Халҡым хазинаһЫ


Ҡоҙағыйға арналған сеңләүҙәр



бет15/19
Дата15.06.2016
өлшемі2.19 Mb.
#137424
1   ...   11   12   13   14   15   16   17   18   19
Ҡоҙағыйға арналған сеңләүҙәр. Ҡыҙ алырға килгән ҡоҙағыйға ла төрлө тупаҫ һүҙҙәр ҡулланып, уны хурлап, тиргәп сеңләү осраҡтары ла булған.

Ошондай сеңләүҙәрҙән үрнәк:

Ҡоҙагый килде«ҡот» килде,

Ҡуйыны тулы бет килде.

Кемде, килде, тип ҡараһаҡ,

Ҡоҙагый тигән эт килде.

Беҙҙец ҡоҙаларҙың, баҫыуы Ҡайын сыбыҡ менән тотолган.

Шунда ла торган ҡоҙагый Ҡарт урыҫ менән тотолган.

Ҡоҙагый күлдәк һораһа,

Башлансыҡ баш бирегеҙ.

Башлансыҡ башын алмаһа,

Арт ягына тибегеҙ.

Ҡәйнәнең яуызлығын һәр килен татыған. Күреүебеҙсә, уның ҡыланышы, характеры, мал-тыуары, йорт- ҡураһы, ер-һыуы кәмһетелергә тейеш. Сеңләүҙәрҙә ҡәйнәнең уҫал буласағы телгә алына:

Беҙ бара ла торган юлдарҙы,

Борма-борма булыр, тинеләр.

Беҙ бара ла торган ҡәйнәне,

Бигерәк мыжыҡ ҡарсыҡ, тинеләр.

260


Кара сәйнүк бирҙеләр ҙә,

Ҡайнамаһын сәйе, тинеләр.

Уҫал ҡәйнәгә бирҙеләр ҙә,

Көн күрмәһен инде, тинеләр.

Килен ҡәйнәнең, тулы хоҡуҡлы хужабикәнең, хеҙмәтсеһенә әүереләсәк. Ул нимә әйтһә — шул киленгә ҡаты ҡанун. Шуға ла ҡәйнә тарафынан «бит асыу» һамағында киленгә хәтһеҙ эштәр йөкмәтелә, яңы ғаиләнең ҡалыплашҡан, нығынған йолаларына бер һүҙһеҙ буйһоноу талап ителә. Бәрелештәр ни тиклем генә үткенләнмәһен, ҡаршылыҡтар киҫкенләшмәһен, ҡыҙға үҙ яҙмышына буйһоноуҙан, ҡәйнәгә баш һалыуҙан башҡа сара юҡ.

Ҡыҙҙың ата-инәһе менән хушлашыуы. Ҡыҙ атаһына бер нисә мәлдә, хәлдә сеңләгән:

  1. Күрешә килгәндә сеңләүе;

  2. Атаһынан бүләк көтөп сеңләүе;

  3. Атаһына биргән ергә риза булмағанда сеңләүе;

  4. Атаһы илағанда сеңләүе.

Сеңләү өйҙән өйгә йөрөп башҡарылған хәлдә, ҡыҙҙы атаһы менән күрештерергә алып килергә тейеш булғандар. Ошо мәлдә ҡыҙ исеменән атаһына түбәндәге сеңләүҙәр әйтелә (41, 19):

Балтырган төбө бал татыр,

Көпшә генә төбө көл татыр.

Атаҡайым, инде мин китәм,

Минең урыныма кем ятыр ?

Ишегем алды туң тимер,

Өшөйөм, атай, туның бир.

Инде лә миңә ат әҙер,

Бәхиллек менән ҡулың бир.

Күлдә йөҙгән ҡаҙҙы тотөрга һауаларҙа оса ҡарагош.

Атаҡайым, инде мин китәм,

Күрешергә килдем, инде хуш!

Балаҡайың китә ят илгә,

Ят илдәрҙә үҫкән ят иргә.

Ят илдәрҙә тороп ерһермен,

Он (о)тма ла барып күрергә.

261


Ошонан һуң ҡыҙ атаһынан бүләк көтөп, түбәндәгесә сеңләгән:

һандыҡ та һандыҡ ҡаҙы бар,

Атаҡайым бармай башламам.

Атаҡайым биргән ҡондоҙ бүрек,

Туҙмай тороп уны ташламам.

Ҡыҙы сеңләгәндән һуң атаһы уға алдан әҙерләп ҡуйған бүләктәрен (ғәҙәттә, кейем-һалым) бирә йәки мал әйтә. Биргән урынға риза булмағанда ҡыҙҙың атаһына сеңләүе:

Атаҡайым бирҙе ҡыл ҡаҙан,

Тиҙ ҡайнамаһын, тигәндер.

Өйөрҙө яуга биргәндер,

Көн итмәһен, тигәндер.

Көмөш тә сулпы билдәндер,

Атаҡайым алып биргәндер.

Белмәй ҙә күрмәй бирмәгән,

Көн күрмәһен, тигәндер.

Ишегем алды йәш үлән,

Ҡаҙ ашарҙай үлән ул түгел.

Әйләнер илгә бирмәне,

Әйләнер илдәр ул түгел.

Ҡыш буйына тибен тибергә Йылҡы тояҡҡайҙары түҙалмай.

Ирекһеҙ генә тотҡон булыуга һатлыҡ ҡына ҡолдар түҙалмай.

Атаҡайым, биргән урынын,

Ҡара гына яуҙай тойола.

Ирекле генә башым ирекһеҙ,

Күҙ йәштәрем һыуҙай ҡойола.

Түҙә алгансы, атай, түҙермен,

Түҙә алмаһам, нимә ҡылырмын ?

Түҙә алмаһам, атай, һүҙем шул:

Ташҡын һыуга төшөп үлермен.

Атаһы түҙә алмай илаһа, ҡыҙ исеменән ошондай сеңләү әйтелгән:

262


Иртән генә тороп ҡысҡырҙым,

Ьандугас балаларын осорҙом.

Илама ла, атай, илама,

Мин яуыздан инде ҡотолдоц.

Уҡа гына ҡуйҙым төйөнгә,

Атаҡайым, һинец өйөңдә.

Илаһац да, атай, ҡуймаҫһыц,

Күререңде күрмәй гүремдә.

Ҡыҙҙың әхирәттәре менән инәһенә сеңләүе:

Ҡарлугасҡайҙың ҡойрого Ҡайсы гына кеүек айыры.

Айырылмаҫ инем, инәкәйем,

Был Хоҙайым үҙе айырҙы.

Биҙәр ҙә биҙәр яулыҡайың Биткәйеңә төшәр, инәкәй.

Минең дә кеүек ҡыҙҙар күрһәң,

Иҫкәйеңә төшәр, инәкәй.

Дүрткел дә дүрткел ҡорамышты Ҡораһым да килмәй, инәкәй.

Дүрт мөйөшлө генә өйөмдән Китәһем дә килмәй, инәкәй.

Күк йөҙөндә йөҙгән болоттоң Күләгәһе төшә битеңә.

Яҡшылыҡ менән бата ҡыл, һагынганда төшһәм иҫеңә.

Күк юрга менән буҙ юрга Ҡалырҙар микән кешнәшеп ?

Инәкәйем, инде мин китәм,

Күрешергә килдем, хушлашып.

Күк юрга менән буҙ юрга Асыҡһалар, инәй, һоло бир.

Китер ҙә ваҡыт тулды инде,

Күрешәйем, инәй, ҡулың бир!

Күреүебеҙсә, сеңләүҙәрҙе башҡарыуҙың эҙмә-эҙлекле бер тәртибе булған. Ата-инәһенә сеңләгәндә ҡыҙ яҙмышынан ризаһыҙлыҡ белдерә. Ул ҡайғы-һағыштың

263




көслө икәнен әйтеп, ниндәйҙер хәйлә табып, ата-инәһенән алып ҡалыуҙы һорай. Сеңләүҙә киҫкенлек менән бергә төшөнкөлөк мотивтары ла ярылып ята.

Ата-инәгә арналған сеңләүҙәр күп. Был тәбиғи ҙә. Ҡыҙ бала тыуғандан бирле улар ҡулында тәрбиәләнгән. Балаға бәхет биреүсе лә, уның яҙмышын хәл итеүсе лә ата-инә. Ләкин ваҡыт етеү менән ҡыҙ ата-инәһенән айырылып китергә тейеш. Йыш ҡына был ҡыҙ теләгенән тыш фажиғәле йүнәлеш ала һәм ҡыҙҙың поэтиклаштырылған протесы, асыуы, үпкәһе булып яңғырай. Сеңләүҙәрҙә малға ҡыҙығып, ҡыҙҙың ҡарт кешегә һатып ебәрелеүе тәҡрир ителә:

Атаҡайым мине йәшләй һатты Бер ашарлыҡ мал өсөн.

Атай-инәй, көтмәгеҙ,

Ьатылган мал ҡайтмаҫтыр.

Байлыҡтарына ҡыҙыгып,

Биреп ебәрәләр ҡартҡа.

Атаҡайым, биреп ебәргәнен, һикһән йәшлек бабай бит.

Икенсе бер осраҡта ҡыҙҙың кейәүгә сығырға йәше етмәүенә баҫым яһала, килгән ҡоҙаның ҡайтып китеүе талап ителә:

Әҙрәс бишмәт, теләһәц нишләт,

Тегелеп бөтмәгән әле.

Килгән ҡоҙа ҡайтып торһон,

Йәшем етмәгән әле.

Ҡайһы бер сеңләү өлгөләрендә ҡыҙҙың үгәй инә ҡағыуына түҙмәй, «йәшләй бисәлеккә сығырға» мәжбүр булыуы телгә алына. Ҡайһы берҙә «бирмәҫтәй кешегә бирелгән» ҡыҙҙың ғүмере фажиғә менән тамамланаса- ғына ишара яһала:

Түҙә алганса, атай, түҙермен,

Түҙә алмаһам, нимә ҡылырмын ?

Түҙә алмаһам, атай, һүҙем шул:

Ташҡын һыуга төшөп үлермен.

264




Сеңләүҙәрҙең ата менән ҡыҙ әйтеше (диалог) формаһында яҙып алынған өлгөләре лә бар. Ләкин ундайҙар һирәк осрай. Бындай үҙенсәлекле диалог формаһы башҡорт халҡының эпик ҡомартҡыларында, иртәктәрҙә сағылған (6, 149):

Атаһы:

Сыбар-апа тайыңды менмәҫе, балам,

Ир -зат ҡашына йөрөмәҫе, бапам.

Ҡыҙ:

Сыбар-ала атымды менәйем, атай,

Әйтеуле егетемде курәйем, атай.

Атаһы:

Ипдән илдәргә йөрөрөм, балам,

Ил гәриптәре булырмын, балам.

Илдә күркәмде табырмын, балам,

Ҡуҙ ы йкүр п ә с тип атармын, балам.

Ҡыҙ:

Илдән илгә йөрөмәҫе, атай,

Ил гәриптәре булмаҫы, атай ?!

Илдәрҙә күркәм табылһа ла, атай, Ҡуҙыйкүрпәс була алмаҫ, атай!

Ҡыҙҙың ағай-еңгәләре менән хушлашыуы. Ҡыҙ китер алдынан ағай-еңгәһе менән дә хушлашырға тейеш. Сеңләүҙәрҙә был күренеш шулай уҡ сағылыш таба:

Ишек алды йәшел үлән,

Кер төшөрә баҫтым, агаҡай.

Ят ерҙәргә инде мин китә мен,

Күрешә лә килдем, агаҡай.

Хушлашыуға килеүҙең икенсе бер маҡсаты — туғандарҙан иҫтәлеккә берәй нәмә алыу:

Агаҡайым сыҡҡан һунарга,

Ҡыҙыл гына төлкө тунарга.

Агасайым, һиңә мин килдем Бер-ике пар туҫтаҡ һорарга.

265


Йәки:

.. .Агасайым, һиңә мин килдем Бер һумлыҡай тәңкә һорарга.

Ағаһы тәңкә бирһә, ҡыҙ уны туғанының иҫтәлеге итеп һаҡлаясағын белдерә:

Силәк тә силәк һары майҙы Агаҡайым килмәй башламам.

Агаҡайым биргән тәңкәне Биҙәктәре бөтмәй ташламам.

Сеңләүҙә ҡыҙ ағаһына үҙенең аяныс хәлен белдерә:

Урындыҡҡайыңа ултырып,

Ойоном да йылы һөт кеүек.

Белмәйһең дә, агасай, хәлемде,

Йөрәккәйем яна ут кеүек.

Ултырҙым да урам уртаһы,

Фәрештәләрҙең дә ҡанаты.

Ултыртмасы, агай, ултыртма —

Ят кешеләрҙең арбаһы.

һауаларҙан килгән ике аҡҡош —

Береһе бәйле, береһе буш.

Бер оянан сыҡҡан ике ҡоштай, Айырылышабыҙ, агай, инде хуш!

Күреүебеҙсә, сеңләүҙәр билдәле бер тәртиптә, ниндәйҙер бер ваҡиғаға, хәлгә бәйләнеп башҡарыла. Быны һыҙыҡ өҫтөнә алыуҙың маҡсаты шул: туйҙа һәр йоланы үтәүҙең үҙенә күрә ырымы, әһәмиәте, тәртибе бар.

Ағай-еңгә менән хушлашҡанда ла шатлыҡ, күтәренкелек ауаздары булмай: «бергә лә тыуып, бергә үҫкән» ағайҙан айырылыуы яманһыу. Тик ағай-еңгә икеһе лә ата-инә һүҙен һөйләй. Ағай ҡарындашын яҡлаһа, ғәҙәт буйынса килешмәгән эш һанала. Ғәмәлдә ағай кәләше һүҙенән сыҡмай. Ҡыҙ икеһенә лә үпкә һүҙҙәре белдерә:

Еңгәкәйем күмәс бешерә,

Биш бармагын тотош бешерә.

Еңгәсәйем менән агасайым,

Әле китмәй, тиеп көйөнә.

266




Ҡыҙ ярҙам һорай, ата-инәһен кире күндерергә өндәй, ләкин ағаһының таш күңелен иретеү мөмкин түгел, уның йөрәге һеңлеһен йәлләп янмай:

Эй, таш тирмән, таш тирмән,

Ташта бейеһәм дә ыуалмай.

Минец агайым таш күцел,

Мин илаһам да иламай.

Ағаһы ни тиклем генә ҡаты күңелле булһа ла, ҡарындашы уны ярата:

Төлкө генә аяҡ., баса тун,

Ят, агаҡай, үҙем ябайым.

Хәтерҙәрен, ҡалган сагыц булһа,

Әйт, агаҡай, үҙем табайым, һәр төрлө лә агас күп булыр,

Баҙыяндай агас булалмаҫ. һәр төрлө лә агай күп булыр,

Үҙ агаҡайымдай булалмаҫ.

Ҡыҙ еңгәһенә сеңләгәндә «ят бауыр» мотивтары өҫтөнлөк ала. Бер яҡтан еңгәләр серҙәш, туйҙағы бөтә эштәрҙе башҡара, ҡыҙҙың да, еңгәнең дә яҙмыштары берҙәй. Икенсенән, еңгә ҡыҙҙың «башын ашай» — сымылдыҡ ҡора:

Бурҙат та шаршау, таҫма бау, һин бәйләнец уны, ецгәкәй.

Килгән ҡоҙа ҡайтыр ине, һин димләнец уны, ецгәкәй.

Сеңләүҙәрҙә сағылғанса, еңгә ҡыҙ өсөн сит кеше, кире образ:

Атыца бесән һал, ецгәй,

Ауыҙлыҡлап ал, ецгәй.

Башыма ла яулыҡ япҡансы,

Ғәзиз йәнемде ал, ецгәй.

Бурҙат та шаршау, ҡылыс бау,

Ҡор тиһәц дә ҡормам, ецгәкәй.

Китер ҙә ваҡыт еттениһә,

Тор тиһәц дә тормам, ецгәкәй.

267


Ҡыҙҙың әхирәттәре менән хушлашыуы. Китер ҡыҙға бергә уйнап үҫкән әхирәттәре менән айырылышыуы ла ауыр. Әле туй барышында уҡ әхирәттәр ҡайғы уртаҡлаша, күмәкләшеп илай, сеңләй, уйын ойоштора, йырлай, бейей, күңел аса, «айырылған бәпкә»не йыуата.

Бигерәк тә экспрессив тойғолар, илау, һыҡтау айырылышыу мәлендә көсәйә. Сеңләүҙәрҙә был бик тәбиғи сағыла:

Мейәскәй ҙә буйы бүтәгә,

Ат аяҡҡайҙарын күтәрә.

Әхирәттәр, хуш булыгыҙ,

Ат егелгән мицә китәргә.

Ишектән сыҡтымҡайырылдым, Ҡапҡанан сыҡтым — айырылдым.

Хуш булыгыҙ, әхирәттәр,

Инде мин һеҙҙән айырылдым.

Күпселек сеңләүҙәрҙә ҡыҙ әхирәттәренә яратмаған кешегә бирелеүен әйтә, уҫал ҡәйнәгә төшөүен, малға һатылыуын белдерә. Шунда ук ҡыҙҙарҙың дөйөм ҡыҙғаныс яҙмышы күҙаллана:

Ҡүк үләнкәй ниңә үҫә икән,

Тапалып та ҡала ҡау өсөн.

Ҡыҙ меҫкенкәй ниңә үҫә икән, һатылып та китә мал өсөн.

Сеңләүҙәрҙә оҙатылыусы ҡыҙҙың тиңдәштәренә лә шундай уҡ көн киләсәге иҫкәртелә:

Ай урынына ай тыуыр,

Көн урынына көн тыуыр.

Әхирәттәр... әй-й-й, илашыгыҙ, һеҙгә лә шундай көн тыуыр.

Был юлдарҙа патриархаль тәртиптәр хөкөм һөргәндә башҡорт ҡыҙҙарының яҙмышы ауыр икәне лә төшөндөрөлә.

Ҡыҙҙың тыуған йорто, тәбиғәт менән хушлашыуы һәм барасаҡ ер тураһында сеңләүҙәр. Тыуған йортто — «алтын бишек»те ҡалдырып китеүҙең яманһыу- лығы бер шәлкем сеңләүҙәрҙең эстәлеген тәшкил итә. «Кендегемде киҫкән ер» кемгә генә ҡәҙерле түгел икән?

268


Алтын гына табаҡ алдым ҡулыма,

Ер еләккәйҙәрен түгергә,

Үҙ илемдә йәр (ө)нөм сәскә кеүек,

Сит илдәрҙә нисек йөрөргә ?

Таҡыя ла башлы тал ҡурай Тауышлы ла була тартырга.

Тыуып, үҫкән илем — ал бишек,

Алгыһатыр инде ҡайтырга.

Тәбиғәт менән кеше — үрелеп үҫкән наҙлы гөл кеүек. Тәбиғәт — гөл, кеше уның сәскәһе. Ә өҙөлгән сәскә һулый. Тыуған ер иң изге, иң яҡын урын:

Иртән генә тороп тышҡа сыҡһам,

Нурланып та балҡып көн тмуган.

Илама ла, илама, тип әйтмәгеҙ,

Тыуган, үҫкән ерҙән кем туйган ?

Ҡыҙ өсөн барасаҡ ер «янып торған тамуҡтай», «йәнгенәһе түҙәр ер түгел».

Атаҡайымдың айбалтаһы Ята-ята тут булыр.

Атаҡайымдың биргән ере Кумалтанан ҡыҙыу ут булыр.

Ошолай итеп, сеңләүҙәр әйтеп, ҡыҙ ер-һыуы, тыуған ауылы, тәбиғәте менән хушлаша, барасаҡ ерҙе яманлай. Китер саҡта яланға, болонға йә урманға барып сеңләй, тыуған ерендә иҫтәлеккә билге ҡалдыра:

Аршын да аршын аҡ уҡа Аҡбуҙатҡайыма дилбегә.

Китер генә саҡта еп бәйләйем Тыуып үҫкән илгә билгегә.

Сеңләүҙәрҙең поэтикаһы

«Перед советской фольклористикой возникла необходимость расширить изучение устного народного творчества, прежде всего той его стороны, которую называют поэтикой» (36).

269




Башҡорт фольклористикаһында ла халыҡ ижадының тарихи поэтикаһын өйрәнеү актуаль проблема булып тора.

Хәҙерге ваҡытта тарихи поэтиканы өйрәнгәндә академик А. Н. Веселовский хеҙмәттәре (18) менән ҡыҙыҡһыныу арта бара. Ул фольклорға, әҙәбиәткә мөрәжәғәт итеп, поэтик формаларҙың эволюцияһын өйрәнде. Уныңса, поэтик формаларға — әҙәби төрҙәр, жанрҙар, поэтик стиль, сюжет инә. Поэтика термины хәҙер художестволылыҡ сараларының бер системаһын (образдар системаһы, композиция, сюжет, поэтик тел һ. б. ) үҙ эсенә ала. Әҙәбиәттә яҙыусының, билдәле бер жанрҙың поэтикаһы хаҡында һүҙ йөрөтә башланылар.

Туй-йола поэзияһының эволюцияһына ҡағылһаң, мәҫәлән, элегерәк тыуған сеңләүҙәрҙә аң кимәле тыуҙырған магик ышаныуҙар сағылыш тапһа, һуңғыраҡ осорҙа барлыҡҡа килгәндәрендә ислам дине йоғонтоһо күренә. Йәнә, тарихи осорҙарға бәйле рәүештә, сеңләүҙәрҙең функцияһы ла үҙгәргән. Ошо үҙгәреш, үҫеш сеңләүҙәрҙең поэтикаһына ла тәьҫир иткән.

«Таким образом, исследование исторической поэтики фольклора — это непременно изучение того, что и как происходит с традицией. Можно было бы сказать, что историческая поэтика всегда имеет дело с различными формами рождения, развития и умирания традиции. Если мы хотим понять новое, надо искать его связь с традицией» (50, 17). Бындай баһаны башҡорт халҡының туй-йола поэзияһының тарихи поэтикаһын өйрәнгәндә лә һис бер шикләнеүһеҙ ҡулланырға була.

Сеңләүҙәрҙең поэтикаһы үҙенең тарихи үҫешендә ҡатын-ҡыҙҙың ысынбарлыҡҡа мөнәсәбәтен, уның художестволы аң-кимәлен сағылдырған. Алдағы бүлектәрҙә, беренсенән, сеңләүҙәрҙең ниндәй социаль ерлектә барлыҡҡа килеүен, йәшәүен, икенсенән, башҡа туй йолалары араһында тотҡан урынын, тәғәйенләнешен, боронғо аң кимәленең сағылышын, өсөнсөнән, туйҙың поэтик жанрҙары менән күп яҡлы бәйләнешен билдәләнек. Материалды шул рәүешсә өс аспектта ҡарау сеңләүҙәрҙең поэтикаһын аңлауға төплө нигеҙ була ала.

Сағыштырма тарихи планда тикшереү ошондай һығымта яһарға мөмкинлек бирә: был жанрҙың йөкмәткеһе ғаиләнең көнкүреше, ҡыҙҙың йәмғиәттәге социаль

270




хәле менән тығыҙ бәйләнгән һәм поэтик системаһы ла ошо күренештәргә бәйле килеп тыуған. Сеңләүҙәрҙең композицион төҙөлөшө, образлылығы... Ә инде эстетик яғын билдәләү — сеңләү тормошто, ҡатын-ҡыҙ яҙмышын нисек, ниндәй саралар менән асыҡлай тигән мәсьәләне хәл итеүҙән тора. Туй-йола поэзияһының тарихи поэтикаһын, уның бөтә проблемаларын байҡау алдағының эше. Был бүлектә тик сеңләү поэтикаһының ҡайһы бер үҙенсәлектәре, ассоциатив һүрәтләү саралары, психологик параллелизм күренештәре, рифма-стро- фа төҙөлөшө, поэтик теле һәм стиле ҡарала.

Сеңләүҙәрҙең ассоциатив һүрәтләү саралары, стиленең образлылыҡҡа бәйлелеге. Йөкмәтке әҙәби жанрҙың һәр төрөндә лә үҙенә ярашлы форманы талап итә. Сеңләүҙең йөкмәткеһе ҡыҙҙың үпкәһен, килеш- мәүен белдереү өсөн өзләп-сеңләп әйтеүҙең ҡулайлы формаһын — талғын ритмға ҡоролған, рифмалашҡан шиғри форманы талап иткән, һағыш-зар, илау-һыҡтау йыр-көй аша белдерелеп, ритмиканың талғынлығы менән яраҡлашҡан. Йөкмәтке эмоционаллеккә бай, ул тыңлаусыларҙы хисләндерергә, уйландырырға, уларҙа йәлләү тыуҙырырға һәләтле. Сеңләүселәр сеңләүҙе ышандырырлыҡ, тулҡынландырырлыҡ итеп башҡара, ябай һүҙҙәрҙән һағыш лирикаһы менән тулы телмәр төҙөй, һүрәтләү сараларының уңышлы ҡулланылыуы сеңләүҙәрҙең экспрессивлығын көсәйтә. Сеңләүҙең художестволы образлылығында хис-тойғо, ҡайғы-хәсрәт өҫтөнлөк итеүе үҙенә хас эмоциональ-экспрессив стиль төрөн тыуҙыра. Был стиль ҡыҙҙың ата-инәһе, ағай-еңгәһе, әхирәттәре, тыуған ере менән хушлашыуын сағылдырған сеңләүҙәрҙә өҫтөнлөк итә. Ҡыҙ тәрән хис-кисерештәре аша хәлен еңеләйтергә, йәлләү тыуҙырырға тырыша:

Ҡатай гына ере һыуыҡ., тиҙәр,

Ҡатып у лер мен микән, инәкәй... әй,

Ҡатай гына ере ҡая-таш, тиҙәр,

Осоп у лер мен микән, инәкәй... әй ?

Сеңләүҙәрҙең художестволы образлылығында билдәле бер ҡараш һүрәтләү-һынландырыу стилен хасил итә. Ошо стиль бигерәк тә кейәү менән ҡоҙағыйға арналған сеңләүҙәргә хас:

271


Кейәү ҙә кейәү, тейһегеҙ,

Кейәүегеҙ генә шул мени:

Ауыҙы ҡаҙан ҡабындай,

Танауы салгы һабындай.

Күреүебеҙсә, кейәүҙең айырым етешһеҙлектәре һүрәтләнеп, уның ҡыҙ күңеленә хуш түгеллеге лә әйтелә.

Бындай төр сеңләүҙәрҙең нигеҙендә сағыштырыу алымы ята. Кире образдар: димсенең, кейәүҙең, ҡәйнәнең тышҡы ҡиәфәте, холҡо икенсе әйберҙең күҙгә ташланып торған яғы, сифаты менән сағыштырылып, ироник төҫ ала:

Анау ҙа тауҙыц ҡыйыгы,

Бынау ҙа тауҙыц ҡыйыгы.

Шунда ла торган кейәүҙец Эт ҡойрогондай мыйыгы.

Сағыштырыуҙарҙың күпселеге айырым торғанда ла мәғәнәһен юғалтмай: шүрәлегә оҡшаулы, кәзә тәкәһе- ләй мығырлай, ике күҙе лә сап-салыш.

Сеңләүҙәрҙә сағыштырыуҙарҙың барлыҡ алымы ла осрай.

  1. Бер нәмәне икенсе әйбергә оҡшатыу:

Арыҡ та тура атыцды Сәгәй итеп ектецме ?

  1. тай-тәй, дай-дәй ялғаулы сағыштырыуҙар:

Атайымдыц биргән ере Янып та торган тамуҡтай.

  1. Кеүек, шикелле, гүйә һүҙҙәре ярҙамында:

Ултырҙым да тәҙрә төбөнә,

Ойоном йылы һөт кеүек.

Инәкәйемдән айырылгас,

Өҙөлөрмөн тегер еп кеүек.

  1. Ассоциатив һүрәтләү сараларынан метафора ҡулланыла:

Еңгәкәйем минең таш бауыр,

Мин илаган саҡта иламай.

  1. Эпитет өлгөһө:

Кара ла йөҙ ҡоҙагый килде,

Алмай ҙа китмәҫ, тимәгеҙ.

272


Бындағы эпитетты яуыз ҡоҙагый тигән һүҙбәйләнеш менән алмаштырырға булыр ине.

  1. Ирония:

Нэп-йәш кенә кейәүҙец Биленә еткән һаҡалы.

Йәки:

Шәп-йәш кенә кейәү емдец Ялтырап тора ҡаҡ башы.

Художестволы образлылыҡтағы аңлатмалы элементтарҙың өҫтөнлөк итеүе кинәйәлелек стилен барлыҡҡа килтерә:

Атаҡайымдың биргән ере Тамуҡ та гына уртаһы.

Мин бара ла торган ҡәйнәне,

Бик ваҡ һүҙле бисә, тинеләр.

Сеңләүҙәрҙә поэтик параллелизмдар төрлө урында килергә мөмкин. Сағыштырыу, сағыштырылған күренеш икеһе йәнәш килгәндә яңы мәғәнә ала:

Эйелер имән, бөгөлөр,

Эйелгәнемде кем белер ?

Эйелеп-бөгөлөп илармын,

Млаганымды кем белер ?

Тәүге юл менән һуңғы өс юлдың берҙәмлеге булмаһа, ҡыҙҙың әйтемләүе ҡоро ғына булыр ине. Ә имән тиклем имәндең бөгөлөүен ҡыҙҙың эйелеп-бөгөлөп илауы менән йәнәш ҡуйыу, был образлы ассоциация ҡатын-ҡыҙ яҙмышының аяныслығын бермә-бер көсәйтә. Ҡыҙҙың хәле, хис-тойғоһо мөһабәт имән менән мәғәнәүи бәйләнешкә инеп, ваҡиғаны ҡатмарлаштыра. Тәбиғәт күренештәре, тирә-йүндәге әйберҙәр ҡыҙҙың кисерештәре менән сиратлашып, психологик параллелизм хасил итә. Шулай итеп, сағыштырыуҙар, поэтик йәнәшәлек ҡыҙҙың кисерештәрен билдәләүҙә әйтеп бөтөргөһөҙ әһәмиәткә эйә.

Художестволы форманың ябай булыуы, поэтик фонетиканың өҫтөнлөк итеүе сеңләүҙәрҙең халыҡсанлығына, тиҙ отоп алыныуына килтергән. Ошолай итеп, сеңләүҙәрҙе һамаҡ формаһында илап-һыҡтап әйтемләү эмоционаллек ҡеүәһен бирә, драматизмды арттыра.

273




Йәнәшәлектең образлылыҡты тыуҙырыуҙа иң боронғо сараларҙың береһе икәнен дәлилләүсе булып та сеңләүҙәр тора.

Күп ваҡытта, сеңләүҙәрҙә образ бармы, тигән һорау тыуа. Салауат Галин билдәләүенсә: «Ҡыҙҙың ата-инә- һенә сеңләүендә иғтибарға торорлоҡ бер образ бар — ул мал образы. Үҙенең бәхетһеҙ яҙмышы, тамуҡҡа тешәүен патриархаль ырыу тәртиптәренән сығып аңлата алмаһа ла, ул бөтә ваҡиғаларҙа ла малдың билдәле бер роль уйнауын яҡшы аңлай» (20, 131).

Асылда сеңләүҙәрҙең үҙәгендә хоҡуҡтарҙан мәхрүм ителгән ҡыҙ образы тора. Ошо индивидуаль образ аша бөтә ҡатын-ҡыҙҙарҙың аяныс яҙмышы күрһәтелә, йәмғиәттәге реаль ваҡиғалар һынландырыла.

Художестволы образдарҙы асыҡлаусы алымдар: эмоциональ экспрессивлыҡ, һүрәтләү-һынландырыу һәм кинәйәлелек сеңләүҙәрҙең поэтикаһын тәшкил итә лә инде.



Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   11   12   13   14   15   16   17   18   19




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет