ӘҪӘРҘӘр ун дүрт томда том IX коммунист роман и повести Роман һәм повестәр



бет14/24
Дата05.07.2016
өлшемі2.02 Mb.
#179972
1   ...   10   11   12   13   14   15   16   17   ...   24

X
Йәрмит бала сағын хәтерләргә яратмай. Уның атаһын Кәкүк Вилдан тип йөрөтәләр ине, сөнки ул, ер талымлап, ғүмере буйына бер урындан икенсе урынға күсенеп йөрөнө... Вилдандың атаһы (ә Йәрмиттең ҡартатаһы) революцияға тиклем үк урта хәлле ныҡ ҡына ерекмән ине. Вилдан улын ул, арымай-талмай, хужалыҡ серҙәренә өйрәтте: үҙе фани донъяны ҡалдырып киткәнгә ҡәҙәр алтын ҡаҙығын ауылды дер-һелкетерлек көслө хужа итеп өлгөртөргә тырышты. Ә Вилданы атаһының изге ниәттәрен аҡламаны: ул ялҡау ине. Улының эйелеп сыбыҡ һындырырға ла яратмауын, көллө ғүмерен йылға буйында балыҡ ҡармаҡлап йәки бай малайҙары менән сәкән һуғып үткәреүен күргән ҡарт, өмөтһөҙләнеп, түшәккә ауҙы ла, бер йыл самаһы ниндәйҙер йәшерен сир менән эстән һыҙып ятҡас, мәшәҡәтле фани донъяны улының ҡарамағына ҡалдырҙы. Атаһының үлемен Вилдан ысын һөйөүсән бала хәсрәте менән күтәрҙе. “Бынан һуң игенде кем сәсер, бесәнде кем сабыр?” тип ҡайғырҙы ул, ҡарттың иртә китеүенән әсенеп. Шулай хәсрәтләнеп ҡыш үтте, яҙ етте. Йылы Ҡояш, һары һыйыр телен һуҙып, ерҙең йөнтәҫ арҡаһын ялай башланы. Тау биттәре көндән-көн Вилдандың бауырын һыҙлатып ҡарайҙы.Апрель аҙаҡтарында Ҡояш үҙ эшен тамамланы. Инде һабансылар ер арҡаһын ағас һабандар менән сыйып, ҡар аҫтынан ялығып сыҡҡан ер-әсәгә, аҫырап үҫтерергә, гәрәбә орлоҡтар игергә тейештәр ине. Вилдандың күрше-күләне һабандарына тмер төрән ҡаҙаҡланы, тырмаларына осло тештәр ҡуйҙы. Вилдан, ҡото осоп, тиҙҙән үҙенә лә шуны эшләргә кәрәклеген шәйләне. Ҡарттан ҡалған бура төптәре таҡырланғайны инде, малай ялларлыҡ хәл юҡ ине. Күп уйланып йөрөгәс, ҡартайыуҙан алйый башлаған әсәһенә үҙенең өйләнергә йыйыныуын белдерҙе. Быжырлығы арҡаһында онотолоп ҡартайып барған Мәхүбә исемле бер етем ҡыҙ бар ине ауылда. Уның ун дүрт йәшлек энеһе бар ине һәм улар икеһе тиң эшкә бик салт булып, үҙ донъяһын үҙҙәре көтөп тора инеләр. Вилдан хәләл ефетлеккә бына шул ҡыҙҙы һайланы һәм, беренсе бураҙнағаса туй яһап, өйләнеп тә алды. Мәхүбә был йортҡа мәһәр итеп үҙенең һәм энеһенең эшсән ҡулдарын килтерҙе. Ошо ваҡиғанан һуң Вилдан атай үлеме килтергән хәсрәтте өс йыл буйына онотоп йәшәне. Сәүит тип аталған , яңы хакимиәт тә уға ҡырын ҡарамай, ваҡытында ситсаһын, һабын-шырпыһын килтереп тора, юҡсылыҡ йылда орлоҡ менән дә тәьмин итә, ә “ысхут” тип аталған йыйындарҙа уға иң алдағы, элек имам хәҙрәт менән тирмәнсе бай ғына ҡуҡырайып ултырмалы хөрмәтле урынды бирә торғайнылар. Сөнки ул хәҙер “битнәк” (ярлының-ярлыһы) тип атала ине. Шул йылдарҙа аңланы ул “битнәк” исеме күтәреүҙең тәнгә сихәтле икәнен.

Көндәрҙән бер көн Вилдандың ҡәйнеше “хамсамул»ға яҙылды һәм, тимер төрәнле һабанды Вилдандың үҙ ҡарамағына ҡалдырып, әллә ниндәй “магнит тау»ға әллә ниндәй “завот” төҙөргә тип ситкә сығып китте. Выл ваҡытта уларҙың Йәрмит исемле йүгереп йөрөгән улы бар ине инде, ә Мәхүбә, ире урынына китеп тирмән тартҡанында ҡапсыҡ күтәрәм тигәнсе билен биртендертеп, ауыр эшкә яраҡһыҙ булып ҡалғайны. Был хәл Вилдандың биленә һуҡты, донъяһын бөлгөнлөккә төшөрҙө, ул уғата “битнәгерәк” булып ҡалды. Хәҙер ирең “ысхут”тарҙа, түбәндәге халыҡ араһында түгел, ә юғары сәхнәлә, ауыл Советы рәйесе менән бер ҡатарҙан буй эскәмйәлә ҡуҡырайып ултыра, ә һөрәнләп ҡысҡырышҡан саҡтарҙа уның әсе тауышы дөйөм шау-шоу араһынан, ауылдағы иң шөңгөр әтәстекеләй, башҡаларҙыҡынан элеккегә ҡарағанда ла айырылыбыраҡ ишетелә ине. Эштәр һаман ошолай барһа, ул, бәлки, “сәүит” урынбаҫары дәрәжәһенәсә күтәрелер ине лә... Көтмәгәндә мал-тыуарҙы бер дөйөм һарайға ябып, “халхуз” тигән нәмә ойошторҙолар, ошонан һуң, хәҙер инде “йыйылыш” тип аталған “ысхут”тарҙа уның ултыра торған урыны һәр көҙ һайын артҡараҡ күсә барҙы. Көҙгө уңыш бүлгән һайын, элекке “битнәк”тәрҙең тырыш-тарамыштарының тормошо күҙгә күренеп көрәйҙе; улар инде шөйлә иркенерәк һулап, күкрәктәрен киреберәк йөрөйҙәр, шанлы “битнәк”лектәрен дә онотоп, элекке мөслө байҙарҙыҡынан да мөслөрәк донъя көтәләр, шатлыҡлыраҡ ҡысҡырып көләләр, тик, ниңәлер, Вилдан ғына һаман “битнәктең-битнәге” көйөнсә ҡалып, күшеккән тауыҡтай сөршәйеп йөрөй бирә. Күкрәп йылдар уҙа торғас, “битнәк” исеменең элекке абруйы тамам Юғалды, әүәлге “битнәк”тәр хәҙер инде мул тормошло “ударник”тарға әүерелеп, Вилдандың һаман “битнәк” булып йөрөүенән эстәрен тырнап көлә башланылар. Ауылдағы “колхоз идараһы” тигән бер ҙур өйҙә аҡбур һыҙып яҙмалы ике ҙур таҡта барлыҡҡа килде, уларҙың береһе — ҡыҙыл, икенсеһе ҡара төҫкә буялғайны. Ҡыҙл таҡтаға матурлап “ударник”тарҙың исем-фамилияһын яҙалар, уларҙы ҡыҙыл трибунанан, хатта радио аша маҡтап һөйләйҙәр, байрамдарҙа хөрмәтләп бүләкләйҙәр; ә ҡара таҡтаға , яңы заман “битнәг”е Вилдандың исеме теркәлә лә бөтөн ғәләмгә фаш итеп уны әрләйҙәр, “луҙыр” тип көләләр ине. Оҙаҡламай уны шулай “луҙыр” тип кенә атай башланылар. Заманында “битнәк”лектең татлы емешен ейеп күнеккән Вилдан күңеле күтәрә алманы быны, ул уйға ҡалды. Ҡырҙа ыңғырашып һабан һөрөп йөрөгәнендә уға: “Ыстансыла бесән төктәрен өйгән ергә бесән ҡарауылсыһы кәрәк икән” тип ишеттерҙеләр. Ә ошоғаса янғын һүндереүсе булып ҡалансала төйәкләнергә хыялланып йөрөп тә, моратына ирешә алмаған Вилдан, аяҡтарына текләп, дала эҫеһенә сөрөшөүҙән ҡарт әбейҙең тештәре кеүек һирәгәйеп ҡалған сабатаһының табанын бейәһе артынан шабырҙаған шыйыҡлыҡҡа сылата-сылата хыялланып торҙо ла хас та “ударник”тарса сыртлатып төкөрҙө ергә. Ваҡытынан элек эшен туҡтатып, сыбыртҡыһын һабан тотҡаһына элеп, бураҙна буйынса яй ғына тәпәйләне.

— Ҡайҙа тайҙың, ағай? Ярыш байрағына етмәнек бит әле! — тип ҡысҡырып ҡалды уның артынан ат ҡыуыусы малай һәм ике ыҙан араһында үҙҙәрен ялҡынлы хеҙмәткә саҡырып ялпылдап торған ҡыҙыл әләмгә төртөп күрһәтте. Был әләмде яулау өсөн, беренсе булып шунда ҡәҙәр һөрөп барып етергә кәрәк һәм ул йола “социалистик ярыш” атала ине. һалмаҡ елдә ҡыҙыл ҡарға ҡанатылай көйәҫ-көйәҫ ялпылдаған ул тынғыһыҙ сепрәкте күреү Вилдандың аҙымдарын уғата ҡыҙыулатты. Сөнки байраҡ, ялпылдағаны ғына һайын, “битнәк-битнәк” тип унан көлгәндәй...

Вилдан өнһөҙ бойоғоусы серек өйөнөң ҡарындыҡлы тәҙрәләренә арҡыс-торҡос таҡта ҡаҙаҡланы ла бисәһе менән малайын һәм барлы-юҡлы ҡаралтыһын яңғыҙаҡ Хәсән биреп торған арыҡ арбаға тейәп, ҡараңғы бер төндә ауылдан олаҡты. Шул китеүҙән оҙаҡ йылдар кире әйләнеп ҡайтманы. Бесән өҫтөндә серем итеп ятып ҡына тамаҡ туйҙырыуын донъялағы иң ҙур бәхет һананы. Тик был бәхете лә оҙаҡҡа барманы: тәмәкеһенән ут ҡабып, төкләргә тип килтереп бушатҡан бер йөк бесән янып китә яҙҙы — саҡ һүндереп алдылар. Шунан һуң ул бынан да сығып китте...

Бер урындан икенсеһенә күсенеп, һаман бәхет эҙләне, шул арҡала “Кәкүк” тигән , яңы ҡушамат та алды, әммә ҡайҙа ла был ер өҫтөн бер үк Ҡояш яҡтырта икән... Аҙаҡ килеп: “Мин — бәхетһеҙ. Мин — даланһыҙ”, — тигән нәтижәгә килде ул...

Вилдан улы Йәрмит үҙенең бала сағының беленер-беленмәҫ тәүге хәтирә һыҙаттарын яҡынса шул осорҙан башлап хәтерләй. Ә был хәтирәләрҙе иҫкә төшөрөү — серек помидор ҡабыу һымаҡ яғымһыҙ ине уға. Атаһын шул йәнгә тейгән “Кәкүк”тән башҡа исемләмәй торғайнылар. Ғәрле ләҡәп аҡрынлап үҙенең йәбешкәк ҡулдарын Вилдан улы Йәрмит итәгенә лә һуҙҙы. Йәрмитте лә “Кәкүк малайы” тип, һуңынан ябай ғына “Кәкүк” тип йөрөтә башланылар. Иҫке ҡуласа әйләнеп килеп баҫты...



Был ваҡытта Йәрмитебеҙ урта мәктәптең һигеҙенсе синыфында уҡып йөрөй ине инде. Егет булып етеп килгән кешегә бындай ҡушамат күтәреп йөрөүе бик ғәрле ине. Ә шулай ҙа уны төйгөсләгән яҙмыш уҫмаҡтары араһында быныһынан да яманырағы бар — атаһынан мираҫ булып ҡалырға торған әсе “нужда һурпаһы”... Кәкүк Вилдан, шулай итеп, тәки мандый алманы шул; донъялар шөйлә уңалып, тормош һаман еңеләйеп барыуға ла ҡарамаҫтан, ғаиләһен өҙөлмәҫ ҡара юҡсылыҡ эсендә интектерҙе. Йәрмит иһә әшнәләре өҫтөндәге кейемдең, һүреүе сыға башлағас та, йәһәт , яңыға алмаштырылыуын, улар ашаған икмәктең мамыҡтай йомшаҡ һәм аҡ булыуын күреп ҡыҙыҡты күҙе. Мәктәптә ул үҙ икмәген, ҙур тәнәфестә, оғро кеүек ситкә китеп, йәшереп ашай ине. Өҫ-башы үҙенекенән арыуыраҡ булған иптәштәренә ҡарата эсендә йәшерен үс һаҡлап йөрөүсән булды. Уларҙы, гәрсә ябай колхозсы йәки эшсе ғаиләләренән икәнлектәрен белһә лә, үҙенсә кәмһетеп, “серек интеллигент балалары” тип баһаланы, үҙен-үҙе шуға ышандырырға тырышты. Шул уҡ ваҡытта үҙе, барлыҡ көсөн һалып, шулар ҡатламына күтәрелергә — интеллигент булырға хыялланды. Уның фекеренсә, ғаиләләге муллыҡ — интеллигент йәки начальство категорияһында йәшәүселәрҙең өлөшө ине. Уҡытыусыларының бүтәнсә өйрәтеүен Йәрмит емештең эсендәге һуты өсөн ҡуша ҡабырға тура килгән татһыҙ ярыһы итеп кенә ҡабул итте. Ҡайһы бер Еңел уйлаусан әшнәләренән айырмалы булараҡ, мәктәпте ул белем алыу төйәге итеп кенә ҡараманы. Мәктәп уның өсөн киләсәктә еңел шәхси тормош яулау ҡоралын сүкеү тимерлеге һаналды. һәм ул теше-тырнағы менән йәбешеп ятып сүкене шул ҡоралды. һабаҡташтарының күбеһе, етенсене тамамлағас уҡ, еңел тойғо менән ҡанатланып тракторға ултырҙылар йәки һәнәк-көрәк тотоп мал тирәһенә киттеләр. Йәрмит, һыңар күҙе менән генә йылмайып, уларҙың алйотлоғо тураһында уйланы. Ленин бабай һүҙҙәрен иҫтә тотоп, уҡытыусы булып сыҡҡанға тиклем уҡырға, уҡырға, уҡырға ҡарар итте ул. Уҡытыусы — Йәрмит уйынса иң еңел хеҙмәтле, шул уҡ ваҡытта ҙур килемле интеллигент ине.

Педучилищене тамамлап сыҡҡас, Йәрмит, тыуған ауылынан ете генә саҡрым алыҫлыҡта, ауыл башланғыс мәктәбенә уҡытыусы булып килде. Мәктәп директоры йомшаҡ ҡына холоҡло ҡатын кеше ине. Йәрмит уның мәктәпте һылатыу, утын әҙерләү мәсьәләләренә һалҡын ҡарауы тураһында роноға оҙон-оҙон шикәйәттәр яҙып ебәрә башланы. Килгән инспекторҙарға ла “эске етешһеҙлектәр”, “ҡулланылмай ятҡан резервтар” тураһында сағып, аҡыллы фекерҙәр ҡуҙғата торған булды. һөҙөмтәлә роно эшмәкәрҙәре мәктәпкә энергиялы, булдыҡлы, аҡыллы педагог килгәнен аңланылар. Әжере оҙаҡ көттөртмәне: йомшаҡ холоҡло ҡатын урынына мөдир итеп Вилдан улы Йәрмит тәғәйенләнде. Ә алдағы уҡыу йылында мәктәпте ете йыллыҡҡа әүерелдерҙеләр һәм Йәрмит директор креслоһына менеп ултырҙы. Бер шатлыҡҡа икенсеһе ялғанды: партияға кандидатлыҡ танытмаһын тулы хоҡуҡлы ағзалыҡ билетына алмаштырҙы ул. Хәҙер Йәрмиттең үҫеше өсөн аҡ юл асылғайны инде. Тамам ысын интеллигент булыу өсөн, юғары белем алаһы ғына ҡалды. Директор окладын һәм дәрәжәһен ҡалдырып киренән уҡыу йортона кереү Йәрмитте һис рухландырмай ине, әлбиттә. Бүре лә туҡ, һарыҡ та бөтөн ҡалһын өсөн, ситтән тороп уҡырға булды. “Ни тиһәң дә, ундайҙарға талаптар ҙа кәмерәк”, тип фекер йөрөттө. Яҡшы “үҫеш” өсөн юғары белемгә генә эйә булыуҙың етмәүен, партлиния буйынса ла өлгәшергә кәрәклеген һиҙенеп, “йәмғиәт эштәре” тип аталған тармаҡта ла үҙен танытырға тырышты. Колхоздағы етешһеҙлектәрҙе тәнҡитләп, район гәзитенә мәҡәләләр яҙып торҙо, партияның райком вәкилдәре ҡатнашлыҡ иткән йыйылыштарҙа колхозсыларҙы “планды арттырып үтәргә”, “хеҙмәт уңыштарына ирешергә” саҡырып ялҡынлы телмәрҙәр һөйләне. Үҙенең “эш итогоһы”н бүтән агитаторҙарҙыҡына ҡарағанда һәр ваҡыт артығыраҡ итергә тырышты, уңайы тура килгән һайын, тыңлаусыларын энциклопедия томдарынан һоҫоп алған төрлө мәғлүмәттәре менән шаҡ-ҡатырҙы. Ошо юл менән ул колхоз партойошмаһының секретаре (парторг) дәрәжәһенәсә иреште. Инде колхоз күләмендә лә тәьҫире ныҡ киңәйҙе. Колхоз тормошоноң бөтә мәсьәләләре буйынса ла кешеләр уның абруйлы фекеренә мохтаж була торған булдылар. Шул парторг итеп һайланған йылдың көҙөндә ул Уральск пединститутының тарих факультетын тамамлауы тураһында диплом алып ҡайтты. Уҫал телдәр уның кеҫәһендә ятҡан алтын буталлы был “ҡатырға”ның бик үк таҙа булмаған юлдар менән алынғанлығын бәйән иттеләр, ләкин был һүҙҙәр — ябай һүҙҙәр генә ине, ә диплом — тормоштоң бик күп мөмкинлектәрен һәм хоҡуҡтарын ҙурайтҡыс линзалағы ҡояш нурҙары кеүек итеп бер нөктәгә туплаған матди ҡиммәт булып, һәр аҙымда хужаһына тоғро хеҙмәт итергә әҙер тора. Йәрмит ошо йылдарҙа: “Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын”, — тигән иҫке мәҡәлдең йөкмәткеһен бик яҡшы үҙләштерҙе. Район үҙәгендә хәҙер уның “дуҫы” йәки “танышы” ултырмаған учреждение һирәк ине. “Илдән берәр һүренте”, тигәндәй, ул үҙенең ошо таныш-белештәренән мул ғына уңыш йыйнаны. Ҡылыҡ-киҙәнештәре ҡыйыуланды, һүҙҙәре үҙ-үҙенә тәрән инаныслы яңғыраны. Ир үҙендә ҙур көс уяныуын һиҙҙе һәм юҫығын һәр урында ҡыйыу рәүештә үткәрҙе. Уҡытыусылар коллективын, аҡрынлап, үҙе менән килешә алмаған, йәки үҙенән артыҡ белгән бәндәләрҙән арындырҙы. Шулай уҡ колхозда ла етәкселек рычагы тирәһенә үҙенә яраҡлы элементтарҙы тупланы. Уның өҫтөнән бирелгән жалыуҙар, броняға бәрелеүсе пуля кеүек, һис бер зыян килтермәй кәйлектеләр.

Йәрмит “үҫеш”е шулай күкрәп сәскә атҡас ҡына, “утыҙ меңсе” рәйес килде колхозға. Элекке МГБ капитаны булып сыҡты ул. Быны белгәс, Йәрмит ҡойроҡто ҡыҫа төштө, , яңы “хужа”ның йөрәгенә юл эҙләне. Ләкин , яңы рәйескә тышҡы ялтырауҙы тойоу һәләте етмәне. Ул, парторгының сағыштырғыһыҙ сағыу сифаттарына иғтибар итмәҫтән, Йәрмит тырышып төҙөгән сәйәси бинаның стеналарын аҙаҡҡы кирбесенә тиклем һүтеп ташланы. Ярыҡ кирбестәр йәтешләнгән урындарынан ҡуптарылып, ситкә быраҡтырылды. Йәрмит тә ярыҡ кирбестәр иҫәбенә инде: уның урынына парторг итеп Рәүеф Бикмырҙинды һайланылар — МГБ-нан сыҡҡан был , яңы һепертке, һис шикһеҙ, сүпте һепереү яғын яйланы. Ләкин был рәхимһеҙ сантаҙартыу аҙағынаса еткерелмәне: эшләй башлауына бер йыл да үтмәҫтән, кинәт кенә, рәйес үлеп китте. Райкомсылар уның урынына, әлбиттә, юғары белемле, энергиялы, ошо уҡ колхозда парторг булып эшләү тәжрибәһенә эйә булған, тимәк, ауыл хужалығын һәм колхоздың бөтә йомшаҡ яҡтарын ҡулындағы биш бармағылай белгән Йәрмиттән дә арыуыраҡ кандидатура таба алманылар. Йәрмит, директорлығын , яңы парторг Рәүеф Бикмырҙинға тапшырып, тағы ла ҙурыраҡ окладлы һәм дөйөм хужалыҡ байлыҡтарына ла “хужа” — “утыҙ меңсе” рәйескә әүерелде. Шулай асылды ҡаршыһында , яңы “үҫеү” офоғо...

Йәрмит электән командалыҡ ҡылырға, “үҙ рухына массаларҙы буйһондорорға” ярата ине. , яңы вазифаһы элекке мәктәп директоры эшмәкәрлегенә ҡарағанда ла киңерәк офоҡтар асты. Инде уның ҡулы аҫтында ете-һигеҙ уҡытыусынан торған бәләкәс колектив түгел, ә бөтә төбәк халҡы тупланды. Йөҙәр мең һумлыҡ байлыҡтар уның ҡулы аша үтә торған булды. Йөҙәр төрлө үҙ өмөтөн һәм кисерештәрен һаҡлаған йөҙәрләгән ғаилә яҙмыштары уның ҡарамағына тапшырылды. Ул хәҙер уларҙың бәләкәс хоҙайы, һәр төрлө белемдәргә зирәк аҡылы менән киләсәктә тура юлдар һыҙып бирә торған юлбашсыһы булып әүерелде. һәм ул ошо бөйөк миссияһын үтәүҙә йәнен-тәнен аяманы. Уның барлыҡ хыялы, бөтә энергияһы, тап һөйөклө партиябыҙ бойорғанса, колхозсыларҙың киләсәк — эйе, киләсәк! — быуындарына яҡты тормош төҙөүгә йүнәлдерелгәйне. Матур йорттар, ыҫпай кейемдәр — килер быуындар өсөн! Туҡлыҡлы аҙыҡ һәм ғаилә бәхеттәре — килер быуындар өсөн! Гүзәл сәнғәт мөғжизәләрен ҡарап ләззәтләнгән күңелле ял минуттары — килер быуындар өсөн! Хәҙерге быуын, билбауҙы ҡыҫыбыраҡ быуып, өҙлөкһөҙ эшләргә лә эшләргә тейеш. Зауыҡлы ял кәрәк, тиһегеҙме? Ике эш көнө араһында бер мәртәбә бисә ҡуйынында баш аҫтына йоҙроҡ ҡуйып хырылдап үткәргән ябай ял да еткән һеҙгә. Зауыҡлыһын килер быуындарға ҡалдырығыҙ. Яҡшы кейем, тиһегеҙме? Эштә һырған көпәйкә менән ситса салбар ҙа ярай. Хатта уңайлыраҡ та улар. Ә пальто менән йөн костюм — килер быуындар кейеме! Аҙыҡ тураһында һорайһығыҙмы? Хәҙерге быуын ҡара икмәк менән грузин сәйе эсеп тә йәшәй ала. Врачтар, грузин сәйе йоҡо килтермәй, тиҙәр. Тимәк, килер быуындар өсөн янып хеҙмәт итергә сәм бирә! Ит, май, йомортҡа кеүек юғары калориялы аҙыҡтар — килер быуындар файҙаһына ҡалдырылһын. Сөнки улар Марсҡа осасаҡтар. Бөтәһе килер быуындар өсөн! Йәшәһен килер быуындар! Ә хәҙерге быуындың билбау аҫты бушағыраҡ булғаны яҡшы: туҡ кеше эшләмәүсән була ул!

Шулай уйланы Вилдан улы Йәрмит хәҙерге быуындың тормош шарттары хаҡында. Ул үҙенең ошо теорияһын партияның генераль линияһына һәр яҡтан тура килтереп, йәпләштереп ҡуя белә. Килешмәүселәрҙе “аполитичность”, “хвостицизм” мөһөрҙәре менән тамғалай. һәм был дөйөм теорияла ябай халыҡ тигән киң даирә өсөн асылмаҫ сер булған бәләкәй генә лирик сигенеш бар ине. Был сигенеш — Йәрмиттең үҙе кеүек үк интеллигент әхлаҡлы лирик геройҙар хаҡында. Интеллигент — ул юғары белем эйәһе. Ул үҙенең аң-белеме буйынса хәҙерге быуындан айырылып алға сыҡҡан, йәғни ул хәҙер үк килер быуындар заманаһында — коммунизмда йәшәй. Шулай булғас, уның тормош шарттары ла килер быуындарҙыҡы — яҡты коммунизм осорондағы һымаҡ булырға тейеш. Ул килер быуындар кейәсәкте кейергә, килер быуындар ашаясаҡты ашарға — бер һүҙ менән әйткәндә, мораль яҡтан ғына түгел, материаль яҡтан да килер быуындар паегы менән тәьмин ителергә тейеш. Шул шарттарҙа ғына ул хәҙерге быуынды етәкләй ала, килер быуындар күҙе менән зирәк ҡарап, коммунизмға тура юл күрһәтә ала!

Был һоҡланғыс лирик тайпылышты Йәрмит, үҙенең лирик шәхесе өсөн, эҙлекле рәүештә тормошҡа ашырҙы. Яҡшы бала тәүҙә үҙенең тыуҙырыусыларын ҡайғырта, тиҙәр. Колхоз машинаһына тейәп оҙатылған колхоз ағасы тиҙҙән кәкүктәр ауылына ҡайтып, Кәкүк Вилданды ҡартайтҡан бөкөрө өйҙөң серек ҡабырғаларын һипләтте. Туҡһан йәшлек ҡарт өй ғорурланып билен турайтты, тәҙрәләр, арҡыс-торҡос таҡталарынан арынып, быяла күҙҙәрен ялтыратып көлөп ебәрҙе. Ҡарт Кәкүк, ниһайәт, станциялағы ҡабат барып оялаған бесән ҡарауылсылығын ташлап, тыуған ояһына ҡайтты. Ләкин был юлы уны, ҡасандыр илдән сығып киткәнендәге кеүек, яңғыҙаҡ Хәсәндең күсәрҙәре майһыҙлыҡтан сыйылдап торған арыҡ арбаһы түгел, ә буяуҙары күҙҙең яуын алырлыҡ, ултырғанда арт яғың мамыҡ өйөмөнә ырғытылған суйын герҙәй батып китеүсән йомшаҡ урындыҡлы “газик” килтереп төшөрҙө. һәм күп йылдар татлы ризыҡ тәтемәгән етем өйҙә шат усаҡтар ҡабынып, Вилдан ҡарттың танауына улының колхоз келәтенән килеп еткән һимеҙ һарыҡ түшкәһенең тәмле араматы ҡағылды.

“Яҡыныңа ярҙам ит, ләкин үҙеңде лә онотма”, ти бит мәҡәл. Күпме мөмкин, үҙ нигеҙеңде һалмай, бураңды күтәрмәй, колхоз өйөндә фатирсы булып торорға?! Йәрмит, хөрмәтле атаһының йәнен тындырғандан һуң, үҙ эштәрен уғата сәмлерәк юлға һалырға кереште. Был саҡта инде уның йәш кенә хәләл яртыһы — һылыу бисәһе бар ине, эш бына шул һандуғас затын һайрамаҡҡа арбау өсөн алтын ситлек ҡороуҙа ғына ҡалғайны. Ул йөрөгән ерҙәрендә осратҡан һәр бер зиннәтле йорттоң уға күркәмлек биреп тороусы иң үҙәк элементын, Йәрмит һүҙе менән әйткәндә, сәскәһен өҙөп, хәтер моҡсайына туплай барҙы һәм мөҡәддәс хыял дәфтәренә буласаҡ һарайҙың шул сәскәләрҙән генә төҙөлгән гөлләмәһен — гүзәл контурын һыҙҙы. Әммә кәкүклек тәбиғәте үҙен барыбер танытты: был алтын нигеҙ, төбәктә төпләнеп ҡалыу өсөн түгел, ә күсенгәндә һатып аҡса итеп алып китеү өсөн һалынған капитал ине...



XI
“Дуҫлыҡ” колхозында яҙғы сәсеү етәкселәр юғарыға биргән сводкалағынан бер аҙнаға һуңлап тамамланды һәм райондың күсмә Ҡыҙыл байрағы тәтемәне. Колхоздың исеме йылдағыса район гәзитенең “Хөрмәт таҡтаһы”на ла теркәлмәне. Бының өсөн, баҫыуҙарҙағы эштәрҙең барышы түгел, ә иҫәп-хисаптың торошо — “эштәр эшләнеп тә, үҙ ваҡытында сводка бирмәү” ғәйепле, тип һөйләнеләр һәм был “енәйәтсел әрпешлек” өсөн беренсе сиратта “үҙ вазифаһын дөрөҫ башҡармаған” хисапсыны һәм уны “дөрөҫ ҡалыпҡа ултырта алмаған” бухгалтер менән агрономды ғәйепләнеләр. Күренеүенсә, таяҡтың башы иң әүәле Ғәлим башына төштө. Колхоз идараһы тирәһендәге түрә-ҡара һәм уларҙың ҡойроҡтары сәйнәгән ғәйбәт ине был, әлбиттә. Ә ябай халыҡ, ғәҙәттәгесә, күп көс һәм көсөргәнеш талап иткән, ерекмән өсөн иң яуаплы булған яҙғы сәсеүҙең, ниһайәт, осланыуынан ҡыуанды һәм үҙенең иң ҙур байрамдарының береһен — һабан туйын дәртләнеп көттө.

Бына был шатлыҡлы көн дә гөрләп килеп етте. Күк йөҙө зәңгәр-аяҙ, шунда күлкеп йөҙгән ҙур йомарлаҡ майҙай көләс Ҡояш ерҙе йылы нурҙарына күлкетә. “Ыш!” иткән дә ел юҡ, донъя һил. Аллы-гөллө сәскәләргә күмелгән туғайлыҡта һыу буйында кистән ҡаҙып әҙерләп ҡуйған оҙонса ер-усаҡтарға ауылдағы ҡаҙандарҙың иң ололарын килтереп ултырттылар. Колхоздың наҡыҫ һауынлы бер һыйырын етәкләп килтереп, саҡ ҡына ситтәрәк ҡыуаҡ артында һуйып ботарланылар ҙа, ҡаҙандарға тултыра аш һалып, усаҡтарҙы дөрләттеләр — ауылдың аш-һыуға иң оҫта ҡатын-ҡыҙҙары яуаплы һәм һауаплы эшкә тотондо. Олон әйләнәһе өс-дүрт ҡолас йыуанлыҡ, ялбыр ябалдашы күккә олғашҡан иң дәү тирәк төбөнә ҡыҙыл буҫтау япмалы оҙон өҫтәл ултыртып, радиоалғыс ҡуйҙылар, яғаһы аҫтына “төшөргөләп” саҡ ҡына ҡыҙмасаланып өлгөргән тракторист Насрый баҡыр антенна сымының бер осон ауыҙына ҡабып, дәү тирәк башына бесәйҙәй үрмәләне лә ботаҡтарҙың өҫтәл тәңгәлендәге береһенә беркетте. Парторг Рәүеф Бикмырҙин радиоалғыстың ҡолағын борғослағайны, ҡапыл көллө әрәмәлекте Өфөләге сыңрау моңло Камил Вәлиевтың Шәйхзада Бабич һүҙҙәре менән Хөсәйен Әхмәтов көйөнә һалынған саф ауазы шаңғыртты:


Айға үрләп, нурҙа уйнап,

Күкрәгемде нурланым.

— Ит ғәфү әй, Ай, — тинем мин, —

Нурҙарыңды урланым.


— Һис зарар юҡ, ал, — тине Ай, —

Ал да сәс нур халҡыңа;

Мин дә бит төн хаҡына

Алдым Ҡояштың нурҙарын.


Бабич рухы кешеләрҙең йөрәгенә үтеп инде, был донъя һәм ундағы үҙенең урыны тураһында тәрәнерәк уйланырға этәрҙе. Шул хистәрҙән тулҡынланған Ғәлим мыжғыу халыҡ араһынан һағыныслы һылыу йөҙҙө — Ғәлимәне эҙләне, тик осрата алманы. Хуш еҫтәрен аңҡытҡан ҡыуаҡлыҡтар араһындағы аҡландарҙа ихлас серләшеп ҡыҙырыусы байрамсылар араһынан йырып үтеп, магазин палаткаһы алдына килде, унда күк халатлы Иван Иванович тәм-том һәм хәмер менән сауҙа итә, теләгәндәргә шешәнән ҡойоп та бирә. Ситтәрәк бер төркөм тракторист егеттәр, күңелле гөжләшеп, бер шешәне сиратлашып “гурлы”һынан бушата.

— Әй, сажин түрәһе, һыйлайһыңмы әллә беҙҙе? — тип һөрән һалды Насрый.

— Ҡуй, борсома. Солярка, бензин, автол ғына ҡойоп бирә бит ул.

— Закускаһына солидол һылап ебәрә! — Хахылдашып көлдөләр. Насрый тағы телләште:

— Әсәһенең улы бит ул — дүрт йыл буйы флотта ла диңгеҙ һыуы ғына һемереп йөрөгәндер!

Ғәлим Иван Иванычҡа өс һумлығын һондо ла, бер ҡулына — “ярты”, икенсеһенә стакан тотоп, егеттәргә яҡынланы, соҡортайҙы яртылаш тултырҙы:

— Йә, кемебеҙҙән башлайбыҙ?

— Минән, әлбиттә! — тине Насрый, ҡулын ҡабалан һуҙып.

— Ярай, алайһа, — тине лә Ғәлим, “утлы һыу”ҙы үҙенең тамағына атҡарҙы. — Диңгеҙҙекенән ҡайтышыраҡ икән шулай ҙа, — тигән булды.

— һай, маладис икәнһең дә, белмәйерәк йөрөгәнбеҙ!

— Белерһегеҙ! —Ҡомһоҙланып яланып торған Насрыйға шешә менән стаканды тотторҙо. — Ҡалғанын үҙегеҙ самалағыҙ, бөркөттәр.

Иртәнсәк йүнләп ашамай киткәнгәме, эскә яндырып төштө лә башты еңелсә әйләндерҙе. «ғиззәт ағайым кеүек, гелән уларға ҡушылып эсеп йөрөһәм, яҡшы хисапсы булаһым икән дә ул... — тип йылмайҙы. — Юҡ, уныһы булмай минән!”

Түңәрәк аҡландарҙа дәртле гармун, ҡурай моңдары тирбәлде, парлашып бейеүҙәр ҡыҙҙы. Бер киң майҙанда баһадирҙар суйын гер күтәреп көс һынашты; аяҡтарға тоҡ кейеп йүгерешеү, күҙ бәйләп сүлмәк ярыу, баҡанға үрмәләү уйындары гөрләне. Ара-тирә ваҡытынан элек иҫереп туйтаңдаған, хатта ҡыуаҡ төбөндә төңкәйгән ир-ат та салынды күҙгә. Атҡа менеп бәйге сабыу ғына юҡ — һуғыш йылдарында аттарҙы Ҡыҙыл Армияға алып киткәс, ҡабат ялғана алмай әле был йола...

— Яҙғы сәсеү алдынғыларына бүләк бирәләр, ти! — Сәмле хәбәр таралды ла халыҡ ҡыҙыл буҫтаулы өҫтәл ҡаршыһына ағылды. Унда, өҫтәл ҡырына ҡарғаларҙай теҙелеп, колхоз рәйесе Йәрмит, парторг Рәүеф, бухгалтер Ибәт һәм колхоз идараһының бер-ике ағзаһы ултыра. Баҡтиһәң, ҡәҙимге ялҡытҡыс оҙон доклад һөйләнеп бөткән дә бүләкләнеүселәрҙең исемлеген тотҡан рәйес бәхетлеләрҙе өҫтәл ҡырына саҡырып килтерә башлаған. Берәүҙәренә күлдәклек ситса, икенселәренә яулыҡ, ҡайһыларына кирза итек йәки түфли, салбар-фәлән эләгә, бухгалтер Ибәт уларҙы алыусыларҙың ҡулын ҡыҫып, әйберҙәрен биреп тора. Алдынғыларҙың бер төркөмөн бишәр тәңкә (бер шешә һәм ҡабымлыҡ!) аҡса менән бүләкләү башланғас, сикәләре ҡыҙышып өлгөргән ир-ат халҡы гөжләшеп ҡул сапты. Шунан ҡала тағы ла бер төркөмгә колхоз идараһы һәм партбюроһының рәхмәт хаты тантаналы ҡысҡырып уҡылып, парторг шул рәхмәткә ирешеүселәрҙе исемлектән берәмләп атай башлағас, баяғы биш тәңкә алыусылар дәррәү ҡубынып, Иван Иванычтың палаткаһы тарафына олаҡты. Рәхмәтле исемлектән нәүбәттәге итеп тракторист Насрый аталғас, баҡыр антенна сымы аҫылған дәү тирәк ботағы һелкенеп тә тирбәлеп, ҡыҙыл япмалы өҫтәл менән “халыҡ массалары” аралығындағы үләне тапалған түтәгә үрҙән буш шешә даңғырҙап төштө лә күптәрҙең һушын һүрҙе. Артынса уҡ тирәк башынан Насрый үҙе аҡырҙы:

— Протестую! Рәхмәтегеҙҙе кеҫәгеҙгә һалығыҙ! Даешь миңә биш тәңкә!

— Ур-ра! Тарзан килгән, Тарзан! — тип сәрелдәне бала-саға, өҫтәл тәңгәлендәге ботаҡта бәүелеүсе Насрыйға бармаҡ төртөп күрһәтеп (ҡыш көнө ауылға Американың “Тарзан” фильмен килтереп күрһәткәйнеләр).

— Биш тәңкә кәрәккәс, ниңә сәсеүҙе тотҡарланың, алдан сәсеп бөтмәнең? — тине бухгалтер Бикмәт, үргә салҡайып ҡарап.

— Мин бөттөм, хисапсығыҙ алдаған! Долой, ундай хисапсы беҙгә кәрәкмәй!

— Ә һин үҙең кәрәкме икән колхозға? — Йәшел сиҙәмдә өйкөлөп ултырыусы баштар араһынан ҡалҡынып, Ғәлимә алғараҡ сыҡты. — Ғәфү итегеҙ, Рәйеф Әхметыч, шул рәхмәтлегә бер ауыҙ һүҙ әйтәйемсе. — Үргә ҡарап киҫәтте. — Һин, Насритдин, аҙ ғына , яңылышаһың: һин үҙең ул алдаҡсы, һөргәндә лә, сәскәндә лә хәрәмселәп, баҫыуҙарҙы боҙоусы. — Хатта бармаҡ янаны. — Шытып ҡына сыҡһын әле бойҙайҙарың: күҙеңә баҡтыртып, ҡуш табаныңды ҡыҙыу табаға баҫтыртырбыҙ.

— Тарзан! Тарзан! — һөрәнләүен белде малай-шалай. Өҫтәл тәңгәлендә ботаҡта мөсһөҙ баҫып бәүелгән Насрый, көтмәгәндә, Тарзандың әсе тауышы менән һөрәнләп, шул ыңғайҙа уҡ тигеҙлеген юғалтып, ботаҡ осонан ҡаҡ өҫтәлгә “лап!” итеп ҡолап төштө, түрә-ҡара ҡурҡып ситкә сирғыны. Уларҙан да нығыраҡ шөрләгән Насрый йәшендә тиҙлектә өҫтәлдән быраҡты, башын баҫып йүгереп барғаны ыңғайы, елләтергә тоҙ һибеп йәйеп һалынған һыйыр тиреһенә табандары тайып, эргәләге эркетле ҙур ашлауға таяна төштө лә күкрәгенәсә эркеткә сумды, көллө кәүҙәһенә аҡ юлаҡтар ағыҙып, сәсәй-сәсәй тороп йүгерҙе. Бушлай кәмит күргән халыҡ алҡышлап оҙатты ирҙе...

Аҡландарҙа эркелеп табын ҡора, ҡор-ҡор булып өймәкләшеп ултыра башланылар, һабан туйының ослана барыуы ине был. Бер ҡыуаҡ төбөндә Сәләмғолдоң Ғәлимәне ҡултыҡлап алырға ҡырҡышыуын күреп, хисапсыбыҙ эргәләренә барҙы, һөмһөҙйәнде этеп ебәрҙе. Ҡаны ҡыҙышҡан Сәләмғол да йоҙроҡтарын эшкә егергә киҙәнгәс, Ғәлим дә ажырайғас, Ғәлимә араға төштө:

— Етер һеҙгә! Тағы сәкәләшһәгеҙ, берегеҙ менән дә һөйләшмәйәсәкмен, белегеҙ шуны! — тип икеһен дә һыуындырҙы. Сәләмғолдо яурынынан этәрҙе. — Ә һеҙҙе, хөрмәтле хакимиәт, түрәләр табынында көтәләр, рәхим итегеҙ!

— Һеҙҙең дә урын шунда, мин һеҙҙе алырға килдем. Йәрмит Вилданыч менән Рәүеф Әхметыч ебәрҙе!

— Барығыҙ, барығыҙ, урын ала тороғоҙ! — тине Ғәлимә, ныҡыш егеттән көскә арынып. — Ә мин саҡ ҡына торараҡ барып етермен. — Тегеһе күҙҙән юйылғас, Ғәлимде ҡултыҡлап алды ла икенсе яҡҡа ыңғайланы. Табын ҡоролған аҡландарҙың барыһын уҙып китеп, туҡталдылар:

— Ҡайҙа барабыҙ?

— Башыбыҙ ҡараған яҡҡа. Бына был хазина һандығында, — тине, беләгендәге йәтеш сумкаһын һелкетеп, — “зәм-зәм һыуы” менән ҡабымлыҡтар бар — икебеҙҙең өлөштө һалдыртып алдым. Берәй матур урын табып, һөйләшеп ултырайыҡ. һинең менән шундайын һөйләшкем килә...

— Ә минеңсе!..

— Киттек, алайһа!

Йылға аша күперҙе үтеп, Олобай тигән осһоҙ-ҡырыйһыҙ һыубаҫар болон ауыҙында юлдың һул яғына боролғас, мал аяғынан да, бәндәнекенән дә һил ҡуйы йәш имәнле бөгәл бар — йырып шунда керҙеләр ҙә ҡарт имәндең төбөндә төйәкләнделәр. Ғәлимә сумкаһын асып, ергә ашъяулыҡ йәйҙе, аҡ алюмин һауыттағы туралған ҡалъяларҙы, шешә менән ике рюмканы сығарып ҡуйҙы.

— Быларын да ашнаҡсы еңгәйҙәр бирҙе, — тине, соҡортайҙарҙы аҡ сепрәк менән һөрткөләп. Ҡыйыу тура ҡарап йылмайҙы: — Йә, уҙаман, башлайбыҙмы?

— Хәйерле сәғәттә, изге минутта! — Ғәлим шешәне асып, соҡортайҙарҙы тултырҙы, күҙ йомоп күтәрҙеләр. — һинең менән ошолай ултырыр көнөм дә бар икән, Хоҙайға шөкөр! — тине.

— Ҡапҡыларға ла онотмайыҡ. Ара-тирә эс серҙәребеҙҙе бушатыша торайыҡ.

— Минең серем бер генә — ул һин! — тине егет.

— Минеке лә шулай уҡ...

— Беренсе күреүҙән үк...

— Ә минсе?..

Шешә шөйлә бүҫкәреп бара ине. Ғәлим ҡыҙҙың янына күсеп ултырҙы, биленән ҡосаҡланы. Ғәлимә ҡаршылыҡ билдәһе тойҙортманы.

— Эргәңдә баяғы “майлы көлсә”не күрһәм, өҙгөләп ташларҙай булам!

—Сәләмғолдомо? — Ҡыҙ көлдө. — Әллә ул һине өнәй тип беләһеңме?.. Бер көн шулай уға: “Ниңә һине Кәзәтәкә тип ҙурлайҙар? Ғәлим шуны үҙеңдән һорарға ҡушты”, — тигәйнем, тештәрен шыҡырҙатып ярһыны...

— Ниңә шуны яныңа килтерәһең?

— Бәй, кейәүгә бирмәле ҡыҙ икәнемде күрмәйһеңме әллә? Артымдан ҡалмай йөрөй, ниәтем бик етди, ти...

— Ә һин?


— Үҙең нисек уйлайһың? Майлы көлсә тип, йөҙ сыйырып йөрөргә, ун һигеҙ йәшлек кенә ваҡытым түгел. Алдағыны ҡайғыртмаҡ кәрәк...

Ғәлим рюмканы тултыра ҡойоп эсте, ҡайнар тулҡыны башынаса йүгерҙе. Ҡыҙ иһә тотҡан соҡортайын кире ултыртты:

— Уф, башым әйләнә, Ғәлим... — Күҙҙәрен йомоп, салҡан төшөп һуҙылып ятты. — Кил минең яныма! — тине. Ғәлим уның эргәһенә ҡырынлап, ҡалҡыу күкрәге аҫтынаныраҡ ҡыҫып ҡосаҡланы, сикә тамырҙарына ҡан бәрҙе:

— һылыуым, Ғәлимәм, һинһеҙ тора алмайым!

— Эш ниҙә һуң? — тине ҡыҙ, күҙҙәре йомоҡ килеш. Өҫкә менеүен егет үҙе лә һиҙмәй ҡалды; көллө тәне дерелдәп, ҡыҙышып, танһыҡ һындың ныҡ тоташҡан тығыҙ боттарын айырырға көсәнһә лә, хәленән һис килмәне. Үҙен шулай интектереп ыҙалаусыһының күҙҙәре йомоҡ көйөнсә лә көлөп ятыуын күреп, ялынды:

— һылыуым, түҙемлегем ҡалманы... Бушатсы ҡапҡаныңды?..

— Бушатһам, кемгә кәрәгем ҡалыр?

— һин бит минең һылыуым, йәнейем... Миңә бик-бик кәрәкһең...

— Кәрәгеңде бирермен...загсҡа барып яҙылышҡандан һуң. — Ғәлимә, егетте этеп ебәреп, тороп ултырҙы. — Ошоғаса бер кемде лә белмәнем... Иртәгә үк никахлашайыҡ, бергә йәшәй башлайыҡ!

Ғәлим тағы ҡойоп эсте, ике ҡулы менән башын тотоп уйланды.

— Юҡ, иң элек миңә вузды бөтөргә кәрәк. Шунан һуң...

— Бергә торһаҡ, үҙем ярҙам итермен, уҡытып сығарырмын. Әсәйеңде лә, үҙеңде лә ҡарарға хәлемдән килә, күрерһең...

— Юҡ, хәҙер үк! Ә ҡалғаны — шунан һуң!

Ғәлимә ырғып торҙо:

— Хыялый һин, хыялый... Беләһеңме нисә йәштә мин? Егет түгел икәнһең!

һәр икеһе үҙ уйҙарына сумып, өндәшмәй атланылар.




Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   10   11   12   13   14   15   16   17   ...   24




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет