Баҫма башҡорт халыҡ ижады, башҡорт халҡының рухи мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн файҙалы ҡулланма буласаҡ



бет2/27
Дата17.06.2016
өлшемі2.08 Mb.
#142946
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   27
Беренсе бүлек

ХАЛЫҠ ХИКӘЙӘЛӘРЕ ҺӘМ УЛАРҘЫҢ ЖАНРҘАРЫ

Терминдар мәсьәләһе

XX быуаттың 30—60-сы йылдарында әкиәт һәм көләмәстәр рәтенә инмәгән сәсмә әҫәрҙәрҙе беҙҙең фольклористикала «легенда» тигән термин менән билдәләп йөрөттөләр. Әммә легенда исеме менән аталған күпселек әҫәрҙәр, төптә- нерәк тикшереп ҡараһаң, йөкмәткеләренең йүнәлеше, хикәйәләү алымдары, стиль үҙенсәлектәре яғынан бер-береһенән ныҡ ҡына айырыла. Әлбиттә, тарихи прозаның бер генә төрҙән тормауын тикшеренеүселәр яҡшы аңлаған, тик был өлкәлә махсус эҙләнеүҙәр алып барылмағанлыҡтан, терминдар ҡулланыуҙа ҡабул ителгән уртаҡ фекер булманы.

Революцияға тиклемге осорҙа башҡорт халыҡ хикәйәләре, нигеҙҙә, тарихи-этнографик яҙмалар эсендә осрай һәм улар рус ғалимдары тарафынан күберәген «башкирское предание», «предания башкир», «башкирская легенда» рәүешендә атап йөрөтөлгән. «Предание» тигәне хәҙер беҙ ҡулланып йөрөгән «риүәйәт» тигән терминға тап килә. Халыҡ хикәйәләренең тармаҡтарын анығыраҡ күҙаллау йәһәтенән XVIII б. тарихсыһы П. И. Рычковтың хеҙмәте (252) иғтибарға лайыҡ. Миҫал әсән килтерелгән конкрет текстарға ҡарата ул «предание», «сказание», «рассказ», «поверье», «небылицы» тигән терминдар ҡуллана. Был терминдарға жанр үҙенсәлеге күҙлегенән ниндәйҙер теоретик фекерҙәр әйтелмәһә лә (ундай маҡсат автор алдына ҡуйылмаған),

14




телдә йөрөгән хикәйәләрҙең төрөн айырыуҙа П. И. Рычков- тың үҙ ҡарашы булғанын тоймау мөмкин түгел. Ул, күрәһең, был терминдарҙы әҫәрҙәрҙә сағылған ысынбарлыҡ менән уйҙырманың нисбәтенә таянып ҡуллана. Ул «предания», «сказания», «рассказы» тип килтергән халыҡ әҫәрҙәре, башлыса, ысын тормош күренештәренә арналған риүәйәттәрҙән ғибәрәт булһа, «небылицы», «поверья» тигәндәре халыҡ фантазияһы, мифологияһы менән бәйле легендаларҙы аңлата. Ошонан сығып, башҡорт фольклористикаһында ҡабул ителгән хәҙерге классификацияның нигеҙе, асылда, П. И. Рычков хеҙмәттәренә барып тоташа тип әйтергә мөмкин.

М. В. Лоссиевскийҙың бер мәҡәләһендә башҡорт халыҡ хикәйәләренә ҡарата «предание», «легенда», «хроника» тигән төшөнсәләр ҡулланылған (174, 368—385).

Революцияға тиклемге ғилми әҙәбиәттә «мифологик хикәйә» тигән термин да осрай (14, 210—213). Бында шулай уҡ терминға ниндәйҙер аңлатма биреп тороу юҡ, килтерелгән сюжеттар ендәр һәм сихырсылар хаҡында булып, улар мифологияға нигеҙләнеүҙән бигерәк, хөрәфәткә, ҡара ышаныуҙарға ҡоролған.

Октябрь революцияһынан һуңғы дәүерҙә, 20-се йылдарҙан уҡ, башҡорт халыҡ ижады әҫәрҙәрен йыйыу һәм өйрәнеү ныҡлы йүнәлеш алыу сәбәпле, матбуғатта һәр төрлө «белдереүҙәр», «ҡулланмалар» баҫыла башланы. Башҡортостан халыҡ мәғарифы комиссариатының әҙәбиәт йыйыу бүлексәһе тарафынан баҫтырып сығарылған белдереүҙә, мәҫәлән, халыҡ хикәйәләре «ҡисса», «үәҡает», «риүәйәт», «халыҡ ҡаһармандары хаятынан алынған... һәм төрлө дәүерҙәге тарихи ваҡиғалар тураһындағы хикәйәләр» рәүешендә тәҡдим ителде. Ошо уҡ осорҙа «ҡарһүҙ» (ҡары һүҙ —ҡарый һүҙ, иҫке һүҙ, элгәренән ҡалған һүҙ), «тарих» тигән атамалар ҙа күренә (100, 31).

Күп төрлө атамалар буталсыҡлығынан ҡотолоу ниәтендә, әкиәт һәм көләмәскә ҡарамаған сәсмә әҫәрҙәрҙе 30-сы йылдарҙа «легенда» тип кенә йөрөтә башланылар. Сығышы менән латин теленә ҡараған был атама 70-се йылдарға тиклем, бик һирәк осраҡтарҙы иҫкә алмағанда, халыҡ хикәйәләренә ҡарата ҡулланылған берҙән-бер термин булды.

15


1969 йылда М. X. Минһажитдинов менән Ә. Н. Кирәев (Кирәй Мәргән) тарафынан сығарылған йыйынтыҡтың «Башҡорт легендалары» тип аталыуы ла осраҡлы түгел ине. Китапҡа яҙылған инеш мәҡәлә авторҙары М. X. Минһажитдинов менән Ә. М. Сөләймәнов быны «Башҡорт фольклористикаһында «легенда» төшөнсәһе аҫтында стиль һәм художество үҙенсәлектәре яғынан да, тәғәйенләнеүҙәр е менән дә төрлө- төрлө булған әҫәрҙәр — халыҡтың йәнле телендә йөрөгән төрлө хикәйәләр ҡабул ителә» (45,7),— тип аңлаттылар.

Ләкин күп тә үтмәҫтән, улар үҙҙәре үк башҡорт халыҡ хикәйәләрен бары бер атама менән йөрөтөүҙең бик үк уңайлы булмауын танынылар. Марат Минһажитдинов, мәҫәлән, рус телендә яҙған мәҡәләләрендә халыҡ хикәйәләренә ҡарата, уларҙың йөкмәткеһенән сығып, легенда терминынан тыш, «легенда-риүәйәт» (легенда-предание) тигән термин ҡулланырға мәжбүр (182, 57—74). Әхмәт Сөләймәнов иһә топонимикаға бәйле фольклор материалдарын өйрәнеүгә бағышланған диссертацияһында халыҡ телендә ер-һыу, урын-атамаларын сағылдырған хикәйәләрҙе жанр яғынан ике төркөмгә: риүәйәт һәм легендаларға айыра (272). Халыҡ прозаһын өйрәнеүсе Б. Ғ. Әхмәтшин менән JI. Г. Бараг хеҙмәттәрендә лә «риүәйәт» (предание), «легенда», «риүәйәт- легенда» (предание-легенд а) терминдары йыш ҡулланыла (202, 17-24; 25; 28, 65-72).

Халыҡ хикәйәләрен өйрәнеү әлкәһендә күренекле рус фольклорсылары К. В. Чистов (316; 317; 318), С. Н. Азбелев (6), В. Е. Гусев (99), В. К. Соколова (265), һәм башҡаларҙың хеҙмәттәрендә күтәрелгән мәсьәләләр дөйөм теоретик әһәмиәткә эйә. Бында шулай уҡ, ғөмүмән, фольклор жанрҙары теорияһына ҡағылған тикшеренеүҙәр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалырға тейеш түгел. Был йәһәттән айырыуса В. Я. Проп- птың «Фольклор жанрҙарын төркөмләү принциптары», «Рус фольклорының жанрҙар составы» (234, 34—45, 46 — 82),

В. П. Аникиндың «Фольклорҙа жанрҙарҙың барлыҡҡа килеүе» (жанр төшөнсәһен һәм уның билгеләрен аңлатыуға ҡарата) (15, 28—42) тигән мәҡәләләре әһәмиәтле. Фольклор жанрҙарын системалы өйрәнеү, айырым жанрҙарҙың үҙенсәлектәрен асыҡлау йүнәлешендә рус фольклористикаһында ла (Н. И. Кравцов, В. М. Гацак, Б. Н. Путилов, Н. А. Кринич-

16


ная, Н. П. Колпакова), милли республикалар фольклоры буйынса ла (X. Г. Короглы, Р. Б. Бердибаев, Т. М. Мирзаев, С. С. Каташ, Ә. М. Сөләймәнов, Ф. И. Урманчеев, И. Н. Нәҙи- ров, В. Г. Родионов һ. б.) һуңғы йылдарҙа һөҙөмтәле ғилми тикшеренеү эштәре алып барылды. Жанр теорияһы күҙлегенән ҡарағанда, төрки фольклор ғилеме әлкәһенән айырыуса С. А. Каскабасовтың монографияһы иғтибарҙы йәлеп итә. Унда был мәсьәләгә «Ҡаҙаҡ фольклоры контексында жанрҙар теорияһы» тигән махсус бүлек бирелеп, ентекле анализ нигеҙендә фольклор жанрҙарының үҙенсәлектәре асып бирелгән (128).

Ҡыҫҡаһы, хәҙер инде фольклористикала жанр теорияһы буйынса ҡабул ителгән һәм дөйөм билдәле булған ҡағиҙәләр, үлсәмдәр бар. «Фольклор жанрҙары» тигән терминдың йөкмәткеһен тулыһынса асыу өсөн, халыҡ ауыҙ-тел ижадының телдән һөйләнелеү, индивидуаль ижад менән коллектив ижадтың үрелеше, вариантлылыҡ, традицияға таяныу кеүек һыҙаттарын күҙ уңында тотоу, шул уҡ ваҡытта сығышы яғынан фольклорҙың архаик ҡараштар, йола, ғөрөф-ғәҙәттәр, музыка, бейеүҙәр, ритуаль хәрәкәттәр менән бәйләнеше, йәғни синкретизм күренеше, геройҙың йәки персонаждың тормошон һүрәтләүҙәге үҙенсәлектәрҙе (мәҫәлән, оҙайлы үҫеш юлында циклдарға ойошоу тенденцияһы, был циклдарҙың төрлө формалары); ваҡыт, арауыҡ төшөнсәләрен- дәге үҙенсәлек, фольклор әҫәрҙәре поэтикаһының традиция ҡалыптарына ныҡ бойондороҡло булыуы, персонаждарҙы һүрәтләүҙәге бер ни тиклем тотороҡлолоҡ кеүек үҙенсәлектәрен иҫтә тотоу кәрәк.

В. Я. Пропп жанрҙы поэтик системаһы, тормош-көнкү- реш функцияһы, башҡарылыу рәүеше һәм музыкаль төҙөлөшө яғынан бер төрлө булған әҫәрҙәр йыйылмаһы тип билдәләне, һәм шул уҡ ваҡытта күрһәтелгән аспекттарҙың кимәле һәр жанрҙа бер үк булмаҫҡа мөмкин тип иҫкәртте. Рус фольклорының жанрҙар составын билдәләп, эпик проза тәңгәлендә иһә әкиәт прозаһын һәм әкиәт булмаған проза (несказочная проза) тармағын күрһәтте (234, 46—50).

В. П. Аникин менән К. В. Чистов фольклор әҫәрҙәренең тор- мош-көнкүреш функцияларын аныҡлауға айырыуса ныҡ баҫым яһайҙар. «Теләһә ҡайһы әҫәрҙең поэтик билгеләре,—

17


тип яҙа, мәҫәлән, В. П. Аникин, — бөтәһенән дә элек уның тормош функцияһы билгеләре» (15, 29).

К. В. Чистовтың әйтеүенсә, «жанр функцияһы тематиканы, идеялар даирәһен һәм шунан һуң геройҙарҙың тибын, сюжет ойоштороу принциптарын һәм художество сараларының берләшеүен билдәләй» (316, 5). Был осраҡта беҙҙе ҡыҙыҡһындырған халыҡ хикәйәләрен жанрҙарға бүлеүҙә К. В. Чистов сюжет нигеҙендә фантастиканың булыу-бул- мауына ҡарап эш итеүҙе маҡсатҡа ярашлы тип иҫәпләй. С. Н. Азбелев та шундай позицияла тора. «Ғилми нигеҙҙә жанрҙарҙы айырыу принциптарын теге йәки был жанрҙың ысынбарлыҡҡа булған үҙенсәлекле мөнәсәбәте буйынса эҙләргә кәрәк», — ти ул, һәм шуға ҡарап, халыҡ прозаһында «төп йөкмәткеләре ғәҙәти булмаған нәмәләрҙән торған хикәйәләр (әкиәт, легенда)», «төп йөкмәткеләре менән реаль булған йәки реаллеге ихтимал булырҙай факттарҙы һүрәтләгән әҫәрҙәр (риүәйәт, хәтирә, йәки хикәйә-иҫтәлектәр)» барлығын айырып әйтә (6, 12—13, 20).

Әкиәттәр һәм көләмәстәргә инмәгән халыҡ хикәйәләренең жанр төрҙәрен билдәләгәндә, башҡорт фольклорсылары ла әҫәрҙәрҙең ысынбарлыҡҡа мөнәсәбәтен, ундағы реаллек менән уйҙырманың нисбәтенә ҡарап эш итәләр, шул уҡ ваҡытта жанр барлыҡҡа килтереүҙә мөһим роль уйнаған структура ла иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Структураны тикшереү тема, сюжет, мотив, образ кеүек ҡанунлашҡан төшөнсәләр аша хәл ителә.

Конкрет материалды жанр теорияһы күҙлегенән байҡап сығыу телдә йөрөгән күп һанлы башҡорт хикәйәләрен, нигеҙҙә, дүрт жанрға бүлеп өйрәнергә мөмкинлек бирә. Ул жанрҙар: риүәйәт, легенда, хөрәфәти хикәйә һәм хәтирә. Әлбиттә, «халыҡ хикәйәһе» тигән төшөнсәне киң мәғәнәһендә алғанда, жанрҙар даирәһе әйтелгәндәр менән генә сикләнмәй. Бында маҡсатҡа ярашлы рәүештә ваҡиғаларҙы ысынбарлыҡҡа бәйләп тасуирлаған төрҙәр күҙ уңында тотола.

Мәғлүм булыуынса, фольклор жанрҙары тарихи үҫеш процесында ҡалыплашҡан билдәле бер системаны тәшкил итә. Был система эсендә үҙ-ара яҡын торған күренештәр менән бер рәттән, бер-береһенән алыҫлашҡан, хатта ҡапма- ҡаршы торғандары ла бар. Тик ошо күренештәрҙе асыҡла

18




ған хәлдә генә, айырым фольклор жанрының үҙенсәлеген асыҡларға мөмкин.

Сәсмә жанрҙар тәңгәлендә был уртаҡлыҡ һәм айырымлыҡтар түбәндәгеләргә ҡайтып ҡала.

Легенда һәм хөрәфәти хикәйәләрҙе, риүәйәт, хәтирәләрҙе үҙ-ара яҡын жанрҙар төркөмөнә берләштереүсе төп һыҙат — ысынбарлыҡҡа мөнәсәбәт һәм функциялар берҙәмлеге. Тарих һөйләү, тормошта булған, айырым осраҡтарҙа хатта булмаған хәл-ваҡиғаларҙы ла булған хәл итеп һүрәтләргә ынтылыу —был жанрҙарҙың һәр ҡайһыһы өсөн хас. Әлбиттә, тарихилыҡ төрлө әҫәрҙәрҙә төрлөсә. Халыҡ прозаһының жанрҙары бер-бер еһенән, асылда, шул тарихилыҡтың «миҡдарына», шулай уҡ хикәйәләү объектына һәм ысулдарына, йәғни һүрәтләүҙә фантастика менән ысынбарлыҡтың нисбәтенә ҡарап айырыла.

Риүәйәт



Тормошто, ваҡиға һәм шәхестәрҙе, төрлө донъяуи күренештәрҙе хәҡиҡәткә тоғролоҡ күҙлегенән яҡтыртыуҙа риүәйәт жанры төп урынды алып тора. «Риүәйәт» һүҙе беҙгә ғәрәпсәнән ингән. Ул «хикәйә, версия» тигәнде аңлата.

Риүәйәттәрҙең күпселеге туранан-тура ниндәй ҙә булһа ижтимағи йәки көнкүреш әһәмиәтле хәл-ваҡиғаның, күренештең, факттың, атаманың, төшөнсәнең тарихын асыҡлауға нигеҙләнгән. Шуға күрә ғилми әҙәбиәттә уларҙы йыш ҡына «аңлатмалы этиологик проза», «тарихи проза», ә халыҡ телендә «тарих», «ҡарһүҙ» тип йөрөтәләр. Риүәйәттәргә ҡарата йәнле һөйләштә (хәҙерге заман уҡымышлылары араһында) тағы «хикәйәт» тигән термин ҡулланылғылай, уның йөкмәткеһенә шулай уҡ күптән булған хәл, тарих тигән төшөнсә һалына. Әммә формаһы яғынан хикәйәттәр — күпмелер дәрәжәлә эпосҡа тартым, әҙәби әҫәрҙәргә яҡын ижад төрө. 3. Шәһәр яҙып алған «һуңғы йыр» (55, 277—287), И. Старков баҫтырып сығарған «Аҫылкүл» (55, 301—304), мәҫәлән, шундайҙарҙан.

Әммә риүәйәт үҙенең төп маҡсаты менән тарихты, факттарҙы аңлатыуға йүнәлдерелгән булһа ла, ул тарихи

19




документ түгел. Ауыҙ-тел ижады әҫәре булараҡ, риүәйәттәрҙә тарих халыҡ аңындағыса, халыҡ ҡарашынса, халыҡ күңеле аша яҡтыртыла.

Телдән телгә күсеп, оҙайлы йәшәү юлын үткәндә, әҫәрҙәге тарихи йөкмәткенең күп кенә яҡтары юғалырға, хатта бөтөнләй үҙгәрергә мөмкин. Үҙенең нигеҙе менән халыҡсан булған риүәйәттең икенсе социаль төркөм эсендә бөтөнләй башҡа йүнәлеш алып китеүе лә ихтимал. Ҡыҫҡаһы, факттар алмашыныу, анахронизм күренештәре — риүәйәттәрҙә шаҡтай йыш осрай торған хәл. Миҫал өсөн конкрет тарихи ваҡиғаға—1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиән һуғышына бәйле «Пугачев менән Салауат юлы» (55, 213—214) исемле бер риүәйәтте генә алайыҡ. Был әҫәрҙә Салауат Юлаевтың дуҫы Кинйә һәм башҡа яуҙаштары менән Ҡаҙанға табан үтеп барышлай хәҙерге Саҡмағош райондарында туҡтап, ял итеп китеүе хаҡында һүҙ бара. Тарихи документтарҙан билдәле булыуынса, Емельян Пугачевтың Ҡазан походында башҡорт яугирҙәре менән Кинйә Арыҫланов ҡатнаша. Ә Уса крепо- сын алғанда яраланған Салауат иһә дауаланыу өсөн үҙ йортонда ҡала. Яралары бер аҙ уңалғас та, ул, яңынан ғәскәр туплап, Бөрө ҡалаһын ала, Елдәк ҡәлғәһендә нығына. Ошо осорҙа үҙенең ғәскәрҙәрен тулыландырыу ниәтендә, Салауат, Саҡмағош, Дүртөйлө яҡтарына сапҡындар ебәргән булырға тейеш. Тимәк, риүәйәт тарихи дөрөҫлөккә тап килә: Салауат ораны буйынса бөтә Башҡортостан халҡының яуға күтәр елеүе, башҡорт батырының абруйы, Пугачевтың Ҡаҙанға булған походында башҡорт яугирҙәренең ҡатнашыуы—былар бөтәһе лә тарих фәне аңлатыуына тура килгән реаль факттар. Ә инде халыҡтың Саҡмағош ерҙәрендә Салауат эҙҙәрен күрергә теләүе һәм шул арҡала риүәйәткә поэтик шартлылыҡ, уйҙырма элементтар килеп инеүе аңлашыла торған хәл, һәм ул әҫәрҙең дөйөм йүнәлешенә, идеяһына зыян килтермәй.

Тәү ҡарауға ҡайһы бер риүәйәттәрҙә ҡоро уйҙырма һымаҡ мотивтар ҙа осрай. Ләкин, ентекләберәк тикшереп ҡараһаң, ул мотивтарҙың да ысынбарлыҡтан алынғанлығы, йә уға бик яҡын булғанлығы асыҡлана. «Ҡоломбәт батыр» исемле риүәйәттә (55, 173 — 174) батшаның алтын табағы менән алтын ҡалағын йәшереү (урлау) мотивы —тап ана

20




шундай. Алтын «урлаған» геройҙың тапҡырлығына һоҡланып, батшаның уға һәм мәжлестәге башҡа бик күп илселәргә берәр алтын табаҡ менән берәр алтын ҡалаҡ бүләк итеп, оло һый-хөрмәт күрһәтеп ҡайтарып ебәреүенә ыша- ныуы ҡыйын, әлбиттә. Ләкин был бөтөнләй буш ерлектә тыуған мәғәнәһеҙ уйҙырма ла түгел. Баҡһаң, Уралдағы Демидов заводтарында рәсми рәүештә уҙғарыла торған йолалар булған икән. Айырым осраҡтарҙа предприятиеның юбилей хөрмәтенә ҡарт эшселәр өсөн табын әҙерләнгән һәм ошо мәжлестә ҡатнашыу иҫтәлегенә эшселәргә үҙҙәре ашаған ҡалаҡты алырға рөхсәт ителгән (253, 250—254). Аңлашылыуынса, телгә алынған риүәйәттә факт тарихи ерлекле, тик уның урыны һәм ваҡыты алмаштырылған: завод хужаһының роле Иван Грозныйға бирелеп, шуға бәрәбәр ябай ҡалаҡ алтынға әүерелдерелә, хатта уға ҡушымта — алтын табаҡ өҫтәлгән (батша һынлы батшала ҡайҙан ябай һауыт булһын инде?), XIX б. ваҡиғалары элегерәк дәүергә күсерелгән. Бындай үҙгәреш — фольклор поэтикаһы сиктәренә һыя торған ғәҙәти күренеш. Яңы сюжеттар тыуҙырғанда билдәле мотивтарҙы ҡулланып ебәреү шулай уҡ телдән һөйләнелеп йөрөй торған әҫәрҙәрҙә йыш осрай. «Ҡоломбәт батыр»ҙағы алтын һауыт йәшереү мотивы халыҡ ижадын һөйөүселәргә «Йософ менән Зөләйха ҡиссаһы» аша таныш. Ә инде нигеҙҙә уйҙырмаға ҡоролған «Ҡоломбәт батыр» сюжетына килһәк, унда туранан-тура әйтеп бирелгән тормош дөрөҫлөгө лә бар —ул башҡорттарҙың Иван Грозныйға илсе ебәреүҙәр е. Ошо рәүешле риүәйәттәрҙә уйҙырма менән тормош дөрөҫлөгө һәр саҡ бергә үрелеп бара, уларҙағы уйҙырма —әллә ниндәй мөғжизәле хыял түгел, ә ысынбарлыҡҡа яҡын торған поэтик уйҙырма. Быны риүәйәт жанрының мөһим бер үҙенсәлеге тип ҡарарға кәрәк.

Тормошта булған һәр күренеште, ваҡиғаны сағылдырыу риүәйәт жанрының маҡсатына инмәй. Үҙенең күңелен йә бөйөклөгө, йә түбәнлеге менән тетрәткән ваҡиға, хәл-әхүәл- дәрҙе генә тарих, хикәйәт итеп һөйләй халыҡ. Ниндәйҙер яғы менән иғтибарға лайыҡ булған күренештәр, йә ҡәҙимге күренештә бик ғәҙәти булмаған нәмәләр генә риүәйәтселәр- ҙең күңелен йәлеп итә. һөйләүсе тарафынан да, тыңлаусылар яғынан да риүәйәттәргә оло ихтирам, ышаныс бар,

21




уларға халыҡ тарихы, боронғоларҙан ҡалған һүҙ итеп ҡарау һиҙелә. Йыш ҡына риүәйәтсе үҙе һөйләгән ваҡиғаның, тарихтың дөрөҫлөгөнә, булған хәл икәнлегенә баҫым яһап, шуға ышандырырға тырыша. Бының өсөн ул хатта мөмкин булған осраҡта ваҡиғаның дәүерен, йылдарын күрһәтеп һөйләй, («Кәшмәр тауы, Шаһиттар ҡыраһы», «Ыҫмаил менән Дауыт» һ. 6.-55, 215, 171 — 173), йә «элек ата-бабаларыбыҙ һөйләй торғайны» тигән формала һылтанма яһай. Ваҡиғалар бик боронғо, йә билдәһеҙерәк дәүергә ҡалһа, «борон булған хәл», «борон был тирәлә бер батыр йәшәгән» һәм шул батырҙың исеме күрһәтелә («Алдар-Шымай менән Зөһрә» —55, 173). Ваҡиға, хәл-әхүәл, күренеш булған урынды, уларға бәйле булған кешеләрҙең исемдәрен телгә алыу риүәйәттәрҙә бик йыш осрай. Миҫал әсән «Салауат ауылы» тигән бер ҡыҫҡа ғына риүәйәтте алайыҡ: «Салауат батыр Пугачев менән Троицк яғынан сигенеп килеп, хәҙерге Салауат ауылы тирәһендә туҡтай. Ул урын Ҡырҡты тауының көньяҡ битендә «Ҡанлы бил» тигән ерҙә була. Йылғаһына ла «Ҡанлы бил» тиҙәр.

Был яҡ көн биттәге башҡорт ырыуҙары Тамъян, Түңгәүер, Күбәләк, Тиләү, Ҡатай, Ҡыпсаҡтар төркөм-төркөм яусылар ойоштора. Бер төркөм яусыларҙың башлығы итеп беҙҙең олатайыбыҙ Шәйхем Ҡолаҡаев тәғәйенләнә. Әлеге урында бик ҡаты яу була. Шул ваҡытта Шәйхем үлтерелә. Ҡәберлектәрҙең береһе хәҙер ҙә «Шәйхем зыяраты» тип йөрөтөлә.

Батша ғәскәрҙәре был урында еңелә. Яуҙан ҡалған яралы аттарҙы һуйып, ҙур туй яһайҙар. Салауат ауылының исеме шунан ҡалған» (55, 215).

Күренеүенсә, риүәйәттәрҙәге ышандырып һөйләргә тырышыу тенденцияһы бында бик асыҡ сағылған. Ышандырырға иҫәп тотоп һөйләү ер-һыу атамаларын, рельеф төҙөлөшөн аңлатҡан риүәйәттәрҙә объекттың формаһын, күләмен, төҫөн, урынын күрһәтеү аша еткерелә: «Ағиҙелдең уң яҡ ярында, Муйнаҡташ менән Аҙанташ араһында һандыҡҡа оҡшап торған ҙур бер ҡая таш бар» («һандыҡташ йәки Исламғол ҡурай тартҡан таш» —55, 117), «Муйнаҡ- таштан бер саҡрымдай ары киткәндә, Ағиҙелдең уң яҡ ярында бер таш күренер. Уның тупаҡ түбәһен ерән һары

22




мүк ҡаплағанға күрә, был ташты «һарыбашташ» тип тә, «Ерәнбаш» тип тә йөрөтәләр» (55, 118).

Күпселек осраҡта риүәйәттәр локаль характерҙа булып, теге йәки был урынға, ер-һыу атамаларына бәйле йәшәйҙәр, йә айырым төбәктәрҙә булған хәл-ваҡиғалар, күренештәрҙе сағылдырып, шул төбәктә киң билдәле була. Әйтәйек, «Антонташ», «Антон ҡаяһы», «Иылҡысыҡҡанкүл» (55, 92, 110—111) кеүек риүәйәттәр Башҡортостандың Бөрйән районында; «Салауат ыҙаны», «Салауат ташы» һымаҡ риүәйәттәр (55, 214) Башҡортостандың Салауат, Ҡыйғы райондарында киң билдәле. Салауат тураһында төрлө райондарҙа риүәйәттәр йәшәй, әммә уның үҙенең тыуған яҡтарында улар күберәк. Теге йәки был ырыу-ҡәбиләләрҙең сығышы тураһындағы халыҡ хикәйәләре шулай уҡ ошо ырыуҙар йәшәгән урында киңерәк билдәле, айырыуса вағыраҡ ырыу тармаҡтары — аймаҡ, ара, түбәләр хаҡындағы риүәйәттәр билдәле бер тирәгә нығыраҡ ереккән. («Биресбаштар араһы», «Биреләр араһы» һ. 6.-55, 81—82, 84 — 85.)

Төҙөлөштәре, формалары яғынан риүәйәттәр төрлөсә. Бер төркөмөнөң сюжеты бик ябай. Уларҙа хикәйәләү күберәк тормоштағы ниндәй ҙә булһа бер ваҡиғаны, күренеште тасуирлауға ҡорола, һөйләүсе өсөн боронғоно үҙе ишеткәнсә тыңлаусыға еткереү мөһим, йәғни уны, беренсе нәүбәттә, факт ҡыҙыҡһындыра. Риүәйәт һөйләүсе әҫәрҙең формаһы хаҡында йырсы йәки ҡобайырсылар һымаҡ артыҡ уйлап тормай. Күп осраҡта ул быны һүҙ ыңғайында, яйы килгәндә контекста һөйләй, йәғни борондан ҡалған «тарих»ты иҫкә төшөрә, шул хаҡта мәғлүмәт бирә. Шуға ла риүәйәттәрҙең ныҡ ҡанунлашҡан даими текстары ла булмай. Риүәйәттең төҙөлөшө, формаһы һөйләүсенең оҫталығына бәйләнгән. Уның стиле, асылда, — һөйләүсе телмәренең стиле. Был айырыуса ауыл тарихтарына, ер-һыу, тау-таш исемдәренә ҡараған топонимик риүәйәттәр миҫалында асыҡ күренә. Сюжеты булмаған, йә өҙөк сюжетлы текстар тик информацияға ғына ҡорола. Уларҙың төп маҡсаты мәғлүмәт биреү булғанлыҡтан, художестволылыҡҡа ынтылыу бында һиҙелмәй («Салауат ғаиләһенең һәләкәте», «Салауат күпере», «Йәҙрәле һаҙ» —55, 114, 212, 214). Шуға ла бындай текстарҙы халыҡ-ара терминология практикаһында «хроникаттар»

23




тип атау ҡабул ителгән. Башҡорт риүәйәттәренең күпселеге — фабулалы, йәғни сюжетлы хикәйәләр, һүрәтләнгән тормош күренештәренең, хәл-ваҡиғаларҙың характерына ҡарап, риүәйәт сюжеттары бер эпизодтан («Салауат менән Ҡараһаҡал», «Абласкин-Яуымбай» — 55, 137, 203) һәм бер нисә эпизодтан торорға мөмкин («Морҙағол», «Ҡәнифә юлы», «Салауат менән Балтас» — 55, 178 — 180, 187 — 188, 203—206). Күпте белгән ауыл ҡарттары, аҡһаҡалдар бер тарихты һөйләгәндә, шуға бәйләп, әллә ни тиклем башҡа мәғлүмәттәр биреп ташлаусан була. «Бөрйәндәр хан замандарында» тигән риүәйәт (55, 155 —156) —шуның типик бер өлгөһө. Башҡорттарҙың Бөрйән һәм Ҡыпсаҡ ҡәбиләләре хаҡында ентекле хикәйәләү, был ҡәбиләләрҙең ерҙәренә яу менән килгән Сыңғыҙхандың мөғжизәле тыуыуы тураһында фантастик хәбәр, монгол ханының урындағы халыҡ һәм түрәләр менән мөнәсәбәте, бейҙәргә тамғалар өләшеүе, башҡорт һәм башҡа ҡайһы бер төрки телле халыҡтарҙың мосолманлыҡҡа күсеүе, топонимик һәм этнонимик аңлатмалар—былар бөтәһе лә бер текст эсендә һыйышып йәшәй, һәм быны риүәйәт жанрының тәбиғәте бик еңел күтәрә.

Риүәйәттең сюжет төҙөлөшө, художестволылығы, бер яҡтан, һөйләүсенең оҫталығы, уның халыҡ традицияларын бе- леү-белмәүе менән бәйләнгән булһа, икенсе яҡтан, сағылған объект һәм һөйләнелгән хәл-ваҡиғаларҙың мөһимлеге, ҙурлығы менән дә бәйләнгән. Халыҡ күңелендә тәрән эҙ ҡалдырған оло ваҡиғалар, тормоштағы драматик ситуациялар айырым бер тулҡынланыу, эмоциональ көсөргәнешлек менән яҡтыртылалар, уларҙа художестволы хикәйәләү алымдары ярайһы уҡ яҡшы сағыла («Биксура», «Аҡман-тоҡман», «Бошман-Ҡыпсаҡ батыр», «Йөрәктау» — 55, 156 — 160, 120).

Ғилми әҙәбиәттә риүәйәт жанрының төп функцияһы — мәғлүмәт биреү, танып белеү функцияһы, ә эстетик вазифаһы юҡ дәрәжәһендә аҙ тигән фекерҙәр ҙә булғыланы (К. В. Чистов). Был фекер башҡорт риүәйәттәренең бик бәләкәй бер өлөшө, информатив характерҙағы сюжетһыҙ йә киҫек сюжетлы үрнәктәре менән генә раҫлана. Фабулалы сюжеттарҙа, айырыуса, дөрөҫлөк менән уйҙырма тығыҙ үрелеп барғандарында иһә, ентекләберәк ҡараһаң, художестволылыҡҡа, экспрессивлыҡҡа иҫәп тотоу тенденцияһы

24




күренеп тора. Миҫал өсөн тормош-көнкүреш ваҡиғаларына бәйле тыуған «Кинйәбай» исемле бер риүәйәтте генә хәтергә төшөрәйек. Бында ваҡиғалар, нигеҙҙә, ысынбарлыҡтағыса һүрәтләнә, риүәйәтсенең вайымһыҙ булмауы, көсөргәнешле, тыңлаусыны ҡыҙыҡһындырырлыҡ итеп хикәйәләргә тырыш- ҡанлығы бик асыҡ һиҙелә. Сюжет Дим буйында дан тотҡан Ҡунаҡбай, Кинйәбай, Фәхретдин атлы өс батыр булыуы хаҡында хәбәр итеүҙән башлана. Был өс батырҙың Ырымбур- ға йыйынға саҡырылыуы ла тыныс хәбәр итеү планында. Әммә риүәйәтсенең артабан «йыйын башлана», тип һөйләп алып китеүе тыңлаусыла тулҡынланыу, ҡыҙыҡһыныу уятыуға тәүге бер этәргес бирә, ә инде көрәштең иң ҡыҙған сағында егермеләп һыбайлы ҡаҙаҡтың майҙанды ярып килеп инеүе тыңлаусыны бөтөнләй һағайта, һағайтмаҫлыҡмы ни: «Барыһы ла ҡамсынан. Урталарында яланғас тәнле, оҙон буйлы, ағас билбаулы бер ҡаҙаҡ килә, ти. Уны сынйырлап арттан тотоп киләләр икән». Күренеүенсә, көсөргәнешле ситуацияны тыңлаусыға еткереү өсөн риүәйәтсе һүҙгә йомартланып, ҡыйыуланып китә. Ҡаҙаҡ бәһлеүәненең көс-ҡеүәтен һәм уның башҡорт батырҙары әсән ҡурҡыныслы конкурент булыуын күрһәтеү әсән, ул бик сағыу эпитеттар ҡуллана, ғәҙәттән тыш ҡиәфәтен һүрәтләй, хатта уға сынйыр ҙа кейҙереп ҡуя. Артабан көрәш майҙанында ҡаҙаҡ бәһлеүәне әкиәт батырҙары һымаҡ күрһәтелә: «Ҡаҙаҡ

батыры ун батырҙы бер ни ише күрмәй атып бәрҙе, ти. Ҡайһылары имгәнеп бөттө, ти...» Бына шул батыр менән көрәшкә башҡорт батыры Кинйәбай сыға. һөйләүсе уның, асылда, ғәҙәти батыр булыуын күрһәтә: «...буйы ике аршын да ике ҡарыш икән». Ғәҙәттән тыш ҡаҙаҡ батыры менән ғәҙәти башҡорт батырының көрәше сюжеттың иң көсөргәнешле моментын (кульминацияһын) тәшкил итә, һәм ул Кинйәбайҙың еңеүе менән тамамлана. Геройҙар образында- ғы контраслыҡ (антитеза) риүәйәттең эстетик тәьҫир көсөн билдәләй.

Әҫәрҙең тамамланышы — риүәйәт жанрына хас тамамла- ныш: «Беренсе батыр булып, Дим буйы башҡорто Кинйәбай ҡалған. Уны ике көн ҡунаҡ итеп ҡайтарып ебәргәндәр.

Был хәл сама менән 1880 йылдарҙа булған» (55, 316).

25




Шулай итеп, күләме яғынан ҙур булмаған был риүәйәт ғәжәп төҙөк сюжетлы, художестволы. Ваҡиғаны, хәл-әхүәл- дәрҙе эҙмә-эҙлекле һәм экспрессив планда һүрәтләү бында ныҡ һиҙелә. Бының сәбәбе, беҙҙеңсә, сағылдырған объекттың риүәйәтселәргә яҡын, аңлайышлы булыуында. Тормошто белгән оҫта риүәйәтсе көнкүреш ваҡиғаһын һөйләүҙә үҙен иркен тоя һәм тыңлаусыны ҡыҙыҡһындырыу өсөн ул хыялын бик сикләп тормай, хатта әкиәт алымдарын ҡуллана.

Башҡорт риүәйәттәренең геройҙары — тарихи шәхестәр (Салауат Юлаев, Емельян Пугачев, Кинйә Арыҫланов, Екатерина И, Перовский, Ҡараһаҡал, Аҡай...), йәки ҡылған эше менән башҡаларҙан айырылған күренекле кешеләр (изгелекле ҡасҡындар, түрәләр). Риүәйәттәрҙә шулай уҡ фажиғәле яҙмыш (урланған ҡыҙҙар, йәберһетелгән килендәр), батырлыҡ йәки берәй иҫтә ҡалырлыҡ эш эшләгән йәки ҡылыҡ күрһәткән ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар образы ла сағылыусан. Образдарҙың бирелеү формаһы туранан-тура риүәйәттең йөкмәткеһенә һәм һөйләүсенең шул персонажға булған мөнәсәбәтенә, фольклор традицияларын үҙләштерә алыу ҡеүәһенә, һүҙ оҫталығына бәйләнгән. Бер осраҡта һөйләүсе персонаждың ҡылығын, характер һыҙаттарын, сығышын ярайһы уҡ ентекләп бирә («Салауат батыр», «Ҡаранай батыр һәм уның ярандары», «Ғилмияза»), икенсе осраҡта персонаждың исемен һәм ҡылған эштәрен әйтеп китеү менән генә сикләнә (Перовский, Екатерина II).

Ғөмүмән, геройҙы эш-хәрәкәттәре аша кәүҙәләндереү — риүәйәттәргә хас бер үҙенсәлек. Портретҡа артыҡ ныҡ туҡталып тороу бында күҙәтелмәй. Геройҙың ҡиәфәтен, ниндәйерәк кеше булыуын һүрәтләгәндә, риүәйәтселәр һүҙгә һаран, улар күберәген әҙер, ҡалыплашҡан тел саралары, һүҙбәйләнештәр менән эш итәләр. Бына, мәҫәлән, бер нисә өлгө:

«Айсыуаҡ бик тә көслө, бик тә батыр була» («Айсыуаҡ мажаралары»); «һаҡмар буйында мыҡты кәүҙәле, оҫта йырсы, сәсән телле Баязитдин исемле бер батыр йәшәгән, ти» («Баяс»); «Бынан ике йөҙ йыл элек беҙҙең Иҙел башы яҡтарында Камал исемле бик батыр егет булған» («Камал ҡасҡын»); «Борон Ирәндек яғында Уҙаман исемле апай йәшәгән. Ул төҫкә һылыу ҡыҙ булған» («Уҙаман апай»);

26




«Бик уңған, төҫкә сибәр бер ҡатын булған был» («Алтынсәс»); «Бер ауылда буйға зифа ҡамыштай, төҫкә күҙ ҡарап туймаҫлыҡ сибәр ҡыҙ үҫеп етеп килгән, ти» («Уралбай» — 55, 242-243, 255, 262-264, 290-291).

Ҡайһы берҙә генә персонаждың һыны һәм уның рухи һыҙаттары риүәйәттәрҙә традицион алымдарҙа киңерәк һүрәтләнә, көнсығыш романтик поэзия рухында күрһәтелә. Мәҫәлән:

«...Ҡыҙ шундай матур булған, хатта Әй буйына һыуға төшкән сағында, йылға ағыуынан туҡтап, уның һылыулығына хайран ҡалыр булған, ти. Ҡыҙҙың матурлығына бөтә Әй буйы халыҡтары маһайған.

Көнһылыу йырға ла бик шәп булған. Уның тауышын таң ҡалып тыңлар булғандар. Көнһылыу йырлай башлаһа, һандуғастар һайрауынан, елдәр иҫеүенән, януарҙар үкереүе- нән туҡтағандар. Уны күргән егеттәр торған ерҙәрендә иҫһеҙ булып ҡалғандар, ти» (55, 291—293).

Фольклорға хас гипербола алымында һүрәтләү Көнһы- лыуҙың үтә матурлығын ғына түгел, рухи донъяһының нәфислеген, илаһи йәнлелеген аңларға ярҙам итә. Шуға ла риүәйәт тыңлаусыны (йәки уҡыусыны) тыныс ҡалдырмай.

Башҡорт риүәйәттәрендә тәбиғәтте һүрәтләү, тәбиғәт байлыҡтары менән һоҡланыу мотивтары йыш осрай. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: бында ла, асылда, антитеза алымы ҡулланылып, тәбиғәттең хәҙерге торошонан бигерәк боронғоһо менән һоҡланыу күҙгә ташлана: «Сарман ҡарт был урынға килеп ултырғансы, әле беҙҙең яҡтарға Сыңғыҙ, Батый сиреүҙәре килгәнсе, Ағиҙел тамағы, Ыҡ буйҙары, Мәллә менән Минзәлә йылғалары тәрән һыулы, балыҡлы булған, тирәләре ҡуйы урман менән ҡапланған. Ул ҡош- ҡорт, йәнлектәрҙең иҫәбе-һаны юҡ» («Биксура»); «Ул заманда йылғаның һыуы мул булған, балығы күп булған, буйы ҡуйы ағаслыҡ менән ҡапланған» («Бәндәбикә менән Ерәнсә сәсән» —55, 163—165). Шулай күпкә идеаллаштырып һүрәтләнгән элеккеге менән сағыштырыу тәбиғәттең хәҙер ярлыланыуын күрһәтеү өсөн генә түгел, билдәле социаль мөнәсәбәттәрҙе тойомларға ярҙам итә.

Риүәйәт —эпик жанр. Уның төп үҙенсәлеге — хикәйәләү. Хикәйәләүҙең характеры жанрҙың тәбиғәте, башҡарған

27




вазифаһы менән билдәләнә. Айырым риүәйәттәрҙең башла- нышында әкиәтсәрәк итеп һөйләү элементы («Борон-борон замандарҙа...», «Бик борон...» һ. б.) күренеп ҡалһа ла, әкиәт алымы шул башланыштан ары китмәй. Күптәнге ваҡиға һәм күренештәрҙе «булған хәл» рәүешендә һөйләү, уларҙың сығышын (этиологияһын) «аңлатыу» риүәйәттәрҙең стиленә һиҙелерлек үҙенсәлек бирә. Сюжет, ғәҙәттә, бәйән ҡылыу, раҫлау һәм белешмә биреүгә ҡоролоп, риүәйәтсе шуның ысынлығына тыңлаусыны ышандырыу ниәтендә һөйләй, хәл-ваҡиғаның урыны, ваҡыты, унда ҡатнашҡан кешеләр һәм башҡа шуның кеүек конкрет төшөнсәләр менән эш итә. Ваҡиғалар реаль йәки реаль булыуы ихтимал булған тормош фонында яҡтыртыла. Уйҙырма мотивтар була икән, улары ла шул реаллекте ҡалҡыуыраҡ итеп күрһәтеү өсөн алына.

Легенда



Халыҡ хикәйәһенең икенсе бер жанры — легенда ла (латин һүҙе, «уҡылырға тейешле текст» тигәнде аңлата), нигеҙҙә, ысынбарлыҡта булып үткән һәм булыуы ихтимал тип уйланылған хәл йәки ваҡиғаларға таянып ижад ителә. Тик риүәйәттәрҙән айырмалы рәүештә, унда фантастик уйҙырма, хыял, мөғжизә мотивтары төп урынды ала, ҡайһы бер легендалар хатта тотошлайы менән уйҙырмаға, ғәҙәттән тыш хәл һәм ваҡиғаларға ҡорола. Шуға ҡарамаҫтан, уларға ла тарихилыҡ хас. Легендаларҙың тарихилығы уларҙағы поэтик уйҙырмаларҙың билдәле тарихи дәүерҙә барлыҡҡа килеүе менән бәйле. Космогоник, этногенетик һәм этнонимик легендаларҙың тарихи нигеҙен күп осраҡта ана шул поэтик уйҙырмаға ҡарап ҡына төҫмөрләргә мөмкин. Мәҫәлән, айҙағы таптарҙың барлыҡҡа килеүен аңлатыусы легендаларҙа реаллек шул еҫемдәрҙең ысынбарлыҡта бар булы- уында, ә ситуациялар (айҙың көйәнтәле ҡыҙҙы үҙенә тартып алыуы һ. б.) — бөтәһе лә мөғжизә, поэтик уйҙырма. Ләкин ул ҡоро фантазия тыуҙырған уйҙырма түгел, ә боронғо кешенең аң кимәленә, уның мифологик ҡараштарына бәйле тыуған уйҙырма. Шул ҡараштарҙы сағылдырыуы менән ул

28




тарихи. Халыҡ прозаһын өйрәнеүсе ғалимдар хаҡлы рәүештә легендаларҙы «бик боронғо мифологик ҡараштар, төрлө ышаныуҙар нигеҙендә һәм тирә-йүнде үҙләштереүҙең оҙайлы тарихи процесында барлыҡҡа килгән» ижад төрө (269, 105) тигән фекерҙә тора. Был урында шуны ла әйтергә кәрәк: әле беҙ фантастика тип ҡабул иткән мифтар, улар ерлегендә яралған мифологик легендалар тәүтормош кешеләре өсөн фантастика булып күренмәгән.

Сюжет төҙөлөшө, стиле яғынан легендалар ҙа, риүәйәттәр шикелле, күп төрлө. Тотошлайы менән уйҙырмаларҙан торһа ла, айырым сюжеттар хикәйәләнеше менән риүәйәттән бер ни менән дә айырылмай, мөғжизәле, уйҙырма ваҡиға, булған хәл итеп, раҫлау планында һөйләнелә («Ҡош юлы», «Айыу тоҡомо» —55, 39, 83). Был типтағы хикәйәләрҙе исемдәрен есемдәренә тап килтереп, «легендар риүәйәттәр» тип атау дөрөҫөрәк булыр ине, сөнки бындай сюжеттар йөкмәткеһе менән — легенда, формаһы яғынан — риүәйәт. Рус фольклористикаһында ла был күренеш иҫәпкә алына: «легендарные предания», «легендарные повествования» тигән атамалар (легенда термины менән бер рәттән) ғилми әҙәбиәттә хәҙер бик йыш осрай (265, 248—287; 152, 26).

Икенсе бер төркөм хикәйәләр, уйҙырма, ваҡиға һәм күренештәрҙе әкиәткә тартым стилдә һөйләп биреүҙәре менән айырыла («Айҙағы ике януар», «Шайтан себендәре» — 55, 39, 49). Былары — легендалар.

Легендар риүәйәт һәм легендаларҙың геройҙары тәбиғәт, ҡош-ҡорт, йәнлектәр менән бик еңел аралашып, һәр төрлө ғәҙәти булмаған мөнәсәбәткә инә ала. Аҙашҡан ырыуға бүренең йәшәр төйәк табып биреүе, кешенең шайтан менән ғаилә мөнәсәбәтенә инеүе —былар, әлбиттә, мөғжизәгә ҡоролған уйҙырма ваҡиғалар. Легенда һәм легендар риүәйәттәрҙә тәбиғәт күренештәре лә риүәйәттәрҙәге шикелле статик хәлдә һүрәтләнмәй, ә хәрәкәттә, йәнле итеп тасуирлана. Бында йылғалар «һөйләшә», «бәхәсләшә», «ярыша», «көнләшә» («Ике Инйәрҙең бәхәсе», «Ҡалым», «Ағиҙел менән Яйыҡ», «Ағиҙел менән Ҡариҙел» — 55, 95—96), ай йәберһетелгән етем ҡыҙҙың һыҡтауҙарын «ишетә», уны «ҡыҙғана» («Ай менән Зөһрә», «Зөһрә йондоҙ» — 55, 41—43).

29




Легендар риүәйәт һәм легендаларҙың геройҙары араһында әкиәт персонаждары (дейеү батшаһы, убыр әбей һ. б.), дини мифтарҙан килеп ингән иблис, фәрештәләр, пәйғәмбәрҙәр, хатта Алланың үҙе лә бар: «Туфан ҡалҡыу» (203, оп. 65, д. 7, л. 145—148*), «Етегән йондоҙ —ете ҡыҙ», «Шайтан себендәре», «Толбуйҙар», «Зөһрә йондоҙ» (55, 39, 49, 70).

Башҡорт халыҡ риүәйәт һәм легендалары хаҡында һүҙ барғанда, түбәндәге үҙенсәлек һыҙыҡ еҫтенә алынырға тейеш. Тәбиғәте менән саф риүәйәт йәки саф легенда кәштәһенә индерерлек әҫәрҙәрҙән тыш, ике жанрҙың да һыҙаттарын үҙендә берләштереүсе әҫәрҙәр — риүәйәт-легендалар байтаҡ («Йөрәктау», «Үткән ғүмер» һ. б. — 55, 120, 259—260). Ундай әҫәрҙәрҙең сюжет төҙөлөшө, ғәҙәттә, һүрәтләнгән ваҡиғаларҙың ҡатмарлылығына, ситуацияларҙың көсөргәнешле булыу-булмауына бәйләнгән. Шуға ҡарап, әҫәр бер эпизодлы йәки күп эпизодлы булырға мөмкин. Эпизодтарҙы яҡтыртыуҙа нәфис һүрәтләүгә ынтылыу тенденцияһы ла ныҡ ҡына һиҙелә. Хикәйәләүҙә әкиәт алымдары ҡулланыу осраҡтары, дөйөм фольклор мотивтарына һәм поэтик традицияларына мөрәжәғәт итеү, сюжеттарҙы контаминациялау күренештәре нәҡ бына ошо хаҡта һөйләй. Әлбиттә, бында ла һөйләүсенең импровизаторлыҡ оҫталығы, халыҡ ижады ҡаҙаныштарын белеүе һәм фольклор традицияларын үҙләштереү, бәйән итеү ҡеүәһе хәл иткес әһәмиәткә эйә.

Риүәйәт һәм легендаларҙың бер-бер еһенә яҡынлығы, шул нигеҙҙә хатта ҡатнаш формалар барлыҡҡа килеүе был жанрҙарҙың сиктәрен айырыу мәсьәләләре буйынса ил фольклористикаһында бик күп бәхәс тыуҙырҙы. Халыҡ прозаһының әкиәт һәм көләмәстәр төркөмөнә инмәгән жанрҙары хаҡында күп һанлы сығыштар, мәҡәләләр һәм монография авторы К. В. Чистов, мәҫәлән, һуңғы сиктә түбәндәге фекергә килеп, былай тип яҙа:

«...Легенда һүҙен ниндәйҙер бер жанрға бәйләмәйенсә, кәрәк булған осраҡта әкиәт һәм риүәйәттәргә ҡарата «легендар» тигән һүҙҙе ҡушып әйтеү, моғайын, дөрөҫөрәк булыр ине, сөнки, ҡәтғи әйткәндә, легенда жанрын айырыуы мөмкин түгел» (318, 24). Ошо уҡ сығышында Чистов

* On — опись, д. дело, л. — лист.

30




Достарыңызбен бөлісу:
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   27




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет