-
Ҡарале, Иштимер, бынау ташҡа, — тип мин ерҙән ялтырауыҡ йәшкелт ташты алам.
-
Ә-ә, ул ябай базальт, — тип Иштимер күңелде киренән һыуындыра. Минең кикерек шиңгәнен белеп, күреп микән, тауҙан төшөргә һәм һыу инергә тәҡдим яһай. Тау артылыуға ҡарағанда, төшөүе еңелерәк инде ул. Беҙ, ҙур эштән ҡотолғандай, йән-фарман аҫҡа ҡарай йүгерәбеҙ. Иштимер генә һаман ныҡышып, кәрәкле минерал табыуына өмөтләнеп артта ҡала. Әсҡәт менән беҙ йүгереп килгән көйө һыуға сумабыҙ. Йылға тар булһа ла, ярайһы ғына тәрән икән. Эҫелә тирләп-бешкән тәнгә йылғаның һалҡын һыуы хуш килә. Беҙ, рәхәтлеккә сыҙамай, бар донъяға яу һалабыҙ.
-
Иштимер, ташла әле шул таштарыңды! Әйҙә беҙҙең менән һыу инергә! — тип Иштимерҙе лә өгөтләйбеҙ. Ә ул беҙгә ҡулын һелтәп һаман соҡсона.
-
Әллә алтын-маҙар таптымы икән? — тип Әсҡәт хәүефләнеп ҡуйҙы. — Бер урындан китмәйсе.
Ысынлап та, Иштимер аҡтарылған ергә сүкәйеп ултырып алған да нимәлер ала, нимәлер һала.
16
-
Таптым, таптым! — тип ул ҡапыл беҙҙе һиҫкәндереп ҡысҡырып ебәрҙе. Беҙ һыуҙан сығып, уҙыша- уҙыша уның янына йүгерәбеҙ.
-
Нимә, Иштимер, алтын таптыңмы әллә?
Ауыҙы ҡолағына еткән Иштимергә беҙҙең һорау
бер.
-
Алтынығыҙ ары торһон әле, мин охра, ишетәһегеҙме, охра таптым, — тип ул балсыҡҡа оҡшаған нәмәһен ҡулында уйната.
-
Охра ла булһын ти, теге иҙән шаллаған нәмә түгелдер?
-
Эйе, ул минералдан буяу ҙа алалар. Ләкин эш унда ғына түгел шул, — тип ул беҙгә ҡарап хәйләкәр йылмая.
-
Эш нимәлә һуң?
-
Йә, һуҙма инде, әйтә һал! — тип беҙ түҙемһеҙләнеп Иштимерҙең өҫтөнә менеп кенә барабыҙ.
-
Белгегеҙ килһә, беҙ асыш яһаныҡ, асыш. Охра булған ерҙә тимер рудаһының ятҡылығы була.
Иштимерҙең был һүҙенә ҡыуанып, нишләргә белмәй ҡысҡырабыҙ.
-
Ур-р-ра! Ур-р-ра! Беҙ асыш яһаныҡ!
Беҙҙең ҡыуаныслы тауыш тауҙарҙан тауҙарға, ҡаяларҙан ҡаяларға һуғылып, әллә ҡайҙарға оса. Эйе, Иштимер әйтмешләй, эш алтында ғына булмаған икән шул...
ТЫҢЛАУЬЫҘЛЫҠ БӘЛӘҺЕ
Хәсән үҙенең аҙашҡанына һаман ышанманы, ышанырға ни, әле генә атаһы уның эргәһендә ине лә баһа. Ул ҡайҙа юғалды һуң әле?
Хәсән урманда эләгә-йығыла атаһын эҙләүен дауам итте. Ҡуйы ағастар араһынан атаһының мөһабәт
17
һыны бына-бына күренер һымаҡ тойолдо. Ул ҡәҙерле кешеһенә яҡынайыу урынына, киреһенсә, алыҫлаша барыуын һиҙмәй ине шул.
-
Атай, атай, һин ҡайҙа? — тип ҡысҡырған нәҙек, әскернә генә тауышын урман үҙенә йотоп, яуапҡа ҡош тауыштарын ғына ҡайтарҙы. Ул шулай тамағы ҡарлыҡҡансы ҡысҡырҙы ла ҡысҡырҙы. Яуап ишетелмәгәс, күҙенә йәш төйөлдө. Ихласлап иларға керешкәйне инде, ҡапыл атаһының «егет кешегә илау килешмәй ул, әллә ҡыҙ булдыңмы», тигән һүҙе иҫкә төштө. Ул танауын мырш-мырш тартып, күлдәгенең ең осо менән йәшкәҙәй башлаған күҙен һөртөп алды ла, теләр- теләмәҫ кенә тағы алға атланы. Атаһын тыңламауына үкенеп бөтә алманы ул. Ниңә ул әйткән ерҙә генә торманы. Атайымдың артынан һиҙҙермәй генә барып, ҡурҡытам, имеш. Ҡурҡыттың ҡурҡытмай ни. Аҙаштым түгелме? Ошо уйы тыуғас, ҡурҡып китте. «Юҡ, юҡ, нишләп аҙашайым, ти. Атайым менән айырылышҡан аҡланды ғына табырға кәрәк миңә. Ул да мине күптән көтәлер инде», тип ул үҙен тынысландырып, килгән яғына кире боролдо, һүлпәнәйеп ҡалған аҙымдарын ыратырға көс тапты. Ләкин, күпме алға ашҡынып барһа ла, аҡлан ишараты күренмәне. Уның һайын урман ҡуйырҙы ғына. Тирә-яҡ ҡараңғыланып китте. Йәйге эҫе һауа, бер аҙ барғас, һалҡынайып, дымланды. Әйтерһең, ул ҡурҡыныс әкиәт донъяһына килеп ингән: ағастар имәнес нәмәләй юлына арҡыры торғандар, хәҙер бынауһы ҡул һымаҡ кәкре ботағы менән эләктереп ала инде. Ул быларҙан шөрләп кире боролдо. Ләкин артта шул уҡ күренеш, шул уҡ имәнес нәмәләр ҡаршы алды.
Был ҡурҡыныс донъянан имен-аман сығырға өмөт- ләнеп, уңға-һулға ҡараны. Ләкин ҡайҙа ҡарама өҫтөнә ҡолай яҙып меңйәшәр имәндәр тора ине. Ул төшөн
18
көлөккә бирелеп, һалҡынса, еүеш ергә сүкәйҙе. Күпме шулай бар донъяға битараф ултырғандыр, ҡапыл геүләгән тауыш ишетелеп ҡалды. Ул ырғып тора һалып, тирә-яғына ҡаранды. Ләкин ағастарҙың ҡара олононан башҡа нәмә күренмәне. Ә геүләү һаман дауам итте. Шунда ғына тауыштың баш осонда яңғырауын аңғарып, ботаҡ, япраҡтары араһынан әҙ генә күренгән зәңгәр күккә баҡты, һауала нөктә ҙурлығы ғына ялтырап, самолет һыны күренеп ҡалды. Әллә нисә саҡрым бейеклектә осоп барған был самолет, уға хәҙер иң ҡәҙерле нәмәләрҙең береһенә әүерелде. Ул әҙгә генә үҙен шунда, шуның эсендә итеп хис итте. Эргәлә кешеләр ҡайнаша, ҡалай рәхәт. Имәнес, ҡурҡыныс ағастар ҙа юҡ, ул да аҙашмаған. Хыялдар, самолет ағастар араһына инеп юғалғас та, селпәрәмә килә. Ул быға риза булмай, самолетты күҙҙән юғалтырға теләмәй, йән-фарман йүгерергә тотондо. Аяҡ аҫтын ҡарамай йүгергәс, теләһә нәмәгә эләгеп, аҙым һайын ҡоланы. Битен, аяҡ-ҡулдарын ботаҡҡа һыҙҙырып бөттө, тубығын ауырттырҙы. Ул быға иғтибар итмәй, самолетты яңынан күрергә өмөтләнеп йүгерҙе лә, йүгерҙе. Ләкин самолет күптән инде әллә ҡайҙа олаҡҡайны. Ирекһеҙҙән уның күҙенән йәштәр аға башланы. Ул күңеле бушағансы илап алғас, ары нимә эшләргә белмәй аптырап ҡалды. Үҙен көсләп алға ҡыуҙы. Уның аяҡтарына, әйтерһең, гер таҡҡандар ине. һәр бер аҙым ауырлыҡ менән бирелде. Ҡасандыр һоҡланып туя алмаған ағастарҙың юҡҡа сығыуын теләне. Ул ваҡытта атаһын ҡалай тиҙ табыр ине. Хәйер, бар ер ҡола ялан булһа, былай аҙашып та йөрөмәҫ ине. «Аҙашыу» һүҙе менән ул бөтөнләй килеште. Шулай ҙа атаһы менән айырылышҡан аҡланды табырға өмөтөн өҙмәгәйне әле. Бер аҙ алға барғас, ағастар араһынан аҡланды, яҡтылыҡ тойоп алғандай
19
булды. Ул үҙ күҙенә ышанманы. Бысранып, ботаҡҡа һыҙҙырылып, ҡанап бөткән битендә йылмайыу шәүләһе барлыҡҡа килде. Тәнендәге ниндәйҙер көс уны алға этәрҙе. Ул баяғы самолетты юғалтҡан кеүек аҡланды ла күҙҙән яҙҙырып ҡуймайым тигәндәй, бар көсөнә алға йүгерҙе. Ләкин, был бәләкәй генә, төрлө төҫтәргә мансылған аҡланда тере йән эйәһе күренмәй ине. Ул төшөнкөлөккә бирелеп, ергә сүгәләне. Балаҫ һымаҡ түшәлгән үләнгә һуҙылып ятты ла, төпһөҙ күккә ҡарап, уйға сумды. Шул арала арманһыҙ булып арыған малай йоҡлап та китте. Ҡапыл йоҡлаған кеүек: ул ҡапыл уянды. Әле генә булған хәлдәрҙе төшөндә булыуын юрай-юрай үлән араһынан башын һаҡ ҡына ҡалҡытты. Ләкин аҡланда үҙенең яңғыҙ икәнен күргәс, күңеле тағы ла һүрәнләнде. «Ары нишләргә икән», тип ауыр уйҙарға батып, хәрәкәтһеҙ оҙаҡ ҡына ятты. Ошолай ятыр ҙа ятыр ине әле. Сылтырап аҡҡан йылға тауышын ишеткәс, үлеп һыуһағанын тойоп урынынан ҡуҙғалды. Йылғаның теш ҡамаштырырлыҡ, һалҡын һыуын эсе ауыртҡансы эсте лә эсте. Ниһайәт, һыуһын ҡанып, ялбыр башын ҡалҡытҡайны, ҡарашы йылға аръяғында ултырған йөнтәҫ нәмәгә төштө. Ул ҡото осоп, ырғып тороп ҡасырға уҡталғайны, бер-ике аҙым да атлай алманы, һөрлөгөп барып төштө. Бүтән тороп ҡасырға хәле етмәне. Әйтерһең, икенсе кешенең аяғын ҡуйғандар. Уға яҙмышына буйһонорға, үлем көтөүҙән башҡа сара ҡалманы. Бына-бына теге йөнтәҫ нәмә, үткер тештәрен уның тәненә ҡаҙар инде.
Ни ғәләмәт, күпме көтһә лә тәнендә ауыртыу һиҙмәне. Ул ғына ла түгел, «ҡылт» иткән дә тауыш ишетелмәй. «Әллә был ҡурҡыныс нәмә уның күҙенә генә күрендеме икән?» Был уйы тыуғас, эсенә йылы йүгерҙе. Ҡурҡыуҙан бөршәйеп ҡалған тәне яҙылды, сытырлатып йомған күҙен асты. Ләкин ни ғәләмәт
20
теге нәмә урынында ҡатҡайны, ул уның айыу икәнен таныны.
Быйыл йәй башында атаһы менән ошондай уҡ айыуға тап булғайнылар. Улар унда һыбай ине. Аттары юлдан арҡыры сығып килгән айыуҙы күргәс, тыпырсынып бейергә кереште. Ул саҡ эйәрҙән ҡолап төшмәне. Әлдә атаһы көслө ҡулдары менән тотоп өлгөрҙө. Ҡото осһа ла, атаһының айыу менән кешеләр һымаҡ һөйләшеүе уны бер аҙ тынысландырҙы.
-
Шаярма, тайыш табан, беҙгә юл бир. һин ошолай беҙҙе туҡтатҡан арала берәй браконьер ҡара эшен ҡылып йөрөйҙөр әле.
Әйтерһең, айыу атаһының һүҙен аңланы. Артҡы аяғында баҫып торған айыу алға ҡолап, урман араһына инеп юғалды, «һуғыштан һуң батырҙар күбәйә», тигәндәй, ул батырайып ҡасып барған айыуға ҡысҡырырға ла көс тапты.
Хәҙер ҡысҡырып ҡара! Ҡалай айыу менән яңғыҙың, күҙгә-күҙ терәп ултырыуы ҡурҡыныс икән. Атаһының теге ваҡыт әйткән сихри һүҙен айыуға өндәшкеһе килде. Ләкин уның ҡото осоуҙан теле бөтөнләй әйләнмәне. «Айыу иң йыртҡыс хайуандарҙың береһе булһа ла, уға зыяның теймәһә, унан ҡурҡырға ярамай», тигән атаһының һүҙе иҫенә төшөүен төшә. «Минең айыуға зыяным теймәй ҙә инде, шулай булғас, унан ҡурҡырға ярамай».
Был уйы уны әҙерәк тынысландырғандай итә. Шулай ҙа уны тишә яҙып ҡараған йыртҡыстың ҡарашы бик ныҡ ҡурҡыта.
Айыу кеше менән осрашыуҙы бер ваҡытта ла хәйерле күрмәне. Бәләкәй сағынан әҙәм тигән бөйөк нәмәнән өркөп-ҡурҡып йәшәне. Бер ваҡытта ла уларҙан мәрхәмәт көтмәне. Күпме улар әҙерләгән үлемдән ҡотолоп ҡалды. Шулай ҙа бөгөн йылға буйында бер
21
бәләкәй генә әҙәмде тап иткәс, ғәҙәттәгесә ҡасырға ашыҡманы. Уның бала ғына икәнлеген күреп, ҡыҙыҡ- һыныуын тыя алмай, йылға буйында ҡалды.
Хайуан менән кеше бер-береһенә оҙаҡ ҡына ҡарашып ултырҙылар. Хәсән, был нишләргә йыйына икән тип, айыуҙың йөнтәҫ битенә арлы-бирле ҡарай ҙа, ҡарашын йәшереп, башын түбән эйә. Йәнлеккә, киреһенсә, кешенең шыма ғына аҡ йөҙөн күреүе ҡыҙыҡ. Текләп, диҡҡәт менән күҙәтә ул. Ултыра торғас, уны үҙ балаһына ла оҡшатып ҡуя. Эйе, балаларын ҡапыл ғына юғалтыу ҡайғыһы күңелдә баҫылып та бөтмәгәйне әле. Алда ултырған әҙәм балаһын, үҙ балаһын тапҡандай, күңеле нишләптер ашҡына. Уны еҫкәгеһе, туйғансы ялағыһы килә. Уның ашҡынған күңелен ят, ҡурҡыныс кеше еҫе килеүе генә өркөтә. Был уны сығырынан сығарып, асыуландыра. Ул был кешенән барыһы өсөн үс алғыһы килә. Уның был ҡара уйын, кешенең үҙ балаһына оҡшауы ғына аяй.
Хайуан менән кеше ошолай бер-береһенә ҡарашып күпме ултырғандыр, айыуҙың һиҙгер ҡолағы яҡынлашып килгән тауышты тойҙо.
Тыныс ҡына ултырған айыуҙың ҡапыл хәрәкәткә килеүен күреп, Хәсәндең ҡото осто.
Күҙен серт итеп йомдо. Айыу уға яҡынайыу урынына, артҡа ташланып, әрәмәлек араһына инеп китте.
Айыуҙың шулай ҡапыл юҡҡа сығыуына аптырап, һушына килә алмай ултырған Хәсән, эргәһендә генә аяҡ тауышы ишетеүгә күңеле йылынып китте. Әрәмәлек араһынан килеп сыҡҡан атаһын күреп, үҙ күҙенә үҙе ышанманы. Атаһының көслө, йылы ҡосағында ул оҙаҡ ҡына һүҙһеҙ торҙо. Шунан еңел итеп тын алды ла:
-
Атай, бүтән мин һине тыңлап ҡына йөрөрмөн, йәме, — тине.
22
тылсымлы көс
Сәлимә, стенала эленеп торған ҙур, семәрле көҙгө алдына баҫҡас, үҙенең һимеҙ йөҙөн күреп, уттан ҡурҡҡандай, ситкә ҡараны. Класташ ҡыҙҙары ла кемуҙарҙан көҙгөгә ҡапланды, хихылдаша-хихылдаша сәс тарарға, бит һыйпаштырырға тотондо, ә артыҡ ҡылансыҡтары ирен буяғыс сығарҙы...
Эйе, Сәлимә көҙгөгә оҙаҡ ҡарамаһа, үҙенең килбәтһеҙерәк кәүҙәһен, шаҙра йөҙөн онотҡандай була. Бер аҙ иркенлек тоя, ҡыҙҙарға һүҙ ҡушырға баҙнат итә, хатта малайҙарға күҙ төшөрөп ҡуя. Ә былай... төрттөрөү, мыҫҡыллауҙан ҡотолор әмәл юҡ. Хет ҡолағыңды мамыҡ менән тыҡ та ҡуй инде. Төрлөсә көлөүҙәр бәләкәйерәк саҡта һиҙелмәһә лә хәҙер, иҫ белгәс, һәр насар һүҙ тетрәндерә, онотолмайынса йонсота, ҡайғырта шул... Әгәр ауырыу әсәһе үтенмәһә, бөгөндән үк уҡыуын ташлар ҙа, кеше күҙенә күренмәй генә өйҙә ултырыр ине.
Ниһайәт, ҡыҙҙар төҙәнешеп бөттө шикелле, шау- гөр килеп, һәммәһе лә залға йүнәлде. Сәлимә лә улар артынан атланы. Сисенеү-кейенеү бүлмәһенә ингәс, ҡыҙҙар өҫ кейемдәрен спорг формаһына алмаштырҙы. Сәлимә лә күлдәген сисә башлағайны, тиҫтерҙәренең үҙенә текләп ҡарағанын күреп, ҡаушап ҡалды.
-
Сәлимә, һин йәнә форма кеймәйенсә уҡытыусынан әрләнмәксе булаһыңмы? — тип класс старостаһы Лилиә сәрелдәне.
-
Сәлимә, кей әле шул формаңды, — тине әхирәте Мәүлиҙә лә. Малайҙар ни, көлөр ҙә туҡтар...
-
Кей инде, кей, — тип бүтәндәр ҙә гөж килде. Ҡыҙ, көс ҡулланып күлдәген сисеп ҡуймаһындар тигәндәй, итәгенә сат йәбеште лә мөйөшкә һырынды. Ҙур кәүҙәһе бөршәйеп, бәләкәсәйеп ҡалды. Уны,
23
әлбиттә, көслөк менән берәү ҙә сисендерергә уйламай ине. Лилиә, әсе телләнеп:
-
Фигураң һәйбәт булғас, күҙ тейҙереүҙән курҡа- һыңдыр инде, — тине.
-
Их, Лилиә, кешенең хәлен аңларға кәрәк. Тотаһың да көлә башлайһың, — тип үпкәләне Мәүлиҙә.
-
Һм, табылған ҡурсалаусы, ишкә ҡуш тигәндәй, һин дә унан бер ҙә кәм түгел инде, — тип ныҡышты Лилиә.
Тәбәнәк кенә буйлы, бесәй мыйыҡлы физкультура уҡытыусыһы Сәлимәнең спорт формаһында түгеллеген шунда уҡ күрҙе.
-
Исҡужина, һин йәнә формаһыҙмы?
Сәлимә ыҡ-мыҡ итте.
-
Мөьмин Кимович, уның спорт формаһы бар, тик Сәлимә үҙе кейергә теләмәй, — Лилиә ошаҡлай ҙа һалды.
-
Исҡужина, формаһыҙ күпме йөрөргә мөмкин? Йә спорт формаһы кейәһең, йә «2»ле сәпәйем. Ҡыҫҡаһы, атай-әсәйеңдән башҡа дәрескә килеп йөрөмә! — Шулай өндәште уҡытыусы.
Сәлимә икенсе юлды һайланы. Ул, йәнә бер дәрес барлығына ҡарамаҫтан, ҡайтыу яғына ыңғайланы.
Мәктәп бинаһының мөйөшөнән генә боролғайны, ҡапыл, ер аҫтынан килеп сыҡҡандай, ике малай хасил булды. Шуҡ малайҙарҙы таныған Сәлимә туҡтап ҡалды. Үҙе лә һиҙмәҫтән, артҡа сигенә башланы. Малайҙарға шул ғына кәрәк ине: ҡыҙға ҡаршы йүгерҙеләр. Ул ҡасырға уҡталғайны, нимәгәлер эләгеп, һөрлөгөп барып төштө. Ҡапыл ғына торорға үҙендә көс тапманы. Аҡ алъяпҡысы бысранып, ер төҫөнә ингәйне. Малайҙар һыпыртыу яғын ҡараны. Сәлимә ғәрлегенән сеңлап илап ебәрҙе. Өйгә ҡайтып ингәс, әсәһенең иҫе китте:
24
-
Балам, ни булды, ҡайҙа бысрандың? Аяҡ аҫтың- ды ҡарап йөрөргә кәрәк ине!
-
Ни булды? Ни булды? — Әсәһенә үпкәләгәндәй итте ҡыҙ. — Минән аҙым һайын көләләр, мыҫҡыллайҙар. Былайтып көн иткәнсе, йәшәмәүең мең артыҡ. Минең йәберләнеп йәшәгем килмәй, беләһеңме, әсәй...
Әсә кеше, был һүҙҙәрҙе ишеткәс, нимә эшләргә белмәйенсә урынында тапанды. Йөҙө нығыраҡ ағарынды, эскә батҡан күҙҙәре төҫһөҙләнде, тамағына төйөлгән төкөрөгөн йота алмай торҙо. Тыны ҡурылып, күкрәгендә һауа етмәй башлағас, сүгәләп ултырҙы. Сәлимә, әсәһенең хәле мөшкөлләнгәнде күреп, урынынан ырғып торҙо.
-
Әсәкәйем, ни булды? — Ҡыҙыҡай әсәһен күтәрергә маташты.
-
Үтә ул, балам, үтә. Әҙерәк сабыр ит. Өҫтәлдә генә ятҡан валидолды алып бир, — әсә кеше ишетелер-ишетелмәҫ кенә мығырланды. — Һин, ҡыҙым, миңә ул тиклем үпкәләмә инде. «Йәшәгем килмәй», тигән һүҙеңде ишетеү ауыр. һинһеҙ нисек йәшәрмен? Эй, һеҙ бала әле. Бер-берегеҙҙең етешһеҙлегенән, кәмселегенән көлөп, күңелегеҙгә ут һалаһығыҙ. Хикмәт кәүҙәләме ни? Эш аҡылда, зирәклектә...
-
Ғәфү ит, әсәй. Ҡыҙып китеп әллә нимәләр һөйләнем. Әсәй, әллә фельдшерға йүгерәйемме?
-
Кәрәкмәй, ҡыҙым, урындыҡҡа ғына һал. Хәҙер үтер ул...
Сәлимә әсәһенә мәтрүшкә сәйе эсереп, дәрес әҙерләргә ултырҙы. Математиканан миҫалдарҙы оҙаҡ ҡына сығара алмай баш ватты. Хәйер, күҙ алдында миҫалдар түгел, икенсе нәмәләр йүгерешә ине: Лилиәнең мыҫҡыллауы, физкультура уҡытыусыһының йөҙө, шуҡ малайҙарҙың көлөүе. Ошондай ҡыйын мәлдә Мәүлиҙә килеп инде.
25
Сәлимә дәрес ташлап ҡайтып киткәс, мәктәптә ҙур ғауға булып алған икән. «Мин һине география дәресендә уҡытыусыға ауырып ҡайтып китте, тип уҡытыусыға әйтеп ҡарағайным да, Лилиә ошаҡлашып ултыра. Уҡытыусы бер нәмә лә әйтмәне, һин яҡшы уҡыйһың бит...»
-
Йылы һүҙең өсөн рәхмәт, Мәүлиҙә!
-
Ҡуй әле, ҡайҙа география дәреслегең, — тип ул, Сәлимәнең урынынан тороуын да көтмәйенсә, ағас шкафтағы китап-дәфтәрҙәргә ынтылды. Китап урынына, аңғармаҫтан, ҡалын ғына дәфтәр тартып сығарҙы. Күҙ ҡараһы кеүек күреп, бер кемгә лә бирмәй, берәүгә лә уҡытмай һаҡлаған дәфтәрен әхирәтендә күргән Сәлимә сәбәләнде. Дәфтәрҙе алырға ынтылғайны, Мәүлиҙә йылғырыраҡ булып сыҡты...
-
Сәлимә, ярай инде, ҡарарға рөхсәт ит. Серҙе асмаҫҡа һүҙ бирәм...
Сәлимә, әлбиттә, яҡын әхирәтенә ҡаршылашып торманы.
Иң тәүге биттәге шиғыр Мәүлиҙәнең иғтибарын шунда уҡ үҙенә тартты.
Шиғырҙарым әгәр ярҙам итһә,
Хәл итергә кеше яҙмышын, —
Кеше ҡайғыларын еңеләйтһәм,
Тик йыр булыр минең тормошом.
-
Был шиғырҙы ҡайҙан алдың?
-
Үҙемдеке, — тип Сәлимә ишетелер-ишетелмәҫ кенә яуапланы.
-
һин шиғыр яҙаһыңмы ни? һай, маладис!
Ниңә тымдың, турғай, әйҙә һайра,
Мин үлгәс тә ҡояш һүнмәй бит.
Кешеләр һәм донъя ҡала,
Бар тереклек бергә үлмәй бит.
26
-
Ҡалай шәп яҙылған. Ысын шағирҙарҙыҡынан кәм үгел.
-
Ысынмы, Мәүлиҙә?
-
Ысын, ышан миңә. Был һүрәттәрҙе лә үҙең эшләнеңме? Ҡара, шағирә генә түгел, рәссам дә икәнһең, — тине Мәүлиҙә, әхирәтенең ижадына һоҡланып. — Бынау Лилиә бит, ҡалай оҡшатҡанһың, ҡалын кәүҙәле итеп дөрөҫ эшләгәнһең. Шул кәрәк уға. Бынауһы мин, сәскәле күлдәк кейҙергәнһең. Хыялым һүрәттә булһа ла тормошҡа ашҡан икән. Был һүрәттә үҙең, ибет...
Сәлимә үҙен кем генә итеп эшләмәгән: актриса ла, парикмахер ҙа, һатыусы ла, атта ла саба, мотоциклда ла елеп бара... Мәүлиҙә һуң ғына ҡайтып китте.
* * *
Сәлимәләр класы һәр уҡыу йылы аҙағында ата- әсәләргә концерт күрһәтергә ғәҙәтләнгән. Быйыл да ныҡ әҙерләнде уҡыусылар. Мәүлиҙә, был концертҡа Сәлимәне лә индереп, берәй шиғыр һөйләргә ҡыҫтап ҡараны. Сәлимә риза булманы. Мәүлиҙә әхирәтен күндерә алмағас, шиғырҙы үҙе уҡырға рөхсәт һораны.
Кисә Лилиәнең шиғыр һөйләүенән башланып китте. Шунан концертты ҡыҙҙар бейеүе дауам итте. Концерттың өсөнсө номерында Мәүлиҙә Сәлимәнең шиғырын яттан һөйләргә тейеш. Мәүлиҙә сәхнәгә сыҡҡас, Сәлимә үҙенә урын тапмай борғаланды, ташлап сығып киткеһе килде. Тик ниндәйҙер көс кенә туҡтатты.
27
Сәлимәнең борсолоуы бушҡа ғына булған икән. Мәүлиҙә, бар залды яңғыратып:
Йөрәгемде йәнә телде төҫлө,
Йәйге таңда мылтыҡ тауышы.
Бер матур ҡош ергә килеп төштө, һиҫкәндереп күлдәр ҡамышын...
Мәүлиҙә бер нисә шиғыр һөйләп ташланы.
Бөтә зал шиғри юлдың тылсымлы көсөнә буйһоноп, тынып ҡалды. Мыҫҡыллап көлөргә йырылған ауыҙҙар ябылды. Күптәр Сәлимәгә тәү күргәндәй һоҡланып ҡараны.
Арттағы рәттәрҙең береһенән:
-
Вәт, исмаһам, ысын шағирә! — тигән тауыштар ишетелде.
Эйе, был концерт ижади батырлыҡҡа, рухи матурлыҡҡа ҡоролғайны.
ҠӘБЕРЛЕКТӘГЕ ЕЛӘККӘ ТЕЙМӘГЕҘ...
Өләсәйемдең: «Әхәт, тор инде, улым, тор», — тигән яғымлы тауышына уянып киттем. Йоҡо шундай тәмле, йоҡлағы ла йоҡлағы ғына килә.
-
Өләсәй, әҙерәк кенә ятып торайымсәле, — тип күҙемде асмайынса, икенсе яҡ ҡабырғама боролоп ятып, унан ҡотолмаҡсы булам. Ҡайҙа инде. Бер ҡаҙалһа, ҡаҙала бит ул.
-
Бәй, Әхәт, төшкә хәтлем йоҡлап ятмаҡсы булаһыңмы ни? Ана, дуҫың Хәләф хәтһеҙ ваҡыт инде һинең йоҡонан уянғаныңды көтөп ултыра.
Хәләф һүҙен ишеткәс, минең ҡолаҡ «ҡарп» итеп ҡала. Етеҙ генә тороп, йоҡоло күҙҙәрем менән бар бүлмәне байҡайым.
28
-
Ҡайҙа ул, өләсәй, ниңә мине уятманың инде?!
-
Мин бында, йоҡо сүлмәге, — тип мине үсекләп өйҙә Хәләф ултырмаһынмы. — Таң менән торам, тип маҡтана инең. Ә кем элек?!
Хәләфтең һүҙҙәре минең зитҡа тамам тейҙе. Мин ырғып тороп, һалдаттарса етеҙлек менән кейенә башланым. Үҙем Хәләф менән кисәге бәхәсте иҫләйем. Бөгөн таң менән еләккә сығып китергә һүҙ ҡуйышҡайныҡ шул. Мин уны беренсе уятырмын тип эре сирттергәйнем. Ә хәл киреһенсә булды ла ҡуйҙы.
-
Өләсәй, беҙ еләккә киттек! — тип мин тиҙ-тиҙ генә кейенеп, битемде әҙ-мәҙ һыйпаштырҙым да — берәй һауыт бир, ҙурыраҡ булһын шуида!
-
Бәй, ашамайынса ҡайҙа бармаҡсы булаһың, — тип өләсәйем минең юлға арҡыры торҙо — был ни тигән һүҙ, таңдан тороп тамаҡҡа бешереп, әҙерләнеп көтөп ултыраһың, ә ул...
Уға белемле булып Хәләф тә ҡыҫыла:
-
Әхәт, ашап сыҡ, көнө буйы асыҡтыра ул. Бына мин хатта икмәк һалып алдым. Өҫтәл эргәһенә теләр- теләмәҫ кенә барып ултырам. Өләсәй мейестән боҫрап торған ҡайнар ашты алдыма алып килеп ҡуя.
-
Аша, улым, аша. Еләк ҡасмаҫ ул!
Мин ашты тәүҙә теләр-теләмәҫ кенә ауыҙыма алһам да, тора-бара, тәмен белгәс, ихлас ашарға тотондом. Эй шәп бешерә лә инде ашты өләсәйем!
-
Уландар, еләккә ҡайһы тирәгә барырға йыйынаһығыҙ?
-
Тәпәнәккә, — тип Хәләф менән бер юлы тигәндәй әйтәбеҙ, — кисә малайҙар барған, еләк балаҫ һымаҡ түшәлеп ята, ти.
-
Аҙашып ҡына китә күрмәгеҙ, ҡош-ҡорттан һаҡ булығыҙ, аяҡ аҫтығыҙҙы ҡарап ҡына атлағыҙ, йылан- фәлән сағып ҡуймаһын, — тигән өләсәйемдең өгөт- нәсихәттәре беҙҙе урманға оҙатып ҡала.
29
Ҡояш тау-урмандарҙан эллэ ни бейек күтәрелеп өлгөрмәгән икән, шуға нуры ла көсһөҙ генә. Тирә-яҡ һалҡынса, дымлы, иҫ киткес тәмле саф һауа. Урманда беҙҙе ҡош тауыштары ҡаршы алды. Урман буйлап тауға күтәреләбеҙ. Тәүҙә дәртле, ихлас ҡына атлаған аҙымдарыбыҙ бейегерәккә менгән һайын аҡрыная. Тәнгә тир бәреп сыға. Йәнәш атлаған дуҫыма ҡарайым, ул ауыҙын мәңге бүтән һөйләшмәҫлек итеп ҡымтыған, тумпая биреберәк сығып торған күҙҙәрен алға төбәгән, тәбәнәк кәүҙә, ҡыҫҡа аяҡтары менән ярайһы ғына етеҙ атлап, минән ҡалышмаҫҡа тырыша.
-
Хәләф, һине бөгөн кем иртә уятты, әй, — тип шымтайып килеүҙән ялҡып, дөрөҫөрәге уның минән иртә тороуының сәбәбен белешәм.
-
Үҙем торҙом, ә нигә? — тип аптырап ул миңә ҡарай, — сәғәтте зыңғырлаҡҡа ҡуйҙым да уяндым.
-
Юҡ, берәйһе уятҡандыр.
-
Әйтеп торам бит, сәғәт уятты тип. — Ул минең ышанмағанға асыуланып яуап бирә. Шунда мине мыҫҡыллап, — ә-ә танауыңа сирттемме, маҡтанмайҙар уны. Минең ауыҙ шунда уҡ ябыла. Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ шул, тағы һүҙһеҙ юлды дауам итәбеҙ. Ҡәһәрең, тауының осо ла, ҡырыйы ла күренмәй бит әле.
-
Хәләф, тағы күпме барырға икән?
-
Ә-ә, арыттыра башланымы ни, ә һин ашамайынса сығырға йыйына инең.
-
Юҡ, нишләп арытһын, ти, былай ғына һорайым, — тип сер бирмәҫкә тырышам.
-
Түҙ, Әхәт, түҙ. Хәҙер тауҙы менеп еткәс тә, аҡланға сығабыҙ, — тип ул мине йыуатыу ҡатыш мыҫҡыллай.
Күп тә бармай тауҙы менеп еттек, әллә нисә төҫкә мансылған аҡланға килеп сыҡтыҡ. Күҙҙәр ирекһеҙҙән ергә төбәлә. Ҡараштар әллә нисә төрлө үлән, әллә
30
нисә төрлө сәскә күрә, ә эҙләгән нәмә — еләк күренмәй ҙә. Яланды айҡап еләк эҙләп хәтһеҙ ер үттек. Әйтерһең, беҙҙән йәшенгән. Күңел өсөн булһа ла осраһа ине. Ә-ә, бына ла инде! Табып алған тәүге еләкте ауыҙға ҡаба һалам. Иптәшем дә табышҡа осраны, буғай. Сүкәйеп ултырып сүпләй башланы. Еләктең тәүгеһен генә табыу көс булған икән, алдыбыҙҙа шартыйҙар «мине өҙ», тип ултырмаһынмы?!
Еләк биҙрәгә бер туҡтауһыҙ яуа ғына. һытылған емештән ҡул ҡыҙарып бөттө. Тирә-яҡҡа тәмле еҫ таралды. Күңел күтәрелде. Мин дәртле генә һыҙғырам. Еләк бер урында кәмеһә, икенсе урынға күсәбеҙ. Шулай итеп, шыла торғас, суҡайып торған ташлыҡтар араһына килеп сыҡтыҡ. Бында балаҫ кеүек түшәлеп ята ине.
-
Хәләф, ҡара әле, ҡара. Еләктең ояһына юлыҡтыҡ түгелме? — тип мин ҡыуанысымдан ҡысҡырып уҡ ебәрәм. Иптәшем ҡыуаныр урынға хафаланып:
-
Әхәт, был ҡәбер таштары түгелме икән? Ҡәберлек өҫтөндәге еләкте нисек йыяһың, ти.
Был һүҙҙән аптырап киттем. «Нисек инде ҡәберлек? Суҡайып торған таштар бар ерҙә лә осрай инде ул». Шулай ҙа өләсәйемдең һөйләгән хәбәрҙәре иҫкә төшә. Ошо ерҙә ҡайҙалыр граждандар һуғышында һәләк булған ҡыҙылармееңтарҙы күмгәйнеләр, тип һөйләгәйне бит ул. Ҡәбер булһа ни? Ошо тиклем байлыҡты ҡалдырып китеп булмай ҙа инде. Был уйымды Хәләфкә еткерәм. Иптәшем тәүҙә икеләнде, һуңғы сиктә: «Юҡ, мин бынан йыймайым», тип ситкә китте. Өгөтләп уны күндерә алмағас, ҡулымды һелтәп ҡыҙыл балаҫҡа аяҡ баҫтым. Торған урында таш кеүек баҫҡан иптәшемде үсекләгем килде. Ләкин тыйылдым. Теләмәһә нимә көсләшергә? Миңә мулыраҡ була ла инде. Мин еләк менән тулы һауытымды тотоп ауылға ҡай
31
тып инеүемде күҙ алдыма килтереп ҡыуандым. Бар донъямды онотоп еләк йыйырға тотондом. «Ҡалай эре һуң әле, услап, миңә тимәһә услап йый!» Ырамлы эшкә ни етә, һауытым күҙгә күренеп еләк менән тулды. Шул ваҡытта ғына донъяға кире ҡайтам, иптәшемде иҫкә төшөрәм. «Еләк күп тә инде бында, әйҙә йыйһын!» Тороп аҡланда Хәләфте байҡайым. Ана, йөрөй икән. Уның яғына ҡыҙыу-ҡыҙыу аҙымдар менән атлайым. Берәм-Һәрәм сүпләп еләк йыйған иптәшемдең эргәһенә килгәс уны йәлләп киттем. Шулай ҙа маһаймай булдыра алманым. «Зыңҡ-зыңҡ иттереп үҙемдең еләк менән тулы, ауыр һауытымды уның саҡ төбө йәшенә башлаған һауыты эргәһенә ултыртам.
-
Күрҙеңме, мин йыйған ерҙә еләк түшәлеп кенә түгел, өйөлөп ята. Услап-услап һауытыңа һалаң да эш тә бөттө. Бар, шунан йый! Түлке тиҙерәк бул. Ҙурыраҡ һауыт тотоп тағы килербеҙ. Хәләф эшен ташлап, миңә нәфрәт тулған күҙе менән ҡарай.
-
һәр хәлдә ҡәберлектән йыймайым инде.
-
Атыу, сүплә әйҙә, сүплә, вәт иҫәр. Уға ниндәй еләкле урынды күрһәтәм, ә ул... — Мин дә ҡыҙып киткән булам. Әҙерәк тынысланғас, уны күҙәтергә тотонам. Хәләф күпме тырышһа ла, һауытын тултыра алманы.
«Ҡайтырға сыҡтыҡ. Минең күңел көр. Ә иптәшем башын түбән эйеп, минең артан эйәргән. Ҡайтыуға табан юл яҡыная тигәндәй, ярайһы ғына тиҙ ҡайтып еттек.
Өләсәйем ҡояштай балҡып, беҙҙе ҡапҡа алдында уҡ ҡаршы алды.
-
Эшкингәндәрем, һай, афариндар, үҙҙәренең һауыттары тулы бит әле. Оҙаҡлағанығыҙға хафаланып торам, — тип ҡыуана-ҡыуана беҙҙе маҡтай, һиҙгер
32
өләсәйем Хәләфтең һөмһөрө ҡойолғанын күрмәй ҡалманы.
-
Ни булды, улым? Ниңә күңелһеҙһең? Әллә... — Минең йөрәк жыу итеп ҡалды. Хәҙер теләһә нимә һөйләп, өләсәйемде аптырата инде.
-
Юҡ та, бер ни булманы, нишләптер баш ауырта.
-
Ә-й-й, эҫе тейҙеме икән, башығыҙға шул фу- ражка-маҙар кейеп йөрөмәйһегеҙ ҙә, — тип өләсәйем икебеҙҙе лә шелтәләп алды. — Әйҙә, нимә ишек алдында торабыҙ әле, сәй ҡайнатайым. Эх, еләк менән сәй әсеүҙәре!
Хәләф инмәҫкә ҡырталашһа ла, өләсәйем уның ай-вайына ҡуймай өйгә әйҙәне. Мин йыйған еләк кәсәгә һалынып, өҫтәлдең иң түрендә урын алды. Өләсәйем сынаяҡҡа сәй яһағас, «бисмилла»һын уҡынып, икмәк һындырып, ауыҙына ҡапты. Шунан еләккә үрелде.
-
Инәй, ҡәберлек өҫтөнән йыйылған еләккә теймәгеҙ, — тип Хәләф ҡысҡырып ебәрмәһенме! Был аяҙ көндө йәшен атҡандай тәьҫир итте. Өләсәйем ток һуҡҡандағы һымаҡ ҡулын кәсәнән кире алды. Мин бер бештем, бер өшөп ҡалтырандым.
-
Өләсәй, еләкте әҙ йыйғанға көнләшеп шулай ти ул. Ниндәй ҡәберлектән булһын ти.
-
Ниндәй ҡәберлек? Туҡтағыҙ әле, балалар, туҡтағыҙ. Һеҙ еләк йыйырға Тәпәнәккә барҙығыҙ ибет, аҡлан ситендә суҡайып торған таштарҙы күрҙегеҙме?
-
Эйе, эйе, Әхәт тап шунан еләк йыйҙы, — тип Хәләф уны йөпләй һала. — Олатайым унда һәләк булған ҡыҙылармеецтарҙы күмгәйнеләр, тип һөйләгәйне. Әхәткә әйтһәм дә тыңламаны.
-
Юҡ, унда, өләсәй, бер ниндәй ҡәберлек күренмәне. Алдай ул. Ҡәберлектәр кәртәләнгән, йә буралған була ла инде, — тип ғәрлегемдән иларға етешәм.
33
-
Улым, ул ҡәберлектәр тураһында атайыңа ла, әсәйеңә лә һөйләгәйнем. Һин дә тыңланың, шикелле. Ишетмәгән булһаң, тағы һөйләйем әле. — Өләсәйем ауыр итеп уфтанды ла, һалмаҡ ҡына һүҙен дауам итте: «Мин ул саҡта һеҙҙең йәштәрҙәге ҡыҙыҡай инем. Батшаны ҡолатҡас, байҙар иҙеүенән ҡотолоп ҡалдыҡ. Ләкин граждандар һуғышы бара ине. Ауылға бер аҡтар килеп инә, күп тә үтмәй уларҙы ҡыҙылдар ҡыуып сығара. Ошо Тәпәнәк тауында ҡаты бәрелеш булған тип һөйләнеләр. Ауылға аңғармаҫтан һөжүм итергә йыйынған аҡтарҙы ҡыҙылдар шунда аңдып тороп, үҙҙәрен тар-мар иткән. Күп ғәзиз баштар шунда ятып ҡалған, тип һөйләнеләр. Шул яланда уҡ һәләк булыусыларҙы ерләп киттеләр. Беҙ ни ошо болалар баҫылғансы баҙҙан сыҡманыҡ, сөнки пулялар себен урынына осто. Аҙаҡтан атайҙар барып, ҡәберлек өҫтө- нә таштар ултыртып сыҡты. Тора-бара унда ҡәберлек икәнен оноттоҡ. Тәрбиәгә алыусылар ҙа булманы.
Өләсәйем туҡтап ҡалды. Миңә шул тиклем ҡыйын ине. Ер ярылһа, мотлаҡ ер аҫтына төшөп китер инем. Хәләфте ваҡытында тыңламағанға үкенәм. Өләсәйем һаҡ ҡына еләкле кәсәне ҡулына алды.
-
Бәлки, ошо еләктәр һәләк булған ҡыҙыларме- еңтарҙың ҡан тамсыларылыр әле? Ҡәберлектән еләк йыйыу яҙыҡ ул. һәләк булғандарҙы борсоп, ҡәберлекте тапамаҫҡа кәрәк ине. Хәйер, улым, хатаңды төҙәтә алаһың. Класығыҙ менән ул ҡәберлекте тәрбиәгә алырға кәрәк. Бәлки, атайҙарығыҙ ярҙамында йондоҙҙар ҙа ҡуйырһығыҙ, тимер рәшәткәләр менән бүтән берәү ҙә инеп тапап йөрөмәҫлек итеп кәртәләп тә ҡуйырһығыҙ.
-
Шулай итәбеҙ уны! — тип яуаплайбыҙ мин дә, Хәләф тә.
34
НЫБАЙ ҠЫҘ
Яҙғы баҫыу эштәре тамамланғас, беҙҙең яҡтарҙа һабантуй үткәреү йолаһы бар. Июнь башына тура килгән был байрамды мин йыл да түҙемһеҙләнеп көтөп алам. Айырыуса быйылғы байрам бик һағындырып килде. Сәбәбе икенсе йыл ҡырҙа йөрөүҙер инде.
Атлыҡҡан йөрәкте тыя алмай бик иртәләһәм дә, машина булмауы мине һуңлата яҙҙы. Оҙаҡ көтөп алған автобус һабантуй яланына илтеп ҡуйғанда уйындар башланып та киткәйне. Мин, ҡайһы уйынды ҡарарға белмәй, бер төркөмдән икенсеһенә күстем. Барыһын да ҡарағы килә. Ләкин бөтәһен бер юлы ҡарап булмай ҙа инде. Шуға ҡыҙығыраҡ уйындарҙы эҙләйем. Ике бағанаға һалынған бүрәнәгә атланып, бер-береһен тоҡ менән дөмбәҫләгән ике егеткә ҡарап торам. Ләкин тиҙҙән күңелде көрәшселәр майҙаны тарта. Хатта, көрәшкә өндәгәндәй, мускулдар уйнап ҡуйҙы.
-
Әхмәтгәрәй, биленән алырға тырыш, биленән!
-
Иҙрис, бирешмә, бирешмә!
Көрәшселәрҙе дәртләндереп торған халыҡ төркөмөнә мин дә барып ҡушылам. Биленә хәтле шәрә ике бәһлеүән бер-береһенә генә бирешерлек түгел. Таҫтамал менән бер-береһенең билен ҡыҫып алып баш аша һелтәргә икеһенең дә иҫәптәре ҙур. Ләкин, көс тигеҙгәлер инде, икеһенең дә тырышлығы файҙа килтермәй. Бар көстәрен һалып, йәнтәслим көрәшкән был икәүҙең кеме еңер — ҡыҙыҡһыныу артҡандан-арта.
-
Тиҙҙән бәйге башлана! — тигән һүҙҙе кемдеңдер ауыҙынан ишетеп ҡалғас уҡ ҡолаҡ «ҡарп» итеп ҡала: «Атаҡ, көрәшкә мауығып, бәйгене онотоп торам да баһа».
Кемгә нисектер, әммә минең өсөн бәйге — һабантуйҙың кендеге. Күп һабантуйҙарға килеүемдең бар
35
ҡыҙығы ла ошо ат ярыштарынан ары китмәй торғайны.
Бәйгене өҫтөн куреүемдең үҙенә күрә сере лә бар. Мин бәләкәстән аттарға ғашиҡ. Берәй ерҙә ат күрҙемме, йөрәк елкенә лә китә. Ат өҫтөндәге кешене донъялағы иң бәхетле кешеләй күрәм. Бер ваҡыт көтмәгәндә ат ҡараусы Сәлих бабай менән танышыу минең күптәнге хыялды тормошҡа ашырҙы. Ул мине тәү тапҡыр атҡа атландырҙы. «Орлик» исемле күк айғырҙы өйрәтеп хатта үҙебеҙҙең һабантуйындағы бәйгелә ҡатнашырға тура килде. Призлы урынды яуламаһам да, был көн бала саҡтың иң иҫтәлекле көнө булып ҡалды. Хәҙер ир еттем. Күптән инде һыбай елгәнем юҡ. Шулай ҙа бәйгегә ҡыҙыҡһыныу кәмемәй, арта ғына.
Әле лә, аттар ярышҡа әҙерләнгән ергә килгәс, арыуыҡ ҡына йыйылып өлгөргән халыҡты йырып, һыбайлыларға яҡынлаштым. Малайҙар стартҡа әҙерләнә: тиҫтәнән артыҡ һыбайлы, ҡыҙыл сепрәк бәйләгән судья бойороғона буйһоноп, бер рәткә теҙелә.
Һыбайлылар араһында бигерәк йәштәре лә бар икән. Анауы, уйнап торған сыбар айғыр өҫтөндәге малайға тиҫтәнән саҡ үткәндер. Ә ҡалай сос күренә!
Ҡараш йылҡылдап торған оҙон тороҡло тай менеп алған һыбайлыға төшкәс, аптырауҙан өнһөҙ ҡалдым: стартҡа әҙерләнгән түңәрәк йөҙлө ун дүрт йәштәр самаһындағы ҡыҙҙың ат өҫтөндә ултырыуы аптыратты.
Дөрөҫ, һыбай йөрөгән ҡыҙҙарҙы беҙҙә, йыш булмаһа ла, күрергә була. Ә бына һабантуйҙа, етмәһә, район һабантуйында, бындай күренешкә тәү тапҡыр тап булам. Баҡһаң, тамаша ҡылырға йыйылған халыҡтың ҡарашы ла шунда, һөйләгән һүҙҙәре шул һыбайлы хаҡында икән.
36
-
Ауыл бәйгеһендә ҡыҙ бирешмәне бит әле... — Мин бөҙрә сәсле ағайҙың был һүҙен ишетеп уға яҡынлайым.
-
Эйе, егеттәрҙе бик һемәйтте шул, — тип уның эргәһендә торған күҙлекле ағай ҙа ҡушыла. Мин, ҡыҙыҡһыныу ымды еңә алмай, был ағайҙарҙың һүҙенә ҡыҫылырға мәжбүр булдым:
-
Әллә, ағайҙар, ауылда ҡыҙыҡай беренсе урынды алдымы?
-
Ҡустым, ҡыҙыҡай бында ла беренсе урынды алмаҫ тимә, — тип бөҙрэ сәсле ағай һынсыл ҡарап яуап бирҙе.
-
Ҡыҙыҡай, күрәһең, тәүге тапҡыр район һабантуйындалыр, — тип ныҡышам.
-
Былтыр ҡатнашты микән? Хәйер, ана атаһы тора, шунан һора, — тип ул бер яҡ ситтәрәк торған бер теремек кенә ағайға төртөп күрһәтте. Шул арала судья старт флагын түбән төшөрҙө. Аттар, тәтенән ысҡынған уҡ кеүек, алға йомолдо. Ләкин халыҡ оҙаҡ тамаша ҡыла алманы: ат тояҡтары күтәргән саң- томан артында ҡалды. Халыҡты этә-төртә баяғы ағай торған ергә киләм. Бәй, ҡайҙа һуң ул?! Халыҡ араһынан уны эҙләй башлайым. Ҡапыл бер яҡ ситтә торған ағайҙы күреп ҡалам. Уның бар иғтибары алыҫлаша барған һыбайлыларҙа, дөрөҫөрәге — саң ҡойононда.
-
Ғилминур, атыңды ҡыума, үҙ яйына барһын. — Ағай бар донъяһын онотоп алыҫлаша барған ҡыҙына кәңәш бирә. Аттар сабышынан күҙен алмаған ағайҙы бүлдереү уңайһыҙ. Шулай ҙа:
-
һаумыһығыҙ, ағай, — тинем. Йөҙәрләгән кешеләрҙең шаулашыуынан минең тауышты ишетмәҫ тиһәм дә, ағай ишетте. Мине уйсан, аҡыллы күҙҙәре менән баштан-аяҡ ҡарап сыҡты.
37
-
Ҡустым, бер ҙэ сырамытмайым, — тип уңайһыҙланғандай итте, — Ғәлиән булам.
Мин үҙемдең район газетаһында эшләгәнемде аңлатам. Шунан үҙемде ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирәм.
-
Эйе, ул — минең ҡыҙ! Уның хаҡында һорайһығыҙ икән. Тота килеп нимә әйтәһең инде...
Мин ағайҙан бүтән ләм-мим һүҙ ишетмәҫмен тип ҡурҡтым, уңайһыҙланып ҡына, һүҙҙе ялғар өсөн генә:
-
Атҡа бала саҡтан ғашиҡмы? — тип һорайым.
-
Ну, ҡустым, ныҡыш икәнһең? Әйҙә, улай булғас, ситкәрәк китәйек. Мин уның тураһында ғына түгел, икебеҙҙең дә тормоштан бер ғибрәтле хәл һөйләйем әле, — тип һүҙ башлай. — Көтөүсене үҙең беләһең бит, күбеһенсә яңғыҙ, — тип ағай ситтә ятҡан ағасҡа ҡабаланмай ғына барып ултыра. — Мин, ҡустым, бала саҡтан ошо йәшемә тиклем Ирәндек итәгендә ат көтәм. Тәүҙә атай артынан эйәреп йөрөнөм. Ул һуғышҡа киткәс, эш үҙемә ҡалды. Көтөү көтөп егет булдым. Армиянан ҡайтҡас та ҡанға һеңгән һәнәрҙе ташламаным. Ҡайтҡандың икенсе көнөндә үк колхоз атын көтөргә сыҡтым. Ауылдан иптәштәр ситкә китә торҙо. Кемдер — уҡырға, кемдер — эшкә, кемдер бәхет эҙләп сығып китте.
Электән оҡшатып йөрөгән бер ҡыҙ ветфельдшер- лыҡҡа уҡып ҡайтҡайны, тот та тәҡдим яһа тегеңә. Ҡыҙыҡай оҙаҡ көттөрмәне, риза булды. Ләкин әсәләре оҙаҡҡа һуҙҙы: имеш, мин ҡырҙан ҡайта белмәйем, фәлән дә фәсмәтән. Ҡыҫҡаһы, әйттерергә барғанда кире бороп сығарырға һылтау таптылар. Мин ҡыҙға: «Риза булмаһалар, үҙебеҙгә кил дә ҡуй, яйлап риза булырҙар әле», тинем. Ул һүҙемде кире ҡаҡманы. Шулайтып, беҙ уның менән донъя көтә башланыҡ. Мин, элеккесә көтөүҙә, ҡатыным — колхозда ветфельдшер. Мин өйҙә һирәк булам. Йылҡы өйөрө менән Ирәндек
38
буйҙарын айҡайым. Күбеһенсә яланда ашап, шунда йоҡларға тура килә. Ҡатыным да, гел мине көтөп ултыра торғас, ялҡты шикелле. Буш ваҡыты булһа, минең эргәлә булды. Ауырға ҡалғас та минән ҡалмай йөрөп маташты. Эште һиҙеп ҡалғас, әрләп тигәндәй, ауылға алып ҡайтып ташланым. Күп тә үтмәй ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Эстән генә ҡатындың ул табыуын көтөп йөрөй инем. Йәнәһе миңә алмашсы була.
...Ҡыҙыбыҙ, әкиәттәгесә, ай үҫәһен көн үҫте, йыл үҫәһен ай үҫте. Бәлки, миңә генә шулай тойолғандыр, сөнки мин күбеһенсә ҡырҙа бит. Ҡыҙымдың нисек атлап киткәнен дә, ҡалайтып һөйләшә башлағанын да күрмәнем. Ә бына нисек атҡа атланып китеүен үҙ күҙем менән күреп хайран ҡалдым. Ҡатын менән ике- һен ваҡытлыса көтөү көткән ергә алып килгәйнем. Шаяртып ҡына ҡыҙымды үҙем менеп йөрөгән ҡола бейә өҫтөнә ултыртам. Ат өҫтөнә ултырғас та ауыҙы ҡолағына етте. «На, на!» ти, ҡайҙан был һүҙҙе ишетеп ҡалған тиң. Атҡа был етә ҡалды, минең ҡулдан теҙгенде һыпыра тартып алып юртты ла китте. Минең йөрәк «жыу» итеп ҡалды. «Тр-р-тр-р», тип мин йүгерҙем, минең арттан «Ҡыҙымды һәләк иттең!» — тип ҡатын йүгерә. Ат, күпмелер барғас, үҙе туҡтаны. Ҡатын менән беҙ «ах та ух» тип килеп етәбеҙ. Ҡыҙыбыҙ иҫән-һау эйәргә ныҡ итеп тотонған да, ултырыуын белә. Дүрт-биш йәшендә аттан төшмәҫ булды. Ҡатынымдың малай тапмауына һөйөнөп тә ҡуям: ҡыҙым малайҙарҙан кәмме ни?! Ләкин ҡыуанысым оҙаҡҡа барманы, ғаиләлә ҡот осҡос хәл булды: ҡапыл ғына ҡатыным донъя ҡуйҙы. Бахырҙы арбаға һалып больницаға ла еткерә алманым. — Ағайҙың әле генә шат йөҙө ҡомһарҙы. — Ҡатын вафат булғас, тормоштоң рәте китте. Ни ҡылырға ла белмәй, тегендә лә төртөлдөм, бында ла һуғылдым. Берҙән-бер йыуанысым — Ғилминурым булмаһа, бер-бер хәлгә тәңкәлер
39
ҙә инем. Әсәһенең үлеүен Ғилминур ҙа ауыр, бик ауыр кисерҙе: тамаҡтан яҙҙы, һөйләшмәҫ булып китте. Яр аҫтынан яу сыҡты, тигәндәй, тап шул көндәрҙә: «Яланда ҡыҙыма һыуыҡ тейҙереп үлтерҙе», — тип ҡәйнәм һүҙ таратты. Ҡыҙымды үҙҙәренә алырға булдылар. Берҙән-бер йыуанысымды нисек мин бирәйем? Ҡәйнәм судҡа бирҙе.
Суд баштан-аяҡ миңә ҡаршы булды, һөйләгән береһе ҡыҙҙы өләсәй ҡулында ҡалдырыу яғында булды. Күптәре ҡыҙымды яланда үҙем менән алып йөрөүҙе енәйәт тип иҫәпләне. Мин уларға ҡаршы бер генә дәлил дә килтерә алманым, һуңғы һүҙ ҡыҙыма бирелде.
-
Атай, мине ташлама! — тип суд залында уның илауы күңелемде тетрәтте. Йәшәүгә өмөттәремде дөрләтте. «Атаң менән ҡалма», — тип ҡыҙымды бик ныҡ өгөтләнеләр. Ләкин уның һүҙе бер булды: «Атайымдан айырмағыҙ».
Ҡыҙымды үҙемдә ҡалдырҙылар. Йәй һәр ваҡыт тигәндәй, минең менән яланда, уҡыу еткәс, интернатта булды. Ул минең иң яҡын кәңәшсемә әүерелде. Мин көтөүҙән ҡайтыуға аш-һыу әҙерләп ҡуя. Ат менән көтөүгә бергә сығырға ла өлгөрә. Әлбиттә, мин ҡыҙымды көтөүгә бигүк йөрөтмәҫкә тырыштым. Тик барыбер һәр ваҡыт аттар эргәһендә булды. Эйе, ул аттарға ғашиҡ ине. Өйөрҙә йылҡы байтаҡ ҡына булһа ла, ул һәр береһенә ҡушамат биреп сыҡты. Мин уның аттар менән уйнауын, уларҙы нисек иркәләүен күреп һоҡланып туя алмайым. Ә бына һыбай йөрөй башлаһа, иҫең китер!
Йәй башы ине. Беҙ ҡырҙа саҡта ҡапыл дауыл сыҡты — күҙ асҡыһыҙ! Әсе ел, ырашҡы яуа, бер туҡтауһыҙ йәшен йәшнәй, тирә-яҡ ҡап-ҡараңғы. Аттар, ел-ям- ғырға түҙмәй теләһә ҡайҙа тарала башланы. Етмәһә,
40
яҡында ғына бүреләр олой. Ошо мәлдә ҡыҙым эргәмдә булмаһа, мин яңғыҙым нишләр инем?! Аттарҙы ҡыҙым бер яҡтан, үҙем икенсе яҡтан ҡамап, көскә- көскә ялан кәртәгә алып ҡайтып бикләй алдыҡ. Үҙебеҙ шул тиклем өшөгәнбеҙ, тешебеҙ тешкә теймәй. Ут яғып саҡ йылынып алдыҡ. Тик был хәл эҙһеҙ үтмәне: ҡыҙым ауырып больницаға эләкте. Ауырыуы әллә ни ауыр түгел ине, шулай ҙа ҙур ғауға ҡупты: тағы ла ҡәйнәм бәлә һалды, судҡа бирҙе.
Суд булманы. Шулай ҙа мине саҡырып ҡыҙымды үҙем менән алып йөрөмәҫкә ҡуштылар. Мин ҡыҙымды йышыраҡ әсәйемдәргә ҡалдырырға тырышам, ә ул яланға атлыға.
Быныһы ғына етмәгән, тай өйрәтергә әүәҫләнеп алды. Мин күрмәй ҙә ҡалам, ул яңы тай менеп ала. Ана бөгөн һабантуйҙа сапҡан тайҙы ла яңыраҡ өйрәтеп алғайны.
Хәйер, ҡустым, киләләр шикелле, — тип ағай урынынан торҙо. — Ә ҡалғанын, беҙгә кил, һөйләп бөтөрөрмөн.
Мин йылмайып баш ҡағам. Алыҫта саң өйөрмәһе булып аттар күренде. Финишҡа етәрәк, бүтән аттарҙы күпкә ҡалдырып, төркөмдән ҡара тай һурылып сығып, алға йомолдо.
-
Ғилминур! — тип ҡысҡырып ебәрҙем мин аңғармаҫтан, эргә-тирәмдәге күптәрҙе ғәжәпкә ҡалдырып. Алдан килгән ҡыҙҙың исемен генә түгел, бөтә тормошон белеп өлгөрөүемә сикһеҙ шат инем мин.
-
Ай афарин, һай маладис, ҡалай сос ҡыҙ!
Бәйгесе финиш һыҙығын үтте, — үтешләй атынан
һикереп төштө лә, халыҡ араһына инеп тә сумды.
Әһә, ана бит ул, атаһын тапҡан да, уға ниҙер һөйләй. Ә тегеһе уны ҡосаҡлап һөйөп-һөйөп ала. Мин уларға оҙаҡ ҡына ҡарап торҙом. Күп ҡайғылар кисер
41
гән ата менән ҡыҙҙың шатлығын күреп мин дә шатландым. Улар бүтәнсә бер хәсрәт тә күрмәһен, тик ҡыуаныс, бәхет кенә юлдаш булһын!
ҺУҢҒЫ АЙЫУ
«Әһә бына ул, бына, хәҙер мин һине, хәҙер». Мылтығы ғәҙәттәгесә ҡолаҡ тондороп шартлап атылыр урынға ишетелер-ишетелмәҫ кенә тыҡылданы. «Осечка?!» Булмаҫ! Ул мылтығының тәтеһенә ҡабаланып тағы-тағы баҫты. Баяғы хәл ҡабатланды. Ҡото осоп, ҡалтыранған ҡулдары менән биленә бәйләнгән патронташынан яһау эҙләне. Ләкин уныһы буш ине. Быны һиҙгәс, тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте.
Артҡы аяҡтарында баҫып торған иҫ киткес ҙур айыу уның эше мөшкөл икәнен һиҙҙе. Етеҙ генә алға ауып, дүрт аяғына баҫты ла, бар нәмәне тапай, өҙә- йолҡа, йәмһеҙ үкереп уға ташланды.
Ул нишләргә белмәне. Ҡасырға тип уҡталғайны, урынынан да ҡуҙғала алманы. Бына-бына был албаҫты уны тотоп ала инде. Тәненә айыуҙың хәнйәр һымаҡ үткер теше, тырнаҡтары ҡаҙалғандай тойолдо.
«Бәхил бул, яҡты донъя!» Юҡ-юҡ, берәйһен ярҙамға саҡырырға кәрәк.
-
Ҡотҡарығы-ыҙ, ой, ой!
-
Хисмәт тием, Хисмәт, уян!
-
Ҡотҡарығы-ыҙ, ой, ой!
Ул уянһа ла, айыу урынына әбейен сырамытһа ла, төшөнән айный алмай ҡысҡырыуында булды.
-
Вәт суҡынғыр, Хисмәт, тием, — тип әбейе елтерәткәнгә генә ул саҡ уянды.
Ауыр юрғанын ситкә бырғатып, уһылдай-уһылдай тороп ултырҙы. Тиргә батҡан битен, муйынын ҡоро тире лә һөйәккә ҡалған усы менән һыпырҙы. Һаҡ
42
ҡына тирә-яҡты күҙәтеп сыҡты, әле генә булған ҡот осҡос хәл төшөндә булғанлығына тамам ышанғас еңел һуланы.
-
Олоғайып һаҡалың билеңә еткән, күпме «Бисмилла» уҡынып ятырға тылҡыйым. Мине тыңлаһаң, былайтып, ете төн уртаһында күҙеңде аҡайтып ултырмаҫ та инең, — тип уның һаташыуына йөрәкһенеп уянған әбейе мыжыны.
-
Теләһә нәмә уҡырға мин мулламы ни?
-
Уға яҡшылыҡ өсөн әйтәһең, ә ул мулла ла мулла... Эй, һиңә һүҙ әрәм итеп әйткәнсе, — тип әбейе үпкәләп стена яғына боролоп ятты. Төштөң айышын баштан-аяҡ иҫләп ул оҙаҡ ҡына ултырҙы. «Дә, өндә генә түгел, төшкә лә керә башланың», — тип ауыр көрһөнөп алды. Уның йоҡоһо тамам ҡасҡайны. Шуға яңынан ятыуҙы килештермәне. Кейенеп тышҡа сыҡты. Ҡибла яғындағы икһеҙ-сикһеҙ тау һыртынан тыуып килгән көндөң шандағы һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә күренә ине. Был тоноҡ ҡына ҡыҙғылт яҡтылыҡ күҙгә күренеп ҙурайҙы. Күберәк майҙан биләгән һайын, яҡтылыҡтың төҫө үҙгәреп аҡһыллана барҙы. Ниһайәт, ҡояш үҙе лә күренде. Ҡояштың тәүге илгәҙәк нурҙары, Хисмәт ҡарттың башындағы ауыр уйҙарын таратып, уның менән шаярҙы: күҙҙәрен сағылдырҙы, битен, ҡулын йылы нурҙары менән һыйпаны.
Яңы көн тыуа, яңы көн!
Тик Хисмәт ҡарттың был шатлыҡлы минуттары оҙаҡ дауам итмәне. Теге төшө «ҡылт» итеп тағы иҫенә төштө. Уның һөмһөрө ҡойолдо.
Юҡ, миңә бындай кәсепкә ризалыҡ бирмәҫкә кәрәк булған. Айыу артынан йөрөү етмеш йәшлек ҡарт эшеме ни? Хәҙер уның менән төштә лә, өндә лә алышсы әле.
43
Уның тыныс ҡартлығы күршеһе Хәмдениса әбей- ҙең яңғыҙ һыйырын айыу йыҡҡандан һуң боҙолғайны.
-
Кемдең генә ҡарғышы төштө икән. Улай тиһәң, берәүгә лә яманлығым тейгәне юҡ шикелле, һыйырымдың быҙауы етем ҡалды, хәҙер нишләргә инде? — тип Хәмдениса әбей бер көндө уларға иламһырап килеп инде.
-
Күрше, ул тиклем бөтөрөнмә инде, быҙауыңа һөттө беҙҙән алып торорһоң. Бәлә ағас башынан йөрөмәй, әҙәм башынан йөрөй.
-
Рәхмәт инде, күрше. — Хәмдениса әбейҙең ҡара көйгән йөҙө яҡтырып китте. — Был изгелегеңде мәңге онотмам, һинең һаулығыңды теләп көн һайын хәйер бирермен.
-
һыйырыңды ҡайһы тирәләрәк йыҡҡан? — тип бер яҡ ситтәрәк ултырған Хисмәт ҡарт әбейҙәрҙең һүҙенә ҡыҫылмай түҙә алманы.
-
Эй, кеше йылдың-йылы шашҡан һымаҡ, улар ҙа ҡалышмай ҡәһәрең. Миндеғәле күпере эргәһендә генә йыҡҡан.
-
Булмаҫ, — тип Хисмәттең әбейе бот сапты.
-
Эйе, мин дә булмаҫ, икенсе сәбәптән үлгәндер тип уйлағайным. Бахырҡайымдың тырналған тәнен, ашалған еленен күргәс, шул яуыздан башҡа кемде ғәйепләйһең инде.
-
Күрше, һыйырың ҡасан юғалды тиең әле? — тип һораны Хисмәт ҡарт.
-
Ошо ике-өс көн араһында ғына.
-
Бабай, айыу ауларға уйламайһыңдыр, — тип әбейе уға сәйер генә ҡарап ҡуйҙы, шунан кеткелдәп көлөп: — Ҡайҙан инде һиңә һунарға, мылтыҡҡа түгел, кәүҙәңә саҡ көсөң етеп йөрөй, һунар, имеш.
Әбейенең был һүҙенә ул бик ғәрләнде, шулай ҙа һыр бирмәй:
44
-
Ғүмеремдә йөҙ айыу алған һунарсымын әле. Кәрәкһә, йөҙ ҙә берен дә алырмын, — тип ҡуйҙы.
-
Етмеш айыу, — тип әбейе төҙәтте.
-
Йөҙ ҙә бер айыу, әллә мине һан белмәй тиһеңме, Аллаға шөкөр, өс класс бөткән кеше әле мин, — тип ул ҡыҙып киткән булды.
-
Ярай инде, ярай, һин еңмеште еңеп буламы.
Хисмәт ҡарт, шулайтып, күптән онотолған һәнәренә дәртләнеп китте. Эшһеҙ ятҡан ҡушкөбәген эҙләп алып, таҙартып майланы, эре йәҙрәле яһау эшләп, эңер төшкәнен дә көтмәй, емтек янына китте.
Ҡыуаҡлыҡ төбөндәге емтекте әллә ҡайҙан сырамытып алды ул. һаҡ ҡына шул яҡҡа атланы. Емтеккә етер-етмәҫ ҡапыл ағас башында ниҙер ҡыштырланы, шартлап ботаҡ һынды, айыу урынына кешеләр күренде.
-
Ха, ха-ха! Ҡарағыҙ әле, беҙҙең табышты бүлешергә Хисмәт ҡарт та килгән түгелме? Ха-ха-ха!
-
Ҡарт та тик ятмай, ә? Ха-ха-ха!
Хисмәт ҡартҡа был тирәнән тиҙерәк китеүҙән башҡа сара ҡалманы. Ул сәсрәп ҡайтты. Мылтығын өйгә ингәс тә бәреп ебәргән булды, буш биҙрәне осора типте.
-
Юҡ, юҡ, бүтән һунар тип ауыҙымды ла асмайым! Малакасустар, минең һымаҡ йөҙ ҙә бер айыу алып ҡараһындар әле! Алырҙар — алмай ни!
Оҙаҡ ғүмер итеп, уның ҡылығын яттан белгән әбейе йыуатырға ашыҡты.
-
һин ашағаныңды ашағанһың, нимә шул йәштәр араһына ҡыҫылып йөрөйһөң. Өйҙә ят та йәшлегеңде, айыу аулаған саҡтарыңды иҫеңә төшөр.
-
Дөрөҫ һөйләйһең, әбей. Айыу аулау ҡарттар эше түгел, — тип ул килеште.
Шулай ҙа уның күңеле тиҙ генә тыныслана алманы. Бер тышҡа сығып китте, бер өйгә килеп инде.
45
Урман яғынан атыу тауышы ишетелмәҫме икән тип ҡолағын һаҡ тотто. Төнө лә бик тынысһыҙ үтте.
Иртәгеһен ауылға теге һунарсыларҙың айыу алыуы мәғлүм булды. Йыртҡысты ҡарарға бар ауыл халҡы тиерлек йыйылды. Хисмәт ҡарт был күренеште ҡойма аша ғына күҙәтте. Ул, тиреһе ҡырылмаһа-ҡырҡ урындан тишкеләнеп, ҡанға батҡан әллә ни ҙурҙан булмаған айыуҙы ысынлап йәлләне. Үҙҙәрен ысын батырҙар һымаҡ тотҡан хәсрәт һунарсыларға ҡарап йәне көйҙө.
Айыу үлтерелгәс, ауылда мал өсөн хафаланыуҙар тағы онотолдо. Ләкин ауыл халҡының тыныс тормошо оҙаҡҡа барманы. Иртәгеһен көтөүсе Әмин «тағы малға айыу тейгән» тигән борсоулы хәбәр алып килде. Халыҡ араһында мәхшәр ҡупты, һәр ҡапҡала кисен өмөт менән малдарының теүәл ҡайтыуын көттөләр. Теге өс һунарсы емтектәге айыуҙы һағаларға ашыҡты. Нишләптер ул төндө айыу килмәне. Иртәгеһен дә шул уҡ хәл ҡабатланды. Ләкин, уның байына, икенсе урында айыу йыртҡыслығын ҡылды, тағы көтөүҙән айырылған малға тейҙе. Был хәлгә аптыранған һунарсылар яңы емтекте табып, аңдыуҙы шунда күсерҙеләр. Бында ла улар файҙаһыҙға ике төн уҙғарҙы. Көн дә һунарсыларҙың ошолайтып уңышһыҙлыҡҡа осрауы, айыуҙың мал ҡырыуы уларҙың абруйын төшөрҙө. Уларҙың: «Йәшәгән айыу емтек янына тиҙ генә килмәй инде ул», тип аҡланыуҙарының да файҙаһы теймәне. Ул ғына ла түгел, халыҡ араһында: «Күмәкләшеп барып айыуҙы өркөтәләр ҙә, уныһы икенсе урында малға тейеп үс ала», тигән һүҙ сыҡты.
Халыҡ шунда атаҡлы айыусы Хисмәт ҡартты иҫенә төшөрҙө.
-
Ағай, әллә шул йыртҡыстың иманын уҡытаң- мы? — тип уға бер көндө ҡалын кәүҙәле ауыл Советы рәйесе килеп инде. Хисмәт ҡарт үҙ ҡолағына ышан
46
май торҙо, әллә был минән көләме, тип тәүҙә шартлар сиккә етте. Үтенестең ысын күңелдән икәнен аңлағас, ҡыуанысы эсенә һыйманы. Ултырған урынынан йәштәрсә ырғып тороп рәйестең йомшаҡ ҡулын ҡыҫты, рәхмәт белдерҙе. Йөрәкһеп иҙәндә бер былай, бер тегеләй йөрөп алды.
-
Бер аяғын ҡәбергә терәгән ағайығыҙға тыныс үлергә лә ваҡыт бирмәйһегеҙ. Унан ниндәй һунарсы сыҡһын? — тип әбейе генә мыжып алды.
-
һин, әбей, ирҙәр эшенә ҡыҫылма, — тип Хисмәт ҡарт, рәйес был һүҙгә боролоп сығып китмәһен тигәндәй, әбейенә екерҙе.
-
Эй-й, һине аңламаҫһың. Яңыраҡ ҡына ғүмерҙә ҡулыма мылтыҡ алмайым тип һүҙ биргәйнең. Бөгөн киреһен һөйләп тораһың. Хәйер, ул ғына сәбәп булһа ярай ҙа ул. Билем ауырта, тип мыжый инең дә баһа.
-
Эй-й, ул ауыртыу бүстәк кенә булған икән, бөттө ул, — тип ул әбейен алдарға маташты. — Ул яуыздың иманын уҡытырға кәрәк. Уны халыҡ һорай бит.
Әбей: «Теләһә ни эшлә», — тип ҡул һелтәне. Хисмәт ҡарт «Мәңге оронмаҫмын!» тип һандыҡҡа һалған ҡушкөбәген тартып сығарҙы. Яһауын барланы.
Ул һунарға иртәгеһен таң менән сыҡты. Өҫтөнә таушалып, төҫө уңып бөткән гимнастеркаһын, башына кәүшәйгән йәшел эшләпәһен кейҙе. Ул ошолай кейенеп алғас йәшәреп киткәндәй булды. Былай ҙа күтәренке күңеле тағы күтәрелде. Алға бөкрәйә биреберәк торған кәүҙәһен турайтты, һалмаҡ ҡына аҙымдарын тиҙләтергә көс тапты. Дөрөҫ, был ҡыланышы ауылдан сығып, тауға күтәрелә башлағас та юҡҡа сыҡты, элекке хәленә ҡайтты. Ул ғына ла түгел, биле сәнсеп ауыртырға тотондо, тыны ҡыҫылды.
«Ҡартлыҡ — шатлыҡ түгел инде ул», тип ауыр уфтанып алды. Шулай ҙа тешен ҡыҫып юлын дауам
47
итте. «Хәҙер бөтә ул», — тип үҙен йыуатҡан булды. Ысынлап та, көҙгө урманға ингәс, әкиәттәгесә сихри донъяға әйләнеп ҡайтҡандай тойҙо үҙен. Ҡартлыҡ, ҡайғы, ауырыуҙар — барыһы ла онотолдо. Бешкән үлән еҫе, ҡош тауыштары тәьҫиренән матур уйҙар, икһеҙ- сикһеҙ хыялдар ғына тыуҙы. Хисмәт ҡарт шунда ғына һуңғы осоро ғүмеренең төҫһөҙләнгәнен, нимәлер етмәгәнен аңлап алды. Уға тап урман, саф һауа, ҡош тауыштары кәрәк булған да инде! Эйе, ҡарт ярты ғүмерен тиерлек урманда уҙғарҙы. Айыу аңдыны, ҡуян, төлкө ауланы, һуйырҙың туй уйынын боҙҙо, үлтерҙе, юҡҡа сығарҙы. Күҙҙәренән йәш мөлдөрәтеп күпме мышы, илек уның йәҙрәһенән үлә алмай ятты. Ул ҡорбанына аяуһыҙ булды, ас бүреләй көнө-төнө яралы йәнлектең артынан ҡыуҙы. «Ҡыуып етеп атып үлтергәс сикһеҙ ҡыуанды, шунса йәнлек үлтерҙем», тип кешеләргә маҡтанып һөйләне, һуңғы осоро кейек, ҡош-ҡорт ҡырҡа кәмей башлағас ҡына, үҙенең рәхимһеҙлеген аңлағандай булды. Үлтерелгән йәнлектәрен барлап сыҡҡас иҫе китте. «Бер кеше генә шундай этлек ҡылғас, донъяла ниндәй тереклек ҡалһын», тип уйланы. Ләкин ҡанға һеңгән һәнәренән ваз кисмәне, барыбер атты, үлтерҙе. Был уйҙарҙы уйлағас уға уңайһыҙ булып китте. «Урмандың саф һауаһын һулап, ҡош тауыштарын тыңлап дәрт алырға хоҡуғым бармы икән?» тип уйланы. Урман уның уйын һиҙмәй, этлектәрен иҫләмәй, шаулап ҡаршы алды.
Ошо урмандың бер асыҡ ерендә башмаҡ емтегенә тап булды. Саф һауа һаҫыҡ еҫ менән алышынды.
Хисмәт ҡарт сатай-ботай ятҡан, тояҡ та башы ғына ҡалған был мәхлүктең башына етеүсенең тик айыу ғына икәнлеген шунда уҡ аңғарҙы. Емтек эргәһендәге һәр нәмәне күҙҙән үткәрергә тотондо. Ҡарашы аҡтарылған ергә төштө. Шәп-шәп атлап шунда килде. Айыуҙың ярылып ятҡан туҫтаҡ яҫылығы эҙен күргәс иҫе китеп ҡарап торҙо. «Булмаҫ, теге бәндәләр
48
минән көлөп юрамал айыу эҙе эшләгәндәрҙер әле», тип тирә-яғын, ағас баштарын ҡарарға тотондо. Ғүмер буйына һунарға йөрөп, бындай ҙур эҙгә тәүгә юлы- ғыуы ине. Ул эҙҙең хужаһын күҙ алдына килтереп тәне семерләп китте. «Күрәһең, йәшәгән айыуҙыр инде, өлөшөңә күрә көмөшөң. Моғайын, уртаҡ тел табырбыҙ әле», тип күңелһеҙ генә уйлап алды. Бейек имәндең ҡабыҡтары аҡтарылып тороуы ҡарттың иғтибарынан ситтә ҡалманы. Ағасҡа яҡыныраҡ килгәс ул айыуҙың тырнаҡ эҙҙәрен күрҙе: «Был минең биләмәм», тип билдә һалырға ярата икән. Айыуҙың бында бүтәнсә килмәйәсәген ҡарт яҡшы аңлай ине. Сөнки ауылда шундай хәбәр таралып өлгөргәйне, имеш, был айыу ҡорбанының ҡанын ғына эсә икән... Әлеге һүҙгә ышанды. Сөнки айыу ҡартайһа һайлансыҡ булып китә. Улар араһында кеше ашаусы йә әлеге һымаҡ ҡан менән генә туҡланып йәшәгәндәре булыуы ла ихтимал.
Ул айыуҙың әҙенән йүнәлеш алып юлын дауам итте. Был яҡта айыуҙы осратырмын тип бигүк ышанманы, шулай ҙа, шайтан ни менән генә шаярмай... Ул айыу менән күҙгә-күҙ осрашып ҡына уны атып алып буласағын яҡшы аңлай ине.
Ул кискә тиклем айыу эҙләп, урман ҡыҙырып йөрөнө. Ҡояш ағастар араһына инеп юғалғас ҡына ҡайтырға кәрәклеген иҫләне.
* * *
Иртәнге сәйҙе эскәндә төшөн әбейенә һөйләне.
-
Абау, һүҙ итеп һөйләп ултыра бит әле. Тыныс ҡына ҡартайыуға ни етмәй? — тип әбейе ризаһыҙлыҡ белдерҙе. — Ғүмер буйына шуларҙың артынан йөрөнөң, ялҡманыңмы ни? Әгәр төштәге һымаҡ өндә уның ҡорбаны булһаң?
49
-
Үлһәм ни, халыҡ эше өсөн һәләк булам да инде. Бәлки, зыяратыма йондоҙ ҙа ҡуйырҙар, батыр булды, тип телмәр һөйләрҙәр.
-
Мин, алйот, һиңә һүҙ әрәм итеп хәбәр һөйләп ултырам, — тип әбейе туҙып китте.
-
Шаяртам да инде, әбей, — тип әбейенең бөйөрөнә төрткән булды. — Ул ҡарт айыуҙы атып алғас күрерһең әле.
-
Бирһен Хоҙай.
Хисмәт ҡарт иртә таңдан торһа ла, эш табылып, һунарға төштән һуң ғына сыҡты. Урманға инеп әҙерәк атлағас, аяҡ аҫтынан тиерлек һуйырҙар осоп сыҡты. Уларҙы күргәс уның тәненә рәхәтлек йүгерҙе. «Был урманда айыу менән беҙ генә түгел икәи», тип ҡыуанды.
Ул мылтығын әҙер генә тотоп, кискә тиклем айыу эҙләп урман айҡаны. Ләкин уның эҙе лә, үҙе лә күренмәй ине. Иртәгеһен дә, иртәнән һуң да бындай эҙләнеүҙәр дауам итте.
* * *
һыҙланып, әрәмәлектә ятҡан ҡарт айыу, ҡыштырлауҙы ишетеп, ырғып торҙо, танауын һыҙғырта- һыҙғырта тын алды. Муйыл, еләк, балдың тәмле еҫенә уны өркөткән кеше еҫе килеп бәрелде. Кеше насарлыҡтан башҡа нәмә алып килмәгәнен аңлап, тауыш-тын сығармай, ул һыпыртыу яғын ҡараны. Күпмелер барғас «кешенән ҡотолдом шикелле» тип ул балаҫ кеүек түшәлеп үҫкән мүк өҫтөнә бөгәрләнеп ятты. Урынынан ҡуҙғалыу яраһын ярһытты ғына. Ул ауыртыуға сыҙамай борғоланды, ыңғырашты. Ҡасандыр кешенең ҡурҡыныс таяғынан осоп сыҡҡан «себен» яралаған яурынын яларға тотондо. Ләкин уның файҙаһы теймәне. Әрнеүгә түҙмәй айыу ерҙе иҙеп тәгәрләргә то-
50
тондо. Шунан үсен ҡыуаҡлыҡ, йәш ағастарға күсерҙе. Уларҙы ғәйрәтләнеп тамырҙарынан аҡтарып алып ырғытты. Яраһы баҫылыу урынына көсәйҙе генә. һыҙланыуға шашҡан айыу баяғы килгән юлынан кире артҡа сапты. Нишләптер ул кешене ботарлап ташлап ҡына әрнеүенән ҡотолоп буласағына ышанды. Кешене бая үҙе ятҡан әрәмәлек буйында тап итте. Ярһып сабып килгән айыу кешенең ут сәсеүсе ҡурҡыныс таяғын күргәс, ҡурҡып, ҡапыл туҡтаны. Йөҙйәшәр ҡарағайҙар аша уны аңдып күҙәтергә тотондо.
Кеше, ыһылдай-ыһылдай, түңгәк табып шунда ултырҙы. Кеҫәһенән нимәлер сығарып ауыҙына алып уны төтәтә башланы. Былай ҙа кеше еҫенә саҡ сыҙап торған айыу, тәмәке еҫе танауына бәрелгәс сәсәй яҙҙы, күҙе шарҙай булды. «Ҡурҡыныс таяғын ситкә һалһа, һөжүм итергә», — тигән уйынан кире ҡайтты. Ут, төтөн борҡотоп ултырған был әҙәмгә нисек ҡурҡмай ташланаһың! Ул төтөндөң кешегә ҡарағанда ла ҡурҡынысыраҡ икәнен яҡшы белә ине. Бер ни тиклем ултырғас, кеше урынынан тороп муйыллыҡ эргәһенә килеп һонолоп-һонолоп емешен ауыҙына алды. Ул кешенең муйыл ашағанын тәүгә күрә ине. Айыуҙың ауыҙынан һыуҙар ҡойолдо. Уның да емеш-еләк ашағыһы килеп китте. Ләкин нишләптер һуңғы осоро уның тәмен тоймай. Уны көн дә ауыл яғынан килгән «боландарҙың» ҡайнар ҡаны, йомшаҡ ите ымһындыра ине. Ҡарт айыу үҙе лә аңғармаҫтан, әллә һыҙланыу- ҙанмы, әллә кешенән үс ала алмауына йәне көйөпмө, үкереп ебәрҙе.
* * *
Хисмәт ҡарт бына нисәнсе көн инде айыу эҙләй. Арманһыҙ булып бар ерҙе ҡыҙырып сыға ла, иртәге-
51
һен тағы шул кәсебенә тотона. Ҡайтмаған малға айыу тейеүсән була тип, хатта бер-ике төнөн дә йәлләмәй айыуҙы аңдыны. Уның йоҡоһо ҡасты. Былай ҙа арыҡ кәүҙәһе тамам сауыҡты. Кейем аша ослайып һөйәктәре беленде. Йөҙөндәге бураҙналар тәрәнәйҙе һәм күбәйҙе. Бите ҡояшҡа янып көрәнәйҙе. Тик теремек, аҡыллы күҙҙәре генә донъяға һаман йылмайып, дәртле ҡарайҙар ине. Шуныһы ҡыҙыҡ, һуңғы осоро сыҙатмаған биленең ауыртыуы, йөрәк, тағы әллә нимәләр сәнсеүе ҡул менән һыпырып алып ташлағандай юҡҡа сыҡты. Әбейе көн дә был шөғөлөнән баш тартырға өндәп мыжый, һәр эште башынан аҙағына еткерергә ғәҙәтләнгән ҡарт, һүҙен һүҙ итергә ныҡышып, айыуҙы эҙәрләүен дауам итте.
Бөгөн дә ул урманда, һаҡ ҡолағы бәрелә-һуғыла, ҙур тауыш күтәреп килгән кешеләрҙе әллә ҡайҙан уҡ ишетте. Кемдәр былай итеп бар нәмәне өркөтөп йөрөй икән, тип ҡарт уларҙың ҡаршыларына атланы. Өс кешенең теге бәләкәй айыуҙы алған һунарсылар икә- нен күргәс, улар менән осрашмаҫ өсөн тиҙ генә ситкә боролдо.
-
Хисмәт ҡарт, туҡта әле, туҡта, — тип, улар уны күреп, урман яңғыратып һөрәнләнеләр. Ҡартҡа туҡтарға тура килде, һунарсылар килеп итәғәтле генә ҡул бирешеп күрештеләр. Ҡарт быларҙың әҙәплелегенә аптырап ҡуйҙы. Шулай ҙа уларҙың ниҙер уйлап эстән генә йылмайыуын һиҙмәй ҡалманы.
-
Ишеттек, ишеттек, халыҡ эше өсөн йөрөйһөң инде, ә? — тип ҙур башлы, шешмәк йөҙлөһө әйтеп ҡуйҙы.
-
Йөрөйөм әле, — тигән булды ҡарт уның тел төбөн аңламай.
-
Ялҡытмаймы ни? — тип уға йәшкелт кейемле йәшерәге ҡушылды.
52
-
Был һәнәр ҡанға һеңгән бит ул, уландар! — тип, ҡарт уларҙы һаман аңламаны.
-
Ҡанға һеңгән, ҡанға һеңгән, һеҙ, ҡарттар, беҙгә йәшәргә ҡасан юл бирерһегеҙ? — тип шешмәк күҙ асыуланып, әйтеп ҡуйҙы. — Эштә лә пенсионерҙар, хатта урманда ла ҡарттар һинең өлөшөңә керә.
Был һүҙ ҡартҡа ныҡ тәьҫир итте. Бер аҙ ғына ҡурылып, тамағындағы төйөндө йота алмай торҙо. Шулай ҙа үҙен ҡулға алып, тыныс ҡына:
-
Улым, һин мәрхүм Искәндәр ҡарттың малайы шикелле?
-
Шунан?
-
Уға бер ҙә оҡшамағанһың. Атайың ярҙамсыл булды. Икмәген дә ҡап уртаға бүлешер ине. Ә һунарсы булараҡ, бер ҙә был минең ер, тип даулашып йөрөмәне.
-
Атайға бәйләнмә, ул һинең һымаҡ кәкрәйгәнсе ҡомһоҙланып урманда йөрөмәне, — тип ир төкөрөгөн сәсрәтә-сәсрәтә уның ҡаршыһына уҡ килеп баҫты.
-
Олатай, был хан заманғы пистолетың менән айыу ауламаҡсы булаһыңмы ни? — тип бер яҡ ситтә һүҙгә быға тиклем ҡатнашмай торған сандыр кәүҙәле һунарсы ҡушылды. — Бына беҙҙең ҡоралды ҡара әле, «вертикалка» тип атала. Уның менән хет бер-ике саҡрым ерҙәге себенгә ат, тейә.
-
Әй уландар, эш мылтыҡтамы ни?
Ҡарт, ошо ҡушкөбәге менән бер нисә тиҫтә айыу алдым, тип маҡтанырға уйлағайны ла, бының урынһыҙ икәнен аңлап, тауышын сығарманы, һунарсылар унан күңелдәре тулғансы көлдөләр, мыҫҡылланылар ҙа, үҙ юлдары менән китеп барҙылар.
Был һүҙҙәргә уның күңеле бик төштө. Матур- матур уйҙары әллә ҡайҙа китеп юғалды. Дәртле аҙым
53
дары һүлпәнәйҙе. Донъя ҡараңғыланып, төҫһөҙләнеп киткәндәй булды. Ул үсе ҡанғансы ауыҙ эсенән мы- ғырлана-мығырлана теге һунарсыларҙы һүкте.
һуңғы көндәре хәле мөшкөлләнгән ҡарт айыу донъянан бөтөнләйгә ваз кисте. Үлемен көтөп, әллә ни тәрәндән булмаған соҡорға боҫто. Аслыҡтан уның ҡасандыр ғәйрәтле тәне хәлһеҙләнде. Күҙҙәрен эрен баҫты, ауыҙынан аҡ күбектәр һәленде. Матур һор тиреһе бысранып ойошто, һаҫыны. Эргәһендә себен- серәкәйҙәр мыжғыны. Улар уны күпме тешләһәләр ҙә, ҡанын һурһалар ҙа айыу урынынан ҡыбырламаны. Сөнки, әҙ генә ҡыбырлаһа ла, яраһы әрнеп һыҙлай ине. Эргәһендә уның үлемен һиҙеп, ҡоҙғондар, һайыҫҡандар күренде. Ул тирә-яҡҡа бөтөнләй иғтибар итмәй ине. Шулай, әжәле килгәнсе ятыр ҙа ятыр ине. Юҡ бит, юҡ, ҡурҡыныс таяҡтар тотҡан әҙәмдәр тағы бимазаланы. Ул ярһып, бар көсөн туплап аяҡ үрә баҫты. Тештәрен ыржайтып, ваҡытһыҙ борсоусыларҙы күреп яман итеп үкереп ебәрҙе. Ер аҫтынан килеп сыҡҡандай, ҡапыл пәйҙә булған дәү айыуҙы күреп, һунарсыларҙың түбә сәсе үрә торҙо. Ауыҙҙарын шаҡ ҡатырып, арбалғандай ҡатып ҡалдылар. Шешмәк йөҙлө һунарсы ғына үҙен ҡулға алып, яурынынан мылтығын һәрмәне. Ажғырынып торған айыуға, ҡалтыранған бармаҡтары менән мылтыҡҡа яһау һалып, атып ебәрҙе. Айыу сайҡалып ҡуйҙы, ләкин ҡоламаны.
-
Атығыҙ! Нимә тораһығыҙ һерәйеп, ата һалығыҙ! — тип һунарсы эргәһендәге иптәштәренә ҡысҡырҙы. Тегеләрҙән елдәр иҫкәйне инде. Яралы айыу оторо ҡыҙҙы, ҡып-ҡыҙыл ҡан баҫҡан күҙҙәрен төбәп, аҡһыл-һорғолт ҙур тештәрен ыржайтып, һуңғы көсөн йыйып һунарсыға ташланды.
54
Хисмәт ҡарт теге һунарсыларҙың әсе һүҙенән оҙаҡ ҡына үҙен үҙе ҡулға ала алманы. Был һүҙҙәр уның дәрт-дарманын ҡайтарғайны. Шуға ҡайтыу яғына ыңғайланы. Күп тә барманы, уның ҡолағы әллә ҡайҙан шау-шыу ишетеп ҡалды, «һис һүҙһеҙ айыу», тип ул тауыш килгән яҡҡа бар хәленсә йүгерергә тотондо. Түңгәккә эләгеп, ҡолап битен һыҙырһа ла иғтибар итмәне. Үҙен бар көскә ашыҡтырҙы.
Хисмәт ҡарт йыртҡыс менән кешенең көрмәкләшкән урындың тап өҫтөнә барып сыҡты. Был ҡот осҡос күренеште күреп елкә сәсе үрә торҙо. Бер аҙға баҙап, аптырап ҡалды. Ниһайәт, ҡушкөбәген айыуға тоҫҡаны. Иҫ киткес елле айыу, уның атырға торғанын һиҙгәндәй, ҡулында орсоҡ һымаҡ өйрөлткән кешене уның яғына борҙо. Ҡарт юғалып ҡалманы, мылтығын һелтәне лә, билендәге бысағын сығарып айыуға ташланды. Ҡаты ҡулда осло хәнйәр айыуҙың йөрәген тиҙ тапты. Шулай ҙа йыртҡыс һуңғы көсөн йыйып ҡартҡа оҙон тырнаҡтарын батырҙы.
-
Хисмәт олатай, һин тереме? — тип башы-бите ҡанға батҡан «шешмәк йөҙ» уны һаҡ ҡына һелкетте.
-
Тере... тере... зинһар ярҙам ит әле... айыуҙы... айыуҙы күрһәт әле... — тип хәлһеҙ генә һөйләнде ҡарт.
Күҙҙәре аҡайып йылтыраған, күкрәгенән һаман да ҡыҙғылт ҡарағусҡыл ҡан һарҡып ятҡан иҫ киткес айыуҙы Хисмәт ҡарт томан аша ғына күрҙе. Шунан:
-
һуңғы айыуымды алдым инде, хәҙер халыҡ малы өсөн хафаланмаҫ, — тип мығырлана-мығырлана мәңгегә күҙен йомдо.
«Шешмәк йөҙ»: «Олатай, бая мәсхәрәләгән өсөн зинһар ғәфү ит», тип әйтергә уйланы ла хәрәкәтһеҙ ҡалған кәүҙәне күреп, телен тешләне.
Урман ғына бер ни булмағандай шауланы ла шауланы.
55
АЙЫУ БАЛАҺЫ ҺАМАН ИЛАЙ ИНЕ
Беҙ йәйләүгә килеп еткәндә, эңер яҡынлашҡайны. Шулай ҙа йәйләү ығы-зығы менән тулған, һауынсылар ялан кәртәлә һыйыр һауа. Уларҙың һыйырҙарын әрләгән әсе тауыштары, кемдеңдер моңло итеп йыр- лауы, биҙрә шалтырауы — бөтәһе бергә йәйләү урынлашҡан уйпатта геүләп тора ине.
Ағастар араһында бер нисә ир, тәмәкеләрен ихлас борҡолдата-борҡолдата тартып, нимәлер һөйләшеп тора.
Беҙҙең машина килеп туҡтағас, улар әңгәмәләрен өҙөп, ҡаршы алырға сыҡты. Миңә уларҙың күптәре таныш ине. Шуға ихлас, дуҫтарса күрештек. Уларҙы беҙҙең менән килгән әлкә гәзите хәбәрсеһе менән таныштырам. Ә ул шундуҡ сандыр кәүҙәле, пеләш башлы, яурынына сатраш пинжәк һалған ферма мөдиренән ферма хәлдәрен һораша башланы.
-
Хәлдәр ни, яҡшы. Көнлөк һауым апаруҡ, — ферма мөдире күҙен сытырайтыңҡырап һүҙ башланы. — Ләкин эргәлә ҡош-ҡорт күбәйеп китте бит әле. Бүреләр ҙә башмаҡҡа тейә, айыу һыйырҙарҙы һуға.
-
Бына кисә лә бер һыйырҙы айыу һуҡҡан, — тип, мыйығы саҡ беленә башлаған егет сабырһыҙланып һүҙгә ҡушылды. — Шуның арт һабағын уҡытырға ине.
-
Тороп тор әле, Әмир, — тип ферма мөдире уға уҫал ҡараны.
-
Нимә, мылтыҡҡа рөхсәтегеҙ булһа... — Әлкә гәзите хәбәрсеһе миңә күҙ ҡыҫты. Беҙҙе лә алығыҙ. Исмаһам, ғүмерҙә бер айыу һунарына барҙым, тип һөйләрмен.
Уйланған — эшләнгән. Беҙ, тиҙ генә тамаҡ ялғап, күҙ бәйләнмәҫ борон барып етәйек тип, юлға сыҡтыҡ.
Алдан 16-сы калибрлы мылтыҡ аҫҡан өс һунарсы, арттан тамаша күреү өсөн барыусы беҙ икәү атлайбыҙ.
56
Ысыҡ төшә башлаған. Үлән араһынан атлауы ҡыйын. Аяҡ аҫтына ҡарап ҡына бармаһаң, берәй нәмәгә эләгеп, соҡорға төшөп ҡол ауыңды көт тә тор. Алда барған өс һунарсы йылдам, артына ҡарамай ғына атлай, әйтерһең, улар ғүмер буйына атһыҙ-юлһыҙ юлдан йөрөп өйрәнгәндәр. Ә беҙгә ҡыйын. Уларҙан күпкә артта ҡалдыҡ. Шулай ҙа, ниндәйҙер һуҡмаҡҡа сыҡҡас, беҙҙең дә аҙым ырай башланы. Уларҙы ҡыуып еттек.
-
Был һуҡмаҡтан күп бармай тағы юлһыҙ ергә төшәбеҙ. Шунан, йылға буйлап бер аҙ барғас, бәләкәй генә ялан күренер, шуның ситендә айыу үҙенең ҡара эшен ҡылған да инде, — тип әйтеп ҡуйҙы иң алда барған тәбәнәк буйлы, йыуантаҡ һунарсы, көсөгөҙҙө исрафламағыҙ, юлды белеп ҡуйығыҙ, тигәндәй.
-
Көтөүҙән мал юғала башлағас та уйланым инде, ошо мәхлүктең эшелер тип. Тәки дөрөҫ булған, — тип баяғы һунарсы ауыҙ эсенән мығырланы.
Беҙҙең булыуҙан ирәйепме, әллә ғәҙәттәренсәме, һунарсылар һунар тураһында һүҙ башланы. Теге тәбәнәк кенә көтөүсе егерме айыуҙың башына еткән икән. Ферма мөдире лә унан ҡалышмаған. Мыйығы саҡ беленә башлаған егет: «Был икенсе айыуым була», — тип маҡтанды,
-
Тороп тор әле, икенсе айыу, имеш, — тип ризаһыҙлыҡ менән әйтеп ҡуйҙы береһе. — Уны тәүҙә алырға кәрәк бит. Ә айыу бик хәйләкәр.
-
Эйе, айыу аҡыллы. Әгәр малға теймәһә, тағы ла аҡыллыраҡ булыр ине, — тине егет.
-
Эйе, шәп булыр ине. Шулай ҙа йыртҡыс хайуан — йыртҡыс хайуан инде. Нимә кәрәген үҙе белә һәм ҡыла ла.
-
Ә беләһегеҙме, айыу ҡорбанын бик хәйләкәр тота, — тип тәбәнәк һунарсы нимәлер һөйләргә йыйынды ла, беҙгә боролоп ҡараны. — Бынан бер-ике
57
йыл элек йәйләүҙә һыйырыбыҙ юғалды. Эҙләмәгән ер ҡалманы, барыбер таптым бит ул бахырҙы. Айыу ярты кәүҙәһен ашаған. Йыртҡыс менән бахыр һыйырҙың алыш урынын ҡарайым. Бер рәт булып ағастар тамырҙарынан һурылып килгән һәм шул рәттә трактор һөргән һымаҡ бураҙна ята. Был нимәне аңлата инде? — тип ул беҙгә ҡараны, һәм берәйһе яуап бирә һалмаһын тигәндәй, хәлде аңлатып та бирҙе. — Айыу был аҙашҡан һыйырҙы аңдыған, уңайлы ваҡытта уның өҫтөнә һикергән. Тик нишләптер ҡойроғон ғына эләктерә алған. Ҡото осҡан һыйыр сабып сығып киткән. Айыу барыбер тегенең ҡойроғон ыскындырмаған. Шул уҡ ваҡытта, һыйырҙы туҡтатыу өсөн, бер ҡулы менән ағастарға йәбешкән, йәш ағастар тамырҙарынан йолҡоноп сыҡҡан. Бына, ниһайәт, айыуҙың ҡулы йыуан ағасҡа эләгә. Шуның эргәһендә лә инде һыйырҙың емтеге. Ошо урында айыу һыйырҙы туҡтатып муйынын шаҡарған.
-
Бына, исмаһам, унда көс! — тип беҙҙең был ғибрәтле хәлгә иҫебеҙ китә.
-
Туҡта әле, Исмәғил, һуң, былтыр күрше йәйләүҙә айыу бер һыйырҙы башын йылғаға тығып сәсәтеп үлтергәнен үҙ күҙҙәребеҙ менән күрҙек тә инде. Дөрөҫ, шул кисте үк һыйырҙың емтегенә килгәндә айыуҙың үҙенең дә башына еттек.
Бөтәһе лә һөйләне, мин ҡоро ҡалмайым тигәндәй, егет тә үҙ хикәйәһен һөйләмәй ҡалманы.
-
Фәтхулла ҡартты беләһегеҙҙер, белмәй ни, атаҡлы һунарсы, айыусы. Уның тураһында мин һөйләйәсәк хәлде анекдот итеп тә һөйләнеләр. Ҡарт һунарҙанмы, ҡайҙандыр ҡайтып килә икән. Ни күрһен: урман аҡланында бер тананы айыу ҡосаҡлап тора. Ул, бар донъяһын онотоп, был күренешкә хайран ҡалып тора икән. Бына, ниһайәт, һыйыр йығыла. Был ни ғәләмәт? һунарсыны күреп, айыу урманға
58
ҡаса, тана ятып ҡала. Барып ҡараһа, ҡарт ни күрә: ҡарттың үҙ танаһын айыу ҡолағынан тешләп ҡанын һурған икән. Тана, бахыр, ҡаны бөтөүҙән тәкмәсләгән. Ҡарт үлгән тана эргәһендә ах та ух килә. Нишләһен?
Егет тағы нимәлер һөйләргә уҡталғайны, алда барған һунарсы уны тыйҙы.
-
Емтеккә яҡынлайбыҙ, бәлки, айыу бындалыр. Тауышланмағыҙ.
һунарсылар мылтыҡтарын ҡорҙолар. Ҡараңғы ярайһы ғына төшкән. Бына-бына берәй ағас артынан айыу йүгереп сығыр һымаҡ, һунарсылар, беҙҙе ҡалдырып, емтек эргәһен ҡарап килделәр. Бер нәмә лә һиҙелмәй. Алдан билдәләп ҡуйылған ағастарға үрмәләйбеҙ. Миңә сандыр кәүҙәле һунарсы менән бер ағас тура килде. Шыбырлашып, айыу килеп сыҡһа, нишләргә, тип һөйләшеп алғас, барыбыҙ ҙа тынып ҡалабыҙ. Ауыр тын алырға, йүткерергә ярамай. Ҡыҫҡаһы, айыу бер нәмәне лә һиҙмәһен. Беҙҙең бар иғтибар — саҡ-саҡ һиҙелеп ятҡан емтектә, һунарсыларҙың мылтыҡтары ла шунда төбәлгән.
Былай ҡатып ултырыу оҙаҡҡа китте. Бына-бына килеп сыға тигән айыуыбыҙ һаман да юҡ. Бер нисә сәғәт үтеп тә китте. Тик кенә ултырыуҙан ҡул-аяҡ, тән ойой башланы. Йоҡо килә.
Йәйге көндөң төнө ҡыҫҡа. Таң да һиҙелә башланы. Тирә-яҡ һиҙелерлек асылды. Мин, йоҡоға баш булмай, еңелсә генә ойоп киткәнмен. Ҡапыл ағас шартлап һыныуға һәм нимәнеңдер яман итеп ырылдауына тертләп уяндым. Саҡ-саҡ ҡына ағастан ҡолап төшмәнем.
-
Айыу килә, — эргәлә ултырған һунарсы минең ҡабырғаға төрттө.
-
Тауышланыуына ҡарағанда, яңғыҙ түгел, иптәше йә балаһы бар. — Тын алырға ла ҡурҡып ултырған ярты сәғәттәй ваҡыт үтеп китте. Ә айыу нишләптер
59
емтеккә яҡынлашмай. Әллә һиҙҙеме икән? Ҡапыл, эргәлә генә нимәлер ҡыштырланы, шыңшыған тауыш ишетелде һәм емтеккә ҡарай бәләкәй генә нәмә йүгереп үтте. Артынан, тауышһыҙ ҡарасҡы кеүек, елле айыу күренде. Емтек тирәләп айыу бер түңәрәк бирҙе һәм, беҙҙең яҡҡа боролоп, нимәлер һиҙенгәндәй, еҫкәнә башланы. Ниңә атмайҙар? Минең йөрәк осоп сығырҙай булып тибә. Бер юлы өс ҡаты шартлау. Үкереү. Шатыр-шотор килеү. Дары төтөнө таралғас та емтек эргәһендә айыу күренмәй: әллә ҡолаған, әллә ҡасҡан, һунарсылар тиҙ генә аҫҡа төшә башланы. Беҙ ҙә улар артынан ҡалмайбыҙ. Емтек эргәһенә киләбеҙ.
-
Айыуға тейгән, әйҙәгеҙ артынан.
Емтек тирәһен ҡарап ҡан таптарын күргәс, һунарсылар шундай һығымтаға киләләр.
Өс һунарсы мылтыҡтарын әҙер генә тотоп алға китте. Беҙ уларҙың артынан эйәрҙек. Яралы йыртҡыс бик ҡурҡыныс. Балаһы булғанда ул тағы ла ҡурҡыны- сыраҡ, аяуһыҙыраҡ. Шуға һунарсылар үтә һаҡ, һәр ағасты, һәр ҡыуаҡты урап үтәбеҙ. Күпмелер барғас, бала илағандай тауыш ишетелде. Был ни ғәжәп?! Беҙ бер-беребеҙгә ҡарашабыҙ. Урманда ниндәй бала? Аптырашып шул тауыш сыҡҡан яҡҡа атлайбыҙ. Алда асыҡ аҡлан күренде. Шунда беҙ ғибрәтле хәлгә тап булабыҙ: салҡатан төшөп айыу ята, уның ҡатып ҡалған, һөтө сыҡмаған күкрәген һура-һура айыу балаһы шыңшып илай. Йәш егет мылтығын айыуға тоҫҡаны. Тәбәнәк һунарсы уны этеп үк ебәрҙе.
-
Алйот, кемгә тоҫҡайһың, айыуың үлгән дә инде. Ә балаһына тоҫҡаһаң, бына! — тип ул дәү йоҙроғон егеттең алдында уйнатты.
Беҙҙең был тамашаны күреп һунар дәрте бөттө. Ул ғына ла түгел, балалы инә айыуҙы атҡанға үкенеү тойғоһо тыуҙы. Барыбыҙ ҙа үҙебеҙҙе ғәйепле тойҙоҡ.
60
Ә айыу балаһы һаман да, үле булыуына ышанмай, ҡатып ҡалған әсәһенең күкрәген һурып, һөт сыҡмағанға шыңшып илай ине.
ДУҪТАР
-
Юҡ, юҡ, Яңылбикә, иртәнән дә ҡалмай һыйырҙы һуябыҙ. Абдрахман ҡарт менән дә һөйләшеп ҡуйҙым.
-
һуң, һуң...
-
Әй, һуңылдама инде. Күпме һуҙырға була. Алмашҡа танаң, хатта икенсе һыйырың бар. Үҙең күреп тораһың бит, туҡал һыйырың ҡартайған, йүнләп атлап та йөрөй алмай хатта.
-
Йәл бит әле, Рәжәп, йәл. Әсәйемдең инселәгән малы ла инде ул. Хәйер, эш унда ғына булһа ине лә бит. Беҙ уның менән бер епкә бәйләнгәнбеҙ Һымаҡ. Уны һуйһаң, этебеҙ Аҡтырнаҡ ҡайғыһынан тамаҡтан яҙасаҡ, уны күреп балалар әллә ниндәй хәлгә тарыясаҡ. Уларҙы күреп беҙ...
-
Нимә һөйләйһең һин, Яңылбикә, һуябыҙ тигәс, һуябыҙ. Гел генә һине тыңларға тимәгән әле.
Әхтәр әсәһе менән атаһының ошо бәхәсләшеүенә һиҫкәнеп уянып китте. Биш йәшлек кенә малай тәүҙә һүҙ нимә тураһында барғанын аңламаны. Эте Аҡтырнаҡ тураһында һүҙ сыҡҡас ҡына хафаланып эргәһендә ятҡан апаһын уятырға булды. Уныһы уяу ине.
-
Беләһеңме, Әхтәр, атайым туҡал һыйырҙы һуйырға ниәтләнә.
-
Нисек һуйырға, — тип Әхтәр аңламаны.
-
Үлтерергә инде, үлтерергә.
-
Апай, үлтермәһендәр, йәме. Беҙҙең туҡал һыйырыбыҙ булмаһа, Аҡтырнаҡ илай ҙа инде, — тип Әхтәр ята торғас, үҙе шыңшып иларға тотондо.
61
Ҡыҙыу бәхәс алып барған атаһы менән әсәһе уның илауын ишетеп эргәһенә килделәр.
-
Нимә булды, улым?
-
Моғайын, төшөндә һаташып илайҙыр, — тип ата-әсә бер-береһенә үпкә һүҙҙәрен онотоп шыбырлашып һөйләштеләр.
-
Атай, туҡал һыйырҙы үлтермәгеҙ, йәме, — тип Әхтәр һаман һыңҡылданы.
-
Балам, нимә һөйләйһең һин? — тип әсә Әхтәр- ҙе ҡосаҡлап, күтәреп үк алды.
-
Ул... ул, һеҙҙең туҡал һыйырҙы һуябыҙ тигәнгә илай, — тип ҡыҙҙары ла тауыш бирҙе.
Әсә менән ата балаларының был һүҙҙәренән шаҡ ҡатып, бер-береһенә ҡарашып, нимә тип яуап бирергә белмәй аптырашып ҡалдылар. Бер аҙ торғас ҡына әсә кеше үҙен ҡулға алып:
-
Юҡ, юҡ нәмә һөйләйһегеҙ һеҙ. Берәү ҙә һыйырға тейергә йыйынмай. Эйе бит, атаһы! «Ну мәлен таба белә инде. Балалары алдында һыйырға теймәҫкә минән һүҙ алмаҡсы була түгелме?» тип Рәжәп яуыз уй уйлап өлгөрҙө. Уның былай ҙа ҡарағусҡыл бите тағы ҡарайып киткәндәй булды.
«Туҡта, мин һине уҡытайым әле», тип эстән һуҡранып, сәйҙә эленеп торған ҡырылып бөткән тунын, башына ҡуян кәпәсен эләктереп тышҡа сыҡты. Шунда уҡ һыуыҡ салғыйынан инеп тәнен өтөп алды. Был уны ҡыҙҙырҙы ғына. «Әй, нисәмә йыл инде шул һыйырҙы һуйырға ҡатынын күндерә алмай. Әсәһе инселәгән, бер епкә бәйләнгәнбеҙ, имеш. Күрше- күләндән оят. «Ҡыҙғанып, мәхлүкте һаман ыҙалатып көтәһегеҙме?» тип көләләр. Эйе, бөгөн булмаһа иртәгә уның аяҡ һуҙыуы ихтимал. Әгәр, ысынлап та, ялан кәртәлә ятып үлһә, ни һуғым юҡ, ни.., юҡ бөгөндән дә ҡалмай һуйырға кәрәк», — тип бер ҡарарға килеп, тынысланғандай булды.
62
«Хәйер, туҡта, туҡта. Бер епкә бәйләнгәнбеҙ, тип ҡатын дөрөҫтө һөйләй түгелме? Туҡта әле». Ул ошо һорауына яуап эҙләгәндәй тәүге ҡарҙы шығырлатып эт ояһы эргәһенә барып сыҡҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Уныһы, хужаһын күргәс, ҡыуанып ҡойроғон болғай- болғай, уға яҡынлашты. Нимәгәлер өмөтләнеп еҫкәнде, аҡыллы күҙҙәрен уға төбәп ҡатып ҡалды.
-
Аҡтырнаҡ, нихәл? — тигән булды. Уныһы яуапҡа ниндәйҙер өндәр сығарып кирелеп-һуҙылды.
-
Аҡтырнаҡ, мине ғәфү итерһең инде! Туҡал һыйырҙы... — тип һүҙен башлағайны ла, эт аңлап ҡуймаһын тигәндәй тыйылып ҡалды.
Эт кеше телен, әлбиттә, аңламаны. Ләкин туҡал һыйыр һүҙен ишеткәс һәлберәп төшкән ҡолағы еңелсә ҡыбырланы, тынысһыҙланып һыйыр аҙбары яғына ҡараны. Унда туҡал һыйырҙы күргәс уға тауыш бирергә теләгәндәй сыйылдаҡ тауыш менән өрөп ҡуйҙы.
Эйе, улар һис һүҙһеҙ дуҫтар, ысын дуҫтар шул.
Рәжәпкә башлы-күҙле булғас донъяны башлап алып китеүе ҡыйынғараҡ төштө. Ҡыҙ ҙа, ул да атайҙан уңмағас, фатир табышып, йәки өй һалып бирәм тиеүсе булманы. Тормош ауырлыҡтарын хәләл көстәре менән үҙҙәренә йырырға тура килде. Бер-ике йыл йәшәргә фатир булмай әсәй-ҡәйнә тупһаһында көн күрҙеләр. Бер заман ул намыҫланып өй һалырға булды, һәй, дәртле кеше ни генә ҡылмай инде ул! Ике йылда кеше аптыратып бынамын тигән өй һалып инде. һарай ҙа бурағас, ҡәйнәһе биргән быҙауҙы алып ялан кәртәгә ебәрҙе. Кәртәлә мал күренгәс, нисектер донъяһына ҡот керҙе, бар нәмәһе теүәлләнгәндәй тойолдо. Шулай ҙа күңеленә нимәлер етеңкерәмәй ине. Оҙаҡ ҡына уйлағас ул асыш яһаны. Уға донъяһын һаҡларға, күңелен йыуатырға эт кәрәк булған икән дә баһа!
Бала саҡтан эт күреп, эт менән уйнап, дуҫлашып үҫкән Рәжәп көсөк эҙләргә керешеп китте. Йүнле
63
көсөк урамда тулып йөрөмәй инде ул. Шуға ул һунарсыларҙың ишеген шакыны. Уларҙан лайка көсөгө һораштырҙы. Йәнәһе, эт булғас, төҫкә лә матур булһын, һунарға ла барһын, һунар тигәндәй, күптән урманға сығырға хыялы бар. Бына донъя мәшәҡәттәренән генә бушай алмай шул.
Ләкин, барыбер эҙләгәнен тиҙ генә таба алманы. Берәүҙәр икенсе йыл килерһең, берҙе түгел икене бирермен, тип вәғәҙә биреп сығарҙылар, «һиңә көсөк биреп эттең ҡотон ебэрәйемме», — тип һуҡраныусылар ҙа табылды. Ул булмышы менән ныҡыш кеше ине. Үҙ ниәтенән тиҙ генә ҡайтырға ашыҡманы.
Бер мәл уны яҙмыш йылға буйына алып килде. Хәҙер шуға ғүмере буйы ҡыуанып бөтә алмай.
Йылға буйында ике-өс малай эсе йәмһеҙ тазырай- ған, ҡыҫҡа, кәкре генә аяҡлы, ҙур башлы бер көсөктөң муйынына тырышып-тырмашып таш бәйләйҙәр. Теге бахырың, ауыртыуға түҙмәй, йәнде өшөтөп сыйылдай, тешләргә маташҡан була. Рәжәп көсөктө малайҙарҙың ҡулынан һыпыра тартып тигәндәй алды. Асыуынан шартлар сиккә етеп:
-
һеҙ нимә, малайҙар, нимә ҡыланаһығыҙ, ҡанһыҙҙар! — тип екерҙе.
-
Атай ҡушты бит, — тип аҡланды бөршәйешеп ҡалған малайҙар.
-
Ҡушты, ҡушты. Әгәр атайығыҙ кеше үлтерергә ҡушһа, үлтерерһегеҙме? Әй, һеҙгә һүҙ әрәм итеп торғансы, — тип ҡулын һелтәп китергә ашыҡты. Уның ҡуйынында тәненә йылы биреп, ауыр тын алып көсөк йоҡлай ине. «Әҙ генә һуңлаһам, минең ҡуйында түгел, әжәл ҡуйынында ятыр инең», — тип әсенеп көлгән булды ул.
Көсөк тиҙ үҫте. Хәйер, үҫте тип әйтергә була микән. Уның аяҡтары һаман ҡыҫҡа, кәкре көйөнсә ҡалды. Уңың ҡарауы былай ҙа ҙур башы тағы ла ҙурайҙы,
64
кәүҙәһе оҙонайҙы. Лайка урынына сәүек үҫеүе уның күңелен ҡырҙы. Хәйер, тиҙҙән эттең һәләтлектәрен күреп, был етешһеҙлектәренә иғтибар итмәҫ булды.
Көсөк бер ваҡыт быҙау менән танышып алды. Танышыу бик мәрәкә килеп сыҡты. Ят ерҙе оҡшатмаймы, әллә яңғыҙлыҡтан зарығыпмы, әллә әсәһен һағынып бер туҡтауһыҙ баҡырған быҙау эргәһенә Аҡтырнаҡ килеп сыҡты ла (был ике хайуандың тәү осрашыуы түгел ине), әләкләгәндәй, үҙенең сыйылдаҡ тауышы менән өрөргә тотондо. Тегенеһе ҡото осоп йән-фарман кәртә эсендә уйнаҡлап сабып китте. Йүгереп арығас ҡына «кем мине ҡурҡытты икән?» тип эткә боролоп ҡараны. Филдәй ҙур ҡурҡыныс нәмә урынына сысҡандай ғына көсөктө күргәс, ҡурҡыу- маҙарын онотоп, быҙау еҫкәнә-еҫкәнә уның эргәһенә килде. Күҙҙәрен алартып килгән был ҡурҡыныс нәмәнән көсөк ҡурҡманы, киреһенсә, ялан кәртәгә инде. Быҙау еҫкәнеп торҙо ла, ҡапыл ҡытыршы телен сығарып уның йөнтәҫ башын ялап алды. Көсөк тә, буш ҡалмайым тигәндәй, уны яларға һонолдо.
Тәбиғәт яратҡан был ике йән эйәһе араһында дуҫлыҡ шулай башланды. Ошо хәлдән һуң Рәжәп көсөктө йыш ҡына ялан кәртәлә быҙау эргәһендә күрергә ғәҙәтләнеп китте.
Әүрәргә дуҫы булғас етемһерәп торған быҙау йәнләнде, уйнаҡлап уйнап туйманы. Хужаларын маҙаһыҙлап бер туҡтауһыҙ баҡырған тауышы ла тынып ҡалды.
Икенсе яҙында Рәжәп тана булған быҙауҙы тәүге тапҡыр көтөүгә алып сыҡты. Улар артынан бер тотам да ҡалмай Аҡтырнаҡ та эйәрҙе. Эттең, ҡырға сыҡҡанға микән, кәйефе шәп ине. Ул ҡыуанып бер өрә, бер шәп итеп алдан йүгереп китә, бер ҡыҫҡаҡ ҡына аяҡтары менән һикереп тананың ауыҙын яламаҡсы була. Рәжәп эттең ҡылығына ҡарап кире ҡайтҡанда
65
уның артынан эйәрмәйәсәген, ә көтөүгә тана менән китәсәген һиҙемләне. Ысынлап та, малын көтөүсе ҡарамағына тапшырып ҡайтырға уйлаһа ла, эте уның артынан эйәрмәне. Ә кискә инде көтөүҙән икәүләшеп ҡайтып инделәр.
Иртәгәһен ул себен-серәкәй талауҙан шешенеп бөткән көтөүсе менән һөйләшеп торҙо. Ул, иҫе китеп, эттең тана артынан бер тотам да ҡалмай йөрөүен, икенсе малдарҙы уның эргәһенә ебәрмәүен һөйләп торҙо. Этең төҫкә-кәүҙәгә килбәтһеҙ булһа ла, башы йомро икән, тип ҡуйҙы.
Хәйер, Рәжәптең этенә ғорурланыр, кешеләргә маҡтап һөйләр көндәре алда булған икән әле.
Йәй аҙағында йорт малдары ялҡаулана, ҡайтырға йыбанып йыш ҡына ҡырҙа йоҡлай. Ә унда уларҙы һағалап торған эт-ҡош аҙмы ни? Ауылда көн дә шуның малын айыу йыҡҡан, бүре тамаҡлаған тигән шомло хәбәрҙәр ишетелеп кенә торҙо.
Ошондай бер көндө уларҙың да танаһы ҡайтманы. Беренсе көн был хәлгә бик шомланмаһалар ҙа, икенсе көн нишләргә белмәй аптырашып ҡалдылар. Рәжәп түҙмәй тирә-яҡты байҡап килде. Ләкин эҙләүенең файҙаһы булманы. Шулай ҙа ул үҙен тыныс тоторға тырышты. Төрлө нәмәләргә юрап хафаланған ҡатынын тынысландырырға көс тапты.
-
Аҡтырнаҡ булғанда малың өсөн ҡурҡма. Хәҙер ҡайтып керерҙәр, — тип йыуатты.
Ҡасаҡтар өсөнсө көнөнә генә ҡайтып инде. Йонсоп аяғында саҡ торған ике тереклеккә алйот кешеләй ҡыуанышып ҡаршы йүгерешеп сыҡтылар ҙа һәр ҡайһыһы үҙенә ҡәҙерле хайуанын ҡосаҡлап һөйөргә тотондо. Эт, саңға-батҡаҡҡа бысранып бөткән ине. Рәжәп бынан сикәнмәй этте һыйпаштырҙы. Ҡулы еүеш нәмәгә тейгәс кенә тертләп китте. Усы ҡып-ҡыҙыл
66
ҡанға мансылғайны. Ул, ҡатынын саҡырып, маһайырға тотондо:
-
Күрәһеңме, дуҫын яҡлап ҡалай алышҡан. Шунда эт булмаһа, башмағыңдың һөйәген дә таба алмаҫ инең әле.
Рәжәп ошоларҙы хәтер һандығынан аҡтарғас, уға ҡыйын булып китте. Эйе, кеше хәтере шундай инде ул! Баштан үткән ваҡиға мәлендә генә ҡәҙерле, тора- бара ул хәтерҙән юйыла, онотола. Күңелгә ныҡ һеңгәне генә, ҡайғылы, шатлыҡлы ваҡиға булыуына ҡарамаҫтан, ҡыҙыҡ хәтирә булып иҫкә төшә. Шуғалыр ҙа микән үткәндәрҙе онотоп, үрле-ҡырлы һикерәбеҙ. Әллә нәмәләр өмөт итәбеҙ. Ә асылда һаман да беҙ шул элекке кеше икәнде онотабыҙ.
Тәрән уйҙарға батҡан Рәжәп был тауыштан һиҫкәнеп китте. Алйот кешеләй ҡапҡанан инеп килгән олпат кәүҙәле, йөнтәҫ эт кәпәсен күҙенә үк төшөрөп кейгән Абдрахман ҡартҡа ҡараны.
-
Сә...әм...
-
һин нимә, күрше, мине теләр-теләмәҫ кенә ҡаршылайһың? Тәү күргәндәй ҡарайһың?
-
Әйҙүк, әйҙүк, Абдрахман ағай, түрҙән уҙ, — тип ул ҡапыл хәтерләүҙәренән айнып, йәнләнеп китте. — Аптыраңҡырап торам әле.
-
Әйтәм йөҙөң танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Ә нимәгә аптырарға: килен йылы һыу әҙерләгәнме? Бысаҡтарыңды үткерләгәнһеңдер? Арҡан алып килдем. Әйткәндәй, йығышырға тағы берәй кеше тапһаң шәп булыр ине. Әтеү һыйырың филдәй генә бар, — тип Абдрахман ҡарт уға кәңәштәрен бер юлы теҙҙе.
-
Абдрахман ағай, әллә теймәй торайыҡмы икән, — тип ул үтенгәндәй әйтеп ҡуйҙы. Әйтерһең, һыйырға ул түгел, Абдрахман ҡарт хужа инде. — Өйҙәгеләр риза түгел, етмәһә, бынауы эт...
67
-
Күрше, тел төбөңдө аңлап етеңкерәмәйем, көндәр йылыныр тип куркаһыңмы? Миңә, оло кешегә ышан, мал һуйырға самай мәле.
-
Унан әйтмәйем дә...
-
Ғаиләлә һин ир кеше түгелме ни? Әллә исем өсөн генә кәпәс кейәһеңме? Ир булғас, бер һүҙле була бел!
-
Йәл бит әле. Тәүге малыбыҙ, тәүге өмөтөбөҙ.
-
Ә, вәт эш нимәлә, һыйырың йәл булғас музейға ҡуялар уны. һиңә түгел, һыйырың миңә йәл. Бахыр хайуанҡайҙы күпме ыҙалатмаҡсы булаһығыҙ? Беҙ һуғышта әҙ генә яраланған аттарҙы ыҙаламаһын өсөн атып китә торғайныҡ. Йәл имеш, — тип Абдрахман ҡарт уны әрләп ташланы.
Был һүҙҙәр уның зитына ныҡ тейҙе. Күңеленең иң төпкөл еренә ауырттырып барып ҡаҙалды. Кеше һүҙе кеше үлтерә тигәндәй, артабан ул нимә эшләгәнен үҙе лә белмәй ине инде. Ғәрләнеүе шул тиклем ине.
Ошоға тиклем хәлдәр бик аҡрын барһа, ары етеҙләнде һәм хәтәрләнде. Ҡатынына йылы һыу әҙерләргә, эсәк-ҡарын йыуышырға бер-ике бисә-сәсә эҙләргә,ҡушты. Уныһы ыҡ-мыҡ итеп ҡаршылашмаҡсы булғайны ла, ғүмерендә беренсе тапҡыр уға екеренде. «Атай, һыйырға теймә!» — тип ялбарған балаларын да әрләп ташланы.
Абдрахман ҡарттың үтенесен үтәр кеше тапҡас, туҡал һыйырҙың муйынына элмәк кейҙереп үҙ арттарынан әйҙәнеләр. Ғүмер буйына кешенән изгелек кенә көтөп өйрәнгән туҡал һыйыр ҡаршылашманы, кешеләр артынан аҡрын ғына эйәрҙе.
Яңылбикә лә, этте сынйырға бәйләп, улар артынан атланы. Тәүге ҡар өҫтөндә кеше һәм һыйыр эҙҙәре ҡала. Ҡарҙы уя баҫып, соҡорҙар ҡалдырып атлаған һыйырҙың һуңғы эҙҙәре. Ә үҙенең оҙон ғүмерендә күпме ер үткән ул! һәр эҙҙең башы булған кеүек, аҙағы
68
ла була икән. Ләкин Яңылбикә был эҙҙең ошолай рәхимһеҙ бөтөүен теләмәй ине. Уның күңеле һағыш менән тулған. Әйтерһең, һыйырҙы түгел, ҡәҙерле кешеһен язаларға алып китеп баралар.
Саҡ торған ҡарт һыйырҙы дүрт әзмәүерҙәй иргә йығыуы әллә ни ауыр ҙа булманы. Бахырың ергә гөрҫ итеп ҡалды. Кеше ҡулынан ергә ҡолап өйрәнмәгән һыйыр кире торорға ынтылды. Ләкин кешеләр уны арҡан менән сырмап, өҫтөнә ауыр күҫәк баҫып өлгөргәйнеләр инде. һыйыр күҙҙәренең алмаһын аландатып уға эйелгән әҙәмдәргә иғтибарлы ҡарарға тырышты, уларҙан аяу көттө, һәр ваҡыт ышаныусан ярым ҡыҫыҡ күҙҙәр хәҙер ҡурҡыныс ялтырайҙар ине.
Яңылбикә ҡот осҡос хәлде күрмәҫ өсөн артына боролдо. Уның күҙҙәренән яҙғыһын тамсылар тамғандай соборлап йәш аға ине. Шау-шыу менән тулған донъя бер аҙға тынысланғандай булды. Бер аҙҙан ҡот осҡос тауыш ҡолағына килеп бәрелде. Шунда уҡ ул малдыҡы түгел, кешенеке икәнен төҫмөрләп алды. һыйыр һуйған ергә ҡарарға мәжбүр булды. Унда мәхшәр ҡупҡайны; кешеләр тырым-тырағай йүгерешәләр, ҡысҡырышалар. Туҡта, туҡта. Абдрахман бабайҙың ҡулын бер йөнтәҫ нәмә эләктереп алған түгелме? Бәй, Аҡтырнаҡ та баһа! Нисек сынйырҙан ысҡынған тиген. Хәйер, дуҫы өсөн барыһын да эшләргә әҙер. Этте кемдер сыйылдатҡансы тибеп ебәрҙе. Абдрахман ҡарттың бысаҡ тотҡан ҡулынан эт ысҡынып, туп һымаҡ осоп барып төштө. Шунан етеҙ генә тороп, һыйырҙың муйынына һырынды. Сығырынан сыҡҡан Рәжәп һыйырҙы баҫҡан күҫәкте ҡулына алып эткә киҙәнде. Ләкин уға һуғырға ирек бирмәнеләр. Абдрахман ҡарт уны ҡулынан тотоп:
-
Бушты ҡыланма, күрше. Ҡалай зәһәр ята ул. Күрәһең, дуҫтарҙыр. Үлһә үләсәк, әммә һыйырҙы
69
һуйырға ирек бирмәйәсәк. Хәйлә менән алырға кәрәк, — тине.
Рәжәптең өҫтөнә, әйтерһең, һыуыҡ һыу ҡойҙолар. Был һүҙҙәрҙән һуң айнып китте, ярһыуы ҡапыл баҫылды.
-
һыйырҙы сисегеҙ, һуймайбыҙ.
-
Ҡалған эшкә ҡар яуа тиҙәр, ҡустым. Бер ынтылғас ни... ҡул ғына әҙерәк ауырта, ну бысаҡ тота алам әле, — тип Абдрахман ҡарт яралы ҡулына бысаҡ алды.
-
Юҡ, һуймайбыҙ, мәңге һуймайбыҙ, йәшәһен әйҙә. Хет мең йыл йәшәһен, — тип Рәжәп бөтә донъяға алйот кешеләй һөрән һалды. Был тауышында уның дуҫтарҙы еңә алмауына ғәрләнеү ҙә, уларҙың дуҫлығына һоҡланыу ҙа, тере ҡалыуҙарына ҡыуаныу ҙа — барыһы ла бар ине.
ТӘБИҒӘТКӘ ТӘҘРӘ
Достарыңызбен бөлісу: |