ТӨП ТЕРМИНДАР ҺҮҘЛЕГЕ
Алмаш – исем, сифат, һан һәм башҡа һүҙ төркөмдәре урынында ҡулланылған һүҙҙәр.
Аморф һүҙҙәр – конкрет һүҙ төркөмөнә индереп йөрөтөлмәгән һүҙҙәр.
^ Анализ (тарҡатып тикшереү) – телдәге ҡатмарлы бер бөтөндө уны тәшкил иткән элементтарға тарҡатып тикшереү.
Аорист (билдәләнмәгән) – Һинд-Европа телдәрендә (грек, боронғо славян, боронғо урыҫ, хәҙерге көньяҡ славян) ҡылымдың күләм-заман формаһы.
Аффикс (ялғанған, ялғау) – һүҙгә яңы лексик һәм грамматик, йә булмаһа лексик-гамматик мәғәнә биреүсе морфема. Башҡарған функциялары буйынса улар өс төргә: һүҙ яһаусы, форма яһаусы һәм һүҙ үҙгәртеүсе аффикстарға бүлеп йөрөтөлә.
^ Аффиксаль морфема – тамыр морфемаға ҡушылып, унан яңы һүҙ яһаған йәғни уның мәғәнәһенә төҫмөрләнеш биргән морфема. Мәҫәлән:төр-гәк, бүл-мә, йәш-тәш, йәшел-сә.
^ Берлек һан – бер иш нәмәләр араһындағы бер йәки яңғыҙ нәмәне күрһәткән һан формаһы.
Билдәләү алмашы – нәмәнең дөйөмләштерелгән билдәһен күрһәткән алмаш төркөмсәһе.
^ Билдәһеҙлек алмашы – исем, сифат, һан һәм башҡа һүҙ төркөмдәре урынында ҡулланылып, билдәһеҙлек мәғәнәһен аңлатҡан алмаш төркөмсәһе.
Бойороҡ һөйкәлеше – һөйләүсенең икенсе бер кешегә ниндәйҙер эш-хәлде үтәргә, башҡарырға бойороуын белдергән һөйкәлеш формаһы.
^ Бүлем һандар – нисәшәр? һорауына яуап булып, нәмәләрҙең һан буйынса тигеҙ өлөштәргә бүленеүен белдергән һандар.
Бәйләүес – эйәреүсе менән эйәртеүсе һүҙҙе, шулай уҡ эйәрсән һөйләм менән баш һөйләмде бәйләп килгән ярҙамсы һүҙ.
^ Ваҡыт рәүештәре - эш-хәрәкәттең үтәлеү ваҡытын белдереп, ҡасан? һорауына яуап булып йөрөгән рәүештәр: бөгөн, һуң, хәҙер, былтыр, элек,төнөн.
Гипостазис (күсеш) – конверсия буйынса бер һүҙ төркөмөнөң икенсе һүҙ төркөмөнә күсеүе. Mәҫәлән: бүтән кеше (сифат) – бүтән килмә (рәүеш) – һинән бүтән кешем юҡ (бәйләүес).
Градацион теркәүестәр – тиң киҫәктәрҙе теркәп килгән ҡушма теркәүестәр. Ғәҙәттә, бындай теркәүестәрҙең компоненттары һөйләмдең төрлө өлөшөнә ҡарай һәм һуңғыһы мәғәнәүи йөкмәткеһе көслөрәк булыуы менән айырылып тора (генә түгел…, бәлки, генә түгел…, хатта һ.б.)
Грамматика – тел ғилемендә һүҙҙәрҙең үҙгәреш һәм яһалыш формаларын, төҙөлөшөн һәм һүҙбәйләнеш менән һөйләм төрҙәрен өйрәнгән бүлек.
^ Грамматик категория – 1. Бер төрлө грамматик мәғәнәләр йыйынтығы һәм уларҙың махсус формалар ярҙамында бирелеше (грамматик мәғәнә менән грамматик формалар берлеге); 2. Һүҙҙәрҙең семантик, морфологик һәм стилистик мәғәнәләр нигеҙендә берләшкән лексик һәм грамматик төркөмдәре (ҡылым категорияһы, рәүеш категорияһы).
Дебитив – Балтика телдәрендә ҡылымдың кәрәклек-тейешлек грамматик мәғәнәһен белдергән һөйкәлеш формаһы. Башҡорт телендә был грамматик мәғәнә барырға кәрәк, барырға тейеш тибындағы аналитик формалар менән белдерелә.
Диптот (икешәр) – бары ике генә килеш формаһына эйә булған һүҙ.
Директив (йүнәлеш) – Африка телдәрендә эш-хәрәкәттең ниндәй маҡсат менән йәки кем мәнфәғәтенә башҡарылғанын күрһәткән ҡылым суффиксы.
^ Дөйөмләштереүсе һүҙҙәр – һөйләмдең тиң киҫәктәре алдынан йәки артынан килеп, уларҙы дөйөмләштереп килгән һүҙҙәр.
Заман – эш-хәрәкәттең ваҡытҡа булған мөнәсәбәтен белдергән категория. Заман категорияһы айырым аффикстар ярҙамында яһала, ул аффикстар бер үк ваҡытта хәбәр һөйкәлешен һәм затһыҙ ҡылым формаларын билдәләүсе форманттар булып та сығыш яһай.
^ Зат алмашы – һөйләүсе менән тыңлаусының затын күрһәткән алмаш төркөмсәһе.
Изафет – төрки, ғәрәп һәм фарсы телдәрендә эйәлек мөнәсәбәтендәге ике исемдән торған һүҙбәйләнеше: күлдәк яғаһы, шәл осо, ҡала урамы, дәфтәр бите, өҫтәл тартмаһы һ.б.
Императив ымлыҡтар – кешенең нимәгәлер ҡарата мөнәсәбәтен, бойороуын, теләген белдергән ымлыҡтар.
Интеръективация (ымлыҡлашыу) – башҡа һүҙ төркөмөндәге һүҙҙәрҙең ымлыҡҡа күсеүе.
^ Инфинитив (уртаҡ ҡылым) – ҡылымдың зат, һан, заман, һөйкәлеш менән үҙгәрмәй торған формаһы.
Исем – нәмәнең, күренештең, эш-хәлдең, мөнәсәбәттәрҙең атамаһы булып, кем? нимә? кемдәр? нимәләр? һорауҙарына яуап булып килгән һүҙ төркөмө.
^ Исем ҡылым – эш-хәрәкәттең исемен белдергән һәм исемгә хас булған күплек, килеш һәм зат ялғауҙары ҡабул иткән ҡылым төркөмсәһе: кисеү, утлау, һөйөү, һынау, бейеү һ.б.
Ихтималлыҡ һөйкәлеше – эш-хәлдәрҙең башҡарылыу-башҡарылмау, ваҡиғаларҙың булыу-булмау итималлығын белдергән һөйкәлеш формаһы.
^ Йөкмәтеү йүнәлеше – эш башҡарыуҙы икенсе кешегә йөкмәтеүҙе, ҡушыуҙы белдергән ҡылым формаһы: уҡыт, яндыр, ҡойҙор, ҡотҡар, үткәр, төшөр һ.б.
Йыйыу һандары – күпме? нисәү? һорауына яуап биреп, нәмәне бергә төркөмләп, йыйып әйтеүҙе белдергән һандар.
Килеш – исем, исемләшкән сифат, алмаш һәм һандарҙы бүтән һөйләм киҫәктәренә бәйләп, үҙенә башҡа ялғауҙар менән билдәләнгән грамматик категория.
^ Киләсәк заман – һөйләү моментынан һуң башҡарылған эште белдергән заман формаһы. Башҡорт телендә билдәле киләсәк заман һәм билдәһеҙ киләсәк заман формалары бар. Билдәле киләсәк заман башҡарыла торған эш-хәлдең үтәлеше билдәле, ышаныслы һәм аныҡ булыуын белдерә һәм–асаҡ/ -әсәк, -ясаҡ/ -йәсәк аффиксы менән яһала. Юҡлыҡ формаһы –ма/ -мә аффиксы менән, шулай уҡ түгел модаль һүҙе менән белдерелә. Билдәһеҙ киләсәк заман киләсәктә эшләнә торған эш-хәлдең үтәлеше асыҡ булмауын, икеле булыуын, шулай ҙа уларҙың үтәлеүе мөмкин булыуын белдерә. Шуға күрә билдәһеҙ киләсәк заман үҙе белдергән хәрәкәтте бәлки, ихтимал, ахырыһы кеүек һүҙҙәр менән шик аҫтына алып бара. Билдәһеҙ киләсәк заман формаһы –ор/ -өр, -ыр/ -ер, -р аффиксы ҡушылыу менән яһала. Юҡлыҡ формаһы –ма/ -мә аффиксы менән яһала.
Киҫәксә – айырым һүҙҙең, һүҙбәйләнештең йәки бөтә һөйләмдең йөкмәткеһенә мәғәнә үҙенсәлеге биреп килгән ярҙамсы һүҙ.
^ Күплек һан – бер төрлө күп нәмәләрҙең, күренештәрҙең йәки төрлө процестарҙың атамаһын белдергән исемдәр.
Күптән үткән заман – бик күптән булған һәм бер нисә тапҡыр ҡабатланған эш-хәрәкәтте белдергән заман формаһы. Был форма –а/ -ә, -йаффикслы хәл ҡылым һәм торғайны ярҙамсы ҡылымы менән (ала торғайны, бара торғайны), шулай уҡ –ыр/ -ер аффикслы ҡылым аҙағына ине, булды, торған булды ярҙамсы ҡылымдары эйәреү юлы менән яһала: хыялланыр ине, барыр ине, йөрөр булды; йөрөй торған булды, бара торған булды.
^ Күләм категорияһы – эш-хәрәкәттең башҡарылыу процесын сағылдырған лексик-грамматик категория. Башҡорт телендә ҡылымдың күләм категорияһы эш-хәрәкәттең тамамланыуын һәм дауам итеүен, башланыуын, ҡабатланып тороуын, күбәйеүен йәки әҙәйеүен, тиҙ һәм оҙаҡ ваҡыт эсендә эшләнеүен белдерә.
^ Күләм-дәрәжә рәүештәре - күпме? ни тиклем? һорауҙарына яуап булып, эш-хәлдең эшләнеү күләмен, миҡдарын, дәрәжәһен белдереп йөрөгән рәүештәр: бер аҙ, әҙ-мәҙ, байтаҡ, тулыр-тулмаҫ, бөтөнләй, яртылаш, тамам, бер ни тиклем.
Күрһәтеү алмашы – исем, сифат, рәүеш урынында ҡулланып, теге йәки был нәмәне күрһәтеү өсөн ҡулланылған алмаш төркөмсәһе.
^ Күсемһеҙ ҡылымдар – тәьҫире бер нәмәгә лә күсмәгән, фәҡәт субъекттың хәрәкәтен, хәл-торошон аңлатҡан ҡылымдар.
Күсемле ҡылымдар – тәьҫире нимәгәлер күсә торған һәм төшөм килеш менән идара иткән ҡылымдар.
^ Кәсер һандар – нисә? күпме? һорауҙарына яуап булып нәмәләрҙең бөтөн һәм тулы булмаған өлөштәренең иҫәбен белдергән һандар.
Ҡушма исемдәр – ике йәки бер нисә һүҙҙән ҡушылып, бер төшөнсәне аңлатҡан исемдәр (аҡҡош, билбау, аръяҡ, тимер юл һ.б.)
Ҡушма ҡылым – исемгә һәм башҡа һүҙ төркөмдәренә ярҙамсы ҡылым ҡушылыу юлы менән яһалған ҡылым (ғүмер итеү, ант итеү, көс һалыу, күҙ һалыу һ.б.).
Ҡылым – ниндәй ҙә булһа заттың йәки нәмәнең билдәле бер замандағы даими эшен, хәрәкәтен йә торошон белдергән һүҙ төркөмө.
Ҡылым йүнәлеше - эш йәки хәрәкәттең кемгә йәки нимәгә йүнәлеүен аңлатҡан ҡылым категорияһы.
Ҡайтым йүнәлеше – эш-хәл субъекттың үҙенә ҡайтыуын белдергән ҡылым формаһы. Ҡайтым йүнәлеше нигеҙ ҡылымға –ын, -ен, -он, -өн(-н)аффикстары ҡушылыу менән яһала: йыуын, кейен, биҙән һ.б.
^ Маҡсат рәүештәре - эш-хәлдең маҡсатын белдергән рәүештәр: юҡҡа, бушҡа, буштан-бушҡа, бер ҙә юҡҡа, төптө юҡҡа, тик-томалға, тиктәҫкә.
Модаль һүҙҙәр – һөйләүсенең теге йәки был нәмәгә, күренешкә, эш-хәлгә ҡарата фекерен, уйын, ҡарашын, уларҙың булыу-булмауына, эшләнеү-эшләнмәүенә теләген, үтенесен һ.б. мөнәсәбәтен белдергән һүҙҙәр.
^ Морфологик анализ – һөйләмдәге һүҙҙәрҙең морфологик составын тикшереү.
Морфологик варианттар – фәҡәт аффикстары менән айырылған бер үк мәғәнәләге тамырҙаш һүҙҙәр. Мәҫәлән, ашау кәрәк – ашамаҡ кәрәк – ашарға кәрәк – ашамаға кәрәк; аҫмалы – аҫылмалы; уҡыған – уҡымышлы һ.б.
^ Морфологик категориялар – грамматик мәғәнәләре бер иш формала бирелгән һүҙҙәр төркөмө.
Морфология (гр. mөpһә – форма, lөgөs – тәғлимәт) – тел ғилемендә һүҙҙәр, уларҙың төҙөлөшө, үҙгәреү формалары һәм яһалыу ысулдары тураһындағы бүлек.
^ Мөнәсәбәтлек (модаллек) – телмәрҙең ысынбарлыҡҡа булған мөнәсәбәтен һөйкәлеш формалары, интонация, инеш һүҙҙәр ярҙамында белдергән грамматик категория.
^ Ниәт-маҡсат һөйкәлеше – һөйләүсенең ниндәйҙер эш-хәрәкәтте башҡарырға ниәтләнеүен, уның уй-маҡсатын белдергән һөйкәлеш формаһы.
Номинатив – төп килештең тел ғилемендәге төп атамаһы.
^ Оҡшатыу рәүештәре - нисек? һорауына яуап биреп, эш-хәрәкәттең булмышын башҡалар менән оҡшатып, сағыштырып килгән рәүештәр:бүреләй, уттай, айыуҙай, ат башындай, беҙҙеңсә, яҙғанса, китапса, геройҙарса.
Өноҡшаш һүҙҙәр – тәбиғәттәге төрлө тауыштарға оҡшатып әйтелгән һүҙҙәр: мыр-мыр, мыш-мыш, кәк-күк, шаҡ-шоҡ һ.б.
Парадигма – һүҙҙәрҙең заман, зат, килеш менән үҙгәреү өлгөһө.
^ Парлы исемдәр – ике һүҙҙән яһалып, йыйнау төшөнсәһен аңлатҡан исемдәр (керем-сығым, бәлә-ҡаза, бала-саға, кейем-һалым һ.б.)
Продукив булмаған аффикстар – яңы һүҙ яһауҙа ҡулланылмаған йәки һирәк ҡулланылған аффикстар. Мәҫәлән: күк-шел, иң-кеү, ел-бәгәй, бер-ләш, күрк-әм, көл-әс, аҡ-һыл, йөн-тәҫ, һиҙ-гер, үт-кер, сөс-көл, өс-көл.
^ Продуктив аффикстар – яңы һүҙ яһауҙа актив ҡулланылған аффикстар. Мәҫәлән: кеше-лек, изге-лек, яҡшы-лыҡ; ҡаҡ-са, оҙон-са, урта-са, һалҡын-са; ҡор-ҙаш, ауыл-даш.
Рәүеш – эш йәки хәрәкәттең билдәһен, уның ниндәй хәлдәрҙә үтәлеүен аңлатҡан һүҙҙәр.
Сама һандары – күпмеләп? нисәләп? һорауҙарына яуап биреп, нәмәнең иҫәбен сама менән белдергән һандар.
Сингулятив – фәҡәт берлек һанда ҡулланылған һүҙ.
Сифат – нәмәнең билдәһен, төҫөн, күләмен, тәмен, формаһын, бер нәмәлә икенсе нәмәнең барлығын йәки юҡлығын, ваҡытын, урынын аңлатҡан, ниндәй? ни төҫлө? ҡайһы? ҡасанғы? нимәләге? кемдәге? һорауҙарына яуап биргән һүҙ төркөмө.
Сифат ҡылым – үҙендә ҡылымға ла, сифатҡа ла хас билдәләре булған ҡылым төркөмсәһе.
^ Субсантивация (исемләшеү) – башҡа һүҙ төркөмдәренең исемгә күсеүе.
Сәбәп рәүештәре - эш-хәлдең эшләнеү сәбәбен белдереп ниңә? ни өсөн? һорауҙарына яуап булып килгән рәүештәр: юҡтан, бер ҙә юҡтан, сараһыҙҙан.
Тамыр исемдәр – фәҡәт тамырҙан ғына торған исемдәр (кеше, икмәк, һауа, урман, йәй, баҡыр)
Тамыр ҡылым – тамырҙан торған һәм башҡа мәғәнәүи өлөштәргә бүленмәгән ҡылым (яҙ, ал, бар, тарт, һөйрә һ.б.).
^ Тамыр рәүештәр - айырым морфемаларҙа бүленмәй торған рәүештәр: тиҙ, яңы, шәп, дәррәү, һирәк, кире, әүәл, ҡапыл.
Теләк һөйкәлеше - һөйләүсенең берәй эш-хәлде эшләргә, башҡарырға йәки башҡармаҫҡа булған теләген, ынтылышын, самаһын, ниәтен, уй-маҡсатын, хыялын белдергән һөйкәлеш формаһы.
Теркәүес – һөйләмдең тиң киҫәктәрен һәм ҡушма һөйләм составындағы һөйләмдәрҙе үҙ–ара бәйләү функцияһын үтәгән ярҙамсы һүҙҙәр.
^ Төп йүнәлеш – бер ниндәй ҙә ялғауы булмаған ҡылым формаһы: һал, бел, йыу.
Төп сифат – нәмәнең тәбиғи билдәһен аңлатҡан сифат (ҡып-ҡыҙыл, олораҡ, йәшкелт һ.б.)
Төп һандар – нисә? күпме? һорауына яуап булып, нәмәнең иҫәбен белдергән һандар.
Төшөм йүнәлеше – субъект тарафынан башҡарылған эш-хәлдең объектҡа йүнәлеүен, төшөүен белдергән ҡылым формаһы: һалын, белен, ҡорол, уҡыл һ.б.
Тәртип һандары – нисәнсе? һорауына яуап булып, нәмәнең һаналыш тәртибен, рәтен, дәрәжәһен белдергән һандар.
Уртаҡлыҡ исемдәр – бер төрҙән булған предметтарҙың, күренештәрҙең, шулай уҡ төрлө сифат, эш, хәл, хәрәкәттәрҙең дөйөм тамғаһын белдергән исемдәр.
^ Уртаҡлыҡ йүнәлеше (ҡылымдың) – эш-хәрәкәттең уртаҡ (бергә) эшләнеүен йәки төп эште башҡарыусыға ярҙам итеүҙе белдергән ҡылым формаһы. Ҡылымдың уртаҡлыҡ йүнәлеше –ыш/ еш, -ош/ -өш(-ш) аффикстары менән яһала. Мәҫәлән: эшлә-ш, йыу-ыш, тег-еш, йырла-ш, бейе-ш, яҙ-ыш һ.б.
^ Урын рәүештәре - эш-хәрәкәттең үтәлеү урынын белдереп, ҡайҙа? һорауына яуап булып йөрөгән рәүештәр: юғары, ары, бире, түбән, яҡын, алыҫ, тегендә, тегеләй, артта, артҡы, алға.
Үҙ аллы һүҙҙәр – лексик мәғәнәгә эйә булған һәм һөйләмдең ниндәйҙер киҫәге булып килә алған һүҙҙәр. Һүҙ төркөмдәренең етеһе – исем, сифат, һан, алмаш, ҡылым, рәүеш, мөнәсәбәт һүҙҙәр – үҙ аллы һүҙҙәр рәтенә инә.
Үҙ аллы һүҙ төркөмдәре – үҙ алдына торғанда тулы бер мәғәнәгә эйә булған һүҙ төркөмө.
Үлсәү һандары – нисәле? һорауына яуап булып, нәмәләрҙең ҙурлығы, дәүмәле, күләме яғынан үлсәүен белдереп –лы/ -ле, -ло/ -лө аффикстары ҡушылып яһалған һандар.
Үткән заман – эш-хәлдең һөйләү барған моменттан алда үтәлеүен белдергән заман формаһы (алды, алған, ала ине, алғайны, алған булған, ала торғайны, алыр булды, алыр ине, алған булыр ине, алыр булған, ала торған булған һ.б.)
^ Форма яһаусы аффикстар – һүҙҙең тамырына йәки нигеҙенә ҡушылып, уның лексик-грамматик мәғәнәһен үҙгәртеп килгән аффикстар. Уларға исемдәрҙең иркәләү һәм кесерәйтеү аффикстары (бала-ҡай, ҡош-соҡ), һан категорияһы аффикстары (китап-тар, беренсе-ләр, уҡыған-дар),сифат һәм рәүеш дәрәжәләрен яһаусы афикстар (шәб-ерәк, матур-ыраҡ), һан төркөмсәләре афффикстары (ике-нсе, өс-әр, биш-ләп, дүрт-әү), ҡылым төркөмсәләре аффикстары (уҡы-рға, уҡы-п, уҡы-ғас) инә. Шулай уҡ ҡылымдың йүнәлеш, күләм, һөйкәлеш, заман, юҡлыҡ категориялары аффикстры ҡарай (йыу-ын, йыу-ыл, йыу-ҙырт, йыу-ыш; бар-ғыла, яр-ыш-тыр, уҡы-ңҡыра, бар-һа, бар-ма).
Хәбәр һөйкәлеше – эш-хәрәкәттең хәҙерге, киләсәк, үткән заманда һөйүләүсе күҙлегенән ысын йәки ысын булмауын хәбәр итеүҙе белдергән һөйкәлеш формаһы.
Хәҙерге заман – эш-хәлдең һөйләү моментында үтәлеүен йәки һәр ваҡыт булып торған эш-хәлде белдергән заман формаһы. Был форма нигеҙ ҡылымға –а / -ә, -й аффиксары ҡушылып яһала (бара, килә, йөрөй).
Хәл ҡылым – икенсе бер ҡылымдан аңлашылған эш йәки хәлдең эшләнеү рәүешен, сәбәбен, ваҡытын белдереп, нисек? ни рәүешле? ни эшләп? ҡасан? ни эшләгәс? ҡасанға тиклем? ни эшләгәнсе? ни сәбәпле? ниңә? һорауҙарына яуап булған һәм зат, һан менән үҙгәрмәй торған ҡылым төркөмсәһе.
^ Хәл рәүештәре - эш-хәлдең эшләнеү рәүешен белдереп, нисек? ни рәүешле? һорауҙарына яуап булып килгән рәүештәр: тиҙ, һәйбәт, шәп, йәйәү, һыбай, ҡабалан, тереләй, эҫеләй, ҡапыл, ялан аяҡ.
Һан – нисә? күпме? нисәне? нисәшәр? күпмелер? нисәү? һорауҙарына яуап булып, нәмәләрҙең абстракт йәки конкрет, иҫәбен, һаналыу тәртибен белдергән һүҙҙәр.
Һүҙ төркөмдәре – дөйөм лексик-грамматик мәғәнәләре, берҙәм морфологик билдәләре, һүҙьяһалыш үҙенсәлектәре һәм синтаксик функцияларына нигеҙләнеп төркөмләнгән һүҙҙәр.
Һүҙ үҙгәртеүсе афффикстар – һүҙҙең тамырына йәки нигеҙенә ҡушылып, уның фәҡәт грамматик мәғәнәһен үҙгәртеүсе аффикстар. Һүҙ үҙгәртеүсе аффикстарға килеш, эйәлек һәм хәбәрлек категориялары аффикстары һәм ҡылымдың зат, һан категориялары инә. Мәҫәлән: бала-ның, бала-ға; уҡыусы-мын, уҡыусы-быҙ; ил-ем, ил-ебеҙ; ал-а-м, ал-а-һың, ал-а-быҙ һ.б.
Һүҙ яһаусы аффикстар – һүҙҙең тамырына йәки нигеҙенә ҡушылып, яңы лексик мәғәнә яһаусы аффикстар. Уларҙы бер нисәгә бүлеп йөрөтәләр. 1. Бер һүҙ төркөмөнән икенсе һүҙ төркөмө яһаусы аффикстар: быс-ҡы, иш-кәк; һөт-лө, йәй-ге; йыр-ла; аҡса-лата. 2. Шул һүҙ төркөмө эсендә яңы һүҙ яһаусы аффикстар: трактор-сы, эш-се.
Һорау алмашы - исем урынында килгәндә кем йәки нимә икәнлеген асыҡлаған, ә сифат вазифаһын башҡарғанда әйтелгән нәмәнең сифатын, тәртибен белдереп килгән алмаш төркөмсәһе.
Һөйкәлеш – һөйләүсе күҙлегенән эш-хәрәкәттең ысынбарлыҡҡа мөнәсәбәтен белдергән ҡылым категорияһы.
Һыноҡшаш һүҙҙәр – нәмәләрҙең, тәбиғәт күренештәренең хәрәкәтенә, һынына оҡшатып яһалған һүҙҙәр.
^ Шарт һөйкәлеше – эш-хәлдең билдәле бер шарт булғанда ғына үтәлеү-үтәлмәүен белдергән һөйкәлеш формаһы.
Шартлы сифат – нәмәнең урынын, ваҡытын, шулай уҡ ниндәй материалдан яһалғанын белдергән сифат (алтын, көмөш, яҙғы һ.б.)
Ымлыҡ – кешенең төрлө тойғоһон, нәмәләргә, эш-хәрәкәткә мөнәсәбәтен, ихтыяр-теләген белдергән һүҙҙәр.
Эйәлек алмашы – теге йәки был нәмәнең ҡайһы заттыҡы икәнен күрһәткән зат төркөмсәһе.
^ Эйәлек категорияһы – теге йәки был нәмәнең, ҡайһы затҡа йәки нәмәгә ҡарағанын белдергән категория.
Эмоциональ ымлыҡтар – кешенең һәр төрлө хис-тойғоларын белдергән ымлыҡтар.
Юҡлыҡ алмашы – кем йәки нәмәнең булмауын күрһәткән алмаш төркөмсәһе.
^ Яңғыҙлыҡ исемдәр – бер төрҙән булған предметтарҙың, хәрәкәттәрҙең дөйөм атамалары араһында берәмек төшөнсәне белдергән исемдәр.
Ярҙамсы һүҙҙәр – үҙ аллы мәғәнәһе булмаған, һөйләмдәрҙе һәм һүҙҙәрҙе үҙ аллы бәйләп, улар араһындағы мөнәсәбәтте күрһәтеп килгән һүҙҙәр. Ярҙамсы һүҙҙәр грамматик мәғәнәләре һәм функциялары буйынса өскә бүленеп йөрөй: бәйләүестәр, теркәүестәр, киҫәксәләр.
^ Ярҙамсы исем – исем йәки исем урынында килгән һүҙҙәргә эйәреп, уларҙың мәғәнәһен тултырып, конкретлаштырып килгән исем. Бындай ярҙамсы исемдәргә өҫт, аҫт, арт, ал, эс, төп, ян, буй, эргә һ.б. инә.
^ Ярҙамсы ҡылым – төп мәғәнәле ҡылымға эйәреп, төрлө грамматик функциялар башҡарып йөрөгән ҡылым (килә ине, килә торғайны; уйнап алыу, эшләй биреү; бара ала, күреп була, ярҙам ит һ.б.).
^ Яһалма исемдәр – аффикс ҡушылып яһалған исемдәр (таш-сы, ун-лыҡ, ҡой-маҡ, баҡса-сы һ.б.)
Яһалма ҡылым – төрлө һүҙ төркөмдәренә аффикстар ҡушылыу юлы менән яһалған ҡылым (аш-аша, уйын-уйна, моң-моңай, шәп-шәбәй һ.б.).
Достарыңызбен бөлісу: |