Дауыт Юлтый Һайланма әҪӘРҘӘр башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителде



бет1/21
Дата01.07.2016
өлшемі2.46 Mb.
#171087
  1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   21





Дауыт Юлтый



ҺАЙЛАНМА ӘҪӘРҘӘР

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителде






УДК 821.512.141-3 ББК 84-4 (2 Рос=Баш) Ю 44

«Мәктәп китапханаһы» серияһынан

Төҙөүсеһе Ишмөхәмәт Әхмәҙулла улы Шарапов

Дауыт Юлтый

Ю 44 Һайланма әҫәрҙәр / төҙөүсеһе И. Ә. Шарапов. — Өфө: Китап, 2008. — 336 бит.

ISBN 978-5-295-04256-0

Был йыйынтыҡта Дауыт Юлтыйҙың (1893—1938) шиғырҙары, «Бәләкәй Ҡотош», «Тимеркәй фәлсәфәһе» хикәйәләре, «Ҡарағол» драмаһы һәм «Ҡан» романы тупланған. Әҫәрҙәрҙә XX быуат башындағы лексика, яҙыу стиле һаҡланды.

Китап дөйөм урта белем биреү мәктәптәрендә, махсус уҡыу йорттарында уҡыусыларға һәм әҙәбиәт һөйөүселәргә тәғәйенләнә.

УДК 821.512.141-3 ТП-069/08 ББК 84-4 (2 Рос=Баш)

ISBN 978-5-295-04256-0

© И. Ә. Шарапов, теҙ., 2008


ШИНЕЛЬ

Эй шинель, минән иҫәпһеҙ Афарин, рәхмәт һиңә. һаҡлайһың ямғыр, һыуыҡ елдән, файҙаң күп миңә. Аҫҡа түшәк, өҫкә юрған,

Башҡа мамыҡ мендәрем,

Барлығы — һин, йылытаһың Аҫтында туңған төндәрем.

Һин минең шәфҡәтле әсәм,

Мәрхәмәтле ҡәрҙәшем.

Күп ауырлыҡ, ҡайғыға Уртаҡлыҡ иткән иптәшем.

Йоҡланыҡ һалҡын, еүеш Зимләнкәләрҙә күп ваҡыт,

Аҙмы һуғыштарҙа йөрөнөк Ҡан вә һаҙҙарға батып!

Эй шинель, минән иҫәпһеҙ Афарин, рәхмәт һиңә, һаҡлайһың ямғыр, һыуыҡ елдән, файҙаң күп миңә!

1915

ҠАН БАҘАРЫ

Тоҡтомалдан ергә төштө Бер-бер артлы бомбалар,

Бер поезд булған һәләк һәм Бер ауылда ҙур пожар.

Йөҙ вә мең саҡрым һуҙылған Киң фронтта ҡан аға, Йәнҡыярҙар унда асҡан Ит вә ҡандан ҙур баҙар!

Ҙур пожар, ҡандан баҙар!..

3


Был баҙарҙа барыһынан да Арзан әйбер: ит вә ҡан.

Көн һайын меңдәр шәһит1: Меңдәр аяҡ-ҡулһыҙ, сатан.

Бында ҡан!.. — Артта Ватан- Пәруар2 халыҡтар ҡысҡыра:

  • Барыһынан да беҙгә ҡыйбат, Беҙгә ҡыйбат ил, Ватан!

Бында ҡан! Унда Ватан!

Ҡанлы һуғыш дәһшәтенә3 Түҙмәгән һалдат бахыр;

Түҙмәгәс, ҡасҡан... Ләкин Һалдатты тотҡандар ахыр.

Император исеме менән Ул бахыр алға бара;

Ул бара атылыу өсөн!., һуң Ул бахырҙы кем атыр?

Ул бахырҙы кем атыр?

Көн вә төн туп, йәҙрә аҫтында... Шулай һәр таң ата,

Ыңғырашып һәр ерҙә мәжрух4 Йән бирә алмай, ҡан ата.

Был фажиғ ҡанлы баҙарҙы Кемдәр асҡан? Кем өсөн?

Биш түгелгән тауарын Кем ала, кемдәр һата?

Кем ала, кемдәр һата?

Аһ, «туғандар ҡәбере» һәр көн Һәр урынға өҫтәлә;

Һәр яҙын унда йәшел,

Төрлө үләндәр үҫһә лә, —

Баш күтәргәс, — ҡан менән,

Һәр япрағынан ҡан тама,

Унда донъя күңеленән сыҡҡан

Шәһит — изге эш өсөн ҡорбан булған кеше.

Ватан-пәруар — патриот мәғәнәһендә.

Дәһшәт — ҡот осҡос, ҡурҡыу һалған нәмә, ныҡ ҡурҡыныс. Мәжрух — яралы, йәрәхәтле.


Фоған1, хәсрәт яна.

Ҡан тама! Хәсрәт яна.

Шаулаған япраҡ — үлемде Көйләгән шомло ҡурай;

Мин — мәйет! Йәнле мәйет!

Кәр йәҙрә минән ҡан һорай!

Выжлаған һәр йәҙрәләр, һәм Гөжләгән һәр снаряд,

Ьәр сағылған ҡурҡыныс уттар Үлемдән төш юрай,

Йән юрай, ут төш юрай!

1916

СУМКА

Их сумка, сумка, сумка!

Ник бирелдең миңә юҡҡа? Арыҡ2 елкәмдә йөк булып, Тарттыраһың ҡанлы судҡа.

Һин бирелдең тик бер йылға, Өсөнсө йыл ҡанлы һуғыш,

Ҡасан бөтөр ер өҫтөндә

Был ҙур вәхшәт, был ҡан түгеш

Күп күтәрҙем, күп йөрөнөм, Инде ташларға ла ваҡыт,

Юҡһа килер шундай бер көн: Йотор мине һалҡын ләхет3.

Ҡурҡмайым һалҡын ләхеттән, Ләкин ниңә баш юғалтыу?

Әүәл белергә шул серҙе,

Унан дошманға уҡ атыу!

Барыһы хәйлә, барыһы золом4, Улар тик һеҙҙе һаталар,

Беҙҙең башты буштан-бушҡа Ҡанға батырып юғалталар.

Фоған — ыңғырашыу, зарланыу.

Арык — үтә ябыҡ.

Ләхет — гүр, ҡәбер.

Золом — иҙгенлек, ҡоллоҡ, ғәҙелһеҙлек.


Их сумка, сумка, сумка! Ник бирелдең миңә юҡҡа? Арыҡ елкәмдә йөк булып, Тарттырҙың ҡанлы судҡа!

1916

АТЛАН, БАТЫР

Атлан, батыр, атҡа, тот Һөңгөңдө!

Әйҙә, саптыр, яуға — дошманға!

Сәс ғәйрәтең дошман сафтарына, Ауаздарың ашһын асманға!1

Күрмәйһеңме, унда уҫал көстәр Ҡуҙғап ҡара дауыл, елдәрҙе,

Ҡан йылғалар түгеп, уттар бөркөп, Баҫып килә ярлы илдәрҙе.

Әйҙә, батыр егет, алға саптыр!

Аҡтар ҡара көстәр диуарын,

Тар-мар килтер, барыһын батыр ҡанға, Ырғыт йәһәннәмгә2 ни барын!

Ҡаҙалһындар мәңге иҙеп килгән Ҙур батшалыҡ, король, ҡаанлыҡ!3 Шунһыҙ ярлы илгә юҡ тыныслыҡ,

Юҡ саф ирек, мәңге туғанлыҡ!

1919

ЬУҠА БАБАЙ, СИТКӘ КИТ, ТРАКТОР КИЛӘ

һуҡа бабай, ситкә кит!

Ана килә трактор!

Зинһар, бабай, йыраҡ тор! Ташла эште, боҙма ерҙе, Ситтән генә ҡарап тор!

Ерҙе йыртып, өҙгөләп,

Ыҙан буйын һыҙғылап,

Асман — күк, юғары урын. Йәһәннәм — тамуҡ. Ҡаанлыҡ — ханлыҡ.


Үгеҙ төҫлө һөҙгөләп, Сирәмдәрҙе боҙғолап,

Нисә йылдар йөрөһәң дә, Күпме ерҙәр һөрһәң дә, Ашлыҡтарың уңманы, Бураҙнаһы тулманы,

Ҡоро йылда Аллаңдан Ьораһаң да булманы. Ашлығыңды ауыҙ итеп, Балаларың туйманы!

Улар хәҙер белделәр,

Яңы юлды күрҙеләр,

Иҫке юлды ләғнәтләп1, Йәһәннәмгә өрҙөләр,

Йәшел ҡырға һәйбәтләп Һабандарын ҡорҙо лар;

Ер һөрөргә пар менән Тракторҙы борҙолар. Ниндәй еңел, аҙапһыҙ Ай һөргәнде көн һөрә;

Ун һабанға бер атһыҙ Ер һөргәнде кем белә? Тррр, тррр... трактор!.. Зинһар, бабай, йыраҡ тор! Һинән артыҡ эшләгәнде Ситтән генә ҡарап тор!

1923

ХЫЯЛ ҺӘМ ТОРМОШ

Йыл артынан үткән йылдарҙы Мөмкин түгел тиңләү үҙ-ара, Былтыр хыял тигән уйҙарҙы Быйыл тормош эшкә уҙғара.

Октябрҙең ҡайнар тамыры менән Тормош тамыры тибә, ашҡына, Бөгөн илдең бөйөк аҙымы менән Һәр бер ҡаршы килгән таш һына.

Беҙ түгелбеҙ бөгөн буш боғаҙҙан Төтөн тауын өйгән оратор.

1 Ләғнәт — ҡарғыш, ҡәһәр.

7


Мөрйәләрҙән сыҡҡан төтөн, газдан, Күрәһегеҙме, тыуа трактор.

Кисә ат тояғы тайған ерҙә Бөгөн машиналар һыҙғыра,

Кисә аҡ айыуҙар йөрөгән ерҙә Бөгөн «Седов» боҙҙар ҡыҙыра.

Дөйә үтә алмаған ҡом сахрала Паровоздар бөгөн юл яра,

Хыял кибеп етмәй ҡарала,

Тормош уны эшкә уҙғара.

1929


БӘЛӘКӘЙ ҠОТОШ



I

Завод мөрйәләре таңғы гудоктарын ҡысҡыртҡанда, таң яҡтылығы, ҡараңғылыҡты телгеләп, күк йөҙөнә һуҙыла башлаған мәлдәрҙә, атайым һалмаҡ ҡына кейенә лә, төрөпкәһен тоҡандырып, ишектән сыға; әсәйем, бәләкәй шәм яндырып, иҫке-моҫҡоларҙы ямарға тотона ине. Был мәлдәрҙә мин күберәк ваҡыт йоҡлап ҡала торған булһам да, ҡайһы бер уяу ятҡан көндәрем хәтеремдә бик ныҡ урынлашып ҡалғандар.

Башҡа саҡтарҙа, йоҡонан торғас та, әсәйем минең тамағымды туйҙыра, унан һуң күрше Ғәләүҙәргә ҡалдыра ла, ҡултығына әллә ниндәй төйөнсөктәр ҡыҫтырып, ҡайҙалыр сығып китә торғайны. Баҫҡыстар менән түбән төшкән беҙҙең подвал ишегендә көндәр буйы йоҙаҡ эленеп тора, ә мин көндө Ғәләү ағайҙарҙа йәки урамда йөрөп уҙғара инем. Әсәйем күп ваҡыт ҡараңғы төшкәс кенә ҡайта. Ҡайһы ваҡытта ул миңә тәмле икмәк һыныҡтары йәки бәлеш киҫәктәре алып ҡайтҡылай. Шуға күрә лә мин әсәйемдең ҡайтыуын, ишектәге йоҙаҡтың шалтырауын сабырһыҙлыҡ менән көтөп ала торғайным. Атайым ҡайтҡан саҡта инде мин һөр ваҡыт йоҡола булам. Шул сәбәпле уның өйгө ни рәүешле ҡайтып инеүен һис тә хәтерләй алмайым.

II



Мин бер көн йоҡонан торғанда, атайым, һикелә аяҡтарын һалындырып, иҙеүҙәрен ысҡындырып, төрөпкәһен тартып ултыра ине. Ғәҙәттә, ул байрам көндәрендә лә өйҙә булмай торғайны. Уның бөгөн өйҙә булыуы бик мәрәкә тойолдо. Мин, шым ғына барып, уның эргәһенә ултырҙым да төрөпкәһенән төрөлөп-төрөлөп сыҡҡан төтөндәргә ҡараным, унан һуң йөҙөнә күҙ төшөрҙөм. Уның эскәрәк батып торған ҡыҫыҡ ҡара күҙҙәрендә, йыйырсыҡланып торған йөҙөндә әллә ниндәй үҙгәреш бар ине. Биттәрендә, күҙ төптәрендә йыйырсыҡтар ҙа, бүтән көндәргә ҡарағанда, күберәк күренә ине. Мин уның

9




йөҙөнә оҙаҡ ҡарай алманым. Йәһәт кенә күҙемде алдым да әсәйем янына бармаҡсы булдым. Ул мейес эргәһендә әллә нәмәкәй ҡыҙҙырып, бешереп маташа ине.

Эсәйем эш араһында, атайыма ҡарамайынса ғына:

  • Старшылар менән үҙең боҙолошҡанһыңдыр әле, — тине.

Атайым быға ҡаршы яуап та ҡайтарманы, ауыҙ эсенән

генә мығырлап ҡуйҙы. Уның һүҙҙәре әсәйемә лә, миңә лә ишетелмәне. Эсәйем дә башҡа һүҙ ҡайтарып әйтмәне.

Ул көн, ашап-эскәс тә, әсәйем, көндәге ғәҙәте буйынса, сығып китте. Атайым менән беҙ икәү өйҙә ҡалдыҡ.

III



Иртәгеһен атайым әллә ниндәй асыулы төҫ менән ҡайтып инде. Уның ундай ҡиәфәттә ҡайтыуын беренсе тапҡыр күрҙем мин: уның күҙҙәре ҡаймаҡланған, кәүҙәһе ҡалтырай, урыҫ- салап әллә кемдәрҙе һүгә, ҙур ҡаты ҡулдары менән өҫтәлгә һуғып:

  • «Ун һигеҙ йыл мастер булып эшләгән» тиҙәр. Неправда!.. Бөгөн булмаһа, иртәгә боғаҙығыҙҙан алырбыҙ, — тип кемдәрҙелер әрләй. Эсәйем бер ишек төбөнә бара, бер тәҙрәнән барып ҡарай, бер атайым янына килә, уны көйләй ине.

Күп тә үтмәне, атайым менән бергә бер заводта эшләй торған бер ағай килеп инде. Ул да атайымдың ҡыланышына ҡарап торҙо ла, эскәмйәгә ултырҙы, яйлап ҡына тәмәке төрҙө. Тәмәкеһен тоҡандырғас, атайыма:

  • Ҡайғырма, Ҡотош ағай. Беспокоиться нечего... Эш табылмаҫ, тип беләһеңме ни? Бында булмаһа, шахтаға китербеҙ, — тине һәм иҙән буйынса ҡыҙыу-ҡыҙыу йөрөй башланы. Атайым ҡапыл ғына тынды ла, өҫтәл мөйөшөнә ҡарап, уйға ҡалды.

Шунан һуң ғына мин атайымдың заводтан ҡыуылғанын белдем.

IV

Мин бер көн йоҡонан торғанда, атайым да, әсәйем дә өйҙә юҡ ине. Миңә был күренеш бик яманһыу тойолдо. Ары һуғылдым, бире һуғылдым, ишеккә барҙым — асылманы: тыштан йоҙаҡ һалынған икән. Ишектәге йоҙаҡтың шалтырауы асыуымды килтерҙе. Уның асылмауын белә тороп, тағы тарттым, ныҡ көсәнеп тарттым. Йоҙаҡтың ҡаты шалтырауы мине үсекләгән төҫлө булды, күңелем тулып китте, күҙгә ҡапыл килеп тығылған йәштәрҙе тыя алманым, үксәләрҙе һике йөҙлөгөнә бәреп, тоҡтомалға аҡырып-аҡырып илай башланым. Бик оҙаҡ иланым. Ләкин минең тауышымды бер кем дә ишетмәне, бер кем дә килмәне.

10




Шулай бик оҙаҡ илап тынғандан һуң, подвалдан йортҡа ҡараған тәҙрә төбөнә килдем. Ьандыҡҡа баҫып, тышҡа ҡарай башланым, тышта һибәләп ямғыр яуа, йорттағы соҡор-саҡырға һыу йыйылған. Беҙҙең тәҙрәнең яртыһынан юғары торған асфальт буйлап тәҙрә төбөнә һыу ағып төшә. Йортта ике ломовой извозчиктың егеүле аттары тора. Ике сәпсек балаһы, ямғырҙан ҡасып, беҙҙең тәҙрә төбөнә килеп ҡунды. Э мин уларҙы ҡурҡытып осороп ебәрҙем. Мин уларҙы тағы ла килмәҫме икән тип көтһәм дә, кире килмәнеләр.

Кискә ҡарай ямғыр шәбәйгәндән-шәбәйҙе. Тимер түбәләргә, таштарға, асфальттарға, тәҙрәләргә шыбырлап бәрелгән ямғыр тамсылары мине бәүеткән шикелле тойолдо: ҡапыл бөтә кәүҙәмде ауырлыҡ баҫты, күҙҙәрем йомола башланы. Бөршәйеп кенә һандыҡ өҫтөнә яттым. Бер аҙҙан һуң сәңгелдәктә бәүелеп киткән һымаҡ булдым. Шул бәүелеү араһында, ямғыр тауышын тыңлап, йоҡоға киткәнмен.

V

Эсәйем мине уятҡанда, төн ине. Миңә таң кеүек тойолдо. Ул, минең башымдан һыйпап:

  • Һуңғарып киттем шул, асығып, илап бөткәнһеңдер инде, балаҡайым, —- тип, ситкә ҡарап, күҙҙәрен һөртөп алды. Минең тәнем бик ауырайған төҫлө ине. Аҡрын ғына һандыҡ өҫтөнән төштөм дә һикегә килдем. Эсәйем алдыма ике һыныҡ күмәс менән бер стакан һөт ҡуйҙы. Ҡапҡан күмәс ауыҙымда кәлгә әйләнде. Тәмен белер өсөн, бик ҡаты сәйнәргә керештем, яңаҡ һөйәге сатнап киткән төҫлө булды, ҡолаҡтарым геүләп китте. Күмәс валсыҡтары теш төптәренә һылашты, тамаҡҡа ҡоро көл тәмдәре йүгерҙе. Мин әсәйемә:

  • Башым ауырта бит!.. — тинем. Ул ҡалтыранып һалҡын ҡулдары менән башымды баҫып ҡараны ла:

  • Ауырыйһыңмы әллә, балаҡайым? Башың ут кеүек ҡыҙыу бит, — тине.

Һикенең бер мөйөшөнә йәһәт кенә урын йәйҙе лә атайымдың майлы бишмәтен өҫтөмә япты. Мин, бер аҙ ятҡас, үҙемде түбәлә шикелле күрҙем:

  • Йығылдым, йығылдым!.. — тип ҡысҡырып ебәрҙем, тәндә әллә ниндәй уттар йүгергән һымаҡ булды, ул тағы һалҡын менән аралашты. Өшөп киткән төҫлө булдым. Шунан һуң үҙемде ҙур ҡалын тәгәрмәстәр араһында күрҙем, шулар араһында атайым да әллә ни эшләп йөрөй. Ул тәгәрмәстәр минең өҫкә киләләр. Мин, уларҙан ҡурҡып:

  • Тапайҙар!.. Мине тапайҙар!.. — тип атайыма ҡысҡырам. Ул мине ишетмәй, башын түбән һалып, һаман эшләй бирә. Мин һаман ҡысҡырам: «Тапайҙар мине!.. Тапайҙар!..»

11




Унан һуң күҙ алдым томанға әйләнде, тәндәрем ауырайҙы. Тар ҡабыҡ әрйәлә ятҡан кеүек булдым.

Мин иртә менән баш ҡалҡытҡанда, әсәйем һаман минең баш осомда ултыра ине. Мәғүзә әбей ингәс, әсәйем:

  • Бөгөн төнө буйы Апушым ауырып сыҡты. Шуның эргәһендә ултырып, керпек тә ҡаҡҡаным юҡ әле, — тине. Был һүҙҙәр минең ҡолағыма тоноҡ ҡына булып ишетелделәр. Ләкин улар миндә һис бер тәьҫир ҡалдырманылар, юрғанға һөйләгән кеүек тойолдолар. Шул ваҡыт әллә ниңә атайымды күргем килде: «Әсәй, атайым ҡайҙа?» — тинем. Ул миңә яуап ҡайтарманы. Башын икенсе яҡҡа борҙо ла, кисәге шикелле, күҙҙәрен һөртөп алды. Әсәйемдең был ҡыланышына Мәғүзә әбейҙең төҫө үҙгәрҙе. «Әсәһе ризыҡтары шундалыр шул, балаҡайым», — тине. Минең башым ул һүҙҙәргә мәғәнә бирә алманы. Башым тағы ла сатнап китте, тәнде тағы ҡыҙыулыҡ ҡапланы, тағы түбәгә мендем, тағы тәгәрмәстәр араһына ҡыҫылдым, тағы ҡысҡырҙым, тағы әсәйемде баш осонда күрҙем...

Мин ауырый инем.

VI



Мин терелгәйнем инде. Әсәйем әллә ҡайҙан ашығып ҡайтты ла:

  • Күсенәбеҙ, балаҡайым, — тине. Мин аптырап ҡалдым. Ҡайҙа күсенәбеҙ?.. Ниңә күсенәбеҙ?.. Атайым өйҙә юҡ, ә әсәйем менән беҙ икәү күсенәбеҙ, имеш!.. Мин шул һорауҙарға яуап ҡайтарып бөтә алманым, әсәйем йыйына ла башланы.

Иҫке бишмәтемде кейеп, тышҡа сыҡҡанда, бөтә әйберҙәр бәләкәй арбаға тейәлеп ҡуйылғайны. Әсәйем теге мин өҫтөндә йоҡлай торған ҙур һандыҡты ғына һөйрәп тышҡа сығарып маташа ине. Бәләкәй арбаны тартып ҡапҡанан сыҡҡанда, атайым иҫкә төштө, беҙ юҡта ҡайтыр ҙа асыуланыр төҫлө тойолдо.

Урамға сыҡҡас, тротуар эргәһендәге канау буйлап киттек. Башта бәләкәй арба артынан бер ҙә ҡалышмай барһам да, магазин тәҙрәләренән күренеп торған төрлө матур әйберҙәр минең уйҙарымды бөтөнләй башҡа яҡҡа тартып алып киткәндәр, күрәһең, әсәйем, бер тыҡрыҡтан ҡайырылғанда, туҡтап:

  • Апуш!.. Апуш!.. — тип миңә ҡысҡыра ине.

Беҙ ауыр итеп асылған тимер ҡапҡаның бәләкәй ишегенән индек тә, һулға боролоп, бер мунса төҫлө бәләкәй генә тәҙрәле өйгә туҡталдыҡ.

Беҙ килгән йорт Шәмсетдин бай йорто ине.

Әсәйемдең кухарка булып килеүен бер аҙнанан һуң ғына белдем, сөнки мине бында кухарка малайы тип йөрөтәләр ине. Тик әсәйем генә Апуш тип өндәшә торғайны.

12


VII

Бер көн, йорттағы шау-шыуҙы ишетеп, йүгереп сыҡһам, Шәмсетдин байҙың ҡарт ҡатыны әсәйемде әрләп ята:

  • Хәйерсе, аристан бисәһе, беҙгә килгәс кенә тамағың туйҙы бит!..

Эсәйем, был һүҙгә ҡаршы бер һүҙ ҙә өндәшмәй башын түбән һалып, тик кенә тора ине. Мин сыҡҡас:

  • Үксәңде күтәр, малайың менән хәҙер үк тейәнеп сығып кит, күҙемә күренмә, хәйерсе! — тип бармағын янаны ла, ҡыҙыу-ҡыҙыу атлап, коридорға менеп китте.

Мин ҡарап торҙом да әсәйемде барып ҡосаҡланым. Ул, мине ҡосаҡлап алып, үкһеп иларға тотондо.

Бер көн дворник Ғәйнетдин малайын, мине мыҫҡыллаған өсөн, таш менән бәреп илатҡайным. Әсәйемде әрләгән өсөн теге бай ҡатынының да ауыҙына бәрерҙәй булдым, ләкин бәрә алманым. Әллә ниҙән күңелем шикләнде.

Иртәгеһен, тағы тейәнеп, кире теге подвалға ҡайттыҡ. Беҙ ҡайтҡанда, унда ирле-ҡатынлы бер ғаилә тора ине. Ишек төбөнә әйберҙәрҙе ҡуйҙыҡ та мейес эргәһенә урынлаштыҡ. Ҡайтып бер-ике көн торғас та, әсәйем ауырый башланы.

VIII

Беҙҙең фатирҙашыбыҙ Һибәт ағай типографияла хәреф йыйыусы ине. Әсәйем үлгәс тә, ул мине типографияға алып барҙы, ҡулымдан етәкләп контораға алып инде. Унда киң ҡыҙыл битле, йыуан ҡорһаҡлы бер урыҫ менән һөйләште лә мине хәреф йыйыу бүлегенә алып инде. Тегендәге эшселәргә:

  • Бына был теге Ҡотош ағайҙың улы була инде. Ул үҙе Себергә һөрөлдө, бисәһе яңы ғына вафат булды, хәҙер был малайҙың бер кеме лә юҡ, — тине. Реал1 артына баҫҡан кешеләрҙең барыһы ла миңә әйләнеп ҡаранылар. Бер нисәһе, ҡулдарындағы верстаткаларын2 ташлап, беҙҙең янға килделәр ҙә мине әйләндереп алдылар. Бер тәбәнәк кенә ҡара эшсе:

  • Ҡотош малайы, тиген, ә!.. — тип башын сайҡаны ла арҡамдан һыйпап ҡуйҙы. Уның ҡыланышы миңә бик яғымлы тойолдо. Уның муйынына аҫылынып, бөтә эс серемде һөйләгем һәм илағым килде.

Иртәгеһенә, бик иртә тороп, Һибәт ағай менән типографияға киттек. Минең йоҡо ла йүнләп туймағайны. Юл буйынса иҫәңгерәп килдем. Беҙ килеп ингәндә, типографияла эшселәр

1 Реал — типографияла ҡулланыла торған өҫтәл, шкаф.

2 Верстатка — типографияла хәреф йыйғанда ҡулланыла торған инструмент.

13




күп ине. Мине бер мөйөшкә килтерҙеләр ҙә туҙылған хәрефтәрҙе, квадраттарҙы, линейкаларҙы рәтләргә ҡуштылар. Тәүҙә был эш миңә бик ят тойолһа ла, һуңға табан өйрәнеп киттем. Бер урында сәғәттәр буйынса бер ҡуҙғалмай эшләй инем. Таң ҡараңғыһынан төн ҡараңғыһына тиклем минең эш шул туҙылған хәрефтәр өҫтөндә ине. Күп ваҡытта минең эш иртә бөтһә лә, Һибәт ағайҙы көтөп, төнгө сәгәт 10—11-гә тиклем уның эргәһендә болара инем, сөнки фатир бик алыҫ. Миңә яңғыҙ ҡайтыуы ҡурҡыныс, икәү ҡайтыуы күңеллерәк тә була ине.

Мин типография эшселәренә тамам үҙләшеп киттем. Улар мине «Бәләкәй Ҡотош» тип йөрөтәләр.

Бер байрам көндө беҙгә миңә таныш булмаған бер кеше килде. Уның сәстәре оҙон, төҫөнә, йәшенә ҡараганда, һаҡал- мыйыҡтары йөҙөнә бер ҙә ятып бөтмәй, бик мәҙәк кенә тойола ине. Ул, Һибәт агай менән аҙыраҡ һөйләшкәндән һуң:

  • Был Ҡотош ағайҙың малайы буламы ни инде? — тип миңә табан бер һөҙөп ҡарап алды. Был һүҙгә Һибәт ағайҙың йөҙөндә йылмайыу күренде.

  • Мин бит уны үҙ малайым кеүек күрәм, — тине, бер миңә, бер уға ҡарап, теге кешенән яуап көткән шикелле, һүҙһеҙ ҡалды.

Теге кеше тағы ла миңә бер һөҙөп ҡараны ла:

  • Был булдырыр, тиһеңме инде? — тип урындыҡҡа яртылаш ҡырын ятты, бармағы менән һаҡалын тарарға тотондо. Уның күҙҙәре түшәмгә ҡарап торалар ине. Һибәт ағай, өҫтәлгә иңкәйә төшөп:

  • Улмы?.. Улмы?.. — тип һүҙен бөтөрмәҫтән, янсығын алып, тәмәке төрөргә тотондо. Бик ҡыҙыу төрөп, ирене менән уны сылатҡандан һуң, бармағы менән шымартып:

  • Ҡотош малайы тиҙәр уны, — тип тәмәкеһен тоҡандыра башланы. Ул кеше беҙҙән төн урталарында ғына китте.

Бер байрам көндө йортта малайҙар менән бура уйнап йөрөй инек, Һибәт ағай мине саҡырып индерҙе лә бер төргәк ҡагыҙ күрһәтте:

  • Бына һин ошо ҡағыҙҙарҙы ал да, баҡсаға барып, кешенең күп йөрөгән еренә берәм-берәм ташлап кит! — тине.

  • Ул ҡағыҙҙарҙы ниңә унда ташларға? — тинем. Ул:

  • Шаулама, әйткәнде тыңла, унан һуң молодец булырһың һин! — тине.

Мин ҡағыҙҙарҙы ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып барғанда, ҡараңғы төшкән, баҡсаның төрлө урындарында ҙур-ҙур фонарҙар яҡтыртылған, бөтә баҡсаны халыҡ тулҡыны баҫҡайны. Уларҙың әйтеүенсә, был ҡағыҙҙарҙы аҙлап-аҙлап эскәмйә аҫтында ҡалдырырға, ҡалғандарын урам мөйөштәренә ырғытып китергә ине. Мин быларҙы бер нисә минут эсендә таратып бөттөм. Мин ҡайтырға әйләнгәндә, таратылған йәшелле-ҡы- ҙыллы бәләкәй ҡағыҙ киҫәктәре бик күп кешеләрҙең ҡулда-

14


рында күренә ине. Ул арала полицейскийҙар йүгергеләй башланы. Мин, быларҙы күреү менән, баҡсанан тиҙ генә сығып тайҙым. Ҡалған ҡағыҙҙарҙы бер ҡараңғы мөйөштә ырғытып ҡалдырҙым. Ҡайтып, подвалға ингәндә, әлеге мыйыҡлы, һаҡаллы кеше менән Һибәт ағай баҫҡыс төбөндә мине ҡосаҡлап ҡаршы алдылар.

  • Вот молодец, действительно, Ҡотоштоң копияһы икән! — тип мине күтәреп өйгә индерҙеләр.

IX

Немецтар менән Рәсәй батшаһы араһындағы һуғыштың иң ҡыҙған миҙгелдәре ине. Теге мыйыҡ-һаҡал тағып йөрөүсе Бәҙри ағай менән дә беҙ күптән дуҫлашып алғайныҡ инде, сөнки мин уларҙың күп йомоштарын башҡара, күп ҡағыҙҙарын тарата инем. Хатта типографиянан хәрефтәр ташыу, заводтарға барып, йәшерен прокламация таратыу кеүек ҡыйын эштәрҙе лә өҫтөмә алған саҡтарым була ине. Шул арҡала эшселәр биҫтәһендә мине белмәгән бер кеше лә юҡ ине. Ҡайҙа ғына барһам да, мине аулаҡ мөйөштәргә алып китәләр, бөтә яңылыҡтарҙы, справкаларҙы минән алалар ине. Шундай йомоштар арҡаһында бер-ике көн мин хеҙмәткә бара алманым. Шуның өсөн теге ҡыҙыл битле йыуан кеше, саҡырып, миңә расчет бирҙе: типографиянан сығарылдым. Был миңә бик ҡыйын булды. Өйрәнгән эштән бер ҙә айырылып торғом килмәне, бер аҙнанан һуң Һибәт ағай мине газета идаралығына алып барҙы. Унда бер ябыҡ ҡына һары йөҙлө, шаҙра кеше менән һөйләшеп, миңә бер нисә номер газета алып бирҙе:

  • Шуны һатып бөтөр ҙә аҡсаһын килтереп бир, унан һуң тағы газеталар алып һатырһың! — тине, һәм шулай эшләнем дә. Хәҙер инде таң ҡараңғыһынан барып, редакция тупһаһына баҫам да уның асылыуын көтәм, газеталар алам да, өйгә ҡайтып, тамаҡ ялғайым. Ҡала тормошо уяна башлағанда инде, мин ҙур урам мөйөшөндә: «Яңы хәбәр, бөгөнғө номер!» — тип ҡысҡыра башлайым. Бәҙри ағайҙың йомошо ла ҡалмай, уның да ҡағыҙҙарын төрлө урынға ташыйым һәм таратам.

Кисен ҡала араһында бөтә газетасы малайҙар шаулатып газета һаталар. Мин дә, уларҙан ҡалышмайым тип, йәһәтерәк урамға йүгерәм.

  • Яңы хәбәр!

  • Яңы хәбәр!

  • Беҙҙә ҙур уңышлыҡ!

  • Беҙҙең ғәскәр Перемышль ҡалаһын алған!

  • Дошмандар окоптарын ташлап ҡасалар!

Урамдың бөтә ерендә шул тауыш ҡабатлана. Мин үҙ газе- таларым менән әллә ниндәй ят кейемдәр кейгән, эшләпәле,

15




күҙлекле, кәкре таяҡлы кешеләр менән ҡамалғайным. Бер яҡтан ҡулға аҡсаны бирәләр, икенсе яҡтан газеталарым һыпырылып сығып торалар ине. Ҡулымдағы газеталарым бер нисә минут эсендә һатылып бөттө, мин тағы редакцияға «Вечерняя газета» алырға саптым. Ҡултығыма әллә ни тиклем газета ҡыҫтырып, йүгереп килә ятҡанда, әлеге Бәҙри ағай осраны, мине ҡараңғы мөйөшкә алып китеп, бер төргәк газета бирҙе.

  • Бар, тарат! — тине. Мин аптырап ҡалдым. Уны ҡалай таратыу тураһында түгел, әлбиттә, сөнки Бәҙри ағайҙар публичный урындарға прокламация таратыуҙы күптән туҡтатҡайнылар. Мин шунан бирле эшселәр араһында ғына йөрөтә инем. Унан һуң Бәҙри ағай үҙе лә:

  • Хәҙергә ундай публичный урындарға прокламация таратыуҙың файҙаһы юҡ, — тигәйне, бөгөн килеп, ниңәлер тағы шулай таратырға ҡушалар. Бына мин шуға аптырап ҡалғайным.

Билдәле, Бәҙри ағай менән ул турала ҡарышып тороп булмай, ул инде теҙгенде бик ҡыҫҡа тота:

  • Бар, тарат! — Уның шунан башҡа һүҙе юҡ. Ул шуны гына әйтте лә китте.

Мин театр алдына килеп етеү менән, газетаны һырып алдылар. Уның ҡалай һатылып бөтөүен дә тойманым, кеҫәгә әллә ни тиклем баҡыр аҡса йыйылды. Бәҙри ағайҙың биргән төргәге ҡулымда һерәйеп торҙо ла ҡалды.

«Быларҙы ни эшләтергә, ҡалай итеп таратырға?» — Мине шул уй солғап алды. Мин бәғзе ваҡыттарҙа театр Кассаһынан иртәгә буласаҡ спектаклдәрҙең листовкаларын алып тарата торғайным. Бына шул хәтергә килде лә йүгереп, кассаға барҙым. Касса алды тулы халыҡ, ҡойроҡ булып, сиратҡа теҙелгәндәр. Уларҙың ҡултыҡ аҫтарынан йырып, кассаға килдем.

  • Листовкалар бөттө инде, — тиҙәр.

  • Ҡалғандыр әле шунда, — тинем. Беләһең бит, ул артист халҡы бик хәйләкәр була, улар буш тараттырыу йәки аҙ хаҡ биреү яғын ҡарайҙар. Мин инде ҡарап торманым, бар тикле- мен һорап алдым. Уныһы булыуын булды, ләкин бит ҡулдағы төргәккә ҡарағанда листовкалар аҙыраҡ булып сыҡты. Листовкалар күберәк булһа, таратыуы күңеллерәк була!

«Тәүәккәлләнем!» — тип эстән генә һөйләндем дә халыҡтың иң тығыҙ ерендә, теге төргәкте ҡағыҙҙар менән аралаштырып, листовкаларҙы өләшә, тарата башланым. Бер нисә минут эсендә минең таратҡан ҡағыҙҙар менән бөтә халыҡтың ҡулы сыбарланғайны. Эш бөтөү менән, йәһәтерәк ишеккә ынтылдым. Шул ваҡыт мине бер ҡаты ҡул ҡыҫып тотоп алды. Ҡараһам, полицейский ине.

16


  • Стоп, мальчик! — тине. Минең тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Һис бер һүҙһеҙ генә ысҡынырға тартылһам да — булманы. Бындай хәл минең үҙ ғүмеремдә беренсе тапҡыр ине.

Ул мине елтерәтеп бер бүлмәгә алып килде. Минең аяҡтар ергә лә теймәй баралар ине. Ингәс:

  • Ни таратаһың һин? — тине. Уның күҙҙәре миңә бик ҙур булып күренде. Уның оҙон мыйығы аҫтында ҡалтыранған ирендәре мине тағы ҡурҡыта төштөләр: минең бөтә тәнем ҡалтырай башланы.

Ҡаушап ҡына: «Листовкалар...» — тинем. Теге прокламацияның береһен күрһәтте:

  • Был нимә? — тине. Минең яңаҡҡа сабып та ебәрҙе. Минең күҙемдән уттар күренде. Ул минутта минең күҙемә полицейскийҙың шпорлы аяҡтары ғына күренәләр ине. Мине тағы, һөйрәп, өҫтәл эргәһенә алып килде:

  • Был нимә? — тине.

Мин ҡағыҙға оҙаҡ ҡарап торҙом да:

  • Листовка, — тинем.

  • Кем бирҙе?

  • Кассир.

  • Кассир?..

Шулай тине лә, мине ҡалдырып, сығып китте. Тыштан ишек шалтырап бикләнде. Мин айнып етә алманым, теге полицейский менән кассир инделәр. Минең яңаҡтар ут шикелле яна, аяҡтар ҡалтырай ине. Прокламацияны кассирға күрһәтте:

  • Быларҙы һин бирҙеңме? — тине. Кассир, текләп ҡарап, күҙ йөрөттө лә:

  • Юҡ, һис... — тине, йөҙө ап-аҡ ҡағыҙ шикелле булды, миңә ҡарап аптырап ҡалды.

Бер нисә минуттан беҙ часта булдыҡ. Улар минән күп һорашып торманылар, исем-фамилиямды, адресымды яҙҙылар ҙа ҡайтарып ебәрҙеләр. Мин частан сыҡтым да туп-тура өйгә йүгерҙем. Мин бер ҡараңғы урамдың тыҡрығынан өйләнгәндә, артымдан ҡара халатлы бер кеше ҡыҙыу-ҡыҙыу атлай ине.

X

Мин, ҡайтып, ишекте тиҙ генә асып ингәндә, Бәҙри ағай менән Һибәт ағай әллә ниндәй ҡағыҙҙар аҡтарып ултыралар ине.

  • Эш насар, һиҙҙеләр!.. — тип урталарына атылдым. Бәҙри ағай:

  • Ниңә тура бында ҡайттың? — тип минең муйынымдан тотоп һелкетте лә таратып ташлаған ҡағыҙҙарын тиҙ генә йыйып мейескә ырғыта башланы. Һибәт ағай ут төртөп мата-

17


ша ине. Минең башымдан: «Ниңә тура бында ҡайттым

икән?» — тигән уй йүгерҙе, бөтә тәнем ҡалтырай ине. Шул арала берәү килеп, ишек ҡаҡты, урыҫсалап:

  • Асығыҙ! — тине. Әллә ниндәй ҡарлыҡҡан, иләмһеҙ бер тауыш ине. Бәҙри ағайҙар бер урында ҡатып ҡалдылар.

  • Ни эшләргә, ҡайҙа барырға? — Мин бер мөйөшкә һыйындым. Шул ваҡыт Бәҙри ағайҙың йөҙөндә әллә ниндәй бер ҡурҡыныслы асыу уйнай ине. Ул, барып, Һибәт ағайҙы тотто ла ҡолағына ғына: «Ни булһа ла булһын, асырға кәрәк. Бөтә ғәйепте мин үҙ әҫтәмә алам, тик комитеттың ҡайҙалығын ғына белдермәгеҙ!» — тине. Әллә ниндәй көс менән ишек келәһенә йәбеште лә шатырлатып асып ебәрҙе. Йәшен тиҙлеге менән халатлы өс кеше килеп инде...

Төн уртаһында барыбыҙ ҙа жандармский управлениела инек.

XI



Сәрби еңгәм шул төндә үк ҡайтып китте. Мине бер аҙ торғандан һуң сығарҙылар.

Һибәт ағайҙы порукаға алдылар. Бәҙри ағай ҡайҙалыр оҙатылды.

Был ваҡиғанан һуң беҙҙең тормош кәртәләнде: миңә газета һатырға рөхсәт итмәнеләр. Һибәт ағай матбағанан1 ҡыуылды — бер ҡайҙан да килер ер юҡ, көнө буйы өйҙә ултырабыҙ. Мин бер нисә тапҡыр идараға барып ҡараным. Икенсе тапҡыр ундай эш эшләмәм тип ялынып та ҡараным — булманы. Башҡа кешеләр ҙә беҙгә килмәй башланылар. Ашарға аҙыҡ та бөттө, аҡса ла юҡ. Сәрби еңгәм генә, байҙарға барып эш эшләп, кер йыуып, бер аҙ ашарға тапҡан була. Өс дастуйын кешегә уның тапҡаны гына, билдәле, етмәй, Һибәт ағай, эш эҙләп, ҡаланың аҫтын-өҫтөн ҡалдырманы, ләкин эш таба алманы. Ауылға китергә уйлашһаҡ та — булманы. Сөнки уға ҡаланан сығырға рөхсәт бирелмәй. Бер көн Һибәт ағай:

  • Былай булһа, эш насар. Һеҙ икәү ауылға китегеҙ. Сәр- биҙең һәнәре бар. Йәй көнө ураҡ урырһығыҙ, ҡара эш эшләрһегеҙ, ҡыш булһа, ваҡ-төйәк эш менән шөғөлләнерһегеҙ, шунда мине лә онотмаҫһығыҙ, — тине.

Июнь урталары ине. Бәләкәй арбаға әйберҙәрҙе тейәп, сәйнүкте билгә тағып, Сәрби еңгәм менән йәйәүләп сығып киттек. Шул саҡта әсәйем менән Шәмсетдин бай йортона күскән ваҡыттар күҙ алдыма килде. Сәрби еңгәмдең йөҙө лә, әсәйемдең шул ваҡыттағы йөҙө төҫлө, ҡайғылы һәм моңһоу ине.

1

Достарыңызбен бөлісу:
  1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   21




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет