1Жөббә — муллаларҙың киң еңле оҙон кейеме.
174
өҫтәлде асты, ҡунаҡтарҙы урындарына тәҡдим итте. Хәлимов- ты ултырған урындан ғына таныштырҙылар. Минең турала:
-
Был таныш әфәнде түгел, үҙе таныштырһын инде, — тинеләр. Мин, ни әйтергә белмәй, аптырап ҡалдым:
-
Фронттан ғәйеткә килеүсе бер һалдат, — тинем. Бөтә күҙҙәр миңә ҡаранылар. Сөнки минең өҫкә, кейемгә ҡарағанда, ябай һалдат түгел, Варшаванан алып сыҡҡан яҡшы итек, яҡшы диагональ салбар, бөхтә итеп тегелгән гимнастерка, ул яҡшы офицерский ҡайыш менән быуылған, башта офицерский фуражка, тик кокарда менән погон ғына ябай һалдаттыҡылар. Мин яңы кейәмдәрҙе байрам хөрмәтенә сумканан ғына алып, кейенеп сыҡҡайным. Улар миңә айырым рәүештә килешеп торалар. Хәлимов ярты-йорто руссаһы менән:
-
Был әфәнде ябай һалдат түгел, берәй штабта хеҙмәт итә торған кешегә оҡшай, — тине. Миңә был урында алдашырға тура килде:
-
Дивизия штабында телефонист булып хеҙмәт итәм:, — тип ебәрҙем. Шуның менән минең турала һүҙ бөттө. Алға килгән тәмле байрам аштарына һөжүм итә башланыҡ. Хужа ҡунаҡтарҙан ғәфү үтенде:
-
Дини байрам хөрмәте өсөн рух күтәрерлек эсемлектәр ҡуя алманым. Башҡа ваҡытта рәхим итеүегеҙҙе һорайым, офицер әфәнделәр!
Мәжлестә бөтә һүҙ русса булды. Беҙ Хәлимовтар менән һүҙгә ҡатнашып китә алманыҡ, алға ҡарап, ашау яғын ҡайырҙыҡ. Офицерҙар ханымдар, ҡыҙҙар менән шаулашып, көлөшөп һөйләштеләр.
Ниндәй уңай менәндер ҡөрьән тураһында һүҙ сыҡты. Уны теге поручик башланы, буғай. Хужа мөйөштә, өс мөйөшлө өҫтәл өҫтөндә, ебәк эскәтер өҫтөндә, ятҡан хәтфә тышлы ҡөрьәнде өҫтәлгә килтереп һалды һәм уны тотор өсөн аҡ бирсәткәләр ҡуйҙы. Ҡапыл бирсәткә кейеп ҡөрьәнде асыусы булманы. Поручик һүҙен дауам итте:
-
Һеҙҙә ҡөрьәнде мәҡамһыҙ, һөйләп кенә уҡыйҙар, беҙҙә төрлө мәҡамдәр менән уҡыйҙар, скажем, беҙҙә һуңғы ваҡыттарҙа Мисыр, Мәҙинә мәҡамдары бар, — тине. Хужаның исеме Мостафа икән. Ул Хәлимовтың мәҡам менән ҡөрьән уҡыуын һораны, алдына аҡ бирсәткәләрҙе ҡуйҙы. Хәлимовтың бармаҡтары бик йыуан һәм кәкрерәк инеләр. Ул, банкынан аҡсаларҙы һыпырып алған кеүек, бирсәткәләрҙе һыпырып алды, кейергә маташты, уңын һулға, һулын уңға кейеп, аҙапланып бөттө. Унан көлдөләр. Күрәһең, ул үҙ ғүмерендә ундай бирсәткәләрҙе кеймәгәндер, шулай ҙа ул һары ҡағыҙлы ҡөрьән биттәрен аҡтарып, бер аҙ күҙҙәрен йүгертте лә:
-
У нас ҡөрьән так читают, вот как читают! — тип күҙҙәрен йомдо. Тауышын ҡалтыратып, ниндәйҙер бер мәҡам менән көйләп, оҙон итеп һуҙып, йәшелле-күкле тауыштар менән
175
уҡырға башланы. Бының уҡыуы бик күңелһеҙ ине. Теге ҡөрьән уҡыу менән маҡтанған поручик бер аҙ ҡыҙарҙы, көлөмһөрәп башын түбән баҫты. Биҙгәк тотҡан кеше һымаҡ ҡалтырап, муйын тамырҙарын ҡалҡытып, бик юғары тауыш менән ҡысҡырған Хәлимовҡа теге ҡатын-ҡыҙҙар ғәжәпләнеп ҡаранылар. Ул бик оҙон аятҡа төштө. Каман һуҙҙы, һаман уҡыны. Хужа өҫтәл башында күкрәгенә ҡулын ҡуйып тыңланы. Хәлимов уҡып бөткәндә, уның маңлайынан тирҙәр сыҡҡайны, ул керле ҡулъяулығын кеҫәһенән сығарып биттәрен һөрттө. Шунан һуң ҡулъяулығына, бик оҙон итеп, танауын һемгереп алды. Хәлимовтың был ҡыланыштары мәжлес өсөн бөтөнләй ят һәм килешһеҙ ине. Ләкин Хәлимов үҙенең ул ҡыланыштарының килешеү-килешмәүен аңламаны, үҙен тағы ла иркенерәк хис итеп, үҙенә күрһәтелгән хөрмәт һәм иғтибарға мауығып, ул йомшаҡ урындыҡтың артына кирелә төшөп, бер кикереп алды. Поручик тағы уңайһыҙ хәлгә төштө, ҡолаҡтары ҡыҙарҙы, үҙендәге уңайһыҙлыҡты ҡаплау өсөн:
-
Был уҡылған — Мисыр, Мәҙинә мәҡамы түгел, беҙҙә уны бик шәп уҡыусылар бар, — тине. Хужа ла өндәшмәне, башын һелкте, ҡалай ҙа һүҙҙе ҡөрьәндән башҡаға борорға тырыштылар. Ләкин һүҙҙәр тиҙ генә бәйләнеп китмәнеләр.
Минең өсөн был мәжлес артыҡ күңелһеҙ булды. Иптәштәрем эргәһенә ҡайтҡы килде. Ләкин ҡалай китергә, ниндәй һылтау табырға — шул турала уйлай башланым. Башҡа ҡунаҡтарҙың уйҙары юҡ. Мулла Хәлимов, тирләп, стакан артынан стакан сәй эсә. Туйышев, тығыҙланып ҡына, өндәшмәй генә ҡатын-ҡыҙҙарға күҙ һалып ултыра. Минең менән һөйләшеүсе кеше юҡ. Мин бөтәһенә лә ҡарайым, бөтәһенә лә күҙ һалып ултырам. Бөтә өй ҡаласа йыйыштырылған, бөтәһе ҡаласа кейенгән; өйҙө, кейемдә, ғөрөф-ғәҙәттәрендә беҙҙәге мосолман билдәләре юҡ. Тик мөйөштә, иконалар урынында, торған ҡөрьән генә уларҙың мосолман булыуҙарын күрһәтә. Ҡөрьәндәре лә беҙҙәге кеүек кәштәлә түгел, ебәк эскәтер өҫтөндә тора, уны бирсәткә менән генә асып ҡарайҙар. Уҡыусылары бармы — уныһы ла беҙгә ҡараңғы.
Беҙҙе саҡырған хужа Мостафа Ҡарашайский үҙе ҡалала, банкыла хеҙмәт итә икән. Ьуңға табан ул үҙенең хеҙмәттәре менән таныштырҙы, шунан һуң ғаилә мәсьәләһенә төшөп китте. Бында инде ул үҙенең хаҡ мосолманлығын аса башланы:
-
Бында беҙҙең мосолмандарға ғаилә мәсьәләһе ҡыйын, бына балаларҙы үҫтерәһең, улар кеше булалар, уҡып сығалар, егеттәребеҙ рус ҡыҙҙарына әйләнәләр, ҡыҙҙарыбыҙ рус офицерҙарына сығалар. Ғаиләһе ҡалай төҙөлһә, дине шулай була, христиан диненә ислам динен алмашалар. Ата-әсә булған кешеләр яңғыҙҙары ҡөрьәндәре эргәһендә тороп ҡалалар. Бына һеҙ, офицер әфәнделәр, бында саҡта беҙҙең ҡыҙҙарға әйләнегеҙ, мосолманлыҡты күрһәтегеҙ, — тип һүҙен бөтөрҙө. Өҫтәлдең бер
176
яғында ултырған ҡыҙҙар шарҡылдап көлөп ебәрҙеләр, ҡайһылары оялып, баштарын баҫтылар. Башҡалар көлөштөләр. Мостафа Ҡарашайский, һүҙенең етдилеген юғалтмаҫ өсөн:
-
Бер ҙә көлкө түгел, мин ысынлап әйтәм, — тип офицерға ҡараны. Уның һүҙенә бер кем дә яуап ҡайтарманы. Уның һүҙен ҡеүәтләү ҡыҙҙар алдында уңайһыҙ ине, Хәлимов түҙмәне, эскән стаканын өҫтәлгә ҡуйып:
-
Мостафа әфәнде дөрөҫ әйтә, мосолман ҡыҙҙары булғас, мосолман егеттәренә сығырға тейештәр. Бына беҙҙең ниндәй матур, мәҙәни егеттәребеҙ бар. Әйҙә шуларға димләйек. Мин никах уҡырға әҙер. Әллә хәҙер үк уҡыйыммы? — тип, үҙенә айырым тауыш менән ғыжылдап көлә башланы. Хәлимов русса ватып һөйләһә лә, һүҙҙең төп мәғәнәһен аңланылар. Бөтә мәжлес шаулап көлә башланы. Ҡайһы бер ҡыҙҙар көлөп, түҙә алмайынса, күрше бүлмәгә сығып киттеләр, хужаға ҡыҙҙарҙың сығыуҙары оҡшаманы:
-
Был ниндәй балалыҡ тағы? — тип, күтәренке, хаким тауыш менән ҡысҡырҙы. Ҡыҙҙар, күрәһең, атаһынан ҡурҡалар, тиҙ генә күҙҙәрен түбән баҫып сыҡтылар:
—■ Ғәфү итегеҙ! Беҙ былай ғына сыҡҡайныҡ, — тинеләр. Урындарына килеп ултырҙылар. Өҫтәлдәгеләр күптән ашамайҙар, тик Хәлимов ҡына, яңғыҙы йәйелеп, үҙенең өйөндәге кеүек, тирләп-бешеп сәй эсә ине. Ниһайәт, ул да әсеүҙән туҡтаны, өҫтәлдән тора башланылар. Хужа папирос тоҡандырҙы, шуны көтөп торған кеүек, башҡалар ҙа, дивандарға ултырып, тарта башланылар. Былар араһында мин яңы таныш булғас, ситкәрәк сығып ултырҙым. Ҡарашайскийҙың бер ҡыҙы миңә килеп ҡулын һуҙҙы:
-
Марьям! — тине, мин үҙемде тәҡдим итә алманым, яртылаш тороп күрештем дә яңынан диванға ултырҙым, ул да минең эргәмә ултырҙы: — Ьеҙгә скучно, бугай. Баянан бирле ҡарап ултырам, һөйләшмәйһегеҙ, бик тартынып ултыраһыгыҙ, — тине. Көтөлмәгән был мөнәсәбәткә мин аптырап, ҡаушап ҡалдым. Уға ҡаршы ни әйтергә яуап таба алмай торҙом. Уға тура ҡарамай гына:
-
Мин бында яңы кеше, яңы таныш, — тинем. Мәрйәм күтәрелеп китте, йөҙҙәренә кисереш сығарҙы:
-
Зачем! Зачем!.. Разве шулай уйларға ярай? Бындағы әфәнделәр беҙгә барыһы ла яңы таныштар. Давайте, улай күңелһеҙ булмағыҙ! Бөгөн байрам мөнәсәбәте менән беҙҙә йәштәрҙең вечеры була. Ьеҙҙең унда булыуығыҙҙы беҙ настоятельно һорайбыҙ. Бында кавалер, наверно, һеҙ генә булырға тейеш, ҡалғандары өйләнгән кешеләрҙер, тип уйлайым, — тине. Мин ҡыҙарҙым, һүҙһеҙ ҡалдым. Шунан һуң:
-
Ваҡыт булһа, китмәһәк, бәлки килербеҙ, — тинем. Минең был һүҙем тағы ла Мәрйәмде ғәжәпкә ҡалдырҙы:
177
-
Бөтәгеҙ ҙә дүрт көнгә отпуск алып килгәнһегеҙ, буғай, атайым шулай тине. Беҙ бөтә таныштарыбыҙға ла шулай хәбәр иттек, — тип, миңә урындығын яҡыныраҡ ҡуйҙы. Мәрйәмдең кавалер тигән һүҙе һәм бик яҡын килеп ултырыуы минең йөрәюте тулҡынландырҙы, ысынлап та, бында килгән кешеләр араһында иң йәше мин. Хәлимов менән Туйышев утыҙ йәш тирәләрендәге запас һалдаттар, поручик, үҙенең кеҫәһенән алып, ҡатыны һәм балаларының һүрәттәрен күрһәтте. Прапорщик Эхмәтьянов йәш булһа ла, ҡарт сырайлы күренә. Уның бисәле булыуы бик мөмкин. Ә мин саҡ егерме йәшкә сыҡҡан бала сырайлы кеше. Улар мине һис шикһеҙ кавалер тип белгәндәр. Мин мәсьәләне аңлап алдым.
-
Әгәр ҙә мөмкинлек тапһам, килергә тырышырмын, — тип бик нескә һәм мәҙәни кешеләрсә яуап бирҙем. Мәрйәм миңә артыҡ үҙләшеп китте. Ул, күптәнге таныш кеүек, минең менән һөйләшергә башланы:
-
Бәлки, һеҙҙең төшкән фатирығыҙ уңайһыҙҙыр, шуға күрә китергә уйлай торғанһығыҙҙыр? Әйҙә, беҙгә рәхим итегеҙ! Беҙҙең фатир ҙур, айырым бүлмәләр бар. Теләһәгеҙ, беседкала йоҡларға мөмкин. Унда һауа бик яҡшы була. Беҙҙең иптәш ҡыҙҙарыбыҙ ҙа килә, күңелле булыр.
Минең күңел борсола, иптәштәрем иҫкә төшә башланы. Ҡалай ғына булһа ла миңә ҡайтырға кәрәк. Бәлки, улар китергә йыйына торғандарҙыр, мине, юғалды, оҙаҡ йөрөй, тип һүгә торғандарҙыр. Ә бында мине тиҙ генә ебәрергә иҫәптәре юҡ. Мәсьәлә һаман да тәрәнәйә, тармаҡлана. Вечерға барыу, квартираға күсеү тәҡдимдәре яһала, мин, шуларҙы уйлап, папирос артынан папиросты өҙлөкһөҙ тартам. Арҡалар тирләне. Ҡолаҡ артынан да тир сыҡҡан кеүек тойола, ләкин, уны һөртөү өсөн минең кеҫәлә ҡулъяулыҡ юҡ. Ҡул менән һыпырһаң, уңайһыҙ. Алдымда артыҡ мәҙәни ҡыҙ ултыра. Ул йоҡа ебәк күлдәктән, аяғында ебәк ойоҡ, аҡ нәфис туфли. Сәстәр иң матур прическа менән эшләнгән. Түштә алтын брошка, бармаҡтарҙа бриллиантлы йөҙөктәр, ҡулда ебәк ҡулъяулыҡ менән веер; ул һәр ваҡыт шуның менән битен елләтеп ултыра. Еләҫләткән саҡта унан иң яҡшы хушбуй еҫтәре тарала, йәйеләләр. Ауыҙында ике алтын теш тә күренә. Шуның өҫтәүенә уның кәүҙә төҙөлөшө артыҡ нескә һәм килешле. Кескәй генә түңәрәк йөҙҙәр, ҙур ҡара күҙҙәр, оҙон керпектәр, һыҙылып торған матур ҡара ҡаштар менән биҙәлгәндәр. Ҡылыс танау, кескәй ауыҙ, сәскә кеүек ҡыҙыл ирендәр, алма кеүек ҡыҙыл биттәр Мәрйәмде артыҡ дәрәжәлә матур күрһәтәләр. Уларҙың ысынлығына күңел ышанмай, художниктарҙың картиналары иҫкә төшәләр, мин уның йөҙөнә бер нисә тапҡыр һыпырылып ҡараным. Ләкин күҙҙәрҙе тиҙерәк алдым. Ә Мәрйәм минең эргәгә һәр ваҡыт яҡын килеп, һыйынып, күҙҙәргә тура ҡарап һөйләй. Мин ул ваҡытта күҙҙәрҙең ҡабаҡтарын төшөрөп, алдыма ҡа-
178
pan ултырам. Фронтта йөрөп, тупаҫланып, ярылып, ҡаралып бөткән ҡулдарымды кеҫәгә тығырға, тәмәке тартҡанда уға төтөнө бармаһын һылтауы менән диван ситенә, ҡырға ҡуйып торған булам.
Мәрйәм миңә һаман яҡыная, һаман үҙләшә. Үҙенең гимназия бөтөрөп, медицина факультетының өсөнсө курсында уҡыуын, балалар ауырыуы белгеслегенә әҙерләнеүен, һеңлеһе Сараның киләһе йылға гимназия бөтөрәсәген, хатта үҙенең егерме ике йәшкә сығыуын да һөйләне. Атаһының да ҡаты характерын, бик ҡаты мосолман булыуын, балаларына ла мосолман тәрбиәһе бирергә тырышыуын асып һалды. Һәр ваҡыт беҙҙең һөйләшеүгә ҡыҙығып, беҙгә күҙ һалып ултырған Хәлимов миңә хәлфәләрсә бер нисә тапҡыр күҙен ҡыҫып алды. Күҙҙәрен майландырып, ҡулдарын ыуып, айырым бер шөһүәтпәрәшлек менән йылмайҙы.
Ә минең күңелем тынысһыҙ, минең күңелем иптәштәрҙә ине. Мәрйәм минең турала бер нәмә лә һорашмай. Ул һорашһа ла, мин үҙемде бик әре тоторға, тауыштарҙы танауҙан сығарып һөйләргә, мәҙәни кеше күренергә тырыштым. Ситтән һәр ваҡыт беҙгә күҙ һалып ултырған әсәһе беҙҙең эргәгә килде, минең менән күреште, минең эргәгә диванға ултырҙы:
Мәрйәм, һеҙ был әфәнде менән бик килешеп киттегеҙ, буғай, һеҙҙең һүҙҙәр бик күңелле баралар. Ҡайҙа, уңайһыҙламаһам, миңә лә ултырырға рөхсәт итегеҙ! — тине. Миңә ҡарап йылмайҙы.
-
Пожалуйста, пожалуйста! — тип мин бер аҙ ситкәрәк тайҙым:. Ул:
-
Ултырығыҙ, ултырығыҙ! — тип, бик йомшаҡ ҡына беләгемдән тотто. Мәрйәм әсәһенең был һүҙенә шатланды. Балалар кеүек матур күҙҙәрен өйләндереп, әсәһенең ҡулынан: тотоп:
-
Рәхмәт, мам! Беҙ бында бик күңелле итеп һөйләшеп ултырабыҙ. Беҙҙең әңгәмә бик приятный. Мин әле әфәндегә бөгөнгө вечерға килергә тәҡдим яһаным. Фатирға уңайһыҙ булһа, үҙебеҙҙән бүлмә тәҡдим иттем, — тине. Әсәһе, йөрәгенә ҡулын ҡуйып: «Рәхим итһен! Ул турала һүҙ булырға мөмкин түгел. Байрамды шундай приятный компания менән үткәреү бөтәбеҙгә лә күңелле булыр», — тип, минең арҡанан һыйпаны.
Әсәһенең был һүҙе минең күңелде тагы ла нығыраҡ борсо- но. Миндә тиҙерәк китеү өсөн шул тиклем көслө теләк тыуҙы, әгәр ҙә мөмкин булһа, ҡош булып осоп китер инем. Ҡайтҡас, иптәштәремде үбер инем. Шул тойғо менән түбәләргә, асыҡ тәҙрәләргә ҡарап ҡуйҙым.
Хужабыҙ Мостафа публиканың тын булыуын һораны:
-
Ҡунаҡтарҙы гел һүҙ менән һыйламағыҙ. Мәрйәмдең пианино уйнауын һорайыҡ, әфәнделәр, — тине. Кемдәрҙер ҡул саптылар. Мәрйәм еңел генә тороп, пианино эргәһенә барҙы, аяғөҫтө торған килеш ноталар аҡтарырға тотондо. Ул киткәс,
179
минең эргәлә һауа иркенәйеп ҡалған кеүек булды. Иркен итеп һулыш алдым. Шунан һуң уға ситтән иркенләп ҡарай башланым. Ул, ысынлап та, ғәжәп яратылған бер һын. Уның килмәгән һис бер ере юҡ. Гүйә, ҡарар өсөн генә яратылған бер күбәләк. Ул осоп ҡына йөрөргә тейеш. Хәҙер Мәрйәмдең минең менән һөйләшеүен, бөтә йөрәген миңә асып һалыуын һис аңламаным. Ул ниндәйҙер бер нотаны таба алманы, әсәһе, ғәфү һорап, минең эргәнән китте. Мин тағы ла иркенәйҙем. Шул моменттан файҙаланып урындан торған булдым. Тәҙрәнән тышҡа ҡараным. Тышҡа ҡарағас, тағы ла йөрәгем әсенеп китте, һорап китергә бер генә лә һылтау табып булмай, ни әйтһәм дә, уңайһыҙ сығыр төҫлө күренә. Шунан һуң Хәлимов эргәһенә барып ултырҙым. Барып ултырыу менән, ул минең бөйөргә төрттө. Ауыҙын минең ҡолаҡҡа ҡуйып, бышылдай башланы:
-
Ну, егет, фәрештәне ауланың бит! Ул һинең менән сихырланды, һин уны ҡулдан ысҡындырма! Күрәһең бит, әсәһе лә ҡалай йөрөй? Етмәһә, бүлмә тәҡдим итәләр. Һинең урыныңда мин булһам, ошо урынымдан ҡуҙғалмаҫ инем, шул фәрештә эргәһендә ҡалыр инем.
Хәлимовтың был һүҙҙәре минең ҡолаҡты ярып инделәр. Асыу килде, ахырында уның эргәһенән ситкәрәк киттем. Ул:
-
Ниңә ҡурҡаһың? Былар беҙҙеңсә аңламайҙар бит! — ти.
Мәрйәм пианино уйнарға тотондо. Атаһы ноталарын асып
тороу өсөн ярҙамға килде. Бөтә халыҡ пианино моңо аҫтына күмелде. Ул ниндәйҙер күңелдәрҙе ашҡындырырлыҡ моңло һәм дәртле бер көй уйнарға башланы. Ул пианино алдында күбәләк кеүек һелкенә, тирбәлә, уның нескә, нәфис бармаҡтары клавиатура өҫтөндә аҡ ебәк кеүек бәүеләләр, тулҡынланалар, гүйә, ул моңдар ул баҫҡан телдәрҙән сыҡмай, Мәрйәмдең үҙенән, уның бармаҡтары аша яңғырап торалар.
Ул бер нисә көй уйнаны. Бөтә халыҡ айырым тыныслыҡ һәм кисереш менән тыңланы. Ул уйнап туҡтағас, бөтәһе лә Мәрйәмдең музыкаһын маҡтанылар. Атаһы айырым бер ғорурлыҡ менән:
-
Беҙҙең Мөрйәм йәштән музыкаға һәләтле булды. Уны музыкаға өйрәткән кешеләр, Мәрйәмдән ҙур композитор сығыр, тигәйнеләр. Ләкин мин музыка юлы менән ебәрмәнем. Шулай ҙа музыканан етерлек тиклем мәғлүмәт алдырырға тырыштым. Хәҙер ҙә уны консерваторияға һорайҙар. Ул турала ҡарар иткәнебеҙ юҡ әле. Һуңғы курсы ҡалды, уҡып бөтһөн инде, тибеҙ, — тип, Мәрйәмдең айырым сифаттарын беҙгә һөйләп бирҙе.
Шунан һуң поручик хужанан китергә рөхсәт һораны. Хужа рөхсәт бирмәҫ борон мин күтәрелеп торҙом. Мәрйәм, күбәләк кеүек осоп, минең эргәгә килеп етте:
-
Һеҙ ҡайҙа ашығаһығыҙ? Ултырығыҙ әле! Атай, ни эшләп һин ҡунаҡтарға рөхсәт бирәһең? Ҡалһындар!
180
Поручик һылтауҙар күрһәтте. Тағы киләсәген белдерҙе. Мостафа, барыбыҙға ла ҡарап:
-
Әфәнделәр! Бөтәгеҙ ҙә киске сәғәт 8-ҙә миңә ужинға рәхим итегеҙ. Минең башҡа ҡунаҡтарым да була. Ул мәжлестә инде әҙерәк булыр, күңелле булыр. Ҡыҙҙар вечер ҙа ойошторалар, буғай, теләгән кешеләр шунда ҡатнашырҙар, — тине.
Бөтәбеҙ ҙә килергә тип вәғәҙә биреп, иҫәнләштек. Тышҡа сыҡтыҡ. Мәрйәм беҙҙең арттан сыҡты. Минең ҡулдан килеп тотто:
-
Мин һеҙҙе үҙем айырым саҡырам. Килмәй ҡалмағыҙ. Мин көтәм! Юғиһә үпкәләрмен! — тип урамға сыҡты. Мин баш һелкеп кенә ризалыҡ белдергән булдым. Минең күңел иптәштәр эргәһенә осорға тора ине. Беҙ урамдан атлағанда, ул һаман ҡапҡа төбөндә ҡалды. Мин кәүҙәне төҙ тоторға, аяҡтарҙы офицерҙар кеүек өҙөп баҫырға тырыштым. Хәлимов һаман теге ҡыҙ менән минең турала һөйләште. Һөйләгәндә һәр ваҡыт эсен тотоп килде. Тыҡрыҡҡа ҡайырылғас, мин тегеләр менән иҫәнләштем дә бөтә көс менән иптәштәр эргәһенә йүгерҙем. Мин үҙемде ғәйепле һанап йүгерәм, үҙемде ҡалайтып аҡлау тураһында уйлап йүгерәм...
Мин ҡайтҡанда иптәштәр тын ғына ултыралар ине. Новиков менән Индрил бик күңелһеҙ күренәләр. Миңә өндәшмәнеләр. Байғужа:
-
Һине көттөк, ҡайтманың, һиңә ашарға ҡалдырҙыҡ, — тип котелоктарҙы аҡтара башланы. Минең күңелгә шик төштө. Новиков эргәһенә килдем:
-
Мин оҙаҡлап киттем. Әллә миңә асыуландығыҙмы? Китергә булһа, әйҙә, китәбеҙ! — тинем. Новиков әкрен генә:
-
Юҡ, асыуланманыҡ. Бына Индрил менән әҙерәк талашып, үпкәләшеп алдыҡ әле, — тине. Индрил бик күтәренке тауыш менән:
-
Новиков Наполеон булырға уйлай. Мин әйтәм, була алмаҫһың, тимен. Бына шул турала килешә алманыҡ, — тип йөрөй башланы. Новиков көлөмһөрәне:
-
Чудак, һин үҙ күңелеңдәген һөйләмә! Ярар, мин башҡа һинең менән һүҙ көрәштермәйем инде. Бына Булат ҡайтты, ул үҙ фекерен һөйләр, — тине. Байғужа минең алға котелок менән картуф һәм сусҡа итенән бешерелгән аш ҡуйҙы. Мин ашарға башланым. Бик тәмле тойолдо. Тегендә сәй алдында ашаған тәмле нәмәләр менән тамаҡ туймаған, күрәһең, аппетит тағы ла нығыраҡ асылды. Минең барған мәжлес тураһында, минең күргәндәр тураһында һорашҡан кеше юҡ. Иптәштәрҙең беренсе тапҡыр шундай төҫтә ултырыуҙары миңә уңайһыҙ булды. Ундай ваҡытта ул ҡыҙыҡтарҙы һөйләү урынһыҙ ине.
Һуңға табан миңә мәсьәләне астылар. Һүҙ беҙҙең алғы яҙмыш тураһында барған. Шул мәсьәләлә Новиков менән Инд- рилдың фекерҙәре айырылышҡан, ҡапма-ҡаршы булғандар. Индрил мәсьәләне былай ҡуйған:
181
-
Былай билдәһеҙ бер маҡсат менән йөрөү туйҙырҙы инде, йә полкка ҡайтырға кәрәк, йә һалдат формаһын ташлап, бөтөнләй йәшеренергә кәрәк, иҙән аҫтына китергә кәрәк!
Э Новиков ике юлдың береһен дә ҡабул итмәгән. Ул үҙ планын тәҡдим иткән:
-
һалдаттар араһында һуғышҡа ҡаршы фекер тыуҙырырға кәрәк. Беҙҙең кеүек ҡасып йөрөгән һалдаттарҙы ойошторорға кәрәк. Шунан һуң бер урында һуғышҡа ҡаршы восстание күтәрергә кәрәк. Был восстаниеға фронт буйындағы бөтә крәҫтиәндәр ҡушыласаҡтар. Ул хәрәкәттең киңәйеп китеүе бик мөмкин. Унан һуң һуғышҡа ла сик ҡуйылыр.
Икеһенең дә фекере тормошҡа үткәреү өсөн ауыр. Новиков фекере артыҡ киң майҙанды әсенә ала. Уны беҙ башҡара алабыҙмы, юҡмы? Ул турала уйлау бик ҡыйын.
Мин ике фекерҙең уртаһында ҡалдым. Буранбай менән Байғужа минән башҡа үҙ тарафтарынан бер фекер ҙә әйтә алмайҙар, бер фекергә лә ҡушыла алмайҙар. Буранбай әйтә:
-
Новиков артыҡ ебәрелә. Ул беҙҙең ҡулдан киләме ни? Әйҙә йөрөгән тиклем йөрөйөк. Хәҙергә йөрөргә була бит әле. Ҡаптырһалар, тағы ла ябып тоторҙар ҙа тағы ла фронтҡа ебәрерҙәр. Бәлки, уғаса миринье лә булыр әле, — ти. Байғужа ла шул фекерҙә. Хәҙер инде өс төрлө фекер тыуҙы. Шуларҙан уҙып, мин тағы үҙемә бер айырым фекер тыуҙыра алмайым. Быларҙың барыһы ла беҙҙең бөтә һуғыш буйына кисергән ауырлыҡтарҙан, эҙләнеүҙәрҙән тыуған фекерҙәр. Хәҙер шуларҙан иң уңайлыһын, ҡулдан килә торғанын һайларға кәрәк. Беҙҙең хәҙерге шартта артыҡ пландарҙы үтәү мөмкин түгел. Эгәр ҙә шундай берәй восстание ҡалҡһа, беҙгә ҡушылып китергә мөмкин.
Ысынлап та, ошо сәғәттә беҙҙең алда ауыр бурыс тора. Һаман йөрөп ятабыҙ. Һаман шулай билдәһеҙ маҡсат менән йөрөргә уйлайбыҙ. Был урында Индрил хаҡлы. Ләкин шул хәлдән ҡалай Сығырға, уның өсөн ниндәй юл тоторға? — Бына шул турала уйланырға кәрәк. Бөгөнгө хәл шуны талап итә. Әлбиттә, Новиков шунан сығып, мәсьәләне киңәйтеп ебәргән. Уны бит газеталарҙа уҡығанда, уйлағанда ғына еңел, эшләүе ауыр. Эгәр халыҡ стихиялы рәүештә ҡуҙғалып китһә, шул ваҡытта улар араһына инеп, улар араһында ҡотҡо йөрөтөргә, юлдар күрһәтергә беҙҙең ҡулдан килер ине.
Беҙ, аҙағында, шундай фекергә килдек:
-
Йөрөүҙе шулай дауам иттерергә, Украина яғына фронтҡа китергә. Уның өсөн, беҙҙең дивизия шул яҡҡа оҙатылған тип, тимер юлдан файҙаланырға.
Беренсенән, унда Австрия армияһы һуғыша, бындағыға ҡарағанда унда фронт йомшаҡ, тиҙәр. Икенсенән, ул яҡта дезертирҙар күп, тиҙәр. Тимер юл һирәк, ҡалалар һирәк, унда йөрөүе уңайлыраҡ, тиҙәр. Беҙ планды шулай ҡорҙоҡ. Бөтә иптәштәр шул фекергә ҡушылдылар. Индрил менән Новиков
182
ҡул бирештеләр. Бөтәбеҙ ҙә шатландыҡ. Шул уңай менән Индрил:
-
Миндә отҡан аҡса күп. Хәҙер лавкаға барам. Ниндәй яҡшы нәмә осрай, шуларҙы алам. Байғужа, бына һиңә аҡса, һин бөгөн өс тауыҡ, сусҡа майы һәм картуф тап, был ауыл бай, байрам ваҡыты. Барыһын да табып була, — тип, Байғужаға аҡсалар сығарып бирҙе, үҙе кейенеп, китергә йыйынды:
-
Бөгөн мосолман иптәштәрҙең байрамдарын итәбеҙ, иртәгә таң менән юлға!
Ул сығып китте. Новиковтың йөҙө асылды. Мин, моменттан файҙаланып, мәжлестә булған хәлдәрҙе һөйләнем. Ул бик ҡыҙыҡһынып, айырым иғтибар менән тыңланы:
-
Бында мосолмандар шулай торалармы? — тип, миңә ғәжәпләнеп һорау бирҙе. Мин уны ышандырҙым. Ул минең, баяғы һүҙемде иғтибарға алып, буғай, күңелде табырға уйланы:
-
Юҡ, беҙ һиңә һис асыуланманыҡ. Тик һин булмағас, беҙгә уңайһыҙ булды. Беҙ Индрил менән талашып киттек. Бик ауыр һүҙҙәр әйтештек. Хатта йоҙроҡҡа етә яҙҙыҡ, һин булмағас, Байғужа менән Буранбай бер фекергә лә ҡушылмайҙар. Бына һин ҡайтҡас, мәсьәлә тиҙ хәл ителде. Хәҙер һин буш. Әгәр иптәштәр күнһәләр, вечерға бар. Мин үҙем риза, — тине. Новиков был һүҙҙәрен йөрәгенән, аҡ күңелдән әйтте. Байғужа ла был фекергә ҡушылды:
-
Әгәр вечерға барһаң, мин һиңә бик шәп погон бирәм. Си- фырҙары еҙҙән ҡойолған, — тип, сығарып бирҙе. Мин уны тағып ҡарағас:
-
Офицерға оҡшаның, — тинеләр.
Ә Новиков тағы күтәреп ебәрҙе:
-
Байҙарҙа байрам ваҡытында ужин шәп булыр. Исмаһам, бер туйғансы ашап ҡайт. Беҙҙең юл оҙон, һалдат ҡорһағына ярар ул.
Иптәштәр риза булғас, иртәгәге көндөң маҡсаты ла асыҡ булғас, мин Мәрйәмгә биргән вәғәҙәне тыныс күңел менән үтәргә булдым. Киске вечерға әҙерләнә башланым.
Бер аҙҙан Байғужа менән Индрил әллә ни тиклем аҙыҡ күтәреп ҡайттылар. Беҙ төшкән хужа ҡатын поляк ҡатыны ине. Ул беҙҙең ашты үҙе әҙерләргә булды. Индрил миңә мәсьәләне ҡәтғи ҡуйҙы:
-
Үҙебеҙҙең әҙерләгән ашты ашамайынса бер ҡайҙа китеү юҡ! — тине. Аш алдынан әҙерәк эсемлек таптылар. Хужа ҡатын әҙерләгән аш бик тәмле булды. Хужаларҙы ла һыйланыҡ. Кәйеф күтәрелде, өй эсе байрам төҫөн алды. Индрил декламацияһына тотондо. Сәғәт киске һигеҙгә тиклем хужаның өй эсен дыу килтерҙек.
Мин, ысын кавалер булып, вечерға Киттем. Бөтә иптәштәрем шаулашып мин килә торған өйгә тиклем оҙаттылар. Индрил яҡты лампа янған тәҙрәгә ҡарағас:
183
-
Бында аристократия! — тип ҡысҡырып ебәрҙе, Новиков уның ауыҙын баҫты. Беҙ бөтәбеҙ ҙә шаҡтай уҡ ҡыҙып алғайныҡ. Мине оҙаттылар, мин бик баҙыҡ аҙымдар менән өйгә индем. Бөтә ҡунаҡтар йыйылғандар. Бик күп ят кешеләр бар. Ҡатын-ҡыҙҙар күп. Мәрйәм мине ҡаршы алды. Ҡыҙыулыҡ менән уның ҡулын ҡаты ҡыҫып күрештем, үҙем дә уңайһыҙландым, Мәрйәм ҡунаҡтарға:
-
Был әфәнде фронттан байрамға килгән, беҙҙең ҡунаҡ була, — тип мине таныштырҙы. Шунан һуң мине икенсе залға алып китте. Унда әллә ни тиклем ҡыҙҙар, егеттәр йыйылғандар. Араларында бер нисә ғәскәри кеше, офицер һәм прапорщик Әхмәтьянов та бар. Унда танса бара.
Инеү менән Мәрйәм мине үҙе менән танцевать итергә һораны. Мин үҙ ғүмеремдә танцевать иткәнем юҡ һәм танса мәжлесенә ҡатнашҡаным юҡ. Ҡаушап ҡалдым, ни әйтергә белмәнем.
-
Ғәфү итегеҙ, мин, һуңға ҡалам тип, ҡыҙыу килдем. Әҙ генә хәл йыйырға рөхсәт итегеҙ! — тинем. Мәрйәм ҡарышманы. Ул ниндәйҙер бер бик йәш егет менән танцевать итә башланы. Мин яңғыҙым танса ҡараған ҡарсыҡтар, балалар араһында ултырам. Миңә ҡыйын һәм оят булды. Әгәр ҙә вечерҙың былай булырын белһәм, бер аяҡ атламаған булыр инем, тип әстән баш вата башланым, «белмәйем» тиһәң — ярамай, бында танса белмәгән кеше килмәй, «кәйефем юҡ» тиһәң — тағы ла килешмәй. Ниһайәт, башҡа бер хәйлә килде: «Аяғымдан ныҡ ранен булғайным. Ул төҙәлеп етмәгән, докторҙар бейергә ҡушмайҙар». «Ә һуң йөрөргә нисек ҡушалар?» тип, һорау би- реүҙәре бик мөмкин. Шулай ҙа һуңғы фекерҙә ҡалам. Танса туҡталды. Бейеүселәр еләҫ алып, ҡултыҡлашып, залда һөйләшеп йөрөй башланылар. Танса бөтөү менән, Мәрйәм, күбәләк кеүек осоп, минең эргәгә килеп етте. Ул хәҙер бөтөнләй башҡа төрлө кейенгән. Көндөҙгө аҡ кейемдәрен ташлап, хәҙер алһыу төҫкә төрөнгән. Түштәрендә, сәстәрендә ҡыйбатлы таштар ялтырайҙар, уның матурлығын тағы ла арттыралар, әкиәттәрҙә һөйләнә торған ен батшаның ҡыҙҙарын күҙ алдына килтерәләр. Ул килеп ултырғас та, мин теге һүҙемде әйтергә уңай момент эҙләй башланым. Унда минең менән бейеү теләге ҙур, ул тәүҙә тәҡдим иткәндә үк уны әйтеп һалды, әҙ-мәҙ һөйләшкәс тә, Мәрйәм:
-
Ьеҙ хәл йыйғанһығыҙҙыр инде, шулай бит? — тине. Мин, бик әрнеүле тауыш менән:
-
Тансаға бик ҡыҙығып ултырам да, мөмкин түгел бит әле! — тинем. Уның күҙҙәре ҙурайҙы. Минең ике беләктән тотто.
Күкрәген ҡалҡытып һулыш алды.
-
Йә, нисек мөмкин түгел? Әллә кәйефегеҙ юҡмы?
-
Кәйеф ничего, бына минең аяҡ менән эш насар бит.
-
Аяҡ менән?!.
-
Ранен булғайным. Шунда һөйәк араһында снаряд яр
184
сыҡтары тороп ҡалғандар, ҡатыраҡ баҫһаң, шулар яфалайҙар, ауырталар.
Мәрйәм ҡулдары менән башын баҫты:
-
Снаряд ярсыҡтары ҡалған, тиһегеҙ? Ай-ай, бик ауыр булғандыр бит һеҙгә!.. Бының ауырлығын күҙ алдыма килтереү ҡурҡыныс. Юҡ, юҡ, улай булғас, һеҙгә бейергә бөтөнләй ярамай. Ғәфү итегеҙ. Мин һеҙҙең был хәлегеҙҙе белмәнем, ғәфү итегеҙ!
Шунда уҡ тороп публикаға ҡысҡырҙы:
-
Был әфәндене мин тансаға тәҡдим иткәйнем. Аяғы ярамай икән. Мин белмәнем, зинһар, ғәфү итегеҙ!
Миңә бик күп күҙҙәр ҡараны. Мин шундайыраҡ төҫ күрһәтергә тырыштым, шул ваҡыт уң аяҡты бик әкрен генә алға һуҙып ҡуйған булдым.
Мәрйәм тағы минең эргәгә килеп ултырҙы. Тағы үҙенең яңғырауыҡлы һүҙҙәрен түгә башланы. Хәҙер мин уны тыныс күңел менән тыңлай инем. Сөнки хәҙер иптәштәр тураһында күңел тыныс, тансанан да еңел ҡотолдом. Шул урында мин ҡуҙғалмайынса ултырырға хаҡлымын.
Танса ваҡытында Мәрйәм бер кем менән дә танцевать итмәне. Ьәр ваҡыт пианино уйнаны. Танса туҡталған ваҡытта, минең эргәгә килде. Тағы ла яңғырауыҡлы һүҙҙәрен түкте. Тансаны бөтөнләй туҡтаттылар. Төрлө уйындарға керештеләр. Мин уларҙың бөтәһенә лә ҡатнаштым. Иң аҙаҡтан һәр кемгә бер нәмә һөйләргә ҡуштылар. Теләһә ниндәй телдә һөйләргә, йырларға, декламация уҡырға, анекдот һөйләргә, үҙ тормошонан бер эпизод һөйләргә мөмкин.
Минең башта тағы ла бер ауыр мәсьәлә тыуҙы. Үҙ-ара һөйләшкәндә руссаны зарарһыҙ һөйләһәм дә, ундай публика алдында сығыу мөмкин түгел. Башҡортса һөйләһәң, көлөрҙәр. Аҙағында бер башҡорт көйөн йырларға булдым. Эстән генә төрлө көйҙәрҙе иҫкә төшөрә башланым. Ауылда саҡта яҡшы йырлай торғайным. Хәҙер икенсе йыл инде фронтта йырлау өсөн ауыҙ ҙа күтәргәнем юҡ.
Берәм-берәм һөйләнеләр, йырланылар, көлдөләр.
Миңә сират килеп етте. Ҡарышманым.
-
Мин һеҙгә берегеҙ ҙә ишетмәгән башҡорт йырын йырлайым, — тинем. Мәрйәм башлап ҡул сапты, уның артынан башҡалар ҡул саптылар. Ҡаушауымдан тирләп киттем. Тир- ләгәс, тамаҡ йомшарып киткәндәй булды. Бик оҙон итеп төрлө боролмалар менән «Буранбай»ҙы йырларға тотондом. Тауыш шыма сыҡты. Шул уңайға күңел нескәреп китте. Ниңәлер йөрәк таша башланы. Мин тауышты күтәргәндән күтәрҙем, моңландырҙым. Көйҙөң аҙағын үҙемдән өҫтәп, моңло тауыштар һуҙып бөтөрҙөм.
«Буранбай» бөтәһенә лә бик ныҡ тәьҫир итте, буғай, оҙаҡ ҡул саптылар. Тағы йырлауымды һорай башланылар. Мәрйәм,
185
килеп, минең ике ҡулымды алып бик ныҡ ҡыҫты. Миңә тура ҡарап:
-
Мин башҡорт йырын беренсе ишетәм. Миңә артыҡ дәрәжәлә тәьҫир итте. Унда әллә ниткән тәрән, кеше аңлап бөтөрмәй торған бер моң ишетелә. Мин музыканы бик яҡшы аңлайым. Һеҙҙең йырығыҙҙы ла аңланым. Ләкин минең өсөн бөтөнләй яңы көй. Зинһар, тағы бер йырлағыҙ.
Мин ялындырманым. Рух күтәрелде. Тағы ла йырлағы килде. Үҙебеҙҙең бөгөнгө яҙмышты уйлап, Новиковтар менән барасаҡ билдәһеҙ ауыр көндәрҙе иҫкә төшөрөп, күңел нескәрҙе, бындағы халыҡ, ниңәлер, ваҡ, түбән тойолдо. Минең шул тулҡынлы йөрәгемде Мәрйәм генә аңлай, шуның өсөн мин уға ғына йырларға тейешмен, тип хис иттем, шул ташҡынлы хис аҫтында мин тағы ла «Буранбай»ҙы башланым. Мин был юлы үҙемде Мәрйәмдәр өйөндә түгел, ҡайҙалыр киң яланда, һис бер кеше булмаған ерҙә тип белдем. Үҙем белмәгән, ҡайҙалыр йәшеренеп ятҡан көслө тауыштар сыҡҡанда, яңаҡ һөйәктәрем зыңғырланылар, аяҡ табандарына, йылы һыу ҡойған кеүек, йылы йүгерҙе. Ярһып, алғаҫып киттем. Йыр менән бергә күңел илай башланы. Һуңғы йырымды айырым бер тулҡын менән, йөрәктең ҡайҙалыр алғаҫып шашыуы менән, күңелдең ил ауы менән бөтөрҙөм.
Публика был юлы ҡул сапманы, бөтәһе лә баштарын түбән һалғайнылар. Теге залдан сығып, ишек төбөнә йыйылған ҡунаҡтарҙы күрҙем. Улар ҙа тын ине. Мәрйәм атаһының алдына йүгереп барҙы:
-
Папа, ой, ой — ғәжәп йырлай. Артыҡ моңло, артыҡ йөрәккә тәьҫир итә. — Шунан һуң ишек төбөндә ҡул саптылар. Бындағылар ҙа уларға ҡушылдылар. Мин китергә, урыныма ултырырға булдым. Ҡапыл ғына китеп булмай. Тәндәр, тартып ҡуйған ҡылдар кеүек, шулай йырлаған урынында ҡатып ҡалғандар. Йөрәк ҡабарынған, әйтәһе һүҙҙе әйтеп булмай. Мин ауа- түнә урыныма барып ултырҙым. Тағы ла Мәрйәм килеп етте.
-
Һеҙгә бик ауыр булманымы? Тирләгәнһегеҙ, — тип, минең биткә ҡулъяулығын елләтте. Минән һуң йырлаусы булманы. Мостафа килеп, минең ҡулды ҡыҫты:
-
Һеҙҙә бик һирәк осрай торған моңло тауыш бар икән, һеҙ йырлай башлағас, беҙ теге залда тын булып ҡалдыҡ. Беҙ әйтәбеҙ: ниндәй тауыш? Кем йырлай? Кем йыры? Үҙем килеп ҡараным. Икенсе йырлағанда бөтә ҡунаҡтарҙы алып сыҡтым.
Мин «рәхмәт» тиеүҙән башҡа бер һүҙ ҙә әйтә алманым. Миңә өлкән ҡунаҡтар яғына сығыуға тәҡдим булды. Мәрйәм ҡапыл гына ебәрмәне, мине үҙе менән бер бүлмәгә алып инде. Йылы һыу менән йыуындырҙы. Ниндәйҙер һыу бирҙе. Битте одеколон менән сылатты. Шунан һуң шунда диванға ултырып хәл йыйырға ҡушты. Үҙе сығып китте.
Мин йыр менән иҫергәнмен. Минең баш хәҙер бер нәмә лә уйламай. Гүйә, дыңғырлауыҡлы арбала оҙаҡ юлдан килгән юл
186
сы кеүекмен. Хәҙер мине йырларға ҡушһалар, ауыҙ асырға ла мөмкин түгел. Баяғы йырҙар, гүйә, шаулап үтеп киткән йәшенле, дауыллы ямғыр кеүек үтеп киттеләр. Ямғыр һуңындағы тын һауа кеүек, хәҙер минең баш тын, күңел буш, йөрәк талғын ғына тибә. Мин бүлмәлә янғыҙым байтаҡ ултырҙым. Ниңәлер, вечер залында шау-шыу тынды. Бер аҙҙан Мәрйәм инде:
-
Мин бөтәһен дә оҙаттым. Хәҙер инде һеҙҙе ҡунаҡтар бүлмәһенә алып инәм. Әсәйем һеҙҙе бик ныҡ һораны. Ьеҙҙең кәйефегеҙ нисек? — тип, минең эргәгә килеп ултырҙы. Йәш ваҡытымда ла, фронтта ла һис бер йылмайыу һәм иркәләү күрмәгән күңел йомшарып китте. Үҙемде бала кеүек һиҙҙем. Шул урында ултырғы, бик оҙаҡ ултырғы килде. Шул минут минең йөрәк тағы ла тулҡынланды, йәберһенгән балалар кеүек, эскә йыйылган бөтә ауыр төйөндәрҙе сиске, йөрәгемдең бөтә киңлеген асып, Мәрйәмгә бөтәһен дә теҙеп, һөйләп бирге килде. Ләкин Мәрйәм уға ирек бирмәне. Ул үҙ йөрәген миңә һөйләргә башланы:
-
Мин бөгөн шундай настроениела, миндә ул үҙ ғүмеремдә булғаны юҡ. Мин һеҙҙең йырығыҙҙа ниндәйҙер бер айырым кешелек зарын, шуның менән бергә һуғыш дәһшәтен кисерҙем. Мин хәҙер уны тасуир итә алмайым. Шуларҙы музыкаға һалғы, музыкала уйнағы килә. Мин шуларҙың бөтәһен дә өйрәнер инем. Ләкин һеҙ китәһегеҙ. Ьеҙ киткәс, ул йырҙы, ул моңдо мин шул тиклем һағынырмын, хәҙер үк мин уны һиҙәм!
Мәрйәмдең был һүҙҙәренә яуап биреүҙән мин ғажиз инем. Мәрйәм миндәге ул асыҡлыҡты үҙе ҡапланы. Минән адресымды ҡалдырыуҙы һораны. Минең тарафтан уға бер төрлө лә адрес биреү мөмкин түгел ине. Сөнки беҙ бөгөн бында, иртәгә тегендә.
-
Беҙ бынан күсәбеҙ. Беҙҙең частың ҡайҙа барыуы мәғлүм түгел. Ьеҙ үҙ адресығыҙҙы бирегеҙ. Билдәле ергә урынлашыу менән, һеҙгә, һис кисекмәй, хат яҙырға һүҙ бирәм.
Мәрйәм минең бөтә һүҙгә ышанды. Ул урынынан етеҙ генә ҡуҙғалды ла өҫтәл тартмаһынан матур тышлы бер кеҫә дәфтәре алды. Бик ашығып, ғасаби рәүештә яҙа башланы. Шунан һуң теге дәфтәрҙе түш кеҫәһенә тыҡты:
-
Был дәфтәр һеҙгә иҫтәлек булыр. Шунда адресымды яҙҙым. Хәҙергә уҡымағыҙ. Беҙҙән киткәс, юлда ғына уҡырһығыҙ. Шулаймы?
Әлбиттә, мин дәфтәргә ҡағылманым. Ул арала Мәрйәмдең әсәһе инде:
-
Унда ужинға көтәбеҙ. Мәрйәм, ҡунағыңды алып сыҡ, — тине, туҡталып торманы, ишектән сығып китте.
Беҙ ҡунаҡтар эргәһенә ингәндә, шаулы һүҙҙәр бара, улар шаҡтай ҡыҙып алғайнылар, бәхәс һуғыш тураһында бара ине. Беҙҙең хужа Мостафа, ҡыҙып-ҡыҙып, йөрәгенән һөйләй:
187
-
Беҙ хурлыҡлы рәүештә еңелеп ҡалырға тейеш түгел. Шундай ваҡытта дошман менән солох тураһында һөйләшеү дипломатия донъяһында күтәрә алмаҫлыҡ оят булыр. Әгәр беҙ был фронтта еңелгәнбеҙ икән, беҙҙең союзниктар көслөләр. Улар ярҙамға килергә тейештәр. Һәр хәлдә беҙ немецтарҙы баштарын күтәрә алмаҫлыҡ дәрәжәлә еңергә, иҙергә тейешбеҙ. Был беҙҙең хәлебеҙҙән килә.
Уға ҡаршы түрҙә ултырған таҙа, йыуан ҡорһаҡлы, ялтыр башлы берәү, күҙендәге пенснеһын төҙәтеп, һалҡын ҡан менән генә:
-
Мин һеҙҙе бик яҡшы аңлайым. Хатта һеҙҙең фекерҙе уртаҡлашам. Ләкин был — мәсьәләнең бер яғы ғына. Бына икенсе яғын оноторға ярамай. Хәҙер беҙ металлургия әлкәһендә бик ҙур кризис кисерәбеҙ. Металһыҙ ҡорал эшләп булмай. Һуғыш көткән мөҙҙәттән оҙаҡҡа һуҙылды. Запас бөттө. Үҙебеҙҙә металлургия сәнәғәте йомшаҡ. Ул эске кәрәк өсөн, бигерәген һуғыш кәрәге өсөн булған продукцияны бирә алмай. Хәҙерге ваҡытта ситтән сығарыу заемға бәйләнгән. Былай ҙа һуғыш бурысы миллиард менән иҫәпләнә. Һуғыш ваҡытындағы договорҙарҙың бөтәһе лә кабалаға бәйләнгән була. Һуғыш һуңында ул беҙгә яҡшы һөҙөмтә бирмәҫ. Унан һуң шуны оноторға ярамай: халыҡ араһында һуғышҡа ҡаршы рух үҫә. Эшселәр араһында революцион хәрәкәт көсәйә. Әгәр ҙә беҙ һуғышты һуҙһаҡ, бына шул яҡтан да сәлби һөҙөмтә килеп сығыуы бик мөмкин. Һуғыш шундай нәмә ул: тактик һәм стратегик яҡтан да тиҙ эшләнергә, уның уңышлы яғы ла, уңышһыҙ яғы ла бик тиҙ хәл ителергә тейеш. Хәҙерге заман шуны талап итә.
Был кеше тигеҙ, һалҡын тауыш менән, йөҙөнә һис бер төрлө кисереш сығармайынса һөйләне. Һүҙенең аҙағында ла һис бер үҙгәреш яһаманы. Уны бөтәһе лә тын тыңланылар. Көндөҙ беҙҙең менән мәжлестә булған поручик бик ауыр көрһөнөп:
-
Да, ауыр хәл ителә торған мәсьәлә!.. — тип ҡуйҙы. Башҡалар ҙа ул турала һүҙ алманылар. Мәжлестә ауыр настроение тыуҙы. Быларҙың һуғыш тураһында барған бәхәстәре минең өсөн шул тиклем асыҡ һәм аңлайышлы ине, мин поручиктың «ауыр хәл ителә торған мәсьәлә» тигән һүҙенә үҙемдән һөҙөмтә бирергә башланым. Новиковтың: «Һалдаттар араһында һуғышҡа ҡаршы фекерҙе көсәйтергә кәрәк, һуғышҡа ҡаршы восстание яһарға кәрәк, уға фронт буйындағы крәҫтиәндәрҙе тартырға кәрәк», — тигән фекерен быларҙың «ауыр хәл ителә торған мәсьәлә»—ләренә бәйләп алып киттем. Бында был мәжлес халҡы фекеренең килеп туҡталған ере менән Новиковтың һуҙып алып киткән фекере щул тиклем логик яҡтан бәйләнәләр ки, гүйә, Новиков ошо мәжлестә һөйләгән ораторҙың бөгөн һөйләгән һүҙен ишеткән дә шуны үҙ файҙаһына бороп ебәргән. Башта Новиков күтәргән мәсьәлә минең өсөн хәл ителмәй торған утопик мәсьәлә ине. Был мәжлестә ул минең өсөн асыҡ
188
хәл ителде. Һуғыш һуҙылған тәҡдирҙә, уның һуңғы оратор һөйләгән Һөҙөмтә менән бөтәсәгенә асыҡ фекер тыуҙы. Һуғышта күргән бөтә ауырлыҡтарға, трагедияларға, шул арҡала беҙҙә тыуған фекерҙәргә, беҙҙең әҙләнеүҙәргә минең өсөн ошо мәжлестә йомғаҡ яһалды. Шул минут миндә ошонда ишеткән, үҙемдә тыуған фекерҙәрҙе, тиҙерәк ҡайтып, Новиковҡа һөйләргә теләк тыуҙы.
Башта, тәү күргәндә, бындағы кешеләр бик өлкән, аҡыллы, культуралы булып күренгәйнеләр. Мин уларҙың бөйөклөктәре алдында ҡаушап ҡалғайным. Мин үҙемде бында ултырырға лайыҡ кеше түгел, ғәйет айҡанлы аңлашылмау арҡаһында ғына килеп эләккән бер кеше, тип һанағайным. Быларҙың һуғыш тураһындағы фекерҙәрен тыңлағас, улар минең алдымда ваҡ һәм ярҙамһыҙ кешеләр кеүек булып ҡалдылар. Мин үҙемде шундай кеше итеп һиҙҙем. Үҙебеҙҙең нисә көндәр буйы фронттан ҡасып, ауылдарҙа, урмандарҙа ҡасып, йәшеренеп йө- рөүебеҙҙе, һуғыш арҡаһында килеп сыҡҡан законлы бер аҙым, ул аҙымда бер беҙ генә түгел, беҙҙең ишеләрҙең күплегенә, меңләгән армия икәнлегенә төшөндөм.
Ханымдар тарафынан тәҡдим булды:
-
һуғыш тураһында һөйләмәҫкә, ҡатындар ҙа ҡатнаша торған башҡа турала һөйләшергә.
Был тәҡдим мәжлесте күтәреп ебәрҙе. Гүйә, аҙашҡан кешенең юлы һәләкәтле бейек ярға килеп туҡталғас, ҡайҙа барырға белмәй аптырап торғанда:
-
Алда юл юҡ. Һәләк булырһың, артыңа ҡайырыл! — тигән тәҡдим һуңында, артҡа әйләнгәне өсөн ҡыуанған юлсы кеүек, бер яһалма тауыш күтәрҙеләр. Ҙур өмөт бәйләнгән уңышһыҙ юл һуңындағы көсһөҙ һылтау кеүек, һуғыш тураһындағы хәл ителмәй ҡалған фекер был теманың ханымдарға күңелһеҙ булыу һылтауы менән ҡапланды.
Ужин алдынан яңынан эсемлектәр килде. Тост артынан тост күтәрҙеләр. Асыҡ ҡалған фекерҙәрҙе эсемлек менән күмделәр.
Төнгө сәғәт бер ине. Ҡунаҡтар тарала башланылар. Мин хужалар менән иҫәнләшеп китергә йыйынғанда, Мәрйәм килде. Мине бер мөйөшкә алып:
-
һеҙгә ҡайтырға алыҫ булһа, беҙҙә ҡунығыҙ, хәҙер урын әҙерләтәбеҙ, — тине. Мин был тәҡдимгә күнмәнем, һылтау таптым.
—г Ул ваҡыт иртәгә завтракка килегеҙ! — тине. Уларҙың завтрагы ваҡытында беҙ инде әллә ҡайҙа, юлда буласаҡ кешеләр. Мин уныһын Мәрйәмдән йәшермәнем:
-
Беҙ бөгөн таңдан китәбеҙ. Завтрак ваҡытында беҙ юлда булырбыҙ инде. Беләһегеҙ бит, беҙ хәрби кешеләр, — тинем. Минең был һүҙемә Мәрйәм туңып ҡалды. Күҙҙәрен бер нөктәгә терәп ҡатып ҡалды.
-
Улай булғас, улай булғас... ни эшләйбеҙ инде?..
189
-
Шулай, хәҙергә хуш булаһығыҙ! Хөрмәтегеҙгә рәхмәт! Байрам күңелле булды, — тинем. Ул минең һуңғы һүҙемде хәрәкәтһеҙ тыңланы. Шул ваҡыт ул ниндәйҙер эске тойғо менән минең ҡулдарҙы ҡаты итеп ҡыҫып торҙо. Ике арала һүҙ өҙөлдө. Шунан һуң Мәрйәм, ҡапыл һиҫкәнеп, күтәрелеп китте:
-
Бөгөн минең һеҙҙе ебәргем килмәй. Һис ебәргем килмәй. Эгәр мөмкин булһа, бөгөн генә ҡалығыҙ! Бөгөн генә!
-
Ғәфү итегеҙ! Мөмкин түгел!
-
Аһ, мин ҡалай бәхетһеҙмен! Мин һеҙҙе байрам бөткәнсе торор тип уйлағайным...
Тағы ниҙер әйтергә уйланы. Әйтә алманы. Башын түбән баҫты. Мин китеүемде иҫкәртеү өсөн:
-
Шулай, хәҙергә хуш булып тороғоҙ, Мәрйәм туташ! Бәлки, юл тура килһә, тағы ла килеп сығырбыҙ, кем белә? Адресығыҙ буйынса мин һәр ваҡыт хат яҙып торормон, — тинем. Мөрйәм, тауышын үҙгәртеп, ярым илаған, ҡалтыраған тауыш менән:
-
Ьеҙ тағы һуғышҡа китәһегеҙме?
-
Билдәле, шулай инде.
-
Аһ!.. Ниндәй ҡурҡыныс! Һеҙ һуғышҡа бармағыҙ! Үлерһегеҙ. Һеҙ, ҡалай ҙа булһа, һуғышҡа инмәҫкә тырышығыҙ!
Мин уға яуап ҡайтарманым. Ҡунаҡтар китеп бөткәйнеләр. Мин дә ҡәтғи рәүештә китергә булдым. Ҡул бирҙем. Ул да ҡулын бирҙе. Шул көйөнсә беҙ парадныйға сыҡтыҡ. Мин тағы ла иҫәнләштем. Тағы яңынан ҡул бирҙем. Мин баҫҡыстан төшкәс, ул, ишектән тороп:
-
Булат әфәнде, һеҙ хат яҙығыҙ! Мин көтөрмөн, — тине. Ул баҫҡыс төбөндә ҡалды. Мин аҙымдарҙы ашыҡтырҙым. Мин юл буйынса Мәрйәм тураһында уйлап ҡайттым. Яңы танышҡан, белмәгән бер кешегә уның шул әҙ ваҡыт эсендә үҙләшеүенә, бөтә йөрәген асыуына, иҫәнләшкәндә һуғыш ауырлығын уртаҡ лашыуына һис бер мәғәнә бирә алманым. Ләкин ул яҡын, үҙенең эске тойғоһо менән яҡын бер кеше булып ҡалды.
ЕГЕРМЕ БЕРЕНСЕ БҮЛЕК
Ун биш көн инде беҙ тимер юлда сәйәхәт итәбеҙ. Поездан поезға ултырабыҙ, һаман алға алған юлды дауам иттерәбеҙ. Беҙ поездың береһен дә һайлап тормайбыҙ. Почтовый булһа ла, санитарный булһа ла ярай, — тик беҙгә эләгеү генә шарт. Шулай уҡ вагондарҙы ла һайлап тороу юҡ. Эгәр ҙә пассажирский вагондар тура килмәһә, күмер вагондарында йәки площадка- ларҙа, йәки бөтөнләй асыҡ вагондарҙа барабыҙ. Беҙҙең өшөгән саҡтар ҙа булды. Иптәштәрҙең поездан тороп ҡалған саҡтары ла булды. Барған саҡта разъездарҙа ла төшөрөп ҡалдырғыланылар. Тимер юл буйлап, берәр, икешәр станция йәйәү барған саҡтарыбыҙ ҙа булды.
190
Ул ҡыйынлыҡтарҙың береһе лә беҙҙе туҡтатманылар. Беҙ һаман юлыбыҙҙы, барыуыбыҙҙы белдек. Иптәштәребеҙҙең береһе ҡалһа, беҙ алғы станцияларҙың береһендә төшөп, көтөп алдыҡ. Сөнки беҙ алдан уҡ шулай һөйләшкәнбеҙ, һүҙ беркеткәнбеҙ. Шуның өсөн дә ҡалған иптәш беҙҙе алғы станцияларҙың береһендә тыныс күңел менән табып ала һәм табыуына ышана ала.
Беҙ юлда Индрил менән шундай хәлгә күберәк осраныҡ. Индрил — бик теремек, һәр нәмәне алдан күрә торған кеше. Ләкин уның бер йомшаҡлығы бар. Ул, шаулап янған утты, урғылып аҡҡан һыуҙы ҡарарға яратҡан кеүек, паровоздарҙың көслө хәрәкәттәрен, йөрөштәрен ҡарап ултырырға ярата. Шуларҙың көстәре менән сихырлана. Станцияларҙа оҙаҡ поезд көткән ваҡыттар булһа, ул маневр яһап йөрөгән паровоздарҙы сәғәттәрсә ҡарап ултыра, ҡайһы ваҡыттарҙа күмәк поездарҙың ҡайнаған ерен күрер өсөн деполарға китеп юғала. Беҙ, уны юғалтһаҡ, шул тирәләрҙән табып алабыҙ.
-
Ни ҡарап ҡаттың? Әйҙә китәбеҙ! — тиһәң, ул, һаман да алдында йөрөп ятҡан паровозға ҡарап:
-
Яратам да һуң ошоларҙы! Уларҙа сикһеҙ көс ҡайнай, ни тиклем вагондарҙы, ауыр йөктәрҙе бер тапҡыр этәргәндә хәрәкәткә килтерә. Мин уларҙың ут менән, көслө пар менән һулыш алыуҙарын яратам. Кеше аҡылы ниндәй мөғжизәләрҙе барлыҡҡа килтерә бит! — тип фәлсәфә уҡырға тотона. Ул паровоздарҙың көсөн айырым бер дәрт менән тасуир итергә, шуға фәлсәфәүи төҫ бирергә ярата. Шунан һуң ул тағы ла тәрәнерәк, тағы ла ҡатмарлыраҡ фәлсәфәләргә инеп китә:
-
Әҙәм аҡылы баш әйләнгес техникаларҙы тыуҙыра. Ләкин шул техникаларҙың күбеһе кешенең үҙен һәләк итеүгә китә. Уйлап ҡараһаң, кеше үҙенең аҡылы менән тыуҙырған техника менән файҙа итә. Бына беҙ ошо поезд менән күпме оҙон юлдарҙы ҡыҫҡарттыҡ. Күпме ауырлыҡтарҙы еңеләйттек. Ул шуның өсөн уйланып сығарылған да. Икенсе яғы менән беҙгә улар зарар һәм үлем килтерәләр. Бына ошо гигант техника — поездар кешеләрҙе һәләк итеү өсөн фронтҡа мылтыҡтар, пулялар, снарядтар, ауыр туптар, бомбалар, газдар ташыйҙар. Шул уҡ кеше һәләк итә торған ҡоралдарҙы кеше аҡылы уйлап сығарған, кеше шуны ҡулы менән эшләп сығара, үҙ ҡулы менән вагондарға тейәй, үҙ ҡулы менән шуларҙы ата, үҙ ҡулы менән үҙ кешеләрен ҡыра, һәләк итә. Бына шуларҙы уйлаһаң, кешенең үҙ ҡулы менән тыуҙырған үҙ трагедияһы күҙ алдына килеп баҫа. Бына быныһына кешенең аҡылы етмәй инде. Бына был урында кеше ахмаҡ, кеше ҡыҙғаныс, үҙе тыуҙырған бөйөк техникаға үҙе хужа була белмәй, уны үҙ файҙаһына егә белмәй. Тәрән мәсьәлә ҡайҙа ята бит ул!
Индрилдың был фәлсәфәһенән Новиков тәүҙә көлә:
-
Ьин, ғөмүмән, ут, һыу көстәрен яратаһың. Паровоздарҙы маҡтайһың. Шулар тураһында үҙең оҙон фәлсәфә һатаһың. Ә
191
үҙеңдә һинең көс юҡ. Бына һин шундай аҡыл уйлап тап. Шул кешеләрҙе һәләк итә торган техникаларҙың береһе лә эшләмәһендәр. Ул ваҡытта мин һине ҡулым менән күккә сөйөп йөрөтөрмөн. Ә һин шуларҙы маҡтайһың, яратаһың, үҙең шул көстәрҙән ҡурҡаһың. Тимәк, һин үҙең дә ахмаҡ, үҙең дә ҡыҙғаныс. Уңайһыҙ булһа ла, үткәндәрҙән миҫал алайым. Әгәр ҙә һинең кәңәшең буйынса теге ауылдан уҡ юл алһаҡ, беҙ күптән үк окопта булыр инек. Йәки таралып, ҡуян кеүек ҡурҡып өйҙәребеҙҙә, йәки урмандарҙа ятҡан булыр инек. Бына беҙ бөгөн бында килеп сыҡтыҡ, һин маҡтаған техниканы үҙ файҙабыҙға ектек. Был үҙе бер ирлек, әгәр ҙә һәр кешегә шул техниканы кеше файҙаһына егеү аңы тыуһа ине, был һуғыш та тыумаған булыр ине. Кеше аҡылы тыуҙырған техниканан бер төркөм халыҡ файҙалана. Ә иң күп өлөшө унан зарар, һәләкәт күрә. Күпселек шуны аңламай, сөнки улар ҡара наҙандар. Бына шуларға шуны аңлатырға кәрәк. Әгәр шуны бөтә крәҫтиән аңлаһа ине, бер балаһын да һуғышҡа бирмәҫ ине. Улар аңлайҙар ҙа, ләкин ҡара аң ғына етмәй, уның бөтә серен, нескәлеген, эштең ҡайҙа барыуын аңлатырға кәрәк. Әгәр улар шуны аңлаһалар, һуғышҡа ҡаршы бер шырпы тоҡаныу менән, пожарға өйләндерәсәктәр. Унан һуң фронтта кеше һәләк итә торған бер техникаң да эшләмәҫ. Бына һин шул аҡылды уйлап сығар!..
Берәй вагонда ултырып, тыныс барған саҡтарҙа беҙ шундай әңгәмәләргә керешәбеҙ. Быларҙың күбеһе Индрилдан сыға. Уның паровоз ҡарап, поездан тороп ҡалыуынан килеп сыға. Индрил үҙенең поездан тороп ҡалыу ғәйебен, йомшаҡлығын шундай фәлсәфәләр менән ҡапларға тырыша. Шул арҡала оҙон һүҙҙәр, әңгәмәләр китә. Ул көлкө менән башланған һүҙҙәрҙең аҙағы һуғышҡа килеп терәлә, һуғышты ҡалай бөтөрөү, шуға ҡаршы ниндәй юлдар табыу тураһында баш ватыу менән бөтә. Күп ваҡытта кеше аҡылына һыймаған фантазияларға, утопияларға инеп китәбеҙ. Кеше күҙенә күренмәй торған ғәскәр төҙөп, бөтә батшаларҙы, министрҙарҙы үлтереү, һуғыш ҡоралдары яһаған бөтә заводтарҙы емереү, бөтә һуғыш пароходтарын диңгеҙҙәргә батырыу хыялдары менән янабыҙ. Был хыялға бөтә иптәштәр ҡатнашалар. Байғужа үҙ планын ҡуя:
-
Әгәр ҙә мин күҙгә күренмәй торған һалдат булһам, иң тәүҙә батшаның йоҡлаған һарайына инер инем. Уның танауына сиртеп уятыр инем. Ул тирә-яғына ҡараһа, мине күрмәҫ ине. Әгәр ҡурҡып тороп йөрөй башлаһа, осаһына бик ҡаты тибер инем. Әгәр ҙә йығылып китһә, яңынан торғоҙоп, яңынан тибер инем. Әгәр ҡысҡырһа, ауыҙына ҙур колбаса тығыр инем. Шунан әйтер инем: «Ә беҙҙе немецтарҙан туҡматып, һиңә бында ҡарап ятыу рәхәт булғандыр. Йә, үҙеңә туҡмалыу рәхәтме?» Шунан һуң мин уны ҡырҡ төрлө рәүештә язалап, йәшерен ғәскәрҙәрҙең туп төбөнә алып барып, элек бер тапҡыр шартлатып, йөрәген алып, шунан һуң ғына үлтерер инем.
192
Байғужаның хыялынан көлә башлайҙар. Сөнки ул уны ысын кеүек итеп, төҫөнә кисерештәр сығарып, ҡулдарын болғап, һәр һүҙ араһы һайын бер һүгенеп, йөрәгенән һөйләй. Ҡайһы ваҡыт шашып күтәрелеп китә. Шунан һуң тәрән һулыш алып:
-
Их, шул нәмәләрҙе уйлап сығарыусы кеше булһа ине! — тип, башын түбән һалып уйға бата. Байғужаның был ҡиәфәтенә ҡарап:
-
Әллә шул турала уйлай ҙа башланыңмы? — тип көлөшә башлайбыҙ.
Шулай шаулашып килеү менән оҙон юлдың ауырлығы һиҙелмәне. Беҙ инде Проскуров тигән ҙур станцияла ҡалырға булдыҡ. Бында ҙур пересыльный пункт бар. Казармалар күп. Бөтә көн көнбайыш фронтҡа килгән һалдаттар, дезертирҙар, ранен булып ауырып терелгәндәр ошо пункт арҡыры үтәләр. Бында явиться булалар, бында кейемдәр бирәләр, ашаталар, эсерәләр, шунда йыйылған һалдаттарҙан запас батальондар төҙөп, фронттарға оҙатып торалар. Бында һәр көн меңдәрсә һалдат килә, меңдәрсә оҙатылып торалар. Шулар араһында буталып, һәр көн фамилияһын алыштырып, кейем алып, уны һатып, алама кейемдәр менән кәсеп иткән, йышылып, шымарып бөткән дезертирҙар, шпаналар күп, беҙ ҙә шулар араһына инеп киттек. Беҙ, үҙебеҙсә, шулар араһында һуғышҡа ҡаршы ҡотҡо таратыу, шуларҙы ойоштороп, көслө бер отряд төҙөү, шул юл менән иң ҙур пересыльный пунктта восстание яһау планы менән ҡалдыҡ. Беҙ ҙә бер нисә тапҡыр яҙылдыҡ, бер нисә тапҡыр кейем һаттыҡ. Алама кейемдәр менән тағы ла казармаларға килеп, икенсе фамилия аҫтында яҙылдыҡ. Шул уҡ ваҡытта беҙ һалдаттар араһында һуғышҡа ҡаршы ҡотҡо таратыу эшен дә алып барҙыҡ. Ләкин эш сыҡмай. Яңы килгән һалдаттарҙы бер-ике тәүлектән ары тотмайҙар. Кейем бирәләр ҙә батальон төҙөйҙәр ҙә оҙаталар, ә унда буталған теге шпаналарҙы ойоштороу мөмкин түгел. Улар һүҙҙе тыңлайҙар, яҡшы табалар, эшкә килә башлаһаң:
-
Ни өсөн миңә ҡан ҡойорға? Беҙ фронтта ла күп ҡан ҡойҙоҡ. Мин ҡан ҡоймаҫ өсөн шулай итеп йөрөймөн дә. Бөгөн бында эш боҙола икән, иртәгә икенсе ергә китәм. Беҙ юлын беләбеҙ инде. Ниңә беҙгә кеше өсөн ҡан ҡойорға? Ҡан ҡойорға кәрәк булһа, ана фронтҡа барығыҙ! — тип һүгенергә тотоналар. Улар шул шпана юлында боҙолғандар, уларҙы ипкә килтереү һис мөмкин түгел. Ьуңға табан улар үҙебеҙгә бәйләнә башланылар. Саҡ тотоп бирмәнеләр.
Шпаналарҙың алған ғәскәри кейемдәрен ала торған, үткәрә торған урындар бар. Беҙ ҙә шпаналар менән шунда булдыҡ. Ғәскәри кейемдәрҙе өҫтән һалып һаттыҡ. Ул үҙе бер спекулянттар ойошмаһы. Ул үҙе бер системаға әүерелгән. Ул ойошмала һәр төрлө профессия кешеһе бар. Һәр төрлө предприятиелары
7 - Д. Юлтый
193
бар. Бер группаһы йәшерен рәүештә һалдат кейемдәрен һатып ала, бер группаһы кейемдәрен һатҡан һалдаттарға ваҡытлы кейенеү өсөн толчоктан иҫке шинелдәр, салбар, гимнастеркалар, фуражка, бүректәр, алама итек баштары, алама ботинка, обмоткалар, ҡайыштар йыйып килтерәләр. Бер группаһы һалдат кейемдәрен төрлө төҫкә буяй, үҙгәртә, уның өсөн айырым буяу мастерскойҙары бар. Бер группаһы шул буялған һалдат кейемдәренән крәҫтиәндәргә һатыр өсөн төрлө кейемдәр тегәләр. Бер группаһы шул кейемдәрҙе төрлө магазиндарҙа һаталар. Уларҙы һалдат кейеменән әшләнгән тип берәү ҙә әйтмәҫ һәм әйтергә лә мөмкин түгел. Шул уҡ ваҡытта кейемдәрен һатҡан һалдаттар, шпаналар менән сауҙа бара. Улар теге иҫке кейемдәрҙе лә аҡсаға һаталар. Ҡалған аҡсаны ситкә сығармау өсөн үҙҙәрендә бөтә тауар бар: бүлмә бар, фәхишәләр бар. Араҡы, спирттар бар. Ьәр төрлө закускалар бар. Хатта, шунда уҡ, мунсаһы ла бар. Шул көн һатылған кейемдәрҙең аҡсалары шул төн, шунда ҡалалар. Ә тегеләр ташландыҡ иҫке шинель, козырекһыҙ алама фуражка, йыртыҡ итек, балаҡһыҙ салбар, ҡорһағы тишелгән гимнастеркалар кейеп, тағы казармаларға китәләр.
Беҙгә был тормош оҡшаманы. Бында әш сығарып булманы. Беҙ ҡалай ғына булһа ла Проскуровтан китергә булдыҡ. Ҡалай китергә, ҡайҙа китергә? Шул мәсьәлә менән баш вата башланыҡ. Ул арала теге шпаналар беҙгә һөжүм башланылар. Сөнки беҙ уларҙың бөтә серҙәрен астыҡ. Беҙ уларға ҡамасаулай башланыҡ. Беҙ уларҙың профессияларынан риза булманыҡ. Бына шул арҡала улар беҙгә ҡаршы ойошоп, эш күрә, бөтә нахаллыҡты, этлекте эшләргә тотондолар. Шул беҙҙе иҫкәрмәҫтән легаль тормошҡа сығырға мәжбүр итте. Уларҙан эҙҙәрҙе йәшереү өсөн, оҙатыла торған батальонға яҙылырға, шулар менән китергә ҡарар бирҙек. Сөнки улар беҙҙе һәр урында, һәр мөйөштә, хатта вокзалдарҙа күҙәтә башланылар. Беҙгә берҙән-бер юл: стройға инеп, һалдаттар менән оҙатылыу ине һәм шулай эшләнек.
ЕГЕРМЕ ИКЕНСЕ БҮЛЕК
Беҙҙең формировать ителгән батальонды, ни өсөндөр, фронтҡа тура ебәрмәнеләр. Кременчуг ҡалаһына ебәрҙеләр. Кременчуг өйәҙ ҡалаһы, ә үҙендә трамвайҙар йөрөп ята, күңелле генә урын.
Бында килгәс тә, беҙҙе иркен йорттарға урынлаштырҙылар. Ьәр көн иртәнге занятиега йөрөтә башланылар. Кис менән киноларға барабыҙ, урамда йөрөп, сәйханаларҙа булып үткәрәбеҙ. Ләкин беҙҙең бында килеүебеҙ, бында ятыуыбыҙ беҙгә билдәле түгел ине. Тиҙҙән фронтҡа ебәрәләрме, ошонда ҡалдыралар-
194
мы — бер кем дә белмәй. Өс көн үткәс тә, беҙгә мылтыҡ, патрондар бирҙеләр. Арабыҙҙан алып пулеметтарға өйрәтә башланылар. Беҙ — Индрил, Новиков, мин — өсәүебеҙ телефон курстарына яҙылдыҡ. Байғужа менән Буранбай стройҙа ҡалдылар.
Көндәр үтәләр. Ғәскәри тормош үҙ көйөнсә аға. Фронт тураһында һөйләмәйҙәр. Беҙ иптәштәр менән йыйылып һөйләшәбеҙ:
-
Ни эшләргә? Бынан ҡалай ҡотолорға? Китмәгәндә ниндәй эш алып барырға? Әллә фронтҡа оҙатҡансы ошонда ҡалырғамы?
Бындағы тыныс тормош, ниңәлер, йыуашлата төштө. Беҙ ҡырҡа аҙымдарға ҡапыл ғына юл тапмай башланыҡ. Шулай ҙа Индрил һалдаттар араһында үҙенең фәлсәфәһен алып бара. Новиков Индрилдың фәлсәфәһенә асыҡлыҡ бирә. Һәр ваҡыт мәсьәләне, ғәҙәте буйынса, ҡабырғаһы менән ҡуйырға ярата. Һалдаттар Индрил менән Новиковты бик бирелеп тыңлайҙар, бында бөтәһе лә фронтты бер тапҡыр үтеп сыҡҡан һалдаттар. Индрил фәлсәфәһе, Новиков факттары быларға таныш һәм быларҙың йөрәктәренә яҡын нәмәләр.
Шул ваҡыт беҙҙең компанияға Таминко тигән бер Украин һалдаты ҡушылды. Ул күмер шахталарында булған эшсе. Новиков менән былар бик дуҫлаштылар. Таминко ҙур танаулы, ҡалын иренле таҙа бер егет. Уның киң күкрәге алға сығып тора. Һөйләшкәндә, ҡалын, яңғырауыҡлы тауыш менән һөйләй. Һүҙгә йор, кешеләрҙе көлдөрә белә. Шуның менән бергә үҙен дә тота белә. Үҙенең таҙалығы һәм көсө менән маҡтана белә. Ул һәр ваҡыт һөйләгәндә:
-
Беҙ рабочий халыҡ... — тип башлап китә. Әгәр ҙә берәй һүҙен ҡеүәтләргә теләһә, шул уҡ «рабочий халыҡ» тигән һүҙен ҡыҫтыра. Уның һалдат массаһын үҙенә ҡарата торған бер сифаты булһа, ул да уның яҡшы йырсы булыуы: ул Украина- ның иң матур, иң моңло һәм иң күңелле йырҙарын белә. Ул йырлағанда, стеналар һелкенә. Тауышы шул тиклем көслө булыуға ҡарамаҫтан, тыңлауға бик яғымлы һәм рухлы.
Ул һөйләй торған һүҙен һис кемдән ҡурҡмай һөйләй, әгәр уның берәй һүҙенән насар һөҙөмтә тыуһа, уны, уйын-көлкөгә һабыштырып, тиҙ генә ҡаплай белә. Хәҙер шул Таминко беҙҙең арала, беҙҙең иптәш. Таминко беҙҙең фекергә бөтә йөрәге менән инеп ултырҙы. Шуның менән бергә ул үҙ тарафынан өр-яңы фекерҙәр һөйләй башланы. Уның яңы фекерҙәре беҙҙең хәл ителә алмаған күп мәсьәләләргә асыҡлыҡ бирҙе. Индрилдың фәлсәфәләре реаль төҫкә инә башланылар. Бер ваҡыт Таминко Индрилдың эҙләгән аҡылына шундай ябай бер юл күрһәтте:
-
Бөтә завод, фабрикалар, бөтә продукцияны эшләп сығара торған көстәр беҙ — рабочий халыҡ ҡулында. Әгәр ҙә рабочий эшләп сығармаһа, капиталист уступкаға килә. Әгәр ҙә капиталистың арты ныҡ булһа, ул рабочийҙы туҡмарға тотона. Бы
7*
195
на бында айырым бер нөктә бар. Шуны ныҡ аңларға кәрәк. Ана һинең теге аҡылыңды бөтә нәмәне, техниканы эшләп сығарған рабочий халыҡ арҡаһында ғына эшләп була. Һин үҙең дә рабочий. Э һин шуны уйлап еткерә алмайһың. Эгәр ҙә бөтә рабочий халыҡ берҙәм баш күтәрһә, теге капиталистар ҡайҙа баралар? Ерһеҙ ярлы крәҫтиән капиталист артынан китмәй. Һуғыштан туйған һалдат күптән капиталист артынан китмәй. Әлеге кешене һәләк итә торған техниканы капиталистарҙың үҙҙәренә табан ҡарата. Шуның менән барыһына ла конец!
Новиков үҙенең фекере менән Таминконың фекере яҡын булғанға шатлана. Минең башта ла шул ине, мин уны әйтеп бөтөрә генә алмай инем. Ә Таминко шуны дөрөҫ әйтә тип, үҙенең фекерҙәренә йомғаҡ яһарға тотона. Индрил быларға ҡаршы килмәй, үҙенең фәлсәфәһенең нигеҙе дөрөҫ икәнлеген иҫбат итергә керешә:
-
Йыйып әйткәндә, беҙҙең фекерҙең барыһы бер нәмәгә ҡайтып ҡалалар. Мин мәсьәләнең тамырын асам, ә һеҙ шуны хәл итеү юлдарын эҙләйһегеҙ.
Шул ваҡыт Индрилдың йөҙөнә үҙенән-үҙе ризалыҡ билдәһе сыға. Иптәштәр ҙә уға ҡаршы һөйләмәй башлайҙар. Бәхәстең аҙағы тағы ла уйын-көлкөгә әйләнә. Таминко тағы үҙенең көлкөләре менән бөтә һалдаттарҙы шаулата башлай.
Шулай бер кис шаулап ултырғанда, Буранбай ҡайтып инде. Буранбай күлдәк, ыштан йыуҙырып ала торған урын тапҡайны. Беҙ уның арҡыры йыуҙырып ала инек. Иртәгә йәкшәмбе көн булғас, кис менән мунсаға барыу өсөн үҙебеҙҙең таҙа күлдәк-ыштандарҙы алырға тип ебәргәйнек. Ул бик оҙаҡлап китте. Беҙ шул арҡала ул көн мунсаға ла бара алманыҡ. Буранбай ҡайтып инеү менән, уға Таминко бәйләнде:
-
Буранбай, һин бөгөн мунса индерҙең!.. Давай үҙеңде әҙерәк мунса индереп алайыҡ! — тип Буранбайҙы тотоп, өйләндереп йөрөтә башланы. Ә Буранбайҙың төҫөндә ниндәйҙер бер етдилек бар, ул көлмәй, Таминконың шаяртыуына ҡаршы:
-
Ҡуй әле, Таминко, шаярма әле! Минең бер ҙә шаярғым килмәй әле! — тип әйләнеп китте. Буранбайҙың был ҡылығы иптәштәргә ғәжәп тойолдо. Индрил ҡысҡырып ебәрҙе:
-
Буранбай, әллә һиндә берәй хәл булдымы? Әллә нәмәләреңде юғалттыңмы? Әллә үҙеңде туҡмап ҡайтарҙылармы?
Буранбай һаман да төҫөн үҙгәртмәне. Өҫтөн һалды. «Бышыҡ» иттереп танауын һемгереп алды. Шунан һуң етди төҫ менән:
-
Ундай булыуын булманы. Ләкин бик ҡыҙыҡ бер хәлгә осраным. Уны үҙегеҙгә генә һөйләрмен! — тине. Иптәштәргә үҙендә айырым бер сер барлығын белдергән һымаҡ ҡарап ҡуйҙы. Ә Индрил уны аңламаны буғай, Буранбайҙың был һүҙен көлкөгә алды, уны шаяртырға тотондо:
196
-
Әллә тағы маңлайыңа тәре һыҙып ҡайтарҙылармы? — тип юлда булып үткән ваҡиғаһын иҫенә төшөрөп көлә башланы. Буранбайҙың төҫөнә асыу сыҡты:
-
Ьин һәр ваҡыт шаярырға яратаһың, бер ҙә шаяра торған эш түгел инде! — тип, тәмәке төрөп, тышҡа сыға башланы. Иптәштәр Буранбайҙың был ҡылығына ғәжәпләнделәр. Уйға төштөләр.
-
Булат, бар уның артынан сыҡ! Ни һөйләр икән? — тинеләр. Мин ашығып артынан сыҡтым. Ҡараңғы төшкәйне. Беҙ икәү генә стена буйына утындар өҫтөнә барып ултырҙыҡ. Буранбай әкрен генә минең ҡолаҡҡа бышылданы:
-
Эй, мин эшселәр араһында булдым. Улар беҙҙең батальонды бер ҙә яратмайҙар икән. Кеҙ бында эшселәрҙе һуйырға килгән һалдаттар, һеҙ үҙ ата-әсәләрегеҙҙе үлтерергә килгән кешеләр, тип, миңә бәйләнделәр. Мин аптырап ҡалдым. Мин әйтәм, беҙ үҙебеҙ һуғышҡа ҡаршы кешеләр, тимен, улар әйтә, һеҙ, тиҙәр, һуғыштан алынып, заказ буйынса бында килтерелгән һалдаттар. Кеҙ батшаның иң тоғро һаҡсылары, тиҙәр, көләләр. Шунан һуң мин үҙебеҙҙең баштан үткән хәлдәрҙе һөйләп бирҙем. Иптәштәрҙең фекерҙәрен әйттем. Улар ҡапыл үҙгәрҙеләр. Бер-береһенә ҡараштылар ҙа мине урталарына алдылар. Шул иптәштәрегеҙ менән беҙҙе таныштырығыҙ тип, минән һорай башланылар. Улар мине бик оҙаҡ ебәрмәнеләр. Бик күп һөйләнеләр. Ҡайтып иптәштәргә әйтергә ҡуштылар. Беләһеңме, Булат? Бөтә эшселәр һуғышҡа ҡаршы икән. Әй батшаны һүгәләр, әй генералдарҙы һүгәләр! Тап беҙҙең һөйләгәндәрҙе һөйләп тик торалар.
Куңғы һүҙҙәрен һөйләгәндә, Буранбай күтәрелеп китте. Үҙенең ҙур эш асыуы менән бер аҙ эреләнгәндәй булып ҡуйҙы. Буранбайҙың хәбәрен тиҙерәк иптәштәргә белдерергә ашыҡтыҡ. Мин, инеп, берәм-берәм тәмәке тартыу һылтауы менән Буранбай эргәһенә сығырға ҡуштым. Киске проверкаға ярты ғына сәғәт ваҡыт ҡалғайны. Шуға ҡарамаҫтан, беҙ ситкә, аулағыраҡ урынға киттек. Бер ташландыҡ һарай алдында, кирбестәр өҫтөндә Буранбай хәбәрен тыңларға ултырҙыҡ.
Буранбай хәбәре иптәштәргә яңы йән өрҙө. Буранбай арҡыры улар яңы донъя асҡан кеүек булдылар. Бер-бер артлы һорау бирҙеләр. Буранбай ашыҡмай ғына яуап бирҙе. Ҡайһы бер бирә алмаған яуаптарын: «Әйтәм бит, тап беҙҙекен һөйләйҙәр. Таминконың әйткәнен дөрөҫләп кенә торалар», — тип ҡулдарын болғаны. Беҙ киске проверкаға ҡайтырға ашыҡтыҡ. Кәр кем үҙ уйына сумып атланы. Проверка ваҡытында «боже царя храни» урынына Таминко әллә ниндәй Украина йырын һуҙҙы. Проверканан һуң бер айырым кинәйәле һүҙҙәр таптыҡ. Эшселәрҙе бал ҡортона әйләндереп, шул турала Таминко әкиәт рәүешендә алғы эштәр тураһында һөйләргә тотондо. Уны беҙ генә аңлайбыҙ. Башҡалар аңламай ине. Йоҡларға команда
197
булғас, Новиков менән Таминко, бер-береһенә баштарын яҡын килтереп, бик оҙаҡ һөйләштеләр. Уларға ҡамасаулыҡ итеүсе булманы.
Шул көндән һуң беҙ үҙебеҙҙең батальонды һәм үҙебеҙҙең ролдәрҙе аңланыҡ. Кременчуг тирәһендә эшселәр һәм крәҫтиәндәр араһында һуғышҡа ҡаршы хәрәкәт тыуа башлағас, бер нисә урында баш күтәреүҙәр ҙә булып алғас, беҙҙе бында тәртип һаҡлау өсөн, эшселәр ауыҙы менән әйткәндә, «эшселәрҙе һуйыр өсөн» ебәргәндәр икән. Был ролдең асылыуы беҙҙең группа өсөн һалдаттар араһында эш йөрөтөргә ҙур һылтау тыуҙырҙы. Кәр бер уңай килгәндә, һәр бер һүҙ араһында һалдаттарға:
■— Беҙ, немецтарҙы еңә алмағас, хәҙер үҙ кешеләребеҙҙе үлтереү, атыу өсөн килгәнбеҙ, — тип аңлатырға тотондоҡ. Был метод һалдаттарға яҡшы тәьҫир бирә башланы. Калдаттар араһында ул турала үҙебеҙҙең батальонға ҡаршы фекер таралып өлгөрҙө:
-
Эгәр ҙә бер-бер хәл булһа, үҙ кешеләребеҙгә бер пуля ла атасаҡ түгелбеҙ! — тип һөйләнә башланылар. Был урында Индрил фәлсәфәһенә киң майҙан асылды. Ул туп, йәҙрәләр, газдар тураһында тағы ла киңерәк, тағы ла тәьҫирлерәк итеп һөйләргә, уны тағы ла тармаҡландырырға тотондо. Индрилға күп кенә шәкерттәр табылды. Улар һәр урында, һөр ерҙә Индрил фәлсәфәһен һөйләп йөрөй башланылар.
Ә Буранбай һөр төрлө һылтау менән һәр көн эшселәр араһына барҙы. Кәр көн яңы хәбәр алып ҡайтты. Ҡайһы көндә һуғышҡа ҡаршы сығарылған прокламацияларҙы ла итек ҡуңысына, йөйҙәр араһына ҡыҫтырып алып ҡайта башланы. Беҙ уларҙы һалдаттар араһына таратманыҡ. Үҙебеҙ уҡып таныу менән, уны яндырып, ундағы фекерҙәрҙе генә таратыу юлын тоттоҡ. Был методтарҙың барыһы ла Таминко күрһәтеүе буйынса эшләнә. Сөнки Таминко шахтала сағында подпольела күп эшләгәнен һөйләй. Ул турала уның тәжрибәһе ҙур. Шуға күрә ул бындай моментта үҙенең кәңәшенән тыш бер аҙым да яһамаҫҡа, бер нәмә лә эшләмәҫкә ҡуша.
Калдаттар араһында башланған буталыш начальствоға еткән булһа кәрәк, бер көн занятие ваҡытында полковник Зенченко, бөтә батальонды йыйып, һалдаттарға оҙон телмәр һөйләне:
-
Братцы! Беҙ тышҡы дошмандар менән һуғыш алып барабыҙ. Беҙ һуғышты дошманды еңгәнгә тиклем алып барасаҡбыҙ. Беҙ шуның өсөн бөйөк ватан алдында ант биргәнбеҙ. Шуның менән беҙ эске тәртипте боҙған эске дошмандар, ватанға хыянат итеүселәр менән дә һуғышырға тейешбеҙ. Немец шпиондары халыҡ араһында беҙҙең ватан зарарына ҡотҡо тараталар. Халыҡты баш күтәрергә саҡыралар. Беҙ ул дошмандар менән аяуһыҙ рәүештә көрәшергә тейешбеҙ. Кеҙ бөйөк ватанды һаҡ
198
лау өсөн биргән мөҡәддәс1 антығыҙҙы онотмағыҙ. Фронтта ҡаһарманлыҡ күрһәткән кеүек, бында ла ҡаһарманлыҡ күрһәтегеҙ. Немец шпиондары һалдаттар араһына килеп инһә, тотоп бирегеҙ. Беҙ уларға мәрхәмәт күрһәтмәбеҙ!
Полковник Зенченко, был һүҙҙәрҙе һөйләгәндә, ауыҙынан күбектәр сәсте. Ат өҫтөндә ҡамсыларын һелтәне. Кемдәрҙелер ат өҫтөнән тотоп ашарҙай булды. Ләкин һалдаттар полковник Зенченконың был ялҡынлы телмәрен һалҡын ҡан менән тыңланылар. Полковник китеп, һалдаттарға тын алырға бирелгәс, тәмәке тартҡан саҡтарында:
-
Кем һуң ул эске дошман? Ҡайҙа һуң немец шпиондары? Үҙ ҡалабыҙ эсендә кемдәр менән һуғышырға ҡуша һуң ул? — тигән һорауҙар, һүҙҙәр киттеләр.
Полковник Зенченко һуңында Таминко иптәштәргә тәнбиһ2 яһаны:
-
Был тиктәҫкә һөйләмәй. Берәй хәл барҙыр. Бик һаҡ булырға кәрәк. Беҙҙең арала шпиктар булырға тейеш. Беҙ уны бер ҙә иғтибарға алғаныбыҙ юҡ. Индрил, һин фәлсәфәңде ҡыҫҡа тот! Эште белдереп ҡуймайыҡ. Хәҙер моменттың бик ауыр сағы.
Иптәштәр тын ғына Таминко һүҙен тыңлайҙар. Уны иғтибарға алыуҙы баш эйеп, һүҙһеҙ генә белдерәләр.
Ләкин полковник Зенченконың телмәре ҡырмыҫҡа ояһына таяҡ тыҡҡан кеүек булды. Занятие һуңында гөрләштеләр. Ул гөрләүектәр араһында Индрил фәлсәфәһе менән полковник Зенченко телмәре көрәште. Ъуғышҡа бармауҙан, бындағы тормошонан риза булған һалдаттар өндәшмәй, ике фекер уртаһында тороп тыңланылар. Ләкин улар араһында ла тауышланыусылар табылды. Улар ике фекерҙе лә яҡламанылар:
-
Беҙ шаулашыу менән эш буламы ни? Бар эш тә юғарынан эшләнә бит. Беҙ түбән чин кешеләре. Уларҙан уҙып, беҙ нимә эшләй алабыҙ. Хәҙергә фронтҡа ебәрмәйҙәр әле. Тыныс ҡына ятырға кәрәк. Әгәр шаулаша башлаһаң, иртәгә үк тоторҙар ҙа ебәрерҙәр. Ни әйтерһең? Шуға ҡаршы тороп буламы?
-
тинеләр. Шуға бер нисә тауыш ҡушылды.
-
Дөрөҫ инде, эш беҙҙең ҡулда түгел.
Был һүҙҙәр ҡырҡыу сыҡмайҙар, ниндәйҙер ҡурҡаҡ өн менән яңғырайҙар. Ә полковник Зенченко телмәре һалдаттар араһында барыбер ныҡлы урын ала алманы. Ул:
-
Ниңә беҙ үҙ атайҙарыбыҙ менән һуғышабыҙ? — тигән асыҡ, ҡәтғи фекерҙәр менән ҡапландылар.
Яңыраҡ ҡына учебный команда курстарын бөтөрөп, погондарына ике таҫма тағып килгән взвод командиры Захаров һал
1
Достарыңызбен бөлісу: |