IX
Бөгөн опера театрында яңы сезон асыу спектакле – йылдағыса “Томбойоҡкүл” балеты. Көн һаман кискә ауыша, спектакль башланыр сәғәт яҡынлай ҙа яҡынлай...
Сәғит, бүлмәһендә яңғыҙы ҡалып, Сәғиҙә хаҡында уйлай. Теге аяныслы көндә уны тиҙ ярҙам дауаханаһына үҙе оҙатып ҡуйһа ла, башҡа күрешкәне лә, шылтыратышҡаны ла юҡ: йәйге ялында ай буйына диңгеҙ ярында Алғыр Ниәтшин менән бергә булғандарын ишетеп көйөндө шул...
Һағышынан айный алмай, телевизор клавишаһына баҫа. Экрандағы кеше йөҙө томанланған күҙҙәренә көскә тоташа, тауышы меңәр саҡрымдағылай тоноҡланып ишетелә:
-- Бөгөнгө беҙҙең зәңгәр планетабыҙҙың хәле – үҙен араҡы, тәмәке һәм төрлө наркотиктар менән тынҡыслаған ахмаҡ әҙәм балаһыныҡы кеүек. Ул бахырҙың бауыры, бөйөрө, үпкәләре, йөрәге һәм башҡа эске органдары шул зарарлы матдәләрҙән нисек һыҡтап һыҙлаһа, киңгәһә, зәңгәр планетабыҙҙың да яҙмышы ҡыл осонда: күкккә ашҡан ағыулы быуҙарҙан, ергә-һыуға һеңгән химикаттарҙан, күҙгә күренмәй йәйелеүсе бысраҡтарҙан арсаланырға хәле ҡалмай бара уның. Минутлыҡ рәхәткә алданып үҙенең мәңгелек ғүмерен әжәл алҡымына һалған әҙәм балаһы бөгөн инде яңғыҙ үҙен генә түгел, ә көллө тәбиғәтте, бөтә планетаны аяныс хәлгә тарыта. Әҙәм организмының да, зәңгәр планетабыҙҙың да ағыуҙарға ҡарышырлыҡ тәҡәте ҡороп бара – уның эске резервтарының да сиге бар. Шул критик сиккә етеү – үлем... Замандаштарым, белегеҙ! Үҙенең сафлығын юйған әҙәм – донъяның сафлығын быуа. Үҙенең сафлығын ҡайғыртҡан йән – донъяның сафлығын һаҡлай...
Сәғит клавишаны батыра, зәңгәр экран тоноҡланып һүрелә. Ҡайҙа ғына һуғылһаң да, әлеге лә баяғы бер балыҡ башы. Юҡ, былай ҡалыу мөмкин түгел!
Өҫтәлдәге ҡайырма календарҙе аса. Ике дана театр билеты ҡыҫтырылған. Эйе, ике, сөнки ул Сәғиҙә бейегән иң шәп “Томбойоҡкүл” спектакленә йәнә кемделер килтерергә ғәҙәтләнгән...
Сәғит күҙҙәрен йомған килеш театр билеттарына төблеп ҡата, оҙаҡ ойоп ултыра, күҙе йомоҡ килеш барып койкаһына йығыла.
Бына ул үҙен күңеленең ҡараңғы бушлығынан алыҫтағы зәңгәр планетаға бағып торғандай тоя. Юҡ, сағыу балҡышлы саф зәңгәр, юҡ! – ап-аҡ саф томбойоҡ был! Ғаләм төпкөлөнән һомғол һабағында тирбәлә. Япа-яңғыҙ аҡ томбойоҡ, берҙән-бер аҡ томбойоҡ. Ҡайһындай саф томбойоҡ!.. Ләкин һомғол һабаҡ буйлап үрмәләй-үрмәләй ҡара быу күтәрелә, томбойоҡҡа ҡылйыландай урала. Үҙе – ҡара, ә һаҡалы еп-ерән... Сәғит, ошо ҡотосҡос ҡылйыландың беҙҙәй осло күҙҙәрен күрмәҫ өсөн, муйынын һындырырҙай артҡа салҡая, башын сатнатырҙай бәрә стенаға. Өнмө был, төшмө, әллә хәтәр һаташыумы?..
Ишек шаҡыйҙар икән. Әсәһе, кемдәрҙелер эйәртеп инеп, уның баш осонда тора. Төшлөгөн уҙған ҡояштың һүрән нурҙары тиртә тәҙрәнән. Ишек төбөндәгеләр тамаҡ ҡыра. Бәй, үҙебеҙҙең Алеша менән Дуняша – вахтасы ҡыҙыҡай бит был! Эйәртенешеп килгәндәр. Ҡарағыҙ әле: ҡыҙҙарҙың һипкел-йондоҙҙар һибелеп биҙәлгән йөҙҙәре ниндәй матур – күктәрҙең сихри яҡтылығы ошо йөҙҙәрҙән башлана!
Күкрәгенән шатлыҡ тулҡыны сайпылған Сәғит айнып ырғып торҙо, ҡунаҡтарҙы түргә уҙырға ҡыҫтаны. Ләкин йәштәр бик ашығыс ҡына килгәндәр икән. Ҡыҙҙың шаян һипкелдәре менән йәм-йәшел егет күҙҙәре яңы йоҡонан уянғандай иҫәнгерәүле Сәғиттең күңелендә, нисектер, икеһе бергә ҡушылды – йәшкелт иҙел ҡосағында шат тирбәлеүсе аҡсарлаҡтар көтөүендәй сағыу ҡыуаныс тыуҙы.
-- Беләһегеҙме, Сәғит ағай, -- тине Алеша, күҙҙәренең саф йәшеллегенә бүлмәне күмелдереп, тулҡынланыуҙан һүҙҙәрен яртылаш йотоп, -- Дуняша менән балетҡа тип килгәйнек, тик... тик... билет таба алмайбыҙ.
-- Тантаналы сезон асыу, “Томбойоҡкүл” бит әле... – тине ҡыҙ. – Шундай үкенес... Һеҙ, Сәғит ағай, телефондан шылтыратып, контрамарка алып бирмәҫһегеҙме икән?
Ошо мәлдә Сәғиткә донъя йөҙө ҡапыл яҡтырып, сафланып киткәндәй булды, уның күҙ алдында ап-аҡ томбойоҡ төҫмөрләнде. Йөрәгенең тулағанын башҡалар ҙа ишеткәндәй албырғанып, календәргә ҡыҫтырылған ике билетты алды, матростың түш кеҫәһенә төшөрҙө:
-- Хәйерле юл теләйем, дуҫтар, һеҙгә... Бөгөн... бөгөн... прима-балерина Сәғиҙә Салауатова бейей... – Ҡунаҡтарҙы ишектән оҙатып ҡалып, көҙгө янына килде, таушалған күлдәген һалып, ҡарҙай ап-аҡ нейлон күлдәген кейеп, иң айбарлы галстугын бәйләне. “Эйе, беҙҙәрҙең сезон ябыла – һеҙҙәрҙеке асыла!..” Контрамарканы үҙенә алырға тейеш...
Ҡәҙерле уҡыусым, күҙ һалһаңсы Ағиҙелдән күтәрелмеш киртләс-киртләс мәрмәр баҫҡыстар буйына! Унда, биш аҙымын бер баҫып, үҙенә ҡуша йылға елдәрен эйәртеп, мыҡты һынлы ағиҙелсе ҡалаға менеп бара. Баҫҡыстар артта ҡалды, егет, сажин аҙымдарын һалып, ике ҡулын ныҡ һелтәп, нурҙай тура урам буйлап ашыға. Елгә ҡаршы күкрәк киреп, ҡыйыу аҙымлап бара – Планетаның тәбиғәтен һаҡлаусы инспектор. Донъяның ул ағын да, ҡараһын да күрә белергә тейеш!
Сәғит шуны йөрәге менән тоя: икеһенең хушлашыу кисе түгел был. Томбойоҡтар ил күрке өсөн тыуа, томбойоҡтар хушлашмаҫҡа, мәңге бәхет килтерергә үркелә -- бына шуны белеү зарур беҙҙәргә.
Эйе, ҡара йәнле ҡылйыландар томбойоҡто уралып быумаһын өсөн, һәр беребеҙ үҙендәге ап-аҡ томбойоҡ сафлығын балҡытырға, Матурлыҡты арыҫландарҙай ҡурсаларға бурыслы.
25.12.1976
ЙӨКМӘТКЕҺЕ
КОММУНИСТ. Роман.............................................3
ПОВЕСТӘР
ХЕҘМӘТ..............................................................112
ТЕГӘНӘК.............................................................159
КИПАРИСТАР СӘСКӘ АТҠАН САҠТА.............195
ТОМБОЙОҠ.........................................................225
Достарыңызбен бөлісу: |