Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе
8 – се класс
Морфология буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Ябай һөйләм синтаксисы һәм пунктуация. Һүҙбәйләнеш һәм һөйләм. Һөйләмдә һүҙ тәртибе. Логик баҫым. Һөйләү маҡсаты яғынан һөйләм төрҙәре.
Һөйләмдең баш киҫәктәре. Эйә һәм хәбәр. Эйә, уның тәп килештә килеүе һәм башҡа һөйләм киҫәктәренә буйһонмауы. Эйә менән хәбәрҙең килеү урыны. Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ.
Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре. Аныҡлаусылар, өҫтәлмәлектәр, тултырыусылар.
Хәлдәр. Уларҙың төрҙәре. Рәүеш хәле. Урын хәле. Ваҡыт хәле. Маҡсат хәле. Сәбәп хәле. Күләм-дәрәжә хәле. Шарт хәле. Кире хәл. Хәлдәрҙең мәғәнәләре, үҙҙәре эйәргән һүҙҙәргә бәйләнеү саралары, бирелеше. Башҡорт телендәге хәлдәрҙе рус телендәге хәлдәр менән сағыштырыу, уларҙың оҡшашлығы һәм үҙенсәлектәре.
Ябай һөйләм синтаксисы. Синтаксик анализ яһау күнекмәләре.
Тиң киҫәкле һөйләмдәр. Тиң киҫәкле һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре. Тиң киҫәктәр эргәһендә дөйөмләштереүсе һүҙҙәр.
Ике составлы һөйләмдәр. Бер составлы һөйләмдәр. Тулы һәм кәм һөйләмдәр. Һөйләм аңлатҡан мәғәнәнең тулы асыҡлығы өсөн кәрәк булған киҫәктәрҙең һөйләмдә бирелеүе.
Һөйләмдең айырымланған эйәрсән киҫәктәре. Айырымланыу тураһында төшөнсә. Аныҡлаусыларҙың, өҫтәлмәлектәрҙең, хәл әйтемдәре һәм уларҙың айырымланыуы.
Һөйләм киҫәктәре менән грамматик бәйләнеше булмаған һүҙҙәр. Өндәш һүҙҙәр. Өндәш һүҙҙәр эргәһендә тыныш билдәләре. Инеш һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр. Тура һәм ситләтелгән телмәр. Диалог. Тура телмәрле һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре.
Һүҙ төркөмдәре һәм һөйләм киҫәктәре. Төрлө типтағы ябай һөйләмдәр төҙөү. Ижади эштәр башҡарыу. Протокол төҙөү. Синтаксик-стилистик күнегеүҙәр башҡарыу. Мәктәп – белем шишмәһе. С. Әлибай “Мәктәп юлы”, Н. Мусин “Һабаҡ”, Р. Тимершин. “Уйлап табыусы”.
Халыҡ ижады – халыҡ хазинаһы. “Ике сәсән”, “Сура батыр” ҡобайырҙары.
Көҙ – хеҙмәт һәм байлыҡ миҙгеле. З. Биишева. ”Көҙгө ямғыр”, Х. Назар. “Көҙгө көн. Болотло. Һалҡын”, Р. Ханнанов.“Икмәк ҡәҙере”, Р. Өмөтбаев. “Әмир баҫыуы”.
Башҡортостан – алтын бишек! А. Игебаев. ”Башҡортостан ил генәм”, “Ҡырлас тауҙар иле - Башҡортостан”, И. Кинйәбулатов. “Дуҫлыҡ төйәге”, Н. Нәжми. “Өфө йүкәләре”.
Салауат батыр – ир ине. “Салауат батыр” ҡобайыры, Ф. Күзбәков. “Яу ораны бит һин, Салауат”, Ф. Рәхимғолова. “Салауат”, Я. Хамматов. “Салауат” романы (өҙөк).
А. Лежнев “Салауатты ҡулға алыу” картинаһы буйынса яҙма эш.
Ҡыш. Ш. Бабич. “Ҡышҡы юлда”, Ф. Рәхимғолова. “Ҡыш”, Б. Рафиҡов. “Бүреләр”, И. Теләүембәтов. “Маралым таңы”, А. Йәғәфәрова. “Кескәй шишмә”.
Данлы йылдар, шанлы йылдар. М. Кәрим. “Үлмәҫбай”, Н. Ғәлиев. “Яуҙан ҡайтҡан ҡурай”, Р. Өмөтбаев. “Генерал Күсимов”.
Әсәйем – күңел ҡояшым! Ш. Бикҡол. “Әсәйемдең кәңәштәре”, Т. Ғиниәтуллин. “Әсә һәм бала”.
Әҙәп барҙа – иман бар. Х. Назар. “Өс һүҙ”, М. Ямалетдинов. “Иман”, З. Ғәлимов. “Ялан сәскәләре”.
Шаулап, гөрләп яҙ килә. Р. Ғарипов. “Яҙғы йыр”, З. Ураҡсин. “Алмағас”, “Сәскә ғүмере”, Р. Сафин. “Тол ҡатындар һәм аяҡһыҙҙар бейеүе”.
Ай, Уралым, Уралым! Ҡ. Аралбай. “Ер тураһында ете һүҙ”, Б. Бикбай “Ер”. Ж. Кейекбаев. “Урал тураһында ҡобайыр”, Н. Мусин. “Һуңғы солоҡ” (өҙөк), К. Шафиҡова. “Уйна, ҡурай!”
Йәй. Ф. Рәхимғолова. “Бал ҡорто һәм күбәләк”. Ш. Янбаев. “Тегәнәк”, Р. Солтангәрәев. “Һуңғы һунар”, Ә. Хәмәтдинова. “Йәшел аптека”.
9 – сы класс
Ҡушма һөйләм синтаксисы һәм пунктуация.
Ҡушма һөйләм тураһында төшөнсә.Ҡушма һөйләм һәм уның төрҙәре.Теҙмә һәм эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр.
Теҙмә ҡушма һөйләмдәр.
Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр.
Баш һәм эйәрсән һөйләм.
Эйәрсән һөйләм төрҙәре (эйәрсән эйә һөйләм, эйәрсән хәбәр һөйләм, эйәрсән аныҡлаусы һөйләм, эйәрсән тултырыусы һөйләм, эйәрсән хәл һөйләмдәр,эйәрсән урын һөйләмдәр, эйәрсән рәүеш һөйләмдәр, эйәрсән сәбәп һөйләмдәр, эйәрсән маҡсат һөйләмдәр, эйәрсән шарт һөйләмдәр).
Эйәрсән эйә һөйләм, уның баш һөйләмдең эйәһе урынында килеүе,йә баш һөйләмдәге мөнәсәбәтле һүҙ менән бирелгән эйәне асыҡлауы, баш һөйләмгә бәйләнеү саралары, тыныш билдәләренең ҡуйылышы. Рус теленә тәржемә ителеше.
Эйәрсән аныҡлаусы һөйләмдәр ,уларҙың баш һөйләмдең аныҡлаусы урынында килеүе, йә баш һөйләмдә мөнәсәбәтле һүҙ менән бирелгән аныҡлаусыға ҡарауы, уларҙың баш һөйләмгә бәйләнеү саралары , тыныш билдәләренең ҡуйылышы. Башҡорт телендәге эйәрсән аныҡлаусы һөйләмдәрҙе рус теленә тәржемә итеү.
Эйәрсән тултырыусы һөйләм, уның баш һөйләмдең тултырыусыһы урынында килеүе, йә баш һөйләмдәге мөнәсәбәтле һүҙ менән бирелгән тултырыусыға ҡарауы,баш һөйләмгә бәйләнеү саралары, тыныш билдәләренең ҡуйылышы.
Эйәрсән хәл һөйләмдәр. Эйәрсән ваҡыт һөйләм, уның баш һөйләмдең ваҡыт хәле урынында килеүе, йә баш һөйләмдә мөнәсәбәтле һүҙ менән бирелгән ваҡыт хәлен асыҡлауы. Ваҡыт һөйләмдәрҙе баш һөйләмгә бәйләүсе саралар, тыныш билдәләренең ҡуйылышы.
Эйәрсән урын һөйләм, уның баш һөйләмдә мөнәсәбәтле һүҙ менән бирелгән урын хәлен асыҡлауы, йә баш һөйләмдәге урын хәле урынында килеүе. Урын һөйләмдәрҙе баш һөйләмгә бәйләүсе саралар, тыныш билдәләренең ҡуйылышы. Башҡорт телендәге урын һөйләмдәрҙе рус теленә тәржемә итеү.
Эйәрсән рәүеш һөйләмдәр. Улар баш һөйләмдәге мөнәсәбәтле һүҙ менән бирелгән рәүеш хәлен асыҡлайҙар, йә баш һөйләмдең рәүеш хәле урынында киләләр. Эйәрсән рәүеш һөйләмдәрҙе баш һөйләмгә бәйләүсе саралар, тыныш билдәләренең ҡуйылышы. Эйәрсән рәүеш һөйләмле эйәртеүле ҡушма һөйләмдәрҙе рус теленә тәржемә итеү.
Эйәрсән сәбәп һөйләм, уның баш һөйләмдеңсәбәп хәле урынында килеүе, йә баш һөйләмдә мөнәсәбәт һүҙе менән килеп бирелгән сәбәп хәлен асыҡлауы. Эйәрсән сәбәп һөйләмдәрҙе баш һөйләмгә бәйләүсе саралар, тыныш билдәләренең ҡуйылышы.
Эйәрсән маҡсат һөйләм, уның баш һөйләмдә мөнәсәбәтле һүҙ менән бирелгән маҡсат хәлен асыҡлауы, йә баш һөйләмдәге маҡсат хәле урынында килеүе. Эйәрсән маҡсат һөйләмде баш һөйләмгә бәйләүсе саралар, тыныш билдәләренең ҡуйылышы.
Эйәрсән күләм – дәрәжә һөйләм, уның баш һөйләмдә күләм – дәрәжә хәле урынында килеүе, йә баш һөйләмдәге мөнәсәбәтле һүҙ менән бирелгән күләм – дәрәжә хәлен асыҡлауы. Эйәрсән күләм – дәрәжә һөйләмен баш һөйләмгә бәйләүсе саралар.
Эйәрсән шарт һөйләм, уның баш һөйләмдәге шарт хәле урынында килеүе, йә баш һөйләмдәге мөнәсәбәтле һүҙ менән бирелгән күләм – шарт хәленә ҡарауы. Эйәрсән шарт һөйләмдәрҙе баш һөйләмгә бәйләүсе саралар,тыныш билдәләренең ҡуйылышы.
Эйәрсән кире һөйләм, уның баш һөйләмдәге мөнәсәбәтле һүҙ менән бирелгән кире хәлгә ҡарауы, йә баш һөйләмдәге кире хәл урынында килеүе. Эйәрсән кире һөйләмде баш һөйләмгә бәйләүсе саралар, тыныш билдәләренең ҡуйылышы.
Ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләр, төрҙәре.
Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр тураһында төшөнсә: тиң эйәрсән һөйләмле һәм тиң булмаған эйәрсән һөйләмле, күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр, уларҙағы тыныш билдәләре.
Ҡатнаш ҡушма һөйләмдәр һәм уларҙа тыныш билдәләре.
Теҙемдәр.
Уларҙың йә тиң киҫәктәре, йә тиң һөйләмдәре күп булыуы һөҙөмтәһендә ҡатмарландырылған ябай йәки ҡушма һөйләм булыуы. Теҙемдәрҙең төрө, төҙөлөшө, уларҙың составында һанау һәм йомғаҡлау бүлеген барлыҡҡа килтереүсе конструкцияларҙың булыуы.
Һыҙыҡ, нөктәле өтөр, ике нөктәнең ҡуйылыу осраҡтары.
Йәйәләр һәм тырнаҡтар ҡуйылыу осраҡтары. Синтаксис һәм пунктуация буйынса үтелгәндәрҙе дөйөмләштереү һәм системаға һалыу.
Эш ҡағыҙҙары төҙөү буйынса эштәрҙе дауам итеү: хат, ғариза, белешмә, расписка, акт һәм протоколдар яҙыу күнекмәләрен үҫтереү. Ижади һәм стилистик – синтаксик күнегеүҙәр эшләтеү .
Башҡорт халыҡ эпосы йәки ҡобайырҙар.
Һүҙлек менән эш. Эпоста күтәрелгән философик, педагогик һәм әхлаҡ-этик проблемалар.
Сәсәндәр ижады .
Сәсәндәр ижады тураһында белешмә. Әҫәрҙәрҙең төп идеяһы, образдар системаһы, сағыштырмаса характеристика. Әйтеш тураһында төшөнсә.
Шәжәрәләр.
Шәжәрә тураһында төшөнсә. Шәжәрәләрҙең идея-тематик йөкмәткеһе.
Салауат Юлаев.
Яугир-шағирҙың тормошо һәм яҙмышы. Салауат – яугир, шағир, сәсән. Шиғырҙарының тематикаһы һәм проблематикаһы. Тыуған ил, тәбиғәт, мөхәббәт, азатлыҡ һәм батырлыҡ тураһындағы шиғырҙары. Тарихи шәхес, әҙәби герой, тарихи ваҡиға һәм художестволы әҫәр тураһында төшөнсә. Картиналар буйынса эш.
Аҡмулла.
Биографик белешмә. Философик лирика. Тәбиғәт лирикаһы. Шиғыр-ҡобайырҙар.
Өмөтбаев.
М.Өмөтбаевтың ғилми-ағартыу, тарих, этнография, фольклор, тәржемә өлкәһендәге эшмәкәрлеге.
Сафуан Яҡшығолов.
Яҙыусының тормош юлы һәм ижадына белешмә.
Мәжит Ғафури.
Яҙыусының тормош юлы һәм ижадына белешмә. Әҫәрҙәрендә социаль тигеҙһеҙлекте, ғәҙелһеҙлекте фашлау. Художество методы, художество образ тураһында төшөнсә. Рәшит Нурмөхәммәтовтың картинаһы буйынса эш.
Ш.Бабич.
Шағирҙың тормош һәм ижад юлы тураһында белешмә. Башҡортостан, азатлыҡ өсөн көрәш, тәбиғәт, мөхәббәт темаһы.
Яҡынса уҡыу - тематик план
8 – се класс
Бүлек
|
Сәғәттәр
һаны
|
Иҫкәрмә
|
Морфология буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау
|
2
|
|
Ябай һөйләм синтаксисы
|
2
|
|
Һөйләмдең баш киҫәктәре
|
3
|
|
Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре
|
2
|
|
Хәлдәр. Уларҙың төрҙәре
|
5
|
|
Ябай һөйләм синтаксисы
|
3
|
|
Тиң киҫәкле һөйләмдәр
|
3
|
|
Ике һәм бер составлы һөйләмдәр
|
8
|
|
Һөйләмдең айырымланған эйәрсән киҫәктәре
|
2
|
|
Һөйләм киҫәктәре менән грамматик бәйләнеше булмаған һүҙҙәр
|
2
|
|
Һүҙ төркөмдәре һәм һөйләм киҫәктәре
|
2
|
|
Мәктәп – белем шишмәһе!
|
4
|
|
Халыҡ ижады – халыҡ хазинаһы
|
1
|
|
Көҙ – хеҙмәт һәм байлыҡ миҙгеле
|
2
|
|
Башҡортостан – алтын бишек!
|
3
|
|
Салауат батыр – ир ине
|
3
|
|
Ҡыш
|
4
|
|
Данлы йылдар, шанлы йылдар
|
4
|
|
Әсәйем – күңел ҡояшым!
|
2
|
|
Әҙәп барҙа – иман бар
|
2
|
|
Шаулап, гөрләп яҙ килә
|
2
|
|
Ай , Уралым, Уралым!
|
4
|
|
Йәй
|
3
|
|
Бөтәһе
|
68
|
|
9 – сы класс
Бүлек
|
Сәғәттәр һаны
|
Иҫкәрмә
|
Ҡушма һөйләм синтаксисы һәм пунктуация
|
6
|
|
Эйәрсән һөйләм төрҙәре
|
6
|
|
Башҡорт халыҡ ижады
|
1
|
|
Ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләр
|
7
|
|
Теҙемдәр
|
6
|
|
Һыҙыҡ, нөктәле өтөр, ике нөктәнең ҡуйылыу осраҡтары.
|
6
|
|
Эш ҡағыҙҙары, уларҙың төрҙәре
|
3
|
|
Башҡорт халыҡ эпосы йәки ҡобайырҙар
|
5
|
|
Боронғо әҙәби ҡомартҡылар
|
1
|
|
Ҡол Ғәли. «Ҡиссаи Йософ»
|
3
|
|
Йырауҙар
|
2
|
|
Сәсәндәр
|
1
|
|
Шәжәрәләр
|
1
|
|
Салауат Юлаев
|
3
|
|
Мифтахетдин Аҡмулла
|
4
|
|
М.Өмөтбаев
|
2
|
|
Р.Фәхретдин
|
2
|
|
С.Яҡшығолов
|
2
|
|
Ф.Сөләймәнов
|
2
|
|
М.Ғафури
|
3
|
|
Ш.Бабич
|
4
|
|
Бөтәһе
|
68
|
|
Уҡыу-уҡытыу дидактик ҡулланмалары исемлеге
1. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар. - Өфө: Китап, 1996
2. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап. - Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы, 2005.
3. Башҡорт әҙәбиәтенән урта мәктәп, гимназия, махсус урта белем биреүсе уҡыу йорттары уҡыусылары өсөн күргәҙмә әсбап. – Өфө: Китап, 2005.
4. Башҡорт шиғриәте антологияһы. Тарих, тел һәм әҙәбиәте институты. Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар. Рауил Бикбаев. - Өфө: Китап, 2001.
5. Ғафаров Б.Б. Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы. – Өфө: Китап, 2008.
6. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009.
7. Закон Республики Башкортостан от 15.02.1999 г. № 216 –з “ О языках народов Республики Башкортостан”.
8. Псәнчин В.Ш. Телдең күркәмлек саралары. - Өфө: Китап,
9. Саяхова Л.Г., Ураҡсин З.Г. Русско-башкирский учебный словарь. - Уфа: Китап, 2001.
10. Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.
11. Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте: Урыҫ мәктәптәренең 9 – сы синыфында уҡыған башҡорт балалары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслеге. – Өфө: Китап, 2006.
12. Ураҡсин З. Ғ. Башҡорт теленең фразеология һүҙлеге. – Өфө: Китап, 2006.
13. Усманова Н. Г. Башкирско-русский и русско-башкирский словарь. Башкирско-русский разговорник. - Уфа: ГУП РБ “Уфимский полиграфкомбинат”, 2008.
14. Хисамитдинова Ф. Г., Муратова Р. Т. Русско-башкирский, башкирско-русский словарь. – Уфа: “Маленький гений Башкортостана”, Учебно-методический центр “Эдвис”, 2007.
15. Хөснөтдинова Ф.Ә., Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте: Рус мәктәптәренең 8 – се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. – Өфө: Китап, 2011.
16. Хөсәйенов Ғ. Б. Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге. – Өфө: Китап, 2006.
17. Шарапов И. Ә. Дәрестәрҙә әҙәбиәт теорияһын һәм тыуған яҡты өйрәнеү/ Ишмөхәмәт Шарапов. – Өфө: Китап, 2008.
18. Шәхиев Р.В. Әҙәбиәттә герой орбитаһы: әҙәби тәнҡит мәҡәләләре, рецензиялар, ижади портреттар. - Өфө: Китап, 2010.
19. Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым. – Өфө: Китап, 2007.
20. Әхмәҙиев Р.Х. Драматургияла жанр формалары. - Өфө: Китап, 2003.
21. Әхмәтйәнов К. Әҙәбиәт теорияһы. 3-сө баҫма. - Өфө: Китап, 2004.
22. Юлмөхәмәтов М. Б. Башҡорт теле һәм туған әҙәбиәт дәрестәрен үҙ-ара бәйләнештә уҡытыу. – Өфө: Китап, 2008.
Электрон – уҡытыу ресурстары:
1. http://tel.bashqort.com
2. http://tel.bashqort.com/hisamitdinova
3. http://tel.bashqort.com/usmanova
4. http://tel.bashqort.com/index.php
5. tugantel.ru
6. tel.bashqort.com
7. dicto.org.ru
8. www.yeshlek.ru/kitap/
9. www.husainov.com
10. www.akmulla.ru
11. www.bashskazki.ru
12. www.mp3.yeshlek.ru
13. www.bashkort.com
14. Мультимедийное электронное издание. Башкирский язык. Самоучитель для начинающих.
15. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудиоәсбап №1 М.Кәрим , Н.Нәжми, З.Биишева һәм Р. Ғарипов башҡарыуында шиғырҙар.
16. Электронный учебник по башкирскому языку для 7–8 классов.
17. Мультимедийное электронное издание. Башкирский язык. Самоучитель для продолжающих.
18. Электронный учебник для 7 класса. С русским языком обучения. Башкирский язык и литература
19. Изучаем башкирский язык:http://tel.bashgort.com
20. Башкирско-русский словарь:http://huzlek.bashgort.com/1811/
Уҡыу-уҡытыу дидактик ҡулланмалары исемлеге
-
Аҙнағолов Р.Ғ. 5-9 кластарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһы. Өфө: Китап,1996.
-
Башҡорт теленән урта мәктәп, гимназия, махсус урта белем биреүсе уҡыу йорттары уҡыусылары өсөн күргәҙмә әсбап. – Өфө: Китап, 2005.
-
Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. - Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : «Эдвис» уҡытыу – методика үҙәге, 2008.
-
Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Китап, 1994.
-
Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009.
-
Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым – Өфө: Китап, 2007.
-
Әүбәкирова З.Ф.Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә.– Өфө, 2006.
Рабочая программа по родному (башкирскому) языку для 9 классов
2015-2016 учебный год
Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластарында уҡыусы башҡорт балалары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы» нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С., Хөснөтдинова Ф.Ә, Хажин В.И. – Ижевск: КнигоГрад, 2008.
Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа «10-сы һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль автономиялы белем биреү учреждениеhының уҡыу планына ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.
Был эшпрограммаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:
«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.
Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:
-
башҡортса телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм камиллаштырыу;
-
башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик үҙенсәлектәрен аңлау һәм үҙләштереү;
-
бәйләнешле текст менән эш итә белергә өйрәтеү.
Программала ҡуйылған маҡсат һәм бурыстар:
-
Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмәғәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү.
-
Башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү.
-
Башҡорт телендә нәшер ителә торған гәзит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңлау күнекмәләрен биреү.
-
Үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу.
-
Телде өйрәнеү барышында балаларҙы башҡорт халҡының фәһемле тарихы, бай мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, башҡорт йолалары, күренекле шәхестәре, тыуған илдең тәбиғәте менән таныштырыу, уларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, уның теленә, үҙе йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.
-
Бөтә һаналғандарға таянып, рус һәм башҡорт телдәрен, әҙәбиәтен өйрәнеү нигеҙендә, балаларҙа туған телгә ихтирам тәрбиәләү, уларға илһөйәр һәм интернациональ тәрбиә биреү.
-
Башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү.
Программа кимәле:базис.
Уҡытыусының тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:
- 5-9 кластарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһы. Аҙнағолов Р.Ғ. - Өфө: Китап,1996.
- Ғафаров Б.Б. Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы. – Өфө: Китап, 2008.
Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу - уҡытыу методик комплекты:
-
Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б.,Башҡорт теле һәм әҙәбиәте: Урыҫ мәктәптәренең 9 синыфында уҡыған башҡорт балалары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслеге. Өфө: Китап, 2006.
Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау:
-
Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.
Уларға түбәндәгеләр инә:
-
башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
-
тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
-
тел материалдары буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.
-
дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
-
һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;
-
тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.
-
Башҡорт теленең ағымдағы, триместр йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.
Контроль эштәрҙе триместрҙың беренсе көнөндә, шәмбелә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.
Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:
-
контроль диктант – 2,
-
изложение – 2,
-
инша - 4
Яҙма эш төрҙәре яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:
-карточкалар менән эш;
-тест;
-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;
-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;
-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү:
-һүҙлек диктанты;
-һөйләмдәр төҙөү;
-һүҙлек менән эш;
Достарыңызбен бөлісу: |