Асанбаевтың был китабында үҙенең оригиналь пьесалары, уның тарафынан тәржемә ителгән төрлө драматургтарҙың әҫәрҙәре, публицистик мәҡәләләр, очерктар, ижади портреттар, иҫтәлектәр урын алған



бет29/40
Дата30.06.2016
өлшемі4.01 Mb.
#168941
1   ...   25   26   27   28   29   30   31   32   ...   40

И коня на скаку остановит,

И в горящую избу войдет...

Шулаймы? Әгәр бик теләйһең икән, һин А. С. Пушкин яҙған:

Я помню чудное мгновенье,

Передо мной явилась ты.

Как мимолетное виденье,

Как гений чистой красоты... -

тип әйтерлек һылыуҡайым бит һин минең, Наиләкәй!.. (Хоҙайым, кемде ике йылға ҡалдырып киткәнмен мин, алйот?!)

Наилә, шуныһы шатлыҡлы: беҙҙе бында иң үҙенсәлекле юғары уҡыу йорто, донъялағы берҙән-бер әҙәбиәт институтының педагогтары С. Машинский, И. Астахов, А. Исбах, М. Ишутин, Б. Бялик, А. Дымшиң, М. Зарбабов,

458


И. Вишневская, В. Розов кеүек фән докторҙары, профессорҙар, танылған тәнҡитселәр, әҙәбиәт белгестәре, күренекле яҙыусылар уҡыта. Лекцияларҙан тыш, аҙнаға бер тапҡыр семинар занятиелары була. Беҙ Аяз менән драматургия семинарына йөрөйбөҙ. Уны театр сәнғәте фәне докторы, профессор Инна Люциановна Вишневская менән атаҡлы драматург Виктор Розов етәкләй.

Наилә, Инна Люциановнаны тыңлауы үҙе бер бәхет ул! Белмәгәне юҡ, билләһи! Әҙәбиәтте, бигерәк тә драматургияны, театр сәнғәтен һыу урынына эсә. Ул һөйләү манераһы, ул тел матурлығы, миҫалдарының оригиналлеге — иҫ китмәле! Мәскәү — Мәскәү шул инде, э йәһүдтәр (И. Вишневская шул милләт ҡыҙы) айырыуса талантлы халыҡ. Иисус Христосты тәрегә ҡаҙаҡлағандан бирле йәһүдтәрҙе эҙәрлекләйҙәр, ҡағалар, шуның өсөн дә ул халыҡ берҙәмлеккә ынтыла, бер-береһенә үҫергә, юғалып ҡалмаҫҡа ярҙам итеп баралар. Юҡҡа ғына Карл Марксты, Эйнштейнды, Гейнеларҙы донъяға бирмәгән йәһүдтәр! Ә беҙ, татарҙар һәм башҡорттар, йыш ҡына бер-беребеҙҙе батырып барабыҙ. Беҙгә ул йәһүдтәрҙән күп нәмәгә өйрәнергә кәрәк әле. Ә донъяла барыбер яҡшы кешеләр күберәк ул!

Наилә! һин бит институтта күберәк беҙ өйләнешкәс уҡының. Мин иртәнге сәғәт һигеҙҙән төнгө ун-ун бер- ҙәргә тиклем полкта — һалдаттар менән мәж килһәм дә, форсат сыҡҡанда, һинең уҡыу китаптарыңа, конспекттарыңа, лекциялар менән тулы дәфтәрҙәреңә лә күҙ һалғылай инем. Шуны һиҙҙеңме икән? Әҙәбиәт тураһында ла беҙ һинең менән аҙ һөйләшмәнек, һин, бәғеркәйемде, ҡосағымда ғына наҙлап тотмағанмындыр бит инде, аҡыллы һүҙҙәреңде, әҙәбиәткә ҡағылышлы фекерҙәреңде лә тыңлағанмындыр. Эйе, эйе, нәҡ шулай йәшәнек беҙ һинең менән студентка булған йылдарыңда. Мин һинең яныңда, һинең ярҙамың менән «педагогия институтын тамамланым», тип ауыҙ тултырып әйтә алам. Бына шундай үҙе һылыу ҙа, үҙе бик аҡыллы ла ҡатын менән ғүмер кисереү бәхет түгелме ни?!.

Переделкино ижад йортонда Аяз менән танышыуым тураһында яҙғайным бит. Унда Әсғәт Мирзаһитов та бар ине, ул да Аязды яратты. Беҙ Аязды «немец» тип йөрөттөк. Немецтар кеүек ул да бик тәртипле, йыйнаҡ кеше. Урыҫса әйткәндә, организованный егет. Йәшел йылан мәсьәләһендә лә б һаҡ кеше, айныҡ тормош



459




яҡлы. Уның был сифаттары миңә лә бик ярап ҡуйҙы әле. Ҡурҡма, Наилә, беҙ бында араҡыға бик үк һушыбыҙ китеп бармай, беҙҙең өсөн иң мөһиме: уҡыу һәм ижад итеү. Бына күрерһең, Алла бирһә, Мәскәүҙән бер-ике яҡшы пьеса алып ҡайтмаһам, исемем Нәжиб булмаһын...

Ярай, аҡыллым, мине өндәреңдә һағынып йәшә, төштәреңдә лә мине күр. Бәхетле киләсәгебеҙ хаҡына тормош ауырлыҡтарына түҙергә тырыш берүк.

Наилә, ура! Әле генә Аяз шатлыҡлы хәбәр әйтте: быйыл йәй Ҡаҙандың Күсмә дәүләт татар драма театрында минең «Рәйсә»не ҡуйғандар икән. Ниңә, Аяз, шундай шатлыҡлы хәбәрҙе килгәс тә әйтмәнең, тигәс, ишеткәнһеңдер тип уйлағайным, ти. Режиссер Кәшфи Ғәҙелшин сәхнәләштергән, ул элек Өфөлә эшләй ине, хәҙер Ҡазанда йәшәй икән. Тик шуныһы үкенесле: пьесамды та- тарсаға режиссер үҙе тәржемә иткән. Дөрөҫөрәге, татарсалаштырған булып сыға инде. Ҡыҙыҡмы? Әгәр белгән булһам, мин уны саф татар телендә үҙем эшләп бирер инем бит, шайтан алғыры?! Татар Нәжиб Асанбаевты татарсаға тәржемә итәләр, имеш?! Ошо буламы инде дуҫлыҡ? Мин, ана, заманында Салауат театрына татар драматургы Хәй Вәхит әфәнденең «Беренсе мөхәббәт» тигән пьесаһын бер ултырыуҙа башҡортсаға тәржемә иттем дә бирҙем. Бушҡа. Бер тин дә аҡса һораманым. Тамашасы пьесаның тәржемә икәнен дә белмәй ҡалды, ул оригинал булып барҙы. Спектаклдәрҙән килгән гонорарҙы ла тулыһынса Хәй Вәхиттең үҙенә күсерҙеләр. Мин үҙем шулай ҡуштым. Быны автор һиҙмәй ҙә ҡалғандыр әле, ә мин уға әйтмәнем. Тыйнаҡһыҙлыҡ булыр, тип уйланым. Ә Кәшфи Ғәҙелшин тигән дуҫым, мине кәкре ҡайынға терәтеп, ярты гонорарымды алып ятасаҡ. Ярай инде, беҙ ул тиклем хәйерсе түгел бит әле юҡ-бар өсөн дә даулашып йөрөргә?! Әйҙә, Кәшфи Ғәҙелшин дә рәхәтен күрһен «Рәйсә»нең...

Әлбиттә, юридик яҡтан Ғәҙелшинға бәйләнеп булмай. Ул бер дәүләт телендә яҙылған әҫәрҙе икенсе дәүләт теленә ауҙарған. Биғәйбә! Миңә бының өсөн уға рәхмәт әйтергә генә ҡала, сөнки «Рәйсә»нең Күсмә театрҙа бөтөнләй ҡуйылмай ҡалыуы мөмкин ине бит әле. Эйе, рәхмәт, Кәшфи дуҫ!

Мин һиңә, Наилә, Аяздың «Көҙгө әсе елдәрҙә» тигән пьесаһын бушлай Салауат театры өсөн тәржемә итеүем тураһында ла бер әйткәйнем шикелле. Гонорарына дәғүә

460




итмәүем ниндәй һәйбәт булған, бына хәҙер Аяз дуҫым алдында ла, Татарстан ҡаршыһында ла йөҙөм яҡты. Был беҙҙең аралағы дуҫлыҡтың бер сағылышы. Киләсәктә лә ижади бәйләнештәрҙе шул кимәлдә алып барырға яҙһын!

Башҡортостан иле менән Татарстан араһында дуҫлыҡтан, ижади хеҙмәттәшлектән, бер-береңә ярҙам ҡулы һуҙыуҙан башҡа бер нәмәгә лә урын ҡалырға тейеш түгел. Берүк дошманлыҡ, аңлашылмаусанлыҡ, хаталаныу кеүек мөнәсәбәттәргә юл ҡуйылмаһын ине. Беҙ, мәҙәниәт әһелдәре, бигерәк тә ижад кешеләре, был туғанлыҡ, дуҫлыҡ орлоҡтарын беренсе булып сәсергә, уны ҡәҙерләп үҫтерергә бурыслы. Кешелек тарихында әллә ниндәй катаклизмдар булыуы ихтимал, һуғыш, аслыҡ, йоғошло сирҙәр эпидемияһы, ер тетрәү, һыу баҫыу һәм янғын кеүек афәттәрҙән Хоҙай һаҡлаһын. Шундайын бәхетһеҙлектәр килһә, кемгә барып йығылаһың? Әлбиттә, иң яҡын кешеңә. Ғүмер буйына бер-берең менән дуҫ булып йәшәгән ут күршеңә.

Мин быларҙы һиңә ниңә яҙам, Наилә? Хаттарымды балалар ҙа уҡыһын, тип яҙам. Улар быларҙы белеп үҫергә тейеш. Ата-әсәләренең дә кем икәнен белһендәр, үҙҙәрен дә шундай йәшәү рәүеше ҡалыбына һалырҙар... Башҡорттарҙа шундайын бик фәһемле бер мәҡәл бар: атанан күргән уҡ юнған, ти... Хоҙайым, беҙҙең ҡыҙҙарыбыҙ һиңә, ә улыбыҙ... ярай, миңә оҡшаһын, тип әйтәйем инде. Эйе, Рөстәм атаһына оҡшаһын! Шулай булһалар, уңырҙар. Насар кеше булмаҫтар...

Хушығыҙ, ҡәҙерлеләрем!

һеҙҙе һағынып, атайығыҙ.

1961 йыл, 7 сентябрь, Мәскәү, киске сәгәт һигеҙ

Өсонсө хат



Наилә, сәләм!

Бына һинең тәүге хатыңды алыу бәхетенә лә ирештем. Наилә, беләһеңме нимә: шунда уҡ һинең миңә фронтҡа ебәргән хаттарың күҙ алдына килеп баҫты. Старшина почта таратҡанда: «Капитан, Вам письмо!..» — тиһә, ҡапыл бөтә донъям яҡтырып киткәндәй була ине. Шул мәлдәге минең шатлыҡлы кисерештәрем, һөйөклөмдөң үҙен күргәндәй хис итеүҙәрем мине бәхеттең етенсе




ҡатына күтәрә торғайны бит! Ул ваҡытта миңә бер ниндәй ҙә орден да, ҙур дәрәжәләр ҙә кәрәк түгел, ә старшина ҡулынан аласаҡ хаттың һинеке булыуын ғына теләй инем, Наиләкәй! Шул өскөл хаттарыңды ҡулыма алғансы уҡ почергыңды күреү менән «Наилә» тигән бер бәхет — йылы, наҙлы тулҡындар ташҡыны йөрәгемә ағылғандай була. Шул мәлдә, янымда дошман минаһы төшөп ярылһа ла, урынымдан ҡуҙғалмайынса, Наиләмдең хатын уҡыр инем, һәм мина ярсығы ла еңә алмаҫ ине! Мөхәббәттең үлемдән еңелгәнен яҡты донъя белмәй әле. Быны «Ҡыҙ һәм үлем» тигән шиғырында хатта Максим Горький ҙа раҫлаған.

һеҙҙең иҫән-һау булыуығыҙ, ҡыҙҙарҙың тырышып уҡыуҙары, Рөстәмдең балалар баҡсаһына иламай ғына йөрөүе мине бик шатландырҙы. Иң борсоғаны ла шул ине: Дилара менән Әлфиәнең нисек уҡыуы. Ғөмүмән, ҡыҙҙар малайҙарға ҡарағанда тырышыраҡ була инде ул. һин үҙең дә бит, Наиләкәй, гел «бишле»гә генә уҡығанһың. Унынсыны Маҡтау грамотаһына тамамлағанһың. Ул йылдарҙы (1943) алтын миҙал биреү юҡ ине бит әле. Ә миңә уҡыу эләкмәне инде ул. Алтынсы, етенсе кластарҙа уҡығанымда беҙҙең иң яҡшы уҡытыусыларҙы, халыҡ дошманы яһап, ҡулға алдылар. Бахырҡайҙарҙың ике- һен шунда уҡ атып үлтерҙеләр, ә икеһе ГУЛАГ лагерҙарында һәләк булды.

Бына мин курстарҙы тамамлап ҡайтыуға Рөстәм дә уҡырға төшөр инде, Алла бирһә. Уны инде мин, әлбиттә, үҙ ҡарамағыма алырмын, улда әсәһе кеүек тик «бишле»гә генә уҡыр. Шулаймы?

Хәйер, мин дә бит ул тиклем насар уҡыманым. Гел генә «бишле» билдәләре эләкмәһә лә, яҡшы уҡыусылар иҫәбендә инем. Әҙәбиәтте яраттым. Шиғырҙарҙы минән дә шәберәк һөйләүсе юҡ ине беҙҙең мәктәптә. Етенсе класта һаҙый Таҡташтың «Моҡамай»ын һөйләгәнемде ишетһәң, Наилә, һин миңә 1944 йылда түгел, ә 1938 йылда уҡ ғашиҡ булыр инең... Ғәфү ит, маҡтанып алдым, ахыры?

Уң яҡ күршем Мәүлән Икрамов — прозаик. Үзбәктәрҙең бөтә танылған яҙыусыларын мин яҡшы беләм. Ә бының исем-шәрифтәре ишетелгәне булманы. Аяздан да һораным, ул да шулай ти. Кем белә, бәлки, уны яҙыласаҡ әҫәрҙәре шөһрәтле итер. Ҡарт түгел бит әле, минең йәшемдә генә. Ә ул миңә оҡшай! Белемле генә егет. һуғышта ла булған. Офиңер. Урыҫса ла арыу ғына һөйләшә,

462


акценты юҡ дәрәжәлә. Быныһы ла беҙҙең мосолман халҡы өсөн бик мөһим нәмә. Шуныһы һәйбәт: маҡтансыҡ түгел. Кешеләргә мөнәсәбәте яҡшы, үҙе бик итәғәтле. Өҫтәүенә, бик ҡунаҡсыл да! Былауҙы тәмле бешерә. Үҙе менән бергә Ташкенттан һуғанын да, кишерен дә, дөгөһөн дә, мамыҡ майын да алып килгән. Мәскәү аҙыҡтарынан тәмле былау бешереп булмай, ти. Ә мин әйтәм, алып килгән ул аҙыҡтарың бөтһә, нимә эшләрһең, тим. «Мәскәүгә беҙҙең халыҡ күп йөрөй, алып килерҙәр әле», — ти. Башта былауҙы күп бешергәненә аптырай инек, һуңынан ғына аңланыҡ: ул бик ҡунаҡсыл егет икән. Аяз менән мине табынынан ҡалдырмай. Ара-тирә Нәжибәккә лә өндәшә. Тик ул беҙҙең был дуҫыбыҙҙың ауыҙынан тәмәке еҫе килгәнде өнәп бөтмәй. Былау ашағанда араҡы эсмәй- беҙ. Быны Мәүлән дә хупламай, эскелекте үзбәк ашы былау ҙа ҡабул итмәй...

Наилә, мин һинең былауҙарыңды ла бик яратып ашай инем. Ә бына ирҙәр бешергән былауҙың үҙ өҫтөнлөктәре бар. Үзбәктәрҙә аш-һыуҙы күберәк ирҙәр әҙерләй икән. Бына, ҡайтҡас, мин дә һиңә ярҙам иткеләрмен әле, яраймы?

Мәүлән алдамаһа, беҙҙең курстағы иң һәйбәт егет һин, Нәжиб, тигән була. Ҡайһы яғым менән мин башҡаларҙан айырылып торам һуң, тигән һорауыма, ул: «Ябайһың!» — тип яуапланы. Мин әйтәм, эреләнеп-һауаланып йөрөрлөк дан-шөһрәттәрем, Шолоховтыҡы кеүек «Тымыҡ Дон» романдарым юҡ шул, тигән булам. Ул әйтә: «Юҡ, Нәжиб, һин Лев Толстойҙың «һуғыш һәм солох»ы кеүек әҫәрҙәр яҙһаң да үҙгәрмәйәсәкһең, һауаланыу һинең тәбиғәтеңә хас сифат түгел».

  • Эйе, Мәүлән, мин аристократ була алманым инде

ул.

  • Юҡ, һин аристократтың нәҡ үҙе! Зыялыһы, мәҙәниәтлеһе, тәртиплеһе. Ана Тургенев артистократ булмағанмы ни?!

  • Рәхмәт, рәхмәт, Мәүлән! Маҡтау һүҙен ишеткәс тә, ҡайһы берҙә рәхәт булып ҡала шул, — тинем.

Бында мин, Наилә, ябайлыҡты кешелеклелек тигән һүҙ менән алыштырыр инем. Мәүлән менән һөйләшеп ултырғандан һуң, кеҫә дәфтәремә бына шундай фекерҙәр яҙып ҡуйғанмын: «һәр саҡ үҙ-үҙең булып ҡал. Кешеләрҙе хөрмәт ит, барыһынан да өҫтөн булып ҡыланма. Юлың- дағы бөтә нәмәләрҙе лә тапап-иҙеп үтмә. Кешегә аяҡ салма, үҙеңдән талантлыраҡтарға юл бир. Артыңа ҡарап

463




ғибрәт ал, юғарыға ҡарап өлгө ал. Шәхес булараҡ үҫергә, камиллашырға тырыш. Эре лә булма, ваҡланма ла. Әпкәләй ҙә булма. Был донъяла бер ғәйепһеҙгә һинең башыңа һуғырға тороусылар ҙа табылыр, тимәк, үҙеңде яҡлай белергә лә кәрәк. һүҙ кешелек сифаты, үҙеңде дәрәжәле тотоу, үҙ дәрәжәңде төшөрмәү тураһында бара».

Наилә! Кисә тағы ла Мәүлән менән бер аҙ әңгәмәләшеп алдыҡ, һүҙ, нигеҙҙә, телдәрҙең матурлығы тураһында барҙы. Мәүлән үҙенең үзбәк телен маҡтай. Мин башта бүлдермәй генә уны тыныс ҡына тыңлап ултырҙым. «Беҙҙең үзбәк теле — донъялағы иң бай телдәрҙең береһе. Ул хатта урыҫ теленән дә байыраҡ», — ти. Миңә бер аҙ ҡыйын булып китте: «Әллә һуң был дуҫым да маҡтанырға яратамы?» (Шулай булһа, эштәр харап бит. Үҙең дә кәрәкмәйһең, былауың да хуш, Мәүлән Икрамов!..)

Бәхеттән, мин уйлағанса килеп сыҡманы, һүҙебеҙ, ғөмүмән, төрки телдәр хаҡында барҙы. Бер-береһен байытыусы үзбәк, төрөкмән, ҡарағалпаҡ, уйғыр, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, татар һәм башҡорт телдәрен иҫкә алдыҡ. Мәүлән һөйләгәндәрҙән шуны аңланым: үзбәктәр фарсы, ғәрәп һәм төрөк телдәрен (дөрөҫөрәге, һүҙҙәрен) ижади файҙаланып, үҙҙәренең теленә ингән бөтә сит һүҙҙәрҙе лә һаҡлап, бик ныҡ отҡандар.

Мин тел белгесе түгел, Наилә. Шулай ҙа беләм: революциянан һуң телебеҙҙән бик күп ғәрәп, фарсы һәм төрөк һүҙҙәрен алып ташлап насар эшләгәндәр. Йәнәһе лә, халыҡ уларҙы аңламай. Татарҙар ҙа беҙҙән ҡалышмағандар, бәлки, арттырып та ебәргәндәрҙер әле...

Был мәсьәләлә минең урыҫтарҙы маҡтағым килә. Г рек, латин, инглиз, француз, ғәрәп, татар телдәренән кергән меңдәрсә һүҙҙәрҙе бер ҙә һөйләшеү теленән дә, әҙәби телдән дә сығарып ырғытмағандар. Киреһенсә, бөтәһен дә ижади эшкәртеп, урыҫса яңғыратҡандар йәки, нисек килеп керһә, шул килеш ҡалдырғандар.

Наилә, беҙҙең китапханала һүҙ оҫтаһы, бөйөк телсе Владимир Дальдең 4 томдан торған «Аңлатмалы һүҙлеге» бар. Хәтерем яңылышмаһа, ул китаптарҙа 200 мең һүҙ тупланған. Шуларҙы бер арала асып ҡара әле, унан миңә яҙып ебәрерһең. Бына шул Даль Ырымбур губернаторында писарь булып эшләгән йылдарында (1831 — 1832) урыҫ телдәренә кергән бөтә татар һәм башҡорт һүҙҙәрен

464




йыйып барған. Шуларҙың, береһен дә ҡалдырмайынса үҙенең аңлатма һүҙлегенә индергән. Улар — меңдәрсә!..

Наилә! һин дә беләһеңдер инде, борон Мәхмүд Ҡашғари тигән ғалим булған. Шул мәшһүр зат ун быуат элек, йәғни 1073—1074 йылдарҙа «Төрки телдәр һүҙлеге» тигән китап яҙған. Нәҡ бына шул китапта башҡорт теле иң ныҡ билдәле төрки телдәр иҫәбенә индерелгән. Хоҙайым, әгәр ҙә башҡорт диалекттарын да (хет ете ырыуҙың һөйләшен) бергә туплап, шуларҙы һөйләшеү теленә кереткәндә, башҡорт теле, әлбиттә, донъялағы иң бай телдәрҙең береһе булыр ине. Мин был турала әйткәс, Мәү- лән аптырап ҡалғандай булды. «Нәжиб маҡтана башланы», тип уйламаһын өсөн, уға үҙемдең күптәнге бер хыялымды асып һалдым:

  • Мәүлән, минең үзбәк телен бик өйрәнгем килә!..

  • Нәжиб! һин быны ысын күңелдән әйтәһеңме?

  • Үзбәк теле миңә бик оҡшай! Музыкаль тел ул! Моңо бар уның!.. — Дуҫыма күҙ һалғайным, шатлығынан саҡ иламай ултыра. Ә мин күңелем нурҙарын йәлләмәйем, сөнки ысыны шул бит — үзбәк телен йәштән үк яраттым. — Мин бит фронтҡа, Мәүлән, урта Азиянан киттем. Бер- ике көн һинең Ташкентыңда торорға насип булды. Шунда баҙарығыҙҙа йөрөгәнемдә күп кенә үзбәк һүҙҙәрен отоп ҡалдым: гүшт, пиез, сабзи, бринж, яҡ (ит, һуған, кишер, дөгө, май) тигән һүҙҙәрегеҙ әле лә хәтеремдә! — тигәс, Мәүлән дуҫым мине саҡ ҡосаҡлап алманы...

И туған тел, и матур тел, әткәм-әнкәмдең теле!

Донъяла күп нәмә белдем һин туған тел арҡылы.

  • Хуп, Нәжиб, хуп! Бөгөндән башлап мине, үҙеңдең мөғәллимең, тип иҫәплә! Мин һинән бер тигән үзбәк яһармын, яраймы?

  • Рәхмәт, Мәүлән!

Әлбиттә, үҙ-ара һөйләшкәндә мин Мәүләндең бөтә һүҙҙәрен дә аңлайым кеүек. Ни тиһәң дә, беҙҙең телдәрҙең тамырҙары бер бит инде, беҙ — төрки телле халыҡ. Шулай ҙа һәр бер телдең үҙ нескәлектәре бар. Әйтәйек, үзбәктәрҙә күктәге айҙың ете төрлө исеме бар икән. Мин уларҙың күбеһен беренсе тапҡыр ишетәм. Беҙҙең ай исемдәренең дә бер нисәһе Мәүлән өсөн ят булды, аңламаны. «Тулған ай» уларҙа ла бар, ә бына «ҡыйырсыҡ ай», «ай урағы» улар телендә юҡ. «Мин һинең был һүҙҙәреңде үзбәк теленә лә индереп ебәрермен әле, Нәжиб!..» — тине Мәүлән. Бына бит, телең бай булһа, йөҙөң дә яҡты...

465




Наилә, һинең иҫеңдәме икән, 1959 йылда, булһа кәрәк, Муса Ғәли Салауатҡа ижади командировкаға килгәйне. Шунда ул үзбәк яҙыусыһы (сығышы буйынса татар) Әсхәт Мохтарҙың «Ҡарағалпаҡ ҡиссаһы» тигән әҫәрен башҡортсаға тәржемә итте. Бик яфаланып эшләне. Үзбәк телен еңел тип уйлағандыр, күрәһең. Эйе, үзбәктәр менән үҙ-ара һөйләшкәндә бөтәһе лә аңлашыла кеүек, ә әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡый башлаһаң, һинән дә наҙан кеше юҡ... Бәлки, Мусаның ижад йорттарында, яҙыусылар съездарында аралашып йөрөгән үзбәк дуҫына бер яҡшылыҡ эшләгеһе килгәндер ҙә, шуға тотонғандыр ул ауыр эшкә?!

Мин, бөтә эшемде ташлап, көндәр буйы Мусаға ярҙам итеп ултырҙым. Хатта шуныһы ла иҫтә ҡалған: күп кенә һүҙҙәрҙе тәржемә итә алмай яфаланғас, элек күреп-белеп йөрөгән бер үзбәк кешеһен эҙләп табып, ҡунаҡханаға алып килдем. Бер биш-алты тапҡырҙар ғына килгәндер ул. Тора-бара был бөтөнләй үҙ кеше булып китте. Беҙҙең өҫтәл өҫтөндә йылмайышып ултырған шешәләр ҙә оҡшап ҡалды уға. Бына шулай тәржемә ителде ул «Ҡарағалпаҡ ҡиссаһы»...

Байрам ашы ҡара-ҡаршы, тигәндәй, Әсхәт Мохтар үҙе лә Муса Ғәлиҙе аҙ тәржемә итмәне. Улар әле лә бик дуҫтар, хат алышып, ҡунаҡҡа йөрөшөп йәшәйҙәр. Бындай яҡынлыҡ беҙҙең әҙәбиәттәребеҙ өсөн дә бик мөһим. Үзбәктәр башҡорттарҙы, ә беҙ уларҙы уҡыйбыҙ!

Наилә, минең бер хыялым бар: фарсы һәм үзбәк, ғәрәп һәм төрөк телдәрен өйрәнеп, Көнсығыштың атаҡлы фекер эйәләре Фәраби, Бируни, Ибн Сина, Ибн Рәшид, Ибн Халдуи, Алишер Науаи, Ғүмәр Хәйәм, Хафиз әҫәрҙәрен уларҙың үҙ телдәрендә уҡығым килә. Быны мин, форсат үҙе ҡулыма килеп кергәс, үзбәк телен өйрәнеүҙән башлармын, моғайын. Был теләгем тураһында Мәүләнгә лә әйттем, ул хупланы, хатта һөйөндө лә! һин быға нисек ҡарайһың, Наилә? Ҡулымдан килерме был эш? Хоҙай биргән ғүмерем етерме ошо хыялдарымды тормошҡа ашырырға?

Ҡара әле, Наилә, мин был хатымды тотошо менән үзбәк дуҫыма бағышланым түгелме һуң? Үҙем уның тураһында яҙам, ә күңелемдән һеҙҙең менән һөйләшәм. Иртәгә Аяз менән Мәскәүҙең иң ҙур кейем-һалым кибете ГУМ-ға барабыҙ, һин Һорамаһаң да (минең Наиләм кәрәгенән артыҡ тыйнаҡ шул ул), үҙем исемлек төҙөнөм.

466




Бер аҙна-ун көндән бик шәп посылка алырһығыҙ, Алла бирһә! Ә инде бер өйрәнеп алһағыҙ, бәлки, үҙегеҙ ҙә «тегене ал, быны ал» тип, Мәскәүҙәге атайығыҙға заказ ғына биреп торорһоғөҙ... Ысынлап та, Наилә, әйҙә мин һиңә лә атай булайым әле. Атайҙар улар һәйбәт була бит, шулаймы?

Наилә, быныһын һиңә яҙып торорға ла кәрәкмәҫ ине, шулай ҙа ҡыҙыҡ өсөн генә булһа ла бәйән итәйем әле. Күптән түгел генә бер бик тә талантлы урыҫ шағиры (кем икәнен ҡайтҡас әйтермен) миңә шаҡтай ғына ауыр һүҙ әйтте. Әллә инде гел генә Аяз Ғиләжев, Нәжибәк Хафизов, Мәүлән Икрамовтар менән аралашҡанға бының асыуы килгәнме, һис көтмәгәндә был: «Нәжиб, ниңә һин рус телендә яҙмайһың? һинең ул башҡорт телең кемгә кәрәк?» — тип әйтеп ташламаһынмы! Былай ул үҙе мине хөрмәт тә итә һымаҡ. Йыш ҡына минән бурысҡа аҡса ла алғылай (эсергә ярата, ә кеҫәһе таҡыр). Мин дә «эт кеше» инде, шунда уҡ шап иттереп бының ауыҙына һуҡтым. Ҡул менән түгел, әлбиттә, ә тел менән сәпәнем:

  • һеҙҙең бит үҙ милләтегеҙҙән бер йүнле шағир ҙа юҡ. Пушкин — Эфиопиянан, негр, ә Лермонтов шотландец... и так далее! — тинем дә ҡырҡа боролоп, үҙ бүлмәмә кереп тә киттем. Бының «как?» тигән тауышы ғына ишетелеп ҡалды. Бер аҙҙан артыма боролоп ҡараһам, был ишекте асҡан да мөлдөрәп миңә ҡарап тора:

  • А я? — ти. — Не поэт что ли?

  • Әгәр һин тағы ла минең милләтемә һәм телемә ҡарата шундай туҙға яҙмаған һүҙҙәр яуҙыра башлаһаң, ҡара уны, мин һине...

  • Ә һин нимә эшләтерһең?

  • Мин һинең батшаларыңа тиклем барып етермен!..

  • Ҡайһылай?

  • Рәсәйҙең үҙ милләтенән бер генә батшаһы ла булмаған, гел немец та татар, йәһүд тә грузин, и так далее!.. — тигән булдым, бының күҙҙәренә тура ҡарап. Егетебеҙ майланған кеүек булды, хәҙер ярты саҡрымдан сәләм бирә...

Әлбиттә, беҙҙең был әйтешеү бала-сағасараҡ килеп сыҡты. Шулай ҙа үҙемде хаҡлы тип иҫәпләйем. Кешенең изге тойғолары менән шаярырға ярамай, һәм мин был мәсьәләлә тартылған йәйә -i, уғы ла булам...



467




Наилә, Дилара менән Әлфиә миңә хат яҙһындар әле. Рөстәм дә берәй һүрәт төшөрөп ебәрһен, балаларымды һағынам бит!

Рөхсәт ит, Наилә, һине йәш сағымдағы кеүек һурып- һурып үбәм һәм ҡосаҡлайым!

1961 йыл, 16 сентябрь, Мәскәү

Дүртенсе хат



һаумыһығыҙ, ҡәҙерлеләрем!

(Москва мехмоны Башкирдистон езувчиси Нажиб Асанбаев сузлари.)

Наилә, әйткәнемсә, мин ҙур ныҡышмалылыҡ менән үзбәк телен өйрәнә башланым. Еңел түгел, әлбиттә. Мәүлән дуҫҡа, телегеҙ музыкалы, уның моңо бар, тигәйнем бит. Эйе, был ысынлап та шулай. Әгәр ул тел яғымлы ла, күңелгә ятышлы ла булмаһа, тотош бер республика халҡы шул телдә һөйләшер инеме ни?! Бәлки, ул сит ҡолаҡ өсөн бер аҙ ҡытыршыраҡ булып тойолалыр. Бына, мәҫәлән, «Осие, Африка ва Латин Америкаси мамлакаттари ү халкаро кинофестивали епилди» тигән һөйләмде генә алып ҡарайыҡ. Үзбәктәрҙең үҙҙәре өсөн был иҫ китмәле матур яңғырай торғандыр, әлбиттә. Әммә минең ҡолағыма ул сәйерерәк булып ишетелә. Уны тағы ла матурыраҡ итеп, үҙебеҙсә, башҡортса әйткем килә. Эх, аһәңле лә шул беҙҙең туған телкәйебеҙ! Юҡ, юҡ, мин һис тә сит милләт телен яманларға йыйынмайым. Изге төшөнсәләр тәнҡит тә ителмәй, кәмһетелмәй ҙә ул! Улар шуға күрә лә изге, шуға күрә лә мәңгелек!

һеҙҙе бик ныҡ һағынам, Наилә! Мәскәү ҙә, яҡшы иптәштәр ҙә, бер өҙлөкһөҙ күҙгә салынған яңылыҡтар ҙа, күңелгә ағылған ғилем даръяһы ла был һағыныуҙарымды баҫа алмай шул. Наиләңде аҙыраҡ онотоп тор әле, тип, Аяз мине тиргәй. Балаларымды һағынам, тим. һин уларҙың ике ятып бер төштәренә лә кермәйһеңдер әле, тигән була. Беләм, уның күңеле һәйбәт, мине йыуатыр өсөн генә һөйләнгән була ул. Үҙенең дә эсе тулы ут уның, һиҙҙермәй генә. Ул ҡатмарлыраҡ кеше шул, бөтәһен дә һөйләп-уртаҡлашып бармай. Нисә әйтһәң дә, Ҡазан татары шул ул. Ә татар барҙа, хәтәр бар, тиҙәр. Әлбиттә, мин үҙем дә паспортым буйынса татар һаналам. Миндә


Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   25   26   27   28   29   30   31   32   ...   40




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет