УДК 82-3 = 512.141 ББК 84-4 (2 Рос=Баш) Г 16
Газин Ф. С.
Г 16 Эш алтында түгел: Хикәйәләр. — Өфө: Китап, 2006. — 88 бит.
ISBN 5-295-03850-5
Йәш прозаик Флүр Газиндың был икенсе китабы.
«Эш алтында түгел» йыйынтығына ингән хикәйә геройҙарын бер үк сифат берләштерә — тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш, дуҫлыҡҡа тоғролоҡ, маҡсатҡа ынтылышлы йәшәйеш, киләсәк өсөн яуаплылыҡ тойғоһо көслө уларҙа.
УДК 82-3 = 512.141 ТП— 112/06 ББК 84-4 (2Рос = Баш)
ISBN 5-295-03850-5
© Ф. С. Газин, 2006
ӨКӨТАШТА
Ришаттың иң яҡты хыялы — геолог булыу. Алыҫ- алыҫтарға, кеше аяғы баҫмаған тау-үҙән буйҙарына экспедицияларға сығып, таштарҙы тикшереү, асыш яһау. Ләкин был уның хыялы ғына, ысынында элегэ ҘУР-ҘУР экспедицияларға сығырға уның хәленән килмәй. Бының өсөн геология буйынса махсус уҡыу йортон тамамларға кәрәк. Ә Ришат етенсе класта ғына уҡый.
Экспедицияларға сыҡмаһа ла, ул, үҙҙәренең ауылы тирәһенә сығып, китаптарҙан уҡыған белеменә таянып, таштарҙы танып, уларҙы үҙенсә тикшереп, коллекция төҙөгән.
Бөгөн дә Ришат, мәктәптән ҡайтҡас, ҡырға сығып килергә булды. Был юлы ул Өкөташты һайланы. Ауылдан бер-ике саҡрым алыҫлыҡта ятҡан ҡая Ришаттың күңеленә яҡын ине. Ул күбеһенсә шунда барып тикшеренә. Унда ҡыҙыҡлы таштар бүтән ерҙәргә ҡарағанда күберәк һымаҡ.
Ришат, тамаҡ туйҙырғас, үҙ өлөшөнә төшкән өй эштәрен тиҙ генә бөтөрөп, дәрестәрен әҙерләп, ҡырға йыйына башланы. Эш менән булышып йөрөгән әсәһе, Ришаттың ҡырға йыйыныуын һиҙеп, хафаланды:
-
Көн дә тау-таш араһына ынтылаһың да тораһың. Бер ҙә аяғыңды һындырып, йә башыңды ярып үҙеңде зәғиф итеүеңце уйламайһың. Таш менән булышмаһаң, бүтән эш бөткәнме? Дуҫтарың менән уйна.
3
Ришат, әсәһенең һүҙенә ҡарап, Өкөташҡа барыуҙан өмөтөн өҙә башлағайны инде, әлдә эштән ҡайтып, гәзит уҡып ултырған атаһы ярҙамға килде.
-
Ҡуйсәле, әсәһе, Ришат бәләкәй бала түгел дә инде хәҙер, үҙ башы менән уйлай ала, нәмәнең кәрәк- мәгәнлеген белә. Таштарҙы ярата. Геология һәнәрен үҙ иткән, бик һәйбәт. Бала бәләкәстән үк хыялланып, үҙенең кем буласағын асыҡ белеп, шул һәнәргә әҙерләнеп үҫергә тейеш. Шунда ғына ул эшенә күңел бирәсәк. Бер нәмә менән дә ҡыҙыҡһынмай үҫеүселәр әҙме ни?! Ә ваҡыты еткәс, улар аптырап ҡала. Бер һәнәрҙе һайлап ҡарай — оҡшамай, икенсеһенә тотона, һуңынан да улар эшенән ҡәнәғәт булмай.
-
Шулайын шулай ҙа ул, — тип килеште әсәһе, — ләкин аңғарып, аяҡ аҫтын ҡарап йөрө, тип әйтеүем инде.
Урман-ҡыр, көҙ булыуға ҡарамаҫтан, әле йәй төҫөн үҙгәртмәгәйне. Ағастарҙың тирәһенә генә көҙ төҫө кереп, матур күренеш биреп ултыра. Урманда ҡош тауыштары ла тынмаған. Киреһенсә, урман ҡоштары Ришатҡа йәйгә ҡарағанда күберәк һайраған кеүек тойолдо. Йәй һайрап бөтмәгән йырҙарын көҙ һайрап бөтөргә булғандарҙыр, тип уйлап алды ул.
Өкөташ уны тауыш-тынһыҙ ғына ҡаршы алды. Тирә-яҡта бер йән эйәһе күренмәй ине. Ул ҡарашын бейектә ятҡан Өкөташ мәмерйәһенә йүнәлтте. Өңрәйеп, ҡарайып күренгән мәмерйә ауыҙына ҡарап, ул нишләп был ергә, мәмерйәгә Өкөташ тип ҡушыу- ҙарын иҫләп алды.
Ҡасандыр ошо мәмерйә ауыҙында өкө ғаиләһе йәшәгән булған. Ул ергә кешеләр йыш килә башлағас, ояһын ташлап, тыныс урын эҙләп, ситкә киткән. Әлеге ерҙә уларҙың исеме генә тороп ҡалған.
Ришат таштан ташҡа йәбешеп, мәмерйә ауыҙына яҡынлашты. Мәмерйәгә яҡынайыу өсөн, һөҙәк булһа
4
ла, арыу уҡ оҙон юл үтергә кәрәк ине. Ул үрмәләгәндә күҙгә ташланған һәр бер ташты әйләндереп-тулғанды- рып тикшерҙе. Кәрәкле тип тапҡандары кеҫәлә урын алды. Бына, ниһайәт, мәмерйәнең ауыҙы күренде. Кеше тура атлап, иңкәймәйенсә инеп йөрөрлөк булһа ла, мәмерйә тәрән түгел. Шуға күрә көн яҡтылығы мәмерйәгә тулыһынса тип әйтерлек үтеп инә.
Мәмерйә ауыҙына инеп баҫҡас, тәүҙә Ришаттың күҙенә ташландыҡ өкө ояһы салынды. Оя тулыһынса емерелеп бөткәйне. Ҡасандыр бында өкөләр йәшәүен белдереп, оя тирәһендә өкөләрҙең ҡорбаны булған ваҡ хайуандарҙың, ҡоштарҙың һөйәктәре тулып ята ине. Ришат еңе менән тирен һөрттө лә, боролоп, үҙенең менгән юлына, тирә-яҡҡа ҡараш ташланы. Бынан, бейектән, тәбиғәт шул тиклем матур күренә ине. Ах ҡаяларға, бормаланып-бормаланып аҡҡан Ағиҙел йылғаһына ҡарап һоҡланды Ришат. Әгәр унда шағир теле булһа, бер һүҙһеҙ күңелендә тыуған тәбиғәттең матурлығына арналған юлдар тыуыр ине.
Шунда уның ҡарашы ҡапыл аҫҡа, мәмерйә тапҡырына йүнәлде. Урмандан сығып килеүсе кеше ҡапыл уның иғтибарын йәлеп итте. Ришат үҙе лә һиҙмәҫтән, боҫа биреп ҡуйҙы. Менеп килгән кешенең йөҙө асыҡ күренмәй ине. Арҡаһында ҙур биштәре лә бар. Теге кеше, биштәр ауырлығынанмы икән, әҙерәк алға эйелә биргән. Уның артынан, әйтерһең, берәү баҫтырып килә: аҙым һайын тирә-яҡҡа ҡаранып ала. Ят кешенең был ҡыланышы Ришаттың күңелендә шом уятты. «Ни эшләп йөрөй икән был кеше?» тигән һорау ҡайнаны уның башында. Ришат ҡапыл, асыш яһаған кеше һымаҡ, ҡысҡырып ебәрә яҙҙы: «Геолог та инде был! Ә мин уны әллә ниндәй кешегә һанап ятам тағы». Ришат үҙҙәренең ауылы тирәһендә геологтарҙы һәм геология партияларын күргәне бар ине.
5
Уларҙы күрһә, малайҙың йөрәге елкенә башлай. Геологтар менән бер ултырып һөйләшкеһе, кайһы таш ҡайҙа осрай, ниндәй төҫтә, формала булыуын белгеһе килә ине. Ләкин үҙе бер ҙә һөйләшергә баҙнат итмәне. Ә бына был, исмаһам, көтөлмәгән осрашыу буласаҡ. Ул, моғайын, Өкөташты тикшерергә килгәндер.
Ришат дәртләнеп ҡуйҙы. «Бергә тикшерәбеҙ, әле яҡшылап белмәгән таштарҙы унан һорайым», — тип хыялланды.
Геолог, Ришат уйынса, тәүҙә Өкөташ мәмерйәһенә менеп тикшеренергә тейеш ине. Уның уйы раҫ булып сыҡты. Теге кеше, мәмерйәгә байтаҡ ҡына ҡарап торғас, етеҙ генә үрмәләй башланы. «Ҡайһылай оҫта менә, бейек-бейек тауҙарҙа, ҡаяларҙа йөрөп өйрәнеп бөткәндер», — тип Ришат һоҡланып ҡуйҙы. Малай геологты нисек ҡаршыларға уйлай башланы.
Иҫәнлек-Һаулыҡ һорашҡас, ул, әлбиттә, был ағайға үҙенең уй-хыялдарын, таштарҙы нисек өйрәнеүен һөйләйәсәк. Ләкин шул саҡ Ришат мәмерйәгә етеп килгән «геолог»ты таныш кешегә оҡшатты. Йөҙө яҡшылап күренмәһә лә, малай уны таныны. ...Был ауыл осонда йәшәгән Ҡылый ине. Уны ауыл халҡы бер эштән икенсе эшкә ҡыуылып йөрөүсе кеше итеп белә. Күҙе ҡылый булғанғамы, әллә күңеле бысраҡҡамы икән — олоһо ла, кесеһе лә уны исеме менән атамай — Ҡылый тип йөрөтә.
Был тирәлә һунар тыйылғас, кешеләр мылтыҡтарын ауыл Советына тапшырҙы. Ә Ҡылый йәшереп алып ҡалды. Ришат бер-ике мәртәбә уның урманда мылтыҡ аҫып йөрөгәнен күргәне бар.
Ауыл ситендә йәшәгәс, ул атып алған йәнлек- ҡоштарын сит-ят күҙгә күрһәтмәй алып ҡайта ала. Шуға уның ҡара эштәре һиҙелмәй, һыуҙан гел ҡоро сыға.
6
«Ғүмерҙә менмәгән мәмерйәгә бушҡа ғына биштәр аҫып менмәгәндер әле», тип Ришат мәмерйә эсенә шыуышты. Бәләкәс кенә был мәмерйәлә йәшенергә урын эҙләуе — ҙур бәлә ине. Шулай ҙа ул ҙур ауырлыҡ менән ике таш араһына ҡыҫылып ятты. Малайҙың ятып өлгөрөүе булды, шунда уҡ, ауыр тын ала-ала, мәмерйә ситендә Ҡылый күренде. Ришат әҙерәк кенә һуңлаһа, Ҡылый малайҙы, моғайын, күрер ине. Ул саҡта инде Ришатҡа, был кешенең ни эшләп йөрөүен белеү икеле. Сандыр оҙон кәүҙәле, йөҙө күп йоҡлаған кешенеке һымаҡ шешенеп бөткән Ҡылый, биштәрен сисеп, мәмерйә төбөнә һелтәне. Биштәр «дырҫ» итеп, Ришат ятҡан ерҙән 3—4 метр алыҫлыҡҡа килеп төштө.
Ҡылый мәмерйә эсенә йүнәлде. Малай тын алырға ла ҡурҡып, тынып ҡалды. «Әгәр минең бында икәнде һиҙһә, үҙенең ни эшләүен бер кемгә лә һөйләмәҫкә ант иттереп, туҡмаясаҡ», — тип шомланып ҡуйҙы. Бер, өс, биш аҙым... Юҡ, туҡтаны. Тағы ике-өс аҙым атлаһа, Ришатты күргән булыр ине.
Ҡылый урман шауын тыңлап торҙо ла, сүкәйеп ултырып, соҡор ҡаҙырға тотоноп китте. Ташлы ер тиҙ генә бирешә һалманы. Шулай ҙа маташа торғас, ул соҡор ҡаҙып ҡуйҙы. Был Ришатты сығырынан-сыға- рып аптыратты. Биштәрҙән соҡорға ҡанға батҡан болан башы һәм тояҡтары күскәс, ул тәрән ыңғырашып ҡуйҙы, күҙ алдары ҡараңғыланып китте.
Уның күҙ алдына тере боландар килеп баҫты. Улар икәү, ҡояш нурына ҡойоноп, урман ситендә баҫып тора ине. Күрше тауға таш тикшерергә китеп барған Ришат, шул боландарға һоҡланып, ирекһеҙҙән туҡтап ҡалғайны. Ниндәй матурҙар, һөйкөмлөләр ине. Ә хәҙер тәбиғәт күрке браконьер ҡулынан юҡҡа сыҡҡан. Бәлки, ул бая ялан ситендә торған ике боландың береһелер. Башҡа килгән ошо уйҙан Ришаттың тәне сымырлап ҡуйҙы, бәләкәс йоҙроғо төйнәлде.
7
Ҡылыйҙы күрә алмау тойғоһо артты. «Ниндәй матур хайуанды әрәм иткән, нисек ҡулы күтәрелгән, ҡанһыҙ», — тип ул саҡ-саҡ урынынан тормай ҡалды. Ришатҡа шуныһы ғына сер булып ҡалды: Ҡылый болан ҡалдыҡтарын нишләп Өкөташҡа алып килгән? Атҡан ерендә лә күмеп ҡалдырып, итен генә өйөнә алып ҡайта ала ине бит.
Бына ул боландың баш-тояҡтарын күмеп, тапап, эргәһендә ятҡан ҙур ташты килтереп һалды.
«Таш аҫтына түгел, тау артына тыҡһаң да, яуаплылыҡтан ҡотола алмаҫһың. Барыбер яуап бирерһең!» — тип эстән һөйләнде Ришат.
Ҡылый, елкәһенән ҙур эш төшкәндәй, уфтанып ҡуйҙы ла, эре-эре атлап тышҡа йүнәлде.
Ришат тәүҙә уның төшөп киткәнен көтөп торҙо, унан һуң, урынынан тороп, һаҡ ҡына мәмерйә ауыҙына килде. Ҡылый шәп-шәп атлап, урман эсенә инеп бара ине. Малай мәмерйәнән сыҡты ла ауыл яғына йүгерҙе. Ауылға ингәс, аҙымын яйлатты, ләкин туҡтаманы, ышаныслы, ҡыйыу аҙымдар менән ауыл Советына ҡарай атланы.
ЭШ АЛТЫНДА ТҮГЕЛ
Мәктәптән ҡайтып өйҙәге эштәрҙе арлы-бирле эшләнем дә, күк тышлы тубымды тотоп, урамға ашыҡтым. Ғәҙәттә, мин күренеүгә малайҙар йүгереп килеп етә торғайны. Бөгөн нишләптер урам тыныс. Уларҙы өйҙәрендә лә таба алманым. Әсҡәт, Мәүлит кластары менән ҡалаға экскурсияға киткән, Марат бәләкәй ҡустыһын ҡарай. Бәлки Иштимер өйҙәлер? Хәйер, уға барыуҙан файҙа сығырмы икән? Дәрестән ҡайта ла таш араһында бутала, таш тикшерә. Әллә нимә эҙләй
8
ул? Беҙҙән ситләшкән был малайға «Таш профессор» тигән ҡушамат тағып ҡуйҙыҡ.
Иштимерҙәрҙең, ҡупшы ғына итеп эшләнгән өйҙәре алдына килеп, уны сығарыу ниәтендә һыҙғырырға тотондом. Ҡояш нурҙары уйнаған тәҙрә аша Иштимерҙең әсәһе күренде. Уның баш һелкеүенә ҡарағанда Иштимерҙең өйҙә юҡлығын аңланым. «Ҡайҙа булһын, берәй соҡор йә йылға буйында таш соҡойҙор «профессор!» — тип йылға буйына атланым.
Әй, ана ла инде!
Мин йылға ситендәге ҡырсында тубыҡланып таш соҡоған малайҙың Иштимер икәнен таныным. Ҡыҙыҡ, малай тырышып таш тикшерә. Уйлап ҡараһаң, таштың нимәһенә иҫең китергә? Әллә алтын эҙләйме икән? Был тирәлә ниндәй алтын булһын, ти.
-
Сәләм «профессорға»! — тип мин теш араһынан «серт-серт» төкөрөп, Иштимергә һүҙ ҡушам. Ташҡа хайран ҡалып, хәстрүш, мине аңғармайыраҡ ҡалған икән. Тертләп, ырғып киткән булды.
-
Сәлә-ә-ә-м.
-
Шунан, алтын тапманыңмы әле? — тип мыҫҡыллайым.
-
Эш алтындамы ни? — тип ул эргәһендә ятҡан таштарҙы берәм-һәрәм ҡулына ала. Бына быныһы — быяла һымаҡ үтә күренмәлеһе — кварц була. Был ҡыҙғылты — мәрмәр ташы, хәйер, төҙөлөш өсөн бик ҡиммәтле минерал ул.
-
Кварц, мәрмәрең нимәгә ул миңә. Алтын тапмағас, ыҙалап таш араһында соҡсоноп көн үткәреп тә йөрөмәйем, — тип мин уның зитына тейеп, ҡамасауламаҡсы булам. Ҡайҙа ул! Иштимер һаман таш соҡоу ында.
-
Эй, ташла әле шул таштар араһында соҡсоно- уыңды, киттек туп тибергә, — тип уны нимәгә эҙләүемде белгертәм.
9
-
Юҡ, Наил, бөгөнгә булмай, бынау тирәлә бик ҡыҙыҡлы таштар осрай башланы бит әле.
«Кем һиңә инәлә?» — тип мин ҡырт ҡына боролоп китмәксе булғайным да, малайҙарҙың өйҙә юҡлығы иҫкә төштө. Мин ирекһеҙҙән уның эргәһенә сүгәләйем. Таштарҙы тотоп ҡараған булам, һоп-һоро, шыма таш, нимәһе уға ҡыҙыҡтыр? Үтә күренмәле был быяла һымаҡ аҡ таш аша ҡояшҡа ҡарайым. Кварц тигәне бынауы микән?
-
Ул, Наил, кварц була, кварц, — тип минең таш менән ҡыҙыҡһынғанымды күреп әйтеп ҡуйҙы Иштимер.
-
Беләм, бая аңлаттың да инде, — тигән булам.
Күҙ алдынан бер-бер артлы таштар үтә тора. Бы-
науһы ҡайһылай семәрле. Әйтерһең, кемдер буяған. Минең төҫлө таштар менән ҡыҙыҡһын ыуымды Иштимер һиҙеп ҡалды шикелле, иҫкәртеү яһай:
-
Минералдың матурлығына ҡарамайҙар!
-
Мин былай ғына ла инде, әллә таштарға һинең һымаҡ иҫем китеп ултыра тиһеңме? Шулай ҙа ҡулдар эргәләге таштарҙы һәрмәй.
-
Бынау ҡалай ҡыҙыҡ таш, ә! — тип ҡулыма тауыҡ йомортҡаһындай йомро, һор ташты алғандан һуң әйтеп ҡуйҙым.
-
Эйе, минералдар һыуҙа йыуылып, төрлө формаға әүерелеп бөтә, — тип минең «уҡытыусым» аңлата һала. — Йылға — йылға инде ул. Бында һыу ағыҙып алып килгән минералдан башҡаһы осрамай. Бына минерал эҙләп тау артылғанда...
Был төрттөрөп әйтелгән һүҙҙе үҙ яғыма ауҙара һалам:
-
Бөгөн туп типһәк ни, мин һинең менән тауға барырға риза.
-
Шулаймы? — тип ул миңә бер ҡыуанып, бер ышанмай ҡараны.
10
-
Әллә алдай тиһеңме? Бәлки, алтын табырбыҙ.
Иртәгеһен мәктәптән ҡайтып өйҙәге эштәрҙе
урыҡ-һурыҡ ҡына эшләнем дә Иштимергә ашыҡтым. Ә ул башына спорт кәпәсе, көн йылы булһа ла, өҫтөнә свитер, «штормовка», аяғына кеда кейеп, ҡулына оҙон һаплы сүкеш тотоп (атаһыныҡын алғандыр инде) юлға әҙер тора ине.
-
Иштимер, һиңә һаҡал ғына булһа, ысын геологтарҙан айырылмаҫһың, — тип мыҫҡыллау ҡатыш уға һоҡланам.
-
Нисауа, һаҡалы ла үҫер, — тип, хәстрүш, эйәген тырнаған була бит әле.
Беҙ йыйынған тау ауылдан әллә ни алыҫ түгел. Бер яҡ һырты ағарып ятҡанға микән, халыҡ тауҙы Аҡморон тип исемләй.
Ауылдың киң, саңлы урамдарын үткәс тә тауға күтәрелә башланыҡ. Иштимерҙең башы түбән эйелде. Осраған һәр бер ташты тиерлек ҡулына ала. Сүкешен дә бушҡа алмаған икән, ташты шартылдата һуғып яра ла, иғтибар менән уны тикшерә. Кәрәкле тип тапҡандарын «штормовка» кеҫәһенә һала. Ә мин тирә-яҡты күҙәтеү менән мәшғүлмен. Беҙ бульдозер менән аҡтарылған ергә киләбеҙ.
-
Наил, ҡара әле, тау гәлсәрҙәре, — тип Иштимер аҡтарылған ергә аяҡ баҫыу менән беренсе ташты ҡулына алғас та һөрәнләп ебәрҙе. Мин уның ҡулынан ташты тартып тигәндәй алам. Әйтерһең, кемдер тигеҙ генә итеп ҡырҡҡан. Был үтә күренмәле, ҡырлы-ҡырлы гәлсәргә һоҡланып туйырлыҡ түгел. Беҙ, тағы осрамаҫмы тип, кемуҙарҙан эҙләргә тотонабыҙ. Эҙләнеү үҙ һөҙөмтәһен бирә: беҙҙең кеҫәләргә бер-бер артлы таштар сума ғына. Соҡорҙо арҡырыға-буйға үтеп, һәр бер метрҙы тикшереп, күҙгә салынған гәлсәрҙәрҙе кеҫәгә тултыра торғас, беҙ байлығыбыҙҙың ауырлығынан атлай алмаҫ хәлгә еттек.
11
-
Хәҙер донъяла иң байы беҙ инде, — тип кеҫәләге таштарҙы ҡулға алам. Ҡояш нурында уйнап, гәлсәрҙәр төрлө төҫтәр бирә. Үҙемде киноларҙа күргән, асыш яһаған кешегә тиңләйем:
-
Эйе, Наил, ҙур байлыҡ таптыҡ, — Иштимерҙең дә ҡыуанысы сикһеҙ, бер туҡтауһыҙ ауыҙ йыра. — Ятҡылығы ҙурыраҡ булһа ине.
-
Нимә, ниндәй ятҡылыҡ һөйләйһең, — тип мин уны аңламай ыҙалайым. — Ҡаҙып алабыҙ ҙа һатабыҙ.
-
Ҡайҙа, кемгә һатмаҡсы булаһың?
-
Ну, кешеләргә, халыҡҡа, минең аңлауымса, был таш ҡиммәтле лә инде.
-
Минең аңлауымса, имеш. Бына, минең аңлауымса, һәр ҡаҙылма байлыҡ — хөкүмәттеке. Беҙҙең ҡиммәтле минералдар һатырға хоҡуғыбыҙ юҡ, — тип дуҫым ҡыҙып китте. — Американец булдыңмы? Хәйер, американдар ҙа тау гәлсәре һатып байымай. Алтын, алмаз, топаз, гәүһәр һата улар.
Гәлсәрҙе тапҡандан һуң тыуған матур хыялдарҙы был һүҙҙәр селпәрәмә килтерә. Күңел шиңә. Ҡулдағы был таштарҙы атып бәрге килә. Минең уттай һүнеп барыуымды Иштимер һиҙҙе, шикелле, йыуата башланы:
-
Әгәр гәлсәрҙең ятҡылығы ҙур икән, нишләп байлыҡ булмаһын, ти. Беренсе гәлсәр ятҡылығын табыусылар тип беҙҙе гәзиткә яҙырҙар, телевизорҙа күрһәтерҙәр әле. — Был һүҙҙәр миңә тәьҫир итмәй ҡалманы. Мин тағы йәнләндем. Хыялдар кире ҡайтты. «Гәлсәр ятҡылығын табып, илгә данлана алмабыҙ ҙа инде», — тип уйлап алдым.
-
Әйҙә, шул ятҡылыҡты эҙләйек. Йәй оҙон, моғайын табырбыҙ, — тип үҙем дә һиҙмәй тәҡдим индерәм.
-
Әйҙә, эҙләйек шул, — тип Иштимер ҡыуанып ризалашты. — Беҙгә гәлсәрҙең запасын белеү өсөн
12
төрлө-төрлө ергә, алыҫ, яҡын араға «экспедиция» ойошторорға кәрәк. Иртәгеһен беҙ был тауҙың түбә- һенә үк менеп еттек. Тау башында ҡыҙғылт таштар осраны. Иштимер әйтеүенсә, был тауҙа миллион- миллион йылдар элек вулкан урғылған. Әлеге бынау тапҡан базальт исемле таштар за вулкан менән урғылып сыҡҡан икән. Был ярайһы ғына ныҡ таш. Сүкеш менән саҡ ярҙыҡ. Шулай ҙа ҡатылығы менән корунд, алмаз таштарынан ҡалыша икән. Алмаз һүҙе сыҡҡас «уҡытыусы»ма күптән ҡыҙыҡһындырған һорауҙы бирәм:
-
Алмаз беҙҙең тирәлә осраймы?
-
Уралда бүтән таштар бөтәһе лә тиерлек бар, ә алмаз юҡ. Алмаз беҙҙең илдә Себерҙә, Африкала, Көньяк Америкала осрай.
-
Ә башҡа ҡиммәтле таштарҙың булыуы мөмкинме? Алтындың дамы?
-
Эйе, алтындың да.
-
Эх, шуны табырға ине.
-
Табырбыҙ, һис һүҙһеҙ табырбыҙ, тик хыялдарға бирелеп алтынды гел хыялдарҙан ғына эҙләмәҫкә кәрәк, аяҡ аҫтыңа ҡара әле, бәлки, уның өҫтөндә тораһыңдыр.
Мин «ялп» итеп был ысынды һөйләйме икән тип, башымды аҫҡа эйәм. Ҡарашыма ғәҙәти һор таштар салына. Шунан уның шаяртыуын аңлайым.
Был көндө әллә ни уңышҡа осрамаһаҡ та, икенсе көндө урман ситендәге бер соҡорҙан тағы гәлсәрҙәр табып, бер ҡыуандыҡ. Өсөнсө, дүртенсе көндә лә таш артынан йөрөнөк. Тора-бара был ғәҙәти хәлгә керҙе. Ҡырға сыҡҡан һайын тағы ла сыҡҡы килә, таш тапҡан һайын, тағы ла тапҡы килә. Ошолайтып «таш ауырыуы»ның миңә лә йоғоуын һиҙҙем. Уйындарҙан ситләштем. Малайҙар «адъютант» тип ҡушамат тағып ҡуйҙы. Дуҫтар кәмене. Ләкин минең ысын дуҫым бар
13
ине. Иштимер менән дуҫлашыуға ғорурландым. Ғорурланмай ни?! Уның һымаҡ белемле булсәле! Минералдар тураһында көнө-төнө һөйләй ала. Был хәтлем белемде ҡайҙан алған тиерһең? Үҙе әйтеүенсә, китаптан, ти. Миңә лә, ҡулайы тура килһә, минералогия тураһында китап тоттора һала. Донъя йөҙөндә минералдар шул тиклем күп һәм төрлө икән. Быға тиклем бының шулай икәне башыма ла килмәй торған ине. Таш, таш тиһәм дә, унан машинаһын да, барыһын да эшләйҙәр икән. Мин китаптан уҡып һәр минералды иҫтә ҡалдырырға тырышам. Меңәрләгән ташты иҫтә ҡалдырырһың ҡалдырмай ҙа ни! Шул мәлдә ярҙамға Иштимер килә. Ҡырҙа булғанда ул минералды төҫөнә, ауырлығына, еҫенә ҡарап танырға өйрәтә. Июнь айында беҙ ысын геологтар һымаҡ экспедицияға йыйындыҡ. Мин ныҡ иртәләһәм дә, Иштимер юлға әҙер тора ине инде.
-
һин оҙаҡлағас, быны ебәрмәгәндәр икән, тип хафаланып бөткәйнем, — тине ул, мине ҡыуанып ҡаршылап.
-
Ебәрмәҫкә иҫәптәре бар ине лә, алтын һүҙен ишеткәс, үҙең беләһең... — тип мин дә шаяртып алдым.
Яурынға аҙыҡ менән тулған биштәрҙе аҫып, ҡулға баҡырса тотоп, урамға сыҡҡайныҡ инде, шунда палатка онотҡаныбыҙ иҫкә төштө. Ауылдан тиҫтәләрсә саҡрым китеп, төн еткереп палатка ҡороп йоҡламағас, ниндәй экспедиция булһын, ти?!
Беҙ бер нисә минутҡа юғалып ҡалдыҡ. Ҡапыл Иштимер ҡыуанып ҡысҡырып ебәрҙе:
-
Палатканы Әсҡәттән алабыҙ. Ике урынлы палаткам бар, тип маҡтана ине. — Әсҡәткә көнөң төшмәһен инде. Тәүҙә ул палатка алып ҡайҙа китеүебеҙҙе төпсөндө. Аңлатҡас, беҙҙең таш артынан йәйәү әллә ҡайҙа китеп барыуыбыҙҙан мыҫҡыллап көлдө.
14
-
Мине лә шул экспедицияға алаһығыҙмы әллә? — тип ул, ҡапыл беҙҙе аптыратып, тәҡдим яһаны. Көтөлмәгән тәҡдимгә аПтырап, беҙ бер-беребеҙгә ҡараштыҡ.
-
Нишләп, теләгең булғас, әйҙә, икәүҙән өсәү яҡшы, — тип Иштимер шунда уҡ ризалыҡ бирҙе. — Тиҙерәк йыйын, кис төшкәнсе Яғалса тауына барып етергә кәрәк беҙгә. — Беҙҙең күңел көр, аҙымдар ырамлы ине. Әсхәт транзистор алған икән — унан ағылған моң, былай ҙа дәртле күңелде тағы ла дәртләндерә, йырлағы килә. Ауыҙ эсенән көйләй ҙә башлаған инем инде, ҡапыл Иштимер ҡулын күтәрә:
-
Теләйһегеҙме, мин һеҙгә яңы ғына тыуған шиғыр һөйләйем?
Ул беҙҙең ризалыҡты ла алмай башланы:
Минең хыял — геолог булырға,
Алыҫ ҡырҙар күрергә.
Бейек тауҙарға менергә,
Ҡыҫҡаһы, тыуған илгә файҙа килтерергә.
Шиғырҙың ҡоро рифмаһы ғына булһа ла, беҙ «шәп» тигән булдыҡ. Эйе, ҡыуанысының сигенә етеп шиғыр тыуҙырған кешенең нисек ҡанатын һындырырға баҙнат итәһең инде. Беҙ тәғәйенләнгән ергә, ике-өс ерҙә туҡтап, кискә генә арманһыҙ булып барып еттек. Шунда уҡ «лагерь» ҡороп ебәрҙек. Ысын экспедицияларҙың туҡталышы, Иштимер әйтеүенсә, шулай тип атала икән. Төн ныҡ шөрләтһә лә, ярайһы уҡ тыныс үтте. Беҙҙе бүре-айыу ҙа, башҡа заттар ҙа бимазаламаны.
Таң менән беҙ тау итәгендә инек инде. һороло- аҡлы, күкһел, ҡыҙғылт таштар беҙҙең күҙ алдынан үтә. Ҡыҙыҡлы тип тапҡандарын ҡулға алып, сүкеш менән яра һуғабыҙ. Күптәр «образец» булып айырым
15
сумкаға инеп ята. Дөрөҫөрәге, беҙҙең эҙләнеүҙең төп йүнәлеше тау гәлсәрҙәре булғас, беҙ бүтән таштарға иғтибар итмәҫкә тырышабыҙ. Хәйерһеҙең, ул минералды тауҙың аҫтын-өҫкә килтереп эҙләһәк тә, берәү ҙә осрамай. Нисәмә сәғәт шулай һөҙөмтәһеҙ йөрөгәс, күңел дә төшә башланы. Етмәһә, ҡояшы ла мейене тишә яҙып ҡыҙҙыра. Беренсе булып беҙҙең «уҡыусыбыҙ» ялҡты. Беҙҙең арттан, беҙҙең ыңғайға һәүетемсә йөрөгән Әсҡәт тороп ҡала башланы. Тиҙҙән икенсе нәмәләргә мәшғүл булып китте. Беҙ уға иғтибар итмәй, теш ҡыҫып, һаман тикшеренеүҙе дауам итәбеҙ. Күҙ алдынан таштар үтә генә. Мин уларға битараф була башланым, шикелле. Хәҙер йыш ергә сүгәләйем, күп таштарға иғтибар итмәйем.
Достарыңызбен бөлісу: |