Асанбаевтың был китабында үҙенең оригиналь пьесалары, уның тарафынан тәржемә ителгән төрлө драматургтарҙың әҫәрҙәре, публицистик мәҡәләләр, очерктар, ижади портреттар, иҫтәлектәр урын алған



бет40/40
Дата30.06.2016
өлшемі4.01 Mb.
#168941
1   ...   32   33   34   35   36   37   38   39   40


һай, гумер тигән ара.

Был әбейҙец дә булган бит Аһ итәр ҡыҙ саҡтары. - Шул саҡтарҙы,

Ем-ем итеп,

Саҡыра тиҫбе таштары:

Уныц өсөн өҙөлөп торган Егеткәйен, Насибын - Быйыл гына донъяҡуйган Ҡартъпсайын, Басирын.

Төймәләрҙәнҡарай һымаҡ Ғәзизкәйе - куҙ нуры,

«Афган»дарҙа ятыпҡалган Төпсөк улы Айнуры.

Чечняларҙан хаттар яҙган Ейәне Ғәбделшәкур...

«Эй, бер Хоҙай, шул баланы Берук кенә һаҡлай күр!..»

Емелдәй тиҫбе таштары - Әллә һөйләшәләрме?

Бер Тәцрегә:

«Ярлыҡа!» -тип Әллә өндәшәләрме?

Бармактарында әбейҙец Йүгерә тиҫбе таштары.

Ниҙәр һөйләй күҙҙәренән Тәгәрәгән йәштәре?

Тиҫбе тарта-тарта әбей Тагы ниҙер бышылдай?

Гүйә, бәрәләр асылып,

Уй япрагы ҡыштырлай.

Ғәжәйеп бер күренеш! Тотош бер роман биттәренә етерлек яҙмыштарҙы һыйҙырған был шиғырҙың авторы алдында сал сәсле башымды эйәм. Рәхмәт, дуҫҡайым! Тағы ла шуныһы шатлыҡлы. Рауил Шаммас үҙенең һуңғы китабын татар телендә баҫтырып сығарҙы. Ул уны, моғайын, алда торған татарҙар съезына күстәнәс итеп әҙерләгәндер. Биғәйбә! Афарин!

Бына тағы бер татар, быныһы — Әсхәр Кәшфуллин. Шағир, «һағыштарым йырға күсте», «Оса ҡаҙҙар», «Иман нуры» (татарса һәм башҡортса ике китап), «Мин яҙҙарҙа ҡалам», «Көмөш сылбыр» тигән шиғыр йыйын

658




тыҡтары авторы Әсхәр Кәшфуллин күберәк йыр текстары яҙа. Былай тип әйтеүем, бәлки, бик үк дөрөҫ тә түгелдер әле. Ул шиғырҙар яҙа, ә композиторҙар уның һүҙҙәрен көйгә һала. Шуныһы күңелле, улар Әсхәрҙән бер туҡтауһыҙ текст һорайҙар, ә шағир ҡаршы килмәй, яҙа. «һеҙгә оҡшай икән, әйҙә, рәхим итегеҙ!» — тип кенә тора. һәм яҙалар көйҙө композиторҙар. Йырсылар ҙа Әсхәр Кәшфуллин йырҙарын көтөп кенә торалар. Бөтәһен йыйып иҫәпләгәндә Әсхәр Кәшфуллин шиғырҙарына 30 композитор көй яҙған икән. Улар араһында Рим Хәсәнов, Нур Дауытов, Роза Сәхәүетдинова, Фәүзә Ғасакирова, Илдар Шәрипов кеүек күренекле композиторҙар ҙа бар. Ә йырсылары кемдәр һуң? Береһенән-береһе талантлыраҡ: Вәхит Хызыров, Йәмил Әбделмәнов, Радик Динәх- мәтов, Фәнүнә Сиражетдинова, Айҙар Ғәлимов, Хәлиҙә Бегичева, Салауат Фәтхетдиновтарҙың Әсхәр Кәшфуллин йырҙарын башҡарғанын мин үҙемдең дә күп тапҡырҙар ишеткәнем бар.

Йыр тыумай ул, әгәр күцел Иламаһа, көлмәһә,

Ләйсән ямгырҙыц еҫтәре Йөрәгецә һецмәһә.

Бына шулайыраҡ яҙа Әсхәр Кәшфуллин. Уның шиғырҙары үҙҙәре үк йырлап тора ла баһа! Уларға көй яҙмау гонаһ булыр ине...

Эйе, Әсхәр Кәшфуллин башҡорт әҙәбиәтендә үҙенең ныҡлы урыны булған шағир инде. Уны фәҡәт хупларға һәм хөрмәт итергә генә кәрәк. Башҡаса мөмкин түгел, сөнки уның йырҙары миллиондар йөрәгенә:

һандугас керҙе күңелгә.

Йырламайса түҙәйемме ни!.. -

тигәндәй, наҙлы моң булып ятты бит инде!..

Мин һеҙгә, хөрмәтле газета уҡыусылар, биш татар тураһында ғына бәйән иттем. Алда торған татарҙар съезы уңайы менән һүҙемде йомғаҡлап шуны ла әйтә алам: бәлки, беҙҙең әҙәбиәтебеҙҙә лә яңы Шолоховтар тыуғандыр. Эйе, татарҙар ҙа бик талантлы халыҡ шул!..

«Өмет», 3 август, 2002 йыл

659


БАҠАЛЫМА ҠАЙТТЫМ ӘЛЕ

Башҡортостан... Боронғо грек һәм рим тарихсыларының, әҫәрҙәрендә Башҡортостан гүзәл тәбиғәтле, урмандарға, тауҙарға, ҡара тупраҡлы уңдырышлы баҫыуҙарға, инеш-йылғаларға, күлдәргә бай, ғәҙел һәм эшсән, ҡыйыу һәм ҡаһарман кешеләр иле итеп тасуирлана. Ә IX быуатта ғәрәп сәйәхәтсеһе Әхмәт Ибн-Фаҙлан башҡорттар хаҡында «үҙ аллы, көслө һәм үҙенсәлекле халыҡ» тип яҙып ҡалдырған.

Башҡортостан... Башҡорт һәм ил, халыҡ һәм тыуған төйәк һәм тағы ла бик күп изге төшөнсәләрҙе аңлатҡан ғәжәйеп матур был һүҙ минең йөрәгемә моң булып ағыла. Бөйөк милли шағирыбыҙ Шәйехзада Бабич та бит Башҡортостан — гөлбостан, сөмбөлстан, нурбостан ул, тип йырлаған.

Башҡортостанды «икенсе Швейцария» тип тә йөрөтәләр. Ә бына мин Европа һәм Азия ҡитғаларын бергә тоташтырған, бөтә донъя уртаһында балҡып ултырған Урал тауының Ирәндек, Ҡырҡты кеүек мәғрур тармаҡтары һәм Күгәрсен, Йылайыр, Ейәнсура, Бөрйән, Әбйәлил, Баймаҡ, Учалы райондары буйлап сәйәхәт иткәндә «Юҡ, Башҡортостан икенсе Швейцария түгел, ә Швейцария икенсе Башҡортостандыр ул», тип яҙып ҡуйғайным ҡуйын дәфтәремә. Минең был фекеремде беҙгә ҡунаҡҡа килгән Төньяҡ Йәмән яҙыусыһы Мөхәммәт Абдо Наман да ҡеүәтләгәйне. Мин уның менән «Ҡыҙыл паша» пьесаһын яҙыу өсөн материал йыйып, Совет илсеһе Кәрим Хәкимов эҙҙәренән йөрөгәнемдә Йәмән илендә танышҡайным.

Күпселек ғәрәп яҙыусылары кеүек, Мөхәммәт тә йәшлегендә Америкала һәм Швейцарияла белем алған. «Швейцария матур ил, әлбиттә, әммә Башҡортостанға етмәй, һеҙҙең Уралығыҙ бар. Башҡорттар һайлай белгәндәр бит Ватанды! — тигәйне ул Ҡырҡты тауына күтәрелгәндә, минең ҡулымды ҡыҫа-ҡыҫа. — Был хайран йәмдәр- ҙе, хайран тауҙарҙы беренсе булып килеп күргән башҡорт ниндәйерәк кеше булды икән? Тәбиғәткә ғашиҡ, гүзәллеккә мөкиббән, иҫ китмәле матур күңелле әҙәм булғандыр ул. Мин ошо ерҙәргә бөтә әҙәми заттарҙан да элегерәк тәү тапҡыр аяҡ баҫҡан беренсе башҡортҡа һәйкәл

660




ҡуйыр инем. Тик ул һәйкәлде беҙҙән алдараҡ Аллаһы Тәғәлә үҙе ҡуйған, ул гүзәл һәйкәл — Урал тауы! Урал булғанда — башҡорт та булыр! Амин!..»

Оҙаҡ ҡына ултырҙыҡ беҙ Ҡырҡтының йәнгә рәхәтлек бирә торған гүзәлдәрҙән дә гүзәлерәк тәбиғәте ҡосағында. Шунда ғәрәп дуҫым тағы ла бер ғәжәйеп серле һүҙ әйтте, «һеҙҙең, илегеҙ Хоҙай Тәғәләгә яҡыныраҡ торалыр кеүек миңә!» — тине ул һәм мин уға Башҡортостан тураһындағы бер риүәйәтте һөйләп ишеттерҙем. «Бо- рон-борон замандарҙа, әҙәм балалары күпләп ишәйгән алыҫ дәүерҙәрҙә, изге ер өсөн тауыш ҡупмаһын тип, Хоҙай Тәғәлә ерҙе кешеләргә үҙе бүлеп биргән. Ә башҡорттар — бик ҡунаҡсыл халыҡ. Беҙгә берәйһе ҡунаҡҡа килһә, бөтә донъя мәшәҡәттәрен ситкә ҡуябыҙ ҙа, ҡуй һуйып, ҡымыҙ бешеп, мул итеп табын әҙерләйбеҙ һәм күңелдәр ташҡансы байрам итәбеҙ. Теге ваҡыт, Хоҙай Тәғәлә ерҙе бүлгәндә лә, башҡортҡа ҡунаҡ килеп төшмәһенме! Башҡорт бер аҙнамы унда, ун көнмө — ҡунаҡ һыйлап, уны оҙатып ебәргәнсе, Хоҙай Тәғәлә ерҙе бүлеп тә бөткән. Барса кешеләргә лә өлөш тейгән, ә башҡорт, ҡунаҡсыллығы арҡаһында, өлөшһөҙ тороп ҡалған. Хоҙай Т әғәлә үҙе тигеҙ итеп яратҡан ҡунаҡсыл башҡортон да ерҙән мәхрүм иткеһе килмәгән. «Ярай, — тигән Хоҙай Тәғәлә, — үҙемә тип ҡалдырған өлөшөм бар ине, шуны һиңә бүләк итәйем әле, башҡортом. Ана ҡара: тү б э - ҡаял а р ы н д а мәңгелек аҡ ҡарҙар ятҡан Урал тауҙары, бөтә донъяны матурлап-би- ҙәп аҡҡан Ағиҙел, һаҡмар, Йүрүҙән, Дим йылғалары, тағы ла бихисап көмөш күлдәре-инештәре, икһеҙ-сикһеҙ сәскәле яландары, йәшел хәтфәләй болондары, ҡош- ҡорт, йәнлектәр менән тулы ҡарурмандары — барыһы ла, барыһы ла һиңә, башҡортом. Шуларҙың бөтәһен дә ҡабул итеп ал да йәшә рәхәтләнеп, һинең тыуған төйәгең ошо булыр. Бындай хозурлыҡ, бындай матурлыҡ башҡа бер ерҙә лә юҡ. Тыуған төйәгеңде күҙ ҡараһы кеүек һаҡла, башҡортом, сит-ят әҙәмдәргә бирмә!» Хоҙай Тәғәлә шулай тигән дә күккә күтәрелгән, ә башҡорт Уралын ҡарап, ҡурайын уйнап, уны оҙатып ҡалған...»

Риүәйәт Мөхәммәткә лә бик оҡшаны, тетрәнеп тыңланы уны һәм, үҙе лә һиҙмәҫтән: «Эйе», — тип ҡуйҙы һәм,

661


бер аҙ тын ғына ултырғас, миңә серле ҡараш ташлап, һорай һалды:

  • Ишетәһеңме, Нәжиб, тауҙарығыҙ йырлай бит?..

  • Эйе, тауҙарҙың иңрәүе был...

  • Тимәк, тәбиғәттең теле бар, ул ниҙер һөйләй, аңлата...

  • Тарих һөйләй ул, Мөхәммәт. Ете быуат ярым буйы ҡанһыҙ баҫҡынсыларҙан ҡаты яфа сиккән, йән аямай ғәҙеллек һәм азатлыҡ өсөн көрәшкән башҡорттарҙың донъя тарихында ижад итеүсе, яугир, тыуған ергә ныҡ береккән, дошманға ҡаршы көрәштә ҡаһарман, дуҫтарға тоғро халыҡ булыуын йырлай тауҙар...

  • Тәбиғәт менән кешеләрҙең берҙәмлеге, үҙ-ара бәйләнеше, тығыҙ мөнәсәбәттә йәшәүе һоҡландыра мине. Беҙ ҡылғанлы далаларҙа йөрөгән йылҡылар көтөүен күрҙек, алсаҡ йөҙлө уңған апайҙарҙың бейә һауып ултырыуы, шул һөттән көбөлә бешкәк менән ҡымыҙ яһауы, һуңынан күпереп торған ап-аҡ күбекле әҙер ҡымыҙҙы туҫтаҡҡа һалып, беҙҙе һыйлауҙары иҫ китмәле матур күренеш булды минең өсөн. Ә ҡурайығыҙ — үҙе бер мөғжизә! Егеттәр сатыр сәскәле үҫемлек һабағын беҙҙең күҙ алдында ҡырҡып алып, һә тигәнсе ошо тылсымлы ҡурайҙы ирендәренә терәп, һайратып та ебәрҙеләр. Ә тауышы ул ҡурайҙың — моң даръяһы!.. Мин ҡайтҡас, бында күргәндәрҙе бөтә илем буйлап һөйләп йөрөйәсәкмен! Башҡорттарға дан йырлаясаҡмын, Нәжиб дуҫ!..»

Эйе, «Урал булғанда — башҡорт та булыр!» — тигәйне шул ғәрәп дуҫым. Ниндәй ҙур мәғәнә ята был илаһи һүҙҙәрҙә! Ошо турала уйланып июнь айының бер матур таңында яҡташтарым ебәргән еңел машинала тыуған төйәгем Баҡалыға юлландым.

Тыуған яғыма ҡайтҡан һайын «Матур ерҙәр күптер был донъяла, минең Баҡалыма ни етә!?» — тигән шиғри юлдарҙы ҡабатлайым. Бала ата-әсәһенә оҡшаған кеүек, Баҡалы ла илкәйемдең төҫ-йөҙ, буй-һыны күркәмлеген дә, Урал бөркөттәренең саялығын да, Бөрйән урмандарының берсә тыныс, берсә дауыллы шау-шыуын да, сәскәле болондарҙың, аҡ ҡылғанлы һәм һутлы ҡаулан үләнле далаларҙың киңлеген дә, Ағиҙел һәм Дим буйҙарында һайраған һандуғастарҙың моңон да үҙенә туплаған йәннәткә тиң бер төбәге бит ул!

662




Баҡалымда мин алыҫтарҙан, тиҫтәләрсә быуаттар аша яңғыраған ҡурай моңдарын ишетәм һымаҡ. Ул моңдарға йәш-елкенсәктең киске уйындарында, туйҙарҙа, кешеләрҙең тыуған көндәрендә, йыйын-һабантуйҙарҙа бөгөнгө ҡурайсылар бүләк иткән яңы моңдарҙың килеп ҡушылыуын ишетһәм, йөрәгем икһеҙ-сикһеҙ шатлыҡ хистәре менән тула. Ошо моңдар бит инде мине ғүмерем буйы Сөн, Ыҡ буйҙарына тартты, уларҙы ишетеп һәм тыңлап, кешеләрҙе яратыу һәм бәхетле итеү, яманға һәм үлемгә ҡаршы көрәшеү идеялары менән һуғарҙы. Мин Баҡалыла тыуып үҫкәнгәме, бындағы бөтә кешеләрҙе лә үҙемә оҡшатам. Уларҙың бөтәһе лә яҡшылыҡ һәм яманлыҡ, дуҫлыҡ һәм арҡадашлыҡ, намыҫ һәм выждан, Тыуған илде яратыу кеүек изге төшөнсәләр хаҡында бер төҫлө уйлайҙыр кеүек тойола миңә. Баҡалыны милләттәр дуҫлығы сәскә атҡан төбәк тип атарға мөмкин. Беҙҙең район халҡының булмышына фәлсәфәүи баһа бирһәк, ул үҙен илендә өйҙәш кеүек итеп түгел, ә тыуған еренең ысын хужаһы итеп тоя, шуға уның эштәре, Аллаға шөкөр, ал да гөл, тиер инем мин.

Баҡалы яҡтарының тарихы Башҡортостан менән тығыҙ бәйләнгән. Райондың ҡарурмандар менән ҡапланған бай ерҙәрен XVII быуатта уҡ инде Ҡырғыҙ, Биләр һәм башҡа волостарҙың аҫаба башҡорттары биләгән. Батша самодержавиеһының колониаль сәйәсәтенә ярашлы, башҡорт ерҙәрендә был заманда яңы ҡала һәм ҡәлғәләр һалыу дауам итә. 1731 йылда, мәҫәлән, Сулман аръяғы һыҙығын төҙөү башлана. Был һыҙыҡ аҫаба башҡорттар еренә рустарҙың һәм башҡа халыҡтарҙың күпләп күсеп килеүенә сәбәпсе була. һөҙөмтәлә Баҡалы һәм Ноғайбәк ҡәлғәләре, төрлө милләт вәкилдәре йәшәгән ауылдар барлыҡҡа килә. Эйе, Баҡалы бер нисә быуат дауамында күп милләтле төбәк булып формалаша. Улар араһында рустар, башҡорттар, татарҙар, мариҙар, сыуаштар, мордвалар һәм башҡа милләт вәкилдәре бар.

Төбәк халҡының шаҡтай өлөшөн керәшендәр тәшкил итә. Уларҙың бер өлөшө Ырымбур сик буйы һыҙығында ғәскәри казак хеҙмәтен башҡарған. Был казактарҙы тора- бара ноғайбәктәр тип йөрөтә башлайҙар. Ә 1842 йылда уларҙы Силәбе әлкәһенә күсергәндәр. Баҡалы ауылы XVIII быуатта уҡ инде, Башҡортостандың көнбайышын-

663




дағы ҡәлғә-терәге булараҡ, стратегик бурыстар үтәгән. Ә XIX йөҙ йыллыҡта ул төбәктең мәҙәни һәм сауҙа-сәнә- ғәт үҙәгенә әйләнә.

Үткән йылда баҡалылар райондың 75 йыллығын байрам итте. Беҙҙе Президентыбыҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов бик йылы, яғымлы итеп ҡотланы. «Баҡалылар үҙҙәренең юбилейын ауыл хужалығын һәм эшкәртеүсе тармаҡтарҙы үҫтереүҙә, социаль һәм рухи-мәҙәни әлкәлә һәлмәк уңыштарға өлгәшеп ҡаршылай, һуңғы йылдарҙа сәнәғәт әүҙем үҫә, торлаҡ һәм тәбиғәтте һаҡлау объекттары төҙөлөшө лә киң ҡолас алды. Күпселек әлкәләрҙә баҡалылар беренсе булараҡ сығыш яһай. һеҙҙең тәбиғәтте һаҡлау, тыуған төйәкте төҙөкләндереү, күп милләтле райондың мәҙәниәтен үҫтереүҙәге оҫталығығыҙ бөтәһе- нә лә билдәле, һеҙҙең бәрәкәтле төбәгегеҙ иҫ китмәле матур, әммә райондың иң ҙур байлығы — уның кешеләре», — тип шатландырғайны беҙҙе Президент.

Ысынлап та, һоҡланырлыҡ аҫыл заттарыбыҙ күп кенә шул беҙҙең! Уларҙың бөтәһе хаҡында ла был мәҡәләлә тәфсирләп яҙыу мөмкинлеге юҡ. Шулай ҙа «иң-иңдәрен» иҫкә алып китеү фарыз тип уйлайым. Баҡалы илебеҙгә алты Советтар Союзы Геройы, Дан орденының дүрт тулы кавалерын бирҙе. Бына уларҙың исем-шәрифтәре: Т. Нурҡаев, М. Соколов, В. Утин, Ф. Әһлетдинов, М. Петров, Я. Костин, Б. Зотов, В. Варфаломеев, С. Туснолобов, А. Карманов. Улар янына Чехословакияның Милли Геройы Даян Мурзин һәм Польшаның Халыҡ Геройы А. Куз- нецовтың исемдәрен өҫтәргә булыр ине.

Беҙҙең Баҡалы — бик күп данлыҡлы иген игеүселәр, мал ҡараусылар, уҡытыусылар, табиптар, инженерҙар, ғалимдар, сәнғәт әһелдәре һәм спортсыларҙы донъяға сығарған бәрәкәтле ер ул. Социалистик Хеҙмәт Геройҙары — «Яңы тормош» колхозы ҡош ҡараусыһы Евдокия Кириллова, «Ҡыҙыл һабансы» колхозынан звено башлығы Нина Абрамичева кеүек арҙаҡлы кешеләрҙең исемдәре лә район тарихы биттәренә алтын хәрефтәр менән яҙыласаҡ.

Бына райондың яңы башлығы Александр Георгиевич Андреев һәм уның етәкселегендәге команда хаҡында яҙырға ла ваҡыт етте. Тәүҙә бик мөһим бер нәмәгә туҡталырға кәрәктер. Мәғлүм ки, үткән йыл райондарҙың

664




төбәк булараҡ йөкмәткеһе, атамаһы үҙгәрҙе. Баҡалы ла хәҙер муниципаль район тип атала. Ә элек, ябай ғына итеп әйткәндә, Башҡортостандың бер районы ине ул. Әле лә шулай, тик хәҙер дәүләт төбәктең бөтә байлығын — ер-һыуҙарҙы, төҙөлөштәрҙе һәм ошо ергә береккән, ошо ерҙе тыуған төйәге иткән халыҡтар яҙмышын урындағы үҙидара органдары ҡарамағына тапшырҙы.

Системаның үҙгәреүе, баҙар иҡтисады, хеҙмәттең ин- теллектуалләшеүе, етештереүҙең мәғлүмәтләшеүе, ком- пыотерлашыуы шарттарында бөтә эште лә яңыса ойоштороу талап ителә. Хәҙер етәкселекте эште элеккесә ойоштора торғандарҙан түгел, ә заман ағышын тәрән аңлаған, донъяны танып белергә һәләтле, яңыса уйлаған, башҡалар йөрьәт итмәгәнде ғәмәл ҡылырға аҡылы еткән, киң профилле белгестәрҙән туплау бара. 2005 йылдың

  1. декабрендә Баҡалы районы муниципаль районы Советы ултырышы булды. Конкурс шарттары буйынса хакимиәт башлығы вазифаһына ике кеше тәҡдим ителгәйне. Асыҡ тауыш биреү юлы менән А. Г. Андреев кандидатураһы үтте.

Александр Георгиевич Андреев 1961 йылдың 2 июлендә Баҡалы районының һалҡын шишмә тигән шиғри исемле ауылында донъяға килә. Божор ауылынан («Новый мир» колхозы) күсеп ултырған, ни бары егерме йорт- ло был утарҙа керәшендәр йәшәй. Бер һыҙатҡа теҙелгән өйҙәр ҡаршыһында бейек тирәктәр араһынан талғын ғына һалҡын шишмә ағып ята. Өйҙәр матур, баҡсалар артында ғына урман. Шәхси тормоштарын да матур итеп ҡора белгән, күмәк хужалыҡта ла әүҙем эшләгән һалҡын шишмә кешеләре араһындағы дуҫлыҡ-татыулыҡҡа һоҡланмау мөмкин түгел ине. Йырсылар, гармунсылар төбәге ине бит ул ҡасандыр. Их, ул керәшен йырҙары! Боронғонан, ата-бабаларҙан мираҫ булып ҡалған «Аҡ ҡалфаҡ», «Китәһең, туған, китәһең», «Аҡ күгәрсен», «Суҡлы тал», «Йәшлегемде эҙләйем» кеүек йырҙарҙың моңо тирә- яҡты матурлыҡҡа, шатлыҡ-ҡыуаныстарға, йәшәү рәхәтлегенә һәм тәрән һағыштарға күмә ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һалҡын шишмә ауылы һүнеп бара инде, хәҙер бында ике генә мөрйәнән төтөн сыға... Александр ошо матурлыҡты күреп үҫте. Тыуған ауылын да, әлбиттә, уның киң күңелле, игелекле-изгелекле кешеләрен дә яратты. Ғүмер

22- 1.0129.11

665




юлдарын эсэ йөҙөнә ҡыҙыллыҡ, ата елкәһенә ауырлыҡ килтермәҫлек итеп үтеү тураһында хыялланды ул.

Александрҙың атаһы Георгийҙың үҫмер сағы һуғыш һәм унан һуңғы ауыр йылдарға тура килде. Яҙын-көҙөн ат менән ер һөрҙө, сәсеүен дә сәсте, урағын да урҙы. Бригадир ҙа, амбар мөдире лә булды. Хужалыҡҡа ат менән ағас һәм төҙөү материалдарын да ташыны. Бер һүҙ менән әйткәндә, тормоштоң ауыр йөгөн уға күп тартырға тура килде. Лайыҡлы ялға сыҡҡанға тиклем 10 йыл сусҡа фермаһын етәкләне. Ҡатыны Клавдия Дмитриевна ла уның ҡул аҫтында сусҡа ҡараусы булып эшләне. Ысын фиҙа- ҡәрлек үрнәктәре күрһәтте улар. б мең баш сусҡаһы булған ферма хужалыҡтың иң табышлы тармағы ине. Нәҡ бына ул колхозға иркен тын алып көн күрергә ярҙам итте. Георгий Александрович хәҙер ғаиләһе менән район үҙәгендә — Баҡалы ауылында йәшәй. «Новый мир» колхозы кешеләре әле лә уның исемен ҙур ихтирам менән телгә ала: «Георгий Александрович кеүек ышаныслы, һәр бер эштә колхоздың таяуы булырлыҡ кеше һирәктер ул. Үҙенең ҡул аҫтында эшләүселәргә бер ваҡытта ла ауыр һүҙ әйтмәне, уның ҡулдары ла, әйткән һүҙҙәре лә алтын ине. Георгий менән Клавдия балаларын да эш һөйөүсән итеп үҫтерҙе...»

Уңған, эш һөйөүсән, кешелекле ғаиләлә тыуып үҫкән, яҡшы тәрбиә алған Александр Георгиевич Андреев тормош майҙанына институт баҫҡыстарынан ғына һикереп төшмәне, ә урта мәктәпте тамамлағас та машина рулен ҡулына алды, бер нисә йыл тыуған төйәгендәге хужалыҡтарҙа шофер булып эшләне.

Төҙөлөш техникумының механика бүлеген тамамлағас та бик күп мөмкинлектәр булыуға ҡарамаҫтан, сит-ят ерҙәргә китеп олаҡманы ул, ә туғандары, йәшлек дуҫтары йәшәгән тыуған төйәгендә күңеленә ятҡан эшкә урынлашты. Баҡалылағы күсмә механизацияланған колоннала тәүҙә шофер булып эшләне, артабан мастер, прораб, баш инженер вазифаларын башҡарҙы. Үҙе әйтмешләй, урындан урынға йүгереп йөрөмәйенсә, ошо предприятиеға 17 йыл ғүмерен бирҙе ул. Бер үк ваҡытта көс-ғәйрәте ташып торған Александр Георгиевич төҙөлөш техникумында алған белем менән генә сикләнмәйенсә, ауыл хужалығы институтының инженерҙар әҙерләй торған

666




факультетын ситтән тороп тамамланы. Бына шунан һуң инде уны колоннаның баш инженеры дәрәжәһенә күтәрҙеләр. Был — предприятие коллективы кисергән бик ауыр көндәр ине. Болғауыр заман тыуҙырған етешһеҙлектәр предприятие яҙмышына ла тәьҫир итмәй ҡалманы. Техника ныҡ туҙғайны, ә яңыһын алырға аҡсаһы ла юҡ, ҡәһәрең... Хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡын да ваҡытында түләп булмай. Алтын ҡуллы механизаторҙар эштән китергә һорап ғариза яҙа башланы. Нисәмә йылдар дауамында ныҡышмалы көс, фиҙаҡәр хеҙмәт менән ойошҡан, ауыл хужалығына кәрәкле бөтә объекттарҙы ла төҙөргә һәләтле булған коллективты тарҡалыуҙан ҡотҡарып ҡалыусы етәкселәрҙең береһе, әлбиттә, Александр Андреев ине, тиһәк, был хәҡиҡәттең нәҡ үҙе булыр. Техниканың йәнен аңлаған, йәштән үк уның һәр бер шөрөбөн үҙе бороп ҡараған баш инженер эшселәр күңелен күтәрерлек һүҙҙәрен дә тапты, ваҡытында аҡыллы кәңәш-нәсихәттәрен дә бирҙе, зиһенен, белемен, күп йыллыҡ тәжрибәһен бергә туплап, коллективты көрсөктән сығарыуға ла өлгәште.

Предприятиеның исеме үк «колонна» бит! Техника бар икән, тимәк, колонна ла бар, техника юҡ икән, тимәк, колонна ла юҡ, тигән һүҙ. Иҫкергән, туҙған, файҙаланыу ваҡыты сыҡҡан тракторҙар, бульдозерҙар, экскаваторҙар, күтәреү крандары һәм һәр төрлө башҡа кәрәкле механизмдарҙың «икеһенән берҙе яһап», йәки алтын ҡуллы егеттәрҙе һәм ҡыҙҙарҙы ремонт эштәренә йәлеп итеп, көнө-төнө уларҙың эргәһенән китмәне баш инженер, һөҙөмтәлә техникаға яңынан йән инде, конвейерҙан сыҡҡандары бер-бер артлы хужалыҡтарға — төҙөлөш майҙандарына юл алды. Тиҫтәләрсә ауылдарҙа яңы мәктәп биналары, балалар баҡсалары, клубтар, һыйыр аҙбарҙары, сусҡа фермалары ҡалҡып сыҡты. Эйе, колонна ауырлыҡтар менән булһа ла аяҡҡа баҫты, техниканы ла яңырттылар, эшсе көстәрҙе лә һаҡлап ҡалдылар.

Баҡалыла бындай предприятиелар күп түгел, улар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Райондың финанс хәле лә шаҡтай дәрәжәлә колоннаның табышлы эшләүенә бәйләнгән. Тимәк, Александр Андреевтың эше ус төбөндәге кеүек һәр кемгә күренеп тора, һәр һүҙе, атлаған һәр аҙымы йәмәғәтселеккә көнө-сэғәтендә үк билдәле була. Райондың ир-аттары араһында иң оҙон буйлы, мыҡты

22*

667


кәүҙәле, зәңгәр күҙле, ап-аҡ матур йөҙлө Александр Андреев бер заман «кейгән кейеменән үҫеп», «колоннаға» һыймай башланы. Эске донъяһының матурлығы, ихласлығы, аҫыл ир-аттарға ғына хас тәрбиәлелеге менән дә бөтәһенән дә айырылып тора ине ул. Эйе, ул тағы ла ҙурыраҡ масштабта, юғарыраҡ талаптар ҡуйылған яуаплы әлкәләрҙә эшләү өсөн өлгөрөп еткәйне инде. Алтын ерҙә оҙаҡ ятмай, тиҙәр. Үткән быуат аҙаҡтарында районға бер көслө етәксе, Баҡалының ауыл советы рәйесе итеп ҡуйырлыҡ шәхес кәрәк булды. Оҙаҡ уйлап торманылар, бөтәһенең дә күҙ ҡарашы Александр Андреевҡа төбәлде. Баҡалы ауылы — райондың йөҙөк ҡашы, унда 10 меңгә яҡын кеше йәшәй. Район үҙәгендә ныҡлы тәртип урынлаштырырға, мәҙәниәт, мәғариф, медицина һәм сауҙа ойошмаларының эшен заман талаптарынан сығып, яңыса ойоштороу зарурлығы килеп тыуҙы. Шулар менән бер рәттән, торлаҡ төҙөлөшөн яңыса көйләү, шәхси өйҙәр һалырға теләүселәргә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеү ҙә ауыл советы алдында торған иң ҙур бурыстарҙың береһе ине. Александр Георгиевич ике йыл тартты был яуаплы вазифа йөгөн. Район үҙәге ғүмерҙә лә булмағанса төҙөкләндерелде, урамдар, ихаталар, йорттарҙың йөҙө күҙ яуын алырлыҡ булып матурланды, һөҙөмтәлә Баҡалы ауылы республиканың иң төҙөкләндерелгән район үҙәктәре конкурсында еңеүсе тип табылды.

Муниципаль районға яңы шарттарҙа етәкселек итеүе нисек һуң? Юғарыла әйткәнемсә, Андреевтың был вазифаға тәғәйенләнеүенә ни бары йыл ярым ғына ваҡыт үтте. Үҙенән алда эшләгән етәкселәрҙән ҡайһы яғы менән айырыла? Шуныһын да әйтеп үтергә кәрәк, яңы башлыҡ та бер нисә йыл үҙенән алда етәкселек итеүселәр менән бер ҡаҙанда ҡайнаны.

Үҙемдең күҙәтеүҙәремә һәм муниципаль район етәкселегенең төрлө баҫҡыстарында торған вазифалы иптәштәрҙең баһа биреүенә нигеҙләнеп, шуны әйтергә мөмкин: шөкөр, тыуған төйәгем яңы башлыҡтан уңды!..

Яңы эшкә тотонғанда үҙ алдына ниндәй маҡсаттар ҡуйҙы һуң Александр Андреев?.. Республика етәкселегенә — Президентҡа һәм Хөкүмәткә һалышып йәшәмәҫкә; юғарылағы ойошмаларҙан теләнеп йөрөүҙе туҡтатырға; бюджет аҡсаһын тота белергә; район үҙ көнөн үҙе

668




күрергә тейеш; бөлгөнлөккә төшкән хужалыҡтарҙы аяҡҡа баҫтырырға; һөрөлмәй ятҡан ерҙәр иҫәбенә иген һәм күп йыллыҡ үләндәр сәсеү майҙандарын киңәйтеп, уңыш алыуҙы һәм малсылыҡты үҫтерергә; шәхси торлаҡ төҙөлөшөнә киң юл асырға; халыҡтар дуҫлығы, милли мәҙәниәт һәм дәүләт теле тураһындағы мәсьәләләрҙе бөгөнгө көн талаптарынан сығып тормошҡа ашырырға; кадрҙар мәсьәләһен хәл итергә...» Былары, әлбиттә, уның теләктәренең бер өлөшө генә, әммә иң мөһимдәре.

Баҡалыма ҡайтҡас, колхоздарҙың хәле менән ҡыҙыҡһына торған ғәҙәтем бар. Әлбиттә, был турала мин үҙем дә бик яҡшы беләм. Утыҙ ете хужалыҡтың ете-һигеҙенең генә аяҡтарында ныҡ баҫып тороуы, күпселегенең саҡ йән аҫрауы, ә «Совет», «Ҡыҙыл шишмә» һәм «Агроуро- жай» һәм башҡа колхоздарҙың һуңғы йылдарҙа етәкселәренән уңмауы арҡаһында көрсөккә барып терәлеүе күптән билдәле миңә. Дөрөҫөн генә әйткәндә, был хужалыҡтар бөтөнләй тарҡалғайны инде. Яҡшы яҡҡа берәй төрлө үҙгәреш юҡмы икән, тип өмөт иткәнгә генә һораша инем.

Муниципаль райондың яңы етәксеһе иң тәүҙә кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү менән мәшғүл булды. Районды яҡшы белгәнлектән, уға оҙаҡ баш ватып ултырырға ла тура килмәне шикелле. Үҙенең күңеленә хуш килгән һәләтле һәнәр эйәләре, юғары дәрәжәләге ауыл хужалығы белгестәре етерлек ине Баҡалыла. Уларҙы яңы эшкә күндереүе лә артыҡ ҡыйын булманы. Бында, әлбиттә, әңгәмәләшеү оҫталығы (мәсьәләнең район өсөн ни дәрәжәлә мөһим икәнен аңлата белеү) ярҙам итте. һөҙөмтәлә хужалыҡтарға етәкселек итеүгә күп яҡтан әҙерлекле һәнәр эйәләре йәлеп ителде. Бына бер нисә миҫал. «Сельхоз- техника»ла эшләүсе абруйлы белгес Ренат Сәйетовҡа «Ҡыҙыл шишмә» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтте, 2-се күсмә механизацияланған колонна начальнигы урынбаҫары Марат Кәлимуллинға «Балыҡлы», Баҡалы интернаты директоры урынбаҫары Михаил Архиповҡа «Агроурожай» хужалығын тапшырҙылар. Беҙ, ғәҙәттә, күркәм заттарға баһа биргәндә: «Ул — иманлы кеше», — тибеҙ. Ошо һүҙҙәр менән бөтәһен лә аңлатып була. Иманлы, тимәк, ғәҙел һәм намыҫлы, үҙ халҡы һәм милләте мәнфәғәттәрен ҡайғыртыусан кеше. Ысынлап та, бына

669




шундай күркәм заттар булып сыҡты юғарыла телгә алынған белгестәр. Улар бөлгөнлөккә тарыған хужалыҡтарҙы тиҙ арала аяҡҡа баҫтырып, хакимиәт башлығының ышанысын тулыһынса аҡланы. Эйе, эйе, күңел төшөнкөлөгөнә бирелгән элекке колхозсылар, техниканың туҙыуы арҡаһында трактор руле йәки комбайн штурвалы артына ултырыуҙан мәхрүм ителгән алтын ҡуллы механизаторҙар яңынан баш ҡалҡытып, донъяның матурлығын бөтә тулылығында күрә башланы, киләсәккә өмөт һәм ышаныс тыуҙы уларҙа! Иң мөһиме: эш бар, иген игергә, мал аҫрарға, рәхәтләнеп донъя көтөргә, балалар үҫтерергә киң мөмкинлектәр асылды.

Әле бына минең алдымда район хужалыҡтарының 6 июлдәге баҫыу эштәренең барышы тураһында мәғлүмәттәр ята. Яңынан аяҡҡа баҫҡан «Ҡыҙыл шишмә», «Балыҡлы», «Агроурожай» хужалыҡтары бесәнен дә йыйған, сенажын да һалған, һөт тапшырыу планын да матур ғына үтәп бара. Әлегә алдынғы хужалыҡтарҙан бер аҙ ҡалышһалар ҙа, улар менән бер сафта атлап барыуы үҙе оло ҡыуаныс!.. Ренат Сәйетов, Марат Кәлимуллин һәм Миха- I ил Архипов кеүек уҙамандарҙың был беренсе аҙымдары ғына. Эшләйһе эштәренең сиге юҡ. Барҙы юҡ итә торған заманда юҡты бар итә белеүсе егеттәргә бөгөн фәҡәт маҡтау һүҙҙәре генә әйтәбеҙ.

Бөтә район яҙмышы өсөн яуап биреүсе хакимиәт башлығына хәҙер сәйәси эштәр менән дә шөғөлләнергә тура килә. Беҙ юғарыла, Баҡалы районының үткәне тураһында һүҙ алып барғанда, был изге ерҙең төп хужалары аҫаба башҡорттар булыуын дәлилләгәйнек инде. Бөйөк татар шағиры Хәсән Туфан әйтмешләй, «Донъя бирҙе кәрәкте, иламаҫҡа өйрәтте. Ҡайһығыҙҙың ҡулы йылы, бәйләйһе бар йөрәкте!..» Бер нисә быуат дауамында баҫҡынсыларҙан һәм колонизаторҙарҙан яфа сиккән башҡорттарҙың да йөрәге таштан яралмаған, шундай ауырлыҡтар кисере- үенә ҡарамаҫтан, ул мәрхәмәтлелек һәм миһырбанлылыҡ төп сифатын тәшкил иткән халыҡ булараҡ, сит-ят ерҙәрҙән күсеп килгән башҡа милләт кешеләрен дә үҙ ҡанаты аҫтына ала, уларға ер һәм ошо ерҙә йәшәү хоҡуғын бирә. Әммә ассимиляция тигән «аждаһа» оҙон-оҙаҡ йылдар дауамында уның булмышын үҙгәртеп, икенсе бер рәүешкә индерергә тырышты. Ул үҙ эшен эшләне, әлбиттә:

670




аҫаба башҡорттар тора-бара үҙ телдәрен онотоуға дусар ителде. Шуға күрәме икән (башҡа төрлө сәбәптәр ҙә аҙ булмағандыр), Баҡалы төбәгендәге барлыҡ мосолман ауылдарында ла татарса ғына һөйләшә торғайнылар. Ҡыҙғаныс, был иҫ киткес ҙур ғәҙелһеҙлектең бер ҡурҡыныс яғы ла бар ине әле: власть башында ултырыусылар ҡайҙа ниндәй халыҡ йәшәүе тураһында уйламаны, уларҙың милли асылына битарафлыҡ күрһәтте, районда башҡорт мәктәптәре булманы, башҡорт балалары туған телдәрендә уҡый алманы. Халыҡ түҙҙе, әлбиттә, әммә үҙенең милли хистәренән бер ваҡытта ла баш тартманы, баш- ҡортлоғон да йәшермәне, ата-бабаларынан мираҫ булып ҡалған ғөрөф-ғәҙәттәрен дә һаҡларға тырышты. Иң мөһиме: үҙенең шәжәрәләрен ете быуынға тиклем күңеленән генә булһа ла барлап йәшәне.

Беҙ бит шуны бик яҡшы беләбеҙ: «Теле барҙың ғына иле бар». Тимәк, теле барҙың ғына яҡты киләсәге бар. Милләт һәм тел мәсьәләләре баҡалылар өсөн яңы проблема түгел. Был хаҡта һүҙ демократия елдәре иҫә башлағас та ҡуҙғатылғайны. Петр Никитин һәм Рәмис Дәүлә- товтар ваҡытында ла халыҡты үҙенең рухи асылына, иманына ҡайтарыу буйынса күп кенә эштәр башҡарылды. Баҡалыла башҡорттар ҡоролтайы ла үткәрелде хатта. Мин шул ҡоролтайҙарҙың береһендә шағир Ҡәҙим Аралбай менән бергә ҡатнаштым. Ләкин мосолман ауылдарының милли составын өйрәнеү эше тамамланмағайны әле. Телдәр тураһындағы закондың үтәлешен дә тәьмин итергә кәрәк ине. Был үтә лә яуаплы, сетерекле бурыстарҙы Александр Андреев үҙ өҫтөнә алды.

Хакимиәт башлығы мине үҙенең яҙмалары менән таныштыра. Унда муниңипаль райондың милли составы тураһында ҡыҙыҡлы ғына мәғлүмәттәр бар. Александр Георгиевич шунда уҡ үҙенең уй-фекерҙәрен, был мәсьәлә тураһындағы ҡараштарын да яҙып ҡуйған. Элек Баҡалы районында башҡорттар юҡ тигән фекерҙең төптө хата булыуында уның бер ниндәй ҙә шиге юҡ. Артабан беҙ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты нәшер иткән бер кескәй генә китапҡа күҙ һалабыҙ. Ғәжәп тарихи мәғлүмәттәр! 1920 йылда үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыу буйынса килтерелгән мәғлүмәттәргә ҡарағанда ул осорҙа Баҡалы районының Дияш, Яңы Әжми,

671




Ҡамышлытамаҡ, Ҡуштирәк, Михайловка, Мостафа, Яңы Ҡатай, Яңы Маты, Яңы Урсай, Иҫке Әжми, Иҫке Ҡорос, Иҫке Ҡуян, Тоҡтағол, Урманай ауыл советтарына ҡараған ауылдарҙың һәммәһендә лә башҡа милләт вәкилдәре менән бергә башҡорттар ҙа йәшәгән. Улар хатта күп ауылдарҙа күпселекте тәшкил иткән. Ә бына 1989 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу буйынса килтерелгән мәғлүмәттәрҙә башҡорттарҙың һаны бермә-бер кәмегән... Бындай көтөлмәгән үҙгәрештәрҙең сәбәбе ниҙә һуң? Әлбиттә, ассимиляңия арҡаһында был. Әлбиттә, милли сәйәсәттең провокацион (ҡотҡоға ҡоролған) характерҙа булыуында!

Хәҙер һүҙҙе райондың Тоҡтағол ауылы хакимиәте башлығы Р. Мансуровҡа бирәйек: «Яҡташыбыҙ, күренекле профессор, юридик фәндәр докторы Ф. М. Раянов күптән түгел бер китабының «Минең ауылым кешелек донъяһының бер өлөшө» тигән бүлегендә «Тоҡтағол ауылына 2000 йылда 450 йыл тулды» тип яҙа. Был ауылға нигеҙ һалынғанда уҡ бында башҡорттар йәшәгән. Батша Иван Грозный башҡорт халҡының үҙ ирке менән Рәсэйгә ҡушылыуы айҡанлы башҡорттар араһында мосолман динен көсләп бөтөрөргә рөхсәт бирмәгән була. Шулай итеп Тоҡтағол башҡорттары үҙ диндәрен һаҡлап ҡалған. Боронғо архив материалдарынан күренеүенсә, 1693 йылда Тоҡтағол ҡарттың малайҙары Ҡарабаш һәм Көсәйҙең Петр Беренсегә ер һорап яҙған хатында ла улар үҙҙәрен башҡорт тип яҙған. Ошо мәғлүмәттәрҙән сығып, Тоҡтағол ауылының тарихы Башҡортостандың Рәсәйгә үҙ ирке менән ҡушылыу ваҡиғаһы менән тығыҙ бәйләнгәнен һәм бында элек-электән башҡорт халҡы йәшәгәнлеген беләбеҙ... Ул ваҡыттарҙа Тоҡтағол иң ҙур ауылдарҙың береһе була, һуңыраҡ тирә-яҡта унан айырылып сыҡҡан Тыпый (яҙыусы, профессор Суфиян Поварисовтың тыуған төйәге), Ҡарабаш, Ишмәт, Дөмәй, Ҡандалаҡбаш, Гүрҙебаш ауылдары барлыҡҡа килгән. Әлеге көндә беҙҙең ауылда 261 хужалыҡ иҫәпләнә (672 кеше, шуларҙың 585-е башҡорт, 84-е татар)...»

Бына бит нисәмә быуын башҡорт балалары үҙҙәренең туған телендә уҡыуҙан һәм белем алыуҙан мәхрүм ҡалған. Ғәфү ителмәҫлек енәйәт был. Әммә заманды, системаны һәм чиновниктарҙы хөкөмгә тарттырып булмай, шуның

672




өсөн уларҙы ҡәһәрләргә һәм бынан беҙгә һабаҡ алырға ғына ҡала...

Туған телдә уҡыу һәм белем алыу әҙәм балаһының ғүмерендәге иң яуаплы, иң бәхетле миҙгелдәрҙең береһе. Туған тел уға ысын кеше, Тыуған илгә файҙалы шәхес булып формалашырға ярҙам итә. Бына шуны раҫлау өсөн бер бөйөк заттың яҙмышы тураһында һөйләгем килә. Бында мин Баҡалыла башҡорт телендә сыға торған «Мираҫ» газетаһында донъя күргән Иҫке Маты урта мәктәбе уҡытыусыһы Г. Вәлиеваның «Илһами» тигән мәҡәләһен дә файҙаландым.

1824 йылда Баҡалының Ҡорос ауылында тыуған Низаметдин атлы башҡорт балаһы башланғыс белемде үҙенә туған тейешле мулла Ғәйнекамалдан ала. Белемгә ынтылыш уны атаҡлы Стәрлебаш мәҙрәсәһенә килтерә. 1843 йылда ул ғилем юллап Бохараға бара. Бында Низаметдин ғалимдар менән тығыҙ аралашҡан. Бохарала уны белмәгән, уның тураһында ишетмәгән кеше булмаған. Риза Фәхретдинов әйтеүенсә, Бохара Низаметдин ваҡытында ҡаҙан кеүек ҡайнаған, шаулаған, уға «Илһами» ҡушаматы тағылған.

Бөйөк ғалим-философ һәм тарихсы Ш. Мәржәни «Илһами» ҡушаматы Низаметдинға «саманан тыш саф, бик өлгөр, тапҡыр яуаплы, кеше фекере эйәрә алмаҫтай етеҙ аҡыл йөрөтөүсе, нескә фекер эйәһе булғаны өсөн бирелде», тип яҙа. Ул Бохарала Низаметдиндан математика дәрестәрен алған.

Низаметдин 1847 йылда Бохаранан хажға китә, төрлө илдәрҙә була. 1854 йылда уның Бағдад ҡалаһында вафат булыуы билдәле. Ш. Мәржәни был турала: «Оҙон ғүмер һөрөп, уны шул рәүештә белемгә сарыф итһә, донъяны ғәжәпкә ҡалдырырлыҡ бер ғалим булыр ине», — тип әсенеп яҙған.

Балаларының үҙҙәренең туған телендә уҡымауы һәм белем алмауы арҡаһында Баҡалының тиҫтәләрсә башҡорт ауылы әллә күпме низаметдиндарҙы юғалтҡандыр әле...

Шөкөр, Президентыбыҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов бик күп ҡаршылыҡтарҙы (республиканан тыш та, үҙ арабыҙҙан да ябырылған ҡара көстәрҙе) еңеп, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» БР Законын ғәмәлгә ҡуйҙы һәм уға киң юл асты.

673




Минең тыуған төйәгем Баҡалыла ла был тәңгәлдә киң ҡоласлы эштәр йәйелдерелде. Алла бирһә, быйылғы уҡыу йылы башынан муниңипаль райондың бөтә мәктәптәрендә лә башҡорт теле дәрес булараҡ уҡытыла башлаясаҡ.

  • Беҙгә XXI быуатҡа лайыҡлы яңы быуын кешеләрен тәрбиәләргә кәрәк, — ти Александр Андреев, һәм ул үҙенең фекерҙәрен былайыраҡ аңлата: «Рәсәйҙең дәүләт эшмәкәрҙәре, ғалимдар, яҙыусылар, журналистар һаман да әле XXI быуат кешеһенең ниндәй булырға тейешлеге тураһында баш вата. Ябай халыҡ та уйлана был хаҡта. Әҙәм балаһы йәштән үк үҙ халҡы (ырыуы, милләте) өсөн изге һаналған идеалдарға инанып, йәшәү маҡсатын, ҡиблаһын дөрөҫ билдәләргә тейеш, шунһыҙ ул үҙенә тәбиғәт, Хоҙай Тәғәлә, ата-бабаларҙың васыяттары тарафынан йөкмәтелгән бурыс-вазифаларҙы үтәй алмаясаҡ, дөрөҫөрәге, ерҙә ысын кеше булып йәшәүҙән мәхрүм буласаҡ ул. Хәҙер, ысынлап та, илдәрҙең, милләттәрҙең яҙмышы тураһында һүҙ барғанда, үҙәктә кеше проблемаһы тора. Был беҙҙең республика миҫалында айырыуса асыҡ күренә. Президентыбыҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов үҙенең күп кенә сығыштарында йәш быуынды тәрбиәләү мәсьәләһен олуғ идеалдар юғарылығынан тороп яҡтырта, XXI быуаттың ңивилизаңия үҫеше яғынан алға китәсәген күҙаллап, йәш быуын вәкилдәренең ошо яңы донъяла лайыҡлы кеше булып йәшәүҙәрен теләй. Ғөмүмән, республикабыҙ етәкселегенең бөтә эшмәкәрлеге кеше мәнфәғәттәрен ҡайғыртыу менән бәйле. 2006 йылды Төҙөкләндереү йылы тип атау, «Халыҡҡа — етеш тормош» тигән программаны ҡабул итеү XXI быуат кешеһенең бәхете өсөн түгелме ни?! Ә башҡорт теленә килгәндә, уның абруйы бик ҙур. Ул хәҙер үҙен һаҡлаған, хөрмәт иткән халҡына дәүләт теле булараҡ хеҙмәт итә. Шуның өсөн мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыуҙа беҙҙә ҙур әҙерлек эштәре башҡарылды. Тәүҙә башҡорт теле уҡытыусыларын туплау менән шөғөлләндек. Был эште уңышлы тамамланыҡ, тип әйтергә мөмкин. Уҡытыусылар балаларҙы тел һәм әҙәбиәт аша башҡорт халҡының быуаттарҙы иңләгән бай һәм оҙон тарихы, рухи мәҙәниәте менән дә таныштырасаҡ. Халыҡ педагогикаһы нигеҙендә дәрестәрҙә башҡорт халҡының милли йолалары, ауыҙ-тел ижады ла яҡтыртыласаҡ. Тимәк, ата-әсәләр, мәктәп һәм бөтә йәмәғәтселек ярҙамында беҙгә үҙенең ниндәй

674




милләттән булыуын яҡшы белгән, ошоно күңеленә ныҡ һеңдергән һәм милли асылы менән ғорурланған балаларҙы тәрбиәләп үҫтерергә кәрәк. «Уҡыусылары милли рухта тәрбиәләнгән милләттең генә алға сығыуы мөмкин», — тигән бер аҡыл эйәһе...

Был әңгәмәнән сығып, һүҙ башҡорт телен уҡытыу тураһында ғына барған икән тигән фекер ҡалмаһын. Юҡ, һис тә улай түгел. Район мәктәптәрендә уҡытыу биш телдә — рус, башҡорт, татар, мари, сыуаш телдәрендә алып барыла. Әле беҙ күберәк башҡорт телен уҡытыу торошона туҡталдыҡ, сөнки аңлашыла ки, мәктәптәрҙә башҡорт телен дәрес булараҡ уҡытыу — район өсөн яңы башланғыс ул. Унан һуң дәүләт теленә беҙ башҡаса ҡарай ҙа алмайбыҙ. Был — заман талабы, республикаға исем биргән милләт талабы һәм, әлбиттә, бөтә халыҡ талабы!..

Баҡалылағы тағы ла бер һоҡланғыс изге эш тураһында һөйләмәй булдыра алмайым. Ул — Александр Георгиевич Андреевтың шәхси ҡаҙанышы, аҡылы һәм ҡайнар йөрәге ҡушыуы буйынса халыҡтың мөхәббәтен һәм изге хәтерен һәйкәл итеп ҡалҡытҡан «Геройҙар аллеяһы»н төҙөү.

Минең тыуған районым Бөйөк Ватан һуғышына үҙенең 15 меңдән ашыу улын оҙатты. 6 меңгә яҡын яҡташыбыҙ яу ҡырында ятып ҡалды. Афғанстан һәм Чечен Республикаһында ла 300-ҙән ашыу Баҡалы егете ут эсендә булды, ун бере тыуған тупрағына ҡайта алманы, һуғыш яланында баштарын һалды.

Юғарыла әйткәнемсә, Баҡалы ере илебеҙгә алты Советтар Союзы Геройы, Дан ордендарының дүрт тулы кавалерын бирҙе. Бына ошо ҡаһармандарҙың мәрмәр һындары һәм Афғанстанда, Чечен Республикаһында һәләк булған яугирҙарҙың исемдәре алтын менән уйылып яҙылған таҡтаташтар бер-бер артлы теҙелеп киткән «Геройҙар аллеяһы» — йөрәктәрҙе тетрәндергән күренеш ул. Уның ҡөҙрәтен һәм рухи юғарылығын һүҙ менән генә аңлатып биреү мөмкин түгел, иң яҡшыһы — был мемориаль комплексты барып күрергә кәрәк. һәйкәлдәр бит тереләр өсөн кәрәк!..

Хакимиәт башлығының эш бүлмәһендә бер аҙ һөйләшеп ултырғандан һуң, ул мине район биләмәләрен күрһәтергә алып сығып китте. Тыуған ауылым Ахманға барып

675




еткәндә тирә-яҡта йәйрәп ятҡан иген баҫыуҙарын күреп, йөрәгем шатлыҡ хистәре менән тулды.

  • Арыштар баштарын эйгән! — тине Александр Георгиевич, киң йылмайып. Ашлыҡтың өлгөрөүен аңлатҡан был һүҙҙәр йөрәгемә май булып ятты. Әле ҡасан ғына бөлгөнлөккә төшөп, тарҡала башлаған «Совет» колхозы (хәҙер «Балыҡлы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте) үҫтергән игендәрҙе күргәс, йәш дуҫымдың арҡаһынан ҡаға- ҡаға яратҡым килде, билләһи... «Арыштар баш эйгәндә кешеләрҙең башы юғарыраҡ күтәреләсәк!» — тинем мин, күңелле уйҙарға бирелеп.

Ысынлап та, миндә Александр Георгиевичҡа ҡарата әйтеп бөтөргөһөҙ яҡынлыҡ хистәре тыуҙы. Шуғалырмы, уның тормошо, мөхәббәте, хәләл ефете, балалары тураһында ла белгем килде. Үткән йыл һабантуйҙа йәш кенә бер матур ҡатын:

  • һаумыһығыҙ, Нәжиб ағай! — тип иҫәнләшкәс, мин һылыуҡайҙан:

  • һеҙ кем булаһығыҙ әле? — тип һораным.

  • Килен! Килен! — тине ул йылмайып.

  • Тимәк, Александр Георгиевичтың...

  • Надежда Николаевна! тине ул.

  • һеҙ, моғайын, уҡытыусылыр.

  • Эйе, ә ҡайҙан белдегеҙ?

  • Тауышығыҙ бик яғымлы, балалар нәҡ бына ошолай асыҡ һәм яғымлы итеп һөйләшкән уҡытыусыларҙы ярата! — тинем.

  • Рәхмәт инде йылы һүҙҙәрегеҙгә!..

Надежда ысынлап та бик һылыу. Кәүҙәһе еңел һәм килешле, йөҙөндә наҙлы һөйкөмлөлөк. «Александр бәхетле!» — тигән уй йүгереп үтте башымдан. «Ә Надя бәхетле түгелме ни?! Александр бит — ирҙәр солтаны!» — тип дауам иттем уйымды.

  • Беҙҙә икеһе лә төҫкә-башҡа ҡайтыш, холоҡ-фиғелдәре лә «ташҡа үлсәйем» кеүегерәк ир менән ҡатынға «силәгенә күрә ҡапҡасы», тиҙәр. Ә бына һеҙҙең кеүек матурҙарға мәғлүм йырҙағыса: «Икегеҙ ҙә пар килгәнһегеҙ, тигеҙ ғүмер итегеҙ!» — тип кенә әйтә алам мин, Надя!..

  • Рәхмәт, Нәжиб ағай!..

676


  • Надя менән нисек танышҡайнығыҙ? — тип һорайым Александр Георгиевичтан.

  • Иҫке Әзмей ауылы ҡыҙы ул. Унда беҙҙең ҡәрҙәштәр йәшәй. Бер ҡунаҡҡа барғас, күреп ҡалғайным. Ҡулдан ыскындырманым инде.

Ә артабан шуларҙы белдем: Надежда Николаевна тәүҙә Благовещен педагогия училищеһында уҡый, унан һуң Өфөлә педагогия институтын тамамлай. Әле Баҡалының 2-се урта мәктәбендә башланғыс кластарҙы уҡыта. Бер ул, бер ҡыҙ үҫтергәндәр. Игорь быйыл ғына Өфө дәүләт сервис академияһын тамамлаған. Күн һәм мех эшкәртеү буйынса технолог. Ҡыҙҙары Наташа Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институтында беренсе курсты тамамлаған. Аллаға шөкөр, тормоштары алда гөл!

Ярты көнөбөҙ район биләмәләрен ҡарап үтте. Ҡайҙа баҡма — иген баҫыуҙары, ғәйәт ҙур майҙандарҙа күкрәп үҫкән күп йыллыҡ үләндәр... Ә һөрөлмәй ятҡан, ташландыҡ ерҙәр бер ҙә осраманы. Әлегә улар ҡайҙалыр барҙыр, әлбиттә. Әммә шуныһы асыҡ: район быйылғы ураҡты уңышлы тамамлаған, киләһе байлыҡҡа нигеҙ һалған. Тик был тиңһеҙ уңыштар бер етәксенең генә түгел, ә уның тиҫтәләгән абруйлы ярҙамсыларының да ғәйәт ҙур хеҙмәте һөҙөмтәһе икәнен оноторға ярамай. Артабанғы һүҙ ана шул ярҙамсылар, талантлы белгестәр, һүнмәҫ дәртле ғәййәр егеттәр тураһында.

Баҡалыға ҡайтҡан һайын районымды яңынан асҡандай булам. «Баҡалының иң ҙур байлығы — уның кешеләре», — тип Президентыбыҙ бик дөрөҫ әйткән шул. һирәк ҡайтыла, әммә берәгәйле була тыуған ерем менән осрашыу, һәр саҡ шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына көтөп тора кеүек.

Минең өсөн иң ҙур шатлыҡ — яҡшы кешеләр менән танышыу, әлбиттә. Ғүмер юлдары мауыҡтырғыс, ваҡиғаларға бай, яҙасаҡ әҫәрҙәремдең геройы булырлыҡ кешеләр ҡыҙыҡһындыра мине. Ундай арҙаҡлы заттар менән аралашыуҙан бит үҙең дә байып ҡалаһың, һүҙ рухи байлыҡ хаҡында бара. һуңғы ҡайтыуымда хакимиәт башлығы урынбаҫары, ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Валерий Мефодиевич Кириллов менән танышырға насип булды. Беҙ электән үк бер-беребеҙҙе күреп-белеп йөрө-

677




һэк тә, бер ҙә күңел булғансы һөйләшеп ултырырға, яҡындан танышырға тура килмәгәйне.

Валерий Кириллов™ районда хөрмәт итмәгән кеше юҡ. Районда ғынамы әле! Ул — үҙенең эшен бар күңелен һалып башҡарыусы, эшләгән эшенән йәм табып йәшәүсе зат. Уның ғүмер юлдарын тасуирларҙан элек, «Кирилловтар нәҫеле» тураһында ла бер аҙ бәйән иткем килә. Ғәжәйеп данлыҡлы династия ул Кирилловтар заты.

Үткән быуаттың алтмышынсы йылдарында КПСС- тың Баҡалы райкомы беренсе секретары булып Мәсғүт Шакирйәнов эшләгәйне. Баҡалы оҙаҡ йылдар дауамында етәкселәрҙән уңманы, районыбыҙ бер тармаҡ буйынса ла баш ҡалҡыта алманы, дөрөҫөрәге, башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда «күтәртеү» хәлендә ине ул. Ә беренсе секретарҙар үҙҙәренең эш бүлмәләрендә ыштан туҙҙырып, «вағыраҡ» етәкселәрҙе әрләп ултырыуҙан бушаманы, етмәһә, ҡайһы бер эшем эйәләре район урмандарының иң яҡшы ағастарын киҫтереп, юғарыла ултырған ағайҙарға, дуҫ-иштәренә йорт йәки мунса буралары ебәреү менән мәшғүл булды. Ә М. Шакирйәнов килгәс тә бындай «эшмәкәрлек»кә сик ҡуйҙы. Ул киң ҡоласлы, көслө, ғәҙел шәхес ине. Ең һыҙғанып эшләне, көнө-төнө объекттарҙа, колхоздарҙа йөрөнө. Ул бер ваҡытта ла элек беҙ үҙ елкәбеҙҙә татыған, халыҡты шаҡтай ялҡытҡан партократ булманы, һөҙөмтәһе күренмәгән дөйөм етәкселекте ене һөймәне, ул конкрет булыуҙы яратты. Мәсғүт Шакирйәнов эшләгән йылдарҙа (1965 — 1974) төҙөлөш комплексы юлға һалынды, район үҙәгендә һәм күп кенә ауылдарҙа мәктәп биналары, балалар баҡсалары, мәҙәниәт һарайҙары, яңы ҡупшы йорттар ҡалҡып сыҡты, һөҙөмтәлә районыбыҙ алдынғылар сафына баҫты. Ә Мәсғүт Шакирйәновты РСФСР Юғары Советына депутат итеп һайланылар, ордендар менән бүләкләнеләр.

Бына ошо ир-уҙаман: «Нәжиб, һине ана Сөн буйҙары ла бик һағынған, тыуған төйәгеңде ҡайтып күр әле!» — тип бер заман Баҡалыма саҡырҙы. Беҙ уның менән күптән таныш инек: «Кызыл таң» газетаһы редакцияһында эшләгәнемдә ул Илеш районы газетаһының баш мөхәррире ине, беҙҙең редакцияла ла, әлкә комитетында ла йыш ҡына осраша торғайныҡ. Тәүҙә өйөндә ҡунаҡ итте, унан райондың иң алдынғы хужалыҡтарында йөрөп ҡайттыҡ.

678




Шундай сәйәхәттәрҙең береһендә Яңы Илек ауылындағы «Яңы тормош» колхозының ҡошсолоҡ фермаһына алып барҙы. Унда ҡошсо Евдокия Федотовна Кириллова менән таныштым. Мәсғүт Шакирйәнов тауыҡ ҡараусы ҡатын- ҡыҙҙар менән йылы итеп әңгәмә ҡороп ебәрҙе. Уларҙың эше менән ҡәнәғәт булыуын әйтте, Евдокия Федотовна- ны үлтереп маҡтаны. Беҙ тауыҡ оялары эргәһендәге йәшел сиҙәмле ыҡсым ғына майҙансыҡта һөйләшеп ултырҙыҡ. Шундағы бер эпизод хәтерҙә ҡалған. Ферма мөдире лә, алдынғы ҡошсо ла булғанлыҡтан, колхоз Евдокия Фе- дотовнаға ял итеү өсөн матур ғына бер өй һалып ҡуйған. Асыҡ тәҙрәләр аша бөхтә итеп йыйыштырылған карауаты ла күренеп тора. Беҙ һөйләшеп ултырған арала бер аҡ тауыҡ ҡытҡылдап килде лә башта тәҙрә төбөнә осоп ҡунды, унан (тауыҡтың да бар башы!) карауатҡа һикереп төштө һәм ап-аҡ йәймә өҫтөнэ һә тигәнсе йомортҡа һалып та ҡуйҙы. Ә Евдокия Федотовна уңған ҡошсоғон күтәреп алып, йәш балаһын наҙлаған әсә кеүек һөйөп алды.

  • һин, Евдокия Федотовна, был йомортҡаны хөкүмәткә тапшырма инде, үҙең генә аша! — тине Мәсғүт Шакирйәнов йылмайып.

  • Уларҙы өйрәт кенә, ярты планды ла үтәй алмаҫһың! — тип яуапланы ҡош ҡараусы, күңелләнеп китеп.

Был ваҡытта Евдокия Кириллованың Ленин, Октябрь Революңияһы һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары бар ине инде. Ә беҙҙең осрашыуҙан һуң күп тә үтмәне, уға Социалистик Хеҙмәт Геройы тигән исем бирелде. Илдә шөһрәте ҙур ине уның. Элекке СССР-ҙа уны маҡтап яҙмаған берәй газета булдымы икән? Юҡтыр... Сөнки Евдокия Федотовна Советтар Союзындағы ҡош ҡараусы йөҙ меңдәрсә ҡатын-ҡыҙ араһында иң тәүге һәм иң һуңғы — берҙән-бер Социалистик Хеҙмәт Геройы ине. Ошо арҙаҡлы Баҡалы ҡыҙының тағы ике ҡустыһы — Валерий менән Петр ҙа үҙҙәренең колхозын һәм районды данға күмде. Петр Мефодиевичтың бөтә ғүмере тыуған колхозы менән тығыҙ бәйләнгән. 1995 йылдан бирле «Яҡты шишмә» ауыл хужалығы етештереү кооперативына етәкселек итә. «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исеме лә бар.

679


Ә хәҙер Евдокияның икенсе ҡустыһы Валерий Кириллов тураһындағы һүҙемде дауам итәм. Була бит шундай икеләнмәй торған, бер һүҙле ныҡ кешеләр. Улар үҙҙәренең тыуған төйәген бер ҡасан да алмаштырмай һәм ғүмерҙәре буйы уға тоғролоҡ һаҡлай. Тамағын туйҙырған ғәзиз ерен, өйөн һәм сәңгелдәген йылытҡан урман-әрәмәләрҙе, ҡолонло аттар йөрөгән болон-ҡырҙарҙы, һыуһынын ҡандырған һалҡын шишмәләрҙе, инеш буйындағы талдарҙа һайраған һандуғас моңдарын, йәшлек мөхәббәтенең онотолмаҫ иҫтәлектәрен һаҡлаған төнгө һуҡмаҡтарҙы, тағы ла әллә күпме, әллә ниндәй мөғжизәләр менән бәйле булған тыуған ауылындағы ата-бабаларының нигеҙен илаһи бер тойғо менән яратты Валерий. Уға быйыл

  1. октябрҙә 50 йәш тула. Ошо ғүмере эсендә, ике йыл әрме хеҙмәтен иҫәпкә алмағанда, ул тыуған ауылы Яңы Илектән бер тапҡыр ҙа айырылманы. Хатта Аксен ауыл хужалығы техникумында һәм Башҡортостан дәүләт аграр университетында ла ситтән тороп белем алды. Эйе, кендек ҡаны тамған изге тупрағына бер тапҡыр ҙа хыянат итмәне ул, киреһенсә, үҙенең бөтә булмышын — күңел байлығын, көс-ғәйрәтен, һәләтен, тормошон һәм яҙмышын уға бағышланы.

Тыуған төйәгенә нәҫел-ырыуҙарының тамырҙары менән береккән бөтә ауыл кешеләренең дә тормош-көнкүрештәре бер ҡалыпҡа һалынған кеүек. Был бер төрлөлөк үҙҙәренә тиклем донъя көткән ерҙәштәре һалған һуҡмаҡтарҙан һәм юлдарҙан ғына йөрәүҙәлер, бәлки? Тик ул юлдарҙы нисек үтәһең бит — йәйәүләп кенәме, атҡа ултырыпмы, машинала ғына елдерепме? Былары, әлбиттә, тышҡы оҡшашлыҡ, өҫтә генә ятҡан бер төрлөлөк. Әммә бөтә йәшәйеште, заманды ҡоласлаған, киләсәккә ынтылған эске мәғәнәһе лә бар бит әле тормоштоң: елкәңдәге йөгөң ниндәй? Ул йөк донъяны үҙгәртергә ярҙам итәме, йәшәйеште матурлаймы, байытамы? Ата- әсәң, нәҫел-ырыуың, дуҫ-иштәрең, хеҙмәткәрҙәрең, етәкселәрең һиңә рәхмәтлеме?

Ауыл кешеһе тураһында уйлағанда, Наполеондың: «Русты бер аҙ тырмаштырһаң, татар сығыр», — тигән һүҙҙәре иҫкә төшә. Ошо ҡанатлы һүҙҙәрҙе бер аҙ үҙгәртеп һәм икенсерәк мәғәнә һалып: «Ауыл кешеһен ҡырғыслап ҡара, йә агроном, йә механизаторҙы табыр

680


һың», — тип әйтке килә. Ә Валерий Мефодиевич Ки- рилловты «һелкетеп» ҡараһаҡ, унан, моғайын, агроном да, зоотехник та, ветеринар ҙа, инженер ҙа, шофер ҙа, төҙөүсе лә — тағы ла бихисап һәнәрҙәргә эйә булған бына тигән белгестәр сығыр ине, билләһи. Ауыл тормошо уны тулыһынса үҙенә йотҡан, әммә киреһенсә әйтһәк, дөрөҫөрэк булыр — ауылға ул йөрәге түренән урын биргән. Ысынбарлыҡта шуны раҫлай: Валерий йәне-тәне менән ауылдың үҙ кешеһе, уның тотҡаһы...

Баҡалыла йөҙҙәрсә-меңдәрсә егеткә һәм ҡыҙға белем биреп, бөтәһен дә оло тормош юлына аяҡ баҫтырған ауыл һөнәрселек-техник училищеһы тигән данлыҡлы уҡыу йорто бар. Унда Баҡалы районынан ғына түгел, башҡа бик күп төбәктәрҙән дә килеп уҡыйҙар. Бында ауыл хужалығына кәрәкле белгестәр әҙерләнә. Валерий Кириллов та, «үҙемде үҙем бәхетле итмәһәм, кем итһен?» тип, 1972 йылда ошо училищеға уҡырға инә. Өс йылдан тракторсы-машинист тигән танытманы кеҫәһенә һалып, хәрби хеҙмәткә китә. Армиянан ҡайтҡас, Баҡалы предприятиеларында һәм үҙе уҡып белем алған училищела шофер булып эшләй, шунда уҡ бер нисә йыл производствоға өйрәтеү мастеры һәм инструктор вазифаларын да башҡара. 16 йыл ғүмерен бирә ул был эшкә. Юғарыла әйтелгәнсә, ошо йылдарҙа ул Аксен ауыл хужалығы техникумын тамамлай, Башҡортостан дәүләт аграр университетында ла белем ала.

Тәрәндән уйлап эш итеүсе, үтә лә етди Валерий Кирилловты бер заман Баҡалы ауылы советы хакимиәте башлығы Александр Андреев үҙенә ярҙамсы итеп саҡыра. Ә тағы ла ике йылдан Валерий Мефодиевичты «Ленин юлы» ауыл хужалығы етештереү кооперативы рәйесе итеп һайлайҙар. Үҙенең бер туған ҡустыһы Петр Мефодиевич менән (ул да шундай уҡ етәксе) ярышып эшләйҙәр. Бығаса артта һөйрәлгән, бөлгөнлөк упҡынына тәгәрәгән хужалыҡты ул өс-дүрт йыл эсендә яңынан аяҡҡа баҫтыра, алдынғылар рәтенә сығара. Ни рәүешле, тиһегеҙме? Яңы рәйес иң тәүҙә хужалыҡтың барлыҡ тармаҡтарында ла ҡаты тәртип урынлаштырҙы. Тапшырылған эшкә яуаплы ҡараш талап итте. Илке-Һалҡы йөрөү, вайымһыҙлыҡ, ғәмһеҙлек, эш ҡалдырыу йәки эшкә һуңлап килеү кеүек етешһеҙлектәргә ҡаршы ҡырҡа көрәш асты.

681




Әммә кешеләр менән ҡысҡырып һөйләшмәне, яғымлыраҡ булырға тырышты. Ҡайҙа эш бармай, ул шунда булды. Халыҡ уны тиҙ аңланы һәм үҙ итте — яратты. Ахырҙа эш тә гөрләп китте.

Валерий Мефөдиевич менән һөйләшеп ултырғанда, мине уның изгелек һәм яҡшылыҡ, киң күңеллелек менән мөлдөрәмә тулы күҙҙәре әсир итте. Был күҙҙәрҙә хәйләкәрлек, ике йөҙлөлөк, ялғанлыҡ кеүек нәмәләрҙең әҫәре лә юҡ ине. Уның күңел түренән бары тик яҡты нурҙар ғына ағыла. Уға ҡаршы тороу, ул әйткәндәрҙе эшләмәү мөмкин түгел, шуға уны кешеләр ярата торғандыр...

Бер ыңғайҙан шуны ла әйтеп үтәйек, Александр Андреев менән Валерий Кирилловтың тормош юлдары ғәжәйеп дәрәжәлә бер-береһенә ныҡ оҡшаған: икеһе лә йәштән үк шофер булып эшләй, техникумда ла, юғары уҡыу йортонда ла ситтән тороп белем алалар, бер үк ваҡытта тиерлек муниңипаль райондағы иң юғары урынға — райондың хакимиәтенә күтәреләләр. Береһе — башлыҡ, икенсеһе — уның урынбаҫары.

Ошо ике һоҡланғыс шәхестең тормошо бөгөнгө ауыл йәштәре, бигерәк тә эскелеккә бирелеп, ғүмерҙәрен заяға үткәргән егет-елкенсәк өсөн үрнәк булһын ине, тип яҙам был юлдарҙы. Эйе, үҙеңде үҙең бәхетле итмәһәң, кем итер һуң?..

Валерий Кириллов — райондың бөтә ауыл хужалығы өсөн яуаплы кеше. Райондың иген баҫыуҙары 172 мең гектар тәшкил итә. Шуларҙың 75 мең гектары — һөрөнтө ерҙәр, 41 мең гектары — көтөүлектәр. Ауыл хужалығы продукңияһын етештереү эше менән 37 эре ауыл хужалығы предприятиеһы, крәҫтиән (фермер) хужалығы һәм яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт шөғөлләнә. Улар бойҙай, арыш, ҡарабойҙай, картуф, шәкәр сөгөлдөрө үҫтерә. Республикала һәм төбәктә киндер үҫтереүсе берҙән-бер район да. Шулай уҡ һыйыр малы үрсетәләр һәм сусҡасылыҡ менән шөғөлләнәләр. Ә инкубатор-ҡошсолоҡ станңияһы ауыл халҡын һәм хужалыҡтарҙы ҡош-ҡорт һәм себеш менән тәьмин итә. Хәҙер ауыл хужалығында етештерелгән продукңияның йыллыҡ күләме 300 миллион һум тәшкил итә. Ауыл хужалығы производствоһын энәһенән ебенә тиклем белгән Валерий Кириллов ҙур вазифаны иңенә алғас, районда сәсеү майҙандарын ки

682




ңәйтеүгә, яңы сортлы орлоҡтар сәсеүгә, техник культуралар — кәзә үләне, люңерна, клевер, ҡандала үләне кеүек күп йыллыҡ үләндәр сәсеп, мал аҙығы базаһын яҡшыртыуға айырыуса ҙур иғтибар бирә.

  • 2010 йылға тиклем ун хужалыҡта юғары тоҡомло һыйыр малдарын үрсетеү күҙ уңында тотола, — ти Валерий Мефодиевич.

  • Ундай яҡшы тоҡомло һыйыр малдарын ҡайҙан алырға уйлайһығыҙ? — тип һорайым.

  • Дүртөйлө һәм Саҡмағош райондары менән һөйләшеп ҡуйҙыҡ инде. Башҡортостан тоҡомло малдар хужалығы ла вәғәҙә итә.

Ауыл хужалығы идаралығы начальнигы миңә «Яҡты шишмә», «Новый мир», «Звезда», «Дуҫлыҡ», «Башаҡ», «Үмер», «Яңы көс», «Гусево», «Мираҫ» һәм «Устюм» хужалыҡтары һәм уларҙың уңған, егәрле, үҙ эшенә яуаплы ҡараған талантлы етәкселәре П. М. Кириллов, Р. А. Ға- рифуллин, А. А. Хөснөтдинов, Р. М. Шакиров, А. В. Зайцев, Г. П. Марков, Ф. Г. Шэфиғуллин, Р. Р. Хөснуллин, И. М. Нәсибуллин, А. М. Хәйруллиндар тураһында ниндәйҙер бер йылы яҡынлыҡ менән һөйләп, районыбыҙҙың матур киләсәгенә ҙур ышаныс тыуҙырҙы.

Яҡшы белгес, ҡайнар йөрәкле уҙаман Валерий Кириллов тураһында нимә әйтер икән, тип мин Александр Андреевтың да ҡылын тартып ҡараным.

  • Райондың ауыл хужалығы ышаныслы ҡулдарҙа, тип уйлайым. Валерий Мефодиевич йәш сағында «КамАЗ» машинаһын йөрөттө. Был эшен дә ана шул ҡеүәтле машинаһы кеүек емертеп башҡара! — тине ул.

  • Иншалла!..

Хакимиәт башлығының икенсе урынбаҫары — Радик Карам улы Хисамиев. Ул 1958 йылдың 10 мартында Баҡалы районының Ҡамай ауылында донъяға килгән. Бәләбәй педагогия училищеһын, Башҡорт дәүләт педагогия университетының тарих факультетын тамамлаған. Күп йылдар тыуған районында уҡытыусы, мәктәп директоры булып эшләне. Хакимиәттең мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарҙы. Төп һәнәре буйынса тарих уҡытыусыһы булһа ла, Радик Хисамиевты, Наполеон әйтмешләй, «ҡырғыслап ҡараһаң», унан кәм тигәндә, артист та, нәфис һүҙ оҫтаһы ла, диктор ҙа, музыкант та сығыр

683




ине, моғайын. Ошо уҙаман иҫ китмәле матур йырлай. Тауышында — моң даръяһы. Ә моң нимә ул? Моң — ул халыҡтың йәне. Ата-олатайҙар моңонан башҡа кеше үҙен етем итеп тойор ине. Беҙҙе халыҡ иткән, бөтәбеҙҙе бергә туплаған, үткәндәрҙе һағыныуҙан тыуған изге хистәр ошо моң түгелме ни?! Бәлки, әсәһенең күкрәк һөтө менән ингән моңдар Радикты ғүмерлеккә тыуған районының ер-һыуҙары менән бәйләгәндер ҙә әле. Ә бит йәшлегендә ер аяғы — ер башына китеп, тыуған ауылының офоҡтарын икһеҙ-сикһеҙ донъя менән бәйләргә, йә Өфөлә, йә Силәбелә, йә Мәскәүҙә, йә Санкт-Петербургта йәшәргә лә мөмкинлектәре бар ине. Юҡ, бер ергә лә китмәне ул, «сит илдә солтан булғансы, үҙ илемдә олтан булайым», тинеме икән, тыуып үҫкән, бала сағы, үҫмер йылдары үткән Ҡамай менән Баҡалыһына ҡайтты һәм бер ҙә отолманы. Ул райондың иң арҙаҡлы уҡытыусыһы булып танылды. Радик Карам улы «Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы» һәм «Рәсәй Федераңияһы мәғарифының почетлы хеҙмәткәре» билдәләре менән наградланған.

Радик Хисамиевтың йырҙары халыҡтың мираҫын (телен, әҙәбиәтен, мәҙәниәтен һ. б.) һаҡлағанға күрә, ул беҙгә яҡын да, ҡәҙерле лә. Ошо илаһи моңдар иленән кемдең генә айырылғыһы килер ҙә, кемдең генә йөрәгендә бушлыҡ урынлашыр?!

Бер һүҙ менән әйткәндә, Радик Карам улы — талантлы егет. Күренеүенсә, уның һәләте күп яҡлы. Хакимиәт башлығы урынбаҫары булараҡ, ул хәҙер социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар менән эшләү өсөн яуап бирә. Атап әйткәндә, мәҙәниәт, мәғариф, сәләмәтлек һаҡлау, социаль яҡлау, кадрҙар, йәштәр комитеты, спорт комитеты, ветерандар һәм башҡа ойошмаларҙың эшенә етәкселек итә ул. Халыҡса әйтһәк, эше тауыҡ та сүпләп бөтөрөрлөк түгел.

Бәхеткә ҡаршы, Радик Хисамиев, был яуаплы урында 2005 йылдың 12 апрелендә генә эшләй башлауына ҡарамаҫтан, үҙен көслө етәксе итеп танытты. Бигерәк тә уға мәғариф әлкәһендә күп кенә ауырлыҡтарҙы йырып сығырға тура килде. Быйылғы уҡыу йылы башынан райондың бөтә мәктәптәрендә лә башҡорт телен дәрес булараҡ уҡыта башлау мәсьәләһе уңышлы хәл ителде, тип әйткәйнек инде. Хакимиәт башлығы Александр Андреевтың тура

684




нан-тура ярҙамы менән, әлбиттә. Башҡорт теле уҡытыусыларын туплау, 15 кешене Өфөлә, Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтында уҡытып ҡайтарыу үҙе маҡтауға лайыҡ. Бында институттың кафедра мөдире, филология фәндәре докторы, күренекле фольклор белгесе, яҙыусы Салауат Галиндың да роле айырыуса ҙур булды. Ул Баҡалынан килгән ҡыҙ һәм егеттәрҙе үҙенең ҡарамағына алып, уларҙы башҡорт телен уҡытыу методикаһы менән ныҡлап таныштырҙы, был эшкә институттың башҡа ғалимдарын да йәлеп итте. Мин Салауат Галин менән һәр ваҡыт тығыҙ ижади бәйләнештә йәшәйем, ул Радик Хисамиевтың был эшкә ҙур яуаплылыҡ менән ҡарауы тураһында ҡәнәғәтләнеү тойғоһо менән бәйэн итте.

Билдәле ки, милли мәғарифһыҙ һәм мәҙәниәтһеҙ халыҡ камиллаша, үҫә алмай. Беҙ шуны бик яҡшы беләбеҙ, миллилек туранан-тура туған тел һәм мәҙәниәт менән бәйле. Баҡалыла был ике әлкәлә лә шаҡтай ҙур уңыштарға өлгәшелде. Район мәктәптәрендә 800 педагогтың эшләүе (уларҙың 83 проценты юғары белемле) күп нәмә тураһында һөйләй.

Баҡалы — күп милләтле мәҙәниәт үҙәге лә. Бында ҡурай һәм гармун моңдарын да, керәшендәрҙең оҙон көйҙәрен дә, татарҙарҙың боронғо йөрәк өҙгөс моңло йырҙарын да ишетергә, рустарҙың, сыуаштарҙың, мариҙарҙың дәртле бейеүҙәрен дә күрергә мөмкин.

Радик Хисамиевтың тағы ла бер егетлеге, тип әйтә- йемме, бәлки, уңғанлығы, үҙенең вазифаһына яуаплы ҡарауы тиергә кәрәктер, муниципаль райондың художестволы үҙешмәкәр коллективтарына яңы ҡанат ҡуйып, йәш быуынды милли асылына ҡайтарыу, таланттарын асыу буйынса ҙур эштәр башҡарҙы. Ҡурай моңдары ла көндән- көн нығыраҡ яңғырай. Район үҙәгендәге Мәҙәниәт һарайы ҡаршыһында Рөстәм Ханнанов етәкселегендә ҡурайсылар ансамбле айырыуса уңышлы эшләй. Шундай уҡ йәш ҡурайсылар ансамбле Ҡатай урта мәктәбе ҡаршыһында ла ойошторолдо. Был ансамблдәр районда ғына түгел, ә республика күләмендә үткәрелгән фестивалдәрҙә ҡатнашып, лауреат исеменә лайыҡ булды. Бына ғүмерҙә лә булмаған йәнә бер ваҡиға: район үҙәгендәге балалар баҡсаһында башҡорт төркөмө асылған. Баҡалыла быйыл яҙ үткәрелгән башҡорт әҙәбиәте көндәрендә беҙ, бер

685




төркөм яҙыусы, ошо балалар баҡсаһына барып килдек. Беҙҙе алсаҡ йөҙлө бер төркөм сабыйҙар башҡортса йырлап ҡаршы алды.

Үҙҙәренең ниндәй милләттән булыуын оноттормай, милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе ҡайтарыу, һаҡлау маҡсатында, рус, татар, сыуаш, мари һәм башҡа милләт йәштәренең дә үҙаңын үҫтереүгә ҙур әһәмиәт бирелә районда.

Баҡалы районында 18 урта, 13 төп белем биреү, 26 башланғыс мәктәп эшләй. Уларҙа 5 меңгә яҡын бала уҡый. Барлыҡ мәктәптәрҙә лә 1 сентябрҙән башҡорт теленең дәрес булараҡ уҡытыла башлауы үҙе бит тарихи ваҡиға! Нисәмә-нисә быуат дауамында томаланып килгән ошо изге башланғысты күтәреп алып, яңыса балҡытыу, яҡты донъяға сығарыу — үҙе ҙур батырлыҡ бит ул! (Бигерәк тә халыҡтың күпселеген керәшендәр тәшкил иткән районда!) Ошо ҡыйыулыҡ һәм фиҙаҡәр- лектәре өсөн генә лә хакимиәт башлығы Александр Андреев һәм уның урынбаҫары Радик Хисамиевтың исемдәре Башҡортостан мәғарифы тарихы биттәренә алтын хәрефтәр менән яҙыласаҡ.

Артабанғы һүҙем хакимиәт башлығының тағы ла бер урынбаҫары, финанс идаралығы начальнигы Фоат Исмәғил улы Рәхмәтуллин тураһында булыр. Ул оҙаҡ йылдар дауамында колхозда эшләне. Тәүҙә ябай колхозсы, бер аҙҙан тракторсы, унан бухгалтер, баш бухгалтер вазифаларын башҡарҙы. Артабан ун йылдан ашыу «Совет» колхозын етәкләне. 1979—1984 йылдарҙа ситтән тороп Бөтә Союз финанс-иҡтисад институтын тамамланы. Ә 1997 йылда уны әлеге эшенә үрләттеләр.

Фоат Исмәғил улы минең ауылдашым, күптәнге дуҫым һәм бик яратҡан кешем. Уның тураһында мин элек тә күп кенә яҙғайным инде. Фоат менән бергә аралашып йөрөгән онотолмаҫ миҙгелдәр, ғүмеребеҙҙең матур йылдары тураһындағы ул яҙмаларҙы мин 2001 йылда донъя күргән «Хызыр Ильяс илендә» тигән китабыма ла индергәйнем хатта.

Осрашҡан һайын Фоат Исмәғил улы Рәхмәтуллинға һоҡланып туя алмайым. Ҡайһы яғы менән кеше күңелен шулай яулап ала һуң ул? Иң мөһиме: Фоат Рәхмәтуллин бик яҡшы кеше. Ғәҙел, эскерһеҙ, миһырбанлы, ярҙамсыл. Шулар менән бер рәттән, бик күп һәнәрҙәргә лә эйә.

686




Иҡтисадсы дипломы бар, ә башҡарған вазифаһы буйынса — финанс эштэре белгесе. Ә мин, ошоларға ҡушып, Фоат Рәхмәтуллин — маһир етәксе ул, тип тә өҫтәр инем. Киләһе йылдың 5 октябрендә уға 60 йәш тула. Ғүмеренең иң матур йылдарын райондың ауыл хужалығын күтәреүгә һәм финанс-иҡтисад хәлен яҡшыртыуға бағышланы. Тимәк, беҙҙең арҙаҡлы дуҫыбыҙ аҡһаҡал етәксе лә икән әле!

Эйе, хакимиәт аппаратында, сағыштырмаса йәш белгестәр араһында, Фоат Рәхмәтуллин һымаҡ аҡһаҡалдарҙың да булыуы етәкселектең бәҫен күтәрә, олпатлыҡ та өҫтәй кеүек...

Фоат Рәхмәтуллин хакимиәт башлығы урынбаҫары булыу менән бергә, Башҡортостан Республикаһы Финанс министрлығының Баҡалы районы территорияһындағы финанс идаралығы начальнигы вазифаһын да башҡара. Эйе, уның эше үтә яуаплы. Ул 1998 йылдың башынан алып районда республиканың финанс-бюджет сәйәсәтен тормошҡа ашыра. Бергә һөйләшеп ултырғанда ул да хакимиәт башлығы Александр Андреевтың фекерен ҡеүәтләне: «Район аҡса менән үҙен тәьмин итергә тейеш. Әлбиттә, Илеш, Бөрйән, Саҡмағош, Баҡалы кеүек иҡтисадтың төрлө баҫҡыстарында торған райондарҙы тигеҙләү өсөн Хөкүмәт ярҙамы ла кәрәк буласаҡ. Ә дөйөм алғанда, һоранып йөрөүҙе бөтөрөргә кәрәк, — ти райондың ҡаҙна хужаһы. — Район хосуси керемде туплауҙың ярты йыллыҡ планын уңышлы үтәне. Бюджет әлкәһендә эшләүселәргә эш хаҡы ваҡытында түләнә. Мәктәптәр, дауаханалар, мәҙәниәт усаҡтары һәм балалар баҡсалары, шөкөр, аҡсаға ҡытлыҡ кисермәй. Бурысҡа алынған аҡсалар ҙа ваҡытында ҡайтарыла. Аҡсаны маҡсатһыҙ тотоноуға юл ҡуйылмай, был мәсьәләлә беҙ айырыуса ҡаты торабыҙ, аҡса бит һанағанды ярата».

Мин дуҫыма шундай һорау ҙа бирҙем:

  • Фоат Исмәғил улы! һин бит бюджет ҡаҙанында ғына ҡайнап, финанс дилбегәләрен тартҡылап та һуҙғылап тигәндәй, һалымдарҙың ҡаҙнаға инеүен көтөп кенә ултыра торған етәксе түгел, һин финанс торошон күҙәтеү һәм закондарҙың үтәлешен тәьмин итеү менән бергә райондағы йөҙҙәрсә предприятие һәм учреждениеларҙың

687




эшмәкәрлеген яҡшыртыу тураһында ла хәстәрлек күрәһең. Шулай бит?

  • Эйе, мин хакимиәттең ведомстволар араһындағы координация советы ағзаһы ла. Был советтың эшенә бик етди ҡарайбыҙ. Мәҫәлән, уның сираттағы бер ултырышында электр энергияһын экономиялау мәсьәләһе тикшерелде. Шунда беҙ Ноғайбәк урта мәктәбендә Ека- теринбургтан алынған ҡаҙанды утын яғып эшләтеп ҡарарға булдыҡ. Был яңылыҡ үҙен аҡлаһа, райондағы барлыҡ ҡаҙандарҙы ла шул рәүешле эшләүгә күсерәсәкбеҙ. Был миллиондарса һум аҡсаны экономияларға мөмкинлек бирәсәк.

Мин Фоат Исмәғил улы Рәхмәтуллинды «финанс министры» тип атап йөрөтәм. Эйе, ул аҡсаны һанай ҙа, тотона ла белә. һанай белеүе бөтә саралар менән дә финанс закондары үтәлешен тәьмин итеүҙе аңлатһа, тотона белеүе, хакимиәт башында уның кеүек намыҫлы һәм талапсан етәкселәр ултырғанда, эш хаҡы ла ваҡытында түләнер, тормош та матурланыр, мәктәптәр, балалар баҡсалары һәм мәҙәниәт усаҡтары ла гөрләп торор. Ҡабатлауҙан доға үҙгәрмәй, тиҙәр, ысынлап та, Фоат Рәхмәтуллин ифрат яҡшы кеше. Шуға күрә лә уны районда ла, Финанс министрлығы аппаратында ла ныҡ хөрмәт итәләр. «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лә лайыҡ булды.

Район етәкселегендәге иң йәш белгестәрҙең береһе — Илһам Ҡаҙир улы Ғималетдинов. Ул хакимиәт эштәре менән етәкселек итә, хәрби тел менән әйткәндә, штаб начальнигы.

Илһам Ғималетдинов 1968 йылдың 30 июлендә Борай районы Түңәрәк ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Бөрө педагогия институтының химия-биология факультетына уҡырға инә. Юғары белем алғас, уны Баҡалы районына эшкә ебәрәләр. Ике йыл хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, бер нисә йыл Баҡалының интернат-мәктәбендә тәрбиәсе һәм халыҡ мәғарифы бүлегендә инструктор вазифаларын башҡара. 1999 йылдың октябрендә уны хакимиәттәге әлеге эшенә үрләттеләр. Яңы урынға ул тиҙ эйәләште, аҙ һөйләне, күп эшләне. Егеттең БР Президенты эргәһен

688




дәге дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын уңышлы тамамлап сығыуын күптәр белмәй ҙә ҡалды.

Бына ошо йән матурлығын, ихласлығын, ғорурлығын юғалтмайынса, үҙ эшен оло яуаплылыҡ менән тыныс ҡына башҡарған Илһамға ҡарап, мин ҡайһы берҙә аптырап та ҡуям: бөтәһенә лә нисек өлгөрә икән? Эйе, уңған егет шул ул Ғималетдинов. Эшенән, кешеләр менән аралашыуҙан, уларға ниндәй ҙә булһа изгелек ҡылыуҙан ләззәт таба, бәлки, шуғалыр ҙа уның тирә-яғы, эш бүлмәһе, ғөмүмән, үҙенең булмышы менән тыуҙырған мөхите бөтә хакимиәтте матурлай, уны эшлекле, киң күңелле кешеләрҙән генә ағыла торған нурлы йәмгә күмә. Анығыраҡ итеп әйткәндә, Илһам Ҡаҙир улы аппараттың эшен, район хакимиәте менән юғарылағы (Өфөләге) ойошмаларҙың, хакимиәттең район ойошмалары менән үҙ-ара бәйләнешен ойоштороу менән мәшғүл. Уның тағы ла бер яуаплы бурысы бар: бөтә ҡабул ителәһе мәсьәләләрҙе, ҡарарҙарҙы һәм бойороҡтарҙы әҙерләү.

Аппарат тигән һүҙ ябай халыҡ өсөн шул уҡ канцелярия бит инде ул. Ғәҙәттә, унда ултырған кешене берәй яғы оҡшамаһа, йә бюрократ, йә чиновник, тип тамғаларға ла күп һорамай халыҡ. Ә бына Илһам Ғималетдиновҡа бындай насар ҡараштың булыуы мөмкин түгел, сөнки ул кешеләрҙең ҡайғы-хәсрәтен, моң-зарын үҙенең йөрәге аша үткәрә, теге йәки был йомош менән килгән кешене ҡабул итмәйенсә ишек төбөнән бороп ебәрмәй, берәү менән дә ҡараһы ҡойолоп һөйләшмәй, ә алсаҡ йөҙ, яғымлы ҡараш менән бөтәһенең дә үтенесен ҡәнәғәтләндерергә тырыша. Ғөмүмән, Баҡалы хакимиәтенең йөҙө- рәүеше шундай. Үҙенең халыҡ өсөн бар булыуын яҡшы аңлайҙар бында...

Мин шуға һөйөнәм, тыуған районымдың хакимиәтендә аңһыҙлыҡ, ниндәй ҙә булһа мәсьәләләрҙе сисә алмау арҡаһында ығы-зығы тыуыуы, мәғәнәһеҙгә һүҙ көрәштереү, эшкә һалҡын ҡарау, бойороҡтарҙың үтәлмәүе кеүек күңелһеҙ хәлдәрҙең булғаны юҡ, киреһенсә, коллективта һәр ваҡыт дуҫлыҡ һәм берҙәмлек атмосфераһы хөкөм һөрә. Бында хакимиәт эштәре менән идара итеүсе Илһам Ҡаҙир улы Ғималетдиновтың да роле ҙур, әлбиттә!

Ә бына Зөфәр Суфиян улы Зиязетдиновты мин «аяҡлы энциклопедия» тип атар инем. Район тормошон,

689




ауылдарҙағы хәл-әхүәлде, кешеләрҙең тын алышын, уларҙың ихтыяждарын, көндөң нисек үтеүен яҡшы белгән, барыһы менән дә хәбәрҙар булған етәксе ул. Ә ниңә, «бөрсә аяғын дағалай алырлыҡ» һәләтле заттар аҙмы ни Рәсәйҙә? Улар беҙҙең Башҡортостанда, атап әйткәндә, Баҡалы төбәгендә лә бихисап. Бигерәк тә уҡымышлы был заманда!

Зөфәр Суфиян улы Зиязетдинов 1958 йылдың 22 ғинуарында Баҡалы районының Иҫке Балыҡлы ауылында ябай колхозсы ғаиләһендә донъяға килә. Ахман һигеҙ йыллыҡ мәктәбен уңышлы тамамлағандан һуң Өфө автомобиль транспорты техникумына уҡырға инә, артабан Баҡалы предприятиеларында мастер һәм механик булып эшләй, берүк ваҡытта ситтән тороп Бөтә Союз юридик институтын тамамлай. 1981 йылдың сентябрендә уны Баҡалы район советы инструкторы итеп ҡуялар, ошо ваҡыттан алып ул үҙенең бөтә эшмәкәрлеген район советы һәм хакимиәте менән бәйләй, оҙаҡ йылдар (1990— 1999) хакимиәт эштәренә етәкселек итә. Бөгөн Зөфәр Суфиян улы муниңипаль район советы секретары вазифаһын башҡара.

Зөфәр ҙә минең ауылдашым. Уның бөтә ғүмере минең күҙ алдымда. Халыҡта «һүҙ оҫтаһы» тигән төшөнсә бар. Зөфәр ҙә тап бына шул һүҙ оҫталарының береһе инде. Кеше менән һөйләшә белә. Ә бындай һәләт һәр кемгә лә бирелмәй, һүҙ бит кешене үлтерә лә, терелтә лә. Нисек ҡулланыуға ҡарап. Беҙҙең Зөфәребеҙҙең ауыҙынан бал тамамы ни — әйткән һәр һүҙе йәнгә рәхәтлек бирә, күңелдәрҙе күтәреп ебәрә. Ул хатта күңелһеҙ нәмәләр тураһында бәйән иткәндә лә оптимистик рухын юғалтмай, кешеләрҙе йыуата белә.

Зөфәр Суфиян улының әлеге эше район хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһы дәрәжәһенә тиң. Ул депутаттар менән даими эш алып бара, советтың сессияларын әҙерләй, бөтә ҡабул ителгән ҡарарҙарға йән өрә, уларҙың район тормошона, ғөмүмән, кешеләрҙең яҙмышына ыңғай тәьҫир итеү сараларын күрә.

Зөфәр Зиязетдиновтың ойоштороу һәләте ҙур, эшен яратып башҡара, сөнки уның ғилем дәрәжәһе лә, тормош тәжрибәһе лә был әлкәлә киң ҡолас һалып, йөҙөп эшләргә мөмкинлек бирә. Амин, артабан да үҙенең дәүләт эш

690




мәкәрлеген шундай уҡ уңғанлыҡ менән дауам итһен беҙҙең арҙаҡлы затыбыҙ!..

Муниципаль район советы рәйесе Виталий Геннадиевич Булдаков тураһында һүҙ әйтмәһәк, гонаһ булыр. Ул — райондағы ике иң ҙур етәксенең береһе, сөнки хакимиәт башлығы вазифаһына дәғүә итеүсе кандидаттарҙы район советы һайлап ала һәм раҫлай, ә уның рәйесе, юғарыла әйтелгәнсә, Виталий Булдаков. Был вазифаны ул йәмәғәтселек нигеҙендә башҡара, ә эш хаҡын «Баҡалыгидро- төҙөлөш» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры булғаны өсөн ала. Был — заманса дәүләт төҙөлөшөнөң яңы бер төрө, муниципаль район да ошо нигеҙҙә тыуҙы.

Виталий Геннадиевич 1949 йылдың 13 февралендә Баҡалы ауылында донъяға килгән. Әстрхан диңгеҙ училищеһында уҡый, артабан бер нисә йыл слесарь, прораб булып эшләй, ә 1979 йылда Горький һыу транспорты инженерҙары институтын тамамлай. 1980 йылда тыуған төйәгенә ҡайта һәм тәүҙә 20-се күсмә механизацияланған колоннала мастер, өлкән прораб, начальник урынбаҫары вазифаларын башҡара. Уның етәкселегендәге был предприятиеның эшләмәгән эше юҡ, билләһи! Атап әйткәндә, һыу үткәргес, һыу һаҡлағыс, электр линиялары, балыҡ үрсетеү өсөн быуалар төҙөү, иген баҫыуҙарын, күп йыллыҡ үләндәр сәселгән майҙандарҙы, эрозияға дусар булған ерҙәрҙе һуғарыу кеүек үтә яуаплы эштәр уның өҫтөндә.

  • Әле беҙ Туймазы районының Нөгөш йылғаһында 14 миллион кубометр һыу һыйҙырышлы һыу һаҡлағыс төҙөйбөҙ, — ти Виталий Геннадиевич. — Туймазы халҡы күптән бит инде эсәр һыуға ҡытлыҡ кисерә.

  • Ә был эштәр өсөн һеҙгә кем түләй?

  • Башҡортостандың Рәсәйгэ үҙ ирке менән ҡушы- лыуына 450 йыл тулыу тантанаһы айҡанлы, бөтә производство сығымдарын Мәскәү үҙ өҫтөнә алды.

  • Ҡайһылай яҡшы булған, Виталий Геннадиевич!

  • Әйтәһе лә түгел!..

Виталий Булдаков мине советтың эше менән дә таныштырҙы. Район советы вәкиллек функцияһын үтәй икән.

  • Беҙ хакимиәт менән берлектә райондың үҫеш программаһын эшләнек. Хакимиәт үҙ эше буйынса совет алдында отчет тота. Райондың йыллыҡ финанс планы ла

691


сессияла раҫлана. Совет эргәһендә план-бюджет, төҙөлөш, төҙөкләндереү, транспорт, элемтә, ауыл хужалыгы, законлыҡты һәм хоҡуҡ тәртибен һаҡлау комиссиялары эшләй. 20 депутатыбыҙ бар. Сессия кәм тигәндә өс айға бер тапҡыр үткәрелә. Район советы хакимиәт башлығы кандидатураһы һайлап алынғас һәм раҫланғас, уның, менән 2 йыл 9 айға контракт төҙөй.

  • һеҙҙең секретарығыҙ Зөфәр Зиязетдинов та бик ғәййәр егет бит!

  • О, Зөфәр Суфиянович — уникаль етәксе! Уның менән эшләүе еңел дә, күңелле лә!..

Мин юғарылағы вазифалы эшмәкәрҙәр менән әңгәмә алып барғанда, уларға артыҡ һиҙҙермәй генә, һүҙ ыңғайынан яңы етәкселәре Александр Андреев тураһындағы фекерҙәрен дә ҡыҫып сығарҙым. В. Кириллов: «Ҡайһы бер кешенең күҙе күрһә лә, теше батмай, ә Александр Георгиевич сиселмәҫтәй мәсьәләләргә лә бик тиҙ асҡыс таба...» Р. Хисамиев: «Мин уның бик яҡшы инженер- төҙөүсе икәнен белә инем, ә ул, баҡһаң, физик та, лирик та икән әле! Ысын! Мәҙәниәткә лә, мәғарифҡа ла ныҡ иғтибар итә...» Ф. Рәхмәтуллин: «Мине, финансист булараҡ, Александр Георгиевичтың һалымдарҙы түләү мәсьәләһендәге ҡаты тороуы ҡыуандыра...» 3. Зиязетдинов: «Бик гибкий кеше ул...» Н. Асанбаев: «һин русса әйттең, ә беҙҙеңсә нисек була ул?» 3. Зиязетдинов: «Башҡортса — тотҡан урынынан һындырмай, зирәк аҡыллы кеше инде». И. Ғималетдинов: «Андреев йәш кеше, уға үҙгәрештәрҙе аңлауы еңелерәк...» В. Булдаков: «Эшләгән урындарҙа тәртип булыуын талап итә. Күҙ буяуҙы, алдаҡты ене һөймәй. Эштә һөҙөмтәлелек ярата. Ул ниндәй ҙә булһа мәсьәләне хәл иткәндә бөтә районды күҙ уңында тота. Мине тағы ла шуныһы ҡыуандыра: район советы аша хакимиәттең эшмәкәрлегендә халыҡтың әүҙем ҡатнашыуы - на өлгәштек беҙ Александр Георгиевич менән. Бер һүҙ менән әйткәндә, яңы хакимиәт башлығы бөтәһен дә үтәнән-үтә күрә, күҙ ҡарашы һәм уйы менән районды ҡоласларға һәләтле...»

Хуш... Әгәр был мәҡәләмдә Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты, Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Айрат Минһаж улы Шаммазов, Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Өфөләге вәкиле Зиннур Мәрҙәнов, Белорус Республикаһы Сит ил эштәре ми- нистрлығын һәм Президент аппаратын етәкләгән Урал Латипов, Татарстандың Алабуға автомобиль заводы

692


генераль директоры Рауил Зарипов, Өфө ҡалаһының 22-се дәүләт янғын һүндереү отряды начальнигы полковник Рауил Кәримов, «Уралнефтеснаб» генераль директоры Наил Баһауетдинов, Башҡортостан Республикаһы Президенты хакимиәте бүлек мөдире Марат Рахманов, фән докторҙары Анастасия Грекова, Фәнис Раянов, Әбүзәр Ғәлләмов, Роберт Ғимаев, Рәшит Ғәлиев, Иҙрис Фәхретдинов, Өлфәт Шәйәхмәтов, Рәшит Күсемов, Фәнил Ғәб- дрәфиҡов, 50 йыл ғүмерен халыҡ мәғарифына бағышлаған Мостафа дөйөм белеү биреү мәктәбе директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, «Почет Билдәһе», Октябрь Революцияһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры Рәйес Фазлыев, арабыҙҙан бик иртә киткән талантлы шағир Миәссәр Басиров, донъя чемпиондары Светлана Үлмәсова һәм Әғләм Күсемов кеүек яҡташтарымды телгә алмаһам, Баҡалым тураһындағы мәғлүмәттәр тулы булмаҫ ине, моғайын.

* * *

Баҡалым! һинең барлыҡ был уңыштарыңда халҡыбыҙ фиҙаҡәрлеге, район етәкселәренең уңғанлығы менән бергә Президентыбыҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхи- мовтың да өлөшө ҙур икәнен иҫкә алмау мөмкин түгел. Президенттың туранан-тура ярҙамы менән беҙҙең тыуған төйәгебеҙ һуңғы йылдарҙа танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Ауылдарға «зәңгәр яғыулыҡ» — тәбиғи газ килде, юлдарыбыҙға асфальт түшәлде, яңы мәҙәниәт усаҡтары, мәктәптәр, балалар баҡсалары, дауаханалар ҡалҡып сыҡты. Ғүмерҙә лә булмаған хәл: Сөн йылғаһы аша Баҡалы һәм Илеш райондарын тоташтырыусы мөһабәт күпер төҙөлдө. Образлы итеп әйткәндә, минең Баҡалым да Башҡортостан күгендәге, Башҡортостан ерендәге иң яҡты йондоҙҙарҙың береһе бит ул хәҙер! Ошо йондоҙҙоң нурҙары Башҡорт иленең үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуына 450 йыл тулыу байрамын ҡаршылағанда тағы ла сағыуыраҡ балҡыясаҡ! Амин!

«Башкортостан», 2006

693


ЙӨКМӘТКЕҺЕ

  1. бүлек Пьесалар

Рәйсә менән Фәйзи 5

Ғүмер уҙмай заяға 53

һағынырһың Иҙәш буйҙарын 107

Ете ҡыҙ 173

Сейәлетау 221

  1. бүлек Тәржемәләр

Үҙ кешеләр — килешербеҙ әле 261

Күрше хаҡы — Тәңре хаҡы 333

Упҡын ситендә 380

  1. бүлек Иҫтәлектәр

Мөхәббәтемә хаттар 451

  1. бүлек Публицистик мәҡәләләр

Оран. Киләсәк яҙмышы хәл ителгәндә

өндәшмәй ҡала алмайым 554

Әҙәбиәттең йөҙөк ҡашы ул 567

Ижади пландарым йәшәргә көс бирә 579

Батырҙарҙы иҫкә алғанда онотмаһын

беҙҙе Тыуған ил! 584

Хоҙай минең теләктәремде һәр ваҡыт үтәй 593

694


Академтеатрҙың йондоҙло сәғәттәре 597

Ошонда мин телдең матурлығын, байлығын

һәм тәмен аңланым 607

Ҡылдан нескә, ҡылыстан үткер

сират күперен үткәндә 618

Бөйөк илдең бөйөк төбәге 624

Тауҙар иленә тиңләйем 636

Октябрь байрамын һағынам 638

  1. бүлек

Очерктар

Халҡыбыҙҙың һөйөклө улы 647

Биш татар 651

Баҡалыма ҡайттым әле 660


Литературно-художественное издание

АСАНБАЕВ Николай Васильевич (Нажиб Асанбаев)

ИЗБРАННЫЕ ПРОИЗВЕДЕНИЯ

Пьесы, переводы, творческие портреты и очерки

{на башкирском языке)

Мөхәррире Ә. Ғ. Телэмова Рәссамы М. М. Ғәйнетдинов Биҙәлеш мөхәррире А. Р. Мәхтәруллин Техник мөхәррире Н. Ғ. Пятаева Корректорҙары A. X. Хәкимова, Г. Р. Попова,

Л. Ф. Саниева, Ф. Н. Харрасов

Баҫырға ҡул ҡуйылды 30. 09. 11. Форматы 84x108 У32. Офсет ҡағыҙы. Офсет ысулы менән баҫылды. Банниковская гарнитураһы. Шартлы баҫма таб. 36,54. Шартлы буяу отт. 36,96. Иҫәп-баҫма таб. 29,8. Тиражы 2000 дана. Заказ 1.0129.11.

Башҡортостан Республикаһының Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте дәүләт унитар предприятиеһы. 450001, Өфө, Октябрь проспекты, 2.

Әҙер файлдарҙан баҫылды.

Башҡортостан Республикаһының Өфө полиграфкомбинаты дәүләт унитар предприятиеһы. 450001, Өфө, Октябрь проспекты, 2.


Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   32   33   34   35   36   37   38   39   40




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет