16. Муса:
— Йә, Раббым, ысындан да, мин яҙыҡ ҡылдым. Ярлыҡа мине, — тип ялбарҙы. Һәм Аллаһ уны ярлыҡаны. Ярлыҡаусы һәм сикһеҙ миһырбанлы бары тик бер Аллаһ ҡына.
17. Муса әйтте:
— Раббым, миңә биргән ниғмәт (һәм ғәфү) хаҡы өсөн енәйәтселәргә бер ҡасан да ярҙамсы булмам, инша'аллаһ, - тине.
18. (Икенсе көндө иртәнсәк ул) ҡурҡа-ҡурҡа ғына, һаҡланып ҡына ҡарана-ҡарана шәһәргә сыҡты. Ни күҙҙәре менән күрһен, кисә үҙенән ярҙам һорап ҡысҡырған кешене тағын осратты. (Ул тағын бер ҡыптый менән һуғышып ята ине) тағын ярҙам һорап ҡысҡырҙы. Шунда Муса әйтте:
— Һин үҙең ғауғасы икән, — тине.
19. Муса икеһенең дә дошманы булған ҡыптыйҙы һуғыштан тыйырға теләгән ине лә, тегеһе әйтте:
— Әй, Муса, һин кисә бер йәнде ҡыйған инең инде, мине лә үлтерергә теләйһеңме? — тине. — Тимәк, һин бында тәртип урынлаштырырға (изгелек ҡылырға) түгел, (кеше үлтереп) залим бер хаким булырға килгәнһең, ахрыһы.
20. Шәһәрҙең икенсе башынан килеп, берәүһе ашығып әйтте:
— Әй, Муса, һарайҙағылар һине үлтерергә теләй. Тиҙ бул, һин сығып ҡас. Был минең һиңә булған изгелекле кәңәшем, -тине. (21) Муса ҡурҡа-ҡурҡа, һаҡланып ҡына ҡарана-ҡарана шәһәрҙән сығып китте.
— Раббым, мине залимдар өйөрөнән ҡотҡар, — тип ялбарҙы.
22. Мәдйәнгә туп-туры барғанда ул:
— Раббым мине тура юлға күндерер тип ышанам, — тине.
23. Муса Мәдйән шәһәре тирәһендәге һыу улаҡтары янына килгәндә хайуандарына һыу эсереүсе бик күп кешеләрҙе күреп алды. Уларҙан бер аҙ ситтәрәк хайуандарын һыуға яҡын ебәрмәҫкә тырышыусы ике ҡыҙҙы ла күрҙе. Уларға:
— Һеҙ ни өсөн малдарығыҙға һыу эсермәйһегеҙ? — тине. Ошо яуапты алды:
— Көтөүселәр үҙ малдарын эсереп бөтөрмәйенсә, беҙ малдарыбыҙҙы эсертә алмайбыҙ. Атайыбыҙ иһә бик оло йәштә (малдарға һыу эсерерлек хәлдә түгел).
24. Шунан һуң Муса уларҙың малдарын эсерҙе. Һуңынан күләгәгә керҙе һәм:
- Йә, Раббым, хаҡтыр, индереләсәк һәр ниғмәтеңә мохтажмын, — тип доға ҡылды.
25. Шунан һуң теге ике ҡыҙҙың берһе тарһынып ҡына уның янына килде:
— Атайым хайуандарыбыҙҙы эсергәнеңә күрә, рәхмәт йөҙөнән, бүләктәр өсөн һине үҙ янына саҡыра, — тине. Ҡарт (хәҙрәти Шөғәйеп) янына килеп, Муса башынан кискәндәрҙе уға һөйләп бирҙе. Ҡарт әйтте:
— Ҡурҡма, һин инде шул ғәҙелһеҙ халыҡтан ҡотолдоң - тине.
26. Ҡыҙҙарның берһе әйтте:
— Атаҡайым, һин уны эшләгәненә хаҡ биреп, сабан итеп ал. Түләп эшләтәсәк был изгелекле егет — көслө һәм ышаныслы кеше, — тине.
27. (Шөғәйеп) әйтте:
— Һигеҙ йыл миңә хеҙмәт иткәндән һуң, мин һиңә ошо ике ҡыҙымдың берһен никахлармын. Ун йыл эшләргә теләһәң — ихтыярың. Мин һине ирекһеҙләмәйем. Инша'аллаһ, һин мине һәр саҡ изгелекле кеше булараҡ белерһең, — тине.
28. Муса былай тине:
- Был һинең менән минең аралағы (килешеү) булыр. Был ике шарттың ҡайһыһын ғына үтәһәм дә, миңә ҡаршы үпкә-ризаһыҙлыҡ (ирекһеҙләү) булмаҫҡа тейеш. Һөйләшкәнебеҙгә Аллаһ -шаһиттыр.
29. Килешенгән хеҙмәт ваҡытын тултырып, ғаиләһе менәән юлға сыҡҡас, Муса Тур тарафында бер ут күреп, ғаиләһенә:
— Һеҙ ошонда тороп тороғоҙ: мин йыраҡта бер ут күрҙем, бәлки, унан берәй хәбәр йәки йылыныр өсөн утлы киҫәү алып килермен, — тине.
30. Шунда барғас, шул мөбәрәк үҙәндең уң тарафынан, ҡыуаҡлыҡтар эсенән бер өн ишетелде:
— Әй, Муса, һин белеп тор, бөтөн ғаләмдәрҙең Раббыһы ул — Мин буламын — Аллаһ Тәғәләң!
31. — Ҡарышҡыңды (таяғыңды) ырғыт, — тигән тауыш ишетелде. Муса таяғын ергә ташланы, таяҡ йыланға әүерелде, Муса артына ла боролоп ҡарарға ҡурҡып, ҡаса башланы. Тағын әйтелде:
— Әй, Муса, кире борол. Ҡурҡма. Һин именлеккә ирешкәндәрҙәнһең.
32. — Ҡулыңды ҡуйыныңа тыҡ, ул зыян күрмәйенсә, ап-аҡ булып сығасаҡ. Ҡурҡыуҙан йәйелгән ҡулдарыңды кәүҙәңә ҡыҫ. Бына был ике ғәләмәт (йыланға әүерелгән таяҡ менән ялтырауыҡлы ҡул) Фирғәүен һәм уның әҙәмдәре алдында Раббың тарафынан ебәрелгән һәм инҡар ителмәҫтәй ике дәлилдер. Улар юлдан яҙған боҙоҡ халыҡ булып сыҡты.
33. Муса әйтте:
— Раббым, мин уларҙың бер кешеһен үлтергән инем, мине үлтермәҫтәрме, тип ҡурҡам, — тине. (34) — Ҡәрҙәшем Һарун минән матурыраҡ һөйләй. Хаҡлы икәнемде раҫлаусы ярҙамсым итеп уны ла минең менән бергә юлла. Улар миңә (ялғансы ҡушаматы тағырҙар тип), тип ҡурҡам.
35. Аллаһ бойорҙо:
— Туғаның һиңә ышаныслы терәк булыр, һәм мин һеҙгә шундай бер ҡөҙрәт бирәсәкмен, аяттарыбыҙ (мөғжизәләребеҙ) мәсьәләһендә улар һеҙҙе еңәлмәҫ. Һеҙ һәм һеҙгә эйәргән иманлылар өҫтөн сығасаҡһығыҙ, — тине.
36. Муса уларға ап-асыҡ аяттарыбыҙҙы килтергәс, улар:
— Был — күҙ буяу сихырылыр. Ата-бабанан был турала ишеткәнебеҙ булманы, — тинеләр. (37) Муса әйтте:
— Тура юлға өндәүсе итеп кемде күндергәнен һәм ахырҙа кемдең Сәғәҙәткә ирешәсәген иң яҡшы белеүсе — Раббым Үҙелер. Хаҡтыр, залимдарға ҡотолоу (йәннәт) булмаҫ.
38. Фирғәүен әйтте:
— Әй, ярандарым, һеҙҙең өсөн минән башҡа Илаһ барлығын мин белмәйем. Әй, Һаман, һин усаҡ яҡ, балсыҡ яндыр. Миңә бейек манара яһа. Мин Мусаның Тәңреһе янына менергә булам. Әммә ул ялған һөйләй, тип уйлайым мин, — тине.
39. Фирғәүен һәм уның буйһонғандары (ярандары) урынһыҙға ғорурландылар һәм Беҙҙең хозурыбыҙға ҡайтарыла торған саҡтарын инҡар иттеләр. (40) Беҙ уны һәм ғәскәрҙәрен тотоп алдыҡ та, диңгеҙгә ташланыҡ. Күр, залимдарҙың яҙмышы нисек булып бөттө.
41. Беҙ уларҙы утҡа (тамуҡҡа) саҡырыусы етәкселәр иттек. Ҡиәмәт көнөндә улар ярҙам күрмәйәсәк. (42) Был донъяла Беҙ уларға ләғнәт ебәрҙек. Ҡиәмәт көнөндә лә улар ләғнәтләнгән һәм меҫкен хәлдә булыр.
43. Хаҡтыр, әүүәлге (Нух, Һуд, Салих, Лут) халыҡтарын Беҙ һәләк иттек, (һәләк булғандарҙың фажиғәһе тураһында уйлай-уйлай) өгөт-нәсихәт алһындар тип, кешеләргә ап-асыҡ дәлилдәр, тура юлға йүнәлтеүсе һәм рәхмәтебеҙ булараҡ, ул Китапты (Тәүрәтты) Мусаға бирҙек.
44. (Ий, Мөхәммәд) Мусаға әмеребеҙҙе күндергәндә, һин тауҙың Көнбайыш яғында түгел инең, ул ваҡиғаны күреп торманың. (45) Әммә Беҙ (Мусанан) һуң бик күп халыҡтарҙы яралттыҡ, улар оҙон ғүмерле булды. Һин Мәдйән халҡы араһына кереп, уларға аяттарыбыҙҙы уҡыманың, ләкин Беҙ (булып уҙғандарҙың хәбәрен — Ҡөръәнде) һиңә күндерҙек. (46) Муса менән (уахи аша) һөйләшкәнебеҙ ваҡытында һин Тур тауы янында түгел инең. Ләкин һинән алда үҙҙәренә киҫәтеүсе (пәйғәмбәр) килмәгән бер ҡәүемде киҫәтер өсөн, Раббыңдан бер рәхмәт булараҡ, һине һайланыҡ. Бәлки, улар уйлап, өгөт алыр!
47. Әгәр ҙә үҙҙәре ҡылған (гөнаһтары) арҡаһында баштарына бәлә төшһә, улар:
— Раббыбыҙ, әгәр ҙә һин беҙгә пәйғәмбәр ебәргән булһаң, беҙ аяттарыңа эйәргән булыр инек тә, иман килтергән булыр инек, — тип әйтәсәктәрен белмәһәк, һине күндермәгән булыр инек.
48. Беҙҙең тарафтан уларға Хәҡиҡәт (менән Пәйғәмбәр) килгәс, әйттеләр:
— Мусаға бирелгән кеүек уға ла мөғжизәләр бирелергә тейеш түгел инеме ни? — тинеләр. Ярай, унан байтаҡ элек Мусаға бирелгәнде инҡар итмәнеләрме ни?
— Бер-берһен тулыландырыусы ике сихыр(сы), — тинеләр.— Һәм шуныһы хаҡтыр: беҙ уларға ышанмайбыҙ.
49. (Эй, Мөхәммәд) әйт:
— Әгәр ҙә һеҙ хаҡлы икәнһегеҙ, Аллаһ янынан был ике Китаптан да (Тәүрат менән Ҡөъәндән дә) яҡшыраҡ һәм дөрөҫөрәк бер китап килтерегеҙ һәм мин уға эйәрермен, — тип. (50) Әгәр ҙә улар һиңә эйәрмәһә, белеп тор, тимәк улар нәфселәренә (кирелектәренә) күрә генә эш йөрөтәләр. Аллаһтан тура юл күрһәтелмәгән килеш, бары тик үҙ нәфсеһенсә генә эш йөрөтөүсенән дә аҙғыныраҡ башҡа берәү буламы икән? Әлбиттә, Аллаһ аҙғындарҙы тура юлға күндермәҫ.
51. Хаҡтыр, уйлап өгөт алһындар тип, һүҙебеҙҙе (Ҡөръәндән аяттарын) берһе артынан икенсеһен өҙлөкһөҙ төшөрә торҙоҡ. (52) Унан (Ҡөръәндән) элек китаплы булғандар (йәһүдтәр, христиандар) ҙа иман килтерҙе. (53) (Ҡөръән) уғығанда, улар:
— Уға иман килтерҙек. Сөнки ул Раббыбыҙҙан килгән Хәҡиҡәт. Ысынлыҡта беҙ инде әллә ҡасан Аллаһты бер тип таныусылар инек, - тинеләр.
54. Сабыр иткәндәре һәм итәғәттәре өсөн уларға ике тапҡыр әжер бирелер (ике китапҡа ла ышанғандары өсөн). Былар яҡшылыҡ эшләп, яманлыҡты ҡыуыусылар. Улар үҙҙәренә беҙ күндергән ризыҡтан хәйер биреүселәр. (55) Улар буш һүҙ (ғәйбәт) һөйләүселәр янында тормаҫ:
— Беҙҙең эшебеҙ бар, һеҙҙең дә үҙ эшегеҙ. Һеҙгә сәләмдәр булһын. Беҙ жәһилдәр (наҙандар) менән аралашырға теләмәйбеҙ, — тип китеп барырҙар.
56. Хаҡтыр, (ий, Мөхәммәд) һин үҙең яратҡан кешеләрҙе тура юлға күндерә алмаҫһың. Үҙе ихтыяр иткәндәрҙе фәҡәт Аллаһ тура юлға күндерер. Кем тура юлға керәсәкте Ул бик яҡшы белеп тора.
57. Улар (Ҡурайш мөшриктәре) әйтте:
— Һиңә эйәреп, иман килтергән булһаҡ, беҙ йортһоҙ-ерһеҙ, ватанһыҙ ҡалған булыр инек (беҙҙе иманһыҙҙар ҡыуған булыр ине), — тинеләр.
Беҙ уларҙы үҙ тарафыбыҙҙан күндерелгән һәр төрлө емештәре мул булған хөрмәтле һәм имен урынға (Мәккәгә) урынлаштырманыҡмы ни? Ләкин уларҙың күбеһе быны белмәй.
58. Беҙ (муллыҡ эсендә) йәшәүҙәре менән маҡтаныусы ни тиклем ҡәүемдәрҙе һәләк иттек. Ана, уларҙан һуң ҡалған ул буш урындарға бик аҙҙары килеп урынлашты. Уларҙың малдарына Беҙ вәриҫ булып ҡалдыҡ. (59) Халыҡ күп йәшәй торған шәһәрҙәргә аяттарҙы уҡып бирә торған пәйғәмбәрҙәрен алдан ебәрмәйенсә тороп, Раббың ул шәһәр халыҡтарын һәләк итмәне. Беҙ халыҡтары залим булған шәһәрҙәрҙән башҡаларҙы һәләк итеүсе булманыҡ.
60. Һеҙгә бирелгән һәр нәмә (мал, байлыҡ, ләззәт) фани донъяла алдаусы биҙәк һәм тиҙ үтеп китеүсеҙер. Аллаһ хозурындағылар иһә (йәннәт) тағын да хәйерлерәк һәм тағын да ғүмерлерәк. Бынан һуң да аҡылығыҙға килмәҫһегеҙме ни?
61. Гүзәл һүҙҙәр менән (Аллаһтан) вәғәҙә алған һәм Уның менән (Аллаһ һәм йәннәт менән) ҡауышҡан кешеләр (бар); фани донъяла уаҡытлыса ғына бирелгән байлыҡ һәм рәхәтенән файҙаланып та, Ҡиәмәт көнөндә (яза өсөн) хозурыбыҙға китереләсәк кешеләр бар. Шулар икеһе бер тигеҙ булырмы?
62. Ул Көндө уларҙы саҡырып әйтер:
— Уйлап сығарған һәм Аллаһҡа тиң һаналған уртаҡларығыҙ ҡайҙа?
63. Улар(ҙың йәһәннәмгә керәсәктәре) тураһында әйтелгән һүҙ ғәмәлгә ашҡандан һуң:
— Йә, Раббыбыҙ, бына быларҙы беҙ аҙҙырҙыҡ. Үҙебеҙ нисек аҙған булһаҡ, уларҙы ла шулай аҙҙырҙыҡ. Уларҙан йыраҡлаштыҡ. Һиңә баш эйҙек. Улар беҙгә табынманылар (үҙ нәфселәренә, енси ихтыяждарына табындылар), — тип әйтерҙәр.
64. Уларға әйтерҙәр:
— (Аллаһҡа) тиңдәштәрҙе саҡырығыҙ, — тип. Саҡырырҙар. Ләкин уларҙан (һындарҙан, таштарҙан, быҙауҙан) яуап булмаҫ. Бына шунда улар язаһын алыр. Их, улар иман килтергән булһа (был ғазаптарҙы күрмәҫ ине).
65. Ул Көндө (Хаҡ Тәғәлә) уларға әйтер: — Пәйғәмбәрҙәремә һеҙ нисек яуап биргән инегеҙ? — тип һорар. (66) Ул Көндө уларға барлыҡ хәбәрҙәр ҙә шомло булыр. Үҙ-ара хәл һораштырырға ла самалары булмаҫ. (67) Әммә тәүбә итеп, иман килтереп, изгелек ҡылғандар мораҙҙарына (Сәғәҙәткә) ирешкәндәр араһында булыр.
68. Раббың теләгәнен эшләй, ни теләһә, шуны һайлап ала. Уларҙың (мөшриктәрҙең) һайлау хоҡуғы юҡ. Аллаһ (улар Аллаһҡа тиң, тип инанған уйҙырма тәңреләренән) паҡ һәм өҫтөн. (69) Күңелдәренә нимә йәшергән булһалар, нәмәне асыҡ эшләһәләр — барыһын да Раббың белеп тора. (70) Аллаһ ул шундай: унан башҡа (Илаһи ҡөҙрәткә эйә һәм) Тәңре булырҙай һис бер кем юҡ. Донъяла ла, Әхирәттә лә бөтөн маҡтау Уға ғына. Хөкөм дә Аллаһта ғына. Барығыҙ ҙа Уға ҡайтарыласаҡһығыҙ.
71. Әйт:
— Әгәр Аллаһ Ҡиәмәт көнөнә саҡлы өҫтөгөҙҙә төн ҡараңғылығын тота ҡалһа, Аллаһтан тыш һеҙгә яҡтылыҡ килтерәсәк башҡа тәңре булырмы? (Булһа, күрһәтегеҙ.) Әле шунан һуң да һеҙ ҡолаҡ һалмайһығыҙмы? — тип. (72) Әйт:
— Әгәр Аллаһ Ҡиәмәткә ҡәҙәр өҫтөгөҙҙә яҡтылыҡ тота ҡалһа, истирәхәт (ял, йоҡо) өсөн төндө Аллаһтан башҡа кем килтерәсәк? (Булһа, күрһәтегеҙ.) Әле шунан һуң да (Хәҡиҡәтте) күрмәҫһегеҙме? — тип. (73) Рәхмәте менән, Ул һеҙ тыныслап ял итһен өсөн, истирәхәт ҡылыр өсөн төндө, ниғмәттәр ҡаҙаныр өсөн көндө яралтты. Моғайын, шөкөр итерһегеҙ!
74. Ул Көндө (Аллаһ) уларға әйтер:
— Уйлап сығарған, Миңә тиң һанаған уртаҡларығыҙ ҡайҙа? — тип һорар. (75) Һәр халыҡтан берәй шаһит (үҙ пәйғәмбәрен) саҡырырбыҙ ҙа:
— Дәлилдәрегеҙҙе килтерегеҙ, — тип әйтербеҙ. Улар шунда белер, Хәҡиҡәт Аллаһ янында. Табынған нәмәләре лә уларҙы ташлап, юҡ булыр.
76. Хаҡтыр, Ҡарун - Муса ҡәүеменән ине. Ләкин ул (халҡына) ҡаршы ғәҙелһеҙлек ҡылды. Беҙ уға шундай байлыҡ бирҙек, (уның хазина һаҡлана торған амбарҙарының) асҡыстарын хатта ҡеүәтле баһадирҙар ҙа көскә күтәреп йөрөр ине. Шул ваҡыт ҡәүемдәштәре уға әйтте:
— Маһайма (байлығың менән)! Аллаһ маҡтансыҡтарҙы яратмаҫ, — тине.
(«Ҡарун хәҙрәти Мусаның туғандан туған энеһе ине. Башта ул Мусаға эйәреп иман килтерҙе. Ләкин хирыслығы, һаранлығы, көнсөллөгө арҡаһында монафиҡ булды. Исраил улдарының башында Фирғәүен хаким булып торғанда, Ҡарун уның ярҙамсыларынан берһе булды, йәғни залимлыҡ яғына күсте. Байлығы, дәрәжәһе менән маҡтана башланы. Имеш, Тәүрәтты иң яҡшы уҡый белеүсе Ҡарун ғына. Химия һәм сауҙа эштәрендә ғалим булған кеше. Ләкин ахырҙа ғалимлеге лә, байлығы ла уға ярҙам итмәй, Ҡарун һәләк була. Бөтөн байлығы менән уны Ер йота». Ибраһим Дөнмәз тәфсиренән.)
77. — Аллаһтың һиңә биргән мөлкәтенән (хәйер, саҙаҡа, зәкәт) биреп, Әхирәт көнөнә әҙерлән. Донъялағы өлөшөңдө лә онотма. Аллаһ һиңә бәрәкәт биргән кеүек, һин дә (кешеләргә саҙаҡа биреп) йомарт бул. Ер йөҙөнә боҙоҡлоҡ таратма. Аллаһ боҙоҡтарҙы яратмаҫ.
78. (Ҡарун) әйтте:— Был байлыҡ миңә бары тик ғилемем арҡаһында ғына (үҙ тырышлығыма күрә) килде, — тине. Үҙенән әүәл килгән, унан да ҡеүәтле-бай, өҫтөн булғандарҙы Аллаһ һәләк иткәнен белмәйме ни ул? Гөнаһлыларҙан һорау алып торолмаҫ (улар туп-тура йәһәннәмгә ябылыр).
79. Шулай кейенеп, яһанып (Ҡарун) халыҡ ҡаршыһына сыҡты. Донъя артынан ҡыуыусылар әйтте:
— Их, Ҡарун кеүек бай булһаң ине. Ул ысындан да, донъялағы иң насип (бәхетле) кеше, — тинеләр.
80. (Донъяны аңлаған) белемле кешеләр әйтте:
— Ҡайғы булыр һеҙгә. Аллаһтың сауабын туплау, иман килтереү — изгелек ҡылыусылар өсөн (ул байлыҡтарҙан) сикһеҙ хәйерле. Ләкин сабыр иткәндәр, (Аллаһ юлында) сыҙам булғандарҙан башҡаһы (Сәғәдәткә) ирешмәҫ, — тинеләр.
81. Ниһайәт, Беҙ уны, зиннәтле һарайҙары менән бергә, ергә йотторҙоҡ. Аллаһ ҡаршыһында яҡларлыҡ уның бер кеме лә юҡ ине. Ул үҙен-үҙе яҡларлыҡ хәлдә лә түгел ине.
82. Кисә уның урынында булырға теләгән көнсөлдәр иртәнсәк әйттеләр:
— Ай-һай ҙа, Аллаһ ҡолдарының берһенә ризыҡты мул итеп бирә, икенсеһенә иһә тар итә. Аллаһ беҙгә мәрхәмәтле булмаһа, беҙҙе лә йотторор ине. Тимәк, Хәҡиҡәт шулдыр: (ҡомһоҙҙар, ғәҙелһеҙҙәр) кәферҙәр Сәғәдәткә ирешмәҫ,— тинеләр.
83. Әхирәт йорто шул булыр. Беҙ уны Ер йөҙөндә тәкәбменәннмәгән, байлыҡ артынан ҡыумаған, аҙғынлыҡ таратмаған кешеләргә бирербеҙ. Иң яҡшы нәтижә саф мосолмандарҙыҡы булыр.
84. Кем изгелек ҡылған, уның өсөн шунан да (ҡылған изгелектәренән дә) мул хәйер аласаҡ; кем яманлыҡ ҡылған, ҡылғандарынан артыҡ язаланмаҫ.
85. (Эй, Мөхәммәд) Ҡөръәнде (уҡыу, аңлатыу, уға эйәртеүҙе) һиңә фарыз ҡылған Аллаһ, әлбиттә, һине ҡайтарылырға тейеш ергә ҡайтарасаҡ. Әйт:
— Кем тура юлдан бара, кем тура юлдан яҙа — барыһын да Аллаһ бик яҡшы белеп тора, — тип.
86. Һин был Китапты үҙеңә төшөрөлөүен көтмәгән инең. Ул бары тик Раббыңдың рәхмәте менән индерелде. Тик, аң бул, кәферҙәргә дуҫ булма. (87) Аллаһтың аяттары һиңә индерелгәс, һаҡ бул, улар һине аяттарҙан биҙҙерергә тырышыр. Кешеләрҙе Аллаһ юлына саҡыр. (Ярҙам кәрәк булһа) Аллаһҡа ялбар. Ләкин мөшрик була күрмә (ярҙамға башҡа уйҙырма Илаһтарҙы саҡырма). (88) Аллаһҡа тиңләп, башҡа бер ялған Илаһҡа табына күрмә. Аллаһтан башҡа (Илаһи ҡөҙрәткә эйә һәм) Тәңре булырҙай һис бер кем юҡ. Унан башҡалар барыһы ла һәләк буласаҡ. Хөкөм Уның хозурында һәм һеҙ бары тик Уның хозурына ҡайтарыласаҡһығыҙ.
29 — Ғәнкәбут (Үрмәксе) сүрәһе
(Ғәнкәбут сүрәһе 69 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Ғәнкәбут» — үрмәксе тигән һүҙ. 41 нсе аятта кәферҙәрҙең мәкерле эштәре үрмәксе ояһына оҡшатыла; сүрәнең исеме шунан килә.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Әлиф. Ләм. Мим.
2. Иман килтерҙек (бер Аллаһҡа инандыҡ), тип әйткәндән һуң, ауырлыҡтар аша һыналмайбыҙ, беҙҙе иғтибарһыҙ ҡалдырырҙар, тип уйлайҙармы әллә кешеләр? (3) Хаҡтыр, Беҙ уларҙан элек йәшәп киткәндәрҙе лә һынауҙар аша уҙҙырҙыҡ. Әлбиттә, Аллаһ кем дингә тоғро, кем монафиҡ икәнде лә белеп тора.
4. Яманлыҡ ҡылғандар: Аллаһтан ҡасып ҡотолорбыҙ, тип уйлайҙармы әллә? Бик тә яңғылыш-насар фекерләй улар.
5. Кем Аллаһ менән ҡауышыуға өмөт итә, белеп торһон, Аллаһ билгеләгән ул ваҡыт (Ҡиәмәт), һис шикһеҙ, киләсәк. Ул бар нәмәне лә ишетә, күрә.
6. Жиһадта ҡатнашҡан, бары тик үҙ файҙаһы өсөн генә һуғышыр. Шөбһәһеҙ, Аллаһ бер нимәгә лә, бер кемгә лә мохтаж түгел.
7. Иман килтереп, изгелек ҡылғандарҙың хаталарын кисереп, (ҡылған изгелектәренән дә артыҡ) әжер бирербеҙ. (8) Беҙ кешеләргә ата-әсәгә изгелекле булыуҙарын васыят иттек. Әгәр улар һин танымаған, белмәгән башҡа бер нәмәне Миңә тиңләштерһәләр (һәм шуға инанырға ҡушһалар), уларға итәғәт итмә. Һеҙ Минең янға ҡайтарыласаҡһығыҙ. Шул саҡта Мин һеҙ ҡылғандар тураһында хәбәр бирермен. (9) Иман килтереп, изгелек ҡылғандарҙы саф мосолмандар хисабына яҙырбыҙ. (10) Кешеләр араһында шундайҙары ла бар:
— Аллаһҡа инандыҡ, —тип әйтәләр ҙә, дин юлында ҡыйынлыҡтарға дусар булғас, кешеләр күрһәткән яфаларҙы улар Аллаһтың ғазабы булараҡ ҡабул итәләр. Аллаһ тарафынан берәй муллыҡ килһә, улар:
- Беҙ ҙә, ысынлап та, һеҙҙең менән бер юлда инек, — тип әйтерҙәр. Аллаһ ғәләмдәрҙә (һәр кешенең күңелендә) нимәләр барын бик яҡшы белеп тороусы түгелме? (11) Ысындан да, Аллаһ кемдең иман килтергәнен, кемдең монафиҡ икәнен бик яҡшы белә. (12) Кәферҙәр иманлыларға әйтер:
— Беҙгә эйәрегеҙ, (беҙҙең динде тотһағыҙ) беҙ һеҙҙең гөнаһтарҙы ла үҙ өҫтөбөҙгә алырбыҙ, — тип әйтерҙәр. Ләкин улар ул гөнаһтарҙың берһен дә үҙ өҫтәренә алмаҫ. Хаҡтыр, улар ялғансы. (13) Улар үҙ гөнаһтарын да, (үҙҙәре юлдан яҙҙырған мөьминдәрҙекен дә) үҙ елкәләрендә күтәреп Ҡиәмәткә алып килерҙәр, һәм ялғандары өсөн яуап тоторҙар.
14. Хаҡтыр, Беҙ Нухты үҙ халҡына (пәйғәмбәр итеп) күндерҙек. Ул үҙ халҡы араһында туғыҙ йөҙ илле йыл йәшәне. Уның халҡы барыбер иман килтермәне (боҙоҡлоҡ һәм гөнаһҡа батып бөттө) һәм уларҙы Туфан һыуы йотто. (15) Әммә Беҙ уны ла, кәмәләгеләрҙе лә һау-сәләмәт ҡотҡарҙыҡ һәм быны бөтөн донъяға үрнәк итеп ҡуйҙыҡ.
16. Ибраһимды ла (пәйғәмбәр иттек). Ул үҙ халҡына әйтте:
— Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылығыҙ. Унан (язаһынан) ҡурҡығыҙ. Әгәр белһәгеҙ икән, был эш һеҙҙең өсөн ғәйәт хәйерле булыр ине, — тине. (17) — Һеҙ Аллаһҡа тиң тип, үҙегеҙ уйлап сығарған боттарға табынаһығыҙ һәм ялған һөйләйһегеҙ. Гәрсә, һеҙҙең Аллаһтан башҡа табынған һындарығыҙ һеҙҙең өсөн бер бөртөк ризыҡ бирергә һәләтһеҙ нәмәләр. Ризығығызҙҙы Аллаһ хозурында табырһығыҙ. Уға ғибәҙәт ҡылығыҙ, Уға шөкөр итегеҙ. Һеҙ бары тик Уның янына ғына ҡайтарыласаҡһығыҙ; (18) әгәр һеҙ быларҙы ялған тип уйлаһағыҙ, һеҙҙән элек йәшәп киткән халыҡтар ҙа (үҙ пәйғәмбәрҙәрен) ялғансы тип атанылар (һеҙҙе лә шул ҡара яҙмыш көтә). Пәйғәмбәрҙәр өҫтөнә төшкән вазифа бары тик (Аллаһтың әмерҙәрен) ап-асыҡ итеп аңлатыу.
19. Әллә һуң улар күрмәйме, нисек итеп Аллаһ башта барлыҡҡа килтерҙе, унан һуң юҡҡа сығарыр, һуңынан тағын терелтер. Быларҙы эшләү Аллаһҡа бик тә еңел.
20. Әйт:
— Донъя буйлай сәйәхәт итегеҙ, ҡарағыҙ: Аллаһ нисек итеп башта барлыҡҡа килтергәнде күрегеҙ. Аллаһ тағын Әхирәт тормошон да бирәсәк. Аллаһтың бөтөн нәмәгә ҡөҙрәте етә, — тип.
21. — (Аллаһ) ихтыяр иткән кешеһен язалар, теләгәнен ярлыҡар. Барығыҙ ҙа бары тик Уға ҡайтарыласаҡһығыҙ, —тип әйт. (22) — Һеҙ Ерҙә лә, Күктә лә Аллаһты меҫкен хәлдә ҡалдыра алмаҫһығыҙ. Аллаһтан башҡа һеҙҙең һис бер яҡлаусығыҙ һәм ярҙамсығыҙ булмаҫ, — тип.
23. — Аллаһтың аяттарын һәм Уның менән (Әхирәттә терелеп) ҡауышыуҙы инҡар иткән кәферҙәр рәхмәтемдән мәхрүм ҡаласаҡ. Аллаһтың әсе ғазабы ла уларға тейер.
24. Халҡы уға (Ибраһимға) шулай яуап ҡайтарҙы:
— Үлтерегеҙ уны йәки яндырығыҙ, — тине. Аллаһ уны уттан ҡотҡарып ҡалды. Хаҡтыр, иманлылар өсөн бында ғибрәттәр бар. (25) Һәм ул (Ибраһим) әйтте:
— Һеҙ донъя тереклегендә Аллаһтан башҡа боттар уйлап сығарып, шуларға барығыҙ ҙа мөхәббәт тәрбиә иттегеҙ. Ләкин ахырҙа, Ҡиәмәт көнөндә һеҙ бер-берегеҙҙән уаз кисеп, бер-берегеҙгә ләғнәт әйтәсәкһегеҙ. Һеҙ барасаҡ ер —утлы тамуҡтыр. Шунда һеҙҙең һис бер ярҙамсығыҙ булмаҫ, — тине.
26. Шунан һуң (Ибраһимдың туғандан туған энеһе) Лут иман килтерҙе. (Ибраһим) әйтте:
— Хаҡтыр, мин Раббым яғына һижрәт итәсәкмен (Аллаһ ҡушҡан ергә күсеп китәсәкмен). Шик юҡтыр, һәр ваҡыт еңеүсе, хөкөм һәм хикмәт эйәһе — Улдыр, — тине.
27. Беҙ уға Исхаҡ менән Яҡупты ебәрҙек. Пәйғәмбәрлек һәм Китаптарҙы (Тәурат, Инжил, Зәбур, Ҡөръәнде) уның тоҡомона васыят иттек. Донъяла уға бүләктәр бирҙек. Хаҡтыр, ул Әхирәттә лә һәр хәлдә изгеләрҙән һаналасаҡтыр.
28. Лутты ла Беҙ (үҙ халҡына пәйғәмбәр итеп күндерҙек). Хәтерләйһеңме, ул халҡына былай тигән ине:
— Һеҙ быға тиклем донъяла һис бер халыҡ ҡылмаған нәжес эш эшләйһегеҙ, — тине. (29) Һеҙ һәр ваҡыт ирҙәрҙе (ҡатын итеп) ҡулланасаҡһығыҙмы, юлбаҫарлыҡ ҡылырһығыҙмы, өйөрөлөшөп, шәриғәттә булмаған боҙоҡлоҡтар ҡылырһығыҙмы? — тине. Халҡы былай яуапланы:
— Әгәр ҙә һин дөрөҫ һөйләйһең икән, (хаҡлы икәнеңде иҫбат итер өсөн) өҫтөбөҙгә Аллаһтың язаһын индерт, — тинеләр.
(«Народу Лотову приписываются три порока — противоестественный грех, разбой на дорогах и свершение злодеяний на сборищах их. Поэтому неверно сводить все их прегрешения, описанные в итории Лота, лишь к противоестественному греху, якобы единственной причины их виновности »
Мөхәммәд Али тәфсиренән.)
Достарыңызбен бөлісу: |