ЫРҒЫҘ беренсе киҫӘк көтөүселәр



бет20/26
Дата06.07.2016
өлшемі1.92 Mb.
#181398
1   ...   16   17   18   19   20   21   22   23   ...   26

2

Ҡаҙанҡап Абдулла, киске намаҙын уҡып бөтөргә яҡынлап, эре ағас төймәләрҙән теҙелгән тиҫбеһен шыҡылдатып тарта ғына башлағайны, шаулашҡан бисәләр тауышы асыҡ тәҙрәнән уның ҡолағына инеп, иғтибарын тартып ебәрҙе. Ул, тиҫбеһенең нисәнселер мунсағын тартҡанда яңылышып китеп, тыштан шартлап килеп ингән Шәһәрбаныуға ҡысҡырып ебәрҙе.

— Ни нәмәһе урамға сығып ирешеп йөрөйһөгөҙ? Өйҙә генә ирешергә булмаймы әллә? Намаҙымды ла боҙҙорҙоғоҙ, шайтан бисәләре, — тип әрләй башланы.

Ҡаҙанҡап тәүҙә үҙенең ике бисәһе үҙ-ара ҡысҡырышып ирешәләр икән тип уйлағайны. Ул шуға күрә тағы ла:

— Апайыңа ҡаршы шулай итеп ҡаты тауыш күтәрәһеңме? — тип өҫтәне.

Шәһәрбаныу, тыштағы асыуы тағы ла көсәйгәндәй булып, ҡартынан да уҙҙырып ҡысҡырып яуап бирҙе:

—- Ирешмәй ни, нишләп түҙеп тормаҡ кәрәк. Кем бит әле! Боронғо Ныязғолдоң ялсыһы Сәйетҡол бисәһе лә кеше булып һүҙ һөйләгәс, ҡалай итеп ирешмәй тораһың.

— Нимә ти ул һиңә, ни булған?

— Нимә тигәндәре билдәле инде: “Хәҙер һинең ирең түрә түгел, минеке түрә, ти. Һинең ирең мылтыҡты тота ла белмәй, минеке, исмаһам, аҡһаҡ булһа ла, ҡораллы түрә, милитсә, ти. Һеҙ буржуй, һеҙ кулак, һеҙ кунтр”, — ти. Ҡуй инде, һинең өсөн ишеткән һүҙҙәрҙе тауыҡ та сүпләп бөтөрә алмаҫ. — Шәһәрбаныу ғәрлегенән илап та ебәрҙе. — Ир булып ултыраһың шунда. Хәҙер инде хөрриәт, кешеләр советтан ҡайтмай, олосҡа бара, депутатлыҡҡа яҙыла, бәлшәүниклеккә яҙыла. Ә һин өйҙән сыҡмай ултыраһың. Совет үҙ өйөңдә бит, әллә ҡайҙа барып йөрөй торғаны ла юҡ. Мин дә һине староста кеше тигән булып, йәш ғүмеремде әрәм итеп, көндәш өҫтөнә һиңә барған булдым. Минән егерме йәш олоһоң, аҡылың минеке хәтле лә юҡ. Бына ике бала ғына ҡулымды тота. Булмаһа, бөгөндән ташлап сығып китер инем!

Бисәһенең шулай итеп бик күп һүҙҙәр менән үҙен әрләп туҡтағанын Ҡаҙанҡап ҙур түҙемлелек менән көттө. Бая уҡ иҫәбенән яҙған тиҫбеһенең дә “аллаһы әкбәр”енме әллә “әлхәмделилләһ”енме һанап утыҙ өҫкә еткереп туҡтағанын да тикшерҙе. Уның да осона сыға алмағас, “собханалла”ға төшөп, тиҫбе төймәләрен шыҡылдатып ҡараны. Ләкин ул күпме тырышһа ла, был ғибәҙәт эше барып сыҡманы. Ул үҙенең ике бисәһенең көн һайын ирешмәй ҡалмағандарын белә. Шуға күрә лә: “Йә, улар ни, ояға талашҡан тауыҡтар һымаҡ, сырҡылдашып ирешәләр ҙә баҫылалар. Бер аҙҙан һуң ҡараһаң, уларҙан да татыу кеше юҡ шикелле күренә. Был ирҙәр эше түгел”, — тип кенә ҡарарға өйрәнгәйне. Ә бөгөн уның был ҡысҡырышҡа ла, Шәһәрбаныуҙың әсе телләнеп үҙен ғәйеплә-үенә лә, хурлауына ла бер юлы асыуы ҡабарҙы. Ул бая уҡ йыйырға онотоп бөткән намаҙлығын һелкә күтәреп алып, урҙаға ырғытып элде лә тағы ла Шәһәрбаныуға аҡырып ебәрҙе:

— Йә, етте һиңә. Ни нәмәһе өҙмәйһең дә ҡуймайһың. Миңә кейәүгә барғаның ҡартайғас иҫеңә төштөмө ни? Алйот!

— Иҫемә төштө шул. Әгәр минең тәүге ирем япон һуғышында үлеп ҡалмаһа, хәҙер бынамын тигән бәлшәүник булыр ине. Һинең һымаҡ кунтр булып өйҙә ултырмаҫ ине!

— Булған ти бәлшәүник. Исмаһам, миншәүник булыр ине, тип һөйләш.

— Барыбер инде, һуғыштан береһе лә берәй син таҡмайынса ҡайтманылар. Минең ирем мәрхүм дә бик үткер ир ине. Хәҙерге көндә ул бәлшәүник була алмаған хәлдә лә, милитсә булыр ине. Шундай үткер ине ул!

— Ярар, ярар, үлгән һыйыр һөтлө була ул. Һин уны ни хәтле маҡтаһаң да, илап буҙлаһаң да, теге донъянан кире алып ҡайтып стенаға һөйәп ҡуя алмайһыңдыр инде.

Уларҙың икеһенең дә аҙыраҡ эҫтәре бушағандай булып, ҡысҡырышыуҙан туҡтанылар. Һәр кем үҙ уйына ҡалды.

Шәһәрбаныу, түргә яҫтыҡ, түшәк, юрғандар ырғытып, урын һалырға әҙерләнә башланы. Бөгөн уның көндәше ҡыҙына ҡунаҡҡа киткәндән ҡайтманы. Шуға күрә бөгөн, сират үҙенә булмаһа ла, Шәһәрбаныу ире янында ҡунырға тейеш ине.

Шәһәрбаныуҙың тауышы баҫылғас, Ҡаҙанҡап Абдулла әле генә уның ярып әйтеп һалған асыулы һүҙҙәрен, үҙенә ырғытҡан ғәйептәрен берәмләп тикшереп сыға торғас, ҡайһы бер урындарҙа бисәһенең хаҡлы икәнен муйынына алды: “Ысынлап та, төптәнерәк уйлап ҡараһаң, был хөрриәттең иң тәү башлап сыҡҡанына ике йыл тулып бара ята. Шунан бирле халыҡ, ҡырмыҫҡа иләүе һымаҡ, ҡайнаша. Тоталар ҙа йыйылыш яһайҙар, митинг яһайҙар. Шунан еңгән яҡ үҙенә оҡшаған власты яһап ҡуя. Бында халыҡтың күпселеге ҡайһы яҡта булһа, шул еңә килә. Дөрөҫ, Шәһәрбаныуҙы алған саҡта мин дә ауылды ҡулымда тотҡан староста инем. Ул ваҡытта һайлаусылар күп булмай ине. Уларҙы яҡшылап тороп һыйлайһың да, олоҫ тирәһендәге начальниктарға ла мул ғына бирәһең дә үтә лә китә инең. Шулай итеп барып бер өс ай старшина булып алдым бит әле. Әгәр ҙә батшаны ҡолатып ташлап, власть үҙгәрмәгәндә, бәлки, ошо көндә лә шунда ултырыр инем. Ваҡытлы хөкүмәттең дә минең старшиналыҡҡа әллә ни зыяны теймәне. Тик әллә ҡайҙан анау Ҡәүи мәхдүмде Ныязғол алып килеп төштө лә, уныһы миңә, “һин манархист” тигән булып, мине төшөрөп ташлап, Саттарҙы комитет яһап ҡуйған булды. Әйтәм ерле эш ҡыйратты Саттарҙары. Саттарҙы түгел, Ваҡытлы хөкүмәттең үҙен дә һындыра һуғып төшөрөп ырғыттылар ҙа ярлылар власть башына үҙҙәре менеп ултырып алдылар. Хәҙер анау Үмәрҙең борон заманда ауыҙ асып һүҙ һөйләмәгән улы Әхмәҙи фронттан әллә ниндәй сәсән булып ҡайтып килде лә бына һиңә совет берсиҙәтеле. Бына һиңә яңы түрә. Бөтә халыҡты ауыҙына ҡаратып тора. Эй Алла... Етмәһә, әллә ҡайҙан “кулак” тигән бер исем ҡушып алғандар ҙа күҙҙе лә астырмайҙар. Ярай әле хәҙергә минең малым теүәл тора. Ошо ун биш-егерме баш аттан, унлаған һыйырҙан айырылмаһаң, бик яҡшы инде ул. Быйыл ана Ныязғолдоң бөтә ерен ауылға бүлеп, йорт файҙаһына бирәбеҙ тип һөйләнәләр. Бына ошондай саҡта бик аптыраһаң, Ныязғолға кәңәшкә барыла торғайны. Хәҙер уныһы ла һис бер өйҙә тормай. Бер уйлаһаң, уға ла асыу килә. Ул да артыҡ хәйләкәр булып сыҡты. Үҙе старшина булып килде-килде лә, бер заман ҡапыл ғына үҙе урынына мине һайлатты. Ул, баҡтиһәң, батшаның ҡолап бара ятҡанын һиҙгән икән. Шунан Ваҡытлы хөкүмәт килеп сыҡҡайны, тағы ла мине кире димләп, старшиналығыңды ташла, хәҙер ярамай, үҙеңә аҙағы насар булыр, фәлән-төгән тип, Саттарҙы һайлаттырҙы. Ул да булмай сыҡты. Уның бер яратҡан әйтеме бар: “Донъяның ағышы һыу ағышы менән бер, гел шуның яйына эште йүнәлтергә кәрәк”, — тигән була ине. Хәҙер бына “ағыш” тип бер ҙә совет эшенә инеп китә алмай әле. Юҡ, хәҙер уның ике арҡыры аяғының береһен дә был тирәгә баҫтырмай бәлшәүниктәрең. Ул әле тағы ла Һамарҙа Ҡәүи ҡоҙаһы менән әллә ниндәй эштәр ҡуҙғатып ята, ти. Икәүһе лә “камус” хөкүмәте тирәһендә йөрөйҙәр икән. Ни эш сығарып ҡайтырҙар инде? Тик тормаһаң, була инде ул. Хәҙер шундай заман — кем еңгәндеке. Минең Шәһәрбаныуҙың да, ҡатын кеше булһа ла, һүҙенең ысындары юҡ түгел. Тик ятаһың, ти. Уныһы ла дөрөҫ. Тик ятыу ярамай. Ныязғол ҡайтһа, берәй нәмә эшләрбеҙ әле. Тик бына бәлшәүник булырға ҡуша бит әле. Бисә тиһәң, бисә инде”.

Ҡаҙанҡай Абдулла үҙенең был “бик тәрән” һәм “аҡыллы” уйҙарынан бик ҡәнәғәт булды. Ул, кинәнеп, хатта үҙ алдына киң йылмайып, түңәрәк сал һаҡалын ике ҡуллап һыйпап, күҙҙәрен емелдәтеп ҡыҫып, Шәһәрбаныу яғына боролоп ултырҙы. Ул тағы бер ҡат: “Шулай ҙа минең йәш бисә бик боевой, ирҙән дә ҡурҡмай, үҙ һүҙен сатылдатып һөйләй, “түрә бул”, тип әрләй. Бар һин уны!” — тип уйланды.

Уның кәйефе бөтөнләй яҡшырып китте. Ул Шәһәрбаныуҙың һаман өндәшмәйенсә ҡашаяҡта һауыттар шалтыратып йөрөгәненә бер аҙ ҡарап ултырҙы ла:

— Шәһәрбаныу, әй, бисәкәй!.. — тип һуҙып көйләп, иркәләп өндәште.

Шәһәрбаныуҙың кәйефе төҙәлеү түгел, тағы нығыраҡ боҙолғайны. Ул үҙенең үткән ғүмерен дә, һуғыштан ҡайтмай үлгән ирен дә, көндәшенән күргән нужаларын да бар уйынан кисереп, күҙ йәшен тыя алмай илай ине. Ул иренең нисә ҡабат өндәшеүенә:

— Йә, нимәһе тағы мөңөрәп ултыраһың? Ана, урын һалғанмын бит, ят та йоҡла! — тип екеренде лә үҙе соланға — йоҡлап ятҡан балалары янына сығып китте.

Бөгөнгө йыйылыштың бик шау-шыулы, күңелле һәм уңышлы үтәсәге алдан уҡ күренеп тора ине. Ауыл Советында бөгөн дежур­ный ҙа берәү генә түгел, икәү. Улар — бәләкәйҙән айырылмай бергә йәшәп килгән ике дуҫ — Исмәғил менән Хөсәйен.

Уларҙың совет йыйылышына кешеләр йыйырға китеүҙәренә ярты сәғәт тә үтмәне, ашығып килеп хәбәр ҙә иттеләр.

— Булды, Әхмәҙи ағай, бөтәһе лә тиҙ үк килеп етәләр, — тине Исмәғил.

Оҙон таҡта өҫтәл буйлап биш-алты кеше ултырған. Былар — совет активтары. Улар үҙ-ара йә һөйләшеп ултыралар, ҡайһы саҡта өйҙө бер итеп көлөшөп алалар ҙа үҙ эштәренә эйеләләр.

Өҫтәлдең бирге башындараҡ Әхмәҙи ултыра. Ул тотош боролоп Исмәғилдән һораша:

— Кемдәр өйҙә юҡ?

— Бөтәһе лә өйҙә, ағай.

— Атайыңды, Әпләс ағайҙы алданыраҡ килһендәр тип әйтергә ҡушҡайным, онотмай әйттеңме?

— Әйттем, әйттем.

— Исхаҡ ҡайтып етмәгәнме?

— Юҡ, ағай. Бөгөн таң менән ҡайтмаҡсы ине ул.

— Ҡайтмаҡсы ине лә, юҡ бит әле. Ярай. — Әхмәҙи өҫтәлгә ки­ре боролоп өлгөрмәне, Хөсәйен шәпләп килеп инде. — Йә, һин, Хөсәйен, аръяҡты вис йөрөп сыҡтыңмы?

— Вис, вис, ағай. Тик купец Дәүләткә, Алламоратҡа әйтмәнем. Был тирәнән Ҡаҙанҡап ҡалды.

— Ярар. Улар кәрәкмәй беҙгә. Һеҙ үҙегеҙ ҙә алыҫ китмәгеҙ, ошо тирәлә булығыҙ, — тине Әхмәҙи. Үҙе ҡулындағы ҡәләмен өҫтәлгә һалып, уны уң ҡул осо менән бер аҙ тәгәрәтеп, уйланып алды. Шунан ул: — Мурзин иптәш, ошо турала мин һинән төпсөп һорашмағанмын икән. Был комитет ярлылар комитеты булғас, хәллеләр бөтөнләй инмәйҙәр инде? — тине.

Мурзин өҫтәлдең түр яҡ башында гәзит ҡараштырып ултыра ине. Ул гәзитен өҫтәлгә һалып ҡуйҙы ла, артҡа тараған ҡалын сәсен һыйпап, ҙур ҡара күҙҙәре менән Әхмәҙигә тура текләп ҡараны ла яуап бирҙе:

— Һайлауҙың иң төп принцибы — был эшкә ярлы, әүҙем халыҡтың үҙен ылыҡтырыу. Шулай булғас, беҙҙең һайлаған иптәштәр ысын күңелдән Совет власы яҡлы, ысын күңелдән большевиктар яҡлы ярлы кешеләр булырға тейеш. Ундай кешеләр урта хәллеләр араһында ла юҡ түгел. Тимәк, улар араһынан да кандидаттар булырға мөмкин. Ә кулактар тураһында һүҙ ҙә булырға тейеш түгел.

Мурзин менән ҡатар ултырған Ҡотлояр мыйығын һыпырҙы ла, ниҙер иҫенә төшөрөп, пырхылдап көлөп ҡуйҙы.

Мурзин уға йылмайып:

— Йә, Ҡотлояр ағай, әйтеп көл, — тине.

Ҡотлояр ҡулындағы тартып ултырған тәмәкеһенең ҡалғанын бер-ике һурҙы ла төпсөгөн мейес артына ырғытты. Шунан тағы бер көлөп ҡуйҙы:

— Әйтергә уйлағанға көлгөм килә лә, — тине ул. — Һеҙҙең һүҙҙе тыңлай торғас, минең иҫкә бер әңгәмә килеп төштө. Мин бер көнө олостан ҡайтышлай Ташкүстәнгә төшкәйнем. Улар ҙа ошо ярлылар комитеты тураһында кәңәш алып баралар икән.

Мурзин уны бүлде:

— Ҡасан тиһең, үткән дүшәмбе көнмө?

— Эйе, өсөнсө көн, шул дүшәмбе көн була инде. Улар ҙа шул көнө иртә менән олоста һинең янда булып ҡайтҡандар икән. Һайлау хәбәре сыҡҡас, беләһең инде, йыйылышҡа саҡырылғаны ла, саҡырылмағаны ла килеп тулып киткәндәр. Кандидаттар күрһәтеү бара. Улар үҙҙәренең Байрамбай тигән бер ипле генә кешеһен һайларға итһәләр, теге ҡыҙа ла китә: “Ниңә мине ярлылыҡҡа һайлайһығыҙ, мин әллә ул тиклем үтә ярлымы ни?” — тип, ятып килеп үпкәләргә кереште. “Булмайым, бер нәмә лә булмайым”, — тип ярһый. Кешеләр көлөшәләр, ҡайһы береһе уны ороша: “Алйотланып үҙ ҡәҙереңде үҙең китәрмә, кешеләр һине әҙәмгә һанап телгә ала”, — тиҙәр. Олостан уполномоченный итеп Миша Фроловты ебәргәнһегеҙ икән, ул Байрамбайҙы өгөтләй:

— Халыҡ һайлағас — тыңларға кәрәк, советҡа эшләргә кәрәк. Үтә ярлы булмаһаң да, бик бай ҙа түгелһең. Әгәр бай булһаң, беҙ һинең менән икенсе телдә һөйләшер инек, ти. Юҡ, тыңламай. Тағы ла күтәрелде лә китте. “Аллаға шөкөр, ике атым, ике һыйырым, ике десятина ерем дә ике бисәм бар”, тип теҙеп алды ла китте. Халыҡ көлә башланы.

Ҡотлоярҙың хикәйәһе был ергә еткәс, Мурзин менән Әхмәҙи ҙә, Баҡый ҙа ҡапыл көлөп ебәрҙеләр.

Әхмәҙи:


— Ҡуй, Ҡотлояр ағай, аҙыраҡ аша һуҡтырып ебәрәһең, бисәләре тураһында әйтмәгәндер, — ти ҙә, үҙе тыйыла алмай көлә. Ҡотлояр дауам итә:

— Ысын, ысын, ни эшләп аша һуҡтырайым. Әйтәм бит, халыҡ тәгәрәп ятып көлә. Ҡайһылары: “Хәҙер шулай бисәләр ҙә байлыҡҡа инә башлағанмы ни?” — тип ҡысҡыралар. Миша Фролов уларҙы көскә тәртипкә саҡырып, шаулауҙы туҡтатты.

Мурзин тағы бер тапҡыр көлдө лә:

— Михаил ҡайтһа, бер һөйләй икән, һеҙҙең башҡорттарҙың имуществоһына бисәләр ҙә инә икән, ти инде ул.

— Әйтер, әйтмәй ни, үҙҙәре шулай итеп сыҡҡас.

— Уны һайламағандарҙыр бит? — тип һораны Мурзин.

— Юҡ, һайламанылар, ул кешелә ниндәй пролетарский аң булһын инде.

— Дөрөҫ иткәндәр. Ярлы булғыһы килмәй, тимәк, байырға иҫәбе ҙур, — ти Мурзин.

Шулай була инде, күрәһең.

Уҡытыусы Баҡый өҫтәлдең бирге башында ашығып-ашығып исемлек төҙөп ултыра ине. Ҡотлояр һөйләп бөткәс күтәрелгән көлкөгә ул да ҡушылды ла, яҙыуҙарын аҙыраҡ шылдырып, иптәштәренә ҡараны. Уның да бик йор һүҙле икәнен бөтәһе лә яҡшы беләләр. Әле лә ул ни ҙә булһа бер һүҙ әйтеп көлдөрә инде, тигән төҫ менән уға йылмайып ҡарап көттөләр.

— Һин уны әйтәһең әле, Ҡотлояр. Мин дә Таллыға барғанда ошондай бер әңгәмәгә тап булдым.

— Йә, йә?

— Таллыға барҙым да тура Рәшиткә төштөм. Уның өйөндә, йыйылыш барған шикелле, бер түңәрәк халыҡ йыйылған да ҡайһыһы һөйләй, ҡайһылары көлә, ә ҡайһы бер ҡарттары йәштәрҙе орошалар. Рәшит кенә өндәшмәй, һиҙелеп тора, уның да бик көлгөһө килә, ирендәрен тешләп үҙен тыйып ултыра. Мин дә ишектән үтмәй тыңлап торам. Башта эштең ниҙә икәнен дә төшөнмәйем. Ул былай булған икән: совет бик яҡшы эшләп ята. Ярлылар комитеты тураһында сыҡҡан декретты ла бик һәйбәтләп уҡып төшөнөп, һөйләшеп ҡуйғандар. Һайлау йыйылышы шаршамбы көнгә тәғәйенләнгән. Эш бара бит инде, һүҙ юҡ. Тик шунда бер әңгәмә булып алған...

— Дөрөҫ, — тине Мурзин, уның һүҙен бүлеп, — улар бик яҡшы үткәрҙеләр. Бөтәһенән дә алда улар тырыштылар, хәҙер бесәнгә лә төштөләр инде.

Уларҙың һүҙҙәрен килә башлаған кешеләр бүлде. Улар араһында Үмәр, Эпләс ҡарттар ҙа бар, Сафа ла бар ине.

Әхмәҙи уларҙы ҡунаҡ ҡаршылағандай итеп, урынынан тороп ҡаршы алды.

— Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ, юғары уҙығыҙ, — тине.

Улар, үргә үтеп, Мурзин менән күрешеп, ултырыша башланылар.

Әхмәҙи Исмәғилгә ҡарап:

— Һин әллә атайыңды ашыҡтырырға оноттоң инде, барығыҙ, йәһәтерәк булһын, — тине.

Исмәғил менән Хөсәйен эске урамға төшкәндә, Тимерғәле ағай, уныя, оло улы һалдат Исхаҡ осранылар.

Алданыраҡ Тимерғәле ағай килә. Ул бөгөн өҫтөнә байрамдарҙа ғына кейә торған Заһит кейәүе ата туны итеп һыйлаған ҡыҙыл сапанын кейгән. Башында ла ҡара һырлы яңы таҡыя. Ҡаталары ла ялтырап майланған. (Быныһын Сәғиҙә еңгә тырыштырғандыр инде.)

Исхаҡ арттараҡ. Ул йәшел гимнастеркаһын бик ҡупшылап, арттан билен бөрөп яҫы ҡайыш биллек быуған. Салбары күк галифе, итеге ялтырап тора. Ул ҡалын ҡара сәстәрен артҡа тараған да, уны йәшел һалдат фуражкаһы менән бик килештереп баҫып кейгән. Һалдат походкаһы менән, яурындарын артҡараҡ ташлап, шып баҫып атлап бара.

Исмәғилгә атаһы:

— Тағы ҡайҙа йүгерәһең? — тине.

— Һеҙгә Әхмәҙи ағай тиҙ килеп етһендәр, ти. Бая ла әйттем бит. Оҙаҡлайһығыҙ.

Тимерғәле ағай аҙымын йышайтты ла, Исхаҡҡа әйләнеп:

— Тиҙ бул, улым, көттөрмәйек, — тине. Исхаҡ уға:

— Хәҙер, атай. Атлай тор, хәҙер ҡыуып етәм, — тине лә ҡустыһы янына туҡтаны.

— Кемдәр бар унда, Мурзин ағай килеп еткәнме һуң?

— Ул ни таң менән килеп етте инде. Ә һин яңы ғына ҡайттыңмы ни, ағай?

— Әле генә, әле генә. Сәй ҙә эсмәнем, ат та туғарып өлгөрмәнем. Һин ҡайта һалып туғар инде, — тине Исхаҡ. Ул да бик ашығып үтеп китте.

Тимерғәле ағай алдан ашығып китһә лә, Исхаҡтың артынан ҡыуып етеүен көтөңкөрәй ине. Уның йыйылышҡа аҙыраҡ һуңлаңҡырап ҡалыуының сәбәбе лә Исхаҡтың ҡайтып төшөүен көтөүе булды. Үҙенең һалдатский депутат улы менән Айҙаҡай урамынан ҡатар атлап барып, совет өйөнә икәүләшеп барып инеүҙе ни тигән данлы эш тип уйлай ине Тимерғәле ағай. Был бер ҙә маҡтаныуҙан йәки ҡупырайыуҙан түгел. Ундай ғәҙәт элекке байҙар ғәҙәте. Ә бына ошондай ҙур бәхетте дуҫтарыңа ла, дошмандарыңа ла ялтыратып күрһәтеү үҙе ни тора. Уның улы, аллаға шөкөр, ирмен тигән егет — ҡыҙылгвардеец. Петроградта Керенскийҙы “Аврора” тигән караптан туп менән аттырып ҡыуған саҡта ул да, Айбулат та Смольныйҙың үҙендә булғандар. Һуғыштағы һалдаттар уларҙы депутат итеп һайлағандар ҙа әйткәндәр: “Барығыҙ, Петроградтың үҙенә барып әйтегеҙ, беҙ әллә нигә лә буржуйҙар яҡлы буласағыбыҙ юҡ. Буржуй хөкүмәте төптө беҙгә төҫ хөкүмәт түгел һәм беҙгә ул буш та кәрәкмәй, тип һөйләгеҙ”, — тип нығытып ҡушҡандар.

Тимерғәле ағай, үҙенең ошо ғорурлыҡ менән тулған шатлыҡлы уйҙарына эйәргән һымаҡ, елтәңләп атлай, ҡанат һымаҡ булып ике яҡҡа йәйелеп ялпылдаған сапан салғыйҙарын да ҡымтып тормай. Уның үҙ ғүмеренә аяҡтары менән интегеүе, биле һыҙлауы әллә ҡайҙа ҡул менән алып ташлаған кеүек юҡ булған ине.

Исмәғил менән Хөсәйен, йүгереү йомоштары бөткән шикелле булғанға, артабан аҡрыныраҡ киттеләр.

Исмәғилдең, Исхаҡ ағаһы ҡайтҡанға айға -яҡын ваҡыт булып килһә лә, бер ултырып уның менән һөйләшә алмағанына эсе боша. Ул уның үҙенә балаһынып ҡарауына ла хәтере ҡалыңҡырай. Етмәһә, хәҙер ул Сафура туғанына ҡунаҡҡа китә лә ике-өс көн юҡ булып тора. Был хәл тигенгә түгел. Унда Сафураның бикәсе Зәлифә ҡоҙасаһы бар шул. Исмәғил шуны ла төшөнмәй тип уйлай микән? Юҡ инде, хәҙер уға ла ун һигеҙ тулды инде.

Исмәғилдең уйҙарын тыңлап торғандай, Хөсәйен: — Был Исхаҡ ағайым ҡасан кәләш ала инде? Еңгәм үлеп ҡалғанына ла күп була бит? — тип һораны.

— Һуғыштан бушамағас ни. Инде бик оҙаҡ буйҙаҡ йөрөй алмаҫ. — Исмәғил мәғәнәле көлөп ҡуйҙы.

— Ниңә улай тиһең, күҙләгәнме ни?

— Беҙҙең Сафура апайымдың бикәсе Зәлифә ҡоҙасаға күҙе төшкән шикелле.

— Ә, теге “сей ауыҙ малайҙарҙы мин күҙгә элмәйем, егеткә лә һанамайым” тигән ҡыҙмы? Исмәғил тағы ла көлдө.

— Шул, беҙҙең наҙлы ҡоҙаса, минең ағайҙы күҙгә элгән инде, күрәһең.

Исмәғил ошо күңелле йәшлек дәүеренең матур картиналарын, буласаҡ һылыу еңгәһен дә күҙ алдына килтереп, шәп-шәп атлап барып, үҙҙәренең ҡапҡаһына ингән саҡта, оло юлдан сабып төшөп килгән пар туры ат уның иғтибарын алды.

Исмәғил ҡапыл:

— Хөсәйен, ҡара әле, былары кемдәр икән? — тип ҡысҡырып, оло юлға бармағы менән төртөп күрһәтте. Хөсәйен:

— Әллә, советҡа булһа, хәҙер ҡыя юлға боролоп төшөрҙәр, — тип көтә башланы.

Ләкин пар аттағылар, туп-тура сабышып барып, Ныязғол төбәгенә инеп юғалдылар.

Исмәғилдең уйына ҡапыл шомлоҡ төштө:

— Хөсәйен, был Ныязғол булыр, — тине.

— Ну, әллә шул контр микән?

— Бүтән кем булһын? Хәҙер советҡа барып хәбәр итергә кәрәк.

— Әйҙә!


Исмәғил арата ҡапҡаны бер генә һикереп аша ырғып төштө лә тәҙрәнән әсәһенә ҡысҡырҙы:

— Әсәй, атты һин туғар әле, минең ваҡыт юҡ. Туғар, йәме, әсәй! Бесәнгә ҡушырға үҙем ҡайтып етермен, һыуына торор! Егеттәр совет өйөнә табан йүгерҙеләр.



Шанлы ҡыҙыл ғәскәрҙәр

“Иптәштәр, граждандар!

...Беҙҙең республикабыҙ өсөн критик момент килеп баҫты. Сит илдән һәм эстән дә урыҫ һәм сит ил контрреволюционерҙары беҙгә янайҙар.

Эшсе һәм крәҫтиәндәр нәмә өсөн шул тиклем күп ҡан түккән булһа, шуның бөтәһе лә картаға ҡуйылды. Крәҫтиәндәргә — помещик ерҙәрен кире тартып алыныу, эшселәргә — капиталистар иҙеүе аҫтына кире ҡайтыу, эшсе-крәҫтиәндәр власына — ауҙарып төшөрөлөү, буржуазия власы менән алмашыныу ҡурҡынысы тора.

Эшсе-крәҫтиән депутаттарының бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты армияға мәжбүри призыв тураһында ҡарар сығарҙы.

Рәсәй Совет республикаһының бөтә хеҙмәтсән синыфтарына, бөтә эшсе һәм крәҫтиәндәргә ҡоралға йәбешергә кәрәк”.

Ошо мөрәжәғәт бөтә илгә таралды ла Октябрь социалистик ҡояшы нурында йылынып өлгөргән бөтә халыҡтың йөрәгенә ҡайнар көс һалды. Мобилизация башланыр-башланмаҫ, доброволецтар яҙылып китә башланы.

Һамарҙың үҙендә һәм бөтә губернаһындағы бөтә большевистик ойошмалар хәрби пункттарға әүерелде.

Василий Сергеев менән Юлия Ивановна, губерна реввоенсоветының ҡушыуы буйынса, Ырғыҙ буйына мобилизация һәм врачебный комиссия эштәрен ойошторорға ебәрелделәр.

Николайский ҡалаһының урамдары ҡыҙыл армеецтар менән тулып китте. Унда иртәнән алып кискә хәтле урамдарҙа хәрби марштар гөрһөлдәй, раз-два командалары яңғырап тора. Әленән-әле йыр тауыштары яңғырай:



Смело мы в бой пойдем

За власть Советов,

И как один умрем

В борьбе за это.

Сборный пункт боронғо һалдат казармалары булған, бер кварталдай урынды алған оҙон аҡ кирбес йортта ине. Хәҙер унда военкомат та, врачебный комиссия ла һәм ҡыҙыл армеецтар төшөү өсөн әҙерләнгән дөйөм торлаҡтар ҙа урынлашҡан. Был йорттарҙың оло урамға ҡараған бер ҙур залында Юлия һәм тағы ике врач кисә генә комиссиянан үткәрелгән ҡыҙыл армеецтарҙың эштәрен тикшереп ултыралар ине.

Асыҡ тәҙрәнән “Шагом марш!” тигән команда ишетелде. Тимәк, иртәнге сәғәт алты. Ә хәҙерге ашығыс ғәскәри эштәр өсөн ҡыҫҡа төндәр ҙә, оҙон көндәр ҙә етерлек түгел. Әле лә таң яҡтырып киткән. Һөрөмләнә башлаған кәрәсин лампаларының кәрәге әллә ҡасан бөткән, тик улар һүндерелмәгәндәр әле.

Залдың арғы башындағы өҫтәл артында ултырған аҡ һаҡаллы ҡарт врач Никольский Юлияға әллә өсөнсө тапҡыр инде:

— Һеҙ, Юлия Ивановна, ҡайтығыҙ инде. Төшкә хәтле ял итегеҙ. Ә беҙ Никифорыч менән ошонда ғына аҙыраҡ ятып, серем итеп алырбыҙ, — тине.

Юлия үҙенең аҙаҡҡы папка яҙыуҙарын ҡарап бөтөп, тегеп, бәйләп шкафҡа һалды ла:

— Ярай улай булһа, хәҙергә хушығыҙ, — тип ҡайтырға сыҡты.

Ул оло урам тротуарынан көн дә ҡайтҡанындағы һымаҡ, бер өҙлөкһөҙ ағылып үтеп торған армеецтарҙың йырҙарын тыңлап, һүҙҙәрен үҙе эстән ҡабатлап, юл таҡталарына баҫып ҡайта. Ул шулай барып, үҙе тора торған урамға боролайым тигәндә бер яңы ят көй ишетте. Был часть байтаҡ алыҫ ине. Йырҙың һүҙҙәре башта аңлашылмаһа ла, Юлия мөйөштә баҫып торған көйө тыңлай башланы. Бына часть яҡынланы, һүҙҙәре лә асыҡ ишетелә. Башҡорт егеттәре башҡортса йырлайҙар, ләкин көйө, хәрби марш кеүек, еңел, күңелле, һүҙҙәре лә хәрбисә ине.



Алға, иптәштәр, алға, бөйөк идеалға,

Иркенлек, тигеҙлек байрағы елберләһен алда.

Шул ҡыҙыл байраҡты ҡыҙыл һөңгө менән һаҡларбыҙ.

Ҡанлы һуғыштар булһа ла, ихтилалды яҡларбыҙ.

Алға, иптәштәр, алға, бөйөк идеалға,

Иркенлек, тигеҙлек байрағы елберләһен алда.

Юлия бик тәрән тулҡынланды. Арыуҙан, йоҡламауҙан талсығып арыған йөҙөнә ҡапыл ҡыҙыллыҡ ҡалҡып, тамағына төйөн төйөлдө. Йәш эркелгән күҙҙәре шатлыҡлы нурланды. Ул, үҙенә етеп килгән ҡыҙыл армеецтарҙың һәр береһенең йөҙөнә текләп, таныштарын эҙләне. Ул был частың Никольский комиссияһынан үтмәгән икәненә шиге ҡалманы. Сөнки уларҙың һәр береһен тигәндәй, Юлия хәтерләп ҡала ине. Ул ни хәтле тырышып ҡараһа ла, уларҙы таный алманы. Сөнки улар бик шәп үтәләр, уның яғына боролоп ҡарамайҙар ине.

Шул ваҡытта аҙаҡҡы рәттәрҙең береһенән бер оҙон буйлы, шинель кейгән йәш кенә ҡара егет, ҡапыл стройҙан сығып, отрядтың командирын ҡыуып етеп честь бирҙе лә, ни тураһындалыр бик ашығыс һөйләп, иптәштәренән айырылып тороп ҡалды.

Был хәлдәрҙең бөтәһен дә иғтибар менән ҡарап торған Юлия ҡапыл аптырап ҡуйҙы. Теге егет туп-тура уға табан килә, үҙе аҡ тештәрен ялтыратып йылмая ине.

Ул килеп етеү менән:

— Һаумы, Юлия апай, — тип ҡысҡырып һаулашып, күрешергә ҡул һуҙҙы.

Юлия тиҙ генә ҡул бирҙе, ләкин һаман да егеттән һораулы ҡарашын алмайынса, башҡортсалап:

— Һеҙ кем булаһығыҙ һуң? — тип һораны.

— Эй Юлия апай, онотҡанһығыҙ, мин Ишбулды бит. Имелдән, — тип көлөп яуап бирҙе.

Юлия аптырау ҡатыш ҙур шатлыҡ менән:

— Ах, һин, Ишбулды Байгузин туғанҡайым, ниндәй ҙур егет булғанһың! — тип уның менән тағы ла күрешеп, ҡулын ҡыҫып һелкте.

Ишбулды шатлыҡтан ҡыҙарынып көлә ине.

— Үҫтем, Юлия апай, ҙур үҫтем. Һин башҡортса һөйләшеүҙе онотмағанһың, ә мине онотҡанһың!

Юлия уның һүҙенән тағы ла көлөп ебәрҙе:

— Юҡ, Ишбулды, башҡорт телен дә, һеҙҙең берегеҙҙе лә онотманым, хатта “самсыпал” ағай ҙа хәтеремдә. Тик ҡапыл танырлыҡ түгелһең шул, ете йыл буйы үҫкәнһең дә үҫкәнһең. Ә ул саҡта малай ғына инең.

— Дөрөҫ, Юлия апай, малай ғына инем. Ул ваҡытта һин булмағанда, бәлки, үҫеү түгел, донъяла ла булмаҫ инем.

Егет был һүҙҙәрҙе бик етди һәм Юлияға булған тәрән хөрмәт һәм рәхмәт менән әйтте.

Юлия Ишбулдыны ул ваҡыттағы ауыр иҫтәлектәрҙән ысҡын-дырырға уйланы:

— Йә, ярар, Ишбулды, үткән эштән төш яҡшы. Уларҙы онотайыҡ, — тине.

Ләкин Ишбулды ҡомһарып яуап бирҙе:

— Юҡ инде, Юлия апай, хәҙер бөтә үткәндәрҙе оноторға түгел, ә ул саҡтарҙың һәр бер көнөн иҫтә тотоп, шуның һәр сәғәтенең үсен алырға кәрәк буржуйҙарҙан. Әгәр ҙә бөгөн мин теге становойҙы күрһәмме, бер генә пуля ҡундырасаҡмын. Теге ҡарун Ныязғол ҡулға эләкмәй йөрөй, уның менән иҫәпләшмәй китеп барыла. Иҫән-һау ошо мылтыҡ ҡулымда ҡайтһамы, у, Юлия апай!

Юлия Ишбулдының һүҙҙәрен бүлмәйенсә һоҡланып тыңланы ла, ул туҡтағас:

— Ишбулды туғанҡайым, бик дөрөҫ аңлайһың, бик дөрөҫ эшләйһең, йәшә, туғанҡайым! — тине.

Юлияның ошо һүҙҙәренән һуң ғына Ишбулды тағы баяғы күңелле хәленә ҡайтып йылмайҙы.

Шунан тағы Юлия:

— Һеҙ һуң ҡайҙа оформить ителдегеҙ, ҡайҙан киләһегеҙ? — тине.

— Беҙ Имелгә йыйылдыҡ, шунан Глушицаға, ә бында кисә кис килеп еттек.

— Глушицала врачебный комиссия ойошторолғанмы әллә?

— Юҡ, Юлия апай, беҙ бөтәбеҙ ҙә доброволецтар, коммунистар һәм молодеждарбыҙ. Врачебный комиссияны не признаем, — тип өҫтәп көлөп ҡуйҙы Ишбулды.

— Йә, кемдәр бар һуң бында, күпһегеҙ ахыры?

— Байтаҡбыҙ. Бында әле яртыһы ла юҡ. Беҙ, беренсе яҙылыусылар, алдан киттек. Әлеге беҙҙең командирыбыҙ Мурзин ағай. Һамарҙа барыбыҙҙы ла йыйып мусульманский красноармейский полкка туплағас, ул комиссар була, ти. Һинең бында икәнде лә ул әйтте беҙгә.

— Ул ҡайҙан белә? — Юлия был һорауҙы биргәндә тауышы аҙ ғына тулҡынланып, төҫө ағарып китте. Ишбулды уны абайламаны.

— Бәй, Василий Сергеев менән улар Глушицала бергә эшләнеләр. Әле мин һине танығас та уға әйттем, ул рөхсәт бирҙе.

— Ә... — тине Юлия. Ул Ишбулдының ашыҡҡанын да, уға оҙаҡларға ярамағанын да белә ине. Шуға күрә:

— Йә, Ишбулды туғанҡай, һин ашығаһыңдыр, иптәштәреңде ҡыуып ет, кискә күрешербеҙ, һеҙҙе лә шул беҙ эшләгән йортҡа ҡуйырҙар, — тине.

— Шулаймы, Юлия апай, ярай улай булһа, мин тегеләргә әйтһәм, эй ҡыуанырҙар инде. Унда бит бик күптәр һине белә. — Ишбулды ашыға-ашыға ҡул биреп һаубуллашты.

Ишбулды, йүгерә-атлап, шул арала күнегеп тә өлгөргән хәрби походкаһы менән часын ҡыуып етергә ашыҡты.



Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   16   17   18   19   20   21   22   23   ...   26




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет