Халҡым хазинаһЫ



бет13/19
Дата15.06.2016
өлшемі2.19 Mb.
#137424
1   ...   9   10   11   12   13   14   15   16   ...   19
Ҡыҙлыҡ. Милли йолаларҙа ҡыҙлыҡ намыҫы культы изге һаналған. Ғиффәтһеҙ ҡыҙҙарҙан нәҫелгә оҡшамаған нәҫел тыуғанын халыҡ йәшәйештә күп һынаған. Шуға ла ата-инә, йорт-ил төрлө саралар ҡулланып, ҡыҙ-ҡырҡынды осраҡлы енси мөнәсәбәттәрҙән ныҡ ҡурсалаған. Сафлығын юғалтҡандар — боҙоҡ, кейәүгә сығырға лайыҡһыҙ, тип ҡаралған. Хаҡ булған икән ҡанбабалар. Беҙҙең заман ғалим-генетиктары раҫлауын

236




са, донъяға киләсәк балаларға, уларҙың шәхси сифаттарына ҡыҙ менән булған тәүге ир-егет ғүмерлек йоғонто яһай. Тыуасаҡ балаларҙың генофондын, биологик нигеҙен никахлы ир, законлы атай түгел, ә ҡыҙҙың ҡыҙлығын алыусы һала һәм нәҫелдең ген атаһы булып тора. Йыш ҡына ғаиләлә: «Был бала кемгә тартҡан, атаһына ла, инәһенә лә оҡшамаған?» — тип аптырайҙар. Үҙ атаһын яратмаған ҡыҙ йәки ул инәй аша тәүге ирҙең һыҙаттарын һеңдерә һәм ғаилә именлеген боҙа икән.

Бәғзе генетиктарҙың, психологтарҙың фекеренсә, енси мөнәсәбәткә ингән ҡатын-ҡыҙ ир-егеткә оҙаҡ ваҡыт энергетик йәһәттән бәйле ҡала, ә ҡыҙлығын алыусыға ғүмерлеккә ҡеүәһен бирә. Шуға ла ғиффәтле ҡыҙға әйләнеү, уның нескә кимәлдәге дәртләндергес, илһамландырғыс ҡөҙрәтенә эйә булыу фарыз. Борон бер нисә ҡатынға әйләнеү ҙә нәҡ шуға бәйле. Ә күп ирҙәр менән сыуалған ҡатын-ҡыҙ көс-ҡөҙрәтен юғалта, зәғиф, ауырыу балалар тыуҙыра.

Йыуаса. Туйҙың икенсе көнөндә йыуасалап сәй эсеү йолаһы бар. Йыуаса — сөсө ҡамырҙан майҙа ҡайнатылып бешерелгән, егет яғы туйға күстәнәс итеп алып барған ашамлыҡ. Ҡоҙа-ҡоҙасалар күстәнәс күтәреп бейегәндә, йыуасанан ауыҙ иттергәндә йыуаса йырҙары башҡарыла. Улар уйын-көлкө, шаярыу мотивтарына ғына ҡоролған кеүек. Ләкин ҡоҙа-ҡоҙағыйҙың бай — ярлы, һаран — йомарт булыуына ишара ла сағылып ҡала:

Беҙҙең ҡоҙа хәлле икән,

Йыуасаһы баллы икән.

Ышанмаһаң, ашап ҡара,

Вал-шәкәрҙән тәмле икән.

Йәки:

Ҡоҙа килде яҙ гына,

Килгән юлы һаҙ гына.

Көнкүреше насар микән,

Йыуасаһы аҙ гына.

Аръяҡта ла сыйырсыҡ,

Бирьяҡта ла сыйырсыҡ.

Ҡоҙагыйҙың ашаганы Ҡаты-ҡото ҡыйырсыҡ.

237


Сеңләү. Сеңләү — туй тамашаһының кульминацион нөктәһе. Ул бөтә туй йолаларына тәрән эмоциональ- драматик төҫ бирә. Сеңләү илау-һыҡтау менән оҙатыла бара һәм үҙенә генә хас көйө менән йәшәй. Сеңләүҙәр тәғәйенләнеше, кемгә, нимәгә йүнәлтелеүенә ҡарап та күп төрлө. Уларҙың йөкмәткеһендә ҡыҙҙың тыуған ере, йорто, йәшлеге менән хушлашыуы, малға һатылыуы, үпкә белдереүе һүрәтләнә.

Сеңләүҙәрҙең йөкмәткеһе уларҙың бик боронғо замандарҙа барлыҡҡа килеүе, халыҡ ижадындағы башҡа жанрҙар (эпос) менән ҙур уртаҡлығы тураһында һөйләй. Был уртаҡ мотивтар бигерәк тә кейәүгә бирелгән ҡыҙҙың ата-инәһенә булған мөрәжәғәте формаһында сағыла. Сеңләүҙәрҙең үҙенсәлекле формалары «Алпамыша», «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу» сюжеттарында һаҡланып ҡалған. Бында сеңләү тигән һүҙ ҙә ҡулланыла. «Алпамыша»ла Барсынһылыу егетте өйөнә кейәү итеп алып ҡайта. Бында сеңләүҙе башҡарыу функцияһы ла башҡараҡ — ҡыҙ ағаһынан, инәһенән, атаһынан кейәүгә сығырға ризалыҡ һорай. Тәүҙә атаһына мөрәжәғәт итә (6, 40):

Торсо, атай, торсо, атай,

Ҡыҙыңа йомшаҡ, булсы, атай.

Өйөңә кейәу алып килдем,

Тороп ҡулың бирсе, атай,

Улың итеп курсе, атай!

Арҡа тулы ала бейә,

Тугай тулы туры бейә,

Бирнә итеп бирсе, атай ?

Инәһенә:

Торсо, инәй, торсо, инәй,

Ҡуҙ йәшемде курсе, инәй,

Өйөңә кейәу алып килдем,

Шуга ҡулың бирсе, инәй ?

Арҡа тулы ала бейә,

Тугай тулы туры бейә,

Бирнә итеп бирсе, инәй ?

Сеңләү мотивтары бигерәк тә түбәндәге юлдарҙа асыҡ күренә:

238


Атаҡайым, гәзиз атаҡайым,

Ҡыҙыңдың күҙ йәшен күрһәнә,

Күрһәнә, атаҡайым, күрһәнә,

Алпамыша тигән батырга Кейәү итеп ҡулың бирһәнә,

Бирһәнә, атаҡайым, бирһәнә!

Ҡыҙың тиң иткән Алпамышаны Үҙ улыңдай итеп күрһәнә,

Күрһәнә, атаҡайым, күрһәнә!

Сеңләүҙәрҙең әйтеш (диалог) формаһы һирәк осрай. Ундай форма бер нисә иртәктә генә һаҡланып ҡалған. Ата менән ҡыҙ әйтешенең бер төрөн Әбйәлил районында яҙып алыу бәхетенә ирештем. Уны бында «Зи- ләйлүк-Күдрәйлүк» тигән исем менән әйтемләйҙәр:

Ҡыҙы:

Менеп кенә сапҡан толпарым Аяҡтары тайып һөрөндө.

Күк толпарга ҡарап уйлай торгас,

Әжәлдәрем яҡын күренде.

Атаһы:

Толпар тайһа, балам, ат табылыр,

Атаң һүҙен ныҡлап тот инде:

Тәңре хаҡы итә ир хаҡын да

Кейәүемде һаҡлап тот инде.

Ҡыҙы:

Кеше хаҡын белгәс, гонаһ булгас,

Ниңә балаң хаҡын оноттоң ?

Илле йәшлек ҡартҡа көсләп биреп,

Ниңә күҙ йәшемде күл иттең ?

Атаһы:

Урынлаштырҙым, балам, хур булмаҫ тип, Дәүләт эйәһе ҡунган бай ергә.

Тамагың туҡ булыр, өҫтөң бөтөн, Шатланырһың, балам, гүмергә.

Ҡыҙы:

Атам-инәм, тинем, хөрмәт иттем,

Иәш башыма дога алам тип,

239


Аяуһыҙлыҡ иттец, малга һаттыц,

Зинһар, әйтмә мине, балам, тип.

Атаһы:

Йөрәкһемә, балам, йөрәкһемә,

(Э)рәнйетмә мәгәр ир хаҡын.

Әхирәт рәхәтен күрә алмаҫ (Э)рәнйеткән ҡатын ир затын.

Ҡыҙы:

Инде генә, атай, йәшәй алмам, һөйә алмам уны тиң итеп.

Әхирәт рәхәтен күрмәһәм дә,

Хурлыҡ күрмәм, бәхетем, мал бөтөп.

Ҡыҙҙы оҙатыу мәлендә ҡаршылыҡ мотивтары айырыуса көсәйә. Китергә аттар егелгәс, сеңләү башлана. Ҡыҙҙы оҙатырға ауылдаштары йыйыла. Шаршау аҫтында тороп, еңгәләр ҡыҙ исеменән сеңләй башлай. Махсус әҙерлеге, тәжрибәһе булған сеңләүселәр, ғәҙәттә, ҡоҙағыйға, кейәүгә, уларҙың яҡындарына сеңләй. Ҡайһы берҙә ҡыҙ шаршау аҫтында еңгәләр менән бергә үҙе лә сеңләй. К. Мәргән был мәсьәлә буйынса ошондай фекерҙә тора: «Сеңләүҙәрҙе характерлай торған поэтик материалда һүҙ һәр ваҡыт беренсе заттан (ҡыҙ исеменән) барғанлыҡтан, ҡайһы бер фольклорсылар араһында сеңләүҙе күсеп китеүсе ҡыҙ башҡара тигән хата фекер урын алған. Сеңләүҙе, ғәҙәттә, махсус әҙерлеге булған оҫталар (еңгәләр) башҡара...» (47, 53)

Ләкин китеүсе ҡыҙҙың сеңләү мәлендә үҙенең дә ҡатнашыуы мөмкин. Ғәҙәттә, туй барғанда, бигерәк тә никах ҡыҙҙың ризалығынан башҡа үткәрелгән осраҡта, китеүсе ҡыҙҙың әүҙемлек күрһәтеүе бик тә ихтимал. Быны ул тап сеңләү мәлендә иҫбатлай ала. Был күренеш Ж. Ғ. Кейекбаевтың «Туғандар һәм таныштар» (31) романында бик отошло яҡтыртылған. Әлбиттә, романда сеңләүсе ҡыҙ Фатима әҙәби образ, мәгәр унда тормош ысынбарлығы сағыла.

Сеңләүҙе туйҙа ҡатнашыусылар күмәкләп илау-һыҡ- тау менән тамамлаған. Бында ҡыҙҙы йәлләү, уның ҡайғыһын уртаҡлашыу ауаздары ишетелеп ҡала. Башҡортостандың ҡайһы бер төбәктәрендә ҡыҙҙы күсерер

240




алдынан ағай-энеһенә, хатта бөтә ауылға йөрөтөп сеңләткәндәр. Туғандаш ҡаҙаҡ халҡында ла ҡыҙ китер саҡта ауыл, ырыу менән хушлашыу йолаһы бар. Ҡыҙ янына еңгәләре менән йәш килендәр йыйылып, уны шаршау аҫтына алып, яҡындары менән күрешер өсөн, ауыл араһына алып сығып, өйҙән өйгә йөрөп сеңләйҙәр. Өйҙән өйгә йөрөп сеңләү башҡорттарҙа бик боронғо йола булырға тейеш. Бер яҡтан, ҡыҙ үҙ яҡындарынан башҡа тыуған ауылы, уның кешеләре менән хушлаша. Икенсенән, бында бөтә ырыуҙаштар туйҙы атҡарышыуҙа ярҙам итә. Туйҙың борон күмәкләп башҡарылыуы хаҡында белешмә был. «Ҙур шаршауҙы дүрт кеше дүрт мөйөшөнән тартып, юғары күтәреп, киреп тотоп торалар ҙа, күсер ҡыҙҙы иптәштәре менән бергә шаршау аҫтына алалар. Ошолай итеп, шаршау аҫтында өйҙән өйгә йөрөп сеңләп, ҡыҙҙы илатып, күрештереп йөрөйҙәр. Һәр бер өйҙә өйҙәгеләргә тәьҫир итерҙәй һүҙҙәрҙе әйтеп сеңләйҙәр. Бер өйҙә әйтелгән һүҙҙәрҙе мөмкин тиклем, икенсе өйгә ингәс, әйтмәҫкә, сеңләүҙә оҫталыҡ күрһәтергә тырышалар. Өйөнә күсер ҡыҙ инеп сеңләгәндән, һәр бер өй хужаһы күсер ҡыҙға табаҡ- һауыт кеүек нәмәләрҙән бүләк биреп сығарырға тейеш була» (41, 19-20).

Ҡайһы бер төбәктәрҙә ҡыҙ тағы ла ер-һыу менән бәхилләшә, уның эйәһенә онотмау өсөн билдә: суҡ, еп, ҡаҡы (үҫемлек) ҡалдыра. Был йолала ла боронғо аң кимәле тыуҙырған ышаныу-табыныуҙың бер шаңдауын күреп була. Күсер ҡыҙ илай-илай, табына-табына бүләген берәй ағасҡа элеп йәки бәйләп ҡайта.

Сеңләүҙән үрнәк:

Аршын да аршын аҡ уҡа

Аҡбуҙ атҡайыма дилбегә.

Илап та илап суҡ бәйләйем

Тыуган ипкәйемә билгегә.

Күп урындарҙа ҡыҙҙы оҙатыу алдынан уға инәһе, еңгәләре өгөт-нәсихәт әйтә. Был һамаҡ оҙатыуға бәйле тыуған, уны ҡәйнә йортона төшкәс әйтелгән «бит асыу» һамағынан айырып ҡарарға кәрәк. Бындай һамаҡтарҙа йәш киленгә әҙәпле, тыйнаҡ булырға саҡырыу, өгөтләү мотивтарын асыҡ күрәбеҙ:

241


Кейәү йортона баргас, Әгәр бүләк бирһәләр,

Албырганма, ҡыҙыҡай, Йөҙөңә һөрт, ҡыҙыҡай.

Ҡыҙҙар ҡарты алганда, Өлкәндәрҙе күрерһец

Ыргып төшмә, ҡыҙыҡай. Сүгәләп ҙурла, ҡыҙыҡай.

Ҡәйнәңдән бүләк алмай, Әҙәпле, тип һөйләрҙәр,

Ишек асма, ҡыҙыҡай. һине күргәс, ҡыҙыҡай.

Н. X. Мәҡсүтова яҙмаларынан күренеүенсә, ҡыҙ оҙатыу алдынан Мәсетле районында «тахы таҡыйа уйнаталар, өйөрсөк кеүек өйөртөп, килендең биленә ҡәйнә бер фырансус йаулыҡ бәйҙәй. Аны төбәккә алып сығалар, өйөрмәҫ уйнарға, йә арпа тапатырға сығыу тейҙәр. Аны тапашып бөткәс, ҡәйнәһе биленән сисеп ҡыҙҙың башына бәйҙәбейә» (43, 76). Ошо йоланы башҡарыу — ҡыҙҙың ҡәйнә ҡулына күсеүенә, уға буйһонорға тейешлегенә ишара.

Китер ваҡыт еткәс, ҡыҙҙы кейәү килтергән кейемгә кейендерәләр, башына ҡашмау һалалар, түшенә селтәр ҡуялар. Әхирәттәр, еңгәләр йырлай, ҡыҙ илай.

Зур тәҙрә төбөндә

Баллы кәнфит ята бер киҫәк;

Ҡыҙ балаҡай, ҡыҙ балаҡай,

Ҡыҙ балаҡай гүмереаҡ сәсәк.

Анау ҙа тауҙың башында Ҡурай гына уйнай ел менән;

Млама ла, әхирәт, илама,

Бер һин генә түгел, ил менән.

Ҡыҙын оҙатҡанда инәһе теләген әйтә:

Селтәрең - тояҡтарың, балаҡай,

Ҡойоп, ергә түшәмә.

Төҫөң боҙоп, теш ыржайтып, балаҡай, Йәмәгәтеңде үртәмә, һаъынганда тау саҡыр, балаҡай, һаргайганда һыу саҡыр, балаҡай.

Бында ла тау һәм һыу культына, төрлө тотемдарға мөрәжәғәт итеү сатҡыһын күрергә мөмкин.

Туйҙың һуңғы көнөндә «сыбыртҡы ите» бешерәләр, һыйҙан һуң бер кеше ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарының арҡаларына әкрен генә сыбыртҡы менән һуға. Арҡа буйына

242




һуғылған ҡунаҡ аҡса һала. Ҡыҙ хаҡын сығарыу «сыбыртҡы ите»ндә лә ярылып ята.

Өйҙән сыҡҡанда ҡоҙағый хәйер тарата. Ағаһы ҡыҙҙы кырандасҡа ултыртыр алдынан бер күтәрә, бер ергә баҫтыра. Дуғаларға һөлгөләр, йыртыштар бәйләнә. Кейәү йыуаш булһа, ҡыҙ кырандасын алдан сығарып ебәрәләр. Былай иткәндә: «Ҡатын тормош эшендә иренән алда булыр, ә ире ҡатын һүҙенән сыҡмай, уның ауыҙына ҡарап торор», — тип ырымлайҙар.

Аттар йорттан сыҡҡанда, бала-сағаға кейәү бер ус аҡса, тағы ла кәнфит һибә. Туй аттарын һыбайлылар ҡыуа китә, сабып барып, кейәүҙең бүреген алалар. Аҡса һонғас, кире бирәләр.

Килен төшөрөү. Килен төшкән урынға халыҡ йыйылып, ҡапҡа асып, уның килеүен көтөп тора. Байрам итәләр, йырлайҙар. Уйнап килгән аттарҙы тотоп, егеттәр дуғаларҙы, һөлгөләрҙе сисеп ала. Аттар йортҡа кергәндә, бер нисә тапҡыр мылтыҡтан аталар: йәнәһе, ен-шайтанды индермәйҙәр.

Ҡәйнә йәки морондоҡ инәй икмәк, май алып сығып киленгә ауыҙ иттерә. Бынан һуң морондоҡ инәһе килеп: «Килен таянып төшөргә мал һорай», — тип әйтә. Бер баш мал килтерәләр, килен шуға таянып төшә. Киленде ҡултыҡлап өйгә алып инәләр. Мал культы Силәбе әлкәһе Ҡоншаҡ башҡорттарының туй йолаһында ла сағылып ҡала. «Аттан төшмәҫ борон айағына йаһтыҡ бырғыйҙар, бер башмаҡ терәйҙәр. Ниғмәттәр былтыр ғына шолай төшөрҙөләр: ҡыһ йаһтыҡҡа баһа, танаға тайана» (43, 212). Ошо туй йолаһы 1962 йылда

Н. X. Мәҡсүтова тарафынан яҙып алынған. Малға таянып төшөү йолаһы һуңғы йылдарға тиклем һаҡланып килә. Килендең әйберҙәрен алып керәләр. Уның ҡустыһы һандыҡ өҫтөнән төшмәйенсә ултыра. Һарыҡ әйтмәйенсә йә аҡса һонмайынса төшмәй. Килен, өйгә ингәс, түргә ҡарап өс ҡайтара сәләм ҡыла, ике ҡулы менән һул теҙенә таянып, уң аяғын артҡа һуҙып, тубығын иҙәнгә тейҙерә. Икенсе бер яҡта өс тапҡыр сүгәләп ҡәйнәһенә баш эйә — ҡәйнәгә буйһоноу ошолай белдерелә. Килен урынға ултырмай торһа, уға тағы ла мал инселәйҙәр. Таянсыҡ малы, инсе малына һауын йәки тана һыйыр, ҡолонло бейә, кәзә йәки һарыҡ

243




биргәндәр. Киленде түргә, мендәр өҫтөнә ултырталар. Ул һикегә түшелдерек һалып тора.

Һыу башлау. Ҡыҙҙар, еңгәләр киленде һыу күрергә (башларға) алып китәләр. Йорттан сыҡҡанда, кергәндә мылтыҡтан атыуҙар ҡабатлана. Мылтыҡ атыу киленде зарарлы көстәрҙән һаҡлау, эйәреп килгән ен-шайтан- дарҙы ҡыуыу өсөн эшләнә. Ҡәйнә йортона төшкәс, әйтелгән теләктәрҙең ҡайһы бер вариантында ошо боронғо ышаныуҙарҙың остоғо һаҡланған:

Кабаганан ҡаптырма,

Төйлөгәндән типтермә,

Ен-шайтанды индермә,

Иблисте еткермә.

Карга ҡарҡылдамаһын, һайыҫҡан шыҡырламаһын,

Йот килмәһен, ҡот килһен,

Ырыу эсе т,уҡ булһын.

Һыу юлы йолаһының топ маҡсаты әле генә төшкән киленде ил, ер-һыу менән таныштырыуҙан тора:

һыуҡайҙарга барып, һыуҙар алып, һалҡын һыуҙар тултырып бирәйек.

Килеп генә булып ут,ер юлдыц һуҡмаҡт.арын башлап бирәйек.

Ицбашыца һалып көйәнтәцде, һуҡмаҡтарҙан башлап китерһен,. һыуыгыҙ татлы, илегеҙ матур,

Тагатты бит ҡайгым, тиерһец.

Килен шишмәлә битен йыуа. Ауыҙына балдаҡ йә тәңкә ҡабып һыуға төшөрә. Ҡыҙҙар уны һыу төбөнә бутап юғалта. Был — боронғо һыу культына бәйле йола. Балдаҡ, тәңкә ташлау — һыу эйәһенә бер бүләк, уны ризалаштырыу өсөн үтәлгән ғәҙәт. Сөнки тәңкә һыуға төшкән мәлдә килендең морондоҡ инәһе: «Киленде тотма, тәңкәне тот!» — тип һыу эйәһенә мөрәжәғәт итер булған. Шунан килендең битенә, маңлайына һыу һөрткән.

һыу юлы төрлө ырым-юрауҙарҙы үҙ эсенә ала. Әгәр килен һыуҙы өйгә индергәндә, һыу сәселеп китһә, байлыҡҡа юрайҙар. Ҡоро күнәк күтәрһә, тайып йығылһа,

244




килен бәхетһеҙ һаналып, яман күҙ менән ҡарала. Шуға ла оҙатыу мәлендә ҡыҙ ҡаты иҫкәртелә:

һыу башлауҙа тәү башлап,

Ҡоро күнәк, күтәрмә,

Ҡоро аяҡ килен, тип,

Шомланырҙар, ҡыҙыҡай.

Килен алып килгән һыуҙан сәй ҡайнатып, килен сәйе эсерәләр, килен күрһәтәләр, уны һынайҙар һәм баһалайҙар.

Килен курнисы. Ҡәйнә, килен курнисы (күренеше) итеп, ҡарсыҡ-ҡорсоҡтарға түшелдерек, ҡыҙҙарға сәсмәү, малайҙарға ығырмау (суҡ), йәғни бүләк тарата. Ауыл кешеләренә килен байлығын күрһәтәләр. Ҡайһы бер урындарҙа ҡыҙ бирнәһенә мал әйтеү килен күрергә килгәндә үк талап ителә:

Килен килдекүрегеҙ,

Күрмәлеген бирегеҙ,

Бирә торган малыцдыц Төҫөн әйтеп инегеҙ.

Теләк (бит асыу). Һыуҙан ҡайтҡас, ҡәйнәһе килененә алъяпҡыс быуҙыра. Һамаҡлап, үҙенең теләген, килендең бурыстарын әйтә. Теләкте ҡәйнәгә яҡын икенсе бер ҡатын да башҡарырға мөмкин. Төшкән ҡыҙ йыйылған халыҡ уртаһында өгөт-нәсихәт тыңлай, «ҡолағына алҡа итеп таға». Бит асыу әйтеме — ғаиләнең үҙенә күрә яҙылмаған, ләкин ҡалыплашҡан ҡануны ул. Теләк килендең ғаиләнең ҡағиҙәләренә буйһонорға кәрәклеген, бурыстарын еренә еткереп үтәүҙе талап итә. Өгөт-нәсихәт киленгә хәтһеҙ бурыстар йөкмәтә, ләкин хоҡуҡтары хаҡында белдермәй. Сөнки:

Бәген килгән киленсәк

Ҡәйнә алдында килмешәк.

Йәш килен патриархаль тәртип хөкөм һөргән ғаиләлә хеҙмәтсе ролен үгәргә тейеш. Килендең ҡәйнә ҡулында хеҙмәтсе, ҡол булыуы хаҡында әкиәттәрҙә лә әйтелә. Мәҫәлән, «Ҡәйнә менән бахыр килен» әкиәтендә ҡәйнәһе (11, 98): «Әйҙә, килен, хуш килдең», — тип, янына килгән дә арбанан бәреп төшөргән, ти.

245


Туҡмай-туҡмай эшкә ҡушҡан, ти», — тигән һүҙҙәрҙе уҡыйбыҙ.

Бындағы шиғри материал туйға бәйле булыуы менән иғтибарҙы йәлеп итә:

«Яуыз ҡәйнә тағы ырылдап ҡысҡырҙы, ти:

Ьәй, килен, килмешәк,

Үлә алмаган бер ишәк.

Бешерә белгәс, йәшерә лә бел ине,

Өй ҡыйыгына эл ине».

Халыҡ әкиәтте ыңғай өгөт-нәсихәт менән тамамлай:

Убырга ишек асмагыҙ,

Киленегеҙҙе ҡаҡмагыҙ,

Киленегеҙ ас йөрөмәһен,

Мин күргәнде күрмәһен.

Теләк-әйтемдәре киленде йомшаҡ телле, егәрле, тыңлаусан, ҡәйнә-ҡайны, ир һүҙенән сыҡмаҫҡа саҡыра:

Атац-инәц әйткәндә,

Була күрмә иренсәк.

Урынһыҙга һүҙ ҡатып,

Гонаһҡа батма, киленсәк.

Ҡайһы бер ҡәйнәләр килендең һылыулығын, бөтә ере лә килешеп торғанлығын, килтергән байлығын, ҡулының алтын булыуын данлай, киләсәктә бәхетле йәшәүен теләй.

Борон төрки халыҡтарында өйләнешеүселәрҙең күңелен биләү, кейәүҙе, йәш киленде тылсымлы һүҙ менән арбау, буйһондороу йолаһы ла булған. Кейәү йортона төшкән киленгә шундай арбау һүҙе әйтелгән:

Имен генә килдецме, килен ? Аҡ күңелдән һицә

арбау һалам: Төклө аягыц менән,

Талмаҫ ҡулын, менән, Таймаҫ табанын, менән Йорт-еребеҙгә кил. Юраганыц юш булһын,

Ҡурҡҡаның буш булһын, Яңылышмаҫ юл булһын, Эшең, көнөң уң булһын, Ашың, һыуың мул булһын, Йөҙөң айҙай, һүҙең балдай, Күңелең майҙай булһын! Арыҫландай алты батырың, Еләктәй ете матурың

246


Яҡты Ъонъяга тыуһын. Батырҙарын, мал тапһын, Матурҙарын,

бал(а) тапһын.

Алтыцдыц

алтындай игелеген, Етецден, ебәктәй изгелеген Күреп ҡыуанырга яҙһын!

Килен ҡаршы алыу әйтеме — туй-йола поэзияһының үҙенсәлекле жанры (3, 475—485). Уны асығыраҡ күҙ алдына килтереү өсөн, өгөт-нәсихәт йыйылмаһының бер вариантын килтерәйек:

Әйҙә, матур киленсәк, Булма улай оялсаҡ, Инәңдә һин ҡолонсаҡ, Ҡәйнәңдә һин уйынсаҡ. Әйҙә, әйҙә, төш әйҙә Аҡ тирмәләр эсенә,

Ала балаҫ түшәйбеҙ һинең баҫҡан әҙеңә. Килен, килен, киленсәк, һары бейә ҡолонсаҡ, һайыҫҡандай һаҡ бул, Йомортҡанан аҡ бул, Ҡарсыгалай өлгөр бул, Эштәреңдә үрнәк бул, Ыласындай зирәк бул, Ирең өсөн терәк бул, Яман эштән йыраҡ бул; Килен, килен, киленсәк, Алып төйөн, төйөнсәк, Көндәштәрең турында һүҙ йөрөтмә, киленсәк; Итәк-еңең шапылдап, Ауылсы булма, киленсәк, Ауыҙ-мороноң сапылдап, Ошаҡсы булма, киленсәк; Ҡәйнәң ҡушҡан йомошто Ташлап ҡасма, киленсәк, Иреңә ҡаршы һүҙ әйтеп, Ауыҙың асма, киленсәк; Көндәш менән талашып, Сүмес алма, киленсәк, һьшыр һауыу ваҡытын Йоҡлап ҡалма, киленсәк;

Йоҡлап ятҡан байыңды Тор -торлама, киленсәк, Телсәнләнеп, ҡысҡырып, Саусы булма, киленсәк; Күҙең-башың йымылдап, Күҙсән булма, киленсәк,

Тоҡ ауыҙы буш тиеп, Ҡорот урлама, киленсәк; Олторагың ҡалтырап, Тегендә-бында йөрөмә, Ҡабагандан ҡаптырма, Төйлөгәндән типтермә; Өлкәндәргә ҡайҙа ла Хөрмәт күрһәт, киленсәк, Кеселәргә ҡайҙа ла Үрнәк күрһәт, киленсәк; Ҡарттар менән ирешмә, Ҡәйнәң менән талашма, Апһындарыңа бирешмә, Бәхетле бул, киленсәк; Йылҡыларың ҡолонлап, Яландарҙы тултырһын, Ырыу-ырыу балаларың Ауыл-ауыл ултырһын; Аяҡтары шаҡылдап, Тояҡтары дөңгөлдәп, һыйыр, башмаҡ мөңөрләп, Йортоң баҫһын, киленсәк; Ҡаҙаның ҡаҫмаҡлы булһын, һыйырың башмаҡлы булһын, Умырганың май булһын, Тулгатҡаның бал булһын.

247




Алъяпҡыс быуғандан һуң, килен аш-һыу әҙерләргә ярҙамлаша. Егеттең туғандарында ҡунаҡлашыу дауам итә. Боронғо туйҙарҙа, ҡыҙ төшкәс, яланға майҙан ҡороп, алып барған малды һуйып, туй яһағандар. Туйҙа көрәш, йүгереш, ат сабыштырыу, ҡот сабыштырыу кеүек уйындар булған. Туй дөйөм байрамға әүерелгән.

Ҡәйнә йортонда хеҙмәтсе вазифаһын үтәгән килен әсе яҙмышынан зарланып йырҙар сығарған:

Эреле лә ваҡлы иләкте Сыгарып та ҡуйҙым келәткә.

Үгәй ҙә ту гел, уҙ ҡәйнәм Үткәрә лә әйтә үҙәккә.

Сауыл да башы аҡ мамыҡ,

Баҫҡыс та ҡуйып ҡарайым.

Үгәй ҙә түгел, үҙ ҡәйнәм,

Нисек тә итеп ярайым.

Кешмир генә минец яулыгым,

Ун дуртлелер уныц мисәте.

Ун дүрт кенә йәштә йортҡа төштөм,

Ай -һай ҙа уныц хәсрәте!



Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   9   10   11   12   13   14   15   16   ...   19




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет