Зәйтүнә Шәрипова(Журнал “Ағиҙел”) Мәғрифәт усағының яҡтыһы



Дата16.06.2016
өлшемі90.5 Kb.
#139763
Зәйтүнә Шәрипова(Журнал “Ағиҙел”)

Мәғрифәт усағының яҡтыһы (Стәрлебаш мәҙрәсәһенә – 300 йыл)

XIX быуат баштарына тиклем башҡорт шәкерттәренең күбеһе Бохара, Мысыр яҡтарына ғилем артынан юлланһа, быуаттың урталарында уларҙың байтағы мәктәп-мәҙрәсәләр хужаһы булып китә, һәм сит-ят яҡтарҙан килгән зыялылар ҙа уҡытыу эшенә йәлеп ителә.

Р. Фәхретдиновтың «Аҫар» белешмәһендә алыҫ илдәрҙән килеп уҡытыусылар хаҡында ла мәғлүмәт-тәр бар. Мәҫәлән, Һибәтулла Салиховтың остазы – Вәлетдин бин Хәсән әл-Бағдади, Бағдад-Һиндостан-Хөрәсән-Бохара, Яйыҡ аша килеп, Ырымбур Ҡарғалыһында урынлаша һәм дәрестәр бирә башлай.

Элекке замандарҙа – хәҙер ҙә шулай – уҡыу йорттарындағы уҡытыу кимәлен, йөкмәткеһен, ғөмүмән, уның йөҙөн мөғәллимдәр билдәләгән. Шәкерттәрҙең белеме, рухи камиллашыу юлындағы уңыштары, хәҙерге термин менән әйткәндә, рухи етәксеһенең ғилми-педагогик әҙерлек дәрәжәһенә, уның тәбиғи һәләттәренә туранан-тура бәйле булған. Уҡыу-уҡытыуҙың оҙайлы традициялары формалашып, өйрәне-ләһе предметтарҙың билдәле бер системаһы нығынһа ла, һәр бер мәҙрәсә мөдәрисе уларҙы үҙенсә үҙ-гәрткән, үҙе белгәндәренә һәм теләгәненә таянып уҡытыуҙы хуп күргән. Йыш ҡына мәҙрәсәгә түгел, ә ундағы тәғәйен уҡытыусыға төбәп барғандар, шуға ла мәҙрәсәнән мәҙрәсәгә күсеп йөрөгәндәр. Икен-селәре, киреһенсә, үҙҙәренең яратҡан остаздарынан айырылмаҫҡа тырышҡан.

Хәлбүки, теге йәки был уҡыу йортоноң данын уның атаҡлы мөдәрисе билдәләгән. Р. Фәхретдиновтың белешмә хеҙмәтендә үҙҙәренең абруйҙары менән тирә-яҡтарҙан шәкерттәрҙе йәлеп иткән тиҫтәләгән уҡымышлы заттарҙың исем-шәрифтәре теркәлгән. Стәрлебаш мәҙрәсәһендә – Ғәҙелша бин Ғабдулла әл-Стәрле, аталы-уллылар: Ниғмәтулла һәм Харис, Харрас Биктимеровтар, Балыҡлыкүлдә – Хөснөтдин Аждани, Үтәктә – Хәбибназар Үтәки, Муллаҡайҙа – Ғабдулла Сәйиди, Орск ҡалаһында – Ҡорбанғәли бин Юлдашбай әл Аҡъяри һ.б. һ.б. Уларҙың байтағы, мәҫәлән, Ҡаһарман Ҡыуатовтың остазы – Ҡараҡай ишан, Мәнди Ҡотоштоң остазы – Ҡотлоәхмәт бин Заһид, Тайып бин Зәйет Урали, Әмирхан бин Ҡусҡар Үтәки, Нуриман бин Сөләймән Ҡаҙаяҡи, Йәғфәр бин Ғәбди әл-Сәфәри, тәриҡәт юлын Бохара, Мысыр, Һират, Дағстан яҡтарында уңышлы үтеп, мөридтәр тәрбиәләүгә ишанлыҡ рөхсәтенә эйә булған, үҙҙәренең мөридтәренә суфыйсылыҡ идеяларын һеңдереүҙә шаҡтай уңыштарға ла ирешкән.

Улар мөдәрислек иткән мәҙрәсәләрҙең, әйтәйек, Сытырман, Ҡарғалы, Стәрлебаш һәм башҡа шулар ише оҙайлы тарихы булғандары ла, яңыраҡ барлыҡҡа килгәндәре лә – барыһы ла бер үк төрҙәге дини уҡыу йорттары. Батша хөкүмәте тарафынан уларға бер тин дә ярҙам күрһәтелмәүе, бер яҡтан, мосол-мандарға ҡарата үтә насар сәйәсәт булһа ла, икенсе яҡтан, белем биреү тәртибен, айырыуса уның йөк-мәткеһен билдәләүҙә һәр бер мәктәп-мәҙрәсә хужаһының тулы үҙаллылығына хоҡуҡ ҡалдырған. Бер үк исем менән аталып, бер үк статуста иҫәпләнһәләр ҙә, ғәмәлдә һәр уҡыу йорто, ауыл, ундағы йәшәүсе-ләрҙең көнитмешенә, хәленә-көсөнә ҡарап, үҙенсә эш алып барған. Үҙҙәренсә ауылдағы гражданлыҡ мөнәсәбәттәрен көйләгәндәр: ғаилә-никахҡа, тыуым-үлемгә иҫәп-хисап алып барғандар, шәриғәт хөкө-мөн, табиплыҡ хеҙмәтен башҡарғандар. Күбеһенсә иманға һәм намаҙ тәртиптәренә күндереү, мәхәллә муллаһы булыр өсөн кәрәк белемгә ылыҡтырыу, шәриғәт ҡанундарын, фиҡһ, өшкөрөү доғаларын ятла-тыу, Ҡөрьәнде дөрөҫ уҡырға йәки тәфсиргә, ғәрәпсә уҡый-яҙырға өйрәтеү менән сикләнгәндәр. Алдын-ғы мәҙрәсәләрҙә  иһә халыҡтың алдағы тормошон яҡшыртыу, милләт прогресы өсөн кәрәкле аң-белем тапшырырға ынтылғандар.

Һуңғыларының араһында Стәрлебаш мәҙрәсәһе айырым урынды биләй. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр бу-йынса, 1712  йылдарҙа асылған был уҡыу йортонда ике йөҙ йыл дауамында – Совет власы урынлаш-ҡансы – башҡорт, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, үзбәк, төркмән, татар, нуғай тарафтарынан йыйылған меңәрләгән шәкерткә белем һәм тәрбиә бирелә .

Уҡымышлы тотош династиялар тороуы мәҙрәсәгә, уҡыу-уҡытыу системаһының тотороҡлолоғо менән бергә, оҙайлы традицияларының формалашыуын тәьмин иткән. Тарихи үҫеште һәм прогресты яҡшы тойомлаған, дөйөм халыҡ мәнфәғәттәрен хәстәрләп, замана менән бергә атларға тырышҡан мәҙрәсә хужаларының һәм мөғәллимдәрҙең донъяға алдынғы ҡарашы, алдарына ҡуйған изге маҡсаттары дингә өйрәтеүҙе донъяуи белем биреү менән бергә бәйләп атҡарыу мөмкинлеген тыуҙырған.

Стәрлебаш мәҙрәсәһендә, сығанаҡтарҙа яҙылғанса, күренекле татар уҡымышлыһы Ғ.Ҡурсауиҙың үҙе менән туранан-тура таныш булған дуҫтары һәм фекерҙәштәре уҡыта. Р. Фәхретдиновтың биобиблио-график белешмәһендә күренекле шәхестең «Ғаҡаид ән-нәсфиә әл-жәдид» тигән хеҙмәтен Ниғмәтулла әл-Стәрленең дәреслек урынына файҙаланғанлығы тураһында фекер  бар.

Донъяуи фәндәргә ҙур иғтибар бүленеүе, һәр шәкерткә теләгәненсә ғилем алыу шарттарын тыуҙы-рырға тырышыу – был уҡыу йортоноң мөдәристәре тарафынан  һәр берәүҙе үҙ аҡылына таянып эш итеүгә саҡырған уй-фекерҙәренең заманға ярашлы ижади үҫтерелеүе һәм үҙенсәлекле тормошҡа ашы-рылыуы ул, тип ҡарарға кәрәк. Мәҙрәсәләге демократик атмосфера, ғөләмә-мөғәллимдәрҙең донъяға киң ҡарашы ғилемгә һәм белемгә, хөр фекергә һыуһаған милли интеллигенция вәкилдәрен үҙенә әйҙәгән.

Башҡорт мәҙәниәте һәм әҙәбиәте тарихында күпмелер эҙ ҡалдырған байтаҡ шәхестәр Стәрлебаш мөхитендә даими аралашҡан, шуның һөҙөмтәһелер –    күптәр хатта туғанлашып бөткән. Мәҫәлән, Ниғ-мәтулла хәҙрәт янына йыш ҡына Мерәҫтән Ғабдерәхим Усман килгеләп торған. Ваҡытында Ғәҙелша хәҙрәттең мөрите, Ниғмәтулла хәҙрәттең кейәүе, һуңынан үҙе Балыҡлыкүлдә мөҙәрислек иткән Хөснөт-дин Әждани (Жданов) даими килгән. Алтмыш йыллап имам -хатип булып торған Хөснөтдин ахун оҙон ғүмеренең ахырына тиклем, Бохара кеүек сит тарафтарҙағы уҡыу йорттарына ҡарағанда, урындағы мәҙрәсәләрҙә уҡыу күпкә яҡшыраҡ, тигән ҡарашта  йәшәгән.

Мәғрифәтселек эшмәкәрлектәре менән үҙҙәре йәшәгән төпкөл Стәрлебаш ауылын батша заманында уҡ тотош Рәсәй тарафтарына данлаған мөдәристәр, һанай китһәң, әллә ни күп тә түгел.

Стәрле мәҙрәсәһендә 1712 йылдарҙа Монасип мулла, 1720 йылдан – Хөсәйен мулла  булғанлығы мәғ-лүм, улар хаҡында бүтән мәғлүмәт юҡ.  XVIII быуат аҙағында мөдәрислек ҡыр-танып башҡорто Ғәҙел-ша хәҙрәт ҡулына күсә. Ғәҙелшаның атаһы Ғабдулла Боғдани 1704 – 1711 йылдарҙағы ихтилалдан һуң Бөрө өйәҙенән Стәрле тарафтарындағы Бүреҡаҙған ауылына күсенгән. Ғәҙелша хәҙрәт хаҡында Р.Фәхретдинов бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр яҙып ҡалдырған. Ҙур ғилем эйәһе, шаулатып вәғәздәр әйтеүсе һүҙ оҫтаһы булған ул. Ғаиләһе бик ишле – тотош ауыл! Һәр береһе айырым хужалыҡта йәшәгән өс оҫтабикәһенән йәмғеһе 37 балаһы (18 улы, 17 ҡыҙы, 2-һе үлгән) тыуған.

Ғәҙелша хәҙрәттең нәҫеле Стәрлебаш мәҙрәсәһендә генә түгел, башҡорт тарихында ла үҙ эҙен ҡалдыра, шуларҙың бер нисәүһенә бер аҙ диҡҡәт итәйек.

Ғәҙелша бин Ғабдулла               (1732 – 1812)

Дәүләтша бин Ғәҙелша             (1757 – 1832)

Ғабдулла Дәүләтшин (1811 – 1883)

Ғәбделғәзиз Дәүләтшин          (1861 – 1920)

Ғәҙелша хәҙрәт мәҙрәсәне  үҙ улы Дәүләтшаға тапшырырға уйлай, тик  уныһы, Бохаранан уҡып ҡайтҡас, Ҡазан яҡтарына тәғәйенләнә һәм ике тиҫтә йылдан һуң ғына,  “тыуған яҡтарға ҡайтып, ҡул кәсебем менән көн үткәрһәм ине” тип, 2-се башҡорт кантонындағы Түбәнге Себенле ауылындағы  мәҙрәсәлә төпләнә, бик йыш Стәрлебашҡа – Ниғмәтулла хәҙрәт эргәһенә килеп йөрөй.

Дәүләтшаның улы Ғабдулла ла атаһы юлынан китеп, башта указлы имам, шунан ахун дәрәжәләренә ирешә. Хәрби хеҙмәткә алынып, Хиуа походында ҡатнашыуынан һуң  1-се башҡорт кантонына кантон башлығы итеп тәғәйенләнә. 1854 йылда барлыҡ башҡорт ғәскәрҙәре исеменән батша Александр II-нең тәхеткә ултырыу сараларында ҡатнаша, хеҙмәттәре өсөн миҙал, подполковник чины ала.                          

Беҙҙеңсә, Руф Гаврилович Игнатьевты – мәшһүр тарихсыны Салауат Юлаев хаҡында материалдар менән тәьмин итеүсе лә, уның шиғырҙары менән таныштырыусы ла тап шул Ғабдулла кантон булырға тейеш. Салауаттың 7 шиғыр өлгөһөн руссаға “мәрхүм Г. Дәүләтшин 1868 йылда тәржемә итте” тип   Р. Игнатьев үҙе үк теркәп ҡуйған, шул арҡала ғына улар беҙҙең көндәргә килеп еткән.

* * *


Ғабдулла Дәүләтшиндың улы Ғәбделғәзиз карьера йәһәтенән атаһын күпкә уҙҙырып ебәрә. Байтаҡ йылдар элек миңә Ленинградтағы Көнсығышты өйрәнеү институтының фондында Ғәбделғәзиз Дәүләтшиндың  шәхси архивы менән танышырға насип иткәйне. Ул батша армияһының Баш штабы эргәһендә ойошторолған Көнсығыш телдәр буйынса офицерҙар әҙерләүсе курстарҙа белем ала, ғәрәп, фарсы, төрөк телдәренән башҡа, инглиз, француз, немец телдәрен камил өйрәнә.  Курс һуңында, яҡшы белгес булараҡ, Баш штабта эшкә ҡалдырыла, хәрби тәржемәсенән – Азиат бүлеге начальнигы,  аҙаҡ Баш штабтың төп делопроизводителенә тиклем үҫә, генерал-майор дәрәжәһен ала, бер нисә орден менән бүләкләнә. Тыуған ерҙәренән оҙаҡҡа айырылып йәшәһә лә, генерал Дәүләтшинда атаһы Ғабдулла тәрбиәләгән патриотик хистәр һүнмәй. Петроградҡа барғанында генералдың өйөндә ҡунаҡ булып, уның фекерҙәш икәнлегенә ҡыуанған Зәки Вәлиди ҙә быны үҙ хәтирәләрендә раҫлай. Ғәбделғәзиз Дәүләтшин 1917 йылдың көҙөндә яңы төҙөлгән Башҡорт хөкүмәтенә Каруанһарайҙы ҡайтарып биреүҙә лә ҙур тырышлыҡ  күрһәтә.

Данлы уҙамандың  1919 йылдың ноябрендә Әхмәтзәки Вәлидигә рус телендә яҙған хаты һаҡланған:

“Күп йылдар инде миңә Башҡорт ғәскәре хаҡында тарихи очерк яҙыу теләге тынғы бирмәй. Нигеҙҙә архив материалдары һәм әҙәби сығанаҡтар ҡулланып, ошо эш менән хәҙер етди шөғөлләнер инем. Башҡортостан эштәрендә әүҙем ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә булмағанлыҡтан, бәлки, ошо юл менән булһа ла туған халҡыма файҙа килтерергә һәм атайымдың васыятын үтәргә ине. Киләсәктә хәл-әхүәлдәр нисек булып китһә лә, үҙ халҡымдың яҡын үткәнен белеү һәм тарихи өлгөләрҙән һабаҡ алыу файҙаға буласаҡ” (СПб, Институт восток-я, архив, ф.70,ед.хр.46). Тағы ла бер   запискаһында ул З. Вәлидигә артыҡ ҙур булмаған мәғлүмәт яҙып ебәреүен хәбәр итә. (Беҙҙеңсә, “Башҡорттарҙың боронғо ғәскәрҙәре хаҡында” тигән һәм Әхмәтзәкиҙеке тип йөрөтөлгән яҙма тап  Ғ. Дәүләтшиндыҡы булырға тейеш).

Әйтергә кәрәк, алыҫ тарафтарҙа көн итһә лә, стәрлебаштар уны үҙенеке тип иҫәпләгән. Шул уҡ архив-та Ғ. Дәүләтшинға Стәрлебаш мәҙрәсәһе исеменән 1913 йылда Петербургта Мөхәмәтшакир Туҡаевтар тапшырған ҡотлау адресы ла  һаҡлана.  Был аңлашыла, сөнки генералдың бер туған апаһы (Ғабдулла кантон ҡыҙы Файза) – Мөхәмәтхарис хәҙрәттең никахлы ҡатыны, әлеге Шакир Туҡаевтың әсәһе. Ғәб-делғәзиз генералдың Петербургтағы иң ҙур соборный мәсетте һалыу өсөн ҙур иғәнә биргәнлеге лә мәғ-лүм. Уның кемдән өлгө алғанын асыҡлап баш ватаһы түгел: атаһы Ғабдулла кантон Ырымбурҙағы Кар-уанһарайҙы төҙөүгә шәхсән 30 мең аҡса индергән. Генералдың бабаһы – әсәһе Мәхбубъямал-дың  ағаһы – сығышы буйынса Бөгөлмә өйәҙе Ғабдрахман ауылының (Афзал Таһиров шул ауылдан) башҡорто Ғәб-дессәләм Ғабдрахманов, Ҡаҙаҡ урҙаһы менән һөйләшеүҙәрҙәге уңышлы эшмәкәрлеге өсөн тарханлыҡҡа күсерелгән танылған шәхес.1825 йылда батша тарафынан Ырымбур Диниә назаратына мөфтөй итеп тәғәйенләнгәс тә, Өфөнөң хәҙерге Туҡай урамындағы назарат биналарын һалдырған.                      

Халыҡта һаҡланған хәтирәләр буйынса, Ғәбделғәзиздең ҡарт олатаһы Ғәҙелша хәҙрәт Хөсәйен хәҙрәттән ҡалған биҙәкле мөнбәр таяғын үҙ ҡулы менән иң ғилемле шәкертенә, буласаҡ ҡоҙаһына – Ниғмәтулла Биктимер улына тоттороп, мәҙрәсәһенең артабанғы яҙмышын уға тапшыра...

Стәрлебаш мәҙрәсәһенең мөдәристәре:

Монасип мулла                             (яҡынса 1712 й. мөдәрис)

Хөсәйен  мулла                             (яҡынса 1720 й. мөдәрис)

Ғәҙелша бин Ғабдулла                               (1732 – 1812)

Ниғмәтулла бин Биктимер      (1772 – 1844)

Мөхәмәтхарис бин Ниғмәтулла           (1810 – 1870)

Мөхәмәтхаррас бин Ниғмәтулла        (1814 – 1871)

Хәбибулла бин Мөхәмәтхарис             (1856 – 1897)

Ғәбидулла  бин Мөхәмәтхарис             (186? – 1920)

Күренеүенсә, Биктимеров – Туҡаевтар 1812 йылдан алып Стәрлебаш мәҙрәсәһен етәкләгәндәр. Уларҙың сығыштары ҡайҙан?

Шиһабетдин Мәржәни яҙғанынса, улар “ Малмыж төбәгенән Салауыж ҡәрйәһенән”күскән һәм үҙҙәренең милли сығышына ярашлы “башҡорт” тип теркәлгән.  Улар – бәйләр ырыуы башҡорттары. Бәйләр ырыуы ерҙәре, Нуғай һәм Себер даруғаларына ҡараған төньяҡ-көнбайыш башҡорт ырыуҙарының ерҙәре менән бергә, батша указы буйынса 1775 йылдан административ яҡтан Ҡазан өйәҙенә ҡушыла. XVI – XIX быуаттарҙа бәйләр ырыуы эсендә Сураш, Һалағош  түбәһенә ҡараған 13 ауылда 284 йорт булып, уларҙа 1984 кеше, шуларҙан 173 йортта 1251 башҡорт, 103 йортта 688 типтәр,  8 йортта 45 татар йәшәгән. Ә Һалағош ауылы – Һалағош түбәһе башҡорттарының үҙәк ауылы. Туҡаевтарҙың Стәрлебашҡа күсеүҙәре, Башҡортостанда 1798 йылда кантонлыҡ идараһы индерелеп, башҡорттарҙы мәжбүри ғәскәри хәлгә күсереү менән бәйле булыуы бик тә ихтимал. 1834 йылғы 8-се ревизияла Стәрлебаштағы ерле башҡорт ғаиләләре (барлығы 167 ир, 170 ҡатын-ҡыҙ) айырым иҫәпкә алынып, Биктимер Туҡаевтың улдары: Сиражетдин – зауряд-хорунжий, Ғисмәтулла – зауряд-есаул, Ғөбәйдулланың улы Фәхретдин зауряд-сотник чинында күрһәтелгән.

Дума депутаты булараҡ үҙе тултырған һәм батшалыҡ органдары тарафынан ҡат-ҡат тикшерелгән документтарында   Мөхәмәтшакирҙың милләте “башҡорт” тип асыҡ күрһәтелгән (архив мәғлүмәттәре Интернетҡа, Дәүләт Думаһы сайтына сығарылған).

Хәйер, элек дин юлындағы заттар өсөн этник сығыштың әллә ни әһәмиәте лә булмағандыр, сөнки улар дөйөм мосолманлыҡ берлегенән сығып фекер йөрөткән, эш иткән. Мәҙрәсәгә кем килмәһен, бында уларҙы яҡты йөҙ, асыҡ күңел, ҙур ихласлыҡ менән ҡабул иткәндәр.

 

* * *


Ун туғыҙынсы быуат урталарында мәҙрәсә айырыуса ҙур популярлыҡ ҡаҙана. Мәҙрәсә тарихын махсус өйрәнгән Ғәлиәскәр хажи Искәндәров раҫлауынса, шәкерттәрҙең һаны хатта 900-гә еткән йылдар булған.

Нисек һыйғандыр ыҡсым ауылға шунса шәкерт? Дума архивындағы документтарҙа күрһәтелгәнсә, Мөхәмәтшакир – 359 десятина, йәғни 520 га ерҙең хужаһы, һәм  мәҙрәсә лә шунда урынлашҡан була. Туҡаевтарҙың биләмәләре Стәрлебаш ауылынан айырым, йылғаның икенсе яғында булып, 1816 йылғы 7-се ревизияла 7-се башҡорт кантоны составында иҫәпкә алынған һәм 35 хужалыҡта 207 башҡорт теркәлгән6.

1849 йылда махсус проект буйынса Туҡаевтар үҙ иҫәбенә йылға аша ике яҡты тоташтырыусы күпер төҙөтә. Ҡомартҡы әле лә стәрлебаштарға хеҙмәт итә.  Стәрлебаш мөдәристәренең быуыны – Ниғмәтулла, Харис, Харрас  һәм уларҙың балалары, белемдәрен Бохарала дауам итеп, суфыйсылыҡтың нәҡшбәндиә тәриҡәтен үҙләштереп, үҙҙәре шуны өйрәтергә шәйехлек танытмаһын алған заттар. Нәҡшбәндиәнең төп асылы – дингә инанып намыҫлы йәшәү, аҡыл һәм тәжрибә менән әҙәмсә ғүмер һөрөү, тән һәм йән сафлығына ирешеү.

Туҡаевтар ҙа ҡул көсө менән мал табып, тапҡанын мохтаждар менән бүлешеп, тыныс һәм берҙәм көн итеү, йәмғиәткә намыҫлы хеҙмәт итеү идеяһын алға ҡуйып йәшәгән. Яңы биналар һалдыртыу, урамдарға таш түшәтеү, сәскә-фонтандар менән биҙәтеү, емеш баҡсалары үҫтереү, тауҙан аҡҡан шишмәнән торбалар аша һыу килтертеү,  мул итеп иген сәсеү, мал үрсетеү. Туҡаевтарҙың барлыҡ эшмәкәрлеге кешегә байман тыуҙырыуға йүнәлтелә.

Ниғмәтулла хәҙрәт вафатынан һуң да Стәрлебаш ҡәрйәһе, Р.Фәхретдин һүҙҙәре менән әйткәндә, «хәҡиҡәте дәрелғилем (ғилем һарайы)» булыуҙан туҡтамай, атаһының вазифаһы улы Мөхәмәтхарис Туҡаевҡа (1810 – 1870) күсә. Бохарала Ниязҡолой мәҙрәсәһен тамамлап, шәйехлеккә рөхсәт алып ҡайтҡан Харис атаһы башҡарған уҡыу-уҡытыу эштәрен уңышлы дауам итә. Уның заманында мәҙрәсәлә Ҡурсауи рухы яңырып киткәндәй була, ҙур яңылыҡтар индерелә. Яңыса уҡыу-уҡытыу алымдары үҙләштерелә, шәкерттәрҙе ҡыҙыҡһындырыу маҡсатында төрлө бәхәс, фекер алышыуҙар ойошторола.

Стәрлебаш мәҙрәсәһенең даны тирә-яҡтарға таралып, ғилем юлындағы шәкерттәр бүтән мәҙрәсәләрҙән бында ағыла башлай.                       

Мәҫәлән, Әхмәтзәки Вәлиди үҙенең иҫтәлектәрендә Стәрлетамаҡтағы Нуғай улдары мәҙрәсәһендә уҡыған күренекле шәхестәрҙең береһе, хәҙерге Ишембай районы Һайран ауылынан Ғариф Һайрани һәм элекке Бәләбәй өйәҙе Ҡорос   ауылынан ҡатай ырыуы башҡорто Низаметдин бин Сиражетдин әл-Илһами хаҡында һүҙ алып бара.

Отҡорлоҡтары, уҡыуға һәләттәре яғынан ауыл шәкерттәрен үҙҙәре өйрәтә алырлыҡ булған улар.

Ғилем эстәп, мәҙрәсәнән мәҙрәсәгә күскән Низаметдин бин Сиражетдиндың да, Ғариф Һайраниҙың да Стәрлебаш мәҙрәсәһендә осрашыуҙары һәм ғүмерлеккә айырылмаҫ дуҫтар булып китеүҙәре бер ҙә ғәжәп түгел. Улар Стәрлебаш мәҙрәсәһенең иркен һауаһын һулап, ундағы хөр идеялар менән тоҡанып, Ҡурсауиҙың яҙмышы менән яҡындан хәбәрҙар булып, һуңынан Бохара яҡтарына юлланғандар. Ибн Сина, Фараби, Ибн Рушд кеүек аҡыл эйәләренән белем алырға хыялланған егеттәрҙе Бохаралағы дини фанатизм шаңҡытҡан, шул уҡ ваҡытта тәнҡитле ҡараштарының көсәйеүенә лә сәбәпсе булғандыр.

Китаптарын уҡып, ундағы фекерҙәрҙе түгел, Ҡурсауиҙың хатта исемен телгә алған өсөн үлем язаһы иғлан ителерен белә тороп, Низаметдин уның рисаләләренә шәрехтәр, хәшиәләр яҙа, мәжлестәрҙә сығыштар яһай. Р. Фәхретдинов был хаҡта «Низаметдин ваҡытында Бохара ҡаҙан кеүек ҡайнаған, шаулаған, Низаметдинға «Илһами» ҡушаматы тағылған», – тип яҙа.

Мәшһүр татар уҡымышлыһы Ш. Мәржәни, 1838 – 1850 йылдарҙа Бохара тарафтарында белем алғанда, Илһами менән яҡындан таныша, Низаметдиндан уның математика буйынса консультациялар алыуы билдәле. Һәр хәлдә, Низаметдин тыуған яғындағы уҡыуҙың кимәлен юғары билдәләүен уның Бохаранан бабаһына яҙған бер хатынан аңларға була:

«... эштәрендә төрлө ғәжәптәр булып тора. Ә беҙҙә наҙанлыҡ һәм көсһөҙлөктән башҡа бер ни ҙә юҡ – ошо ваҡытҡа тиклем эҙләп тә, аҙ ғына ла ғилем менән аҡылыбыҙҙы ризыҡландыра алманыҡ. Һеҙгә мәғлүм булһын: бында уға өлгәшеү юлы туҙан менән ҡапланған. Унда үткәндәрҙәге теоретик ғилем булһа ла, уларға өлгәшеү урынына, бар ғүмер байлыҡ эҙләүгә тәләф була. Остаз – юҡ, ятыр өсөн бүлмә – юҡ, ғилем үтә аҙ. Һәр китапҡа ун хәшиә (китап ситенә яҙылған комментарий) булһа ғына, аңлайышлыраҡ булалыр. Әммә ләкин ун хәшиә яҙыу – юғары оҫталыҡ йәки сәнғәт түгел. Бындағы талиптарҙың күбеһе болғар (татар-башҡорт – З.Ш.) булып, ғилемде риүәйәт кеүек, телдән үҙләштереү менән мәшғүл, ун биш йыл бик күп көс сарыф итеп яталар, бер нәмә лә үҙләштерә алмайҙар һымаҡ. Бындағы трактат һәм китаптарҙың йөкмәткеһенә килгәндә, ул әл-хәмдилла тип аллаға шөкөр итеүҙән, һәм тәсмия – Мөхәммәт пәйғәмбәргә изге теләктәр теләүҙән тора. Быға беҙҙең илдә бер кем дә мохтажлыҡ кисермәй, бындай ғилем беҙҙә лә бар. Уҡырға килгән талип, маҡсатына ирешә алмай, күңеле һынып ҡайтып китергә мәжбүр. Был яҡтарға, ахмаҡлыҡ ҡылып, шуға килеп йөрөргә кәрәкмәй. Әгәр ҙә заманыбыҙҙың ҡайһы берәүҙәре Бохараны маҡтай икән, уларға яуап урынына мәҡәл бар: кем татымай, шул белмәй. Һәр ҡоштоң көс-ҡеүәте уның тәбиғи йәшәүе яҡтарында. Был ысул менән ғилемле булыу өсөн аҡса-мал булғанда ғына укыу китаптарынан өйрәнеү мөмкин, шулайтып кеше бик ҙур, зыялы шәхес була ала. Әммә ҡайҙа ул беҙгә ундайҙарга етергә!.. Хәлдән тайғанса, ошо көнгәсә бында булынды (1847 йыл)...».

Бүтән мәҙрәсәләрҙе ташлап, Стәрлебашҡа ғилем эстәп күсеүселәр бер улар  ғына түгел. Мәҫәлән, буласаҡ шағир Ғәли Соҡорой – Иҫке Соҡор, Йөгәмеш,    Ҡаҙансы, Борай, Ғәйнә, Тайһуйған ауылдарындағы мәҙрәсәләрҙә уҡып-уҡып та, алған белеменә ҡәнәғәтләнмәгәс, 1849 йылда Стәрлебашҡа килә. Мәҙрәсә мөхитенә, ундағы бөхтәлеккә һоҡланып, ул хатта Ниғмәтулла Туҡаевҡа хөрмәтен шиғри мәдхиә аша белдерә. Бер-ике йыл хәлфә булып, тәжрибә туплағас, үҙ ауылына ҡайтып, мәҙрәсә аса. Шулай уҡ   Мифтахетдин Аҡмулла ла Туҡһанбай, Елбулаҡтамаҡ, Мәнәүезтамаҡ, Әнәс ауылдарында  уҡып, ундағы мөхиткә хушһынмай, Стәрлебашҡа туҡтай.

Стәрлебаш мәҙрәсәһендә шағирҙарҙың бергә тупланған осорон теүәлерәк асыҡлап китеү ҙә кәрәктер. 1850 йылда үткәрелгән ревизия материалы буйынса, Ш. Зәки 1848 йылда Ҡазанға уҡырға киткән тип күрһәтелгән. Икенсе яҡтан, Ғ. Соҡорой Стәрлебашҡа 1849 йылда уҡырға инә, хәлфә була һәм 1852 йылда ауылына ҡайтып китә. Уларҙың биографияһын асыҡлаған ғалимдар Ғ.Соҡоройҙоң Ш.Зәки менән бергә Стәрлебашта уҡытыуҙары хаҡында яҙалар, тимәк, ул 1851-52 йылдар тирәһе булыуы мөмкин.

Осраҡлымы- түгелме, башҡорт һәм татар әҙәбиәте тарихында лайыҡлы урын аласаҡ өс шағир – Ғәли Соҡорой, Шәмсетдин Зәки, Мифтахетдин Аҡмулла – Стәрлебаш мәҙрәсәһендә бер үк ваҡытта осрашалар! Ижад усағы уларҙы бер-береһенә тартҡандыр, моғайын. Хәтирәләр буйынса, Шәмсетдин Зәки шәкерте Аҡмулла менән сәхрәгә сығып, күңелдәре бушағансы  бер-береһенә шиғырҙарын уҡып ҡайтыр булған.

Шәмсетдин суфый:

Тынмайынса гиҙмәкте ағын һыуҙан өйрәнеү кәрәк,

Хәстәр менән рәхимлеккә ҡойма ямғырҙан өйрәнеү кәрәк…

Дәрт итһәң уҡыу-ғилемде, остазың булыр һирәктәр,

Мәғрифәткә, оло-кесене айырмай, өйрәнеү кәрәк…–

тиһә, Аҡмулла:

Булмайыҡ дүрт аяҡлы мал шикелле,

Ҡыуарған япраҡлы мал шикелле.

Баҡсалай егет-әҙәм күркәмләнә,

Ғилем менән һүҙ һөйләһә тал шикелле…

Күҙ һалып ҡарағыҙсы һәр тарафҡа –

Донъяла асылғандай тимер ҡапҡа.

Һин дә инде һөнәргә ынтыл, хәрәкәт ҡыл,

Талпынып, һөнәр өсөн бындай саҡта,–

тип яуаплағандай.        

Стәрлебаш мәҙрәсәһенең данлыҡлы шәкерттәренең береһе – Ғабдулла Сәйиди. Уның атаһы Сәйетбаттал Нурмөхәмәт улы Стәрлебаш мәҙрәсәһендә Ниғмәтулла хәҙрәт Биктимеровта уҡый, һуңынан ошо уҡ мәҙрәсәлә баш хәлфә итеп ҡалдырыла. Сығышы Дим буйынан булған, өҫтәүенә Мифтахетдин Аҡмуллаға ла ҡәрҙәш тейешле Стәрлебаш башҡорто Тойғон Ғәзизовтың Шәмсейыһан исемле ҡыҙына өйләнә. Сәйетбаттал бер аҙҙан тыуған төйәгенә – хәҙерге Баймаҡ районындағы Муллаҡай ауылына ҡайта һәм мәҙрәсәгә нигеҙ һала.

Сәйетбаттал имамдың 1836 йылда Ғабдулла исемле улы донъяға килә. Бәләкәйҙән уҡ уҡыуға отҡор, холҡо менән тыныс баланың киләсәген бик яҡшыға юрайҙар. Шулай булыр ине лә, тик малайҙың 11 йәшендә бер-бер артлы ата-әсәһе үлеп китә. Үкһеҙ етемде 1848 йылда әсәһенең ҡустыһы Әфләтүн Стәрлебашҡа алып ҡайта. Шулай итеп, Ғабдуллаға данлыҡлы Стәрлебаш мәҙрәсәһендә, Мөхәмәтхарис Биктимеровтың үҙенән белем алырға насип була. Иҫ киткес зиһенле, тәбиғәттән һәләтле егетте Мөхәмәтхарис хәҙрәт 1859 йылда үҙ аҡсаһына Бохараға уҡырға ебәрә. 1870 йылда Ғабдулла ишан Бохаранан ҡайта һәм 1914 йылға, вафатына тиклем, атаһы ауылында – Муллаҡайҙа йәшәй.

Муллаҡай ауылы бик уңа Ғабдулла хәҙрәттән. Ул үҙенең бар ғилемен, халыҡтың тормошон яҡшыртыу маҡсатында, төрлө һөнәрҙәргә өйрәтеү, рухи үҫтереүгә йүнәлтә. Мәҙрәсәнең даны артҡандан-арта. 400-ләп, хатта 600-ләп шәкерт тупланған ваҡыттар була. Ҡыҫҡаһы, Урал  аръяғы, Ырымбур башҡорттары өсөн Муллаҡай мәҙрәсәһе төп уҡыу йортона әүерелә. Мәҙрәсәлә йорт-ҡаралты һалырға, мәсет төҙөргә өйрәткәндәр һәм рөхсәт ҡағыҙы биргәндәр, көнкүрештә кәрәкле бүтән  һөнәрҙәргә, кәсепкә, бағымсылыҡ серҙәренә уҡытҡандар. Бында, административ эшкә яраҡлы хеҙмәткәрҙәр әҙерләү менән бергә, хәрби оҫталыҡ буйынса ла спорт күнекмәләре бирелгән. Талҡаҫ күле буйында Ғабдулла ишан барлыҡ шәкерттәр ҡатнашлығында уҡ атыу, көрәш, ат сабыштырыу кеүек ярыштар, төрлө уйындар уҙғарыр булған. Мәҙрәсәнең уҡыу-уҡытыу программаларында, дин ғилеме  менән бер рәттән, донъяуи фәндәргә – тыйб(медицина), астрономия, тәбиғәт, геология, арифметика, хоҡуҡ һ.б. ҙур урын бирелгән. Көньяҡ Уралда абруйлы уҡыу усаҡтарына әүерелгән Муллаҡай мәҙрәсәһендә үҙ ваҡытында Дәүләт Думаһы депутаты Ш. Мәтинов кеүек сәйәсмәндәр ҙә, Шакир һәм Закир Рәмиевтәр кеүек алтын промышленниктары ла, Шафиҡ Тамъяни кеүек сәсәндәр ҙә, Мөжәүир Сиражетдинов кеүек табиптар ҙа белем алған.

Үҙ ғүмерендә Европа һәм Азия ҡитғаларында йәшәүсе күп ғалимдарҙы яҡындан белгән, үҙе лә мәшһүр тарихсы Әхмәтзәки Вәлиди үткән быуаттағы башҡорт уҡымышлылары араһынан икәүҙе айырып күрһәтә. “Шәйехтәрҙең иң ғалимы Троицкиҙан Зәйнулла һәм Муллаҡайҙан Ғабдулла ине. Улар дини фанатизмдан азат булып, сәйәсәт хаҡында фекер йөрөтөрлөк аңлы кешеләр булды”, – тип яҙа ул үҙенең “Хәтирәләр” китабында. Әгәр дөрөҫ булһа, Ғабдулла Сәйиди башҡорт ерҙәре һәм халыҡтың көнитмеше хаҡында Рәсәй батшаһы Николай Икенсе менән хатлашып ятҡан, ә улы Әнүәр Сәйетовты һуғыш ваҡытында Кремлгә алғандар, һәм ул үҙенең доға-теләктәре менән еңеүгә күпмелер хеҙмәт иткән, имеш.

Стәрлебаш тупрағында донъяға килгән һәм, ихтимал, мәҙрәсәлә башланғыс һабаҡ алған Мирсалих Мөрсәлим улы Биксуринды ла телгә алмай булмай. 1838 йылда Ырымбур Неплюев хәрби училищеһын уңышлы тамамлағандан һуң, оҙаҡ йылдар ошо уҡыу йортонда эшләй, дәреслектәр яҙған күренекле тел белгесе, фольклорсы, көнсығыш телдәрҙән тәржемәсе, Урыҫ географик йәмғиәтенең тулы хоҡуҡлы ағзаһы. Рәсәй дәүләте алдында тырыш хеҙмәте өсөн ордендар менән наградлана, генерал дәрәжәһенә тиклем үрләтелә. Ғүмеренең ахырына  тиклем ул Ырымбурҙың 1-се соборный мәсете янындағы “Вәлиә” мәҙрәсәһенең попечителе булып тора, төрлө яҡтан йыйылған шәкерттәр менән даими аралаша.

Стәрлебаш мәҙрәсәһенең иң шаулап-гөрләп торған ваҡыты Мөхәммәтхарис Биктимеров мөдәрислеге осорона тура килгән, тип һығымта яһай ғалимдар.

Мөхәмәтхарис Туҡаев, мәҙрәсәне ҙурайтыуҙан тыш (мәҙрәсә биналары 25-кә еткән), ауыл өсөн дә күп эштәр башҡара: дауахана һәм хәйерселәр өсөн фәҡирхана һалдырып, уларҙы үҙ иҫәбенә тотҡан, ауыр йылдарҙа астарға игенләтә, онлата йөҙөр-йөҙәр бот ашлыҡ таратҡаны мәғлүм. Уның заманында мәҙрәсә ҡәҙимге уҡыу йортонан башҡорттар өсөн ҙур мәҙәни, хатта сәйәси үҙәккә әүерелә. Бынан кантон башлыҡтары, уҡымышлылар, мөфтиҙәр, шәйехтәр өҙөлмәй, йыш ҡына  улар ҡатнашлығында Бохара тибындағы асыҡ диспуттар, фекер алышыуҙар ойошторола. Дин буйынса  традицион предметтарҙан тыш, география, тарих, ысул, тәрбиә һәм табиплыҡ ғилеме, астрономия, хоҡуҡ кеүек фәндәрҙән мәғлүмәт бирелә. Мөхәмәтхарис хәҙрәт, мәҙрәсәләрҙә мәжбүри өйрәнелгән төрки, ғәрәп, фарсы телдәренән башҡа,  рус телен уҡытыуҙы индерә, рус телендәге гәзит-журналдарҙы  алдыра. Сәйәсәткә лә ылыҡтырыла был мәшһүр зат. Ҡаҙаҡтар менән уңышлы дипломатияһы өсөн тархандар ҡатламына күсерелә.

XIX быуат урталарында мәҙрәсә Урал-Волга буйында ғына түгел, Ҡаҙағстан, Урта Азияла ла танылыу яулай, үҙенең абруйы менән бүтән халыҡ вәкилдәрен дә ылыҡтыра. Мәҫәлән, Бүкәй урҙаһы ханы Йыһангирҙың ике улы уҡый. Уларҙың Стәрлебашҡа килеүҙәре осраҡлы түгел. Йыһангир хандың икенсе ҡатыны Фатима – Хөсәйен мөдәристең ейәнсәре, шуға ла улдарын олатаһы мәҙрәсәһенә ышанып тапшырған да инде. Өҫтәргә кәрәк: бер аҙҙан улар Петербургтағы тик элита балары уҡыған Паж корпусына урынлаштырыла. Иң бәләкәйҙәре Солтан Ғөбәйҙулла Сынғыҙхан  хәрби хеҙмәттәре өсөн Рәсәйҙең барлыҡ юғары наградалары менән бүләкләнгән. Атаҡлы генералдың исем-шәрифтәре Кремлдәге Георгиевский залының стенаһына алтын хәрефтәр менән уйылған.



Шулай итеп, Стәрлебашта төрлө йылдарҙа эргә-тирәнән генә түгел, алыҫ тарафтарҙан, хатта Бохараның үҙенән дә шәкерттәр белем ала.

Достарыңызбен бөлісу:




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет