3
Тәпәш, йөнтәҫ, теремек башҡорт аттарында дүрт һыбайлы ҡасаба осонаса командующий менән штаб башлығы һәм эйәрсендәре оҙатыуында килеп, алғы һыҙыҡ һағауылынан уҙҙылар. Тар, ҡараңғы урман юлы кескәй төркөмдө үҙенә тартып алып, ҡыҙыл әрмистәр күҙенән ышыҡланы. Комиссар ҡушарлығында булһалар ҙа, арҡалары пүлә көтөп сымырлап барған өс һыбайлы ауыр киренкелектән бераҙ арынып, тартышып ҡатҡан тәндәрен яҙлыҡтырҙылар, ярһыу дәрт менән аттарының бөйөрөн типсенеләр. Тупыр-тупыр тояҡ таҡмаҡтары сал ҡарағай баштарына һарылып, тәбиғәтте һиҫкәндереп ебәрҙе.
Тәрән уйға сумып ойоған комиссар, тирә-яғындағы йәшел хозурлыҡты, аңҡау ярып кергән әскелт-хуш сайыр аңҡыуын да абайламай, уҡтай һуҙылып елгән юрғаһының ялбыр ялына текләгән килеш, сихри хистәр ҡосағында йомолоп йөҙә бирҙе. Алдағы өс юлдаштың тиргә батып тоҙға ҡатҡан яҫы арҡаһы әленән-әле иғтибарҙы бүлә лә аттарҙың һаҡ бышҡырыуы ҡырыҫ ысынбарлығына ҡайтара. Күкрәп бесән еткән саҡ, салғы сүкер, кирелеп яҫма һалыр саҡ; әммә ошо гүзәл ерҙең хужалары, үҙенең төп вазифаһын онотоп, ҡылыс тапау, һөңгө һаплау һәм тау-таш араларына, урман шырлыҡтарына боҫоп, януарға түгел, ә үҙе һымаҡтарға әжәл яуҙырыу менән мәшғүлдәр; болоттай ҡуйырған йәшел болонлоҡтарҙы ла, туҡ башаҡлы баҫыуҙарҙы ла ҡара-ҡаршы үрәпсеп ҡарғыған дағалы аттар иҙә; шомло ауылдар тәңгәленән күккә әсе үрт ыҫы, ҡан шәүләләре күтәрелә; көмөш һыулы саф йылғалар өҫтөнән ҡанлы кәүҙәләр күпсеп-һалланып аға – шуны уйлап эстән һыҙып көрһөнә, әрнеп бара ине ер балалары, хәрби аттарға атланған дүрт уҙаман... Үркәс-үркәс тау теҙмәләре лә, бер менеп тә бер төшөп, артта ҡалды; зәңгәр күктә нурға мансылып йөҙгән бөҙрә болоттар ҙа, ҡул һуҙымы етерҙәй яҡынайып, остары менән, әйтерһең, шуларға ҡаҙалған ҡолас етмәҫ ҡарағайҙар, сағылдай көр ҡарағастар донъяһы күҙалланды. Бер сал ҡая ышығына тиңәлгәс, һыбайлылар туҡтаны; аттарынан төшөп, теҙгендәрен ботаҡҡа элеп, таштарҙы шауҙырлатып ишелдерә-ишелдерә, текәгә үрмәләнеләр. Йөрәктәре дөп-дөп типте, маңлайҙарынан тир аҡты. Балта киртеп тамға һалынған дәү ҡарағай тәңгәлендә туҡталып, баштарын салҡайттылар. Үрҙә, йыуан олондоң балауыҙ-һары күкрәгендә, билендәге яҫы ҡайыш кирәменә беркелеп, аҡ тула эшләпәле, аҡ күлдәк өҫтөнән ҡара кәзәкейле, һорғолт киндер ыштанлы, күн итекле берәү тирә-яғын сыбарлаған мыжғыу бал ҡорттары араһында солоҡ ҡарап булаша.
-- Әссәләмәғәләйкүм, Мостафа ағай! – Башындағы төшөп барған йәмерек фуражкаһын услап тотоп Йәмил һөрәнләне. Солоҡсо етеҙ хәрәкәттәрен туҡтатып, аҫҡа салт боролоп ҡараны. Ҙур йоморо танаулы, эре сырай һыҙаттары беленеп торған оҙонса йөҙлө, ап-аҡ ялбыр ҡашлы, ап-аҡ көрәк һаҡаллы ҡарт икән дә.
-- Вәғәләйкүмәссәләм, һинме был, Йәмил мырҙам?
-- Эйе, мин инем, Мостафа ағай.
-- Ҡайҙан моронланың?
-- Үҙең белгән тарафтан.
-- Эргәңдәге ҡунаҡ кем?
-- Баш йорт ебәргән илсе.
Ҡарт ашығып солоғон бикләне:
-- Ярай, түбәндәрәк көтөп тороғоҙ.
Юлаусылар аттары янына төштө. Теҙгендәрен ҡулдарына алып, һуҡмаҡ буйлап килгән ҡартты көттөләр. Ул, бер кемгә лә күтәрелеп ҡарамай, өндәшмәй, берләм юллы ағас араһына тартылғас, юлаусылар ҙа, менгеләрен етәкләп, артынан ыңғайланы.
Селтерәп кенә шишмә урғылған тау егенә еттеләр. Һыу ситендә саталы ҡаҙыҡ аша ергә сәнселгән сей ағас-һалмауырға ҡоромло таған аҫылған, яҡындағы йыуан ерек төбөндә ҡабыҡ ҡыуыш ишеге өңшәйеп тора. Ҡартлас йәһәт усағын хәстәрләне, киҫәү аҫтынан бормасланып әскелтем-сөскөлтөм төтөн ҡойроғо һуҙылғас, ҡаҙанға шишмәнен һыу һоҫоп, йолҡоп-таҙартып әҙерләнгән ҙур һуйырҙы сумырҙы. Мәшәҡәтен теүәлләп, ҡыуыш артында Йәмил менән оҙаҡ сөңкөлдәштеләр; ҡарт ҡайҙалыр ағас араһына китеп олаҡты.
Һертелдәп килеүҙән көллө тәне емерелгән Сәлимйән, шөңгөр шишмә ҡырыйына сүкәйеп, һалҡын һыуға кинәнеп бит-ҡулын йыуҙы. Ҡыҫтау хромдарынан арынып, янып барған аяҡтарын рәхәтләнеп батырҙы. Тәненә йүгергән ял-сихәттән иҙерәп, имеп туйып бишеккә ятҡан сабыйҙай, боғаҙынан ихлас ләззәтләнеү ауазы сығарҙы, йәшел үләнгә салҡан төшөп кирелде; хозурлыҡтың татлы дауамы булып, тыйылғыһыҙ, табандары һыуҙың көмөш көҙгөһөн сәпелдәтте. Көллө донъяһын оноторҙай ошо ләззәтле мәлендә ҡапыл тертләп һиҫкәнде: яҡындағы ҡусҡыл ылыҫ аралығынан көйҙөргөс үсле күҙ баға – Вәлиулла юлдашының ылыҫтай йәшел күҙҙәре!.. Комиссар ҙа үҙен абайлағанды һиҙеп, буғай, ялт итеп юҡҡа сыҡты, ләкин үсле ҡарашы һаман ылыҫ аҫтынан төбәлгән һымаҡ ине...
Сәлимйән, тора һалып, ҡыҫтау итектәрен тартып кейҙе. Йәшерен ҡурҡыныс һағалауын тәрән эске тойғо менән һиҙенеп, тирә-яғын барланы. Ғайса Талипов тигәндәре, бөксәйеп ултырып, йыбанып ҡына усаҡ болғата; Йәмил иһә боҡорлап ҡайнаған ҡаҙанға ағас шеш тығып, сәнескеләп, иттең бешеп өлгөрөүен самалай. Эргәлә генә сыбар арҡалы гонаһһыҙ бер ҡошсоҡ үлән орлоҡтары сүпләп маташа... Комиссар, тынысланып, кире ҡабат салҡан һуҙылды, йәшел ҡарағайҙар осондағы зәп-зәңгәр түңәрәклектә ҡара шамаланып йөҙгән бөркөт шәүләһен байҡаны. Күңелендә, дәртләндереп, мәшһүр Туҡайҙың:
Төптәрендә ятҡаным бар хәл йыйып, күккә ҡарап, --
тигән шиғри юлдары шөңгөрләнде. Ул көрһөнөп ҡуйҙы. Далаға Урал армыттары тоташҡан хозур тәңгәлдәге тыуған ауылында бының ише ҡарағай урмандарҙы китаптан уҡып ҡына беләләр, мәҙрәсә алдына ултыртып үҫтергән берҙән-бер төп ҡарағай иһә шуның күргәҙмә һабағы кеүек ине; дала менән тауҙы айырып йәйрәп аҡҡан йомарт Һаҡмар-һыу буйҙарын башҡа моң – һыу ситтәренә тараҡ тештәреләй теҙелеп үҫкән һуйҙан аҡтирәктәр шауы ҡойола ине һалмалы япраҡтарҙан. Йөрәкһетеп, туған ҡырҙар, туған күҙҙәр төҫөн йәнгә үткәҙеп, хәтерендә йәнә лә бер онотолмаҫ изге моң – йәшлек йыры уралды:
Һаҡмар буйҡайҙары киртләс-киртләс,
Киртләстәре китәр боҙ киткәс.
Гөрләп торған Һаҡмар буйҙарының
Йәме китәр инде беҙ киткәс...
Киткәнгә лә нисәмә йылдар уҙҙы, күпме елдәр иҫте, һыуҙар аҡты... Юлдар уны ҡайҙа ғына илтеп ташламаны ла нимәгә һуҡлыҡтырманы. Никрут булып, ҡайғылы моңға урам буйҙарын шаңғыртып йырлай-йырлай илдән сығып киткәндән һуң өс йыл буйы герман фронтының ҡанлы окоптарында ауналды, шунда беренсе тапҡыр Ленин һүҙҙәренә иреште. Ун етенсе йылдың октябрендә яҙмыш еле уны шанлы Петроградҡа килтереп, Ленин штабы урынлашҡан Смольныйҙың ҡыҫынҡы-тар коридорҙарында йөрөттө; коммунистар партияһының иң ҙур етәкселәре менән танышырға, алдағы эштәренә фатиха алырға насип итте...
Сәлимйән күҙҙәрен йома. Ҡолаҡ төбөндә генә иҫертеп селтер-селтер шишмә йырлауын, ҡырылмаһа-ҡырҡ төрлө ҡоштарҙың ботаҡтарҙа арыу-талыу белмәй сут-сут көмөш тәңкә тиреүҙәрен иҫәнгерәп кисерә. Теләр-теләмәҫ кенә күҙҙәрен асып, ҡарағайҙар осондағы түп-түңәрәк зәңгәрлеккә текләп ята. Әйтерһең, уның ҡоңғорт күҙҙәренә бейеклектән онотолмаҫ керһеҙ-алсаҡ зәңгәр күҙҙәр – Гөлсәсәгенең күҙкәйҙәре моңайып-төбәлеп баға...
Шыбырлап ҡына ел иҫә, маңлайына һалҡынса-дымғылт үлән остарын эйә. Наҙлы бер зәңгәр сәскә, бөгөлөп-һығылып, Сәлимйәндең шырау битен ҡытыҡлай...
Хәтерҙә, бик хәтерҙә -- 1918 йыл, ауыл, мөғәллимә Гөлсәсәк менән мөғәллим Сәлимйән кескәй һәм ярлы мәктәптә балалар уҡытып йөрөгән саҡ. Муйылдар күпереп сәскә атҡан бер ял көндә Әселе буйының әрәмәлегенә сығып, бына ошолай күккә ҡарап яталар, зәңгәр хыял диңгеҙҙәрендә йөҙәләр. Гөлсәсәк башын ҡалҡытып, күҙҙәренең зәңгәрлеген күңел төбөнә үткәҙеп, көтөлмәгән һорау менән алйытты:
-- Сәлимйән, коммунист бит әле һин?
-- Эйе, коммунист, -- тине, алйыуынан ҡапыл арынып.
-- Коммунистарҙың да төрлөһө -- ысыны һәм ялғаны була, тиҙәр...
-- Эйе, ләкин мин ысын коммунист! – Берҙәм тороп ултырҙылар.
-- Сәлимйән, әйт әле... ысын коммунист ниндәй ул?
-- Ниндәй тип ни... бына тап һинең менән минең кеүек, ит менән һөйәктән инде! – тип шаяртырға теләгәйне лә, булманы:
-- Юҡ, ысын коммунистар – айырым, ғәҙәттән тыш була, тиҙәр бит ул... ысынмы?
Сәлимйән ни әйтергә лә белмәй уйланып алды:
-- Ысын коммунислыҡ – ғәҙәттән тыш булыуҙа түгел, ә ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә лә ғәҙәти булып, кеше булып ҡала алыуҙалыр ул, моғайын...
-- Сәлимйән, бәғерем... Әгәр көндәрҙән бер көндә мин һиңә ошолай тиһәм... йә -- мин, йә -- партияң, тиһәм... Ҡайһыһын һайлар инең?
-- Һылыуым, тилекәйем минең! – Ҡыҙҙы нәҙекәй биленән һығып ҡосаҡланы. – Улай әйтерҙәй булһаң, үҙеңде ярата алыр инемме икән?!.
-- Тимәк, яратмайһың...
-- Тәүбә, тиең! Икегеҙ ҙә бер миңә -- икегеҙҙе лә өҙөлөп-өҙөлөп яратам! – Ләкин ошо раҫлауы Гөлсәсәккә лә, үҙенә лә һуңғы хаҡлыҡ һымаҡ тойолмай ине – тороп атлап киттеләр. Юл буйынса өндәшмәй уйланып ҡайттылар. Әле һаман ошо һорау Сәлимйәндең күңелендә урала: ысын коммунист булыуҙың асылы нимәлә?..
Шөңгөр шишмә селтерәп йәнде арбай, күҙҙәрҙе йоҡо томалай. Һағыныслы төш күрә: Гөлсәсәге һыбайланып менеп алған, уға ҡарап йылмайып килгән Ҡантураты... Туҡтале, йәҙрәләр шартлап ярылған, пүләләр жыйлаған Һайылмыш буйында ҡанһырап ятып ҡалғайны түгелме ул?..
Кем тауышы, кем тауышы -- әллә атайҙыҡымы:
-- Ааай, Сәргәй ҡантураты! Сәргәй ҡантураты!..
Тертләп уянған Сәлимйән кинәт тороп ултырҙы; шул ыңғайҙа, һауала шыжлап килеп, әле генә уның муйыны ятҡан тәңгәлдә ергә, ҡара һағағы батып, солоҡ балғаһы ҡаҙалды... Ике күҙе атылып сығырҙай аҡайған, ауыҙынан аҡ күбеге аҡтарылған Вәлиулла ергә батҡан балғағамы, әллә комиссарғамы оҙон ҡулын һуҙып сарбайланы:
-- Ааай!.. Сәргәй ҡантураты!.. Ааай!.. – Ергәу лтыра төшөп, һулығып-һулығып иланы. Йәмил менән Ғайса йүгереп килеп етте, диуананы торғоҙоп, ҡултыҡлап алып китте. Башын шишмәгә тыға-тыға камил иҫенә ҡайтарғас, ҡыуыш артында “аҡылға ултырттылар” ҙа атына мендереп оҙаттылар – байтаҡҡаса күренмәне артабан...
Сәйер бәндәне тетрәткән “ҡантурат” һүҙе Сәлимйәндең күңеленә балғалай батып кереп, һис тынғылыҡ бирмәне. Һуйыр һыйлы табынды уратып ултырышҡас та тынысланмай, һорай ҡуйҙы:
-- Ниңә теге әшнәгеҙҙе ашатмай ебәрҙегеҙ?
Бер-береһенә ҡарашып, уңайһыҙлыҡ кисерҙеләр.
-- Асыулана күрмә инде, комиссар, -- тине Йәмил. – Ул, меҫкен, ҡайғыһынан аҡыл юйыр сиккә еткән.
-- Ваҡыт-ваҡыт алмашына, ни эшләгәнен белмәй. – Ғайса ауыр көрһөндө. – Аҡылына ҡайтарғас, әлеге яман ҡылығы өсөн үкенеп бөтә алманы – эсемә шайтан инә лә ултыра, ти...
-- Шайтаны ла әҙәм ҡиәфәтле, буғай... – Асыҡлыҡ керетте Йәмил. – Тегендә, һинең менән бергә юлланыуҙы ишеткәс, Әһлиуллин әтрәтенән бер татар: “Иҫәүән башҡорттар, күҙегеҙҙе асыбыраҡ йөрөгөҙ: был комиссар арағыҙға һарыҡ тиреһе ябынған бүре рәүешле керә!” – тип ойҡотоп ебәргән...
Комиссарҙы һағайтты: батальондың Әһлиуллин әтрәтендә татарҙар ҙа, башҡорттар ҙа хеҙмәт иткәнлеге, яуызлыҡта урыҫтарҙан һис тә ҡалышмауы мәғлүм – провакация өсөн иркен файҙаланыла шулар. Күтәрелеш етәкселәрен нисек тә тиҙерәк осратып, ике-ара аңлашыуға ирешеп, йәһәт әйләнеп ҡайтырға, ашығыс саралар күрергә!
-- Ниндәй “Сергей ҡантураты”н тәкрарлай? Вәлиуллағыҙҙы әйтәм...
Берауыҡ һыу уртлағандай ултырғас, Йәмил сер тоғон систе:
-- Үҙенә күрә шундай бер ат инде ул... ҡантурат... Бер уйлаһаң, һөйләүе лә имәнес... Имеш, уны ҡороҡ та тотмай, пүлә лә алмай – хужаһы Сергейҙың ҡан дошманы Вәлиулланы һағалай... Торғаны менән әкиәт инде шунда...
-- Ай, улай тип әйтмә, ҡусты... Уның менән шаярырға ярамай. Тегендә лә шуның арҡаһында ҡапҡанға ҡаптыҡ, саҡ-саҡ үлемдән ҡалдыҡ...
-- Вәлиуллаң кинәт алмашынмаһа, шуны һөрәнләмәһә, һағауылдарынан үтеп тә китә инек.
-- Шул хәлен белә тороп, ниңә уны сәфәрегеҙгә алдығыҙ? – тине комиссар.
-- Йәшел бесәй күҙе ут кеүек уның: ҡаяташ артынан да күрә, йәшерен юлдарҙы белә. Ашҡыныуы ла һуңға табан һирәкләнә төшкәйне. Был юлы һаташмаҫ, тигәйнек.
-- Барыбер кешнәр ине... Вәлиуллаға ҡаныҡҡан ул ҡантурат...
-- Ысынлап та бармы шул йылҡы малы?.. – Сәлимйәндең йөрәге семерләне.
-- Ҡалай тиһәң дә ярай инде... Ғайса ағайҙың раҫлауын да кире ҡаға алмайым. Мәҫәлән, эйәрле-йүгәнле килеш, юғалтҡан хужаһын эҙләп ҡыҙыра, тиҙәр.
-- Дөрөҫ аңлаһам, Сергей буламы уныһы?
-- Дөп-дөрөҫ. Кантондағы болғаныштар шул Сергейҙән башланған...
-- Ҡайһы яғы әкиәт тә ҡайһы яғы хәҡиҡәт икән бының?
Йәмил, ҡаштарын төйөлдөрөп, фекерҙәрен тупланы.
-- Әйтһәм әйтәйем инде, комиссар, йомаҡ булып ҡалмаһын. Хабаровка тигән урыҫ ауылы бар ине беҙҙә, баяғы Вәлиулла тигән ағайыбыҙҙың Әғләм ауылы күршеһендә (икеһе лә көл-күмер инде хәҙер, барғас күрерһең)... Ут күрше булып, араларына ел-ямғыр үтмәҫ ызнакум булып Вәлиулла менән Сергей йәшәне. Вәлиулланың сысҡан һыртлы ел еткертмәҫ юрғаһы, Сергейҙың Шүлгәнкүл буйы башҡорттарынан һатып алған ҡантураты бар ине, икеһе лә бәйгеләрҙә беренселекте алмашлап алырҙар ине. Бына бер заман аҡ батша ҡолатылып, Керенский хөкүмәте лә түңкәрелеп, ҡыҙылдарҙың хөрриәте башланды ла үҙҙәрен большевик тип атаған килмешәк урыҫтар ҡоралланып, коммунистик әтрәттәргә уҡмашып, башҡорт аҫаба ерҙәрен көслөк менән баҫып алырға кереште; башҡорттар ҙа, ҡоралланып, уларға ҡаршы сыҡты. Әғләм ауылының ата-баба сабынлығында ике тараф төкәлеште: элекке ике дуҫ-ызнаком, Вәлиулла һәм Сергей, ат өҫтөндә ҡылыс айҡашып ҡапма-ҡаршы килде лә бер-береһенә йәнтәслим киҙәнде – Сергей ҡылысы Вәлиулланың ат башын ярып үтһә, Вәлиулланыҡынан Сергей башы тумарлап ергә төштө, өҙәңгелә һөйрәлеп бармыш кәүҙәһе лә ысҡынып ятып ҡалды; хужаһының мәйете янында туҡталып ҡатҡан ҡантурат, ҡапыл артҡы аяҡтарына ҡарғып, ызнакумының ҡанлы кәүҙәһе эргәһендә күҙҙәре аҡайып шашынған Вәлиулланы бәреп-ауҙарып ҡаса – ҡыҙыл ялҡындай дөрләп, ҡуйы сауҡалыҡҡа инеп юғала... Ошонан һуң Вәлиулла ағайыбыҙ телдән ҡалып, оҙаҡ һаташып ятты, ә телгә килгәс тәүге өнө шул аяныс “Сәргәй ҡантураты!..” тигән ялбарыу булды...
-- Юлға, егеттәр, юлға! – тине Ғайса, ашыҡтырып.
4
Менгеләренең ваҡыт-ваҡыт һиҫкәнеп бышҡырыуын һәм тояҡ аҫтында сыртлап сыбыҡ һыныуын иҫкә алмағанда, донъя һил, уйсан көйө. Ҡарурмандың тынлыҡ моңон тыңлап бер талай барғас, алда, алыҫта, һыҙылып ҡына сурылдаған ҡош ауазы салынды. Ат баштарын шаҡарып, һағайып ҡолаҡ һалдылар. Ауаз инде асығыраҡ ҡабатланды һәм, комиссар көтмәгәндә, ҡолаҡ төбөндә икенсе бер сәйер ҡош уға ҡушылды: быныһын, ғәжәпкә ҡаршы, юлдашы Ғайса көйләп һыҙғыра ине. Сәйер шөғөлөн ҡырт-өҙөп:
-- Булды! – тине ул. Теҙгендәрҙе бушатып елдерҙеләр. Алда бейек, ҡалын үләнле бәләкәй аҡлан уйылып, түңәрәк ҡарт имән төбөндә өймәкләшкән унлап һыбайлы шәйләнде – көллөһө карабинлы, ҡылыслы. Береһе ҡаршы килде, алға сыҡҡан Йәмил менән мөңгөр-мөңгөр гәпләште. Һыбайлыларҙың бер өйкөмө был өсәүҙең артынан, ҡалғандары алдан төшөп, бер күлем юрттырҙылар. Ян-яҡтағы ағастар һаман алыҫлашып, юл түтәһе киңәйгәндән-киңәйә, йәйпек үҙән түбәненә иңкәйә; яҡында ғына ниндәйҙер йылҡы өйөрөнөң өркөп бышҡырышыуы, өйөр айғыры муйынындағы баҡыр бутыл доңғолдауы ишетелә. Тал-тол сытлап уратҡан кәбәнгә еткәс, аттан төшөп, теҙгендәрен кәртәгә элеп, ағас араһына йәйәүләнеләр.
Кәрлә ҡайын ботаҡтарына тотона-тона түбәнләнде. Эйәрҙән төшөп ергә баҫыу кинәнесле булһа ла, Сәлимйән тар итек яфаһын татый башланы – аяҡтары утҡа бешкәндәй янды. Сатанлауын һиҙҙертмәҫкә тырышып тештәрен ҡыҫты. Текәне төшөп, таш араларынан шарлап аҡҡан йүгерем һыуға тиңәлгәс, саҡ ҡына туҡтап хәл алдылар ҙа оҙон ерек баҫманан аҙымланылар. Арғы ярҙа биленә балта ҡыҫтырған көрәк һаҡаллы ҡаршыланы, Сәлимйән уны кемгәлер оҡшатһа ла, тәүҙә иҫенә төшөрә алмай аҙапланды. Ниһайәт, кисәге солоҡсо Мостафа ҡарт икәнен шәйләп, һүҙ ҡатып өлгөргәнсе, уныһы төркөм башлығы менән ағас артына ышыҡланып, мөңгөр-мөңгөр аңлашты ла ҡабаланып юҡҡа сыҡты.
-- Комиссар, киттек баяғы Әғләм һәм Хабаровка ауылдарын күрергә, -- тине Йәмил. Ҡалдырған аттарҙы килтереп еткерҙеләр. Яр буйынса саңлы юлдан юрттырып бара торғас, ыҫ әсеһе танауҙарға ҡапланды, ике яҡлап бер-бер артлы көл-күмер өйөмдәре, шулар уртаһында ҡәбер таштарылай һерәйгән мейестәр, һөрөмләнгән емерек таш келәттәр, ҡоймалар теҙелеште.
– Урам буйлап барабыҙ, шундай оҙон урамлы ауыл ине был...
Ауылды артта ҡалдырып, йылға түбәненә тағы өс-дүрт саҡрымдай киткәс, -- шундай уҡ ыҫ, көл-күмер, ҡәбер ташылай ҡатып ҡалған мейестәр, һөрөмлө таш келәттәр һәм ҡоймалар... Алдан башлап барған Ғайса ҡайырылып ҡарап аңлатты:
-- Быныһы, комиссар ағаҡайым, Сәргәй йәшәгән ҡасаба Хабаровка була инде...
Кешеһеҙ ҡалған төйәктәргә кире боролмайынса, түбән яҡтан йылғаны кисеп сығып, үҙҙәренә генә билдәле юлдарҙан ҡайһылыр бер тәңгәлгә ирештеләр –урман ситендә йәшел бесән ябып ҡоролған ҡыуыш. Шуның алдында йор усаҡ ялҡынлана, ике әҙәмдең береһе борҡорап ҡайнаған баҡрасты өстағандан ысҡындырып маташа. Ҡараңғы төшкәйне инде, Сәлимйән усаҡ яҡтыһында был икәүҙең ҡиәфәтен байҡаны: билен йүкә бау менән һәлпәйтеп быуған сал бабай, туғыҙ-ун йәштәрҙәге теремек малай. Малай ҡыуышҡа йүгереп инеп китте, иҫке һарыҡ тиреһе апсығып, усаҡ янына түшәне – ҡунаҡҡа урын күрһәттеләр. Ҡалғандары сырт-сырт миндек һындырып, аҫтарына түшәп, кем етте ҡалай сүгәләне.
Табын алдына бабай таҙа киндер йәйҙе, икмәк һындырып һалды. Бәләкәс ағас ҡоторсоҡта ҡомоҡҡан бал ҡуйҙы. Аҫһыҙ сынаяҡҡа сәйгүндән сәй ағыҙҙы. Бүтәндәр ҙә тейешле икмәк һыныҡтарын алдылар, ҡайһыныһы – ағас сүгәтәнән, ҡайһыныһы сүместән, тигәндәй, һемереп, йәндәрен йылыттылар.
Икмәктең арышмы, әллә арпамы икәнен дә белеү ҡыйын – хәтһеҙ кесерткән ҡушып бешерелгәйне. Бушаған һәр соҡортайҙы олатаһы яғына елдереп йөрөүсе малайҙың күҙҙәрендә киҙеүле ялтырау күреп, Сәлимйән үҙ һынығын урталай һындырҙы, бал яғып, уның ҡулына тотторҙо. Тәүҙә алырғамы, алмаҫҡамы тип икеләнеберәк торған йән, ҡыйыуланып, комиссарҙың ҡултыҡ аҫтына уҡ һырныҡты.
-- Кинйәғәле, ҡайт урыныңа! – тине бабай, асыуланып. Малай ҡуяндай тертләне.
-- Ултырһын, бында урын киң, -- тине Сәлимйән, баланың ҡалаҡ һөйәктәре бүлтәйгән арҡаһынан һөйөп.
-- Кинйәғәле, ишетһен ҡолағың! – Малай теләр-теләмәҫ кенә шылды. Янып баҡҡан ҡара күҙҙәре әленән-әле ҡунаҡ ағайҙың мөләйем күҙ ҡарашы менән осрашты.
Билбау аҫтарында сәйҙән рәхәт йылылыҡ кисереп, янтайыша бирҙеләр, ҡарҡ-кикерешкән булдылар. Сәлимйән дә сынаяғын ҡапланы:
-- Рәхмәт, ағай, кеше иттең. Бура төбөң мул, аяҡ-ҡулдарың һыҙлауһыҙ булһын.
Ҡарт аҫтан һөҙөп ҡараны:
-- Амин, бирһен Хоҙай.
Сәлимйән утҡа борола биреберәк ултырҙы. Итектәрен һалып, бер ярыйғараҡ ҡуйҙы, быуындарын ләззәтле яҙлыҡтырҙы. Тартылып, тубыҡтарын ҡосаҡлап, ғәмһеҙлектә иҙерәне.
Бөйөрөнә йомшаҡ ҡына ҡағылыуҙан һиҫкәнде. Усаҡ ҡуҙлы торомбаштарға ҡалған, шыйыҡ ҡына төтөн бормасландыра. Кешеләр, эйәктәрен ҡаҡ тубыҡтарына ҡатып, йоҡомһорап ултыра, бабай ҡайҙалыр олаҡҡан; Йәмил генә серем итмәй, комиссарҙың артындараҡ ауыҙ эсенән көй һуҙа.
-- Ағай, һин һуғышта кем булдың? – Теремек малай комиссарҙың бөйөрөнә төртөлөп бышылданы.
-- Кем тип ни, һалдат булдым.
-- Ә был батша итеген ҡайҙан алдың, батша үҙе бирҙеме? – Һуңлап ҡабынған ялҡынға ялтыраған ҡуныс йөҙөн еңе менән һыйпаны. Йоҡомһорап ултырыусылар, ҡымшанып, иғтибар йүнәлттеләр.
-- Батша нисек бирһен, ти, уны үҙебеҙ тәхеттән ҡолаттыҡ бит! – Малайҙы башынан һыйпаны. – Бына һинең кеүектәрҙең тамағы туҡ, өҫтө бөтөн булһын, тип.
-- Үҙең тегеп кейҙеңме?
-- Уны батша һарайының иң шәп итексеһе теккән. Шуны миңә бүләк итеп кейҙерҙеләр.
-- Ни өсөн?
-- Яуыз батшаны ҡолатышҡаным өсөн. Бөтә ярлы-ябағаға бәхетле тормош яулап көрәшкәнем өсөн.
-- Ҙурайғас, мин дә һинең кеүек булырмын! – тине малай.
-- Тырышып тиҙерәк ҙурай – ошо батша итектәрен үҙеңә һалып бирермен.
-- Үҙең нимә кейерһең?
-- Ул саҡта мин олатайың кеүек ҡыуыш ҡорормон да тула сарыҡ ҡына кейеп түр башында ултырырмын.
-- Олатайым түр башында ғына ултыра алмай, донъялар тыныс түгел...
-- Ултырыр. Күмәкләшеп тырышһаҡ, донъялар тынысланыр.
-- Амин, Алаһыәкбәр! – тип доға ҡылды Йәмил...
Улай-былай иткәнсе, йәйге ҡыҫҡа төн үтеп тә бара ине – көнсығыш яҡлап тау үркәстәрен беленер-беленмәҫ таң һарыһы ялмаған. Сәлимйән, сеременән кирелеп, Йәмилгә күҙ төбәне:
-- Йә, мырҙам, артабан ни ҡылабыҙ?
-- Саҡ ҡына көтәйек инде. Бына-бына Аҡмал олатай үҙе килеп етергә тейеш. Бәлки, Ил Инәһе лә юлығыр.
-- Ил Инәһе?! Кем ул?
-- Ҡоралланған сая ир-ҡыҙҙар әтрәтенең башлығы.
-- Ундайҙарығыҙ ҙа бармы ни?
-- Бар шул. Поленов әйтмәнеме ни? Амазонкалар тип атай, тиҙәр, уларҙы...
Сәлимйән аптыраны:
-- Шулар ҙа һуғышамы?
-- Ҡайһылайыраҡ һуғыша әле – ирҙәреңә биргеһеҙ! Үлһә -- үләләр, ләкин сигенмәйҙәр. Аҡмалдың ул ғәййәр гвардияһы!
-- Бынағайыш тамаша!.. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҙа ҡоралға тотонғас...
-- Түҙерлегебеҙ ҡалманы, тимәк.
-- Йә Алла, Үҙең ярлыҡай күр беҙҙе, гонаһлы ҡолдарыңды! – Ғайса ҡулдарын юғары күтәреп ялбарҙы. Халыҡ берҙәм ҡуҙғалышып, болонлоҡтан төнгөлөккә тышаулы менгеләрен тота, эйәрләй ине инде. Шул арала биш-алты һыбайлы килеп етеп аттан төштө.
-- Әссәләмәғәләйкүм, Аҡмал ҡарт буламын, -- тип күреште Ирәмәл түбәһеләй салланғаны. – Кем икәнеңде беләм – яҡшы хәбәр килтерҙеләр. Ваҡыт тар, ҡыуышҡа инеп һөйләшәйек.
Иркен генә өшәләктә буйлы балаҫ өҫтөнә урынлашҡас, турһыҡлы ҡымыҙ килтереп, ағас туҫтаҡтарға ҡойҙолар, ҡулдарға тотторҙолар.
-- Бисмилла, әйҙәгеҙ, тамаҡтарҙы сылатайыҡ та үгеҙҙе мөгөҙөнән алайыҡ. Мәсьәләнең төп-асылын төшөнгәнһеңдер, комиссар?
-- Бөтәһе Сергей, Вәлиулла тигән бәндәләрҙән башланды, тиҙәр ине.
-- Их мырҙам, уларҙа ғынамы ни эш?! Бер урыҫты йәки башҡортто үлтереүҙән донъяның мөйөшө кителеп төшәме ни?! Сәбәбе тәрән ята...
-- Йәғни ҙә?
-- Һин, мырҙам, күреп торам, йәш булһаң да комиссар кеше, мәғрифәтле кеше. Донъяны миңә ҡарағанда ла нығыраҡ беләһеңдер. Һәм мин дә, ошо ҡара аңым менән булһа ла, уйлаштырам, ата-бабалар тарихын күп барлайым... Бик көлкө лә, илағыс та был тормош. Әҙәм балаһының ғүмере, ботона ыштан тегеп кейгәндән алып, ер өсөн даулашып-һуғышып үткән. Шулай түгелме? Ерһеҙҙәр – ер алам тип, ерлеләр – еремде бирмәйем тип ҡырталашҡан. Бер һүҙ менән әйткәндә, әҙәм балаһын яралтҡан да – ер, туйҙырған да – ер, үлтергән дә ер булып сыға түгелме?
-- Шулай булып сыға.
-- Шулай булмаһын өсөн, нимә кәрәк тип уйлайһың, комиссар?
-- Аҡһаҡал, һин миңә үҙең әйтеп бир.
-- Закон кәрәк, бына нәмә! Ата-бабалар Рәсәйгә үҙҙәре теләп ҡушылғанда уҡ аҫабалыҡ хоҡуҡтарын, йәғни үҙ еренә үҙе хужа булыуҙы, закон менән нығыттыртҡан; аҡ батшалар шул законды быуындан-быуынға үтәгән. Яҡшымы, яманмы, хатта батша закондары ла бәғзеләрҙең нәфселәрен тыя килде... Хәҙергеһен иһә нимә күрәбеҙ? Батша ҡолатылды, хөрриәт килде, тигәс тә, башҡорт ерҙәрен таларға, башҡорттарҙы үлтерергә хөрриәтме? Хәлдәр үҙеңә мәғлүмдер, комиссар ҡустым: һәр төрлө килмешәктәр, шул бәлшәүиктәр хөрриәтенә таянып, ауылы-ауылы менән үҙҙәрен ҡыҙыл большевик тип иғлан ҡыла ла, РСФСР биләмәләрендә тороп ҡалған Ырымбурҙан, Өфөнән йәки башҡа тарафтарҙан килтерелмеш мылтыҡтар менән ҡоралланып, коммунистик әтрәттәргә уҡмашып, аҫаба ерҙәребеҙҙе баҫып ала, халыҡтарыбыҙҙы ҡыра... Бына ниҙән килеп сыҡты башҡорттоң ҡуҙғалышы. Сөнки ер бирмәк – йән бирмәк, ерһеҙ башҡорт – юҡ башҡорт...
-- Аңлайым.
-- Аңлау ғына аҙ – йөмһүриәт етәкселегенә туҡып аңлатырға кәрәк! Эш үтмәҫе борон мәсьәләне ҡап-уртаға һалырға, уртаҡ тел табырға кәрәк!
-- Табыр өсөн килдем дә инде.
-- Инш-Алла, улайһа, килешербеҙ! – Күмәкләшеп доға ҡылдылар. – Беҙ һине беләбеҙ, беҙ һиңә ышанабыҙ.
-- Ышанабыҙ! – Бер тауыштан хупланы табындағылар.
-- Инде ҡуҙғалышайыҡ, алда ҙур эштәр көтә: Вәлиулла ярҙамсыма иртәгә үк йыйын йыйырға ҡушып киттем – илдең тын алышын ишетерһегеҙ. Поленов ҡырғынсылары бөлдөрмөш тирә-яҡ ауылдарҙан ҡасаҡтар килеп тулған – ваҡиғаларҙы үҙ ауыҙҙарынан һөйләтеп тыңларһығыҙ.
5
Ҡайһыһы – ҡабыҡ, ҡайһыһы – һалам, ҡайһыһы таҡта түбәле эреле-ваҡлы йорттарҙан хасил ауылға килеп керҙеләр. Һыу ағышынса бормасланып, тау араһында ике урам булып теҙелеп ултырған кирем генә башҡорт төйәге ине был. Юл йөрөп күнеккән аттар, алда оҙайлы туҡталыш һәм һоло булаһын тойоп, бышҡырып тәбрикләнеләр, йылдамыраҡ юрттылар. Сәлимйән урам буйҙарын һағайып байҡаны – халыҡтың ҡырмыҫҡа иләүенә таяҡ тығып болғатҡандай ҡайнашыуы бошондорҙо. Ҡайҙа ҡарама – туғарылған ылау, тубырсынған бала-саға, тәнтерәкләгән ҡарт-ҡоро, сарбайлаған ҡатын-ҡыҙ: ғаилә-ғаилә ишек алдарына, ҡойма буйҙарына – ҡайҙа тура килә шунда ҡыуыш ҡороп ятҡандар; бәғзеләре тәртәләре ҡайырылған арба аҫтарына кейеҙ, септә, балаҫ түшәп төпләнгән; эргәләрендә төйөнсөктәр, һандыҡтар, еҙ самауырҙар аунай, тирәһендә аҙашҡан кәзәләр, һарыҡ бәрәстәре иңрәп-баҡырып йөрөй, һулығып эттәр олой; унда-һанда усаҡ бурап ут үрләтелгән ҡаҙан тирәләрендә олпат инәйҙәр булаша...
Арғы ос урам уртаһынан тупыр-тупыр елдереп килеүсе ун бишләп һыбай күренде – ҡылыс таҡҡан, карабин аҫҡан йәш кенә ҡатын-ҡыҙҙар... Көллө ҡәүем йәнләнеп үрә ҡатты:
-- Ил Инәһе!
-- Ил Инәһе килә!
Мөләйем муйыл күҙле, арҡаһына һуҙылып ятҡан беләк йыуанлыҡ ҡуш толомло Ил Инәһен, биленә ҡылыс тағып, яурынына карабин аҫҡан яугирәне, Аҡмал ҡарт һомғол беләгенән тотоп аттан төшөрҙө, комиссар ҡаршыһына етәкләп килтерҙе.
-- Аб-ба! Кемде күрәм, Сәлимйән ағай, һинме был?! – Сая ир-ҡыҙ һис кем көтмәгәндә комиссарҙы туғандарса яратып ҡосаҡланы. Сәлимйәндең ҡылт итеп иҫенә төштө: 1918 йыл, Ырымбур, татар китапханаһы...
-- Уф! Әҡлимә һылыуҡайым, һинме был?!
-- Мин, ағай, мин! Исемеңде ишетеп, ашығып ҡайтып еттем. Ныҡ үҙгәргәнһең, ағай...
-- Донъя баштан һыйпаманы... Ә һин гөлсәскәләй саф, матур көйөңсә һаман! Теге саҡта Ырымбурҙа үҙеңде урлар хәлгә еткәйнем, ике шағир араланы... – тип йылмайҙы, ҡыуаныслы күҙ йәштәрен йәшермәй һөртөп.
-- Эй ағай, шулай ғына итһәгеҙ ни булды инде! – Ҡораллы яугирлеген онотоп, буғай, ҡыҙҙарса иҫертеп көлдө.
-- Бешмәгәнерәк инем шул...
-- Ай-һай! – Бармаҡ янаған булды. -- Гөлсәсәгем бар ине бит, тип әйт тә ҡуй инде!
-- Һинең дә шағирың бар ине шул... – Икеһенең дә тамағына ҡаты төйөр тығылып, арауыҡ тыйылдылар. Ниһайәт, башына килгәнен әйтте: -- Һылыуым, әллә һаман тормошҡа сыҡмағанһың инде?..
-- Эй ағайым, күрәһең бит... – Бите буйлап эре йәш бөртөгө тәгәрләне. – Былтыр ғына ошо ерҙә Шаһизада менән тап килешкәйнек... Уны харап иткән ҡара көстәр инде Башҡортостаныбыҙҙың башына етергә йөрөй...
-- Ат өҫтөндә елдергән яугир ҡыҙҙарыңды күреп иҫем-аҡылым китте – ысынлап та Геродот яҙған амазонкалармы тип торам... Ҡайҙа боролдо был донъя?! Беҙгә, ир-атҡа инде ярай, ә бына һеҙгә, сәскәләй генә сағығыҙҙа...
-- Башҡа әмәл ҡалманы... Ҡылысҡа баш эймәҫкә -- һуғып һындырырға кәрәк ҡылысты!
-- Һынмаһа, нишләрһегеҙ?
-- Бабаларыбыҙҙай сая һуғышып, аҫаба еребеҙҙә башты һалырбыҙ.
Һүҙ артыҡ ҡуйырманы. Сәмләнеп тыңлаған кешеләр ауыр уфтанды. Аҡмал ҡарт, ике ҡулын икеһенең яурынбашына һалып, ҡәнәғәтлек белдерҙе:
-- Һеҙҙең кеүек аҫылһөйәк таныштарҙың тап килеүенә ҡыуанам. Былайғас, тотҡан ниәттәребеҙ бойомға ашыр, ҡан ҡойошто туҡтатыуға ирешербеҙ, Аллаһ бирһә. Барығыҙ, ҡасаҡтарҙың хәлен белә тороғоҙ. Иртәгә йыйын икәнен онотмағыҙ – төп мәсьәлә ил алдына һалып хәл ителәсәк. Мин йыйынды ойошторорға китәм, иҫән булһаҡ, шунда осрашырбыҙ, Инш-Алла.
Ир-аттың күбеһе Ҡыҙыл Армия сафтарында Көнбайыш фронтта “аҡ пан”дарға ҡаршы һуғышып йөрөгәнлектән, ә ҡалғандары баш күтәреп тауҙарға киткәнлектән, коммунистик ҡырғын әтрәттәренән йәбер-яфа тәү сиратта ҡатын-ҡыҙ башына төштө... Инабатлы Ил Инәһе менән бергә һорашып һәм ҡағыҙға теркәп йөрөгән комиссарға улар асы күрмештәрен йәшермәйенсә һөйләне, был документ баш ҡалаға ирешергә, партия һәм хөкүмәт етәкселегенә хаҡиҡәтте асып һалырға тейеш ине:
Протокол. 1920 йылдың яңы стиль буйынса 30 июлендә коммунистик батальондың ҡыҙыл әрмистәре тарафынан ҡылынған үлтерештәр, ҡатын-ҡыҙҙарҙы көсләүҙәр буйынса тикшереүҙәр ваҡытында С. ауылы кешеләре ошолай аңлаттылар.
1. Рәхимә Сыуаҡаева. Ҡыҙыл әрмистәр һөжүме ваҡытында ул һәм уның килене балалары менән бергә иҙән аҫтына йәшенде, шул саҡ ыҙмаға билдәһеҙ ғәскәри бүлектең Ҡурамшин фамилиялы ҡыҙыл әрмис кавалерисы керҙе, Өммикамалды иҙән аҫтынан һөйрәп сығарҙы, башҡа ыҙмаға алып китте һәм уны көсләй башланы. Шунда уҡ ул үҙе (Рәхимә) иҙән аҫтынан сыҡты ла ихаталағы ире Лоҡман Сыуаҡаевҡа сарбайланы, ул иһә ҡустыһы Усман менән бергә ишеккә атлыҡты, сығып килеүсе ҡыҙыл әрмистең яғаһынан алдылар, артабан ни булғанын ул (Рәхимә) күрмәне, сөнки ихатанан сығып ҡасты, мылтыҡтан атыуҙарын ғына ишетте. һуңынан мәғлүм булыуынса, уның ире Лоҡман һәм ҡустыһы үлтерелгән, шулай уҡ Сыуаҡаевтың 88 йәшлек әсәһе Мәхүбъямал да ошо ваҡыт улының өйөндә сағында үлтерелгән. Мәхүбъямалдың килененең инәлегенә (оят еренә) һыныҡ ҡалаҡ тығып киткәндәр. Шунан һуң Ҡурамшин уны (Өммикамалды) үлтереү өсөн, ике тәүлек буйынса эҙләп йөрөй, ләкин таба алмай. Бөтә мөлкәт ҡыҙыл әрмистәр тарафынан таланған һәм алып кителгән. Уҡый-яҙа белмәй, уның өсөн Низамитдин Таулыбаев ҡул ҡуйҙы.
2. Өммикамал Сыуаҡаева. Ыҙмаға кергән ҡыҙыл әрмис уны иҙән аҫтынан һөйрәп сығарҙы, айырым ыҙмаға һөйрәкләп алып китте һәм уны көсләне, шуныһын тамамлағас, ыҙманан сығып китте, шунда уны ҡайныһы Лоҡман Сыуаҡаев үҙенең ҡустыһы Усман менән теткеләргә кереште. Ул (Өммикамал) иһә ыҙманан сығып ҡасты һәм күршеләрҙә йәшеренде, артабан ни булғанын күрмәне. Уның ҡайныһы Лоҡман һәм уның ҡустыһы Усман үлтерелгән булып сыҡты, шулай уҡ уларҙың ыҙмала булған әсәһе Мәхүбъямал да үлтерелгән.
Шул уҡ көндә, бер ни тиклем ваҡыттан һуң, 8 ҡыҙыл әрмис төркөмө уны Зағанбай Әмилев өйөндә эҙләп тапты, Ғәйни Таулыбаевтың өйөнә һөйрәкләп алып киттеләр ҙә шунда бөтә 8 кеше уны көсләне. Артыҡ бер ни ҙә аңлата алмай, уҡый-яҙа белмәй, ә уның өсөн уның һорауы буйынса Низамитдин Таулыбаев ҡул ҡуйҙы.
3. Ғәйниямал Таулыбаева. Ҡыҙылдарҙың һөжүме ваҡытында уның ихатаһына һыбайлы 10 ҡыҙыл әрмис керҙе, ыҙмаға инделәр, уға һуҡтылар һәм ихатаға ҡыуып сығарҙылар. Мейес башында ятҡан 22 йәшлек ауырыу ҡыҙы Хәҙисәне ыҙманан һөйрәп сығарҙылар ҙа башҡа ыҙмаға алып киттеләр... килене Маһитапта ҡалдырҙылар. Шул уҡ көндө алты ҡыҙыл әрмис уның өйөнә Өммикамал Сыуаҡаеваны килтерҙе, шунан йәнә ике ҡыҙыл әрмис килеп ҡушылды. Өммикамалдың “ни өсөн килтерҙегеҙ?” тигән һорауына ҡыҙыл әрмистәр, уны тәфтишләйәсәктәрен һәм атып үлтерәсәктәрен әйттеләр, ә Ғәйниямалды ихатанан урамға ҡыуып сығарҙылар, ҡыҙыл әрмистәр ыҙмала нимә ҡылғандарын ул күрмәне. Уҡый-яҙа белмәй.
4. Мәрүәсафа Ҡускилдина. Ҡыҙыл әрмистәр унан май таптырҙылар, ул “май юҡ” тигәс, ҡыҙыл әрмис уны соланға алып сығып иҙәнгә йыҡты ла көсләргә маташты, ләкин бер ҡыҙыл әрмис, “иптәш, ташла, ҡарсыҡ бит ул” тип ҡысҡырғас, уны көсләмәнеләр. Өс көндән һуң ниндәйҙер ҡыҙыл әрмис уның аяҡ теген машинаһын һәм бер мендәрен, бер кейеҙен алып китте. Уҡый-яҙа белмәй.
5. Фәрхиямал Мөнбәйҡолова, 18 йәшлек. Өйгә 7 ҡыҙыл әрмис килеп керҙе, был ваҡыт ул тубыҡтарында ауырыу ҡарсыҡ Йәнбикәнең, йәғни ҡәйнәһенең, башын тотоп ултыра ине. Ҡыҙыл әрмистәр уны, Фәрхиямалды, башҡа бүлмәгә алып киттеләр ҙә бөтә ете кеше уны көсләнеләр, шул уҡ көндө уның ире Ғирфан Мөнбәйҡоловты үлтерҙеләр. Уҡый-яҙа белмәй.
6. Ишбикә Мөнбәйҡолова. Ул, ауырыу килеш, килене Фәрхиямалдың тубыҡтарында ята ине. Өйгә ҡыҙыл әрмистәр килеп керҙеләр, Фәрхиямалды башҡа бүлмәгә алып киттеләр, ә нимә ҡылғандарын күрмәне. Уның улы Ғирфан аҙаҡ ҡыҙыл әрмистәр тарафынан үлтерелгән булып сыҡты. Уның улы десятский ине, ылауҙар ебәрә ине. Уҡый-яҙа белмәй.
7. Хәширә Сәлишева. Уның өйөнә ике ҡыҙыл әрмис килеп керҙе, уны амбарға алып киттеләр ҙә көсләнеләр. Көсләгәндән һуң, ике мендәрҙе алып киттеләр. Уҡый-яҙа белмәй.
8. Сәғиҙә Таулыбаева. Ихатаға бер нисә ҡыҙыл әрмис килеп керҙе, “хужалар өйҙәме?!” тип ажғырҙы. Ире Нәзмитдин улар янына сыҡҡас һәм улар менән аҙыраҡ һөйләшкәс, бер ҡыҙыл әрмис уға мылтыҡтан атты ла шунда уҡ үлтерҙе. Ире үлтерелгәндән һуң, ул балаларын күрше ауылға мәрхүмдең икенсе ҡатыны Хөббөлнисаны саҡырырға ебәрҙе, балалары әйләнеп ҡайтҡас, ҡапҡа төбөндә үк ҡыҙыл әрмистәр шул ҡырандас егеүле атты тартып алып киттеләр. Өс көндән һуң, һыбайлы алты ҡыҙыл әрмис килеп етте, балаларҙы өйҙән ҡыуып сығарҙылар, ә уны, Сәғиҙәне, күмәкләп көсләнеләр. Уҡый-яҙа белмәй.
9. Әсхәбъямал Дәүләтбирҙина. Уның улы өйҙә юҡ — ҡалала ине. Шул саҡ ҡыҙыл әрмистәр тейәлеп килделәр, уның биш баш һауын һыйырын, яңы тунын, быймаларын һәм 3 мендәрен талап алып киттеләр. Уҡый-яҙа белмәй.
10. Шәриғә Сәлишева. Ҡыҙыл әрмистәр уның көрән айғырын тартып алдылар, шунан һуң, Муса ауылынан булһа кәрәк, ниндәйҙер башҡорт ерән ҡашҡа алаша атын, самауырын һәм башҡа төрлө әйберҙәрен алып китте. Уҡый-яҙа белмәй.
11. Миңлеямал Мөхәммәтәминева. Ҡыҙыл әрмистәр уның 2 кейеҙен һәм 2 мендәрен тартып алдылар. Шуның өсөнсө көнөндә ҡолонло ерән бейәһен алып киттеләр. Уҡый-яҙа белмәй.
12. Хәкимә Сәлишева, тол ҡатын. Ҡыҙыл әрмистәр уның 3 йәшлек ҡола айғырын алып киттеләр. Уҡый-яҙа белмәй.
13. Шәрип Сәлекәйев. Ҡыҙыл әрмистәр уның әсәһе Миңлекамалды, еңгәһе Сафияны, 15 йәшлек Хәбибъямалды көсләнеләр һәм атаһы Кәримдең ҡулын ҡылыс менән өҙә саптылар. Уҡый-яҙа белмәй.
14. Сәлимә Сәлекәйева. Ҡыҙыл әрмистәр уның 200 һумлыҡ төрлө әйберҙәрен алып киттеләр. Уҡый-яҙа белмәй.
15. Усмана Сыуашбаева. Ҡыҙыл әрмис һарығын, кейеҙен, балаҫын тартып алған, һауыт-һабаларын ватҡан, бөтәһе 400 һумлыҡ ҡаза. Уҡый-яҙа белмәй.
16. Талха Дәүләтбирҙин. Ҡыҙыл әрмистәр уның 300 һумлыҡ ике һарығын тартып алған. Дәүләтбирҙин.
17. Ғилман Ғәбитов. Ҡыҙыл әрмистәр уның бөтәһе 1800 һумлыҡ быймаларын, тунын, 2 кейем тула ҡатаһын, 2 шәлен, ике ат арбаһын һәм эйәрен тартып алған.
18. Мөхәммәтрәхимә Ҡускилдина. Ҡыҙыл әрмистәр уның бөтәһе 600 һумлыҡ 6 бот орлоҡ һолоһон, бер сирек сәйен, бер шәлен, 2 ҡаҙаҡ һабынын талап алған. Уҡый-яҙа белмәй.
19. Ғөбәйҙулла Кинйәбаев. Балаҡлы ауылынан уҙып барыусы кавалерист ҡыҙыл әрмистәр уның 2000 һумлыҡ ерән ҡашҡа алаша атын тартып алып киткәндәр.
20. Исҡаҡ Йәлилев. Ҡыҙыл әрмистәр уның 1000 һумлыҡ тимерләткән ҡырандасын талап алып киткәндәр. Уҡый-яҙа белмәй.
21. Рәхимйән Мөхәммәтйәнов. Ҡыҙыл әрмистәр уның көтөүҙә йөрөгән 1500 һумлыҡ ала һыйырын талап алып киткәндәр. Уҡый-яҙа белмәй.
22. Ауыл советы рәйесе Сыуалбаев. Коммунистик батальон өгөтсөһө Аникин тарафынан ауыл халҡынан 9 баш ат, 3 ҡырҡмыш тай, 37 һауын һыйыры, 33 башмаҡ, 70 баш һарыҡ һәм бәрәстәр, 33 йөктән артыҡ ашлыҡ, 20 һыйыр тиреһе, төрлө йорт-ҡура ҡаралтыһы һәм мөлкәте тартып алынған...
Һөйләүселәр һәр береһе Үҙәктән килгән ғәҙәттән тыш комиссар-ревизорға ышанып һәм ҙур өмөттәр бағлап ҡарай, ҡасан бола баҫылыр, ҡан ҡойоштар туҡталыр, тыныс тормош килер икән беҙҙәргә лә, тип үтенеп һорай ине. “Бөтәһе лә булыр, һеҙҙең аһ-зарҙарығыҙҙы, изге теләктәрегеҙҙе, түкмәй-сәсмәй, юғарыға еткерермен”, тигәс, Ил Инәһе лә түҙмәне – ҡуйынынан дүрткә бөкләнгән дәфтәр алып, Сәлимйәнгә тапшырҙы:
-- Баймаҡ заводында яуыз Поленов аттыртҡан бөйөк уҙамандарыбыҙҙың береһе Әхмәҙи Ғүмәровтың тол ҡалмыш хәләл ефете Ситдиҡа ханымдың ҡанлы күҙ йәштәре һеңгән сәхифәләр – киләсәктә ғәҙел хөкөм һәм тарих өсөн, бәлки, файҙаһы тейер:
Иремдең туғандарының береһе: “Эстәрленән хәбәр килгән – уларҙы төрмәнән сығарырға68”, -- тип мине шатландырып китте. Мин, иптәшем ҡайтыуға тип, өйҙәрҙе йыйыштыра башланым. Кискә табан мин солан баҫҡысын йыуып бөтөрөп торғанда, ҡапҡа асылып китте, ҡапҡанан Нәфисә менән Булатовтың69 һалдаттан алып ҡайтҡан ҡатыны килеп инделәр. Уларға күтәрелеп ҡараһам, төҫтәре ап-аҡ булған, бик ҡурҡышҡандар ине. “Беҙҙекеләрҙе харап иткәндәр бит, Ситдиҡа йәнем!” – тип илай башланы Нәфисә ханым. “Всех убили”, тип, ҡулы менән муйынын һыйпап күрһәтеп, Ғәләлкәрйә лә үкһене. Ә мин бит яңы ғына, иптәштәребеҙ нахаҡ бәләнән ҡотолоп ҡайтыр – тағы шатлыҡлы көндәр күрәһебеҙ бар икән, тип ҡыуанып йөрөгәндә, ҡапыл шундай фажиғәле хәбәр ишетеүемә, таш кеүек ҡатып ҡалдым, илай ҙа алманым, исмаһам...
Бераҙ ваҡыт үткәс, баламды күтәреп, Камил Мусиндарға киттек. Улар ҙа, был насар хәбәрҙе ишетеп: “Ситдиҡа ишетеү менән беҙгә килер инде, бахырҡай, уның беҙҙән башҡа бер кеме лә юҡ бит, тип, Зөләйха ханым мине көтөп кенә тора ине; ҡаршы сығып, моңло ғына итеп мине ҡаршы алды. Мин, өйгә ингәс, баланы иҙәнгә ултырттым да үҙем дә иҙәндәргә аунап, үкһеп-үкһеп, туйғансы иланым, Зөләйха ханым да ҡушылды.
Күп тә үтмәне, Ғәләлкәрйә мине эҙләп Зөләйхаларға килеп инде. (Уны Мөхәммәтйән Булатов армияла йөрөгәнендә алып ҡайтып, ауылға ҡайтҡас Ғәләлкәрйә тип исем ҡуйҙырған икән; ул үҙе мосолман диненә инергә риза булып, эйәреп ҡайтҡан урыҫ ҡыҙы ине). Беҙ уның менән хәҙер үк Баймаҡҡа китергә70 булып, Нәфисәләргә барҙыҡ. Нәфисәнең атаһына үтенеп, беҙҙе атың менән Баймаҡҡа алып бар, күпме һораһаң да бирәбеҙ, тинек. Ул ризалашманы: “Унда барып, ҡанда йөҙәр хәлем юҡ, һеҙгә лә барырға кәңәш бирмәйем, Нәфисәгә лә барырға рөхсәт итмәйем”, -- тине. Беҙ уларҙан сығып китеп, ат эҙләргә тотондоҡ. Күн заводына ла барҙыҡ. Ахырында Әбүбәкер мулла Хөсәйеновтан башҡа өйҙә торған Мәхфи еңгәйгә индек. Ул еңгәй үҙемде байтаҡ яҡын күргән булһа кәрәк – беҙгә ҡаршы булманы. Үҙе ҡарап үҫтергән, Юныс тигән 13-14 йәшлек кенә баланы беҙгә күсер итеп бирҙе лә юлға сығарып ебәрҙе.
Ул көндә беҙ Иҫән тигән ауылда туҡтап, уҡытыусыһы өйөндә ҡундыҡ. Иртәгәһен иртәрәк сығып китеп, төш ваҡыттарында Дәүли ағайҙарҙың ҡапҡаһына барып еттек. Күсер арбанан төшөп, ҡапҡа асып, беҙҙе ҡапҡанан индереүенә, ишек алдында ҡапҡаның уң яғына өйөп ҡуйылған күп кенә оҙон ағастар өҫтөнә йәйелеп ятҡан, ҡанға батҡан Әхмәҙиҙең һарғылт төҫтәге костюмы менән жилеткаһын күрҙем. Мин ҡоропһоҙ (тирәсһеҙ) хадуҡ арбала аяҡтарымды һалындырып ултыра инем. Костюмдарҙы күргәс, алдымда бала барын да онотоп, арбанан нисек төшкәнемде лә һиҙмәй, барып костюмды ҡосаҡлап алып, иҫем китеп йығылғанмын. Ғәләлкәрйә ерҙә аунап илап ятҡан баланы күтәреп алып, өйгә йүгергән. Шәмси апайҙар йүгереп сығып, мине үлгән тип ҡурҡып, битемә һыуҙар бөркөп, өйҙәренә алып инделәр. Байтаҡ ятып хәл алғас, мин Дәүли ағайҙарҙан фажиғәле эш тураһында һораша башланым. Улар ошолай итеп һөйләне:
“Беренсе август көндә кискә табан тотҡондар таш һарай янындағы ҡоҙоҡ янына сығып, ҡоҙоҡтан һыу алып, береһе икенсеһенә һыу ҡойоп тороп һабынлап йыуынып, аҡ һөлгөләргә һөртөнөп, һарайға инеп киттеләр. Бераҙҙан барыһы ла, аҡ күлдәктәр кейеп сығып, һарай янындағы бүрәнәгә теҙелешеп ултырҙылар. Һөйләшеп-көлөшөп бераҙ ултырғас, һаҡсылар уларҙы индереп һарайҙы бикләп алды.
Төнгө сәғәт икеләрҙә урамда ҡаты атыш тауыштары ишетелгәс, беҙ уянып, парадный ишек ярығынан ҡараһаҡ, таш һарай янында күп кешеләр йөрөнә. Һарай алдында Ай яҡтыһында ап-аҡ нәмәләр күренә, аһ-ух килгән ыңғырашыуҙар ишетелә -- бисараҡай Әхмәҙиҙең тауышын беҙ танып торҙоҡ. Ул бик оҙаҡ ваҡыт, Алла, Алла, тип ҡысҡырып ятты, һуңынан уның да тауышы баҫылды. Шул арала Ай яҡтыһына Көн яҡтыһы ҡушылып яҡтырып китте; оҙаҡламай ҡатындар көтөүгә һыйырҙарын ҡыуа башланы. Улар һарай янында ап-аҡ күлдәктәре ҡыҙыл ҡанға буялып үлеп ятҡан кешеләрҙе күреп, ҡыҙғанышып илап торғандарын күргәс, һаҡсылар уларҙы ҡыуып ебәрҙеләр. Оҙаҡламай врач алып килеп, тотҡондарҙың үлеп етеүҙәрен әйтеп, Руденко менән Поленовты тынысландырғас, шәһиттәрҙе шахта соҡорона алып барып ташларға ҡуштылар. Кешеләр күп йыйылып киткәс, мин сыҡтым да, рөхсәт һорап, 6 (алты) кешене үҙем күмдерәм, тип, атҡа киң таҡта арбаны егеп урамға сыҡтым, 3-4 бабай менән барып, зыяраттың бирге яғындағы киң генә, күмелгән иҫке шахта соҡоро бар икән – шуны көрәктәр менән уңайлаштырып, Әхмәҙи Ғүмәровты, Билал Ғабдрахмановты, Мөхәммәтйән Булатовты, Дулат-Али тигән бер егетте шул киң соҡорға теҙеп һалып, өҫтәренә кейем-һалымдарын яптыҡ та күмеп ҡуйҙыҡ. Тарташов тигән урыҫ егете менән Кузнецовты икеһен бер соҡорға күмдек”, -- тине Дәүли ағай. Беҙ Дәүли ағайҙан шул һүҙҙәрҙе ишеткәс, Дәүли ағайҙың ҡулдарын үбеп иланыҡ. Һәм унан иптәштәребеҙҙең ҡәберен күрһәтеүҙе үтенеп һораныҡ
Ул ағай беҙҙең был теләгебеҙгә риза булманы: “Юҡ инде, мин унда бара алмайым, сөнки ул яҡта бик ҡурҡыныс, ул яҡҡа мал ҡарарға барыусыларҙы ла атып үлтерәләр”, -- тине. Беҙҙе хәҙер бер нимә лә ҡурҡытмай, атһалар атырҙар, тинек тә иптәштәребеҙҙең ҡәберҙәрен эҙләргә киттек. Ағай өйрәтеп ебәргәнгә күрә бахырҡайҙарҙың ҡәберҙәрен табып алдыҡ. Мин ҙур сабырлыҡ менән үҙемде ҡулға алып, артыҡ тауыш менән илауҙан тыйылдым. Ә Ғәләлкәрйә, үҙҙәренең ғәҙәте буйынса, ҡәберҙең өҫтөнә ятып, ҡысҡырып-ҡысҡырып көйләп иларға тотондо...
Шул арала Ирәндек тауы яғынан һыбай кешенең Баймаҡ яғына килеүе күренеп ҡалды. Мин уны күреү менән ҡайтып китергә ашыҡтым. Тик Ғәләлкәрйәне ҡәбер өҫтөнән айырып ала алмай бик аптыраным. Һис тә булдыра алмағас, баламды күтәреп ҡайтыу яғына әйләндем. Мин бераҙ киткәс, ул да көйләп-көйләп илап артымдан килеп етте. Беҙ ҡайтҡанда тау өҫтөндәге ҡалҡып-ҡалҡып торған таштар артында мылтыҡлы кешеләрҙең боҫоп ултырғандарын күрһәк тә, улар беҙгә теймәне.
Шулай итеп, беҙ өйгә ҡайтҡан булдыҡ. Ләкин әле һаман беҙҙең күңелдәр баҫылманы.
Беҙ инде Руденко менән Поленовтың урынлашҡан кантураһына барып, иптәштәребеҙҙең кейемдәрен һорамаҡсы булдыҡ. Баймаҡта71 сиркәү бар, уны, ҙур урын биләп, ҡойма менән әйләндереп алғандар. Шул ҡойманың эсендә Баймаҡ заводының элекке хужаһы Кабановтың һалдырған ҙур-ҙур йорттары бар. Сиркәү ҡапҡаһынан инеп, аҙ ғына барғайныҡ, беҙҙе тәҙрәнән күреп ҡалдылар, ахыры: 4-5 хәрби кеше бер өйҙөнөң болдор баҫҡысынан һикерешеп төшөп, яныбыҙға килеп, әйләндереп алдылар. “Һеҙ кем, ни өсөн бында килеп йөрөйһөгөҙ?” – тип һоранылар. Үҙебеҙҙең кем икәнебеҙҙе әйттек. Мин өйгә обыск яһағанда алған нәмәләрҙе һораным, баламды күрһәтеп, атаһының пальтоһын, хром итектәрен һораным. Балаға на память булыр ине, тинем. Улар был һүҙемдән көлдөләр генә. Беҙҙең кемгә фатирға төшөүҙе һоранылар. Беҙ, Яуышев Дәүли тигән кешегә, тигәс, Поленов беҙгә: “Вы арестованы!” – тип, бер ҡыҙыл әрмисте эйәртеп, беҙҙе, бер ҡайҙа ла сығармай, ашаттыртмай, Дәүли ағайҙың өйөндә һаҡларға ҡушты.
Дәүли ағайҙар беҙҙе һаҡсылар менән күреп ҡурҡыштылар, мин бер ҙә үлемдән ҡурҡманым. Апайға әйттем: “Сәмси апай, моғайын, беҙҙе төндә алып сығып атырҙар инде, тик һеҙгә бер үтенесем шул: әгәр мине атып, Ризам тере ҡалһа, һеҙ уны Пластағы минең туғандарыма тапшырығыҙ; улар уны үҫтереп, уҡытып, кеше итһендәр. Ғалинасирға ебәрмәгеҙ, унда ебәрһәгеҙ, унда көтөүсе генә булып ҡалыр, -- тинем. -- Әгәр уны үҙемдең күкрәгемә ҡуйып бергә генә атһалар, донъяла бер үкенесем дә ҡалмаҫ ине”, -- тинем.
Кис булды, беҙгә ашатманылар. Ишек төбөндә мылтыҡлы һаҡсы ултыра. Сәмси апай төпкө йоҡо бүлмәһенә беҙгә урын һалып бирҙе лә, балаға эсер, тип, бер стакан һөт биргән булды.
Аҙыраҡ йоҡлап киткәнбеҙ. Бер ваҡыт парадный яғындағы ишекте бик ныҡ ҡаҡҡан тауышҡа йөрәгебеҙ ярыла яҙып уяндыҡ. Дәүли ағай тороп, ишеккә сығып китте, беҙ тертләп тороп ултырҙыҡ.
Бераҙ һөйләшкәс, Дәүли ағай өйгә инде. Беҙгә ул, һорамаһаҡ та, үҙе килеп әйтте: “Темәстән кантонлыҡ күсеп ята икән, шунан килгән таныш иптәштәр фатир һорап килгәндәр икән. Мин уларға һеҙҙең беҙҙә икәнде әйткәс, улар: “И бисараҡайҙар, мында килеп еткәндәр икән, беҙ уларҙы борсомайыҡ инде, башҡа кешегә барайыҡ, тип киттеләр”, -- тине. Мин шул ваҡыт йомшап китеп, беҙҙе лә ҡыҙғанған яҡшы кешеләр бар икән әле, тип, таң атҡансы иланым.
Таң атты, Ҡояш бераҙ күтәрелгәс, өйгә тағы мылтыҡлы бер кеше килеп инде лә беҙҙе һаҡлаған һаҡсыға кеҫәһенән сығарып бер ҡағыҙ бирҙе. Уныһы, ҡағыҙҙы уҡығас, Дәүли ағайҙы саҡырып алып, беҙҙе уға тапшырып китәсәген әйтте. Әгәр быларҙы ҡасырһаң, башың менән яуап бирәсәкһең, тип, ағайҙан ҡул ҡуйҙырҙы ла үҙе теге егет менән сығып китте. Улар киткәс, Сәмси апай беҙҙе яҡшылап туйҙырып алды.
Ул көн дә үтте, беҙҙе оноттолар, ахыры. Хужалар ашаталар ҙа ул, ләкин беҙҙе алып килгән аттың хәле мөшкөлләнә башланы. Кәртә башынан ҡарайған бесән, һыныҡ-һаныҡ икмәк, аҙыраҡ он болғатып биргән һыу менән генә ат тотоп булмай бит, ә ҡырға сығарып ашатырға мөмкин түгел. Беҙҙе алып килгән бала көн буйы илауҙан бушанмай. Аптырағас, Дәүли ағайға әйттем: “Ағайым, һин Поленовҡа бар. Беҙҙең хәлде, аттың хәлен әйт, бүтән мин уларҙы туйҙырып тота алмайым; йә, пропуск биреп, Темәскә ҡайтарып ебәрегеҙ, йә үҙ ҡарамағығыҙға алығыҙ, тип әйт, тинем. Дәүли ағай хәлде барып һөйләгәс, улар беҙҙе, үҙҙәре килһен, тип ҡайтарғандар.
Беҙ, ағайҙар, апайҙар менән хушлашып-бәхилләшеп, кәфенде муйынға урағандай булып сығып киттек.
Беҙҙе ҡаршылап, кантураларына алып инделәр ҙә кем икәнебеҙҙе һораша башланылар: ниндәй милләт, кем булып эшләү йәки эшләмәү һ.б. Мин уҡытыусы булып эшләүем, татар икәнемде әйткәс, улар: “Ни өсөн башҡортҡа барҙың, татар тапманыңмы?” – тинеләр. Яуап бирмәнем.
Ғәләлкәрйәне һораша башланылар: ул үҙенең урыҫ милләте икәнен әйткәс, уны төкөрөнә-төкөрөнә әрләнеләр ҙә, миңә обыск ваҡытында алынған алты аршин туҡыма тауарымды ғына биреп: “Башҡаса ирҙәрегеҙҙе юллап килеп йөрөмәгеҙ, әгәр бик тә һағынһағыҙ, үҙегеҙҙе лә улар янына ебәрербеҙ!” – тинеләр ҙә Темәскә ҡайтыуға пропуск яҙып бирҙеләр. Беҙ ағайҙарға ҡайтып тамаҡ туйҙырҙыҡ та, асығып торған атты егеп, ағай менән апайға мең рәхмәттәр уҡып хушлашып, юлға сығып киттек. Баймаҡтан 2-3 саҡрым ер үткәс тә атыбыҙ арыны, уны ситкә алып сығып туғарып, туйҙырғансы утлаттыҡ...
Комиссар-ревизор фажиғәле был яҙманы үҙе шунда, ҡанлы Баймаҡ заводында, етенсе булып атылғандай башын баҫып, йөрәге ҡанһырап уҡыны...
Ил Инәһе алып ингән бер аласыҡта үҙәк ялғарға ғына ултырғайнылар, тышта шау-шоу, ҡысҡырыш-илаш ҡупты ла урамға атлыҡтылар. Өҫ-баштары өҙгөләнгән, биттәре сыйылып ҡанаған бер йәшүҫмер, күрше ауыл йораты, хәле бөтөп ҡапҡа төбөнә ауҙы:
-- Бәлә, ағайҙар-апайҙар, бәлә... Ауылыбыҙҙы Руденко әтрәте баҫты: “Башкир! Автономию захотел?!” – тип аҡырышып, өйберенсә атып-киҫеп йөрөйҙәр; мөғәллимәне сәсенән һөйрәп сығарҙылар ҙа урам уртаһында күмәкләшеп мәсхәрәләргә керештеләр...
-- Ә?! Мөғәллимәне?! Уй Аллам, әхирәткәйемде!.. – Ил Инәһе атына ырғып менде, ҡулын болғап һөрәнләне: -- Ир-ҡыҙҙар, әйҙәгеҙ минең арттан!
Ҡоралланған атлы төркөм тупыр-тупыр китеп күҙҙән юғалды, эҫе тымыҡ һауала саң болото борҡолоп ҡалды. Мырҙағолатов та йәһәт һыбайланып, башҡалар менән бергә, әйтелгән ауыл тарафына ашыҡты.
Улар барып еткәндә Әҡлимә әтрәте ҡырғынсыларҙы ауылдан ҡыуып сығарған да артабан эҙәрлекләп киткән; унарлап өй дөрләп яна, ләкин һүндереүсе юҡ; ҡапҡа төптәрендә ҡанға батырып тураҡланған кәүҙәләр аунай. Мәктәп алдында урамда бер тәңгәлде халыҡ уратып алған. Сәлимйәнгә ҡот осорғос яман күренеш асылды: күлдәген ҡап-урталай ярып яланғаслатылған ҡатын кәүҙәһе ҡанға батып ята; боттары һәм ҡулдары дүрт тарафҡа – ергә ҡатылған ҡаҙыҡтарға тарттырып бәйләнгән; мәрхүмәне ҡаҙыҡтарҙан ысҡындырып маташҡан ҡарт һуҡрана:
-- Бына һеҙгә Ленин бабай, бына һеҙгә яҡты Совет власы! Ире Ҡыҙыл Армияла Варшауҙы алырға йөрөй, Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән. Ә бында... хәләл ефетен ҡыҙылдар нишләттеләр...
Инәлегенә имән ҡаҙыҡ ҡаҙалған, боғаҙы салынған бахырҙы бер күреүҙән үк таныны: Гөлсәсәк!..
............................................................................................................................................
Ҡыҙылдарҙы ҡыуып киткән төркөм әйләнеп ҡайтты; Әҡлимә бер ҡыҙыл әрмисте муйынынан һарыҡ һымаҡ арҡанлап, ҡамсылап яра-яра килтерҙе:
-- Бишеһенең башын өҙҙөк, ә быныһы тереләтә эләкте. Руденко үҙе саҡ-саҡ ҡасып ҡотолдо.
Боғалағынан арындыртҡас, һуйылырға барған малдай башы-күҙе аларған әсир, кешеләрҙең нәфрәт ҡатыш ерәнесле баҡҡан күҙҙәренә ҡарап, комиссарҙың тәңгәлендә ергә лыпан тубыҡланып ялбарҙы:
-- Минең бер ғәйебем дә юҡ, зинһар, харап итә күрмәгеҙ, харап итә күрмәгеҙ!
Арҡаһына ҡамсы тартып торғоҙҙолар:
-- Йәлләт! Башҡорт башың менән башҡорт ҡанын эсеп йөрөйһөң!
-- Мобилизация менән алдылар, мәжбүр иттеләр... ләкин мин үлтермәнем! Юҡ, үлтермәнем!
-- Мөғәллимәне мәсхәрәләүҙә лә ҡатнашманыңмы? – Ил Инәһе ҡылысын ҡармаланы.
-- Юҡ-юҡ, ҡатнашманым! Күреп кенә торҙом! Бер үк...
-- Кемдәр һәм нисек ҡатнашты, һөйләп бир! – тине Сәлимйән, алҡымына тығылған үкһеүен саҡ йотоп.
-- Ҡурамшин тигән татар сәсенән һөйрәкләне... салҡан ятҡырып ҡаҙыҡтарға тарттырҙылар... күлдәген яра йырттылар... ун бишләбе сиратҡа торҙо... Зинһар, үлтерә күрмәгеҙ мине!
-- Һөйлә, шаҡшы! – Йәмил ҡамсыһын жыйлатты.
-- Башта Руденко үҙе килеп: “Сука! Вот тебе автономия!” – тип мәсхәрә ҡылды... Артынса Ҡурамшин да: “Сөйрәлтке! Автономия мона шулай була ул!” – тип оят эшен башҡарҙы...
-- Етте! – Тештәрен ҡыҫып тыңлаған Сәлимйән йылан һымаҡ борғаланған бәндәнең йөҙөнә төкөрҙө. – Енәйәтсел төркөмөгөҙ оҙаҡламай ғәҙел Совет суды ҡаршына баҫасаҡ – Ревтрибунал язалаясаҡ һеҙҙе! Шуны ҡайтып Руденкоға доложи. -- Әҡлимә менән Йәмилгә боролдо: -- Уҙамандар, ризаһығыҙмы шуға, ебәрәбеҙме?
-- Китһен! – Ҡул һелтәне Йәмил. Әҡлимә лә яугирҙәренә өндәште:
-- Иҫән-аман үҙ юлына төшөрөгөҙ мөртәтте!
Мосолманда үлектәрҙе иртәгәгә ҡалдырыу гонаһ һанала: барсаһын йыйып алып, ашыҡ-бошоҡ йыуып-кәфенләп, ауыл күрке Рәсүл ишандан йыназа уҡытып, зират уртаһына дөйөм ҡәбер ҡаҙып күмделәр. Иртәгә тағы ауыр һәм яуаплы көн – ил йыйыны көтә ине.
Достарыңызбен бөлісу: |