11. Бына, быларҙың бөтөнөһө лә Аллаһ яралтҡан ысынбарлыҡ. Унан башҡаларҙың (боттарҙың, һындарҙың) нимә яралтҡандарын Беҙгә күрһәтегеҙ, зинһар. Эйе, ул изгелекһеҙҙәрҙең тура юлдан яҙғанлығы көн кеүек асыҡ.
12. Хаҡтыр, Беҙ Лоҡманға, Аллаһҡа шөкөр ит, тип хикмәт (асыҡ зиһен) бирҙек. Шөкөр иткән кеше үҙе өсөн шөкөр итер. Шөкөр итмәгән кеше — шөкөр итмәһен: Аллаһ уның шөкөрөнә мохтаж түгел. Аллаһ һәр төрлө маҡтауға лайыҡ.
13. Бер ваҡыт Лоҡман улына өгөт бирә икән:
— Улым, Һин Аллаһтан башҡа (уйҙырма) Илаһҡа табынма. Күп Илаһтарға табыныуҙан да ҙур гөнаһ юҡ!
14. Беҙ кешегә: ата-әсәңә изгелекле бул, тип васыят иттек. Әсәһе уны ниндәй ҡыйынлыҡтар менән ҡарынында йөрөтә. Ике йыл буйы һөтөнән айырмайынса имеҙеп үҫтерә. Тик, иң башта Миңә, унан һуң ата-әсәгә шөкөр ит, тип васыят иттек. Ҡайтарылыш бары тик Миңә генә булыр.
15. Әгәр ҙә (атаң-әсәң) һиңә мәғлүм булмаған берәй нәмәне Миңә тиң күреп, һине шуға (инанырға) ирекһеҙләһә — уларға буйһонма. Ләкин донъяла уларға изгелекле бул. Миңә итәғәт иткәндәр менән бер юлда бул. Ахырҙа ҡайтарылышығыҙ бары тик Минең тарафҡа булыр. Шул ваҡытта (Ҡиәмәттә) Мин һеҙгә (донъялағы) ҡылмыштарығыҙ тураһында иҫкәртермен.
16. — Әй, улым, — тине Лоҡман. — (Изгелекме ул, яманлыкҡмы) ҡылмышың хәрдәл (гәрчич) бөртөгө хәтле генә булып, ул да тау ҡаяһына йәки күктәргә йәки ер аҫтына йәшерелгән булһа ла, Аллаһ (Ҡиәмәттә) уны һинең ҡаршыңа сығарып ҡуйыр. Хаҡтыр, Аллаһ иң нескә-йәшерен эштәрҙе лә күреп-белеп тора, Ул бар нәмәнән дә хәбәрҙар.
17. — Балам, намаҙыңды уҡы, (башҡаларҙы) изгелеккә өндә, яманлыҡтарҙан уаз кисергә саҡыр, башыңа килгәнгә (бәләләргә) сабыр ит. Хаҡтыр, былар Аллаһ фарыз ҡылған, рух ныҡлығы талап ителә торған нәмәләрҙер.
18. — Тәкәберләнеп, кешеләрҙән йөҙ сөйөрмә. Донъяла маһайып, танау сөйөрөп йөрөмә. Аллаһ тәкәбберҙәрҙе, үҙен генә яратыусыларҙы, маҡтансыҡтарҙы яратмаҫ. (19)—Ер йөҙөндә сабыр-һалмаҡ бул, тауыш күтәреп һөйләшмә. Шуны онотма, донъялағы иң йәмһеҙ тауыш — ишәк тауышы.
20. Аллаһ күктәрҙә һәм Ерҙә булған һәр нәмәне һеҙ файҙаланһын өсөн бирҙе, йәшерен һәм өҫтә ятҡан ниғмәттәрҙе һеҙгә мал итте. Шуны һеҙ аңламайһығыҙмы ни? Шуға ла ҡарамаҫтан, белемһеҙ кешеләр араһында дәлилһеҙ һәм ҡулдарында фекер яҡтылығы биреүсе Китабы булмаған көйөнсә, Аллаһ хаҡында тартышыусылар бар.
21. Уларға:
— Аллаһ индергәнгә (Ҡөръәнгә) иман килтерегеҙ, — тип әйтһәң, улар:
— Юҡ, беҙ бабаларыбыҙ тотҡан диндә ҡаласаҡбыҙ, — тип әйтәсәк. Шайтан ҡотортоуы менән аталарының дине йәһәннәмдең хәтәр ғазабына илтһәлә?
22. Изгелек ҡылғандар араһында үҙен тамам Аллаһҡа бағышлаған кешенең, хаҡтыр, ышаныслы терәге булыр. Бөтөн эштәрҙең ахыры Аллаһҡа барып тоташа.
23. (Рәсүлем) инҡар иткәндең инҡары һине хафаға һалмаһын. Улар барыбер Беҙҙең тарафҡа ҡайта. Бына шул ваҡытта Беҙ уларҙың (донъялағы) ҡылмыштары тураһында иҫкәртербеҙ. Аллаһ (кешеләрнҙең) күңелендә нимәләр булғанды бик яҡшы белеп тора. (24) Беҙ уларға (фани донъяла рәхәт сигәргә) ирек ҡуйырбыҙ, ахырҙа үҙҙәрен ауыр ғазаптарға дусар итербеҙ. (25) Хаҡтыр, уларҙан:
— Күктәрҙе һәм Ерҙе кем яралтты?—тип һораһаң, улар мотлаҡ:
— Аллаһ! — тип әйтәсәк. Әйт һин:
— Шулай булғас, Аллаһты маҡтағыҙ, әлхәмдүлилләһ — тип әйт. Ләкин был уларҙың күбеһенең башына килмәй. (26) Күктәрҙәге, Ерҙәге бөтөн барлыҡ — һәммәһе лә Аллаһтыҡыҙыр. Шик юҡтыр, Аллаһ ул (бер нимәгә лә) мохтаж түгел һәм маҡтауға лайыҡ.
27. Ер йөҙөндәге бөтөн ағастар ҙа ҡәләмгә әүерелеп, (донъялағы барлыҡ) диңгеҙ-океандарҙың һыуы ете тапҡыр артып, яҙыу ҡараһына әйләнһә лә, Аллаһтың һүҙҙәрен яҙып бөтөрөп булмаҫ ине. Шик юҡ, Аллаһ — бөйөк һәм хикмәт эйәһе.
28. (Ий, әҙәмдәр) һеҙҙе юҡтан бар итеү һәм (үлтереп) яңынан терелтеү — Уның өсөн бер кешене бар итеп, яңынан терелтеү кеүек анһат (еңел) эш. Хаҡтыр, Аллаһ һәр нәмәне белеп, күреп тора.
29. Күрмәйһеңме ни, Аллаһ төндө көнгә һәм көндө төнгә керетеп аралаштыра. Ҡояшты, Айҙы үҙ тәртибенсә йөрөтә. Быларҙың һәр береһе (Аллаһ тарафынан) билгеләнгән бер ваҡытҡа ҡәҙәр шул тәртиптә хәрәкәт итәсәк. Һәм Аллаһ ҡылмыштарығыҙҙан мотлаҡ хәбәрҙар. (30) Сөнки: Аллаһ — Хәҡиҡәттең Үҙелер. Унан башҡаға табынғандарығыҙҙың барыһы ла, һис шикһеҙ, ялғандыр. Иң олуғ, иң бөйөк — Аллаһтыр.
31. Күрмәйһеңме, Аллаһ Үҙенең бар икәнен күрһәтер өсөн, рәхмәте менән диңгеҙҙәге кәмәләрҙе йөҙҙөрә. Шик юҡ, (кәферҙәр ҡыйырһытыуына, Аллаһ ебәргән ауыр һынауҙарға түҙеп) сабыр итеүселәр һәм шөкөр итеүселәр өсөн был эштәрҙә ғибрәттәр бар.
32. Тау ҡәҙәр тулҡындар улар өҫтөнә ябырылғанда, улар ихлас мосолман кеүек, Аллаһҡа ялбара башлайҙар. Аллаһ уларҙы ҡотҡарып, ҡоро ергә сығарып баҫтырғас, уларҙың ҡайһы берҙәре (Аллаһҡа) ышаныр-ышанмаҫ ҡала бирә. Ләкин беҙҙең аяттарыбыҙҙы бары тик шөкөрһөҙ хыянатсылар ғына инҡар итә.
33. Әй, кешеләр, Раббығыҙға ҡаршылыҡ ҡылыуҙан ҡурҡығыҙ. Атаның — балаһына, баланың атаһына ярҙам итә алмаясаҡ Көндән ҡурҡығыҙ. Шуны белеп тороғоҙ, Аллаһ әйткән һүҙ, һис шикһеҙ, тормошҡа ашасаҡ. Зинһар, һаҡ булығыҙ, донъя тормошона алданмағыҙ, ул бер алдаусы ғына. Һәм хәтәр ялғансы шайтан (Аллаһ барыбер һеҙҙе ғәфү итәсәк, тип) аҙҙырмаһын.
34. Ҡиәмәт Сәғәтенең ҡасан һуғасағын бары тик Аллаһ ҡына белә. Ямғырҙы Ул яуҙыра. Әсә ҡарынында нимә барлығын Аллаһ белә. Иртәгә нимә ҡыласағын һис кем белмәй. Кеше үҙенең ҡайҙа үләсәген белмәй. Шик юҡтыр, Аллаһ бөтөнөһөн белеп тора. Ул барыһынан да хәбәрҙар.
32 — Сәждә (Сәждә) сүрәһе
(Сәждә сүрәһе 30 аяттан тора. Мәккәлә ингән.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Әлиф. Ләм. Мим. (2) Һис тә шик юҡ, был Ҡөръән — ғәләмдәрҙең Раббыһы тарафынан индерелгән Китап. (3)
— Уны Пәйғәмбәр үҙе уйлап сығарған, — тип әйтерҙәр. Юҡ шул, һинән алда Ул үҙҙәренә киҫәтеүсе (Пәйғәмбәр) ебәрелмәгән халыҡты киҫәтер өсөн, шунан һуң улар тура юлға күнәр тип, Раббыңдан индерелгән Китап.
4. Күктәрҙе, Ерҙе һәм улар араһындағыларҙы алты көндә юҡтан бар итеүсе бер Аллаһ; һуңынан Уның хакимийәте Ғәрешкә урынлашты. Унан башҡа һеҙҙең бер генә яҡлаусығыҙ ҙа, бер генә ярҙамсығыҙ ҙа юҡ. Инде шунан һуң да уйлашып, тәүбәгә килмәҫһегеҙме?
5. Аллаһ Күктән Ергә хәтле булған һәр эште тәртип менән алып бара. Бөтөн был эштәр һеҙҙең хисап менән мең йылға торған бер көндә Уның тарафына ҡайтарыла. (6) Бына, күренгәндәрҙе лә, күренмәгәндәрҙе лә белеүсе, сикһеҙ ҡөҙрәт һәм мәрхәмәт эйәһе — Улдыр. (7) Үҙе яһаған һәр нәмәне кем шулай мөкәммәл ҡылды? Иң әүәл Ул Әҙәмде балсыҡтан яһай башланы. (8) Һәм ерәнгес һыу тамсыһынан — ҡуйырыҡтан уның тоҡомон үрсетте.
9. Һуңынан уны (Әҙәмде) камилләштереп, (кеше) рәүешенә килтерҙе, уға үҙ рухынан йән өрҙө. Һәм һеҙҙең өсөн ҡолаҡтар, күҙҙәр, йөрәк яралтты. Ни сәбәпле һеҙ шул ҡәҙәр әҙ шөкөр итәһегеҙ?
10. Инҡарсылар әйтте:
— Үлгәндән һуң сереп тупраҡҡа әүерелгәс, ысындан да, беҙ яңынан тереләсәкбеҙме? (Беҙ быңа ышанмайбыҙ), —тинеләр. Хаҡтыр, улар (Әхирәттә) Раббылары менән ҡауышыуҙы инҡар итте.
11. Әйт:
- Һеҙҙең йәнде алырға вазифаландырылған үлем фәрештәһе йәнегеҙҙе аласаҡ. Ахырҙа Раббығыҙ ҡаршыһына килтереләсәкһегеҙ, - тип әйт.
12. Ул гөнаһлырларҙың Раббы ҡаршыһында нисек итеп баш эйеп:
— Раббыбыҙ, күрҙек, ишеттек, инде хәҙер беҙҙе фани донъяға кире ҡайтар, беҙ изгелек ҡыласаҡбыҙ, инде хәҙер ысын күңелдән иман килтерҙек, — тип ялбарғандарын күрһәң ине. 13. Әгәр ҙә Беҙ ихтыяр итһәк, әлбиттә, һәр кемде тура юлға күндергән булыр инек. Ләкин:
— Йәһәннәмде ендәр һәм (гөнаһлы) кешеләр менән шығырым итеп тултырасаҡмын, — тип ҡәтғи әйтелгән хаҡ һүҙем бар.
(«Аллаһ Тәғәлә кешеләрҙең, ендәрҙең барыһын да ирекһеҙләп, үҙ ихтыяры менән йәннәткә йәки йәһәннәмгә керетеп тултырһа, ҡолдарының иреген, шәхси теләген ҡыҫып, шәхестең азатлығын быуған булыр ине. Һәм кешеләрҙән, ендәрҙән имтихан алыу, уларҙы һынап ҡарауҙың кәрәге ҡалмаған булыр ине. Мөкәлләфтәр, йәғни ихтыяр көсөн ҡулланыр дәрәжәлә бәлиғлеккә ирешкәндәр тура юлды һайлап, ожмахҡа керергәме, әллә аҙғынлыҡ юлын һайлап, тамуҡҡа барырғамы икәнде үҙҙәре хәл итергә тейеш».
Ибраһим Дөнмәз тәфсиренән.)
14. (Ҡиәмәттә уларға былай тип әйтәсәкбеҙ):
— Был Көндә ҡауышыу тураһында онотҡанығыҙға күрә, язаһын да татып ҡарағыҙ. Дөрөҫөн генә әйткәндә, Беҙ ҙә һеҙҙе (йәһәннәмдә) оноттоҡ. Ҡылмыштарығыҙға күрә, мәңгелек язаға дусарһығыҙ.
15. Беҙҙең киҫәтеү вәғәздәребеҙҙе ишетеп, маһаймайынса, сәждәгә киткәндәр һәм Раббыға маҡтау менән тәсбих әйткәндәр генә Беҙҙең аяттарыбыҙға инаналар.
16. Ҡурҡыу менән өмөт араһында Раббыға (намаҙҙа) ялбарғандар йылы һәм рәхәт яҫтыҡтарынан айырылып, төндә тороп доға уҡый. Беҙҙең тарафтан индерелгән ризыҡтарынан (зәкәткә, хәйер-саҙаҡаға) сарыф итәләр. (17) Ҡылған ғәмәлдәренә күрә бүләк булараҡ, ниндәй шатлыҡ күрәсәктәрен күпме әжер аласаҡтарын берәү ҙә белмәҫ.
18. Иманлы кеше иманһыҙ кеше менән бер булырмы? Юҡ, улар һис бер ваҡытта ла тигеҙ булмаҫ.
19. Иман килтереп, изгелек ҡылғандар өсөн, ҡылған изгелектәренә күрә, мәңге йәшәр өсөн Мәъва йәннәттәре әҙерләнгән.
20. Боҙоҡ кешеләрҙең барасаҡ урыны — утлы Тамуҡ. Күпме генә улар унан сығырға теләһәләр ҙә, ҡабат (утҡа) ырғытылырҙар һәм уларға:— Һеҙ ялғанға һанаған шул уттың ғазабын татып ҡарағыҙ, — тип әйтерҙәр.
21. Беҙ был хәтәр язанан (йәһәннәмдән) алда (фани донъяла) уларға язалар (әсирлек, ҡытлыҡ, ауырыуҙар, донъяүи ауырлыҡтар) бирербеҙ. Бәлки, улар тәүбәгә килеп, иман килтерерҙәр.
22. Үҙенә Раббының аяттары менән өгөт-нәсихәт бирелеп тә, уларҙан йөҙ сөйөргән кешенән дә изгелекһеҙерәк кем бар икән? Һис шикһеҙ, Беҙ гөнаһлыларға яза бирербеҙ.
23. Хаҡтыр, Беҙ Мусаға ул Китапты (Тәүрәтты) бирҙек. Һин, һис шикһеҙ, уның менән ҡауышасаҡһың. Беҙ уны Исраил нәҫелен (йәһүдтәрҙе) тура юлға өндәүсе итеп күндерҙек.
24. Улар араһынан (ҡыйынлыҡтарға) сабыр итеп түҙгәндәрен, аяттарыбыҙға ысын күңелдән инанғандарын әмеребеҙсә тура юлға өндәүсе (рәһбәр) итеп тәғәйенләнек.
25. Бәхәстәрҙең һылтауы-сәбәбе тураһында, хаҡтыр, Раббың Ҡиәмәт көнөндә (уларҙың ҡайһыһы хаҡлы, ҡайһыһы хаҡһыҙ икәнен) хөкөм итәсәк.
26. Беҙ әүәлдә уларҙың (Мәккә кәферҙәренең) күпме тоҡомон һәләк иттек. Йорттарының (емеректәре) араһында әле хәҙер ҙә уларҙың тоҡомо йәшәп маташа. Был (ғибрәттәр) уларҙы тура юлға саҡырмаҫмы? Был эштәрҙә, әлбиттә, һабаҡ алырлыҡ ғибрәттәр бар. Был ғибрәттәргә улар һаман ҡолаҡ һалмаҫмы икән ни?
27. Ҡоп-ҡоро тупраҡҡа ямғыр яуҙырып, хайуандар өсөн дә, үҙҙәре өсөн дә тамаҡ туйҙырырлыҡ игендәр үҫтергәнебеҙҙе күрмәнеләрме ни улар? Һәм шулай (мәңге) күрмәҫтәрме икән ни? (28) Улар:
— Әгәр ҙә һеҙ (Ҡиәмәт, йәннәт, йәһәннәм тураһында) дөрөҫөн һөйләйһегеҙ икән, уның нәтижәһе (еңеүе) ҡасан буласаҡ һуң? — тип әйтәләр. (29) Әйт һин:
— (Еңеү көнөндә) Ҡиәмәттә генә килтергән имандары уларға файҙа бирмәйәсәк. Уларҙың язаһы ла кисектерелмәйәсәк. (30) Инде һин улар менән араңды өҙ һәм (яза килеүен) сабыр итеп көт. Улар ҙа көтә бит.
33 — Әхзәб (Төркөмдәр) сүрәһе
(Әхзәб сүрәһе 73 аяттан тора. Мәҙинә-и Мөнәүәрәлә ингән. «Әхзәб» һүҙе: төркөм, ғәскәр, фирҡә, өйөр кеүек мәғәнәләрҙе үҙ эсенә ала.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Әй, Пәйғәмбәр, Аллаһтан ҡурҡ. Кәферҙәргә, монафиҡтарға буйһонма. Хаҡтыр, Аллаһ — барыһын да белеп тороусы берҙән-бер хөкөм һәм хикмәт эйәһелер.
2. Раббың индергәндәр буйынса ғына ғәмәл ҡыл. Шик юҡтыр, Аллаһ бөтөн ҡылмыштарығыҙҙан хәбәрҙар.
3. Аллаһҡа тәүәккәл ит. Ярҙамсы булараҡ, Аллаһ етәр.
4. Аллаһ бер кешегә ике йөрәк бирмәне. Зиһар (арҡа һырты) тип иғлан иткән ҡатындарығыҙҙы әсәйегеҙ һүрәтендә таныманы. Уллыҡа алынған улығыҙҙы ла үҙ улығыҙ итеп таныманы. Былар (был уйҙырма йолалар) һеҙҙең үҙ ауыҙығыҙҙан сыҡҡан һүҙҙәр генә. Аллаһ дөрөҫөн һөйләй һәм тура юлға ирештерә.
(«Боронғо ғәрәптәрҙә шундай бер ғәҙәт бар ине. Берәй ир үҙ ҡатынына: һин миңә әсәйемдең арҡаһы кеүекһең, тип әйтһә, ул ҡатын ирҙең үҙ әсәһе кеүек булып ҡалыр. Шул сәбәпле, улар инде бынан һуң енси мөнәсәбәттәргә керә алмай. Был — айрылышыу, тигән һүҙ була. Ошо йола «зиһар» тип атала ине. Кешенең күкрәгендә ике йөрәк була алмаған кеүек, бер ҡатын бер үк ваҡытта иренә әсә лә, ҡатын да була алмай, йәнәһе».
«Йәғни, никахлы ҡатын да, айырылғаны ла үҙ иренең әсәһенә әүерелә алмай. Йәки уллыҡҡа алынған ир бала өйләнеп үлһә, уның тол ҡатынын үгәй атаһы ҡатынлыҡҡа ала ала».
Хәсән Чантай һәм Ибраһим Дөнмәз тәфсирҙәренән.)
5. Уллыҡҡа алынған балаларға атаһының исеме менән өндәшегеҙ. Аллаһ ҡаршыһында иң дөрөҫө шул булыр. Аталарының исеме мәғлүм булмаһа, уларға дин ҡәрҙәштәрегеҙ һәм күреп-белгән таныштарығыҙға булған мөнәсәбәттә булығыҙ. Яңғылышып өндәшһәгеҙ, был эш тә гөнаһ булмаҫ. Белгән килеш, насар ниәт менән өндәшһәгеҙ генә гөнаһ булыр. Аллаһ — ярлыҡаусы һәм миһырбан эйәһе.
6. Иман килтергәндәргә Пәйғәмбәр үҙ йәндәренән дә яҡыныраҡтыр. (Пәйғәмбәрҙең) ҡатындары уларға (иманлыларға) әсә кеүектер. Ләкин туғандары, Аллаһтың Китабына күрә, бер-берҙәренә башҡа мосолмандарҙан һәм мөһажирҙарҙан яҡыныраҡ. Әммә диндәш дуҫтарығыҙға изгелек ҡылығыҙ. Былар Китапҡа шулай яҙылған. (7) Һәм Беҙ пәйғәмбәрҙәрҙән һүҙ алдыҡ. Һинән, Нухтан, Ибраһимдан, Мусанан һәм Мәрйәм улы Ғайсанан. Хаҡтыр, Беҙ уларҙан ҡәтғи ант һүҙе алдыҡ.
(«Ант һүҙе: бары тик бер Аллаһҡа ғына ғибәҙәт ҡылырбыҙ һәм өммәттәребеҙҙе лә шуға өндәрбеҙ. Һәм ошо антыбыҙға тоғро ҡаласаҡбыҙ». Хәсән Чантай тәфсиренән.)
8. Аллаһ уларҙы (пәйғәмбәрҙәрҙе) антҡа тоғро булғандарҙың тоғролоғон һынар өсөн ант иттерҙе. Кәферҙәр өсөн хәтәр яза әҙерләне.
9. Әй, иман килтергән кешеләр, Аллаһтың һеҙгә булған мәрхәмәтен онотмағыҙ! Һеҙҙең өҫкә яу килгәндә, яуға ҡаршы Беҙ өйөрмә ҡуптарҙыҡ һәм һеҙҙең күҙгә күренмәй торған ғәскәрҙәр (фәрештәләр) күндерҙек. Аллаһ һеҙҙең нимә ҡылғанығыҙҙы белеп тора.
10. Улар (дошман яуы) өҫтән дә, аҫтан да һеҙгә ябырылғанда, күҙҙәрегеҙ (ҡурҡыуҙан) аҡайған ине, ҡотоғоҙ ботоғоҙға еткән (йәки, йөрәктәрегеҙ боғаҙығыҙға килгән) ине; һәм Аллаһ тураһында төрлө-төрлө (шикле) уйҙар башығыҙға килгән саҡта; (11) бына шулай итеп, иман килтергәндәрҙе һынау аша кисерҙек. Һәм улар дәһшәтле тетрәнеүгә дусар ителде.
12. Шул ваҡытта динһеҙлек сире менән ауырығандар менән монафиҡтар әйтте:
— Аллаһ менән уның илсеһе ҡоро вәғәҙәләре менән беҙҙе алданы, — тинеләр.
13. Араларында:
— Әй, Йәҫриб һуғышсылары, һеҙ дошманға ҡаршы тора алмаясаҡһығыҙ, ҡасығыҙ, — тип ҡысҡырыусылар ҙа булды. Ҡайһылары иһә:
— Йорт-ерҙәребеҙ һаҡһыҙ ҡалды (өйөбөҙгә ҡайтар беҙҙе), —тип Пәйғәмбәрҙән рөхсәт һорай ине. Йорт-ерҙәре һаҡһыҙ түгел ине уларҙың, (һуғыш ҡырын ташлап) ҡасыу ине уларҙың теләге.
(Йәҫриб — Мәҙинә шәһәренең боронғо атамаһы ине.)
14. Әгәр (мөшриктәр Мәҙинә шәһәренең) төрлө яғынан баҫып кереп (монафиҡтарҙы Пәйғәмбәргә, мосолмандарға ҡаршы), фетнә сыуалышында ҡатнашырға ҡушһалар, һис шик юҡ, ике лә уйлап тормаҫтан, улар (монафиҡтар) ҡушҡанды үтәр ине. Өйҙәрендә оҙаҡ тормаҫтар ине.
15. Хаҡтыр, улар бынан әүәл (Жиһад һуғышында) артҡа боролоп ҡасмаҫҡа тип Аллаһҡа һүҙ биргәндәр ине. Аллаһҡа бирелгән һүҙ өсөн яуап бирергә тура киләсәк.
16. (Эй, Мөхәммәд) әйт һин уларға:
— Үлемдән йәки үлтерелеүҙән ҡасһағыҙ ҙа файҙа булмаҫ. Ҡасҡан тәҡдирҙә лә ғүмерегеҙ оҙон булмаҫ, — тип.
17. Әйт һин:
— Аллаһ һеҙгә берәй яман эш теләһә, һеҙҙе ул бәләнән кем килеп ҡотҡарыр? Һеҙгә рәхмәт индерергә теләһә, ул рәхмәтте кем тотҡарлай алыр? —тип. Улар Аллаһтан башҡа үҙҙәренә бер дуҫ та таба алмаҫ, ярҙамсылары ла булмаҫ.
18. Аллаһ һуғышҡа барыуҙан тыйыусыларҙы:
— (Һуғышҡа бармағыҙ) беҙҙең менән булығыҙ, — тип ҡотортоусыларҙы бик яҡшы белеп тора. Уларҙың бик әҙе һуғышта ҡатнашты. (19) Ҡатнашҡандары ла (бына беҙ ҙә кәферҙәргә ҡаршы һуғыштыҡ, беҙгә лә ғәнимәт малы тейеш, тип әйтер өсөн) хөсөтлөк (һаранлыҡ) менән генә килде. Йөрәктәренә ҡурҡыу төшһә, һин уларҙы, үлем иҫереклеге менән, күҙ-баштары аҡайған килеш, һинән ярҙам көтөп, шашып ҡалғандарын күрерһең. Ҡурҡыныс уҙып киткәндән һуң, улар үҙҙәренең әсе телдәре менән йөрәктәрегеҙҙе үтәләй тишеп сығар. Улар ғәнимәт малына хирыс (нәпсе). Улар иман килтермәҫ. Шуға күрә, Аллаһ уларҙың (ихлас булмаған) ҡылмыштарын юҡҡа сығарҙы. Был эш Аллаһ өсөн бик тә еңел нәмә.
20. Дошман ғәскәрҙәре йыраҡ китмәне (уларҙың кире боролоуы ла мөмкин), тип ҡурҡтылар. Улар сүл эсенә ҡасып, бәҙәүи ғәрәптәре янында йәшәп, (һуғыш ҡырына кире ҡайтҡан дошман ғәскәрҙәре тураһында) һораштырып ятырға хыяллана ине. Улар һеҙҙең менән бергә (һуғыш ҡырында) булһа ла, ысынлап һуғышмаҫ ине.
21. Хаҡтыр, Әхирәт көнөндә Аллаһ менән ҡауышыуға ышанғандар өсөн һәм Аллаһты күп зикер иткәндәр өсөн Пәйғәмбәрҙә үрнәк сифаттар бар.
22. Дошмандарҙы күргәс:
— Бына был Аллаһтың һәм Пәйғәмбәрҙең беҙгә биргән вәғәҙәһе (һынауы), — тинеләр.
— Аллаһ менән Пәйғәмбәр дөрөҫ әйткән икән. (Кәфер яуының һөжүм итеүе) мөьминдәрҙең иманын һәм Аллаһҡа буйһоноуҙарын арттырҙы ғына.
23. Мөьминдәр араһында Аллаһҡа биргән анттарында тороусылар бик күп. Уларҙың ҡайһылары вәғәҙәһен аҙағына саҡлы килтереп еткерҙе (Жиһадта шәһит китте). Сабыр ғына (әжәлен) көткәндәре лә бар. Улар бер нисек тә анттарын боҙманы.
24. Аллаһ тоғро булғандарға тоғролоҡтары сәбәбе менән әжерен дә бирәсәк. Ихтыяр итһә, Аллаһ монафиҡтарҙы язалаясаҡ йәки (тәүбә итһәләр) ярлыҡаясаҡ. Шик юҡтыр, Аллаһ — ярлыҡаусы һәм сикһеҙ миһырбан эйәһе.
25. Аллаһ кәферҙәрҙе һис бер хәйергә ирештермәйенсә (еңелдерҙе, ғәнимәт ала алманылар, мосолмандарҙың, динен ҡаҡшата алманылар), маҡсаттарына ирешмәгән хәлдә сигенергә мәжбүр итте. Аллаһ һуғышта мөьминдәргә ярҙам итте (дауыл ҡуптарҙы, Күктән фәрештәләр ғәскәре ебәрҙе). Аллаһ — көс-ҡөҙрәт эйәһе, һәр ваҡыт еңеүсе.
26. Китаплы халыҡ (йәһүдиләр) булып та мөшрик ғәскәренә ярҙам иткәндәре өсөн, Аллаһ уларҙың йөрәктәренә ҡурҡыу һалды, нығытмалары араһынан сығырға мәжбүр итте. Уларҙың бер өлөшөн һеҙ үлтерҙегеҙ, башҡаларын әсир иттегеҙ. (27) Уларҙың йорт-ерҙәрен, малдарын, һеҙ аяҡ баҫмаған (уңдырышлы) тупраҡтарҙы һеҙгә бирҙек. Бар нәмәгә Аллаһтың ҡөҙрәте етә.
28. (Ул заман бер иргә туғыҙ ҡатын рөхсәт ителә ине. Рәсүлүллаһтың ҡатындары ла йортта булмаған зиннәттәр талап итә башланылар. Шунан һуң был сүрә индерелде. )
— Әй, Пәйғәмбәр, ҡатындарыңа әйт:
— Әгәр ҙә һеҙ был донъяла муллыҡ, зиннәт эсендә йәшәргә теләйһегеҙ икән, улайһа, әйҙәгеҙ, мин һеҙҙең һәр берегеҙгә үҙ өлөшөгөҙҙө биреп, матур ғына айырып, иреккә ебәрермен, — тип. (29) — Әгәр ҙә һеҙ Аллаһҡа иман килтереп, Пәйғәмбәренә эйәреп һәм Әхирәт йортонда йәшәргә теләһәгеҙ; шик юҡтыр, изгелек ҡылғандарығыҙ бөйөк бер әжергә лайыҡ буласаҡ.
30. Әй, Пәйғәмбәр ҡатындары, берәйегеҙ тәрбиәһеҙ эш менән тотолһа, уның язаһы (ғәҙәти ҡатындарға бирелә торған язанан) ике тапҡыр артыҡ булыр. Был эште башҡарыу Аллаһҡа бер ни ҙә тормай. (31) Аллаһҡа һәм Пәйғәмбәргә итәғәт итеүсе, изгелек ҡылыусыларығыҙ булһа, уларға бүләкте лә (башҡа ҡатындарға ҡарағанда) икеләтә арттырып бирербеҙ. Һәм улар өсөн Беҙ (йәннәттә) бик тә затлы ризыҡтар ҙа әҙерләп ҡуйҙыҡ.
32. Әй, Пәйғәмбәр ҡатындары, һеҙ башҡа ҡатындар кеүек түгелһегеҙ. Аллаһтан ҡурҡһағыҙ, (сит ирҙәр менән) ҡыланып һөйләшмәгеҙ. Ҡыланып һөйләшеү күңелендә енси аҙғынлыҡ сире булған ирҙәрҙе өмөтләндерер. Һөйләшеүегеҙ ғәҙәти һәм әҙәпле булырға тейеш. (33) (Мәғрүрәнә) өйөгөҙҙә ултырығыҙ. Элеккеге дҗәһилиәт ваҡытындағы ҡатындар кеүек (ҡапсыҡлап, зиннәттәрегеҙҙе башҡаларға күрһәтеп) йөрөмәгеҙ. Намаҙҙы тәртибенсә уҡығыҙ. Зәкәт бирегеҙ. Аллаһҡа, Пәйғәмбәргә итәғәт итегеҙ. Эй, Пәйғәмбәр йортондағылар, Аллаһ һеҙҙе керһеҙ (гонахһыҙ) итеп, паҡтарҙан паҡ яһарға теләй. (34) Аллаһтың өйөгөҙҙә уҡылған аяттарын, ғибрәтле миҫалдарын отоп алығыҙ (һәм башҡаларға һөйләгеҙ). Шик юҡтыр, Аллаһ һәр нәмәнең асылын белеп, һәр нәмәнән хәбәрҙар торор.
35. Шик юҡтыр, мосолман ирҙәр һәм мөслимәләр, мөьмин ирҙәр һәм мөьминәләр, йәндәре-тәндәре менән Аллаһҡа бирелгән итәғәттәге ирҙәр һәм итәғәт боҙмаған ҡатындар, (анттарына, дингә, ҡатынына) тоғро ирҙәр һәм тоғро ҡатындар, сыҙам-сабыр ирҙәр һәм түҙем-сабыр ҡатындар, мөтәүәзи (тыйнаҡ) ирҙәр, мөтәүәзи (әҙәпле) ҡатындар, саҙаҡа биреүсе ирҙәр, саҙаҡа биреүсе ҡатындар, ураҙа тотоусы ирҙәр, ураҙа тотоусы ҡатындар, намыҫтарын һаҡлаусы ирҙәр, ғиффәттәрен һаҡлаусы ҡатындар, Аллаһты сикһеҙ зикер итеүсе ирҙәр, зикер итеүсе ҡатындар бар. Аллаһ быларға ярлыҡау һәм бөйөк әжер әҙерләп ҡуйҙы.
36. Аллаһ менән Пәйғәмбәр бер эшкә хөкөм сығарғандан һуң, мөьмин ир менән мөьминә ҡатын-ҡыҙ үҙ ихтыярҙары менән ул хөкөмдө боҙоп, үҙҙәре ғәмәл ҡылырға тейеш түгел. Аллаһҡа һәм Пәйғәмбәргә ҡаршы ғәмәл ҡылғандар, мотлаҡ, аҙашҡан булыр.
37. (Эй, Рәсүлем Мөхәммәд) иҫеңдәме, нисек итеп Аллаһ һиңә ниғмәт бирҙе, изгелек ҡылған кешегә лә һин:
- Ҡатыныңды айырма, Аллаһтан ҡурҡ, — тигән инең. Ләкин Аллаһҡа асыҡ мәғлүм булған нәмәне һин (кешеләрҙән) йәшереп ҡалдырҙың. Юҡһа, (кешеләрҙән түгел) Аллаһтан ҡурҡырға кәрәк ине. Зәйед ҡатыны менән араһын кәрәгенсә өҙөп бөтөргәндән һуң, ул ҡатынды һиңә никахланыҡ. Уллыҡҡа алынған үгәй балаларының ҡатындарын, тәртип менән айырылышҡандан һуң, үгәй атаға никахлау мөьминдәр өсөн гөнаһ түгел, тинек. Аллаһтың әмере еренә еткерелде.
(«Сабый сағында әсирлеккә алынған Зәйедте хәҙрәти Мөхәммәд азат итеп, уллыҡҡа алды. Бәлиғ булғас, Мөхәммәд туғандан туған һеңлеһе Зәйнәпте Зәйедкә никахлатты. Ләкин бай нәҫелле Зәйнәп ҡол Зәйед менән тыныс тормош ҡора алманы. Зәйед тә уның тәкәбберлегенә түҙмәйенсә, айырылырға теләне. Шул ваҡыт хәҙрәти Мөхәммәд уға сабыр итергә ҡушты. Ләкин барыбер Зәйед Зәйнәпте талаҡ итте. Мөхәммәд Аллаһ рөхсәтенән һуң Зәйнәп менән никахлашты». Ғәли Турғут тәфсиренән.)
38. Аллаһ хәләл ҡылған нәмәне башҡарғандан Пәйғәмбәргә гөнаһ юҡтыр. Элек йәшәп китеүселәр (пәйғәмбәрҙәр) ҙә Аллаһ хәләл ҡылғанды ғына башҡаралар ине. Аллаһтың әмерҙәре, һис шикһеҙ, еренә еткерелә, улар (Ләүхел Мәхфүзгә) яҙып ҡуйылған тәҡдирҙер.
Достарыңызбен бөлісу: |