бет 38/40 Дата 30.06.2016 өлшемі 4.01 Mb. #168941
Башҡортостандың бөйөк ил булыуы — бәхәсһеҙ. Уны берәү ҙә шик аҫтына ҡуя алмай. Башҡорттар ғүмер- ғүмергә Рәсәй менән бергә булған. Петр I башҡорт ғәскәрҙәрен үҙе менән бергә Ҡырым походтарына ала. Рәсәйҙең һәр бер яуында башҡорттар ҡатнашҡан. Бөйөк Ватан һуғышын ғына алайыҡ: Башҡортостандан 700 меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Шуның һәр өсөнсөһө яу ҡырында ятып ҡала. Яугирҙарҙың бөгөн бөтәһе лә орден һәм миҙалдар менән бүлэкләнгән. 300-ҙән ашыу һалдат һәм офицер Советтар Союзы Геройы һәм Дан орденының тулы кавалеры булды , һуғыш ваҡытында Совет Армияһының һәр икенсе моторы Башҡортостан бензины менән эшләне. Совет власы осоронда ла Башҡортостан элекке СССР-ҙың иң көслө төбәктәренең береһе ине. Уға юҡҡа ғына дүрт орден бирелмәгән. Юғарыла әйткәнебеҙсә, бөгөн дә Башҡортостан — Рәсәйҙең иң алдынғы төбәктәренең береһе.
Эйе, Рәсәй — бөйөк ил. Эйе, Башҡортостан — уның бөйөк төбәге. Рәсәйҙең осар ҡанаттары федерализм булһа, беҙҙең Башҡортостаныбыҙҙың осар ҡанаттары — автономиялы, үҙ аллы республика булыу. Хоҙайҙан һорайыҡ — Рәсәйҙең дә, Башҡортостаныбыҙҙың да ошо осар ҡанаттары ҡайырылмаһын!
2010 йыл, 19 март
2Г
635
Тауҙар иленә тиңләйем
Ринат Камал хаҡында мин кесе ҡәләмдәшем, тип әйтә алам, ул алтмыш йәшенә табан атлаһа ла... Ә кесе ижад тип... Ғөмүмән, ижадта йәш айырмаһы бармы икән ул? Бары теге йәки был ижадты бай йә ярлы, билдәле йә билдәһеҙ, тип атарға ғына мөмкиндер. Был яҡтан ҡарағанда, уның сәсмә әҫәрҙәре хәҙер оло донъя, оло бер арба: хикәйә, повестары, романдары әҙәбиәтебеҙҙең дәрәжәһен һәм бәҫен билдәләй.
Әле үткән быуаттың 90-сы йылдар башында уҡ донъя күргән «Бәлә» повесын һәм «Таня-Таңһылыу» романын ғына алайыҡ. Уларҙа әҙип кешенең үҙаллылыҡҡа, рухи азатлыҡҡа ынтылыуы хаҡында бәйән итә. «Бәлә» повесы- ның геройы Камил Ғайсин үҙенсә эшләргә, донъяны үҙенсә ҡыуырға ашҡына, ә уҡыусылар яратып ҡабул иткән, VIII кластың «Башҡорт әҙәбиәте» дәреслегенә индерелгән «Таня-Таңһылыу» сентименталь романында туған тел мәсьәләһе, бөтөн милләттең яҙмышы үтә лә киҫкен ҡуйыла.
Шунан һуң Ринат Камалдың «Арыған кеше», «Түңгәк», «Кәрһеҙ ир», «Яза» тигән повестары баҫылды. Уларҙа беҙ элек күнегеп бөтөлгән әйберҙәргә яңыса ҡараш ташлайбыҙ, кеше затының һаман да мөстәҡиллеккә, ерҙә үҙең булып йәшәргә ниәтләүен күрәбеҙ. Македонский ҡушаматлы Искәндәр был тормошта үҙ яҙмышына үҙе хужа булып йәшәргә теләй, әммә «Кәрһеҙ ир»ҙәге йәш ғалим Уйылдан кеүек, улда, тормоштоң аяуһыҙ ҡанундары менән бәрелешеп, юҡҡа сыға. «Түңгәк»- тәге, «Яза»лағы геройҙар ҙа ысынбарлыҡ менән генә түгел, үҙ-үҙҙәре менән бәхәскә инә.
Әлбиттә, Ринат Камал — романсы, уның бөтә булмышы, ижад ҡоласы, яҙыу манераһы шул хаҡта һөйләй. Ул әҙәбиәтебеҙҙә лә романсы булараҡ танылды. Шәлкем- шәлкем романдар , романдар серияһы тыуҙырҙы, тау-тау әҫәрҙәр ижад итеү уны әҙәбиәтебеҙҙең алғы сафына сығарҙы. Шул юҫыҡтан ул прозабыҙҙың күренекле романсылары Ғәли Ибраһимов, Ноғман Мусин, Булат Рафиҡов, Әхиәр Хәкимов, Яныбай Хамматов, Динис Бүләков, Суфиян Поварисов, Ғайса Хөсәйенов, Азат Мағазов, Сабир Шәрипов, Таңсулпан Ғариповалар юлынан атлай, улар башлағанды дауам итә. һуңғы тиҫтә йыл эсендә генә
636
«Оҙонтал», «Сабыр йән», «Әлфирә», «Вариҫ», «Ағай- энеләр», «Шаңдау», «Талаҡ», «һөйкөмлө һөйәк» ише романдары баҫылды һәм киң ҡатлам уҡыусыларҙың ихтирамын яуланы.
Мин^былар хаҡында бик инанып һәм ҡыуанып һөйләйем. Йә әйтегеҙ: беҙҙә шундай уҡ романсылар күпме, беҙ уларҙың ҡәҙерен беләбеҙме? Үҙемде шаштырып һөйләйем, тип уйламайым. Ғөмүмән, Ринат Камал атлы прозаигыбыҙ, данлы романсыбыҙ хаҡында күптән һүҙ әйтергә йыйына инем. Ринат Камал ижады — башҡорт әҙәбиәтенең һөйөнөсө ул, арабыҙҙа шундай яҙыусы булыуына ҡыуанырға, шундай егәрле әҙибебеҙ менән ғорурланырға тейешбеҙ. Йә, кем бар тағы беҙҙә шундай романдар серияһы тыуҙырыусы?
Ринат Камалдың романдарын халыҡтың яратып уҡыуына үҙем шаһит. Бер шулай дуҫым Рафаэль Сафин менән телефон аша һөйләшәбеҙ:
«Ағиҙел» журналын алдыңмы? — тип һорай шағир дуҫым.
Алдым.
— ■ «Оҙонтал» романын уҡыйһыңмы?
Бәй, һин дә уҡыйһыңмы?
Уҡыйым, — ти Рафаэль. — Теле шәп!
Аҙаҡ әҫәрҙе уҡып бөткәс, тағы шылтыратышабыҙ.
Оҡшаны, — тим дуҫыма. — һәм тағы ла: слогы шәп!
Роман мине тулҡынландырҙы, унда тыуған яҡтарым һүрәтләнә, — ти Рафаэль Сафин.
Бәғзе бер әҫәрҙе уҡып бөтә алмай ташлайһың...
Ҡарағыҙ, бер ун-ун биш йылда ниндәй әҫәрҙәр барлыҡҡа килде һәм арабыҙҙан ниндәй ҙур талант эйәһе үҫеп сыҡты. Ул сит ил яҙыусылары, мәҫәлән, Золя һымаҡ ғаилә романдары шәлкеме тыуҙыра («Ҡотлояр — Бәхтейәрҙәр» романдар серияһы), халыҡтың бер быуатлыҡ (XX быуат) тарихын яҙа. Әүәлге беҙҙең революңион-тарихи жанрҙағы әҫәрҙәрҙән һуң, Ринат Камал үҙ юлы менән китте: ул халыҡ тарихын айырым ғаилә тарихы юҫығында яҡтырта. Ҡотлоярҙар ғаиләһе күп һынауҙарға дусар, улар ауылдағы икенсе тармаҡ — Бәхтейәрҙәр менән туғанлаша , ә уларҙың балалары ҡабат замандың яңы ут-һыуҙарына инә, бер быуынды икенсеһе алмаштыра... Миҫалға Ҡотлоярҙар нәҫел-нәсәбенең бер нисә быуын яҙмышы тасуир ителә: Ҡотлояр ■ — Сабирйән — Йонос — Хәмит! Бындай киң ҡоласлы әҫәргә тотонор өсөн генә лә йөрәк кәрәк. Был —
637
үҙе бер ижади ҡаһарманлыҡ! Мәҫәлән, «Әлфирә» романында (1923—1924 йылдар) династия башлығы Ҡотлояр төп герой булһа, уның оло улы Сабирйән «Сабыр йән» романында (60-сы йылдар) — төп персонаж. Уның улдары аҙаҡ сәнғәт юлын һайлаясаҡ. «Шаңдау» романында иһә, 1918 йылғы ваҡиғалар һүрәтләнә; унда төп герой — Бәхтейәр... «Талаҡ», «һөйкөмлө һөйәк» романдарында инде уның, уның балаларының артабанғы яңы дәүерҙәге, яңы шарттарҙағы яҙмышы бәйән ителә.
2010 йыл Башҡортостаныбыҙҙа Республика йылы тип иғлан ителде. Быйыл архитектура, сәнғәт һәм әҙәбиәт әлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһына тәҡдим итеү йылы ла бит әле. Ниңә беҙгә арабыҙҙағы егәрле ижадсы, тау-тау әҫәрҙәр яҙыусы Ринат Камалды шул оло бүләккә тәҡдим итмәҫкә? Минеңсә, ул күптән был абруйлы исемгә лайыҡ. Ғөмүмән, был — дөйөм әҙәбиәтебеҙҙең бәҫен күтәреү, прозабыҙҙың мәртәбәһен билдәләү ҙә буласаҡ. Егәрле һәм талантлы әҙип Ринат Камал ижады бөгөнгө башҡорт әҙәбиәтенең сағыу бер күренеше, уның юғары кимәлен билдәләүсе күрһәткес тә бит әле. Был, һис шикһеҙ, беҙҙең бөтә әҙәбиәтебеҙҙең байрамы, прозабыҙҙың матур бер тантанаһы ла булыр. Бындай изге эштәрҙе, минеңсә, ваҡытында, әҙип үҙе иҫән-һау сағында, башкөллө ижад ҡомары менән янған мәлдә атҡарһаҡ, бик тә мәслихәт булыр, ижадсының үҙе менән беҙ ҙә шатланырбыҙ, шуның менән үҙебеҙҙең мәҙә- ниәтлелегебеҙҙе, мәртәбәбеҙҙе лә танытырбыҙ, шунан тормошобоҙ ҙа саҡ ҡына булһа ла яҡтырып киткәндәй булыр. Валлаһи шулай. Йәмәғәтселекте минең фекеремә ҡушылырға саҡырам.
...Ринат Камал романдарын мин тауҙар иленә, уның һәр әҫәрен иһә мөһабәт бер тауға тиңләйем.
йыл
Октябрь байрамын һағынам...
Яҙыусы яҙмай тора алмай. Әгәр яҙа алмай икән, ул быны бик ауыр кисерә. Мостай Кәрим үҙенең бер юбилейы уңайынан газетабыҙға биргән интервьюһында «Юбилейымды бер ниндәй ҙә яңы әҫәр менән ҡаршы алмайым. Биш том әҫәрҙәр яҙыр өсөн миңә 85 йыл йәшәргә кәрәк
638
булған. Әгәр ижадтан тыш эшләргә ваҡыт сарыф итмәгән булһам, ҡырҡ йылы ла етер ине, юғиһә», — тип үкенес белдергән ине. Нәжиб ағай, туҡһанды түңәрәкләп килгәндә һеҙ нисек йәшәйһегеҙ?
Туҡай әйтмешләй, ғазраилды күргәндә лә ҡулымдан ҡәләм төшмәҫ. Яҙыусы өсөн донъяла иң ҡәҙерле нәмә — ижад. Тыуған ил, Ватан, халыҡ, ғаилә, һөйгәнең — улар, әлбиттә, яҙыусының йөрәгендә йәшәй торған төшөнсәләр. Ошо мөхиттә йәшәп, яҙыусы үҙенең тәбиғәт биргән билдәләнешен, яҙыусылыҡ вазифаһын үтәргә тейеш. Минән йыш ҡына: «Хәҙер инде ял итәһегеҙҙер», — тип һорайҙар. Мин уларға: «һеҙ нимә, «Кызыл таң», «Башҡортостан» газеталарын алдырмайһығыҙмы ни, унда көн һайын тиерлек публиңистик яҙмаларым сыға. Телевизор, радионан театрҙарҙа барған әҫәрҙәрем тураһында тапшырыуҙар була. һеҙ мине бөтөнләй белмәгән кеше кеүек һорау бирәһегеҙ!» — тип асыуланып яуап бирәм. Ниндәй ял булырға мөмкин?! Ял — ул яҙыусы өсөн үлем. Мин йәшәйем икән, яҙырға тейеш.
Минең әле йәш саҡтағыса ижади ҡомарым бар, энергиям да ҡайнап тора. Өҫтәүенә, бай тәжрибә тупланған, ғүмерҙең ахыры яҡынлашҡанын һиҙәһең, әйтелмәгән һүҙҙәр, фекерҙәр, күрһәтелмәгән характерҙарҙы, донъя хаҡындағы уйҙарымды әйтеп ҡалғым килә. Кеше олоғайғас ҡына иң камил фекерҙе әйтерлек була. «Аҡһаҡал» тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит. Мин үҙемде шундай халәттә тоям.
Әйтелмәгән фекерҙәр, тигәндән. Театрҙарҙа һеҙҙең әле күбеһенсә элекке пьесаларығыҙ сәхнәләштерелә.
Ғүмерҙең әлеге егерме йыллап өлөшө иң ауыр осорға тура килде: система алышынды. Мостай Кәрим Мәскәүҙә Президент Владимир Путин ҡулынан орден алғанда: «Минең әҫәрҙәрем совет осоронда яҙылған», — тигән ине. Ә бит шул әҫәрҙәр әле булһа театрҙарҙа ҡуйыла, тимәк, тәрбиәүи әһәмиәте бар һәм улар халыҡҡа кәрәк. Әле талантлы композитор Рөстәм Сабитов уның «Прометей» әҫәренә балет өсөн музыка яҙып, Салауат Юлаев премияһына лайыҡ булды. Тимәк, совет осоронда яҙылған әҫәрҙәр юғары художестволылығы менән алдыра. Минекеләр ҙә шулай. Уларҙың өсөһө әле бына театрҙарҙа бара. Салауат театрында Олег Ханов ҡуйған «Зәйтүнгөл» 70-се йылдарҙа яҙылған ине. «Нур» театрында Илдар Вәлиев 60-сы йылдарҙа яҙылған «һыу юлы»н сәх
639
нәләштерҙе. Бөгөн дә гөрләп бара. Бынан ике йыл элек Туймазы татар театры «Рәйсә+Фәйзи»ҙе (режиссеры Байрас Ибраһимов) ҡуйҙы. Быйыл да сезонды ошо спектакль менән астылар. Театрға егерме йыл тулғанда иң яҡшы әҫәр, тип ҡуйҙылар. Зал шығырым тулы булды. Туймазының бөтөн зыялы кешеләре ҡараны. Ҡала хакимиәте башлығы Рәшит Хәйруллин да килгән ине. Артистар шул ҡәҙәр матур уйнаны. Тимәк, ысын художество әҫәре ул бер ниндәй системаға ла буйһонмай. Халыҡ яҙмышы тураһында һәм халыҡ яҙмышына бәйләнгән икән, ул ҡартаймай ҙа, иҫкермәй ҙә. Әйтәйек, Шекспир, быуаттар буйына сәхнәнән төшмәй. «Король Лир»ҙы ғына алайыҡ. Король Лир үҙенең өс матур ҡыҙына ышанып, байлыҡтарын уларға бүлеп бирә. Ҡыҙҙар атайҙарын бомж хәленә ҡалдыра. Бындайҙар әле лә бар. Ата-әсәһен ҡарамаған, унар-егермешәр йыл тыуған йортона ҡайтмаған, хат та яҙмағандар бар. Ғәзиз балаларын һағынып, һарғайып үлә ундайҙарҙың ата-әсәһе. Шатлыҡҡа, беҙҙең халыҡта улар һирәк осрай. Беҙҙең татар, башҡортта әсәй-атайҙы хөрмәт итеү боронғонан килә һәм бик көслө фактор. Шулай итеп , Мостайҙың да совет осорон яҡтыртҡан әҫәрҙәре әле булһа актуаль. Мин дә үҙемдең ижадҡа шундай күҙлектән ҡарайым.
Аҡһаҡал күҙлегенән ҡарағанда, күңелегеҙгә оҡшамаған әҫәрҙәрегеҙ бармы?
Пьесаларымдың ҡайһы берҙәрен бөгөнгө күҙлектән үткәргәндә һыҙып ташлағым килә. Ниңә былай яҙҙым икән тигән үкенеүҙәр ҙә бар. Заманға ярарға тырышып яҙылған әҫәрҙәрем дә бар. Бәхеттән, ундайҙар күп түгел. Заманға яраҡлашыу тигәндән, улар барыбер йөрәгем аша үткән пьесалар бит. Әйтәйек, «Таң йондоҙо» тигән әҫәрем. Ул Октябрь революңияһын яҡлаған пьеса. Хәҙер революцияны күптәр яҡламай. Бөгөн донъя уны яңылышлыҡ булды, бөтә Рәсәйгә бәхетһеҙлек килтерҙе, тип ҡарай. Әгәр революция булмаһа, Рәсәй бындай көнгә ҡалмаҫ ине, ауылдар колхозлашмаҫ, ауыл хужалығы бөлгөнлөккә төшмәҫ ине, эре сәнәғәтселәр таралышып бөтмәҫ ине, олигархтар барлыҡҡа килеп, донъяны таламаҫтар ине, тип фекер йөрөтәләр. Бына был әҫәрем хәҙер ҡаршылыҡҡа осраны.
Әммә күпселеге барыбер бөгөнгө көнгә лә ауаздаш булыуы менән һөйөндөрә. Мәҫәлән, «Рәйсә+Фәйзи», «һыу юлы» спектаклдәре, һуңғыһында колхоздарҙы
640
күтәреү тураһында һүҙ бара. Әле лә нәҡ шул проблемалар көнүҙәк түгелме ни? Ауылдар бөтөп бара ла баһа. Минең спектаклдә ауыл егете һөйгән ҡыҙын тыуған яғына алып ҡайта. Ҡыҙҙың бында торғоһо килмәй, егетте кире ҡалаға саҡыра. Тик егет бөтөн күңеле менән ергә береккән. Шуға ла уның ауылда төпләнеү теләге еңә. Ер — ул мәңгелек йыр. Бөгөн дә ер — көнүҙәк мәсьәлә бит. Ерҙәребеҙгә әллә кемдәр хужа булып бара түгелме? Әгәр әле үҙ еребеҙҙе һаҡлап ҡалмаһаҡ, бер заман үкенербеҙ, ләкин һуң булыр. Шул «һуң булыр» тигән уйымды йөҙ йылға булһа ла һуңлатҡым килә. Башҡортостан ерҙәренең таралып юҡҡа сығыуын бөгөн күргем килмәй. Ошо «һыу юлы»н ҡарап булһа ла кешеләр аҡылдарына килһендәр ине: ҡалаларҙан ҡайтып, ерҙәребеҙҙе эшкәртеп, уға хужа булып йәшәһендәр ине. «Зәйтүнгөл» — һуғышҡа киткән ирен ғүмер буйы көткән ҡатын тураһында. Тракторсы була, ер һөрә, улын үҫтерә. Бында оло мөхәббәт әҫәрҙе ғүмерле иткән. Донъя әҙәбиәтендә лә шулай: оло мөхәббәт тота әҫәрҙәрҙе. Дантеның «Илаһи комедия»һын алайыҡ. Бындағы герой бер күреүҙә кейәүҙәге ханымға ғашиҡ була. Ғашиҡ була, әммә һөйөклөһөн башҡа бер ҡасан да күрмәй. Ләкин уны ғүмеренең һуңғы көнөнә ҡәҙәр онотмай ҙа, уға бағышлап әҫәрҙәр яҙа. Үлгәс, ожмах менән тамуҡ араһында осрата ул һөйөклөһөн. Шунда ул уны, һинән дә гонаһһыҙ кеше юҡ, тип ожмахҡа ҡултыҡлап алып кереп китә. Мөхәббәттең көсөн күрһәткән бит бында яҙыусы.
Мин әҫәрҙәремдә мөхәббәткә ҙур урын бирергә тырышам. Әхмәтзәки Вәлиди тураһында пьесамда оло мөхәббәт сәйәси кәртәгә тап булып, селпәрәмә килә. Вәлиди ашығыс рәүештә китергә мәжбүр булғас, ауырлы ҡатынын үҙе менән ала алмай. Барып урынлашҡас, ҡатынын килтереү тураһында ҡайғырта башлай. Әммә Сталин Нәфисәне ебәрмәй. Зәки Вәлиди төрлө илдәрҙең юғары вазифа биләгән шәхестәренә, илселәргә Сталинға йоғонто яһауҙарын һорап мөрәжәғәт итә. Тик файҙаһыҙ: Сталин һүҙендә ныҡ тора. Ул Нәфисә артынан Вәлидиҙең үҙен ҡайтарттырырға һәм ҡулға алып, атып үлтерергә теләй. Әммә Зәки Вәлиди үҙенең башҡараһы эштәрен мөхәббәттән өҫтөн ҡуя һәм ҡатыны, улы артынан ҡайтмай. Илле йәшкә ҡәҙәр өйләнмәй, фәнгә, милләткә хеҙмәт итә. һуңынан, әлбиттә, әйләнә, улы, ҡыҙы тыуа. Беренсе ҡатынын ҡайтып ала алмауын ул эше менән аҡлай.
641
Был пьесамды тәүҙә Салауат драма театры ҡуйҙы. Унан киң планда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәләштерҙе. Был спектакль менән улар Төркиәгә лә барҙы. Төрөктәр үҙҙәрендә быйылғы йылды илдәрендә ҙур хеҙмәт иткән ғалим хөрмәтенә «Зәки Вәлиди йылы» тип атанылар.
Әңгәмә башында газеталарҙа мәҡәләләр баҫтырыу тураһында ла һүҙ булды. Нәжиб ағай, газеталарға яҙышыу редакциялар һорауы буйынсамы, әллә ихтыяжмы?
Эйе, һуңғы йылдарҙа газеталар менән тығыҙ элемтәләмен. Был шөғөлөм оҡшап та ҡуя. Халыҡ менән аралашыуҙың бер ысулы бит ул. Ә мин аралашырға яратам. Хәтереңдәме, «Кызыл таң»да «Ғүмерем буйы бәйге тоттом» тигән баш аҫтында һинең менән бер һөйләшеүебеҙ баҫылғас, Саҡмағош районының Имәнлекүл ауылында йәшәүсе Ансаф Ғиззәтов тигән кешенән «Сәйер һәм ҡурҡыныс прогноз» тигән хат килгән ине. Унда автор минең «Рәсәй бәхетһеҙ ил. Әле донъяға Америка хужа. Рәсәй өсөнсө дәрәжәләге илгә әйләнде. Әгәр барыһы ла әлегәсә барһа, Рәсәй йә Американың колонияһына әйләнер, йә бөтөнләй юҡҡа сығыр (дәүләт булыуҙан туҡтар)», тигән фекерҙәремә ҡаршы сыҡҡан ине. Күптәр, Ансаф Ғиззәтовты белеүселәр, «Нәжиб ағай, был тарихсы былай ғына тыныслана торған кеше түгел, һин унан тиҙ генә ҡотола алмаясаҡһың, мең тапҡыр яҙасаҡ әле ул һинең менән бәхәсләшеп», тигәндәр ине. Мин уға газета бите тултырып «Кызыл таң» аша «Тарихсыға минең яуабым» тигән асыҡ хат яҙҙым. Ул тарихсынан башҡа хат булманы. Тимәк, яуабым менән ҡәнәғәт ҡалды.
«Бөйөк илдең бөйөк төбәге» тигән мәҡәләм сыҡты. Унда Мортаза Рәхимов Президент ине әле. Мәҡәләмде уҡығас, дуҫтар, ҡәләмдәштәр тәрилкә тотоуҙа ғәйепләнеләр. «Юҡ, тәрилкә тотманым, әммә маҡтаным. Мәскәү бит уны маҡтаны, беҙгә тәҡдим итте. Депутаттар, халыҡ өс тапҡыр президент итеп һайланы. Мин халыҡтан ҙурмы ни? Мәскәү ышандырған икән, мин уға ышандым, шуға ла сығыштарымда уны яҡланым. Рәхимов шәхесен яҡлау түгел ине бит был, уның йөҙөндә Башҡортостанды, республиканы яҡланым. Рәхимовты хурлап, Башҡортостанды яҡлап булмай бит. Башҡортостан һәйбәт, сәскә ата, әммә уның Президенты хөрт тиһәм, мине кем аңлар? Президент вазифаһы ул айсберг кеүек. Айсбергтың беҙгә күренгәне һигеҙҙән бер өлөшө генә. Президент эшенең
642
дә шулай. Газеталар нимә яҙа, ниндәй мәғлүмәт бар — беҙ шулар менән эш итәбеҙ. Боҙ тауының диңгеҙ төбөндәге өлөшөн өйрәнмәй, дәлилләмәй тороп, ниндәйҙер имеш- мимешкә ышаныу, уны ҡуйыртыу — минең эш түгел.
Беренсе Президентыбыҙ М. Рәхимовты мин әле лә хөрмәт итәм. Ул ҡырағай капитализм менән көрәште , республиканы күтәрҙе. Йәмғиәттә барған күренештәргә, халыҡ фекеренә, айырыуса, шикле, бәхәсле фекерҙәргә яҙыусы булараҡ, инде тәжрибә туплаған кеше булараҡ яуап биреүҙе үҙемдең бурысым тип һанап, газеталарҙа мәҡәләләр баҫтырам мин. Салауат Юлаев тураһындағы ҡапма-ҡаршылыҡлы фекерҙәр йөрөй башлағас та ҡулыма ҡәләм алдым. Беҙҙең Башҡортостанды милли батырһыҙ ҡалдырырға тырышыусыларға ҡәтғи яуап бирҙем. Милли геройһыҙ ул меҫкен халыҡ. Бар ундай халыҡтар. Ҡарағалпаҡтың берәр геройы бармы? Курдтарҙыҡы бармы? Беҙҙең телебеҙ, тарихыбыҙ, геройҙарыбыҙ бар. Шундай ваҡиғаларға ҡарата күңел ҡушыуы буйынса яҙылған мәҡәләләрем ике томға йыйылды, һәм быларҙы халыҡҡа еткереүҙә «Кызыл таң»дың роле ҙур.
Нәжиб ағай, һәр яҙған әҫәрегеҙ театрҙарҙа ҡуйылдымы?
Бер пьесам бар, «Сейәле тау» тигән. Салауат драма театры ғинуар-февраль айҙарында ҡуясаҡ.
Күптән түгел Салауат драма театры өсөн «Ете ҡыҙ» пьесаһы яҙҙығыҙ бит әле. Ғөмүмән, был театр менән һеҙҙең ижади бәйләнештәр ныҡ.
Салауат драма театры мине бик хөрмәт итә. Йәш саҡта үҙем дә унда директор булып эшләп алдым бит. Ул миңә тыуған театр кеүек. Уның директоры Наилә Бай- кова-Сәфәрғолова бик эрудиңиялы, аҡыллы, кешелекле ижадсы. Салауат драма театрының 75 йыллығы уңайынан Наилә ханым миңә мөрәжәғәт итте. Юбилей тантанаһына сценарий яҙыуымды һораны. Мин риза булманым. Сценарий түгел, әҙәби әҫәр, пьеса яҙам, тинем, һәм яҙҙым. Пьеса уға бик оҡшаны, илай-илай уҡыны. Унда театрҙың тарихы һүрәтләнгән. Пьесаны Айрат Абушахманов сәхнәгә ҡуйҙы. Халыҡ яратып ҡараны. Шулай итеп, дүрт театрҙа бөгөнгө көндә спектаклдәрем ҡуйыла. Улар миңә йәшәргә хоҡуҡ биргән кеүек.
Яҙыусыларҙың әҫәр яҙыр алдынан халыҡ араһында йәшәп, уларҙың тормошон өйрәнеүҙәре күптән билдәле.
643
һеҙҙең дә пьесаларҙа геройҙарығыҙ тормоштан алынған. Бәлки, шуға күрә лә улар оҙаҡ йәшәйҙер?
Геройҙарҙы тормоштан алырға, тигән девиз совет осоронан килә. Партия ла шулай ҡушты, ысынбарлыҡ та шуға саҡыра ине. Мин Октябрьский ҡалаһына йәшәргә күсенеп киттем. Нефтселәр тормошон өйрәнергә, яңы төҙөлөп килеүсе ҡала тормошон, ундағы эшселәрҙең күңелен аңларға. Беренсе әҫәрҙәремдең геройҙары ошо ҡалалағы төҙөүсе кешеләр булды. Төркиәлә Зәки Вәлиди эҙҙәре буйлап йөрөгәндә Истамбул университетында Зәки Вәлиди кабинетына алып керҙеләр. Кәнәфиенә ултырып, үҙемде Зәки Вәлиди итеп хис иттем. Артта — китап кәштәһе. Асып ҡараныҡ. Иң алда урыҫса башҡорт хикәйәләре йыйынтығы тора. Был 1955 йылдарҙа Мәскәүҙә сыҡҡан китап. Минең унда «Быраулаусылар» тигән хикәйәм кергән. Зәки Вәлиди барлыҡ авторҙарҙың да хикәйәләрен уҡыған, яндарында төрөксә лә, инглизсә лә яҙмалар бар. Мин уларҙы уҡый алманым. Әммә хикәйәмә баһаны һуңынан Зәки Вәлидиҙең СССР, Башҡортостан тураһында яҙған хәтирәләрендә таптым. Бына шуларҙы күргәс, пьесамда Зәки Вәлидиҙең кисерештәрен тасуирлау миңә еңелерәк бирелде кеүек. Тормошто өйрәнеү мотлаҡ кәрәк, тип әйткем килә. Өҫтәл артында ултырып ҡына тормошсан әҫәр ижад итеп булмай.
Күптән түгел ҡулыма яҙыусы Флүр Ғәлимовтың китабы килеп керҙе. «Яңы башҡорт» тип атала. Башҡорттоң бөгөнгө болғауыр заманда ниндәй ҙә булһа кәсепкә эйә булыуын алға һөрә. Ул эшҡыуар булырға, менеджер, сауҙа эштәрен дә белергә , бөгөнгө яңы системаға яраҡлашырға тейеш. Кем ул яңы башҡорт? Ул — сауҙагәр. Ә башҡорттарҙың иң яратмаған һүҙе — «сауҙагәр». Улар яратмаған кешеһен дә сауҙагәр, тип әрләгән. Хәҙер һорау тыуа: әҙәбиәт геройы кем булырға тейеш бөгөн? Флүр әйткән сауҙагәрме? Ә был һүҙгә башҡорттар үпкәләмәҫме?
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һатыр байлыҡтарыбыҙ ҡалманы бит инде. Ер аҫты һәм ер өҫтө байлыҡтарын ҡырағай капитализм тартып алды. Урмандарҙы һатып бөтөрҙөк. Хәҙер нимә эшләргә? Бөгөнгө яңы башҡорттарҙы, йәғни беҙҙе, Рөстәм Зәки улы әйткәнсә, нанотехнология, модернизация, инновация, инженерлыҡ дәрәжәһе бирә торған бөйөк ғәмәлдәргә йүнәлдерергә кәрәк. Бына ошо
644
бөйөклөккә ирешһәк, республикабыҙҙы ла яҡлап ҡалырбыҙ, яңы башҡорттар ҙа сәскә атыр.
Минең әҫәрҙәремдең геройҙары эшсе кешеләр, нефтселәр, Ишембай, Октябрьский ҡалаһын төҙөүселәр булды. Мин уларҙы әле булһа һағынам. Ә бөгөнгө герӨй- ҙарҙы, Флүр Ғәлимов әйтмешләй, яңы башҡорттарҙы әле мин өйрәнә алманым. Әлбиттә, әҙәбиәт гел үткәндәр менән йәшәй алмай. Хәҙер әҙәбиәт донъяһына йәш ижадсылар килә. Улар бөгөнгө башҡорттарҙы яҡшы беләләрҙер һәм әҙәби геройҙары ла икенселер. Тик һәр системаның лидеры булырға тейеш. Бармы бөгөн Башҡортостандың яңы башҡорттарҙың лидерҙары? Элек бит һәр әлкәлә — нефтселәрҙә булһынмы, машина төҙөү әлкәһендәме, фәндәме, лидерҙар бар ине. Әлегә мин уларҙы күрмәйем. Ҡайҙа беҙҙең эре эшҡыуарҙар, инженерҙар, сәйәсмәндәр, донъяға билдәле фән кешеләре. Әҙәбиәттең бөгөнгө геройҙары шулар булырға тейеш, минеңсә.
Нәжиб ағай, һеҙ, аҡһаҡал булараҡ, республикала барған хәл-ваҡиғаларға ла битараф ҡала алмайһығыҙ. Бөгөнгө сәйәсәт, яңы Президент республикабыҙҙың йәшәйешендә ниндәй урын алыр?
Башҡортостан Президенты мотлаҡ башҡорт булырға, башҡорт телен белергә тейеш, тиҙәр. Бик күп башҡа халыҡтар был мәжбүри түгел тип баралар. Президент башҡорт телен белһә, һәйбәт булыр име , әлбиттә. Тик... Милләт хәл итмәй бит, аҡыл хәл итә. Аҡыл һәм теләк. Республика халҡына хеҙмәт итеү әсән һәләтең дә булырға тейеш. Республика башлығының милләтен тикшереү миңә оҡшамай. Инде ярты быуаттан артыҡ минең милләтем менән ҡыҙыҡһыналар: кем һин, татармы, башҡортмо? Мин — керәшен, туған телем татар, башҡорт әҙәбиәтенә хеҙмәт итәм, тип яуап бирәм. Минең өсөн башҡорт теле лә туған телем кеүек яҡын, шуға күрә башҡорт телендә яҙам да!.. Кеше республикаға, уның әҙәбиәтенә, иҡтисадына, сәнғәтенә, халҡына хеҙмәт итә икән, башҡортмо ул, татар, урыҫмы, уны барыбер Башҡортостан кешеһе, тип әйтәсәктәр. Беҙҙең Президентыбыҙ шундай булырға тейеш. Аҙым һайын уның милләтен тикшереп, Интернет аша анонимкалар яҙып, теңкәһенә тейеү ниңә кәрәк?! Кешене эше биҙәй. Президенттың милләтен түгел, Башҡортостаныбыҙҙы үҫтереүен, хеҙмәтен белергә кәрәк. Уйлайым-уйлайым да, ңивилизаңия тигән
Достарыңызбен бөлісу: