Асанбаевтың был китабында үҙенең оригиналь пьесалары, уның тарафынан тәржемә ителгән төрлө драматургтарҙың әҫәрҙәре, публицистик мәҡәләләр, очерктар, ижади портреттар, иҫтәлектәр урын алған



бет2/40
Дата30.06.2016
өлшемі4.01 Mb.
#168941
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   40
Бишенсе картина

Киске ваҡыт. Рәйсәләрҙең йорт алды. Урам. Фәйзи күренә.

Ҡайҙандыр Фирҙәүес ҡайтып килә.

Фирҙәүес. Атай, ни эшләп йөрөйһөң?

Фәйзи. Фирҙәүес ҡыҙым, һөйләшергә ине.

Фирҙәүес. Әйҙә, һөйләшәйек һуң.

Фәйзи, һин ҙур үҫтең инде... Тормоштоң ни тиклем ҡатмарлы икәнен аңлай торғанһыңдыр. Тормош гел беҙ тигәнсә генә түгел икән шул. Кешенең бәхетле саҡтары

34




була, бәхетһеҙ саҡтары ла... Кеше йыш ҡына үҙ бәхетһеҙлегенә үҙе сәбәпсе була...

Фирҙәүес. Бәлки, шулайҙыр ҙа...

Фәйзи. Ҡыҙым, ғүмере буйы яҡшылыҡ эшләп тә, бер тапҡыр яңылышҡан кешене һин ғәфү итер инеңме?

Фирҙәүес. Минме? Әгәр ул кеше, үҙ хатаһын тәрән аңлаған булһа, үҙ хатаһын үҙе төҙәтә алһа...

Фәйзи. Ҡыҙым, ул кеше бик ныҡ үкенә... Ул шуға үкенә: уның яңылышыуы арҡаһында кемдәрҙер күҙ йәше түккәндер... Кемдәрҙер яфа сиккәндер...

Фирҙәүес. Ә ул тағы берәй нәмәгә үкенәме?

Фәйзи. Улмы?.. Ул үҙенең хатаһын төҙәтә алмауына үкенә. Ул быны булдыра алмай... теләһә лә, булдыра алмай... Уның көсө юҡ. Бына фажиғә нимәлә!..

Фирҙәүес. Ә мин һинең ҡайтырыңа шул тиклем ышанғайным. Мин һине мең көн, мең төн көттөм... һинең, атай, имгәнгән бәпкәне күргәнең бармы?.. Ул гел артта йөрөй... Бахыр бәпкә! Иптәштәрем араһында мин дә үҙемде шулай хис итә инем... Ә минең ни ғәйебем бар?

Фәйзи. Беләм... мин һине ҡарап үҫтерә алманым. Ләкин һин миңә бик ғәзизһең... Бергә тормаһаҡ та, һин үҙеңде атаһыҙ тип иҫәпләмә...

Фирҙәүес. Бар минең атайым, бар...

Фәйзи. Ҡыҙым, минең йәнем тыныс түгел... Мин ғазапланам... һин мине ғәфү итһәң ине... һин ғәфү итһәң...

Фирҙәүес (тертләп китә). Нимә? һиңә йән тыныслығы ғына кәрәкме? Ул ваҡытта әйт һин ул кешегә, беҙ уны ғәфү итәбеҙ! Мин дә, әсәйем дә... (Сыгып йү- герә.)

Фәйзи. Фирҙәүес!.. Ҡыҙым!..

Сәлим күренә.

Сәлим. Фәйзи?!

Фәйзи яуап бирмәй, һин мине тыңлай алаһыңмы?

Фәйзи бер һүҙ ҙә ҡушмай, һинең Зөһрәң... фәрештә ҡиәфәтендәге иблис ул!..

2*

35


Фәйзи. Нимә, ғашиҡ булдыңмы ни?

Сәлим, һылыу бит, ҡәһәрең...

Фәйзи. Ул һине һыуһыҙ йоттомо?

Сәлим. Сихырланы, иблис!

Фәйзи. Бөтә донъяның аҫты-өҫкә килде! Мәхшәр! Чехов пьесаһының геройҙары матур киләсәк тураһында хыялланғандар. Беҙ йәшәйһе йылдарҙы күҙ алдына килтереп, яҡшы күңелле, күтәренке рухлы, ҙур йөрәкле кешеләр, ысын интеллигенттар йәмғиәте буласаҡ, тип фараз иткәндәр. Бармы беҙҙә шундай кешеләр? Юҡ! Маңҡорттар беҙ! Намыҫы, рухи бейеклеге булмаған иманһыҙ бәндәләр генә һин эшләгән әшәкелекте эшләй ала. Хатта мин үҙем дә шундай. Сәлим... Әгәр бахыр Чехов яңынан терелеп, ошо гонаһлы ергә аяҡ баҫһа, шаҡ ҡатыр ине... һинең менән минең турала, ошо меҫкен ике рухи ғәрип тураһында ниндәй пьеса яҙыр ине икән ул? Уйлауы ҡурҡыныс! Элекке ваҡыт булһа, мин һине дуэлгә саҡырыр инем... Таҙарынырға, сафланырға шул дуэлдәре лә юҡ бит, исмаһам!

Сәлим (көлөп). Донъяла ул саҡта ир заттары бөтөнләй ҡалмаҫ ине, Фәйзи...

Фәйзи. Хыянатсыларҙы ярлыҡау юҡ!

Сәлим. Хөкөм сығарырға ашыҡма. Беҙҙең иң ҙур аҡылһыҙлығыбыҙ шунда: сибәр бисәләр алдында беҙ барыбыҙ ҙа башыбыҙҙы юғалтабыҙ. Аптырарлыҡ хәл бит, һуғыштарҙа иң яуыз дошманды еңеп ҡайтҡан, космосҡа осҡан ир-атты юҡ ҡына бисә ус төбөндә бейетә, илата, ғазап уттарына һала, бөгә!., һин үҙең дә, Фәйзи, ошо Зөһрәнең ҡорбаны түгелме һуң, ә?

Фәйзи. Мин уға яратып өйләндем.

С ә л и м. Ә ул һине яратамы?

Фәйзи. Унда һинең эшең юҡ...

Сәлим. Булдыра алһаң, ғәфү ит!

Фәйзи. Бынан ары минең Сәлим тигән дуҫым юҡ!

Сәлим. Улайға китһә, һин Рәйсәңә, балаңа хыянат иткәнһең. Ә мин яңғыҙ кеше. Буйҙаҡ!..

Фәйзи. Оятһыҙ һин, Сәлим! (Китә.)

Сәлим. М-м... да!

Ут һүнә.

36


Алтынсы картина

Рәйсәнең эш бүлмәһе. Рәйсә яҙышып ултыра. Сәлим инә. Бик матур сәскәләр шәлкеме тотҡан.

Сәлим. Мөмкинме?

Рәйсә. Әйҙә, уҙығыҙ, Сәлим Нуриевич!

Сәлим. Хәйерле иртә, Рәйсә Асҡаровна! һеҙгә барлыҡ аҫыл ир-егеттәр исеменән ялҡынлы сәләм! (Сәскәләр шәлкемен бирә.)

Рәйсә. Рәхмәт. Ул аҫыл ир-егеттәр донъяла бармы ни әле ул?

Сәлим. Шуларҙың береһе бына һеҙҙең ҡаршығыҙҙа! Әллә оҡшамағанмынмы?

Р ә й с ә. Тыңлайым, аҫыл егет?

Сәлим. Комплиментығыҙ өсөн рәхмәт, Рәйсә Асҡаровна. Мин Фәйзи тураһында һөйләшергә тип килгәйнем, мөмкин булһа?

Рәйсә яуап бирмәй.

Фәйзи бик ныҡ үкенә.

Рәйсә һаман да бер һүҙ ҙә әйтмәй.

Юҡһына.

Рәйсә шулай уҡ һүҙһеҙ.

Фәйзи һеҙҙе генә ярата...

Рәйсә (тыйыу һәм бик етди итеп). Ярата. Беләм. (Пауза.)

Сәлим. Был бик ҙур яңылышыу ғына.

Рәйсә. Бик ҡиммәткә төштө уның яңылышыуҙары... Сәлим. Рәйсә, әйҙәгеҙ үткәндәр менән йәшәмәйек әле. Бөгөнгөһө ҡиммәт, бөгөн йәшәп ҡалырға кәрәк!..

Рәйсә. Йөрәгеңдәге яра көн һайын ҡанһырап торһа, үткәндәрҙе онотоп ҡына ҡотолоп булмай икән шул... Сәлим. Тормошҡа еңелерәк ҡарарға кәрәк, Рәйсә. Рәйсә, һеҙ — бәхетле...

Сәлим. Ниңә шул ҡәҙәр тәрәнгә ебәрергә?

Рәйсә, һеҙҙең ғаиләгеҙ бармы?

37


Сәлим. Юҡ, мин әйләнергә өлгөрмәнем әле. һәм ашыҡмайым да.

Рәйсә. Шулайҙыр шул. Тимәк, һеҙ әле ысын мөхәббәттең нимә икәнен дә белмәйһегеҙ?

Сәлим (көлөп). Ниндәй мөхәббәт ти ул хәҙерге заманда! Ана, Мәскәүҙең «Наңиональ» ҡунаҡханаһы алдында валюталы әфәнделәрҙе көтөп, теҙелешеп торған ярым-шәрә ҡыҙҙар... Улда мөхәббәтме?

Рәйсә, һөйләмәгеҙ һеҙ миңә улар тураһында! Мин ундайҙарҙы, ғөмүмән, кешегә һанамайым!.. Ирҙәрен дә, ҡатын-ҡыҙҙарын да...

Сәлим. Фәйзиҙе әйтәм, ну, кеше бер яңылышҡан икән инде... Үпкән-ҡосҡан — елгә осҡан, тигәндәй...

Рәйсә. Елгә осҡан? Ярабби, ниндәй әҙәпһеҙлек! Циник һеҙ, Сәлим Нуриевич!..

Сәлим. Ғәфү итегеҙ, мәҡәл был, халыҡ шулай ти. Мин, яратҡан кешеңде ғәфү итә белергә лә кәрәк, тип әйтмәксе инем...

Рәйсә. Ғәфү итергә, тиһегеҙме? Мин үҙемде Фәйзи өсөн ғүмер буйына әҙерләнем. Мин бер генә кешене яраттым, ул — Фәйзи ине. Уға йәшлегемде бүләк иттем. Ә ул шуларҙың бөтәһен дә юҡҡа сығарҙы.

Сәлим, һеҙ мөхәббәт тураһында Тургенев героинялары кеүек фекер йөрөтәһегеҙ. Әммә уларҙың бары тик әҙәбиәт геройҙары икәнен онотаһығыҙ...

Рәйсә. Эйе, оло мөхәббәт минең йәшлек идеалым ине. Әле лә шулай.

Сәлим. Ярай, һеҙ хәҙерге заманда һирәк осрай торған шундай бер саф күңелле, изге йән эйәһе икәнһегеҙ, ти. Ниңә һуң ошо оло мөхәббәт хаҡына Фәйзиҙе ғәфү итмәйһегеҙ?

Рәйсә, һеҙҙең ҡороған йылғаны күргәнегеҙ бармы? Ҡасандыр шаулап аҡҡан йылғанан һыу эҙе менән ике моңһоу яр ғына тороп ҡалған, һыуы булмағас, ул ярҙарҙың йәнәшә тороуында ни файҙа? Хәҙер беҙ ҙә шундай инде... Фәйзиҙең икенсе ғаиләһе бар. Ниңә уларҙы айырырға? Йәшәһендәр! Ә мин үткәрҙем бит инде. Ҡайғыһын да үткәрҙем, ауырлығын да... Кеше ояһының туҙ- ҙырылыуын теләмәйем.

Сәлим (асынып). Ниндәй оя? Ниндәй оя ти ул? Рәйсә, аҙмы ни был донъяла ҡатындарын ташлап киткән ирҙәр? Ҡайтып торалар бит, ҡайтҡандарын кире бороп ебәрмәйҙәр, балалары хаҡына булһа ла ғәфү итәләр.

38




Фәйзи башын эйеп, өйөгөҙгә барған, ғәфү үтенгән, шунда ла һеҙ уны яратыуығыҙ тураһында әйткәнһегеҙ, ә үҙегеҙҙе мәңге оноторға ҡушҡанһығыҙ. Кем һуң шулай ярата? Юҡ, был яратыу түгел, ә кешене ғазаплап үлтереү!..

Рәйсә. Ниңә һеҙ шул тиклем Фәйзи өсөн өҙгөләнәһегеҙ әле? Эйе, һеҙ бик яҡын дуҫтар, беләм... Ирҙәр һәр саҡ бер-береһен яҡлай инде ул. Ҡатын-ҡыҙҙың ниҙәр кисергәнен аңламайҙар һәм аңларға ла теләмәйҙәр. Шулаймы?

Сәлим. Рәйсә, мәсьәләне шул ҡәҙәр ҡатмарландырмағыҙ инде. һеҙ бит күктә йөҙәһегеҙ, ергә төшөгөҙ! Ошо гонаһлы ергә. Ер ул үҙе лә гонаһлы, кешеләре лә. Бөтәһен дә ябай ғына итеп, ошо үҙебеҙҙең гонаһлы еребеҙҙә хәл итергә кәрәк. Ә күктә түгел.

Рәйсә. Ә һеҙ гонаһлымы?

Сәлим. Әлбиттә, гонаһлы. Мин дә әҙәм балаһы ла инде...

Рәйсә. Гонаһлы ер, гонаһлы кешеләр... Боҙоҡ фәлсәфә! Ҡайҙан барлыҡҡа килә икән шундай боҙоҡ күңелле, ҡатын-ҡыҙҙың матурлығын, йәшлеген урлап, мөхәббәттәрен тапап-иҙеп йөрөүсе, үҙ күңелдәрен генә күреп йәшәүсе ҡанһыҙ, бәғерһеҙ ирҙәр? Шулар арҡаһында бит инде бөтә ер йөҙө етем балалар менән тулған!.. Беҙ ҙә Фәйзи менән ҡыҙыбыҙҙың бәхетен урланыҡ, йөрәген яраланыҡ. Күрә алмайым мин һеҙҙе! Күрә алмайым!..

Сәлим. Рәйсә Асҡаровна, тынысланығыҙ, зинһар, үтенеп һорайым! Минең бында килеүем бер Фәйзи өсөн генә түгел...

Рәйсә. Кем өсөн тағы ла?

Сәлим. Үҙем өсөн дә...

Рәйсә. Аңламаным?

Сәлим. Их, Рәйсә... Хатта ҡайһы ваҡыт кешегә аңлата алмаҫлыҡ кисерештәр ҙә була... Хушығыҙ! (Ишеккә йүнәлә.)

Рәйсә (г/ны туҡтатып). Сәлим Нуриевич... (Өҫтәлдә яткан сәскәләрҙе алып, уны кире Сәлимдец үҙенә тоттора.)

Ишектә Г өлниса.

Сәлим (тиҙ генә сәскәләрҙе Гөлнисага һоноп). Был — һеҙгә!.. (Ашыгып сыга.)

39


Гөлниса. Рәхмәт, рәхмәт! (Рәйсәгә.) һаумыһығыҙ әле!

Рәйсә, һаумыһығыҙ.

Гөлниса, һеҙме бында начальник?

Рәйсә. Эйе, мин.

Гөлниса. Фәйзи Курамшин һеҙҙә эшләйме?

Рәйсә. Беҙҙә эшләй.

Г өлниса. Мине беләһегеҙме?.. Мин уның тещаһы... Гөлниса Хәбировна, йәғни. Ниңә һеҙ уны аҡылға ултыртмайһығыҙ?

Рәйсә. Нимә булды?

Г өлниса. Белмәгән булып ҡыланмағыҙ инде.

Рәйсә. Гөлниса ханым, минең менән былай һөйләшмәгеҙ.

Г өлниса. Нимә булды? Бик ғәжәп һеҙҙең белмәүе- геҙ...

Рәйсә. Бәлки, ғәжәптер ҙә.

Г өлниса. Ҡатынын ташлап китте. Курамшин — шул булды. Иән кеүек баламды әрәм итте. Бер ҡашыҡ һыу менән йоторлоҡ ине бит ҡыҙым!

Рәйсә. Ҡасан китте?

Гөлниса. Кисә.

Рәйсә. Күңелле хәл түгел...

Г өлниса. Бик күңелле...

Рәйсә. Гөлниса ханым, был бик ҡатмарлы мәсьәлә, һеҙгә Фәйзиҙең эшләгән еренә барырға кәрәк. Унда яҡшылап тикшерерҙәр.

Гөлниса. Мине унда ебәрмәгеҙ әле. Мин һеҙгә килдем. Начальник булғас, һеҙ үҙ работниктарығыҙҙың шәхси тормошо менән ҡыҙыҡһынырға тейешһегеҙ. Боҙолған ғаиләләрҙе нығытыу — һеҙҙең изге бурысығыҙ. Бөтә уставтарҙа ла шулай яҙылған.

Рәйсә. Беҙҙә утыҙ мең кеше эшләй.

Г өлниса. Минең егерме туғыҙ мең туғыҙ йөҙ туҡһан туғыҙ кешелә эшем юҡ... Фәйзи Курамшин кәрәк миңә...

Рәйсә (үҙе лә һиҙмәҫтән). Беләм, беләм, бик кәрәк...

Г өлниса. Ҡайтмаһа, судҡа бирәм мин уны. Судьялар менән һөйләштем. Бөтәһе лә бер статьяны әйтәләр. Күп ҡатын алып шаярыусы бабниктарға өс йылдан алып, биш йылға саҡлы төрмә!

Р ә й с ә. Ә ниңә сығып китте ул һеҙҙән?

Гөлниса. Быны, бәлки, һеҙҙән һорарға кәрәктер?

Рәйсә (7саты итеп). Нимә әйтергә теләйһегеҙ?

40


Гөлниса. Рәйсә! Мин дә һинең кеүек ирҙән ҡалған ҡатын. Берҙе генә түгел, өсәүҙе, дүртәүҙе ҡулдан ыскындырҙым. Ҡайһыһы үҙе китте, ҡайһыһын үҙем һөрҙөм, һинең менән миңә хәҙер ирҙәребеҙ менән булған иң баллы көндәрҙе, медовый месяңтарҙы әйтәм, шуларҙы бер рәхәтләнеп хәтерләһәк — шул еткән инде. Өҙ өмөтөңдө Фәйзиҙән! Болғатма һыуҙы! Тыҡма таяҡ тәгәрмәскә! Емермә беҙҙең матур ғаиләне! Юҡһа һиңә лә статья табырбыҙ!..

Рәйсә, һеҙ бында шуны әйтер өсөн килдегеҙме ни?

Гөлниса. Әйтәһе һүҙҙәр бар әле: бына ул сығып китеүен китте лә, балаһын нимә эшләтер икән? Тыуһын ғына балаһы! Алдына илтеп ташламаһаммы? Берәү тыуһа, берҙе ташлармын, икәү тыуһа, икеһен дә итәгенә ултыртып китермен!..

Рәйсә. Хәҙер үк... сығып китегеҙ бынан!..

Гөлниса. Иреңдең ҡәҙерен белмәгән карьерист ирҙәүкә! һинең арҡала Фәйзиҙе урынынан төшөрҙөләр!.. (Сыга.)

Рәйсә (тәҙрәне аса, йөрәген тота). Иөрәк сиренән дә рәхәтерәк сир юҡ, бер генә һуға, ике һуғып тормай. Ә мин бер һуҡҡанға ғына бирешә торғандарҙан түгел!

Ут һүнә.

Рәйсәләрҙең йорт алды. Төн. Фәйзи инә. Ул туҡтап, элек үҙе йәшәгән йорттоң таныш тәҙрәләренә ҡарап тора ла, кире сығып китә. Тағы керә, тағы сыға. Бер аҙҙан әкрен генә атлап, Р и ф менән Фирҙәүес инә.

Риф. Фирҙәүес, һиндә ниндәйҙер бер үҙгәреш бар һымаҡ...

Фирҙәүес. Юҡ, Риф... Мин гел бер төҫлө...

Риф. Ниңәлер, һин бөгөн дә бик күңелһеҙ...

Фирҙәүес. Минме? (Көлөп у га ҡарап тора.) Ә хәҙер?

Риф. һиндә ниндәйҙер һағыш бар.

Фирҙәүес, һағыш? Минең йырлағым килә.

Риф. Әйҙә, йырла, Фирҙәүес!

Фирҙәүес (йырлай).

Ынйыларга спсшаш йәшлегем,

Хыялдарым яҡты, саф минец.

41




Ак сәскәләр күцелемдә, Ак сәскәләр күцелемдә, Тик һин уга үрелмә.

Ә хәҙер?

Риф. һин һәйбәтһең, Фирҙәүес.

Фирҙәүес. Маҡтама!

Риф. Маҡтайым!

Фирҙәүес. Ҡайтабыҙмы?

Риф. Бер аҙ ултырайыҡ әле.

Фирҙәүес. Сәғәт ун бер.

Риф. Бәхетлеләр сәғәткә ҡарамайҙар, тигән Грибоедов.

Фирҙәүес. Уны София әйткән.

Р и ф. Барыбер инде.

Фирҙәүес. Ә мин бәхетле түгел...

Р и ф. Ниңә?

Фирҙәүес. Шулай...

Р и ф. Ә мин бөгөн бик бәхетле! һин янымда булғанға ул, Фирҙәүес...

Фирҙәүес. Кәрәкмәй, әйтмә!

Р и ф. Әйтәм!

Фирҙәүес. Әйтмә, Риф!

Риф. Барыбер әйтәм... Яратам мин һине, Фирҙәүес!..

Фирҙәүес. Кәрәкмәй, Риф! (Китергә итә.)

Риф. Китмә, Фирҙәүес! Бәхеттең ғүмерен ҡыҫҡартмайыҡ! Мин уны тәү тапҡыр үҙ күҙҙәрем менән күрәм...

Фирҙәүес. Мин китәм, Риф...

Риф. Иртәгә осрашырбыҙмы, Фирҙәүес?

Фирҙәүес. Юҡ... Беҙ башҡа бер ҙә осрашмаясаҡбыҙ...

Риф. Ниңә?

Фирҙәүес. Риф!.. Бая, мин бәхетһеҙ тип, юрамал ғына әйттем. Мин дә бәхетле, Риф... Бәхетте минең дә тәү тапҡыр күреүем! Ләкин һин шатлыҡ менән бергә ҡайғы ла алып килдең...

Риф. Ҡайғы? Ниндәй ҡайғы ти ул, Фирҙәүес?

Фирҙәүес. Ниңә ул «һүҙҙе» әйттең һин? Күрмәйһеңме ни, мин дә яратам һине. Хәҙер нимә эшләргә инде? Ҡосаҡлашып үбешергәме? Ғүмергә бергә булайыҡ тип, бер-беребеҙгә ант итергәме?

Р и ф. Ә мин ант итәм!..

Фирҙәүес. Юҡ, юҡ, Риф, кәрәкмәй!

42




Р и ф. һин, бәлки, миңә ышанмайһыңдыр? Ошо айлы кис алдында, йондоҙҙар ҡаршыһында ант итәм! Бөтә донъя алдында ант итәм, Фирҙәүес!..

Фирҙәүес. Ант итмә, Риф... Бер-береһен өҙөлөп яратҡан кешеләр бәхетһеҙ булалар... Минең әсәйем менән атайым кеүек. Ҙур мөхәббәт бәхетһеҙлек ул! (Илай.)

Риф. Фирҙәүес, китмәй тор әле, бер генә һүҙ әйтәм!..

Фирҙәүес, һау бул, Риф! (Йүгереп өйҙәренә инеп китә.)

Фәйзи күренә.

Риф (үҙ алдына). Был кеше кисә лә ошонда йөрөй ине.

Фәйзи. Мин бында көн дә киләм, ҡустым. Ә һин ни эшләп йөрөйһөң?

Р и ф. Минме? Мин бер ҡыҙҙы яратҡайным да... ышанманы... «Беҙ бәхетһеҙ буласаҡбыҙ, ҙур мөхәббәт — бәхетһеҙлек ул», ти. Был бит дөрөҫ түгел, ағай!

Фәйзи. Киреһенсә, мөхәббәтһеҙ йәшәү — бәхетһеҙлек...

Р и ф. Әле генә күктәге бөтә йондоҙҙар ҙа беҙҙең өсөн генә балҡыйҙар кеүек ине...

Фәйзи. Ә һин ныҡ бул, түҙ!

Р и ф. Ул шундай һәйбәт, шундай саф, шундай матур йырлай...

Фәйзи. Ҡайҙан шундай уй килгән ул ҡыҙҙың башына?

Риф. Уны атаһы ташлап киткән.

Фәйзи. Т ашлап киткән?

Риф. Ул үҙенең яҙмышын атаһы менән әсәһенең яҙмышына оҡшар тип ҡурҡа. Ниңә кешеләр үҙ балаларын ташлап китәләр икән? Кеше донъяға ни өсөн тыуа? Ҡайғы күрергәме? Бәхетһеҙ булырғамы? Атаһы уны бәхетһеҙ иткән...

Фәйзи (уйланып). Эйе, эйе...

Р и ф (тсапыл). Ағай, һеҙҙең яҙ көндәрендә сыйырсыҡтарҙың бала сығарғанын күргәнегеҙ бармы? Улар гөрлә- шә-гөрләшә оя ҡоралар, Һайрашып-һайрашып, балаларына ризыҡ ташыйҙар... уларҙы осорға өйрәтәләр... Мин хатта сыйырсыҡтарҙың үҙ балаларын иркәлэгәнен дә күргәнем бар... Ә ул тыуған балаһын ташлап киткән.

Фәйзи. Насар кеше ул, ҡустым, насар кеше...

43


Риф. Кеше үлә, уның дауамы булып, балалары ҡала... Кешене мәңгелек иткән нәмә лә шул. Ә Фирҙәүестең атаһы кемде ҡалдыра?

Фәйзи (йәшен һуҡҡандай). Фирҙәүестең?..

Риф (фекерен дауам итеп). Мин Фирҙәүестең илағанын күрҙем, һеҙҙең, ағай, ҡырау тейгән сәскәне күргәнегеҙ бармы?

Фәйзи (ҡойолоп төшә). Ҡырау тейгән сәскә? Ҡырау тейгән сәскә? (Үҙе лә һиҙмәҫтән, йүгерә-атлай китеп бара.)

Ут һүнә.

Бүлмә. Унда Рәйсә менән Фирҙәүес.

Фирҙәүес. Әсәй!..

Рәйсә. Ҡыҙым, ни булды?

Фирҙәүес. Әсәй, мин бәхетемдән ҡастым!..

Рәйсә. Ярабби! Ни һөйләйһең һин, ҡыҙым?

Фирҙәүес. Минең яратып йөрөгән егетем бар ине, бөгөн ошо мөхәббәтемдән баш тарттым!..

Рәйсә. Ниңә баш тарттың, балам?

Фирҙәүес. Бер-береһен өҙөлөп яратҡан кешеләр бәхетһеҙ булалар, ти. Саҡ менән Суҡ кеүек... Атайым менән һеҙ ҙә бәхетһеҙ бит... Ҙур мөхәббәт — бәхетһеҙлек ул, әсәй!..

Рәйсә. Балам, һин беҙҙең өсөнмө ни?

Фирҙәүес. Эйе...

Рәйсә. Күрәһең, беҙҙә ҙур мөхәббәт булмағандыр... Булһа, атайың китер инеме ни?!

Фирҙәүес. Йәшермә, әсәй, минән. Мин барыһын да беләм бит. һеҙҙең мөхәббәтегеҙҙе миңә әкиәт итеп һөйләнеләр, һеҙгә барыһы ла һоҡланғандар... Мин бит һеҙҙең мөхәббәтегеҙҙе үҙем дә күреп үҫтем... Минең үҙемде лә шундай яҙмыш көтһә ине, тип хыяллана инем... Үҫеп еттем тигәндә генә бөтәһе лә юҡҡа сыҡты...

Рәйсә. Ҡыҙым, әгәр атайың ҡайтһа... Беҙ бергә булһаҡ, һин үҙеңде бәхетле һанар инеңме?

Фирҙәүес. Эйе...

Рәйсә уны ҡосаҡлап уйға ҡала.

Шаршау

44


Етенсе картина

Фәйзиҙәр фатиры. Зөһрә пианинола уйнай, Гөлниса тәҙрәнән ҡарап тора.

Зөһрә (уйнап). Ля-ля-ля!..

Гөлниса. Ҡыҙым, был ниндәй бер туҡтауһыҙ «лә-лә-лә»?

Зөһрә (уйнауынан туҡтап). Ә нимә эшләргә һуң?

Гөлниса. Тапҡанһың уйнар ваҡыт! Ни ҡулда бер тин аҡса юҡ. Үҙебеҙгә бер сберкнижка ла рәтләп ҡала алманыҡ шул. Хоҙайым, нимә генә булды һуң беҙгә?! Кем беҙҙе был көнгә ҡалдырҙы? Дошман эше был! Дошман керҙе беҙҙең араға... һин ғәйепле түгел, дошман ғәйепле. Аҡыллы булғанға көнләшәләр, затлы булғанға көнләшәләр, матур булғанға көнләшәләр һинән, ҡыҙым. Әллә һуң эҙләргә сығаһыңмы?

Зөһрә (тиҙ генә бер тарарга килеп). Әсәй, алып ҡайтам мин уны! (һикереп тора ла кейенә башлай.)

Гөлниса (шатланып). Бар, бар, алып ҡайт! Мин ни эшләп Сәлимде яратайым, ти, юрамал ғына әйткәйнем, һине аҙыраҡ көнләштергем килгәйне, тигән бул, йәме. Мин рауза сәскәһе кеүек шул: матур ҙа, сәнскеле лә тип ебәр һин уға...

Зөһрә. Был һүҙҙәрҙе ул үҙе миңә әйтәсәк!..

Гөлниса. Үҙе әйтһен шул, үҙе әйтһен! Яйлай белһәң, ирҙәрҙе уларҙы запросто еңеп була...

Зөһрә. Мин киттем! (Ашыгып сыга.)

Гөлниса. И мискәләге бал да башта тулай-тулай ҙа, сүпрәһе шәкәрҙе ашап бөткәс тә, туҡтай. Любув тигәндәре лә шулай ул: шәкәре бөткәнсе генә (көлөп), унан үҙ урынына ултыра ул... (Ниндәйҙер берк,арарга килеп, те- лефонга тотона.) Алло! Кем әле был? (Тауышын үҙгәр - теп.) Ә, Фирҙәүес, һаумы, аҡыллым! Әсәйең өйҙәме? Юҡмы ни? Был әсәйеңдең бик яҡын бер әхирәте... Фирҙәүес, атайыңдың килгәне юҡмы? Килгәйне? Ҡасан? Ҡасан килгәйне, тим? (Был хәбәрҙе ишетеп, югалыпкала, йөрәген тота.)

Фәйзи инә. Тупһаны атлап үткәс тә туҡтай. Йөҙө борсоулы.

Г өлниса уны күреү менән трубканы ҡуя.

Г өлниса (үҙенҡулга алып). Әй, кейәүкәйем!.. Ҡайттыңмы, ҡәҙерлем?

45


Ф э й з и. Нисек һуң, ҡайтҡанға оҡшайыммы?

Гөлниса. Бәй... үҙ өйөңә, үҙ ғаиләңә ҡайтмайынса, әллә ҡайҙа йөрөмәҫһең бит инде.

Фәйзи. Әллә бик көткәнһегеҙ инде?

Гөлниса, һуң, көтмәйенсә теге... берҙән-бер кейәүемде!..

Фәйзи. Берҙән-бер кейәү тиһең инде?.. Ышанам, ышанам!

Гөлниса. Ҡыҙым да, кейәүем дә бер генә шул!

Фәйзи. Әллә һағынып көтөп торғанһығыҙ инде?

Гөлниса. Бик һағындыҡ, кейәү!

Фәйзи. Аҡсағыҙ бөттөмө ни?

Гөлниса. Әй-й, беҙҙең өсөн һин үҙең аҡса, Фәйзи кейәү!

Фәйзи (мәгәнәле итеп). Рәхмәт...

Г өлниса. Сәләмәт бул! Зөһрәң магазинға ғына сыҡҡайны, хәҙер ҡайтып етер. Әйҙә, сисен, кейәү! Кил, ултыр, бына ошолай, ҡаршыма ғына! Йә инде, кейәүкәйем! (Буфеттан бер шешә коньяк алып өҫтәлгәҡуя.)

Фәйзи. Әллә һыйларға уйлайһың инде кейәүеңде?

Гөлниса (тарелка менән алмалар ҡуйып). Кейәү, ҡара әле, бынауы матур алма һиңә ҡарап тора ла баһа! (Уга иц матур алманы алып бирә.) Әйҙә аша, кейәүкәйем!

Фәйзи (алманы бик ҙур игтибар менән ҡараган булып). Ғәжәп матур алма!.. Тик... тыштан ғына матур ул, ә эсе... эсе ҡортло! (Алманы киреҡуя.)

Фәйзи түр бүлмәгә уҙа, Зөһрә ҡайтып инә.

Зөһрә. Әсәй!..

Г өлниса (уны туҡтатып). Кейәү ҡайтты бит...

Зөһрә. Ҡайтты?

Гөлниса. Ҡайтты ҡыҙым, ҡайтты! (Фәйзи инеп киткән бүлмәгә ыцгайлап.) Хәҙер саҡырам.

Зөһрә. Әсәй, Фәйзи промысланан киткән!

Гөлниса (ҡойолоп тешә). Ҡасан?

Зөһрә. Кисә.

Г өлниса. Ниңә?

Зөһрә. Үҙенән һора.

Гөлниса. Хоҙайым... төштәремә генә кергән ине. Өсәүләп яр ситендә торабыҙ икән, тим. Яр емерелеп китте лә беҙ өсөбөҙ ҙә упҡынға остоҡ...

46


3 ө һ р ә. Төшөңдө миңә юрама, йәме.

Гөлниса. Ни эшләп һиңә генә булһын, өсәүләп, тим бит! Өсәүләп остоҡ.

Зөһрә. Бик яҡшы булған! Таман! Кейәү, кейәү, тип ауыҙ һыуҙарыңды ағыҙа инең, бына эшһеҙ Курамшин! Шәпме кейәүең!

Г ө л н и с а. Нимә эшләмәк булаһың?

Зөһрә. Хәҙер үк фатир эҙләргә ҡушам!

Г ө л н и с а. Ҡыҙым, улай ҡырт киҫмә әле... уйлашайыҡ. Зөһрә. Ни аҡсаһы, ни положениеһы! Ниңә кәрәк ул миңә!

Гөлниса. Сабыр итәйек, зинһар, ашыҡма!

Фәйзи түр бүлмәнән сыға.

Бына, кейәү, Зөһрәң дә ҡайтты... Ҡыҙым, ҡосаҡла инде кейәүеңде!

Зөһрә сер бирмәҫкә тырышып, ашыҡмай ғына сисенә. Көҙгө алдына барып, сәстәрен рәтләй.

(Фәйзигә бышылдап.) Иркэләгэнде көтә инде...

Фәйзи (Зөһрәгә). Коньяк әсәһеңме? (Зөһрә өндәшмәй.) Бәлки, алма ашарһың? (Бая Гөлниса үҙенә тәҡдим иткән алманы алып, Зөһрәгә һуҙа.) Ҡара әле, ниндәй матур алма!

Зөһрә. Бик тиҙ егет булғанһың!

Фәйзи. Миңә лә берәйһе ғашиҡ булмаҫмы икән, тим. һин Сәлимгә ғашиҡ булған шикелле...

Зөһрә (ҡапыл асылып, ҡуштанланып). Ха-ха-ха... һин, йәнем, көнләшә лә беләһең икән әле! Бына быныһы миңә оҡшай! Әсәй, һин бөгөн кейәүеңде ашатаһыңмы, юҡмы? (Фәйзиҙец яцссктарынан һыйпап.) Йәнемдең яңаҡтары бер-береһенә йәбешеп бөткән бит!..

Гөлниса. И-и, үҙемдең кейәүемде һыйламай буламмы һуң! Плитә өҫтөндә әллә ҡасандан бирле, боттарын юғары күтәреп, тултырылған тауығым бешеп ултыра! Хәҙер, хәҙер! (Сыга.)

Зөһрә (Фәйзигә һыйынып). Йәнем, мине иркәлә инде! Үп! Үп инде, Фәйзи! (Битен уныц битенә терәп.) Эҫеме минең биттәрем? Ниңә күлдәгемде маҡтамайһың? Парча...

47


Фәйзи. Ниндәйҙер бер йәнлектең ҡабығын хәтерләтә...

Зөһрә. Ниндәй йәнлектең?

Фәйзи. Шундай бер йәнлек бар, аяҡтары бер ваҡытта ла күренмәй, түше менән генә шыуышып йөрөй...

Зөһрә. Йыланмы?

Фәйзи. Тап үҙе!

Зөһрә (йән асыуы менән). Скотина һин!

Тултырылған тауыҡ күтәреп Г өлниса инә.

Г өлниса. Хәҙер, хәҙер, кейәү. Үҙеңде тултырылған тауыҡ менән һыйлайым!

Фәйзи. Етер инде, күп тултырҙығыҙ...

Г өлниса. Бәй, кейәү, һиңә ни булды?

Зөһрә. Күрмәйһеңме ни, Рәйсәһенә китергә ашыға бит!..

Г өлниса. Юҡты һөйләп ултырма. Йә кейәүгә берәй ауыр һүҙ әйткәнһеңдер әле... Ас кешенең асыуы яман, ти, ултырығыҙ әле, балалар! Әйҙә, ултырышығыҙ!

Зөһрә. Ниңә тотаһың, китһен әйҙә.

Гөлниса (Фәйзщец китергә йыйыныуын күреп). Бер ҡайҙа ла китмәҫ, ҡыҙым. Ул бит инде бер тапҡыр Рәй- сәһенең аяғына барып йығылған, ә тегеһе ҡайҙа ул, яҡын да ебәрмәгән...

Зөһрә (ярһып). Нимә? Рәйсәһенә барғанмы? Ә... ә... әле һин шулаймы ни?! (Өҫтәлдәге вазанан алмалар алып, бер-бер артлы Фәйзигә ыргыта.) Бына һиңә! Бына һиңә!..

Гөлниса. Малда ашаған еренә ҡайта!

Зөһрә. Ә һин уға яларға тоҙ ҡуй! Мин һиңә ҡыҙ көйөмә сыҡтым. Быға тиклем һинең Рәйсәгә өйләнгән булыуыңды кешеләрҙән түгел, хатта үҙемдән дә йәшерә инем. Бөтә туғандарым һине егет тип беләләр ине. Ахмаҡ!..

Фәйзи (тыныс ҡына). Үҙеңдең ирһеҙ ҡалғың килмәй, ә?

Гөлниса. Ташлап китерлек булғас, ниңә өйләндең һин минең ҡыҙыма? Башың бармы һинең? Бер-ике йыл йәш бисә менән типтереп йәшәп алайым әле, тип өйләндеңме? Ничауа не выйдет!..

Фәйзи сумаҙанын алырға инеп китә.

48


Гөлниса (Зөһрәгә). Китә бит, китә...

Зөһрә. Китә шул!

Гөлниса. Исмаһам, балабыҙ була, тип әйтер инең! Балаға ҡалғанмын, тибә башланы, тип әйт!

Зөһрә. Нисек тибә? Ҡайҙа тибә?

Гөлниса (күрһәтеп). Бына бында тибә, бына... бында!

Фәйзи сумаҙан күтәреп сыға.

Фәйзи (коньяк һалып эсергә уйлай). Шәп коньяк алғанһың, Гөлниса ханым, шәп коньяк, ҡан төҫлө!..

Гөлниса (уныц тулынан шешәне тартып ала). Бар, ана Рәйсәң һыйлаһын!..

Фәйзи. Эйе, ҡыҙың матур ине һинең... ебәккә төрөлгәйне... Ләкин оҙаҡҡа сыҙаманы ебәге, тиҙ туҙҙы, сәләмәләре араһынан ажғырып йылан килеп сыҡты... Ә һин шул йыландың әсәһе! Хушығыҙ, Гөлниса ханым!..

Г өлниса (уныц юлын бүлеп). Бик китергә ашыҡма әле, кейәүкәйем... Ҡойроғоң боҙға йәбешеп ҡатҡан инде, бына һин тыуасаҡ балаңды нимә эшләтерһең икән?

Тап шул саҡ Зөһрә креслонан бәләкәй генә «ҡолаҡ» мендәре (думка) алып, уны тиҙ генә күлдәк аҫтынан эсенә ҡуя, «ҡорһаҡ»

яһай.

Зөһрә (Фәйзигә таба борола ла эсен бүлтәйтеп). Эйе, бына тыуаһы балаңды ҡайҙа ҡуйырһың икән, тәтәй егет? Ә?

Фәйзи. Бала? Бала буласаҡмы? (Ҡысҡырып көлә.) Ха-ха-ха!.. (Ҡапыл уҫалланып, йән асыуы менәнтыскы- ра.) Ниндәй кешеләр һеҙ? (Юлын бүлеп торган Гәлни- саны ситкә төртөп ебәрә лә сумаҙанын алып сыгып китә.)

Телефон шылтырай, Гөлниса трубканы ала.

Гөлниса. Кем? Кем? Ә-ә,хәҙер,хәҙер! (Шатланып.) Ҡыҙым, һине Сәлим Нуриевич һорай!..

Зөһрә (телефонга). Сәлим Нуриевич! О-о! Көтәм! Көтәм!.. (Трубканы туйып.) Әсәй, мин ниндәй бәхетле! Минең һөйәһем, һөйөләһем килә!.. Хоҙай Тәғәлә Сәлимде миңә үҙе ебәргән! Ля-ля-ля!..

49


Гөлниса (шатланып). Фәрештәнең «амин» тигән сағында тыуғанһыңдыр һин, ҡыҙым! Тағы ла бер суртан килеп эләкте!..

Икәүләшеп, йырлай-йырлай табын әҙерләргә тотоналар.

Ут һүнә.

Урам. Ҡараңғы төн. Фәйзи ултыра. Хәле шәп түгел. Ашығып

Рәйсә инә.

Рәйсә. Фәйзи!..

Фәйзи. Рәйсә?..

Рәйсә (уга якынырагк килеп). Фәйзи, нимә булды һиңә? Хәлең нисек?

Фәйзи. Бик яҡшы минең хәлем. Күрмәйһеңме ни? Рәйсә. Күрәм, Фәйзи, күрәм...

Фәйзи. Ә һин ни эшләп ҡыҙыҡһынырға булдың әле? Ҡапыл ғына? Кәрәкмәй, ҡыҙыҡһынма!

Рәйсә, һин үҙеңде лә, беҙҙе лә мәсхәрә итәһең, Фәйзи. Беҙ бит һинең фамилияңды йөрөтәбеҙ. Ҡыҙың да, мин дә.

Фәйзи. Йөрөтмә һин ул фамилияны, һыҙып ташла, хәҙер юҡ ул фамилия!

Рәйсә. Фамилияңды һыҙып ташлап та булыр ул. Ләкин... был саҡлы түбән төшөрһөң тип уйламағайным, Фәйзи.

Фәйзи. Ҡыҙғанаһыңмы?

Рәйсә. Ниңә һин эшеңдэн киттең?

Фәйзи. Киттем дә эше лә бөттө.

Рәйсә, һин ҡайт! Йөрөмә былай, ҡайт өйөңә! Фәйзи. Минең өйөм юҡ...

Рәйсә. Башыңды күтәрә төш. Кеше бит йығылыр өсөн йәшәмәй, кеше үҫер өсөн йәшәй. Юғарыға үрләр өсөн йәшәй.

Фәйзи. Уның ҡарауы һин үҫтең... һин йығылма! һин

ос!

Рәйсә. Бер ҡанатың ерҙә һөйрәлһә, осоуҙары бик еңел түгел икән шул...

Фәйзи. Яңы ҡанат ҡуйҙыр!..

Рәйсә. Яңы ҡанаттар ҙа тиҙ генә үҫмәй икән шул...

50


Фәйзи. Ярай, хуш! (Китә башлай, боролоп.) Ә Фирҙәүесте бер ҡосаҡлап үп! Минең өсөн булһын! Шатланһын!..

Рәйсә. Беҙ уның шатлығын урланыҡ инде.

Фәйзи. Мин үҙемде үҙем урланым, һин мине юҡ тип иҫәплә!

Рәйсә (рсапыл, эске кисереш менән). Юҡ, тип иҫәплә? һин нисек еңел генә хәл итәһең! Мин дә һине оноторға тырыштым, һине генә түгел, осрашҡан минуттарҙы ла, ҡауышҡан сәғәттәрҙе лә, бергә булған йылдарҙы ла оноторға тырыштым, һине бөтөнләйгә йөрәгемдән сығарып ташлағым килде. Үҙемдә һиңә ҡарата нәфрәт тойғолары уятырға теләнем, һине дошманым итеп күргем килде. Мин быны, бәлки, эшләй ҙә алған булыр инем, ләкин миндә тағы ла бер «мин», икенсе Рәйсә лә бар икән: һине йәшләй белгән Рәйсә, һине генә һөйөүсе Рәйсә. Йәш Рәйсә. Ул Рәйсә көрәшә, ул һине ғәфү итергә ҡуша, әммә аҡылға ултырған, инде олоғайып барған Рәйсә ғәфү итергә теләмәй, ул Рәйсә менән Фәйзи мөхәббәтенең хаҡын төшөрмәҫкә тырыша. Ярабби, әгәр ҙә һәр кем уҙ ғүмерендә бер генә кешене бәхетле итһә лә, был донъяла күпме бәхетле кешеләр булыр ине!..

Фәйзи. Эйе, һин хаҡлы, һинең урыныңда булһам, мин дә ғәфү итмәҫ инем. Мин ваҡландым, һин ваҡланма. Рәхмәт һиңә! Бәлки, башҡаса осрашып та булмаҫ. Кисерә алһаң, кисер! Хуш, Рәйсә!

Рәйсә. Фәйзи!..

Фәйзи. Хуш!..

Тап шул ваҡыт көслө поезд тауышы ишетелә. Бөтә сәхнә паровоз фараларынан төшкән ут менән тула. Поезд яҡынлашҡан- дан-яҡынлаша, бына-бына ул сәхнәгә атылып сығыр төҫлө. Фәйзи шул ҡот осҡос яҡтылыҡҡа табан ташлана, һаман да Рәйсәнең «Фәйзи!», «Фәйзи!» тип ҡысҡырғаны ишетелә. Сәхнәгә атылып Фирҙәүес килеп инә. Ҡайҙандыр Хәҙисәнең «Улым!» тип ҡысҡырғаны ишетелә. Сәхнә бөтөнләй ҡараңғылана. Ул яңынан яҡтырғанда эскәмйәлә Фәйзи, Хәҙисә, Фирҙәүес һәм Рәйсә ултыралар.

Хәҙисә. Балаҡайым, һиңә ни булды? Был бит мин — әсәйең. Ас, улым күҙҙәреңде, тыуғанда ла һин бит асыҡ күҙҙәр менән тыуғайның. Ас күҙҙәреңде!..

Фәйзи. Нисек таптығыҙ һеҙ мине, әсәй?

51


Хәҙисә. Әсә йөрәге таба ул, балам!..

Рәйсә (үтә яәымлы). Әйҙә, тор, Фәйзи! Өйгә ҡайтайыҡ!

Фәйзи урынынан ҡуҙғала, әкрен генә Рәйсә янына килә, башын уның күкрәгенә ҡуйып, бер аҙға тын ҡала. Яҡында ғына

йыр яңғырай.

Ҡарар инде, тсарар инде Ҡара күҙҙәре менән.

Үҙәгемде өҙөр инде Әйткән һүҙҙәре менән...

Фәйзи. Рәйсә, был беҙҙең йәшлек йырыбыҙ ине... Рәйсә. Бөгөнгө йырыбыҙ ҙа ошо, Фәйзи!

Ф ә й з и. Эйе, эйе, был беҙҙең ғүмерлек йырыбыҙ!..

Шаршау




ҒҮМЕР УҘМАЙ ЗАЯҒА

Драма, өс шаршауҙа



ҠАТНАШАЛАР:

Борханов Ғәлим Ҡасимович — профессор, хирург

Гөлфиҙә Хәкимовна — уның ҡатыны, элекке уҡытыусы

Хәйҙәр Ғәлимович — Борхановтың үгәй улы, заводтың партком секретары

Лира Ильбаева — Хәйҙәрҙең ҡатыны, композитор Әлфирә — уларҙың ҡыҙы, студентка Йәлил Байраҡов — күрше егете Бахыров Хамматулла — Борхановтың элекке танышы

Рәсүлов Сәғит Р әсүлович — Хәйҙәрҙең атаһы

БЕРЕНСЕ ШАРШАУ



Достарыңызбен бөлісу:
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   40




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет