АҠМулла һӘр заманда хаҡ мулла!



Дата04.07.2016
өлшемі178.35 Kb.
#178142
“АҠМУЛЛА - ҺӘР ЗАМАНДА ХАҠ МУЛЛА!”- тигән темаға фәнни эҙләнеү эше.
.


Башҡарыусы: Баймаҡ лицей- интернатының 11-се синыф

уҡыусыһы Фәйзуллин Иҙел.



Баймаҡ 2011 й.

Тезис

Тема: “АҠМУЛЛА - ҺӘР ЗАМАНДА ХАҠ МУЛЛА!”

План:


  1. Аҡмулла яҙмышына күҙәтеү.

  2. Аҡмулланың шиғырҙарында әҙәп, ғилем, рухи байлыҡ, тел, иман темаларының сағылышы.

  3. Бөгөнгө көндә Аҡмулла шиғырҙарының тәрбиәүи әһәмиәте.

  4. Аҡмулла рухы мәңге халыҡ хәтерендә.

Мифтахетдин Аҡмулла - бөйөк мәғрифәтсе-шағир, халҡын аң-белемгә, яҡтылыҡҡа әйҙәүсе тура һүҙле сәсән. Уның өсөн аң-белем халыҡ тормошон яҡтыртыуҙың иң көслө ҡоралы булып тора. Аҡмулла шиғриәте - кеше рухының ҙурлығын, бөйөклөгөн раҫлаусы һоҡланғыс миҫал.

Әхлаҡ, ғилем, дин, тел, байлыҡ мәсьәләләре һәр ваҡыт уның төп иғтибар үҙәгендә була һәм үҙенең мәғрифәт уҡтарын наҙанлыҡҡа, томанлыҡҡа, мәҙәниәтһеҙлеккә ҡаршы йүнәлтә. Нисәмә йылдар үтеп, һыуҙар ағыуына ҡарамаҫтан, Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡ­мулланың күтәреп сыҡҡан иң актуаль темаһы хәҙерге осор поэзияһы менән тығыҙ бәйләнештә һәм уның ижади орлоҡтары ҙур көскә эйә. Сәсәнебеҙҙең һәр бер шиғыры нигеҙендә тәрбиәүи алымдар ята. Аҡмулла йәштән үк аң-белемгә ынтылған, донъяуи фәндәр менән ҡыҙыҡһынған, ғәрәп-фарсы телдәрен үҙләштергән.

Ул белем, мәғрифәт юлы менән яҡтылыҡҡа, бәхеткә ирешеп булыр тип уйлай. Донъя ишектәрен асыр өсөн белемдең берҙән-бер юл икәнлеген аңларға мөмкинселек бирә. “Ғилеме барҙың телеме бар!”- тип борон башҡорттар бушҡа ғына әйтмәгәндәр шул…. Мәғрифәтсебеҙҙең уйынса, тик рухи байлыҡ ҡына ҡы­ҙығырға лайыҡлы, ә материаль муллыҡ, байығырға тырышыу шәхестең боҙолоуына алып килә. Бының тураһында “Һауаланма” шиғырында яҙып үтә. Ысынлап та, был һүҙҙәр бөйөк көскә эйә түгелме һуң?! Бар телдәрҙе берҙәм тип ижад иткән “Тел” шиғыры айырыуса хәҙерге заманда бик көслө һәм әһәмиәтле. Сөнки кеше тик әсә телендә генә донъя асылын танып белә. Туған тел менән генә рухи донъяны байытып була. Аҡмулла үҙ заманы өсөн ысын мәғәнәһендә әхлаҡ -тәрбиә нигеҙе тыуҙырып, халыҡҡа ошо өгөт-нәсихәтен ҡанатлы шиғриәт юлдарына һалған. Яҡшы холоҡло кешеләргә был донъяла бар ишектәр ҙә асыҡ. «Иман», «күңел», «аҡыл», «шөкөр», «әҙәп», «сабыр», «ихлас» тигән төшөнсәләргә һәр кем эйә булырға тейеш. “Нәфсе” шиғырында яҡшылыҡ, тәрбиә, әҙәплелек мәсьәләләрен күтәрә. Кешене бәхеткә илтеүсе юлдар әҙәплелек, белемлелек аша үтә тип яҙа. Яҡшы менән яманды, хаҡлыҡ менән нахаҡты айыра белергә өйрәтә.

Шағир үҙенең яҡты таланты менән ысын мәғәнәһендә шиғри мәктәп тыуҙыра, уның яҡты рухы халҡыбыҙ күңелендә бөгөн дә ҡәҙерләп һаҡлана.

Яҡтылыҡ йырсыһы Аҡмулланың ғүмере фажиғәле ослана, ләкин уның шиғырҙары, ижады, яҡты исеме халыҡ күңелендә мәңгелеккә ҡал



Инеш hүҙ

Аҡ­мулланың 1981 йылда сыҡҡан шиғырҙар йыйынтығын уҡ­ып сыҡҡ­ас­, уның ижадына ҡыҙыҡһыныу уянды һәм тәрәнерәк өйрәнергә тигән үҙемә маҡсат ҡуйҙым. Аҡ­мулла... Ҡараңғы төндә ай булып балҡыған, заманына ҡарата иң ауыр йылдар булып һаналған осорҙа ижад иткән мәшһүр шағир, яҡтылыҡ йырсыhы. Ул башҡортто ғына түгел, ҡаҙаҡты ла, та­тарҙы ла берҙәй үк зауыҡландырған, уларға берҙәй үк хеҙмәт иткән. Илгиҙәр сәсәнебеҙ үҙенең яҡты таланты менән ысын мәғәнәһендә шиғри мәктәп тыуҙырҙы һәм уның ижады Башҡортостанда XX быуат башындағы поэзияның үҫеп китеүе өсөн бик мөһим әҙерлек ролен үтәне.

Архив материалдарына күҙ hалғас та, Аҡмулланың тормош юлы шаҡтай ҡатмарлы икәне күренеп тора. Буласаҡ шағир 1831 йыл­дың 14 декабрендә Башҡортостандың Миәкә рай­оны Туҡһанбай ауылында мулла ғаиләһендә тыу­ған. Кескәй генә саҡта үҙ әсәһе үлеп, үгәй әсә ҡулында тәрбиәләнгән балаға атаһының ишле ғаиләһендә “аҡ күгәрсендәр араhында яңғыҙ сәүкә” хәлендә ҡыйырһытылып, төрлө йәбер-зо­ломдарҙы татып үҫергә тура килә. Тәүҙә белемде Мәнәүезтамаҡ мәҙрәсәһен­дә, шунан Әнәс ауы­лында ала. Был ауылдан киткәс, Мифтахетдин бер килке заманының данлыҡлы Стәрлебаш мәҙрәсәһендә шағир Шәмсетдин Зәкиҙән һабаҡ ала. Ләкин бының менән генә ҡәнәғәтләнеп ҡалмай, Ырымбур яҡта­рына, Яйыҡ буйына сығып китә һәм шул тирәләге башҡорт ауылдарында байтаҡ йөрөгәндән һуң, Троицкигә килеп, Зәйнулла ишандың мәҙрәсәһендә уҡыуын дауам итә. Йәй көндәре ҡаҙаҡ балаларын уҡы­тып аҡса эшләй, ә ҡышын мәҙрәсәлә белем ала. Сығып китеүенә теүәл ун өс йыл тулғас, шағир тыу­ған ауылына кире әйләнеп ҡайта, әммә ата йортонда «ғаҡыл­һыҙ», «тинтәк холоҡло» балаһын яҡты йөҙ менән ҡаршы алыусы булмағас, уға тыуған ауылын мәңгегә ташлап китеүҙән тыш башҡаса сара ҡалмай.

Туҡһанбайҙан киткәс, шағир Троицкиҙән арыраҡ Ҡарабалыҡ ҡаҙаҡтары араhында Батуч тигән байға ялланып, молдәкәлек итә. Әммә күп тә үт­мәй, ошо аймаҡтың түрәһе Иҫәнгилде менән низағлашып,Троицк төрмәһенә барып эләгә. Суд уны ике йыл ярымға арестанттар ротаһына хеҙмәткә ебәрергә ҡа­рар итә. Шунда Әхмәтбай Бакиров тигән бер кеше, аҡса йыйып, ике мең тәңкә залог һалып, уны порукаға ала. Төрмәнән сыҡҡас, Аҡмулла Ҡарағыҙ Батучҡа ба­рып, йәй буйы хәл йыйып ята ла көҙгә табан Петербурға ҡарап юлға сыға. Юл ыңғайы Ҡаҙанға һуғы­лып, Шиһабетдин Мәржәни, Ҡәюм Насыри кеүек күренекле татар ғалимдаре менән күрешеп китә. Бөтә ҡалған ғүмерен шағир ил гиҙеп, башҡорт йәйләүҙәрен, ҡаҙаҡ далаларын ҡыҙырып, наҙан мул­лаларҙан көлөп, ярлы-ябағаны, етем-еһерҙе, бөтә кәмһетелгәндәрҙе ҡурсып, шиғриәте менән дә, молдакәлек итеп тә ғилем-мәғрифәт өләшеп, аҡындар менән сәсәнлектә ярышып үткәрә.

Мәшhүр шағир бик күп телдәрҙе үҙ итә hәм уның әҫәрҙәре сит телдәр йоғонтоһо­нан бөтөнләй азат тип әйтеүе ҡыйын — уларҙың теле шаҡтай сыбарланған осраҡтар ҙа юҡ түгел. ҡайһы бер башҡа әҫәрҙәрендә лә башҡорт йәки ҡаҙаҡ һүҙҙәре, мәҡәл-әйтемдәре, тик башҡортса йәки ҡаҙаҡса ғына яңғырай алған са­ғыштырыуҙар бик күп. Мәктәптә балалар уҡытҡанда, балалар ниндәй телдә һөйләшәләр, шул телдә уҡытырға ынтылды. Аҡмулла 1895 йылдың 8 октябрендә Миәс ҡала­һы менән Һарыҫтан ауылы араһындағы бер тирмән янында Иҫәнгилде старшинаның дуҫы, башҡорт старшинаһы Буранғолдоң ҡушыуы буйынса Ғәфи­әт һәм Дәүли тигән әҙәмдәр тарафынан үлтерелә.

Ғәҙеллек, яҡтылыҡ, сафлыҡ йырсыһының ғүмере шулай көтөлмәгәнсә һәм фажиғәле рәүештә өҙөлә. Ләкин уның ҡабатланмаҫ шиғри мираҫы ха­лыҡ күңелендә юйылмаҫлыҡ булып уйылып ҡалған, ул сәскән мәғрифәт, өмөт, яҡтылыҡ орлоҡтары — беҙ!!!


Аҡмулла – һәр заманда хаҡ мулла!

Аҡмулланың шиғырҙарын уҡып сыҡҡандан һуң тәрән уйланып, бер ни тиклем байҡау яһаным.

Уның шағирлек һәләте бик иртә уяна. Уның шағир булараҡ үҫешендә Стәрлебаш мәҙрәсәһендә тап ул белем алып йөрөгән мәл­дә уҡытҡан шағир Шәмсетдин Зәкиҙең йоғонтоһо шаҡтай. Беҙҙең белеүебеҙсә, Аҡмулла илгиҙәр башҡорт сәсәне булып танылған. Ул үҙе йөрөгән, йәшәгән ерҙәрҙә башҡорттоң да, ҡаҙаҡтың да, татар һәм бүтән халыҡтарҙың да ауыр тормошон күҙ алдынан ғына түгел, ә үҙ бышынан үткәргән кеше. Ҡайҙалыр ярлының михнәт сигеүен, байҙарҙың рәхимһеҙлеген, ҡомһоҙлоғон күреп, йөрәге әрнегән. Хайуандай ажарынған байҙарға ҡарата күңел төбөндә нәфрәт хисе ҡайнаған. Ярлы-ябағаны яҡлап, уның көнкүреше әҙ генә булһа ла алға йүнәлмәҫме тип, уны тырыш булырға, ғилемгә ынтылырға саҡырып, шиғырҙар ижад иткән. Ә байҙарҙы аҡылға ултыртыртмаҡ, йүнгә килтертмәк булып, төртмә һүҙле, сатирик шиғырҙары менән көрәшеп ҡараған.

Ул иң беренсе башлап туған халҡына “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” тип мөрәжәғәт итә.

Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк.

Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк.

Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай,

Эй, туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк!


Был шиғырында изге сәсәнебеҙ белем, мәғрифәт юлы менән яҡтылыҡҡа, бәхеткә ирешеп булыр тип уйлай. Донъя ишектәрен асыр өсөн белемдең берҙән-бер юл икәнлеген аңларға мөмкинселек бирә. “Уҡығандар күктә осор, һыуҙа йөҙөр”,- тигән һүҙҙәре генә лә ниндәй ҙур әһәмиәткә эйә түгелме һуң?! Нисәмә йылдар үтеп, һыуҙар ағыуына ҡарамаҫтан, Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡ­мулланың күтәреп сыҡҡан иң актуаль темаһы хәҙерге осор поэзияһы менән тығыҙ бәйләнештә һәм уның ижади орлоҡтары ҙур көскә эйә. Сөнки бер һөнәрһеҙ ҙә был тормошта йәшәүҙе күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Белемһеҙлек – наҙанлыҡ, ә был “аңғыра айыуҙар” ҙан ниндәй файҙа бар һуң был донъяла?! Күҙ алдына килтерегеҙ, ул бит нимә генә эшләмәҫкә мөмкин?! Наҙанлыҡ та шуға бәрәбәр бит! Ә бына белемһеҙлекте “яһиллыҡ”, “афәт” тигән һүҙҙәр менән йәнәшә ҡуйыу белемдең әһәмиәтен асып бирә... Ғилеме барҙың телеме бар!

Мифтахетдиндың ижадына хәләл көс, йәшәүгә ынтылыш кеүек мәңге актуаль темалар хас. Бәлки был уның бала саҡ хәсрәттәре, йәбер-золомдары менән тығыҙ бәйләнештәлер...

Мәҫәлән, “Һауаланма” шиғырында әҙер байлыҡ хаҡында нимәләр яҙып үтә:

Һауаланма атаңдың байлығына,

Ололанма йөҙөңдөң айлығына.

Атаңдың байлығы — төшкән ҡырау тик,

Йөҙөңдөң айлығы — ялған буяу тик.

Был шиғырҙы ике яҡтан анализлап ҡарарға мөмкин. Беренсенән, ул бер тырышлыҡһыҙ, тир түгеп, ыҙа сигеп алынмаған әҙер ата байлығы. Күпме генә файҙа бар һуң да һәм ниндәй генә ҡәҙере булһын ти уның?! Миҫал өсөн, башҡорт халыҡ әкиәтен генә алып ҡарайыҡ. Үҙе ғүмерҙә лә көс түкмәй, атаһына ҡарап ятҡан егет, тәү тапҡыр әсе тир түгеп, аҡса тапҡас ҡына, уның ҡәҙерен белә. Икенсенән, «Байлыҡ» төшөнсәһе ике мәғәнәне — материаль һәм рухи бай­лыҡты аңлата.


Мәғрифәтсебеҙҙең уйынса, тик рухи байлыҡ ҡына ҡы­ҙығырға лайыҡлы, ә материаль муллыҡ, байығырға тырышыу шәхестең боҙолоуына алып килә. “Байлыҡ — бер айлыҡ ”, — тип башҡорттар бушҡа ғына әйтмәгәндәр шул. Ә рухи байлыҡ — ғүмерлек һәм ул мәңгегә беҙҙең күңелебеҙҙә! Байлыҡ башы — бер ҡаҙыҡ!

Аҡ­мулла Стәрлебаш мәҙрәсәһендә белем алған осорҙа үҙ алдына фарсы, ғәрәп телдәрен өйрәнеүгә нығыраҡ­ күңел бирә. Быларҙан тыш әҫәрҙәре татар, ҡ­аҙаҡ­ телдәре һүҙҙәре менән сыбарланған. Ҡайһы бер әҫәрҙәрендә “ҡаҙаҡтарым” тигән урындарҙы ла осратырға мөмкин. Халыҡ дуҫлығы — тел берҙәмлеге. Телдәрҙе берҙәм тип ижад иткән “Тел” шиғыры:


Татлы телдең төбө шәрбәт, мөләйем,

Тибрәһен шул шәрбәт телем һәр даим.

Бирҙең, тәңрем, телде беҙгә, һөйлә, тип,

Тура юлға телде шуға әйҙәйем!


Был ижади ҡомартҡы айырыуса хәҙерге заманда бик көслө һәм әһәмиәтле. Сөнки кеше тик әсә телендә генә донъя асылын танып белә. Туған тел менән генә рухи донъяны байытып була. Башҡорттоң тәрән мәғәнәле мәҡәле бар: “Теле барҙар халыҡ булған, теле юҡтар балыҡ булған”. Аҡмулла үҙ заманынан тойомлаған. Тел — халыҡтың күңел байлығы бит. Шуға ла беҙ хәҙерге көндә телде үҙ кимәлендә өйрәнергә тейешбеҙ. Иле барҙың теле бар, теле барҙың көнө бар!

Аҡмулла, үҙ заманы өсөн ысын мәғәнәһендә әхлаҡ -тәрбиә нигеҙе тыуҙырып, халыҡҡа ошо өгөт-нәси­хәтен ҡанатлы шиғриәт юлдарына һалып, “Нәсихәттәр” ижад иткән. Әйтерһең дә был һүҙҙәрҙе халыҡ күңеленә рухи хазина итеп ҡалдырған.


Иң әүүәл кәрәк нәрҫә — иман, тигән,

Ахирәт эштәренә инан, тигән.

«Хоҙай, кисер!» — тигән менән эш бөтмәйҙер,

«Иман шарты»н өйрәнмәһә — Иван, тигән.

Икенсе ҡиммәт нәрҫә — күңел, тигән,

Күңеле боҙоҡ әҙәмдән төңөл, тигән.

Боҙоҡҡа ер өҫтөнән аҫты артыҡ,

Булмаһа күңел таҙа — күмел, тигән.
Аҡмулла әҙәпле, сабыр холоҡло булырға, аҡыл менән эш итергә саҡыра. Шиғырҙың темаһы «иман», «күңел», «акыл», «шөкөр», «әҙәп», «сабыр», «ихлас» тигән төшөнсәләр аша асыла. Һәр кем ошо рухи ҡиммәттәргә эйә булырға тейеш, тигән мәғәнәне еткерергә теләй. Яҡшы холоҡло кешеләргә был донъяла бар ишектәр ҙә асыҡ. Яҡшыға эйәргән ялпайған, яманға эйәргән ҡартайған!

Алдан әйтеп үтеүемсә, Аҡмулла байлыҡҡа ҡыҙыға торған кешеләрҙән түгел. Рухи байлыҡ һәр саҡ материал байлыҡтан өҫтөнөрәк ҡуйыла. Бының тураһында “Нәфсе” шиғырында яҙып үтә.

Бер тинлек сығым булһа, йөгөнөрһөң.

Ҡәнәғәтең аҙайып, шул ваҡытта

Бер мал үлһә, йөҙ ҡайғырып, үкенерһең.

Малың меңгә еткәндә тарыларһың,

Ике меңгә етһәсе, тип зар ҡыларһың.

Эрелек һәм тәкәбберлек шомлоғонан

Шул көндә тәүбәләрең яңыларһың.

.


Был ижади ҡомартҡыла байҙарҙың ҡомһоҙлоғонан, нәфселлегенән әсе көләнә. Рухи байлыҡтың түбән төшөүе нәфселектең билдәһе, тип әйтергә теләй. Уларҙа яҡшылыҡ, тәрбиә, әҙәплелек мәсьәләләрен күтәрә. Кешене бәхеткә илтеүсе юлдар әҙәплелек, белемлелек аша үтә тип яҙа. Яҡшы менән яманды, хаҡлыҡ менән нахаҡты айыра белергә өйрәтә. Нәфсе менән шайтан бер атанан - тигән халыҡ.

Башҡорт әҙәбиәтендә тәүгеләрҙән булып тәбиғәтте тасуирлаған шағырҙарҙың исемлегендә Аҡмулла үҙәк урындарҙың береһен алып тора. Тәбиғәт матурлығы, гүзәллеге менән һоҡлана, айырыуса "Күкләм", "Көҙ", "Яҙ", "Тән менән көн", "Тупраҡ", "Ел", "Уяныу" шиғырҙарын билдәләп китеү мөһим.

Тирбәлешеп, тәрән күлдәр талҡыйҙыр

Төрлө ҡоштар дәртләнешеп ҡалҡыйҙыр.

Күлдә һылыу томбойоҡтар сайҡала,

Иҫерткес көслө йәш еҫ аңҡыйҙыр.

Ошо хозур тәбиғәт ҡосағында кеше ҡыҫҡа ғына был ғүмерҙе мөмкин тиклем мәғәнәлерәк үткәрергә тейеш. Ә нисек һуң мәғәнәлерәк?! Үҙ илеңә тоғро булырға, халҡыңа хеҙмәт итергә, Туған телеңде өйрәнергә, рухи байлығыңды үҫтерергә, ата-бабаларыбыҙ һүҙҙәренә ҡолаҡ һалырға, тәүфиҡ, әҙәп, кешелеклелек һыҙаттарын мәңге үҫтерергә хаҡлыбыҙ!

Беҙҙең белеүебеҙсә, изге шәхесебеҙгә Аҡмулла тигән бөйөк исемде халыҡ биргән. “Аҡ” тигән һүҙ саф, таҙа, изге күңеллелекте тасуирлап килһә, “Мулла” һүҙенең мәғәнәһе барыбыҙ өсөн дә аныҡ. Тәрән йөкмәткеле поэзияһында “Ай, донъя!..” шиғыры ла мөһим урынды биләй.


Бер үлем мосолманға — ҙурлыҡ ҡылһа,

Тиңлек бар мосолманға — хурлыҡ ҡылһа.

Китап һүҙен боҙоп әйткән боҙоҡ мулла

Өҫтөн сығыр унан да, бурлыҡ ҡылһа.


Ул дини яҡтан бик ныҡ үҫешкән әҙәм. Төрлө мәҙрәсәләрҙә белем алған осорҙа, халыҡ араһында тормош көткәндә наҙан муллаларҙан көлөп ижад иткән күп кенә шиғырҙары билдәле.

Дин - донъялағы бөтә нәмәне тәбиғәттән тыш көскә ҡайтарып ҡалдырған ҡараш һәм иң бөйөк көскә эйә нәмә. Шулай булғас, беҙ үҙ динебеҙҙе яратырға, хөрмәт итергә, уның бар ҡағиҙәләрен үтәргә лайыҡлыбыҙ. Доға ҡабатлауҙан иман иҫкермәй!



Һығымта
Йырауҙар һәм сәсәндәр күбеһенсә юғары ҡатламдан сыҡҡандар, уларҙың белем алыуға мөмкинлектәре күберәк булған. Ә Аҡмулла тыуған ғаиләнән белемле шәхес сығыуы мөмкин дә түгелдер. Ләкин үҙ тырышлылығы, ныҡышмалылығы менән белем алып, аҙаҡ төрлө мәҙрәсәләрҙә уҡып сығып, бөйөк шәхес була. Шиғриәте төҙөлөшенә ауыр бала саҡ йылдары ҙур йоғонто яһайҙыр. Ауыл шарттарында тәрбиәләнеп, XIX быуаттың иң оло мәғрифәтсеһе дәрәжәһенә күтәрелгән Аҡмулланың аң-белем кимәленә хайран ҡалырлыҡ.

Ул шиғырҙарында заманының актуаль проблемаларын күтәрә, үҙенең мәғрифәт уктарын наҙанлыкка, томанлыкка, мәҙәниәтһеҙлеккә ҡаршы йүнәлтә. Әхлаҡ, ғилем, дин, тел, байлыҡ мәсьәләләре һәр ваҡыт уның төп иғтибар үҙәгендә була. Был проблемалар хәҙерге көндә лә бик ҙур әһәмиәткә эйә. Үҙ тамырыңды юғалтыу рухһыҙлыҡҡа, йәшәү мәғәнәһен юғалтыуға, әхлаҡһеҙлектең көсәйеүенә, енәйәтселектең артыуына килтерә.

Ул башҡорт әҙәбиәтенең кимәлен ҙур бейеклеккә күтәреште, милли һыҙаттар менән байыҡтырҙы. Шуға уның шиғырҙары үҙенән һуң килгән шағирҙарға ла ыңғай йоғон­то яһаны, халыҡ араһында яратып уҡылды, хәтерҙә һаҡланды. Шиғриәте халҡыбыҙҙың рухи байлығына әүерелде.

Бөйөк Аҡмулланың районыбыҙҙа булып китеүе лә юҡҡа ғына түгелдер, ул халҡыбыҙ күңеленә мәғрифәтселек, сәсәнлек осҡондарын таратып киткәндер. Ошо осҡондарҙы ҡабыҙыусы, сағыуыраҡ балҡытыусы Аҡмулла, Ғәбит сәсән, Урал батыр рухын һаҡлаусы уҡыусылар хәҙергә көндә булыуы ҡыуандыра.

Аҡ­мулла үҙ шиғырҙарын китап итеп баҫтырып сығарыр өсөн яҙмаған. Уның төп маҡсаты — халыҡ аңына һәм күңеленә еткереү. Үҙ ваҡытында аҡ­ҡа теркәлеп ҡалмау сәбәпле, күп кенә яҙмалары беҙҙең көнгәсә килеп етмәгән. Тағы ла күпме ижад емештәренән мәхрүм ҡалғанбыҙ?! Шуның өсөн дә беҙ, хәҙерге заман уҡыусылары, Аҡмулланың поэтик ижадын тулыһынса кү­реү һәм уҡыу бәхетенән мәхрүмбеҙ. Шулай ҙа ул шағирҙең үҙе тере саҡта (1892) һәм үҙе үлгәс (1904, 1907) Ҡазанда һәм Алма-Атала (1935) баҫылған ки­таптары һаҡлана.

Шағир Мифтахетдин Аҡмулла XIX быуаттың икенсе яртыһындағы башҡорт әҙәбиәтенең иң күренекле вәкиле. Уның тормош һәм ижад юлын беҙгә тағы ла өйрәнәһе һәм эҙләнәһе бар. «Әҙип һәм ғалимдары булмаған халыҡ — бәхетһеҙ. Мәшһүр кешеләрен онотҡан халыҡ — ялҡаусыһыҙ. Әҙәбиәте булмаған халыҡ — рухһыҙ», - тип яҙып ҡалдырган Ризаитдин Фәхретдин.



Башҡортостаныбыҙ ерендә уның эҙҙәре, төҫө ҡалған. Ерҙә ғәҙеллек, саф намыҫ өсөн көрәшкән мәшһүр һүҙ оҫтаһы, аҡыл эйәһенең баһалап бөткөһөҙ мираҫы һәр быуынға изге ҡомартҡы.

Ә Аҡмулланың тәрән мәғәнәгә эйә булған бөйөк исемен башҡорт халкы бер ҡасан да онотмаҫ. Башҡортостан күгендә Аҡмулла йондоҙо Салауат, Вәлиди, Бабич, Мортазиндар менән бер тиң балҡый, был йондоҙҙар заманалар үткән һайын са­ғыуыраҡ була бара, улар ғаләм киңлектәренән үҙ ерендә үҙ яҙмышын үҙ ҡулына алыу ынтылышы менән йәшәгән халҡыбыҙҙың киләсәккә юлдарын яҡтыртып тора. Ә беҙ, Аҡмулланың вариҫтары, бейек мәғрифәтсенең рухын ғүмеребеҙ буйы күңелебеҙҙә һаҡларбыҙ һәм киләсәк быуындарға еткерербеҙ!

Достарыңызбен бөлісу:




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет