төҙөлгән сюжеттар менән генә сикләнмәй. Ундай сюжеттарға үрелеп, икенсе, шулай уҡ бик әһәмиәтле мотивтар ҙа ҡушылып китә. Был йәһәттән Ғ. Б. Хөсәйенов яҙып алған бер легенда айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уята: Алпамышаның ете аҙымынан башҡорттарҙың ете ырыуы йәйләр ете йәйләү барлыҡҡа килеү мотивына, халҡыбыҙҙың боронғо ырыу башын Алып батырҙар тоҡомона илтеп ялғау (этногенетик мотив) кеүек күренештәр (42, 103) урын ала. Дөйөм алғанда, башҡорт фольклорындағы алпамышалар образы, легендаларҙағы топонимик мотивтар башҡа бик күп халыҡтарҙың легендаларындағы мотивтарға яҡын, айырым осраҡтарҙа улар хатта бер-бер еһенә тап килә тиерлек. Әйтәйек, «Великан ҡыҙҙары һәм һабансы» тигән латыш легендаһының сюжеты (164, 104) менән «Мүсектау» мотивтары араһында әллә ни айырма юҡ тиерлек. Уларға мордва, мари легендалары ла (167, 43—44; 11, 7) бик яҡын. Дәү
170
баһадирҙарҙың тоҡом, ырыу башлаусы булыу мотивы шулай уҡ мари, удмурт, эстон легендаларында урын ала (10, 4—5).
Алптарҙың ҡынйырағынан (итегенән) ҡойолған ҡом, ҡупҡан балсыҡтан тауҙар барлыҡҡа килеү мотивының таралыу ареалы айырыуса киң: ул Балтик диңгеҙе буйҙарынан Кавказ тауҙарына тиклем, артабан көнсығышҡаса дауам итә (33, 29—40). Был мотив Көнбайыш Европа илдәренең фольклорында ла бар (165, 606).
Урал алды, Волга буйы төркиҙәренең ижадында алпамышалар мотивының булыуы Ибн-Фаҙлан (Хб.) яҙмалары буйынса ла билдәле (139, 138).
Алпамышалар хаҡындағы легендаларҙың боронғолоғо төрки халыҡтарында шулай уҡ киң таралған «Алпамыша менән Барсынһылыу» эпосы менән нығытыла. Ғалимдарҙың тикшеренеүҙәренән күренеүенсә, был эпик ҡомартҡының айырым эпизодтарында матриархат дәүеренә ҡайтып ҡалған ҡараштар сағыла (135, 201, 218—219).
Кешеләр аңында баһадирҙар образының тыуыуын мари ғалимы В. А. Акңорин боҙ ҡатламы эрегәндән һуң (послеледниковый период), ер йөҙөндә карлик ағастар булған дәүергә ҡайтарып ҡалдыра. Бынан тыш, баһадирҙар образының фин-уғыр телле халыҡтар ижадында бөрөләнеп, Волга буйы төркиҙәре —сыуаш һәм татарҙарға — күскән, ә литва һәм латыштарға һуңғыларының төрлө прибалтика-фин халыҡтары менән генетик бәйләнештәре һөҙөмтәһендә ингән тигән фекер әйтә (10, 5). Дөйөм алғанда, ҡыҙыҡлы фекер, әммә ул әле артабан эҙләнеүҙәрҙе талап итә: баһадирҙар мотивы Волга-Прибалтика йүнәлешендә генә таралған мотив түгел, ул асылда донъя фольклорына билдәле мотив (хазарҙар культураһына ҡараған археологик ҡомартҡылар, уларҙағы Алпамыша сюжетын хәтерләткән һүрәттәр, Африка халыҡтарының әкиәттәре...), һәм уны ниндәйҙер бер конкрет этник ерлеккә бәйләү мөмкинлеге бик шартлы.
Тәбиғәт көстәренең (ел, ямғыр һ. б.) даими йоғонтоһо һөҙөмтәһендә ҡайһы бер ер-һыу объекттарының ғәҙәти булмаған формалар алып китеүе (төрлө йәнлек-хайуан, кеше һүрәтендәге таштар, ҡаялар барлыҡҡа килеү) элек-электән кешеләрҙең иғтибарын йәлеп итеп, уларҙа ижад фантазияһы уятҡан. «Этташ», «Тораташ», «Бейташ», «Киленташ» ише
171
ер-һыу атамаларының тарихы хаҡында халыҡ араһында байтаҡ ҡына легендалар йәшәүе —шуға миҫал. Айырыуса, таш булып ҡатҡан килендәр тураһындағы легендар сюжеттар популяр. Башҡортостандың Балаҡатай районы Красный Пахарь ауылында яҙып алынған бер легенда, мәҫәлән, һыуға киткән килендең оҙаҡ йөрөүе, көтөп арыған ҡәйнәнең әсенеп ҡарғауы («Шул тау башында ғына таш булып ҡат инде, исмаһам!»), ҡарғыш төшәп, килендең Тораташ булып ҡатыуы һүрәтләнелә (55, 118).
Йәмғиәттәге синфи бүленеш, социаль тигеҙһеҙлекте сағылдырған мәғлүмәттәр (ҡыҙҙың бай урындан ярлы ғаиләгә килен булып төшөүе) фонында яҡтыртылған төп мотив — һүҙҙең магик көсөнә ышаныу мотивы —ифрат боронғо. Ул мәжүси ҡараштар системаһында иң архаик мотивтарҙың береһе булып иҫәпләнә.
Башҡорт халыҡ хикәйәләре араһында таш булып ҡатыу сәбәбен ислам дине позицияһынан сығып аңлатҡан сюжеттар ҙа юҡ түгел. XIX быуаттың аҙағында «Екатеринбург аҙналығы»нда (65, 624) баҫылған бер башҡорт легендаһында, мәҫәлән, килен менән ҡәйнәнең таш һынға әйләнеү- ҙәре Хоҙай язаһы рәүешендә күрһәтелә. Аллаһы Тәғәләнең «асыуы» бында ҡатын-ҡыҙ ыҙғышын ғәйепләү маҡсатында килеп тыуған хәл итеп аңлатылған. Ошоноң менән легенда өгөт-нәсихәт мотивын үҙәк урынға ҡуя. Әммә һуңғараҡ дәүерҙәргә ҡараған ниндәй генә деталдәр юҫығында бирелмәһен, легендалағы боронғо мотивтар үҙҙәренең төп асылын юғалтмағандар.
Легендаларҙа таш һындарҙың, ҡағиҙә булараҡ, ҡатын- ҡыҙ образында һүрәтләнеүе — үҙе үк серле күренеш. Ниңә шулай? Бәлки, был төрки-монгол һ. б. халыҡтарҙың мифологияһында урын алған ҡатын-ҡыҙ балбалдарынан (каменные бабы), идолдарҙы тыуҙырған ышаныуҙарҙан киләлер.
Ҡатын-ҡыҙ сүрәтендәге һынташтар тураһында һөйләгәндә, йәнә бер ҡыҙыҡлы, ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фраг- ментар характерҙа яҙып алынған бер топонимик риүәйәткә туҡталмай булмай. Унда Силәбе өлкәһендәге Ҡалды күле эргәһендә бер һынташ булыуы хаҡында хәбәр ителә һәм был таштың ғәҙәти булмаған үҙенсәлеге — даими рәүештә һөт һарҡытып тороуы —телгә алына (203, оп. 26, д. 10,
172
л. 158). һынташтың «һөт» һарҡытып тороуы — оригиналь һәм, һис шикһеҙ, архаик мотив, ул изгеләштерелгән ҡатын- ҡыҙ—әсә символы булараҡ ҡабул ителә.
Легендаларҙа һаҡланып ҡалған айырым мәғлүмәттәр буйынса, борон һынташтарҙың изгеләштерелгән объект булғанлығы аңлашыла, ер өҫтөндә яралған тәбиғи һындарҙан тыш, кешеләр тарафынан эшләнгән идолдар булғанлығы тоҫмаллана. Бер генә миҫал.
«Беҙҙең Ишмөхәмәт ауылының икенсе исеме — һынташ. Борон замандарҙа ошо ауыл урынында бер дәү һынташ булған, тиҙәр. Уның һыны кешегә оҡшашыраҡ булған: башы, ҡулдары, биле беленеп торған. Күрәһең, уны шулай итеп юнғандар. Ташында тамғаларға оҡшаған ниндәйҙер яҙыуҙар ҙа бар ине, тиҙәр.
Ул бер арҙаҡлы, изге әҙәмдең ҡәберенә ҡуйылған, һынташ төнөн яҡтырып торор булған, тиҙәр. Кешеләр уны шуға изге таш тип иҫәпләгән. Ул таш бынан йөҙ-йөҙ илле йылдар элек кенә имен ине әле, тиҙәр ҡарттар. Бер саҡ ул нисектер ярылыпмылыр төшкән. Шунан һуң уның төнөн баҙлап торор ҡөҙрәте лә бөткән, ти. Үҙе лә әллә ҡайҙа юҡ булған.
Бына шул таштан ҡалған беҙҙең ауылдың исеме» (55, 130 — 131). Башҡортостан топонимикаһында һынташ атамаларының күп булыуы ла (314, 116), моғайын, ана шундай элекке идолдарҙан киләлер. Был фаразды башҡорттар йәшәгән Ырымбур әлкәһе ерендә ҡаҙылма һынташ (балбалы) табылыу факты ҡеүәтләй.
Легендаларға һынташ юҡтан ғына килеп инмәгән, әлбиттә. Ул күп осраҡта билдәле бер тылсым, магик һүҙ һөҙөмтәһе булып күрһәтелә. Ҡарғау мотивына ҡоролған Ки- ленташ хаҡындағы сюжеттар, мәҫәлән, Балтик буйы, Кавказ халыҡтарының ауыҙ-тел ижадында киң билдәле (130, 10; 90, 36). Патриархаль мөнәсәбәттәр яҫылығында сағылдырылған килен образының риүәйәт-легендаларға аҙағыраҡ ингән булыуы ихтимал. Ҡарғау, кешенең ташҡа әүерелеү «мөмкинлеге» типологик мотив булһа, килен мотивы ниндәйҙер аралашыуҙар һөҙөмтәһендә бер халыҡтан икенсе халыҡҡа күскән мотив булырға мөмкин. Ҡыҫҡаһы, ташҡа бәйле легендар мотивтарҙың боронғолоғо шик тыуҙырмай.
173
Мифологияла хатта донъя яралыу «рәүешен» аңлатҡан легендалар эсендә таш кешеләр (ҡатҡан һындар ғына түгел!) хаҡында мәғлүмәттәр бар. Мәҫәлән, яҡут легендаларында улар бик борон, әле ай ҙа булмаған заманда йәшәүсе тәүге кешеләр итеп һүрәтләнә. Әммә үҙҙәре таш булһалар ҙа, был кешеләрҙең ҡылған ҡылыҡтары ҡәҙимге кешеләрҙекесә: улар бер етем ҡыҙҙы тон йөҙөндә уятып, мәкенән һыу алырға ебәрәләр. Яҙмышына рәнйеп, күккә мөрәжәғәт иткән ҡыҙ, һуңғыһы тарафынан юғарыға күтәрелеп, айға әйләндерелә (329, 130). Әйткәндәй, башҡорттарҙың «Алп батыр» әкиәтендә геройҙың, ҡая ярылып, таш эсенән килеп сығыуы (тыуыуы) ла шуны аңлата түгелме һуң? һәр хәлдә, кешенең ташҡа, таштың кешегә әйләнә алыуы (был урында йәнә «Аҡ бүре» әкиәтен иҫкә алығыҙ) —бер ҙә буш уйҙырма түгел. Уның тамырҙары тәүге таш кешеләр, йәғни ата-бабалар рухын изгеләштереүгә ҡоролған ҡараштар системаһына барып тоташа.
Таштар хаҡында һөйләгәндә, йәнә бер сюжетты иҫкә алмау мөмкин түгел: ул «Киленташ» легендаһының икенсе версияһы: бында әүерелеү мотивы ла, ҡатын кеше һынына оҡшаш таш һын образы ла телгә алынмай.
Хикәйә тормошта була торған йә булыуы ихтимал күренгән фажиғәле хәлдәрҙең береһе хаҡында хәбәр ҡылыуҙан ғибәрәт: имеш, бик уңған бер йәш килен Олотау буйында (Башҡортостандың Әлшәй районы Ташлы ауылы эргәһендә) бейә һауып ултырған ваҡытта көслө дауыл, ғәрәсәт ҡуба ла тауҙан таштар тәгәрәй башлай, шул таштарҙың береһе киленде бейәһе-ние менән баҫып үлтерә. Өскөл формалағы был ҙур ташты «Киленташ» тип шуға атағандар. Күренеүенсә, хикәйә йөкмәткеһендә боронғолоҡҡа туранан- тура ишара яһаған бер генә билдә лә юҡ. Әммә шуныһы хәйерле, риүәйәттең төп сюжет һыҙығын һөйләп, атаманың килеп сығышын төшөндөргәндән һуң, информанттар тыңлаусының иғтибарын «Киленташ»тың мөхитенә йүнәлтеүсән: яҡындағы ер-һыу исемдәренә бәйле легендаларҙы иҫтәренә төшөрөп, шул мөхиткә айырылмаҫлыҡ булып ереккән «Ки- ленташ»тың серен асыуға юл һалалар.
Алда әйтелгәндәрҙән аңлашылыуынса, таш Олотау итәгендә ята. Тауҙың бите, итәге тәгәрәп төшкән төрлө ҙур
174
лыҡтағы таштар менән сыбарланған. Өлкән быуын кешеләренең һөйләүенә ҡарағанда, таштарҙың тәгәрәүе уларҙың кешеләргә табан ынтылыуынан килә, имеш. Боронғолар, Олотауға менгәндә түбәнгә таш тәгәрәтергә кәрәк —шулай эшләгәндә сауап була, тип уйлағандар. Тимәк, Олотау — халыҡ аңында ҡәҙимге тау булараҡ ҡына түгел, ә күкрәгендә «тере таштар» һаҡлаған мөғжизәле тау. «Килен- таш» —шундағы таштарҙың береһе. Эргәһенән үткәндә, туҡталып теләк теләү йолаһы —был таштың ҡөҙрәтле көсөнә ышаныуҙың бер сағылышы ул («Киленташ»ҡа ҡарап теләгән теләк ҡабул була, ҡайғылы кешенең ҡайғыһы тарала, тип уйлағандар боронғолар—203, оп. 92, д. 11, л. 40).
«Киленташ»тан саҡ ҡына өҫтәрәк, Олотауҙың битендә, ятҡан «Өсҡайын шишмәһе» (элек унда ос ҡайын үҫкән, әле уларҙың төптәре генә күренеп ултыра) шулай уҡ изге урындарҙан һаналып, ошо төбәк башҡорттарының йолалар атҡарыу ере булып торған. Ауылға яңы төшкән киленде һыу башлатырға ошонда алып килеп, һыу алғандан һуң «Киленташ» янына алып барып, теләк теләткәндәр. Килен кеше таш өҫтөндәге бәләкәй генә соҡорға һыу һалырға тейеш булған. Ауылдан башҡа ергә кейәүгә сыҡҡан ҡыҙҙар ҙа кейәү йортона күсер алдынан «Киленташ» янына килеп ырым иткәндәр: таштың эргәһенә тәңкә ташлап, йә уның һыртына үҙҙәренең өс бөртөк сәстәрен ҡуйып, «Өсҡайын шишмәһе»нән алынған һыуҙы һалып (бөркөп), бала, әсәлек бәхете теләгәндәр.
Ырым-ышаныуҙарҙың символикаһына иғтибар итһәк, «Ки- ленташ»тың борон-борондан ҡатын-ҡыҙҙың табыныу урыны булғанлығы, исеменең килеп сығышы ошо йолаларға бәйле икәнлеге аңлашылыр. (Киленде таш баҫып үлтереү мотивы иһә һуңғараҡ дәүерҙәрҙә тыуған булыуы ихтимал.) Был фекерҙе раҫлау өсөн айырыуса һыу менән сәс ярҙамында атҡарылған ырымдарҙың әһәмиәте ҙур. Билдәле булыуынса, донъя халыҡтарының мифологияһында һыу —үрсем тереклеккә йән биреү урыны, хатта үлектәрҙе тергеҙеү ҡөҙрәтенә эйә булған көс. Үрсем символы булараҡ, һыу үҙендә ҡатын- ҡыҙ башланғысын да, ир-ат башланғысын да йөрөтә (4, 240).
«Киленташ»ҡа сәс бөртөктәре һалыуҙың мәғәнәһе лә сәстең магик ҡөҙрәтенә ышаныуҙан килә. Сәсте кеше
175
тәненең мөһим өлөшө тип ҡарау (боронғолар уйлауынса, сәс —кешенең йәне, магик көстәр урынлашҡан урын) һәм ошо өлөштөң бөтөндө, йәғни кешенең үҙен алмаштыра алыу мөмкинлегенә ышаныу бик күп халыҡтарҙың мифологик ҡараштарында сағыла (233, 41). Боронғоларҙың сәстең үрсем, тергеҙеү ҡеүәһенә ышанғанлығы тураһында ла ғилми әҙәбиәттә мәғлүмәттәр бар (255, 133). Ошоларҙы иҫкә алғанда, «Киленташ» эргәһендә им-том итеүҙең, йәғни һыу менән сәсте ҡушып теләк теләүҙең айышын тоҫмаллау ауыр түгел.
Олотауҙағы «Киленташ»ҡа бәйле ырым-ышаныуҙарҙы тикшергәндә, ирекһеҙҙән, «Ҡыҙҡалатау»ҙар, «Ҡыҙҙар тауы» исемен йөрөткән урындар, улар тураһындағы төрлө риүәйәт-легендалар хәтергә килә. Фәнни хеҙмәттәрҙән күренеүенсә, бындай урындар ер йөҙөндә байтаҡ. Танылған төрөк тарихсыһы Тунжер Байҡара, мәҫәлән, үҙенең «Төрки мәҙәниәте ысынбарлығы: Ҡыҙ башняһы» тигән мәҡәләһендә «Ҡыҙ башняһы», «Ҡыҙ ҡалаһы», «Ҡыҙҙар тауы» кеүек то- понимдарҙы тикшереп, бындай исемдәрҙе йөрөткән урындарҙы өс төп төркөмгә бүлә: 1) диңгеҙ, күл һәм йылға утрауҙарындағылар; 2) ҡәлғәне уратҡан стеналағылар; 3) уба һәм ҡая өҫтөндәгеләр. Төп төркөмдәрҙән тыш, автор дүртенсе бүлек итеп, оҡшаш исемле топонимдарҙы теркәй («Ҡыҙ ҡаяһы», «Ҡыҙ ташы», «Ҡыҙ убаһы», «Килен ҡаяһы»...). Яҙмаларҙан күренеүенсә, топонимдар араһында айырыуса йыш осрағаны — «Ҡыҙҙар ҡалаһы» — «Kiz kalasi» (30 урында), «Ҡыҙҙар башняһы» — «Kiz Kulesi» (15 урында).
Төркиәлә бындай типтағы исем йөрөткән урындарҙың күплеген билдәләгәндән һуң, Т. Байҡара башҡа ареалдарҙағы ҡайһы бер топонимдарҙы ла атап китә: Согдияла — «Ҡыҙҙар түбәһе», Ҡарағалпаҡстанда — «Ҡыҙ тауы», Урта Азияла — «Ҡатын тауы». «Ҡыҙ» компонентын йөрөткән бөтә топонимдарҙы төркөмләп сыҡҡас, ғалим был исемдәр күпселектә төркиҙәр йәшәгән урындарҙа осрай тигән һығымтаға килә. Байҡараның икенсе фекере лә иғтибарға лайыҡ: уның буйынса, бындай топонимдар баҫып алыу, ғөмүмән, барыу өсөн ауыр булған ер-һыуҙарға бирелгән (30, 967).
Мәҡәләнең аҙағында Т. Байҡара Ҡытай сығанаҡтарында теркәлгән боронғо һун легендаһын килтерә:
176
«һун шаньюйының (батшаһының) бик матур ике ҡыҙы донъяға килгән. Шул тиклем һылыу булғандар ти, хатта күреүселәр уларҙы алиһә тип ҡабул иткән. Шанью: «Бындай һылыу ҡыҙҙарым кешеләргә кейәүгә сыҡмаясаҡ, улар күктәге тәңреләр менән ҡауышасаҡ», — тигән. Шуның өсөн ул алыҫ бер урында бейек башня эшләткән. Ҡыҙҙарын шунда ябып ҡуйған һәм тәңреләрҙән килеп алыуҙарын һорап ялбарған. Өс йыл үткән. Шаньюҙың ҡатыны ҡыҙҙарын унан кире алдырырға теләй. Ләкин Шанью уның үтенесен ҡабул итмәй. Тағы бер йыл үткән. Был арала башняның янына бер оло бүре оялай. Уға ҡәрҙәштәрҙең кесеһе иғтибар иткән. Аталарының тәңреләргә кейәүгә бирәм тип әйткәнен, оҙаҡ йылдар үтеүенә ҡарамаҫтан, килеп китеүсенең булмауын, бәлки, был бүре —көткән тәңрелер тип, апаһына һөйләгән. Ваҡиға һуңыраҡ асыҡлана. Уларҙың балалары Као-челарҙың (төркиҙәрҙең) ата-бабалары була».
Шулай итеп, Тунжер Байҡара «Ҡыҙ башняһы», «Ҡыҙ ҡалаһы» кеүек топонимдарҙың барлыҡҡа килеүен быуаттар төпкөлөндә тыуған легендаға бәйләй.
Европалағы ҡайһы бер Ҡыҙтауҙарының, ҡаласыҡтарының тарихи ерлеген өйрәнгән акад. Б. А. Рыбаков был тау, ҡаласыҡтарҙың борон ҡатын-ҡыҙҙарҙың үҙ раббыларына (женским божествам) табыныу урыны булыуын билдәләй. Ундай изге ерҙәрҙә раббылар хөрмәтенә төрлө мәжүси йолалар ҡылынған, ә аҙаҡ, боронғо ҡараштар онотолғас, «Ҡыҙҙар тауҙары»нда, ҡаласыҡтар янында һәр төрлө күңел асыу уйындары, байрамдар үткәрелер булған тип иҫәпләй (249, 285-286).
Башҡортостандың һәр бер төйәгендә осраған «Ҡыҙҙар тауҙары», «Ҡыҙҙар таштары» ла хәҙерге заман кешеләренә уйындар, йыйын-байрамдар үткәрә торған урындар булараҡ билдәле. «Ни өсөн Ҡыҙҙар тауы тип атала ул тау?» тигән һорауға: «Элек унда тик ҡыҙҙар ғына йыйылып уйнаған»,— тип яуаплайҙар информанттар. Боронғо уйындарҙың ниндәй характерҙа булыуы улар өсөн инде асыҡ түгел (ихтимал, ул тауҙарҙың ҡайһыларында ҡасандыр йола уйындары ла уйналғандыр).
Башҡортостандың Краснокама районы Иҫке Мөйөштө ауылы эргәһендәге «Ҡыҙҡалатау» атамаһының барлыҡҡа
177
килеүе тураһындағы мәғлүмәт тә риүәйәттә һуңғы осор ваҡиғаларына бәйләп аңлатыла, етмәһә, этимологияла мәғәнәүи ҡаршылыҡ булғанлығы күҙгә ташлана: «...Әбей батша (Екатерина II) тороп һуғышҡан тауҙы «Ҡыҙҡалатау» тип, Петр батша (Е. Пугачев) ғәскәре тороп һуғышҡан тауҙы «Петр батша тауы» тип атағандар» (55, 193). Логика буйынса, Әбей батша тороп һуғышҡан тау «Ҡыҙҡалатау» тип түгел, ә «Әбей батша тауы» тип аталырға тейеш.
Иҫке Мөйөштө «Ҡыҙҡалатау»ы археологтар тарафынан иҫәпкә алынһа ла, әле яҡшылап өйрәнелгән ҡомартҡылар иҫәбенә инмәй. Бындай атаманың тыуыуына ниндәй ваҡиғалар сәбәпсе булғандыр, хәҙергә әйтеүе ҡыйын, әммә халыҡтар мәҙәниәтендә универсаль күренештәр булғанлығын иҫтә тотһаҡ, Башҡортостан Ҡыҙҡалатауҙарының исемен дә борондан килгән хәтер яҡтылығының бер сатҡыһы тип уйларға, фараз ҡылырға мөмкинселек асыла. Төрлө төбәктәрҙә таралған бындай Ҡалатауҙарҙың бәғзеләрендә, бәлки, борон ҡатын-ҡыҙ заттары ритуаль йолалар атҡарыу өсөн йыйналғандарҙыр (Көнбайыш Европалағы Ҡыҙҙар тауҙары, ҡалатауҙарҙың табыныу урыны булғанлығы археологик ҡаҙылмалар нигеҙендә асыҡланған бит). Изге урындарҙы тауҙар, таштар тирәһендә күрергә теләүҙең сәбәбе шулай уҡ боронғо мифологик ҡараштар ерлегенә барып тоташа.
Теге йәки был йылғаның ниндәй урындан һәм ҡайһылай (тынысмы, ярһыпмы) ағыуы, һыуының төҫө, ярҙарында ниндәй ағастар үҫеүе һ. б. шуның кеүек үҙенсәлектәрен аңлатыуҙа ла боронғо ата-бабаларыбыҙ үҙҙәренең ҡараш мөмкинселектәренән сығып эш иткән: улар өсөн йылғалар ҙа, күлдәр ҙә йәнле. Был йылғалар «һөйләшә», «асыуланыша», «көнләшә», «рәнйей» ала. «Ағиҙел менән Яйыҡ», «Ағиҙел менән Ҡариҙел», «Ҡалым», «Ике Инйәрҙең бәхәсе» (55, 95 — 97) кеүек сюжеттар — бының асыҡ миҫалы. Телгә алынған легендаларҙа элекке анимистик ҡараштарҙың яңғырашы ишетелеү менән бергә, кеше һәм тәбиғәт араһындағы бәйләнештәрҙең яңы нескәлектәре билдәләнелә. Был әҫәрҙәрҙә кеше тәбиғәт күренештәренә, рельеф үҙенсәлектәренә аңлатма биреп кенә ҡалмай, уларға эстетик мөнәсәбәт тә белдерә. Шуны ла әйтергә кәрәк, күпселек легендаларҙа боронғо мифологик ҡараштар бик алыҫлашҡан формала,
178
һуңғы дәүерҙәргә хас булған ситуациялар фонында килеп еткән («Ҡалым»),
Йылғалар «бәхәсе», «ярышы» хаҡындағы легендалар башҡа халыҡтарҙың ауыҙ-тел ижадында ла осрай. Миҫал өсөн Волга менән Көнбайыш Двина, Днепр менән Десна «бәхәсен» иҫкә алырға мөмкин. Айырыуса «Или менән Ҡаратал» исемле ҡаҙаҡ легендаһы (132, 95—96) менән башҡорт легендалары араһында яҡынлыҡ ҙур.
Ҡайһы бер йылға-күлдәрҙең барлыҡҡа килеүен аңлатыу боронғо тотемистик ҡараштар күҙлегенән сығып яҡтыртыла. Изгеләштерелгән мал (ат, үгеҙ һ. б.) тояғы, йә мөгөҙө тейгән урында күл, йылға барлыҡҡа килеү мотивы легендаларҙа йыш осрай. Уларҙың культ, тотем хайуандарының тылсымлы ҡөҙрәтенә бәйле булған ҡайһы берҙәрен үҙ урынында күрһәтеп үткәйнек инде. Үгеҙ һөҙөүенән барлыҡҡа килгән күл, шишмә, ҡотоҡ тураһында Башҡортостандың Бөрйән районында, мәҫәлән, әллә күпме легендалар йөрөй. Үҙҙәренең ҡыҫҡа ғына аңлатыу характерында булыуҙарына ҡарамаҫтан, был легендалар боронғо ҡараштарҙы һаҡлауҙары менән әһәмиәтле.
Үгеҙ мөгөҙө йә тояғы тейгән ерҙән һыу сығыу мотивы Себер халыҡтарының легендаларында ла осрай. Ул айырыуса бүрәт хикәйәләрендә киң урын ала. Тәбиғәт объекттарының барлыҡҡа килеүен изгеләштерелгән хайуандар «эшмәкәрлегенә» ҡайтарыу шул тәбиғәттең, ер-һыуҙың үҙен дә изгеләштер еү булараҡ ҡабул ителә.
«Эйә»ләр
Легендаларҙан күренеүенсә, башҡорттар тәбиғәтте һәм уның айырым күренештәрен йәнләндереп кенә ҡалмағандар, бәлки һәр күренештең үҙ «хужаһы», үҙ «эйә»һе бар тип уйлағандар. Был шулай уҡ боронғо мифологик ҡараштарҙың бер сағылышы. Ер йөҙөн барлыҡҡа килтереүсе өй- рәк-демиургтар («Утрау яһаған ике өйрәк») мотивының артабанғы үҫешен сағылдырған «Йөгәмәш тауы» исемле легендала, мәҫәлән, бер кем дә менеп етә алмаған бер тау һүрәтләнеп, был тауҙың башындағы күлдә инә өйрәк менән
179
ата өйрәк —күгәл һүрәтендә йөрөгән эйәләре барлығы хаҡында хәбәр ителә. Ризуан исемле бер егеттең өйрәктәрҙе атыу өсөн сәмләнеп, бик ҙур ҡыйынлыҡ менән тауға күтә- релеүе һәм инә әйрәкте атыуы, ата өйрәктең асырғанып, ҡаяташҡа ташланып һәләк булыуы эске бер көсөргәнешлек менән тасуирлана (55, 51).
Легендала эйәләрҙең пассивлығы, зарарһыҙлыҡтары ғына һүрәтләнеп ҡалмай, уларҙың шул ер, тау ҡотон һаҡлап тороусы йән эйәләре икәнлектәре лә белдерелә: эйәләренең һәләкәтенән һуң шунда уҡ күлдең юҡҡа сығыуы, эйәһеҙ тороп ҡалған Иөгәмәш тауының сүккәндән-сүгә барып, ер аҫтына бүҫелеп тешәүе —шул хаҡта һөйләй. Атып алған өйрәгенән егет тә изгелек күрә алмай: «...йолҡоп ҡаҙанға һалһалар, өйрәк бешмәй ҙә ҡуя икән. Өс көн, өс төн буйы ҡайнаталар, ти, һаман бешмәй, ти. Таш булып ҡата ла ҡуя, ти. Ахырҙа был ташты яланға сығарып ырғыталар...»
Тәбиғәттә була торған күлдәр ҡороу, тауҙар убылыу кеүек күренештәр, шулай итеп, боронғо кешеләр аңында «эйә»ләрҙең асыуы рәүешендә күҙ алдына килтерелгән. Шуға ла кешеләр «эйә»ләрҙе асыуландырмаҫҡа, киреһенсә, уларҙың күңелен күрергә тырышҡандар. Тау итәгендә ҡорбан салыуҙар, төрлө хәйер һалыуҙар ошо тау эйәһе рухына арналып эшләнгән. С. И. Руденко XX быуаттың башында Көньяҡ Урал тауҙарының ҡайһы бер урындарында тау эйәләре хөрмәтенә һалынған хәйер-саҙаҡаны (тәңкәләр, материя киҫәктәрен) күпләп үҙ күҙҙәре менән күргәнлеге хаҡында яҙып ҡалдырған (247, 317 — 318).
Тау эйәһенә саҙаҡа килтереү һирәкләп һуңғы ваҡыттарҙа ла осрай, тик был йоланың йөкмәткеһенә ислам дине йоғонтоһо тейгәнлеге күренә: саҙаҡа Мөхәммәт пәйғәмбәр баҫҡан бейек ҡая ташҡа һалына: «...Таштар иреп ятҡан бик эҫе ваҡытта Мөхәммәт пәйғәмбәр бер улы менән тау башынан шунда һикергән. Был ташты хәҙер «изге таш» тип йөрөтәләр. Юлдан үтеп йөрөүсе кешеләр — йәше, ҡарты шул таш эргәһендә туҡталып китәләр. Ҙур аяҡ эҙенә сәскә, еләк, муйыл, бик булмаһа, матурыраҡ таш киҫәге булһа ла һалып китәләр» (203, оп. 73, д. 72, л. 251).
Ғилми әҙәбиәттән күренеүенсә, боронғо төркиҙәр айырыуса бейек тауҙарҙы ҙурлар булғандар. Уларҙың уйлауы бу
180
йынса, бейек тауҙар изге Күк тәңрегә яҡыныраҡ тип иҫәпләнгән (230, 35). Башҡорт легендаларында һүрәтләнгән изге тауҙар шулай уҡ бейек: Мүсектау, Йөгәмәш тауы, И. И. Лепехин, С. И. Руденко яҙмаларында изгеләштерелгән тауҙар булараҡ телгә алынған Торатау, Мәсемтау (168, 31 —32; 247, 317).
«Йөгәмәш тауы» легендаһында эйәнең «асыуланыуынан» кеше шәхси бәлә күрмәй, әҫәр нигеҙҙә тәбиғәттең ҡото китеүгә иғтибарҙы йүнәлтә. Әммә элегерәк яҙып алынған башҡорт легендаларында изге Торатауҙа насарлыҡ эшләгән бер кешенең нәҫеле ҡороуы, уның мең бәләгә тарыуы хаҡында һөйләнелә (168, 31 —32). С. И. Руденконың әйтеүенә ҡарағанда, башҡорттар эйәләрҙе, айырым алғанда тау эйәһен, асыуландырмаҫҡа тырышҡан. Эйәләре бар тип иҫәпләнгән тауҙар эргәһендә һүгенеү, хатта һөйләшеү тыйылыр булған (248, 22—23).
Ьыу эйәләре хаҡында легендалар һәм хөрәфәти хикәйәләр хәҙергә бик аҙ яҙып алынған. Булған материалға ҡарағанда, һыу эйәһе һыу аҫтында мал-байлыҡ һаҡлаусы хужа итеп күҙ алдына килтерелә. Силәбе әлкәһендә Б. Әлмәтов тарафынан яҙып алынған бер хөрәфәти хикәйәлә һыу эйәһенең ҡиәфәте, ҡылған ҡылыҡтары һәм вазифаһы түбәндәгесә тасуирлана: «һыу эйәһенең малдары күп була. Бейташ күле буйында уның йылҡылары килеп сыҡты. Намаҙымды боһмай (боҙмай. — Ф. Я.) уҡып ултырҙым, тип ҡартатайым әйтә ине.
Ҡартатайым һыу эйәһенең һыйырын да күргән. Ҙур, ти, мал кеүек, ти. һыу эйәһе аттың сәсен, ялын үреп ҡуя. Малдың көтөүсеһе булып йөрөй. Үҙе кешнәп йөрөй, ти. Ҡырҙа малды көтөп йөрөй, төндә ҡарауыллай, ти. Ҙур һыуға төшһәң, һыу эйәһе тарта башлай, тиҙәр бит» (203, оп. 26, д. 10, л. 159).
һыу эйәһен мал хужаһы итеп күҙаллау «Йылҡысыҡҡан- күл» (55, 92) исемле киң билдәле легендала ла асыҡ күренә. Ябай ғына сюжетлы был легендала ғәҙәти булмаған ваҡиғалар, ғәжәйеп архаик мотивтар урын ала. Әҫәрҙә төп персонаждарҙың береһе булып күл эйәһе тора. Кеше ҡулына килеп эләккән сәйер төҫтәге эт тә, һыу төбөнән сыҡҡан йылҡы өйөрө лә —шул күл эйәһенең милке. Легенда кеше
181
менән «хужа» араһында ошо милек өсөн барған үҙенсәлекле алышты һүрәтләй. Был алыш, әлбиттә, әкиәт, эпос батыры менән аждаһалар, дейеүҙәр араһында йә йәшәү, йә үлем өсөн барған көсөргәнешле көрәш түгел, ул бында һөйләшеү нигеҙендә бара. Ләкин ирешелгән һөҙөмтәгә ҡарап (күл эйәһенең үҙ этен ҡайтарыу өсөн кешегә йылҡы өйөрө биреүе), был һөйләшеүҙең шаҡтай киҫкен булғанлығы күренә.
Ошо ваҡиғалар аша йәмғиәт, аң үҫешендәге бик мөһим ижтимағи күренештәр сағылғанлығына тикшеренеүселәр иғтибар иткәйнеләр инде. һунар эте урынына кеше ҡулына йылҡы өйөрөнөң килеп инеүен Кирәй Мәргән «тәүтормош йәмғиәтендәге үҫеште, һунарсылыҡтан мал эйәләштереүгә күсеүҙе сағылдыра торған мотив» тип билдәләгәйне (135, 37 — 38). Артабан был фекер Әхмәт Сөләймәновтың мәҡәләләрендә ҡеүәтләнде (269, 112—115).
Әммә беҙҙе был урында «эйә» мәсьәләһе ҡыҙыҡһындыра. Легенданан аңлашылыуынса, эйә яуыз йән эйәһе түгел, шул уҡ ваҡытта уның кешегә күрһәткән изгелеге (мал биреүе) — сараһыҙҙан эшләнгән эш. «Йылҡысыҡҡанкүл» легендаһында күл эйәһенең сараһыҙҙан башҡарған эше —кешенең тәбиғәт «хужа»ларын еңергә ынтылыу хыялының бер сағылышын символлаштырыусы ғәжәйеп тәрән бер деталь ул. Эйәләрҙе еңеү, уларҙың көсөн үҙ мәнфәғәтенә яраштырыу теләге С. И. Руденко яҙып алған бер башҡорт әкиәтендә лә бик асыҡ сағылған: хәйлә ярҙамында бер ҡарттың улы һыу эйәһенең ике йөк алтынына эйә булыуға ирешә (248, 24-25).
Башҡорт легендалары һәм хөрәфәти хикәйәләрендә һыу инәһе хаҡында ла (203, оп. 26, д. 10, л. 159) аҙмы-күпме мәғлүмәттәр һаҡланып ҡалған, һыу инәһе ҡояш сығыу алдынан, һыу ситенә сығып, алтын тараҡ менән сәсен тараған йә йыуынып ултырған ҡатын-ҡыҙ сүрәтендә күҙалла- на. Боронғо ҡараштарҙың үҙгәрә, онотола барыуы сәбәпле халыҡта йыш ҡына образдарҙы бутау күренештәре лә күҙәтелә. Мәҫәлән, Йылайыр районының Ҡашҡар ауылында яҙып алынған бер легенда «Эйәле күл» (55, 50) тип аталһа ла, текста һүҙ һыу инәһе хаҡында бара: был легендала һыу эйәһенең ҡылығына хас булған бер генә һыҙат та юҡ. Әммә
182
төшөнсәләр, образдар буталыу арҡаһында, хикәйәнең аҙағы «эйә»ләр асыуы яҫылығында хәл ителгән (эйәнең ҡасыуы күлдең ҡороуына килтерә), һыу инәһе менән һыу эйәһенең ике, ләкин бер-бер еһенә яҡын образ булыуы башҡа төрки халыҡтарының (Ҡазан, Себер татарҙары, мишәр, ҡумыҡ, ҡарасәйҙәрҙең) мифологик хикәйәләре (143, 471) миҫалында ла яҡшы аңлашыла.
һыу инәһе лә, һыу эйәһе лә —кеше аңында тыуған бик боронғо образдар. Уларҙың ҡиәфәте, функцияһы, уларға булған ҡараш һәр жанрҙа ла бер үк төрлө булып бөтмәҫкә мөмкин. Башҡорт легендалары һәм хөрәфәти хикәйәләренән күренеүенсә, бер осраҡта улар ҡотло урын эйәләре, икенсеһендә — шомло, ҡурҡыныслы ерҙең хужалары. Ике осраҡта ла уларҙы «асыуландырыу» яҡшыға алып килмәй. Шуға күрә эйәләрҙең «күңелен күреү», төрлө йолалар атҡарыу фарыз булған. Килендәрҙе һыу башлатҡанда һыуға тәңкә һалыу йолаһы —нәҡ ана шул һыу инәһе менән һыу эйәһенә ҡорбан килтереүҙең ҡалдыҡ бер формаһы ул.
һыуҙы изгеләштереү, уға табыныу мотивының тарихи ерлеге һыуҙың кеше тормошонда уйнаған ифрат ҙур роле менән аңлатыла. Бер яҡтан —һыуһыҙ йәшәү юҡ, икенсе яҡтан—һыу ваҡыты-ваҡыты менән кешеләргә бәлә-ҡаза килтереүсе стихия (ташҡындар, һыуға батып үлеүселәр һ. б.). Халыҡ мәҡәлендә әйтелгәнсә: «Ут та —бәлә, һыу ҙа —бәлә. Ут менән һыу булмаһа, тағы ла бер бәлә» (57, 416).
Күл эйәләре менән мал төшөнсәһен бәйләү мотивының барлыҡҡа килеүе лә буштан ғына тыуған мотив түгел: ҡағиҙә булараҡ, һыулы урындарҙа үләндәр ҙә күпереп үҫеүсән, гимәк, легенда персонажына әйләнгән ҡырағай аттар, ғөмүмән, мал шул туҡлыҡлы тупраҡ, эсәр һыу тирәһендә күберәк тупланыр булғандыр.
Әммә бында шуны ла әйтергә кәрәк. Тәрән, мул һыулы йылға-күлдәр, дөйөм алғанда, кешеләрҙең тормош-көнкүрешенә ыңғай шарттар тыуҙырһалар ҙа, ваҡыты-ваҡыты менән (яҙғы ташҡындар, ел-дауыл, ғәрәсәттәр мәлендә) улар әҙәм балаларына бәлә-ҡаза, зыян, һәр төрлө ауырлыҡтар ҙа кил- тергеләй. Хатта ҡәҙимге саҡтарҙа ла бындай һыуҙар күпмелер дәрәжәлә кешеләр өсөн хәүефле (һыуға батып үлеү
183
осраҡтары ғәҙәттә тәрән, ҙур һыу ятыулыҡтарында була). Борондан килгән аңға ярашлы диңгеҙ, йылға-күлдәр, һаҙлыҡтар, урман төпкөлдәре, тау тишектәре әҙәм заттары тарафынан аҫҡы, «теге» донъя булып ҡабул ителгән. Шуға ла уларҙың хужа, эйәләре ер кешеһе өсөн күңелгә шом һалыусы дәһшәтле сит көс булып та иҫәпләнгән. 2002 йылда «Ватандаш» журналының 6-сы һанында баҫылған бер материалдан күренеүенсә (уны Учалы районының Миндәк ҡасабаһынан күбәләк ырыуы башҡорто Ғиззәтуллина Мәрхәбә Сәғит ҡыҙы яҙып ебәргән), тәбиғәт хужалары, эйәләр, йәғни теге донъя вәкилдәре ғаиләләре менән ер кешеләренә зыян килтереү менән мәшғүл, имеш. Шундай ышаныуҙар сағылған һирәк яҙмаларҙың береһе булғанлыҡтан, Мәрхәбә Ғиззәтуллинаның мәғлүмәттәрен тулыһынса килтереү урынлы булыр: «һыу инәһенең, мәскәйҙең ике балаһы бар: Ҡаран һәм һаран. Улар кешегә тик яманлыҡ эштәйҙәр: ярҙы йыуалар, һыуҙы ҡумырыҡтайҙар, кәмәләрҙе тишәләр, күперҙе осоралар. Ҡаран-һаран игеҙәк, береһе —уңға, икенсеһе һыуҙың һул ярына хужа, тик бергә һөжүм итәләр. Үҙҙәре күренмәй: берәүһе һыу бирмәй ҡаңғырта, икенсеһе артыҡ таштыра. Йәшәгән урындары — күлдән сыҡҡан ҡылыу һыуҙары. Ҡарттар әйтә торғайны: Өскүл, Оҙонкүл күлдәрендә, Биҙгенде буйында бар алар, тип. һыу һарғайып китһә — һаран хужа, ҡарайып китһә —Ҡаран хужа ваҡыты, тиҙәр. Аталары аларҙың — Убыр, инәләре —һыу инәһе. Убыр тик бер ер-һыуҙа ятһа, мәскәй ҡойон аша күсеп йөрөй. Төп йорто — Мауыҙҙы күле. Ҡаран һәм һаран —ир бала. Шуға тик йәш ҡыҙҙарҙы урҙай, ҡытыҡтай. Аларҙың ҡурҡҡаны — ҡороҡ арҡаны, ишелгән сыбыртҡы, ҡайыш билбау. Элек батырҙар шуларҙы һалып, Ҡаран-һаранды тотоп, яһаҡ түләткән. Әйткәндәй, Миндәк ҡасабаһы һәм Килмәк араһында ятҡан күл —Миһеле, йәғни Маҙалы. Батҡыл, кәрәкә булғанға шундай атама биргәндәр. Ул күл йыл һайын кешене ҡорбан итә. Шул булмаһын өсөн элек әбейҙәр ялтырауыҡ әйбер күлгә таштаған. «Мә, һиңә бүләк, төбөң булһын түй- ләк!»— тигәндәр. Әле Ҡаранйылға Миһеле күленә төшә, һаран ҡылыу күлдән сығып Табылғашты йылғаһына ҡоя».
184
Үрҙә килтерелгән текста телгә алынған Мауыҙҙы күле Башҡортостандың Әбйәлил районында урынлашҡан иң тә- рән күлдәрҙең береһе (хәҙер уны Яҡтыгүл тип йөрөтәләр. Банное тигән исеме лә бар). 1981 йылда ҡағыҙға теркәлгән икенсе бер риүәйәт күлдең элекке исеменең килеп сығышын түбәндәгесә аңлата: «...Күлдең эйәһе — ялмауыҙы булған. Был яман мәскәй күлде өйөрөлтөп йөрөткән. Күлгә януар, ҡош-ҡорт килергә ҡурҡҡан, һыу эсергә килгән береһен асыулы сағында йотоп алып торған. Хатта күл өҫләп һауанан осоп барған ҡошто ла тартып алған, тиҙәр. Шуға эйәле был күлде «Мауыҙлы күл» тип атағандар.
Эйәләр хаҡындағы легенда һәм хөрәфәти хикәйәләрҙе һәм уларға бәйле йолаларҙы байҡағанда, түбәндәге бер үҙенсәлек күҙгә ташлана: халыҡ араһында, ғөмүмән, тау эйәһе, ғөмүмән, күл, йылға һ. б. урындар эйәһе юҡ. Легендаларҙа, хөрәфәти хикәйәләрҙә, ғәҙәттә, конкрет бер тауҙың, күлдең <...> эйәһе, уның ҡылыҡтары, ҡиәфәте тураһында ғына һүҙ алып барыла.
Төрки халыҡтарының мифологияһындағы ер эйәһе, ер инәһе тигән төшөнсә лә (хәҙер ул бик һирәк осрай), ғөмүмән, ерҙе аңлатыуға ҡарағанда, конкрет бер урынға бәйле «эйә»не аңлата, булһа кәрәк. Хәҙерге беҙгә билдәле булған башҡорт легендалары һәм хөрәфәти хикәйәләре араһында «ер эйәһе» образын айырым-асыҡ итеп тасуирлаған сюжеттар юҡ. Әммә был төшөнсәнең ҡасандыр башҡорт ата-бабаларының аңында йәшәгән булыуы ҡайһы бер легендаларҙа ярайһы уҡ яҡшы тоҫмаллана. Был легендалар буйынса, ер (урын) эйәһе — дәһшәтле көс, уның изгелеген күреү өсөн кеше үҙе уға изгелек эшләргә тейеш. Был изгелектең «хаҡы» —кеше ҡорбаны, һис юғында уны алмаштырыусы икенсе тере йән (мәҫәлән, эт). Ошондай архаик идеяны йөрөткән уникаль бер легенданы 1982 йылда Башҡортостандың Бөрйән районында Башҡорт дәүләт университеты студенткаһы Р. Уразаева яҙып алған. Ҙур ғилми ҡиммәтен иҫтә тотоп, түбәндә легенданың тексы тулы көйө килтерелә:
«Ирәмәл тауы буйында кешеләр өй һала алмай этләнәләр, ти. Кирбестән матур итеп һалалар, ә тегене ер (ел? —
Достарыңызбен бөлісу: |