ИР - ҠАТЫН, ҒАИЛӘ МӨНӘСӘБӘТТӘРЕ САҒЫЛЫШЫ
Тормош, көнитмеш, кешенең асылы, ғүмер, яҙмыш тураһында боронғо хикмәттәр, ғилләләр, мөғжизәле, мажаралы, ғибрәтле вә кинәйәле хикәйәттәр, йәнә йолалар, доғалар, сүрәләр һәм аяттар, вәғәздәр, өгөт-нәси- хәттәр, һабаҡтар бик тә фәһемле. Улар ҡөҙрәт төнөндә Күктән төшөрөлгән тип төшөндөрөлгән Ҡөрьәндең — мосолмандарҙың изге Китабының да йөкмәткеһен тәшкил итә. Ир-егет, ҡатын-ҡыҙ мөнәсәбәттәре, әйләнеү, ғаилә тормошо, әхлаҡ-әҙәп, изгелек, яҡшылыҡ, сафлыҡ хаҡында үәхи ҡылынғандары ла йәшәйеш айышын аңлауҙа, мәғәнәле рәүештә донъя көтөүҙә ҡарһүҙ, аҡыл булып күңелдәргә уйыла. Дин әһелдәренең фекеренсә, кеше Ҡөрьәнде ни тиклем күберәк, төплөрәк белһә, шул тиклем яҡшыраҡ йәшәр, бәхетлерәк булыр. Изге Китапты өйрәнеүселәр үҙҙәре өсөн күп файҙа ала, Илаһтан килгән хикмәткә эйә була, донъяла ла, әхирәттә лә хур булмай.
«Ҡөрьән тәфсире»н әҙерләүсе Мөхлисулла уғлы Ра- бит Батулла баһаһынса: «... Ҡөрьән — ул дөрөҫ йәшәр өсөн ҡағиҙәләр китабы, ул — кешелектең Төп Законы. Ҡөрьән — ул ғәҙел йәшәү ысулы, тормош итеү рәүеше. Ҡөрьән — ул гүзәл әхлаҡҡа, паклыҡҡа, сафлыҡҡа өндәүсе (3,4). Ҡөрьәндең үҙендә белдереүенсә иһә «Ҡөрьән — бөйөк хәбәр» (Саад сүрәһе. 1,250).
Ҡөрьәндең фәлсәфәүи, кинәйәле асылын ҡәрҙәштәребеҙгә тәрән төшөнөү зарур. Бының өсөн тәфсирҙәр (аңлатмалар, төшөндөрмәләр) бар. «Тәфсир Ногмани» баҫмаһы нигеҙендә Нурулла хәҙрәт эшләгән «Коръән тәфсире» (2), Рабит Батулла әҙерләгән «Ҡөрьән тәфси-
318
ре» (3) Ҡөрьән сүрәләре аяттарының мәғәнәһен дөрөҫ аңларға ярҙам итә. Әле уҡыусыларыбыҙ иғтибарына тәҡдим ителгән был яҙмала аяттар Ҡөрьәндәгесә бирелә.
Кеше яратылыу
Кеше — был донъяла иң камил, иң бөйөк зат. Ул үҙенең мейеһенең ҙурлығы, аң-зиһененең, психикаһының һәм йәмғиәт тормошоноң иң юғары кимәлдә үҫешкәнлеге, һәләтлеге, мәҙәнилеге, ижадсы, тыуҙырыусы ҡөҙрәте менән айырылып тора. Ҡөрьәндә төшөндөрөлө- үенсә, ул шулай итеп Хоҙай Тәғәлә тарафынан бар ҡылынған.
«Кеше үҙенең нимәнән яратылғанын ҡараһын. Атылып ағыусы һыуҙан яратылды ул. һыу һигеҙ күҙ һөйәк һәм күкрәк һөйәктәре араһынан сыға» (Ат-Тариҡ йәғни Таң йондоҙо сүрәһе. 1, 332).
«Беҙ, ысынлап та, һынап ҡарау өсөн уны ҡатышма тамсынан барлыҡҡа килтерҙек, уны күрә торған һәм ишетә торған иттек. Беҙ, ысынлап та, уға юл күрһәттек, ул шөкөр итеүсе булһа ла, ҡәҙерһеҙ булһа ла» (Әл-Инсан йәғни Кеше сүрәһе. 1, 322).
«Ул атыла торған тамсы булманымы ни? Шунан ул уҡмашҡан ҡан булды һәм Ул уны бар ҡылды, һүрәткә индерҙе һәм унан ишлене: ир менән ҡатынды яһаны» (Әл-Ҡийәмә йәғни Ҡиәмәт көнө сүрәһе. 1, 322).
«Ул көлдөрә лә, илата ла. Ул үлтерә лә, терелтә лә, Ул ике енесте — ир менән ҡатынды барлыҡҡа килтерә атылып сыҡҡан тамсынан. Һәм икенсе тапҡыр барлыҡҡа килтереү ҙә уның эше» (Ән-Нәджми йәғни Йондоҙ сүрәһе. 1,289).
«Беҙ, ысынлап та, ҡатындарҙы махсус барлыҡҡа килтерҙек һәм уларҙы ҡыҙлыҡлы иттек, ирҙәрен яратыусы йәштәштәр иттек... Күрҙегеҙме һуң тамсы менән нимәне атып сығарғанығыҙҙы?» (Әл-Уаҡиға йәғни Уаҡи- ға сүрәһе. 1,295—296).
«Ул — һеҙгә инә ҡарынында теләгән сүрәтте биреүсе. Унан, бөйөк хикмәтленән, башҡа илаһ юҡ!» (Әлү Ғимран йәғни Ғимран ғаиләһе сүрәһе. 1,41).
«һәм тыуҙырыусы ата менән һәм ул тыуҙырған бала менән ант итәм! Беҙ кешене мәшәҡәтле итеп барлыҡҡа килтерҙек... Әллә беҙ уға ике күҙ яһаманыҡмы?
319
һәм тел, һәм ике ирен? Һәм беҙ уны ике бейеклеккә алып барҙыҡ» (Әл-Бәләд йәғни Ҡала сүрәһе. 1,334).
«Беҙ һеҙҙе ишле итеп яраттыҡ, йоҡоғоҙҙо ял иттек, төндө ҡаплаусы иттек, көндө тормош уаҡыты иттек, өҫтөгөҙҙә ете ныҡты (Күкте) төҙөнөк, күҙ сағылдырғыс яҡтыртҡыс яһаныҡ... » (Ән-Нәбә йәғни Хәбәр сүрәһе. 1,324-325).
«Кешене Ул уҡмашҡан ҡандан яратты. Уҡы, һинең Раббың иң йомарт... Ул кешегә белмәгән нәмәне өйрәтте. Юҡ һәм юҡ! Кеше, ысынлап та, буйһонмай, сөнки үҙен бойондороҡһоҙ тип уйлай. Ысынлап та, ҡайтыу Раббыңа бит» (Әл-Ғәләҡ йәғни Уҡмашҡан ҡан сүрәһе. 1,337).
«Эй һеҙ, кешеләр! Беҙ һеҙҙе бер ир менән бер ҡатындан барлыҡҡа килтерҙек. Бер-берегеҙҙе белер өсөн һеҙҙе халыҡтар һәм ҡәбиләләр яһаныҡ. Арағыҙҙан Алла ҡаршыһында иң хөрмәтлеһе — иң тәҡүәлегеҙ. Алла, ысынлап та, белә, хәбәрҙар!» (Әл-Худжурат йәғни Бүлмәләр сүрәһе. 1,282).
«Алла һеҙгә үҙегеҙҙән ҡатындар бирҙе һәм ҡатындарығыҙҙан балалар, ейәндәр бирҙе, һеҙҙе яҡшы нәмәләр менән ризыҡланы... Алла һеҙҙе инәйҙәрегеҙҙең ҡарынынан сығарҙы һәм һеҙ бер нәмә лә белмәй инегеҙ. Ул һеҙгә ишетеү, күреү, йөрәк бирҙе, моғайын, һеҙ шөкөр итерһегеҙ» (Ән-Нәхл йәғни Бал ҡорто сүрәһе. 1,150-151).
«Эй һеҙ, кешеләр!.. Беҙ бит һеҙҙе тупраҡтан бар ҡылдыҡ, унан тамсынан, унан уҡмашҡан ҡандан, унан тамам яратылып бөткән йәки яратылып бөтмәгән ит киҫәгенән... Билдәле уаҡытҡа ҡәҙәр аналыҡҡа урынлаштырабыҙ, унан сабый бала итеп сығарабыҙ, унан һеҙ бәлиғлыҡҡа етешәһегеҙ. Һәм һеҙҙең арағыҙҙа уафат булғандар һәм белгәндән һуң һис нәмә белмәҫ өсөн тормоштоң иң түбән хәленә ҡайтыусылар бар...» (Әл-Хаджж йәғни Хаж сүрәһе. 1,182).
«... Әгәр Алла бер кешегә нур бирмәһә, ул кешегә нур булмаҫ» (Ән-Нур йәғни Нур сүрәһе. 1,194).
«Ул... инәйҙәрҙең аналығындағы нәмәләрҙе белә, һис бер йән эйәһе иртәгә нимә ҡаҙанырын һәм һис бер йән ниндәй ерҙә үлерен белмәй! Ысынлап та, Алла белә, хәбәрҙар!» (Ауҡман йәғни Лоҡман сүрәһе. 1,226).
«Кеше, ысынлап та, ҡурҡаҡ, икеләнеүсән итеп яратылды» (Әл-Мәғәридж йәғни Баҫҡыстар сүрәһе. 1,315).
320
«... Инәнең баланы йөкләүе һәм тыуҙырыуы фәҡәт Уның белеме менән генә. Китапта яҙылған буйынса ғына оҙон ғүмерле кешегә ғүмер өҫтәлер һәм уның ғүмере ҡыҫҡартылыр. Ысынлап та, Аллаға был еңел» (Фатир йәғни Барлыҡҡа килтереүсе сүрәһе. 1,237).
«Күктәрҙә һәм Ерҙә батшалыҡ — Алланыҡы. Ул теләгән нәмәне барлыҡҡа килтерә, теләгән кешегә ҡыҙ балалар, теләгән кешегә ир балалар бирә. Йәки уларға ир бала ла, ҡыҙ бала ла бирә һәм теләгән кешене нәҫелһеҙ яһай. Ысынлап та, Ул белә, ҡөҙрәтле!» (Әш- Шура йәғни Кәңәш сүрәһе. 1,266).
«... Зәкәриә Раббыһына: «Раббым, мине яңғыҙ ҡалдырма, Һин уариҫтарҙың иң яҡшыһы бит!» — тип үтенде. Беҙ уға ярҙам бирҙек һәм уға Яхъяны бүләк иттек, уға ҡатынын бала табыуға яраҡлы иттек. Ысынлап та, улар яҡшы эштәргә ашығыусы булды һәм Беҙгә өмөтләнеп, ҡурҡып доға ҡылды... һәм үҙенең оят ерен һаҡлаған ҡыҙҙы... Беҙ уға үҙебеҙҙең рухыбыҙҙы өрҙөк һәм уның улын һәм уны ғәләмдәргә аят иттек» (Әл-Әнбиә йәғни Пәйғәмбәрҙәр сүрәһе. 1,181).
«Алла һеҙҙе көсһөҙ бар ҡылды, шунан көсһөҙлөктән һуң һеҙҙе көслө ҡылды, шунан көслөлөктән һуң тағы көсһөҙ һәм сал сәсле ҡылды. Ул теләгән нәмәне барлыҡҡа килтерә. Ул белә, ҡөҙрәтле» (Әр-Рум йәғни Румиҙар сүрәһе. 1,223—224).
«Алла кеше эсендә ике йөрәк яһаманы, һеҙ «арҡа һырты» (үҙ инәһе һымаҡ) тигән ҡатындарҙы инәйҙәрегеҙ һәм уллыҡҡа ҡалған балаларҙы туған улығыҙ итмәне. Былар — һеҙҙең ауыҙығыҙҙан сыҡҡан һүҙегеҙ генә, ә Алла хәҡиҡәтте әйтә һәм юлдан алып бара. Уларға аталары исеменән өндәшегеҙ. Әгәр аталарын белмәһәгеҙ, ул саҡта улар һеҙҙең дин ҡәрҙәштәрегеҙ һәм дуҫтарығыҙ. Хаталаныуығыҙҙа һеҙгә гонаһ юҡ, ә күңелдәрегеҙҙең ниәтендә генә. Алла — ярлыҡаусы, шәфҡәтле!» (Әл-Әхзәб йәғни Фирҡәләр сүрәһе. 1,228).
«Ҡөрьән тәфсире»ндә аңлатылыуынса, «Хәҙер инде кеше үҙенең нисек яралтылғаны тураһында ғибрәт алһын. Ул атылған һыу тамсыһы кеүек шыйыҡлыҡтан, ир кешенең арҡа һөйәгенән һәм ҡатындың күкрәк һөйәгенән сыҡҡан шыйыҡлыҡтан хасил зат» (3,760— 761).
«Һигеҙ күҙ һөйәктән сыҡҡан һыу, атыла торған тамсы» хәҙер һәр өлкән кешегә билдәле сперма, ир-
11 - 1.0025.11
321
егеттәрҙең енси биҙҙәре бүлгән матдә (мәней), йәғни аталыҡ орлоҡтары һәм шул орлоҡтарҙан торған шыйыҡлыҡ. Бер миллиграмм спермала (мәнейҙә) 60 миллион самаһы сперматозоид була. Аталыҡ орлоғо йомортҡалыҡ, йәғни инә күҙәнәген аталандыра, ҡатын-ҡыҙ ауырға ҡала һәм билдәле ваҡыттан һуң бала таба. XXI быуат башында Британия профессоры Карима Наирния етәкләгән тикшеренеүселәр төркөмө ҡатын-ҡыҙҙың елек майы көпшәһе күҙәнәктәрен яралғы (эмбрион) хәленә ҡайтарып һәм был күҙәнәктәрҙе үҙгәртеп, сперматозоидтар алыуға өлгәште. Мәгәр был әмәлдән малайҙар яралмай, фәҡәт ҡыҙҙар ғына тыуа. Шулай итеп, әлегә ирҙәрһеҙ ирҙәр барлыҡҡа килтереп булмай.
Әйләнеү
Димләп тә, үҙ-ара осрашып, табышып та егет менән ҡыҙ өйләнешкән, ҡушылған, ебәк булып ишелгән. Татлы ҡауышыу көнө уларҙы ир менән ҡатын иткән. Йола буйынса туй үткәргәндәр, ҡауышҡандар, бергә тора башлағандар, донъя көткәндәр, бала баҡҡандар. Әйләнеүҙең, ҡушылыуҙың, яҡынлыҡ ҡылыуҙың ир — ҡатын, ғаилә мөнәсәбәттәренең үҙ ҡанундары, нормалары булған. Был Ҡөрьәндә лә сағылыш тапҡан.
«Үҙегеҙҙең атайығыҙ өйләнгән ҡатынға өйләнмәгеҙ, әгәр ул эш элек булмаһа инде. Ысынлап та, был — боҙоҡлоҡ, әшәкелек һәм насар юл!
Һеҙгә инәйегеҙгә, ҡыҙҙарығыҙға, апай-һеңлеләрегеҙ- гә, атай-инәйегеҙ менән бер туған ҡатын-ҡыҙҙарға, ир туғандарығыҙҙың ҡыҙҙарына, һөт инәләрегеҙгә, апай- һеңлеләрегеҙгә, ҡатындарығыҙҙың инәләренә, һеҙ ҡушылған ҡатынға эйәрә килгән аҫрау ҡыҙҙарығыҙға, — әгәр ҡатынға ҡушылмаған булһағыҙ, ул уаҡытта һеҙгә гонаһ булмай,. — үҙ ҡанығыҙҙан булған улдарығыҙҙың ҡатындарына, һәм — әгәр электән эшләнгән булмаһа, — ике ҡыҙ туғанды бергә йыйып әйләнеү тыйыла. Ысынлап та, Алла ярлыҡаусы, рәхимле!
Һәм һеҙгә ирле ҡатындарға әйләнеү тыйыла, әгәр өҫтөгөҙҙә булған Алла китабы буйынса уң ҡулдарығыҙ уларға хужа булмаған булһа. Тотанаҡлыҡ менән һәм боҙоҡлоҡ ҡылмайынса үҙегеҙҙең малдарығыҙ ярҙамында, әле әйтелгәндәрҙән тыш булғанда, һеҙгә эҙләргә рөхсәт ителә. Ә уларҙан файҙаланғанығыҙ өсөн тейеш
322
ле әжерен бирегеҙ. Бынан һуң үҙ-ара нимә тураһында килешһәгеҙ ҙә һеҙгә гонаһ юҡ. Ысынлап та, Алла белә, хикмәтле!
Әгәр һеҙҙең аранан берәй кешенең байлығы булмау сәбәпле иман килтергән ғиффәтле ҡатындарға әйләнергә көсө етмәһә, ул саҡта уң ҡулығыҙ биләгән иман килтергән кәнизәктәрегеҙгә әйләнегеҙ. Алла һеҙҙең иманығыҙҙы яҡшыраҡ белә. Һеҙ — берегеҙ икенсегеҙ- ҙән. Уларға ғаиләләренең рөхсәте менән әйләнегеҙ, мәһәрҙәрен яҡшы итеп түләгеҙ, — ғиффәтлеләргә, зина ҡылмаусыларға һәм йәшерен дуҫтар тотмаусыларға, һәм әгәр улар ғиффәтле булһалар... Әгәр ҙә улар фәхи- шәлек ҡылһалар, уларға ғиффәтле ҡатындарға бирелә торған ғазаптың яртыһы. Был арағыҙҙан ауырлыҡтан (зинанан) ҡурҡҡандар өсөн. Әгәр сабырлы булһағыҙ, был үҙегеҙ өсөн хәйерле. Алла — ярлыҡаусы, рәхимле!
Алла һеҙгә аңлатырға һәм һеҙҙән элек йәшәгән кешеләрҙең йолалары буйынса алып барырға һәм тәүбәләрегеҙҙе ҡабул итергә теләй. Алла белә, хикмәтле!
Алла һеҙҙең тәүбәгеҙҙе ҡабул итергә теләй. Ә үҙ нәфсеһенә баш була алмаған кешеләр һеҙҙе бөйөк ауышыу менән ауыштырырға теләй.
Алла һеҙгә еңеләйтергә теләй, сөнки кеше көсһөҙ итеп яратылған» (Ән-Ниса йәғни Ҡатындар сүрәһе. 1,56-57).
Ғиҙҙәт тотҡан (ирһеҙ ҡалған ҡатындың икенсе иргә бармай йөрөп торорға тейеш булған ваҡыты) «ҡатындарға яусылап тәҡдим яһауҙан йәки үҙ күңелегеҙҙә булғанды йәшереүҙән һеҙгә гонаһ юҡ. Алла һеҙҙең уларҙы иҫкә аласағығыҙҙы белә. Уларға йәшерен рәүештә үәғәҙә бирмәгеҙ, ғәҙәттә ҡабул ителгән һүҙҙе генә әйтмәһәгеҙ инде. Яҙып билдәләнгән уаҡытҡа етмәҫ борон әйләнергә ҡарар итмәгеҙ» (Әл-Бәҡара йәғни Һыйыр сүрәһе. 1,36).
«Күп илаһҡа табыныусы ҡатындарға улар иман килтергәнгә ҡәҙәр өйләнмәгеҙ. Әлбиттә, иман килтергән ҡол ҡатын күп илаһҡа табыныусы ҡатындан артығыраҡ, әгәр ул ҡатын һеҙҙе һоҡландырһа ла. Күп илаһҡа табыныусы иргә, иман килтергәнгә ҡәҙәр, кейәүгә бирмәгеҙ. Әлбиттә, иман килтергән ҡол күп илаһҡа табыныусы ирекле ирҙән артығыраҡ, әгәр ул һеҙҙе һоҡландырһа ла. Улар утҡа саҡыра, ә Алла — ожмахҡа, үҙ
11*
323
рөхсәте менән ярлыҡауға саҡыра һәм аяттарын кешеләргә аңлата. Ихтимал, улар аҡылға ултырыр» (1,35).
Шулай итеп, туғандарығыҙҙың ҡыҙҙарына, һөт ҡәрҙәштәргә, атай айырған үгәй инәйҙәргә, ҡатындарығыҙға эйәреп килгән үгәй ҡыҙҙарға әйләнергә ярамай. Был — харам. Иман килтергән ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм ир-егеттәрҙең өйләнешеүе сауаплы. Йәнә саф, сәләмәт нәҫел булдырыу өсөн ғиффәтле ҡыҙҙар менән ҡауышыу хәйерле.
Яҡынлыҡ ҡылыу
«Ҡатындарығыҙ — һеҙҙең иген баҫыуы ул. Игенлегегеҙгә теләһә ҡасан килегеҙ, үҙ-үҙегеҙгә әҙерләгеҙ... Күрем уаҡытында ҡатындарға теймәгеҙ, таҙарынғанға ҡәҙәр улар менән яҡынлашмағыҙ. Улар таҙарынғас, Алла ҡушҡанса яҡынлағыҙ, ысынлап та, Алла тәүбә иткәндәрҙе һәм таҙарынғандарҙы ярата» (1,35). «Ураҙа төнөндә һеҙгә ҡатындарығыҙға яҡынлыҡ ҡылырға рөхсәт ителә. Улар — һеҙгә кейем, һеҙ — уларға кейем. Алла һеҙҙең үҙ-үҙегеҙҙе алдағанығыҙҙы белде, һеҙгә ҡайтты һәм һеҙҙе ғәфү итте. Ә хәҙер инде ҡатынығыҙға яҡынлыҡ ҡылығыҙ һәм Алла яҙғанды эҙләгеҙ. Таңда һеҙҙең алдығыҙҙа аҡ еп менән ҡара еп айырылғансы ашағыҙ һәм әсегеҙ, бынан һуң ураҙаны төнгә тиклем дауам итегеҙ. Тәҡүәлек менән мәсеттәрҙә булған уаҡытта ҡатындарығыҙға яҡынлыҡ ҡылмағыҙ. Бына шулай Алланың сиге, яҡынлаша күрмәгеҙ уларға! Бына шулай аңлата Алла әҙәмдәргә үҙенең аяттарын. Моғайын, улар Алланан ҡурҡырҙар» (1,32).
«Әгәр берәүҙәр ҡатындары менән яҡынлыҡ ҡылмаҫҡа ант итһә, дүрт ай көтөп торорға тейешле, һәм шунан һуң анттарынан ҡайтһалар... Ул саҡта, ысынлап та, Алла ярлыҡаусы, рәхимле» (1,35).
«Хаж билдәле айҙарҙа ғына. Берәү шул айҙарҙа хаж ҡылырға өҫтөнә йөкләмә алһа, хаж уаҡытында ҡатындарға яҡынлыҡ ҡылыу ҙа, боҙоҡлоҡ та һәм ҡысҡырышыу ҙа ярамай. Ә изгелектән нимә эшләгәнегеҙҙе Алла белә. Хәстәрлек күрегеҙ, хәстәрлектәрҙең иң яҡшыһы — тәҡүә» (1,33).
Ике аралағы яҡын мөнәсәбәт тәбиғи күренеш. Ул ләззәтләнеү, нәҫел ҡалдырыу, бала табыу теләге менән бәйле. Бының өсөн кеше әҙерләнергә, яҡшы ғәмәлдәр
324
ҡылырға, йәғни ир менән ҡатындың үҙ-ара мөнәсәбәте хозур булырға тейеш. Яҡынлыҡ ҡылыу хәләл ҡылынған һәм мәғәнә һалынған хәл.
Был шулай тәфсирләнә: «Беренсенән, енси теләк бер енестең икенсеһенә тартылыуы аслыҡ, һыуһау кеүек хис-теләктәр менән рәттән ҡуйыла. Был хис- теләктәр тәбиғәт тарафынан бирелгән. Әҙәм балаһы тәндең был ихтыяждарын үтәмәйенсә йәшәй алмай, ашамайынса-эсмәйенсә тора алмаған кеүек, енси ихтыяждарын да ҡәнәғәтләндереү мәжбүрендә. Ҡатындарығыҙ һеҙҙең күлдәгегеҙ кеүек, һеҙ ҙә уларға кейем (бөркәүес) кеүек тиеү ир — ҡатын мөнәсәбәттәре тәбиғи теләкте үтәүҙән тыш, тағын да бер бөйөк мәғәнәне аңлата. Ир менән ҡатын бер-береһенә кейем рәүешендә хеҙмәт итә, йәғни кейем тәнде эҫенән-һыуыҡтан һаҡлай, ир — ҡатын да бер-береһен һаҡлай, йыуата, бер-береһен тулыландыра, биҙәй, береһенең етешмәгән яғын икенсеһе камиллаштыра» (3,47—48).
Өлөш
Боронғо ышаныу, инаныу буйынса был фани донъяға һәр кем үҙ өлөшө менән тыуа. Үҙенә башҡа бер ҡөҙрәткә, бәхеткә эйә әүлиә затлылар ҙа була. Ундайҙарҙы, тормоштары гел уңай барғандарҙы, өлөшлө кешеләр тиҙәр. Өлөшөнә төшкән көмөшө, йәғни яҙғаны шул, тигән әйтем дә бар. Ир-егеткә лә, ҡатын-ҡыҙға ла, етемдәргә лә үҙ өлөштәре тәғәйен. Килен күрһәткәндә өлөш әйтеү, бүләк һалыу йолаһы үтәлгән (килен килде, күрегеҙ, күрмәлеген бирегеҙ; килен битен асабыҙ, өлөшөн әйтеп инегеҙ). Кеше өлөшөнә ымһыныу, тейеү ярамаған, яҙыҡ һаналған. Атай-инәй малы, мөлкәте иһә балаларына, туғандарына фарыз. Ҡөрьәндә ҡәрҙәштәргә мал биреү ҡанундары, кемгә күпме өлөш тейешлеге аныҡ әйтелгән.
«Етемдәргә уларҙың малдарын бирегеҙ һәм яҡшыны яман менән алмаштырмағыҙ. Уларҙың малдарын үҙ малығыҙға ҡушып ашамағыҙ. Был — бик оло гонаһ!
Әгәр һеҙ етемдәргә ғәҙел була алмауҙан ҡурҡһағыҙ, үҙегеҙгә оҡшаған ҡатындарға әйләнегеҙ — икәүгә, өсәү- гә, дүртәүгә. Берәүгә йәки уң ҡулдарығыҙ эйә булғандарға әйләнегеҙ. Был — юлдан таймаҫҡа яҡыныраҡ.
325
һәм ҡатындарға бирнәләрен бүләк итеп бирегеҙ. Әгәр улар бирнәләренән нимәне булһа ла һеҙҙең файҙаға айырһалар, ул саҡта иҫәнлеккә-байлыҡҡа ашағыҙ.
Аҡылһыҙҙарға малығыҙҙы бирмәгеҙ, ул малды Алла һеҙгә таяныс булһын тип бирҙе бит. Шул малдан уларҙы ризыҡландырығыҙ һәм кейендерегеҙ һәм уларға яҡшы һүҙ әйтегеҙ.
Никах йәше еткәнсе етемдәрҙе һынағыҙ, әгәр уларҙың аҡылдарының етешкәнлеген белһәгеҙ, уларға малдарын бирегеҙ; уны исраф итеп һәм ашығып ашамағыҙ, — улар үҫеп еткәнгә ҡәҙәр. Бай булған кеше тыйылһын, әгәр кемдер фәҡир булһа, яҡшылыҡ менән ашаһын. Уларға малдарын биргәндә, шаһиттар алығыҙ, хисап ҡылыуҙа Алла етәсәк.
Ирҙәргә ата-инәләре һәм яҡындары ҡалдырған нәмәнән — өлөш, ҡатындарға ата-инәләре һәм яҡындары ҡалдырған нәмәнән — өлөш. Ҡалдырған нәмә аҙ булһа ла, күп булһа ла — билдәле өлөш.
Мал бүлгән саҡта яҡын ҡәрҙәштәр, етемдәр, ярлылар булһа, уларҙы шунан ризыҡландырығыҙ һәм уларға яҡшы һүҙ әйтегеҙ.
Үҙҙәре артынан көсһөҙ бала-саға ҡалдырып, улар өсөн ҡурҡасаҡ кешеләр (етемдәрҙе йәбер итеүҙән ҡурҡҡандар). Улар Алланан ҡурҡһындар һәм ныҡлы һүҙ әйтһендәр!
Етемдәрҙең малдарын ғәҙелһеҙлек менән ашаусы- лар — үҙҙәренең ҡорһаҡтарына ут ашаусылар, улар тамуҡта яныр!
Алла һеҙҙең балаларығыҙ тураһында уасыят ҡыла: ир балаға ике ҡыҙ бала өлөшө. Әгәр балалар ҡатындар енесенән булһа һәм икенән артыҡ булһа, ул саҡта — унан ҡалған малдың өстән ике өлөшө, әгәр бер генә ҡыҙ булһа, уға яртыһы. Ата-инәһенә, әгәр уның балаһы булһа, һәр ҡайһыһына ҡалған малдың алтынан бер өлөшө. Балаһы булмайынса ата-инәһе уариҫ булып ҡалһа, ул уаҡытта инәһенә — өстән бер өлөш. Әгәр уның туғандары булһа, уасыятын һәм бурыстарын түләгәндән һуң, инәһенә алтынан бер өлөш. Ата-инәләрегеҙ һәм балаларығыҙҙың, уларҙың файҙа яғынан — Алла тарафынан билдәләнгән буйынса — ҡайһыһы һеҙгә яҡыныраҡ икәнен белмәйһегеҙ. Ысынлап та, Алла белә, хикмәтле!
Һәм һеҙгә — ҡатындарығыҙ ҡалдырған малдың яртыһы, әгәр уларҙың балаһы булмаһа. Әгәр уларҙың
326
балаһы булһа, уасыятын һәм бурысын түләгәндән һуң, һеҙгә — дүрттән бере. Әгәр балағыҙ булмаһа, ҡатындарығыҙға һеҙ ҡалдырған малдың — дүрттән бере. Балағыҙ булһа, уасыятты һәм бурыстарҙы түләгәндән һуң ҡатындарығыҙға — һигеҙҙән бер өлөш. Әгәр ҙә ир йыраҡ туғанлыҡ аша уариҫ була икән, йәки ҡатын кеше һәм уның ир йәки ҡыҙ ҡәрҙәше булһа, уларҙың һәр ҡайһыһына — алтынан бер өлөш, ул ҡәрҙәштәр бынан артыҡ булһа, уасыятты һәм бурыстарҙы түләгәндән һуң улар өстән берҙе уртаҡлаша зарар килтермәйенсә, Алла уасыятынса. Ысынлап та, Алла белә, баҫынҡы!
Алланың сиктәре ошо. Кем дә кем Аллаға һәм Уның рәсүленә буйһонһа, Алла уны аҫтарында йылғалар ағып торған баҡсаларға индереп, ул унда мәңгегә ҡалыр, һәм был — бөйөк уңыш!
Кем Аллаға һәм Уның рәсүленә буйһонмаһа һәм Уның ҡуйған сиктәрен үгһә, Ул уны тамуҡҡа индерер һәм ул тамуҡта мәңгегә ҡалыр, уға хурлыҡлы ғазап!
Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Үҙ арағыҙҙа малдарығыҙҙы әрәм итеп хаҡһыҙлыҡ менән ашамағыҙ, мәгәр ул бер-берегеҙҙең ризалығы менән һатыу итеү генә булмаһа. Үҙ-үҙегеҙҙе үлтермәгеҙ. Ысынлап та, Алла һеҙгә рәхимле!
Әгәр быны дошманлыҡ һәм золомлоҡ менән берәй кеше эшләһә, Беҙ уны утта яндырырбыҙ. Аллаға был еңел!
Әгәр һеҙгә тыйылған оло гонаһтарҙан һаҡланһағыҙ, Беҙ һеҙҙе бәләкәй насар эштәрегеҙҙән алыҫ тоторбоҙ һәм һеҙҙе гүзәл индереү менән индерербеҙ!
Алла берәүҙәрегеҙгә икенселәрегеҙҙән өҫтөнлөк өсөн биргән нәмәне теләмәгеҙ. Ирҙәргә — үҙҙәре ҡаҙанған өлөш, ҡатындарға — үҙҙәре ҡаҙанған өлөш. Алланың рәхмәтен һорағыҙ, ысынлап та, Алла һәр нәмәне белә!
һәр кемде ата-инәләре һәм яҡындары ҡалдырған нәмәлә Беҙ уариҫтар яһаныҡ, ә анттарығыҙ менән килешеүҙе нығытҡандарға уларҙың өлөштәрен бирегеҙ. Ысынлап та, Алла һәр нәмәгә лә шаһит!
Алла кешеләрҙең береһен икенсеһенән өҫтөнөрәк иткәнгә һәм ирҙәр үҙ малдарын сарыф ҡылғанға күрә, улар ҡатындарға ҡарағанда өҫтөнөрәк. Әҙәпле ҡатындар — динлеләр, Алла һаҡлаған нәмәләге йәшеренде һаҡлайҙар. Ҡатындарҙың баш эймәүенән ҡурҡһағыҙ, уларҙы өгөтләгеҙ, түшәктә ташлап китегеҙ һәм уларға
327
һуғығыҙ. Әгәр буйһонһалар, уларға ҡаршы юл эҙләмәгеҙ, ысынлап та, Алла юғары, бөйөк!
Әгәр уларҙың айырылышыуынан ҡурҡһағыҙ, ирҙең яҡындарынан да, ҡатындың яҡындарынан да килештереүсе билдәләгеҙ; улар килешергә теләһә, Алла улар араһына килешеү һалыр. Ысынлап та, Алла белә, хәбәрҙар!
Аллаға ғибәҙәт ҡылығыҙ, Уға һис бер нәмәне тиңдәш тотмағыҙ. Ә ата-инәләргә, яҡындарға, етемдәргә, ярлыларға, туғанлыҡ менән яҡын күршегә, күршелә булған дуҫыңа, юлсыға, уң ҡулдарығыҙ хужа булғанға — изгелек ҡылығыҙ! Ысынлап та, Алла тәкәббер, маҡтансыҡтарҙы яратмай.
Бәхил кешеләрҙе һәм кешеләрҙе бәхиллеккә өндәүселәрҙе, Алла Үҙ йомартлығынан биргән нәмәләрҙе йәшереүселәрҙе! һәм кафырҙарға Беҙ хурлыҡлы ғазап әҙерләнек.
Малдарын кешеләр алдында ике йөҙлөлөктән генә сарыф итеүселәргә, Аллаға ла, әхирәт көнөнә лә ышанмаусыларға, дуҫы шайтан булғандарға. Һәм дуҫ сифатында бик насар ул» (Ән-Ниса йәғни Ҡатындар сүрәһе. 1, 54-57).
Айырылышыу, ярашыу
Тормошта әйләнеү менән бергә ғаилә мөнәсәбәттәрен өҙөү, айырылышыу, ҡабаттан ҡауышыу күренештәре лә бар. Төрлө сәбәптәр арҡаһында ир ҡатынын айыра, ҡатын иренән айырылып башҡаға сыға. Халыҡта айырылыу — ҡанатың ҡайырылыу һанала. Ҡөрьәндә уның дини ҡанундары, йәғни ҡағиҙәләре билдәләнгән.
«Әгәр улар айырылышырға теләһә, ул саҡта, ысынлап та, Алла ишетеүсе, белеүсе!
Айырылған ҡатындар өс күремгәсә япа-яңғыҙ көтөп торор, әгәр улар Аллаға һәм әхирәт көнөнә иман килтергән булһалар, уларға аналыҡтарындағы Алла бар ҡылған нәмәне йәшерергә рөхсәт ителмәй. Әгәр ирҙәре ярашыуҙы теләһә, был хәлдә уларҙы ҡайтарыуҙары хәйерле. Һәм, ғөрөф-ғәҙәт буйынса, уларҙың өҫтәренә булған нәмә — уларға. Ирҙәргә ҡатындар өҫтөнән — дәрәжә. Ысынлап та, Алла бөйөк, хикмәтле!
Талаҡ — ике тапҡыр. Шунан һуң, билдәле йола буйынса [никахта], торорға йәки яҡшылыҡ менән [айы
328
рып] ебәрергә. Һеҙгә ҡатындарға биргәндәрҙән бер нәмәне лә кире алырға рөхсәт ителмәй. Иллә-мәгәр улар икеһе лә Алла билдәләгән сиктәрҙе үтәмәүҙән ҡурҡһа ғына. Әгәр һеҙ Алла билдәләгән сиктәрҙе үтәрҙәр тип ҡурҡһағыҙ, ул ҡатын, фидиә биреп, үҙен юллап алған хәлдә, уларҙың икеһенә лә гонаһ юҡ. Бына ошо инде Алланың сиктәре, уларҙы үтмәгеҙ, кем Алланың сиктәрен үтһә, шул — залим!
Әгәр ир ҡатынына [өсөнсө тапҡыр] талаҡ ҡылһа, ул ҡатын икенсе иргә сыҡҡанға ҡәҙәр был иргә рөхсәт ителмәй, һәм әгәр ул ир айырһа, һәм Алланың сиктәрен боҙмауҙы уйлаһалар, уларҙың бер-береһенә ҡайтыу- ҙарында гонаһ юҡ. Бына Алланың сиктәре, Ул уларҙы белеме булғандарға аңлата. Әгәр ҡатындарҙы айырһағыҙ һәм уларҙың билдәле уаҡыттары тулһа, уларҙы ҡабул ителгән тәртип буйынса тотоғоҙ йәки ҡабул ителгән тәртип буйынса [айырып] ебәрегеҙ, сиктән үтеп көсләп тотмағыҙ: кем улай итә — үҙ-үҙенә ҡарата золом ҡыла. Алланың аяттарын көлкөгә өйләндермәгеҙ; Алланың ниғмәттәрен, Уның, һеҙҙе өгөтләп, китаптан һәм хикмәттән индергәндәрен иҫкә алығыҙ; Алланан ҡурҡығыҙ һәм белегеҙ: Алла һәр нәмәне белеүсе!
Ҡатындарығыҙҙы айырғас һәм уларҙың уаҡыттары тулғас, улар ғөрөф-ғәҙәт буйынса үҙ-ара килешһәләр, үҙ ирҙәре менән никахлашыуҙарына ҡамасаулыҡ итмәгеҙ. Бына ошоноң менән һеҙҙең арағыҙҙан Аллаға һәм әхирәт көнөнә иман килтергән кешеләрҙе өгөтләйҙәр. Был — һеҙгә аңлайышлыраҡ һәм сафыраҡ. Ысынлап та, Алла белә, ә һеҙ белмәйһегеҙ!
Имеҙеүҙе тулыһынса үтәргә теләгән инәләр үҙ балаларын теүәл ике йыл имеҙергә тейеш. Атайҙар өҫтөндә, йола буйынса — туйҙырыу һәм кейендереү. Мөмкин булмаған эш һис бер йәнгә йөкләтелмәҫ. Бала өсөн инә һәм бала өсөн ата рәнйетелмәҫ! Уариҫтарҙың өҫтөндә лә — ошо уҡ. Әгәр ата-инә, кәңәшләшеп, ризалашып, баланы ике йылдан да алда имсәктән айырырға теләһә, уларға гонаһ юҡ. Әгәр балаларығыҙҙы икенсе ҡатындың имеҙеүен теләһәгеҙ һәм йола буйынса бирелергә тейешле хаҡты түләһәгеҙ, һеҙгә гонаһ юҡ. Алланан ҡурҡығыҙ һәм белегеҙ: Алла һеҙ нимә эшләгәнде күрә!
Әгәр һеҙҙән берәү уафат булып, ҡатыны ҡалһа, улар үҙ-үҙҙәре дүрт ай ҙа ун көн көтөргә тейеш. Ҡасан уаҡыты тулһа, йола буйынса ул үҙ-үҙе менән нимә эшләһә лә һеҙгә гонаһ юҡ. Алла һеҙ эшләгәнде белә!
329
Ҡулығыҙҙы тейҙермәйенсә [яҡынлыҡ ҡылмайынса] һәм шарттарығыҙҙы килешмәгән хәлдә ҡатын айырһағыҙ, һеҙгә гонаһ юҡ. Уларға ғөрөф-ғәҙәткә ярашлы итеп файҙаланыу өсөн кәрәк нәмәһен бирегеҙ, бай кеше — үҙ хәленсә, ярлы — үҙ хәленсә, хәйерле эш эшләүсе кешеләргә тейешле рәүештә.
Әгәр һеҙ ҡулығыҙҙы тейҙермәйенсә [яҡынлыҡ ҡылмайынса], әммә ләкин шарттарығыҙҙы килешкәндән һуң ҡатын айырһағыҙ, һеҙ шарт ҡылғандың яртыһы — уларға, әгәр улар йәки ҡулында никах танытмаһы булған кеше ғәфү итмәһә генә инде. Әгәр һеҙ ғәфү итһәгеҙ — тәҡүәгә яҡыныраҡ. Үҙ арағыҙҙа яҡшылыҡ ҡылыуҙы онотмағыҙ — Алла һеҙ эшләгән эштәрҙе күрә!
Әгәр һеҙҙән берәүҙәр уафат булһа һәм ҡатындары ҡалһа, ҡатындарына уасыят — йәшәгән еренән сығарылмайынса бер йылға тиклем файҙаланып торорға тейешле. Әгәр улар үҙҙәре сыҡһа һәм үҙ-үҙе менән йола буйынса нимәлер эшләһә, һеҙгә гонаһ юҡ. Ысынлап та, Алла — бөйөк, хикмәтле!
Һәм айырылған ҡатындарға — йола буйынса файҙаланыу, тәҡүәлеләргә — тейешле рәүештәр» (Әл-Бә- ҡара йәғни һыйыр сүрәһе. 1, 35—37).
«Эй, пәйғәмбәр! Әгәр ҡатындарығыҙҙы айыра торған булһағыҙ, улар өсөн билдәләнгән уаҡытта айырылышығыҙ һәм ул уаҡытты һанап барығыҙ. Раббығыҙ Алланан ҡурҡығыҙ! Уларҙы өйҙәренән сығармағыҙ, әгәр улар асыҡ боҙоҡлоҡ эшләмәһәләр, унан сыҡмаһындар. Ә Алланың сиктәре бына шулай, әгәр берәү Алланың сиген уҙһа, ул үҙ-үҙенә золом ҡылыр, һин белмәйһең, бәлки, Алла бынан һуң берәй эш эшләр.
һәм улар билдәләнгән уаҡыттарына килеп етһә, уларҙы яраҡлы тип танылған ғәҙәт буйынса тотоғоҙ йәки яраҡлы тип танылған ғәҙәт буйынса улар менән айырылышығыҙ. Үҙ арағыҙҙан ғәҙел ике кешене шаһит итегеҙ, Алла алдында шаһитлыҡ үтәгеҙ. Аллаға һәм әхирәт көнөнә иман килтергән кеше ошоноң менән өгөтләнә. Алланан ҡурҡҡандарға Ул сығыу урыны яһар.
Һәм Ул уны уйламаған яҡтан ризыҡландырыр. Кем Аллаға тәүәккәлләй, шуға Ул еткән. Алла, ысынлап та, үҙ эшен еткереүсе, Алла һәр нәмәгә миҡдар-үлсәү билдәләгән.
һеҙҙең күрем килеүҙән өмөтһөҙләнгән ҡатындарығыҙға, әгәр һеҙ шикләнһәгеҙ, уларҙың билдәләнгән уаҡыты — өс ай һәм шулай уҡ күремдәре башлан
330
мағандарға, ә йөклө ҡатындарға уаҡыттары — йөктәрен ҡуйғансы. Кем Алланан ҡурҡа, шуларға Ул эштәрендә еңеллек бирә.
Ошо Алланың бойороғо. Ул уны һеҙгә Күктән индерҙе һәм кем Алланан ҡурҡа, Ул уға боҙоҡлоҡтарын кисерә һәм әжерҙе арттыра.
Үҙегеҙҙең хәлегеҙгә ҡарап, уларҙы үҙегеҙ йәшәгән урында урынлаштырығыҙ, уларҙы ҡыҫырыҡлау өсөн уларға ҡыйынлыҡ килтермәгеҙ. Әгәр улар йөклө булһалар, йөктәрен ҡуйғанға ҡәҙәр уларға сығым яһағыҙ. Әгәр улар һеҙҙең өсөн бала имеҙһәләр, ғәҙәт буйынса үҙ-ара килешеп, яҡшылыҡ менән хаҡын түләгеҙ, һәм, әгәр тарһынһағыҙ, ул саҡта баланы атаһы өсөн икенсе ҡатын имеҙһен.
Хәлле кеше үҙенең малынан сығым яһаһын, әгәр берәүҙең ризығы үлсәүле генә булһа, Алла биргәндән сығым яһаһын. Алла һәр йәнгә үҙе биргәндән артыҡты йөкләтмәй. Ауырлыҡтан һуң, Алла еңеллек бирәсәк.
Ни ҡәҙәр ҡалалар үҙ Раббыларының һәм Уның рәсүленең бойороғонан сыҡты, Беҙ уларҙы ҡаты хисап менән хисап ҡылдыҡ һәм яуыз ғазап менән ғазапланыҡ.
Улар үҙ эштәренең ауыр нәтижәһен татыны һәм уларҙың эштәренең ахыры зыян булды» (Ат-Талаҡ йәғни Ҡатын айырыу сүрәһе. 1, 308).
«Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Һеҙгә ҡатындарҙы мәжбүри рәүештә мираҫ ҡылырға рөхсәт ителмәй, һәм уларҙы үҙегеҙ биргән нәмәләрҙең ҡайһы берҙәрен алып китеүҙән тыймағыҙ, әгәр улар асыҡтан-асыҡ боҙоҡлоҡ ҡылмаһалар. Ҡатындар менән лайыҡлы рәүештә йәшәгеҙ. Әгәр уларҙы йәнегеҙ һөймәһә, ихтимал, һеҙ берәй нәмәне күрә алмайһығыҙҙыр ҙа, ә ул нәмәлә Алла күп яҡшылыҡ ҡылған.
Әгәр һеҙ бер ҡатынды икенсе ҡатын менән алмаштырырға теләһәгеҙ һәм уларҙың береһенә ҡинтар [күп мал] биргән булһағыҙ, унан бер нәмә лә алмағыҙ, һеҙ алдау менән (асыҡтан-асыҡ гонаһ итеп) алмаҫһығыҙ бит?
Нисек ул малды ала алаһығыҙ, һеҙ бер-берегеҙ менән ҡушылғандан һуң һәм улар һеҙҙән ҡаты үәғәҙә алғандан һуң?» (Ән-Ниса йәғни Ҡатындар сүрәһе. 1, 56).
«Әгәр бер ҡатын иренең яратмауынан йәки ситлә- шеүенән ҡурҡһа, үҙ-ара берәй төрлө килешеүгә килеү- ҙәрендә гонаһ юҡ. Килешеү хәйерлерәк бит. Күңелдәр- ҙә һәр уаҡыт һаранлыҡ булып тора. Әгәр һеҙ изгелек
331
эшләһәгеҙ һәм тәҡүәле булһағыҙ, ул саҡта, ысынлап та, Алла һеҙ эшләгән эштәрҙән хәбәрҙар» (Ән-Ннса йәғни Ҡатындар сүрәһе. 1, 64).
Зина. Ялған
Зина — ир-егет менән ҡатын-ҡыҙҙың никахһыҙ енси бәйләнеше, уйнаш ҡылыуы, фәхишәлек. Был — яман ҡылыҡ, боҙоҡлоҡ, нәҫелгә һәм ғаиләгә хурлыҡ. Халыҡ әйтемдәрендә уйнашлыҡ яҙыҡ эш, гонаһ шомлоғо һанала (уйнашҡа ышанған — ирһеҙ ҡалған; уйнап үбешкән — ысынлап илаған; уйнаш иткән уңмаҫ; уйнаштан уймаҡ сыға; уйнаштың башы — уйын, ахыры — ҡыйын; уйнаш кергән өйгә ҡот ҡунмаҫ). Ҡөрьәндә лә зинасылыҡ харам, оло гонаһ иҫәпләнә.
«... Зинаға яҡын килмәгеҙ, был бысраҡлыҡ һәм боҙоҡ юл!» (Әл-Исра йәғни Төндә күсереү сүрәһе. 1, 155).
«Зина ҡылған ҡатындың һәм зина ҡылған ирҙең һәр береһенә йөҙәр ҡамсы һуғығыҙ, әгәр һеҙ Аллаға һәм әхирәт көнөнә ышана торған булһағыҙ, Алланың динендә уларҙы ҡыҙғанмағыҙ, һәм уларҙы яза ҡылған уаҡытта иман килтергән кешеләрҙән бер төркөм шунда ҡарап торһон.
Зина ҡылған ир зина ҡылған ҡатынға йәки күп илаһтарға табынған ҡатынға ғына әйләнер, зина ҡылған ҡатын зина ҡылған иргә йәки күп илаһтарға табына торған иргә генә сығыр, ә иман килтергән кешеләргә был харам ҡылынған.
Ғиффәтле ҡатындарға ғәйеп ташлаған кешеләргә, әгәр дүрт шаһит килтерә алмаһалар, — уларға һикһән ҡамсы һуғығыҙ, уларҙың шаһитлыҡтарын һис ҡабул итмәгеҙ, — улар боҙоҡ кешеләр, бынан һуң тәүбә итеп, төҙәткәндәренән башҡа, сөнки, ысынлап та, Алла ярлыҡаусы, шәфҡәтле!
Үҙ ҡатындарына ғәйеп ташлаған кешеләр, әгәр уларҙың үҙҙәренән башҡа шаһиттары булмаһа, дүрт тапҡыр дөрөҫтө һөйләүе тураһында Алла менән ант итер, ә бишенсе тапҡыр — әгәр ялғанлаған булһа, Алланың ләғнәте үҙенә төшөр.
Әгәр ҡатын ирҙе ялғансы тип дүрт тапҡыр Алла менән ант итһә, ул ҡатындан яза алып ташланыр һәм бишенсе тапҡыр — әгәр ир дөрөҫ һөйләгән булһа, Ал
332
ланың ҡәһәре ҡатындың үҙенә төшһөн тип әйтһә. Һәм әгәр һеҙгә Алланың йомартлығы һәм рәхмәте булмаһа, һәм Алла тәүбәне ҡабул итеүсе, хикмәтле булмаһа...
Һиңә ялған менән килеүселәр — һеҙҙән бер төркөм. Быны үҙегеҙгә яманлыҡ тип хисап ҡылма, бәлки, был һеҙгә яҡшылыҡ. Уларҙан һәр бер кешегә ошо гонаһтан ҡаҙанғаны. Ә уларҙан бының ҙурыраҡ өлөшөн эшләгән кешегә — оло ғазап!
Иман килтергән ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар, һеҙ был хәлде ишеткәс, ни өсөн үҙҙәре тураһында яҡшылап уйламанылар һәм: «Был — асыҡ ялған бит!» — тип әйтмәнеләр?
Иман килтергән кешеләр тураһында нәфрәт уята торған хәбәрҙәр таратырға яратыусы кешеләргә интектергес ғазап донъяла һәм әхирәттә. Алла белә бит, ә һеҙ белмәйһегеҙ!
Ғиффәтле, зинанан битараф, иман килтергән ҡатындарға зина ҡылыуҙа ғәйеп ташлаусылар донъяла һәм әхирәттә лә ләғнәтләнгән, уларға оло ғазап — ҡаршы эшләгән эштәре тураһында телдәре, ҡулдары, аяҡтары шаһитлыҡ ҡылған көндө. Ул көндө уларға Алла, уларҙың хаҡ диндәре буйынса, тулыһынса яза бирер һәм улар Алланың асыҡ хәҡиҡәт икәнен белер.
Бысраҡ ҡатындар — бысраҡ ирҙәргә, бысраҡ ирҙәр — бысраҡ ҡатындарға һәм саф ҡатындар — саф ирҙәргә, саф ирҙәр — саф ҡатындарға. Кешеләр һөйләгән ғәмәлдәрҙә улар ғәйепле түгел. Уларға — ярлыҡау һәм киң ризыҡ!» (Әл-Hyp йәғни Нур сүрәһе. 1, 191—193).
Изгелек
Изгелек ҡылыу — ата-инәң, балаларың, ҡәрҙәштәрең, ниһайәт, халҡың өсөн саф күңелдән башҡарылған яҡшы эш. Изгелек итеү, үҙең дә изгелек күреү сауаплы һәм һөйөнөслө. Ҡанбабаларыбыҙ изгелеккә изгелек эшләгәндәр, йәғни изгелек ҡайтарғандар; изгелек ерҙә ҡалмаҫ, тигәндәр; бер-береһенә изге теләктәр теләгәндәр. Халыҡ аҡылынса, изгелектең иртәһе, кисе юҡ. Иман килтереп, изге эштәр ҡылып, бер-береһен хәҡиҡәткә өйрәтеүселәр һәм бер-береһен сабырлыҡҡа өндәүселәр — яҡшылыҡ күреүселәр.
«Байлыҡ һәм балалар был донъя тереклегенең зиннәттәре, әммә изге эштәр — Раббың ҡаршыһында
333
сауап булыу яғынан да хәйерле һәм өмөт яғынан да яҡшы» (Әл-Ҡәһф йәғни Мәмерйә сүрәһе. 1, 163).
«Беҙ кешегә ата-инәләренә изгелекле булырға ҡуштыҡ. Инәһе уны ауырлыҡ менән күтәреп йөрөй һәм ауырлыҡ менән тыуҙыра, уны өйрәтеү һәм имсәктән айырыу утыҙ ай уаҡытты ала. Ул камил, бәлиғ булғас һәм ҡырҡ йәшенә еткәс, ул: «Раббым, миңә һәм минең ата-инәмә Һинең күрһәткән ниғмәтең өсөн шөкөр итеүҙе һәм Һин риза булған изгелекте ҡылыуҙы күңелемә һал, минең өсөн минең тоҡомомдо төҙөк ҡыл. Мин һиңә ҡайттым һәм мин, ысынлап та, мосолмандарҙан», — тип әйтә» (Әл-Әхҡаф йәғни Ҡомдар сүрәһе. 1, 275).
«Раббың һеҙгә Унан башҡа һис кемгә ғибәҙәт ҡылмаҫҡа һәм ата-инәләргә изгелек күрһәтергә хөкөм итте. Әгәр һинең ҡаршыңда ата-инәләреңдең берәйһе йәки икеһе лә ҡартайһа, уларға «Уф!» тип тә әйтмә! Уларға ҡысҡырма! Уларға матур һүҙ генә әйт.
Улар алдында мәрхәмәт менән түбәнселек ҡанатын йәй һәм: «Раббым! Улар кескенә сағымда мине тәрбиәләгәндәре кеүек, һин уларға рәхмәт ҡыл!» — тип әйт.
Әгәр һеҙ изге эштәр эшләүсе булһағыҙ, һеҙҙең күңелегеҙҙә нимә булғанды Раббығыҙ яҡшы белә. Һәм, ысынлап та, Ул тәүбә ҡылыусыларҙы кисереүсе!
Туғандарға тейешлеһен бир һәм ярлыларға, юлсыларға исраф ҡылма.
Малдарын әрәм-шәрәм итеүселәр — шайтандарҙың туғандары ул. Ә шайтан Раббыһы яҡшылығына ҡәҙерһеҙ булды.
Өмөт итеп Раббыңдың рәхмәтен эҙләгән саҡта һин уларҙан йөҙ сөйөрһәң, уларға йомшаҡ һүҙ әйт» (Әл- Исра йәғни Төндә күсереү сүрәһе. 1, 155).
«Иман килтереп, изге эштәр эшләгән кешеләргә Алла вәғәҙә бирҙе: уларға ярлыҡау һәм оло әжер! Ә иман килтермәгән һәм Беҙҙең аяттарыбыҙҙы ялған тип әйткән кешеләр — тамуҡ уты әһелдәре» (Әл-Мандә йәғни Аш табыны сүрәһе. 1, 69).
«Изгелек ҡылғандарға — изгелек һәм өҫтәмә: уларҙың йөҙҙәрен туҙан да, хурлыҡ та ҡапламаҫ. Улар — ожмах әһелдәре, улар унда мәңге ҡалыр. Насар эштәр ҡылғандарға — насар эштәренең язаһы шул эштәренә оҡшай, уларҙы хурлыҡ баҫыр, уларҙы Алланан һис кем һаҡламаҫ! Уларҙың йөҙҙәре ҡараңғы төндөң киҫәктәре менән ҡапланған кеүек булыр. Был кешеләр тамуҡ
334
киҫәүҙәре, улар унда мәңге ҡалыр» (Йуныс йәғни Юнус сүрәһе. 1, 119).
«Ирҙәрҙән һәм ҡатындарҙан изге эш эшләгән кешеләрҙе, улар иман килтергән булһа, яҡшы тормош менән тереклек иттерербеҙ һәм эшләгәндәренә ҡарағанда ла яҡшыраҡ әжер бирербеҙ» (Ән-Нәхл йәғни Бал ҡорто сүрәһе. 1, 152).
«Әгәр һеҙ изгелек эшләһәгеҙ, үҙегеҙ өсөн эшләйһегеҙ, яманлыҡ ҡылһағыҙ ҙа шулай уҡ үҙегеҙ өсөн» (Әл-Исра йәғни Төндә күсереү сүрәһе. 1, 154).
«Кем изге эштәр эшләһә һәм иман килтерһә, ул йәберләүҙән дә, ҡыҫыуҙан да ҡурҡмаҫ» (Та һа сүрәһе. 1, 175).
«Кем тәүбә ҡыла һәм изге эштәр эшләй, ул, ысынлап та, Аллаға хаҡ ҡайтыу менән ҡайта... Һәм: «Раббыбыҙ! Беҙгә ҡатындарыбыҙҙан һәм тоҡомдарыбыҙҙан күҙ ләззәте (шатлыҡ) бир һәм беҙҙе тәҡүәлеләргә өлгө (иман) ит!» — тиеүселәр» (Әл-Фурҡан йәғни Айырғыс сүрәһе. 1, 200).
Яҡшылыҡ. Яманлыҡ
Халҡыбыҙҙа борон-борондан яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ ҡыла торған йола бар. Һәр кемгә яҡшылыҡты белеү һәм һөйөү зарур. «Урал батыр» эпосында әйтелгәнсә:
Донъяла мәцге ҡалыр эш —
Донъяны матур төҙөгән,
Багты мәцге биҙәгән —
Ул да булһа — яҡшылыҡ.
Күккә лә осор — яҡшылыҡ,
Ьыуга ла батмаҫ — яҡшылыҡ,
Утҡа ла янмаҫ — яҡшылыҡ,
Телдән дә төшмәҫ — яҡшылыҡ.
Шулай итеп, яҡшылыҡ ҡылыу, яҡшыны күреп фекер итеү иң мөһим, иң күркәм сифат. Яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ — һәр кешенең эшелер, яманлыҡҡа яҡшылыҡ — ир кешенең эшелер. һәр ата-инә балаһын яҡшылыҡҡа күндерергә бурыслы. Сөнки яҡшынан — инабат, ямандан — касафат. Яман юлды быуыр, илде боҙор, боҙоҡлоҡ ҡылыр. Кешенең тыштан бер төрлө, эстән
335
икенсе төрлө булыуы, йәғни икейөҙлөлөгө лә — боҙоҡлоҡ, аламалыҡ. Был донъяла яҡшылыҡ ҡылыу, яманлыҡты яҡшылыҡ менән ҡыуыу хәйерле һәм сауаплы.
«Донъя һәм әхирәт тормошо тураһында! Улар һинән етемдәр тураһында һорай: «Уларға изгелек күрһәтеү — яҡшылыҡ»,— тип әйт. Әгәр һеҙ улар менән ҡатнашһағыҙ, улар — һеҙҙең ҡәрҙәштәрегеҙ һәм Алла боҙоҡлоҡ ҡылыусыны яҡшылыҡ ҡылыусынан айыра. Әгәр Алла теләһә, һеҙҙе бәлә-ҡазаға дусар итер ине. Ысынлап та, Алла бөйөк, хикмәтле!» (Әл-Бәҡара йәғни Һыйыр сүрәһе. 1, 35).
«Ике йөҙлө ирҙәр һәм ике йөҙлө ҡатындар — береһе икенселәренән тыйылғанды эшләргә ҡушалар һәм хупланған эштәрҙән тотҡарлайҙар, ҡулдары һаран. Улар Алланы онотто һәм Алла уларҙы онотто. Ысынлап та, икейөҙлөләр — боҙоҡ кешеләр!
Ике йөҙлө ирҙәргә һәм ҡатындарға һәм кафырҙарға Алла мәңге йәшәү урыны итеп тамуҡ үәғәҙә итте. Урындары шул уларҙың! Уларҙы Алла ләғнәтләне һәм уларға — өҙлөкһөҙ ғазап.
һеҙҙән элек булғандарға кеүек! Улар һеҙгә ҡарағанда көслөрәк тә, уларҙың малдары ла, балалары ла күберәк ине һәм үҙ өлөштәренән рәхәтләнделәр. Һеҙҙән элек килгән кешеләр үҙ өлөшөнән рәхәтләнгән кеүек, һеҙ ҙә үҙ өлөшөгөҙҙән рәхәтләндегеҙ һәм улар [боҙоҡлоҡҡа) сумған кеүек, һеҙ ҙә сумдығыҙ. Быларҙың эштәре донъяла ла һәм әхирәттә лә юҡҡа сығыр! Бына ошолар — зыян күреүселәр!
Ә иман килтергән ирҙәр менән иман килтергән ҡатын-ҡыҙҙар — береһе икенсеһенә дуҫ. Улар хупланған эшкә ҡушалар, тыйылғандан тотҡарлайҙар, намаҙ торалар, зәкәт бирәләр, Аллаға һәм Уның рәсүленә буйһоналар. Быларға Алла рәхмәтен ҡылыр. Алла бөйөк, рәхмәтле!
Алла иман килтергән ирҙәргә һәм иман килтергән ҡатын-ҡыҙға мәңге унда йәшәү өсөн аҫтында йылғалар ағып торған йәннәт баҡсаларын һәм ожмах баҡсаларында яҡшы урындар үәғәҙә итте. Ә Алланың ризалығы ҙурыраҡ, был — бөйөк уңыш!» (Әт-Тәүбә йәғни Тәүбә сүрәһе. 1, 111—112).
«Яманлыҡты яҡшылыҡ менән ҡыуыусылар. Быларға йорттоң бүләге — ожмах баҡсалары. Унда уларҙың изге
336
булған ата-инәләре, ҡатындары һәм балалары инер. Уларға фәрештәләр бөтә ишектәрҙән инер: «Сабырлы булғанығыҙ өсөн һеҙгә сәләм!» Ниндәй яҡшы йорттоң бүләге!
Ә инде Аллаға һүҙ биргәндән һуң үәғәҙәләрен боҙоусылар һәм Алла берләштерергә ҡушҡанды киҫеүселәр, ер йөҙөндә боҙоҡлоҡ таратыусылар, уларға — ләғнәт һәм уларға — яман йорт!
Алла теләгән кешегә ризыҡты киң ҡыла һәм үлсәп, ә улар фани донъяға шатланалар, әммә был донъя әхирәткә ҡарата фәҡәт [уаҡытлы] файҙаланыу!
һәм иман килтермәгән кешеләр: «Әгәр уға Раббыһы тарафынан берәй аят индерелһә ине!» — тиҙәр. Әйт: «Ысынлап та, Алла теләгән кешене юлдан яҙҙыра һәм Унан ғәфү ялбарған кешене тура юлға күндерә!»
Иман килтергән кешеләрҙең күңелдәре Алланы иҫкә төшөргән уаҡытта тыныслана. Эйе, Алланы иҫкә алыу менән күңелдәр тыныслана.
Иман килтергәндәр һәм изгелек ҡылғандар — уларға рәхәтлек һәм яҡшы урын» (Әр-Рәғд йәғни Күк күкрәү сүрәһе. 1, 139).
«Иман килтергән һәм яҡшы эштәр эшләгән кешеләргә уларҙың эшләгән эштәре өсөн туҡтау һәм тороу урыны йәннәт баҡсалары булыр. Әммә боҙоҡлоҡ ҡылған кешеләргә — урындары ут. Улар унан сығырға теләгән һайын шунда кире ҡайтарылыр һәм уларға: «һеҙ ялған тип иҫәпләгән ут ғазабын татығыҙ инде!» — тип әйтелер» (Әл-Сәждәһ йәғни Сәждә сүрәһе. 1, 227).
«Тәҡүәлеләр, ысынлап та, имен урында: баҡсалар һәм шишмәләр араһында, ебәктән һәм ҡытаттан кейем кейерҙәр, бер-береһенә ҡаршы ултырырҙар. Бына шулай! Һәм Беҙ уларҙы ҙур ҡара күҙлеләр менән ҡушабыҙ. Улар унда именлектә, һәр төрлө еләк-емеш һорай. Беренсе үлемдән башҡа улар унда үлемде татымаҫ... » (Әд-Духан йәғни Төтөн сүрәһе. 1, 272).
«Алла кешеләргә бер нәмәлә лә залим түгел, кешеләр үҙ-үҙҙәренә золом ҡыла» (Йунус йәғни Юнус сүрәһе. 1, 119).
«Ысынлап та, Алла ғәҙел булырға һәм изгелек ҡылырға, яҡындарға бүләк бирергә ҡуша, зина ҡылыуҙан һәм тыйылған эште эшләүҙән, кешеләргә йәбер-золом
337
ҡылыуҙан тыя. Алла һеҙҙе өгөтләй, моғайын, һеҙ аҡылға килерһегеҙ» (Ән-Нәхл йәғни Бал ҡорто сүрәһе. 1, 152).
«Ул көндө һин иман килтергән ирҙәрҙе һәм ҡатындарҙы күрерһең. Уларҙың нурҙары алдарынан һәм уң яҡтарынан йөрөр... » (Әл-Хәдид йәғни Тимер сүрәһе. 1, 297).
Әҙәп. Иман
Аҡһаҡалдар аҡылы буйынса, әҙәмде әҙәм иткән — әҙәп. Әҙәм фәрештә булмаһа ла, әҙәпкә ғәҙәтләнеү фарыз. Сөнки әҙәп барҙа — иман бар, оят бар, әҙәп юҡта— иман юҡ. Шуға ла әҙәп ҡағиҙәләрен һаҡлауға әүәл-әүәлдән бик ҙур әһәмиәт бирелгән. Ҡыҙҙы инәһе, улды атаһы өйрәткән һәм һаҡлаған. Әхлаҡ-әҙәп ҡанундары Ҡөрьәндә лә билдәләнгән.
«Иман килтергән ир кешеләргә әйт: улар [тыйылғанға] күҙҙәрен йомһондар һәм оят ерҙәрен һаҡлаһындар, был — улар өсөн таҙараҡ. Ысынлап та, улар ҡылған эштәрҙән Алла хәбәрҙар!
һәм иман килтергән ҡатындарға әйт: улар күҙҙәрен йомһондар, оят ерҙәрен һаҡлаһындар, күренеп торғандарынан башҡа үҙҙәренең биҙәктәрен күрһәтмәһендәр, түштәрендәге уйымдарына бөркәнсектәрен ҡаплаһындар, үҙҙәренең ирҙәренән йәки аталарынан, йәки ҡайныларынан, йәки улдарынан, йәки ирҙәренең улдарынан, йәки ир туғандарынан, йәки ир туғандарының улдарынан, йәки ҡыҙ туғандарының улдарынан, йәки үҙ тирәһендәге ҡатындарынан, йәки үҙҙәренең уң ҡулдары биләгәндән, йәки енси теләге булмаған ир хеҙмәтселәрҙән, йәки ҡатындарҙың шәрәлеген аңламаған ир сабыйҙарҙан башҡаларға биҙәктәрен күрһәтмәһендәр һәм аяҡтарында ниндәй биҙәктәр йәшеренгәнен белдереү өсөн аяҡтарын бәрмәһендәр. Эй, иман килтергән кешеләр, бөтәгеҙ ҙә Аллаға тәүбә ҡылығыҙ, моғайын, һеҙ бәхетле булырһығыҙ!» (Ән-Нур йәғни Нур сүрәһе.
-
193).
«Мосолман ирҙәр һәм мосолман ҡатындарға, иман килтергән ирҙәр һәм иман килтергән ҡатындарға, буйһоноусы ирҙәр һәм буйһоноусы ҡатындарға, тоғро ирҙәр һәм тоғро ҡатындарға, түҙемле ирҙәр һәм түҙемле ҡатындарға, түбәнселекле ирҙәр һәм түбәнселекле
338
ҡатындарға, хәйер биреүсе ирҙәр һәм хәйер биреүсе ҡатындарға, ураҙа тотоусы ирҙәр һәм ураҙа тотоусы ҡатындарға, үҙҙәренең ғиффәтен һаҡлаусы ирҙәр һәм ғиффәтен һаҡлаусы ҡатындарға, Алланы күп тапҡыр иҫкә алыусы ирҙәр һәм Алланы күп тапҡыр иҫкә алыусы ҡатындарға — уларға Алла ярлыҡау һәм бөйөк әжер әҙерләне! Иман килтергән иргә лә, иман килтергән ҡатынға ла, Алла һәм Уның рәсүле берәй эште хөкөм ҡылғандан һуң, уларҙың эштәрендә ихтыяр булмай. Ә кем Аллаға һәм Уның рәсүленә ҡарышһа, ул асыҡ аҙашыу менән аҙашты инде» (Әл-Әхзәб йәғни Фирҡәләр сүрәһе. 1, 230).
«Бөгөн һеҙгә яҡшы нәмәләр хәләл ителде: иман килтергәндәрҙән ғиффәтле ҡатындар һәм һеҙгә ҡәҙәр китап бирелгәндәрҙән ғиффәтле ҡатындар, әгәр үҙегеҙ ғиффәтле булып, аҙғынлыҡҡа бирелмәй һәм йәшерен һөйәркә тотмай әжерен түләһәгеҙ. Әгәр кем имандан ҡайтһа, уның эше юҡҡа сығыр һәм әхирәттә отолоусыларҙан булыр» (Әл-Мандә йәғни Аш табыны сүрәһе.
Достарыңызбен бөлісу: |