Раздел 2 Башкирская и русская литература: традиции и новаторство
З.А. Алибаев,
канд. филол. наук, доц.,
Башгосуниверситет, г. Уфа
БАШҠОРТ РомаНДАРЫН ӨЙРӘНЕҮҘЕҢ
ТИПОЛОГИК ПРИНЦИПТАРЫ
Роман әҙәбиәтебеҙҙең, рухи үҫештең һәм художестволы фекерләүҙең кимәлен билдәләүе бәхәсһеҙ. Башҡа жанрҙарҙан айырмалы рәүештә башҡорт романдарының традициялары ла бер быуат самаһы. Ләкин жанрҙың инештәренең тамырҙары тәрән, Ә.Вахитов, Р.Байымов фекерҙәренсә, халыҡ ижадының эпик ҡоласлы әҫәрҙәренә барып тоташа. Шуға ҡарамаҫтан, донъя әҙәбиәте ғилемендә лә, Рәсәй фәнендә лә романдың "тамамланмаған" жанр икәнлеге менән килешмәйенсә булмай, сөнки уның туҡтауһыҙ төрлө формалары барлыҡҡа килеүе һәм төрлө йүнәлештәге үҫеше ошоға асыҡ дәлил. Айырым жанрҙың үҫеше генә түгел, ә уның структураһындағы тулайым художестволы фекерҙең үҙгәреүен дә күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Жанр формаһын барлыҡҡа килтереүсе ҡанундар күптән "камиллашҡан" булһа ла, уның эволюцияһында төрлө йүнәлештәрҙә яңы "ҡараштар бихисап, шунлыҡтан романдың теоретик һәм тарихи-типологик мәсьәләрен ҡабаттан байҡап сығыу фарыз.
Ә.Вахитовтың "Жанр и стиль в башкирской прозе" монографияһында романдың инештәрен юллап, уның үҫеш юлдағы айырым үҙенсәлектәргә туҡталып, әҙәбиәт ғилемендә системалы тикшеренеүҙәр үткәрҙе. Артабан башҡорт романының "яҙмышы" Р.Байымовтың ғилми хеҙмәттәрендә, монографияларында төп урындарҙың береһен алып торҙо. Ғалим рус әҙәбиәте ғилеменең билдәле шәхестәре М.Бахтин, Н.Поспелов һәм А.Веселовскийҙың теоретик ҡараштарын нигеҙ итеп алһа ла, милли роман жанрының үҙенсәлектәре хаҡында киңерәк, өр-яңы фекерҙәр менән байытты. Шуға ла беҙ бөгөн башҡорт әҙәбиәтендә романдың икенсе ерлектән күсәгилеше хаҡында түгел, ә үҙебеҙҙең рухиәтебеҙҙә төплө урынды биләгән жанр тураһында бай һәм фәнни яҡтан төплө, киң ҡарашлы хеҙмәттәргә нигеҙләнеп фекер йөрөтә алабыҙ. Сөнки XX быуаттың икенсе яртыһынан алып бөгөнгө көнгә ҡәҙәр жанрҙың сәскә атҡан осоро тип билдәләһәң дә, хата булмаҫ. Киң эпик планлы, халыҡ тарихының төрлө осорҙарын байҡаған, замандың актуаль проблемаларын ҡыйыу күтәргән әҫәрҙәр әҙәби - тәнҡит күҙлегенән ситтә ҡалманы. Романдарҙы сағыштырмаса-тарихи анализлау принциптары аша өйрәнеү монографик хеҙмәттәрҙә лә күп урын алды [1].
Хәҙер беҙ ҡарап үтәсәк типологик принцип үҙенең яңылыҡ дәрәжәһе һәм фәнни ҡараштары менән бер-ни тиклем айырыла. Бөгөнгө романдар үҙенең ҡатмарлы структураһы, бай образдар системаһы, төрлө йүнәлештәге проблематикаһы менән айырылып тора.
XIX быуатта немец ғалимы Гегелдең философик ҡараштары өс йүнәлештә: логика, рух һәм материаль донъя (натур философия) үҫә. Шуға ярашлы рәүештә Гегель кеше эволюцияһын төрлө яҡлап үҫештә өйрәнә. Роман тураһындағы алда булған фекерҙәрҙе лә дөйөмләштереп, жанрҙың нигеҙен тәшкил итеүсе Шәхес категорияһына ҙур урын бирә. Шунан башлап Гегелдең ҡараштары әллә-күпме байытылһа ла, шәхес һәм роман бәйләнештәре үҙгәрмәй тиерлек. Сөнки жанрҙың барлыҡҡа килеүе лә шәхескә иғтибар артыуынан башлана. Антик осорҙа, урта быуаттарҙа художестволы фекерҙе ваҡиғалар сылбыры яулап торғандай күренһә лә, тап ошо саҡта герой үҙенең эшмәкәрлеге менән жанрҙы ойоштора. В.М.Жирмунский, Ғ.Н.Поспелов, М.Б.Храпченко, М.М.Бахтиндың теоретик хеҙмәттәрендә лә был ҡараштар үҙәктә тора. Шуға ла романдың структур үҙенсәлектәрен өйрәнеүҙе шәхес категорияһынан башлау бик ҡулай һәм үҙ-үҙен аҡлай ҙа.
Структура фәнни категория булараҡ XX быуаттың 50-се йылдарында үҙенә иғтибарҙы йәлеп итте. Әҙәбиәт ғилемендә структур анализды тикшереп хәл итеү һәм ҡулланыуҙа ғалим Ю.М.Лотмандың роле ҙур. "Структура" төшөнсәһен файҙаланыу, уның фекеренсә, форма һәм йөкмәткене бер-береһенә ҡаршы ике башланғыс итеп ҡарауҙан арынып, художестволы текст даирәһендә бер бөтөн, тулайым өйрәнеүгә мөмкинселек бирә. Ошондай уҡ ҡараш башҡорт ғалимдары Р.Байымов, Ә.Вахитов, С.Сафуанов хеҙмәттәрендә лә төп урынды алып тора.
Ошо йүнәлеште сит ил әҙәбиәт белгестәре Р.Якобсон, К.Бремон, Ц.Тодоров, К.Леви-Строес та яҡлап сыҡты һәм дауам итәләр.
Әҙәбиәт өлкәһендәге эшләгән ғалимдар ҡулланған структура төшөнсәһе форма һәм йөкмәткене алыштырыуҙы аңлатмай, ә тарихи-фәлсәфәүи принцип буйынса теге йәки был күренеште асыҡлар өсөн бик ҡулай. Шулай уҡ структура төшөнсәһе дөйөмләштереүгә бик яҡын, хатта система менән йәнәш тора. Роман жанрын өйрәнеүҙә структур принципты ҡулланыу бик күп етешһеҙлектәрҙән, ваҡлыҡтарҙан ҡотолоп, уны беҙ ойошторолған бөтөн художестволы фекер үҫеше итеп ҡабул итәбеҙ. Ә ниндәйҙер айырым үҙенсәлектәр йыйылмаһы түгел, киреһенсә, бер-береһенә бәйле, буйһонған компоненттар системаһының маҡсатҡа ярашлы хәрәкәте художестволы бөтөнлөктө ойоштора.
Роман жанрының асылының үҙәген күпселек осраҡта өҫтөнлөк итеүсе проблематика тибы билдәләй. Күп төрлө һүрәтләү саралары ярҙамында тормош ысынбарлығының теге йәки был яғына укыусының иғтибарын йәлеп итеп, көсәйтеү аша әҫәрҙең проблемаһы үҫтерелә. Ә "проблематика тибы" тигән төшөнсәлә романда өҫтөнлөк итеүсе, хәл иткес, үҙәк проблема йәки проблемалар төркөмөн күрәбеҙ. Ул әҫәрҙә етәксе ролен үтәп, һайлау хоҡуғын ала, әҫәрҙең йөкмәткеһен ойоштороусы художестволы ҡатламдарҙы бәйләнешле урынлаштыра. Жанрҙы билдәләүҙә проблеманың ғәйәт ҙур роле хаҡындағы Гегелдең идеяһын Белинский үҫтереп, субъектив факторҙың уны аңлау дәрәжәһен дә өҫтәй, йәки рәссамдың донъяны танып белеү күләменә лә таяна. Артабан ошо йүнәлештә Г.Н.Поспеловтың ҡараштары иғтибарға лайыҡ. Ғалим билдәләүенсә, роман структураһын ойоштороуҙа "проблеманың үҫеше йәки айырым шәхестең социаль характерын формалаштырыуҙағы әхлаҡи ҡанундар һәм үҙенең көнкүрештәге осраҡлыҡтарҙың бәрелеше" төп ролде үтәй.
Әгәр ҙә ныҡлабыраҡ уйлаһаҡ, үрҙә ҡарап үткән проблема - үҙе үк туплаусы төшөнсә икән. Художестволы йөкмәткене ойошторғанда үҙ-ара йоғонто яһаусы әҫәрҙәге барлыҡ проблемалар ҙа үҙ эсенә бер төркөмгә йыйнай. Ә был иһә, проблема ғына түгел, ә ниндәйҙер ғәҙәттән тыш мәсьәлә. Иң тәүҙә кешене шәхес итеп күҙаллағанда яҙыусы аңында аңлап үҙләштереү һәм төшөнөү ихтияжынан тикшереү, бойомға ашырыу барлыҡҡа килә. Шулай итеп, яҙыусы тормош үҫешендә ҡатнашыусы шәхесте аңлау, шуға бәйле был хәрәкәттең характер үҙенсәлектәрен биреү рәүешендә үҙенең төп мәсьәләрен үтәй. Ғөмүмән, барлыҡ нәфис әҙәбиәттә шәхескә булған ҡыҙыҡһыныусанлыҡ һәм уның һүрәтләү төп урынды алып тора. Бигерәк тә роман һәм шәхестең бер тәбиғәттән икәнлеге хаҡында фекерҙе үҫтереүендә, шәхестең тәрән һәм күп яҡлы характерын билдәләр өсөн әҙәби әҫәрҙәрҙе генә түгел, ә башҡа фәндең ҡараштарын, һығымталарын да ҡулланыу урынлы булыр.
Шәхестең үҙенсәлектәрен ҡарағанда, бер яҡтан, "мин" төшөнсәһе булһа, икенсе яктан, аң менән бәйләнештәрен иҫәпкә алырға кәрәк. Тик аңды эшмәкәрлектән айырып ҡарарға ярамай. Аңдың асылы һәм шәхестең йәшәү эшмәкәрлеге формаһы, уның йәмғиәттәге урыны, социаль мөхит менән билдәләнә. Шулай уҡ әҙәбиәтсе өсөн шәхесте танып-белеүҙең объекты итеп ҡарағанда уны барлыкҡа килтереүе сиктәрҙе һәм яҡтарҙы асыу, уларҙың мөнәсәббәттәренең принциптарын дөрөҫ табыу ҙа мөһим. Әгәр ҙә беҙ шәхесте уның аң үҙенсәлеге аша ҡарайбыҙ икән, аңдың структур үҙенсәлектәренә лә иғтибар итергә кәрәк. Ошо йәһәттән, уның ике төп йүнәлеше күренеп тора: әхлаҡи һәм психологик. Әммә ошо йүнәлештәрҙе тәрәндән һәм айырым өйрәнеү өсөн йәмғиәт аңының структураһына йөҙ борорға кәрәк. Уның формалары: дин, фәлсәфә, әхлаҡ (йәшәү ҡанундары), сәнғәт, сәйәсәт, хоҡуҡ күптән инде йәмғиәттә үҙ урынын алған. Шәхесн аңын анализлағанда мотлаҡ рәүештә йәмғиәт аңының классификацияһын, идеяларын ҡулланырға мөмкин. Был иһә, теге йәки был шәхестең аңында ниндәйҙер форма күберәк урынды ала. Ҡатмарлы, үҙенсәлекле кеше характерын туплаусы шәхес роман жанрының проблемаһында ла төп урынды алып тора.
XXI быуат башында донъя күргән башҡорт романдарына ғына ла күҙ һалһаң, ошо үҙенсәлек барлык төр әҫәрҙәргә лә хас. Һүҙҙе тарихи романдарҙан башлайыҡ. Б.Рафиҡовтың "Үлсәү йондоҙлоғо", "Көнгәк", Ғ.Хөсәйеновтың "Ҡанлы илле биш", Н.Мусиндың "Шунда ята батыр һөйәге", Р.Байымовтың "Сыбар шоңҡар", Ғ.Хисамовтың "Тәфтиләү", Р.Өмөтбаевтың "Һынылыш", А.Баһумановтың "Салауаттың йәше", Я.Хамматовтың "Һырдаръя", "Ҡара яу" романдары халҡыбыҙ тарихының төрлө осорҙарын сағылдырҙы. Билдәле, тарихи романдарҙы шәхес образынан башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай, шуға ла был әҫәрҙәрҙең үҙәген, проблематик йүнәлешен дә үҙәк персонаждар алып тора. Башлыса, уларҙың күбеһе милли-азатлыҡ көрәшен, етәкселәрен һүрәтләй. Һанап үтелгән әҫәрҙәр араһында Н.Мусиндың "Шунда ята батыр һөйәге" тарихи романы композицион яҡтан да, проблематика йәһәтенән дә айырылып тора.
Әҙәбиәт
-
Баимов Р.Н. Судьба жанра. - Уфа, 1984.
-
Вахитов А. Жанр и стиль в башкирской прозе. - Уфа, 1982.
-
Мингажетдинов М. Һ. Дәүләтшинаның тормошо һәм ижады.
Р.Б. Ахмадиев,
д-р филол. наук., проф.,
Башгосуниверситет, г. Уфа
Ф.БҮЛӘКОВТЫҢ “БИБИНУР, АҺ, БИБИНУР!”
ӘҪӘРЕНДӘ ТРАГИКОМИК ЭФФЕКТ
Традицион трагикомедия, исеме үк әйтеп тороуынса, ике жанрҙың органик ҡушылмаһы ул, хәрәкәт тәбиғәте, сюжет үҫтерелеше йәһәтенән трагедия менән комедия сифаттарын үҙендә туплаған ҡатмарлы драматургик форма. XX быуат ысынбарлығы трагикомедияның поэтикаһына һиҙелерлек үҙгәрештәр индерҙе. Хәҙерге трагикомедия, нисек кенә породоксаль күренмәһен, шулай уҡ комедия менән драманың синтезы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Был хәл трагикомедияның жанр яһаусы доминантлыҡ сифаттарын юғалтыуын аңлатмай, ә трагикомик эффект тыуҙырыу сараларының ишәйә барыуын дәлилләй.
Ф. Бүләков әҫәрҙәренең йөкмәткеһен, тыштан ҡарағанда, драматик хәл-ваҡиғалар тәшкил итә. Ләкин улар ябай һүрәтләүгә түгел, ә авторҙың ассоциатив фекерләүенә ҡоролған. Һөҙөмтәлә яҙыусының әҫәрҙәре башҡорт халыҡ ижадындағы трагик пафослы жанрға – хикәйәткә оҡшап китә, ә персонаждары эпос геройҙарын хәтерләтәләр. Ф. Бүләков геройҙарының һағышлы йылмайыу, урыны менән күҙ йәштәре аралаш көлөү тыуҙырған диалогтарында, эш-ҡылыҡтарында йөрәк әрнеүҙәре, күңел тетрәнеүҙәре, быға ҡәҙәр инанып килгән тормош позицияларының дөрөҫлөгө тураһында икеләнеүҙәре ап-асык булып күҙ алдына баҫа.
Бындай эмоциональ торош хәрәкәттә ҡатнашыусыларҙың бер-береһенә актив мөнәсәбәте, көсөргәнешле психологик кисерештәре аша күрһәтеп бирелә, һәм һәр әҫәрҙә үҙенә генә хас социаль-әхлаҡи яңғыраш алып китә. Мәҫәлән, “Һөйәһеңме-һөймәйһеңме?” пьесаһында трагикомик мотив Абдулла ҡарттың түбәндәге һүҙҙәрендә асыҡлана: “Үҙ ғүмеремдә үҙемсә йәшәй алмағанмын икән, өҫтәмәһенә үҙемсә йәшәрмен”.
Авторҙың икенсе бер әҫәре йөкмәткеһе һәм формаһы менән шулай уҡ һорауға яуап эҙләү рәүешенә ҡоролған. Ул "Әбейҙәргә ни етмәй?.." тип атала. Исеменән үк асыҡланған мәсьәләне драматург “Һөйәһеңме-һөймәйһеңме?” әҫәрендәге шикелле, айырым шәхес яҙмышына ғына ҡайтарып ҡалмай, ауыл әбейҙәре тормошондағы сәхифәләрҙе бер фокусҡа йыйып, бөгөнгө ысынбарлыҡ өсөн актуаль булған социаль проблеманың сығанаҡтарын асыҡлай.
“Ни өсөн мин ҡырҡ йыл буйы көтөү көттөм?” “Бибинур, аһ, Бибинур!” пьесаһындағы Абдрахмандың был һүҙҙәренә тәрән мәғәнә һалынған. Әлеге осраҡта драматург әҫәрҙең идеяһын асырлыҡ фекерҙе трагикомедияның исеме итеп алмаған. Һорауҙың шул рәүешле финалда ғына белдерелеүе уҡыусы менән тамашасыны түҙемһеҙлектә, психологик көсөргәнештә тота. Абдрахман һорауына яуап табыуҙың билдәһеҙлеге пьесаның төп мотивын билдәләй. Был – трагик мотив. Ул геройҙың реаль тормошондағы һәм хыялындағы ваҡиғаларҙы бер епкә теҙеп, бер бөтөн хәрәкәт барлыҡҡа килтергән.
Трагикомедияла “берсә Абдрахмандың ысын көн итеше асыла, берсә ул уҡыған китап битендәге донъя пәйҙә була”. Геройҙы китап донъяһы үҙенә әсир итә. VI класс өсөн тәғәйенләнгән тарих дәреслегенән “Атаман Стенька Разиндың фарсы ҡыҙын һыуға батырып һәләк итеүенең тарихы" уның тормошона килеп инә, һәм ул шундағы ваҡиғаларҙа туранан-тура “ҡатнашып” китә.
Хикәйәттә әйтелгәнсә, Стенька Разин мөхәббәтен - фарсы һылыуы Бибинурҙы һыуға ташлай. Ташлаған һайын, инде үҙе ғашиҡ булған Бибинурҙы Абдрахман ҡотҡара. Бер-нисә мәртәбә ул шулай эшләй, ләкин һуңғыһында мөмкинлеге булмай - уның үҙен язалайҙар.
Мөхәббәткә юлығыу Абдрахман тормошоноң аҫтын-өҫкә килтерә, тойғо-кисерештәрен яңыртып ебәрә, күңел метаморфозаһын яһай. Күптәнге хыялын осратҡан көтөүселә йәшәлгән ғүмере тураһында ҡатыны, ауылдаштары, урындағы власть әһелдәре өсөн көтөлмәгән фекер ярала, һорау тыуа.
Пьеса, автор билдәләүенсә, фантасмагорияға, йәғни геройҙың хикмәтле һаташыуына ҡоролған: Абдрахман ысынбарлыҡ менән хыял араһында сик барлығын тоймай, уларҙың береһенән икенсеһенә күсеп йөрөү уның өсөн тәбиғи хәл.
Ләкин Абдрахман үҙе йәшәгән мөхиттән ситкә китмәй. Уның хыял донъяһы бөгөнгө ысынбарлыҡтың асылына тәрәнерәк төшөнөргә ярҙам итә. Әҫәрҙә трагик, комик һәм драматик башланғыстарҙың үҙ-ара һығылмалы мөнәсәбәтен күрһәтеү өсөн ҡулланылған шартлылыҡ, эзоп теле, лиризм, нескә ирония – һәммәһе лә авторҙың ассоциатив фекерләүенән килә.
Бибинурҙы тәүләп күргәндән һуң барлыҡҡа килгән һөйөү хистәрен бер-береһенә аңлатып биреүҙәре Абдрахман өсөн бары тик хыялда ғына була торған хәл. Күңелендәген асып һалғанына ул ышанып та етмәй.
Абдрахман. Йөҙ йыл көттөм мин был минуттарҙы! Йөҙ йыл!
Б и б и н у р. Йөҙ йыл? Улай уҡ оҙаҡ йәшәмәйҙәр ҙә инде?
Абдрахман. Йәшәйҙәр шул, күңел түрендә хыял-өмөттәрең һүрелмәһә!.. Аһ, Бибинур, Бибинур, аңлай алырһыңмы икән һин минең күңелемде? Мин ябай ғына бер кешемен, ауыл көтөүсеһемен...
Абдрахмандың икеләнеүе дөрөҫ булып сыға. Бибинурҙың һөйөүө уның өсөн хыялындағы хыял көйөнсә ҡала. Ә ысынбарлыҡта ауылдаштары уны иҫәрләнгән тип, дауаларға булалар. Тәүҙә “пациент” уҙе лә быға ҡарата битарафлыҡ күрһәтә. Сөнки Бибинур уның тормошон ҡабул итмәй: үҙен ике тапҡыр һыуҙан алып сығыуға ҡарамаҫтан, ҡыҙ ҡотҡарыусыһын ҡалдырып китә. Абдрахман да мөхәббәте артынан эйәрмәй, һорауына яуап эҙләй. Был хәл үҙе үк уның өсөн хәүефкә әүерелә.
“Хоҙай бәндәһе үҙ хыялын таный башлағас ҡына кеше ҡорона инә, имеш”, – ти Абдрахманға Бибинур менән уның мажараларының шаһиты булған балыҡ ҡармаҡлаусы малай. Әҫәрҙең сюжеты ошо хәҡиҡәттең мөхәббәтенә һуңлап тап булған ирҙең күңелендә ниндәй уй-тойғолар, кисерештәр тыуҙырғанын күрһәтеүгә ҡоролған.
Тормошта тынғыһыҙ булған шикелле, Абдрахман китап донъяһында ла мөхәббәтенең сафлығын, кешелек асылын һаҡлап алып ҡалыу өсөн көрәшә. Бибинур уға “көтөүҙәрегеҙҙән айырыла алмайһығыҙ шул һеҙ, донъя бәндәләре!..” – тигән аяуһыҙ хөкөм сығара. Ләкин Абдрахман төшөнкөлөккә бирелмәй. Дауалау күренешендә үҙен шулай уҡ лайыҡлы тота – хыялынан ваз кистереүгә иҫәпләнгән “процедура” уны ойоштороусылар өсөн һөҙөмтәһеҙ тамамлана. Быға йәненән ҡыуып сығарылырға тейешле Ендең һүҙҙәренә ҡолаҡ һалыуы сәбәпсе була.
Е н. Енһеҙ әҙәм балаһы йәшәй алмай, мөртәт! һарғайып үлгең киләме әллә, бешмәгән! Ебәр хәҙер үк! Күңелеңә ҡолаҡ һалып ҡара әле -моң-зарҙан бушаттылар бит үҙеңде, нисек йәшәрмен тиһең!
Абдрахман. Ысынлап та күңелемдә бушлыҡ тороп ҡалды шул. Ҡы-ыы-йын...
Е н. Ҡыйындыр шул! Минһеҙ бары бер көн күрәлмәҫһең, йөрәгең ташҡа әйләнер, күңелеңде һаҙлыҡ тынлығы биләр.
Был ваҡиғанан һуң Абдрахман Бибинурҙы үҙенең янына алып китергә була. Ләкин уның алдында ҡаршылыҡтар кәмемәй. Улар менән осрашҡанда, геройҙың яңынан-яңы сифаттары асыҡлана.
Бибинурға булған мөнәсәбәте Абдрахмандан башҡа дәүер кешеһе яһай. Был осраҡта ул Рәсәй гражданины булыу менән бергә, үҙ милләтенең тулы хоҡуҡлы вәкиле сифатында сығыш яһай һәм башҡа персонаждарға онотолмаҫлыҡ әхлаҡи-этик һабаҡ бирә. Тейешле эффектҡа ирешеү өсөн, Ф.Бүләков үҙ геройының казак атаманы Степан Разин менән осрашыу картинаһын индерә.
Бындай сараға мөрәжәғәт итеү автор өсөн принципиаль мәсьәлә. Абдрахмандың Степан Разин кеүек тарихи шәхес менән диалогында драматург мөхәббәт кеүек дөйөм кешелек мәсьәләгә милли менталитет күҙлегенән яҡын килә.
Абдрахмандың Бибинурҙы ҡотҡарыуын Степан иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Асыуының сигенә еткән атаман дәғүәсеһен “нишләп тарихи ваҡиғаларға килеп тығылаһың”, тип битәрләй, яза менән янауҙан да баш тартмай. Үҙенең алдында бер ниндәй ҙә басурман булмайынса, ә Бибинурға булған хистәренән аҡылынан яҙырлыҡ хәлгә еткән, шулай ҙа аяғында ныҡ баҫып торған ирҙе күреп, Степан тыныслана төшә. Абдрахмандың Бибинур тураһында шундай илаһи, ихлас итеп һөйләүе уны ла таныш хистәр даръяһына алып инә, мөхәббәт ҡоло яһай.
“Ниңә, ни өсөн изге мөхәббәтебеҙгә ҡул күтәрҙең һин, атаман?” – ти Абдрахман килеп тыуған уңайлы мәлдән файҙаланып. Шул рәүешле үҙенең эскерһеҙлеген Степандың ҡаты бәғерле, бунтарь холҡона ҡаршы ҡуя. Атаман үҙен ирек яулап бирергә яратылғанмын, тип иҫәпләй һәм Бибинурға ҡарата күрһәткән аяуһыҙлығын Абдрахман алдында азатлыҡ өсөн эшләнә, тип аҡларға тырыша. Ләкин иректең, рухи азатлыҡтың бер ваҡытта ла башҡаларҙың бәхетһеҙлеге иҫәбенә яуланмағанын белгән Абдрахмандың вердикты ғәҙел дә, ҡыйыу ҙа, компромисһыҙ ҙа: “Мөхәббәтте танымаған, кешенең иң нескә хистәрен ергә һалып тапаған азатлыҡ кәрәкме ни беҙгә?! Халыҡ мәңге ҡарғаясаҡ бит һине!”
Абдрахмандың үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып әйткән фекерҙәрен Степан ирлек, отҡорлоҡ, тип баһалай һәм үҙенең дуҫлығын тәҡдим итә. Абдрахман уны ихлас күңелдән ҡабул итә.
Шулай ҙа уларҙың тырышлыҡтары ысын дуҫлыҡҡа килтермәй. Йыр башлайҙар – һәр береһе үҙенсә көйләй: Степан ҡырыласаҡ баштар тураһында, ә Абдрахман ҡырҡ йыл буйына ҡабатларға күнеккән “сығарығыҙ!” тигән көтөүсе оранын. Абдрахман Степанға ҡушылып йырлай, ә тегеһе “бигерәк ҡатмарлы шул йырҙарығыҙ – көйөн килтереп сығарғансы муйының һыныр”, тип баш тарта. “Үҙемдеке лә бит, тик минеке түгел”, ти Абдрахман Миңнисаһы хаҡында. Степандың “баба” һүҙен ҡулланыуы һәм уны һәр саҡ мыҫҡыллап әйтеүе атамандың ҡатын-ҡыҙға ниндәй мөнәсәбәттә булыуын күрһәтеп тора.
Абдрахман менән Степандың икеһенең ике төрлө әхлаҡи ориентирлы кеше булыуы һүҙҙә генә түгел, конкрет эштә лә беленә. Бер ҡатлылыҡ күрһәтеп, Абдрахман атамандан Бибинурҙы һәләк итмәүен үтенә. Хәйләкәр Степан ҡыҙға бүтән ҡағылмаҫҡа һүҙ бирә, хатта әпәкәй тотоп ант итә, әммә вәғәҙәһендә тормай.
Абдрахман йәненә тынғы бирмәгән һорауына яуап табып өлгөрмәй. Уны кеше өсөн иң изге бүләктән – рухи мөхиттән: мөхәббәттән, бәхеттән, йән яраларынан мәхрүм итәләр. Берәүҙәр быны һүҙ ярҙамында башҡарһа, икенселәре ҡулдары менән тотоп эшләй – физик рәүештә язалай.
Ер йөҙөндә уға бары ике кеше – автор үҙе һәм балыҡсы малай теләктәшлек белдерә: “Хыялыңды бысраҡҡа һалып тапанылар, хәҙер боҙло һыуға атып бәрҙеләр”.
“Хыялһыҙ кеше – ҡанатһыҙ ҡош”, – ти халыҡ. Әҫәрҙең идеяһы ла ошо һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә тап килә. Абдрахмандың кешелек булмышына ҡайтырға тырышыуы, ҡатыны Миңнисаны һәм башҡа меңдәрҙе, миллиондарҙы матурлытстан мәхрүм иткән, шуларҙың күңел донъяһын ҡыйратҡан ысынбарлыҡтағы ҡанундарға, ике йөҙлөлөккә, ялҡытҡыс бер төрлөлөккә ҡаршы сығыуы әҫәрҙең конфликтын социаль планда үткер һәм дөйөм кешелек пафослы яһаған.
Башҡа әҫәрҙәрендәге кеүек, Ф.Бүләковтың был пьесаһында ла трагикомик эффект персонаждарҙың субъектив инициативаһы менән дөйөм тамашаның трагик йөкмәткеһен, йәғни бөгөнгө тормоштоң әсе хәҡиҡәтен тейешле миҡдарҙа мәрәкәләп, фарс рәүешендә күрһәтеүгә ҡайтып ҡала.
Геройҙарҙың комик һәм драматик ҡатламдар аша үтеүе, реаль ваҡиғаларҙың фантасмагория, фольклор элементтары менән аралашып, солғанып китеүе, көтөлмәгәнлек алымын ҡулланыу, сюжеттың контрасҡа, йәғни персонаждарҙың хәҙерге хәлен элеккеһе менән сағыштырыуға ҡоролоуо – былар бөтәһе лә Ф. Бүләков әҫәрҙәренең драма менән комедия мөнәсәбәттәре нигеҙендә хасил булған синтетик форма булыуын күрһәтеп тора.
Р.Н. Баимов,
д-р филол.наук , проф.,
Башгосуниверситет, г. Уфа
«УРАЛ БАТЫР» ИЛИ ПРОСТО «УРАЛ»?
Когда заходит речь о возрасте эпоса «Урал», очень часты ссылки на такие отраженные в памятнике факты, как мотивы Всемирного потопа, возрождение впоследствии новой жизни, человеческого рода. Эти факты действительно указывают на древность памятника. Но в эпосе находят отражение мотивы еще более древних времен. Скажем, Йанбирде и Йанбикэ, первые люди после потопа, не знают своих родителей, едят, как дикие звери, сырое мясо, пьют кровь… Есть намеки и на доисторические времена, на процесс формирования живой природы и мира: возникновение гор (Урала), рек (Яик, Агидель, Сакмар…). Что из этого следует?
Фундаментальные религии и большие эпические своды, как правило, не создаются в одночасье, являются плодами длительного исторического развития и синтезом различного духовного опыта. Корни учений иудаизма, христианства, ислама и др. лежат в глубокой древности, уходят во времена, когда еще не было их пророков - Моисея, Христа и Мухаммеда. Эти пророки создавали свои учения, опираясь на основные постулаты Зороастризма (рай, ад, воскрешение, судный день и т.д.) и других предшествующих больших и малых религий, выбирая, по-видимому, только те положения, которые были актуальными для нового времени.
Как показано выше, сюжетные мотивы, идейные концепции эпоса «Урал» и священной книги Зороастризма «Авесты» очень близки и кое-где даже совпадают. В то же время, различие между ними не только хронологического порядка («Авеста» – доледникового периода, «Урал» - после Всемирного потопа), отличаются они и общей философской концепцией и системой образов. Скажем, хотя эпос и держится, как и в «Авесте» (Зороастризме) на идее мистического дуализма (борьбы бога добра Ахура Мозды и зла – Ангра Майнью), но в башкирском памятнике отсутствует религиозное начало, там нет образов богов и их пророков. Их функции (например, создание гор, рек, живой природы и т.д.) в какой-то мере выполняют Урал батыр и его сыновья, т.е. далеко не мистические герои. В этом смысле образ Урала батыра концептуально более близок, конечно, к греческому Одиссею («Одиссея»), справедливому, умному индейскому Раме, рыцарю любви и великому воину Кришне, Верховному богу Брахме («Рамаяна», «Махабхарата»). Действия этих героев, сюжетные приключения связаны, как и Урала батыра, с приключенческими путешествиями, схваткой во время
странствий с мифологическими существами, злыми силами (аждахой, змеем, демоном, раваной, циклопом, сиреной и.т.д.); победой над ними и установлением там справедливых общественных порядков. По особенностям концепции героя можно даже допустить мысль о том, что такие памятники, как «Махабхарата», «Рамаяна», «Урал», «Авеста» возникли в одну историческую эпоху, а «Одиссея», «Илиада», возможно, формировались позже. Об этом говорит хотя бы тот факт, что если в характерах героев Рамы, Кришны, Брахмы, Урала реальное сочетается с божественным (мистическими, мифологическими чертами, связанными с возникновением живой природы и мировозданием), то у Одиссеи таких свойств не наблюдается. Хотя он также борется с мифологическими существами, Одиссей не создатель, не имеет божественных качеств, а реальный человек, участник и свидетель изображенных в эпосе событий. Божественное же вне деятельности Одиссея - это сфера Зевса, Аполлона, Гефеста, Афродиты и т.д., которые действуют в эпосе независимо от людей. Отсюда можно сделать вывод, что деяния Одиссея и его приключения более подходят к условиям обозримого исторического времени, когда в миропонимании людей реализм начинает отделяться от мифологии, характерами, действиями героев правит жизненная логика. Скажем, Одиссею, как и Уралу батыру, доступна живая вода, источник бессмертия: эту воду предлагает ему нимфа Калипсо. Он, как и Урал, отказывается использовать живую воду для себя, но цели отказа у них разные. Если Урал батыр делает это ради бессмертия на земле, оживления живой природы, т.е. поступает как создатель – бог, то цели Одиссея проще, земные «по-человечески»: он предпочитает веселую бессмертную жизнь совместно с прекрасной нимфой возвращению к своей семье, родным местам. Стремления Одиссея, очевидно, более поздней эпохи, чем, скажем, эпохи «Авесты», «Урала», «Мархабхараты» и др. Отсюда напрашивается еще один вывод: вполне вероятно, что в истоках формирования эпосов названия их означали не какую-то конкретную личность, например, Одиссея или Урала, но обобщающее понятие, такое, как Авеста (апастак) – знание, учение; арал (арали, арал, арья – простор, величие, монументальность; Одиссея – приключения, странствия…).
Как мы видели, в эпосе Урал батыр выполняет и функции первочеловека Йимы (Авеста) и в какой-то степени подменяет обязанности Ахуры Мазды, его пророка Заратустры, т.е. выступает и в роли Создателя. Именно поэтому в древности, в истоках эпос, возможно, носил название не «Урал батыр», а просто «Урал». Эта мысль подтверждается и тем, что, во-первых, античные эпические памятники Востока (да и всего мира) состоят в основном из одного отдельного слова-названия: «Одиссея», «Махабхарата», «Рамаяна», «Илиада» и т.д. Да и собственные имена заключали в себе конкретную мысль.
Во-вторых, и это очень важно, концепция образа Урала не ограничивается лишь рамками его физического могущества, воинских подвигов («батыр»).
Напротив, такое ограничение сужает философский, созидательный смысл образа, делает его односторонним. Героизм, физическая сила - лишь одна сторона деяний образа Урала. Это нужно ему для установления справедливости, для мира. В остальном он выступает как Создатель, причем эта роль частично передается и к следующему поколению – сыновьям Урала, которые образовали одноименные реки: Агидель, Сакмар, Яик, Нугуш… как и Урал, именно его сыновья продолжают формировать природу и миропорядок…
Определение «батыр» к имени Урал могло возникнуть позднее, в средние века в связи с монгольскими и алтайскими общностями (например, Улан-батыр, Сухан-батыр). Якутский героический эпос (олонхо), скажем, так и называется «Нюргун боотур Стремительный». В подобных эпических памятниках, действительно, в первую очередь восхваляется физическое могущество, ратный подвиг, воинское мастерство…
Достарыңызбен бөлісу: |