Башҡорт энциклопедияһы



бет14/25
Дата20.06.2016
өлшемі2.43 Mb.
#148923
1   ...   10   11   12   13   14   15   16   17   ...   25

Бөйөктәр ғәҙәттә тарихты ла үҙенсә күрергә һәм үҙ сәйәсәтенә борорға тырыша. Грецияның Төркиә ере Кесе Азияға — Анатолия территорияһына боронғо грек ере тигән дәғүәһен юҡҡа сығарыр өсөн, Ата Төрөк Анатолия- ның борондан төрөк ере идеяһын алға һөрә. Борон гректарға тиклем бында хеттар йәшәгән, ә хеттар төрөктәрҙең боронғо ата-бабалары булырға тейеш — тарихсыларға шуны раҫлау мөһим бурыс.

Төрөк ғалимы, Ә.Вәлидиҙең шәкерте Тунжер Байҡара яҙғанса, шулай итеп, бөтә мәсьәлә милли мәнфәғәттәрҙе




иҫәпкә алып ҡуйылған проблемаға тарихи факттар ни дәрәжәлә тура килә йә килмәүгә ҡайтып ҡала ине. Тап шул планда ҡуйғайны Ата Төрөк тарихсылар алдына бурысты (Тунджер Байкара. Заки Валиди Тоган. Уфа, 1998, 65-се бит). Бында тарихҡа ысын һәм тенденциоз ҡараш, ысын тарихсы һәм конъюнктурасы мәсьәләһе лә асыҡланырға тейеш ине. Тарихсыларға намыҫ һәм выждан һынауы ла ине был.

Анатолияла төрөктәрҙең ҡай замандарҙан алып йә!нәүе проблемаһына бағышланған Тарих конгресы 1932 йылдың июлендә Анкара ҡалаһында асыла. Уның эшендә Ата Төрөк үҙе башынан аҙағына тиклем ҡатнаша.

Төрөктәрҙең хәҙерге илдәрендә бик борондан ерләшеүе теорияһы менән медицина докторы Рәшид Ғалиб сығыш яһай. Уның теорияһы Урта Азияның ҡасандыр бик яҡшы климатлы ере беҙҙең эраға тиклем байтаҡ быуат элек ҡом сәхрәлегенә әйләнә барыуы арҡаһында ундағы төркиҙәрҙең хәҙерге Кесе Азия — Анатолия тарафына күсеп ерләшеүе идеяһына ҡоролғайны.

Уның артынса Зәки Вәлиди бей был теорияны кире ҡағыр доклад менән сыға. Ул бик боронғо замандарҙан Урта Азияла һәм өлөшсә Кесе Азияла төрки ҡәбиләләре йәшәүен инҡар итмәйенсә, оппоненттың Урта Азияның борондан ҡом сәхрәһенә әйләнеүен һәм ундағы төрки ҡәбиләләренең күпселегенең Кесе Азияға күсеү идеяһының төбө- тамыры менән тарихи хәҡиҡәткә тура килмәүен бик күп тарихи мәғлүмәттәр менән нигеҙләй. Бындай буш теорияның ысынлап та ҡомға ҡоролоу ын раҫлай ул.

Төркиә президенты фекеренә яйлашып, абсолют күпселек төрөк тарихсылары һәм Садри Маҡсүди кеүек татар эмигранттары төрөк медицина докторының идеяһын яҡлайҙар. Төркиә тарих ҡоромо йәмғиәте ағзалары ла тотошлай тиерлек ошо тарафты тота.

Тарихи хәҡиҡәтте асыҡларға тип ойошторолған был конгресс, үҙ ҡарашы һәм нигеҙле аргументацияһы булған Зәки Вәлиди фекерҙәре менән килешмәгәндә, уны әгәр була ҡалһа үҙ тарихи факттары менән кире ҡағаһы урында, нигеҙле мәғлүмәттәре юҡлыҡтандыр инде ғәмәлдә оппоненттары уның шәхесен мәсхәрәләүгә, уны ғалим булараҡ юҡҡа сығармаҡ яман юлға күсәләр. Бына ни ти бит яуап һүҙендә төп докладсы медицина докторы: ’’Коллегаларым, үкенес менән һеҙгә шуны әйтәм, университет кафедраһы

199


алдында Зәки Вәлиди бейҙең талибы булмауыма, хоҙайға рәхмәттәр уҡыйым. Беҙ, төрөктәр, үҙебеҙҙең балаларыбыҙҙы, иртәгә бөйөк дәүләт эштәренә әҙерләнер кешеләрҙе, баштарын юҡ-барҙар менән тултырыуға, аңдарын бутауға, үҙ фекерҙәрен юйыуға бер нисек тә түҙеп тормаясаҡбыҙ. Университет кафедраһы боҙоҡ ысулдарға ҡоролған примитив белем бирер ниндәйҙер урын түгел” (Т.Байкара. Зәки Вәлиди Тоған. Анкара, 21-се бит (төрөксә).

Быға хаҡ һүҙ залдан түгел, ситтән яуап репликаһы телеграмма булып килеп етә. ’’һеҙҙән айырмалы рәүештә, беҙ Зәки Вәлиди талиптары булыуыбыҙ ^енән ғорурланабыҙ”, — тип яҙалар уның элекке шәкерттәре.

Ә бына Ә.Вәлидиҙең күптәнге идея дошманы татар Садри Маҡсуди үҙ телмәрен шундай һүҙҙәр менән ослай: ” Конгреста ҡатнашыусыларға мин шундай хөкөм сығарырға мөмкин тим; нисек инде, ялған сығанаҡтарға һылтанып, Зәки Вәлидиҙең тәҡәллеһеҙ ҡыланышы уның профессор тигән исеменә һәм фәнни назариәтенә туры килә ала икән”.

Күптәнге көнсөл төрөк тарихсыһы Шәмсетдин Гүнәл- тай иһә, форсаттан файҙаланып, Вәлидиҙең азатлыҡ өсөн көрәш юлындағы эшмәкәрлеген дә конгресс алдында бөтөнләй боҙоп күрһәтергә тырыша: ’’Батшалыҡ бөтөрөлгәс, Рәсәй мосолмандары үҙҙәренең милли йәшәйешен һаҡлап ҡалыу өсөн күп тырышлыҡ һалдылар. Башта Мәскәүҙә, аҙаҡ Өфөлә ҡоролтайҙар уҙғартып, төрк исеменән үҙ дәүләттәрен ойошторорға тырыштылар. Ләкин бындай берләшеүгә беренсе дошман булып Өфө ҡоролтайында, кем тиһегеҙ, Зәки Вәлиди сыҡты. Ул башҡорттарҙы төрк халыҡтар берлегенән айырҙы. Ул төрк халыҡтарын берҙәм тел нигеҙендә берләшеүгә тотҡарлыҡ яһаны, төрк донъяһында уртаҡ мәҙәниәт һәм уртаҡ тел барлыҡҡа килеүгә ҡаршы булды. Һәм хәҙер тап уның ғәйебе арҡаһында Рәсәй тәрктәрендә төрлө тел, төрлө мәҙәниәт, төрлөсә тормош, улар татар, башҡорт, үзбәк, әзербайжан һәм башҡалар булып башҡаланып бөткән. Зәки Вәлиди бей беҙҙең конгреста ла шундай роль башҡарырға йыйынмаймы ни?”.

Шулай итеп, тарихи хәҡиҡәтте асыҡларға бағышланған был Тарих конгресы трибунаһы Зәки Вәлидиҙе күрәлмаған һәм уңың талантынан көнләшкән дошмандары тарафынан уны төкрөк сәсеп яманлау һәм туҡмау өсөн файҙаланыла. Бигерәк тә ул Ата Төрөктөң быға юл ку- йыуына, дуҫтарының аҙ ғына яҡлап булһа ла ләм-мим һүҙ

200




әйтмэүенэ көйөнә. Яҡын дуҫы, хеҙмәттәше профессор Фуат бей Көпрүлүзаданан, ниңә дуҫыңды яҡлашманың, тип һорағас, ”Ә мин бер үҙем нишләй алам, унан мин бар мөлкәтен арҡаһына йөкмәгән йөргөнсө түгелмен бит”, — тип яуап биргән икән, тиҙәр.

Был конгрестан һуң ныҡ уйланырға һәм тейешле һабағын алырға ла тура килә Зәки бейгә. Биләгән профессор- лыҡ вазифаһына оппоненттары күпмелер хаҡлы шул. Юғары белемгә рәсми дипломы ла, докторлыҡ дәрәжәһе лә юҡ бит. Хикмәт белемдә генә түгел, ҡатырғалы ҡағыҙҙа ла икән.

Конгресс артынса 1932 йылдың 8 июлендә Ә.Вәлиди Истанбул университеты профессорлығынан бушатыуҙы һорап телеграмма һуға. Башта доктор исеменә өлгәшмәк зарур.

Әмир Юлдашбаев әйткәнсә, хеҙмәттәре менән бөтә донъя шәрҡиәтселәренең иғтибарын тартҡан, бик мөһим боронғо ҡулъяҙма әҫәрҙәрҙе тапҡан ҡырҡ ике йәштәге абруйлы ғалимға, төпләндем тигән Төркиәне ташлап, Европа илдәренә китеп, студент булып, университет эскәмйәһенә үҙенә ултырып алырға ла, аспирантура үтеп, докторлыҡ диссертацияһы яҙырға ла тура килер.

Тимәк, кем, йөргөнсөбөҙгә тағы юлға, тағы оҙон сәйәхәткә.

Анкаралағы Тарих конгресы ҡарамаҡта тенденциоз тарих тарафдарҙарының тантанаһы кеүек тамамланғандай булһа ла, ул шунда уҡ тарихсыларҙы ике лагерға айырҙы: ысын тарихсылар һәм конъюнктурсыларға. Ялған теория фәндә тамыр ебәрә алманы. Орлоғо түлһеҙ, үрентеләре зәғиф булыуын тарих үҙе танытты.

һуңынан "Тарихта ысул” тигән ҙур хеҙмәтендә ысын тарих хаҡында Ә.Вәлиди былай яҙҙы: ’’Минеңсә, тарих фәне — үҙ маҡсат түгел, бәлки үҙең йәшәгән һәм үткән йәмғиәтте өйрәнеү сараһы ғына. Шуға күрә минең үҙем тарихты ниндәйҙер изге идея хаҡына боҙоу үҙ-үҙеңде алдау һәм һинең әҫәрҙәреңә ышанған уҡыусыларыңды алдау менән бер. Тап ошондай тезисты мин 1932 йылда Анкара- ла үткән Беренсе тарих конгресында яҡлағайным. Минеңсә, фәҡәт хәҡиҡәт һәм хаҡ тарих ҡына төрөк халҡына һәм бүтән халыҡтарға файҙа килтерә ала”.

Зәки Вәлиди бей теге саҡта үҙенә оятһыҙ рәүештә ябырылыуҙан шаңҡып ҡалманы, әлбиттә, — ундай ҡойолоп

201




төшөрҙәрҙэн түгел — үҙе һөжүмгә күсте. Тәүге тондороуы хас дошманы Садри Маҡсудиға төбәлгәйне. Ул хеҙмәтен ”Ҡом аҫтына күмелгән ун ете ҡала һәм Садри Маҡсуди бей” тип атаны. Был бәндәнең һаман да тыштан күҙ буяп соҡсоноп ятыуына ҡаршы йүнәлтелгәйне ул. Сәйәси оппонентының ҡыйыҡ көҙгөләгесә боҙоп күрһәткән эштәрен һәм ғалим кешегә килешмәҫ ҡылыҡтарын фәнни яҡтан да, мораль йәһәтенән дә киң йәмғиәтселек ҡаршыһында бер ныҡлап фаш итергә кәрәк ине уға.

1917 йылдың инҡилабынан һуң башланған, Ә.Вәлиди башында торған федералистар менән татар лидерҙары Ғаяз Исхаҡи, Садри Маҡсуди торған унитаристар араһындағы идея көрәше эмиграция дәүерендә ошо ике-өс бөртөк татар төркөмө тарафынан һөрһөп бөткән татар гегемонизмы рухы менән һуғарылған бер шапырыныуҙарға һәм Ә.Вәлидиҙе төрлө ысулдар менән эҙәрләүгә, хатта яла яғыуҙарға әйләнеп китте. Бының өсөн улар Берлинда ла, хәҙер килеп Төркиәлә төрлө матбуғат биттәрен, йәмәғәт ойошмалары йыйылыштарын, конгресс трибуналарын файҙаландылар. Юғары дәүләт даирәләренә ялғанлап хаттар, ялыуҙар яҙыуҙан да тартынманылар.

Бындай хәлдәргә күпме түҙеп торорға мөмкин, бер яуап бирергә кәрәк ине. Конгрестағы фекер ҡаршылыҡтарын асыҡлауға, тәҡәллеһеҙ оппоненттарына яуап рәүешендә лә ҡоролғайны Ә.Вәлидиҙең ”Ҡом аҫтына күмелгән ун ете ҡала һәм Садри Маҡсуди бей” тигән китабы.

1917 йылдан бирле Ғаяз Исхаҡиҙың матбуғат биттәрендә минең адресыма ҡарата туҡталмай алып барған ялаларына һәм нахаҡ һүҙҙәренә бығаса бер ҙә яуап бирмәнем. Бының менән бигерәк тә сит илдә шөғөлләнергә тура килер тигән уй башыма ла килмәне, — тип яҙа китабында Ә.Вәлиди. — Ләкин 1925 йылда мин Берлинда саҡта, беҙ Төркиәгә китергә йыйынғанда, быға ҡаршы Ғаяз Исхаҡи төрлө саралар ҡулланып ҡараны. Бындай хәл Төркиәлә лә ҡабатланыр, улар беҙгә ҡаршы тағы ниҙәр ҡылырҙар икән, Төркөстанда милли азатлыҡ көрәшендә ҡатнашҡандар, эмиграцияға китергә мәжбүр булғандан һүң арҡадаштар араларын нисек тә боҙорға маташасаҡтар тип уйландыҡ. Быны тойоп, һағайыбыраҡ ҡалдыҡ. Бер дуҫым менән ’’Татар мәҙәниәтеме, әллә Төркөстан мәҙәниәтеме?” тигән бер ҙур ғына хеҙмәт яҙып ташланыҡ хатта. Унда Рәсәйҙәге баяғы ике ҙур төркөмдөң идея көрәшен аңлатырға тырыш

202




тыҡ. Ләкин Төркиәгә килгәс, был ҡулъяҙмабыҙҙы яңынан уҡып сыҡҡас, Рәсәйҙәге был үткән, тарихҡа күскән проблемалар менән төрөктәрҙең иғтибарын йәлеп итергә ынтылыу артыҡ нәмә тип таптыҡ һәм хеҙмәтебеҙҙе матбуғатта баҫтырыуҙан баш тарттыҡ.

1927—1929 йылдарҙа мин ”Яңы Төркөстан” журналын сығарыу эше менән етәкселек иттем. Был ваҡытта Ғаяз менән Садри бейҙәрҙең беҙгә ҡаршы аҫтыртын эштәре беленде: улар беҙҙең журналды дингә ҡаршы йүнәлтелгән дошмансыл баҫма тип мәкерҙәр ҡорғандар. Шуларға ҡарамаҫтан да, мин быға ҡаршы бер ауыҙ һүҙ яҙып сыҡманым, кескәй генә ишара ла яһаманым. Улай ғына түгел, Төркөстан менән Волга буйы тәрктәренең үҙ-ара мәҙәни бәйләнештәре тарихы хаҡында мәҡәлә яҙҙым һәм унда шундай хеҙмәттәшлектең хәҙерге мөмкинлектәрен аңлаттым. Икенсе яҡтан, беҙ, проблемаға үтә һаҡ килеүҙе тойоп, ул көрәшебеҙ хаҡында фекерләшеүҙе Ҡазан тәрктәренең бер төркөмөнөң идеяһына ҡаршы ғына йүнәлтелеүен дә иҫәпкә алдыҡ. Төркиәлә ул ҡаҙанлыларға ғына хас идеология тип ҡабул ителер ине кеүек. Ахырҙа беҙ уны, ике яҡын туған- тыумасалар араһындағы талаш-тартыш кеүегерәк нәмә, яйлап үҙенән-үҙе яйланыр, юҡҡа иҫке яраға тейергә ярамай, тип уйланыҡ. Әммә ләкин был яра беҙ өмөт иткәнсә, үҙенән-үҙе генә уңалманы. Милләттең мәҙәни ҡеүәте проблемаларын тикшергән олуғ конгреста, халыҡтың бөйөк вәкилдәре ҡаршыһында беҙҙе милләткә хыянатта ғәйепләнеләр. Ләкин мәсьәлә бының менән генә бөтмәне, был ваҡиғанан һүң минең өндәшмәүемде еңелеүем, бөлөүем тип иҫәпләнеләр. Шуға асыҡлығы менән шуны аңлатырға тейешлемен: ”Иҙел-Уралсылар” тип исемләнгән Ҡазан тәрктәре — Садри Маҡсуди менән Ғаяз Исхаҡи башлығындағы ғына төркөм”.

Ҡазан төрки интеллигенцияһы һәм күпселек йәштәр 1917 йылда уҡ, башҡа төрки региондарындағы кеүек, федералистар төркөмөнә берләштеләр. Улар автономиялы татар дәүләтселеген ул заман ысынлап та күпселекте тәшкил итер татарҙарҙан торған Ҡазан әйәҙе тирәһендә ойошторорға теләнеләр. Йәки проблеманы Волга буйыңда бик ҡатмарландырмаҫ өсөн, Рәсәйҙең үҙәкләшеүе таркалыуы- нан файҙаланып, башҡа төрки әлкәләре менән дә шөғөлләнмәкселәр ине. Башында Садри менән Ғаяз торған быларға ҡаршы дошман төркөм нигеҙҙә дини руханиҙарға

203




һәм сауҙагәрҙәр төркөмөнә таянды. 1917 йылғы, бигерәк тә Рәсәй ойоштороу йыйылышына һайлауҙар барышында был төркөм, өгөт-нәсихәт өсөн күп акса һәм көс түгеүгә ҡарамаҫтан, һис тә генә үҙ маҡсаттарына өлгәшә алманы, күпселек тауыш менән федералистар һәр ҡайҙа депутатлыҡ урынын яуланылар. Садри Маҡсуди үҙе кадеттар партияһында тороуы менән абруйы булмағас, депутатлыҡҡа кандидат итеп үҙен күрһәтергә лә ҡурҡты.

Хәҙерге йәшәгән Татарстан республикаһы — федералистар тырышлығы һөҙөмтәһе. Был республика Садри Маҡсуди менән Ғаяз Исхаҡи төркөмөнөң автономияға ҡаршы көрәше арҡаһында үҙ ваҡытында ойоша алманы, ул 1920 йыл ғына ойошто. Шулай итеп, Садри-Ғаяз төркөмө тарафынан һөрөлгән татар экспансионизмының тамыры өҙөлдө.

1917 йылдың 22 июнендә Башҡорт ҡоролтайы тарафынан ҡабул ителгән ҡарарҙағы идара формаһы шуны аңлата: Рәсәйҙә үҙәкләштерелгән власть тантана итәсәк, башҡа илдәрҙәге кеүек, Башҡортостан да бойондороҡлолоҡтан азат булырға тейеш. Башҡорттарҙың азатлығы — бөтә Урта Азия төркиҙәренең әүәлге дөйөм милли йәшәйеш ҡанундарын яңынан тергеҙеү, үҙ илендә ысын үҙаллылыҡҡа өлгәшеүе. Башҡортостандан көнсығышта һәм көнбайышта ятҡан бик киң территориялағы төрки халыҡтары менән берләшеп, сәйәси идараны үҙ ҡулдарына алыуы менән бәйләнешле ине. 1917 йылда Ырымбурҙа, 1918 йылда Өфөлә ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың айыштары шунда. Башҡорт ҡоролтайы, быларҙан тыш, башҡорт һәм татар крәҫтиәндәре араһында ерҙе тигеҙ бүлеү тураһында ҡарар сығарып, Башҡортостанға татарҙарҙың күсеүенә лә мөмкинлек асты.

Үҙҙәренең үҙаллылығын иғлан иткән өс өлкәне (Башҡортостанды, Ҡазағстанды, Төркөстанды) берләштереү ул ваҡытта ғәмәлгә ашырырға мөмкин түгел ине, сөнки Төркөстан милли хөкүмәте 1918 йылдың башында большевиктар тарафынан таратылғайны. Уның ағзалары Ҡаҙағ- станға һәм Башҡортостанға килеп эшләнеләр. Семипала- тинскиҙағы Ҡаҙағстан хөкүмәте һәм Ырымбурҙағы Башҡортостан хөкүмәте бөтә уртаҡ сәйәси мәсьәләләрҙе бергәләп, бер үҙәктән тороп хәл иттеләр. Шул уҡ ваҡытта йөҙләгән Ҡазан федералистары башҡорттар менән бергә Башҡортостанда хеҙмәттәшлек иттеләр. Ғаяз Исхаҡи төркөмөнөң ҡаршы пропагандаһына ҡапма-ҡаршы рәүештә,

204


Ҡаҙанлылар беҙҙең менән ихлас хеҙмәттәшлектә булдылар”. (А.-З. Validi. On Yedi kumalti ve Sadri Maksudi Biu- Istanbul, 1934-s 27-30 (Был цитата Ә.Юлдашбаевтың ’’Ахметзаки Валиди Тоган” тигән мәҡәләһендә килтерелгән өлөшөнән урыҫсанан башҡортсаға тәржемә итеп алынды — коллектив авторов ’’Судьба и наследие башкирских уче- ных-эмигрантов”. Уфа, 1995, 61-64-се биттәр).

Башҡорт һәм татарҙарҙың Төркөстандың азатлығы өсөн көрәштә әле актив ҡатнашыуҙарын билдәләп, Ә.Вәлиди шундай һығымта яһай: ’’Ҡаҙансылар менән, бигерәк тә Ильяс Алкин һәм уның фекерҙәштәре менән, берлектә төҙөлгән төрки халыҡтарының үҙ-ара мөнәсәбәте хаҡындағы беҙҙең уртаҡ ҡарашты ҡыҫҡаса йомғаҡлап, шулай әйтеп булыр ине: Урта төрки халыҡтарының (йәғни башҡорт һәм татарҙарҙың — Ғ.Х.) дөйөм сәйәси ойошоуҙары федерация нигеҙендә булыуы мөмкин, сөнки был халыҡтарҙың сәйәси һәм мәҙәни киләсәге немец ерҙәренең берләшеүенә оҡшашлы берләшеүгә ҡороласаҡ” (Үрҙәге китап, 65-се бит).

Йәғни Әхмәтзәки Вәлиди үҙенең был китабындағы сәйәси полемика өлөшөндә, уны Садри Маҡсуди менән Ғаяз Исхаҡи төрки милләттәрҙе бер-береһенән айырырға һәм ҡаршы ҡуйырға тырышҡан сәйәсмән тип боҙоп күрһәтеү- ҙәрен фашлап, үҙенең һәм федералистарҙың, һәр милләттең үҙаллылығына өлгәшеү менән бергә, ысын федерализм нигеҙендә берләшеүгә, федератив дәүләттәр төҙөүгә тырышлыҡтарын әйтеп бирә.

Был фекерҙе тарихсы Әмир Юлдашбаев тағы аныҡлабы- раҡ китә: ’’Зәки Вәлиди федерализм идеяһын яҡлағанда күпселек төрки халыҡтары тәшкил иткән Урта Азияның, Ҡаҙағстандың, Көнсығыш Башҡортостандың яҙмышын күҙ алдында тотто. Башта үҙенең башҡорт интеллигенцияһының, тиҙҙән халҡының да кумиры булып китеүен көтмәгәйне лә. Тарихсы булараҡ, ул халыҡ төпкөлөнән килгән тектоник ҡеүәтте бик тиҙ тойоп алды һәм империалистик Рәсәйҙә тарихи тенденцияны тәрән сағылдырыусы идея хәрәкәтенең алдынғы сафына баҫты, Башҡортостанда һәм Урта Азияла был идея өсөн көрәшкә аҙағынаса тоғро ҡалды. Заманалар уның хаҡлығын һаман раҫлай бара. (Судьба и наследие башкирских ученых-эмигрантов, 60-сы бит).

Бөйөк лидерыбыҙға идея дошмандарының мәкерле сәйәсәттәрен дә асыҡ баһалай был тарихсы ғалимыбыҙ.

205


Садри Маҡсуди һәм башҡа татар әһелдәренең эмиграцияла, бигерәк тә Төркиәлә, татар гегемонизмын XX быуат башында башҡорттарға һәм Рәсәйҙәге башҡа төрки халыҡтарға ҡарата төрки халыҡтары берлеге идеяһы итеп күрһәтергә маташыуҙары алдатҡыс бер бөркәнсек ине. Уны Төркиәлә һәм Татарстанда хәҙерге тарихи хеҙмәттәрҙә лә ҡулланыуҙы күрергә мөмкин”. Тимәк, гегемонизм идеялары хәҙерге көндә лә бөтөп етмәгән, уны төрлө бөркәнсек менән үткәреүселәре һаман бар, тигән һүҙ.

Тарих үҙе генә түгел, уның идеяларының юлдары ла бормалы һәм һырмалы.

’’Бөгөнгө Төркөстан һәм яҡын тарихы”

Әхмәтзәки Вәлидиҙең 1923—1932 йылдарҙағы ғилми эшмәкәрлегендә төп урынды тотҡан фундаменталь хеҙмәте — ’’Бөгөнгө Төркөстан һәм яҡын тарихы” китабы. Был китапты яҙыуға ул, алда күргәнебеҙсә, 1913—1914 йылдарҙа Фирғәнә әлкәһенә һәм Бохара ханлығына яһаған ғилми экспедицияларҙы, 1917—1922 йылдарҙа Төркөстанда азатлыҡ өсөн көрәш уртаһында ҡайнап, оҙон юлдар үтеп килде. Былар уға төркөстанлыларҙың тормошон, рухи донъяһын тәрәнтен белергә, Төркөстан тарихы һәм бөгөнгөһө буйынса материалдар туплай йөрөргә мөмкинлектәр асты. Унан күбеһен үҙ күҙҙәрең менән күргәнгә, йөрәгеңдән үткәргәнгә ни етә.

Төркөстанда революция осоронда азатлыҡ көрәше лидерҙарының береһе булған Әхмәтзәки Вәлидигә Төркөстан Милли Берлеге исеменән был көрәштең тарихын яҙыу бурысы йөкмәтелә. ’’Зәки Вәлидигә Төркөстандағы милли көрәш тарихын яҙыу, уны баҫып сығарыу, сит ил телдәрендәге нәшриәттә был өлкәнең дәғүәләрен донъяла аңлатыу эштәрен йөкмәтергә”, — тип күрһәтелгән була ҡарарҙарында.

’’Урта Азия мәсьәләһе бер көн килеп бөтә донъя мәсьәләләренең береһенә әйләнер. Ул көн еткәс, беҙҙең бөгөнгө көрәшебеҙ нигеҙ ташын тәшкил итер, — ти үҙе хәтирәләрендә. — Мин был хәрәкәттең тарихын яҙасаҡмын. Ҡулымда мәғлүмәт күп”.

Әхмәтзәки Вәлиди 1922 йылдың аҙағында һәм 1923 йылдың башында, Төркмәнстанда сит илгә сығып китеүгә

206




әҙерлек эштәре менән шөғөлләнгән айҙарҙа, Төркөстан хаҡындағы ҡайһы бер мәғлүмәттәрен тәртипкә килтерә һәм яҙыу эшен башлап ҡуя. Йәғни ’’Бөгөнгө Төркөстан һәм яҡын тарихы” хеҙмәтенең яҙыла башлауын 1923 йылдың ғинуар, февраль айҙары менән билдәләй алабыҙ.

Ғөмүмән, 1923 йыл башы — Ә.Вәлиди өсөн ғилми эшкә яңынан ҡайтыу датаһы ла. Был эш 1917—1922 йылдарҙа сәйәси-дәүләт эшмәкәрлеге менән өҙөлөбөрәк торғайны.

Тарихи һәм тормош шарттарының үҙгәреше, ижтимағи һәм шәхси талап менән дә билдәләнә был фәнгә яңынан ҡайтыу ихтыяжы. ’’Ҡабулда 26—28 июлдә йыйылғанда билдәләнгән ҡарар буйынса, мин ғилми эшмәкәрлек менән шөғөлләнергә тейешмен, Бомбейҙан сыҡҡан көндә үк план төҙөй башланым, — ти Ә.Вәлиди. — Был план 43 йыл буйы бөгөнгө көнгә тиклем тормошҡа ашырылып килгәнлектән, уны хәтирәләремдә әйтеп үтергә булдым. Минең ғилми тикшеренеүҙәрем Урта һәм Яҡын Азия, Рәсәй мосолмандарының бөгөнгө һәм үткәнге, сәйәси һәм мәҙәни тормошо хаҡында буласаҡ”.

Тимәк, Ә.Вәлиди үҙенә 1923 йылдан яңынан фән эшенә тотонорға форсат һәм ихтыяж тыуғас, киләсәккә оҙайлы, бик киң ғилми эш планын да төҙөп ала. Уның төп йүнәлеше асыҡ: Урта һәм Яҡын Азия, Рәсәй мосолмандарының бөгөнгө һәм үткәнге сәйәси һәм мәҙәни тормошо. Тәүге ҙур бурысы — бөгөнгө Төркөстандың һәм уның яҡын тарихын яҙыу.

Әгәр ғилми эшмәкәрлегенең беренсе осоронда Ә.Вәлиди ’’Төрк һәм татар тарихы” китабы менән төрки тарихына боронғо замандарҙан алып Сынғыҙ хан яулап алыуҙа- рына тиклемге һәм Ҡазан ханлығы осорҙарына бер байҡау рәүешлерәк башлаған булһа, ’’Бөгөнгө Төркөстан һәм яҡын тарихы” хеҙмәтендә иһә тарихты яңы ҙур регионда XVI быуаттан алып үҙ заманынаса еткергәнсе киңәйтеп дауам итмәксе.

Берлинға килеп урынлашҡас, был китабын ныҡлап яҙыу эшенә ултыра. ”1924 йылда бөтә ваҡытымды сәйәси мәсьәләләр хаҡында һөйләшеп һәм ’’Бөгөнгө Төркөстан һәм уның яҡын тарихы” исемле әҫәремде яҙып үткәрҙем. 1925 йылда Берлинда ни бары биш ай булдым, әммә бик һөҙөмтәле бер дәүер кисерҙем”, — тип хәтерләй ул. Китаптың ”Баш һүҙе”ндә әйткәненсә, был ҙур әҫәре 1924—

207


йылдар эсендэ, һуңғы өлөштәре, ’’Аҙаҡҡы һүҙ”е 1929 йылда яҙыла.

’’Бөгөнгө Төркөстан һәм яҡын тарихы” башта бик киң итеп, өс киҫәктән уйланылған була: беренсе киҫәге — ’’Көнбайыш Төркөстан”, икенсеһе — ’’Көнсығыш Төркөстан”, өсөнсөһө — ’’Төньяҡ Төркөстан” йәки ’’Төркөстан- дан төньяҡтағы төркиҙәр”.

Беренсе киҫәк Каспий диңгеҙенән алып Алтай, Алатау, Тянь-Шань тауҙарынаса һуҙылған Көнбайыш Төркөстан- ды, икенсе киҫәк ошо тауҙарҙан көнсығыштағы, хәҙерге Ҡытай ерендәге Көнсығыш Төркөстанды, өсөнсө киҫәге төньяҡтағы Урал-Волга буйы төркиҙәрен үҙ эсенә алырға тейеш.

1924—1929 йылдар эсендә шундай киң уйланылған хеҙмәттең беренсе киҫәге тамамлана. Ә ҡалған ике киҫәге, артабан байтаҡ ҡына яҙылһа ла, тамамланмай, өлөш-өлөш кенә булып кала.

Авторҙың маҡсатына ошо бөйөк Төркөстандың яҡын тарихын яҡтыртыу, төрки халыҡтарының донъяла тотҡан урынын билдәләү инә. Ул ошо ғәйәт ҙур Төркөстан ил-ере- нең XVI быуаттан һуң нисек тарҡала һәм көсһөҙләнә башлаған яҡын тарихына һәм XIX—XX быуаттың тәүге яртыһындағы ижтимағи, сәйәси хәленә төп иғтибарын туплай.

Әхмәтзәки Вәлиди Төркөстан тарихына тотонған саҡта был хаҡта байтаҡ ҡына ғилми-тикшеренеү эштәре яҙылған, китаптар, мәҡәләләр баҫылып сыҡҡан, тарихи ҡулъяҙма әҫәрҙәр билдәле була. Уларҙы бик ентекләп өйрәнеп сыға, Төркөстан тарихының әле өлөшләтә генә тикше- релеүен күрә, үҙе архивтарҙа бығаса ҡул теймәгән мәғлүмәттәргә, яҙмаларға юлыға. Уның уй-ниәте — Төркөстандың бер бөтөн тулы тарихын яҙыу. Үҙе әйткәнсә, бөтөн Төрк иле — Төркөстан берлеге серияһы кеүек был хеҙмәтендә ҡасандыр бер бөйөк булған был илдең һуңғы быуаттарҙа ни өсөн бөлөүгә, сит дәүләттәр ҡул аҫтында иҙелеп йәшәргә дусар ителеүен асыҡлау.

Унан Төркөстан, төрки халыҡтары хаҡында сит милләт ғалимдары яҙған китаптарҙа һәм мәҡәләләрҙә был илдең һәм халыҡтарының тарихы бер яҡлы ғына яктыртылыуын һәм тенденциоз рәүештә боҙоп күрһәтелеүен дә асыҡ күрә Әхмәтзәки Вәлиди. В.Григорьев, Ф.Шварц, Денисон Россе, Масальск, Махашик, хатта ки В.В.Бартольд хеҙмәттәрендә һундарҙы, күктөрөктәрҙе арийҙарҙан һуң йәшәгән йә шу

208




ларҙың ҡалдыҡтары йәки төркиләшкән иранлылар, төрк- мәндәрҙе хәҙерге ватандарына VIII быуатта ғына килеп ерләшкәндәр рәүешендә сағылған хата ҡараштар менән һис килешә алмай. Шуға тарихи хәҡиҡәтте аяҡҡа баҫтырыу, тенденциоз йүнәлештәрҙе фаш итеү ҙә мөһим маҡсат төрки ғалимы өсөн.

’’Бөгөнгө Төркөстан һәм яҡын тарихы” китабының Көнбайыш Төркөстан хаҡындағы беренсе киҫәге биш бүлектән һәм ”Баш һүҙ” ’’Аҙаҡҡы һүҙ” бүлексәләренән ғибәрәт. ”Баш һүҙ”ҙә әҫәрҙең маҡсаты, төҙөлөшө, мәсьәләнең өйрәнелеү дәрәжәһе, ғилми һәм сәйәси бурыстары, тәнҡит ҡараштары әйтеп бирелгән.


Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   10   11   12   13   14   15   16   17   ...   25




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет