32. Буйҙаҡтарҙы, ҡолдарығыҙҙан, йәриәләрегеҙҙән (ҡатын ҡолдарығыҙҙан) булғандарҙы өйләндерегеҙ, кейәүгә бирегеҙ. Фәҡир булғандарҙы Аллаһ үҙ ниғмәттәре менән байытыр, инша'аллаһ. Ниғмәттәре мул булған һәм бар нәмәне лә белеп тороусы — Ул — Аллаһ.
33. Өйләнергә мөмкинлектәре булмағандар иһә Аллаһтың ниғмәтен көтөп, (енси боҙоҡлоҡтар ҡылмайынса) сабыр итһен. Ҡул аҫтындағы ҡолдарығыҙ һәм йәриәләрегеҙ азатлыҡ яҙыуы һораһа, бирегеҙ; әгәр ҙә уларҙың итәғәтле, намыҫлы икәненә ышанһағыҙ. Аллаһ һеҙгә биргән ниғмәттәрҙән уларға ла өлөш сығарығыҙ. Донъя рәхәтенән ҡолаҡ ҡаҡмайым әле тип, намыҫын һаҡлап ҡалырға теләгән йәриәләрегеҙҙе боҙоҡ эш ҡылырға ирекһеҙләмәгеҙ. Кем дә кем көсләнһә, (ҡатын-ҡыҙ был зинаһы өсөн) Аллаһ тарафынан ярлыҡаныр һәм Аллаһтың мәрхәмәтенә ирешер.
34. Хаҡтыр, Беҙ һеҙгә ап-асыҡ аңлайышлы аяттарыбыҙҙы (киҫәтеүҙәребеҙҙе) индерҙек. Һеҙҙән элек йәшәп киткән халыҡтарҙан ғибрәттәр, үрнәктәр килтерҙек, шуларҙан өгөт алып, (гөнаһ ҡылыуҙан һәм Аллаһтың язаһынан ҡурҡып) саф мосолман булһындар, тип.
35. Аллаһ — күктәрҙең һәм Ерҙең нурыҙыр. Эсендә сырағ (шәм) яндырылған бер йорт кеүек яҡты нурҙыр Ул. Сырағ (шәм) иһә бер кандил (шәмдәл)гә ҡуйылған. Ул шәмдәл алмаз кеүек балҡыусы йондоҙ кеүек йымылдай. Ул Ҡояш сығышында ла, Ҡояш батышында да тиңе булмаған мөбәрәк бер ағастан, зәйтүндән (алған май) менән балҡый. Уның (яна торған) майы үҙенә ут төртмәһәләр ҙә, үҙенән-үҙе нур сәсә. Был яҡтылыҡ нур өҫтөнә нур булып яна. Аллаһ ихтыяр иткән кешеһен шул нурға ирештерә. Кешеләр өсөн Аллаһ (ғибрәтле) ҡиссалар килтерә. Аллаһ һәр нәмәнең асылын белеп тора.
36. Был нурлы шәмдәл байтаҡ ҡына өйҙәрҙең эсен яҡтырта. Шундай өйҙәрҙең абруйы артһын тип һәм шунда Үҙенең исемен зикер итһендәр өсөн (Аллаһ) рөхсәт бирҙе. Ул өйҙәрҙә иртә-кис Уға тәсбих әйтәләр (Аллаһҡа мәдех уҡыйҙар). (37) Бар шундай кешеләр, уларҙы сауҙа һәм алыш-биреш эштәре лә Аллаһты зикер итеүҙән, (ваҡытында) намаҙ уҡыуҙан, зәкәт биреүҙән айыра алмай. Улар дәһшәтле Көн килеп, йөрәктәрҙе тетрәтә торған, ҡараштар әйләнә торған Көндән ҡурҡалар. (38) (Улар Аллаһтың киҫәтеүҙәренән ситкә тайпылмайынса йәшәй) ҡылған изгелектәренә күрә әжер алыр өсөн һәм Аллаһ тарафынан артығы менән ниғмәт алыр өсөн. Аллаһ ихтыяр иткән кешеһенә сикһеҙ ниғмәттәр бирер.
39. Кәферҙәр менән эш былайыраҡ тора: уларҙың ғәмәлдәре тап-таҡыр һәм сикһеҙ сүлдәге сағым (мираж) кеүек, һыуһаған кеше һыу күрҙем тип уйлай. Ниһайәт, килеп еткәс алдаған һыу юҡҡа сыға. Ул урында (юлсы) бары тик Аллаһты табыр. Ул уға тулыһы менән тейешлеһен (язаһын) бирер. Аллаһ бик тиҙ иҫәп-хисап өҙөүсеҙер. (40) (Кәферҙәрҙең ғәмәле) тәрән-ҡурҡыныс, дауыллы, ҡараңғы диңгеҙҙәге ҡот осҡос тулҡын кеүектер, ул тулҡын өҫтөнә тағын икенсеһе менә, шулар өҫтөндә ҡара болоттар ҡуйыра, тағын ҡара тулҡындар береһе өҫтөнә береһе өйөлә. Шул мөхиткә батҡан берәй кеше ҡулдарын һуҙһа (ярҙам һораһа, тауышы ла ишетелмәҫ, хатта ул) үҙ ҡулдарын үҙе лә күрмәҫ. Аллаһ нур бирмәһә, кешенең нуры булмаҫ.
41. Күктәрҙә һәм Ерҙә йәшәгәндәр менән осар ҡоштарҙың, ҡанат ҡаға-ҡаға Аллаһты маҡтап һайрағандарын ишетәмйһеңме ни, күрмәйһеңме ни? Һәр береһе үҙ доғаһын һәм тәсбихен яҡшы өйрәнгән. Аллаһ уларҙың нимә ҡылғандарын белеп тора. (42) Күктәрҙең һәм Ерҙең хужаһы — Аллаһтыр. (Ҡиәмәт көнөндә) ҡайтарылыш та Уға ғына буласаҡ. (43) Һин шул хәҡиҡәтте лә күрмәйһеңме ни, Аллаһ болоттарҙы (теләгән еренә) ҡыуа, һуңынан уларҙы ҡуша, бер-береһе менән ҡатнаштырып, (ҙур ҡара) болотҡа әүерелдерә. Шунан ямғыр яуа башлай, күрәһеңме. Ул Күктән эсе тулы боҙ булған тау ҡәҙәр болоттар индерә, һәм кемде хәүефле итергә теләһә, шуның өҫтөнә яуҙыра. Ихтыяр итһә, ул теләгән кешеһен бәләнән ҡотҡара. Уның йәшен сатҡыһы һуҡырайтыр дәрәжәлә күҙҙәрҙе ҡамаштыра.
44. Аллаһ төн менән көндө алмаштырып тора. Күрер күҙле булғандар өсөн, бында, шөбһәһеҙ, ғибрәттәр бар. (45) Аллаһ һәр йәнлене һыуҙан (шәһүәт тамсыһынан) яралтты. Уларҙың ҡайһы берҙәре ҡорһағы өҫтөндә шыуышып йөрөй, ҡайһы берҙәре иһә ике аяҡта хәрәкәт итә, ҡайһылары дүрт аяҡта тора. Аллаһ нимә теләһә, шуны яралтыр. Шик юҡтыр, Аллаһтың бар нәмәгә ҡөҙрәте етә. (46) Хаҡтыр, Беҙ асыҡ аяттар индерҙек. Аллаһ ихтыяр итһә, теләһә кемде тура баҫтыра ала. (47) (Монафиҡтар):
— Аллаһҡа да, уның Пәйғәмбәрҙәренә лә иман килтерҙек, итәғәт иттек, тип әйтәләр. Һуңынан уларҙың байтағы йөҙ сөйөрә. Былар мосолман түгел. (Сөнки улар телдәре менән һөйләгәндең киреһен эшләй.) (48) (Араларындағы ғауғаны) хөкөм итер өсөн Аллаһҡа йәки Пәйғәмбәр янына саҡырылһалар, бер төркөмө арҡаһына боролоп, ҡасып китәсәк (бына күреп торорһоң). (49) Әгәр ҙә улар хаҡлы икән, итәғәт итеп, йүгерә-йүгерә килгән булырҙар ине. (50) Эстәрендә бер-бер сир бармы һуң, әллә уның хаҡ Пәйғәмбәр икәнлегенә шикләнәләрме? Йәки Аллаһ һәм илсеһе уларҙы хаҡһыҙға рәнйетер, тип ҡурҡалармы улар? Юҡһа, улар үҙҙәре залим.
51. Мөьминдәр иһә үҙ-ара бәхәстәрҙе хөкөм итергә Аллаһ йәки уның илсеһе янына саҡырылһа:
— Тыңланыҡ, итәғәт иттек, — тип әйтәләр. Бына шулар мораҙҙарына ирешкән булыр. (52) Кем Аллаһҡа, уның илсеһенә итәғәт итә, Аллаһты ярата һәм Уның ҡаршыһында (гөнаһ ҡылыуҙан) ҡурҡа, бына шулар инде Сәғәдәткә ирешер.
53. Әгәр ҙә һин әмер бирһәң, (шунда уҡ һуғышҡа китәсәктәре тураһында) иң оло ант менән ант итерҙәр. Әйт:
— (Оло исем менән) ант итмәгеҙ, — тип. — Итәғәтле булыуығыҙ (дөрөҫ ғәмәлегеҙ) етә! Шик юҡ, Аллаһ һеҙҙең нимә ҡылғанығыҙҙы (уйлағанығыҙҙы) белеп тора.
54. Әйт:
— Аллаһҡа итәғәт итегеҙ, Пәйғәмбәргә итәғәт итегеҙ,— тип. Әгәр тағын йөҙ сөйөрөп китһәләр, илсенең вазифаһы бары тик Аллаһтың хөкөмдәрен уларға ирештереү генә, уларҙың бурысы иһә илсе әйткәндәргә эйәреү. Шулай ғәмәл ҡылһағыҙ, тура юлды табасаҡһығыҙ. Пәйғәмбәргә (Аллаһтың әмерҙәрен) ирештереүҙән башҡа вазифа йөкләтелмәгән.
55. Әүүәл йәшәгән (мөслимдәрҙе) нисек итеп ергә вәриҫ һәм хаким иткән шикелле, Аллаһ иман килтереп, изгелек ҡылғандарҙы, һис шикһеҙ, шул ергә вәриҫ һәм хаким итергә, уларға үҙҙәре оҡшатҡан динде (Исламды) тәғәйенләп, һаҡларға, уларҙың ҡурҡыныс мөхитен именлеккә алмаштырырға вәғәҙә итте. Бәлки, улар Миңә инаныр, ғибәҙәт ҡылыр. Миңә бер ниндәй ҙә тиң тотмаҫтар, тип. Кем дә кем бынан һуң да кәферлек ҡылһа, шул кеше нәжеслектең үҙе булыр.
56. Шуға күрә, намаҙ уҡығыҙ, зәкәт бирегеҙ, Пәйғәмбәргә эйәрегеҙ: һәм һеҙ Аллаһтың рәхмәте менән ҡауышырһығыҙ.
57. Инҡар итеүселәр уны (Аллаһтың Ер йөҙөндәге ғәмәлдәрен) меҫкен хәлдә ҡалдырасаҡтар, тип башығыҙға ла килтермәгеҙ. Уларҙың барасаҡ урындары — йәһәннәм. Аһ-һай, хәтәр урындыр ул.
58. Әй, иман килтергән кешеләр! Һәм арағыҙҙағы бәлиғлеккә ирешмәгәндәр! Әмерегеҙҙәге (ҡолиһәләр, йәриәләр) бына ошо өс ваҡытта: иртәнге намаҙҙан алда, өйлә эҫҫеһендә сисенгәс, ястү намаҙынан һуң, ихтыяж булғанда (һеҙҙең ятағығыҙға керергә) рөхсәт һорарға тейеш. Был өс уаҡыт һеҙҙең өсөн (ҡатындарығыҙ менән аулаҡта) күрешеү форсаты. Бынан һуң да бер-берегеҙҙе теләһәгеҙ, ҡатынға ла, иргә лә ғәйеп һаналмаҫ. Бер-берегеҙҙең янына кереп-сыға алаһығыҙ. Аллаһ аяттарын һеҙгә шулай асыҡлай. Аллаһ бар нәмәнең асылын белеп тора, Ул — хөкөм һәм хикмәт эйәһе.
59. Һеҙҙең балаларығыҙ бәлиғлеккә ирешкәс, баяғылар керергә рөхсәт һораған кеүек, улар ҙа рөхсәт һораһын. Аллаһ аяттарын һеҙгә шулай асыҡлап бирә. Аллаһ бар нәмәнең дә дөрөҫөн белеп тора. Ул — ғалим һәм хакимдыр.
60. Кейәүгә сығырға өмөтө киҫелгән, бала табыуҙан мәхрүм ҡалған оло йәштәге ҡатындар, зиннәттәрен күрһәтмәйенсә генә, ҡайһы бер өҫкө кейемдәрен һалһалар ҙа ғәйеп һаналмаҫ. Әҙәплерәк булһалар, үҙҙәре өсөн тағын да яҡшыраҡ булыр. Аллаһ ишетеп, күреп тора.
61. Һуҡырға ла, аҡһаҡҡа ла, ауырыу кешегә (көстәре етмәгән эштәрҙе эшләй алмаһалар) яуаплылыҡ юҡ. Һәм һеҙҙең үҙегеҙгә лә үҙ өйөгөҙҙә, атайығыҙ йортонда йәки әсәйегеҙ өйөндә, ир туғандарығыҙ өйөндә, ҡыҙ туғандарығыҙ ҡаралтыһында, ата яғынан булған ағайҙарығыҙ табынында, ата яғынан булған апайҙарығыҙ ризығын, әсә яғынан булған ағайҙарығыҙ табынында, әсә яғынан булған апайҙарығыҙ өйөндә йәки асҡысы һеҙгә ышанып тапшырылған өйҙә, дуҫығыҙҙың өйөндә ашау ғәйеп һаналмаҫ. Бөтөнөгөҙ бергә йәки айырым ашауҙа ла гөнаһ юҡ. Өйгә кергәндә Аллаһ тарафынан килгән мөбәрәк һүҙ менән яҡшы йәшәү, именлек теләп, сәләм бирегеҙ. Бына, уйлай-уйлай аңлаһындар тип, Аллаһ һеҙгә аяттарын шулай асып һала.
(«Ғәрәптәр элек һуҡыр, ғәрип кешеләр менән бер табын янында ашамаған Аяттың икенсе яртыһы иһә, саҡырылмаған килеш тә яҡын ҡәрҙәштәр өйөнә ҡунаҡҡа килергә рөхсәт итә » Мөхәммәд Али тәфсиренән )
62. Бары тик Аллаһҡа һәм уның Рәсүленә инанғандар ғына мөьмин була ала. Улар Пәйғәмбәр менән уртаҡ эш башҡарғанда, унан рөхсәт һорамайынса, эш ташлап китмәйҙәр. (Ий, Мөхәммәд) ана шул рөхсәт һорағандар, ысынлап та, Аллаһҡа һәм уның Рәсүленә инанғандар булыр. Шулай булғас, улар ҡайһы бер эштәрҙе эшләргә теләһә, һин үҙең теләгәндәреңә рөхсәтең бир. Улар өсөн Аллаһтан ярлыҡау телә. Шик юҡ, ғәфү итеүсе, тура юлга баҫтырыусы миһырбанлы Аллаһтыр.
63. Бер-берегеҙҙе саҡырған кеүек, Пәйғәмбәрҙе лә шулай саҡырмағыҙ (исеме менән өндәшмәгеҙ, итәғәт һәм йомшаҡ тауыш менән: йә, Нәбиулла, йә, Рәсүлүлла, тип өндәшегеҙ). Арағызҙҙан ҡайһы берҙәрегеҙ юҡты һылтау итеп, шым ғына (рөхсәтһеҙ) ҡасып киткәндәрҙе Аллаһ белә. Аң булығыҙ, Уның әмеренән ҡасып китеп (был донъяла) үҙегеҙгә фетнә-бәлә саҡыра күрмәгеҙ йәки (Әхирәттә) шуларға бик хәтәр яза килтереп һуғыуы бар.
64. Аң булығыҙ: күктәрҙәгеләр ҙә, Ерҙәгеләр ҙә, ысынлап та, Аллаһ Тәғәләнекеҙер (Аллаһ яралтҡан милк, Аллаһтың ҡолдары). Ул һеҙҙең кем (мөьминме, монафиҡмы) икәнегеҙҙе белеп тора. Үҙ хозурына ҡасан ҡайтарыласағығыҙҙы ла теүәл белеүсе — Аллаһтыр. Ул көндө уларға нимә ҡылғандары тураһында хәбәр бирәсәк. Аллаһ бөтөн нәмәнең асылын белеүсе.
25 — Фурҡан (Яҡшыны ямандан айырыусы Китап) сүрәһе
(Фурҡан сүрәһе 77 аяттан тора. Был сүрә Мәккәлә ингән. Исеме «Фурҡан» һүҙенән килә, йәғни дөрөҫлөктө ялгандан айыра торған Китап - ул Ҡөръән-и Кәримдер.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Фурҡанды (Ҡөръәнде) ғәләмдәрҙәгеләрҙе киҫәтеүсе (Илаһтың ғазабы менән ҡурҡытыусыһы) булһын тип, ҡолона (Мөхәммәдкә) индергән (Аллаһ) бөйөктәрҙең бөйөге. (2) Күктәрҙең һәм Ерҙең хужаһы, һис бер ниндәй бала атаһы булмаған, хужалығында Үҙенә тиңе булмаған, һәр нәмәне яралтып (юҡтан бар итеп), һәр нәмәгә тәҡдир яҙып, бер тәртипкә килтергән (Аллаһ) бөйөктәрҙең бөйөге.
3. Шуға ла ҡарамаҫтан, Уны инҡар итеп, бер нәмә лә яралтырға ҡөҙрәттәре булмаған төрлө яһалма тәңреләр уйлап сығаралар. (Уларҙың ул яһалма тәңреләре) үҙҙәре (кеше ҡулы менән йәки Аллаһ тарафынан) яһалған. Ул (меҫкен) боттар, һындар улар өсөн файҙа ла, зарар ҙа килтерә алмай. Йән алырға ла, йән өрөргә лә, мәйеттәрҙе яңынан терелтеп, ҡәберҙәренән ҡубарырға ла уларҙың (яһалма Илаһтарҙың) көсө юҡ.
4. Кәферҙәр әйтте:
— Был (Ҡөръән Мөхәммәд) үҙе уйлап сығарған ялғандан башҡа нәмә түгел. Был эштә уға башҡалар ҙа ярҙам иткәндер, — тинеләр. Шул һүҙҙәре менән улар мәкерле бер ғәҙелһеҙлек ҡылдылар. (5) Әйттеләр:
— Боронғоларҙан ҡалған әкиәттәрҙе ул башҡа берәүгә яҙҙыртып, иртә-кис үҙенә уҡыттырған (да ятлап, хәҙер беҙгә һөйләп йөрөй), — тинеләр. (6) (Уларға) әйт:
— (Ҡөръәнде) күктәрҙәге, Ерҙәге һәм йәшерен, һәм асыҡ серҙәрҙе белеүсе (Аллаһ) индерҙе, — тип. Хаҡтыр, Ул — ярлыҡаусы һәм бик тә мәрхәмәтле. (7) Әйттеләр:
- Ул ниндәй пәйғәмбәр инде, - тинеләр, - беҙҙең кеүек ашай-эсә, үҙе баҙар буйлап йөрөй. Уның менән берәй һаҡсы фәрештә индерелгән булһа (уның киҫәтеүсе пәйғәмбәр икәненә инанған булыр инек) (8) йәки уға (Күктән) бер-бер хазина ҡойолһа, мул емеш бирә торған баҡсаһы булһа (ул сағында баҙар буйлатып йөрөмәгән булыр ине) үҙенекен ашар ине. Кәферҙәр (мөьминдәргә) әйтте:
— Һеҙ күҙ буяусы, сихырсы кешегә (Мөхәммәдкә) ышанаһығыҙ, - тинеләр. (9) (Эй, Мөхәммәд) ҡара, һинең турала улар нимә генә һөйләмәй. Улар тура юлдан сыҡты. Бынан һуң улар инде тура юл таба алмаҫ.
10. (Аллаһтың ҡөҙрәте) шул ҡәҙәр сикһеҙ, Ул, әгәр ҙә ихтыяр итһә, һиңә быларҙан (кәферҙәрҙең байлығынан, яҡшы баҡсаларынан да) яҡшыраҡ, аҫтынан шишмәләр ағып ятыусы йәннәт баҡсалары бирер ине, һинең өсөн һарайҙар төҙөр ине.
11. Шулай кәфер (һөйләгәндәре) өҫтөнә улар Сәғәтте (Ҡиәмәтте) ялғанға сығарҙылар. Сәғәтте инҡар иткәндәре өсөн Беҙ уларға хәтәр ялҡынлы тамуҡ әҙерләп ҡуйҙыҡ. (12) Ул (йәһәннәм уты) уларҙы йыраҡтан күреп алыр һәм улар уның тағын да ҡатыраҡ ғәйрәтләнгәнен ишетер. (13) Ҡулдары муйындарына бәйләнгән хәлдә тамуҡтың иң тар еренә ташланғас, улар (аһ, беҙ) һәләк булдыҡ, тип аҡырыр. (14) (Ләкин уларға әйтелер):
- Бөгөн (һеҙ) бер тапҡыр һәләк (булыуҙы) юрамағыҙ, күп тапҡырҙар һәләк (булыуығыҙҙы) юрағыҙ.
15. (Эй, Мөхәммәд) әйт һин:
— Был (йәһәннәм) хәйерлерәкме, әллә саф мөьминдәргә вәғәҙә ителгән мәңгелек (йәннәт) яҡшыраҡмы? — тип. — Ул (йәннәт) уларға (мөьминдәргә) бүләк һәм (мәңгелек йәшәү) урыны булыр. (16) Улар шунда мәңге ҡалыр һәм нимә теләһәләр, шул булыр. Бына ошо инде (намаҙҙарҙа, доғаларҙа) Раббынан ялбарып һоралған Сәғәдәт. (17) Ул Көндө Раббы уларҙы (кәферҙәрҙе) Аллаһтан башҡа табынған нәмәләре менән бергә йыйыр ҙа әйтер:
— Ошо ҡолдарымды һеҙ аҙҙырҙығыҙмы, әллә улар үҙҙәре юлдан яҙҙымы? — тип һорар.
18. Улар әйтер:
- Аллаһтың кәмселеге юҡ, Ул бар яҡтан да паҡ тип, Һине маҡтайбыҙ. Һине инҡар итеп, башҡа Илаһтарға табыныу беҙгә килешә торған эш түгел. Ләкин Һин уларға һәм уларҙың аталарына шул ҡәҙәр мул ниғмәттәр бирҙең, тәүбә итер өсөн уаҡыттарын оҙайттың; ахырҙа улар Һине бөтөнләй онотто һәм улар харап булды, — тип әйтерҙәр.
19. Бына, һеҙ табынғандар һүҙҙәрегеҙҙе ялғанға сығарҙы. Әммә, һеҙ өҫтөгөҙҙән ғазабығыҙҙы алдырырға ла, ярҙамға ла өмөт итә алмайһығыҙ. Ҡайһығыҙ залим, (Аллаһтан башҡаны Илаһ итеп табынған булһа), уға хәтәр яза ғазабын татытырбыҙ.
20. (Эй, Мөхәммәд) Беҙ һинән әүүәл ашамай торған, баҙарҙарҙа йөрөмәй торған һис бер Пәйғәмбәр күндермәнек.
(Әй, кешеләр) һеҙҙең бер төркөмөгөҙ алдында, икенсегеҙҙе һынар өсөн: был ғазаптарға (ғәҙелһеҙлеккә, тигеҙһеҙлеккә) түҙерҙәрме икән, тип яралттыҡ. Раббың бар нәмәне лә дөрөҫө менән күреп-белеп тороусы.
21. (Ҡиәмәт көнөндә) Беҙҙең менән ҡауышыуға инанмағандар әйтер:
— Беҙгә фәрештәләрҙе илсе итеп ебәргән булһаң ине йәки Раббының үҙен күргән булһа инек (иман килтергән булыр инек), — тип (аҡланырға маташырҙар). Хаҡтыр, улар тәкәберләнеп, хәтәр аҙғынлыҡҡа кереп, хаттин ашты (сиктәрҙе уҙҙы). (22) (Яза) фәрештәләре уларға ул Көндө күренеп, һис бер һөйөнөслө хәбәр килтермәҫ. Фәрештәләр:
— (Һеҙҙең өсөн йәннәткә кереү) тыйылған! — тип әйтерҙәр. (23) Иманһыҙҙарҙың мөьминдәргә ҡылған эштәренә килгәндә, уларҙы туҙанға әүерелдереп, елгә осороп ебәрербеҙ.
24. Йәннәткә кергәндәрҙең йәшәйәсәк урыны бик тә яйлы һәм мәңге истирәхәт ҡылыр (ял итеү) өсөн күркәм ер булыр.
25. (Ҡиәмәт) көнөндә болотло Күк урталай ярылыр, унан фәрештәләр ғәскәре Ергә табан төшөр. (26) Ул Көндө барлыҡ батшалыҡ бары тик мәрхәмәтле ярлыҡаусы Аллаһ Тәғәләнеке булыр. Кәферҙәр өсөн ул Көн бик тә хәтәр булыр. (27) Ул Көндө залим кеше (сараһыҙлыҡтан) бармаҡтарын тешләп:
— Их, Пәйғәмбәргә эйәреп, (Аллаһ) юлы буйлап киткән булһам, —тип үкенер.— (28) Ни аяныс миңә, ни үкенес, теге мөртәтте (һынды) дуҫ итмәгән булһа инем. (29) Ул мине зикерҙән (Ҡөръәндән, имандан, Пәйғмбәрҙән) биҙҙерҙе. Шайтан инсандың (башына бәлә килгәс) бер яңғыҙын (упҡынға) ташлап ҡасыусы зат икән.
30. Шул саҡ Пәйғәмбәр әйтер:
- Йә, Раббым, минең халҡым, ысындан да, Ҡөръәнде инҡар итте бит.
31. — Беҙ һәр пәйғәмбәргә иманһыҙҙарҙан дошмандар хасил иттек. Тура юлға баҫтырыр өсөн дә, ысын ярҙамсы булараҡ та һиңә Раббың бер үҙе етәр. (32) Ул кәферҙәр әйтте:
— Ни өсөн һин Ҡөръәнде (Тәүрәт менән Инжил кеүек) бер юлы индермәнең? — тинеләр.
(Ий, Мөхәммәд) Беҙ уны һинең күңелеңә (әкренләп кереп, сыҡмаҫлыҡ булһын) яҡшы урынлашһын тип, шулай ҡылдыҡ. Уны аяттан-аятҡа индерҙек.
33. Улар һиңә ниндәй ҙә булһа миҫалға хикәйәт килтерһә, (уға ҡаршы) Беҙ яҡшырағын, аңлатмалары менән һиңә килтерербеҙ. (34) Улар йәһәннәмгә тупланып, йөҙ түбән ҡаплатылыр. Юлдары аҙғынлыҡ ине, урындары ла яман урын булыр. (35) Хаҡтыр, беҙ Мусаға китап бирҙек. Туғаны Һарунды уның ярҙамсыһы иттек.
36. — Барығыҙ, — тинек уларға. — Аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарғандар (Фирғәүен халҡы) янына.
(Улар Фирғәүен тоҡомон өгөтләп ҡараны, ләкин иманһызҙҙар иманға килмәне.) Нәтижәлә, уларҙы һәләк итеп бөтөрҙөк.
37. Пәйғәмбәрҙәрҙе ялғанға сығарғандарына күрә, башҡаларға ғибрәт булһын тип, Нух халҡын да һыуға (тайфунға) батырып үлтерҙек. Залимдар өсөн беҙ ғибрәтле язалар әҙерләп ҡуйҙыҡ.
38. Ғәд (Һуд ғәләйһиссәлләм) ҡәүемен дә, Сәмуд (Салих ғәләйһиссәлләм) ҡәүемен дә, Расс (Шөғәйеп ғәләйһиссәлләм) кешеләрен дә, улар араһында йәшәп киткән башҡа (гөнаһлы) халыҡтарҙы ла һәләк иттек. (39) (Ғибрәт алһындар, тип) уларҙың һәр береһенә Беҙ миҫаллы хикәйәттәр килтерҙек, (ләкин улар пәйғәмбәрҙәребеҙҙе ялғансыға сығарҙы, ғибрәт алманы) уларҙың барыһын да һәләк иттек.
40. Хаҡтыр, улар (мәккәлеләр Лут пәйғәмбәр халҡының Садум) шәһәрен дауыллы ямғыр килеп тотҡанын күрмәнеләрме ни? (Күрҙеләр, ләкин барыбер Ҡиәмәт көндө) тереләсәктәренә ышанманылар.
41. Һине осратҡанда улар:
— Ошо ла булдымы Аллаһ тарафынан беҙгә ебәрелгән пәйғәмбәр, — тип мыҫҡыллауҙан башҡаны белмәнеләр. (42) — Шуныһы хаҡтыр, әгәр ҙә беҙ уның ҡотортоуҙарына ҡаршы ҡаты тормаған булһаҡ, ул беҙҙе табынған тәңреләребеҙҙән биҙҙергән булыр ине, — тинеләр.
Улар оҙаҡламай күрерҙәр, белерҙәр, кем юлдан яҙған, кем тура юлдан барғанын.
43. Үҙенең нәфсеһен (енси ихтыяждарын) тәңре итеп табынғандарҙы күрҙеңме һин? Хәҙер инде (Рәсүлем) һин уларҙы яҡларға алынаһыңмы? (44) Әллә һин уларҙың күбеһе, ысынлап та, (һинең өгөтөңдө) тыңлайҙар һәм тәүбәгә килерҙәр, тип уйлайһыңмы? Улар дүрт аяҡлы хайуандарҙан да мәхлүгерәк булып аҙашҡандар.
45. Раббыңдың нисек итеп күләгәне оҙонайтҡанын ҡарағаның юҡмы ни? Әгәр ихтыяр итһә, Ул уны (күләгәне) хәрәкәтһеҙ ҙә ҡалдыра алған булыр ине. Беҙ Ҡояшты уға сәбәпсе иттек. (46) Һуңынан уны (оҙон күләгәне) әкрен-әкрен генә үҙебеҙҙең янға тупланыҡ. (47) Ҡараңғы төндө Ул һеҙҙең өсөн бер ҡаплауыс итеп яралтты, йоҡоно ял итер өсөн, көндө (иһә яңынан уянып, яҡшы ғәмәлдәр ҡылыр өсөн) яралтты. (48) Ул киң рәхмәтле булараҡ, ҡыуаныс алып килеүсе елдәрҙе яралтты. Күктән саф һыуҙар ағыҙҙы. (49) Үле тупраҡты тергеҙер өсөн, бик күп кешеләр өсөн яралтҡан хайуандарыбыҙға (үлән-ағас үҫһен, тип) ерҙе һуғарҙыҡ.
50. Хаҡтыр, уйлап ғибрәт алһындар, тип һыуҙы-ямғырҙарҙы кәрәк саҡта, кәрәк урындарҙа ҡат-ҡат яуҙырҙыҡ, әммә уларҙың күбеһе шөкөр итмәне, кәфер булып ҡала бирҙеләр.
«Һуңынан ғибрәт алһындар өсөн, был һыуҙы араларында төрлө уаҡыттарҙа сиратлап яуҙырҙыҡ. Быңа ла ҡарамаҫтан, кешеләрҙең күбеһе йәнә шөкөр итмәнеләр, кирелектәренән ҡайтманылар.»Талат Кочигит тәфсиренән.
«Хаҡтыр, быны (кешеләр) ғибрәт алһын өсөн, уларға төрлө-төрлө һүрәттәрҙә аңлаттыҡ (йәки: был һыуҙы кәрәгенсә яуҙырҙыҡ). Ләкин кешеләрҙең күбеһе шөкрәнә ҡылаһы урында ҡаршы килделәр (кирелектәренән ҡайтманылар.»
Хәсән Чантай тәфсиренән.
«Тәхҡийҡ, өҫтәге өс аятты Ҡөръәндә һәм башҡа китаптарҙа тәкрар (ҡабатлап) әйттек, кешеләр вәғәзләнһендәр һәм ғибрәтләнһендәр өсөн, кешеләрҙең күберәге вәғәздән һәм ғибрәттәрҙән баш тарттылар, мәгәр Ислам ниғмәтен инҡар итеп, кәфер булыуҙан баш тартманылар.»
Шәйх Ноғмани тәфсиренән.
«Хаҡтыр, кешеләр өгөт алһындар өсөн, араларында төрлө-төрлө шәкелдәрҙә аңлаттыҡ, әммә кешеләрҙең күбеһе ҡаршылыҡ менән шөкөр итмәйенсә, кирелектәренән ҡайтманылар.»
Ибраһим Дөнмәз тәфсиренән.
51. (Эй, Мөхәммәд) Әгәр ҙә Беҙ ихтыяр итһәк, (һинең вазифаңды еңеләйтер өсөн) һис шикһеҙ, һәр илгә (һәр шәһәргә) киҫәтеүсе (пәйғәмбәр) күндергән булыр инек. (Ләкин Беҙ һиңә бөтөн пәйғәмбәрҙәрҙең иң гүзәл сифаттарын тупланыҡ.) (52) Бер миҙгелгә лә кәферҙәргә бил бирмә һәм шуның менән (Ҡөръән менән) уларға ҡаршы булдыра алғансы ҡаты бул.
53. Ул ике диңгеҙҙе йәнәшә ҡуйҙы. Һыуһынды баҫа торған татлы-сөсө һыу һәм тоҙло-тәмһеҙ һыу йәнәшә аға. Бер-берһенә ҡатнаша алмаҫлыҡ итеп, араларына бәрзах (элпә-фәрҙә, кәртә) ҡорҙо.
(«Ысындан да, донъяла йәнәшә аҡһалар ҙа, ҡушылмай торған төсө һәм тоҙло ағымдар бар, уларҙың араһында йөҙҙәрсә саҡрымдарға һуҙылған бәрзах, тел, таҫма, аралыҡ бар. Дижлә һәм Нил йылғаларының тоҙло диңгеҙгә ҡойоп та, диңгеҙ эсендә тоҙло һыу менән ҡатнашмайынса ағып барыуҙары быңа миҫал. Ләкин ҡайһы бер шәрехселәр был аят эсендә бөйөк мәғәнә барлығын да әйтәләр. Һыуһынды баҫа торған татлы һыу — ул Ислам, тоҙлоһо иһә башҡа бер дин. Мосолмандар ағымы бар, бар кәферҙәр ташҡыны, ни ҡәҙәр яҡын, йәнәшә йәшәһәләр ҙә был ике дин, был ташҡын мәңге лә ҡушыла алмай»
Хәсән Чантай менән Ибраһим Дөнмәз тәфсирҙәренән )
54. Ул әҙәмде һыуҙан бар ҡылып, уны (үрсемле) нәҫелле итеп яралтты. Раббың — һәр нәмәгә ҡөҙрәте етә торған Илаһтыр. (55) (Шуға ла ҡарамаҫтан) Аллаһты инҡар итеп, үҙҙәренә файҙа ла, зарар ҙа ҡылыр ҡеүәттәре булмаған (һындарға, боттарға) табыналар. Кәфер — Аллаһҡа ҡаршы (көрәшеүсе) шайтанға ярҙамсы.
56. Беҙ һине (мөьминдәргә) биреүсе килтереүсе, (кәферҙәрҙе) ҡурҡытыусы вазифаһынан башҡа сифатта күндермәнек. (57) Әйт:
— Мин был ғәмәлдәрем өсөн һеҙҙән һис бер түләү һорамайым, бары тик Аллаһҡа тоғро юл тотарға теләгән кешеләрҙе генә эҙләйем, — тип.
58. Үлемһеҙ, мәңге тере (Аллаһ Тәғәләгә) инанып, (Уға) һыйын, Уны тәсбих менән (Сөбхәналлаһү вә әлхәмдүлилләһ, сөбхәналлаһи вә бихамдиһи, тип) данла. Ул бәндәләренең гөнаһ ҡылыуҙарынан хәбәрҙар.
59. Ул күктәрҙе һәм Ерҙе һәм улар араһында булған нәмәләрҙе алты көндә яралтҡан, һуңынан Ғәрше көрсиҙә хаким булған хөкөмдарҙыр. Ул — Рахмәәндыр, (әгәр ышанмаһағыҙ) был турала хәбәрҙар булғандарҙан һорағыҙ.
60. — Рахмәәнға сәждә итегеҙ, — тип әйткәс, улар:
— Кем һуң ул Рахмәән? (Ни эшләп әле) беҙ һин ҡушҡанға сәждә итергә тейеш? — тинеләр, һәм был (өндәү) уларҙы (имандан) йыраҡлаштырҙы ғына.
Достарыңызбен бөлісу: |