Ф. Н.) ауҙара ла китә икән.
185
Шулай бер көн фәрештә килә лә: «һеҙ күпме ыҙаланһағыҙ ҙа, эш сығара алмаҫһығыҙ: был өйҙөң нигеҙе әҙәм ҡаны һорай бит,— тигән. — Әгәр берәй кешегеҙҙе үлтереп, шуның ҡаны менән балсығығыҙҙы иҙеп өй һалһағыҙ ғына, өйөгөҙ емерелмәҫ»,— тип өҫтәгән, ти, был.
Уйланып торалар икән. Шунан бер Азамат исемле егет ҡанын бирергә риза булған. Ата-әсәһе, туғандары менән ризалашып, һаубуллашҡандан һуң, өй һалыр өсөн ҡанын биргән. Ул үлгән. Ошо көндән алып, кешеләр «Азамат көйө» сығарғандар. Улар Азаматты һағынып, уны хөрмәтләп иҫкә алғандар» (301, 122).
«Азамат көйө» кешене ҡорбан итеү мотивын һаҡлаған берҙән-бер легенда түгел. Был мотив 1964 йылда Башҡортостандың Әлшәй районында яҙып алынған бер легендар риүәйәттә лә осрай. Риүәйәт ер ҡуйыны һаҡлаған бер хазина хаҡында: «Нарыҫтауҙа Ҡайынҫил тигән урын бар. Шул урында, бер оло таш аҫтында бер кәмә көмөш тәңкә булыр. Шунда барып көл иләһәң, теге таш йәнләнә икән. Кәлгә ни аяғы менән баҫһа, шуны ҡорбанлыҡҡа салаһың. Тәңкә ҡалҡа. Әҙәм баҫа икән, уның да ҡанын сығаралар.
Быны беҙ бәләкәй саҡта бер әбей һөйләгәйне» (203, оп. 47, д. 1, л. 63).
Риүәйәттәге «әҙәм ҡанын сығарыу» тураһындағы мәғлүмәт туранан-тура кеше салыу мәғәнәһен бирмәй, әммә шул бик боронғо йоланың имитацияһы (бер ерҙе киҫеп, кәлгә ҡан тамыҙыу) хаҡында һүҙ барғанлығы аңлашыла.
Ҡорбан салыуҙа кешене хайуан менән алмаштырыу — аң үҫешендәге һуңғараҡ этап. Башҡорт һәм башҡа бик күп халыҡтарҙың легендаларында ошо этапҡа хас ҡараштарҙы йөрөткән мотивтар ҙа һаҡланып ҡалған. Бының миҫалы — башҡорт һәм татар халыҡтарының Ҡазан ҡалаһын төҙөүгә бәйле легендалары (ул легендалар монографияның беренсе бүлегендә ҡаралды).
Тәбиғәткә табыныу, уның «эйә»ләренә ҡорбан килте- реү — универсаль күренеш. Уны төрлө ҡитғаларҙа йәшәүсе төрлө халыҡтарҙың ауыҙ-тел ижады материалдарында күрергә мөмкин (175, 15-16; 138, 447; 105, 39-40; 324, 146; 94, 130; 12, 59-60; 261, 51-52).
186
Төрки халыҡтарының ауыҙ-тел ижадын, йолаларын, яҙма ҡомартҡыларын өйрәнеүселәр (С. Е. Малов, С. Г. Кляштор- ный, Л. П. Потапов, Н. А. Алексеев һ. б.) боронғо төркиҙәрҙең иң ҙур хоҙайҙары булып Күк-Тәңре, У май (һомай), Ер- һыу иҫәпләнгән тигән фекерҙә торалар. Был фекер тотош- лайы менән башҡорт фольклоры һәм этнографияһы материалдары менән дә нығытыла. Бына, мәҫәлән, мең йыл элек ҡағыҙға теркәлеп ҡалған Ибн-Фаҙлан яҙмалары: «Уларҙың (башҡорттарҙың. — Ф. Н.) ҡайһылары ун ике раббыбыҙ бар, тип фекер йөрөтә. Йәғни: ҡыш раббыһы, йәй раббыһы, ямғыр раббыһы, ел раббыһы, ағастар раббыһы, кешеләр раббыһы, хайуандар раббыһы, көн раббыһы, төн раббыһы, тереклек раббыһы, үлем раббыһы, ер раббыһы. Ә инде күктәге раббы — быларҙың иң олоһо...» (139, 131).
Орхон-Енисей руна ҡомартҡыларында теркәлгән Ер-Һыу төшөнсәһе башҡорт легендаларында туранан-тура сағылыш тапмай, ул нигеҙҙә изгеләштерелгән тау-таш, йылға, урын рәүешендә күҙ алдына баҫтырыла. Әммә халыҡ хәтере тәрән генә түгел, күп тармаҡлы ла: изгеләштер елгән Ер-Һыу образы, уға һалынған оло мәғәнә, тәбиғәт культын ата-ба- балар рухы менән бәйләнештә аңлау, донъяға монистик ҡараш эпос кеүек монументаль жанрҙа, атап әйткәндә, «Уҙаҡ менән Туҙаҡ — балабәшнәк ярсығы» ҡобайырында, иҫ киткес бер ҙур оҫталыҡ менән әйтеп бирелгән:
Ер-Һыу —йөрәк тибешем, Ер-Һыу менән әҙәм йәне —
Ер-Һыу —минең төп ишем, Мин Уҙаҡтың ише ул.
Атайымдың төҫө ул,
Беләгемдең көсө ул, Ер-Һыу тәне —кеше ул,
Йөрәгемдең хисе ул,
Зиһенемдең көсө ул. Ер-Һыу — кешенең ише ул,
Тик шулай ҙа эҙләгәнем — Ер-Һыуҙың ише —кеше ул!»
Үҙем ише кеше ул. (291, 125).
Килтерелгән миҫалдың һуңғы өс юлы айырып аңлатыуҙы талап итә, сөнки бында «Уҙаҡ менән Туҙаҡ»та һаҡланған мифологик ҡараштарҙың иң боронғо ҡатламын сағылдырыусы «Ер-Кеше» мотивы урын ала. Уның асылына төшөнөр өсөн уҡыусының донъя мифологияһындағы космогоник ҡараштар менән хәбәрҙар булыуы кәрәк. Төбәп әйткәндә, тәү
187
мөхиткә бәйле тыуған төрлө мифтар араһында Ерҙең ғаләмде тултырып торған гигант кеше ҡиәфәтендә күҙалланыуы, йәнәһе, шул ғәләмәт дәү кешенең тән ағзаларынан тәбиғәт объекттарының хасил булыуы (башынан —күк көмбәҙе, күҙҙәренән меңәрләгән йондоҙҙар, сәстәренән — урмандар...) тураһындағы скандинав, вавилон, һинд, ҡытай мифтарын хәтерләтергә тура килә (Имир, Гайомарт, Тиамат, Пуруша, Пань- гу образдары).
Әле һүҙ барған эпик ҡомартҡыла төрлө сәбәптәр арҡаһында «Ер-Кеше» мотивын йөрөткән архаик мифтарҙың беҙҙең көндәргә айырым ярсыҡтары ғына килеп еткән. Алтайлылар мифында асыҡ һүрәтләнгән «Ер-Һыу — кешенең ише, игеҙәге» мотивы ла ярсыҡ хәлендә. Ни өсөн тигәндә, эпос йөкмәткеһендә һуңғы дәүерҙәр йоғонтоһонда тыуған фекерләүҙәр, хәҙерге заман кешеһенең тормошто күҙалла- уын сағылдырған һыҙаттар ярайһы уҡ ҙур урын алған. Икенсенән, «Уҙаҡ менән Туҙаҡ...» башынан аҙағына тиклем мифологияға ҡоролған әҫәр түгел. Киреһенсә, уның тәғәйенләнеше — фажиғәгә осраған балабәшнәк ырыуының яҙмышын, йәғни тарихи ваҡиғаларҙы һүрәтләү, һәр халыҡтың йәшәүе, көн итеүе уның тыуған төйәгенә, еренә бәйле булғанлыҡтан, эпостағы Ер-Һыу образы изгеләштер елгән тәбиғәтте генә түгел, аңдағы ил-йорт төшөнсәһен дә бирә. Ошо төшөнсәнең мәғәнәһен, бөйөклөгөн аңлатыу һәм данлау өсөн сәсәндәр халыҡтың тарихи хәтеренә мөрәжәғәт итеп, борондан килгән миф-легендаларҙағы, ҡобайырҙарҙағы образдарҙы, ҡалыплашҡан әҙер шиғри юлдарҙы файҙаланған (фольклорҙа был йыш осрай). Тәбиғәт менән кеше берлегенең даими ысынбарлыҡ булыуы, шуның һөҙөмтәһендә тыуған фәлсәфәүи ҡараштарҙың һәр саҡ актуаль ҡалыуы Ер-Һыуға бәйле боронғо фекерләүҙең һуңғараҡ дәүер әҫәрҙәренә тәбиғи рәүештә инеп китеүенә сәбәпсе булған.
Алда әйтелгәндәрҙе ҡыҫҡаса йомғаҡлап, шуны әйтергә мөмкин. Тотемистик, анимистик һ. б. архаик ҡараштарҙы сағылдырған легендалар һәм хөрәфәти хикәйәләрҙең бөтәһе өсөн дә тиерлек «тәбиғәтте кешеләштереп, ә йәмғиәтте тә- биғиләштереп» аңлау хас. Әйберҙәрҙе «йәнле» һәм «йәнһеҙгә» бүлеү — тәүтормош кешеһенең аңы өсөн әле ят күренеш.
188
Боронғо кешенең бер әйбергә бүтән әйберҙәрҙең сифатын «ҡушып» аңлауы күп һанлы легендалар миҫалында күҙәтелә.
Ғаләм, күк есемдәре, ер-һыу, ундағы тереклектәр — быларҙың бөтәһе лә серле көс, мөғжизә рәүешендә ҡабул ителеп, табыныу объекты булып торған. Дороҫ, бындай боронғо ҡараштарҙың байтағы хәҙер бик тарҡау һәм алыҫлашҡан хәлдә килеп еткән.
Легендаларҙа сағылған донъя берҙәмлеге менән хосуси әйбер йәки зат араһындағы мәғәнәүи мөнәсәбәтте күреү өсөн әллә күпме материалды бер системаға килтереү, тарихи- этнографик сағыштырыуҙар алып барыу талап ителә.
Башҡорт легендалары һәм хөрәфәти хикәйәләрендә урын алған мифологик ҡараштарҙың бөтәһе лә боронғо төркиҙәрҙең һәм башҡа күп кенә халыҡтарҙың мифологик ҡараштары менән ауаздаш. Бер яҡтан был мөһим күренеш башҡорт этногенезының формалашыуында бик боронғо этник элементтарҙың ҡатнашыуы хаҡында һөйләүсе әһәмиәтле дәлилдәрҙең береһе булһа, икенсе яҡтан — тарихи-мәҙәни, типологик бәйләнештәрҙе сағылдырыусы дәлил ул.
Боронғо ырым-ышаныуҙарға нигеҙләнгән легенда һәм хөрәфәти хикәйәләр халыҡтың ижтимағи аң үҫешен, худо- жестволы-эстетик ҡараштарының формалашыуын, уларҙың эволюцияһын кәүҙәләндереү йәһәтенән дә ҡиммәтле сығанаҡ булып тора.
Өсөнсө бүлек
ТАРИХИ, ТОРМОШ-КӨНКҮРЕШ РИҮӘЙӘТТӘРЕ
Тарихи-генеалогик риүәйәттәр
Башҡорт халыҡ хикәйәләренең иң ҙур һәм мөһим бер төркөмө — тарихи риүәйәттәр. Алдағы бүлектәрҙә күргәне- беҙсә, тарихилыҡ теге йәки был дәрәжәлә риүәйәт һәм легендаларҙың бөтәһендә лә бар. Әммә факт менән уйҙырманың нисбәтенә ҡарап, ваҡиғаның конкрет тарихи ерлеге төрлөсә күҙ алдына килтерелә.
Тарихи риүәйәттәр төркөмөнә, ғәҙәттә, реаль нигеҙе асыҡ билдәле булған халыҡ хикәйәләрен индереп йөрөтәләр. Уларҙың һүрәтләү объекты булып ижтимағи әһәмиәтле ваҡиғалар һәм шул уҡ ваҡиғаларға бәйле булыуы менән танылған шәхестәр тора. Ләкин XX быуаттың икенсе яртыһында «тарихи риүәйәт» тигән төшөнсәгә киңерәк ҡарау тенденцияһы билдәләнә башланы. Этнограф В. И. Васильев- тың, мәҫәлән, тарихи риүәйәттәрҙе тарихи-генетик һәм «саф тарихи» төркөмдәргә айырып ҡарағайлығы күренә (77, 114). Танылған фольклорсы В. К. Соколова иһә ырыу-ҡәбилә тарихы хаҡындағы халыҡ хикәйәләрен тарихи риүәйәттәрҙең боронғо ҡатламы итеп ҡарай, сөнки бындай әҫәрҙәр, «саф тарихи» риүәйәттәр һымаҡ, ижтимағи әһәмиәтле мәсьәләләрҙе күтәрә (265, 7).
Башҡорт легенда һәм риүәйәттәрен ентекләп тикшереү ерлегендә лә ошо уҡ фекер раҫлана. Ата-бабаларҙың сығышын, йәшәгән урынын, уларҙың ниндәй ҡәбиләләр менән
190
аралашыуын сағылдырған риүәйәт, легендалар оло ижтимағи әһәмиәтле мәсьәләләрҙе күтәреүсе тарихи хикәйәләр булып тора. Тик реаль ерлеге асыҡ билдәле булған тарихи риүәйәттәрҙән айырмалы рәүештә, генеалогик риүәйәт-ле- гендаларҙың бер өлөшөндә уйҙырма, фантастик мотивтар ҙур урын ала. Был тәбиғи хәл, әлбиттә, сөнки теге йәки был халыҡтың сығышы сал тарих төпкөлөндәге ваҡиғалар рәтенә инә. Ә инде бик боронғо ваҡиға, күренештәрҙе аңлау һәм аңлатыу кешеләрҙең аң-торошона ҡарап, төрлө заманда төрлө кимәлдә атҡарылған. Тотемистик ышаныуҙар һәм культтар күҙлегенән аңлатылған этногенетик ҡараштар хаҡында үрҙә байтаҡ һүҙ булғанлыҡтан, бында уларҙы ҡабатлап тороуҙың кәрәге юҡ.
Теге йәки был ырыуҙарҙың, нәҫел, араларҙың йәшәгән төйәге, унда ерле халыҡ булыу-булмауы, башҡа ырыуҙар менән мөнәсәбәттәре тураһындағы күп кенә сюжеттар саф тарихи риүәйәттәр төркөмөнә бик яҡын. Уларҙы тарихи риүәйәттәрҙең тематик үҙенсәлекле бер тармағы тип әйтергә мөмкин. А. Г. Бессонов яҙып алған «Башҡорт тарихы», «Башҡорттарҙың килеп сығышы», «Әйлеләр менән Табындар» тигән риүәйәттәр — бындай тип әҫәрҙәрҙең асыҡ миҫалы. «Башҡорт тарихы» тигән риүәйәттә, мәҫәлән, Барын менән Табын ырыуҙарының килеп сығышы тураһындағы легендар мәғлүмәттәрҙән һуң һөйләнелгән хәл-ваҡиғалар (башҡорттарҙың 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуы, баш- ҡорт-ҡаҙаҡ барымталары, хәрби хеҙмәт рәүеше һ. б.) тарихи дөрөҫлөккә тап килә, улар хаҡында хикәйәләү нәҡ тарихи риүәйәттәр рухында бара.
«Әйлеләр менән Табындар» риүәйәтендә һөйләнелгән хәлдәр —Табын ырыуы башҡорттарының аҡ батшаға барып, үҙ ерҙәренә хужа булыуҙарын раҫлаған грамоталар алып ҡайтыуы — хаҡындағы мәғлүмәттәрҙең тарихи ерлеге яҙма документтар нигеҙендә нығытыла (177, 80—81).
Тормошта булған ысын ваҡиғаларҙы һөйләү тарихи- этногенетик риүәйәттәрҙә ҡайһы ваҡыт уйҙырма хикәйәләр менән аралашып китә. «Башҡорттарҙың килеп сығышы» тигән риүәйәттәге Егет батша менән Ҡыҙ батша алышы тураһындағы мотивтың бирелеше, мәҫәлән, шундайҙарҙан. Риүәйәт, нигеҙҙә, Әйле ырыуы башҡорт ата-бабаларының
191
Әй буйынан Урал аръяғына күсеп килеү рәүешен һәм артабан нисек итеп йәшәп китеүҙәрен һөйләүгә ҡоролған. Егет батша менән Ҡыҙ батшаның алыш мотивы иһә Киҙәгәс күле эргәһендәге (хәҙерге Силәбе әлкәһе Арғаяш районындағы урын) ике уба исеменең килеп сығышын аңлатыу ниәтенән индерелгән. Алыштың сәбәбе —Егет батшаның Ҡыҙ батшаға әйләнергә теләүе, шул айҡанлы ҡыҙҙың шарт ҡуйыуы: «Былай ғына сыға алмайым, тәүҙә батырлығыңды күрһәт. Мин —был түбәнән, һин анау түбәнән тороп уҡ атышып ҡарайыҡ» (55, 66).
Ҡыҙҙың егетте никах алды һынауы аша үткәр еүе — билдәле мотив (был йәһәттән төрки халыҡтарының, шул иҫәптән, башҡорттарҙың «Алпамыша менән Барсынһылыу» эпосын иҫкә алыу ғына ла етә), фәндә ул мотив «матриархат менән патриархат араһындағы көрәштең образлы сағылышы» (135, 201) булараҡ аңлатылды. Бик күп миҫалдар нигеҙендә әйтелгән был фекерҙе артабан дауам итеүҙең кәрәге юҡ, ә бына риүәйәт-легендалағы амазонкалар мотивына ҡыҫҡаса туҡталып үтеү артыҡ булмаҫ. Ни өсөн тигәндә, яу сабыусы, яу башлап йөрөүсе ҡатын-ҡыҙ (амазонкалар) тураһындағы сюжеттар беҙҙең фольклористикала тикшерелмәгән. Ҡайһы бер сюжеттарҙа был мотивтың ярсыҡтары ғына күренеп ҡала («Батмағош туғайы», «Ырғыҙ»), бәғзе риүәйәттәр үҙҙәре бик ҡыҫҡа («Әбейхан-Ата»), А. Г. Бессонов яҙып алған риүәйәт-легенда иһә, күләме яғынан артыҡ ҙур булмаһа ла, амазонкалар мотивын ярайһы уҡ яҡшы һаҡлаған әҫәр булыуы менән ҡыҙыҡлы. Иғтибарға лайыҡ де- талдәрҙең береһе шул: туй алдынан егет менән алышыусы ҡыҙҙың батша булыуы (фольклор традицияһында ул күбе- рәген батша ҡыҙы, хан ҡыҙы). Көс һынашыу ҙа ябай майҙанда түгел, ә ғәскәр тупланған түбәләр башында үткәрелә. Был турала Ҡыҙ батшаның ҡуйған шартынан уҡ аңлашыла: «Әгәр ҙә һин тейҙереп, мин иҫән ҡалһам, бөтә ғәскәрем менән һиңә сығырмын, ә инде яҙлыҡһаң, бөтә ғәскәрең менән һин миңә ҡол булырһың». Алыш ҡыҙҙың еңеүе менән тамамлана. Тәүге уҡты атыу нәүбәтен егеткә сығарыу, уны уңышһыҙлыҡҡа юлыҡтырыу — Ҡыҙ батшаның көсөн күрһәтеү маҡсатынан уйланылған алым. Егеттең уғы ҡыҙҙың аяғын ғына сыйып китһә, ҡыҙҙың уғы егеттең йөрәгенә
192
килеп тейә лә, тегеһе шунда уҡ йән бирә. «Ҡыҙ ҡоло булғансы, алышып үлгәнең артығыраҡ» тип, егет яғы ғәскәрҙәре атыш башлаһалар ҙа, Ҡыҙ батша яғы бирешмәй. «Былайтып ҡырылып бөткәнсе, Ҡыҙ батшаның ҡоло булайыҡ» тип, Ҡыҙ батшаға баш һалалар. Был хәлдән һуң Ҡыҙ батша бик күп ерҙәргә яу сабып, бик күп батшаларҙы үҙенә ҡол итә. Ахыр килеп, ул тағы бер йәш батшаны осрата. Был юлы шартты егет кеше ҡуя: «һин байтаҡ халыҡты ҡырҙың, әйҙә хәҙер минең менән алышып ҡара». Былар шулай һөйәк башлы балталарын болғап, ҡара-ҡаршы сабышып килгәндә, аттары бер-береһенә бәреләләр ҙә, икеһе ике яҡҡа сәсрәп барып төшәләр. Егет шунда уҡ һикереп тороп, ҡыҙға уҡтала: «Ҡайһыһына ризаһың — йәнеңде бирәһеңме, малыңдымы? Йәнең йәл булһа —минең бисәм бул, йәл булмаһа — хәҙер йәнеңде алам!»— тип, икенең бер ен һайларға ҡуша. Ҡыҙ йәнен йәл күреп, ахырҙа быға кәләш булырға ризалыҡ бирә, ә ғәскәре егет ҡулына күсә. Был хикәйә ирекһеҙҙән боронғо сак-массагет, савромат ҡәбиләләренең йолалары тураһындағы антик авторҙарҙың яҙмаларын хәтергә төшөрә. Савроматтарға ҡағылып, Геродот, мәҫәлән, бына нимә тип яҙып ҡалдырған: «Өйләнешеү буйынса уларҙа түбәндәге ҡағиҙә һаҡлана: дошманды үлтермәй тороп, бер генә ҡыҙ ҙа кейәүгә сыҡмай» (95, 117).
Ә был юлдар Псевдо-Гиппократ трактатынан: «Уларҙың ҡатын-ҡыҙҙары ат менә, уҡ аталар һәм һыбай килеш ҡыҫҡа һөңгө ырғыталар, ҡыҙ саҡтарында дошмандары менән алышалар. Өс дошманды үлтермәй тороп, кейәүгә сыҡмайҙар» (287, 226).
Мал аҫраусы савроматтарҙың (башҡа ҡәбиләләр менән берләшкәс — сарматтарҙың) яңы эраға тиклемге VII—IV быуаттарҙа Волга, Урал буйы далаларында күсеп йөрөгәнлектәрен һәм уларҙың ижтимағи тормошонда ҡатын-ҡыҙҙарҙың дәрәжә юғарылығын (254, 1153) иҫкә алғанда, башҡорт риүәйәт-легендаһының боронғо тамырҙарын антик авторҙарҙың яҙмалары менән сағыштырып өйрәнеү үҙен аҡлайҙыр, тип уйлайбыҙ. Уның нигеҙендә (һөҙөмтәлә) хәҙерге уҡыусы өсөн уйҙырма күренгән фольклор мотивтарының буш ерлектә, ҡоро хыял, фантазия емеше булып ҡына яралмағанлыҡ-
193
тары асыҡлана, халыҡ хәтеренең ни тиклем тәрән, ни тиклем ҡиммәтле танып белеү сығанағы булыуы раҫлана.
Шуны ла әйтергә кәрәк, матриархат темаһы, яу сабыусы баһадир амазонкалар мотивы башҡа бик күп халыҡтарҙың фольклорында ла урын ала. Әлбиттә, боронғо мотивтар һәр халыҡтың ауыҙ-тел ижадында шул халыҡтың йәшәгән мөхитенә ярашлы рәүештә үҙенсәлекле яңғыраш алған, торло сюжет коллизиялары аша яҡтыртылған (Жигули тауҙарындағы кургандарҙа рус баһадиры Бориславаның яуҙарҙан алып ҡайтҡан алтын-көмөштәре, һәр төрлө ҡиммәтле таштары һаҡланыуы тураһындағы легенданы (111, 70—71), төрки халыҡтарынан ҡарағалпаҡтарҙың «Ҡырҡ ҡыҙ» дастанын, А. Утемисов тарафынан яҙып алынған «Гөләйем тураһындағы легенда»ны, «Ҡатын-ҡыҙҙар ханлығы» исемле әкиәтте (287, 111—120) иҫкә алырға мөмкин. Әммә сюжеттар, жанрҙар ни тиклем генә төрлө булмаһын, элекке этнокультур, этнотарихи бәйләнештәрҙең сағылышы булараҡ, мотивтарҙа уртаҡ һыҙаттар барлығы күренмәй ҡалмай (ҡыҙ менән егет алышы, ҡыҙҙың еңеүе һәм аҙаҡ еңелеүе, яу сабыуҙар).
«Башҡорттарҙың килеп сығышы» исемле риүәйәт-леген- даның убалар хаҡындағы өлөшө бына шундай фекерҙәр уята. Урал аръяғына Әй буйынан килгән башҡорттарҙың төпләнгән урыны, уның иҫтәлекле убалары тураһында мәғлүмәт биргәс, риүәйәтсе әйлеләрҙең нисек итеп был яҡҡа юлланыуҙары хаҡында хикәйә ҡыла.
Яңы ерҙәргә килеп төйәк ҡороу мотивы күпселек риүәйәттәрҙә традицион алымға нигеҙләнә: фәлән-фәлән кешенең уландары (улар, ғәҙәттә, ике, өс, биш ағай-эне алына) юғалған малдарын эҙләп килеп, шул малдары туҡтаған уңдырышлы ерҙә төйәкләнеп, ырыу йәйеп йәшәп алып китә. Тарихи риүәйәттәрҙең боронғо ҡатламын тәшкил иткән мифологик йөкмәткеле этногенетик легендаларҙан айырмалы рәүештә, быларында мөғжизәле януар түгел, ә кешеләрҙең үҙ малдары ҡотло урын табып бирә («Башҡорттарҙың килеп сығышы», «Ямаш менән Йомаш ауылдары» һ. б.). Бер нисә улдан нәҫел таралыу, ауылдарға нигеҙ һалыу —шулай уҡ традицион мотив. Ул күп халыҡтарҙың риүәйәт һәм легендалары өсөн хас күренеш. Был йәһәттән Киевҡа нигеҙ
194
һалыусы өс туған Кий, Щек, Хорив тураһындағы славян легендаларын иҫкә төшөрөргә мөмкин.
Төйәкләнер өсөн уңайлы урын һайлау — боронғо легендаларҙан килгән һәм башҡа халыҡтарҙың да ижадында осраған традицион алым. «Мәмбәт» исемле риүәйәттән килтерелгән түбәндәге юлдарҙың бүреләр артынан килеп, ҡотло урын тапҡан кешеләр тураһындағы легендалар менән (55, 63) туранан-тура бәйләнеше бар: «Мәмбәт Таналыҡ буйына оҙаҡ ҡына ҡарап тора ла әйтә: «Йылғаһының балығы бар, туғайының йыуаһы бар, еренең ашы бар. Егәрле булған ир- егет йотлоҡта ла йүгәнен тотоп ҡалмаҫ!» (55, 75)
Башҡорт халҡының этник составы, айырым ҡәбилә, ырыуҙарҙың йәшәгән урындары, был ырыуҙарҙың үҙ-ара мөнәсәбәтен сағылдырған күпселек риүәйәттәр тарихи характерҙағы хикәйәләр иҫәбенә инә. «Бөрйәндәр хан замандарында», «Ҡыпсаҡтар» исемле риүәйәттәр, айырыуса һуңғыһы, тарихи факттарҙан ғына туҡылған тиергә мөмкин: «Ҡыпсаҡтар элек бик күп булғандар. Беҙҙҙең яҡта ғына ла байтаҡ Ҡыпсаҡ ырыуы йәшәгән. Уларҙың һәр береһенең исеме булған: ҡарағай ҡыпсағы, сәнкем ҡыпсағы, ҡарый ҡыпсаҡ. Ҡыпсаҡ ауылынан бире ун икеме, егерме һигеҙме ауыл.
Ҡарағай ҡыпсаҡ — беҙҙеке, ә Ҡарый ҡыпсаҡ —Үҙәндеке, икенселәр түбәндәләр: һәүен ҡыпсағы — Нөгөш буйында, Сәңкем ҡыпсағы — Ырымбур яғында. Ҡарағай ҡыпсаҡтарының атаһы был яҡҡа килеп, һөйләшеп, ер алып килеп ултырған ырыу йәйергә. Шулай итеп, ҡыпсаҡтар был тирәгә килеп мәҡам тотҡандар. Уларҙың ҡайҙан килеп, ҡасан ғүмер һөрә башлауҙарын асыҡ әйтә алмайым. Был хәл бик борон булған» (55, 72—73). Ҡыпсаҡтарҙың күп һанлы, күп тармаҡлы булыуҙары тураһында ҡаҙаҡ-ҡырғыҙҙарҙан яҙып алынған «Кыпчак туксан еки [ике] баулы» (224, 64) тигән әйтем дә бар. Бау —бында ырыу, нәҫел мәғәнәһендә (Ҡыпсаҡтарға бәйле тарихи-этнографик мәғлүмәттәр P. Ғ. Кузеев, Р. 3. Янғужин хеҙмәттәрендә киң яҡтыртылған) (160; 338).
Төрлө халыҡтарҙың мифологик легендаларындағы уртаҡ мотивтар һәм оҡшашлыҡтарҙы билдәләү нигеҙендә, йәғни ситләтелгән мәғлүмәттәр биргән сығанаҡтарға таянып, башҡорттарҙың башҡа халыҡтар, айырыуса, төрки-монгол телле ҡәбиләләр менән боронғо этнокультур бәйләнештәре хаҡын
195
да хеҙмәттең икенсе бүлегендә һүҙ алып барылғайны инде. Әммә башҡорт халҡының легенда һәм риүәйәттәренең араһында ҡайһы бер ырыу араларының, нәҫелдәрҙең башҡа халыҡтар менән туғанлыҡ бәйләнештәрен туранан-тура күрһәткән тарихи-генетик характерҙағы сюжеттар ҙа бар. Был йәһәттән айырыуса башҡорт-ҡаҙаҡ ҡәрҙәшлеге тураһындағы риүәйәттәр иғтибарҙы йәлеп итә. Башҡортостандың Федоровка районының Ишмөхәмәт (һынташ) ауылында йәшәүсе халыҡтың генеалогик риүәйәтендә, мәҫәлән, ҡасандыр ҡаҙаҡтарҙан айырылып, ошо ерҙә йәшәргә ҡалған һәм башҡорттар менән ныҡлы аралашып киткән Чурбай нәҫелдәре хаҡында һөйләнелә.
«Беҙ үҙебеҙ ҡаҙаҡ нәҫеле — чурбайҙар, — тиелә риүәйәттә. — Беҙҙең ата-бабалар ҡаҙаҡтан айырылып, Уҡлы ҡарағайға килеп ултырғандар. Шунан ошо ергә нигеҙләнгәндәр. Башҡорттар менән аралашып, үҙебеҙ ҙә, телебеҙ ҙә башҡорт булып киткәнбеҙ. Ауылда Юрматы ырыуы башҡорттары күп» («һынташ» — 55, 131).
Бөрйән ҡәбиләһе Байулы ырыуының ҡаҙаҡтар менән туғанлығы хаҡында риүәйәттәр бар (200, 164—171).
Риүәйәттәр буйынса, Үҫәргән ҡәбиләһенең Мәмбәт ырыуы этник яҡтан ҡаҙаҡтарҙың Арғын ырыуына барып тоташа. Сюжеттың бер ни тиклем шартлы булыуына ҡарамаҫтан (ул кескәй йәштәге ир балаларҙы әсирлеккә алыу кеүек традицион мотивҡа ҡоролған), уның нигеҙе ысынбарлыҡҡа тап килә. Ырыу башы Мәмбәт атаның ҡаҙаҡ нәҫеленән булыуы Ҡәҙим Аралбаев тикшергән Мәмбәт ырыуы шәжәрәһендә лә асыҡтан-асыҡ күрһәтелә (18, 132—142).
«Ҡаҙаҡтар араһы» тигән риүәйәттә барымта һуғыштары заманында ҡаҙаҡтарға әсирлеккә төшкән башҡорт малайының үҫкәс ҡаҙаҡ ҡыҙына өйләнеүе, уларҙан таралған тоҡомдоң Урал ерендә тамыр йәйеүе һүрәтләнә (55, 85—86).
Ҡаҙаҡтарҙың башҡорттар менән этник бәйләнештәре хаҡында ҡаҙаҡ фольклорында ла әһәмиәтле мәғлүмәттәр бар. Мәҫәлән, үткән быуат уртаһында П. И. Небольсин яҙмаларында теркәлгән бер риүәйәт буйынса, ете ырыу башҡорттары—Ҡыпсаҡ ырыуына ҡараған бер нисә ҡырғыҙ (ҡаҙаҡ.— Ф. Н.) ғаиләһе тоҡомдары. Улар бик борон замандарҙа
196
Себерҙән Урал аша үткән һәм башҡорттар менән туғанлыҡ бәйләнештәренә ингән (204, 9).
А. П. Чулошниковтың бер хеҙмәтендә ҡаҙаҡтарҙың нуғайҙар менән этник бәйләнештәре тураһында һөйләүсе ҡаҙаҡ риүәйәттәре килтерелә. Уларҙа ҡаҙаҡтарҙың ғына түгел, бәлки башҡорттар менән ҡарағалпаҡтарҙың туғанлыҡ тамырҙары ла нуғайҙарға алып барып тоташтырыла (321, 106). Бындай риүәйәттәрҙә ҡәтғилек һәм бер яҡлылыҡ һиҙелһә лә, дөйөм алғанда этник күренештәрҙе яҡтыртыу яғынан уларҙың нигеҙендә реаль һыҙаттар ятҡанлығын билдәләмәү мөмкин түгел. Башҡорт, ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ этносында нуғай элементтарының булыуы ғилми әҙәбиәттә киң яҡтыртылған, һәм ул бәхәс тыуҙырмай торған мәсьәлә.
Башҡорт ырыуҙары эсендәге ҡалмыҡ нәҫелдәре хаҡындағы риүәйәттәр — шулай уҡ башҡорт-ҡаҙаҡ ҡәрҙәшлеген һүрәтләгән риүәйәттәр тибында: бында ла нәҫел, ырыу таралыу сәбәбе яу ваҡытында әсиргә төшкән бала, шул баланан аҙаҡ ырыу, нәҫел таралыу мотивы аша яҡтыртыла («Мамыт», «Ҡалмыҡ ырыуы» —55, 87).
Тарихи фольклорҙа башҡорт-уғыҙ, башҡорт-ҡырғыҙ этник мөнәсәбәттәрен сағылдырған легендалар бар. Уларҙың ҡайһылары шәжәрәләр эсендә теркәлгән булһа, бәғзеләре үҙ аллы хикәйәләр рәүешендә яҙып алынған.
1913 йылда «Шура» журналының 10-сы һанында баҫылып, аҙаҡ P. Ғ. Кузеев тәржемәһе аша С. М. Абрамзонға барып ингән ҡырғыҙ ырыуы башҡорттарының шәжәрә-риүәйәте (3, 63) башҡорт этнонимияһында ҡырғыҙ, уғыҙ компоненттарын һаҡлауы менән әһәмиәтле. Был баҫмаға ҡарағанда, Бөгөлмә әйәҙендә йәшәгән ҡырғыҙ ырыуы башҡорттары үҙҙәренең нәҫел ебен Ҡорҡот-атаға («Ҡорҡот-ата китабы» исемле уғыҙ эпосының һәм күп һанлы легендаларҙың геройы) алып барып бәйләйҙәр. Был шәжәрә-риүәйәттән Ҡорҡот-ата һәм уның ырыуҙарының Бохара юлындағы һыр диңгеҙе буйында йәшәгәнлектәре күренә. Бөгөлмә өйәҙендәге Ташлы ауылына 1755 йылда нигеҙ һалған Хөсәйен Ҡорҡот-атанан килгән ун беренсе быуынға тура килә. P. Ғ. Ку- зеевтың фекеренсә, VIII—X быуаттарҙа Арал, Сырдаръя буйҙарында уғыҙҙар менән аралашҡан ҡырғыҙ ырыуҙары аҙағыраҡ Ҡыпсаҡтар составында Волганан көнбайышта урынлашҡан
197
ерҙәргә, Алтын Урҙа дәүерендә Бөгөлмә ҡалҡыулығына үтеп ингәндәр (158, 361—362).
Ҡорҡот-ата — ырыу башлығы мотивы Ғафури районының Яҡтыгүл ауылында яҙып алынған бер риүәйәттә лә (55, 65) урын ала. Бында ул ырыуҙаштарын ҡурсалап, уларҙы үлем-һәләкәттән һаҡлап, Алтай яғынан Ағиҙел буйҙарына алып килеп төпләндергән башлыҡ булараҡ күҙ алдына баҫтырыла.
Табын ырыуы башҡорттарының 1953 йыл P. Ғ. Кузеев тарафынан ҡағыҙға теркәлгән риүәйәттәрендә шулай уҡ ырыуҙаштарын Алтай яғынан Ағиҙел буйына алып килеүсе башлыҡ телгә алына (158, 254). Исеме аталмаһа ла, текстағы деталдәр аша (башлыҡтың ҡыллы музыка ҡоралында уйнауы, Яҡтыгүлдә яҙылған хикәйәлә — думбыра сиртеп, өләң әйтеүе) ике яҙманың оҡшашлығын күрмәү мөмкин түгел. Әммә Кузеев вариантында риүәйәтсе башҡорттарҙың ҡайҙан күсеп килеп, ҡайҙа урынлашыуын һөйләү менән генә сикләнмәй, ә бәлки табындарҙың боронғо ата-бабалары- ның уйғырҙар менән мөнәсәбәттә булыуҙары хаҡында ла мәғлүмәт бирә.
Башҡорттарҙың һарттар (үзбәктәр) менән этник бәйләнеше хаҡында тарихи-этнографик материал байтаҡ булһа ла, легенда һәм риүәйәттәр бик һирәк. 1970 йылда Курган әлкәһе Әлмән районының Тәңреғол ауылында Шәкирйән Мөхәмәтйәновтан яҙып алынған «Һарт-Әптерәш ауылы» исемле риүәйәт һәм 1930 йылда Ғафури районының Яҡтыгүл ауылында Вәлиулла Ҡоломбәтов яҙып алған «Һарт-Нау- руз ауылы» тигән риүәйәттәрҙән башҡа, төҙөк сюжетлы текстар хәҙергә юҡ тиерлек, һарт Әптерәш ауылындағы һарт нәҫелдәре Мондоших исемле үзбәктән таралған тигән фекер үткәрелә риүәйәттә. Мондошихтың Толоших исемле бер иптәше менән башҡорттар араһына килеп сығыуын риүәйәт сәйәси ваҡиғаларға бәйләп аңлата. Был ике егеттең «Бохара динде дөрөҫ алып бармай», тип хан меңән низағ- лашыуы, ғәскәр туплап, ханға ҡаршы яу асыуы, Бессара- бияға ҡасып китергә мәжбүр булған хандың, ғәскәр йыйып ҡайтҡандан һуң, быларҙың яуын баҫтырыуы; тәүҙә ҡаҙаҡ яҡтарына, аҙаҡ Уралға килеп төпләнеүҙәр е, башҡорт ҡыҙына өйләнгән Мондошихтан зат таралыуы тураһында бәйән
198
ителә. Риүәйәт жанрының тәбиғәтенә ярашлы һәр нәмәне конкретлаштырып һүрәтләүе менән «текст» тулы ҡанлы (Мондошихтың Мостафа исемле улынан Мостафа ауылының барлыҡҡа килеүе, ул ауылдың Магнитогорск ҡалаһынан 6 саҡрым ғына ерҙә урынлашыуы, аҙаҡ һарт нәҫелдәренең Әптерәш ауылына килеүҙәр е, ауылдың «Һарт-Әптерәш» булып китеүе15) (55, 132).
«Һарт-Науруз ауылы» исемле риүәйәттә ҡәрҙәшлек мотивына ҡарағанда, башҡорт менән һарттарҙың аралашып йәшәү күренеше нығыраҡ сағыла. Риүәйәттең башланған өлөшөндә Бохара яғынан килгән кешеләр түгел, «ҡайтҡан» кешеләр хаҡында һүҙ бара: «Элек Кәлсер исемле бер ҡарт Бохара яғынан ҡайтҡан кешеләргә ошо ерҙәрҙән урын күрһәткән. Был кешеләрҙең ҡарт-ҡоролары үҙ-ара һәр саҡ һарт телендә һөйләшер булғандар. Шуға күрә уларҙы «һарт» тип йөрөткәндәр».
<...> һарттар ауыл ҡорғанда, Науруз тигән бер кеше быларға бик ныҡ ярҙам итеп йөрөгән. Ауылдың Һарт-Нау-
15 1931 йылғы ғилми экспедиция материалдарына ҡарағанда, Ялан- Ҡатай районында (хәҙерге Курган әлкәһе) һарт нәҫелле 6 ауыл булғанлығы билдәләп кителә; һарт араларының Өфө, Стәрлетамаҡ, Бәләбәй кантондарына ингән ауылдарҙа осрағанлығы телгә алына (203, ф. 3, оп. 12, д. 314, л. 2).
P. Ғ. Кузеевтың 1959 йылғы яҙмалары буйынса, Курган әлкәһенең Сафакүл районында һарт нәҫелдәре йәшәгән ауылдар: Оло Солтан (Имәнғол), Баязит, Һарт-Әптерәш, Әбел, Мансур. Ғалимдың һарт нәҫелдәренең аҫабалығы тураһындағы мәғлүмәте иғтибарҙы йәлеп итә. Шуға бәйле риүәйәттән күренеүенсә, һарт волосы старшинаһы Солтанға ер биләүгә аҫабалыҡ хоҡуғы хеҙмәте өсөн батша тарафынан бирелгән. Солтан был ерҙәргә төньяҡ-көнсығыштағы Балсыҡты күленән көньяҡ- көнсығыштағы Буташ күленә тиклемге арауыҡҡа ара-аймаҡтары менән бергә үҙенең биш улын еректергән, бынан тыш, Әйле, Табып һ. б. ырыу кешеләрен саҡырып килтергән. Был хәл 150 йыл элек булған, тиелә риүәйәттә. Информанттың ошо мәғлүмәтенә аңлатма биреп, P. Ғ. Ку- зеев: «Был риүәйәт, күрәһең, һарттарҙың электән биләгән ерҙәренә аҫабалыҡ хоҡуғын жалованный грамоталар менән нығытылыуын ғына сағылдыра», — тип яҙа, П. Паллас яҙмаларына таянып, ғалим башҡорт- һартгар Урал аръяғына Уралдан XVIII быуаттың урталарында уҡ күсеп килеп, Һарт волосы төҙөгән тигән фекер әйтә. Тарихсы үҙенең фекерен артабан алда телгә алынған Солтан старшинаның шәжәрәһендәге мәғлүмәт менән нығытып ҡуя (шәжәрәнән күренеүенсә, Солтандың бүләһе (правнугы) Троицк ҡалаһында 1959 йылда 75 йәшендә вафат булған) (159, 199).
199
руз тип аталыуы ана шул Науруз исеменә бәйле». Риүәйәттең йөкмәткеһенә ҡарағанда, үҙ илдәренә ҡайтҡан башҡорттар үзбәк яҡтарында оҙаҡ ҡына йәшәгән, күрәһең: йылыға күнеккән кешеләрҙең ҡышҡы һалҡындарҙан зарланыуы, ул турала хатта йыр сығарылыуы шундай фекергә юлыҡтыра. Бына ул йыр:
Сәхрәләргә сығып йөрөр инем —
Йөрөп булмай тәрән был ҡарҙа.
Ебәк сапан кейеп йөрөр инем,
Ебәк сапан ҡалған Бохарҙа.
«Был йырҙы бер һарт ҡарты йырлаған, имеш», — тиелә риүәйәттә (55, 131—132). Йырҙа сағылған бошонҡолоҡ мотивының сәбәбе, бәлки, тәрәндәрәктер ҙә. Ситтә йәшәгән ҡайһы бер башҡорттарҙың күнеккән урындарынан ҡуҙға- лыуы ниндәйҙер көтөлмәгән уңайһыҙ шарттарға (экстремаль ситуацияға) бәйле булыуы ихтимал (Бохарҙа ҡалған ебәк сапан образы риүәйәткә осраҡлы ғына индерелмәгәндер, моғайын).
P. Ғ. Кузеев яҙып алған риүәйәттәрҙә һарттарҙың шулай уҡ Бохара, Хиуа яғынан килеп нигеҙләнеүҙәр е телгә алына (159, 199). Ғилми әҙәбиәттә Әйле ырыуы башҡорттарының этнонимия системаһында һарт тармағының булыуы һәм тарихи-генетик риүәйәттәрҙәге мәғлүмәттәр башҡорттар менән Урта Азия һарттары араһындағы этник бәйләнештәрҙең сағылышы итеп иҫәпләнә (159, 200).
Башҡорт ырыуҙары эсендәге ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, ҡалмыҡ аралары тураһындағы риүәйәттәрҙә лә этник бәйләнештәр тарихи-этнографик материалдар менән нығытыла. Ҡаҙаҡ аралары, мәҫәлән, Бөрйән, Түңгәүер, Юрматы, Ҡыпсаҡ, Табын, Ҡатай, Меңле ҡәбиләләре эсендә йыш осрай (158, 48—57).
Күрһәтелгәндәрҙән тыш, риүәйәттәрҙә башҡорттарҙың башҡа халыҡтар менән аралашып йәшәүе хаҡында ла мәғлүмәттәр бар, ләкин улар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик һаран. Ләкин шуға ҡарамаҫтан, материалдың булған тиклеме лә этник тарихты өйрәнеүҙә ифрат әһәмиәтле сығанаҡ булып тора. 1964 йылда Башҡортостандың хәҙерге Дәүләкән районы Ҡоръятмаҫ ауылында Сафиуллин Шакир Сафиулла
200
улынан яҙып алынған «Ҡоръятмаҫ ауылы» исемле риүәйәт, мәҫәлән, боронғо башҡорт-мадъяр (венгр) этник мөнәсәбәттәрен сағылдырыуы менән ҡиммәтле: «...Ҡоръятмаҫта мадъярҙар йәшәгән була. Үҫәргәндәр мадъярҙар менән бергә йәшәйҙәр. Мадъяр тоҡомонан хәҙерге көндә етмеш хужалыҡ бар» (55, 141). Теге йәки был урында борон мадъярҙар йәшәгән тигән мәғлүмәттәр архив материалдары араһында ла осрай (203, оп. 32, д. 33, л. 27).
Риүәйәт һәм легендалар, тарихи яҙмалар башҡорт ата- бабаларының Волга буйы булғарҙары менән ырыуҙаш булыуҙары тураһында ҡиммәтле күрһәтмәләр һаҡлаған (160, 341; 281, 66).
Шулай итеп, килтерелгән миҫалдар буйынса ғына ла этногенетик, этнонимик риүәйәт һәм легендаларҙың тарихи риүәйәттәрҙең үҙенсәлекле бер тармағы булыуы күренә.
Достарыңызбен бөлісу: |