|
|
бет | 22/40 | Дата | 30.06.2016 | өлшемі | 4.01 Mb. | | #168941 |
| , тиҙ генә барып киләйем тинем.
Андро. Магазинға? Аҡ халаттар кейеп? Фермаға барып йөрөмә, тип күпме әйттем мин һиңә? Пенсия алаһың. Нимә, һиңә аҡса етмәйме ни?
Марго. Фузаның балаһы сирләгән, ә Дарья үҙе сырхаулап тора, ярҙам итергә кәрәк. Ә һин аҡса тиһең...
Андро. Кешеләр әллә ни уйлар. Ҡомһоҙланалар тип әйтеүҙәре бар. Сандро алдында ла уңайһыҙ. Минән ҡасалар тип уйлауы мөмкин. Әйткәндәй, ул үҙе ҡайҙа һуң әле?! Күптән күргәнем юҡ.
Марго. Ул таң менән баҫыуға китте. Белмәйһеңме, уның кукурузы ни хәлдә икән?
А н д р о. М аҡтанырлыҡ түгел.
Марго. Бахыр Сандро!
Андро. Уҙған йылдағынан да яҡшыраҡ уңыш алам, тип маҡтанмаһын ине. Уны берәү ҙә теленән тартып әйт
348
термәне. Бына хәҙер йөрөһөн инде көнө-төнө сүп үләндәре менән алышып.
Марго. Ул бит ауырып больницаға инәһен белмәне. Андро йәнем, кешеләр күҙенә ҡарарға оялам. Осраған береһе: «Тағы бау һуҙғандар. Дуҫтарҙыц көйө киттеме ни?» — тип һорай.
Андро. һорамағайҙары. Ә һин: «Бауҙы кер элергә һуҙҙым», — тип әйт. Бар, сепрәк-сапраҡтарыңды сығар әле, элеп ҡуяйыҡ. Юҡты-барҙы һөйләнеп йөрөмәһендәр.
Марго кейем-һалым алып сыға, уларҙы Андро менән икәүләп
бауға эләләр.
Марго. Ана, күрше ҡайтып килә!
Андро. Нимә эшләп бик иртә ҡайта? Уны Бибо менән осраштырмаҫҡа ине бит әле.
Марго китә.
Әллә һуң һүҙ ҡушырғамы? Юҡ. Ул ғәйепле, үҙе башлап өндәшһен!
Сандро (инә, үҙ алдына). Әллә һуң һүҙ ҡушырғамы? Юҡ. Түҙәм әле. Аҙыраҡ ғазапланһын. (Бауҙагы кейем- дәрҙе ипләп кенә ала ла, төрөп «демаркацион һы- ҙьпс»тыц аръягынаҡуя.)
Андро (кейемдәрен яцынан һәйбәтләп ошо ук бау- га элеп ҡуя). Был мине тағы ла ыҙғыштырырға самалаймы? Юҡ, барып сыҡмаҫ!
Сандро (Андроныц был эшен күреп, М аргоны саҡырып ала). Марго! Марго тим!
Марго (болдорга сыгып). Миңә өндәшәһеңме, Сандро?
Сандро. Мин һинең ирең менән һөйләшмәйем. Әйт үҙенә, сепрәк-сапраҡтарын минең бауға элмәһен. Кешеләрҙең минеке тип уйлауы мөмкин. Әйтерҙәр, Сандро ҡарт арҡанды кер бауынан да айыра алмай икән инде тип.
Андро (элеүен дауам итеп). Бисәкәй, үҙеңдең үтә аҡыллы күршеңә әйт, минең менән һөйләшергә теләй икән, ике шаһит саҡырһын, тәкә һуйһын, бер мискә ҡыҙыл араҡы сығарһын, бына шул ваҡытта, бәлки, мин уның менән һөйләшә башлармын. Баҫым яһап әйтәм, бәлки!..
349
Сандро (нәмәләрҙе бауҙан кире алыуын дауам итеп). Марго, ҡәҙерлем, үҙеңдең үтә аҡыллы иреңә әйт... Баҫым яһап әйтәм: үтә аҡыллы иреңә, тим... Мин был эш өсөн тәкә түгел, себеш тә һуймаясаҡмын. Әгәр ҙә инде уның үҙенең минең менән бик һөйләшке килһә, шаһиттар саҡырһын, тәкә һуйһын... Хәйер, ул тәкә һуя буламы һуң, ул бит артыҡ һаран! Күркә булһа ла ярар шунда! Бына шул ваҡытта инде, Марго, мин уның менән һөйләшермен. Уныһы ла тик һине артыҡ хөрмәт иткән өсөн генә.
Андро (көлөп). Бисәкәйем, ҡарлуғасҡайым! Әйт үҙенә, үгеҙ ҙә ҡыҙғанмаясаҡмын, тик ул минең менән һөйләшә генә күрмәһен. Уның хәжәте юҡ миңә.
С а н д р о. Уның да миңә хәжәте юҡ.
А н д р о. Бик һәйбәт!
Сандро. Аллаға шөкөр, ғәжәп шәп булды.
Марго. Туҡтағыҙ инде, зинһар!
Андро (уга екеренеп). Ә һин тик тор! Утҡа кәрәсин һипмә! Ашарға бир! Мин эшкә ашығам! Ҡайһы берәүҙәр һымаҡ эшлекһеҙ түгел мин. Ҡайһы берәүҙәрҙеке һымаҡ, минең баҫыуымды ла сүп баҫмаған!
Сандро. Баҫыу, имеш! Ауыҙ тултырып, баҫыу тип һөйләй тағы! Баҫыуыңда — ҡабаҡта, торма!..
Марго (Сандрога). һин дә инде бик яҡшы! Үсекләргә генә беләһең! Әйҙәгеҙ, ашарға!
Сандро. Инәм, инәм. (Уныц артынан китә.)
Андро (Маргога). һин был кешене минең өҫтәл артына ултыртмаҡсыһыңмы?
Сандро (үҙ йортона табан атлап). Марго әйт шуға: мин уның менән бер өҫтәл артына ултырыу түгел, бер мейестә бешкән икмәкте лә ашаясаҡ түгелмен!
Андро менән Марго асыуланышып, үҙҙәренең өйөнә инеп
китә.
Инермен бына мин һиңә, көт! Йүгерҙем! Баҫыуыңды сүп баҫҡан, тигән була. Ҡара һин уны! Мин һиңә үс итеп шундай кукуруз үҫтерермен! һәр бер сәкәне һинең буйы буласаҡ! «Андро!..» Йсеме нимә төҫлө бит! Тфү! Шундай исем буламы? Хәрефтәре лә етмәй бит! Етлекмәгән исем. Бына «Сандро» исмаһам, исем тиһәң дә исем! Бөтә хәрефтәре лә үҙ урынында! Юҡ, ир кеше ир булырға тейеш!
350
Марго (алъяпҡысы менәнтсаплап кәстрүл менән аш сыгара). Сандро, һыуынғансы ашап ал!
Сандро. Рәхмәт, Марго! Был яҡшылыҡтарыңды нисек кенә ҡайтарырмын икән?.. (Кәстрүлдецпсапкасын асып.) Эх, еҫе тәмле! (Андроны иҫенә төшөрөп.) Рәхмәт, Марго, мин туҡ!
Марго. Иә, йә, аша! Ҡалғанын һуңынан тикшерербеҙ. һин үҙең дә Андроға юҡҡа үпкәләйһең!
Сандро (тәмләп ашай). Миңә районға барып ҡайтырға кәрәк... Кукуруз баҫыуын самолеттан гербицид менән һиптерһендәр.
Марго, һин юҡҡа борсолаһың түгелме? Ирем һинең кукуруздарыңды бик яҡшы ти бит.
Сандро (ашауын дауам итеп). Үткән йылдағынан күберәк алырға һүҙ биргәйнем, ә әйткән һүҙҙә торорға кәрәк.
Андро (өйөнән сыгып уларҙы күҙәтә). Был бөтөнләй үҙебеҙгә булды, ахырыһы. Минең паспортҡа ғына яҙҙыраһы ҡалды. Шуны бала урынына хәстәрләмәһәң, әллә ҡасан өйләнгән булыр ине инде!
Сандро үҙенең өйөнә инеп китә.
Марго. Әйләнергә? Кит, алйот, ошо йәштәме?
Андро. Ә ниңә? Самай әйләнер сағы! Ә кәләше ниндәй бит әле! Уға бирергә лә йәлке.
М а р г о. Т ағы ла шул турала? Мин фермаға киттем.
Андро. Бар кит, тотмайым мин һине. Тик ҡара уны, Черменға әйт, мин аҡса өсөн түгел, ә шефлыҡ ярҙамы күрһәтер өсөн генә йөрөйөм, тиген.
Марго. Әйтермен, әйтермен. Юҡҡа борсолма!
Андро. Ҡуна ҡалма. Мин төндә эшләгән дә етер!
Марго. Ашарға алырға онотма! (Китә.)
Андро. Онотмам, онотмам. Ашарға ла алырмын... Бүтәнен дә онотмам! (Өйгә инеп китә.)
Сандро (инеп). Ай-Һай, аш-һыуҙы тәмле бешерә лә инде. Ҡулдары алтын. Йөрәге лә алтын. Тағы фермаға эшкә йүгерҙе!
Ҡасып-боҫоп ҡураға Бибо килеп инә.
Бибо (бышылдап). Хәйерле көн!
351
Сандро (шулай уҡ ян-яҡҡа ҡаранып, бышылдап). һаумы! Әйҙә, ин!
Б и бо (шулай уҡ). Яңылышмаһам, һеҙ Сандро булаһығыҙ бит әле?
Сандро. Эйе, Сандро!
Бибо. Мин — Бибо, райсобестан.
Сандро. Нимә, тамағың ауыртамы әллә?
Б и б о (бышылдап). Күрше ҡатыны өйҙәме?
Сандро. Әле генә фермаға китте.
Б и бо (ҡысҡырып). Уф! Ғәйрәтле түтәй! Мин бында бер булғайным инде... Андроны ғына тура килтерә алманым.
Сандро. Пенсия мәсьәләһе буйынсамы?
Б и бо. Эйе.
Сандро. Аласаҡмы?
Б и б о. Кем, Андромы? Юҡ, ул һорамай ҙа!
Сандро. Ну тиҫкәре кеше булды ла һуң был Андро! Юҡ, мин быны былай ғына ҡалдырмайым! Барыбер фаш итәм!
Андро (хужальсҡ сумкаһы күтәреп өйөнән сыга, Бибоны күреп). Был Бибо серҙе асмаған булһа ғына ярар ине! Мин бит уға әйтмәҫкә ҡушҡайным! (Бибога.) Хуш киләһең, Бибо! Ниндәй елдәр ташланы?
Бибо. Эш буйынса инде. Нисә килдем, ә һеҙ өйҙә юҡ!
Андро. Нишләмәк кәрәк? Ҡыҙыу эш ваҡыты бит! (Күрешеп.) Әйҙә, өйгә инәйек!
Сандро. Бибо, аңлауымса, һин миңә килгәнһең?
Бибо. Эйе, тик миңә Андро ла кәрәк...
Сандро. Улайһа, тәүҙә миңә инәһең, аҙаҡ инде...
Андро. Бибо, күгәрсенкәйем, һин тәүҙә миңә инергә тейешһең!
Бибо. Аңлап етмәйем. Ни өсөн тейеш?
Андро. Бәй, белмәйһеңме ни? Минең атайым менән һинең атайың дуҫ булғандар, хатта улар үҙҙәрен бер туғандар тип йөрөгәндәр.
Бибо. Беренсе тапҡыр ишетәм!
Андро. Белмәһәң бел: уларҙың дуҫлығы яу ҡырында башланған. Рус-япон һуғышында уҡ әле.
Бибо. Ғәфү итегеҙ, Андро, был ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡ. Минең атайым рус-япон һуғышында булмаған.
352
Сандро (көлөп). Әлбиттә, булмаған. Быны бөтә кеше белә! Бибо, тәүҙә минең өйөмә инмәһәң, ҙур гонаһ булыр!
Б и б о. Ә ни өсөн гонаһ?
Сандро. Сөнки беҙҙең атайҙарыбыҙ империалистик һуғышта бергә ҡан ҡойған!
Бибо. Ғәфү итегеҙ, Сандро, һеҙ ҙә хаталанаһығыҙ. Минең атайым империалистик һуғышта ла булмаған!
Андро (көлөп). Әлбиттә, булмаған! Бына хәҙер иҫемә төштө, ул атайым менән түгел, ә минең менән бергә хеҙмәт итте. Быныһында Ватан һуғышында. Башта Буденныйҙа инек, унан Ракоссовскийҙа. Әлбиттә! Бер заман, шулай, атайыңды Ракоссовский саҡырып ала ла, уға әйтә елкәһенән һөйөп: «Дуҫ кеше!» — ти...
Бибо көлә.
Ниңә көләһең?
Бибо. Минең атайым был һуғышта ла булмаған.
Андро. Нимә, Ватан һуғышында ла булмағанмы? Ниндәй һуғышта булған һуң ул?
Бибо. Береһендә лә булмаған.
Сандро. һин нимәлер бутайһың, егет! Бының булыуы мөмкин түгел!
Андро. Ниңә, ул тау кешеһе түгелме ни? Быға кем ышаныр? Бөтә халыҡ Ватанды яҡлағанда, осетин булып, осетин өйҙә усаҡ янында йылынып ултыра буламы һуң?!
Бибо. Минең атайым һуғыш алдынан һәләк булған, яңы самолетты һынағанда. Мин тыуыуға бер ай ҡала...
Күңелһеҙ тынлыҡ.
Һыл бауҙы ниңә бында бәйләнегеҙ?
Сандро. Былай ғына... Ҡураға мал-тыуар инеп йөрөмәһен өсөн...
Андро. Минең күршем ГТО значогына норма тапшырырға әҙерләнә... Уға бейеклеккә һикерергә кәңәш биргәндәр...
Сандро. Уға иғтибар итмә! Уны тыңлаһаң, унан да шәп кеше юҡ. Ул дөм ҡараңғы төндә энә лә күҙләр, тауыҡтан ҡаҙ йомортҡаһы ла һалдыртыр, һин минең ҡунағым, әйҙә, өйгә инәбеҙ!
12- t.0129.lt
\
353
А н д р о. Ә мин әйтәм, ул минең ҡунағым. Мин уны бер ҡайҙа ла ебәрмәйем (Бибоны тсултытклап ала.)
Сандро. Бындай ҡунаҡты яҙмыш үҙе миңә ебәргән. Мин уны бер кемгә лә бирмәйем! (Бибоны икенсе аулынан тарта.)
Бибо. Туҡтағыҙ әле, туҡтағыҙ, өҙгәләмәгеҙ мине!
Ҡыҙышып китәләр, һәр ҡайныһы Бибоны үҙ яғына тарта, һөҙөмтәлә, уның еңдәре өҙөлөп сыға.
Нимә эшләттегеҙ һеҙ мине?.. Нисек мин был хәлдә районға ҡайтайым?
Сандро. Бындай эҫелә һиңә нимәгә кәрәк ул еңдәр? Хатта былай һәйбәтерәк тә!
Андро. Өҙөлөп сыҡҡандар икән, тимәк, уларҙың кәрәге булмаған! (Китергә итә.)
Бибо. Андро, зинһар, еңемде бир инде!
А н д р о. Хәҙер, ҡәҙерлем, берүк борсолма! (Өс аягклы кескәй өҫтәл альт, уны «сик буйына» туя, сумкаһынан 7сыҙыл араҡы тултырылган көршәк менән ашамлык сыгара.) Ҡәҙерле Бибо! Еңеңде өҙөп сығарғаным өсөн ғәфү үтенәм, мин был материаль зыянды һине бөтә йөрәгемдән яратҡанға күрә эшләнем. (Шарап һалып.) Әйҙә, өҫтәлгә рәхим ит!
Бибо (Сандрога күрһәтеп). Алдан оло кеше ултырһын!
Сандро өҫтәл янына килергә самалай.
А н д р о. Сандро ултырмай ул.
Сандро туҡталып ҡала.
Уға эсергә ярамай. Уның бауырында көл тапҡандар! Бибо. Көл?
Андро. Ә бөйөрҙәрендә — шифер ватыҡтары!
Бибо. Хет беҙҙең янда былай ғына булһа ла ултырһын инде!
Андро. Т өнгә тиклем ялынһаң да, ултырмаясаҡ.
Сандро кескәй генә эскәмйә алып сығып, сикте үтмәй генә өҫтәл артына ултыра. Андро, өҫтәлде ашамлығы-ние менән
354
күтәреп, өйөнә инеп китә. Күңелһеҙ тынлыҡ. Үҙ-ара ҡарашып алалар. Сандро әкрен генә табын йыры көйлэй. Бибо ла уға
ҡушыла.
С а н д р о. Китеп бик яҡшы эшләне. Мин һинең менән yiшң тураһында һөйләшмәксе инем. (Әкрен генә.) Ул бит — дезертир!
Бибо. Нисек дезертир? һуғыштан ҡасҡанмы?
Сандро. Юҡ! һуғыштан ул ордендар тағып ҡайтты! Бөгөнгө көндә дезертир ул.
Бибо. Аңламайым.
Сандро. Аңламаҫлыҡ нимә бар? Ул хәҙер етмешкә етеп килә, хеҙмәт стажы ла ике пенсияға етерлек, ә ул баш тарта! Мин дә һөйләшеп ҡараным, ҡатыны ла күпме әйтә, председатель дә иҫкәртте, э ул — ләм-мим! Өндәшмәй!
Бибо. Бәлки, уның да һеҙҙеке кеүек документтары тәртиптә түгелдер?
Сандро. Улай булһа, һүҙ ҙә булмаҫ ине!
Бибо. Беҙ уны хәҙер икәүләп күндерәбеҙ!
Сандро. Юҡ, беҙҙең әле уның менән дуҫлыҡ китеп тора. Бауҙы күрмәйһеңме ни? Бау һуҙылған, тимәк, беҙҙең аралар боҙолған!
Бибо. Эштәр шуға уҡ барып еттеме ни? (Арҡанды тотоп.) Дәлилдәр ышандырырлыҡ! Иҫбат итеп тораһы ла юҡ! Әгәр теләһәгеҙ, мин һеҙҙе хәҙер килештерәм.
Сандро. Шул төлкө менәнме? Аллам һаҡлаһын! һин уға минән башҡа ғына кәрәген бир, алдында ҡан ҡалтырап торһон! (Өҙөлгән ецде Бибога тоттороп үҙ өйөнә инеп китә.)
Андро (өйөнән сыга, китеп барган Сандрога ҡарап). Саҡырылмаған көйө өҫтәл артына ултырыу — был ирлек түгел инде. Ул һиңә нимә тураһында һөйләне?
Бибо. Дезертир тураһында.
Андро. Аңлашылмай. Ә һин уға нимә һөйләнең?
Бибо. Мин шуны уҡ...
Андро. һүҙеңде аңларлыҡ түгел. Ул бит ишәк һымаҡ тиҫкәре.
Бибо. Ниңә уның тураһында улай йәмһеҙ һөйләйһегеҙ? Ул бит данлыҡлы кукуруз үҫтереүсе!
Андро. Булһа ни! Уның урынында бүтән берәү булһа, әллә ҡасан алтын йондоҙ тағып йөрөр ине! Ә уға гел генә тиҫкәре килеп тора.
Б и б о. Ә нимә эшләп шулай һуң?
12’
355
Андро. Ул үҙе һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә. Ә бына колхоз дөйөм планды үтәй алманы. Быйыл ауырып китте... Ә врачтар дауалау урынына, ҡотон алғандар... Нисауа, мин уны аяҡҡа баҫтырам! Бына уға пенсия кәрәк! Пенсия!
Бибо. һеҙ уны һуғышҡа тиклем шахтала эшләгән тиһегеҙ. Ә документтары ҡайҙа?
Андро. Документ бар. Бына ул. (Яулыкҡа төрөлгән таушалып, һаргайып бөткән газетаны ипләп кенә алып, йәйеп һала.) Саҡ сыҡмаған йәне генә, ләкин барыбер документ! Ҡатын һандыҡ төбөнән тапҡан! һағы- раҡ тотон, һуғышҡа тиклем сыҡҡан газета! Бына ул — Сандро! Шахтер каскаһы кейгән! Рекорд ҡуйған тип яҙғандар!
Бибо (ҡарап). Эйе, был — ул! Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, пенсия мәсьәләһендә газета документ булалмай!
Андро. Нимә эшләп булмаһын, ти? Газетаны бит минең ҡоҙам сығармаған? Нишләп әле дәүләт үҙе сығарған газетаға үҙе ышанмай? Хәҙер ул нимә эшләргә тейеш инде? Шахтала эшләгәнлеккә бирелгән документтары һаҡланмағанға ул ғәйеплеме ни? Ә колхоз стажы етмәй! Ә һеҙ бына документ та документ тиһегеҙ?!
Бибо. Әйтегеҙ әле, ул һуғышҡа шахтанан киткәнме?
А н д р о. Әлбиттә!
Бибо. Улай булғас, шул документтарын табырға кәрәк!
Андро. Бына шулай инде, берәүҙәр документ тураһында уйламай-нитмәй, ғүмер буйына эшләй, ә икенселәре эшләр-эшләмәҫ кенә йөрөп, ғүмер буйына документ йыя.
Бибо. Ниңә уның тураһында бик ныҡ ҡайғыртаһығыҙ әле? һеҙҙең дуҫлыҡ бик үк шәптән түгел бит? Арағыҙҙан ҡара бесәй үткән...
Андро. Кем әйтә? Ниндәй ҡара бесәй? Ҡайҙан уйлап сығарҙың?
Бибо. Күренеп тора бит! Был арҡан юҡҡа һуҙылғанмы ни?
Андро (асыуланып). Эх һин, егет! Уҡымышлы башың менән бөтөнләй наҙанһың икән! Был бауҙың кер элер өсөн икәнен сабый бала ла белә бит! Дөрөҫөн әйткәндә, был бауҙың бында ни ҡыҫылышы бар? Әгәр ошо бау ғына Сандроға пенсия алырға ҡамасаулай икән, мин уны хәҙер тураҡлайым да, ашап бөтөрәм! Арағыҙҙан
356
ҡара бесәй үткән, имеш?! Бында бер ҙә ғәжәпләнер урын юҡ. Ир менән ҡатын да үҙ-ара тиргәшә, ә төндә бер мендәргә ятып йоҡлайҙар.
Бибо. Таптың сағыштырыр нәмә!.. Андро, ә һеҙ үҙегеҙ ниңә пенсияға сыҡмайһығыҙ?
Андро (Бибога игтибар менән тарап). Был турала һиңә Сандро әйттеме?
Бибо. Юҡ, парторг әйтте.
Андро (ышаныс менән). Минең күршем иҫ киткес яҡшы күңелле кеше! Уның берҙән-бер улы бар ине, сик буйында батырҙарса һәләк булды. Дүрт йыл элек бисәһе үлеп китте... Япа-яңғыҙ тороп ҡалды. Тартырға бармы?
Бибо. Рәхим ит!
Андро (көйрәтеп). Аңлайһыңмы һин, Бибо, уның йәшендә яңғыҙ ҡалыуҙың нимә икәнен?.. Бына әйтәйек, мин пенсия алам, ти. һәр айҙа беҙҙең почтальон Морат килә лә: «Әй, Андро, ҡул ҡуй!» — тип ҡысҡыра. Ә минең күршем быларҙың бөтәһен дә күреп-ишетеп тора... Ә уға бит «ҡул ҡуйығыҙ!» тип берәү ҙә ҡысҡырмай. Уның да пенсия алырға хаҡы бар. Ул күптән алырға тейеш ине, минән дә алдараҡ! Бына шулай ул, дуҫ кеше...
Бибо. Газетаны бирегеҙ әле! (Ала.) Эйе, Андро, һеҙ хаҡлы. Мәсьәләне тәрән аңлайһығыҙ!
Сандро (инеп). Их, һин, райсобес... Уға дөрөҫлөктө күҙенә ҡарап әйтергә көсөң етмәнеме? Ә ул намыҫлы кеше булһа, үҙе һиңә барыр ине!
Андро. Сикте боҙма, Сандро!
Бибо. Туҡтағыҙ әле! Тынысланығыҙ!
Андро. Ә һин ҡыҫылма!
Сандро. Беҙҙе тынысландырырға кәрәкмәй!
Марго инә.
Марго. Хоҙайым, шуларҙы тағы кем енләндерҙе икән инде?
Бибо. Йә Хоҙа, быныһы ла ҡайтты! Ой, минең ғәзиз башҡайым!
Башын портфель менән ҡаплай. Бәхәс ҡыҙғандан-ҡыҙа бара.
Шаршау
357
ИКЕНСЕ БҮЛЕК
Өсөнсө картина
Ваҡиға шунда уҡ бара. Марго менән Дудар инә.
Марго. Бына күрәһеңме, Дудар, бер йән эйәһе юҡ. Иремдең өйҙә ҡунмағанына бер аҙна булды инде. Күршебеҙ ҙә баҫыуынан ҡайтмай.
Дудар. Көндәр һәйбәт торғанда эшләп ҡалырға кәрәк. Хәҙер кешеләр бөтә ғаиләләре менән баҫыуҙа!
Достарыңызбен бөлісу: |
|
|