На заседании педагогического совета


Уҡыусыларҙың белем һәм күнекмәләренә талаптар



Pdf көрінісі
бет143/175
Дата21.12.2023
өлшемі1.79 Mb.
#487412
түріПротокол
1   ...   139   140   141   142   143   144   145   146   ...   175
oop noo mbou sosh krasnaja gorka

 Уҡыусыларҙың белем һәм күнекмәләренә талаптар 
Уҡыу йылы аҙағында 1-се класс уҡыусылары түбәндәге белем һәм күнекмәләргә эйә булырға
һаналған эштәрҙе үтәй белергә тейештәр: 
1.Башҡорт теленең бөтә өндәре һәм хәрефтәре, өн менән хәрефтең айырмаһы. 
2. Һүҙгә өн анализы яһау, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар, тартынҡыларҙы айыра алыу, уларҙы дөрөҫ 
әйтеү, шулар нигеҙен-дә һүҙҙәр төҙөү. 
3. Кем? Нимә? Кемдәр? Нимәләр? һорауҙарына һәм уларға яуап булған һүҙҙәрҙе белеү, телмәрҙә 
ҡулланыу. 
Ни эшләй? Ни эшләне? һорауҙарын ҡуллана белеү. 
Ниндәй? Ҡайҙа? Нисә? Һорауҙарының мәғәнә үҙенсәлектәрен аңлау, уларға яуап биреү. 
Минең, һинең, уның, һеҙҙең, уларҙың алмаштарының мәғәнәләрен төшөнөү, уларҙы телмәрҙә 
ҡулланыу. 
4. Һүҙҙәрҙе ижекләп дөрөҫ, аңлы уҡыу. 
5. Әкитәт, шиғыр, хикәйә, йомаҡтар, көләмәстәр тыңлау, уҡыу, кәрәк саҡта яуаптарын табыу һәм 
йөкмәткеһен һөйләү. Уҡыған, ишеткән, үҙе күргәндәр тураһында бәйләнешле итеп һөйләү. 
6. Таныш темаға телдән хикәйә төҙөп һөйләү, уҡытыусы биргән һорауға яуап яҙыу. 
7. Яҙма һәм баҫма текстарҙы күсереп яҙыу. Яҙылышы ауыр булмаған һүҙҙәрҙе, 2-3 һүҙҙән торған типик 
һөйләмдәрҙе тәүҙә күсереп, унан диктант итеп яҙыу. 
8. Һөйләм аҙағында нөктә, һорау билдәһе ҡуя белеү. 
Уҡыу-уҡытыу программаһында үҙләштереү өсөн планлаштарылған һөҙөмтәләргә ирешеүҙе 
баһалау 
1. Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була. 
Уларға түбәндәгеләр инә: 

башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр; 

тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә); 

дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү; 

һорауҙарға яҙма яуаптар; 

тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. 
төҙөү. 
2. Башҡорт теленең ағымдағы, триместр йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү 
диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау яҙма эштәре үткәрелә. Ағымдағы яҙма эштәр программаның 
өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү 
йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып 
билдәләнә. Ағымдағы яҙма эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә 
файҙалана ала. 
3. Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау яҙма эштәре мәктәп 
администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Яҙма эштәрҙе сиректең беренсе 
көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй. 
Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән 
яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән 1 класта түбәндәге 
күләмдә яҙма эштәр үткәреү ҡарала: 


Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   139   140   141   142   143   144   145   146   ...   175




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет