Тимер ауылы тарихы
Ауыл тарихынан
Тимер – Бөрйән районының иң боронғо ауылдарының береһе – 1786-1790 йылдар араһында барлыкка килә, шулай уҡ 1834-1850 йылдарҙа Аралбай, Байғазы, Бикташ ауылына, Көлөбә йәйләүҙәренә, Боһондобаш утарҙарына 1834 йыл үҙҙәренең аҫаба ерҙәрен һаҡлап ҡалыу маҡсатында әүелдерелә, статус ала.
Тимер ауылы ҡыпсаҡ ырыуының ҡарағай тармағына ҡарай. Ауыл йырҙарҙа данланған Ағиҙел буйында урынлашҡан. Боронораҡ уның ерҙәре бик киң булған. Кесе һәм Оло Нөгөш, Ағиҙел, Үҙән, Һәүәнәк, Боһондо
йылғалары буйында йәйҙәрен йәйләп, ҡыштарын ҡышлаған. Тимер ауылының урынлашҡан ере, тәбиғәте бик матур, хозур. Уның Бейек-бейек тауҙары, ҡаялары, киң матур сәскәле туғайҙары һәр кемде үҙенә тарта, арбай.
Ҡарағай-ҡыпсаҡ волосына ҡараған Тимер ауылын хәҙерге Әбйәлил районынан күсеп ултырғандар. Републикабыҙ Үҙәк Хөкүмәт тарихи архивында 1816 йылда ауылдың кешеләре тураһындағы тулы мәғлүмәттә рәүзидә (урыҫса ревизская сказка) Архив (231, 138-се биттәр) йорт старшинаһы Теләүғол Ялчин 6-сы башҡорт кантонынан 1-се бүлегенә 1813 йылда Мораҙым Байғусҡаров, Ишҡол Ҡалҡаманов һәм уның улы Зиганша Хәлил ауылынан барщина хеҙмәтенә ебәрелә, 1815 йыл Кульчукбай Һөйөндөкөв ғаиләһе өҫтәлә. Улар нәҫеле 1834 йыл Бикташ ауылына күсә, әлеге ваҡытта Кульчиковтар Исламбайҙа йәшәйҙәр. Һығымтала, ҡарағай-ҡыпсаҡ волосына ҡараған ауылдар Әбйәлил районынан күсеп, 11-се һәм 12-се йортто тәшкил иткән.
Ерҙәрҙе ҡаҙна, помещиктар һәм завод хужалары тартып ала һәм көтөүлектәр бик ныҡ кәмей. Башҡорттарға йәйләүгә күсеүҙе лә тыялар. Администрация хатта йәйләү урындарын ағыулауға тиклем барып етә.
Теләүғол Ялчин һуңынан Ҡунаҡбай Ҡарабаев йорт старшиналары, зәүрәт-есаул Ғайса Тимеров, Иҙелбай Сүрәбаев, Есаул Аралбай Мөхәмәтов, Өмөтҡол Ишмөхәмәтов, сотник (йорт йөҙ башы) Ишмөхәмәт Буранғолов, Байғаҙы Ҡунаҡбаевтар берҙәм, яҡшы эш итеү, аҫаба ерҙәрҙе һаҡлау ниәтендә, тимерҙәрҙең бер өлөшөн утарҙарға күсереп, ауыл статусын алыуға өлгәшкәндәр.
1834 йылда Тимер ауылында ир-ат заты 305, ә ҡатын-ҡыҙ заты 259, барыһы 664 кеше була. Был йылдар урыҫтар тарафынан башҡорт ерҙәрен талаусыларҙың көслөк, алдау, һатып алыу юлы менән эш итеүҙе дауам иткән. Янау, ҡурҡытыу юлы менән башҡорттарҙы ошо бөлдөргөс алыш – бирешкә күндергәндәр. “Артыҡ” биләгән ер майҙандарын тартып алдырмау маҡсатында, ерҙәрен һаҡлап Тимер халҡы ла урыҫтарҙың төбәкте колониялаштырыуға тырышыуы арҡаһында төрлө ауылдар – Аралбай, Бикташ – барлыҡҡа килтергән.
Ауылда Ҡаһарман һәм Миңлебай Сирбаевтар, Һатлыҡ Күбәков 1806-1807 йылдарҙағы һуғышта, Мырҙағол Өмөтҡужин, Юлдыбай Түләбаев, Аҡназар Иҫәнгилдин Парижды алыуҙа ҡатнашып, миҙал алған, ә Һағынбай Ҡурамшин, Күсәрбай Ҡотлогилдин, Ишбирҙе Ҡыуандоҡов, Баяс
Күлсәрин, Нөғмән Һикһәнбаев 1828 – 1829 йылдарҙағы рус-төрөк һуғышында ҡатнаша.
Тимер ауылы шәжәрәһенән Тимерҙең улы олоһо Ишкилде (1748-1812 й.й.) уның улдары Ишбирҙе, Йәнбирҙе (1790 йылғылар – игеҙәктәр), Янабирҙе – 1787 йылғы, Баубәк (1804-1812 й.й.). Икенсе улы – зауряд-есаул Ғайса Тимеров – 1782 йылғы, кесе улы – Дәүләтбирҙе (1787-0841 й.й.) . Дәүләтбирҙенең улы Аллабирҙе – 1806 йылғы, уның улдары Шахморат – 1836 йылғы (Шаҡым араһы беҙгә, ошо Шахморат олатайҙан килә),
Шаһиморат – 1838 йылғы, Ғәләүетдин – 1843 йылғы. Шаһимораттың улы
Иблейәмин, уның улы Әхмәтзата, уның улы Әхмәтғәле, Әхмәтғәленең улы Марат һ.б. Иблейәминдең ҡыҙҙары Йәнбикә, Мәрйенбикә. Мәрйенбикәнең улы Сәлих Дәүләтбирҙин, Йәнбикәнең улы Салауат, Әбүзәр, ҡыҙы Сәмәрә.
Ғәләүетдиндең улдары Нәжметдин, Ғәләмитдин, Хажнитдин, Ибраһим, Зекериә, ҡыҙҙары Фәхерниса, Фәрхениса. Хажнитдиндың (1893 йылғы) улы Зиннәт, Уның улы (автор Д.З.Аллабирҙин) һ.б. Шулай итеп, Тимер олатайҙан Ишкилдин, Дәүләтбирҙин, Аллабирҙин, Йәнбирҙин, Иҫәнбирҙин, Шахморатовтар һ.б. таралған.
II бүлек. Тимер ауылы халҡының аралары.
Илен онотҡан – игелекһеҙ,
Халҡынан биҙгән – холоҡһоҙ,
Шәжәрәһен белмәгән – нәҫелһеҙ.
Халыҡ әйтеме.
Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда шәжәрә байрамдарының һәр бер ауылда тиерлек үткәрелеүе матур бер йолаға әйләнде. Беҙҙең ауылда был саранан ситтә ҡалманы. Һәм беҙҙең Тимер ауылында ла 2003 йылда “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар байрамы” үткәрелде. Һәм тарихи мәғлүмәттәр, байрамдың нисек уҙыуы гәзит биттәрендә яҡтыртылды. Ошо йәһәттән тарихҡа күҙ һалып китмәү яҙыҡ булыр.
Тимер халҡының араларын яҙып үтәйек:
Шаҡым – Тимер ҡарттың заттары булған;
Һәйетбайҙар – Бикмөхәмәтовтар, Арыҫланғужиндар, Балапановтар (ҡыш
өҫтөнән тары сәскәнгә әйткәндәр, Һәйетҡол ҡарттан
ҡалған);
Ҡышыҡ – Алтынбаев, Күҫәпҡолов, Аҡназаровтар ( улар бергә-бергә
ҡушылып ярҙам итешеп йәшәгәндәр);
Бәзмән – Мырҙағоловтарға әйткәндәр (һәр нәмәне, әйберҙе үлсәгәндән
килеп сыҡҡан);
Бохмаштар – Яубаҫаров, Үлмәҫбаев, Ҡолдобаевтар ( йыуаш, әҙ һөйләп,
боҫоңҡорап йәшәгәндәр), ер-һыу атамаһы Бохмаш яғынан
күсеп килгәндәр, Бохмаш туғайы ла бар;
Һармаҡ – Исхаков, Дауытовтар (тау төшкәндә аттың үҙенә тышау һалып
төшкәндәр, ялан яғынан күрәһең күсеп килгәндәр);
Ҡоҙғон – Бәҙәмшиндар (Бәҙәмшиндарҙың өләсәһе Белорет ауылы
Аҡбалсыҡ тигән ауылдан килен булып төшкән, ауылдың икенсе
төрлө исеме Ҡоҙғон, ырыуы Ҡатай). Яуабы үҙе үк әйтеп тора.
Улар һунарсылар, күрәһең. Бирғәле ағайға: “Ғүмереңдә нисә
айыу алдығыҙ?” тигән һорауға ла 125 тип кенә яуап бирә;
Ишҡара – Алтыншин, Баймырҙин (үҙ яуабы үҙендәлер, моғайын);
Яманһары – Нәҙершин, Яманғолов( сей һары булғандарҙыр инде).
Ара, әлбиттә. Туғандарҙы айырыу өсөн дә кәрәктер, сөнки әүәл атай исеме фамилияға күскән. Уларҙы ололар әйтеүҙәренән яҙып алынды, үпкәләмәҫтәр моғайын, был һүҙҙәргә өҫтәүҙәр ҙә барҙыр әле.
Тимерҙә 1850 йылда ир-ат затынан 162. ҡатын-ҡыҙ затынан 149 кеше, барыһы 311 кеше йәшәгән. Был йылдарҙа Байғаҙы ауылына 102 ир-ат, 85 ҡатын-ҡыҙ күсеп ауыл барлыҡҡа килтергән.
1859 йыл – 368, ә 1920 йылда – 453 кеше йәшәгән. Элекке утарҙың береһе – Аралбай ауылы есуал Аралбай Мөхәмәтовтың исемен йөрөткән. Ауылға 1834 йылда 20 йорт айырыла. Теләүғол Ялчин, Уның улдары, зәүрәт – есуал Иҙелбай Сураевтар – туғандары, Үҙәнбай Мөхәмәтдинов – улдары, Ғөбәйҙулла Айытҡолов, Аралбайҙың улдарынан Сәйфетдинов, Теләүбаев, Үҙәнбаев, Ҡондоҙбаевтар, йәмғеһе 100 кеше рәүиздә теркәлгән. Аралбайҙың атаһы Мөхәмәт Заһитов (1728 – 1816 й.й.) 88 кеше йәштә төп ауылда – Тимерҙә ерләнгән.
1850 йылда ауыл икеләтә арта: 41 йорт, ир-ат затынан 110, ҡатын-ҡыҙҙарҙан 87 кеше ирҫәпләнгән. (Архив № …, 767 – се бит). Алдағы иҫәпләнгән фамилияларға Зиянбаев, Ҡарашаев, Сәитбаталов, Хисматуллин, Үлмәҫбаев, Бүләкбаев, Ғөбәйҙуллин, Тимишев, Амирханов, Зәйнетдинов, Дәүләткилдиндәр һ.б. өҫтәлә. 1859 йылда 197 кеше 41 йортта йәшәгән, ә 1920 йылда кеше һаны кәмей, сөнки, 1-се бөтә донъя һуғышы, граждандар һуғышы, аслыҡ йылдары сәбәпсе, 33 өйҙә 162 кеше ҡала.
Аралбай Мөхәмәтовтарҙың шәжәрәһенән Сәйетбатал улдары Заһит улы Мөхәмәт, Мөхәмәттең улдары Сәйетбатал, Теләүғол, Аралбай, Үҙәнбай, Ҡондоҙбай. Сәйетбаталдың улы Ишдәүләт, Байморат, Мырҙабулат, Ишморат, Аралбайҙың улдары Шәмсетдин (27 йәштә 1850
йылда үлгән) улы Мутал, улдары Абрахман,Әбделйән, Әбделгәлим, ҡыҙҙары Шәмсисәмәрә, Шәсиямал, Хәбиямал. Аралбайҙың икенсе улы
Хәйретдин – улы Ғәйнетдин (1844 йылғы), Зәйнетдин (1850 йылғы). Өсөнсө
улы Мөхәмәтдин - улдары Әбделшәрифйән (1845 йылғы) , Әбделхәйер (1847 йылғы). Үҙәнбайҙың улы – Дәүләткилде улы Шамғол – улдары Ибраһим, Фазылетдин.
Ҡондоҙбайҙың улы Дәүләтсура Ҡондоҙбаев – улдары Бүләкбай, Үлмәҫбай, Айытулла, Хисмәтулла һ.б., икенсе улы Шәрәфетдиндән – Исламбай, Хисаметдиндән – Ҡурбанбай һ.б..
Ауылда мәктәп, магазин, мәсеттә була. Ауыл 1975-1980 йылдарҙа тарҡала, алдағы йылдарҙа Мишәргә, Тимер ауылына, район үҙәгенә
күсәләр.
Зәүрәт – сотник Байғаҙы Ҡунаҡбаев (1770-1853 й.й.)Һәүәнәк йылғаһы буйында ауыл нигеҙләй һәм уға үҙ исемен ҡуша.
1816 йылда Тимерҙә Байғаҙы Ҡунаҡбаевтың бер туғандары Әбделғазы, Бикмөхәмәт, Килмөхәмәт, уның улдары йәшәй. Байғаҙының улы Алмағол – улы Тәңребирҙе (1844 йылғы), Шаһимырҙан (1833-1839 й.й.), Шаһигәрәй (1834-1837 й.й.), икенсе улы Ишмырҙанан (1803 йылғы) Хөбитдин (1831 йылғы), Ғәйнетдин (1833 йылғы), Ҡаһарман, Ибраһим. Өсөнсө улы Шәрәфетдин улы Зәйнетдин (1835 йылғы), Баһаүетдин (1831 йылғы), Мөхәмәтдин (1846 йылғы), Рысҡол (1842 йылғы). Бикмөхәмәт Ҡунаҡбаевтың улынан Килдеғолов, Ишҡолов, Исламғолов, Юнысов, Юлдыбаевтар. Килмөхәмәттән – Шамғоловтар һ. Б. тарала.
Ауылда 1859 йылда – 220, 1920 йылда 478 кеше булған. Рядовой Хәйбулла Ташбулатов, Рәсүл Ишкилдин 1806 – 1807 йылдарҙа Наполеонға ҡаршы һуғышҡан, ә Ниғмәтулла Юлъяҡшин 1812 йылғы һуғышта миҙал ала.
Тимерҙәр Оло Нөгөш йылғаһы буйында Бикташ ауылына 1834 йылда нигеҙ һалалар. Уны 76 йәшлек Бикташ Тойғонов нигеҙләй. Улдары
Динмөхәмәт, Күжәхмәт, Хажиәхмәт тә шунда йәшәй. Ауылда 1834 йылда 117 кеше, 1859 йылда – 124, 1920 йылда 185 кеше, 1960 йылдарҙан һуң
тарҡала башлаған.
1812 йылғы Ватан һуғышында үрәтник Дәүләтҡол Ҡулаҡаев, Динмөхәмәт Бикташев, икешәр көмөш миҙал менән бүләкләнгән, рядовой Тавлин, Истан Ишмөхәмәтов 1806-1807 йылдарҙа Пруссияла һәм Польшала французға ҡаршы һуғыша. Динмөхәмәт Бикташевтың улдары Рәхим (1817 йылғы), Сөләймән (1831 йылғы), Ғилман (1833 йылғы),
Бирғәле (1835 йылғы), Мөхәмәтхәниф (1839 йылғы), Бикташ Тойғоновтоң
улы Юлмөхәмәт, уның улы Әбүсуфийән, Күжәхмәттең улы Ирғәле (1843 йылғы), Хажиәхмәттең улы Мөхәмәтғәли.
Бикташ янында Ҡыҫыҡ, Көләбә утарҙары барлыҡҡа килә. Һуңғы йылдарҙа Мырҙағолов, Ибраһимов, Хәйбуллин, Кәримовтар йәшәй, һәм улар Исламбай ауылына күсеп ултыралар. Бикташтан Исламбай ауылына Кульчиков, Әҙелбаев, Үтәғоловтар, Брәтәк ауылына Хөсәйенов, Байморатов, Юлмөхәмәтов, Йәһүҙиндар һ.б. күсеп ултырғандар. Ғәлиәкбәр ауылына ла Байморатов, Үтәғолов, Һөйөндөкөв, Кульчиков, Ҡотлоғужин, Түрәбәков, Бикмөхәмәтов, Хөсәйенов, Ҡунаҡбаев, Килдеғолов, Тойғонов, Бикташевтар йәшәгән ир-ат затынан 59, ҡатын-ҡыҙ затынан 53 кеше иҫәпләнгән. Һуғыш йылдары Стәрлегә төп юлдар Бикташ аша булған.
Тимерҙәр Кесе Нөгөш һыуын һыулаған, йәйләүҙәр булдырған, мал көткән. Ауылдарҙа төп шөғөл – малсылыҡ булған. Игенселек өсөн уңайлы ерҙәр ҙә булмаған, һәм климат ҡаршылыҡтарынан иген аҙ сәселгән. Шуға күрә күбеһенсә ағас эше, күмер яндырыу, дегет ҡайнатыу, аусылыҡ, умартасылыҡ менән көн күрә.
Тимер ауылының ер-һыу атамалары.
Ер-һыу атамаһы ла Тимер кешеләренең исеменән ҡалған- Ҡалҡаман, Баймырҙа, Ҡалмаҡай, Үҙән, Баҡҡол, Бохмаш, Яңыл аралы, Ҡарағол, Лоҡман соҡоро, Йәнсалай ҡоҙоғо һ.б..
Яңыл аралы.
Элек Тимер ҡарттың Яңылбикә исемле оҫта йырсы, бейеүсе бер килене булған. Яңылбикә төрлө ярыштарҙа, йыйындарҙа гел беренселекте алған. Бик көслө, ҡыйыу ҡатын ат ярыштарында ла ал бирмәгән.
Бер ваҡыт яҙғы ташҡын ваҡытында, Яңылбикә үҙенең ярыштарҙа ал бирмәгән аты менән иҙел аша сығыуға бәхәсләшкән. “Әгәр ошо һыуҙы сыбар айғырым менән йөҙөп сыға алмаһам исемем Яңылбикә булмаһын!” – тип һыбай һыуға төшкән. Иҙел уртаһында ат һөрлөгөп, икеһе лә ағып киткән. Йәй көнө Иҙел буйындағы бер ауылда кәүҙәһен тапҡандар.
Шул аралды “Яңыл аралы” тип атай башлағандар. Тимер ауылы менән Янһары ауылдары – араһында, Иҙелдең уң яҡ ярында, “Темәк” тапҡырында урынлашҡан был арал. Элегерәк Тимер ауылы кешеләре боҙҙан ат менән барғанда шул арал эргәһенән үтеп йөрөгәндәр. Ат һөрлөгөп ағып киткән кисеүҙе әле лә “Сыбар айғыр” тип йөрөтәләр.
Сыбар айғыр” ауылдың көньяғында урынлашҡан.
Ҡарағол.
Тимер ҡарттың малы бик күп булған. Шуға күрә ул малдарын көтөүселәр яллап көттөргән. Ҡыш көндәре көтөүселәр малды Ағиҙелдең икенсе яғында көткән, йәғни Ҡарағол яғында. Ә “Ҡарағол” атамаһы “көтөүсе” һүҙенән алынған. “Черный раб” йәғни “ҡара ҡол” тигәнде аңлата.
Тәрәнуй.
Ауылға төшкән юл ике тау араһынан һалынған. Элек ауыл ойошторола башлағас, юл һалынғанға тиклем, ошо үҙәктә бер һыйыр ҡазаға юлығып, үлеп ятҡан. Күп балалы ғаиләнең күҙ терәп торған берҙән-бер һыйыры булғас, хужабикә малын эҙләп тапҡандан һуң бик ныҡ ҡайғырған, тәрән уйға ҡалған , Аҙаҡ ошо үҙәк аша ауылға юл һалғандар һәм “Тәрәнуй” тип йөрөтә башлағандар.
Яҙҙауар һәм Кәмәше.
Яҙ көндәре, апрель урталарында уҡ, ауыл халҡы малдары менән Ҡалҡаман мәмерйәһе аҫтындағы яҙлауға күсер булған. Ә яҙлау туғайына
барыр өсөн Ағиҙел йылғаһын ике тапҡыр аша сығырға кәрәк. Яландың “Яҙҙауар” тигән исеме ошо ваҡыттан ҡалған. Ул яландан Һуң “Йүкәле туғай” килә. Ә “Йүкәле туғай” ҙан һуң ауылға табан тағы бер кисеү аша сығырға кәрәк. Был кисеүҙе “Кәмә сығышы” тип атағандар. Сөнки, йылғаның башҡа урындары ташҡын ваҡытында бик көслө аҡҡан, ә был урын тәрән, ләкин тоноҡ булған.
Йәнсалай ҡоҙоғо.
Йәй көндәре бесәнселәр, ураҡсылар барыһы ла яланда эштә була. Арҡала (тау башында) бесән сабыуы иң ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙырған. Халыҡ тау башында йылға булмау сәбәпле, бәләкәй генә бысраҡ бер күлдән һыу алып йөрөгән. Был күлде “Яхъя күле” тип атағандар, аттар ҙа ошо күлдән һыу эсеп йөрөгән булған.
1963 йылда Ҡолдобаев Салахетдин менән Баймырҙин Йәнғәле исемле кешеләр ҡоҙоҡ ҡаҙырға (Иҫке Монасип ауылы менән Тимер ауылы сигендә) булғандар. Бәхеткә күрәлер инде ҡоҙоҡтан һыу сыҡҡан, халыҡҡа оло шатлыҡ бүләк иткән. Аҙаҡ был ҡоҙоҡто Йәнсалай ҡоҙоғо тип йөрөтәләр.
Шүрәле уй.
Элек аттар өйөр-өйөр булып йөрөр булған. Бер ваҡыт өйөрҙәге бер ат көн һайын ҡара тиргә батып ҡайта башлаған. Был хәл көндә ҡабатланғас, халыҡ аптырауға ҡалған. Күмәкләшеп һөйләшеп, аттың һыртына сайыр һылап ебәргәндәр. Теге ат кисен башҡа аттарҙан ҡалып, арттараҡ ҡайтҡан. Ат өҫтөндә бер шүрәле ҡатыны ултырып килгән. Ул, ат һыртына һыланған сайырға йәбешеп, аттан төшә алмаған. “Нисек тә үҙе ысҡынып китер әле”, - тип уйлаған халыҡ. Бер нисә көн үтеп киткән, шүрәле илай башлаған. Уның янына килгән кешеләр, шүрәлене күргәндәр ҙә: “Әй, бисараҡайҙың йәш балаһы ҡалған икән, ебәрергә кәрәк, гонаһы булыр,” –
тигән фекергә килгәндәр. Был һүҙҙәрҙе ишеткәс шүрәле ҡатын сәпәкәйҙәр һуғып, ҡыуанған. Май һөртөп, кәрәсинләп был ҡатынды төшөрөп ебәргәндәр. “Ҡайһы яҡҡа китер икән?!” – тип ҡыҙыҡһынып ҡарап торғандар. Шүрәле Ағиҙел йылғаһы аша сығып, туп-тура үҙәк (уя) буйлап тау башына сығып киткән. Шул уяны “Шүрәле уй” тип йөрөтә башлағандар. Ваҡыт үтеү менән шүрәле һүҙе онотолоп “Шәреле уй” исеме ҡалған. Ҡышҡы, яҙғы ҡар-һыуҙары, йәйге, көҙгө көслө ямғырҙар ошо уянан шәре булып ағып ята, уяның ысын исеме “Шүрәле уй”
Ағиҙел йылғаһы ағымының һул яҡ ярында урынлышҡан.
Достарыңызбен бөлісу: |