Самими — саф, асыҡ күңелле, ихлас.
151
ҡотора, шаша, шаулай ҙа барыбыҙ ҙа белә торған бер һалдат йырын башлап ебәрә.
-
Әйҙә күтәрегеҙ, күтәрегеҙ! — Үҙе бас менән һуҙа башлай. Беҙ бөтәбеҙ ҙә ҡушылабыҙ. Ул йыр аҙагында барыбыҙ ҙа бер настроение аҫтында тәмәке тартырға башлайбыҙ.
Висла буйында беҙҙең көндәр шулай үтәләр ине. Куғыш яҡыная башланы. Беҙҙең ғәскәрҙәр һаман сигенәләр, немецтар беҙҙе Варшаваға ҡыҫалар. Беҙҙең полк ашығыс рәүештә арттағы позицияға урынлашты. Алда беҙҙең артҡа сигә торған ғәскәрҙәр булһа ла, беҙ бөтә боевой әҙерлек менән немец ғәскәрен көтә башланыҡ. Немецтарҙың тимер юлдан ата торған дальнобойный туптары беҙҙең арҡыры Висла күперҙәренә, крепостарға аталар. Әллә ҡайҙан шаулап килгән ауыр снарядтар, беҙҙән дүрт-биш саҡрым уҙып төшөп, һауаға көслө ҡойондар аҡтаралар. Крепостар, йөн кеүек тетелеп, һауаға күтәреләләр.
Бөтә фронт буйынса тревогалы хәл тыуҙы, ғәскәрҙәр тәртипһеҙ рәүештә сигенә башланылар. Ниндәй частың ҡайҙа барғанын белер хәл юҡ. Алдағы беҙҙең ғәскәрҙең ҡайҙа фронт тотҡанын, немец ғәскәрҙәренең ҡайҙан килгәнен белгән әмәл юҡ. Телефон бәйләнешенең рәте киткән. Алғы позициянан да, артта штабтан да ғәскәрҙең ҡалай, ниндәй тәртип менән сиге- неүҙәре тураһында дөрөҫ мәғлүмәт алып булмай, артҡа сигәләр ҙә сигәләр...
Төн булды. Сигенгән ғәскәрҙәр бөтә поляк ауылдарын утҡа тоталар. Йөҙҙәрсә саҡрым буйынса, телдәрен һауаға һуҙып, ауылдар яналар. Уларҙың ҡыҙыллыҡтары, күккә күтәрелеп, ут диңгеҙе кеүек тулҡынланып торалар. Улар араһынан күтәрелгән ракеталар, прожекторҙар нурҙары, төндә ут атылғанда ялҡылдап күренгән уттар ул төнгө пожарҙар араһында барған фажиғәле күренештәрҙе тағы ла көсәйтәләр, тағы ла шомландыралар, гүйә, бөтә донъяны яндырырға, көл итергә килгән, унан һис бер йән эйәһе ҡотолорға мөмкин булмаған янғын кеүек күңелдәргә дәһшәт һалалар. Шул ҡурҡыныстан, үлемдән, янғындан ҡасҡан крәҫтиәндәр, ҡайһылары аттарына нәмәләрен тейәгән хәлдә, ҡайһылары йәйәүләп, таш юлдан ағылалар. Кис кем һөйләшмәй, һәр кем алға ынтыла, тик илаған йәш балаларҙың, уларҙы йыуатҡан әсәләрҙең өҙөк өндәре генә ишетелеп ҡалалар ҙа, туп гөрләүектәре араһында улар күме- ләләр.
Таш юлдан өҙлөкһөҙ обоздар, санитар арбалары, артиллериялар үтәләр. Уларҙы эргәләп ниндәйҙер һалдат колонналары киләләр. Улар артынан түбән генә күтәрелгән, ниндәйҙер батарея арбаһына тағылған аэростат килә. Күрәһең, ул төндә дошмандың килеүен күҙәтеп барырға уйлай. Ул тирәлә шау-шыу күп, уны тиҙ генә төшөрөп шиңдерәләр, тағы юлдарында дауам итәләр. Беҙ ятҡан позицияның рәте китте. Беҙҙең окоптар арҡыры үткән ғәскәри частар беҙҙән көлөп үтәләр:
152
-
Бында ни һаҡлап ятаһығыҙ? Беҙҙең менән һуғышырғамы? Барығыҙ, барығыҙ, алғараҡ барығыҙ! — тиҙәр. Беҙҙең һалдаттар ғәрләнәләр. Улар араһында асыу ҡуҙғала:
-
Беҙ бында ни эшләп ятабыҙ? — тип тауышланалар. Ләкин тауышланыу бушҡа китте. Беҙгә лә шунда уҡ сигенергә бойороҡ булды. Беҙгә тәртип менән сигенергә приказ булһа ла, беҙ уларҙы тыңламаныҡ. Варшаваға китә торған таш юл буйынса, обоздар теҙмәһе эргәһенән колонна менән сигенә башланыҡ. Беҙҙең алда өс ҙур пожар күтәрелде. Улар — немецтарҙың ауыр туптарынан сыҡҡан янғындар. Улар Варшава тирәһендә яналар. Беҙҙең алдағы янғындар беҙгә ҡурҡыныс бирәләр. Сөнки хәҙер артҡа сиккән һайын ҡурҡыныс. Немецтар еңел батареянан беҙҙең артҡа сиккән колонналарға һирәк аталар. Мылтыҡ, пулемет тауыштары бөтөнләй ишетелмәһә, беҙҙекеләр бөтөнләй атмайҙар. Э немецтар өҙлөкһөҙ рәүештә ауыр снарядтарҙы беҙҙән аша, беҙҙән алға аталар. Э беҙ хәҙер шул йүнәлешкә табан барабыҙ.
Алдағы ҡурҡынысты уйлап барғанда, көтмәгәндә немец снарядтары беҙ бара торған таш юл буйына төшә башланылар. Бер снаряд өс парлы батарея аттары эргәһенә төшөп ярылды. Ул аттар снаряд көстәре менән юл ситенә ырғытылдылар. Береһе ҡорһағы тишелгән көйөнсә, үрһәләнеп, кире батарея өҫтөнә менеп китте. Сыйылдап, шунда тулай башланы.
Беҙ тиҙерәк цепҡа таралдыҡ. Юл буйҙарынан ситкә китеп, ямдарға, канауҙарға, ашлыҡ араһына һибелдек. Тимер юлдағы обоздар, артиллерия парктары паникаға төштөләр. Улар ҙа, ҡырға һибелеп, төрлөһө төрлө яҡҡа саба башланылар. Бөтә урында башбаштаҡлыҡ китте. Төйөндәрен елкәләренә күтәргән ҡасаҡ крәҫтиәндәр, балаларын күтәргән ҡатындар, һис бер урынға йәшеренмәйенсә, ашлыҡ араларынан үҙҙәре теләгән яҡҡа йүгерәләр. Һалдаттар: «Канауға йәшеренегеҙ!» — тип
ҡысҡырһалар ҙа ишетмәйҙәр, тыңламайҙар, аҡылдан шашып йүгереүҙәрен беләләр; һалдаттарҙың кәңәштәренә ҡаршы бер крәҫтиән былай яуап ҡайтара:
-
Канауҙа ҡалырға беҙҙә ҡорал юҡ бит. Беҙгә ҡотолорға кәрәк, — ти. Бер урында һалдаттар снаряд ярсығы менән яраланған бер крәҫтиәндең яраһын бәйләйҙәр. Ул үкереп илай, зарын һөйләй:
-
Минең ҡатыным, балаларым ни эшләй инде, улар ҡайҙа баралар инде! Тиҙерәк булығыҙ! Тиҙерәк бәйләгеҙ! Мин уларҙы эҙләп табам! — ти. Ьалдаттар йыуаталар, ҡан күп аҡһа, үҙенә яман буласағын аңлаталар, ул уларҙы тыңламай, һаман да үҙенең һүҙҙәрен ҡабатлай, аҡырып-баҡырып илай.
Таңға табан немецтар атыуҙан туҡтанылар. Тик алыҫта- алыҫта ҡыҙыл уттар араһында мылтыҡ, пулемет тауыштары ҡапыл күтәреләләр ҙә тағы ла баҫылалар. Беҙ ҡуҙғалдыҡ. Варшаваға йүнәлдек. Беҙҙең полк юл буйлап, шпалдар, рельстар
153
өҫтөнән бара, бер генә поезд да йөрөмәй, тимер юлда бөтә хәрәкәт туҡталған. Тик фонарҙар тотҡан тимер юл эшселәре генә һирәк-мирәк күренәләр. Беҙ Варшаваға ингәс, вокзалға етерҙән алда, бер бронепоезд уҙҙы. Беҙ, юлдарҙың ситенә таралып, уға юл бирҙек. Рельстар буйлап юлдарҙы дауам иттерҙек.
Беҙ Варшава ҡалаһы эсендәге Николай II исемендәге ҙур күперҙән Висла арҡыры сыҡҡанда, таң яҡтырғайны. Ҡалаға ингәс, беҙҙе бер тар урамға индереп, шунда теҙеп ҡуйҙылар. Шаулашырға, ул урамдан кеше үткәрергә ҡушманылар. Беҙ, торған еребеҙҙә тәмәке тартып, урамда ултырып хәл йыйып, яңы приказ көтә башланыҡ. Таралмаҫҡа тигән приказ булыуға ҡарамаҫтан, һалдаттар, берәм-һәрәм китеп, иртә асылған ваҡ лавкаларҙан папирос, печенье, колбаса, вобла алып килә башланылар.
Йәйге ҡояш сыҡмаған әле, ҡала халҡы уянған инде. Бәлки, улар, ҡалаға немец ғәскәре яҡынайыу менән, төндә йоҡламағандарҙыр, тревога үткәргәндәрҙер, уныһы беҙгә билдәле түгел. Күп өй эҫтәрендә электр яҡтылары бар. Күп тәҙрәләр асылалар ҙа кире ябылалар, күп баштар тәҙрәнән тышҡа һуҙылалар ҙа кире алыналар. Урамда халыҡтар юҡ, өйҙәрҙә тапмалы хәрәкәттәр бара.
Ваҡ һатыусыларҙың ҡаланың шундай хәлендә, көндөң иртәлегендә эштәре юҡ. Улар, төнгө ҡандалалар кеүек, ярыҡ-ти- шектәрҙән, ҡапҡа арттарынан, подвал тәҙрәләренән, кескәй ишектәрҙән нәмәләрен сығарып, һалдаттарға тәҡдим итәләр, баштарын сығарып ҡысҡыралар, ҡайһы берҙәре, шинель кейеп, шуның итәгенә, кеҫәләренә нәмәләрен йәшереп, һалдаттар араһына инәләр, теттереп һатыу итәләр, бер аҙҙан йылы пирожныйҙар, вафлялар сығара башланылар. Ул тауарҙар һатыусылар өсөн файҙалы булманылар, һалдаттар, төрлө яҡтан һырып алып, уларҙы тиҙ бушаттылар, һалдаттарҙың ҡайһыһынан аҡса алырға белмәй аптырап, өҙгөләнеп йөрөп, кире өйҙәренә инеп юғалдылар.
Ҡояш сығып, бер аҙ күтәрелгәс, урамдарҙағы патрулдәр алынды. Ҡала эсендә хәрәкәт башланды. Ҡаланың хөкүмәт учреждениелары күптән сығып киткәндәр, фәҡәт хәрби частар ғына ҡалғандар. Ҡайһы бер вольный халыҡтар, сауҙагәрҙәр, чиновниктар ғаиләләре ҡаланан сығалар. Ә ҡаланың ҡалған өлөшө, һис һуғыш булмаған, немецтарҙы көтмәгән кеүек, магазиндарын асып сауҙа итергә, үҙ эштәре менән ҡайнашырға башланылар. Был хәл һалдаттарға тарҡаулыҡ индерҙе: улар асыҡ магазиндарға, лавкаларға йүгерҙеләр, «бер урында торорға» тигән команда ла, приказ да ярҙам итмәне. Беҙҙең бөтә полк буталды. Башбаштаҡлыҡ китте, һалдаттар төрлө магазиндарҙы таларға тотондолар. Команда аптырашта ҡалды, «ҡаланы талаусылар атыуға хөкөм ителәсәктәр» тигән ҡаты приказ
154
дар бик аҙ тәьҫир иттеләр. Беҙҙең рота бер хәрби кейемдәр һатыла торған магазинды таларға керешкән. Унан офицерский итектәр, гимнастерка, салбарҙар, шинелдәр, фуражкалар күтәреп сығалар. Елкәләрендәге мешоктарына ҡиммәтле папиростар, сигаралар тултыралар. Беҙҙең һалдаттар талап туйҙылар. Төш алдында ғына урындарына йыйыла башланылар. Һаман да бөтә һалдат йыйылып бөткәне юҡ әле. Шуға ҡарамаҫтан, беҙҙе стройға теҙеп, ҡала уртаһынан ҙур урамдар менән алып киттеләр. Беҙҙе бик ҡыҙыу атлаталар, һис бер урынға туҡтатмайҙар, һыбайлы жандармдар килеп еттеләр ҙә беҙҙең колонналарҙы тирәләп бара башланылар. Урам ҡыҙыу, бөркөү, һалдаттарҙа йөк ауыр, береһе лә таланған ғәнимәтте ташламай, елкәләренә күтәреп, ҡултыҡтарына ҡыҫтырып, ҡулдарына тотоп алып баралар. Барыһының да биттәренән шыбырлап тир аға, гимнастерка арҡалары тирҙәргә мансылғандар; һөйләш- мәйҙәр-нитмәйҙәр, һаман ағым ыңғайына алға атлауҙарын беләләр. Беҙ ҡаланан сыҡҡас, атлы жандармдар тороп ҡалдылар, беҙҙе туҡтатмай алып киттеләр. Ҡаланы сыҡҡас, һауа еләҫләнде. Һулыштар бер аҙ иркенләп ҡалдылар. Аҙымдарҙы ла бер аҙ әкренәйттеләр. Стройҙан тауыштар ишетелә башланылар:
-
Тын алырға бирегеҙ!
-
Беҙ салбар балаҡтарына ебәрәйекме ни!
-
Әллә беҙҙе ҡыуалап үлтерергә уйлайһығыҙмы?
-
Ике көн ашаған юҡ, беҙгә тамаҡланырға кәрәк!
-
Туҡтағыҙ! Атламағыҙ!
Тауыштар күбәйгәндән-күбәйҙе, көсәйгәндән-көсәйҙе, бара торғас, һис бер һүҙ аңлашылмай торған йәрминкә шауына әй- ләнде. Полк командиры ат менән колонналар буйынса бер артҡа, бер алға сапты, ул ниндәйҙер команда бирҙе, уны тыңламанылар. Ахырында команда туҡталды. Һалдаттар тышҡа сығыу өсөн юлдың ике яғына таралдылар. Ҡалғандары юлдың ике яҡ ситенә, йәшел үләндәр өҫтөнә һарыҡтар кеүек түшәлделәр. Бөтә колонна буйынса тәмәке тоҡандырылды, тәмәкеләрҙән күтәрелгән күк төтөндәр юл буйына һуҙылдылар.
Һалдаттар ашығып-ашығып Варшаванан алған нәмәләрен бәйләйҙәр, сумкаларына тығыҙлап тултыралар, иҫке ботинкаларҙы ырғытып, яңы матур итектәрҙе кейәләр. Ҡайһы берҙәре, керләнгән салбарҙарҙы һалып, яңы салбар кейеп маташалар. Беҙҙең Байғужа менән Буранбай бөтә сорттан нәмәләр йыйғандар. Уларҙа ҡайсы, бысаҡ, бритваларҙан башлап офицерский шинель, күн тужурка, витринаға ҡуйған погонлы гимнастеркаларға тиклем бар. Улар, нәмәләре күп булғас, беҙгә бүлеп бирҙеләр. Биш кеше күтәргән нәмә бер сейхгаур тиклем булды.
Ҡуҙгалырға команда булды. Һалдаттар һаман ҡуҙғалмайҙар, һаман да нәмәләрен йыйып, төйнәп, рәтләп маташалар. Полк командиры үҙе, аты менән саптырып, команда биреп сыҡты.
155
Шунан һуң ғына әкренләп, тәртипһеҙ рәүештә ҡуҙғала башланылар.
Беҙ, Варшаванан егерме саҡрым киткәс, хәл йыйыр өсөн, бер ауылда туҡталдыҡ. Унда беҙгә обед әҙерләнгәйне. Һалдаттар араһында шундай хәбәр таралды:
-
Бында һалдаттар араһында тентеү була, имеш, кемдән таланған нәмә сыҡһа, шул кеШе полевой судҡа бирелә, имеш!..
Был хәбәр һалдаттар араһында паника тыуҙырҙы. Шаулаша башланылар. Офицерский фуражкаларҙың кокардаларын, ши- нелдәрҙең погондарын ырғыта башланылар. Ҡайһы берәүҙәр яҡшы гимнастерка һәм салбарҙарҙы эстән ҡатлап кейеп алдылар. Һәр кем алған нәмәһен йәшерергә, уға башҡа төҫ бирергә тырышты. Ҡайһы берәүҙәр яңы салбар һәм итектәрҙе һыулап, батҡаҡҡа буяп, борһалап, иҫке төҫ бирергә тырыштылар. Күп кешеләр офицерский фуражкаларҙы ырғыталар. Ырғытылған, ташланған нәмәләрҙе алыусы, ерҙән күтәреүсе юҡ. Ауыл крәҫтиәндәре лә алырға ҡурҡалар, ташланған нәмәләр шул көйөнсә ерҙә аунап яталар.
-
Варшаваға немецтар ингән, Варшаваны беҙҙең ғәскәр ташлап сыҡҡан! — тигән хәбәр таралды. Беҙгә: «15 минут эсендә обед ашап бөтөргә!» — тигән приказ бирелде. Һалдаттар кухняларға тығылдылар. Шау-шыу, тағы ығы-зығы китте. Ҡайһы бер частар ауылдан сыға башланылар. Кухнянан алған аштарҙы аяғөҫтө арлы-бирле ҡаптыҡ та, бөтә нәмәләрҙе аҫып, юлға сыҡтыҡ. Һалдаттар, китергә булғас, ташланған нәмәләрен яңынан йыйыштыралар, яңынан сумкаларына тултыралар.
һауа асыҡ, ҡояш ҡыҙҙыра. Беҙҙең баш өҫтөндө немец аэропландары осалар. Артта ауыр снарядтарҙың ярылғандары ишетелә. Беҙ фронт тотмайбыҙ, һаман күсәбеҙ ҙә күсәбеҙ.
-
Немец ғәскәре беҙҙе, ике флангынан ҡамап, дүңгәләк эсендә ҡалдырып килә, имеш, — тигән хәбәр бар. Шуға күрәме беҙгә тәүлегенә илле саҡрым сигергә бойороҡ бирелде. Беҙ таш юл буйынан көн барабыҙ, төн барабыҙ. Ҡайҙа туҡталырбыҙ — билдәле түгел.
УН ҺИГЕҘЕНСЕ БҮЛЕК
Биш тәүлек инде һаман туҡтауһыҙ киләбеҙ. Ашаған юҡ, йүнләп ял иткән юҡ. Күп һалдаттар аяҡһыҙ булып юлда ҡалалар. Юлда ҡалғандарҙың барыһын санитар обоздары алып бөтә алмайҙар. Медицина ярҙамы юҡ, булһа ла, продукттар юҡ. Ауылдарҙа аҙыҡ табып булмай, алдан үткән ғәскәрҙәр бөтәһен дә ҡырып, һыпырып бөтөп киткән булалар. Ауылдарға туҡталғанда, ҡоҙоҡтарға йыйылып, һыу әсәбеҙ ҙә тағы ла атлайбыҙ. Һалдаттар асыҡтылар. Аҙыҡ запасы юҡ. Аптырағас, яңы ғына йомарланған, бешеп етмәгән алмаларҙы,
156
грушаларҙы төшөрөп ашайҙар. Ауылдарҙағы өлгөрмәгән картуфты ашайҙар. Шул арҡала һалдаттар араһында эс китеү ауырыуы башланды. Юл буйында, эҫтәрен тотоп, тәгәрәп ҡалған һалдаттарҙың иҫәбе юҡ.
Кис менән тағы артта яндырылған ауылдарҙың ут шәүләләре менән күк йөҙө ҡаплана. Күп ваҡыт беҙҙең алдан үткән ғәскәрҙәр ауылдарҙы яндыралар. Бер кис менән ауылдан үткәндә, беҙ шундай ауыр картинаға осраныҡ.
Ике казачий аттары менән бер крәҫтиән өйөнә килгәндәр ҙә уның ҡара кирбес түбәһенә ут тоҡандырып маташалар. Шуны күреп, хужаһы бөтә бала-сағалары менән сыҡҡандар, казачийҙарҙың алдарына ятып, суҡынып, ялбарып, ут һалмауҙарын һорайҙар. Казачийҙар үҙ эштәрен эшләйҙәр. Крәҫтиән был хәлгә түҙмәне, ахыры, казактың атының башынан алып, уны ситкә һөйрәй башланы. Икенсе казак ҡамсыһы менән крәҫтиәнде бешерә башланы. Юлдан уҙған һалдаттар түҙмәнеләр, ваҡиға эргәһенә йүгереп бара башланылар. Беҙҙең Новиков, тиреһенән сығып, донъялағы бөтә һүҙҙәр менән һүгенеп:
-
Ниңә һеҙ өйгә ут төрттөгөҙ, ниңә һеҙ крәҫтиәнде туҡмайһығыҙ? — тип һорау бирә башланы. Бер казак һалҡын ҡан менән көлөп:
-
Күгәрсенем, һин был эшкә ҡыҫылма, беҙ уны юғарынан булған приказ буйынса эшләйбеҙ. Кис менән сигенеү тактикаһы шуны ҡуша, һеҙҙең унда эшегеҙ булмаһын, барығыҙ, юлығыҙға китегеҙ! — тине. Ул арала өйҙөң түбәһен ут ялмап алды. Крәҫтиәндәр, ерҙә аунап, ер тырнап иларға, аҡырырға башланылар. Һалдаттарҙың асыуҙары ҡабарҙы. Казактарҙы ҡамап алдылар. Штыктар менән тоҫҡана башланылар. Казактар ҡамсыларын һелтәнеп ҡаса башланылар. Бер һалдатты тапаттылар. Был тағы ла һалдаттарҙың асыуын килтерҙе. Улар казактарҙың аттарына мылтыҡ менән ата башланылар. Береһенең аты яраланды. Ул атын ташлап китте лә иптәшенең атына менеп, икеһе лә бер ат өҫтөндә ҡараңғыға инеп юғалдылар. Ут көсәйҙе, ул икенсе өйҙәргә йәйелде. Сөнки улар утты ел ыңғайына ҡарай төрткәндәр. Ьалдаттар утҡа ҡаршы бер ярҙам да күрһәтә алманылар. Беҙ, көслө янғын дәһшәте аҫтында һыҡраған ауылды артҡа ҡалдырып, үҙ юлыбыҙға киттек. Беҙ полк артынан ялға туҡтағанда ҡыуып еттек.
Был картина һалдаттар араһында ауыр һәм тәрән тәьҫир ҡалдырҙы. Улар юл буйынса казактарҙы һүгеп барҙылар. Ҡайһы бер һалдаттар юлда тәү осраған казакты атып үлтереү менән хыялландылар. Беҙҙең Байғужа шул уңай менән иптәштәргә үҙенең унтер-офицерҙарҙы үлтереү ваҡиғаһын систе, бөтәһен һөйләп бирҙе. Байғужаның ул геройлығы өсөн Новиков менән Индрил уны күтәреп йөрөттөләр, үптеләр, әллә нисә тапҡыр ҡулдарын ҡыҫтылар.
157
-
Ниңә быға тиклем беҙгә әйтмәнең? Бына ғәжәп. Беҙ һинән ундай эште эшләр тип көтмәгәйнек! «Тыныс күлдә шайтан үрсей», тиҙәр, бына ҡайҙа ята икән ул хикмәт...
Ул көн Байғужа беҙҙең иптәштәр араһында үҫте, шул көндөң геройы булды. Иптәштәр араһында уға айырым хөрмәт һәм ҡараш тыуҙы. Новиков бөтөнләй шашты, өйләнгән һайын Байғужаның арҡаһынан һөйөп:
-
Бындай иптәштәр булғас, эшләргә мөмкин. Хәҙер минең башҡа бер фекер килде. Туҡта әле, мин уны нығыраҡ уйлайым әле, һуңынан мин уны һеҙгә һөйләрмен әле! — тип ҡолаҡтан ҡолаҡҡа бышылдап барҙы. Индрил юлда бик йонсоғайны. Ул саҡ һөлдәһен күтәреп килә ине. Иптәштәр араһында тыуған революцион рух уны ла күтәреп ебәрҙе. Ул, һауаға ҡарап, һыҙғырып бара башланы.
Биш-алты саҡрым барғас, беҙгә ун минут ял бирәләр. Шул ял ваҡытында беҙҙең башҡа бик яҡшы план килде. Ул планды бөтә иптәштәр бик яҡшы таптылар һәм ҡушылдылар; беҙ, төндән файҙаланып, полктан алға сығып китергә тейешбеҙ. Тура килһә, юлдан бер аҙ ситкә сығып, һалдаттар булмаған ауылға инеп, шунда аҙыҡ табырға, тамаҡ туйҙырырға тейешбеҙ...
Полк ҡуҙғалыу менән, беҙ, юлдан ҡырғараҡ сығып, аҙымдарҙы йышайттыҡ. Бер һүҙ аҫтына ойошҡан биш кеше берҙәм аҙым менән атлай башланыҡ. Беҙҙең арабыҙҙа иң сыҙам, иң ныҡ, иң сыныҡҡан кеше — Буранбай: беҙ уны алға төшөрҙөк. Ул, башын алға эйә төшөп, муйынын бер аҙ уңға ҡыйшайтып, ергә ҡарап, һис өндәшмәй-нитмәй генә оҙон аҙымдар менән бер уңайға атлап бара. Ул яй ғына атлаһа ла, уның аҙымдары бик ырамлы була. Беҙ бөтәбеҙ ҙә уның артынан ҡалмаҫҡа, аҙымдарҙы уның аҙымына эйәртергә тырышабыҙ. Бер сәғәт самаһы барғас, беҙ полкты алыҫ ташланыҡ. Ял итергә тейеш булған арала ял итмәнек. Ун минут булһа ла, алға китеү яғын ҡараныҡ. Ләкин алда ғәскәр күп, әллә ни тиклем обоздар баралар. Уларҙы уҙып бөтөү мөмкин түгел. Беҙҙең план барып сыҡмаҫ төҫлө. Бер киткәс, һаман атлайбыҙ, һаман минуттарҙы ҡыҫҡартып алга барабыҙ. Бик күп ғәскәри частарҙы артҡа ҡалдырабыҙ. Каман да уларҙың осона сығыр әмәл юҡ. Бара торғас, таң яҡтырҙы. Күҙҙәрҙе йоҡо баҫты. Аяҡтар талдылар. Ултырғы, ял итке, аҙ ғына йоҡлағы килә. Иптәштәр:
-
Ял итергә ярамай, әгәр ҙә йоҡлаһаҡ, уяна алмабыҙ, полктан ҡалып, немецтарға плен төшөрбөҙ, — тиҙәр.
Ҡарын асыуҙы, ашағы килеүҙе һөйләргә лә түгел. Осраған бер обоздан ашарға һорайбыҙ. Варшаванан алып сыҡҡан яҡшы кейәмдәрҙе тәҡдим итәбеҙ. Кейем алыусы, аҙыҡ биреүсе юҡ. Асығыуҙан йөрәктәр өҙөлөп, түҙер хәл ҡалмағас, ерҙән йәшел үләндәр алып ҡабып ҡарайбыҙ, уның да файҙаһы юҡ. Ҡояш байтаҡ күтәрелде. Алда ғәскәрҙәр һирәгәйә. Бер ваҡыт беҙҙең арабыҙҙағы иң оҙон кеше — Индрил ҡысҡырып ебәрҙе:
158
-
Ана һул яҡта, бик алыҫ түгел, ауыл күренә! — тине. Бөтәбеҙ ҙә ҡараныҡ. Юлдан ҡырҙа, ике-өс саҡрым алыҫлығында, урман арҡыры бер ҡалҡыуыраҡ урында ауыл күренә. Беҙ бөтәбеҙ ҙә шатландыҡ:
-
Моғайын, был ауылға ғәскәр инмәгәндер, унда аҙыҡ табырбыҙ. Әйҙәгеҙ, шунда боролабыҙ, — тинек. Урман араһына ҡайырылып беренсе берләм юлдан шунда табан ҡайырылдыҡ.
Барабыҙ. Урман юлы төрлө яҡҡа ҡайырыла. Туҡтап торабыҙ, ауылға ҡарап, тоҫмаллап, юлһыҙ урман араһынан китәбеҙ. Ниндәй соҡор булһа ла, әрәмәлек булһа ла, ҡарап тормайбыҙ, — артҡа сикмәйбеҙ, алға алған юлдан бара бирәбеҙ. Ул, яҡын күренһә лә, шаҡтай ғына алыҫ булып сыҡты. Әллә сабырһыҙлыҡ менән барғанға шулай тойолдо инде, ни булһа ла булды, ауылға килдек.
Ауылда ғәскәр ҙә юҡ, халыҡ та аҙ күренә. Бик ҙур бай йорттар күренәләр. Ләкин тирәһендә кешеләр күренмәйҙәр, ташландыҡ йорттар кеүек күренәләр. Бер крәҫтиәнде осраттыҡ, унан икмәк һораныҡ. Ул бик оҙаҡ елкәһен ҡашып торҙо:
-
Ике генә көн элек беҙҙең ауылда күмәк ғәскәр булды. Улар бөтә ауылдың аҙығын ҡоротоп киттеләр. Бында байҙар күп ине, бәлки, уларҙа аҙыҡ булыр ине. Улар ҙа бөгөн төндә күсеп киткәндәр, — тине. Шулай ҙа ул өйөнә инеп китте, беҙ, уның өй алдында ултырып, тәмәке тарта башланыҡ, Индрил тирә-яҡҡа ҡарана:
-
Бында аҙыҡ табылыр, барҙыр әле, — ти, үҙе тартҡан тәмәкеһен ергә ырғыта, — тартҡы килмәй, ашағы килә, — тип, башын түбән баҫып, төкөрөнөп ултыра. Шул ваҡыт теге крәҫтиән ҡулына бер киҫәк икмәк тотоп сыҡты. Беҙҙең эргәгә килде. Көршәк эсендә әсегән һөт бар. Новиков, күтәрелеп, крәҫтиәндең һүҙен көтмәйенсә:
-
Ни хаҡ алаһың? Күпме бирәйек? — тип көршәкте һәм икмәкте ҡулынан тартып алды. Крәҫтиән ашыҡмайынса ғына:
-
Уға ниндәй аҡса һорайһың. Хоҙай хаҡы өсөн булыр. Ни барын сығарҙым. Ашағыҙ иҫәнлеккә, — тине. Беҙ бер-беребеҙгә ҡараштыҡ. Өндәшмәнек. Байғужа, Новиков ҡулынан икмәкте алып, бәкеһен сығарып, тигеҙләп ҡырҡа башланы. Башҡа иптәштәр ҡуңыстарынан ҡалаҡтарын алып, әҙерләп ҡуйҙылар. Крәҫтиән беҙҙең аҙапланғанды ҡарап торманы. Үҙ юлына китте. Байғужа, ғәҙел, тигеҙ булһын өсөн, ҡырҡҡан ваҡытта ҡойолған икмәк валсыҡтарын да бер урынға йыйып, уның күҙенә бәләкәйерәк күренгән киҫәктәр өҫтөнә һалды:
-
Йә, алығыҙ инде, — тине. Һәр кем киҫәген ҡулына алып, әсе һөткә ҡалаҡтар менән һөжүм итергә әҙерләнгәс, Индрил тәҡдим индерҙе:
-
Иптәштәр, һөт аҙ, тигеҙ булһын өсөн берәр ҡалаҡлап алайыҡ; уны ашап бөткәс, тағы ла берәр ҡалаҡлап алырбыҙ. Ҡалғанын күпме тейһә, шулай бүлербеҙ, — тине. Иптәштәр
159
күнделәр. Ул ваҡытта инде һәр кемдең ауыҙында икмәк сәйнәлә ине. Шулай эшләнде. Әсе һөттөң ғүмере ҡыҫҡа булды. Көршәктең төбөн Байғужа күтәреп ялап ҡуйҙы. Бының менән генә аҙнаға яҡын йүнләп аҙыҡ күрмәгән ҡорһаҡ туйманы, тағы ашағы килде. Иптәштәр ергә ҡойолған икмәк валсыҡтарын эҙләп алып ҡаба башланылар. Ҡайһы берҙәре, ниҙер эҙләп, тирә-яҡтарына ҡарандылар. Индрил, иптәштәрҙәге шул тойғоно һиҙеп, аҡыл һата башланы:
-
Ныҡ асыҡҡан кешегә ҡапыл күп ашарға ярамай, хәҙергә шуныһы еткән инде. Аҙ ғына йоҡлап алырға ине, — тип, ҡаты кирелде, ауыҙын ҙур асып иҫнәне.
-
Эйе шул, ярар ине, — тип иптәштәр Индрилдың һүҙенә ҡушылдылар. Унһыҙ ҙа арыған, йонсоған тәндәр таралып баралар. Йоҡо һорайҙар, ял теләйҙәр ине. Новиков был тәҡдимгә өҫтәлмә индерҙе:
-
Беҙгә күп йоҡларға ярамаҫ. По крайней мере мин ятһам, ике тәүлек йоҡларға мөмкин. Ике тәүлек эсендә әллә ниндәй хәлдәр булыуы ихтимал. Шуның өсөн беҙ хужаға әйтәйек. Ул беҙҙе өс-дүрт сәғәттән уятһын, — тине. Новиков, көршәкте тотоп, хужаға инеп китте. Беҙ уға тиклем тәмәке төрә башланыҡ. Буранбай, тәмәке төрөргә ҡағыҙ йыртып, кеҫәһенән махорка алырға ҡулын тыҡҡан ваҡытта, ултырған еренән йоҡлап китте, хырлай башланы. Хужа, сығып, беҙгә һарайын күрһәтте:
-
Унда һалам бар. Берүк тәмәкеләрегеҙҙе ташлап инегеҙ, — тине. Төрөлгән тәмәкеләр тоҡандырылманылар. Беҙ, һарайға барғанда, яртылаш йоҡлап бара инек. һарайға ҡалай инеп ауғаныбыҙҙы хәтерләмәнек.
Мин йоҡо араһында берәүҙең һөйләнеүен, тауышланыуын ишетеп яттым. Ләкин ул алыҫтан-алыҫтан ҡолаҡҡа салынды. Берәү бик ҡаты аяҡҡа баҫты, ҡабырғаға төрттө. Барыһын да һиҙҙем. Аҙаҡ танауҙан ҡаты ҡыҫып тотто лар. Мин, танауҙы йәшереп, йөҙ түбән әйләндем. Бер ҡаты ҡул тағы минең башты күтәреп, бик ҡаты танауҙан ҡыҫты. Аҙағында күҙҙе асырға мәжбүр булдым. Мин күҙҙе асҡас, бик ҡаты ҡысҡырҙы:
Ул баяғы, беҙҙе ашатып, һарайына индереп ятҡырған хужа ине. Мин йоҡо менән иҫергән баш менән уга ҡарап ҡалдым. Уның ниңә уятыуын аңламаным. Эргәмдә йоҡлап ятҡан иптәштәрҙе күрҙем дә тағы ла башты һаламға терәргә уйланым. Хужа ҡулымдан тартты.
-
Юҡ, юҡ, хәҙер ятырға ярамай, иптәштәреңде уят. Һеҙ, дүрт сәғәттән уятығыҙ, тигәйнегеҙ, хәҙер инде ете сәғәт артығы менән булды. Хәҙер кис яҡыная, тороғоҙ, тороғоҙ, — тип, минең аяҡтарға типте. Минең башҡа бер аҙ аң инде. Тора, ҡуҙғала башланым. Бөтә тәндәр ауырталар, аяҡтар ҡатҡандар, һис уларҙы яҙып, рәткә килтереп булмай. Аяҡҡа баҫҡас,
160
иҫереп туҡмалған кеше кеүек, йөрөй алманым. Бөтә кәүҙә ҡыйралып төшөп бара. Аяҡтар ойоғандар, атлай алмайҙар. Уларҙы ыуырға тотондом. Бер аҙ ҡыҙғас, ауа-түнә тышҡа сыҡтым. Күҙ яҡтыға сағылды, күҙ алдым ҡараңғыланды, баш әйләнде, күҙҙән йәштәр аҡты. Мин бик оҙаҡ күҙҙе баҫып түбән ҡарап торҙом. Шунан һуң ҡояшҡа ҡараным. Ҡояш шаҡтай уҡ түбәнәйгән. Шулай булһа ла, ҡыҙыу әле. Ҡояш йылыһы тәнгә йылылыҡ бирҙе. Ҡояшта ҡыҙынып торғанда мин йоҡлаған ваҡытты самаланым. Беҙ, иртәнге сәғәт 9-ҙарҙа ятҡайныҡ, хәҙер киске сәғәт биштәр самаһы, хатта артығыраҡ та булыр. Мин, һарайға инеп, иптәштәрҙе уята башланым. Минең ҡысҡырыуҙар, һөрәнләүҙәр, төртөүҙәр береһенә лә тәьҫир итмәнеләр. Уларҙың уянырға самалары юҡ, үлек кеүек йоҡлайҙар. Мин дә хужа методына керештем. Йоҡоһо әҙерәк кешене — Индрил- ды өйләндерергә, танауҙарынан ҡыҫырға тотондом. Ул «енң...» ти ҙә, танауын алып, тағы бөгәрләнеп ята. Мин аҙағында уның ботонан һөйрәп, ишек эргәһенә алып килдем. Бик ҡаты аяғына баҫтым. Ул күтәрелеп, күҙен асып миңә ҡараны. Уның шешенгән ҡабаҡтары эсенән ҡараған, ҡаймаҡланған ҡанлы күҙҙәре Индрил күҙҙәренә оҡшаманылар, ҡоторған кешеләрҙең күҙҙәре кеүек ҡот осҡос булып күренделәр. Ул әллә нәмәкәй мығырланды ла ҡайтанан ятырға теләне. Мин уның яғаһынан тотоп, ҡыҫып алып, һөйрәп йөрөтә башланым. Ул башын бер был яҡҡа, бер теге яҡҡа һалындырып ергә тартылды. Мин уның башын ергә тейҙермәҫ өсөн көрәшә башланым. Әллә ниндәй һүҙҙәр һөйләнем: «Немецтар етеп киләләр, илен ҡалабыҙ!» — тинем, ул да тәьҫир итмәне. Аҙаҡта: «Янғын, янабыҙ!» — тип ҡысҡыра башланым. Индрил ҡапыл күҙҙәрен асты. «Ә?.. Ә?.. Янғын?» — тип тора башланы. Шулай итеп көскә Индрилды уяттым. Ул, тороп, тышҡа сығып ултырҙы. Икәүләп һыу менән биттәрҙе йыуҙыҡ. Шунан һуң баяғы аҙаптар менән иптәштәрҙе уятырға тотондоҡ. Ҡалғандары араһында иң ҡыйыны Буранбайҙы уятыу булды. Беҙ уны һөйрәп тышҡа алып сыҡтыҡ. Башына һыуыҡ һыуҙар ҡойҙоҡ. Шунан ғына ул йоҡонан айныны. Беҙ уянып баш күтәргәндә, киске сәғәт һигеҙҙәр бар ине. Ҡояштың урман артына йәшеренеүенә бик аҙ ваҡыт ҡалғайны.
Беҙ нисек аҙыҡ табыу, нисек китеү тураһында план ҡороп ултырғанда, хужабыҙ, тағы ла табаҡ менән ниҙер күтәреп, беҙгә табан килә башланы. Беҙ, аптырап:
-
Неужели беҙгә килтерә? — тип ҡарап ҡалдыҡ. Ул табаҡты беҙҙең алға ултыртты. Төҫөнә һис бер кисереш сығармайынса һөйләнде:
-
Ьеҙ булғас, ҡатынға өйрәне мул бешерергә ҡушҡайным, итле түгел инде, эсендә картуфы ла, кәбеҫтәһе лә, әҙерәк борсағы ла бар, — тине. Беҙҙең өсөн уның был шәрехтәре артыҡ ине. Новиков тороп хужаның ҡулын ҡыҫты.
-
— Д. Юлтый
161
-
Ярай, был хөрмәтеңде онотмабыҙ, — тине. Беҙ тағы ҡуңыстарҙан ҡалаҡтарҙы сығарҙыҡ. Был юлы ҡабаланмай инек. Икмәк юҡ ине. Шул көйөнсә генә күтәрә башланыҡ. Ҡайнар өйрә эскә йылылыҡ бирҙе, тәндәрҙе еңеләйтте. Бөтөнләй айнып, кеше булып к,иттек. Ашап бөткәс, хужаны ни менән ризаландырыу тураһында кәңәш итә башланыҡ. Бер пар һалдат күлдәк-ыштаны, бер кейелгән сукно гимнастерка бирергә булдыҡ. Яҡшы күңелле белорус крәҫтиәне беҙҙең был бүләктәрҙе алманы: «Ҡуйығыҙ!» — тип ҡулын һелтәне. Беҙ уға ҡарамайынса, бүләктәребеҙҙе ҡалдырып, бөтәбеҙ ҙә ҡулын ҡыҫып, иҫәнләшеп урамға сыҡтыҡ.
-
Ҡайҙа барырға? Юл өсөн ҡайҙан аҙыҡ табырға?
Беҙ шул уй менән урамдан киттек. Биш кеше бергә йөрөүҙе тейеш күрмәнек, ике группаға бүленеп, урамдың ике яғынан барырға булдыҡ. Беҙ Новиков менән инек. Беҙ икәүҙә ундай эште башҡарыуҙа һәләтлек юҡ ине. Индрил үҙе теләп, Байғужа группаһы менән китте. Етмәһә, беҙҙән көлдө:
-
Һеҙҙән рәт сыҡмаҫ инде, әйҙә, барығыҙ әле, — тине. Беҙ Новиков менән күп өйҙәрҙе уҙҙыҡ. Береһенән дә инеп аҙыҡ һорарға ҡыйманыҡ. Бер яҡшы ғына йортта матур ғына кейенгән бер ҡарсыҡ күренде. Беҙ шул өйгә индек. Ҡарсыҡ менән иҫәнләштек, Новиков суҡынып алды. Ҡарсыҡ беҙгә бик оҙаҡ һынсыл күҙе менән ҡарап торҙо. Бик йомшаҡ һәм мөләйем тауыш менән:
-
Алла мәхлүктәре, ҡайҙан киләһегеҙ? Берәй йомошоғоҙ бармы? — тине. Новиков түбән, меҫкен тауыш менән:
-
Бабушка, беҙ фронттан киләбеҙ. Бик асыҡтыҡ. Һеҙҙә һатып алырға әҙерәк икмәк булмаҫмы? — тине. Ҡарсыҡ урынынан ҡуҙғалды.
-
Һатырға булмаҫ, әҙерәк тамағығыҙҙы ялғатып ебәрергә мөмкин булыр. Ултырып тороғоҙ, — тип сыға башланы. «Дуня, Дуня» — тип кемгәлер ҡысҡырҙы. Новиков башын һелтәне:
-
Суҡыныуым бушҡа китте, был ҡарсыҡтан эш сыҡманы. Ҡулға алмағас, беҙгә ашап ни файҙа! — тине. Өй эсендә күҙҙәрен йөрөтә башланы. Өй эсе ҡаласа йыйыштырылған, обстановка бик бай күренә. Новиков тороп, ҡарсыҡ сыҡҡан ишектән ҡараны. Беҙгә ҡаршы торған буфетты асып ҡараны, ҡысҡырып ебәрҙе:
-
Бына мал ҡайҙа ул!
Буфеттың аҫҡы ҡатында өс буханка аҡ икмәк. Бер ҙур быяла һауытта варенье ултыра. Беҙҙең күҙҙәр яндылар. Беҙ өҙгөләнә башланыҡ. Новиков әйтә:
-
Ҡарсыҡ килгәнсе, алабыҙ ҙа таябыҙ! — ти, тағы ла ишеккә йүгереп барҙы, — бер кем дә юҡ. Әйҙә күтәр! — ти. Минең ҡулға варенье менән бер икмәкте тотторҙо. Үҙе береһен алды. Мин скаткаға бәйләнгән сукно гимнастерканы сисеп
162
алып, шуға ураным. Былар йәшен тиҙлеге менән эшләнделәр. Буфетты ябып, яңынан урындарыбыҙға ултырып, ҡарсыҡты көтә башланыҡ. Ҡарсыҡ һаман юҡ. Былай сығып китһәк, уңайһыҙланабыҙ. Аҙаҡ, сығырға уйланыҡ. Өй алдында ҡарсыҡ осраны, һөйләнеп килә:
-
Дуняша огородта булған икән, уны ҡайтарҙым, хәҙер килә, — ти. Новиков:
-
Рәхмәт, бабушка, беҙ көтә алмайбыҙ, частарҙан тороп ҡалабыҙ. Китәбеҙ инде, — ти. Ҡарсыҡ ҡалды. Беҙ атланыҡ. Эш көткәндән артыҡ шыма эшләнде. Беҙ, эҙҙе юғалтыу өсөн, бер тыҡрыҡ арҡыры ауыл артына сығып, ҡыҙыу-ҡыҙыу атлай башланыҡ.
Ауылдан бер аҙ китеп, таш юлға сыға торған берләм юлға төшкәс, Новиков:
-
Ҡайҙа ашығабыҙ? Әллә ҡарсыҡ арттан ҡыуып етер, тип ҡурҡабыҙмы? Ул ҡарсыҡ, үҙенең Дуияшаһы ҡайтҡансы, икмәктәренең юҡлығын да һиҙмәҫ әле, — тине. Шунан һуң иркен һулыш алдыҡ. Бер канау буйында йәшел үләнгә ятып, тегеләрҙе көтә башланыҡ. Новиков шатлығынан сумкаһын сисеп, Варшаванан алып сыҡҡан яҡшы папиросын сығарҙы. Тегеләрҙе шаҡ ҡатырыу уйы аҫтында кәйефләнеп, папирос тарта башланыҡ. Тик ҡояштың байыу, тегеләрҙең һаман да күрен- мәүҙәре беҙҙе бер аҙ борсой ине.
Улар ҡараңғы төшөр алда килделәр. Бер аҙ картуф, ярты арыш икмәге тапҡайнылар. Беҙҙең тапҡан мал улар өсөн сенсация булды. Шул еңеү настроениеһы аҫтында күңелле аҙымдар менән яңынан юлға сыҡтыҡ.
УН ТУҒЫҘЫНСЫ БҮЛЕК
Уянғанда, беҙ ауыл һарайында һалам өҫтөндә ята инек. Ишек төбөндә мылтыҡ менән торған бер һалдат күрҙек. Беҙҙән башҡа бер нисә ят һалдат бар. Улар, тәмәке тартып, шаула- шып-һөйләшеп ултыралар. Беҙҙең иптәштәрҙән Буранбай, Индрил, Новиков йоҡлайҙар әле. Уларҙың өҫтәре, бит-ҡулдары бысраҡ, гүйә, һаҙлыҡтан сығарылған кешеләр кеүек яталар. Байғужаның да өҫтәре шулай, ә минең шинель итәге бер иле батҡаҡҡа ҡатҡан. Ҡулдар, тырнаҡ төптәре ер ҡаҙыған кеүек ҡаралғандар1. Тирә-яҡҡа бик оҙаҡ ҡарандым да Байғужаға һорау бирҙем:
-
Беҙ ҡайҙа? Беҙ ни эшләп бында ятабыҙ? Ниңә былай бысранғанбыҙ ?
Байғужа әҙ генә ауыҙын йырҙы, көлгән һымаҡ итте.
Достарыңызбен бөлісу: |