1843 й.т.), Кашафитдин (1845 й.т.), Ғәйнитдин (1859 й.т.);
Б) Хәйритдин (1828 й.т.);
В) Хафизитдин (1850 й.т.);
Г) Садритдин (1856 й.т.);
3. Фәсхитдин Шатморат улы (1802 й.т.). Фәсхитдиндең улдары:
А) Фәхрелислам (1829 й.т.). Фәхрилисламдың улдары: Йәләлитдин (1854 й.т.), Нурғәли (1857 й.т.), Миңғазитдин (1866 й.т.). Миңғазитдиндең улы Миңлеғәли Шайморатов генерал (1899-1943);
4. Әбделғәлим Шатморат улы (1834 й.т.);
5. Зәйнитдин Шатморат улы (1793 й.т.). Зәйнитдиндең улдары:
А) Ғималитдин (1818 й.т.). Ғималитдиндең улы Абдрахман (1852 й.т.);
Б) Кашафитдин (1822 й.т.). Кашафитдиндең улдары: Мөхәммәтҡәнәфиә (1840-1853), Мортаза (1855 й.т.), Мөстәҡим (1857 й.т.)...
Был мәғлүмәттәр заманында М.М. Шайморатовтың 100 йыллыҡ юбилей байрамын әҙерләүселәргә, тыуыу датаһын дөрөҫләһендәр өсөн, 1999 йылдың 19 апрелендә яҙып бирелде, тик эҙемтәһеҙ ҡалды. Башҡорт телле матбуғатта ҡыҫҡараҡ варианты беренсе тапҡыр баҫылды «Аҙна” гәзитендә.
Артабанғы эҙләнеүҙәргә ерлек
Был бүлектә эҙәрмәндәр ҡарамағына авторҙың ике тоҫмаллауы бирелә (сәмлейәндәр архивтарҙа төбөнә туҙ ҡуйһын өсөн).
1. Салауат Юлаевтың ҡырғынсылар әсир итеп алып киткән икенсе улы Аҡбулаттың эҙҙәренә төшөү мөмкинлеге бар: ул Аҡбулат хәҙерге билдәле ҡурайсы Ишморат Илбәковтың бабаһы булыуы бик ихтимал. Сөнки уларҙың быуындан-быуынға бирелә килгән ғаилә легендаһы буйынса, хәҙерге Хәйбулла районына ҡараған үҫәргән башҡорттарының батша хәҙрәттәренә итәғәтле (ихтилалда ҡатнашмаған) бер старшинаһына, ихтилал баҫтырылғас, Ырымбур гөбөрнәтере бер әсир малайҙы аҫыраулыҡҡа тапшыра; артабан уны бөтә ил-йорт бағып үҫтергәнлектән, фамилияһын Илбаҡов тип яҙҙырталар, исемен Мырҙа тип атайҙар (үҫәргән башҡорттарында мырҙа -- “бей [кенәз] улы” мәғәнәһендә: тимәк, яу башлығы Салауат бей-кенәздең улы). Шул Мырҙа нәҫеленең шәжәрәһе ҡурайсы И. Илбәковта бар.
2. Икенсе тоҫмалдың төп-ерлеге (сығанаҡтар):
а) Башкирские шежере (филологические исследования и публикации), Уфа -- 1985, 69 -- 70-енсе биттәр. Юлайҙың Салауаттан өлкәнерәк тағы ике улы күрһәтелә: Раҡай, Сөләймән.
б) “Ағиҙел” журналы, 1978, №6, 120 -- 122-нсе биттәр, “Туғыҙ ауыл Тырнаҡлы” аймағы шәжәрәһе. Тырнаҡлы аймағына ингән ауылдар: Лағыр (боронғо исеме Васҡын), Шәрәк, Иҫке Мөхәммәт, Ибрай (Ураҙгилде), Яңы Мөхәммәт (Торамороно), Яуын, Юныс (Әпҡәҙир), Сәғир (Сутыш), Әнйәк (Йәнгилде).
3. Южноуральский археографический сборник, выпуск 2. Уфа -- 1976, 287-нсе бит. 1841 йылдың 18 октябрендә урыҫ телендә атҡарылған документтағы №11-енсе Башҡорт кантоны ауылдарының исемлегендә № 16 булып теркәлгән аҫаба башҡорт ауылы: Амекеева, м.п. число 13, женского 20; Булярской волости, землею владение имеют собственную, башкирцы, живут постоянно в своих селениях.
4. Населенные пункты Башкортостана, часть I. Уфимская губерния, 1877, 290-ынсы бит, №1875. Анякова, деревня при речке бызимянной, число жителей м.п. 278, ж.п. 254, тептяры. Шул уҡ ауыл кешеләре әүәлерәк 1859 йылғы ревизия (дело 753, лист 555) буйынса башҡорттар, типтәрҙәр тип теркәлгән.
Шул уҡ китаптағы 303-өнсө бит, №2015. Анякова, деревня при речке Каширке, число жителей м.п. 90, ж.п. 95. Баяғы уҡ ревизия делоһы, листы буйынса типтәрҙәр йәшәй (аҫаба башҡорттар күрһәтелмәй).
5. Уралдағы Тырнаҡлы аймағы башҡорттарының (шул иҫәптән Юлай Аҙналиндың) ырыу тамғаһы булып тора бына был саталы V (һәнәк) – Минтимер Шәймиев шәжәрәһендә лә шулай.
Ошоларға таянып тоҫмаллайыҡ: Юлай улы Сөләймән тәүҙә үҙҙәренең аймағындағы Әнйәк ауылында йәшәгән һәм ҡасандыр, ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында (ә бәлки, 1735 йылғы Аҡай -- Килмәк-абыз яуын баҫтырыуҙа ҡатнашҡандыр ҙа үлтерелгән баш күтәреүселәрҙең ерҙәренән өлөш алғандыр батшанан (шундай тәртип хөкөм һөргән). Йәки үҙе 1840 йылғы Ҡараһаҡал яуында болғанып, яу баҫтырылғас Миңзәлә яғына ҡасҡандыр? Сөнки Сөләймән тигән башҡорт 1740 йылдың февраль айында шул уҡ Тырнаҡлы аймағы Муса ауылында ғәскәрләнеп торған Ҡараһаҡалдың яҡын яраны итеп күрһәтелә (Материалы по истории Башкирской АССР, ч. I. М. -- Л., 1936). Һәр хәлдә ғәмәл тоҫмалға тап килә: башҡорт Юлай улы Сөләймән Миңзәләнән Бөрө ҡалаһына табан 37-нсе саҡрымда исемһеҙ йылға буйына барып төйәкләнә һәм шул яңы ауылға Уралдағы йәшәп киткән ауылының исемен (Әнйәк, урыҫса яҙыуҙарҙа Аняк) килтереп ҡуша һәм ул ауыл тора-бара һәр төрлө (башҡорт, татар, мишәр) типтәрҙәр иҫәбенән ҙурая ла, шулар өҫтөнлөк алып, ауылдағыларҙың бөтәһе лә рәсми ҡағыҙҙа типтәргә әүерелә. Бер килке халыҡ ауылдан бүленеп сығып, Каширка йылғаһы буйына ерегә, был яңы ауыл да Әнйәк тип атала (бәлки, Яңы Әнйәк йөрөтөлгәндер?)...
Ошо урында тоҫмалыбыҙҙы саҡ ҡына үҙгәртәбеҙ, сөнки Ҡазан авторҙарының тикшеренеүендә: “Тарихчылар Әнәк авылына XVIII гасыр башында нигез салынуын әйтәләр. Таһир Кәримов, мәсәлән, 1747 елда авылда яшәүчеләр исемлегендә Исай Әнәков дигән кешенең булуын яза. 1762 елда, өченче ревизия чорында ул инде вафат булган. Димәк, Әнәк карттан башланган бу авыл” (“Ғасырлар авазы” журналы 2002 ¾), тип әйтелә, -- шулайҙыр. Инде килеп сыға: Уралдағы Әнйәк ауылын нигеҙләгән Әнйәк уҙаман (йәки уның улы Усай Әнйәков) яҙмыш елдәре тарафынан Миңзәлә өйәҙенә илтеп ташланып, яңы ерҙә яңы Әнйәк ауылын башлап ебәргән, ә Юлай улы Сөләймән тигән бөркөтөбөҙ ана шул әҙер ояға килеп ҡунған…
Ауыл халҡының милләт күрһәткесе, Рәсәйҙәге ҡәҙимгесә, башҡорттан татар яһау йүнәлешендә үҙгәргән: 1841 йылғы хисапнамәлә ул тоташ башҡорт булһа, 1859 йылғы ревизияла башҡорттар, типтәрҙәр тип күрһәтелә, ә 1877 йылғы хисапнамәлә иһә башкөлләй типтәргә әйләндерелеп, тоталитар совет хакимияты осоронда бөтә Миңзәлә өйәҙе халҡы татар итеп яҙыла...
Төптәнерәк тикшереү талап ителә: өҫтәрәк шәжәрәләр бүлегендә телгә алынған Ҡамышлы ауылы уҙаманы Баязит Киләйев (1795 йыл март ревизияһы буйынса 1744 йылда тыуған) татар ғалимы (Ҡазан) Таһир Тимерғазим улы Кәримов төҙөгән шәжәрәләге Баязит түгелме икән? Асылда ул, моғайын, дәүләт енәйәтселәре (ворҙар) итеп ләғнәтләнмеш Юлай фамилияһынан (ғәҙәттә атай, ҡартатай, бабай исемдәрен фамилия итеп йөрөткәндәр) икәнлеген йәшереп, “Юлаев”ты яҡын мәғәнәүи яңғырашлы “Киләйев”кә үҙгәртеүе ихтимал. Йәнә килеп, ғүмерлеккә һөрөлгән Салауаттың бәхетһеҙ ҡатыны Гөлбәзерҙе ҡатын итеп алыуында ла (башҡорт йолаһы) ғиллә бар. Әгәр шулай икән, беҙҙең тоҫмал баяғы Т.Т. Кәримов төҙөгән “Минтимер Шәймиев шәжәрәсе”нә бер кес кенә төҙәтеү аша тап килә, ә төҙәтеү бына нимәнән ғибәрәт: әйтелгән шәжәрәлә Юлай -- Минтимер араһы (8 быуын) 200 йыл тәшкил итә; ҡабул ҡылынған тәртип буйынса һәр быуынға 25 йыл һалһаҡ, был дөрөҫ (25х8=200). Әммә тәүге икенсе һәм өсөнсө быуындың урындары алмашынғандыр кеүек (шәжәрәләрҙә бындай хәл булыусан); әгәр уларҙы тейешле үҙ урындарына ҡуйһаҡ, барыһы ла ҡалыпҡа ултыра, йәғни: Аҙналин Юлай (1722 й. тыуған) -- Баязит (1744 й. тыуған) -- Сөләймән (1770 й. тыуған) һәм артабан Т.Т. Кәримов төҙөгән теҙем ялғанып дауамлана: башҡорт Аҙналы улы Юлай -- Баязит -- Сөләймән -- Шаһиморат -- Шәмсимөхәммәт -- Вәлимөхәммәт -- Шәймөхәммәт -- Шәйшәрип -- Минтимер...
Башҡорттарҙан татар яһау осоронда Миңзәлә өйәҙе башҡорттарының ысын милләтен дә, ырыуын да, ырыу тамғаларын да оноттортҡандар, әммә-ләкин Әнйәк ауылындағы Юлай-баба нәҫеле кешеләре үҙҙәренең Уралдағы Тырнаҡлы аймағы башҡорттарының саталы V (һәнәк) тамғаһын, татар тарихсылары танығанса, быуындан-быуынға юғалтмай һаҡлап килгән.
6.09.2003.
Достарыңызбен бөлісу: |