Баҫма башҡорт халыҡ ижады, башҡорт халҡының рухи мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн файҙалы ҡулланма буласаҡ



бет3/27
Дата17.06.2016
өлшемі2.08 Mb.
#142946
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   27
легенда терминын, рус фольклористикаһында күптән билдәләнгән традиция буйынса, дини йөкмәткеле сюжеттарға (христианские легенды) ҡарата ғына ҡуллана.

Легенда һәм риүәйәттәрҙе айырып (бүлеп) тормайынса, бер термин менән йөрөтөү осраҡтарын А. Ганаланян, А. Ан- целане хеҙмәттәрендә лә (90; 164) күрергә мөмкин. Жанр төрҙәрен айырыуҙағы ҡыйынлыҡтар, нигеҙҙә, объектив сәбәптәр менән аңлатыла: сюжеттарҙың ныҡ ҡына ҡалыплашҡан даими текстары булмауы, шул арҡала бер жанр формаларының һәм мотивтарының икенсеһенә еңел үтеп инеү мөмкинлегенең киңлеге, һөҙөмтәлә ҡатнаш формалар барлыҡҡа килеү; яңы шарттарҙа боронғо фольклор традицияларының бер ни тиклем йомшарыуы һәм халыҡ ижады әҫәрҙәренең ҡайһы бер үҙгәрештәр кисереүе. Әгәр ҙә риүәйәт һәм легендаларҙың һуңғы 30—40 йыл ваҡыт эсендә генә иғтибар үҙәгенә ҡуйылып, ошо дәүерҙә генә ныҡлап йыйыла һәм өйрәнелә башлағанын иҫкә алһаҡ, жанрҙарҙың саф формалары, бигерәк тә легенданың беҙҙең көндәргәсә сағыштырмаса аҙыраҡ килеп еткәнен аңларға мөмкин. Әммә сюжеттарҙың һан яғынан аҙлығына ҡарап, легенда терминын ҡулланылыштан сығарыу үҙен аҡламай. Ғилми тикшеренеү барышында тәғәйен осраҡҡа ярашлы рәүештә легенда, легендар риүәйәт, риуәйәт-легенда терминдарын ҡулланыу маҡсатҡа ярашлы. Быны материалдың үҙе, уның бөгөнгө торошо талап итә.

Дөйөмләштер еберәк төркөмләү күҙлегенән ҡарағанда, легендаларҙы мифологик һәм тарихи легендаларға бүлеп тә йөрөтөргә мөмкин, һуңғы төркөмгә тарихта булған йә булыуы ихтимал хәл-ваҡиғаларҙы, нигеҙҙә, уйҙырмаға ҡороп хикәйәләнгән сюжеттар инә («Салауат батыр» —55, 197—199). Быларҙан тыш, беҙҙә әле бөтөнләй өйрәнелмәгән дини легендалар төркөмө ҙур ғына. Киләсәктә уларҙы ентекләп өйрәнеү бурысы тора.

Легендаларҙың йыш ҡына мифологик мотивтар менән һуғарылыуы, уйҙырмаға ҡоролған булыуы уларҙы күпмелер дәрәжәлә әкиәттәргә яҡынлаштыра. Йәнле репертуарҙа ярым әкиәт, ярым легенда рәүешендә йөрөгән сюжеттар байтаҡ ҡына. Ике жанрҙың да һыҙаттарын берләштергән бындай әҫәрҙәр башҡорт фольклоры ғилемендә «әкиәт-

31




легенда» тигән исем менән нарыҡланды (45, 47—48, 154— 162). Саф әкиәттәрҙән айырмалы рәүештә, уларҙа этиологик мотив өҫтөнлөк итә, фантастик уйҙырмаға ҡоролған ваҡиғалар ҙа тормошта булған итеп һүрәтләнә. «Ағиҙел менән Ҡариҙел», «Урал ҡалымы», «Ҡариҙел» исемле әҫәрҙәр, мәҫәлән, шундайҙарҙан. Аныҡлыҡ өсөн «Ағиҙел менән Ҡари- ҙел»дән бер-ике өҙөк килтерергә мөмкин: «...Иҫәнғол бер тау башына менеп, ҡарап ултырһа, өҫ-башы йыртылып бөткән бер бабайҙың ҡармаҡ тотоп китеп барғанын күреп ҡалған. Иҫәнғол бабайҙан: «Олатай, һин ҡайһы ырыуҙан?» — тип һораған. «Мин Ҡыпсаҡ ырыуынан», — тип яуаплаған теге кеше. «Кемдең ҡатыны ҡыҙ тапһа, шуның ҡатынын да, атаһын да үлтерергә, тигәс, мин ҡатыным менән ҡыҙымды алып ҡасып киттем. Бына ун өс йыл буйы әҙәм күрмәй, ошо тау-таш араларында йәшәйбеҙ», — тигән бабай. Ҡасып киткәс, бабайҙар ун өс йыл буйы һыу тапмай яфаланғандар икән. Бала ерҙә ятҡан, уның бик һыу эскеһе килгән. Ул, сарсағас, түҙә алмай аяҡтарын типкеләп илап ебәргән. Баланың илап типкән еренән ҡап-ҡара һыу килеп сыҡҡан, ти. Шунан был һыуҙы ла, ҡыҙҙы ла Ҡариҙел тип атағандар»... «Егет йәнә бер һарайҙы асһа, бер күк ат, бер тауис ҡош, бер арыҫлан торған. Арыҫландың тәпәйе, аттың башы бәйләнгән, тауистың тәпәйе тышалып ҡуйылған, ти. Егет арыҫландың алдына ит, тауистың алдына бойҙай, аттың алдына бесән һалып, уларҙы бәйҙән ысҡындырып ебәргән. Былар туйғансы ашап, һарайҙан сыҡҡандар. Аттың бер кешнәп, бер тибеп ебәреүе булған, шул урындан ап-аҡ һыу атылып сыҡҡан. Ағиҙел һыуы шунан барлыҡҡа килгән икән» (45, 155-160).

Килтерелгән тәүге өҙөк, әкиәтсә яңғырауына ҡарамаҫтан, тотошлайы менән легендар мотивтарға ҡоролоуы менән иғтибарҙы йәлеп итә. Ун өс йыл буйы һыуға сарсап йөрөгән ғаилә хәле, ерҙә ятҡан баланың аяҡ тибеүенән ҡап-ҡара һыу килеп сығыу мотивы, асылда, Ибраһим пәйғәмбәр йортонан ҡыуылған Хәжәр һәм уның улы Исмәғил менән булған хәлдәр тураһындағы дини легенданың үҙенсәлекле бер варианты ул. Бер үк әҫәрҙән алынған икенсе өҙөктә иһә әкиәткә хас коллизиялар (геройҙың һарайға инеүе, аслыҡтан интегеп торған ҡош һәм хайуандарҙы ҡотҡарыуы) легендаға

32


хас этиологик мотив менән үрелеп бирелгән, әммә әкиәт жанры һыҙаттары ҡабарынҡыраҡ һүрәтләнгән.

Ғөмүмән, әкиәт менән легендаларҙың бәйләнештәре, үҙ- ара йоғонтоһо төрлө сюжеттарҙа төрлөсә. Бер осраҡта был бәйләнештәрҙең һөҙөмтәһендә әкиәт-легенда формаһы хасил булһа, икенсе осраҡта этиологик мотив, топонимик мәғлүмәт деталь булараҡ ҡына килеп инә. Төрлө типтағы оҡшашлыҡтар, уртаҡ һыҙаттарҙың яралыуына жанрҙарҙың фольклор системаһында борон-борондан йәнәш йәшәүҙәре, ысынбарлыҡҡа үтеп инеү процесында кисергән уртаҡ яҙмыштары ерлек биргән. Жанр-ара бәйләнештәрҙең, атап әйткәндә, әкиәт менән легендалар мөнәсәбәтенең, быуаттар төпкөлөнән килгән күренеш икәнлеген ҡайһы бер яҙма ҡомартҡылар ҙа раҫлай. Был йәһәттән беҙҙең эраға тиклемге V быуатта йәшәгән атаҡлы грек тарихсыһы Геродоттың «Тарих» китабы ифрат әһәмиәтле сығанаҡ булып тора. Хеҙмәтте фольклор әҫәрҙәре күҙлегенән махсус тикшергән Али Вольф Геродот «Тарих»ының «Скиф хикәйәһе» бүлегендә килтерелгән Таргитай һәм уның өс улы, Геракл менән йылан аяҡлы ҡыҙ (змееногая дева) тураһындағы легендаларҙың әкиәт мотивтары менән һуғарылған сюжеттар булыуын күп һанлы сағыштырма материалдар нигеҙендә дәлилләгән (106, 67).

Халыҡ ижадында легендалар, риүәйәт-легендалар менән тығыҙ бәйләнештә булған йәнә бер жанр бар — ул эпос. Легендалар һымаҡ боронғо эпик әҫәрҙәрҙең тамыры ла мифологик ҡараштарға барып тоташа, һәм ошо дөйөм нигеҙ был жанрҙар араһында уртаҡ мотивтар, ҡайһы бер оҡшаш һыҙаттар үтебинеш күренештәре барлыҡҡа килеүенә сәбәпсе булған. Башҡорт халҡының ҡайһы ғына эпик ҡомартҡыһын алып ҡарама, уларҙың һәр ҡайһыһында тиерлек легендар мотивтар осратырға мөмкин. Боронғо ҡараштар нигеҙендә ижад ителгән «Урал батыр» эпосы уларға айырыуса бай. Бында мифологик легендаларҙың һәр төрлөһөн: күк есемдәре барлыҡҡа килеүе тураһындағыларын (мәҫәлән, «Етегән —ете дейеү» мотивы, Етегәнгә яҡын ике йондоҙҙоң һарат менән буҙат «булыуы»), тауҙар, йылғалар хасил булыуын, хайуандар ҡиәфәтенең сәбәбен аңлатҡандарын (үгеҙ ниңә ярыҡ тояҡлы?) — осратырға мөмкин (49, 33, 134).

33




Эпостың Мөхәммәтша Буранғолов яҙып алған тексында этиологик мотивтар әҫәрҙең дөйөм тәбиғәтенә ярашлы рәүештә шиғыр (ҡобайыр) формаһында килһә, әкиәтләшкән икенсе вариантында сәсмә телмәр аша әкиәткә тартымыраҡ легенда стилендә бирелгән: «Халыҡ Урал батырҙы бик ҙурлап, хөрмәтләп, ҡалҡыуыраҡ бер ергә күмә, шунан һәр кем уның ҡәбере өҫтөнә бер ус тупраҡ һалып сыға. Уның ҡәберенә услап-услап һала торғас, шул тиклем күп тупраҡ өйөлә, хатта ҡәбер өҫтөндә бик ҙур бер тау барлыҡҡа килә. Ана шул тауға халыҡ Урал тигән исем биргән дә инде» (49, 144). «Урал батыр» сюжеттарындағы легендар һыҙаттар этиологик мотивтар менән генә сикләнмәй, әлбиттә. Терек- лек-үлем тураһындағы ҡараштар, эпик геройҙың Күк батшаһы ҡыҙы һомай менән осрашыуы, һомайҙың аҡҡош сүрәтенә лә, ҡыҙ сүрәтенә лә инә алыусы йән эйәһе булыуы кеүек мотивтар легендаларҙа ла, әкиәттәрҙә лә урын алып, был жанрҙарҙың үҙ-ара тығыҙ бәйләнештә үҫкән ижад формалары икәнлеген дәлилләүсе миҫал булып торалар.

Уртаҡ мотивтарҙың һүрәтләнешендә жанрҙарҙың тәбиғәтенән килгән үҙенсәлектәр булыуын да ҡыҫҡаса әйтеп китеү кәрәк. Мәҫәлән, эпоста ҡыҙҙың аҡҡошҡа әүерелеүе, уның артабанғы эштәре эпик геройҙарҙың эпик масштабтағы ҡылыҡтары фонында хәл ителһә, легендала тәғәйенерәк, тары- раҡ арауыҡта тормошҡа аша, ваҡыт төшөнсәһе лә бер эпизод эсендә асыла. Аҡҡошто атырға йыйынған егет тә -- ғәҙәти һунарсы. Ҡоштоң сибәр ҡыҙ сүрәтенә инеүе, егеттең уға өйләнеүе, ошо ғәҙәти булмаған ҡатын нәҫеленән Юрматы ҡәбиләһе таралыу тураһындағы мәғлүмәт ҡыҫҡа формала һәм һис шикһеҙ булған хәл итеп хәбәр ҡылына (42,117). һүрәтләнгән хәл-ваҡиғаларҙы тормошсан юҫыҡҡа йүнәлдереү тенденцияһы мифологик ҡараштар менән һуғарылған: «Урал батыр», «Аҡбуҙат», «Заятүләк менән һыуһылыу» кеүек сюжеттарҙа этиологик мотивтарға таяныу нигеҙендә ҡалҡыуландырыла.

Был тенденция сәсәндәрҙең, эпостағы ваҡиғаларҙың әһә- миәтлелегенә баҫым яһап, ҙур күләмле ҡобайырҙарҙы һөй- ләр-кәйләр алдынан тыңлаусыларға мөрәжәғәт иткән түбәндәге инеш һүҙҙәрендә лә асыҡ сағыла:

34


Тыңлағыҙ һеҙ, йәмәғәт,

Боронғоларҙан аманат,

Уға итһәгеҙ хыянат — һеҙгә булыр яманат.

Йыр-риүәйәт, йыр-легенда



Башҡорт фольклористикаһында «йыр тарихтары» тип йөрөтөлгән бер төркөм әҫәрҙәр бар. Уларҙың сюжет-компо- зиңион төҙөлөшө риүәйәт, һирәкләберәк легенда һәм йыр тексының органик бәйләнешенә нигеҙләнә. Сюжеттың драматик көсөргәнешле моменты поэтик текст (йыр) аша, ә ваҡиғалар үҫеше, геройҙың шәхесенә, эшмәкәрлегенә ҡағылған деталдәр сәсмә формала бирелеүсән. Бындай әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен тәрәнәйтеүсе, тыңлаусыға тәьҫир итеү ҡеүәһен көсәйтеүсе йәнә бер компонент — көй — шулай уҡ бик ҙур роль уйнай.

Йыр менән риүәйәттәрҙең, ә ҡайһы саҡта йыр менән легендаларҙың органик берекмәһенән торған сюжеттарҙы «йыр- риүәйәттәр», «йыр-легендалар» тип атарға ла булыр ине, сөнки «йыр тарихы» тигән термин бөтә осраҡта ла үҙен аҡлап бөтмәй. Халыҡ араһында йөрөгән сюжеттарҙың байтағы тик йыр тарихы ғына түгел, ә халыҡ тормошонан бер хикәйә, уларҙа йыр тексына ҡарағанда, проза өлөшө өҫтөнлөк итә. («Буранбай», «Бейеш», «Таштуғай», «Ғилмияза», «Бүртә ат» һ. б.) В. С. Юматовтың: «Башҡорт тарихи йырҙары, асылда, поэтик формаға төрөлгән риүәйәттәр ул» (336, 45), — тигән фекере нәҡ ошо типтағы йырҙарға ҡағыла.

Ҡыҫҡаһы, «йыр-риүәйәт» тигән термин (конкрет тексҡа ҡарата «йыр-легенда» ла булырға мөмкин) жанрҙың йөкмәткеһен туранан-тура асып биреүе менән уңайлы. Ҡушма терминдар ҡулланыу фольклористика фәнендә, ғөмүмән, йыш осрай: «әкиәт-легенда», «риүәйәт-легенда», «әкиәт-йомаҡ», «йыр-баллада»; ғилми әйләнештә «йыр-риүәйәт», «йыр-ле- генда» тигән атамалар ҙа юҡ түгел (126, 12).

Башҡорт йыр-риүәйәттәренең жанр үҙенсәлектәре хаҡындағы ҡараштар һуңғы дәүерҙәрҙә, йәғни революциянан

35




һуңғы осорҙа, йыйылған материал нигеҙендә тупланды. С. Г. Рыбаковтың XIX быуаттың аҙағында донъя күргән «Урал мосолмандарының музыкаһы һәм йырҙары» (250) исемле, дөйөм алғанда, бик тә әһәмиәтле, китабы иһә жанр тәбиғәтен тулыһынса күҙаллауҙа өҫтәмә сығанаҡ булып ҡына ҡулланыла ала, сөнки унда йыр тарихтары (әҫәрҙең риүәйәт өлөшө) күпселектә ҡыҫҡартылып, бер нисә һөйләм менән генә әйтеп бирелгән. Әммә архивтарҙа һаҡланған һәм баҫылып сыҡҡан фольклор материалдарын сағыштырма планда ентекле өйрәнеү йыр-риүәйәттәрҙең һәм йыр-леген- даларҙың бик оҙайлы юл үткән художество күренеше, жанр төрө булыуы хаҡында фекер йөрөтөргә мөмкинселек тыуҙырҙы. Мәсьәләне асыҡлауҙа тарихи-этнографик сығанаҡтарҙың роле лә ифрат ҙур. Айырыуса ҡиммәтле сығанаҡтарҙың береһе —X быуат башына (922 й.) ҡараған Әхмәт Ибн-Фаҙ- лан яҙмалары, атап әйткәндә, ундағы беҙҙе ҡыҙыҡһындырған «Сыңрау торна» легендаһы хаҡындағы мәғлүмәттәр. Легендала ниндәйҙер бер яу килеүе, шул яу ваҡытында башҡорттарҙың хәле мөшкөлләнгән бер мәлдә, әллә ҡайҙан торналар килеп сығып сыңрап ебәреүе, һәм был хәлдән хәүефләнгән дошмандарҙың кире әйләнеп ҡасыуҙары тураһында бәйән ҡылына (139, 131). Ғәрәп сәйәхәтсеһенең яҙмаларында легендаға бәйле көй булыу-булмауы хаҡында бер ни ҙә әйтелмәй. Материалдарына ҡарағанда, Фаҙланды, башлыса, халыҡ араһында йәшәгән төрлө ырым-ышаныуҙар ҡыҙыҡһындырған булырға тейеш. Башҡорттарҙың «Сыңрау торна» легендаһы мәжүсилек һыҙаттарын йөрөткән сюжет булараҡ, Ибн-Фаҙландың иғтибарын йәлеп иткән. Шулай булмаһа, был ҡоштар хаҡындағы хикәйә башҡорттар табынған ун ике Раббы тураһында һөйләнелгән контекста бирелмәҫ ине.

Беҙгә билдәле булған мәғлүмәттәр буйынса, «Сыңрау торна» әҫәренең көйө ике вариантта тәү башлап С. Г. Рыбаков тарафынан яҙып алына һәм, нотаға һалынып, матбуғатта сыға. Көйгә бәйле халыҡ легендалары ла музыка белгесенең иғтибарынан ситтә ҡалмай. Шуныһы ҡыҙыҡ, Рыбаков яҙып алған хикәйәләр — Әхмәт Ибн-Фаҙлан ҡағыҙға теркәгән архаик мотивтар менән ауаздаш. Тауҙарҙа йөрөгән торналарҙың сыңрап бейеүҙәре, уларҙың сыңрауын

36


ҡурайсы егеттең көйгә һалыуы тураһында һөйләгәндән һуң, С. Г. Рыбаков түбәндәгеләрҙе яҙа: «Был торналарҙы һирәк күрәләр. Әгәр ҙә инде уларҙы берәйһе күрһә, йә тауышын ишетһә, шул кеше йә бик бәхетле була, йә тиҙҙән үлә, тип ышаналар башҡорттар. Халыҡ «Сыңрау торна» көйөн тыңларға яратмай: «Торналар сыңраған ерҙә йә һуғыш, йә аслыҡ була»,— тип һөйләнеләр башҡорттар» (250, 141).

С. Г. Рыбаковтың «Сыңрау торна» көйөнөң өн оҡшатыуға нигеҙләнеүе тураһындағы мәғлүмәте лә бик ҡиммәтле: өн оҡшатыуға ҡоролған көйҙәрҙең архаик күренеш булыуы хаҡындағы ҡараштар фән донъяһында күптән нығынған фараздар даирәһендә йөрөй. Ошоларҙы иҫкә алғанда, «Сыңрау торна» көйөнөң легендаһы ғына түгел, үҙе лә бик боронғо замандарҙа яралған, ырым-ышаныуҙар ерлегендә тамырланған мифологик легендалар менән бергә йәшәгән тип фараз ҡылырға була. «Сыңрау торна» көйө башҡарылған ҡурай ҙа, тикшеренеүселәрҙең әйтеүенә ҡарағанда, борондан килгән музыка ҡоралы (61, 11).

Фольклор традицияларының тотороҡлолоғо һуңғы йылдарҙа яҙып алынған варианттар миҫалында ла асыҡ күренә. Баймаҡ районының атаҡлы ҡурайсыһы Кәрим Дияров репертуарынан килеп ингән яҙмала, мәҫәлән, асылда, шул уҡ боронғо мотив — торналарҙың бәлә әшкәртеүсе ҡош булыуы үҙәк идеяны тәшкил итә. Торналар сыңрауына хәүефләнеп, яуға ныҡлап әҙерләнгән халыҡ илгә ябырылған дошманды еңеп сыға (55, 46, 47).

«Сыңрау торна» легендаһының архаик тамырҙарын юллауҙа Әбйәлил районының Ҡусҡар ауылында йәшәүсе сә- сәниә Гөлнур Мәмлиеваның көньяҡ-көнсығыш Башҡортостанда «Сыңрау торна» бейеүе булғанлығы хаҡындағы мәғлүмәте айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Дөрөҫ, бала сағында күргән бейеү информанттың хәтерендә тулыһынса һаҡланып ҡалмаған, әммә иҫләгән тиклеме буйынса ғына тергеҙелгән хәрәкәттәрҙең дә мәғәнәүи ҡиммәте баһалап бөткөһөҙ: бейеүсе ир-егеттәрҙең түңәрәк яһап урынлашыуы, «Сыңрау торна» көйөнә хәрәкәттәр яһауы, һәр бейеүсенең баш бармағы менән һуҡ бармағына ағас ҡабығы бәйләнеп (ҡабыҡтар устарҙа ла булырға мөмкин), шул ҡабыҡтарҙы һуғыуҙан үҙенсәлекле тауыш барлыҡҡа килеүе, ҡурайсының

37




уртала тороуы кеүек деталдәр, бер яҡтан, бейеүҙең сыңрау торналар уйнауына оҡшатып башҡарылғанлығына (сыңрау торналар уйнағанда башлығы уртала уйнай), икенсе яҡтан, башҡа халыҡтарҙың торналарға бәйле боронғо легендаларын, йолаларын хәтергә төшөрә, башҡорт көй-легендаһы- ның, бейеүҙәренең тамырҙары үтә тәрәндә булып, ҙур киңлектәргә йәйелгәнлеген белгертә. Атап әйткәндә, «Сыңрау торна» бейеүендәге ҡабыҡ һуғыу күренеше Африкала йәшәгән ҡайһы бер ҡәбиләләрҙең боронғо йолалары менән ауаздаш: ул ҡәбиләләр үҙҙәренә зарар килтергән торналарҙы ҡурҡытыу ритуалын башҡарыуҙа шылтыраҡтар һәм маскалар ҡулланған (326, 41—42). Оҡшаш мотивтар Боронғо Греция халыҡтарының мифологик традицияларында ла урын алған (326, 42). Ә инде торналар хаҡындағы мифтарҙың, шул иҫәптән башҡорт легендаһының, башҡа мотив- тарын да күҙ уңында тотоп тикшергәндә, был сюжеттарҙың таралыу арауығы бермә-бер киңәйә төшкәнлеге мәғлүм булыр (Кесе Азия, Ҡара диңгеҙ буйы, Кавказ, һиндостан, Ҡытай). Бәләкәй буйлы кешеләрҙең торналар менән бәрелеше хаҡындағы мифтар Европаның төньяғында — Сканди- навияла йәшәүселәр һәм Балтик буйы — фин халыҡтарының ижадында ла күҙәтелә. Бындай мифтарҙы йыйыуға айырыуса күп көс һалған фин этнографы Юрио Тойвонен оҡшаш мотивлы сюжеттарҙың шулай уҡ Төньяҡ Америка индеец- тары ижадында булыуын асыҡлай (66 а, 76—78).

Пигмейҙар менән торналар (ҡаҙҙар) һуғышы мотивы — архаик мотив. Уның ни тиклем боронғолоғон күҙаллау өсөн матди мәҙәниәт ҡомартҡыларында һаҡланған һүрәттәр, атап әйткәндә б. э. т. 570 йыл тирәһендә эшләнгән Франсуа вазаһы (Этрурия) хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе (66 а, 74) иҫкә төшөрөү генә лә етә.

Йәнә башҡорт материалдарына килгәндә, Гөлнур Мәм- лиеваның тағы бер мәғлүмәтен иғтибарға алмау мөмкин түгел, уны ул ағаһының фронттан яҙған хатына таянып белдерҙе: «Сыңрау торна» бейеүен башҡорт яугирҙәре (фронтҡа бергә киткән ауылдаштар, бер төбәк егеттәре) һуғышта йөрөгәндә бейегәндәр. Ихтимал, «Сыңрау торна» дошманды, бәләне «кире ҡағыуға», «өркөтөүгә» йүнәлдерелгән магик функциялы йола бейеүе булараҡ башҡарылғандыр.

38




Бейеү структураһындағы йола һыҙаты (элементы), торналарға бәйле һәр төрлө ырымдарҙың йәшәүе ошондай фекер уяныуға нигеҙ бирә.

Бынан тыш, архаик һыҙаттарҙы яҡшы һаҡлаған «Кәкүк» бейеүе лә, асылда, тик бейеүҙән генә тормай: уның эсендә шулай уҡ көй (бейеү көйө), кәкүккә мөрәжәғәт рәүешендә яңғыҙ башҡарылған йыр һәм йола бейеүе, ҡорбан килтереү рәүешен сағылдырған магик хәрәкәттәр берләшә (Кәкүк бейеүҙәре хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт ҡулъяҙманың 141 — 144-се битендә).

Бейеүҙең, йырҙың килеп сығышы, ҡасан, ниндәй осраҡтарҙа, ни өсөн башҡарылыуы тураһында мәғлүмәт биреү кәрәк булғанда, информант уны хикәйә рәүешендә тыңлаусыға еткерә, йырын йырлап, бейеүен бейеп күрһәтә, йәғни «Кәкүк» сюжеттарында ла, «Сыңрау торна» сюжеттарында- ғы һымаҡ, бер үк ваҡытта башҡарыла торған ҡатнаш формалар хәрәкәт итә. Уларҙың тамырҙары боронғо сәнғәттәге синкретизм күренешенән һутланған булырға тейеш. Хәҙер ритуаль бейеүҙәр онотола барғанлыҡтан, күберәген көй-ле- генда, йыр-легенда формаһы, хатта йыр үҙе генә лә йәшәй.

Фольклор — ысын мәғәнәһендә уникаль күренеш: унда бер үк ваҡытта тотороҡлолоҡ та, үҙгәреүсәнлек тә бар, һәм ошо һыҙаттарҙың нисбәте ауыҙ-тел ижады әҫәрҙәренең характерына йоғонто яһай. Боронғо мотивтар менән һуңғы дәүерҙәр ағышында яралған йәки үҙгәргән мотивтарҙың нисбәте һәр текста үҙенсә була. Шуға ла теге йәки был мотивтың яҡынса хронологияһын асыҡлау өсөн әҫәрҙең билдәле булған барлыҡ варианттарын, версияларын, айырым билдәләрен (реалияларын) ентекле өйрәнеү мотлаҡ шарт булып тора. Бер үк ваҡытта дөйөм фольклор мөхите лә күҙ уңында тотолорға тейеш, сөнки фольклор —ул, әйткәнебеҙсә, бөтә жанрҙары ла бәйләнештә йәшәгән тығыҙ бер система.

Система күҙлегенән ҡарағанда, типологик күренештәрҙе, һәр төрлө тарихи-культура бәйләнештәрен иҫәпкә алғанда, йыш ҡына башҡа халыҡтарҙың материалына мөрәжәғәт итеү ихтыяжы ла тыуа. Нәҡ бына шул донъя фольклорына күҙ ташлау һөҙөмтәһендә сыңрау торналар хаҡындағы башҡорт сюжеттарының ҡайһы бер ҡаршылыҡлы күренгән

39




урындарын асыҡлау, бейеүҙәренең, шулай булғас, көйҙәренең дә, йолаларға бәйле булыуын билдәләү мөмкинлеге тыуҙы. Ә был инде, үҙ нәүбәтендә, көй-легенда, йыр-легенда, йыр- риүәйәт рәүешендәге ҡатнаш жанр формаларының борондан килгән ижад төрө икәнлеге тураһында һығымта яһауға юл асты.

Оҡшаш жанрҙарҙың башҡа халыҡтар (ҡаҙаҡ, дағстан, грузин, фарсы һ. б.) ижадында булыуы (289, 18; 290, 210; 307, 71—88; 97, 12—13) шулай уҡ беҙҙең һығымтаны ҡеүәтләүсе өҫтәмә дәлил булып тора. Был йәһәттән бигерәк тә боронғо грек ғалимы Страбондың яҙмалары иғтибарға лайыҡ. Фарсыларҙың тәрбиә рәүешенә туҡталып, ул түбәндәгеләрҙе билдәләй: «Уларҙың уҡытыусылары бик тә тәжрибәле әңгәмәселәр. Файҙалы реаль әйберҙәр тураһында һөйләгәндә, телмәрҙәренә йыр менән, йә йырһыҙ Аллаларҙың, йә булмаһа иң яҡшы кешеләрҙең эшмәкәрлеге хаҡында мифтар ҡушып ебәрәләр» (326, 17).

Башҡорт йыр-риүәйәттәренең типологик күренеш икәнлеген иҫбатлаусы дәлилдәр һуңғараҡ осорҙарҙа ижад ителгән материалдар менән дә нығытыла. В. К. Соколованың рус халҡының тарихи риүәйәттәренә бағышланған хеҙмәтендә, мәҫәлән, рустарҙың Степан Разин хаҡындағы, словактарҙың Яношик тураһындағы риүәйәттәре телгә алынып, шул риүәйәттәрҙәге йыр текстарының вазифаһына бәйле ифрат ҡыҙыҡлы күрһәтмәләр бар. Тикшеренеүсенең П. И. Мельников-Печёрский китабынан алып килтергән бер өҙөгө айырыуса иғтибарҙы йәлеп итә: «...возница ҡасҡындар, Разин һәм хазиналар хаҡында һөйләй башланы, уның ҡасҡындар тураһындағы хикәйәләре иһә йырҙар менән аралашып барҙы» (265, 241),— тиелә унда. Беҙҙеңсә, рустарҙың ҡасҡындар тураһындағы риүәйәттәре тәбиғәте һәм функцияһы менән башҡорт халҡының йыр-риүәйәттәренә яҡын тора.

Ижтимағи үҫештең һуңғараҡ баҫҡыстарында яралған материалдарға ғына таянып эш итеү жанрҙар генезисы мәсьәләләрен тикшергәндә бер яҡлыраҡ һығымталарға алып килеүе мөмкин. Заманында был хәл башҡорт йыр-риүәйәт- тәрен өйрәнеү юлында күҙәтелде. Тарихи йырҙарҙың (ә уларҙың күпселеге йыр-риүәйәттәр формаһында) барлыҡ

40




ҡа килеүен Ә. Н. Кирәев (Кирәй Мәргән), мәҫәлән, фольклорҙа героик эпос традицияларының һүлпәнләнә башлаған дәүеренә ҡайтарып ҡалдырҙы һәм уларҙы «яңы шарттарҙа эпик форманың үҙенсәлекле дауам ителеше» рәүешендә тыуған ижад төрө тип иҫәпләне (135, 368, 369). Бер төркөм әҫәрҙәргә ҡарата был фекер дөрөҫ булһа ла, дөйәм алғанда, уның менән килешеүе ауыр, сөнки тарҡала барған эпос тарихи йырҙар (йыр-риүәйәттәр) барлыҡҡа килтереүсе берҙән-бер сығанаҡ түгел.

«Жанрҙы өйрәнеү, — тип яҙҙы В. В. Виноградов, — уның тарихын асыҡлауға ғына ҡайтып ҡалмай, ә бәлки уның мөһим үҙенсәлектәрен, художестволы образдарын һәм стиль билдәләрен тарихи үҫештә ҡарауҙы талап итә» (84, 10).

Йыр-риүәйәт һәм йыр-легендаларҙың художестволы «йөҙө» уларҙың синтетик тәбиғәтенә бәйле ярала, йәғни һәр бер конкрет әҫәр ике жанрға —йырға һәм риүәйәт, легендаларға хас сифаттарҙы үҙ эсенә ала. Теге йәки был йырҙың килеп сығышына бәйле ваҡиғалар ысынбарлыҡта булған хәл итеп һүрәтләнә. Борон заманда, элек булған хәлдәрҙе лә, билдәле бер осорҙа, билдәле бер ерҙә булған ваҡиғаларҙы, шәхестәрҙе (мәҫәлән, изгелекле ҡасҡындар: Бейеш, Ишмырҙа, Баяс) һүрәтләгәндә лә уларҙың һис шикһеҙ ысынлығына ышандырырға ынтылып хикәйәләү нәҡ традицион риүәйәт стилендә. Урын, ваҡыт төшөнсәләре күп осраҡта конкретлаштырып бирелә. Мәҫәлән: «Беҙҙең Таһир ауылына яҡын ғына Атҡарағай тауы ята. Тауҙың башында яңғыҙ ғына ҡарағай үҫеп ултыра. Ситтән ҡараһаң, ошо ҡарағай атҡа оҡшай. Шуға күрә Атҡарағай тигән исем биргәндәр» («Ғилмияза»—45, 131); «Башҡорттар батша хөкүмәтенә буйһонғас, ҡаҙаҡ ханы Әбелхәйер башҡорттарҙы үҙенә ылыҡтырыу өсөн төрлө саралар күрә башлай»... («Таштуғай» — 55, 273). Бындай башлам — риүәйәт жанры өсөн типик күренеш.

Ғәҙәттә, йыр-риүәйәттең, йыр-легенданың хикәйәләү өлөшө (риүәйәте) йырсы йәки ҡурайсы тарафынан йыр йырланыр алдынан йә аҙағынан һөйләнелә, һирәкләп йыр куплеттары араһында һөйләп алыу осраҡтары ла була. Әҫәрҙең музыкаль-поэтик өлөшө иһә геройҙың психологик хәлен, тойғо-кисерештәрен биреүҙә ҙур роль уйнай. Миҫал өсөн

41




«Ғилмияза» йыр-риүәйәтенең геройы — Ғилмиязаның йыр- моиологын алырға булыр ине. Бала саҡта уҡ урланып, сит ерҙә көн иткән ҡыҙ бала яҙмышы, уның һағыштары, тыуған илен һағынып, өҙгөләнеүҙәре йырҙа иҫ киткес юғары художестволы кимәлдә һүрәтләнгән:

һаҡмар һыуы аға ла ҡибла табан,

Урал тауы буйлап та көн битләп.

Тыуған илкәйемә ҡайтыр ҙа инем Аяҡтарым талһа ла имгәкләп.

Йырҙың көйө —башҡорт оҙон көйҙәренең классик үрнәге. «Мелодик күтәрелештәр һәм түбәнәйтеүҙәргә, мәғәнәле паузалар һәм контраст регистрҙарҙы ҡаршы ҡуйыуға (сопоставление) бай» (166, 4) —был көй йыр тексының йөкмәткеһен иң юғары эмоциональ нөктәгә еткерә.

Йыр-риүәйәттәрҙең музыкаль-поэтик өлөшөндә диалог алымы ярайһы уҡ йыш осрай. Үрнәк рәүешендә «Ҡарасәс» риүәйәтенән бер өҙөк килтерәйек:

«...Ҡарасәс бер нисә йыл тол булып ултыра. Тирә-яҡтан уны һоратып, күп кенә яусылар килеп теңкәһенә тейәләр. Килгән бер ен кире ҡайтарып тора. Шулай ҙа Ҡарасәсте бик яҡшы белгән ир, күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеү өсөн, уның янына үҙе килә. Ҡарасәсте ул йыр менән әүрәтмәк була. Ир әйтә:

Ҡара сәскәйеңдең толомдарын Өстән үреп, сулпы таҡҡанһың;

Өс яусым да яулап кире ҡайтты,

Ҡабул итмәй кире ҡаҡҡанһың.

Ҡарасәс яуап бирә:

Яусыларың ҡайтты, һис ҡаҡманым,

Оялдым шул вәғәҙә бирергә.

Яусылатып барыр түгелмен ҡыҙ,

Теләһәм дә һине күрергә.

Ир әйтә:

Урамдарҙан үтә, юлдар түтә,

Семәрле лә сана көн дә үтә.

42


һөйгән генә йәрең зирәк булһа,

Ғүмерҙәрең зәүерҙә үтә.

Ҡарасәс әйтә:

Төштәремдә күрҙем килереңде,

Әллә мин дә булдым күрәҙә.

Йондоҙлама һалдым, дөрөҫ төштә,

Инде, бәғ(е)рем, бирәм вәғәҙә.

Тол ир, тол Ҡарасәс менән туй уҙғарып, икенсе бәхеттәрен табып, донъя кәтәп киткәндәр» (55, 310 — 311). Геройҙарҙың ҡара-ҡаршы йырлашыуы хикәйәләүҙең тәьҫир көсән арттыра, уға эмоциональ биҙәктәр өҫтәй, һүрәтләнгән хәл- ваҡиғаларҙы сағыуыраҡ күҙ алдына килтерергә булышлыҡ итә.

Риүәйәт һәм йыр-диалогтарҙы берләштергән сюжеттарҙы театралләштереп, драма әҫәре кеүек сәхнәлә уйнарға мөмкин. Күренекле сәсән һәм драматург Мөхәммәтша Буранғо- ловтың йыр-риүәйәттәр нигеҙендә әллә күпме драма ижад итеүе, 1920 — 1930 йылдарҙа был әҫәрҙәрҙең («Шәүрә килен», «Ашҡаҙар» һ. б.) Башҡорт драма театры һәм ауыл клубтары сәхнәләрендә, майҙандарҙа уйналыуы осраҡлы түгел. Сағыштырып ҡараһаң, художестволылыҡ йәһәтенән йыр-риүәйәттәр ғәҙәти хикәйәгә ҡоролған сюжеттарҙан айы- рылыбыраҡ тора. Драматик, лирико-драматик тонға төҙөлгән йыр тексы хикәйәләү өлөшөнөң дә шул тонға яҡын- лашыуына күпмелер дәрәжәлә алшарт булып тора.

Конкрет ваҡиғалар эҙе буйынса конкрет тарихи шарттарҙа ижад ителгән әҫәр замандар үтеү менән, телдән телгә күсеп килә торғас, ныҡ ҡына үҙгәрештәргә дусар була: факттар алмашыныу, анахронизм күренештәрен йыр-риүә- йәт, йыр-легендаларҙа ла бик йыш осратырға мөмкин. Шуға ҡарамаҫтан, һүрәтләнгән ваҡиғаларҙың тарихи ерлеге йыр- риүәйәттәрҙә, йыр-легендаларҙа ғәҙәттәге риүәйәт һәм легендаларға ҡарағанда нығыраҡ һаҡлана. Бының сәбәбе — әҫәрҙәге йыр тексының сағыштырмаса тотороҡло булыуында. Камиллашҡан шиғри форма (өҫтәүенә, махсус көйө лә булһа), сәсмә телмәргә ҡарағанда, һәр төрлө йоғонтоно аҡрыныраҡ ҡабул итә, аҡрыныраҡ үҙгәрә. Әйтәйек, «Таш

43




туғай» һәм «Ғилмияза» кеүек атаҡлы әҫәрҙәрҙең сәсмә формалағы риүәйәт өлөшө төрлөсә вариантлаша. Ләкин тәрән мәғәнәле «Таштуғайҡай, һинең кәкүгең юҡ —үҙ Уралҡайыма ҡайтайым», йәки «Тыуған илкәйемә ҡайтыр ҙа инем, аяҡтарым талһа ла имгәкләп» кеүек юлдар һәр вариант өсөн тиерлек даими. Сюжет ойоштороуҙа, әҫәрҙең тарихын үҙенә «яҡын тотоуҙа» йыр тексының роле ифрат ҙур. Әлбиттә, бынан бик күп йылдар элек ижад ителгән йыр- риүәйәттәр беҙҙең көндәргә төрлө сифатта килеп еткән: иҫ киткес

Достарыңызбен бөлісу:
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   27




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет