ӘҪӘРҘӘр ун дүрт томда том IX коммунист роман и повести Роман һәм повестәр



бет2/24
Дата05.07.2016
өлшемі2.02 Mb.
#179972
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   24

2

Башҡортоноң ҡайғы-һағышы менән, фиҙакәрлек рухы менән һуғарылмыш йырына тәрән әҫәрләнеп ҡатып ҡалған абыстай ҡапыл, алыҫ яҡтан килгән ҡунаҡты аптыратып, тамағына әсе төтөн тығылғандай йүтәлләп сәсәй башланы:

-- Алла, Алла, үләм, башыма еҫ ҡапты, һулышым томаланды! Анауы яҡтан килә, фуф! – Бармағы менән бер тарафҡа төртөп күрһәтеп, быуылып сәсәй-сәсәй танауын баҫып йүгерҙе.

-- Һәй әттәгенәһе, әҫпең31 ҡалҡҡандыр, әсәһе, әҫпе еләк төнәтмәңде эсә һал! -- Өтәләнеп торҙо хәҙрәт, барыһы ла ҡуҙғалды.

-- Бер еҫ тә юҡ бит, ни ғәжәп!? – Аптыраны Әхмәтзәкир.

-- Бар шул, бар! Хәлил дуңғыҙҙың касафаты: көпә-көндөҙ, әҙәмдән оялмайынса, ауыҙына иблестең шул торомбашын тыҡҡандыр, хәшәрәт!

-- Төтөн-фәлән күренмәй ҙәһә?

Сәлимйән аңлатып бирҙе:

-- Ауылдың арғы осонда – ярты саҡрым арауыҡта ул тәмәке тартыусының өйө.

Хәҙрәт үҙе әсе тауыштан һөрәнләне:

-- Фатих, тим, күрмәйһеңме ни әбсәңдең хәлен?! Елеп барып томалап кил дуңғыҙҙың ыҫлы томшоғон!

Ҡуранан сығарылған аттарҙың береһенә яйҙаҡ ҡына менә һалған мәғзүм тиҙ үк барып әйләнеп килде:

-- Булды, атай, махраһын табаны аҫтына һалып һүндерҙе лә яр аҫтына әрәмәлеккә тайҙы. Әрекмән төбөнә боҫоп ҡына быҫҡытып ултыра ине.

-- Һәй мөстән!

-- Аждаһалай йәйен алған бит тағы, ихатаһы тулы халыҡ. Һарыҡтыҡылай билдәмәһен Хәнифә еңгәм миңә тотторорға иткәйне лә, туҡталып тора алманым.

-- Дөрөҫ иткәнһең, улым. Биш ваҡыт намаҙын үтәмәгән яһил бәндә ҡулынан мал алыу харам.

Ғәбделәхәт, һыбайланып, юлына елдерҙе, мәғзүм ике ағаһына шыбырланы:

-- Хәнифә еңгәм әйтә, алыҫтан килгән ҡунаҡ бар икән һеҙҙә, Сәлимйән шәкерт менән икеһен йәйен итенән ауыҙ итергә алып кил, ти...

-- Юрғалар ана әҙер, кем, мырҙалар. Һәәәй, үҙемдең йәшерәк саҡ булһа... Барығыҙ, донъя гиҙеп ҡайтығыҙ.

Ике һыбайлы ҡушарлап юрттырҙылар. Саҡма тояҡтар елдән шәберәк елде – күҙ асып йомғансы тауҙы ла артылдылар.

-- Остоҡ теге Перовский утарына!

-- Остоҡ!

Йәшел үҙәндән һуҙылған Әселеүҙәк йылғаһын буйлап барып, ҡаршылағы Оҙонҡырлалар яғынан уға килеп ҡушылған Һаҙлыйылғаны кисеп, һул яры буйынан бара-бара, шуға ҡойған нәҙек кенә Манҡыс һыуын да артта ҡалдырып, был тирәләге иң бейек үр Артышлытау моронондағы Ҡапҡанташ тарлауығына керҙеләр. Уңдан – шаҙра ҡаяташ, һулдан текә түң аҫтындағы ҡара шырлыҡ ҡосағынан Һаҙлыйылғаның һулығып ҡына сылтырауы ишетелә; юл түтәһе – бер арба ла һыбайлы ғына йәнәшә ҡыҫылып уҙмалы. Ҡапыл алда дөбөр-шатор тәгәрмәстәр, еҙ ҡыңғырау сыңлауы һиҫкәндерҙе, аҡ күбеккә батҡан ҡара айғырҙың ауыҙын ауыҙлыҡ йырыуҙан күҙҙәре аҡайып, ҡуш ҡолағын шешләндереп муйыны дуғалай бөгөлгән ярһыу башы йәшен тиҙлегендә ҡаршы ырғылды, дилбегәсеһенең юлбаҫарҙай ҡолаҡ ярып һыҙғырыуы яһилланып һөрәнләүенә әүерелде:

-- Көшшш, ыбыр-сыбыр ҡырҡаяҡ, көшшш! Кит юлдан, Зәхмәт бай үҙе килә! – Һыбайлылар шаҙра ҡаяға аттарын саҡ һырныҡтырып өлгөрҙө -- арҡаһына ялҡ-йолҡ итмеш ҡыҙыл атлас бөркәтелгән ҡара айғыр аҡ кейеҙле һары ситән ҡырандасты өйөрмәләй дөһөрләтеп үтеп китте. Әхмәтзәкир мосафирҙы иң хайран ҡылғаны шул ине: аҡ кейеҙгә баярҙарса ларҡайған мыҡты әфәнденең ситән ҡырынан һәлберәгән аяғында, йәйге эҫе сула булыуға ҡарамаҫтан, ҡыҙыл буҫтау биҙәкләнгән оҙон ҡуныслы ҡышҡы быйма, өҫтөндә ҡышҡы бүре толоп, башында күк төлкө ҡолаҡсын, ә ҡуш тәртәләй алға һоноп ҡайыш дилбегә йомарлаған ҡулдарында терһәктәренә тиклем еткән оҙон ҡуныслы ап-аҡ сафъян бирсәткәләр – аристократ мәрйә ханымдарҙың затлы кейеме.

-- Зәхмәт әшнә, бер ауыҙ һүҙ бар ине!

-- Тррр! – Атының ауыҙын йыра тартып туҡтатты. – Йә, ләңкелдә, ваҡыт юҡ!

Сәлимйән, юлдашына күҙ ҡыҫып, “ләңкелдәне”:

-- Фокан урыҫҡа әсәйеңде һатып ҡайтып киләһеңме?

-- Көшшш! Осраған бер хәйерсегә телемде әрәм итмәйем! – Сыбыртҡыһын шартлатып, дөбөр-шатор олаҡты.

-- Вай-вай-вай, был ни хәл, кем булды?! – Баш сайҡаны Әхмәтзәкир.

-- Ләҡәбе Зәхмәт булһа ла, асылында Әхмәт тигән шәриҡтәшем, мәҙрәсәне быйыл бергә тамамланыҡ.

-- Аҡылдан шашҡанмы, тиһәм...

-- Столыпин алды уның барлы-юҡлы аҡылын.

-- Батша министрҙарының башлығымы?

-- Тап үҙе. Шуның “ер һатыуға хөрриәт” тигән законы сыҡҡас, атаһы бахырҙан ҡалған һуңғы байлығын – йәйләү ерен Фокан-урыҫҡа осороп, үҙенсә йәнәһе серегән байға әүерелеп, шөһрәтенә түҙмәйенсә, урыҫтан ер хаҡына алған ҡыш кейәһе бай кейемдәрен йәй кейеп маһайып йөрөй... Фокан ҡарт та хәйләкәр: һылыу ҡыҙына Зәхмәт ызнакумының күҙе төшөүөн шәйләгәс, ер хаҡын бер-нисә өлөшкә бүлеп түләргә һүҙ ҡуйышҡан: килгәнең һайын ҡәҙерле ҡунағым булырһың, табын ҡороп, рәхәтләнеп һөйләшеп ултырырбыҙ, тигән. Тик мәғәнәһе шунда: килгәне һайын эсереп иҫертеп, кәрт уйнап, аҡсаһын отоп алып ҡала Зәхмәттең...

-- Һааай был беҙҙең ҡара башҡортто! – Әсенеп көлөштөләр.

Ҡыҫыҡты уҙып, түңәрәк аҡланда йылғаны ҡабат кискәс, аптырашып ҡалдылар: юлға кәртә ҡоролған, ә һуйыл күҫәк услаған мыҡты өс урыҫ, күҙҙәре менән ашарҙай, ажырайып торалар.

-- Фокан ҡарттың Зәхмәттән сәлдергән ер сиге – ары уҙҙыртмаҫ, яуыз. – Йылғаны кире кисеп, алыҫтан уратып бата-сума үтергә тура килде.

-- Их, ҡуҙға һалған ҡойҡалай сөрөшөп тарая башҡорт ерҙәре...

-- Столыпин реформаһы ошолай уңышлы барһа, аяҡ баҫыр ғына түгел, ҡәберлек тә еребеҙ ҡалмаясаҡ... – “Перовский юлы”, “Перовский утары” тип тарихҡа кергән урындарға ана шулай ғәмләнеп барып еттеләр.

-- Ана анауы тауҙы ашһаң – минең тыуған Мырҙағолат ауылы...

-- Һеҙҙең аша йөрөгәнме атаҡлы гөбөрнәтер?

-- Эйе. Йәйҙәрен ошонда башҡорт ҡымыҙын эсеп, ҡалъяларын һоғоноп, ҡурайын тыңлап рәхәт ял итер булған. Ат бәйгеһе, милли көрәш, ғәскәри таһыллыҡ, ҡурай һәм йыр, сәсәнлек буйынса ярыштар ойоштороп, еңеүселәргә аҫыл бүләктәр тапшырған. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан бейә һауып ҡымыҙ бешеүсе, ашнаҡсы, туҡыма туҡып киндер, балаҫ һуғыусы, дебет шәл бәйләүсе, кейеҙ баҫыусы, тире тун һәм ҡаты күндән тарамыш епләп итек-ҡата, һауыт-һаба тегеүсе, шулай уҡ оҙон көйгә йырлаусы, ҡумыҙҙа уйнаусы һәм бейеүсе иң уңғандарға затлы бүләктәр бирелгән. Ошо Перовский утарынан Ырымбурҙың гөбөрнәтер һарайынаса йөҙ егерме биш саҡрым арауыҡта һәр биш-алты саҡрым һайын атсапҡын ҡуйылып, гөбөрнәтерҙең ҡыҙыл һурғыс мөһөрлө пакет-хәбәрнамәләре утарҙан – Ырымбурғаса һәм киреһенсә ҡулдан ҡулға тапшырылып ҙур тиҙлек менән алып барып еткерелгән...

-- Бағанаһыҙ-сымһыҙ тере телеграф йәғни!

Перовский утарынан тороп ҡалған ҡара күмерҙәрҙе ҡарағас, Перовский юлы буйлап Эйек тамағы йүнәлешенә бара-бара, әйләнеп ҡайтыр яҡҡа һулға – үҫәргәндәрҙең элекке Бейлоғош йәйләүенә тартылдылар. Элекке, сөнки ул да урыҫтар ҡулына күскән, башҡортҡа уҙмаға берләм юлы ғына тыйылмай ҡалғайны. Элеккеләрҙе һағыныуҙан моңло-зарлы Бейлоғош йылғаһы тирәгенә ат бәйләп, һалҡынса һыуҙа тәһәрәт алып, өйлә намаҙын уҡығас, ҡусҡыл үләнгә янтайып саҡ ҡына хәл алдылар.

-- Шулай итеп хозур йәйләүҙәребеҙ ҡулдан ысҡынып китте, мал йөрөтөр ҙә урын юҡ, ауылдарыбыҙҙа бикләнеп ултырып ҡалдыҡ... Эййй! – Төпһөҙ зәңгәр күккә ҡарап салҡан ятҡаны килеш, һыҡтанып көйләне Сәлимйән:


Башҡорт йәйләүҙәрен һатып эскәс,

Елкә соҡорон башҡорт ҡашына.

Батша һанаунигы Столыпин етте

Башҡорт ерҙәренең башына... –


Үҙебеҙҙең мәҙрәсәлә сығарылған яңы йыр – “Һатылған йәйләү” көйө...

-- Һатып та, һатылып та бөтөп бара шул башҡорт...

-- Әйтсе миңә шуны, уҙаман: бына һин, күп уҡыған, ғәрәпсә менән фарсысаны ғына түгел, урыҫсаны ла һыуҙай эскән ғалим кеше, нисек уйлайһың, ҡасан да булһа йырып сыға алырмы икән бахыр башҡорт ошо ҡоллоҡ, фәҡирлек, ҡара наҙанлыҡ һаҙлығын? Килерме ергә дөйөм хөрриәт32 һәм тигеҙлек?

-- Үҙебеҙҙән тора инде барыһы.

-- Икһһеҙ-сикһеҙ кафыр-урыҫ донъяһында кескәй утрау ғына булып ҡалған башҡорт үҙе генә нишләһен?

-- Улай тип әйтмә, ҡорҙаш. Кескәй генә ҡырмыҫҡа ла үҙенең кәүҙәһенән ун тапҡырға ҙурыраҡ һәм ауырыраҡ йөктө һөйрәп илтә ала. Бабаларыбыҙ ике быуат буйынса бит ятбауырҙар талауына ҡаршы ҡылыс айҡап ҡарышҡан, фәҡәт шуның арҡаһында Башҡортостан тигән аҫаба ерен, башҡорт тигән исемен, телен, динен кафыр тәреһенән таптатмай ҡурсалап ҡалдыра алған.

-- Әммә халҡыбыҙҙың хәҙер ҡылыс айҡар хәле юҡ...

-- Ни өсөн? Сөнки яһил аҡ батшаның ике башлы сәмреғошо нисәмә быуат буйынса уның бауырын суҡып, ҡанын эсеп, елек майҙарын ҡоротҡан, хатта Аллаһы Тәғәлә биргән зирәк аҡылын да зәғифләтеп бәүелһеҙләндергән. Бая ғына эргәбеҙҙән яндырайланып уҙып киткән Зәхмәтегеҙҙе генә ҡара... Йәки ислам нурына ҡойонған ауылығыҙҙың һауаһын ыҫлап беренсе башлап тәмәке тартҡан, араҡы эскән Хәлилегеҙҙе генә ал... Ысынлап та, зәхмәткә һабыша башҡорт... Бына ниңә ул үҙенең тыуған әсәһен – йәғни таланыуҙан, тартып алыныуҙан тороп ҡалған аҡтыҡ ерен һатып ебәрә килмешәккә. Мылтыҡ һәм туп атып та ала алмағандарын башҡортто аңғыралатып ялмайҙар. Әлхасил33, үҙ яҙмышыбыҙҙы үҙ ҡулыбыҙға алһаҡ ҡына балҡыясаҡ беҙҙәргә тигән яҡты хөрриәт таңы. Ә тигеҙлек мәсьәләһенә килгәндә, ҡулыбыҙҙағы бармаҡтар ҙа тигеҙ түгелен беләһең, әммә уларҙы тигеҙләп ҡырҡып булмай. Егәрлейән һәм ялҡау, йылғырйән һәм бәлтерәгән, һәләтле һәм һәләтһеҙ, талантлы һәм талантһыҙ, аҡыллы һәм томана, мәғрифәтле һәм наҙан, тәүәккәл һәм ихтыярһыҙ, батыр һәм ҡурҡаҡ араһындағы айырма мәңге булған һәм буласаҡ.

-- Мәңге-мәңге уларҙың беренсеһе – байыраҡ, икенсеһе фәҡирерәк ҡалырмы?

-- Уныһы ла һәр кемдең үҙенә бәйле.

-- Һем... Тимәк, бына мин, баяғы Фатих мәғзүм әйтмешләй, тишек сәкмәнле йән, әлеге шул ялҡаулығым йә наҙанлығым, ҡурҡаҡлығым арҡаһында ғына фәҡирлектән сыға алмай аҙапланам, һинеңсә?

-- Шулар арҡаһында ғына түгел шул, бына ҡайҙа төп мәсьәлә! Бәндәнең шәхси һәләтлектәренә юл ҡуйыусы, уны быуып тотмаусы сәйәси мөхит булырға тейеш донъяла, шунда ғына йәмғиәттең барлыҡ ағзаларына ла ҡояш яҡтыһы төшә, яҡтылыҡтан файҙаланыу мөмкинлеге асыла, һалҡын күләгәлә ҡалыусылар һаны аҙая. Бер-береһенән Күк менән Ерҙәй айырмалы серегән бай һәм ҡаҡҡа таянған ярлы булмаҫ ине шул саҡта; ә сағыштырмаса байыраҡ та фәҡирерәк, әммә һәммәһе Хоҙай ҡушҡан әҙәмдәрсә йәшәү сарыфына эйә азат инсандар булыр.

-- Шулайҙыр ҙа бит... әммә илебеҙҙә, аҫабаларҙан тыш, ерһеҙ йәки аҙ ерле килмешәктәр ҙә бихисап, уларҙың да ауыҙҙары уҫлаптай...

-- Аллаһы Тәғәлә башҡорт ерен Ирәм бағылай бай ҡылып яралтҡан һәм ул тик бер башҡорт халҡын ғына түгел, бәғзеләрен дә бәхетле, ырыҫлы итерлек, әгәр ҙә ки еребеҙҙә заманса мәғрифәтле, ғәҙел хакимиәт урынлаштырһаҡ. Алдынғы урыҫ зыялылары ла уйлана ошо хаҡта.

-- Бая ғына “Тәфтиләү”ҙе йырлаған егет, йәшереп кенә, Ырымбурҙан бер урыҫ гәзите алып ҡайтып уҡығайны: аңлауымса, коммунистар фирҡәһенең етәксеһе Улъянов -- Ленин тигән берәү бишенсе йыл болғанышын яңынан ҡабатларға, йәшәп килгән хакимиәтте түңкәрергә саҡыра.

-- Беләм. Өфө, Силәбе яҡтарынан иҫкән елдәр беҙгә лә һуғылғылай. Шундай мөхит тыуа ҡалһа, беҙгә лә йоҡлап ятмаҫҡа, файҙаланырға кәрәкле, тип һанайым.

-- Тарҡаубыҙ, сәйәси фирҡәбеҙ ҙә юҡ...

-- Ойошорбоҙ. Ойошторорбоҙ. Башҡортҡа ла уяныр ваҡыт етер!

-- Бирһен Хоҙай, бирһен Хоҙай! -- Дәртләнеп атландылар. Һуғарылып, юшанып алған аттар йылдам елдерҙе.

Кершәнник юлынан ҡайтып еттек, тигәндә, ауыл осондағы ҡылғанлы убала ишек бейеклек ике яҫы таш ҡара-ҡаршы ҡаушарылған зиратҡа туҡталдылар. Әхмәтзәкир, ғәҙәтенсә, яҙыу-фәлән эҙләп тә таба алмағас, юлдашына ҡараны:

-- Нимә был?

-- Баяғынаҡ хәҙрәтебеҙ шомланыбыраҡ телгә алған Хәсән менән Лотоштоң ҡылмышы был. Ә асылында боронғо әүлиә зираты – Үҫәргәндең ун алтынсы быуат ахырындараҡ барымтасы ҡаҙаҡ ханы Ҡасимдан яуҙа еңелеп, язалап үлтерелгән Урмәмбәт хан ҡәбере. Әммә эш унда түгел.

-- Эш ниҙә һуң?

-- Эш шунда ки, ата-баба мәжүсилегенән ҡалған йола бар беҙҙә: боронғонан күмелеп ятмыш алтын хазинаһы, имеш, төндә ҡыҙыл ялҡын рәүешле ләүкей. Шуны күргән кеше әгәр кейеменең тиҫкәреһен әйләндереп кейеп, ипләп кенә усы менән һуҡһа, ләүкеү ялҡын шау-алтынға әйләнә... Хәсән менән Лотош игеҙәк ирҙәр шул тылсымлы ялҡынды ошонда күреп, Һантый Хәлил Һандыҡташтан һуғып алған хазина беҙгә лә харам түгелдер, тип, һуғып алырға итәләр, әммә кес кенә яңылышлыҡ ебәрәләр – бейәләйҙәрен әйләндереп кейергә онотҡандар... Һөҙөмтәлә ялҡын кире ер аҫтына умырылып, ер өҫтөндә һип-һил төндә ел-дауыл, зил-зилә ҡубып, ике яҡҡа быраҡтыра икеһен, шул зәхмәттән Хәсәненең күҙе салшайып, Лотошоноң ауыҙы ҡыйшайып ҡала... Ҡәбер өҫтөндәге ике яҫы ташты, башҡаларға асы һабаҡ итеп, имеш, боронғо суҡай таш өҫтөнә шул икәү килтереп ҡаушара...

-- Һабаҡ, тиһәң дә -- һабаҡ... Ә анауы уйһыулыҡта ниндәй ике ташбура һерәйә тағы?

-- Уныһы ла әүлиә зираты, Аҡһаҡтимер заманынан ҡалған, тиҙәр.

-- Абба, барып күрәйек аныһын да!

Һулау (мал һыулауы) тип аталған Һаҡмар ҡырсынлығының яр яҡаһында бер-береһенән йөҙ аҙымдай алыҫлыҡта боронғо бер яугиребеҙҙең кәүҙәһе һәм башы айырым-айырым ерләнгән, имеш. Эйек тамағынан яҡынлап килеүсе Аҡһаҡтимер яуының көсөн белергә тип Туҡтамыш ханыбыҙ тарафынан ебәрелгән темеҫкен34 башҡорт, имеш, үҙенең шунда башы сабылып өҙөлөрөн алдан уҡ белгән; башымды – сабылып төшкән еренә, кәүҙәмде ҡолаған урынына күмегеҙ, тип әйтеп ҡалдырған һәм шулай иткәндәр ҙә.

-- Туҡтамыш һәм Аҡһаҡтимер эҙҙәре... тарихи ер икән шул, ысынлап та!

-- Ошоғаса ер һөргәндә тимер уҡ, һөңгө башаҡтары, тимер күлдәктәр килеп сыға төрәндәргә эләгеп.

-- Башҡорт ерен илбаҫарҙарҙан ҡурсалап шәһит киткәнгә күрә, быуаттар буйына онотмай зират ҡылып, әүлиә тип ҙурлағандар, изгеләштергәндәр мәрхүмде, урыны ожмахталыр... – Ҡыҫҡа аят уҡып доға ҡылдылар ҙа эйәрҙәренә менделәр. Ҡырсынлыҡ кисеүенән бесән тейәп сығып килгән, пар ат егеүле бейек урыҫ арбаһы – ридван ыңғайланы ауылға; бесән башында, арба артынан атлатҡан һыбайлыларға әленән-әле текләп, ҡуш бағаналай һерәйеп, ҡара кейеҙ эшләпәле ике ирекәй ултыра, береһенең күҙе салыш, икенсеһенең ауыҙы ҡыйыш, әстәғәфирулла тәүбә!..

-- Ошо икәү була инде Хәсән менән Лотош ҡарттар...

Бесән таулы ридвандың алдына сығып, ауылға елдерҙеләр. Ер кешеһе янып-бешеп бесән әҫерләгән мәл, бөтә халыҡ сабында, ҡарт-ҡоро ла бала-саға ғына салына күҙгә. Һыуалғысҡа ҡайырылып, оҙон юлдан һуң туҡталышта тамам һыуынған аттарын һыҙғырып эсерҙеләр ҙә, етәкләп, йылға үрендәрәк Ҡаҫмарт тамағында ҡусҡылланған әрәмәлек буйынан атланылар. Әлерәк кенә Әхмәт байҙың йылдағыса Йылайырҙан ҡыуҙыртҡан һуңғы һалдары үткән имеш ағылып; ташлы морон яр ҡырында һөрлөгөп ҡалған бүрәнәләр асы сайыр еҫтәре аңҡытып ята тырым-тыраҡай. Бөгәлдәге өйкөм-өйкөм тал артындағы ҡомлоҡта мөңгөр-мөңгөр үҙ алдына һөйләнеүсе сәйер телмәр йәлеп итте иғтибарҙы, туҡтап шым күҙәттеләр. Ғәҙәти киндер күлдәк-ыштан, башына урыҫ картузы кейгән тирәктәй нәҙек-оҙон буйлы, матур сөм-ҡара мыйыҡлы утыҙ йәштәрҙһәге әҙәм, яланаяҡтары менән дымлы ҡомға бата-сума, башы йылғаға ҡаратып ҡармаҡ ҡыуалы сәнселгән һыу ситенә тиңәлә лә әлә ниндәй күҙгә күренмәҫ тиңдәшеме, дуҫымы менәнме сәләмләшә:

-- Дахил35-Шарап туғаным, һаумы, һаумы!

Үҙе үк үҙенә яуаплай:

-- Һаумы, Хәлил туғаным, һаумы, һаумы!

-- Иҫән-имен генә торҙоңмо урыныңда?

-- Үҙең иҫән-имен килеп еттеңме?

-- Иҫән, иҫән, туғаным! – Балаларҙай сүгәләп, усы менән ҡомдо көрәп, кафырҙың ҡыҙыл һурғыс башлы, яртылаш бүҫкәртелгән эсемлек шешәһен йолҡоп сығарҙы. Юғары тотоп күҙәләмә кимәлен билдәләгәс, бөкөһөн тешләй асып, тамағын ғорҡолдатып берталай йотто; бөкөһөн ҡабат тығып, баяғы ҡом келәтенә күмде лә ҡәнәғәт тамаҡ ҡырып ҡалҡынды. – Һау булып тор, Дахил-Шарап туғаным, мин килгәнсе, һау бул, һау бул!

-- Һау бул, Хәлил туғаным, һау бул! – Йәйен балығын ҡармаҡлау маһиры яр ҡырыйынан әкрен генә күтәрелеп, әҙәм буйына тиңәлеп үркегән күкшелт әремдәргә ышыҡланғас, шарҡылдап көлөштөләр.

-- Баяғы Һантый Хәлил ағабыҙ ошо үҙе була инде! – тине Сәлимйән.

-- Ысынлап та Һантый икән, әй. Араҡыһын эт эсмәһә ярар ине.

-- Дүрт аяҡлыһын белмәйем, әммә ике аяҡлылары эскеләй, тигән хәбәр бар...

Артҡапҡала ҡаршылаған Фатих ҡусты ярҙамында аттарҙы ҡураға ҡуйып, баяғы ҡарама төбөнә янтайҙылар. Хәҙрәт уларҙы өйлә сәйенә көтөп ала алмағас, артабанғыһын абыстай менән мәғзүменә тапшырып, мәсет иғәнәһенә бесән сабыусы өмәселәре эргәһенә ашыҡҡан. Самауырҙан баш тартып, ҡымыҙ менән һыуһын ҡандырҙылар ҙа, Фатих мәғзүм ҡотҡоһона бирелеп, баяғы саҡырыу ебәргән йортҡа йәйен ите ашарға йүнәлделәр, сөнки Һантый Хәлилде яҡынданыраҡ күрергә тип сәмләнде ҡунағыбыҙ. Тишек-тошоҡ серек һалам түбәле, ус аяһындай ни бары ике ҡарындыҡ тәҙрәле, көмөрәйгән ситән соланлы йоҙроҡтай ғына өйҙөң асыҡ ишегенән һыҙылған моңло ҡурай артынса уҡ шундай уҡ моңло ир һәм ҡатын йырлауынан әҫәрләнеп, соланда туҡталдылар.

-- Хәлил ағай менән Хәнифә еңгәй! – тип шыбырланы Сәлимйән. Бирелеп тыңланылар:
Хәлил:

Ирәм36 бағында сән үҫтең,

Йөрәгем парәһен киҫтең,

Саба еле булып иҫтең,

Хәнифәм, ау, хәләл йәрем.
Хәнифә:

Күгемдең күк шоңҡары сән,

Даламдың буҙ толпары сән,

Бәғеремдең һыңары сән,

Хәлилем, ау, ярты йәнем.
Хәлил:

Сәсрәп китһен донъя малы,

Алтын-көмөш – дуңғыҙ ҡаны.

Төнөмдөң һин һүнмәҫ таңы,

Хәнифәм, ау, ҡояш-айым.
Хәнифә:

Тәңрем сәме йөҙҙәреңдә,

Йондоҙ шәме күҙҙәреңдә,

Кәүсәр тәме телдәреңдә,

Хәлилем, ау, бар йыһаным.
Ҡушарлап:

Ожмах түре – ҡыуышыбыҙ,

Дахил-шарап – һулышыбыҙ,

Былбыл булып ҡауышығыҙ

Хәлил менән Хәнифәләй.
Ете йәштәрҙәге ауыл аҫырауы37 -- шарылдаҡ бер ҡыҙ бала ҡайтып инеп, тамаша маҙаһына тейгәс, ипле генә сәләм биреп инделәр, йөҙҙәре ҡояш менән айҙай балҡыған бәхетле хужалар иһә тар өйҙәренә һыйғыһыҙ киң күңел менән ифрат ихлас ҡаршыланы; буй һикегә йәһәт ашъяулыҡ йәйеп, ҡара ҡомғанда ҡаты итеп бешерелгән өрөклө сәй, ҡалын көлсә ҡатарында оло батмусҡа һалынған көрәк яҫылыҡ һимеҙ йәйен ҡойроғо менән һыйланылар. Урындарында тышлыҡтары тап-таҙа бер юрған менән яҫтыҡтан башҡа һис ни күренмәһә лә, аштары – тирәсе сым менән тарттырылған ярыҡ ҡаҙанда, сәйҙәре суйын ҡомғанда бешерелһә лә, иҙәндәре һәм бөтә ағас әйберҙәре балауыҙҙай һары итеп ҡырсып йыуылған, көллө өй эсе паклыҡҡа һуғарылған, ә үҙҙәре былбылдай һайрашҡан был һантый йәндәр ысынлап та бәхетле, иҫ китмәле бәхетле ине. Йөҙҙәренән түгелгән һәм ҡарындыҡ тәҙрә үтә кергән нурҙарҙы аҙһынғандай, көпә-көндөҙ унлы шәм яғып түр башына аҫҡандар, мейес ҡашағаһында ла етеле шәм нур сәсә... Ошо һуңғылары ифрат таң ҡалдырҙы алыҫтан килгән ҡунаҡты. Әйтеүҙәре буйынса, ғүмерендә мал-тыуар аҫырамай, иген икмәй, бесән сапмай, йәйен-ҡышын балыҡ тотоп, кейек аулап, Кершәнник баҙарында шуларын һатып, улъя төшмәгән саҡтарында туған йәнле ағай-энеләре хәйеренә таянып саҡлы-соҡло көн күрә ул Һантый Хәлил, тигәйнеләр ҙәһә, ә ниңә һуң көпә-көндөҙ сыраҡ яндыра? Уныһы ғына ла етмәһә, тар өйөндә аҫырауҙы айҙар буйына ҡундыра, услап-услап табынға өрөк, йөҙөм емеше сәсә?.. Аҫырауы ла мишәрсәләп тәтелдәй, өҫтәүенә:

-- Менүәрәләргә кергәнием, өрөксөз-нисез семерәләр ачы мәтрүшкә чәйен, аҡтүтәйем. Сездә эчкән чәйләрем исемә төшөп, күңелем болғанып чығып киттем, ясап биргәнен дә эчмичә. Аҡтүтәйем, әйт әле: өрөксөз дә чәй эчеп буламы икән ни?!. Өйләре ҡап-ҡараңғы, бездәгедәй көнө-төнө шәм дә янмый, ичмасам!

-- Балаҡайым, күрәһеләрең бар икән!.. – тип хафаланды өйҙөң хужабикәһе. Аптыраҡ тотҡан Әхмәтзәкирҙе ни аралалыр әлеге шул Сәлимйән әшнәһе йәшертен генә әшкәртте: баҡтиһәң, Столыпин законына ярашлы был өй ҙә ҡапыл байыған: Һантый Хәлил, Селек бөгәленә китәм – Һаҡмар ятыуына яҡын утар һалып ултырам, тип, йәмғиәт еренән үҙ өлөшөн киҫтертеп, Рязань яғынан килгән ҡалталы урыҫ мужигына осорған гүзәл тәбиғәтле төбәкте; бер мужик килеп ултырғандан донъя үҙгәрмәҫ әле, тип, ауылдаштар быға ҡул һелтәгәндәр, мужик төпләнгән утарҙы Селек Мужигы тип исемләгәндәр. Ләкин бер-ике йылдан уҡ Селек Мужигының биләмәләре ныҡ киңәйгән – Ырымбурҙан гөбөрнәтер землямерҙары килеп, хәтһеҙ башҡорт ерҙәрен ҡырҡып биргәс, утар алтмыш йортло урыҫ ауылына әүерелгән, башҡорт аяҡ баҫмаҫ ергә әйләнгән... Бына ниңә көпә-көндөҙ шәм яғып ултыралар, өрөкләп сәй эсәләр, ә Хәнифә ханымдың урта бармағында аҫыл ташлы алтын балдаҡ ялҡылдай... Дөрөҫ, Һантый Хәлил баяғы Селек Мужигына илтер юлдың Ҡаҫмарт кисеүенә етер-етмәҫ һул яғында Әбейүлгән тауҙың дүрткелләнеп ятҡан Һандыҡташында төн уртаһында ҡыҙарып ләүкегән ялҡын күреп (унда Муйтән бейҙең хазинаһы бикләнеп ята, тиҙәр...), баяғыса, усы менән һуғып алған, имеш, ул алтын балдаҡты; шулай ҙа мужик аҡсаһына бәйләп аңлатыусылар ҙа етерлек...

Әпәр итеп аш ҡайтарғас, изге йола буйынса, алыҫтан килгән ғалим мосафир Ҡөрьән аяты уҡыны, йортта бәхет шулай тулып-ташып тороуын теләне. Ҡунаҡтарҙың өсөһөнә, шулай уҡ етем-еҫер мишәр ҡыҙына ла , ваҡ көмөштән садаҡа тараттылар. Әхмәтзәкир, доға ҡылып алғас, усында тос тартымлы тәңкәнең алтын икәнен абайлап, был фәҡирҙәрҙән шунса хәйер алырға ауырһыныптыр, тәңкәне өй хужаһына хәйер ҡылып кире бирҙе; Хәлил уны доға ҡылып алды ла үҙ сиратында Әхмәтзәкиргә хәйерҙән кире ҡайтарҙы:

-- Изге мосафир, әгәр ҙә алмай китһәң, ҡанлы йәштәр менән ҡаты рәнйермен; һинең һымаҡ хаҡ юлдан йөрөгән йәш ғалимыбыҙға ауыр сәфәрен саҡ ҡына булһа ла еңеләйтергә насип ҡылһын ине Хоҙай! – Бәхетле ир менән ҡатын, ҡунаҡтарҙы урамғаса оҙатып, иңгә иң терәшкән хәлдә сөңгөрләшеп тороп ҡалдылар...

3

Һаҡмар һыуында ҡойоноп, һыуынып алырға ла аҡшам намаҙына тиклем игелекле шөғөлгә ылығырға – мәҙрәсә бураусы оҫталарға ярҙамлашырға ниәтләнгәйне улар. Йөҙә-сума кинәнеп өйрәк ҡыуыш уйнағанда, арғы ярҙан, йомарлаған кейемдәрен һыңар ҡулында юғары күтәреп тотоп, ут ҡапҡандай ерән сәсле, йәше яғынан Фатих мәғзүмгә тиңләшерәк татар малайы йөҙөп сыҡты ла, йөгөн ярға атып-бәреп, былар уйынына ихлас ҡушылды. Йөҙгәнендә һыу өҫтөндә туҙбаш йыландыҡылай ерән башы бер әкәмәт булһа, өйрәкләнеп күкте тибеп сумғанында яҫылығы ҡуш аялай, оҙонлоғо аршиндай дәү тәпәйҙәре хайран ҡалдыра ине. Башҡаларҙың иҫе китмәгәнен күргән Әхмәтзәкир:

-- Исемең кем һинең, мырҙам? – тип ҡыҙыҡһынғайны, һә тигәнсе таҡмаҡлатып яуапланы:
Нияз минем исемем,

Яланаяҡ кешемен,

Ҡарға бассам ҡызамын,

Пич башында өшимен.
-- Беҙҙең яҡта бындай һиммәтле инсандарҙы тайыш аяҡ тиҙәр ине, һеҙҙә Нияз аяҡ тип әйтерлек елле өлгө бар имеш. Әллә, тимен, ысынлап та ҡарға баҫып уңдымы был табан бәрәкәттәрең?
Бәрәкәтем – бәрәкәт,

Табан жылым – хәрәкәт.

Көчләп пойма кидерсәгез,

Салып ташлыйм, жамәғәт!
-- Ҡайҙа шытып уңды икән был шанлы татар балаһы?
Шытҡан аулым Чишмәдер,

Ҡызлар ыштан чишәдер.

Жигетләре, жинләнеп,

Суын бушлай эчәдер!
Көлөшә-көлөшә ҡороға сығып кейенә башлағайнылар, ерән башлының өҫ кейеме үҙенән дә сәйерерәк күренде: татарҙың бай шәкерттәре кеймәлекле фыртый ҡала фасонында аҫыл буҫтау туҡыманан бесеп тегелгән салбар-кәзәкей, кәләпүш; тик улар барыһы тиң ҡырҡ йыртыҡ һәм ямауға ҡалып кеймәлекһеҙ туҙған, әммә һаман ошо “ҡала фасонынан” айырылырға теләмәгәндәй күренә. Хөллә эйәһенең үҙенең әйтеүенсә, ошбу килеш ул Ырымбурға барырға, Әхмәт байҙың үҙенә йә приказчигына “явиться” булырға тейеш -- өҫтөндәге иҫкеләрен өр-яңыға алмаштырырға бушлай. Буштың атаһы үлгән, тип, һуңғы сәйер мәғлүмәткә Әхмәтзәкир тамсы ла ышанмағас, быныһы ла тап ана шулай яланаяҡлап ҡарҙа йөрөү бәрәкәте икәнлеген тарихи йәһәттән Сәлимйән менән икәүләшеп төшөндөрөп бирҙеләр. Баҡтиһәң, Нияз бынан өс йыл элек шартлап торған ҡышҡы сәлләлә атаһы менән Тоҙтүбәнән тоҙ тейәп ҡайтып килешләй, Татар Ҡарғалыһында ҡуналҡаға туҡталғас, донъяға билдәле Әхмәт байҙы үҙ күҙҙәре менән күрергә теләп сәмләнгән Нияз, түҙә алмай, “бынауы торған Ырымбурға эт һейгәнсе барып әйләнергә” атаһын ныҡый башлағас, балаһының оҙон юлда ғына кеймәле тишек табанлы быймаларын йәшереп ҡуйған, ти ҡарт. Әммә... таң тишегенән Ырымбурҙың ҡар көрәүселәре ауыҙынан хәтәр хәбәр елә ҡолаҡтан ҡолаҡҡа: “Ҡала буйлап сасҡау ҡарҙан яланаяҡ Хызыр-Ильяс китеп бара Әхмәт байға!..” Мәғлүмәт йәшен тиҙлегендә Әхмәт бай йортона үтеп инеп, ысынлап та яланаяҡ Хызыр-Ильясты ҡаршы сығып алалар ҙа байҙың йылы түренә мендерәләр. Изге йәндең аслан кем икәнлеген, ниңә бында килгәнлеген төшөнгәс, Әхмәт бай, күҙҙәренән эскерһеҙ йәше мөлдөрәп, изге әмерен бирә: “Баштан-аяҡ өр-яңынан ҡаласа кейендерергә, кеҫәһенә ун һум аҡса һалырға. Ошонан һуң да был инсанды күҙҙән яҙҙырмайынса, ошбу беҙҙәр һибә38 ҡылғандың иҙерәп туҙғаны һайын, ул Ырымбурға килгәнендә йылына бер өр-яңыға алмаштырып торорға. Милләтебеҙҙең сыныҡҡанлыҡ һәм ғалилыҡ үрнәге булһын өсөн, үҙҙәренә күрше ауыл Сәнкем-Биктимерҙең Мөхәммәткамал хәҙрәт Дәүләтшиндың мәҙрәсәһенә уҡырға урынлаштырып, йылына бер мәртәбә аҡсалата һибә ҡылып торорға”... Шунан биреле Сәнкем-Биктимер ауылының һәр өйөндә яланаяҡ Нияз шәкертте хөрмәтләп ҡаршы алалар, йор таҡмаҡтарын тыңлап, һыйлап сығаралар имеш...

Нияз мырҙаның бөгөн ниңә бында пәйҙә булыуының сәбәбе лә аңлашылды: баш яҡтан үтәсәк һуңғы һалға эләгеп, Ырымбурға барырға, Әхмәт байҙың ҡаҙнаһына аламаларын тапшырып, өр-яңынан бөтәйеп ҡайтырға юлланған.

Сәйерһенеүен баҫа алмаған Әхмәтзәкир, азаматтың хөлләләренең бер йыл эсендә ошондай ҙа иҙерәп туҙыуының сәбәбен һорағас, иҫе китмәй яуапланы:

-- Беҙ бит уларҙы, буштың рәхәтен күреп, бөтә ағай-эне иңдән төшөрмәй алмашлап кейәбеҙ. Нияз сисенеп йоҡлай, әммә Әхмәт бай иғәнәһе йоҡламай – кемдеңдер иңендә кейелеп йөрөй бирә!..

-- Аяғыңа бирмәнеләрме ни?

-- Биргәйнеләр ҙә -- алманым, сөнки биргән һәр беренә аяғым һыйманы.

-- Аяҡ, тиһәң дә -- аяҡ, тап килтереү ҡыйындыр шул. Батша үҙеңде һалдат итеп алғас нишләрһең икән?

-- Яланаяҡ йөрөрмөн, бына былай иттереп! – Тәпәйҙәрен өҫкә ғорур сорғолтоп, хәрбиҙәрҙең парад маршын белеүен тамаша ҡылдыртты – Ырымбурҙа гөбөрнәтер һарайы алдында ҡарауыл һалдаттарынан күргән икән.

-- Батшаның бөтә ғәскәрҙәре ошо Нияз һалдаттай яланаяҡ йөрөһәсе! – тине Сәлимйән. – Итектәре ярлы халыҡҡа тәтер ине, исмаһам. Шулаймы, Фатих мәғзүм?

-- Бына үҙең һалдат булғас ни әйтерһең? Риза булырһыңмы икән?

-- Мин риза! – тине Нияз.

-- Һай афарин! Борон заман татар халҡының Нияз кеүек яланаяҡ һалдатлы ғәскәре булһа, Яуыз Иванға Ҡазанды бирмәҫ ине!

-- Ниңә, әле лә һуң түгел! – Нияздың бөйөрөнә төртөп ҡеүәтләне Сәлимйән.

Үр яҡтағы бөҙрә таллы бөгәл артынан ҡапыл ғына ҡурай моңо һыҙылып, әңгәмә ебе өҙөлдө лә бар иғтибар шул тарафҡа төбәлде: тымыҡ һыуҙа талғын ғына һал йөҙә; ең һыҙғанып, балаҡ төрөп үрә ҡатҡан мыйыҡлы бер мыҡты ағай һал башында ишкәкләп юл алдырта; ун ике йәштәр самалы бер ҡарпыш ҡолаҡ тарамыш үҫмер артҡы ишкәкте тотҡан; урталыҡтағы буралы өй башында иһә ҡарпыш ҡолаҡҡа тиҫтерерәк икенсе улан, ап-аҡ киндер күлдәк иҙеүенең үңер бауын сисеп ебәреп, ирәүән ҡурай шыжылдатып ултыра – быйылғы һуңғы һал килә! Өймәкләшеп тамаша ҡылған ярҙағыларға салт иғтибар иттеләр: ҡурай моңо оҙон көйҙән дәртле таҡмаҡҡа күсеп, ишкәкселәр алмаш-тилмәш мөнәжәт атты ярға:


Данлы Сәнкем-Биктимергә

Тарты аяҡ, килергә.

Хәҙрәтегеҙ рәнйемәһә,

Туҡталырбыҙ был ергә.
Һал килеү хәбәре күҙ асып йомғансы өйберенсә таралып, һыуалғысҡа телгәр халыҡ эркелде – йыр әйтешеү маһирҙары был форсатты ҡулдан ысҡындырмай ине.
Ярҙан:

Ауылыбыҙ ҡоймалы,

Ҡапҡа асып ҡумалы.

Хәҙрәтебеҙ фатихаһы

Зәм-зәм39 кеүек шифалы.
Аңшайып килеп, һал башын таш моронға бәрҙертә яҙғайнылар, әсе телле Нияз сәнсеп өлгөрҙө:
Кәшмәгең ник ишмәдең,

Исердеме ишкәгең?

Башың тотоп уфтанасың,

Башҡорт абый, нишләдең?
Һалдан:

Мал ағыҙам далаға,

Һаҡмарский ҡалаға.

Һеңлең алып ҡасһам, татар,

Булырһың, тим, ҡайнаға!
Ярҙан:

Ике ҡулың чөйәлле,

Исем-атың кем әле?
Һалдан:

Сөйәлемдән килеп белеш,

Миңә һорау бирмәле!
Ҡашлаҡтағы кешеләрҙе яр буйлатып үҙ артынан ылыҡтырған кәшмәкле һал һыуалғыс таш морон шаршыһын имен уҙып, ауыл осондағы Борам тауы тәңгәлендә һәлмәкләнгән киң ятыуҙың таллы ярына һырныҡты, ике осо тирәктәргә арҡанлап нығытылды. Яр башына ырғып менгән һалсылар менән һәр кем ихлас күреште: Иркәбай исемле мыйыҡлы мыҡты ағай ҙа, уның Ғәбделхәй40 атлы ҡурайсы һәм мөнәжәтсе улы ла таныш ине һал ағыҙмалы Һаҡмар-һыу буйы халҡына; ҡарпыш ҡолаҡлы улан иһә, бик теремек ҡул биреп иҫәнләшеп, Шаһизада Бәпесовмын, ҡаршығыҙҙағы олоғ шағир һәм ҡурайсы Ғәбделхәй Иркәбаевтың мәҙрәсәләге шәриҡтәше, йән дуҫымын, йәйге форсат барҙа бергәләшеп йәмле Һаҡмар буйҙарын ҡыҙырырға, ил күрергә йүнәлдек, тип танытты ла, һеҙҙең Үҫәргәндә лә, тап беҙҙең Бүләрҙәгеләй, ларылдап (“юллар” тип) һөйләшәләр икән (“һөйҙәшәләр” түгел), ә Ғәбделхәй дуҫымдың Ҡыуаҡан яғында иһә дарылдап (“юлдар” тип) һалдыралар, хәйер, минең кеүек һәлбер ҡолаҡҡа уларҙың икеһе лә бер, тип көлдөрҙө.

-- Дуҫым Шаһизада үҙе миңә ҡарағанда ла талантлы олоғ шағир, думбырала, мандолинала уйнау маһирлығы иһә шундай юғары кимәлгә ирешкән ки, хатта аяҡ бармаҡтары менән еҙ ҡылдарҙан көй сиртә! – тип шапыртҡайны Ғәбделхәй, быныһына ышанмайыраҡ торҙолар: ҡул менән булһа – бер хәл, аяҡ менән булмаҫ, тинеләр. Әммә-ләкин Шаһизада, мандолина килтерегеҙ, ошонда уҡ маһирҙарығыҙ-ҙы аяҡ менән уйнарға ярышҡа саҡырам, тип һөрәнләгәс, ундайҙар табылманы. Үҫмерҙәрҙең кемуҙарҙан һауаланыуын мыйыҡ бороп тыңлаған Иркәбай ағай ҙа Шаһизаданың маһирлығын күҙ ҙә йоммай раҫланы, өҫтәүенә, улар икеһе лә Аҡмуллабыҙ булырҙай: юл буйы дәфтәргә мөнәжәт яҙышып ярыштылар, әммә береһен береһе уҙа алманы, тигәс, Әхмәтзәкир уларҙың ярыш дәфтәрен аҡтарып ҡарап, ысынлап та шағирәнә йәнле уландар икән, киләсәктә милләтебеҙҙең ғорурлығы дәрәжәһендәге ижадсылар булмаҡсы, тип күңелдәрен күтәрҙе.

Шул арала яр башына Кершәнник юлы тарафынан ике улан йүгереп килеп етте, береһе, ялтыратып сәсен ҡырғаны, ых-бых һулап:

-- Сәлем Солтанов41 тигән шәкерт буламын, Хәлил йәйенсенең улы, -- тип таныштырҙы ситтән килеүселәрҙе. – Хәҙрәткә бесән сапҡан ерҙән, ауылға һал туҡталған, тип ишеттек тә Төхфи әшнәм менән күҙ йомоп дондоҡ.

-- Төхфәт Ченәкәй42, -- тип төҙәтте ебәктәй йомшаҡ һары сәсле, аяҙ күктәй зәңгәр күҙле (һыңары сәсәк сиренән аҡлағайны), талдай һомғол буйлы үҫмер егет. – Шушы Саҡмар түбәнендә Сарыҡташтан арыраҡ Рәдүт дигән казачий ауылдан-мын, шушындағы мәдрәсәдә башланғыч сабаҡ алдым, йәренгә Ҡарғалы мәдрәсә-сенең сасы-мососон иснәргә иде ниәт.

-- Бирһен Хоҙай! – Бит һыпырҙы Әхмәтзәкир.

-- Анауы Нияз шәкерттән дә уҙҙырырлыҡ бынамын тигән бәйетсе, яҙғандары-ның аҫтына “Төхфәт Сенәкәй-Рәдүди” тип тә ҡул ҡуя! – Аңлатырға ашыҡты Сәлем тигәне. – Бик тә белгегеҙ килһә, баш яҡ бәйетсеһе менән әйтешергә килде ул.

-- Аб-бааа! – Һалсыларҙың ҡарпыш ҡолаҡлыһы алға сыҡты. – Йә, әйтеп ебәр, әләйһә. Кешнәшепме, тешләшепме алайыҡ.

Төхфәт шәкерт, тамаҡ ҡырып, һалдыра ла башланы – ҡара-ҡаршы әйтеш китте:

Төхфәт:


Диндер-диндер-диндерәү,

Чабатамда киндерәү.

Кидерәүе төшөп ҡалғач,

Ыштанбаулап жилтерәү.
Шаһизада:

Синекендә -- сабата,

Минекендә -- күн ҡата.

Икесе тиң тишек-тошоҡ,

Шулай да ярап ята.
Төхфәт:

Сөйләмеңдә татар бар,

Татарлыҡҡа ҡатар бар.

Шуны әллә белмисең –

Үзем башҡыртмын, дисең?
Шаһизада:

Ҡойоп ҡуйған башҡортмон,

Бпашҡортлоҡҡа баш йортмон.

Телем минең – ирәкте,

Телеп керә йөрәкте.
Төхфәт:

Син – ирәкте, мин – татар,

Юлларыбыз, дим, ҡатар.

Башҡыртмы, дим, баш тартыр?

Әллә татармы сатар?
Шаһизада:

Татар барҙа – хәтәр бар,

Хәтәрлегә бөтәр бар.

Йәшә башҡорт Бәпесев,

Йәшә Сенәкәй татар!
Бәйетселәр ихлас ҡул ҡыҫыштылар ҙа ҡайнар ҡосаҡлаштылар, ә тамаша ҡылыусылар ҡеүәтләп алҡышланы.

-- Афарин! Дус булыйҡ!

-- Булдыҡ! – Ун йылдан һуң илгә билдәле ике шағир Ырымбурҙа осрашып, ысынлап та дуҫ булышып, берталай бер бүлмәлә йәшәйәсәген; большевиктар Башҡорт хөкүмәте ағзаларын төрмәгә япҡас, төрмәнән ҡасҡан Шаһизада ошо Сәнкем-Биктимер аша Бөрйәндең Таулыҡай төбәгенә үтәсәген, киләсәктә Башҡортостан гимны булып яңғыраясаҡ атаҡлы “Башҡортостан” шиғырын шунда яҙасағын береһе лә белмәгәндер, әлбиттә. Егерменсе йылдарҙа Өфөлә эшләгән Төхфәт Сенәкәй, дуҫлығына тоғро ҡалып, шағир ижадын килер быуындарға илтеп еткереү өсөн тос өлөш индерәсәген; 1919 йылда ҡанлы Йылайыр ерендә яуыздарса үлтереп ташланған дуҫының ҡәберен эҙләп табып, уны ҡабат тантаналы ерләүҙә ҡатнашасағын да, әлбиттә, бындағыларҙың береһе лә башына индермәгәндер... Мосафир ҡунаҡ Әхмәтзәкир Йәлитов иһә үҙенән-үҙе килеп сыҡҡан шиғри әйтештән һоҡланыуын белдерҙе:

-- Күрәһегеҙме, йәмәғәт: күҙ алдыбыҙҙа яңы быуын шағирҙарыбыҙ тыуа, афарин! Киләсәктә был балапандар ҡанаттарын киң кирер, милләтебеҙҙең яңы Аҡмуллалары, Туҡайҙары етешер!

Ауылдың торғон тормошона кескәй генә күңелле ял килтергән һал, йор таҡмаҡсы Ниязды ла арҡаһына ҡундырып, Һаҡмарҙы түбәнләп Ырымбур яғына һыҙҙы, тамашасы ауылдаштар һәрбере үҙ мәшәҡәттәренә таралды. Көнө буйы ығы-зығынан талыҡҡан Әхмәтзәкир мәғзүм киң күңелле хәҙрәт йортонда төнәп ҡалды.

Мөхәммәткамал хәҙрәт иртәгәһен ҡырандасҡа ҡуш юрғаһын ектертеп, Сәлимйән шәкертен күсер итеп ултыртып, бер туған ағаһы Әхмәтшаһ имамлығындағы Себенле ауылынаса илттертеп ҡуйҙыртты, ун йылдан һуң Ырымбурҙа аҡтар менән ҡыҙылдарҙың киҫкен көрәше осронда Каруанһарайҙа ҡабат юлдары киҫешәсәген был икәүҙең береһе лә шәйләмәне; Себенленән мосафирҙы Ырымбурғаса имам хәҙрәттең уланы Ғәбделғәлләм мәғзүм йәһәт алып барып еткерҙе; ун йылдан һуң был инсан да, Сәнкем-Биктимергә яҡын Һаҡмар аръяғында Һарыяр (Жултый) ҡасабаһының имам хәҙрәте булып етешкән Ғәбделғәлләм Дәүләтшин, ошо уҡ Әхмәтзәкир етәкләгән автономиялы Башҡортостан хөкүмәтенең ялҡынлы бер таянысына әүерелеп, 1918 йылда үҙ мәсете ҡаршыһында уҡ большевиктар тарафынан вәхшиҙәрсә үлтереләсәк ине, ике туған ағаһы Мөхәммәткамалдың яратҡан элекке шәкерте большевик Мырҙағолатовтың ҡоралдаш-ҡорҙашы ҡыҙыл Каширин ҡулынан...




Достарыңызбен бөлісу:
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   24




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет