Программа "Мәғариф тураһында"ғы законға, "Дөйөм белем биреү йөкмәткеһенең фундаменталь үҙәге"



бет1/3
Дата17.07.2016
өлшемі424.21 Kb.
#204475
түріПрограмма
  1   2   3
“Башҡорт теле”буйынса программа “Мәғариф тураһында”ғы законға, “Дөйөм белем биреү йөкмәткеһенең фундаменталь үҙәге” документына, “Рәсәй Федерацияһының икенсе быуын Федераль дәүләт хөкүмәт стандарттарына”, “Рәсәй Мәғарифын 2020 йылға тиклем модернизациялау концепцияһы”на,Д.Б.Эльконин – В.В.Давыдов үҫтереүсе уҡытыу системаһына,“Башҡортостан халыҡтары телдәре” законына, “Башҡорт мәғарифын үҫтереү концепцияһы”на,2011/2012 уҡыу йылында дөйөм белем биреү учреждениеларында ҡулланыу өсөнБашҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән уҡыу әсбаптары исемлегенә,Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡала округы Совет районы муниципаль мәғариф учреждениеһыМостафина Фатима Хәмит ҡыҙы исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһынының уҡыу планына таянып эшләнде.

Был документтарҙа милли мәктәптәрҙә туған телде тейешле кимәлдә уҡытыу, уның мөһим проблемалары, заманса уҡытыуҙың бурыстары, йүнәлештәре, юлдары билдәләнде. Икенсе быуын хөкүмәт стандарттарының талаптарына ярашлы бала башҡорт теле буйынса белем алыу менән бер рәттән яңы йәшәү шарттарына яраҡлы тормош тәжрибәһе тупларға,уңышлы уҡыусы һәм эшмәкәр шәхес сифаттарына эйә булырға тейеш.

1.“Әлифба” китабы ( автор Ф.Ш.Сынбулатова һ.б.)

2.“Башҡорт теле” дәреслеге ( автор Ф.Ш.Сынбулатова һ.б.)

3.Мәүлийәрова Ә.Т. Яңы стандарттар буйынса дөйөм белем биреү мәктәптәренең 1-4 – се кластар өсөн “Башҡорт теле” дәреслегенә программа.

4.“Әлифба” дәреслегенә методик ҡулланма ( автор Ф.Ш.Сынбулатова һ.б.)

5.Сынбулатова Ф.Ш., Исламғолова Ы.Ә. Башҡорт теле : Башҡорт мәктәптәренең 2 – се класы өсөн дәреслек. Ике киҫәктә. – Өфө: Китап, 2011.

6.Сынбулатова Ф.Ш., Иҡсанова Р.М. Башҡорт мәктәптәренең 2 – се класы өсөн “Башҡорт теле” дәреслегенә методик ҡулланма , - Өфө: Китап, 2011

7.Сынбулатова Ф.Ш., 1- 4–се кластар өсөн диктанттар йыйынтығы һәм тикшереү эштәре. Башҡорт теле уҡытыусылары өсөн ҡулланма. - Өфө: Китап, 2011

8.Башҡорт теленән изложение текстары йыйынтығы. 1- 4 - се класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма– Өфө :Китап, 2006

9.Сынбулатова Ф.Ш., 1- 4–се кластар өсөн диктанттар йыйынтығы һәм тикшереү эштәре. Башҡорт теле уҡытыусылары өсөн ҡулланма. - Өфө: Китап, 2011

10.Башҡорт теленән изложение текстары йыйынтығы. 1- 4 - се класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма– Өфө :Китап, 2006

11.Сынбулатова Ф.Ш, Вәлиева Г.Ә.“ Башҡорт лицейҙары, гимназиялары, мәктәптәренең башланғыс кластары өсөн программаӨфө: Китап, 2011.

12. Сынбулатова Ф.Ш., Исламғолова Ы.Ә. Башҡорт теле : Башҡорт мәктәптәренең 3– сө класы өсөн дәреслек. Ике киҫәктә. – Өфө: Китап, 2011.

13.Сынбулатова Ф.Ш., Иҡсанова Р.М. Башҡорт мәктәптәренең 3-сө класы өсөн “Башҡорт теле” дәреслегенә методик ҡулланма , - Өфө: Китап, 2011

14.Ф. Ш.Сынбулатова. Әсә теле. Iкиҫәк. Башҡорт мәктәптәренең 4-се класы өсөн дәреслек.- Өфө:Китап, 2011.

15.Ф. Ш.Сынбулатова. Әсә теле. IIкиҫәк. Башҡорт мәктәптәренең 4-се класы өсөн дәреслек.- Өфө:Китап, 2011.

16.Ф. Ш.Сынбулатова. Әсә теле дәреслегенең Iкиҫәгенә эш дәфтәре. Башҡорт мәктәптәренең 4-се класы өсөн .- Өфө:Китап, 2011.

17.Ф. Ш.Сынбулатова. Әсә теле дәреслегенең IIкиҫәгенә эш дәфтәре. Башҡорт мәктәптәренең 4-се класы өсөн .- Өфө:Китап, 2011.

18.Р.Д. Салауатова . Дөйөм белем биреү буйынса башҡорт мәктәптәренең башланғыс кластары өсөн башҡорт теле буйынса өлгө программалар.- Өфө: Китап, 2011.

Башланғыс мәктәптә тәү башлап грамотаға өйрәтеү осоронда уҡ уҡыусыны үрҙә әйтелгән йүнәлештәрҙә үҫтереү өсөн мөмкинселектәр

асыла, шарттар тыуҙырыла.

Тыуған илебеҙ Рәсәй, республикабыҙ Башҡортостан,туған тел, халҡыбыҙ,башҡа милләт халҡы менән татыулыҡ, дуҫлыҡ, тирә-яҡ мөхит, уларҙы һаҡлау, яҡлау башҡорт грамотаһына өйрәтеү һәм башҡорт теле программаларының көнүҙәк темалары булып тора.

Был программала башланғыс кластарҙа фән буйынса уҡытыу тематикаһы, уның ҡыҫҡаса йөкмәткеһе һәм уҡыусы үҙләштерергә тейеш булған универсаль уҡыу эш төрҙәре системаһы тәҡдим ителә.

Башланғыс мәктәптә грамотаға өйрәтеү осоронда мәктәп йәшендәге балаларҙы телмәр эшмәкәрлегенә өйрәтеү төп йүнәлеш булып тора. Был эшмәкәрлек баланы грамотаға өйрәтеүҙән башлап, артабан аңлап тасуири уҡыу, грамоталы яҙыу, мәҙәниәтле аралашыу күнекмәләре формалаштырыу, йәғни интеллектуаль-эшмәкәр, аралашыусан шәхес тәрбиәләүҙе күҙ уңында тота. Балаға рухи йөкмәтке һалыу, әхлаҡи тәрбиә биреү, эстетик зауыҡ, эмоциональ тотороҡло торош-булмыш формалаштырыу туған тел аша бойомға ашырыла. Был йәһәттән телмәр эшмәкәрлегенә өйрәтеү ҙур әһәмиәткә эйә.

Яңы стандарттар буйынса уҡыусыларҙа лингвистик (тел), аралашыу (коммуникатив), этнокультура өлкәһенә ҡараған компетентлыҡ булдырыу талап ителә.



Лингвистик компетентлыҡөндәр һәм хәрефтәрҙе, һүҙьяһалышын, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе, һүҙ төркөмдәрен, һөйләм киҫәктәрен, лексик һәм грамматик берәмектәрҙе үҙ эсенә ала.

Аралашыу компетентлыҡуҡығанды һәм башҡалар һөйләгәнде аңлау, һүҙ байлығын, телдең грамматик яғын дөрөҫ итеп үҙләштереү, телдән һәм яҙма формала бәйләнешле телмәр күнекмәләрен булдырыу.

Этнокультура өлкәһен ҡараған компетентлыҡул уҡыусыларҙың телгә өйрәнеү барышында милли үҙенсәлектәрҙе сағылдырған текстар менән эшләү, йола, халыҡ ауыҙ-тел ижады үрнәктәрен белеүе, ихтирам итеүе.

Башланғыс мәктәптә башҡорт теле дәрестәрендә белем биреүҙең төп бурыстары:

- туған телдә камил һөйләшеү, фекереңде еткерә белеү, тел һәм телмәр күнекмәләрен тәрән үҙләштереүгә өлгәшеү;

- уҡыусыларҙың төрлө эшмәкәрлекте үҙләштереүҙәренә ирешеү, универсаль уҡыу эш төрҙәренә өйрәтеү;

- башҡорт халҡының рухи мираҫын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү;

- дәреслек, өҫтәмә материал, һүҙлектәр, белешмә әҙәбиәт менән эш итеү күнекмәләрен камиллаштырыу;

- уҡыусыларҙың логик фекерләү һәләттәрен үҫтереү.

Программаның бурыстарын тормошҡа ашырыу өсөн заманса эш методтарын һәм алымдарын ҡулланырға кәрәк. Дәрестә уҡыусыларға төплө белем нигеҙҙәре, ныҡлы күнекмәләр биреү менән бергә, уларҙың танып белеү эшмәкәрлеген һәм фекерләүен үҫтереүсе, дөйөм үҫешен тәьмин итеүсе алымдар һәм саралар менән файҙаланыу мотлаҡ талап булып тора.

Рәсәй мәғарифын модернизациялау концепцияһында мәғариф алдында ҡуйған төп маҡсат – баланы шәхес итеп тәрбиәләү. Рәсәй Федерацияһының мәғарифты үҫтереү программаһында ла «Дөйөм белем биреү мәктәбен модернизациялау, нигеҙҙә, уҡыусыларға билдәле күләмдә белем биреүҙе генә күҙ уңында тотмай, ә уны шәхес булараҡ үҫтереү, танып белеү һәм эшмәкәрлек һәләттәрен үҫтереү” ҡыҙыл һыҙыҡ өҫтөнә алынған. Шул маҡсаттан сығып башҡорт телен уҡытыуҙың үҙәк мәсьәләләре билдәләнде:


  • телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу: тыңлау, һөйләү, уҡыу, яҙыу;

  • тел системаһын ( фонетика, лексика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;

  • башҡорт теле предметы аша тирә-яҡты танып белергә, мәғлүмәтле булырға өйрәтеү;

  • башҡорт теле ғилемен өйрәнгәндә баланың шәхси һәләттәрен, мөмкинселектәрен иҫәпкә алып, уның һәләтен, эрудицияһын формалаштырыу өсөн шарттар тыуҙырыу;

  • тел ғилемен өйрәнеү процесында универсаль уҡыу эш төрҙәренә өйрәтеү, уҡыу эшмәкәрлегенең төп компоненттарын үҙләштереү;

  • милли үҙаңды формалаштырыуға нигеҙ һалыу.

Башҡорт теленә өйрәтеү-өйрәнеү программаһының төп принциптары:

  1. Фәнни-теоретикбелем биреү.

  2. Һәр баланы төрлө яҡлап өҙлөкһөҙ үҫтереү.

  3. Һәр баланың шәхси үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыу.

  4. Баланың тәбиғәттән бирелгән, ата-бабалары булмышынан күскән ыңғай сифаттарын иҫәпкә алыу.

  5. Башҡорт телен заманса аралашыу, коммуникатив эшмәкәр мөнәсәбәт ҡороу ҡоралы итеп ҡулланыу.

  6. Баланың психик һәм физик һаулығын һаҡлау, нығытыу.

Уҡыу предметының дөйөм характеристикаһы.

Башҡорт теленән эш программаһы “ Башҡорт лицейҙары, гимназиялары, мәктәптәренең башланғыс кластары өсөн программаһына, Ф.Ш. Сынбулатованың “Башҡорт теле “ дәреслектәренә таянып төҙөлдө.

Башҡорт теле дәрестәренең маҡсаты һәм бурыстары: - башҡорт теленең үҙенсәлектәрен , дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләрен үҙләштереү;

- телдең теге йәки был күренештәрен өйрәнеү,

- телмәр мәҙәниәтен камиллаштырыу.

Ижади эштәр күләмлерәк һәм йөкмәткелерәк йүнәлеш ала. Был маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу түбәндәге мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе бурыс итеп ҡуя:

-фонетика, лексика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация, телмәр үҫтереү өлкәһендәге белемдәрҙе, оҫталыҡты артабан нығытыу, киңәйтеү;

-өҙлөкһөҙ, матур һәм тиҙ яҙыу күнекмәләрен артабан үҫтереү;

-грамоталы яҙыу, уҡыу, диалогта ҡатнашыу, монолог ,текстар төҙөү һәм һөйләү, шиғыр, әкиәт, хикәйә ижад итеү;

-туған тел дәрестәре менән предмет-ара бәйләнеш булдырыу: сағыштырыу, йәнләндереү сараларын ҡулланып, тасуирлап яҙыу; теге йәки был күренешкә, кешеләр мөнәсәбәтенә, ҡылыҡ-фиғелдәренә ҡарашыңды , фекереңде белдереү күнекмәләрен сифатлыраҡ кимәлгә күтәреү.

Дөйөм белем биреү буйынса икенсе быуын дәүләт стандарттары уҡыусылар һәм уҡытыусылар алдына түбәнге талаптарҙы һәм бурыстарҙы ҡуя:

1.Уҡыусының уҡыу эшенә, белем алыу эшмәкәрлегенә үҙен өйрәтеү, фекерләү, аҡыл-аң ҡеүәһен үҫтереү; үҙен уратып алған һәр нәмәгә, күренешкә, хәл-ваҡиғаға үҙ ҡарашы, баһаһы булған шәхес итеп үҫтереү.

2. Башҡорт балаларының күпселеге мәктәпкә үҙ телендә һөйләшеп килә. Рус теленә өйрәтеү балаларҙың башҡорт телендә алынған белемдәренә нигеҙләнеп өйрәтелә.

3.Телде аралашыу, кешеләр менән хеҙмәттәшлек итеү, мөнәсәбәт ҡороу ҡоралы итеп күҙаллап өйрәтеү.

4.Башланғыс мәктәптә туған тел уҡытыуҙы, уҡытыу- тәрбиә эшен халҡыбыҙҙың бай мираҫына ҡороу шарт.

5.Башланғыс мәктәптә уҡытылған бүтән фәндәрҙе – рус теле һәм әҙәбиәте, тәбиғәтте өйрәнеү, математика, һынлы сәнғәт, музыка өлкәһендәге белемдәрен башҡорт теле предметы менән тығыҙ бәйләнештә уҡытыу мөһим.



Грамотаға өйрәтеү һәм “Башҡорт теле” предметтарының уҡыу планындағы урынын һүрәтләү

1-се класс өсөн башҡорт теленән эш программаһы “ Башҡорт лицейҙары, гимназиялары, мәктәптәренең башланғыс кластары өсөн программаһына, Ф.Ш. Сынбулатованың “Башҡорт теле “ дәреслектәренә таянып төҙөлдө. Программа материалын өйрәнеү өсөн бөтәһе 143 сәғәт бирелә. Уҡыу йылына сәғәттәр һаны түбәндәгесә бүленә:

- Грамотаға өйрәтеү: бөтәһе 110 сәғәт (22 аҙна х 5 сәғәт);

- «Башҡорт теле» : бөтәһе 33 сәғәт (11аҙна х 3 сәғәт ).


2-се класс өсөн башҡорт теленән эш программаһы "Башҡорт лицейҙары, гимназиялары һәм мәктәптәренең башланғыс кластары өсөн программаһына", Ф.Ш.Сынбулатованың " Әсә теле" дәреслектәренә таянып төҙөлдө. Программа материалын өйрәнеү өсөн бөтәһе 102 сәғәт бирелә (34 аҙна х 3 сәғәт).
3-се класс өсөн башҡорт теленән эш программаһы “ Башҡорт лицейҙары, гимназиялары, мәктәптәренең башланғыс кластары өсөн программаһына, Ф.Ш. Сынбулатованың “Башҡорт теле “ дәреслектәренә таянып төҙөлдө.

Программа материалын өйрәнеү өсөн бөтәһе 102 сәғәт бирелә (34аҙна x 3 сәғәт).


4-се класс өсөн башҡорт теленән эш программаһы "Башҡорт лицейҙары, гимназиялары һәм мәктәптәренең башланғыс кластары өсөн программаһына", Ф.Ш.Сынбулатованың " Әсә теле" дәреслектәренә таянып төҙөлдө. Программа материалын өйрәнеү өсөн бөтәһе 102 сәғәт бирелә (34 аҙна х 3 сәғәт).
Башҡорт теле”предметы йөкмәткеһендә тәрбиәүи йүнәлеш ҡиммәттәрен һүрәтләү

Рәсәй мәғарифын 2020 йылға тиклем модернизациялау концепцияһы тураһындағы законында төп йүнәлештәрҙең береһе булып баланы шәхес итеп формалаштырыу тора. Был йүнәлештә уҡытыу эшен ойоштороу – программаның төп талаптарының береһе.

Шәхес ул:


  • башҡорт теленең фәнни-теоретик нигеҙҙәрен белгән, үҙ теленең төп үҙенсәлектәрен тәрән тойомлаған, туған телендә иркен һөйләшкән кешеләр менән аралашыу мәҙәниәтенә эйә булған;

  • белем алыу, уҡымышлы, мәғлүмәтле булыуға, үҙенә кәрәк информацияны үҙ аллы эҙләү һәм уға эйә булыу һәләте булған;

  • мәктәптә алған белемдә тормош ситуацияларына сығарыуға һәләтле булған; алған белемде стандарт булмаған ситуацияларҙа ҡуллана белеүсе;

  • хаталаныуҙан ҡурҡмай, ышаныслы эш итеүсе; яңылышҡанда эшләнгән хаталарҙың сығанағын асыҡлай һәм анализлай белгән, уларҙы булдырмау юлдарын билдәләп, хата эшләнгән эштәрҙән фәһем ала белеүсе;

  • үҙен уратып алған һәр объектҡа, күренешкә үҙ фекере, ҡарашы булған;

  • социаль әхлаҡи ҡанундарға эйә булыусы; кеше ҡайғыһын, зарын аңлай белеүсе; тотороҡло рухлы, матур эске мәҙәниәтле, алдынғы ҡарашлы кеше;

  • хислелек, үҙеңдең хис-тойғоларыңды аңлай һәм билдәләй (әйтә) белеү;

  • башҡа кешеләрҙең хис-тойғоларын аңлай һәм билдәләй белеү, уртаҡлаша алыу;

  • матурлыҡ тойғоһо – тәбиғәт матурлығын күрә белеү, йәнле тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш;

  • нәфис һүҙҙең матурлығын тоя белеү,үҙеңдең телмәреңде камиллаштырыуға ынтылыу;

  • ғаилә ҡиммәттәрен аңлау, үҙеңдең яҡындарыңа ҡарата ихтирам, рәхмәт, яуаплылыҡ тойғолары;

  • текст авторы менән диалог ҡороуға ҡыҙыҡһыныу,уҡыуға ихтыяж;

  • үҙеңдең һәм әйләнә-тирәңдәге кешеләрҙең ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү;

  • мораль тәртип ҡағиҙәләрен көйләүсеэтик тойғолар – намыҫлана, ояла белеү, ғәйебеңде танып ғәфү үтенеү.

Грамотаға өйрәтеү һәм “Башҡорт теле” предметтарын өйрәнеү һөҙөмтәләре

”Башҡорт теле” программаһын өйрәнеү процесында уҡыусы өйрәнергә тейеш:



1 класта:

Шәхси үҫеш кимәле:

Уҡыусы статусын ҡабул итергә, уҡыу эшмәкәрлегенә өйрәнергә. Тыуған илгә, ергә, телгә, яҡын кешеләргә һөйөү тәрбиәләргә. Эшләгән эштәр, ҡылыҡ-фиғел өсөн яуаплылыҡ тойорға. Һау-сәләмәт йәшәйеш булдырырға.



Предмет кимәле:

- тел берәмектәрен айыра белергә (һүҙ, һүҙбәйләнеш, һөйләм, өн, хәреф);

- һүҙ, һүҙбәйләнеш, һөйләмде график-символик тамға ярҙамында тамғаларға;

- уҡырға(минутына 40-45 һүҙ);

- хәрефтәрҙе тейешле каллиграфик режимда яҙырға, уларҙы бер-береһе менән дөрөҫ тоташтырырға;

- һүҙ, һөйләм, текст уҡырға һәм яҙырға;

-3-4, 5-6 хәрефтән торған ябай ғына һүҙҙәрҙе грамоталы яҙырға;

- һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылыш ҡағиҙәләрен (орфограмма) (ҙур хәреф - кеше исем-фамилиялары, һүҙ башында в - [уы], [уэ] һәм я,е,ю,ё

хәрефтәре; йә,йо,йу,йы, йө ҡушымсалары) белергә;

Метапредмет кимәле:


  • уҡытыусыны тыңларға, уның әйткәнен ишетергә;

  • өндәрҙе әйтергә, тыңларға, сағыштырырға, анализларға;

  • уҡытыусыға һорау бирергә, белешмә алырға;

  • икешәрләп йәки төркөмләм класташтары менән эшләргә;

  • диалог барышында һөйләшеүҙә ҡатнашырға, уның темаһын күҙ уңында тотоп, үҙ фекерен әйтергә, кешенекен тыңларға;

  • дәрестең темаһына ярашлы уҡыу мәсьәләһе ҡуйырға, уны сисеү максатында тикшереү эшендә әүҙем ҡатнашырға;

  • график-символик һыҙмаларҙы танырға: һүҙҙҙең өн(хәреф) моделен, һөйләмдең һыҙмаһын төҙөргә һәм уҡырға;

  • уҡыу һәм яҙыуҙы мәғлүмәт, белем алыу мөмкинселеге итеп ҡулланырға.


2-се класта:

1. Предмет буйынса белем алырға:

- һүҙҙәрҙе мәғәнәһе буйынса төркөмләргә,уларға тейешле һорау ҡуйырға;

- һүҙҙәрҙең өнмоделен төҙөргә,уны хәрефтәр менән яҙырға;

- һөйләмдәр төҙөргә,уларҙы тулыландырырға;

- һөйләмдәрҙе әйтелеү маҡсатына ҡарап хәбәр,өндәү,һорау һөйләмдәргә айыра белергә;

- һөйләмдең баш киҫәктәрен белергә ;

-һөйләмдә һаналып киткән һүҙҙәр араһында өтөр ҡуйырға;

-башҡорт теленең дөрөҫ яҙылышҡанундарын,ҡағиҙәләрен үҙләштерергә;

-8-10 һөйләмдән торған (35-40 һүҙ ) тексты күсереп яҙырға;

- 30-35 һүҙҙән торған тексты диктант итеп яҙа белергә;һүҙҙе ижеккә бүлергә,уны юлдан юлға күсерә белергә тейеш.



2.Универсаль эш төрҙәрен үҙләштерергә:

- үҙ-аллы уҡыу,мәғлүмәтле булыу оҫталығын камиллаштырыу,мәғлүмәти сығанаҡтар менән эш,эште планлаштырыу;

- алған мәғлүмәтте ҡағыҙға теркәү;билдәләмә,ҡағиҙә, алгоритм,һығымта һ.б. график схема,модель,таблица ярҙамында теркәргә;

- диалог ҡорорға,уҡыу материалын тикшерергә, анализларға, һығымта яһарға;

- мәҙәниле аралашыу этикетына өйрәнергә: әңгәмәсене тыңлай, хуплай белергә,аңламағанды итәғәтле итеп һорашырға, яуап алырға һәм рәхмәтеңде белдерергә; үҙ фекереңде ҡыҫҡа һәм аңлайышлы итеп еткеререргә , уны яҡлай белергә тейеш.
3.Шәхси сифаттарҙы үҫтереү өлкәһендә уҡыусы өйрәнә:

-үҙ-аллы эш итергә, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарарға;

- мәктәп йыһаздарын, уҡыу әсбаптарын һаҡларға;

- Тыуған илде яратырға, телде, илде һаҡларға;

- һаулыҡтыһаҡларға;

- тиҫтерҙәреңә, уҡытыусыларға, атай-әсәйеңә, яҡындарыңа, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булырға.


3-4-се класта:

1. Шәхси сифаттарҙы үҫтерергә:

-үҙ аллы эш итергә , белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарарға;

-атай-әсәйгә, тиҫтерҙәренә , уҡыусыларға, яҡындарына, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә ҡарата ихтирамлы булырға;

- мәктәп йыһаздарына, уҡыу-әсбаптарына һаҡсыл булырға;

- Тыуған илде яратырға, ерҙе, телде һаҡларға;

- һаулыҡты нығытырға;

- ҡунаҡта, кинола йәки экскурсияла һәм башҡа йәмәғәт урындарында әҙәпле булырға, файҙалы ял итергә;

- кеше менән аралышыу этикетын үҙләштерергә.

2. Предмет буйынса белем алырға:

- һүҙҙең өн моделенә ярашлы һүҙ уйлап табырға;

- һүҙҙең өлөштәрен (тамыр һәм ялғау , яһаусы ялғау һәм яһалма һүҙ) айырырға.

- тамырҙаш һүҙҙәрҙе танырға, уларҙы башҡа оҡшаш һүҙҙәрҙән айырырға;

- тартынҡы һәм һуҙынҡы өндәр һәм хәрефтәр,парлы-парһыҙ, яңғырау-һаңғырау, сонор тартынҡы өндәр, сиратлашып килеүсе тартынҡылар тураһында һөйләй белергә;

-һүҙгә фонетик анализ яһай белергә;

-ҡушма һүҙҙәрҙе танырға, уларҙың дөрөҫ яҙылышын аңлата белергә;

-үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе танырға һәм уларға дөрөҫ ялғау ҡуша белергә тейеш;

-һүҙ төркөмдәрен (предмет атамаһын, билдәһен, хәрәкәтен белдергән һәм ярҙамсы һүҙҙәрҙе ) таба белергә ;

-һөйләмдең баш киҫәктәрен айыра белергә;

-сюжетлы һүрәт , һорауҙар, терәк һүҙҙәр ярҙамында хикәйә, әкиәт ижад итергә.

3. Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштерергә:

- үҙ аллы белем алырға , мәғлүмәт йыйырға һәм уларҙы ҡуллана белергә;

-дәрес барышында уҡытыусы менән берлектә эшләргә: дәрескә маҡсат ҡуйырға һәм уны дәрес һуҙымында күҙ уңында тота белергә һәм тормошҡа ашырырға, эште дөрөҫ планлаштырырға, эҙләнеү эше алып барырға;

-эҙләнеү эше һөҙөмтәләре буйынса презентация эшләргә;

-тиҫтерҙәре һәм оло кешеләр менән итәғәтле һөйләшергә, кеше менән мөнәсәбәт ҡороу оҫталығын үҙләштерергә;

-эшләгән эштәрен дөрөҫ баһаларға һәм кәрәк икән төҙәтмәләр индерергә.



Көйләүсе универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

- Тыуған илгә, уның теленә, мәҙәниәтенә, тарихына һөйөү һәм хөрмәт;



- төрлө ситуацияларҙа йәштәштәре һәм ололар менән хеҙмәттәшлек күнекмәһе, конфликтлы һәм бәхәсле ситуацияларҙан сығыу юлын белеү;- толерантлыҡ;

- башҡа кешеләрҙең хис-тойғоларын аңлай һәм билдәләй белеү, уртаҡлаша алыу;

- матурлыҡ тойғоһо – тәбиғәт матурлығын күрә белеү, йәнле тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш үҙеңдең һәм әйләнә-тирәңдәге кешеләрҙең ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү;

- мораль тәртип ҡағиҙәләрен көйләүсеэтик тойғолар – намыҫлана, ояла белеү, ғәйебеңде танып ғәфү үтенеү.



Танып-белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

- телмәр ситуацияһына ярашлы үҙеңдең фекереңде телдән әйтеү;

- төрлө формала бирелгән мәғлүмәтте таба белеү (тотош текст, иллюстрация, схема, таблица);

-мәғлүмәтте бер форманан икенсе формаға үҙгәртә белеү (план, схема, таблица төҙөү);

-һүҙлектәр, белешмә материал менән менән файҙалана белеү;

-анализлай һәм синтезлай белеү;

-сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәрен урынлаштыра белеү;

-фекерләй белеү;



Коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

- һөйләү һәм яҙма формала яуап бирә белеү;

-телмәр сараларын төрлө коммуникатив мәсьәләләрҙе сисеүҙә дөрөҫ ҡулланыу;

- телмәрҙең диалогик һәм монологик формаларын яҡшы белеү;

-үҙеңдең фекереңде нигеҙләй белеү һәм дөрөҫ итеп башҡаларға еткерә алыу;

-башҡаларҙы ла ишетә һәм тыңлай белеү, уларҙың ҡараштарын аңларға тырышыу, кәрәк булғанда үҙеңдең ҡарашыңды төҙәтә белеү;

-дөйөм эшмәкәрлек барышында ҡарар ҡабул итә белеү;

-һорауҙар бирә белеү.


4-се класта:


• өйрәнелгән орфограммаларҙы эсенә алған 60 — 70 һүҙҙән торған тексты грамоталы яҙа белергә;
• һүҙҙе яһалышы һәм һүҙ төркөмдәре буйынса тикшерә белергә (исемдең һанын, килешен, эйәлек затын; ҡылымдың һанын, заманын һәм затын; сифаттың дәрәжәһен атай белергә);
• 70 — 80 һүҙлек текст буйынса өйрәнеү изложениеһы; тирә-яҡтағы объекттарҙы һүрәтләп, тәбиғәт күренештәрен, хәл-ваҡиғаларҙы эҙмә-эҙлекле бәйән итеп, хикәйә (текст) төҙөп яҙа белергә;
• мәҙәниәтле аралашыу оçталығына, телмәр этикетына эйә булырға; аралашҡанда урынлы ваҡытта ғәфү үтенә, рәхмәт әйтә белергә;
• үҙендең фекеренде яҡлағанда, уй-тойғоларынды еткергәндә телмәренде аныҡ, эҙмә-эҙлекле бәйән итеп, тыныс, итәғәтле итеп еткерә белергә; әңгәмәсенең уй-тойғоларын аңлай, уның фекере менән иçәпләшә һәм уртаҡ фекергә килә белергә тейеш

Грамотаға өйрәтеү һәм “Башҡорт теле” дәрестәре темаларының йөкмәткеһе

1-се класс

Программа материалын өйрәнеү өсөн бөтәһе 143 сәғәт бирелә.



- Грамотаға өйрәтеү: бөтәһе 110 сәғәт (22 аҙна х 5 сәғәт)

Предмет һәм һүҙ (2 сәғәт)

Һүҙҙең исем атау функцияһы (9 сәғәт)

Һөйләм (4 сәғәт)

Ярҙамсы һүҙҙәр (5 сәғәт)

Өн. Һүҙ (16 сәғәт)

Әлифба осоро (74 сәғәт)

- «Башҡорт теле» : бөтәһе 33 сәғәт (11аҙна х 3 сәғәт )

Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр (11 сәғәт)

Һөйләм (6 сәғәт)

Һүҙ. Һүҙ төркөмдәре (16 сәғәт)


Грамотаға өйрәтеү:

- баланы уҡырға яҙырға өйрәтеү; тел, телмәр һәм әҙәбиәт ғилеме тураһында башланғыс төшөнсәләр биреү;

- һөйләү һәм яҙма телмәр курсының төп маҡсаты - уҡыусыны тәү башлап уҡырға һәм яҙырға өйрәтеү.Ошо процесс нигеҙендә бала уҡыу эшмәкәрлеген үҙләштерә башлай, белем алыу оҫталығына өйрәнә.

Грамотаға өйрәнеү осоронда түбәндәге мәсьәләләр ҡуйыла:

- телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;телмәр һәм һөйләү сараларының йәшәйештәге әһәмиәтенә төшөнөү;

-уҡыу материалы,төрлө әҙәби әҫәрҙәр йөкмәткеһе нигеҙендә тирә-яҡ мөхитте,йәмғиәтте өйрәнеү,кешене танып белеү,белем алыу;

-уҡыуға ҡыҙыҡһыныу, әүҙемлек тәрбиәләү,грамотаға өйрәтеү осоронда универсаль уҡыу эш алымдарына өйрәтеү;

-башҡорт грамотаһына өйрәтеүҙе рус теле һәм уҡыу, тирә-яҡ мөхитте өйрәнеү, һынлы сәнғәт һ.б.предметтар менән тығыҙ бәйләнештә алып барыу.



Телмәр эшмәкәрлеге.

Телмәр тураһында төшөнсә. Һөйләү телмәре һәм яҙыу телмәре; телмәрҙең ғәмәли ҡулланылышы; мәғлүмәт биреү, аралашыу, мөнәсәбәт ҡороу.



Тыңлау.Әйткәнде, һөйләгәнде ишетеү, тыңлау һәм унан тейешле мәғлүмәтте айырып ала белеү. Һөйләнгән текстан төп фекерҙе аныҡлау. Кәрәкле уҡыу материалын иғтибарлы тыңлау,унда әйтелгәнгә ярашлы ишетеү.

Уҡыу.Хәреф таныу. Тәү башлап уҡып өйрәнеү. Һүҙҙәр, һөйләмдәр, текст уҡыу. Аңлы уҡыу. Тасуири уҡыу. Уҡыу универсаль эш алымы, мәғлүмәт алыу ысулы.

Һөйләү.Аралашыу маҡсатына ярашлы итеп тел сараларын, формаларын һайлау.Үҙ-ара һөйләшеү ҡороу һәләтен камиллаштырыу.

Телмәр мәҙәниәте. Бер-береңә өндәшеү, һөйләшеү үҙенсәлектәре: уҡытыусы, класташтар, яҡын туғандар, таныш булмаған кешеләр менән; һөйләшеү урыны, ваҡыты менән бәйле ситуацияларҙа аралашыу. Телмәрҙең йөкмәткеһе һәм формаһы.

Телмәр ситуациялары: хәбәр итеү (иғлан), өндәшеү, саҡырыу, һорау, үтенеү, бәхәс, әңгәмә (диалог), һ.б. Тел саралары: баҫым, тон, пауза, тауыш көсө, тауыш тембры, мимика, ишара.

Әңгәмәсе менән аралашыу уңышлы булһын өсөн шарттар булдырыу, этикет ҡағиҙәләрен үтәү: кешенең әйткәндәрен хуплап уның фекерен, тәҡдимдәрен иғтибар менән бүлдермәй тыңлау, ҡәтғи рәүештә уның әйткәненә ҡаршы сыҡмай - ҡабул итеү һәм үҙенең уйлағандарын бик итәғәтле итеп ҡыҫҡа ғына әйтеп биреү һ.б.; мәҙәниле аралащыу ҡағиҙәләрен үҙләштереү. Телдең орфоэпик формалары ( термин ҡулланмайынса - ҡайһы бер һүҙҙәрҙең әйтелеше.)



Яҙыу. Хәрефтәрҙе яҙыу, һүҙҙә уларҙы бер-береһе менән дөрөҫ тоташтырыу; һүҙ һәм һөйләмдәрҙе бирелгән текстан дөрөҫ итеп күсереп яҙыу, шулай уҡ әйттереп яҙҙырғанда тейешле каллиграфия нормаларын үтәү; ишеткән телмәрҙе, уҡылған тексты һүҙмә-һүҙ йәки ҡыҫҡартып яҙыу; унан тейешле мәғлүмәтте генә һайлап алып яҙма рәүештә теркәү; бәләкәй генә текстар(иғлан, хат,ҡотлау, әкиәт, хикәйә һ.б.) төҙөү. Яҙма телмәр саралары. Әҫәр жанрҙары:әкиәт, хикәйә, шиғыр, йыр, мәҡәл(әйтем), йомаҡ, тиҙәйткес, әйтеш, һанашмаҡ һ.б. Уларҙы яҙыу,һөйләү һәм уҡыу.

Шиғыр. Уның исеме, авторы, геройҙары. Уны һөйләү, уҡыу үҙенсәлектәре. Халыҡ һәм автор әкиәттәре.

Яҙма телмәрҙе тыуҙырыу. Уны уҡыу һәм тыңлау. Яҙма телмәрҙә ҡапма-ҡаршы мәғәнәле(антонимдар),бер үк мәғәнәне аңлатҡан һүҙҙәр(синонимдар).



Тел ғилеме.

Һүҙ тураһында башланғыс төшөнсәләр. Предмет һәм һүҙ.

Һүҙҙең исем атау функцияһы. Уның телмәрҙәге әһәмиәте. Кеше исеме, телмәрҙәге әһәмиәте. Кеше исемен, фамилияһын белдергән һүҙҙәр.

Предметтың хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр. Һүҙбәйләнеш. Уларҙы график тамғалау.

Предметтың билдәһен белдергән һүҙҙәр. Һүҙбәйләнеш. График тамғалау.

Һөйләм. Уның схемаһы. Һөйләм башы,аҙағы һәм уның аҙығында тыныш билдәләре (нөктә, һорау,өндәү).

Йыйнаҡ һәм киңәйтелгән һөйләмдәр. Һөйләмде тулыландырыу, һүҙ өҫтәү.

Текст. Уның мәғәнәһе, төп фекер. Уны тыңлау, һөйләү.

Ярҙамсы һүҙҙәр. Уларҙың һөйләмдәге әһәмиәте.

Һүҙ һәм өн. Өн тураһында төшөнсә. Һүҙҙе әйтеү, тыңлау, тамғалау. Һүҙҙең өн моделе.

Һуҙынҡы, тартынҡы өндәр. Нәҙек, ҡалын өндәр. Яңғырау, һаңғырау тартынкы өндәр.

Ижек. Баҫым. Һөйләү, һөйләшеү, аралашыу мәҙәниәте.

Хәреф. Хәреф - өндөң тамғаһы. Алфавит. Алфавит хәрефтәрен өйрәнеү. Уны ҡулланыу мөмкинселектәре.
1 класс өсөн "Башҡорт теленән" эш программаһы.

II ярты йыллыҡ. Аҙнаға 3 сәғәт х 11 аҙна,бөтәһе 33 сәғәт.

III сирек-4 аҙна х 3 сәғәт,бөтәһе 12 сәғәт

IV сирек- 7 аҙна х 3 сәғәт,бөтәһе 21 сәғәт

Уҡыу йылының икенсе яртыһында "Башҡорт теле"курсын өйрәнеү программаһына ярашлы беренсе-икенсе сиректә грамотаға өйрәнеү осоронда алған уҡыу,яҙыу күнекмәләрен һәм төҫмөрләнә башлаған универсаль уҡыу эш алымдары оҫталығын артабан үҫтереү маҡсаты ҡуйыла.

"Башҡорт телен" өйрәнеү осоронда түбәндәге мәсьәләләр ҡуйыла:

- баланың тәү башлап уҡырға, яҙырға өйрәнеү күнекмәһен, оҫталығын артабан үҫтереү;

- тел ғилеме өлкәһендә алған башланғыс төшөнсәләрҙе аңлы эшкәртеү процесын әүҙемләштереү;

- һөйләү, яҙма телмәрҙе ғәмәли ҡулланыу;

- универсаль уҡыу эш алымдарын үҙләштереүҙе интенсивлаштырыу.



Телмәр эшмәкәрлеге

Телмәрҙе тыңлау,ишетеү,аңлау.

Кешенең өндәшеүен тыңлау,төшөнөү,ситуацияға ярашлы ҡабул итеү.

Уҡыу.Уҡыу оҫталығын шымартыу. Аңлы,шыма уҡыу.Тасуири уҡыу.Уҡыу күнекмәһен мәғлүмәт,белем алыу сығанағы итеп ҡулланыу.

Һөйләү телмәрен белем алыу сараһы итеп ҡуллана белеү. Аралашыу оҫталығы башланғысын артабан үҫтереү.

Телмәр этикетына өйрәнеүҙе дауам итеү. Һөйләмде дөрөҫ төҙөп һөйләшеү.Һөйләмде дөрөҫ интонация менән, таҙа, дөрөҫ итеп әйтеү. Ниндәйҙер предмет,күренеш, хәл-ваҡиғаға ярашлы мәғлүмәт алыу маҡсатында һорау һөйләм төҙөргә өйрәнеү. Уны әңгәмәсегә биреп,тыңлап анализлау.



Яҙма телмәр.Бәйләнешле яҙма телмәр төҙөү оҫталығына өйрәнеү өлкәһендәге башланғыс күнекмәләрҙе үҫтереү.

Һөйләм һәм текст төҙөлөшө. Һөйләм төҙөү. Фәнни-популяр текст,иғлан,белдермә,ҡотлау һүҙҙәре. Ҡыҙыл юл,абзац төшөнсәһе.

Синоним,антоним менән танышыу.Һүҙҙең күп мәғәнәлеге.

Матур яҙыу.Дәрестә 4-5 минут ваҡытты дөрөҫ каллиграфия менән яҙыуға бағышлау. Юл һәм ҙур хәрефтәрҙең яҙылышына даими күнекмәләр үткәрелә, камиллаштырыла. Һүҙлек һүҙҙәрен яҙыу. Һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе тиҙ яҙыу оҫталығын үҙләштереү. Контроль күсереп яҙыу.

Тел ғилеме

Һөйләм.Һүҙҙәр теҙмәһе,йыйылмаһы,мәғәнә. Һүҙбәйләнеш. Һөйләмде сағыштырыу.Һөйләмгә хас үҙенсәлектәр.Әйтелеү маҡсатына ҡарап һөйләм төрҙәрен үҙләштереү: хәбәр,һорау,өндәү. Һөйләмде дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләре: ҙур хәреф,аҙағында тыныш билдәләре.

Һүҙ.Һүҙ төркөмдәре. Предметтың атамаһын,хәрәкәтен,билдәһен белдергән һүҙҙәр.Һүҙҙең лексик һәм грамматик мәғәнәләре.Үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙҙәр. Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ предмет атамалары. Яңғыҙлыҡ исемдәрҙе ҙур хәрефтән яҙыу.

Алфавит.Унда хәрефтәр тәртибе.Алфавитты ҡулланыу.

Өн. Хәреф.Һүҙҙең өн структураһы һәм мәғәнәһе араһындағы бәйләнеш.

Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр. Ижек. Һүҙҙе юлдан-юлға күсереү өсөн ижеккә бүлеү. Нәҙек,ҡалын һуҙынҡылар. Яңғырау һәм һаңғырау тартынҡылар. Һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙып өйрәнеү.Орфограммалар.



Универсаль уҡыу эш төрҙәре

Уҡыу эшмәкәрлегенә өйрәнеү.Үҙ аллы белем алыу,мәғлүмәтле булыу. Уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу. Маҡсатты күҙаллау. Эште планлаштырыу. Тикшереү эшен ойоштороу.Уҡыу объекттарын күҙәтеү,сағыштырыу,анализлау.Эшләнелгән эшкә байҡау яһау.Контроль.Эште баһалау.




Достарыңызбен бөлісу:
  1   2   3




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет