3
Каруанһарайлы ҡалабыҙҙа Әхмәт бай ҡунаҡханаһының аҫҡы ҡаттағы арзан бүлмәһенә урынлашып, саҡ ҡына баш-күҙ алғас, тимер юл мастерскойҙарында эшселәр араһында юллап тапты партияһының урындағы етәксеһе Александр Алексеевич Коростелев иптәште. Үҙенән күп булһа ике-өс йәшкә өлкәнерәк, ләкин 1905 йылдан уҡ партия ағзаһы, 1905 – 1907 йылдарҙа Самаралағы ҡораллы көрәштә әүҙем ҡатнашҡан; ҡуҙғалыш баҫтырылғандан һуң батша жандар-мерияһынан оҙаҡ ҡына боҫоп йөрөп, 1910 йылда ялған исем менән ошонда килеп, эшселәр араһында тәүҙә -- йәшерен рәүештә, ә Февраль революцияһынан һуң Ульянов -- Ленин иптәш менән Троцкий иптәш ут сағып дөрләткән пролетариат революцияһы хаҡына асыҡтан-асыҡ сәйәси эш алып барыусы ине ул. Теге саҡта Смольныйҙа Троцкий иптәш үҙенә атап яҙып биргән хитапнамәгә күҙ йөрөткәс, мастерской ыҫына ҡатҡан ҡырыҫ йөҙө яҡтыра төшөп, “окоп большевигы” менән ихлас асылып һөйләште.
-- Самаранан уҡ башҡорттарҙы яҡшы беләм; мәҫәлән, 1905 йылда уҡ минең менән бергә партия билеттары алған ағалы-энеле Ғәбйәлиловтар45 бар ине – бөгөн башҡорт массаларын ағыулаған милләтселек сиренән азат ысын пролетариаттар ине...
“Милләтселек” тигәне һағайтты Сәлимйәнде:
-- “Сир” тигәндән нимәне күҙ уңында тотаһығыҙ? – Фирҡәләшенең күҙенә тура төбәлде.
-- Кешене, синфи сығышына ҡарап түгел, ә милли сығышы буйынса туплаусы – пролетариат революцияһына ҙур зыян килтереүсе буржуаз идеяны. Каруан-һарайға оялаған башҡорт милләтселәре күтәреп сыҡты уны.
-- Белеүемсә, Каруанһарайҙағы Шура – һеҙ үҙегеҙ етәкләгән Ырымбур Советы һымаҡ уҡ, халыҡ һайлаған Совет, ни бары милли колоритлы Башҡорт Советы лаһа. Әллә “шура” һүҙен аңламайһығыҙмы, шул уҡ “совет” бит ул.
-- Советын совет та, ләкин ярамаған Совет. Башҡорттарға ерле автономия даулап боғаҙ яралар. Нацмендарға мәҙәни автономия биреү тураһында һүҙ алып барырға мөмкин, ләкин ерле автономияға ҡырҡа ҡаршыбыҙ, сөнки ул бөйөк Россияны бүлгесләүгә, тарҡатыуға килтерәсәк. Бөтәһенән элек синфи принцип өҫтөнлөк итергә тейеш, ә милли хис – икенсе йәки иң һуңғы урында. Үҙен коммунист һанаған һәр кем, милли сығышын ситкә этәреп, синфи принциптарға таянып эшләргә бурыслы, беләһегеҙҙер. “Бөтә хакимиәт – Советтарға!” тигән бөгөнгө төп лозунгыбыҙ йөкмәткеһен дә тап ана шулай күрәбеҙ.
-- Килешәм. Иң элек бөтә Россияла, ә айырым алғанда Башҡортостанда, Советтарҙың хакимиәтен урынлаштырырға, ә ҡалғаны шунан һуң хәл ителәсәк. Һәм мин уйлайым, Россияның барлыҡ милләттәре өсөн дә ыңғай хәл ителәсәк. Бында мин партиябыҙҙың быйылғы етенсе Бөтә Россия конференцияһының “Милли мәсьәлә буйынса” резолюцияһын күҙ уңында тотам. – Шинеленең эске кеҫәһенән коленкор тышлы, ус яҫыһындай дәфтәр тартып сығарҙы. – Беләһегеҙ, аҡҡа ҡара менән хатта бына нимә яҙылған унда: “За всеми нациями, входящими в состав России, должно быть признано право на свободное отделение и на образование смостоятельного государства”...
Ырымбур большевигының сыра йы сытырайҙы:
-- Документтың бер пунктын ғына башҡа өлөштәренән йолоп алмағыҙ. Белеүегеҙсә, артабаныраҡ ифрат дөрөҫ юрау бар: “Вопрос о праве наций на свободное отделение непозволительно смешивать с вопросом о целесообразности отделения той или другой нации в тот или иной момент”. – Һуңғы һүҙҙәр Коростелев тарафынан айырым баҫым аҫтына ҡуйып әйтелде. – Тап беҙҙең төбәк һәм шарттарға тап килә был! В данный момент никому не позволим играть с огнем!
Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: милли яҡтан бербөтөн, гранит һымаҡ ныҡ-монолит партиябыҙ етәкселегендәге Советтар төрлө милли өйҙәргә бүленә аламы? Каруанһарайҙағы һөрһөп бөткән буржуаз милләтселәр берәгәй һәм бүленмәҫ Россияны милли йорттарға бүлгесләп тарҡатырға йыйына!
-- Берәгәй һәм бүленмәҫ Россия, тигәнегеҙҙән мәрхүм батша самодержавиеһының төп лозунгыһын хәтерләттегеҙ әле, ғәфү итегеҙ... Һеҙ әйткән ул милләтселәр, минең яшы белеүемсә, ватаныбыҙ Рәсәйҙән айырылып сығырға йәки уны бүгесләргә һис тә йыйынмай, ә күп милләтле Россияла хәленән килгән һәр милләттең ошо Россия эсендә үк үҙ өйөн, үҙ ғаиләһен ҡороп йәшәргә хаҡы барлығын даулай. Һәр хәлдә, уларҙың сәйәси документтарында шунан башҡаны күрмәнем.
Коростелев, күҙҙәрен уҫал ҡыҫып, ҡаты ҡарашын тимерлектәге һандал аҫтынан сирғыған ярсыҡтай ҡаҙаны:
-- Тимәк, һеҙ ҙә, Шәриф Манатов кеүек, шулар арбаһына ултырып йырлай-һығыҙ? Ниңә тәғәйен ерле автономия? Татарҙар юллаған мәҙәни автономия етмәйме?!
-- Башҡорт һәм татар аңы, тәбиғәте берҙәй түгел шул, Александр Алексеевич. Башҡорт өсөн ер – уның милли өйө, халҡының ғаилә усағы. Башҡорт бит ул кеше өйөнә йәки дөйөм баракка инеп һыйына алмай. Ул тәғәйен үҙенең милли өйөндә, башҡаларҙың милли өйҙәре менән берлектә бер ауыл йәғни буласаҡ Россия федерацияһының үҙенә күрә үҙ аллы бер штаты булып йәшәргә ниәтләнә. Ҡабатлап әйтәм, бөйөк Россия ҡанаты аҫтында! Беҙгә хәҙер мәсьәләне ҡырҡыулаштырырға ярамай. Халыҡ үҙе юғары сөйгән автономия идеяһын беҙ, коммунистар, иң элек үҙебеҙ күтәреп алмайынса, башҡаларға ирек ҡуйып, ауыҙ асып ҡалғанбыҙ икән – кисекмәҫтән хатаны төҙәтергә, әлеге тарихи факт менән иҫәпләшеп, уйлап эш итергә кәрәк. Минең белеүемсә, уларҙың Советтары асылда Россия Советтары өлгөһөнә эйәреп бара, тимәк, беҙҙең өсөн сәйәси ҡапҡа асыҡ – шунда үтеп инеп, коммунистик идеяларыбыҙ менән халыҡ аңын яулап алып, буржуазия эйәрләгән Советтарҙы коммунистик Советтар яһаһаҡ, теңкәгеҙгә тейгән буржуаз автономия ла ысын Совет автономияһына әйләнәсәк. Манатовтың Каруанһарайға төпләнеүен зыян итеп түгел, файҙа итеп ҡарайыҡ, һуңынан үҙегеҙ күрерһегеҙ.
-- Ҡарап ҡарарбыҙ... Дөрөҫөн әйткәндә, Лев Давидовичтың сәләме булмаһа, һеҙҙең менән һөйләшеп тә тормаҫ инем...
-- Аңлағыҙ мине, Александр Алексеевич, бер үк йөктө тартабыҙ бит!
-- Һеҙ ҙә мине аңлағыҙ. Беҙгә, коммунистарға, һис шикһеҙ, милли амбицияларҙы ситкә ҡуйып тороп, берҙәм тотоноу мотлаҡ. Ырымбурҙа хәҙер һағыҙаҡ ояһы, төрлө партиялар мыжғый: кадеттар, монархистар, уң һәм һул эсерҙар, меньшевиктар, центристар, максималистар һәм һәм башҡа сволочтар (һеҙҙеңсә әйткәндә, сыуалыштар)... Һәм шуларға тамырланып, ағыулы бәшмәк-тәрҙәй шытып сыҡҡан буржуаз ойошмалар: татарҙарҙың Милли шураһы һәм шуға бәйле Милли хәрби комитеты; казак Хәрби идаралығы, мосолман казактарының Үҙәк хәрби комитеты; Ҡала граждан комитеты. Үҙ ағыуы менән шуларҙы һутландырып, йәшәп ята, әлбиттә, Керенский буржуаз Ваҡытлы хөкүмәтенең комиссар Архангельский башлығындағы Губерна земская управаһы. Был ойошмаларҙың көллөһө лә буржуазия – капиталистар, алпауыттар һәм барлыҡ эксплуотатор синыфтар яҡлы, бөтәһе лә пролетариат мәнфәғәттәренә ҡаршы; барыһы тиң “Тамам еңгәнгәсә!” лозунгыһы аҫтында империалистик һуғышты дауам иттереү тарафдарҙары. Әммә беҙҙең өсөн потенциаль ҡурҡыныс тыуҙырыусыһы – баяғыларҙан айырылыбыраҡ торған, үҙҙәрен ике миллионлыҡ башҡорт халҡының берҙән-бер ҡурсаусылары һанаған һәм шул йәһәттән аңһыҙ ялпы араһында абруй ҡаҙанып өлгөргән буржуаз Башҡорт Мәркәз Шураһы. Мин һеҙҙең менән Лев Давидовичтың фатихаһын алып килгән коммунист булараҡ ышанып һөйләшәм: беҙ ул автономистарға юл ҡуймаҫҡа, Россия нацмендары өсөн улар күрһәткән зарарлы өлгөнө яралғыһында уҡ юҡ итергә тейеш. Был маҡсатҡа өлгәшеү өсөн төбәктә ыңғай шарттар тыуып тора.
-- Мәҫәлән?
-- Комиссар Архангельский ҙа, татарҙарҙың баяғы ойошмалары ла, улай ғына ла түгел, башҡорт монархистары ла, бер төптән, тип әйтерлек, Башҡорт Мәркәз Шураһына, уларҙың тупраҡлы милли автономия иғлан итәсәктәренә ҡырҡа ҡаршы сыҡтылар; улар ҙа был идеяны бишегендә үк быуып ташлау яғында. Быны беҙ иҫәпкә алып, үҙ файҙабыҙға хеҙмәт иттертергә тейеш. Тик шуныһы үкенес: ошо яуаплы моментта партиябыҙҙа башҡорттар исеменән оранларлыҡ башҡорт кадрҙары етешмәй (һеҙ ҡайтып шәп иттегеҙ әле!). Әммә беҙҙең идеялар, аҙлап булһа ла, күҙгә күренеп тарала, яңы шытымдар бирә.
-- Кемдәр бар таянырлыҡ? Башҡорттарҙан?
-- Партияға алырға тип Мартынов иптәш әҙерләп өлгөрткән ышаныслы бер егет – Бәхтегәрәй Шәфиев бар, ошондағы фельдшер-акушер мәктәбе уҡыусыһы, урыҫса грамоталы. Йәнә береһен мин үҙем яҡшы беләм – “Хөсәиниә” мәҙрәсә-һенең урыҫ теле уҡытыусыһы, башҡорт казактарынан Ғабдулла Дәүләтшин.
-- Дәүләтшин?! – Сәлимйәндең ҡолағы ҡарп итеп ҡалды – зерә таныш фамилия!
-- Эйе, Дәүләтшин. Әйткәндәй, һеҙҙең Орски өйҙенән. Сәйәси ҡарашы дөрөҫ, Каруанһарайҙағыларҙан ситтә тора, башкөлләй беҙҙең платформала... Ә татарҙарҙан, ваҡ буржуаз соуслы булһалар ҙа, бөгөнгө башҡорт мәсьәләһендә беҙгә теләктәш Мөхәммәтйән Таһиров һәм Шанил Ғосманов һәм уларҙың эреле-ваҡлы эйәрсендәре – татар зыялылары бар. Сәйәси йәһәттән шыйығыраҡ һәм тайғаҡ булһалар ҙа, тыңлаусандар, иплеләр; һеҙҙең башҡорт әйтемендәгеләй, әлеге моментта улар беҙҙең ҡурайға бейей. Тактик яҡтан шуларға ла таянырһығыҙ, берыңғай үҙҙәрен ысын большевик итеп тәрбиәләрһегеҙ... Ҡыҫҡаһы, тонйораған мосолмандар массаһын таяҡ тығып болғатыу һеҙҙең бурыс. Ә бөгөнгө лозунгы – “Бөтһөн империалистик һуғыш! Бөтә власть – Советтарға!”
-- Советтарға! – тине Сәлимйән. “Бер үк йөк”тө берҙәм тартырға һүҙ ҡуйышып хушлаштылар.
4
Коростелев иптәш әшкәрткәндәй, мосолмандар араһында ныҡлап өгөт-нәсихәт эштәрен йәйелдереү өсөн, тәүҙә башҡорт милли буржуазияһының киләсәккә сәйәси ҡарашын, тотасаҡ юлын асығыраҡ аныҡларға кәрәк ине. 1917 йылдың 25 – 29 авгусында Өфөлә булып үткән II ҡоролтайҙа Башҡорт Мәркәз Шураһына үҙнең фирҡәдәше Шәриф Манатовтың һәм күптәнге яҡын таныштары Фатих Дәүләтшин менән Ғәлиәхмәт Айытбаевтың да һайланғанлығы үҙе үк һорап тора ине Каруанһарайға барыуҙы. Хәйер, хәрәкәттең идеологы Әхмәтзәкир Йәлитов та бынан байтаҡ йылдар элек Сәнкем-Биктимер ауылында осратҡан өс көнлөк танышы булып сыҡты.
Шинель салғыйҙарын ялпылдатҡан һалҡын елле октябрҙең иртәнге бер сулаһында тимер юл вокзалын тоташтырған оҙон урам буйынса йәйәүләп үтеп, тарихи бинаның бөгөнгө тарихи ваҡиғаларҙың үҙәгенә әүерелгән һул ҡанатына кергәндә, коридорҙарында умарта күселәй ҡайнашҡан кешеләре, шау-шоуҙары менән ул Сәлимйәнгә яңыраҡ ҡына үҙе күреп ҡайтҡан Петроград Смольныйын хәтерләтте.
Ишектәрҙә яҙыу-фәлән юҡ ине. Һораша-һораша тарыған Мәркәз Шура рәйесе бүлмәһендә лә байтаҡ ир-ат өйкөлөшөп, теңкәләренә тейгән Ваҡытлы хөкүмәт комиссары Архангельскийҙы телдән төшөрмәй гөж килә. Өҫтәл артында ултырған, ҡуйы шоморт-ҡара сәсен уңға ҡайырып тараған матур ҡиәфәтле, яҡынса Сәлимйәндең йәшендәге башҡорт уға ҡуңыр күҙҙәрен тура төбәп, кемлеген һәм ни йомош менән килеүен һорағас, йылмайып: “Ишеткән бар ине һине, фронттан ҡайтҡан коммунист, ә мин Шәриф Манатов тигән кеше буламын, -- тип таныш-тырҙы. – Тик, үкенескә ҡаршы, әле генә иркенләп һөйләшеп ултырыр форсат юҡ – күрәһегеҙ бит: ҡорҙаштар менән сығып китергә генә тора инем – Архангельский хөсөтөнән баш ҡатҡан. – Туҙрап ятҡан ҡағыҙҙарын йыйыштыра башланы.
-- Ярай, күп тотҡарламам. Үҙебеҙҙең партия эштәре буйынса йөрөй инем...
-- Партия эштәре, тип ни... беҙҙә бер ниндәй ҙә партия юҡ әле. Урынбаҫарым Әхмәтзәкир Йәлитов әйтмешләй, беҙ – большевик та түгел, меньшевик та түгел, ә башҡорт.
-- Ә үҙең ни әйтерһең? Коммунист була тороп? Ошо Каруанһарайҙа ла партиябыҙҙың күҙәнәге эшләргә тейеш тәһә!
-- Тейеш тә бит... -- Тирә-яғына шикле ҡаранды, -- тик әлегә уның ваҡыты түгел. Киләсәк эше!
-- Ҡалған эшкә ҡар яуа, тигәндәй, ваҡыты түгел, тип ойоп йөрөп, киләсәкһеҙ ҡалмаһаҡ ярар ине...
-- Ойомайбыҙ, халҡыбыҙҙың меңәр йыллыҡ изге хыялын бойомға ашырабыҙ – ерле автономия алырға ең һыҙғанып көрәшәбеҙ. Ләкин башҡорт түгелдәрҙең барыһы ла беҙгә ҡаршы...
-- Быға артыҡ ҡаршылыҡһыҙ, еңелерәк өлгәшер өсөн, Рәсәй коммунистары менән бер ыҙандан барырға, башҡорт коммунистарының ойошмаларын төҙөргә...
-- Әйттем бит: киләсәк эше! Тәүҙә Федератив Рәсәй штаты рәүешендәге автономиябыҙҙы иғлан итәйек, йоҡонан уянған милләтебеҙҙең барлыҡ көс-ҡеүәтен тик шуға арнайыҡ... Ярай, ғәфү ит – сығып китергә ваҡыт. Ҡалғанын урынбаҫарым аңлатып бирер. – Түҙемһеҙләнеп көтөп торған ҡорҙаштарына ылыҡты.
Оҙон коридор башындағы асыҡ тәҙрәнән тын алып торған Фатих Дәүләтшинды сырамһытып ҡына саҡ таныны: буйға һуйҙанланып, яурындары ҡалынайып, әүәлге ул күреп белгән сибек үҙмер йөҙөнә лы һыҙылып мыйыҡ сыҡҡан, күҙ ҡараштары үткерләнгән, әммә ҡиәфәте һаман сирләшкә-аҡһылт ине (бер й ылдан һуң ул үпкә сиренән вафат). Ҡосаҡлашып күрештеләр:
-- Хай-хай, Фатих мәғзүм, кемде күрәм: финанс министры булып киткәнһең! Ә шулай ҙа онотмаған икәнһең дә мине!
-- Һе, нисек итеп онотайым: атайым мәрхүмдең иң яратҡан шәкертен!
-- Остазым да мәрхүм булып ҡуйған икән шул... йәне йәннәттә булһын инде. – Икәүләшеп доға ҡылдылар.
-- Шулай... Шәйләүемсә, фронттан ысҡынғанһың?
-- Башҡа ҡайҙан булһын инде...
-- Иҫке һоро шинель һаман өҫтөңдә...
-- Һин үҙең, мәғзүм, хәтәр ҡалын кейенгәнһең, әллә һаман ҡуйыныңа ел кереүенән ҡурҡаһыңмы? – Үткәндәрҙе йылмайып хәтерләне.
-- Шулай шул... – Ситкә боролоп, бер быуа йүтәлләне. -- Ә һинең батша буҫтауынан ел үтеп инә алмайҙыр?
-- Эйе, пүләнән башҡа бер нәмә лә үтмәй миңә хәҙер.
-- Оторо бәлшәүик булып ҡайтҡанһыңдыр, шәт? – Йүтәлләне. – Ғөбәйҙулла ағайым кеүек...
-- Кем?! Ғөбәйҙулла Уразовты әйтәһеңме?
-- Тап үҙе. Атаһы Тажи мулла, минең бер туған еҙнәйем, атайым урынына ҡалған имам хәҙер. Шуның һүҙен тыңламай, үҙең белгән казак аҡтығы Ғәбделәхәт Сәйетбатталов менән икеһе бергә Жултый тимер юл станцияһының башлығы господин Расщепкин менән еҫкәшеп, яһил Ырымбур большевиктары өлгөһөндә донъяны болғаталар.
-- Болғатһындар, -- тип көлдө Сәлимйән, -- болғата-болғата май төшөрөрҙәр, бәлки.
-- Ҡөрьәнел-хафиз46 ағайым да бәлшәүиктәр ҡотҡоһона эйәргәс, нишләрбеҙ инде?.. – Тыны ҡыҫылып, тәҙрә асығына өңөлдө, Сәлимйәнгә ҡыҙғаныс булып китте:
-- Ә һин үҙең, мәғзүм, сирләшкә генә көйөңсә, ниңә ошбу хәтәр хәрәкәткә килеп ҡушылдың? Донъяларҙың айҡал-сайҡал килеп тыныуын йылы ғына өйөңдә, йомшаҡ ҡына түреңдә сүрәләр уҡып көтөп ятһаң ни булды?
-- Утыпша47 түгел бит мин, әҙәм балаһы! Нисәмә быуаттар көтөп ятып, еребеҙҙән дә, телебеҙҙән дә, динебеҙҙән дә ҡолаҡ ҡағырға торабыҙ, етте! Эсендә йәне булған башҡорт йоҡлап ҡалмаҫ – яҙмышыбыҙҙы үҙ ҡулыбыҙға алыр ваҡыт! Һин, бәлшәүик, ошоға ҡаршымы әллә?
-- Мин улай тип әйтмәйем, әммә ныҡ хәүефләнәм. Башҡаларға ҡушылмай, үҙ аллы ғына алҡынып, ауыр күтәреүҙән билде биртендереп ҡуймаһаҡ ярар ине.
-- Башҡалар бит тере дошман – бөтәһе лә беҙгә ҡаршы.
-- Улай уҡ тип әйтмәҫ инем. Өҫтәүенә, сәйәси йәһәттән уңыш ҡаҙанһағыҙ ҙа, иҡтисади яҡтан биртенәсәкһегеҙ: тупраҡлы автономияның идаралығын бит өр-яңынан башлап ҡорорға тура киләсәк, бының өсөн хәтһеҙ сығымдар кәрәк. Татар буржуазияһы тиккәме ни тупраҡлы автономияны үҙһенмәй – аҡса ла, милли белгестәр ҙә етмәҫ тип ҡурҡа.
-- Беҙ бит татар түгел, беҙ – башҡорт!
-- Бына һин, мәғзүм, мәркәздең финанс министры, әйтеп бир: ҡаҙнағыҙҙа күпме аҡса бар?
-- Ҡаҙнабыҙҙа елдәр һыҙғырып тора, уны яңы ғына ҡаҙана башланыҡ. Көндәлек сығымдарҙы ҡаплатыр өсөн дә халҡыбыҙҙың йән башынан тинләп кенә йыябыҙ.
-- Тимәк, көрсөк төбө шомотор.
-- Йән биргәнгә -- йүн биргән, ил төкөрһә -- күл булыр. Сисенгән – һыуҙан таймаҫ.
-- Ярай, тинләп кенә булһа ла йыйып, барлы-юҡлы булһа ла, идаралыҡты тарҡатмай тоттоғоҙ, ти. Күпкәме? Әгәр Рәсәйҙә Ваҡытлы хөкүмәт ҡолатылып, уның яҡлылары менән уға ҡаршылар араһында ҡораллы тартыш башланһа, һеҙҙе кем һаҡлаясаҡ, үҙең әйткән дошман көстәрҙең ҡораллы хөсөтөнән, тим?
-- Шуға күрә лә үҙебеҙҙең ғәскәрҙе булдырабыҙ, яугир халҡыбыҙ был юлы ла һынатмаҫ.
-- Ер мәсьәләһен нисек хәл итмәксеһегеҙ?
-- Уның буйынса тап үҙең һымаҡ уҡ фронттан ҡайтҡан һалдат Ғәлиәхмәт Айытбаев шөғөлләнә. Әйҙә, булмаһа, ҡырына уҡ илтеп ҡуяйым үҙеңде! – “Министр” ныҡышмал яҡташынан арыныу сараһын тиҙләтә ине, буғай.
Мәркәз Шураһы ағзалары бер ҙур залда стеналар буйлап теҙелешкән эреле-ваҡлы яҙыу өҫтәлдәре артында бөтәһе бергә ултырып эш йөрөтә, ултырған урындан бер-береһе менән фекер ҙә алыша имеш. Тәбәзерәк буйлы, түп-түңәрәк күҙлектәре үтә төртөп ҡараған быжырыраҡ ҡаҡса йөҙлө, ҡылыс танаулы уҙамандың бынан тиҫтә йыллап элек Сәнкем-Биктимер ауылында үҙе күргән, Ҡапҡанташ ҡыҫығынан үтә Факан утарына, Перовский дачаһының урынына бергәләшеп сәйәхәт ҡылған зыялы мосафир Әхмәтзәкир Йәлитов икәнлеген бер күреүҙән таныны.
-- Сәлимйән Мырҙағолатов буламын, йәһәт сырамыттым үҙеңде. Иҫеңдәме: 1908 йылдың томра йәйе, Һаҡмар буйы – Ҡаҫмарт тамағындағы мәҙрәсәле ауыл, иртә таңдан балта туҡылдатып бура бурап ултырған шәкерт... Шунан һуң Мөхәммәткамал хәҙрәт ихатаһындағы ҡымыҙ...
-- Ә эйе, мәҙрәсә бураһы... Йә, эш ниҙә? -- Әхмәтзәкир мәшәҡәттәрҙән арығандай ҡоро һөйләште. – Күрәм, фронттан ҡайтҡан һалдат. Моғайын, большевик ене лә һуҡҡандыр?..
-- Һуҡты шул.
-- Ен һуҡҡандар күбәйеберәк бара... Ғәфү ит, кем, эштәр бына бынауындан – муйындан, тын алыр ҙа форсат юҡ. Иркенерәк саҡта килһәң, гәпләшеп тә алырбыҙ, үткәндәрҙе иҫкә төшөрөп. – Ҡаршылағы буш өҫтәл яғына ҡарап өндәште. – Ғәлиәхмәт ҡайҙа, ҡабул ҡылһын үҙенең фронтташын. – Тимәк, Ғәлиәхмәт минең хаҡта һөйләгән, тип аңланы Сәлимйән. Буш өҫтәлдең күршеһенән өндәштеләр:
-- Айытбайҙың тышта бер эше ҡалған – хәҙер килеп инәсәк. Кил әле бында, һалдат, шүрәле бармаҡтарым менән бер ҡытыҡлап алайым. – Шапылдатып усын усҡа һуҡты. – Йәлләт, таныйһыңмы мине?
Сәлимйән, күҙҙәрен тызырайтып, егеткә яҡынлағайны, уныһы, матур хәтфә таҡыя аҫтынан тырпай-ҡарпыш ҡолаҡтарын аттыҡылай ҡайсылатып-һелкетеп шарҡылдап көлдө. Хәтере ҡапыл уянған һалдат бармағы менән маңлайын һыпырып һөйләнде:
-- Вәт әй, был нисек булды был?! Һаҡмарҙан һал ағыҙыусы ике шағирҙың береһе түгелме һин?
-- Ҡуш итектең һыңары – Шаһизада Бәпесев! Икенсебеҙ Ғәбделхәй Иркәбаев та бында, Ырымбурҙа. Ҡәҙимгесә донъя көтөп, йөн тетеп, тегенеһен һелкетеп ята, ха-ха-ха!
-- Егеттәр, етте, эшкә ҡамасаулайһығыҙ! – Баш күтәрмәй яҙған рәйес урынбаҫары киҫәтте.
-- Беҙҙең даһи көйһөҙләнә, таяйыҡ. Телеграф аша Ленинға күндермәккә хитапнамә ижад итә ул, Манатовтан элегерәк өлгөрөргә. Мин ни, ике куплет таҡмаҡ ҡына оҙатайыҡ та ҡотолайыҡ, тиһәм дә, күнмәй – етди сәйәси эш был, ти...
Коридорға сыҡҡас, Сәлимйән һорай ҡуйҙы:
-- Һин, ҡустым, ни эш ҡыраһың бында?
-- Бәй, ике күҙеңде герман газы киҫтеме әллә, ағайым, башым осондағы аҡ ҡанаттарын яҙған Ябраил фәрештәне лә күрмәйһең? Бөйөк Мәркәз Шураһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы, ул ғына ла етмәһә, Әхмәтзәкир даһи менән бер ҡатарҙан Шура рәйесенең урынбаҫары ла мин!
-- Үҫкәнһең икән, ҡустым.
-- Ярай, бына һиңә адрес, берәй кис резиденцияма рәхим ит, шунда үҙең белгән шәп егеттәрҙе -- Әбделхәйҙе лә, Сенәкәйҙе лә һәм башҡаларҙы ла күрерһең.
-- Сенәкәй тигәнең дә -- шағир, теге Рәдүт татарымы?
-- Тап үҙе, минең иң яҡын дуҫым, уның менән бер фатирҙа һауаны быҫҡытабыҙ... Йә, ана килә һиңә кәрәкле Ғәлиәхмәт Айытбай! – Адресы (Каруанһарай урамы, 53-өнсө өй) яҙылған ҡағыҙ киҫәге тоттороп, йәһәт ысҡынды. Ғәлиәхмәт иһә алыҫтан уҡ ҡосағын йәйеп елтерәп килә ине – ҡосаҡлашып гөрләштеләр.
-- Киттек ҡарауылсы бабай төйәгенә -- сәй янында ирәүәнләшергә!
Мәтрүшкә сәйенең хуш еҫе бүлмәгә аңҡыны ла күңелдәрҙе хисләндерҙе.
-- Һин, арҡадаш, минән алдараҡ тайғайның, инде күрәм: милли хәрәкәттең үҙәгендә ҡайнашырға өлгөргәнһең.
-- Нисек ситтә ҡалаһың: еребеҙ, динебеҙ, телебеҙ өсөн бара бит көрәш.
-- Тегендә беҙ ҙә һинән һуң да тик ятманыҡ, Петроград большевиктары менән һаман да тығыҙ элемтәлә Керенский хөкүмәтен бәреп төшөрөргә, власте Советтар ҡулына алырға һалдат массаларын яҡшы аңғартып әҙерләнек. Оҙаҡламай түңкәрелеш буласаҡ, хакимиәт башына үҙең белгән Ульянов -- Ленин партияһы – коммунистар менәсәк. Ә һин бында, үҙеңдең шул большевиктарға теләктәшлегеңде онотоп, буржуйҙар арбаһында йырлап йөрөйһөң.
-- Ерле автономия дәғүәләүсе башҡорттарҙың башында барған берҙән-бер көс шулар бит. Ә һинең бындағы урыҫ большевиктарың да, татар эсерҙәры ла, йәшел ислам флагын күтәргән һөрһөү милләтселәре лә бер төптән беҙгә ҡаршы – башҡортҡа ерле автономия бирҙертмәҫ өсөн көрәшә, хатта башҡорттоң барлығын да танымай. Ҡалалағы Коростелев етәкләгән РСДРП(б) ойошмаһы ла, татар байҙарының “Ырымбур мосолман виләйәт шураһы” һәм уның “Мосолман хәрби комитеты” ла – бер һап та бер ҡалып: “Башҡорт тигән айырым милләт юҡ – шул уҡ татарҙың боҙоҡ телле бер ҡәүеме улар; шуға күрә татарға ни кәрәк – уларға ла шул кәрәк; ә татар бер урында ҡатып ҡалмаған – бөтә Рәсәй буйынса һибелеп йәшәй, уның бер ерҙә генә уҡмашыр урыны ла юҡ, шуға күрә Рәсәй мосолмандарына ерле милли мөхтәриәт кәрәкмәй, сауҙабыҙ һәм динебеҙ өсөн милли-мәҙәни мөхтәриәт булһа – шул еткән!” – тип лаф оралар, урыҫтар шуны тик хуплап ҡына тора. Тегеләре лә, былары ла беҙҙең ҡан-дошмандар ул.
-- Бөтәһенән дошман яһарға ашыҡма әле улай. Окопта сағыңда һин дә, бик мауығып, РСДРП(б)-ның “Милли мәсьәлә буйынса” апрель айындағы етенсе конференция резолюцияһын ятлай инең...
-- Инем шул... “За всеми нациями, входящими в состав России, должно быть признано право на свободное отделение и на образование самостоятельного государства”, -- тип ауыҙға бал да май тамыҙылғайны унда...
-- Һуң? Йот ана шул ҡапҡаныңды!
-- Йотор инем дә, алҡымымдан алдылар...
-- Бәй, кем алды алҡымыңдан?
-- Шул уҡ большевиктарың. Илгә ҡайтҡас ҡына аңланым шуны. Әхмәтзәкир Йәлитов ҡорҙашыбыҙ ҡаҡмай-һуҡмай аңлатты.
-- Йәғни ҙә?
-- Йәғни ҙә, ауыҙыма ҡаптырылған бал да майҙың зәһәр әсеүташ икәнлеге резолюцияның эсендә үк асыҡлана: “Вопрос о праве наций на свободное отделение непозволительно смешивать с вопросом о целесообразности отделения той или другой нации в тот или иной момент”. Тимәк, теләгән бер милләт ерле-милли үҙ аллылыҡ даулап ҡуҙғалған моментта: “Юҡ! Моменты был түгел!” – тип милләт алҡымынан алырға юл ҡалдырған большевиктар. Ырымбурҙыҡылар шул форсаттан файҙалана ла инде, ә был иһә татар партияларына ла ҡулайлы.
-- Ләкин сәйәсәттә улар ғына түгел бит әле, беҙ ҙә бар. Беҙ, башҡорт коммунистары, “моменты тап ошо!” тип әйтергә әҙер.
-- Әйтегеҙ һуң!
-- Әйтербеҙ, тәүҙә халыҡты әҙерләйек.
-- Халыҡ инде әҙерлектең сигенән ашып киткән, үҙен үҙе әҙерләгән.
-- Уныһын киләсәк күрһәтер. Шулай ҙа ер мәсьәләһе һәммәбеҙҙең уртаҡ ғәмелер бөгөн.
-- Килешәм.
-- Шул йәһәттән һөрлөгөп ҡуймаһағыҙ ине.
-- Уныһы беҙҙең башты ла ауырттыра.
-- Ауылда булып килдем, ерекмәндәрҙең бик хәүефле тын алышын шәйләнем. Күп ерлеләр, аҙ ерлеләр, бөтөнләй ерһеҙҙәр һәм күпләп ситтән күсеп килгән урыҫ арендаторҙары бар унда. Аҫабалар үҙ биләмәләрен ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тырышһа, ҡалғандары ерҙе социалләштерергә -- йән башына ҡарап тигеҙ бүлешеп алырға ҡырҡыша.
-- Ҡоролтай ер мәсьәләһен ҡараны, ғәҙел ҡарар сығарҙы.
-- Ғәҙеллеген күрмәйем: күп ерле байҙар, алпауыттар мәнфәғәте өҫтөнлөк иткәндәй унда.
-- Уныһы шулайыраҡ, таныйым. Әммә башҡалар мәнфәғәте лә күҙәтелгән. “Киләсәктә Башҡортостанда ерҙәр бүлгәндә, -- тип аҡҡа ҡара менән яҙылған унда, -- ҡаҙна һәм башҡа ерҙәр кире ҡайтарылһа, әлегә тиклем припущенниктар, типтәрҙәр, “яңы башҡорттар” тип йөрөтөлгән ҡан-ҡәрҙәштәргә ер башҡорттар менән бер тиң биреләсәк”.
-- Йомшаҡ түшәп ҡатыға ултыртыу түгелме был? “Ҡаҙна һәм башҡа ерҙәр кире ҡайтарылһа” тигән үтәлмәҫ шарт ҡуйғанһығыҙ. Кем уны кире ҡайтарыр һәм ҡасан? Керенскийҙан өмөт итәһегеҙме?
-- Учредительный собраниеға депутаттар һайланыҡ, араларында күренекле башҡорт инсандары Әхмәтзәкир Йәлитов, Шәриф Манатов һәм Ғәли Шәмиғоловтар бар. Һуңғы икеһе, беләһең, коммунистар. Ул ерҙәрҙе бына шулар шыҡырлатып юллап аласаҡ.
-- Учредиловкала тел тирмәне тартыпмы? Көтмәгеҙ! Башҡортҡа ул ерҙәрҙе, урыҫтар әйтмешләй, “как своих ушей не видать”!
-- Дөрөҫөн генә әйткәндә, мин дә шикләнәм быға. Бая әйткән ҡағиҙәне тикшергәндә ҡоролтайҙа ла һөйләнем, әгәр иғтибар итһәң, матбағала сыҡҡан ҡарар аҫтына ла: “Ғ. Айытбаев үҙ фекерендә ҡалды”, -- тип яҙылған. Фронттан ҡайтҡан башҡорт йәштәренең дә байтағы ҡарарҙың был өлөшө менән килешмәй: мәсьәләне Учредительный собраниеға ҡалдырыу – күҙ буяу; ерҙе хәҙерҙән үк ғәҙел бүлешә башларға кәрәк, тип хатта йыйын залынан сығып та киттеләр. Ә баҫҡынсы урыҫтарҙы һәм башҡаларҙы әйтеп тә тормайым...
-- Бына бит. Ер – төп мәсьәлә. Шуны дөрөҫ сисмәһәк, Башҡортостан тупрағында һәр төрлө үҙ-ара тартыштар, хатта ҡан ҡойоштар башланыуы ихтимал. Шуға күрә лә беҙ, коммунистар, ерҙе социалләштереү шиғарын алға һөрәбеҙ, ә бының өсөн Рәсәйҙең дә, атап әйткәндә, Башҡортостандың да хакимиәт башына ярлы-ялпы пролетариаттың коммунистар партияһы килергә, буржуазияның көнө бөтөргә тейеш.
-- Уҫал һөйләйһең, ҡорҙаш. Буржуазия тигәнең – ошо беҙ, әлге Башҡорт Мәркәз Шураһы түгелме? Милләттең берҙән-бер күҙ терәп торған таянысын ауҙарырға итәһеңме?
-- Беҙ уны ауҙармабыҙ, ә тыныс юл менән генә большевиктарҙың Советтар нигеҙенә ултыртырбыҙ.
-- Беҙ, тигәнең – автономияның хас дошманы Шәмиғолов һәм уның эйәрсендәре буламы?
-- Башҡорт коммунистары тик шәмиғоловсыларҙан ғына тормай, беҙ ҙә бар. Беҙ иҙеүсе синыфтарҙан арындырылған Совет автономияһы яҡлы. Совет автономияһында бөтә хакимиәт үҙ ҡул көсө менән көн күреүсе ябай халыҡ депутаттары ҡулында буласаҡ.. Бының өсөн арымай-талмай халҡыбыҙға сәйәси хәлде аңлатырға, дәррәү уның күҙҙәрен астыртырға кәрәк – башҡорт мәнфәғәттәренең дә бер иш кенә түгеллеген, синыфтарға бүленгәнлеген, беҙҙә лә аҫтыртын синфи көрәш барғанлығын һәм барасаҡлығын күрһен. Шунда ғына илебеҙгә ысын хөрриәт килер.
-- Уныһын Алла белә. Әммә бөгөн башҡортобоҙҙоң ике күҙе Каруанһарайға төбәлгән. Күктәге торнаға ымһынып, ҡулдағы турғайҙы ысҡындырып ебәрмәйек.
-- Торнаһы ла, турғайы ла нәҡ беҙҙең ҡулда булыр. Шулай ҙа һин, ҡорҙаш, ер мәсьәләһен күҙҙән ысҡындырма әле.
-- Аңлайым. Алдағы өсөнсө ҡоролтайҙа шул хаҡта һүҙ ҡуйыртырға тура килер.
Ошоноң менән әңгәмәне теүәлләп, Сәлимйән ашығыс һаубуллашты, сөнки төндә йоҡламайынса уйланып ятып тәғәйенләнгән көндәлек эш бурыстары күп ине.
Достарыңызбен бөлісу: |