9. Мосолмандар ике төркөмгә айырылып, һуғыша башлаһалар, уларҙы татыулаштырығыҙ. Береһе башлап ғәҙелһеҙ һөжүм итһә, Аллаһ ҡушҡанса ғәмәл ҡыла башлағанға саҡлы, шул яҡҡа ҡаршы һуғышығыҙ. Бойһонһалар, ғәҙеллек менән татыулаштырығыҙ. Һәм һәр эштә ғәҙел булығыҙ. Шик юҡ, Аллаһ ғәҙел ғәмәлдәрҙе ярата. (10) Мосолмандар үҙ-ара ҡәрҙәш. Шулай булғас, ҡәрҙәштәрҙең араһын яйлаһағыҙ һәм Аллаһтан (язаһынан) ҡурҡһағыҙ, ярлыҡанырһығыҙ, Уның рәхмәттәренә ирешерһегеҙ.
11. Әй, мөьминдәр! Бер төркөмөгөҙ икенсеһен мыҫҡыллап көлмәһен (кәмһетмәһен). Бәлки, улар (мыҫҡыллаусынан) күпкә яҡшыҙыр. Ҡатындар ҙа ҡатындарҙан көлмәһен. Бәлки, улар күпкә яҡшылыр. Бер-берегеҙҙе ғәйепләмәгеҙ. Бер-берегеҙгә әшәке ҡушаматтар таҡмағыҙ. Иман килтереп тә, әшәкелек ҡылыу яман ғәҙәт. Тәүбәгә килмәгәндәр рәхимһеҙ залим була.
12. Әй, иманлы кешеләр! Уйҙырмаларҙың (ғәйбәт, имеш-мимештәрҙең) күбеһенән ваз кисегеҙ. Уларҙың байтағы гөнаһ. Кешенең серен һатмағыҙ, шымсылыҡ ҡылып, бер-берегеҙҙең ғәйебен (тырнаҡ аҫтынан кер) эҙләмәгеҙ. Берегеҙ икенсегеҙҙең артынан (яман) һөйләп ҡалмаһын. Үлгән туғанының итен ашап, кеше тәм табырмы? Был нәжес бер ғәмәл булыр ине. Шулай булғас, (был харамдарҙы ҡылып, гөнаһҡа батыуҙан) Аллаһтан ҡурҡығыҙ. Шик юҡтыр, Аллаһ тәүбәләрҙе ҡабул итә һәм ярлыҡай.
13. Әй, әҙәм балалары! Хаҡтыр, Беҙ һеҙҙе бер ир, бер ҡатын итеп яралттыҡ. Бер-берегеҙ менән аралашығыҙ тип, һеҙҙе ҡәүемдәр һәм ҡәбиләләргә айырҙыҡ. Хаҡтыр, гөнаһ ҡылыуҙан ҡурҡҡан кеше Аллаһ ҡаршыһында иң оло абруй ҡаҙаныр. Шөбһәһеҙҙер, Аллаһ барыһын да белеп, барыһынан да хәбәрҙар булып тора.
14. Бәҙәүи ғәрәптәре:
— Иман килтерҙек, — тине. Әйт һин уларға:
— Һез: иман килтерҙек, тип әйтмәгеҙ; буйһондоҡ, тип әйтегеҙ. Иман һеҙҙең күңелегеҙгә кереп урынлашманы бит әле. Аллаһҡа һәм уның илсеһенә итәғәт итһәгеҙ, Аллаһ ҡаҙаныштарығыҙҙы кәметмәҫ. Аллаһ — йомарт ярлыҡаусы, миһырбанлы кисереүсе.
15. Бары тик Аллаһҡа һәм уның Рәсүленә иман килтергәс, икеләнеп ҡалмаған, Аллаһ юлында малын һәм йәнен ҡыҙғанмайынса көрәшкән кеше генә хаҡ мосолман була. Бына шулар (эштә) ғәҙел, һүҙҙә тоғро кешеләр.
16. Әйт һин:
— Һеҙ (үҙегеҙ ҙә ышанып бөтмәгән) динегеҙгә Аллаһты өйрәтергә алындығыҙмы? (Йүнләп иман килтермәгән башығызҙҙан, иман килтерҙек тип, Аллаһты алдарға аҙапланаһығыҙмы?) — тип. Аллаһ күктәрҙә булғандарҙы ла, Ерҙәгеләрҙе лә белеп тора. Аллаһ бөтөн нәмәне дөрөҫө менән белеп тороусы.
17. Улар:
— Ислам динен ҡабул итеүебеҙ һинең файҙаң, мәнфәғәтең өсөн, — тип фараз ҡыла.
Әйт һин:
— Минең күңел булһын өсөн генә мосолманлыҡты ҡабул итмәгеҙ. Ғәҙел кешеләр икәнһегеҙ, шуны белеп тороғоҙ: әгәр иманығыҙҙа ныҡ торһағыҙ, һеҙҙе тура юлға йүнәлтеп, Аллаһ һеҙҙең үҙегеҙгә мәнфәғәт ҡылыр, — тип.
18. Шөбһәһеҙ, Аллаһ — күктәрҙең һәм Ерҙең серҙәрен белеүсе. Аллаһ — ҡылғандарығыҙҙы күреп тороусылыр.
50 — Ҡаф (Ҡаф) сүрәһе
(Ҡаф сүрәһе 45 аяттан тора. Мәҙинәлә ингән. «Ҡаф» хәрефе менән башланғанға күрә, исеме лә Ҡаф тип йөрөтөлә).
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1, 2, 3. Ҡаф. Изге Ҡөръән исеме менән әйтәм, үҙ араларынан Пәйғәмбәр килгәнгә улар аптырап ҡалды. Кәферҙәр әйтте:
— Был ғәжәп эш, — тинеләр. - Үлгәндән һуң, тупраҡҡа әйләнгәндән һуң (тағын тереләсәкбеҙме)? Был аҡылға һыймай торған йыраҡ бер эш.
4. Тупраҡ уларҙың тәндәрен нисек итеп ашап бөтөргәнен бик яҡшы беләбеҙ. Яныбыҙҙа бөтөн нәмә яҙылып һаҡланған Китап бар.
5. Хәҡиҡәт (Ҡөръән) килгәс, улар уны ялғанға сығарҙы. Шуға күрә лә улар ни эшләргә белмәй, аптырап ҡалды ла.
6. Күккә ҡарамайҙармы һуң улар? Уны нисек итеп төҙөнөк, биҙәнек. Бер генә сатнаған урыны ла юҡ — кәмил иттек. (7) Ерҙе нисек итеп хасил иттек, өҫтөнә тауҙарҙы беркеттек һәм һәр төрлө (енестән) үҫемлектәр үҫтерҙек.
8. Аллаһҡа йүнәлгән кешеләрҙең күңел күҙе асылһын һәм ғибрәт алһындар тип, шулай ҡылдыҡ.
9. Беҙ Күктән бәрәкәтле ямғырҙар яуҙырып, баҡсалар, бәндәләремә ризыҡ булһын тип, (урып алырлыҡ) иген үҫтерҙек. (10) Бейек хөрмә ағастарында теҙелеп киткән мул емештәр етештерҙек. (11) Йәнә шул ямғыр һыуы менән үле тупраҡҡа йән өрҙөк. (Терелеп) ҡәберҙән сығыу ҙа нәҡ шулай буласаҡ.
12, 13, 14. Уларҙан алдағылар ҙа — Нух ҡәүеме, Расс бәндәләре, Сәмүд, Ғәд, Фирғәүен, Лут һәм Әйкә халыҡтары ла, Тубба кешеләре лә — барыһы ла пәйғәмбәрҙәрҙең өгөттәрен ялғанға сығарҙы, һәм шул сәбәпле улар Мин вәғәҙә иткән ғазапҡа дусар булды. (15) Беренсе тапҡыр (күктәрҙе, Ерҙе, Әҙәмде) юҡтан бар иткәндә мохтажлыҡ кисерҙекме, юҡһа (яңынан барлыҡҡа килтерергә лә ҡурҡып торабыҙмы)? Эйе, улар яңынан яралтылышҡа (терелеүгә) ышанмай. (16) Хаҡтыр, Әҙәмде Беҙ яралттыҡ. Нәфсенең уға ниндәй вәсүәсә бышылдағанын да беләбеҙ. Сөнки Беҙ уға муйын тамырынан да яҡын торабыҙ.
17. Әҙәмдәрҙең уң яғында (сауаптарын) һәм һул яғында (гөнаһтарын) ғәмәлдәрен яҙып барыусы ике фәрештә бар. (18) Кешенең ауыҙынан сыҡҡан бер генә һүҙ ҙә күҙәтеүсе тарафынан яҙылмай ҡалмай. (19) Көндәрҙән бер көндө үлем иләҫлеге килер. Һинең ғүмер буйы ҡасып йөрөгән нәмәң шул (әжәл) булыр. (20) Сур борғоһона өрөлөр, был да кәферҙәр өсөн вәғәҙә ителгән (язаның ысынлыҡҡа ашыу) Көнөлер. (21) Бына шул Көндө һәр кеше әйҙәүсеһе һәм шәһиттары менән бергә килер. (22) Әйтелер:
— (Донъяла) һин быларҙан хәбәрһеҙ инең. Бына, өҫтөңдән ҡорманы алдыҡ. Һин хәҙер үткер ҡарашлы булдың (нимә ҡылғандарыңды асыҡ күрерһең!). (23) Уның юлдашы (фәрештә) әйтер:
— Бына, янымда (яҙыулы китап) әҙер тора. (24, 25) (Әҙәмде алып килгән әйҙәүсе менән һаҡсыларға бойоролор):
— Кирегә әйҙәүсе бөтөн кәферҙәрҙе, бар көстәре менән изгелеккә ҡаршы торғандарҙы, залимдарҙы, (Аллаһ хөкөмдәрен) шиккә алғандарҙы, һәр аҙғынды йәһәннәмдең иң хәтәр янған уртаһына ташлағыҙ! (26) Аллаһҡа тиң (хатта Аллаһтан өҫтөн) күреп әйберҙәргә табынған мөшриктәрҙе икегеҙ ике яғынан тотоп, иң хәтәр янған утҡа ташлағыҙ. (27) Юлдашы (шайтан) шунда телгә килер:
— Йә, Раббым, уны мин аҙҙырманым. Ул үҙе Хаҡтан йыраҡ китеп аҙашҡан ине.
28, 29, 30. Аллаһ әйтер:
— Ҡаршымда ғауға ҡуптармағыҙ! Мин һеҙгә алдан уҡ (гөнаһ ҡылмағыҙ, Әхирәттә яза алырһығыҙ тип) тәһдид (киҫәтеү) күндермәнемме? Минең янымда һүҙ көрәштерелмәҫ. Әммә Мин бәндәләремә ғәҙелһеҙ залим да түгелмен. Ул Көндө йәһәннәмдән һорарбыҙ:
— Йә, тулдыңмы инде? — тип әйтербеҙ. Ул:
— Тағын берәйһе бармы? (Булһа — керт, урыным етәрлек), — тип яуап бирер.
31. Саф мосолмандар өсөн йәннәт йыраҡ булмаҫ, яҡынайтылыр. (32, 33, 34) Аллаһҡа юл тотҡан һәр кешегә, Аллаһ ҡуйған сиктәрҙе һәм хөкөмдәрҙе уҙмағандарға, Үҙен күрмәгән килеш тә, Раббының язаһынан ҡурҡҡан әҙәмдәргә һәм ихлас күңелле кешеләргә вәғәҙә ителгән йәннәт бына ошо булыр. Шунда именлек менән керегеҙ. Был үлем янамаған мәңгелек көндәрҙең башы булыр. (35) Шунда нимә теләһәгеҙ шул бар. Хозурыбыҙҙа тағын да мулыраҡ.
36. Быларҙан алда тағын да ҡеүәтлерәк тормошло күпме кәфер тоҡомдарын Беҙ юҡ иттек. (Әжәлдән ҡасып ҡотолор урын эҙләп, улар бер урындан икенсеһенә күсеп йөрөгән булһалар ҙа, язабыҙҙан) ҡасып ҡотолоу мөмкин эшме?
37. Бына был хикмәттәрҙә күңеле һиҙгер булған, (Аллаһ һүҙенә) иғтибар менән ҡолаҡ һалған кешеләр өсөн һабаҡ алырлыҡ ғибрәттәр бар.
38. Шуныһы ла Хәҡиҡәт ғәләмәтелер: Беҙ күктәрҙе, Ерҙе һәм икеһе араһындағы бөтөн нәмәләрҙе алты (дәүер) көн эсендә яралттыҡ һәм был эш беҙҙең өсөн һис тә йонсоторлоҡ булманы.
(«Йәһүдтәр: Аллаһ алты көн буйына күктәрҙе, Ерҙе юҡтан бар итә-итә хәлдән тайҙы, шуға күрә, ул етенсе көндө, шәмбелә тәхете өҫтөндә аяҡ бөкләп ял итте, тип ялған тараттылар. Аяттың һуңғы йөмләһе шуларға ишара». Хәйретдин Ҡараман тәфсиренән.)
39. (Эй, Мөхәммәд) уларҙың (кәферҙәрҙең нахаҡ) һүҙҙәренә түҙ. Ҡояш сыҡҡан уаҡыттан алып, батышына саҡлы булған арала Раббыңды хуплап, тәсбих әйт (намаҙҙарҙы ҡалдырма). (40) Төндәрен сәждәләреңдән һуң да Уны зикер ит. (41) Ул Көндө (Ҡиәмәттә) яҡын урындан ишетелгән тауышҡа (Сур борғоһона) ҡолаҡ һал. (42) Ул Көндө кешеләр Сур тауышын, һис шикһеҙ, ишетәсәк. Бына (ҡәберҙәрҙән) сығыш Көнө шул булыр. (43) Йән алыусы ла, йән өрөүсе лә, әлбиттә, Беҙ булырбыҙ. Ҡайтарылыш та фәҡәт Беҙҙең янға булыр. (44) Ашығып өҫкә сыҡһындар өсөн, ул Көндө Ер ярылып асылыр. Барығыҙ ҙа бергә тупланыр. Был эш Беҙгә бер ҙә ҡыйын түгел.
45. Уларҙың (кәфер) һөйләгәне Беҙгә бик яҡшы мәғлүм. Һин уларҙы (дингә) ирекһеҙләүсе түгелһең. Киҫәтеүҙәремдән ҡурҡҡандарға Ҡөръән уҡып, вәғәз һөйлә.
51 — Ҙәрийәт (Таратыусылар) сүрәһе
(Ҙәрийәт сүрәһе 60 аяттан тора. «Ҙәрийәт» һүҙе елде аңлата. Ләкин тәржемәселәр һәм тәфсирселәрҙең күбеһе уның таратыусы тигән мәғәнәһен ала.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1,2,3,4,5,6. Туҙҙырып таратыусы һәм һыу тулы ямғыр болоттарын йөрөтөүсе, кәмәләрҙе яй ғына йөҙҙөрөүсе һәм ямғырҙарҙы яуҙырыусы елдәр менән ант итәм: һеҙгә вәғәҙә ителгән, иҫәп-хисап өҙөү Көнө—Ҡиәмәт, һис шикһеҙ, киләсәк.
7,8,9. Төрлө юлдары (орбиталары) менән хәрәкәт итеүсе есемдәре булған Күк исеме менән әйтәм, һеҙ — мөшриктәр, ҡаршылыҡлы-ғауғалы фекерҙә тораһығыҙ. (Хаҡ имандан) йөҙ сөйөрөргә теләгән кеше йөҙ сөйөрәсәк.
10. Ялғансыларға әсе ҡәһәр төшһөн! (11) Улар ҡара наҙанлыҡ эсендә ҡалған жәһилдәр. (12) Яза Көнөнөң ҡасан киләсәге тураһында һорарҙар. (13) Ул Көндө улар утҡа ташланасаҡ. (14) — Язабыҙҙы татығыҙ! Уның тиҙ килеүен көткән инегеҙ — бына шул инде һеҙ ашыҡтырған яза.
15, 16. Шик юҡ, Аллаһҡа ҡаршы сыҡмағандар Раббы биргән йәннәттәргә кереп, шишмә яндарында ултырасаҡ. Улар фани донъяла изгелек ҡылған шәхестәр булыр. (17) Төндәрен әҙ йоҡлағандар. (18) Сәхәр уаҡыттарында ярлыҡау һорағандар. (19) Мохтаждар һәм фәҡирҙәр өсөн малдарынан өлөш сығарғандар. (20) Имандарында ныҡ рух менән торғандар өсөн фани донъяла аяттар (Ҡөръәндең хаҡлығына дәлилдәр) килтерҙек.
21. Һәм дә һеҙҙең үҙегеҙҙең (тән һәм рух) төҙөлөшөгеҙҙә лә быңа дәлилдәр бар. Шуны ла күрмәйһегеҙ! (22) Ғәләмдә лә ризығығыҙ һәм һеҙгә вәғәҙә ителгән башҡа нәмәләр бар.
23. Күктең һәм Ерҙең Раббыһы булған Аллаһ исеме менән әйтәм: был (Аллаһтың хикмәттәре) һеҙҙең үҙ-ара итәғәт менән һөйләшеп ултырғанығыҙ кеүек, ысынбарлыҡтыр.
24. (Мөхәммәд) Ибраһимдың шәрәфле ҡунаҡтары тураһындағы хәбәр һиңә килеп ирештеме? (25) Улар Ибраһимдың өйөнә керҙе, сәләм бирҙеләр. Ибраһим уларҙың сәләмен алды һәм эсенән генә:— Былар сит-ят кешеләр, — тип уйланы.
26. Ул тиҙ генә өйҙәгеләре янына кереп, (ҡыҙҙырылған) һимеҙ тана ите алып сыҡты. (27) Ҡунаҡтарҙың алдына ҡуйып:
- Бәлки, ауыҙ итерһегеҙ? - тине. (28) Шулай тине лә, үҙе ҡурҡыуға ҡалды.
— Ҡурҡма, — тине ҡунаҡтар һәм:
- Һинең улың (Исхаҡ) тыуасаҡ, — тип, унан һөйөнсө алдылар.
29. (Ибраһимдың) ҡатыны килеп, үҙ йөҙөнә һуға-һуға:
— Мин ҡыҫыр ҡатын бит (ҡарсыҡ башымдан ҡайҙан килеп мин бала табайым)! — тип ҡысҡырҙы. (30) Ҡунаҡтар:
— Шулай, — тинеләр. — Раббың шулай бойорҙо. Аллаһ — хикмәттәр эйәһе, барын да белеүсе.
31. — Инде башҡа йомошоғоҙ нимә ине, илселәр? — тине Ибраһим. (32,33,34)
— Беҙ гөнаһҡа батҡан кешеләр янына ебәрелдек, — тине ҡунаҡтар. — Уларҙың өҫтөнә таш яуҙырырға тип килдек. Был таштар хаттин ашҡандарҙың башына төшәр өсөн Аллаһ тарафынан тәғәйенләнгән. (35) Ошо сәбәп менән, Беҙ шунда булған мөьминдәрҙе (Луттың ғәйләһен) сығарҙыҡ. (36) Әммә Беҙ шунда бер генә мосолман ғәйләһен үҙ йортонда күрҙек. (37) Аллаһтың язаһынан ҡурҡҡандар өсөн Беҙ шунда тамға (ишарат) ҡалдырҙыҡ.
38. Муса ваҡиғаларында ла һабаҡтар бар. Беҙ уны ап-асыҡ дәлилдәр менән Фирғәүен янына ебәрҙек. (39) Фирғәүен бөтөн тоҡомо менән бергә (имандан) йөҙ сөйөрҙө:
- Был (Муса) бер сихырсы, күҙ буяусы йәки аҡылдан яҙған меҫкендер, — тине. (40)
Ниһайәт, Беҙ уны ла (Фирғәүенде) ғәскәре менән бергә диңгеҙгә батырҙыҡ. Һуңынан (Яза килгәс) ул бик ныҡ үкенде.
41. Ғәд халҡының һәләк булыуында ла һабаҡ алырлыҡ ғибрәттәр бар. Нисек итеп улар өҫтөнә дәһшәтле һәләкәт-дауыл ебәрҙек. (42) (Ул шундай бер өйөрмә ине) юлында нимә осраһа, шуны ҡуптарып алып, урынында көл менән тупраҡ ҡына ҡалдырып китте.
43. Сәмуд халҡының яҙмышы ла бик ғибрәтле. Уларға:
— Уаҡытығыҙ сыҡҡанға саҡлы рәхәттә йәшәп ҡалығыҙ, — тип әйтелде.
(«Сәмүд халҡына ебәрелгән пәйғәмбәр Салих, тәүбәгә килһендәр өсөн, халҡына өс көн мөддәт бирә. Шул уаҡыт эсендә улар тәүбә итмәһә, яза күрәсәктәр, ти». Хәсән Чантай тәфсиренән.)
44. Раббының әмеренән сығып, боҙоҡлоҡта хаттин аштылар. Күҙ алдында уларҙы ҡот осҡос ер тетрәүе һәләк итте. (45) Улар аяҡ өҫтө ҡала алманы. Ярҙамсылара ла булманы.
46. Байтаҡтан әүәл Нух ҡәүемен дә һәләк иттек. Улар хаттин ашҡан фәсиҡ (боҙоҡ) ҡәүем ине.
47. Беҙ ҡөҙрәтебеҙ менән Күкте сикһеҙ киң итеп яһаныҡ. Беҙҙә тиңе булмаған ҡеүәт, сикһеҙ ҡөҙрәт бар. (48) Ерҙе лә Беҙ түшәк шикелле яһаныҡ. Беҙ бик оҫта яһаусы. (49) Барыһын да пар-пар итеп яһаныҡ. Былар тураһында яҡшылап уйлап ҡараһағыҙ, бер нәтижәгә килерһегеҙ, бит. (50,51) Шулай булғас, әйт:
— Барығыҙ ҙа Аллаһҡа һыйынығыҙ. Дөрөҫө шул, мин һеҙҙе (Аллаһтың) ғазабынан һаҡларға тырышыусы, (гөнаһ эшләмәгеҙ, иман килтерегеҙ, тип) киҫәтеүсе бер илсе булам, — тип. — Башҡа бер генә уйҙырма тәңрегеҙҙе лә Аллаһҡа тиң ҡуймағыҙ. Хаҡтыр, мин һеҙҙе киҫәтер өсөн, Аллаһ тарафынан күндергән Пәйғәмбәр булам.
52. Әүәлге замандарҙа халыҡтарға килгән пәйғәмбәрҙәр араһында кәферҙәр, мөшриктәр тарафынан: сихырсы йәки тилергән, тип мыҫҡыллы көлкөгә күтәрелмәгән бер генә пәйғәмбәр ҙә юҡ. (53) (Был рәнйетеүле һүҙҙәрҙе) улар бер-берһенә нәҫелдән-нәҫелгә васыят итеп ҡалдырамы? Юҡ, улар ҡәүемдәре менән хаттин ашҡан аҙғын халыҡ ине. (54) Шулай булғас, (Рәсүлем) һин уларҙан йөҙ сөйөр. Улар өсөн һин инде шелтә алмаҫһың. (55) Һин (Ҡөръән менән) вәғәзеңде дауам ит. Вәғәз мөьминдәргә файҙа килтерер.
56. Мин ендәрҙе лә, кешеләрҙе лә: бары тик Миңә сәждә итһендәр, тип яралттым. (57) Мин уларҙан ризыҡ һорамайым. Миңә ризыҡ ашатыуҙарын да теләмәйем. (58) Хаҡтыр, ризыҡты биреүсе, сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе ул — Аллаһ!
59. Хаҡтыр, ғәҙелһеҙ золомсолар өсөн, әүүәл йәшәп һәләк булған тиңдәштәренә тигән ғазап насип булыр. Әлегә (Ҡиәмәтте) ашыҡтырмай торһондар.
60. Уларҙың (кәферҙәрҙең) башына төшәсәк тип, вәғәҙә ителгән ул Көн ҡот осҡос буласаҡ!
52 - Тур (Тау) сүрәһе
(Тур сүрәһе 49 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Тур» — Аллаһ Тәғәләнең, хәҙрәти Муса менән һөйләшкән тауҙың исеме.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Тур тауының исеме менән, (2) йоҡа тирегә яҙылған (3) биттәрҙән торған Китап менән, (4) мөһәбәт Кәғбә исеме менән, (5) сикһеҙ Күк йөҙө менән (6) һәм туп-тулы диңгеҙ исеме менән әйтәм, (7) ысындан да, Аллаһтың язаһы, һис шикһеҙ, бер төшәсәк. (8) Уны берәү ҙә кире ҡаға алмаҫ. (9) Ул Көндө Күк йөҙө тетрәнеп, сайҡала башлар. (10) Тауҙар урындарынан ҡубарылыр. (11, 12) Ул Көндө нәжес менән уйнаусы ялғансылар күргәнде башҡаларға күрергә яҙмаһын. (13) Ул Көндө улар йәһәннәм утына төртөп төшөрөлөр. (14) (Һәм уларға):
- Бына, һеҙ ялғанға сығарған ут ошо булыр, - тип әйтелер. (15) - Быныһы ла бер сихырмы? (Бының сихыр түгеллеген) күрмәйһегеҙме? (16)
— Керегеҙ шунда! Түҙә алһағыҙ, түҙәһегеҙ. Түҙә алмаһағыҙ — һеҙгә барыбер. Һеҙ бары тик ҡылмыштарығыҙҙың язаһын татыйһығыҙ.
17. Хаҡтыр, саф мөьминдәргә йәннәттәр эсендә ниғмәттәр булыр. (18) Раббы биргәндәрҙән ауыҙ иттереп, уларҙы Аллаһ хәтәр йәһәннәмдән һаҡлар. (19, 20) Рәт-рәт булып йәннәттә теҙелгән йомшаҡ урындыҡтарға ҡырын ятҡандарға әйтелер:
— Изгелектәр ҡылғанығыҙға күрә, рәхәтләнеп ашағыҙ, эсегеҙ!
Беҙ уларға ҙур күҙле хур ҡыҙҙары бирербеҙ. (21) Иман килтереп, тоҡомдары ла шул иманда булғандар ҙа бар. Беҙ уларҙың нәҫелдәрен дә үҙҙәренә эйәрттек (ожмахҡа керттек). Ҡылған ғәмәлдәренән һис нимә лә кәметмәнек. Һәр кем үҙ ғәмәлдәренең тотҡоно. (22) Уларға йәндәре нимә теләһә, шундай емеш, ит ризыҡтары мул бирелер. (23) Шунда касалар алмашыу булыр. Буш һүҙҙәр шунда булмаҫ һәм вәсүәсәгә тартылыу ҙа булмаҫ. (24) Сәдәф һауыттарҙа һаҡланған ынйы кеүек, үҫмер-егеттәр уларҙың тарафында булыр. (25) (Йәннәттәгеләр) бер-берҙәре менән күрешеп, (хәл-әхүәл) һораштырырҙар. (26, 27, 28) Улар әйтер:
— Ысындан да, беҙ бынан әүәл (фани донъяла) ғәйләбеҙ менән Аллаһтың язаһынан ҡурҡып йәшәнек. Бына, Аллаһ беҙгә мәрхәмәтле булып, Сәғәдәткә ирештерҙе. Ул беҙҙе сәмүмдән (йәһәннәмдән) ҡотҡарып ҡалды. Хаҡтыр, беҙ бынан әүәл дә Уға ғибәҙәт ҡыла инек. Шик юҡ, Ул — миһырбанлы һәм ярлыҡаусы.
29. (Мөхәммәд) һин вәғәздәреңде дауам ит. Һин Раббыңдың яҡлауы арҡаһында сихырсы ла, аҡылдан яҙған да түгелһең. (30) Юҡһа, улар:
— (Мөхәммәд) ул — (енле) шағир, — тинеләр. — Беҙ уға һәләкәт килгәнен көтөп торасаҡбыҙ. (31) Әйт һин:
— Көтөгөҙ, — тип. - Һеҙҙең менән мин дә көтәрмен. (32) (Мөхәммәд тураһында енле шағир, сихырсы, тип) уларға үҙ аҡылдары әйттерәме? Әллә улар аҙғындар төркөмөнәнме?
33. — (Мөхәммәд) үҙенән сығарып һөйләй ул вәғәздәрҙе, — тип әйтәләр. Юҡ, улар барыбер иман килтермәҫ. (34) Улайһа, хаҡлы булһалар, улар ҙа шуға оҡшаш, исмаһам, бер һүҙ килтерһендәр. (35) Әллә улар үҙҙәренән-үҙҙәре барлыҡҡа килдеме? Әллә улар үҙҙәре юҡтан бар итә аламы? (36) Әллә һуң күктәр менән Ерҙе улар юҡтан бар иттеме? Юҡ, улар (Аллаһтың ҡөҙрәтенә) ышанмай. (37) Йәки Раббың хазиналары улар ҡулындамы? Йә иһә, хөкөм улар ҡулындамы йәки улар еңелеү белмәҫ ҡөҙрәтлеме? (38) Әллә һуң уларҙың (Күккә менә торған) баҫҡыстары бармы? Шул баҫҡыстан менеп, улар (фәрештәләр һүҙен) тыңлай аламы? Тыңлай алһалар, улар быңа дәлил килтерһен. (39) Йәки Аллаһтың ҡыҙҙары бармы? Һеҙҙә улдармы? (40) Әллә һин (Мөхәммәд, вәғәздәрең өсөн) уларҙан хаҡ һорайһыңмы? Шул сәбәпле улар ауыр бурысҡа баттымы? (41) Йәки йәшерен китап улар ҡулында булып, ул китапты улар яҙамы? (42) Әллә улар һиңә бер-бер тоҙаҡ ҡорорға уйлаймы? Ләкин ул кәферҙәр үҙҙәре ҡорған тоҙаҡҡа үҙҙәре төшөп харап буласаҡ. (43) Йәки уларҙың Аллаһтан башҡа тәңреләре бармы? Аллаһ улар тиңләштерә торғандарҙан өҫтөн.
44. Әгәр ҙә Күктең бер өлөшө уларҙың башына төшә башлаһа, улар:
— Был берһе өҫтөнә икенсеһе менгән болоттар ғына, — тип әйтер.
45. Баштарына әфәт килгән Көнгә саҡлы һин уларға ҡағылма инде. (46) Ул Көндө улар ҡорған тоҙаҡтар һис бер файҙа килтермәҫ. Уларға ярҙам итеүсе лә булмаҫ. (47) Хаҡтыр, золом ҡылыусыларға бынан башҡа ла ғазап әҙерләнгән. Ләкин уларҙың күбеһе быны белмәй.
48. Һин Раббыңдың хөкөмдәрен сабырлыҡ менән көтөп тор. Әлбиттә, һин һәр уаҡыт күҙ алдыбыҙҙа тораһың. Йоҡонан тороп, Аллаһты маҡтап, үҙ уаҡытында тәсбих әйт. (49) Төндөң бер өлөшөндә (аҡшам, йәстү намаҙҙарында) һәм йондоҙҙар һүнгәндән һуң (сабах намаҙында) тағын тәсбих әйт.
53 — Нәжем (Йондоҙ) сүрәһе
(Нәжем сүрәһе 62 аяттан тора, Мәккәлә ингән. «Нәжем» — йондоҙ тигән һүҙ. Беренсе аяттағы «нәжем» һүҙе тәржемәләрҙә һәм тәфсирҙәрҙә күбеһенсә «атылған йондоҙ», «байыған йондоҙ», «һүнгән йондоҙ» тип бирелә, әммә Хәмди Йазыр китабында Ҡөръән нуры тураһында бәйән ителә.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Атылған йондоҙ исеме менән ант итеп әйтәм: (2) тоғро дуҫығыҙ (Мөхәммәд) тура юлдан яҙманы һәм аҙманы. (3) Һәм ул артыҡ ҡыҙып, тәкәббер һөйләшмәҫ. (4) Ул уахи ителгәндәрҙе генә һөйләр. (5) Уны ҡеүәтле һәм өҫтөн сифатлы (Жәбраил) өйрәтте. (6) Мөһәбәт, күркәм һурәттә (7) ул (Жәбраил) офоҡтың бейеклегендә пәйҙә булып, (8) уға яҡынайҙы һәм ергә төштө. (9) Аралары ике йәйә оҙонлоғо, хатта унан да яҡынырак ине. (10) Ул Аллаһтың илсеһенә (Мөхәммәдкә) уахи ителгәнде тапшырҙы.
11. Уның (Мөхәммәдтең төшөндә) күргәндәрен күңеле ялғанға сығарманы (уның төшө раҫ килде). 12. (Кәферҙәр) хәҙер инде һеҙ уның күргәненә ҡаршы (ялған тип) көрәшә башланығыҙмы? (13, 14, 15) Хаҡтыр, (Мөхәммәд) икенсе тапҡыр уны Ситрәтүл Мүнтәһә (лотос) ағасы янында күрҙе. Ҡайһылыр, ул ағас йәннәтүл Мәъүә янында үҫә. (16) Ситрәтүл ағасы балҡышлы ҡорма (үҙенең япраҡтары) менән ҡапланған ине. (17) Мөхәммәдтең күҙе ҡамашманы, ҡарашы ситкә тайпылманы. (18) Хаҡтыр, ул Раббының иң бөйөк аяттарының (дәлилдәренең) бер өлөшөн күрҙе.
(«Ситрәтүл Мүнтәһ Ғәрештең, йәғни Аллаһтың тәхете янында үҫә торған бер ағас. Ситрә — ғәрәп сейәһе, тигән һүҙ. Мөхәммәт Рәсүлүлла миғражда Ситрәнән дә юғары ғәләмгә аша. Был сикте, Ситрәнән һуң арғы таба фәрештәләр ҙә, бүтәндәр ҙә уҙып китә алмай. Жәбраил миғражға ашҡас, Мөхәммәдкә әйтә: «Бына, был Ситрәтүл Мүнтәһә булыр», — ти. Йәннәтүл Мәъүә — фәрештәләр һәм шаһидтарҙың тупланып йәшәй торған урыны». Хәсән Чантай тәфсиренән.)
19. (Әй, кәферҙәр) һеҙ Лат менән Узза (исемле һындарарығыҙ)ҙы күрҙегеҙме? (20) Йәки өсөнсө ботоғоҙҙы — Манатты лә күрҙегеҙме? (21) Тимәк, ир уландар — Һеҙҙеке, ҡыҙҙар Аллаһтыҡы булып сығамы ни инде? (22) Улай булһа, был бер ҙә ғәҙел эш булмаҫ ине. (Лат, Узза, Манат —уйҙырма Илаһтар, ҡатын Илаһтар.)
23. Был боттар һеҙҙең аталарығыҙ таҡҡан исемдәрҙән (уйлап сығарған һүрәттәрҙән) башҡа бер нимә лә түгел. Улар хаҡында Аллаһ һис бер дәлил индермәне. Улар бары тик хыялый фараз һәм нәфсегә бирелгәндәр. Гәрсә, үҙҙәренә Раббы тарафынан тура юл күрһәтеүсе килде.
24. Кеше һәр теләгәненә ирешә аламы?
25. Әхирәт тә, фани донъя ла — Аллаһтыҡылыр.
26. Күктәрҙә күпме фәрештә бар. Уларҙың шәфәғәте, Аллаһ рөхсәтенән, Ул теләгән һәм риза булғандан башҡа һис кемгә файҙа бирмәҫ. (27) Ысындан да Әхирәткә ышанмағандар фәрештәләрҙе ҡатын-ҡыҙға һынай. (28) Гәрсә, был хосуста уларҙың һис бер мәғлүмәте юҡ. Улар бары тик фараздарға ғына таяна. Фараз иһә, һис шикһеҙ, Хәҡиҡәт менән ярыша алмай. (29) (Мөхәммәд) шуға күрә, һин Аллаһты зикер итеүҙән баш тартҡан һәм донъя тормошонан башҡа һис нимә теләмәгән кешеләргә яҡын барма. (30) Бына, уларҙың ирешергә теләгән ғилемдәре шул ҡәҙәр генә. Шик юҡ, һинең Раббың, әлбиттә, юлдан яҙғандарҙы бик яҡшы белеп тора. Тура юлға баҫҡандарҙы ла яҡшы белә.
Достарыңызбен бөлісу: |