Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтанир-ражиим. Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим


Эйе, йондоҙҙарҙың батып һүнгәне менән әйтәм, (76)



бет44/48
Дата20.06.2016
өлшемі3.18 Mb.
#148924
1   ...   40   41   42   43   44   45   46   47   48

75. Эйе, йондоҙҙарҙың батып һүнгәне менән әйтәм, (76) әгәр һеҙ белһәгеҙ: ысындан да, был бер бөйөк ант — (77, 78) Ләүхел Мәхфүздә ҡәҙерләп һаҡлана торған Китап — изге Ҡөръәндер. (79) Уға бары тик паҡ, тәһәрәтле кеше генә ҡағылырға хаҡлы. (80) Ул ғәләмдәрҙең Раббыһынан индерелде. (81) Хәҙер инде һеҙ шул (изге) һүҙҙе кәмһетергә уйлайһығыҙмы!? (82) Ҡөръәндәгеләрҙе ялғанға сығараһығыҙ. Аллаһ биргән ризыҡҡа шөкөр итеүегеҙ шул булдымы?

83. (Үлем түшәгендәге кешенең) йәне боғаҙына еткәс, (84) һеҙ уға ҡарап тораһығыҙ. (85) Беҙ уға һеҙҙән дә яҡын тора­быҙ. Әммә һеҙ күрмәйһегеҙ генә. (86) Әгәр ҙә һеҙ (Аллаһтың) язаһынан азат икәнһгеҙ, (87) әгәр һеҙ хаҡлы икән, (йән биреүсенең) йәнен кире ҡайтарығыҙ. (88) Ләкин (йән биргән кеше Аллаһҡа) яҡын икән, (89) уға рәхәтлек, татлы ризыҡ һәм Нәғим йәннәттәре бар.

90. Әгәр ҙә ул уң яҡтағыларҙан икән, (91)

— Әй, уң яҡтағы кеше, һиңә сәләм-именлек булһын! — тип әйтербеҙ.



92. Әммә ялғансыларҙан, хаттин ашҡандарҙан була икән, (93) бына, уға ла ҡайнар һыуҙан «һый» булыр. (94) Һәм уның өлөшө йәһәннәм. (95) Шик юҡ, был хәҡиҡәт ысынбар­лыҡ. (96) Шулай булғас, ғәләмдәрҙең бөйөк Раббыһы — Аллаһтың исемен маҡтап, тәсбих әйтегеҙ.
57 — Хәдид (Тимер) сүрәһе

(Хәдид сүрәһе 29 аяттан тора. «Хәдид»тимер тигән һүҙ. Мәҙинәлә ингән).

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.



1. Күктәрҙә һәм Ерҙә булған барсаһы Аллаһҡа тәсбих әйтә. Аллаһ — еңелеү белмәҫ ҡөҙрәт һәм хикмәт эйәһе. (2) Күктәрҙәге, Ерҙәге бөтөн милек-байлыҡ — Уныҡы. Йән биргән дә, йән алған да — Ул. Уның бар нәмәгә лә ҡөҙрәте етә. (3) Ул беренселер, һуңғыһылыр, ул ҡылғандары менән күренә лә, Үҙе йәшерен дә. Ул барыһын да белеп тороусы. (4) Ул күктәрҙе һәм Ерҙе алты көндә (дәүерҙә) барлыҡҡа килтерҙе. Һуңынан Ғәрешкә урынлашып, хөкөмдарлыҡ ҡыла башланы. Ерҙән нимә сыға, Ергә нимә керә, Күктән нимә төшә, Күккә нимә менә — барыһын да Ул белеп тора. Һеҙ ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа, Аллаһ һеҙҙең янда булыр. Аллаһ ғәмәлдәрегеҙҙе күреп тора. (5) Күктәрҙең һәм Ерҙең милке-байлығы Уныҡы. Бөтөн эштәр бары тик Уның хозурына ҡайтыр. (6) Төндө көнгә ҡатыштырыр, көндө төнгә ҡатыштырыр. Күңе­легҙҙә нимә бар — Ул шуны белеп торор.

7. Аллаһҡа һәм уның Рәсүленә иман килтерегеҙ. Мираҫҡа ҡалдырылған малдарығыҙҙы (Аллаһ юлында) сарыф итегеҙ (хәйер-саҙаҡа-зәкәт бирегеҙ). Иман килтереп, (Аллаһ ризалығ өсөн мал) сарыф иткән кешеләргә бөйөк әжер әҙерләнгән.

8. Пәйғәмбәр һеҙҙе: Раббығыҙға иман килтерегеҙ, тип өгөтләгәндә, ни өсөн Аллаһҡа баш эймәнегеҙ? Гәрсә, уға һүҙ бирҙегеҙ. Әгәр Уға инанасаҡ булһағыҙ.

9. Һеҙҙе ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡҡа алып сығыр өсөн, илсеһенә ап-асыҡ аяттар индергән Аллаһ булыр. Шик юҡ­тыр, Аллаһ һеҙгә бик тә мәрхәмәтле һәм шәфҡәтле.

10. Һеҙгә нимә булды, эй, кешеләр! Аллаһ юлында сығым­дар тотмайһығыҙ. Гәрсә, күктәр һәм Ер — Аллаһтың мира­ҫы. (Кәферҙәрҙе) еңеп, (Мәккәне) алғанға ҡәҙәр (дин юлын­да мал) сарыф иткән һәм һуғышҡан кеше менән еңеүҙән һуң сарыф итеп, һуғышҡан кеше тиң булмаҫ. Алдағылары­ның дәрәжәһе һуңғыларыныҡынан күпкә өҫтөн. Шуға ла ҡарамаҫтан, Аллаһ һәр икеһенә лә бөйөк әжер вәғәҙә итә. Һеҙҙең ғәмәлдәрегеҙ Аллаһҡа мәғлүм. (11) Кем дә кем Аллаһҡа (изгелекле ғәмәлдәрен) бурысҡа биреп тора (йәғни, сауап өсөн изгелек ҡыла) Аллаһ уға ҡат-ҡат ниғмәт бирер һәм уның өсөн бик тә мөһим әжер булыр.

(«Бурыс» һүҙен былай ҙа аңлатыусылар бар. Бер кеше икенсеһенә бурыс бирә икән, ул уға рибаһыҙ (процентһыҙ) бирергә тейеш. Бу­рысты биргән күлемдән арттырып алыу — гөнаһ. Рибаһыҙ бурысҡа биреп тороу — Аллаһ ризалығын ҡаҙаныу, тигән һүҙ. )

12. Ҡиәмәт көнөндә һин мөьмин ирҙәр менән мөьминә ҡатындарҙы күрерһең. Уларҙың алдынан да, уңынан да (донъяла ҡылған изгелектәренең) нурҙары яҡтыртып ба­рыр.

— Бөгөн һеҙгә һөйөнсө! Арыҡтарынан шишмәләр ағып тороусы йәннәттәргә керерһегеҙ. Һеҙ шунда мәңгегә ҡалырһығыҙ, — тип саҡырырҙар. Бөйөк мораҙға ирешеү ошо булыр.



13. Монафиҡ ирҙәр менән монафиҡ ҡатындар мөьминдәргә:

— Беҙҙе көтөп тороғоҙ, ашыҡмағыҙ, яҡтылығығыҙҙан исмаһам бер нур алып ҡалайыҡ, — тип ялбарҙылар. Уларға:

— Уҙғанығыҙға ҡайтып, яҡтылыҡ эҙләгеҙ, — тип әйтерҙәр. Ниһайәт, улар араһында ҡапҡалы ҡойма барлыҡҡа килер. Ул ҡойманың бер яғында Сәғәдәт, икенсеһендә ғазап булыр.

14. Монафиҡтар уларҙға:

— Беҙ ҙә бит һеҙҙең менән бергә йәшәнек, (ни өсөн беҙҙе таш­лап китәһегеҙ)? — тип әйтерҙәр.



— Әлбиттә, бергә йәшәнек, ләкин һеҙ үҙ башығыҙҙы үҙегеҙ бәләгә тыҡтығыҙ. (Мосолмандарҙы харап итергә) форсат көттөгөҙ. (Ислам дине хаҡмы, ялғанмы тип) икеләнеп, шикләнеп ҡалдығыҙ. Шул шикләнеүҙәрегеҙ һеҙҙе төп башына ултыртты. Вәсүәсәләр һеҙҙе аҙҙырҙы, Аллаһ юлынан яҙҙырҙы. Ниһайәт, һеҙҙе Аллаһтың әмере килеп тотто.

15. Бөгөн инде мосолмандарҙан да, инҡарсыларҙан да фидийә ҡабул ителмәҫ. Бараһы ерегеҙ — ут. Һеҙгә шул хас. Ҡот осҡос ер ул — бараһы ерегеҙ.

16. Иман килтергән кешеләрҙең Аллаһты һәм Унан ингән Ҡөръәнде зикер итеп, күңелдәренең мөхәббәт менән йомшар­ған заман килде түгелме? Әүәл үҙҙәренә Китап бирелеп тә, байтаҡ ваҡыттар уҙып, күңелдәре (боҙоҡлоҡ, тәкәбберлек менән) ҡарайып бөткән кәферҙәргә оҡшамаһындар ине улар. Уларҙың байтағы фәсиҡ әҙәмдәр.

17. Шул хәҡиҡәтте белеп тороғоҙ, үлеп бөткән туп­раҡҡа Аллаһ йән өрә. Хаҡтыр, Беҙ, аҡылығыҙға барып етһен тип, аяттарҙы асыҡ итеп индерҙек.

18. Хаҡтыр, саҙаҡа биргән ирҙәр менән саҙаҡа биргән ҡатындар һәм Аллаһҡа ысын күңелдән бурыс (ғибәҙәт, хәйер) биргәндәргә ҡат-ҡат сауаптар бирелер. Улар өсөн бик тә аб­руйлы тағын башҡа әжер ҙә булыр.

19. Аллаһҡа һәм уның пәйғәмбәрҙәренә иман килтергән бәндәләр — улар үҙе лә, һүҙе лә тура булғандар, Аллаһ хозу­рында шаһитлыҡ ҡылғандар. Уларҙың әжере лә, нурҙары ла булыр. Аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарған иманһыҙҙар йәһәннәм әһелдәре булыр.

20. Шуны белеп тороғоҙ, донъя тормошо ул бары тик уйын ғына, күңел асыу, зиннәттәр-биҙәктәр эсендә йәшәү, арттыра-арттыра бер-береңде маҡтау-маҡтанышыу, та­ғын байлыҡ һәм күп балалы булырға тырышыу кеүек мәшәҡәттәрҙән тора. Нәҡ бына ямғыр кеүек инде. Ул иген­селәрҙең һушына китә (ямғыр — һөйөнөс). Һуңынан иген-үлән ҡорой, һап-һары ҡыр була. Ахырҙа кибәк-сүп булып ҡала. Әхирәттә иһә хәтәр ғазаптар бар. Шунда Аллаһтың ярлыҡа­уы ла, ризалығы ла булыр. Донъя тормошо тиҙ уҙа торған, алдаҡсы ғына, башҡа түгел.

21. Раббығыҙҙың ярлыҡауын ҡаҙанырға тырышығыҙ. Аллаһҡа һәм пәйғәмбәрҙәренә инанған кешеләр өсөн әҙерләнгән йәннәткә керергә ашығығыҙ. Ул йәннәт Күк менән Ер майҙаны саҡлы киң. Аллаһтың сәғәдәте шул­дыр. Ул уны үҙе ихтыяр иткән кешеһенә бирер. Ысынлап та, Аллаһ — бөйөк, сикһеҙ йомарт һәм мәрхәмәтле.

22. Беҙ бар итмәҫтән элек, Китапта яҙылмаған килеш, Ер йөҙөнә һәм һеҙҙең башығыҙға һис бер ҡайғы килмәҫ. Был эштәр беҙгә бер ҙә ҡыйын түгел.

23. Ҡулдарынан ысҡынған (малға, дан)ға ҡайғырмаһындар, Аллаһ биргән ниғмәттәр (ҡаҙанған байлыҡтары) менән маҡтанмаһындар, тип яҙып ҡуйып, алдан хәбәр итәбеҙ, киҫә­тәбеҙ. Аллаһ үҙ-үҙҙәрен генә яратҡан тәкәббер кешеләрҙе хуп­ламай. (24) Улар үҙҙәре һаран һәм башҡаларға ла һаран бу­лырға ҡушалар. Кем (Аллаһ юлында зәкәт биреүҙән) баш тартһа, (хафаға урын юҡ) Аллаһ үҙе бай, бер нимәгә лә мохтаж түгел, маҡтауға лайыҡ.

25. Хаҡтыр, Беҙ пәйғәмбәрҙәребеҙҙе асыҡ дәлилдәр менән күндерҙек һәм кешеләр ғәҙеллек урынлаштырһын тип, Китап менән бергә (ғәҙеллек) бизмәнен дә индерҙек. Беҙ тимерҙе лә индерҙек, сөнки шунда (һуғышыр өсөн) хәтәр ҡеүәт бар һәм ул (тыныс хеҙмәттә) кешеләргә файҙалы. Был — Аллаһтың үҙен күрмәгән килеш ышанып, Уның диненә һәм пәйғәмбәрҙәренә кешегә күрһәтмәйенсә генә ярҙам иткәндәр­ҙе асыҡлау һәм һынау өсөн шулай эшләнде. Шик юҡ, Аллаһ — ҡеүәт эйәһе, еңелеү белмәҫ өҫтөн.

26. Хаҡтыр, Нухты һәм Ибраһимды күндерҙек, пәйғәм­бәрлекте лә, Китапты ла уларҙың тоҡомона бирҙек. Ҡай­һылары тура юлды һайланы. Күбеһе юлдан яҙҙы.

27. Һуңынан былар эҙенән бер-бер артлы башҡа пәйғәм­бәрҙәрҙе күндерҙек. Мәрйәм улы Ғайсаны күндерҙек, уға Инжилде бирҙек. Уға эйәргәндәрҙең күңеленә шәфҡәт һәм миһырбан индерҙек. Беҙ уларға: руһбанлыҡҡа күсегеҙ, тип бойорманыҡ. Ләкин улар (тормош мәшәҡәттәренән айырылып, артыҡ дини булып, аскетлыҡҡа, руһбанлыҡҡа, монахлыҡҡа) үҙҙәре күсте.

Беҙ уларға Аллаһ һәм Пәйғәмбәр ҡушҡанса эш ҡылырға әмер бирҙек. Әммә улар кәрәгенсә итәғәт итмәне. Беҙ ҙә уларҙың ихлас иман килтергәндәренә генә сауаптар бирҙек. Уларҙың күбеһе юлдан яҙҙы.



28. Әй, иманлы кешеләр, Аллаһтың язаһынан ҡур­ҡығыҙ һәм пәйғәмбәренә ышанығыҙ, Аллаһ һеҙгә ҡат-ҡат рәхмәт бирһен һәм һеҙҙең юлығыҙҙы нур менән яҡтыртһын. Һеҙҙе ярлыҡаһын. Аллаһ — ярлыҡаусы, сикһеҙ мәрхәмәтле, кисереүсе.

29. Китап әһелдәре Аллаһтың ниғмәтенән һис бер нәмә ала алмаясаҡтарын белеп торһондар. Ниғмәттәрҙең барыһы ла Аллаһ хозурында, ул бары тик Үҙе ихтыяр иткәндә, теләгән бәндәһенә генә ниғмәтен бирер. Аллаһ — бөйөк миһырбан эйәһе.
58 — Мүжәдәлә (Бәхәс) сүрәһе

(Мүжәдәлә сүрәһе 22 аяттан тора. «Мүжәдәлә» — бәхәс, һүҙ көрәштереү.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.



1. Ире тураһында һинең менән бәхәсләшеп торған ҡатын­ды һәм уның Аллаһҡа зарланғанын, ысындан да, Аллаһ Үҙе ишетеп торҙо. Аллаһ һеҙҙең әңгәмәгеҙҙе лә тыңлап торҙо. Хаҡтыр, Аллаһ ишетеп, белеп тороусы.

(«Хәүлә исемле бер ҡатын иренең бер теләген үтәмәне. Ире Са­мат улы Әүестең асыуы сыҡты, ул ҡатынына: «Һин миңә әсәйемдең арҡаһы кеүек», - тине. Наҙанлыҡ заманаһындағы ғәрәптәрҙә шундай, «Зиһар» тигән бер ғәҙәт бар ине: был һүҙҙе әйткәс, ҡатын ире­нең әсәһе кеүек була, йәғни ҡатын айырылған булып иҫәпләнә башлай. Хәүлә Пәйғәмбәр янына килеп, иренең ошо ғәмәлен һөйләп бирҙе. Пәйғәмбәр иһә: «Һин иреңә харам булдың инде», — тине. Иренән айырылырға теләмәйенсә, Хәүлә ялбара башланы: «Минең бәләкәй ба­лаларым йәтим ҡала», — тине. Шунан һуң Пәйғәмбәр: «Был турала Аллаһтан әмер килмәйенсә, талаҡтан башҡа һис нимә лә әйтә алмайым», — тине. Шунан һуң Хәүлә Аллаһҡа ялбарып доға ҡыла башланы. Уға яуап итеп, аяттар иңде». Али Тургуг тәфсиренән.)

2. Зиһар ҡылып, ҡатынын талаҡ иткәндәрҙең ҡатында­ры уларға әсәләре кеүек булмаҫ. Уларҙың әсәләре бары тик уларҙы тыуҙырған ҡатындар, (зиһар ителгән ҡатын ире­нең әсәһе була алмай). Шик юҡ, улар ерәнгес һүҙ әйтә һәм ялған һөйләй. Шөбһәһеҙ, Аллаһ — ғәфү итеүсе, ярлыҡаусы. (3) Ҡатынын зиһар менән талаҡ итеп, һуңынан һүҙенән кире ҡайтырға теләгән ир, ҡатыны менән яҡынлыҡ ҡылғансыға ҡәҙәр, бер ҡолдо азат итергә тейеш. Һеҙгә өгөт шул бу­лыр. Аллаһ һеҙҙең ҡылмыштарығыҙҙан хәбәрҙар.

4. (Ҡоло булмаһа йәки азат итергә) мөмкинселеге булмаһа, ҡатынын әсәһенә оҡшатҡан ир ҡатыны менән яҡынлыҡ ҡылмаҫтан, ике ай ураҙа тотор. Быңа ла көсө етмәгән кеше алтмыш фәҡирҙең тамағын туйҙырыр. Был шарттар Аллаһҡа һәм уның Рәсүленә ихлас ышанырға тейешлегегеҙ өсөн. Былар — Аллаһ ҡуйған сикләүҙәр. Кәферҙәр өсөн әсе ғазап бар.

5. Аллаһҡа һәм уның Рәсүленә ҡаршы килеүселәр үҙҙәренән алда язаланғандар кеүек язаланасаҡ. Беҙ аңлайышлы аяттар индерҙек. Кәферҙәрҙе меҫкен хәлгә ҡалдырырлыҡ ғазап бар.

6. Ул Көндө Аллаһ барығыҙҙы ла терелтәсәк һәм ҡылған ғәмәлдәрегеҙ тураһында хәбәр итәсәк. Аллаһ улар үҙҙәре онот­ҡан ғәмәлдәрен һанап барҙы. Аллаһ — һәр нәмәнең шаһиты.

7. Күктәрҙә һәм Ерҙә булғандарҙың барыһын да Аллаһ белеп торғанын күрмәйһеңме ни? Өс кеше һөйләшеп торғанда, дүртенсеһе Аллаһ булыр. Биш кеше серләшеп торғанда, әлбиттә, алтынсыһы Аллаһ булыр. Шунан әҙ йәки күберәк кеше һөйләшкәндә лә Аллаһ, һис шикһеҙ, улар янында бу­лыр. Ахырҙа Ҡиәмәт көнөндә ул был турала хәбәр итәсәк. Хаҡтыр, Аллаһ һәр нәмәне белеп тора.

8. Йәшерен һөйләшеүҙәрҙе тыйғандан һуң да, аҫтыртын эш йөрөтөүселәрҙе күрмәйһеңме ни? Улар гөнаһ эшләү, дошман­лыҡ ҡылыу һәм Пәйғәмбәргә ҡаршы көрәшер өсөн йәшеренеп, фетнә әҙерләйҙәр. Һинең янға килгәс, улар Аллаһ һине сәләмләгәндән дә артыҡ сәләмләйҙәр. Үҙҙәре:

— Һөйләгән кәферлектәребеҙ өсөн Аллаһ ни өсөн һуң беҙҙе язаламай? - тип әйтәләр. Йәһәннәм уларға етер. Улар шун­да керәсәк. Ай-һай, хәтәр ҙә яман урын ул йәһәннәм.



9. Әй, иман килтергән әҙәмдәр! Үҙ-ара һөйләшкәндә гөнаһ ҡылыу, дошманлыҡ тураһында һәм Пәйғәмбәргә ҡаршы һүҙҙәр әйтмәгеҙ. Изгелек һәм паҡлыҡ тураһында ғына һөйләшегеҙ. Аллаһ хозурында яуап биреүҙән ҡурҡығыҙ. (10) Йәшертен-аҫтыртын һөйләшеүҙәр шайтандан килә, мөьминдәргә хәсрәт килтерер өсөн. Әммә шайтан Аллаһтың әме­ренән башҡа мөьминдәргә һис бер зарар килтерә алмаҫ. Мөьминдәр Аллаһҡа һыйынып ҡотолалар.

11. Әй, иманлы кешеләр! Мәжлестә һеҙгә:

— Урын бирегеҙ, — тип әйтһәләр, урын бирегеҙ. Аллаһ һеҙгә лә (йәннәттә) урын бирер.

— Баҫығыҙ, - тип әйтһәләр, баҫығыҙ. Аллаһ та иманлыларҙың, ғилем эйәләренең дәрәжәһен арттырыр. Аллаһ бөтөн ҡылмыштарығыҙҙы белеп тора.

12. Әй, иман килтергән кешеләр! Пәйғәмбәргә йәшертен генә берәй нәмә һөйләйһе булһағыҙ, һөйләшер алдынан саҙаҡа бирегеҙ. Был һеҙҙең өсөн тағын да хәйерлерәк һәм паҡлыҡ булыр. Бирергә нәмәгеҙ булмаһа, һис шикһеҙ, гөнаһ булмаҫ. Аллаһ — ғәфү итеүсе, сикһеҙ мәрхәмәтле. (13) Йәшерен әңгәмәгеҙҙән алда саҙаҡа бирергә ҡыймағанһығыҙҙыр, бәлки. Шөрләп ҡалдығыҙ, Аллаһ быныһын да ғәфү итер. Һеҙ намаҙ ҡалдырмағыҙ, зәкәт бирегеҙ, Аллаһҡа һәм уның Рәсүленә итәғәт ҡылығыҙ. Аллаһ ҡылған ғәмәлдәрегеҙҙе теүәл белеп тора.

14. Аллаһтың ләғнәте төшкән халыҡты үҙҙәренә дуҫ иткән бәндәләргә иғтибар иттеңме? Улар һеҙҙеке лә түгел, уларҙыҡы ла түгел. Анттарын боҙасаҡтарын алдан уҡ белгән көйөнсә, улар ант итәләр. (15) Улар өсөн Аллаһ хәтәр яза әҙерләп ҡуйған инде. Уларҙың ҡылған ғәмәлдәре бик тә яман. (16) Анттарын ҡалҡан итеп тоталар һәм шулай итеп, кешеләрҙе Аллаһ юлынан яҙҙыралар. Уларҙы меҫкен хәлгә төшөрә торған ғазап бар. (17) Уларҙың малдары ла, улда­ры ла Аллаһтың ғазабынан ҡотолорға ярҙам итә алмаҫ. Улар йәһәннәмгә теркәләсәк һәм шунда мәңгегә ҡаласаҡ. (18) Ҡиәмәт көндө уларҙы Аллаһ терелтер. (Беҙ саф мосолманбыҙ тип) һиңә ант иткәндәре кеүек, (буялған анттан файҙа күрербеҙ тип) Аллаһ алдында ла ант итәсәктәр. Белеп тороғоҙ, ысын ялғансылар шулар булыр. (19) Шайтан уларҙы үҙ яҡлауына алды ла, Аллаһты онотторҙо. Бына былар, шайтандың ғәскәре, шундай теләктәштәренән тора. Белеп тороғоҙ, ҡот осҡос һәләкәткә дусар булғандар - шайтан тарафындағылар. (20) Аллаһҡа һәм уның Рәсүленә ҡаршы килгәндәр иң түбән йәнлеләр араһында булыр.

21. Аллаһ яҙҙы:

— Миндә еңелмәҫлек ҡөҙрәт бар, Рәсүлдәрем дә өҫтөн сығасаҡ. Шөбһә юҡтыр, Аллаһ — тағын да ҡеүәтлерәк еңеүсе.



22. Аллаһка һәм Әхирәт көнөнә иман килтергән бер ҡәүем­дең Аллаһҡа һәм уның Рәсүленә ҡаршы килгән кәферҙәр менән яҡын дуҫ булғанын күрмәҫһең. Хатта, улар яҡын ҡәрҙәш, ата һәм улдары булһа ла. Бына былар күңелдәренә иман һеңдергән һәм Аллаһтан индерелгән рух менән ҡеүәтләндерелгән шәхестәр булыр. Уларҙы арыҡтарынан шишмәләр ағып ята торған мәңгелек йәннәттәргә урынлаштырыр. Бына шулар Аллаһ тарафын тотоусылар булыр. Аллаһ уларҙан ҡәнәғәт бу­лыр. Улар ҙа Аллаһтан ҡәнәғәт ҡалыр. Белеп тороғоҙ, ысынлап ҡотолоуға ирешкәндәр, әлбиттә, шулар булыр.
59 — Хәшер (Ҡыуып сығарыу) сүрәһе

(Хәшер сүрәһе 24 аяттан тора. Мәҙинәлә ингән. «Хәшер» — ҡыуып сығарыу, бер урынға туплау, йыйнау мәғәнәләрен­дәге һүҙ. 2—7 нсе аяттарҙа йәһүд ҡәбилаһе Надир тоҡомон ҡыуыпп сығарыу тураһында һөйләнә. Һүҙҙең беренсе мәғәнәһендәге исемде алған сүрә.)

Бисмилл әһир-рахмәәнир-рахиим.



1. Күктәрҙә һәм Ерҙә булғандарҙың барыһы ла еңелеү белмәҫ, хикмәт эйәһе —Аллаһты маҡтап тәсбих әйтә.

2. Китабы булған халыҡтың иман килтермәгәндәрен (Тәурәтле йәһүдтәрҙе) әүәлгеһендә йорттарынан ҡыуып сы­ғарған — Аллаһтыр. Һеҙ уларҙың ҡыуыласағын күҙ алдына ла килтерә алмай инегеҙ. Улар: ҡәлғәләребеҙ беҙҙе Аллаһтан һаҡлар, тип өмөтләнә ине. Әммә Аллаһтың язаһы уларға көтмәгән яҡтан килде. Ул уларҙың йөрәктәренә ҡурҡыу һал­ды. Улар өйҙәрен үҙ ҡулдары менән һәм дә мөьминдәрҙең ҡулы менән харап иттеләр. Әй, һеҙ! Башында аҡылы булған­дар, бынан ғибрәт алығыҙ. (3) Әгәр ҙә Аллаһ уларҙың тәҡдиренә ҡыуыласаҡтарын яҙып ҡуймаған булһа, әлбиттә, уларҙы донъяла уҡ язалаған булыр ине. Әхирәттә лә улар өсөн йәһәннәм ғазабы бар. (4) Был ыуылыу һәм язалар) улар­ҙың Аллаһҡа һәм уның Пәйғәмбәренә ҡаршы килеүҙәре арҡа­һында булды. Аллаһҡа ҡаршы килгән кеше белеп торһон, Аллаһтың язаһы бик тә хәтәр буласаҡ.

5. Хөрмә ағастарының берһен генә киҫеүегеҙ ҙә йәки киҫ­мәйенсә ҡалдырыуығыҙ, Аллаһтың рөхсәте менән генә булыр. Аллаһ юлдан яҙғандарҙы меҫкен хәлдә ҡалдырыу өсөн шу­лай эшләй.

6. Аллаһ ярҙамы менән уларҙан алған ғәнимәт малдары Пәйғәмбәргә тейеш; сөнки һеҙ ул малды алыр өсөн ат менеп, дөйәгә атланып килмәнегеҙ. Аллаһ пәйғәмбәрҙәрен айырым кешеләрҙән өҫтөн ҡылыр. Аллаһтың һәр нәмәгә ҡөҙрәте етә. (7) Аллаһ ярҙамындә Пәйғәмбәр өсөн яулап алынған илдәрҙәге байлыҡ-ғәнимәт Аллаһҡа, Пәйғәмбәргә, уның яҡындарына, йәтимдәргә, фәҡирҙәргә һәм юлда ҡалған юл­сыларға булыр. Шулай булғас, был малдар, был байлыҡ бары тик байҙар араһында ғына бүлешер өсөн була алмай. Пәйғәмбәр һеҙгә нимә бирһә, шуны алығыҙ, нәмәне алырға тыя икән, уны алмағыҙ. Аллаһтың язаһынан ҡурҡығыҙ. Аллаһтың язаһы бик тә хәтәрҙер. (8) (Аллаһ биргән был ғә­нимәт малдары) йорттарынан ҡыуылған һәм малдары талан­ған, Аллаһтан бер ниғмәт һәм ризалыҡ өмөт иткән, Аллаһтың диненә һәм Пәйғәмбәренә ярҙам иткән фәҡир мөһә­жирҙәргә бирелергә тейеш. Бына, улар — тура юлдағылар. (9) Байтаҡтан әүүәл Мәҙинәне ватан итеп, ихлас күңелдән иман килтергән кешеләр үҙҙәре янына күсеп килгән мөһәжирҙәрҙе яҡын итеп ҡаршы алырҙар, уларға бирелгән мал (ғәнимәт) арҡаһында (күпсенеп) көнләшеү хисе тоймаҫтар. Хатта үҙҙәре ҡыйын хәлдә (ас) булһалар ҙа, улар (мохтаждар­ҙың, Мөһәжирҙәрҙең) ихтыяжын алға ҡуйыр. Кем нәфсеһен (мал­ға хирыҫлығын) тыя белә, шул мораҙына ирешкәндәрҙән бу­лыр.

10. Быларҙан һуң килеүселәр әйтер:

— Раббыбыҙ, беҙҙе һәм беҙҙән элек килеп киткән иман­лы ҡәрҙәштәребеҙҙе, зинһар, ярлыҡа; күңелдәребеҙҙә, иман килтергәндәргә ҡаршы һис бер хөсөтлөк ҡалдырма. Раббыбыҙ, шик юҡ, Һин — сикһеҙ мәрхәмәтле, сикһеҙ рәхмәтле.



11. Монафиҡтарҙы бер ҙә күргәнең юҡмы ни? Китап­лы халыҡтың кәфер булған ҡәрҙәштәренә әйттеләр:

— Әгәр һеҙ йортоғоҙҙан ҡыуылһағыҙ, шик юҡ, беҙ ҙә һеҙҙең менән бергә китәсәкбеҙ; һеҙҙән башҡа һис берәүгә лә эйәрмәйбеҙ. Әгәр һуғышҡа керер булһағыҙ, әлбиттә, ярҙам итер­беҙ, — тигән һүҙҙәрен ишетмәнеңме? Аллаһ шаһиттыр, улар, әлбиттә, ялғансы.



12. Ысындан да, әгәр улар ҡыуылһа, монафиҡтар йорт таш­лап, уларға эйәрмәҫ. Тегеләре һуғышҡа керһә, ярҙамға килмәҫ. Табандарын ялтыратып, һуғыш ҡырын ташлап ҡасырҙар. Ахырҙа уларҙың үҙҙәренә лә ярҙам итеүсе булмаҫ.

13. Шуныһы көн кеүек асыҡтыр, һеҙҙән ҡурҡыу улар­ҙың йөрәктәренә кереп урынлашҡан. Был ҡурҡыу Аллаһ ғазабын­ан ҡурҡыуға ҡарағанда көслөрәк. Улар — (Хәҡиҡәттең ҡай­һы яҡта икәнен) аңламай торған нәҫел.

14. Улар (иманһыҙҙар) берҙәм булып һеҙгә ҡаршы һуғы­ша алмаҫтар; нығытылған ҡәлғәләр артына йәки таш ҡоймаларға боҫоп ҡына һуғышырҙар. Үҙ араларындағы һуғыш ҡаты булыр. Гәрсә, улар һиңә берҙәм булып күренер, әммә уларҙың күңелдәре айырым. Улар — аҡылға ултырмаған бер халыҡтыр. (15) Уларҙың хәле үҙҙәренән алда ғына йәшәп киткән һәм гөнаһтарына күрә язаһын да алған ҡәүемдәрҙеке кеүек. Уларға хәтәр яза бар.

16. Монафиҡтарҙың хәле иһә нәҡ шайтандың хәле кеүек. Шайтан кешегә:

— Инҡар ит! — тине. Кеше инҡар иткәс:

— Мин һеҙҙән йыраҡ торам, сөнки мин ғәләмдәрҙең Раббыһы булған Аллаһтан ҡурҡам, — ти. (17) Икеһенең дә ахы­ры — мәңгелек ут булыр. Улар шунда ҡаласаҡ. Бына был (йәһәннәм) — залимдарҙың язаһы.

18. Әй, иман килтергән бәндәләр! Аллаһтың язаһынан ҡурҡығыҙ һәм һәр кем, киләсәк өсөн нимә әҙерләгәнлеге тураһында уйланһын. Аллаһтың язаһынан ҡурҡығыҙ. Аллаһ һеҙҙең нимә ҡылғанығыҙҙан хәбәрҙар. (19) Аллаһты онот­ҡан һәм шуның арҡаһында Аллаһ та уларға (яҡшылыҡтың) нимә икәнен онотторған кешеләр кеүек булмағыҙ. Улар — Аллаһ юлынан яҙған бәндәләр. (20) Йәһәннәмгә кергәндәр менән йәннәткә кергәндәр тиң булмаҫ. Йәннәттәгеләр — мораҙҙарына ирешкән мөьминдәр.

21. Әгәр ҙә Беҙ был Ҡөръәнде тау башына индергән булһа инек, ихтимал, Аллаһтан ҡурҡыуҙан тетрәп, тау урталай ярыл­ған булыр ине. Был миҫалдарҙы Беҙ кешеләр һабаҡ алһын, тип килтерәбеҙ.

22. Аллаһтың сифаты шулдыр —Унан башҡа олуғ ҡөҙрәтенә эйә зат юҡ. Күренмәгәндәрҙе лә, күренгәндәрҙе лә белеп тороусы. Аллаһ — мәрхәмәтле, Аллаһ — рәхимле. (23) Аллаһтың сифаты шулдыр — Унан башҡа олуғ ҡөҙрәткә эйә зат юҡ. Ул бөтөн мөлкәттең берҙән-бер хужаһы, изгеҙер, именлек өләшеүсе, ышаныс биреүсе. Күҙәтеп, һаҡлап тороусы. Еңелеү белмәҫ. Теләгәнен башҡарыусы. Олуғлыҡта тиңе булмаған. Уға тиңләштерелгәндәрҙең барсаһынан өҫтөн — бер Аллаһ. (24) Аллаһ шулдыр, Ул (ғәләмдәрҙе) барлыҡҡа килтереүсе; яралтыусы (юҡтан бар итеүсе), хасил иткәндәргә рәүеш (тәртип, һүрәт, система) биреүсе — Аллаһ. Иң матур исемдәр Аллаһта ғына. Күктәрҙә һәм Ерҙә булғандарҙың барсаһы Уға тәсбих әйтә. Ул — һәр ваҡыт ҡөҙрәт һәм хикмәттәр эйәһе.
60 — Мүмтәхинә (Ҡатын-ҡыҙҙы һынау) сүрәһе

(Мүмтәхинә сүрәһе 13 аяттан тора. Мәҙинәлә ингән. «Мүмтәхинә» — һыналыуға дусар ҡатын, тигән һүҙ.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.



1. Әй, иман килтергән халыҡ, әгәр Минең юлымда һуғы­шырға һәм ризалығымды алырға теләһәгеҙ, Минең дә дош­маным, һеҙҙең дә дошманығыҙ булғандарға хөрмәт күрһәтеп, йәшерен мөхәббәт тәрбиәләгәндәрҙе дуҫ итмәгеҙ. Сөнки улар һеҙгә килгән Хәҡиҡәтте өръәнде) инҡар итте. Аллаһҡа инанғанығыҙ өсөн, Пәйғәмбәрҙе лә, һеҙҙе лә ватанығыҙҙан ҡыуҙылар. Мин һеҙҙең йәшерен эштәрегеҙҙе лә, асыҡ ҡылмыш­тарығыҙҙы ла бик яҡшы белеп торам. Кем быны ҡылһа (иманһыҙҙарҙы дуҫ итһә, уларға мөхәббәт тотһа), шул тура юл­дан яҙған булып иҫәпләнер.

2. Әгәр ҙә инде улар һеҙҙе тотҡон итһә, дошманлыҡ ҡылһалар, ҡулдары һәм телдәре менән һеҙҙе рәнйетеп, (Аллаһты инҡар итеп, динегеҙҙән) ваз кистерһәләр, (3) Ҡиәмәт көнөндә яҡын ҡәрҙәштәрегеҙ ҙә, балаларығыҙ ҙа һеҙгә фай­ҙа итә алмаҫ. Аллаһ һеҙҙе уларҙан (яҡындарығыҙҙан) айырыр. Аллаһ бөтөн ғәмәлдәрегеҙҙе күреп тора.

4. Хаҡтыр, Ибраһим да һәм уның менән бергә булған­дар ҙа һеҙҙең өсөн гүзәл бер үрнәк булып тора. Улар ҡәүем­дәренә әйттеләр:

— Беҙ һеҙҙән һәм Аллаһты инҡар итеп, башҡа нәмәләргә табынғандарҙан ҡәтғи баш тартабыҙ. Һеҙҙе (туғандары­быҙ тип) танымайбыҙ. Һеҙ бары тик бер Аллаһҡа иман килтергәнегеҙгә саҡлы, арабыҙҙағы дошманлыҡ, асыу-үпкә бөт­мәйәсәк. Ләкин Ибраһим атаһына әйтте:

— Әлбиттә, мин (Аллаһ) һине кисерһен тип (доға ҡылып) ялбарасаҡмын. Ләкин Аллаһтан һиңә киләсәкте (бер генә язаны ла) мин тотҡарлай алмаясаҡмын, — тине. Мөьминдәр әйтте:

— Раббыбыҙ, бары тик һиңә генә һыйындыҡ, һиңә генә йүнәлдек. Ҡайтыш та бары тик Һинең тарафҡа ғына була­саҡ.



(«Хәҙрәти Ибраһим иман килтермәгән атаһына, иман килтерер өсөн форсат уаҡыты бирә, һәм шул арала атаһы өсөн ярлыҡау һорап, Аллаһҡа ялбара, ләкин инде һуң була, Ибраһимдың атаһы инде Аллаһ тарафынан ярлыҡанмаҫ дәрәжәләге кәферҙәр рәтенә ҡуйыла. Сөнки Аллаһтың: кәферҙәр өсөн ярлыҡау булмаҫ, тигән әмере бар». Али Тургут тәфсиренән.)


Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   40   41   42   43   44   45   46   47   48




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет