Задания II тура дистанционной олимпиады по Башкирскому языку для учащихся 9 11 классов (второй этап)



Дата20.06.2016
өлшемі76.54 Kb.
#149585
ЗАДАНИЯ

II тура дистанционной олимпиады

по Башкирскому языку

для учащихся 9 - 11 классов (второй этап)
1. Башҡорт телендә нисә диалект бар?

в) 3;


2. «Малайҙар, ҡарға балалары шикелле, ауыҙҙарын асып, күс күҙҙән яҙғансы ҡарап торҙолар ҙа ҡалдылар» һөйләмендә ниндәй һүрәтләү алымы ҡулланылған?

а) сағыштырыу;

3. Фәнни стилгә ниндәй үҙенсәлектәр хас?

а) аралашыу, фекер алышыу, күргән-белгәндәр тураһында фекер уртаҡлашыу;.


4. Әҙәби телгә ҡараған күплек ялғауҙары ниндәй диалекттан алынған?

в) Көнсығыш диалекттан;


5. Йөрәгем — ҡәберлек минең:

Унда үткәндәр илай.

Йөрәгем — сәңгелдәк минең:

Унда киләсәк дулай (Р. Ғарипов) шиғырында ниндәй һүрәтләү сараһы ҡулланылған?

в) антитеза;


6. «...Юл тауға үрмәләне, унан төшһәң — Тәрән үҙәк. Шулай итеп, бер алды, берсә арты менән бара торғас, үҙәккә төштө.. Тәрән үҙәк буйлап байтаҡ бараһы бар бит әле, ойоҫҡотҡас, буранға әйләнеп китмәһә ярай ҙа .

7. Һүҙбәйләнеш менән һөйләмдәрҙең ниндәй айырмаһы бар, дөрөҫ яуапты билдәләргә:

г) һөйләм һүҙҙәр төркөмөнән, йәғни һүҙбәйләнештәрҙән төҙөлә һәм бер бөтөн уйҙы белдерә, һүҙбәйләнештәр һөйләмде барлыҡҡа килтереүҙә ҡатнашалар.
8. Ниндәй эйәрсән һөйләмле эйәртеүле ҡушма һөйләм бирелгән, яуап яҙығыҙ: Кисә ҡыйыҡтан тамсылар тамған урындан боҙбармаҡтар һалынып тора (Ф. Иҫәнғолов). Эйәрсән урын һөйләм.
9. Шиғырҙа һүрәтләү сараларын күрһәтегеҙ. Һәр һөйләмдән эйә менән хәбәрҙе генә һайлап, яуап яҙығыҙ:

Һүрәтләү сара-сағыштырыу.



Мағаш итәгендә бер ауыл бар,

Еҙем аға ике аранан.

Елдәр унда ебәк кеүек йомшаҡ,

Хушбуй кеүек еҫле үләндәр.

Илаһи йән кеүек наҙлы күренә

Энә ҡарағы ла күрәндә.

Бөтәһе лә унда тере һымаҡ:

Тын алғандай тойола ташы ла,

Шыуышып йөрөй төҫлө аҡ болоттар

Күк көмбәҙле Мағаш башынан (Х. Ғиләжев).

1) Ауыл бар.2) Еҙем аға. 3) Елдәр йомшаҡ. 4) Еҫле үләндәр. 5) Күренә энә.

6) Бөтәһе тере һымаҡ. 7) Тойола ташы ла. 8) Йөрөй болоттар.
10. Текстың төп фекерен билдәләгеҙ һәм яҙығыҙ. Тексҡа стилистик, валсығына һүҙенә фонетик, ҡалын хәрефтәр менән бирелгән һүҙҙәргә морфологик анализ яһағыҙ. Тексҡа исем бирегеҙ.

Икмәк ҡәҙере.



Тир түкми икмәк үҫмәй, тиҙәр. Бу бик дөрөҫ. Күпме хеҙмәт ҡуйылған уға. Шуға бик ҡәҙерле ул. Икмәк — туҡлыҡ, сәләмәтлек, хеҙмәт, шатлыҡ нигеҙе, муллыҡ билдәһе.

Валсығына-[ у] [а ] [л ] [с ] [ы ] [ғ ] [ы ] [н ] [а ]-9 хәреф,9 өн.

в-[у]- һуҙынҡы, баҫымһыҙ, ҡалын

а-[а] һуҙынҡы, баҫымһыҙ, ҡалын.

л-[л ] тартынҡы, парһыҙ, яңғырау, ҡалын

с-[с ] тартынҡы, парлы, һаңғырау, ҡалын

ы-[ы ] һуҙынҡы, баҫымһыҙ, ҡалын.

ғ-[ғ ] тартынҡы, парлы, яңғырау, ҡалын.

ы-[ы ] һуҙынҡы, баҫымһыҙ,ҡалын.

н-[н ]тартынҡы, парһыҙ, яңғырау, ҡалын.

а-[а]-һуҙынҡы, баҫымлы, ҡалын.



Икмәккә- исем, (нимәгә?) б.ф.-икмәк, уртаҡлыҡ, тамыр, төбәү килештә, берлектә, төбәү килешенең ялғауын ҡабул иткән, һөйләмдә-тултырыусы.

Яҙылған – ҡылым,(нимә эшләгән?) б.ф.-яҙ, хәбәр һуйкәлеше, билдәһеҙ үткән заман, берлектә, тамыр, үткән заман ялғауын ҡабул иткән, һөйләмдә-хәбәр.

Ауыр- рәүеш, (нисек?),б.ф-ауыр, тамыр, төп рәүеш, һөйләмдә-хәл.

11. Компоненттары бер-береһенә мәғәнә яғынан тығыҙ бәйләнеп, айырым киҫәктәргә тарҡалмай, икенсе бер телгә һүҙмә-һүҙ тәржемә ителмәй торған һүҙ теҙмәләре нисек атала, дөрөҫ яуапты билдәләгеҙ:

в) идиома;
12. Һөйләүсенең йәки яҙыусының коммуникатив ниәтенә, маҡсатына ярашлы рәүештә, ҡайһы бер осраҡтарҙа һүҙҙәрҙе конкрет бер мәғәнәлә генә ҡулланыу кәрәк була, быны телмәрҙең асылы талап итә. Ошондай бер генә төшөнсәне һәм мәғәнәне белдереүсе һүҙҙәр нисек атала, дөрөҫ яуапты билдәләгеҙ:

б) терминдар;


13. Бер составлы һөйләмде билдәләргә:

г) Көҙҙөң тымыҡ һары һағышына —



Һағышына көҙҙөң түҙ генә

(Р. Ғарипов).

14. Мөнәсәбәт һүҙҙе табып, ниндәй мәғәнә биҙәге биреүен асыҡлағыҙ:

Юҡ. Кире ҡағыуҙы, инҡар итеүҙе белдергән мөнсәбәт һүҙ.

15. Һөйләмдә ҡалын хәрефтәр менән бирелгән һүҙ ниндәй һүҙ төркөмөнән килгән: Көр ат һалмаҡ ҡына лерт-лерт юрта (Ф. Иҫәнғолов).

Лерт-лерт-оҡшатыу һүҙҙәре.

16. Рәүеште табып, төркөмсәһен билдәләгеҙ:

Һирәк-һаяҡ –күләм дәрәжә рәүеше.


17. Тел, дуҫ һүҙҙәренә синквейн төҙөргә.

1.1.Тел


2. Туған, татлы

3. Һөйҙөрә, көйҙөрә,

4. Туған телеңдең ҡәҙерен бел.

5.


2.1. Дуҫ.

2. Ысын, туғры

3. Юата, ярҙамлаша, ҡайғырта

4. Матурлыҡ - бер көнлөк, дуҫлыҡ гүмерлек.



5. Иптәш.

18. Арба, ат, торна, ҡорот һүҙҙәренең енесен билдәләргә.

Арба,торна-ҡатын-ҡыҙ ҙаттары; ат, ҡорот- ир-ат ҙаттары.

19. Текста тыныш билдәләренең ни өсөн ҡуйылыуын аңлатып яҙырға:

Яҙғы сәскәләр

Йәйҙең иң матур айҙарының береһе май айы. Был ай иң шаулы, йәнле ай. Был ике һөйләмдә лә эйә менән хәбәр исем менән белдерелгән һәм улар араһында һыҙыҡ ҡуйыла.


Был айҙа беҙгә йылы яҡтан ҡоштар ҡайталар, ә яландарҙа тәүге матур сәскәләр сәскә ата башлай. Был һөйләмдә ҡаршы ҡуйыусы теркәүес ә алдынан өтөр ҡуйыла.
Улар үҙҙәренең тәмле еҫтәре менән, матур, зифа буйҙары менән тирә-яҡты матурлап, йәмләндереп торалар. Был һөйләмдә беренсе өтөр тиң тултырыусылар (еҫтәре менән, буйҙары менән) араһында ҡуйыла. Икенсе өтөр тиң аныҡлаусылар араһында ҡуйыла.
Кем генә ҡәҙерләмәй ҙә, кем генә һуң яратмай беренсе сәскә атҡан сәскәне. Был һөйләмдә өтөр тиң һөйләмдәр араһында ҡуйыла.
Сәскәләрҙе күреү менән, кешеләр үҙҙәренең ҡайғыларын оноталар, күҙ йәштәрен һөртөп, шатлыҡ кисерәләр. Был һөйләмдә беренсе өтөр ваҡыт хәлен айырымлай, икенсе өтөр -өп ялғауына бөткән хәлде айырымлай.

Сәскәләр кешеләргә йәм, дәрт, илһам, йән биреп торалар. Был һөйләмдә беренсе өтөр тиң тултырыусылар (йәм, дәрт, илһам, йән) араһында ҡуйыла.

20. Ниндәй һүрәтләү сараһында һүрәтләнгән күренештәр, предметтар икенсе күренеште йәки предметты бирә торған һүҙ менән туранан-тура әйтелә. Әҫәрҙә һөйләнелгән предметҡа күркәмлек биреү өсөн шулай эшләнә. Дөрөҫ яуапты билдәләргә:

а) метафорала;


ВЫПОЛНИЛ

Фамилия Садертдинова

Имя Индира

Отчество Ильшатовна

Класс 9 «А»

Школа МБОУ-Гимназия с.Чекмагуш

Город (село) с.Чекмагуш

Район Чекмагушевский район



Контактный телефон 89273374908

Ф.И.О. учителя Давлетшина Гульчачак Маратовна

Достарыңызбен бөлісу:




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет