ЫРҒЫҘ беренсе киҫӘк көтөүселәр



бет25/26
Дата06.07.2016
өлшемі1.92 Mb.
#181398
1   ...   18   19   20   21   22   23   24   25   26

Алға, иптәштәр!

1

Гөлйөҙөм күҙен бик ҡыйынлыҡ менән асты. Ул үҙенең ҡайҙа һәм ни эшләгәнен төшөнмәне. Ул үҙенең ҡайһы ере ауыртҡанын да һиҙә алманы, тик думбыған башы шаулай, ҡолаҡтары сеңләй ине. Шулай байтаҡ ятҡас ҡына, йоҡонан уянғандағы һымаҡ бер хәл булды ла, үҙенең ҡайҙалығын аңларға тырышып, күҙҙәрен йөрәттә. Мөйөштә ниндәйҙер кеше һүрәттәре бар. Улар янында янған май шәме һелкенә, унда ҡулына бала тотоп, йылмайып ултырған ҡатын да шуға эйәреп һелкенгән төҫлө тойола. Был ҡарауҙан Гөлйөҙөм арыны ла тағы күҙен йомдо. Бер аҙҙан тағы күҙен асып, мөйөштәге һүрәтте, уның ҡулындағы баланы күрҙе лә, ҡапыл йөрәге һыҡрап китеп, үҙенең бәләкәй ҡыҙын хәтерләне, шуның менән бергә үҙенең был хәлгә төшөүен дә асыҡлап алды. Был ниндәйҙер урыҫ өйө. Мөйөштә урыҫ аллаһы. Ул үҙенең бында инеүен төш кеүек хәтерләй. Уға күпме ваҡыт үткәнен аныҡлап әйтерлек түгел ине. “Бәпесем, Ғәйшәм, ҡайҙа илап йөрөй икән...” — тигән уй уны урынынан ҡуҙғатты. Ләкин ул ҡуҙғала алманы. Аяҡтары, ҡулдары хәлһеҙ ине. Ябыҡ ишек аша алғы бер бүлмәнән Ҡотлобайҙың иҫерек тауышы килә.

— Бына шулай, ҡустылар, хәҙерге көндә йә беҙ, йә улар... Юҡ, улар түгел, беҙҙекеләр еңәсәк. Беҙ көткән көн оҙаҡламай килер. Сит илдәрҙәге беҙҙең ярҙамсылар йоҡламайҙар улар, тик беҙ батыр булайыҡ. Осраған бер большевикты сүпләп торайыҡ, шунан уларҙың көсө әллә ҡайҙа китә алмаҫ.

Кемдер уға үҙенең мыҫҡыллы иҫерек тауышы менән ҡаршы әйтә:

— Йә, ташла, күп ишеткән һүҙҙәр улар, Ҡотлобай түрә, әйҙә йырлашабыҙ.

— Юҡ, улай тимә, Филипп Степанович, һин минең иң өлкән командирым, әфисәрем, минең һүҙҙе йөпләп кенә тор, ә һин ҡаршы бараһың, их...

— Ярар, ярар, мин һинең әфисәрең. Әйҙә гармун уйнатып йырлайбыҙ.

— Тарт, Аллаяр, тарт гармуныңды!

Иҫерек тауышҡа ғырылдаған гармун сырылдауы ҡушылып китте.

Гөлйөҙөм был бысраҡ әҙәмдәрҙең хәшәрәт тауыштарын ишетеү менән бик ҡаты ғазапланды ла, үҙенең бөтә көсөн йыйып, урынынан ҡалҡты. Йөрәгенә, энә ҡаҙалған кеүек, сәнсеү йәбеште, ҡапыл барып тәҙрәгә ынтылды. Тәҙрә ныҡ ине. Боролоп ишеккә барып ҡағылды, ул тыштан бикле ине. Ул шунан тәҙрә төбөнә кире барып, башын һалып, тышты ҡараны. Был бүлмә ике ҡатлы йорттоң түбәнге бер бәләкәй бүлмәһе ине. Тәҙрә тураһынан күләгәләрен ергә йәйеп ултырған эре өйәңкеләр тирә-яҡты әйләндереп алған, улар һыртынан йәшел рәшәткә әйләндерелгән. Ә ул рәшәткә буйлап аҡ бандиттарҙың аттар янында маташҡандары күренә. Көн кисәүләгән, эҫе һүрелгән. Гөлйөҙөм кире тартылды. Уның шаҡарылған ҡулы, ҡаймыҡҡан бармаҡтары, аяҡтары бер юлы һыҙлай башланылар. Күлдәгенең дә еңе, итәктәре йыртылып бөткәйне. Ул, ситлеккә ябылған инә арыҫлан кеүек, аяҡтарының ауыртҡанын да иғтибарға алмай, ғәрлегенән ярһып, бүлмә буйлап йөрөй башланы.

Ошо аяҡ тауыштарын ишетепме, әллә былай бер нәмә иҫенә төшөпмө, айыу һымаҡ алпан-толпан баҫып, Ҡотлобай килеп инде. Ул ишекте асыу менән, карауаттың буш икәнен күреп аптыраған һымаҡ, уң яҡҡа күҙ һалды ла, Гөлйөҙөмдөң мөйөштә торғанын күреп, күҙенә төшкән япрай ҡаштарын ялбыратып, эре һары тештәрен ыржайтып, йылмайҙы. Үҙе баҫҡан урынында ҡатып тора ине.

— Ә, һин, һылыу еңгәм, тәмле йоҡонан уянғанһың икән, матур төштәр күргәнһеңдер инде. Һин, әкиәттәге батыр кеүек, ун көн буйы йән белмәй йоҡлайһың икән... — Ул, бер ҡулы менән ишектең бауын тотҡан көйө, бик оҙаҡ мыҫҡыллы көлөп, Гөлйөҙөмдө үсектерергә тырышты. — Мин дә йоҡлап торҙом, төшөмдә һине үҙемә йәш кәләш итеп алғанмын, имеш, тием, ҡыҙыҡ төш бит, ха, ха!.. Булмаһа, килешәбеҙме әллә, ә? — Ул ҡулдарын йәйеп Гөлйөҙөмгә табан атланы.

Нәфрәтле асыуҙан Гөлйөҙөмдөң башы әйләнеп китте. Шуның менән бергә үҙендә әллә ҡайҙан күтәрелгән ныҡ көс һиҙҙе лә, бөтә хәле менән ынтылып барып, Ҡотлобайҙың битенә йоҙроҡ менән һуҡты, унан күкрәгенә һыңҡылдатҡанса төртөп ебәрҙе. Ҡотлобай, сүмәксеп китеп, артына лап итеп йығылып төштө. Ул урынынан торорға маташып, эт кеүек ырылданы, ҡалҡырға тырышты. Был дөбөр-шатыр тауышты ишетеп, Ҡотлобайҙың ярҙамсылары килеп инделәр ҙә уны ҡултыҡлап алып сығып киттеләр. Был мажараны тыңлап торған аҡ офицер Филипп Степанович бот сабып хахылдап көлөргә тотондо. Ҡотлобайҙы бер ҡулы менән ҡултыҡлап, икенсе ҡулы менән честь биреп хахылданы:

— Бына һиңә беҙҙең “великий генерал”! Еңеү менән ҡотлайым. Ха, ха! Уй-уй! — Ул рәхәтләнеп көлә ине.

Улар менән бергә офицерҙың һөйәркәһе Клава ла көлөштө, шунан Гөлйөҙөм янына яҡын килеп ҡарай башланы.

— Ух һин, бик уҫалһың икән. Ун көн иҫтән тайып ятаһың, ә үҙең һуғышаһың. Юҡҡа ҡарышаһың. Риза булырға ла ҡуйырға ине. Иң ҙур начальниктың йәре булыу ниндәй ҙур байлыҡ ул. Ә мин бына, ишеткәнең барҙыр, помещик Расторгуевтың иркә ҡыҙымын. Тормош ҡушҡас, ни эшләмәк кәрәк. — Ул ебәк күлдәктәрен шаулатып, ҡулындағы, муйынындағы алтын сылбырҙары менән уйнай-уйнай, тағы күп итеп ниҙер һөйләнде. Гөлйөҙөмдө оҙаҡ димләне. — Мин һинең үҙеңде йәлләйем, матурһың, йәшһең, ә ул һине ярата. Беләһеңме, ул һине бынан нисә йыл электер Ныязғол йәйләүендә күреп яратҡан. Үҙе һөйләй. Юҡһа әллә ҡасан атып китер ине, уға ул бер нәмә лә түгел.

Гөлйөҙөм был һүҙҙәргә ҡаршы нәфрәт менән ерәнеү ҡушылған бер тойғонан ҡапыл уҡшыны ла иҙәнгә ҡоҫоп ебәрҙе. Быны күргән Клава:

— Бына һиңә кәрәк булһа! — тип ике ҡулын сәпелдәтте лә йүгереп сығып китте, бер оло графин менән стакан тотоп килтереп, Гөлйөҙөмгә һыу эсерҙе.

— Мә, эс. Һинән эш сыҡмаҫ, ахыры, шулай үлерһең инде. Йә, эс тә ят. — Ул бер аҙ аптырап ҡарап торҙо ла: — Йә, ярар, — тине. Үҙе, ниндәйҙер бер күңелле көйҙө таҡмаҡлап, коридор буйлап китеп барҙы.

Гөлйөҙөм Клава ҡойоп ҡалдырған бер стакан һалҡын һыуҙы йотлоғоп эсеп бөттө лә, урынына һуҙылып ятып, күҙен йомдо. Шул ваҡытта уға Ҡотлобайҙың сығып барғанда әйткән һүҙҙәре иҫенә төшөп, ул урынынан ырғып торҙо. Туҡта, ул ниҙер һөйләнде: “Юҡ инде, һин минең менән улай күп шаяра алмаҫһың. Мин һиңә бер генә пуля ебәрермен дә Айбулатың янына оҙатырмын. Мин үҙемә һылыу ҡыҙҙар табам, улар унарлап йөрөйҙәр. Һин миңә ҡарамаһаң да, барыбер еңелгәнһең, минең тоҙаҡтаһың. Ана, таш келәтте ҡара әле, ундағы дуҫтарың янында һиңә лә урын булыр. Шунан күмәкләшеп Айбулатҡа китерһегеҙ...”

Гөлйөҙөмдөң йөрәге яңынан ҡуҙғалды: был юлы ғәрләнеп түгел, һыҙлап һыҡранды уның йөрәге. Был хәшәрәт ни лығырлай һуң әле... Айбулат, Айбулат янына ебәрәм, эй Алла, ысынлап та, Айбулатым да эләктеме икән ни быларға? Юҡтыр, булмаҫ. Улар бит хәҙер яңғыҙ-ярым түгел бит, меңдән артыҡ ғәскәрле партизандар отряды. Алдайҙыр. Ул әҙерәк тынысланһа ла, таш келәт уның башынан сыҡманы. Ул тағы ла тәҙрә янына барып, күҙҙәрен ҙур асып, урам аша күренгән таш лавкаға ҡараны. Лавка бикле, тимер селтәр менән ҡапланған тәҙрә быялаларын саң баҫҡан. Башҡа бер билдә лә юҡ. Шулай ҡарай торғас, Гөлйөҙөм был урынды ҡапыл танып ала, ул, “аһа, был Кузьмин утары бит” тип уйланы. Ҡаршылағы таш лавка уның иҫенә үткәндәге бер йәйҙе хәтерләтте: ул Айбулат менән казак байҙарына ураҡ урып йөрөп, ҡайтышлай ошо лавкаға тейгәйнеләр. Улар унда үҙҙәренә кәрәк кейем-һалым нәмәләре алғас, анау һул яҡ өҫтәрәк бер өйгә, тетя Дашаға киттеләр. Тетя Даша Гөлйөҙөмдө ҡосаҡлап ҡаршы алды, Айбулаттың арҡаһынан тапап яратты. Ә Тимербулатты ҡулына күтәреп алып һөйҙө... Былар бөтәһе лә Гөлйөҙөмдөң күҙ алдына асыҡ булып килделәр, тетя Даша әле лә бында түгелме икән, тигән өмөтлө уй башына килде. Айбулат тураһындағы хәбәр Гөлйөҙөмдөң йөрәген һыҙлатыуҙан туҡтаманы. Уның күҙҙәренән мөлдөрәп сыҡҡан йәштәр эҫелек менән ҡыҙарған биттәренә тәгәрәйҙәр ине. Ҡараңғы төштө. Ә йоҙаҡлы таш лавка ҡәбер кеүек тыныс ҡалды.

Төн урталары етте. Аҡтарҙың да тауыштары баҫылды, йоҡланылар, күрәһең. Тик өйҙөң ике мөйөшөндә торған часовойҙар ғына үҙ-ара ниҙер һөйләшәләр. Гөлйөҙөм ипләп кенә ишекте этте. Ул һырттан бикләнгәйне. Ул, тағы тәҙрә янына барып, иҙәнгә ултырҙы. Асыҡ өлгөнән ҡаршылағы таш келәткә оҙаҡ ҡараны. Хәҙер уның уйҙары ошо аҡ таш бинанан берәй хәбәр алыу өмөтө тирәһендә әйләнделәр. Нисек итеп белергә, кеше бармы унда, әллә юҡты һөйләнеме анау иҫерек баш? Айбулат бында ла булмаҫ, ҡулға ла төшмәгәндер. Сөнки улар хәҙерге ваҡытта, бөтә көстәрен туплап, Ырғыҙ, Сәләнкә буйҙарын байҡап, Һамарҙан киләсәк ҡыҙыл ғәскәр көсө менән берлектә аҙаҡҡы ударҙы бирергә әҙерләнеп яталар. Ауылдар менән партизандар араһындағы бәйләнеште алып барыуҙа төп урын тотҡан Айбулат ғаиләһе был турала яҡшы белә ине.

Гөлйөҙөмдөң, шулай байтаҡ ултырғас, иҫенә тағы бер уй төштө: “Туҡта, йырлап ҡарайым әле, унда кешеләр булһа, бәлки, тауышымды ишетерҙәр”. Ул башта “Урал” көйөн әкрен генә, һүҙһеҙ генә көңрәтеп көйләне. Быны ишетеп ҡалған часовойҙар, һөйләшеүҙәренән туҡтап, тыңлай башланылар. Гөлйөҙөм асыҡ өлгөгә яҡыныраҡ барып шәберәк йырлай башланы:

Ситлектәрҙә бикле һандуғастың

Талы ҡайҙа ҡалды икән?

Күҙ нурымдай күргән беҙҙең дуҫтар

Мин ҡараған ерҙә бармы икән?

Ирәндеккәй тауҙың, ай, башында,

Бөгөлөп кенә үҫкән өс балан,

Бөгөлөп кенә үҫкән балан кеүек,

Бөгөлөп илап ҡалды өс балам...

Аҡ келәттең рәшәткәһенә ай яҡтыһы төштө. Эстәге быялалар ялтыранылар. Гөлйөҙөм, хәҙер бөтә яҙмышы ошо тәҙрәләр аша хәл ителергә тейеш кеше кеүек, керпек тә ҡаҡмай текләп йырланы.

Тәҙрәнән ҡапыл бер бит күренде. Уның янында бик асыҡ булмаһа ла, тағы бер баш ҡыймылданы ла тағы юғалды. Быны күргән Гөлйөҙөмдөң күкрәгенән көс күтәрелде, тауышы көсәйгәндән-көсәйҙе. Унда кешеләр барлығына, уларҙың Гөлйөҙөмдөң тауышын ишетеүҙәренә уның шиге ҡалманы. Хәҙер улар араһында кем булһа ла уны таныясаҡ. Үткән көҙ улар Октябрҙең ике йыллығын дан итеп үткәргәйнеләр. Һигеҙ ауылдан кешеләр йыйылып килеп, Имелдә ҡалаларҙан килгән иптәштәр менән бергәләшеп, өлкән демонстрация яһап, урамда йырлап, майҙандарҙа докладтар һөйләп, кисен спектаклдәр ҡуйып, аҙаҡ дөйә ите ашап ҡунаҡ булышып, гөрләшеп үткәргәйнеләр. Ә Гөлйөҙөмдө бер урындан да ҡалдырмай бергә йөрөттөләр. Бөтә концерттарҙа йырлап сыҡты, хор менән дә, яңғыҙ ҙа ул йыр менән алда булды. Шуға күрә уны “Һандуғас Гөлйөҙөм”, “Йырсы Йөҙөкәй” тип атанылар. Ул йырынан туҡтап уйланды.

Часовойҙың береһе:

— Йә, йә, тағы берәй йыр һыҙҙырт әле, йырға бик оҫта икәнһең дә баһа, — тине. Икенсеһе:

— Юҡһа күҙгә йоҡо төйөлә, етмәһә, һине күҙ йоммай һаҡларға ҡуштылар. — Улар шулай икәүһе лә лабырлашып көлөштөләр ҙә тәҙрә ҡаршыһына уҡ килеп баҫтылар.

— Йырла тағы, йырла әле!

Гөлйөҙөм, уларға әллә ниҙәр әйтеп һүгергә уҡталһа ла, үҙен тыйҙы. Ул, шул арала таш келәт тәҙрәһенән әллә нисә кешенең үҙенә ҡарап торғанын күреп, тағы ла йырлап ебәрҙе. Гөлйөҙөм хәҙер инде йырына нардомдарҙа һәр ваҡыт ул йырлағанда ҡушылып уйнай торған Мортой ҡурайсы исемен ҡушты:



Мортой ағай, тартсы ҡурайыңды,

Яу көйҙәрен һеҙгә көйләйем;

Беҙҙең башҡа килде ауыр хәсрәт,

Һеҙ дуҫтарыма шуны ла һөйләйем.

Ул туҡтап тыңланы. Тәҙрәнән яуап килмәне. Таш келәттәге алты кеше ут яҡтыһы булмаған, аҡтарҙың командирҙары ятҡан был өйҙән төн уртаһында килгән был йыр тауышына башта ни тип тә мәғәнә бирә алманылар. Уларҙың өсөһө Казачи грандағы Покровка ауылының революция башынан бирле аҡ казактарға ҡаршы һуғышып йөрөгән урыҫ егеттәре ине. Икәүһе Диңгеҙбай ауылы комсомолдары, ә береһе Кәмәлектән, Әмиров тигән оло ғына уҡытыусы ине. Улар, укомдың ҡушыуы буйынса, партизан отрядына ҡушылырға китеп барған саҡта, һис бер уйламаған ерҙән, аҡтар ҡулына эләгеп ҡуйғандар. Бандиттар уларҙы йола буйынса отрядтың ҡайҙалығын әйттерергә тырышып, туҡмап-туҡмап һорашһалар ҙа, әгәр әйтһәләр, ҡотолдороу вәғәҙәһе бирһәләр ҙә, уларҙан бер ауыҙ һүҙ ҙә ала алманылар.

Әле был йырға ҡаршы йәштәр:

— Әйҙә, беҙ ҙә ҡаршы йырлайыҡ, моғайын, беҙҙең кешелер, — тиһәләр ҙә, Әмиров арҡыры төштө.

— Туҡтағыҙ, йәштәр, бында тағы берәй хәйлә булмағаны, аҙыраҡ көтәйек, беҙҙең кеше булһа, тағы ла йырлар әле, — тине.

Йәй таңы тиҙ һыҙылды. Ай яҡтыһы аҡһылланып нурын юйҙы. Ҡояш сығышы алһыуланып ҡыҙарҙы. Ваҡ аҡ болоттар, бе-реһен-береһе ҡыуып, күктең уртаһына үрләнеләр. Өй артындағы өйәңкеләрҙә турғайҙар сутылдаштылар. Баҡсаның арғы аулаҡ мөйөшөндәге ҡыуаҡтар араһында һандуғас һайрай башланы. Ирекле ҡоштарҙың йәйге таңға кинәнеп йырлашыуҙары Гөлйөҙөмдөң йөрәген өҙҙөләр. Бәләкәйҙән көйләргә, моңланырға дәртле өйрәнеп үҫкән .Гөлйөҙөм бөтә барлығы менән шиғри тәбиғәтле, тәрән тойғоло ине. Ул тағы ла уйға ҡалып ултырҙы. Уның тәне ут кеүек яна, башы зыңҡып ауырта, эсе билен уралтып киҫә, эсенән өҙөк-өҙөк ҡайнарланып аҡҡан ҡан аяҡтары буйлап иҙәнгә эркелә. Был уның буйындағы, Айбулаттың: “Быныһы ул булыр инде, ҡыҙыбыҙ икәү бит”, — тип иркәләп көткән балаһы бандиттар туҡмағын күтәрә алмай түгелә ине.

Гөлйөҙөм үҙендә әллә ниндәй бер еңеләйеү һиҙҙе. Уны хәҙер теге тәҙрәнән ҡарап тороусылар ҙа асыҡ күрҙеләр. Әмиров нығытып ҡарағандан һуң, иптәштәренә:

— Был ҡатын кеше, туғандар, беҙҙең кеше ул. Күрәһең, уны ла бикләп ҡуйғандарҙыр. Тик кем тип кенә әйтергә лә белмәйем, яуап бирергә кәрәк, — тине.

Быға тиклем үҙенең башындағы яраһының һыҙлауынан урынынан ҡуҙғала алмай ыңғырашып ятҡан Ғилман да, урынынан тороп, тәҙрәнән ҡараны ла:

— Әмиров ағай, был беҙҙең Гөлйөҙөм апай бит! — тип ҡысҡырып ебәрҙе.

— Ҡайһы?

— Бәй, ҡайһы тип ни, Айбулат ағайҙың ҡатыны, эй бахыр, тере икән, ә Айбулат ағай юҡ инде...

— Эй туғандар, шул да баһа, иҫең бар булғыры, — тине Әмиров. Был хәл уларҙың алтауһын да аптырашҡа ҡалдырҙы. Барыһы ла геүләшеп ошо турала һөйләнеләр.

Урыҫ егеттәре лә:

— Эйе, ул беҙҙең ревком председателенең ҡатыны була шул. Эх, нисек итеп ҡотҡарырға?.. — тиҙәр ине.

Улар шулай һөйләшкәнсе, Гөлйөҙөм дә үҙенең элекке саҡтағы күмәк халыҡтар менән бергәләшеп йырлап йөрөгән йырҙарын ҡысҡырып башлап ебәрҙе:



Алға, иптәштәр, алға, бөйөк идеалға,

Иркенлек тигеҙлек байрағы елберләһен алда.

Был йырға часовойҙар ҡаршы төшөп өлгөрә алманылар, таш келәттән көслө ирҙәр тауышы күтәреп алып китте:



Шул ҡыҙыл байраҡты ҡыҙыл һөңгө менән һаҡларбыҙ,

Ҡанлы һуғыштар булһа ла, ихтилалды яҡларбыҙ.

Алға, иптәштәр, алға, бөйөк идеалға.

Был тауышты ишетеү менән Гөлйөҙөмдөң күңелендә ниндәйҙер бер тантаналы, шатлыҡлы эрелек тыуҙы. Ул тауышын аҙ ғына ла тартмай бөтә көсө менән ҡысҡырып йырлай ине:



Алға, иптәштәр, алға, бөйөк идеалға...

Был тауыштан бөтә банда отряды зыҡ ҡубып аяҡҡа баҫты. Йыр тауышына иреп торған һантый часовойҙар, барыһы бер юлы аҡырышып, таш келәт яғына йүгерҙеләр.

— Эй, йырламағыҙ, эй, арестандар, молчать!

Күҙҙәрен алартып, Ҡотлобай ялан баш көйө йүгереп килеп сыҡты. Ул револьверын әле тәҙрәгә, әле часовойҙарға һелкеп әшәке һүгенде, аҡырынды:

— Ни бар унда, ни тауыш, ни ҡарап тораһығыҙ, эттәр?

Ул шулай һүгенә-һүгенә ҡайҙалыр тағы инеп китте. Бер ярты сәғәт самаһы үтеүгә, Ҡотлобайҙың урынбаҫары, кисә Гөлйөҙөм күргән офицер менән бер нисә һалдат таш һарайҙы астылар ҙа, ундағы партизандарҙы берәмләп сығара башланылар.

Гөлйөҙөм, тәҙрәгә ҡапланып, йотолоп ҡарай башланы. Унан сыҡҡан кешеләрҙең өҫ-баштары йыртыҡ, күлдәктәре ҡанға буялып ҡатҡан, бик йонсоуҙар ине.

Ҡотлобай сығып, үҙенең самогонға ҡарлығып бөткән яман тамаҡ төбө тауышы менән ҡысҡырып, ҡулындағы ҡағыҙҙы һелтәп, приказ бирҙе:

— Ҡурғылы тәрән үҙәк башына алып барып алтауһын да атырға. Шагом марш!

Коммунистар, комсомолецтар ҡулдары артҡа ҡайырып бәйләнгән көйө Гөлйөҙөм яғына йөҙҙәре менән әйләнделәр. Унлап бандит, штыктарын терәп, уларға алға атларға ҡуштылар.

Гөлйөҙөм Әмировты ла, Ғилманды ла бер юлы танып, исемдәре менән ҡысҡырҙы:

— Әмиров ағай, Ғилман, мин — Гөлйөҙөм!

Улар, өй тураһына етеп, барыһы ла Гөлйөҙөмгә ҡарап баш эйеп, иҫәнләштеләр.

Әмиров:


— Күрешә алманыҡ, хуш, туған! — тине.

Гөлйөҙөм, бер нәмә иҫенә төшкән кеүек, ҡапыл ҡысҡырҙы:

— Айбулат һаумы икән?

Бүтәндәр ҡыйманы. Ғилман яуапланы:

— Дәминдәр шайкаһының эттәре уны харап иттеләр. Ҡайғырма, Гөлйөҙөм апай, Тимербулатың хәҙер отрядта һуғышып йөрөй.

Ғилманды бер бандит штыгы менән арҡаһына төрттө. Улар мөйөшкә боролдолар ҙа барыһы ла бер юлы күтәренке тауыш менән “Интернационалды” йырлап ебәрҙеләр.

Тағы ла бандиттар аҡырышты. Уларҙың ларылдауҙарын еңеп, урам баҡсаһы аша йәштәр тауышы ишетелде.

— Беҙҙең бөтә иптәштәргә сәләм!

— Беҙ үлмәбеҙ!

— Беҙ үлһәк тә, беҙҙең көс ҡалыр!

— Йәшәһен революция!

— Йәшәһен бөйөк Ленин!..

Гөлйөҙөм, уларҙы күрергә ни тиклем тырышып ынтылһа ла, бүтәнсә күрә алманы. Уларҙы ағастар ышыҡланы, тауыштары алыҫайҙы. Уның ауырыуы, туҡмалыуы арҡаһында, тәне ҡыйралып, ныҡ йөҙәгәйне. Былар өҫтөнә, кисә иҫенә килгәндән алып ошо минутҡа тиклем үткәргән фажиғәле кисерештәр уның хәлен алды. Ул иламаны. Йөрәге ошо донъя ҡоротоп йөрөүсе дошмандарға асыу, нәфрәт менән ҡатҡайны. Ул бик һыуһаны, ләкин һыу эсереүсе юҡ ине. Ул яй ғына эйелеп иҙәнгә ултырҙы ла, аяҡ-ҡулдарын ғына түгел, күҙ ҡабағын да күтәрә алмай ауырайып, һуҙылып ятты, күҙҙәрен йомдо.

Ҡотлобай бөтә отрядына, был урындан ҡуҙғалып, Ырғыҙға табан юл алырға приказ бирҙе. Ул, ҡаныҡҡан эт һымаҡ, Гөлйөҙөмдө тағы ла бер хурларға йә бөтөнләй атып китергә тип бүлмәгә барып инде. Ләкин хәрәкәтһеҙ ятҡан Гөлйөҙөм бер нәмә лә һиҙмәне. Ҡотлобай уға бер аҙ ҡарап торҙо ла, ҡалын ирендәрен мыҫҡыллы ҡыйшайтып йылмайҙы:

— Әһә, һин дә иптәштәрең артынан теге донъяға киткәнһең, ярай, бик яҡшы, — тип ишеген дә япмай шартлата баҫып сығып китте.

2

Бөйөк Октябрҙең өс йылы үтеп тә китте.

Мең туғыҙ йөҙ егерме беренсе йылдың яҙынан башлап унда-бында сәселеп ҡалған контрреволюцион элементтар Һамар губернаһының тимер юлдан алыҫ яландарында, урмандарында үҙҙәренең аҡ банда шайкаларын төҙөп алып, партия һәм совет эшмәкәрҙәренең башына етеп йөрөнөләр. Һис бер көтмәгәндә бер нисә ҡораллы бандиттың совет эшселәренең, коммунистар, комсомолецтарҙың тыныс эшләп йөрөгән ерҙәренә баҫып инеп, уларҙы атыуҙары, кисеүҙәре, уҡытыусыларҙы уҡытып торған урындарынан тотоп алып китеүҙәре кеүек бысраҡ эштәр күп булды.

Был тәү ҡарағанда оло янғындан һуң ҡалған, әле быҫҡып ятҡан ваҡ ҡуҙға оҡшаған хәл, яҙ айҙарында байтаҡ ҡына көс туплап, Ҡотлобай, Дәминдәр, Сапожков тигән бәндәләр ҡулы аҫтында байтаҡ ҡурҡыныс отрядтарға әйләнеп алды. Бына ошо ваҡ бандиттар менән көрәшергә тип, бөтә Ырғыҙ, Кәмәлек, Кәрәлек буйы большевиктары, коммунистик ҡыҙыл партизан отряды төҙөп алып, һуғышҡа керештеләр, Һамарға хәбәр итеп, Ҡыҙыл Армиянан ярҙам һоранылар.

Көткән ярҙам оҙаҡҡа һуҙылманы.

Һамарға ебәрелгән нарочныйҙар менән йәшерен бойороҡтар килде, күрһәтмәләр бирелде. Урындағы партия һәм совет етәкселәре, ошо бойороҡтар буйынса, был дошмандарға аҙаҡҡы ударҙы бирергә ашығыс әҙерлек башланылар.

Гөлйөҙөмдөң хәбәрһеҙ юғалыуына һәм уны ҡурсып йөрөп харап булған Айбулат ваҡиғаларына ике ай самаһы ваҡыт үтеүгә, аҡ бандиттар тағы ла Айҙаҡай ауылына килеп төштөләр. Был турала партизандарға хәбәр ителде. Улар, “аҫыл ҡош аяғынан эләгә”, тип кинәнделәр.

Коммунистик партизандарҙың төп торған урындары Айҙаҡайҙан төньяҡтағы Алмағаслы тип йөрөтөлә торған ике тау араһындағы утарҙа ине. Отряд командиры Мурзин, кесе командирҙарҙы йыйып алып, бандиттар араһынан тулы мәғлүмәт алып килеү өсөн ауылға кеше ебәреү тураһында кәңәште.

Бөгөн йәйҙең бик матур иртәһе ине. Ҡояш байтаҡ күтәрелгән. Тик әле уның үҙәктең эсенә үк килеп етмәгән нурҙары ағастарҙың өҫтөн генә иркәләйҙәр.

Отрядтағылар бөгөн көндәгегә ҡарағанда иртәрәк торғандар, улар әллә ниндәй бер эске әҙерлек тойғоһо менән ҡуҙғалалар. Был ваҡытта шаулашып, көлөшөп, төрлө әңгәмәләр табып шаярған йәштәр ҙә етди төҫ менән үҙ эштәренә тотонғандар.

Үҙәк буйлап һалҡын шишмә сылтырап аға. Уның бөгөлөп киткән тапҡырындағы таллыҡҡа ҡаҙан аҫылған. Унда ҡатын-ҡыҙҙар иртәнге ашты бешереп йөрөйҙәр. Улар араһындағы уҡытыусылар Йәмилә, Нина, Диләкәй, бер ситкәрәк эркелеп, бөгөн сығасаҡ стена гәзитенең баш мәҡәләһен уҡыйҙар. Улар эргәһенә алмағастан өлкән ҡыҙыл алма туп итеп өҙөлөп төштө лә Дилә яғына тәгәрәне. Дилә, уҡыуынан туҡтап, алманы тотоп алды:

— Бына, иптәштәр, беҙҙең өлөш, — тип көлөп, алманы тешләне лә иптәштәренә һуҙҙы. Ул шулай һөйләнеп боролғанда, Мурзиндың кесе командирҙар менән бик етди һүҙ алып барғанын күреп, иптәш ҡыҙҙарына мәғәнәле ҡараш ташланы. Улар ҙа быны аңланылар, ҡағыҙҙы бөкләп кеҫәгә һалып, улар янына йүгерешеп килделәр. Унда хәҙер Асатай, Семенов, Хөсәйен, Әхмәҙи, Исхаҡ, ҡарттарҙан — Ҡотлояр, бик йәштәрҙән Тимербулат торалар ине. Улар араһында кемде разведкаға ебәреү тураһында ҡыҙыу ғына һүҙ көрәше бара. Һәр кемдең үҙе барғыһы килә. Кәр кем үҙенең был эштә оҫталығын иҫбат итә.

Тимербулат:

— Ағай, мин барайым, мин бәләкәй кеше, малайҙар менән уйнап йөрөрмөн дә хәбәр йыйырмын, — тине.

— Юҡты һөйләмә, Тимеркәй, һин ярамайһың.

— Мин шәберәк булдырырмын, — ти Асатай.

— Ул турала һүҙ юҡ. Булдырырһың. Тик һинең юлың ул яҡҡа түгел, Землянкаға табан буласаҡ.

Быға тиклем ҡыймай торған Диләкәй үҙен тәҡдим итте.

Аҙаҡ шулай итергә булдылар: Ҡотлояр, көтөү эшенә ҡайтҡан кеше булып, ауылға инә. Ҡыҙы Диләне лә бергә ала. Тик уны ауылға индермәй, ә көтөүсе Истебай ҡыуышында ҡалдыра. Ауылдан килгән хәбәр шулар аша Сусаҡтау артында һыбай көткән Тимербулатҡа тапшырыла ла, ул отрядҡа сабырға тейеш була. Улар шулай һүҙ төйнәшеп таралыштылар.

3

Бандиттар үҙҙәренең был килеүҙәрен ҡорбан байрамына тура килтергәйнеләр. Мең ярымдан артыҡ һыбай, йөҙҙән артыҡ ылау, алтмышлап ҡыҙ-ҡатын, бер көтөү һыйыр-һарыҡ малы ҡыуып, вәхши күсе һымаҡ, бөтә ауылды ябырып алдылар.

Ҡотлобай, сайҡалып баҫып, ҡылысын ерҙән һөйрәтеп, фуражкаһын кейеп, ҡатып бөткән ҡара сәсен бер яҡ сикәһенән ялбыратып, ғәйеттән сыҡҡан халыҡ янына килде. Уның артынан бер бандит бер оло һарыҡты һөйрәкләп алып килә ине. Ҡотлобай уны муллаға хәйер итеп тотторҙо. Халыҡҡа ҡаршы әйләнеп, тышҡа сығарып ҡуйылған мәсет мөнбәренә һул ҡулы менән таянып, уң ҡулын һелтәй-һелтәй телмәр һөйләне.

— Беҙҙең ҡәҙерле муллабыҙ һәм мосолман ағай-эне! Һеҙҙең хәйер-фатихағыҙ арҡаһында иҫән-һау йөрөп, һеҙҙә инде бына икенсе тапҡыр дин байрамы — ҡорбан ғәйетен үткәрәбеҙ. Бер нисә баш ҡорбан салдырам. Был малдарҙа кеше хаҡы юҡ. Барыһы ла коммуналарҙыҡы. Шикләнмәгеҙ, хәләл мал. Бөтә илебеҙҙә ҡан түгеп, беҙҙең алла биргән байлыҡҡа эйә булып ултырған ағай-энеләрҙе донъянан юғалтып, ҡатын-ҡыҙҙарҙың йөҙөн асып, диндән яҙҙырған дәһриҙәрҙе бөтөрөп киләбеҙ. Быға, әлбиттә, әүәл алла, икенсе һеҙ ярҙам итәһегеҙ. Өсөнсөнән, сит илдәрҙәге дуҫтар ташламайҙар.

Уларҙың әлеге кире сигенеп тороуҙары, беҙҙең Колчак. Деникиндарҙың китеүҙәре тик көс йыйыу өсөн генә ул. Оҙаҡламай бульшевиктарға ҡаршы бик ныҡ көстәр күтәреләсәк, эйе, ағай эне, миңә ышанығыҙ, улар оҙаҡҡа барасаҡ түгел... — Ул тағы байтаҡ лаҡылданы. Ләкин тыңлаусыларҙан берәү ҙә уның һүҙен йөпләмәне”. Тик кешеләр ҡапыл ташлап китергә генә ярамаҫ, тип баштарын баҫҡан көйө тик торалар ине. Уның һүҙе бөтөүгә, мулла менән Ҡаҙанҡап Абдулланың ғына:

— Эйе, эйе, амин!

— Эйе, шулай булһын! — тигәндәре генә ошо байтаҡҡа һуҙылған тынлыҡты боҙҙо.

Үмәр менән Тимерғәле, береһенең сапан салғыйын икенсеһе тартып, бөтә кешенән алда ҡуҙғалып, өйҙәренә ыңғайланылар. Мәсеттән байтаҡ киткәс, Үмәр:

— Әгәр яраһа, хәҙер башын яра бирер инем ләғиндең! Муйыны аҫҡа килгәнен ҡасан күрермен икән, Раббым, — тине лә тауышы ҡалтырап туҡтаны, күҙҙәре асыуҙан ут кеүек яндылар. Ул таяғын ергә ике-өс ҡат туҡылдатып һөйләнде: — Алмалай ҡыҙым Гөлйө-ҙөмдө юҡ итте, арыҫландай кейәүемде харап итте, ҡан эскес...

Тимерғәле туйтаңлап атлап уға яҡыныраҡ килде лә, йыуатырға тырышты:

— Йә, ҡорҙаш, бик көймәйек. Был хәтле бысраҡлыҡты ер күтәрмәҫ. Был хәшәрәт бәндәнең кешелеге бөткән, ғүмере лә күпкә түгел. Тик әлеге вәхшилеген итеп йөрөй шунда. Сабыр итәйек. Беҙҙең балалар йоҡламай бит улар, — тине.

Ҡотлобайҙы бер яғынан мулла, икенсе яғынан Абдулла ҡатарлап, юғары урамға алып киттеләр. Оҙаҡ та үтмәй, уның ҡушыуы буйынса, бөтә отрядта һыйыр-һарыҡтан ҡорбан һуйып, ит бешерә башланылар. Төшкә табан бер нисә өйҙә, урамда, өй күләңкәләрендә бөтә бандит отряды майға мансылып, һөйәк талаған эттәр кеүек, ашап, эсеп иҫереп шаулай башланылар. Үткән-һүткән бала-сағаларға ла ит һоғондороп, һөйәктәр тоттороп, яҡшатлы булырға тырыштылар. Быны күреп торған Шәрифә әбей урамда йөрөгән Әлфиәне янына саҡырып алып етәкләне лә өйөнә алып ҡайтып китте.

— Балаҡайым, ауыҙыңа ла ала күрмә уларҙың аштарын. Асыҡһаң, әйҙә ҡатыҡ бирәм, ҡаймаҡ бирәм, балам. Әйткәнде тыңла берүк. Был малдың һәр бер ҡан тамсыһы ашарға ярамаҫлыҡ харам.

Улар шулай өтәңләшеп өйгә етеп барғанда, Ҡотлояр ҡаршы килеп сыҡты. Әбей уны күргәс, ҡапыл аптырап, артҡа тартылды. Быны абайлаған Ҡотлояр уны тынысландырҙы.

— Ҡурҡма, ҡоҙағый, ҡурҡма. Мин бит көтөүҙән ҡайтҡан кеше булып киләм. Бында бер кем дә минең тегендә икәнде белмәй.

— Улай булһа, ярай ҙа. Шулай ҙа һаҡ була күр, ҡоҙа, алла һаҡлаһын.

— Ҡоҙағый, һин үҙең дә бик урамда йөрөмә, балаларҙы ла йөрөтмә. Донъя хәлен белмәҫһең.

— Ярай, ярай. Юлығыҙ уң булһын, эшегеҙ эш булһын.

— Шулай булһын.

Улар шулай аңлаштылар ҙа, икеһе ике яҡҡа киттеләр.

Тап төш ваҡыты етеүгә Истебай һыйыр көтөүен Ҡупасай күленә һыуларға төшөрөп, унда үҙенең улы Уралбайҙы ҡалдырҙы ла, сыбыртҡыһын биленә ҡыҫтырып, ялпандап атлап, ауылға инде.

Уны күргән ауыл ситендәге часовой:

— Туҡта, ҡайҙа бараһың, һин кем? — тип ҡысҡырҙы. Истебай тыныс тауыш менән:

— Уйбай, күрәһең ғуй, бынау көтөүҙе әйҙәп ҡуйғандан кәйен, ауылға барып тамаҡ туйҙырайым тип китеп ултырамын әү. Мал һуйғандар тип исеттем. Ҡорбан байрамында бер тамаҡ туйдырайыншы!

— Бар, улай булһа, юлыңда бул.

Истебай үтеп китте.

Ул, ауылдың осонан башлап өй һайын кереп, “ҡорбандан ауыҙ иттерһәгеҙ булмаймы”, тип һөйләнә-һөйләнә ауыл уртаһына бандиттарҙың ҡайнашҡан ерҙәренә барып етте.

Улар барыһы ла ял итергә таралғандар. Ҡайһыһы арба аҫтында, ҡайһыһы өйәңке аҫтында йоҡлап яталар ине.

Истебай, бер арба янында аттар менән булашҡан бер егеттең ҡаҙаҡ икәнен кейеменән танып, уның янына туҡтаны.

— Ай, шырағым, ҡаҙаҡ баласы буласыңбы? — тип һораны.

— Эйе, ағакә, ҡаҙаҡ баласымын.

— Эйе, йомос эстәп йөрөйсеңбе?

— Юҡ, ҡызмәттә имәсмен. Подвод ҡыудыртып алып киттеләр. Аттарымдың артынан жөрөмен.

— Ә улай икән, әкәң жуҡба?

— Әкәм бар. Жортта мастерлыҡ ҡылады. Шишәм ваҡ балдар менән тирмәдә ҡалды.

— Уй, байғос.

Ҡаҙаҡ егете, атының алдындағы бесәнен йүнәтеп, Истебай янына килеп ултырып, тәмәке ураны, кисетен уға һуҙҙы.

— Тарт, ағакә, — тине.

— Рәхмәт. Мин үзем дә сул яҡтамын. Жас ваҡыттан осонда Ныязғол дигән байдың ҡулында ҡызмәт ҡылдым. Хәзер уны ҡызылдар ҡамап ҡуйғандан кәйен, уның малы ҡороп ҡалды. Мин хәҙер ауылдың сыйыр малын көтәмен.

— Ә, Ныязғол дигәнендә, минең әкәм дә ун алтынсы йылда унда ҡызмәт ҡылыпты. Аты Сарсынбай, белмәсмесең?

— Уйбай, шырағым, син сул Сарсынбай улы булып шығасыңба? Уй, айналайым, уны мин бик жаҡсы беләрмен. Машинала ҡысҡытырап ясалған бешән жомосонда, анау далада бергә булдыҡ ҡуй!

— Сарсынбай улы Күчәрбай буламын.

Улар, яңы осрашҡан иҫке таныштар кеүек, ҡыуаныштылар, оҙаҡ һөйләштеләр. Истебай һүҙ урауында Күчәрбайҙан отрядтың ҡайҙан килеп ҡайҙа барғанын, ҡоралдарын, нисә ат, нисә командир, тағы ҡайҙа ниндәй төркөм отрядтар булғанын, кемдәрҙе ҡайҙа ҡулға алып атҡандарын — барыһын төпсөп һораша барҙы.

Ҡарап тороуға йәш кенә булһа ла, һөйләгәндә ололарса фекер йөрөткән Күчәрбай, үҙенең аҡыллы уйсан күҙҙәре менән Истебайҙы ентекләп ҡарап ултырып, тауышын түбәнәйтә биреп, уның һораған нәмәләренә бик ихлас тура яуаптар бирҙе. Ул Истебайҙың буш кеше түгел икәнен, юҡҡа ләпелдәргә килмәгәнен башта уҡ һиҙеп алғайны.

Истебай, урынынан ҡуҙғалып:

— Ярар, энем, китәйен, сыйырдарым көтәдер. Минән әкәңә күп сәләм сөйлә, — тине.

Күчәрбай, икеләнгән тауыш менән уны туҡтатты:

— Ау, ағакә, аҙыраҡ тора бир, — тине. Истебай кире боролоп:

— Ә, ни бар? — тине.

Күчәрбай шикле ҡараш менән тирә-яғына уратып ҡарап алды ла шыбырланы:

— Бер кемгә лә белдермәсәң, сиңә әйтәтен бер-ике сүзем бар иде...

— Айтчы, күрәйен, ҡурҡма.

— Син, ағакә, үзең ҡайсы жаҡты жаҡсы күрәсең? Аҡтымы, ҡыҙылдымы?

— Ул сораудың төптө кирәге бар имәс, Күчәрбай шырағым. — Ул көлөп кенә ҡотолорға булды. — Синең менән мәғән көтөүҙә чыбырткы, бас шурпасы да муйын сөйәге ҡуй!

— Уй, жуҡ, ағакәм, көлмәсәңче. Бик ҡаты серле жомосом бар.

— Айт, айт, ҡурҡма димен ау!

Күчәрбай Истебайға эйелде. Уның ныҡ ышаныслы кеше булыуын нығыраҡ асыҡларға тырышҡан һымаҡ, өлкән ҡара үткер күҙҙәре менән бер аҙ текләне лә һүҙен һуҙҙы:

— Ир булсаң, сүзеңдән ҡайтма, мине тотторма, — тине. Истебай бүркенең ҡолаҡтарын ялпылдатып баш эйҙе.

— Осо сездең ауылдың Айбулат дигәндең ҡатынын безде әйдәп жөрөгән Ҡотлобай истәк көчлөк менән алып китепте икән... Истебайҙың был хәбәргә тыны ҡыҫылды. Саҡ ишеттереп:

— Йә, сунан? — тине.

— Сунан сул. Ул байғос усындан киткәндән алып жул буйынча йомадан артыҡ осо Ҡотлобай менән түбәләсеп, бас эймәй бик ҡаты хәлдән тайып тәгәрәде. Сунан ул Чаған суы буйындағы Кузьмин утарында хәлсезләнеп жатҡан чағында уны үлгән хәбәре чыҡты. Кәйен, бандиттар ул утардан киткәс, унда Айбулат мәрхүмдең бик яҡын күргән тетясы Даша менән минең шишәм, мин, уны төндә күтәреп алып китеп, үзебездең тирмәгә алып барып жасереп ҡуйдыҡ. Мин киткәндә азғынай арыуланып ҡалды. Тура килгәндә осо жаҡҡа хәбәр итергә ҡусты. Бына сул, ағакә.

Истебай болоҡһоуҙан бер һүҙ ҙә әйтә алманы, тик Күчәрбайҙың ҡулын ике ҡуллап ҡаты ҡыҫты. Быға ҡаршы Күчәрбай тағы нығыраҡ ирәбеләнеп китте.

— Тағы суны да айтайым осо көндәрҙә Ҡотлобай Кузьминда алты бальшевикты атырға оҙатып иде. Ачығы ҡалай булғанын белмәйем, ә улар ҡалай ҙа, ярға терәп ҡуйған жирдән атыудан алда асҡа тумалап, ҡурғы арасында юҡ булғандар тиде. Атырға барыучылар Ҡотлобай түрәнең ачыуынан ҡурҡып, “эстәрен бөтөрдөк”, тип доклад ҡылғандар. Уны да сәғән тапсырдым. Миндән бурыч төстө, ағакәм.

— Ай, шырағым, Күчәрбайым, ҙур рәхмәт булсын. Беҙ оҙаҡламай уларды табып алырбыҙ. Егетлегең жирдә ятмаҫ. Теләсәң, төндөң ҡараңғысын юғалтма, ҡач. Ана тора сулау, минең ҡыуысым сунда, басың сау булса, ат табылыр.

Улар айырылыштылар.

Истебай, үләң әйтә-әйтә, тағы ла ары атланы:

— Ау, анау таудың басынан куч киләде.

Күчкән сайын бер юрға бус киләде.

Туған илдин айырылған, ай, ҡыйын икән,

Ҡара күздән мөлдөрәп жас киләде...

Ау, алатуса, тағыдай алатуса,

Ҡыздар матур күренер билен быуса,

Исегендин алдына су сибеп ҡуй,

Әкәң тайып йығылсын безде ҡыуса... ау.

Уның был йырҙарын ишеткәс, ҡаҙаҡса аңлағандар ҡысҡырып көлөшөп ҡалдылар. Ул, уларҙың береһенә лә ҡарамай, сыбыртҡыһын һөйрәп китә бирҙе. Бер аҙ барып күпер башынан үҙенә арҡыры төшөп атлаған Ҡотлоярҙы күреп:

— Әйҙә, ағакә, Рәхимә жиңгәләргә барып симез ит соғонамыз. У ҡандай өлкән байрам бөгөн! — тип ҡысҡырҙы.

— Ә, булады, Истебай, әйҙә, киттек. — Улар Ныязғол өйөнә табан йүнәлделәр.

— Бу өйгә күп ҡызмәт салдыҡ, әйдә бер ҡунаҡ булайыҡшы. Ҡотлояр, уның һүҙҙәренә иғтибар итмәйенсә, күҙенә һорау менән ҡараны. Истебай көлөп үләңен дауам итте:



Ҡызыл ҡасыҡ, ау, кызыл ҡасыҡ,

Ҡыздар туйға баралар дер-дер басып,

Син аръяҡта булсаң да, мин бир жаҡта

Ғасыңа үтә алмаймын дәръя тасып, ау...

Ҡотлоярҙың түҙеме бөттө. Ҡомһартып ҡашын йыйырҙы.

— Истебай, тием, ниңә шашаһың, көн үтә бит. — Истебай уға боролоп та ҡарамай, йыр менән яуапланы:

Бай ҡапҡасы эргәсендә тәмәке бир,

Барын сунда сөйләсермез ҡатар баҫып, ай...

Ҡызыл ҡасыҡ...

Ҡотлояр Истебайҙың ошо тәҫеленә риза булып тынысланды. Улар икәүләп Ныязғолдоң оло ҡапҡаһына ышыҡландылар. Истебай, бүркенең ҡолағы эсенән яҙыу сығарып, Ҡотлоярҙың усына йомдорҙо. Үҙ-ара һүҙ беркеттеләр.

Бик тиҙлек менән күрше ауылға, ауыл Советы председателенә хәбәр тапшырырға. Мөмкин булһа, Кустинға ат саптырырға, булмаһа, Мәғфүрәне, ҡыр тиҙәге йыйырға тип, ҡап тоттороп сығарып ебәреп, хәбәр иттерергә. Бандиттар бында ҡуна ҡалһалар, Сусаҡ-тауҙың төньяҡ һырҡыуына ут яғырға. Өҫтәлмә белдермәләрҙе Истебай таң менән һыйыр көтөүен йыйырға килгәндә алып киләсәк.

Ҡотлояр кире китте.

Истебай, туй атҡарғандағы һымаҡ, еңдәрен һыҙғанып, ашыға-ашыға ҡунаҡ һыйлап йөрөй торған Миңлекәй янына килде.

— Уйбай, бездең жас жиңгәй, билен бистән быуып, аяғы аяҡҡа теймәй жөрөп жатыр? Байрамдар ҡотло булсын!

Бөгөнгө шатлыҡ менән осоноп йөрөгән Миңлекәй, элекке замандағы кеүек, Истебайға:

— Йә, ни бында аламаң ялпылдап, түр боҙоп йөрөйһөң, әйҙә, бар ана аш өйөнә! — тип ҡарамай үтмәксе ине. Ләкин Истебай, үҙенең бөтә тел оҫталығын юлға һалып, Миңлекәйҙе һөйләндерергә йәтешләнде:

— У бездең жиңгәйгә ҡунаҡтар ҡасында, жаҡсы юрға шикелле, өлтөрәп жөрөү килесәде.

Миңлекәйҙең күптән иғтибар күрмәгән ҡатынлыҡ хисе байтаҡтан ишетмәгән ҡупрайтыу һүҙҙәренә иреп китте. Ул, туҡтала биреп, Истебайға йылмайып боролдо:

— Ай, һин, йолҡош Истебай. Әле булһа шул татлы телеңде ташламайһың икән. Шул телең булмаһа, күптән күҙеңде ҡарға соҡоп китер ине, — тине.

— Дөрөҫөн сәйләүгә ниндәй оҫталыҡ кирәк? Сездә ҡунаҡтардың бик зурдары жата икән, бик жаҡсы.

— Уй, Истебай, Ҡотлобай үҙе иң өлкән башлыҡтары менән беҙгә төшкән. Улар әле беҙҙә өс көн буласаҡтар. Бөгөн ике һыйыр һуйҙыртты. Мәшәҡәт күп. Киске көтөү төшкәс, һин дә кил. Йомош булыр. Тағы бер нисә мал һуйырға кәрәк булыр. Егермеләп кеше бит.

— Ә, булды. Киләм. Син тигәндә, мин ләббәй ҡуй. Миңлекәй тағы борғоланды:

— Шулай, Истебай, минең аш-һыуымды онотма. Донъялар гел былай булмаҫ әле. Беҙҙең боронғо замандар кире әйләнеп килһә, беҙҙең мал тағы һинең ҡулыңа ҡала ғуй.

— У, әйтерең бармы. Тиҙ килермен. Әле лә бында булам. Жомосоң булса, чаҡыр.

Истебай, эште шулай яйлап алып, Ҡотлоярҙың яуап хәбәрен көтөп, һарай эргәһенә барып ятты. Ул унда тәмәке тоҡандырып, ҡырын ятҡан көйө, был тирәлә ниҙәр барғанын күҙәтә башланы.

Бандиттар быяла тәҙрәләр менән уратылған террасала, түңәрәк өҫтәлде әйләндереп, кәрт уйнайҙар. Уларҙың береһе Ҡотлобай, Колчактан ҡалған Макаров тигән аҡ офицер, Дәминдәр. Истебай Айбулатты тотоп алып китеүселәрҙең ошолар икәнен яҡшы белә. Ә ҡалған дүрт кешене, улар янында һырышҡан ике бисәне танымай ине.

Эске яҡ ишектән, күҙҙәрен йылмайтып, Хаят килеп сыҡты. Ул өҫтөнә кәпләнеп торған аҡ батист күлдәк кейгән, ҡулында алтын йөҙөк, алтын сылбырлы беләҙектәр ялтырай. Ул, иркәләнеп, борғоланып баҫып, Макаров янына килде, уның елкәһенә ҡулын һалып, кәрттәренә күҙ йөрөттө лә, ниҙер әйтеп, сыңғырлатып көлөп ебәрҙе. Макаров был көлөүҙән ниңәлер ҡыҙарынды ла, Хаятҡа боролоп, әллә ниҙәр шыбырланы. Хаят, башын артҡа ташлап, сәс толомдарын сайҡатып, тағы бер көлдө лә баҫҡыстан йүгереп төшөп китте. Макаров уның артынан бер аҙ ҡарап ҡалды ла, компаньондарының ҡысҡырышып протест яһауҙарына ла ҡарамайынса, кәрттәрен өҫтәлгә ырғытып, Хаят артынан төшөп китте.

Көн кисәүләне. Ҡыҙыулыҡ һүрелде. Халыҡтың буталыуынан, малдың ҡайнашып йөрөүҙәренән сыҡҡан саң-туҙан баҫылды.

Ҡотлоярҙан көткән хәбәр оҙаҡлағандай булды. Истебайҙың эсе боша башланы. Ул оло ҡапҡаға ҡарап күп тә ятманы, тал сыбыҡты ат итеп атланып, саң борҡотоп йүгереп, Әхмәҙиҙең ун ике йәшлек улы килеп инде.

— Истебай ағай, көтөүең ауылға төшөп тарала бит инде, ни эшләп ятаһың, әйҙә! — тигән булып уның көпө салғыйынан тартты ла усына йомарлаған ҡағыҙ остоғон Истебайға тотторҙо. Үҙе: — Әйҙә, һая! — тип ҡысҡырыҡлап, ағас атын ҡамсылап, урамға сығып йүгерҙе.

Истебай ҙа урынынан йәһәт тороп:

— Уй, малдың аҡылы юҡ инде уның, барайын, — тип ашығып атлап ауылдан сығып китте.




Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   18   19   20   21   22   23   24   25   26




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет