Дауыт Юлтый Һайланма әҪӘРҘӘр башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителде



бет10/21
Дата01.07.2016
өлшемі2.46 Mb.
#171087
1   ...   6   7   8   9   10   11   12   13   ...   21
1Ҡаралған — ҡарайған, бысранған.

163




  • Әллә, үҙем дә шуны аңламай таң-ғәжәпкә ҡалып ултырам әле, бына шуға күрә һеҙҙе уяттым бит! — тине. Теге һалдаттарҙың беҙҙә эше юҡ, улар үҙ-ара шаулайҙар.

  • Теге мылтыҡлы һалдат ниңә бында тора?

  • Үҙем дә шуға аптырайым шул. Әллә беҙҙе арестовать иткәндәр инде, ҡана, иптәштәрҙе уятайыҡ, — тине Байғужа, ултырған еренән төртөп, тегеләрҙе уята башланы. Улар берәм- берәм торҙолар, тирә-яҡтарына ҡарандылар. Беҙҙең кеүек аптырашып, беҙгә һорауҙар бирә башланылар. Беҙ бер мөйөштә һөйләшә, шаулаша башланыҡ. Теге һалдаттар араһынан берәү беҙгә һүҙ ҡушты:

  • Тыныс булығыҙ! Бында ҡурҡыныс юҡ. Һаҡсы менән генә торабыҙ. Беҙҙең положение губернаторҙыҡынан кәм түгел, әйҙә йоҡлағыҙ! — тине. Мылтыҡлы һалдат көлә башланы:

  • Йә, башығыҙ ни эшләй? Ауыртмаймы? — тине. Беҙ бөтәбеҙ ҙә аптырап ҡалдыҡ. Һис төшөнөр әмәл юҡ. Индрил һикереп торҙо, теге һаҡсы эргәһенә килде, һораша башланы:

  • Браток, әйт әле, беҙ ни эшләп бында килдек? Ҡайҙа, ниндәй хәлдә ятабыҙ?

Һалдат, көлөмһөрәп, ҡыҫҡа ғына яуап бирҙе:

  • Һеҙ хәҙергә арестант хәлендә ятаһығыҙ.

Беҙҙең бөтәбеҙҙең дә ҡолаҡтар торҙо, урындарҙан тороп, Индрил эргәһенә килдек, бер тауыштан ҡысҡырҙыҡ:

  • Арестанттар хәлендә?! Ни өсөн?!

Һалдат тағы ла йылмайып көлдө, һалҡын ҡан менән генә яуап бирҙе:

  • Эсеп, иҫереп, пасығыҙҙан айырылып ҡалған өсөн. — Был һүҙ беҙгә тағы ла ят тойолдо, беҙҙең аптырашты тағы ла арттырҙы, бер-беребеҙгә һорау ҡуйҙыҡ. Теге мөйөштәге һалдаттарҙан берәү беҙҙең һүҙгә ҡушылды:

  • Ну, браттар, кисә һеҙ бик ҡаты төшөргәйнегеҙ, үҙегеҙҙе арбаға тейәп алып килделәр. Башҡаларығыҙ иҫендә түгел ине, бына был оҙон иптәш бик оҙаҡ һүгенеп ятты, — тип Индрилға күрһәтте. Беҙ телһеҙ ҡалдыҡ, ни әйтергә белмәнек. Новиков ғасабиланды. Ышанмаған төҫ менән:

  • Алдайһығыҙ! Дөрөҫөн әйтегеҙ әле, — тип, тегеләргә ҡараны. Улар көлөштөләр. Баяғы һалдат:

  • Бөтәһен дә онотҡанһығыҙ, значит, күп ебәргәнһегеҙ. Ысынлап та, һеҙ уны ҡайҙан табып эстегеҙ? — тип аҙағынан беҙгә һорау бирҙе. Новиков уларға яуап ҡайтарманы, беҙ үҙ- ара һөйләшә, аңлаша башланыҡ.

Беҙ кисә ауылда булдыҡ, бер белорус крәҫтиәне беҙҙе ашатты, һарайында йоҡлатты. Шунан һуң беҙ, ауылдан аҙыҡ табып, юлға сыҡтыҡ. Шунан һуң беҙ, бер нисә саҡрым килгәс, аҡ икмәк менән варенье ашаныҡ, шунан һуң... аръяғын хәтерләүсе юҡ. Ләкин вареньеның башҡа тәьҫир итеүен аңлайбыҙ, хатта быуынға төшөүен, күп ашарға ярамағанлығын бер-

164




беребеҙгә әйткәнебеҙҙе лә әҙ генә беләбеҙ. Ҡалған яғын бер кем дә белмәй. Шунан һуң ҡайҙа барғанбыҙ, ҡайҙа булғанбыҙ, бында ҡалай килеп эләккәнбеҙ — бөтәһе лә беҙгә ҡараңғы.

Индрил ҡырҡа фекергә килде:

  • Беҙҙе шул варенье ғына харап иткән, — тине. — Шунан башҡа беҙҙең бер нәмә лә эшләгәнебеҙ юҡ.

Башҡаларыбыҙ ҙа шул фекергә килдек һәм ышандыҡ. Нәмәләребеҙҙе ҡарай, тикшерә башланыҡ. Бөтәһе лә теүәл. Хатта бер аҡ күмәс, картуф, ярты ҡара икмәк тә бар. Тимәк, беҙ аҡ күмәс менән варенье ғына ашағанбыҙ. Быныһы тураһында бөтәбеҙ ҙә бер фекергә килдек. Ләкин беҙҙең тағы ла ниҙер юҡ. Ниҙер етмәй, уны беребеҙ ҙә хәтергә төшөрә алмайбыҙ. Ьаман уйлайбыҙ.

Уныһын Буранбай тапты:

  • Мылтыҡтарыбыҙ юҡ! — тип ҡысҡырып ебәрҙе. Ысынлап та, беребеҙҙә лә мылтыҡ юҡ ине. Ҡарауылсы һалдат ҡысҡырҙы:

  • Мылтыҡтарығыҙ алынды. Разве мылтыҡтар менән арестовать итәләр? — тине. Беҙҙең күңелдәр тынысланды. Кейемдәр- ҙе таҙарта башланыҡ. Сумкаларҙы аҡтарҙыҡ. Бөтә нәмәләрҙе тәртипкә ҡуйҙыҡ, ашау өсөн аҙыҡтарҙы әҙерләнек, ҡайнаған һыу алып килеү есөн ҡарауылдан рөхсәт һораныҡ. Беҙҙең мөйөштә күңелле тормош башланды. Арестантлыҡ хәле беҙҙең беребеҙҙе лә борсомай ине. Теге мөйөштәгеләр ҙә беҙгә ҡушылдылар. Улар ҙа сигенгән саҡта, төрлө ваҡытта, төрлө хәлдә арестовать ителгән һалдаттар икән; беҙҙең берҙәм компания уларҙы беҙгә тартты, улар араһында беҙ етәксе урын алып киттек.

Обед бирҙеләр, ужин килтерҙеләр. Ваҡытында йоҡлаттылар. Беҙҙең һарайға тағы ла кешеләр өҫтәлделәр. Улар беҙгә яңы хәбәрҙәр килтерә торҙолар. Допрос, иреккә сығыу тураһында ла уйлаусылар булманы. Беҙҙең тормош шулай аға бирҙе. Фронт хәбәрен белеп торабыҙ:

  • Хәҙер беҙҙең ғәскәр сигенеүҙән туҡталған, позицияға урынлашҡан, немецтарға ҡаршы һөжүмгә әҙерләнәләр икән, — тиҙәр. Бындай хәбәрҙең ишетелеүе беҙҙе һарай-төрмәгә тағы ла нығыраҡ бәйләй төштө. Сөнки һуғышыуға ҡарағанда, бында тыныс һарайҙа ятыу артығыраҡ. Бындағы халыҡтар мәсьәләгә шул яҡтан ҡарайҙар.

  • Атмаһалар, беҙ бында ятырға риза, — тиҙәр.

Новиковҡа бында майҙан асылды. Ул бөтә һалдаттарҙы

үҙенең ауыҙына ҡаратып алды. Шул һарай кешеләренең юлбашсыһы булып алды. Хатта һалдаттар араһында булған талашты ла ул хәл итә, ғәйеплеләренә хөкөм яһай башланы. Әгәр ҙә берәй аңлашылмау сыҡһа, Новиковҡа мөрәжәғәт итергә, шуның ҡарашы менән генә үҙ һүҙҙәрен дөрөҫләй башланылар.

Новиков, үҙенең шул авторитетынан файҙаланып, үҙенең һуғышҡа ҡаршы булған фекерен һалдаттар араһына таратырға

165




тотондо. Ул һуғыш мәсьәләһенә инеп китһә, ҡыҫҡа ғына һөйләп туҡтай алмай, уны тармаҡландыра. Ьәр бер тармағын төрлө факттар, ваҡиғалар менән бәйләй. Ул уны һалҡын ҡан менән һөйләмәне, ораторҙар кеүек, ялҡынлы итеп, йоҙроҡтарын төйөп, ҡыҙып киткән сағында стеналарға һуғып, ҡайһы бер факттарҙы һалдаттарҙың үҙҙәренән дөрөҫләтеп, уларға аңлатырға тырышты:

  • Бына үҙең әйтеп тораһың, һинең атайың да, ҡарт, запас һалдат булып, мобилизовать ителгән, үҙең дә новобранец булып һуғышҡа килгәнһең. Һин бит әле йәп-йәш бала. Разве һиңә һуғышҡа килергә кәрәк! Һинең уҡый торған ваҡытың. Ҡапыл һин үләһең, атайың да үлә. Эсәйең күмәк йәш балалары менән өйҙә тол ҡатын булып ҡала. Һеҙ бит әҙ ерле крәҫтиәндәр. Һеҙҙең байлығығыҙ юҡ. Әсәң шул балаларҙы ҡалай тәрбиә итер? Һеҙ һуғышта үлгән тип, хөкүмәт шуларҙы үҙ тәрбиәһенә алыр тип беләһегеҙме! Никогда!.. Улар, тоҡсай аҫып, урамға сығып китәсәктәр. Улар, эт кеүек, урамда ятып үләсәктәр. Был һуғыштың беҙгә һуҡыр тинлек тә файҙаһы юҡ. Беҙ утлы күмерҙе тотабыҙ ғына. Утлы күмерҙә бешкән ашты байҙар ашайҙар. Ә беҙгә — ярты аршын ҡәбер! Етмәһә, артында хәйерселәр ҡалалар. Ул хәйерселәр йә урамда асҡа үлеп ҡалалар, йә әлеге һуғыш арҡаһында байлыҡ йыйып ҡалған фабриканттарға, тамаҡ туйҙырыу өсөн, көстәрен һаталар. Ана япон һуғышы булып уҙҙы. Унан башҡа ла беҙҙең Рәсәй ғүмер буйына һуғышҡан. Шул һуғыштан беҙҙең брат файҙа иткәнме? Астар бөткәнме? Эшсе менән крәҫтиән ярлылыҡтан ҡотолғанмы? Никогда!..

Новиковтың был һүҙен һәр бер һалдат айырым тынлыҡ менән тыңлай, ул һөйләп бөткәс, бөтәһе лә бер ауыҙҙан:

  • Шулай инде ул, дөрөҫ һүҙгә ни әйтәһең? — тиҙәр. Новиков тышҡа сыҡҡанда йәки йоҡлағанда, уны маҡтап һөйләйҙәр: — Ну башлы кеше күренә. Был социалист булырға оҡшай, гел генә сатнатып күҙгә дөрөҫтө әйтеп тик тора бит? Ул, ниндәй генә турала һүҙ сыҡмаһын, барыһына ла дөрөҫ яуап бирә бит... — тиҙәр. Новиковтың үҙе булһа, уға айырым бер яҡынлыҡ һәм хөрмәт менән ҡарайҙар, уның тураһында һөйләмәйҙәр. Новиков һүҙһеҙ ятҡан саҡтарҙа майҙанға Индрил сыға. Ул үҙенең бөтмәҫ-төкәнмәҫ анекдоттары менән һалдаттарҙы көлдөрә. Уйға сумған етди ваҡыттары булһа, ул һыҙғырып оҙон көйҙәр уйнап йәки әлеге «Буревестник»ты декламировать итә башлай. Байғужа менән Буранбай һүҙгә артыҡ ҡатнашмайҙар. Улар һөйләгәнде тыңларға яраталар. Һүҙ булмағанда, көн һайын аҡтарылған сумкаларын тағы ла аҡтарып, шундағы нәмәләрен барлап, рәткә килтереп ҡайнашалар. Йәки ауыл тураһында берәй хәбәр һөйләйҙәр.

Новиков, эсе бошҡан ваҡытта, кеҫәһенән әлеге Женялар, Ирочкалар яҙған хатты сығарып уҡый башлай. Хат уҡығанда

166




мине эргәһенә саҡырын ала. Сөнки улар тураһындағы беҙҙең эске кисереш бер төрлө. Ул турала беҙ бер-беребеҙҙең йөрәктәребеҙҙе яҡындан аңлайбыҙ, бергә кисерәбеҙ; ул хатты уҡый ҙа:

  • Хәҙер ҡайҙа икән улар? Тәки күрешә алманыҡ бит. Шайтан алғыры! Һуғышы ла бөтмәне. Хәҙер уларҙы ҡайҙан табаһың? Бәлки, немецтар яғында ҡалғандарҙыр, кем белә!

Йөрәгенән әсенә лә хатты тағы түш кеҫәһенә, ҡуйын дәфтәре эсенә һалып ҡуя. Мин дә, уның эргәһенә ятып, Ироч- калар тураһында уйлай башлайым. Хәҙер улар беҙҙең өсөн һис ҡул етерлек урында түгел. Хәҙер уларҙы хыялда ғына табырға мөмкин. Былай тормошта, бигерәк тә беҙҙең тормошта, уларҙы табыу мөмкин түгел.

Беҙҙең көндәр шулай үтәләр. Алда ниҙәр булыр, ниҙәр күрербеҙ. Ул көндәр беҙгә яҡтылыҡ вәғәҙә итмәйҙәр, уйлаған саҡта күңелдәргә әсенеүҙәр генә һалалар.

Ул әсенеүҙәр үҙеңде әйләндергән мөхиткә, ҡанлы һуғышҡа нәфрәт тыуҙыралар. Улар һәр көн үҫәләр, ҙураялар, эскә һыймай башлайҙар, асыу ҡабарған, йәнгә толҡа тапмаған саҡтарҙа тышҡа бәреп сығалар. Новиков күп ваҡыт беҙҙең шул тышҡа бәреп сыҡҡан нәфрәттәрҙе һөйләй, әйтеп бирә, башҡалар шуны йөрәктән кисерәләр, йөрәктән һөйләйҙәр, Новиков һүҙе шул күмәк йөрәктәрҙең һүҙе булғанға күрә, уға ҡушылалар:

  • Дөрөҫ инде ул... — тип ауыр көрһөнәләр.

Көндәр шулай үтәләр ине, беҙҙең йөрәктәрҙә тулҡындар һәр көн үҫәләр, көсәйәләр ине. Беҙҙең группаға хәбәр килтерҙеләр:

  • Һеҙҙе штабҡа, допросҡа саҡыралар, — тинеләр. Беҙ, һис ҡаушаманыҡ — тыныс күңел менән киттек, хатта допрос тураһында үҙ-ара аңлашманыҡ та.

Беҙҙе йәш кенә капитан ҡаршы алды. Бөтәбеҙҙе лә бер юлы уның эргәһенә индерҙеләр. Ул башта беҙҙең ҡайһы полктан икәнлегебеҙҙе, ҡалай аҙашып ҡалыуыбыҙҙы һорашты. Новиков, алга сығып, бөтә ваҡиғаны дөрөҫ итеп һөйләп бирҙе. Беҙ ҙә уның һүҙен дөрөҫләнек. Капитан бик оҙаҡ уйланы, шунан һуң беҙгә берәм-берәм һорауҙар бирә башланы:

  • Фронтта саҡта хөкөмгә тартылғанығыҙ бармы?

  • Юҡ, ваше высокоблагородие!

  • Алкоголь менән шөғөлләнәһегеҙме?

  • Юҡ, ваше высокоблагородие!

  • Арағыҙҙа ҡатынлы кешеләр бармы?

  • Юҡ, ваше высокоблагородие!

  • Фронтта күптәнме йөрөйһөгөҙ?

  • Ике йыл, ваше высокоблагородие!

Ул беҙгә тағы ла берәм-берәм ҡарап сыҡты. Ниҙер әйтергә уйланы. Тороп йөрөнө. Беҙ һаман аптырап торҙоҡ. Ул тағы ла һорау бирҙе:

  • Үҙ часығыҙға ҡайтырға теләйһегеҙме?

  • Так точно, ваше высокоблагородие!

167




  • Ярай, ул ваҡытта канцелярияға инегеҙ, һеҙгә путевка һәм маршрут бирерҙәр. Арағыҙҙан берәүҙе старший итеп һайларбыҙ. Бөгөн үк үҙ полкығыҙға китегеҙ! — тине. Беҙ сығып киттек. Канцелярияла беҙҙең фамилияларҙы яҙып алдылар. Мылтыҡтарҙы бирмәнеләр. «Ьеҙҙең туралағы материалдарҙы штабығыҙға ебәрәбеҙ, ҡулығыҙға путевка һәм маршрут ҡына бирәбеҙ», — тинеләр. Беҙ һис һүҙһеҙ-ниһеҙ биргәндәрен алдыҡ. Эштең былай бөтөүенә ҡыуанып, канцеляриянан сыҡтыҡ. Новиков, юлда бөтәбеҙҙе лә туҡтатып:

  • Был көтөлмәгән эш булды. Ҡулда ҡағыҙ бар. Аръяғын үҙебеҙ белербеҙ, — тине. Беҙ һарайға ҡайтып ингәндә, ундағы һалдаттар:

  • Ни булды, ни булды? — тип ҡаршыланылар. Беҙ:

  • bay булығыҙ, иптәштәр, беҙ китәбеҙ! — тинек. Уларҙың рухтары төштө, беҙ, тиҙ генә йыйынып, китеү яғын ҡараныҡ. Ҡалған иптәштәр, һарай ишегенән ҡулдарын, фуражкаларын болғап, тауышланып, беҙҙе оҙатып ҡалдылар. Беҙ, ғәҙәт буйынса, Буранбайҙы алға төшөрөп, уның артынан атланыҡ.

ЕГЕРМЕНСЕ БҮЛЕК

Беҙ хәҙер ирекле ҡоштар. Беҙ үҙебеҙҙең полкты эҙләү һылтауы менән хәҙер ун көн инде Белоруссия яландарын гиҙәбеҙ. Ьәр пунктта беҙҙе ашаталар, ҡундыралар, юлға аҙыҡ бирәләр. Путевка буйынса тағы үҙ юлыбыҙға китәбеҙ. Хәҙер беҙ маршрутты юғалттыҡ, юғалтыу ғына түгел, беҙ маршрут тураһында күптән һөйләргә лә оноттоҡ инде.

Беҙҙең маршрут — Новиков башында. Ьәр көнгө юл уның тарафынан беҙҙең ҡарамаҡҡа ҡуйыла, беҙ уны тикшерәбеҙ, төҙәтмәләр индерәбеҙ, шунан һуң юлға сығабыҙ. Ҡайһы саҡтарҙа юлда барғанда, беҙ уңайлы мәғлүмәт алһаҡ, шунда уҡ маршрутты үҙгәртеп ебәрәбеҙ. Ул юл уңаймы, түгелме, алғамы, артҡамы китә, беҙҙең маршруттың төп маҡсаты ул түгел, төп маҡсат: үҙебеҙҙең тарафтан һайланған йүнәлеш. Ул йүнәлештә ғәскәр аҙ булырға тейешле, бара торған ауыл тыныс һәм һалдаттар тарафынан таланмаған булырға тейешле. Шулай уҡ беҙ үҙебеҙҙең путевка менән тылға ла инеп китә алабыҙ. Фронт буйында, фронттан 40 — 50 саҡрым тирәһендә әйләнәбеҙ.

Ураҡ өҫтө. Крәҫтиәндәрҙең ашлыҡ йыйған миҙгелдәре. Ҡайһы бер фрукттар ҙа бешкән ваҡыт. Был ваҡытта ауылдар туҡ булалар. Беҙ ул моменттан бик ныҡ файҙаланабыҙ. Әгәр ҙә берәй ауылда ҡунғанда яҡшы хужа тура килһә, беҙ ул ауылдан бер көндә генә китмәйбеҙ. Хужаға хеҙмәтебеҙҙе тәҡдим итәбеҙ. Беҙҙең кеүек таҙа егеттәргә ауылдарҙа мохтажлыҡ ҙур. Беҙ, биш таҙа егет, берҙәм тотонған саҡта, ялан эштәре емерелеп баралар. Бер хужаның аҙна-ун көнлөк эшен беҙ бер

168




тәүлектә башҡарып китәбеҙ. Беҙгә яҡшы һауа ғына тура килһен, көнөн-төнөн белмәйбеҙ, эшләгән хужаның тау кеүек эшен ендәр армияһы кеүек һыпырып ташлайбыҙ. Шул арала беҙ рәхмәттәр алабыҙ, һыйланабыҙ, ҡайһы бер хужа хеҙмәт хаҡы өсөн мул ғына аҡса һәм юлға етерлек аҙыҡ та биреп ебәрә. Беҙ бында үҙ планыбыҙҙы ла үткәреп йөрөйбөҙ. Крәҫтиәндәр араһында һуғышҡа ҡаршы фекер таратабыҙ. Ул эш менән беҙ ауыр хәлгә лә төшкөләнек.

Бер ауылда төшкән хужабыҙға күп кенә ярҙам күрһәткәс, беҙ китергә йыйынғанда, ул:

  • Иртәгә йәкшәмбе көн, миңә ҡунаҡтар киләләр. Әҙерләнгән һый-хөрмәт бар. Ҡалығыҙ, ҡунаҡ булып китерһегеҙ, — тип беҙҙе алып ҡалды. Беҙҙең эш ашығыс түгел, ҡалдыҡ.

Иртәгеһенә мәжлестә ҡунаҡтар күп булды. Уларҙың араһында сиркәү старостаһы ла бар икән. Новиков уны белмәне. Эсеп, бер аҙ ҡыҙып алғас, һуғыш тураһында һүҙ сыҡты. Билдәле, крәҫтиәндәр араһында һуғышҡа ыңғай ҡараусылар юҡ.

  • һуғыш бөтһөн инде, юғиһә халыҡ бөлгөнлөккә төштө, — тиҙәр.

Новиков был мәсьәләне үҫтереп, ҡабартып алып китте. Ҡыҙған баш менән ялҡынлы рәүештә һуғыш тураһында үҙенең башында ҡайнаған бөтә фекерҙәрен түгеп һалды. Новиков, һүҙен бөткәс, аяғөҫтө тороп, стакан сәкәштереп:

  • Һуғыштың бөтөүенә эсәйек, долой һуғыш! — тип эсеп ебәрҙе. Мәжлестәгеләр ҙә Новиков һүҙен ҡабатланылар. Мәжлес митинг характерын алып китте. Бер мөйөштә, иконалар төбөндә, өндәшмәй генә ултырған ҡаҡсараҡ йөҙлө, йоҡа иренле, ҡылыс танаулы, кескәйерәк кенә күк күҙле, һаҡалдарына сал инә башлаған ҡунаҡ һүҙ алды. Ул ултырған урынында алдына ҡарап, күҙен стаканға терәп, нескә тауыш менән һөйләргә тотондо:

  • Алла алдында гонаһ ҡылаһығыҙ, православие динен, уның ерҙәге Аллаһын мәсхәрә итәһегеҙ. Беҙ Алла һүҙен ишетмәйбеҙ, телгә ихтыяр биреп, юлдан аҙашабыҙ, Алланан башҡа бер эш тә эшләнмәй, беҙ үҙебеҙҙең гонаһлы телдәребеҙ менән уны үҙгәртә алмайбыҙ. Ерҙәге һәр бер афәт, үҙенең ваҡыты етмәйенсә тороп, ерҙән күтәрелмәй. Беҙҙең мөҡәддәс Рәсәй илендә динһеҙлек көсәйҙе. Бына шул арҡала, был һуғыш Алла тарафынан бәндәләренә ебәрелгән яза ул. Шуның өсөн беҙ Аллаға ғибәҙәт ҡылырға тейешбеҙ, Алланан был язаның күтәре- леүен һорарға тейешбеҙ. Эгәр ҙә беҙ шулай һәр көн гонаһ ҡылһаҡ, Алла беҙҙе тағы ла нығыраҡ наказать итер.

Был кешенең һүҙен бөтәһе лә тын тыңланылар. Уға ҡаршы бер һүҙ ҙә һөйләмәнеләр. Тик бер ҡарсыҡ ҡына:

  • Ай, ай, гонаһтарыбыҙҙы кисер, Хоҙайым! — тип көрһөнөп ҡуйҙы. Новиковтың асыуы килде, буғай. Ул түҙә алманы:

169


  • Һеҙ чепуха менән баш өйләндерәһегеҙ! — тип ысҡындырҙы. Теге кеше ҡапыл күтәрелде:

  • Мин сиркәү старостаһы. Һеҙ мине хурлайһығыҙ. Һеҙ һуғыш ваҡытында ни эшләп, тынысланып ауылда йөрөйһөгөҙ әле? Һеҙ еврей түгелме, һеҙ соцалист түгелме? Бөтә һүҙҙәрегеҙ шуларҙыҡына оҡшай. Һеҙ простой һалдаттар түгел, һеҙҙең документтарҙы тикшерергә кәрәк! Мин күреп торам. Һеҙ хөкүмәткә, һуғышҡа ҡаршы агитация яһап, крәҫтиәндәрҙе ҡотортоп йөрөүселәр...

Староста ҡыҙҙы, ҡалтыранды, Новиковтың ауыҙына йоҙроҡтарын төйөп, терәй башланы. Новиков та шикләнә төштө. Ул ағарынып ғәфү үтенә башланы:

  • Мин һеҙҙең бындай характерҙа икәнлегегеҙҙе белмәнем. Һөйләмәгән булыр инем, — тип артҡа сигенде. Хужа, староста алдына килеп, ялынырға тотондо:

  • Берүк инде һалдаттарҙың һүҙҙәренә артыҡ иғтибар итмәгеҙ инде. Улар простой халыҡтар бит, — тип уның тынысла- ныуын һораны. Староста бик ҡырҡа ғына:

  • Былар мәжлестән сығып китһендәр, юғиһә мин китәм! — тине. Был беҙҙең өсөн уңай булды. Бөтәбеҙ ҙә күтәрелеп, тышҡа сыҡтыҡ. Хужа беҙҙең арттан сыҡты. Беҙҙе ситкәрәк алып китеп, мәсьәләне аңлатырға башланы:

  • Минең һеҙгә һүҙем юҡ. Рәхмәт, ярҙам иттегеҙ. Беҙҙең был сиркәү старостаһы бик уҫал кеше. Ул күп кешеләрҙе тотоп бирҙе инде. Мин һеҙгә алдан иҫкәртергә онотҡанмын. Һеҙ, эш боҙолмаҫ борон, тиҙерәк китегеҙ. Ул әйткән һүҙен эшләмәй ҡала торған кеше түгел, — тип беҙгә тиҙерәк китергә кәңәш бирҙе. Беҙ, тиҙерәк сумкаларыбыҙҙы аҫтыҡ та, арттан, баҡса яғынан сығып, юлыбыҙҙы ҡараныҡ. Новиков юлда һөйләнеп бара:

  • Ярай әле үҙенең кемлеген белгертте. Әгәр ҙә ул кеше беҙҙең мәжлес буйына барған һүҙҙе тыңлап, эстән генә кисереп ултырһа, шунан һуң ул тейешле урынға барып әйтһә, эш насар булыр ине. Беренсенән, беҙ мәжлес аҙағына тиклем ултырған булыр инек. Икенсенән, хужа һәйбәт кеше, ул бөгөн беҙҙе ебәрмәҫ ине. Башыгыҙҙа ла бер аҙ бар, ҡунығыҙ, тигән булыр ине. Мин ундай кешеләрҙе беләм. Улар әллә ниндәй гонаһтар тағырға мөмкин. Ә беҙҙең ҡулда бер путевка ғына. Уның числоһы ҡасанғы. Тағы эләккән булыр ине, хәҙер инде беҙҙе, уҫал уй менән дезертирлыҡ итеп йөрөүсе шайкалар тип, башҡа төрлө хөкөм иткән булырҙар ине. Ярай инде, хәҙергә ҡотолдоҡ. Ләкин киләсәктә беҙгә был һабаҡ булһын!

Беҙ ул көндө яҡын-тирәлә туҡталманыҡ, алыҫыраҡ китергә, был ваҡиғанан һуң күңелде нығыраҡ тынысландырырға булдыҡ.

«Ауыҙы бешкән — өрөп эскән» — тигән һымаҡ, ауылдарға килһәк, элекке кеүек йорттар һайламаныҡ, әлеге старосталарға

170




осрауҙан шикләндек, ауылдың ситендәге өйҙәрҙе, ярлы кешеләрҙе, һалдаткаларҙы һайлап төшә башланыҡ. Сөнки ундай өйҙәрҙә ашау яғы таҡырыраҡ булһа ла, ни эшләһәң дә, ни һөйләһәң дә мөмкин була, бындай өйҙәрҙә һүҙҙәр иркен, йүгәнһеҙ булалар.

Беҙ ундай йорттарҙа ла уңайһыҙ ваҡиғаға осраныҡ. Беҙ бер инвалид өйөнә төштөк. Ул үҙе һуғыш алдынан бер помещик- ка эшләгәндә аяғына бер тутыҡҡан ҡаҙаҡ ҡаҙалған да, ҡанына заражение булып, бик күп этләнгәндән һуң, уң аяғын ҡырҡтырған. Хәҙер ҙә шуның менән яфа күрә, бик һыҙлай, тип зарлана. Уның аты юҡ, бер һыйыры, бер сусҡаһы бар. Ҡатыны йәш, таҙа, матур. Һикереп, уйнаҡлап тора, һәр ваҡыт шаян һүҙҙәр һөйләй. Һәр ваҡыт ҡысҡырып йырлап йөрөй. Беҙ шул өйҙә ҡундыҡ, иртә менән торғанда, ғәжәп бер хәл күрҙек. Бөтәбеҙҙең дә маңлайыбыҙға ҡоромдар менән тәре һыҙылған. Бер-беребеҙгә ҡараштыҡ, көлөштөк, аптыраштыҡ, хужанан һорашты к:

  • Әллә һеҙҙә өйөгөҙҙә ҡунған кешеләрҙең маңлайҙарына тәре һыҙыу ғәҙәте бармы? — тинек. Ҡатын иренә ҡараны. Асыулы тауыш менән:

  • Аҡһаҡ шайтан! Килгән ҡунаҡтарҙы шулай итәләрме ни? — тине. Хужа уңайһыҙланды, көлөмһөрәне:

  • Һеҙҙең арағыҙҙа минән дә хәйләкәрерәк кешеләр бар икән. Ярай инде, шулай ҡалһын! — тине. Йәберләнгән тауыш менән һүҙен бөтөрҙө. Беҙгә был тағы ла табышмаҡ булды. Беҙ хужаның аңлатыуын һораһаҡ та, ул турала һүҙ алып бармаҫҡа ҡушты, беҙҙең маңлайҙағы ҡоромдан яһалған тәреләр сер эсендә ҡалдылар.

Беҙ иртә менән иҫәнләшеп киттек, ул беҙҙе һалҡын ғына оҙатып ҡалды. Юл буйынса тәреләр тураһында баш ваттыҡ, һис хәл итә алманыҡ. Юлда хәл йыйырға туҡталғанда, шул турала һаман баш ватабыҙ. Буранбай үҙе генә көлөп ултыра. Беҙҙең һүҙгә ҡатышмай. Беҙ шиккә ҡалдыҡ:

  • Ниңә көләһең? Әллә ул турала берәй нәмә беләһеңме? — тинек. Ул шарҡылдап көлөргә тотондо. Уның көлөүе беҙҙе ҡыҙыҡһындырҙы. Беҙ уның тиҙерәк һөйләүен, серҙе аңлатыуын һорай башланыҡ. Ул беҙгә ваҡиғаны һөйлән бирҙе:

  • Мин яңғыҙым тышта ултыра инем, — ти, — теге ҡатын миңә бәйләнде, мине төрлө йомошҡа ҡуша башланы. Мин тыңланым, уның төрлө йомоштарын башҡарҙым. Ул миңә бәйләнә, минең менән шаяра, танауҙан ҡыҫа, биттән һыйпай, өҫкә атланып килә. Мин дә әҙерәк шаяртҡан булдым. Ул минең шаяртыуҙы ысынға алды, буғай. Иренән зарлана башланы. Ул инвалид, бер эшкә лә ярамай, ти. Мин уның менән баҙға картуф алырға төштөм. Шунда ул минең муйынға аҫылынды, ҡыҫып- ҡыҫып биттән үбә, минең битте талай башланы. Мин ни эшләргә белмәнем, уға әйтә ҡуйҙым: «Ҡасан күрешәбеҙ һуң?» —

171




тинем. Ул: «Ирем бик көнләй, һәр ваҡыт һағалап ҡына тора. Ул төндә, аяғы һыҙлаһа, тышҡа сығып, һалҡын алдырып ултыра— шул ваҡытта», — ти. Төндә мин бик ҡаты йоҡлай инем. Бер ҡыҙыу ҡул минең биттән һыйпап уятты. Ул теге ҡатын ине. Мин уның эргәһенә барҙым. Ире инә башланы, ул мине өҫтөнән ырғытты, тауышландыҡ, буғай, ире минең барғанды һиҙҙе, мығырланып ҡатынын һүкте. Шунан һуң ул тороп беҙҙең аяҡ осона килеп баҫты. Мин шөрләп ятам, хырлап йоҡлаған булам. Ул бик хәйләкәр икән, ситтән төшөп, барыбыҙҙың да йөрәктәрҙе баҫып ҡарай башланы, минең йөрәк сабып килгән ат йөрәге кеүек тибә. Ул һүгенде, мейес эргәһенә барып килде. Ул бармағын ҡоромға буяп маташҡан икән, ул бик яйлап ҡына минең маңлайға тәре һыҙҙы: «Иртәгә мин һине ҡыҙартайым әле», — тип мығырланып, урынына барып ятты. Уның менән генә эш бөтөүгә шатландым. Ундай кешенең характеры бик яман була бит, алыр ҙа башыңа балта менән бирер, шунан бик ҡурҡҡайным. Эгәр ҙә берәй нәмә менән килһә, һеҙҙе уятырға ята инем. Минең йоҡо ҡасты. Хужа байтаҡ ыңғырашып ятты ла хырлап йоҡоға китте. Мин маңлайымдағы тәре тураһында уйланым. Юйһаң да ҡараһы бөтмәҫ, тимен, әгәр ҙә тороп йөрөнә башлаһаң, һиҙер тип ҡурҡам. Минең башҡа бик матур уй килде. Иптәштәрҙең маңлайына ла тәре һыҙайым, хужа беребеҙгә лә бәйләнә алмаҫ, тигән ҡарарға килдем. Әкрен генә мейес алдына килеп бөтә бармаҡтарҙы ҡоромға буяным. Эргәгеҙгә килдем дә маңлайығыҙға тәре һуғып сыҡтым, ҡулдағы ҡоромдо һеҙҙең ҡулдарығыҙға һөрттөм. Шунан һуң йоҡларға яттым. Бына уның бөтә сере шунда, — тип һүҙен бөтөрҙө. Иптәштәр тәгәрәп ятып көлдөләр. Буранбайҙың хәйләһенә аптыранылар. Аҙаҡтан Индрил төҫөн етдиләндерҙе:

  • Егеттәр, бынан һуң ундай эште ҡабатларға ярамай, беҙҙең хәлде беләһегеҙ бит, ҡыл өҫтөндә йөрөйбөҙ. Был эш тәүге һәм ахырғы булһын! — тине. Иптәштәр ҙә көлөүҙән туҡталдылар. Буранбай, тауышын түбәнәйтеп, үҙен ғәйепле һанап:

  • Ҡатындың үҙенән булды инде. Мин бәйләнмәнем бит, үҙе бәйләнде бит. Бынан кире ул булмаҫ инде, — тип, яланға ҡараны. Буранбайҙың был тәүбәһе иптәштәрҙе тағы етдилектән сығарҙы, уға ҡарап тағы ла көлөргә тотоналар. Ул көн, юл буйынса, Буранбай телдән төшмәне, Буранбай шул көндөң геройы булып әүерелде.

Беҙ ул көн Витебск янында поляк мосолмандары ауылына тура килдек. Ауылға бик күп мосолман һалдаттары йыйылған, араларында мосолман офицерҙары ла күренә. Былар беҙгә бик яҡын тойолоп киттеләр. Улар араһына индек, һораша башланыҡ.

  • Иртәгә бында ураҙа ғәйете уҡыла, беҙҙе фронттан шуға ебәрҙеләр, — тиҙәр. Беҙ ҙә ҡалырға булдыҡ. Ауылдаштар юҡ,

172




яҡташтар осранылар. Беҙ улар менән көн буйы «21» һуҡтыҡ. Индрил кәрт уйнарға бик оҫта икән, беҙҙең менән ултырғандарҙың барыһын да таҙартты. Кис менән бер офицер, бер дивизия муллаһы, бер полк муллаһы килделәр. Уларҙа аҡса мул күренә. Индрил менән беҙ икәү ҡатнаштыҡ. Башҡа иптәштәр йоҡларға яттылар. Уйын ҡыҙҙы. Банкылар һаман Индрил яғына күсә торҙолар. Уйынсылар араһында иң ҡомар менән уйнағаны дивизион муллаһы Хәлимов ине. Ул кәрттәрҙе өләшкәндә, бөтә хис менән бирелеп, өләшкән ҡулға, һалынған кәрттәргә ҡарап ултыра. Үҙ алдына төшкән кәртте тиҙ генә алып ҡарап ҡуя. Үҙе кәрт алғанда ғасабилана, уны ҡарағанда, алған яңы кәртенең мөйөшөн әкрен генә сығара, шул ваҡыт уның ҡулдары ҡалтырай, әгәр очколар етмәһә, артыҡ бер кисереш менән:

  • Тағы берҙе һал! — ти. Уны һалғанда кәрткә йотлоғоп ҡарап тора. Әгәр ҙә очколары етһә, кәрттәрен ташлап, ауыҙын йомоп, бер аҙ түбән ҡарап тора ла шунан һуң айырым бер кисерешле тауыш менән:

  • Үҙеңә ал! — ти. Банкирҙың үҙенә алған кәрттәрен, эйе- леп-әйелеп, яҡын килеп ҡарай. Әгәр ҙә үҙенең кәрттәре перебор булһа, бик ауыр көрһөнә лә, ҡулында көрттәрҙе әйләндереп тороп:

  • Артып киткән, — тип, башын болғап ҡуя. Әгәр ҙә ҙурыраҡ банк отоп алһа, «очко!» тип бик әсе итеп ҡысҡырып ебәрә, кәрттәрен ырғыта һалып, айырым бер ҡомһоҙлоҡ менән аҡсаларҙы йәйелгән бармаҡтары менән баҫып, үҙенә тартып ала ла йомарлап тубыҡ аҫтына тыға. Уйнаған саҡта, уның кәрттәрҙән, очкол арҙан башҡа бер уйы юҡ. Башҡалар һөйләшәләр, хәрәкәтләнәләр, ө ул, ғәҙәттә ултырған кеше кеүек, ултырған урынынан төндәр буйы ҡуҙғалмай ултыра, тик уның башы менән ҡулдары ғына хәрәкәт итәләр. Уның бөтә иғтибары көрттә, очколар ҡарауҙа, аҡсаларҙы һанап һалыуҙа ғына.

Офицерҙың, ике мулланың аҡсалары беҙгә инде. Хәлимов аҙаҡтан беләгендәге сәғәтен һалып уйнаны. Ул да Индрилға күсте. Әгәр ҙә ҡояш сығып, ғәйет яҡынламаһа, Хәлимов кәрт эргәһенән китергә түгел ине. Халыҡ ғәйеткә ҡуҙғала башлағас, беҙ таралдыҡ, йоҡларға яттыҡ. Байғужа мине, халыҡ ғәйеттән сыҡҡас, уятты:

  • Әйҙә, унда поляк мосолмандары һалдаттарға бүләк өләшәләр. Их, матур ҡыҙҙар, ҡатындар йыйылғандар, әйҙә, мәхрүм ҡалма! — тине.

Беҙ Байғужа менән мәсет алдына, бүләк өләшкән ергә киттек, мәсет алды йәрминкә төҫөн алған. Халыҡ ҡайнай.

Мәсет ҡоймаһы буйынан урамға табан ҡатын-ҡыҙҙар теҙелгәндәр. Улар араһында гимназия формаһында кейенгән ҡыҙҙар күп күренәләр. Уларҙың ҡулдарында коробкалар, төйөнсөктәр бар. Былар гимназияла һәм башҡа уҡыу йорттарында уҡыусы

173




поляк мосолмандарының ҡыҙҙары. Чиновник формаһында кейенгән бер ҡарт өҫтәлдә ҡатын-ҡыҙҙар алып килгән бүләкте ҡабул итә. Икенсе яҡтан рәткә теҙелгән һалдаттарҙы бер офицер, сиратлап, шул өҫтәл эргәһенә үткәрә; һәр бер үткән һалдатҡа папирос, шырпы, печенье, ҡағыҙ, конверт, ҡәләм һәм ваҡ-төйәк нәмәләр биреп, урам яғына сығарып торалар.

Башына эшләпә, өҫтөнә жөббә1 һымаҡ кейем кейгән, түшенә ленталар менән миҙалдар таҡҡан ҙур мыйыҡлы, эйәк аҫтында ослайтып ҡалдырған һаҡаллы кеше, мәсеттән сығып, кырандасҡа ултырҙы. Шул уҡ ҡиәфәтле, ләкин хәрби кейемдә, бер полковник баяғы кеше менән ҡушлашып ултырып, ҡапҡа төбөндәге офицерҙар менән иҫәнләштеләр ҙә киттеләр. Улар киткәс һалдаттар:

  • Эшләпәлеһе — мулла, тегеһе мосолман полковник, — тинеләр. Беҙ Байғужа менән бүләктәр алып сыҡҡанда, әлеге беҙҙең менән ҡояш сыҡҡансы кәрт уйнаған дивизия муллаһы Хәлимов беҙгә ҡаршы булды. Мине эргәһенә саҡырып алды:

  • Беҙҙе бер бай мосолман мәжлескә саҡырҙы. Унда бер нисә офицер һәм: беҙ генә булабыҙ. Һин дә мәҙәни күренәһең, әйҙә киттек, ләкин иптәштәреңде эйәртмә! — тине. Байғужаға был уңайһыҙ булды. Ул ҡырға ҡарап, белмәмешкә һалышып, йүткергән булды. Шул хәлдән ҡотолоу өсөн:

  • Мин саҡырылмаған ҡунаҡ, барыу уңайһыҙ булыр. Унан һуң иптәштәр ҙә мине юғалтырҙар, — тинем. Байғужа Хәлимовҡа һүҙ бирмәне:

  • Беҙҙең халыҡ йоҡлай торғандыр әле. Беҙ ҡайтып, тамаҡҡа әҙерләгәнсе, барып кил, байрамдарын күр, ҡалай байрам итерҙәр икән, — тине. Байғужаның был һүҙе миңә приказ кеүек тойолдо. Хәлимовҡа:

  • Улай булғас, әйҙә киттек, — тинем. Байғужаға бүләктәрҙе бирҙем дә Хәлимовҡа эйәрҙем.

Ҙур йорт. Тирә-яғы баҡса. Төрлө емеш ағастары менән ҡапланған. Ҙур тәҙрәләргә ебәк шторҙар эленгән. Асыҡ тәҙрәнән пианино тауышы ишетелә. Тәҙрәләрҙән күренгән төрлө гөлдәр өйҙәге байрам рухын аңҡыталар. Был күренешкә Хәлимовтың күңеле нескәрҙе, буғай.

  • Ошондай мәхәлләлә мулла булып торһаң ине! — тип, тирә-яғына ҡаранды. Ул арала ишек төбөндә ҙур мыйыҡлы, мөһабәт кеше беҙҙе руссалап ҡаршыланы:

  • Әйҙә, рәхим итегеҙ, ҡәҙерле Алла ҡунаҡтары! — тине.

Беҙ ингәндә, кисәге беҙҙең менән кәрт уйнаған офицер

Әхмәтьянов, полк. муллаһы Туйышев, тағы ла бер поручик һәм подпоручик бар ине. Улар эргәһендә байрам кейемендә бер нисә ҡатын-ҡыҙ йөрөй. Беҙҙе көткәндәр, буғай, хужа ябылған



Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   6   7   8   9   10   11   12   13   ...   21




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет