Халҡым хазинаһЫ



бет8/19
Дата15.06.2016
өлшемі2.19 Mb.
#137424
1   ...   4   5   6   7   8   9   10   11   ...   19

Боронғо Греңияла бал ҡорттарын ҡарау, үрсетеү буйынса тәүге мәғлүмәттәр тупланған. Тәбиғәттең сәләмәтләндереү ҡөҙрәтен дауаланыуҙың нигеҙе итеп иҫәпләгән табип Гиппократ дауалау тәжрибәһендә балды киң ҡулланған. Мәшһүр философ Пифагор үҙенең оҙон ғүмеренең сере бал икәнен белдергән: «Әсегеҙҙе бал менән һуғарығыҙ», — тигән. Философ Демокрит та балдың сәләмәтлеккә һәм оҙон ғүмерлелеккә булышлығын раҫлаған. Ул бал болғанған һыуҙы нервыларҙы тынысландырыу һәм йоҡоно һәйбәтләү өсөн тәҡдим иткән. Гомерҙың «Илиада», «Одиссея» эпик поэмаларында Агамеданың яугирҙәр өсөн тәмле бал эсемлеге әҙерләүе әйтелә. Боронғо Зевс тураһындағы мифта Кронос тарафынан үлемгә дусар ителгән бәпесте нимфалар мәмерйәлә һөткә бал болғап туйындырған.

Ғәрәптәр балды Хоҙай Тәғәләнең тәғәме, әҙәмдәргә бүләге тип иҫәпләгән һәм, ҡорт бағып, ошо изге тәғәм менән ризыҡланған. Мөхәммәт пәйғәмбәр ҡәүемдәренә: «Бал ашағыҙ, һауығырһығыҙ», — тигән. Атаҡлы табип һәм философ Ибн Сина балды тәнде сәләмәтләндереүсе, ғүмерҙе оҙайтыусы ризыҡ вә им булараҡ тәҡдим иткән: «Әгәр йәшлегеңде һаҡлағың килһә, мотлаҡ бал аша. Ул тәнде нығыта, дәрт өҫтәй, аҙыҡты яҡшыраҡ эшкәртеүгә булышлыҡ итә, ашау теләге тыуҙыра. Бал аҡылды аса, телде үҫтерә». «Табиплыҡ фәне ҡануны» хеҙмәтендә Ибн Сина балды саф килеш һәм башҡа ризыҡтар менән ҡулланыу буйынса йөҙ илле тәҡдим әйтә. Мәҫәлән, ул баллы гранат һуты менән йөрәк сир-

153




леләрҙе дауалаған, ҡырҡ биш йәштән һуң балды даими рәүештә ҡулланырға һәм айырыуса грек сәтләүеге менән бергә туҡланырға тәҡдим иткән.

Туҡланыу тәғәме һәм дауаланыу сараһы булараҡ, бал һиндостанда ла юғары баһаланған, тереклек ыуы менән ағыуланғанда, ағыуға ҡаршы торорлоҡ им итеп ҡулланылған. Субтропик климатлы Палестинала, уның тау-ҡаяларында ла ҡырағай бал ҡорттары күстәре мыжғып торған, уларҙы эйәләштереп, ҡортсолоҡ шөғөлө тыуған. Боронғо һинд медицина трактатында (Аюрведа) бал менән дауалау ентекләп яҙылған.

Бал — бик тә татлы, туҡлыҡлы, шифалы һәм диетик үҙенсәлектәргә эйә ризыҡ. Ул ашаған ашамлыҡты эшкәртеүҙе һәм үҙләштереүҙе һиҙелерлек яҡшырта. Икмәк, бутҡа, һөт, буҙа, ҡаймаҡ, май, эремсек, талҡан, ҡорот, торма, шалҡан, һуған, һарымһаҡ, кишер, сәтләүек, өрөк, йөҙөм, хөрмә, сейә, дунала, ҡарағат, гөлйемеш, ҡурай еләге, ер еләге, көртмәле кеүек бихисап аҙыҡ- түлек, еләк-емеш, йәшелсә менән дә бал бик файҙалы, баһалап бөткөһөҙ. Мәгәр һәр тәғәм һымаҡ, уны ҡулланғанда ла сама белергә кәрәк. Шуға тормоштан бер хәлде һөйләйек.

Атайым бал айырған мәлдә ауылыбыҙҙың ир- егеттәре берәр стакан шыйыҡ бал эскәндәре, һай, шәп булып ҡалды, тиеүҙәре хәтерҙә. Шулай бер көн «ауыл батшаһы» — бригадир килеп инә лә: «Ағай, беләһең, мин ныҡ, донъяның тотҡаһы кеше. Эсер балыңды ете- һигеҙ сөңкә, һал әйҙә, йәлләмә!» — ти. Ярамай, тиеүгә ҡарамаҫтан эсә был. Шөбһәләнеп, атайым оҙата сыға. «Батша» күп тә бармай, атынан йығылып төшә, шунан аҙна буйы бер нәмә лә ашай алмай ята. Бал ғәйәт ҡөҙрәтле лә, туҡлыҡлы ла шул.

Әҙәм нәҫеле балды татып белгән дәүерҙән бирле ул— им-дауа сараһы. Шифаһы меңәр йылдар буйы һыналған һәм быны хәҙерге заман медицинаһы ла таный. Унда тереклек итеү, ҡанды байытыу һәм яңыртыу өсөн кәрәк булған иң мөһим микроэлементтар бар. Бал матдәләр алмашыныуын, тере күҙәнәктәрҙең үҫешен, эске органдарҙың, ашҡаҙан-эсәк юлының эшмәкәрлеген, тирене туҡландырыуҙы яҡшырта, йоҡоно һәйбәтләй, тәнгә көс-ҡөҙрәт өҫтәй, шеш ҡайтара, бактерияларҙы бөтөрә... Ололарға ла, йәштәргә лә, балаларға ла

154




сихәтле. Балалар бал менән үҫеү өсөн кәрәк гормондар, микроэлементтар, ферменттар ала, бал ашаған үҫмерҙәр физик яҡтан һәм аҡыл йәһәтенән дә нығыраҡ үҫешә, алдымыраҡ була.

Балдағы виноград шәкәре (глюкоза), емеш шәкәре (фруктоза) кеүек органик берләшмәләрҙе организм еңел үҙләштерә һәм улар кешенең йәшәү эшмәкәрлеге өсөн кәрәк ҡеүәт сығанағы булып тора. Глюкоза мейегә ҡөҙрәт бирә, фруктоза менән лактоза йөрәк, нервы системаһының, мускулдарҙың һәйбәт, теүәл эшләүен тәьмин итә, ферменттар, витаминдар аш һеңдереүгә, матдәләр алмашыныуына, эске секреция биҙҙәре эшенә ярҙам итә.

Көн һайын һыуҙа шыйыҡлап дүрт ҡалаҡ бал ҡабыу ҡанда антиоксиданттарҙы арттыра, бал менән миндаль ашау холестерин кимәлен кәметә һәм шуның һөҙөмтәһендә йөрәк, ҡан тамырҙары ауырыуҙарына юл ҡуймай. Үҙәк нервы системаһы ҡаҡшағанда, тиҙ ярһығанда, арығанда бер-ике ай иртәле-кисле ҡырҡ-алтмыш грамм бал тәҡдим ителә. Төнгөлөккә бер стакан йылы һыуға бер ҡалаҡ бал бутап эсеү тынысландыра, йоҡоно яҡшырта.

Гипертония ауырыуына, юғары ҡан баҫымын төшөрөүгә халыҡ медицинаһында түбәндәге им сараһы ҡулланыла: берәр стакан бал, кишер, сөгөлдөр, керән һуты һәм бер лимон һуты бергә ҡушыла һәм ашарҙан бер сәғәт алда йәки ашағандан ике-өс сәғәттән һуң тәүлегенә өс мәртәбә бер-ике балғалаҡ ике айға хәтле ҡабул ителә. Бауыр ауыртҡанда иртән берәр ҡалаҡ бал, инә ҡорт һөтө, төштән һуң бал, һитә йәиһә иртәле-кисле бал менән алма һуты ҡулланыу файҙалы. Йәнә бер килограмм балға шул тиклем ҡарағат бутап, берәр ҡалаҡ бөткәнсе ашайҙар.

Ашҡаҙан-эсәк ауыртҡанда берәр ҡалаҡ балды, кип- кәрҙе (сушеница) бер стакан ҡайнар һыуға һалып, утыҙ минут тотҡандан һуң, көнөнә өс мәртәбә икешәр ҡалаҡ әсәләр. Йыуан эсәк тиресәһе шешкәндә (колит) дүрт стакан һыуға йөҙ һикһән грамм бал, илле грамм һеркә болғайҙар, бер нисә көндән һуң ашарҙан алда яртышар стакан әсәләр, һыуға йәки алма һутына ҡушып, тәүлегенә һикһән-йөҙ грамм бал, көнөнә өс

155


мәртәбә берәр балғалаҡ саф һитә (манса) ҡабул итеү ҙә килешә.

Грипп тейгәндә балға шул хәтлем ҡырылған һарымһаҡ болғап, төнгөлөккә бер ҡалаҡ ашайҙар. Йәиһә ярты стакан ҡайнар һыуға берәр ҡалаҡ бал, гөлйемеш, ҡурай еләге, ҡарағат ҡушып, ашарҙан алда бөткәнсе әсәләр. Ангина, стоматит булғанда бер стакан ҡайнар һыуға берәр ҡалаҡ бал, ромашка болғап ауыҙҙы сайҡайҙар.

Склероз, мейе склерозы, атеросклероз кисергәндә бер стакан балға шул тиклем үк һуған һуты ҡушып, яҡшылап бутап, ашарҙан бер сәғәт алда көнөнә өс мәртәбә ҡабул итәләр. Радикулиттан, ревматизмдан интеккәндә торманы соҡоп, бал һалып, дүрт сәғәттән һуң уны ауыртҡан урынға һөртәләр.

Халыҡ медицинаһында туберкулездан, үпкә шешенән, бронхиттан дауаланыуҙың төрлө ысулдары билдәле. Эмалле кәстрүлгә йөҙәр грамм йүкә балы, аҡ май, сусҡаның эс майын һалып, утҡа ҡуйып иретәләр, мәгәр ҡайнар хәлгә еткермәйҙәр. Шунан иретмәгә йөҙ илле грамм алоэ, илле грамм какао порошогы ҡушып, яҡшылап болғайҙар. Бер ҡалаҡ ҡушымтаны бер стакан ҡайнар һөткә болғап, иртән һәм кис оҙаҡ ваҡыт әсәләр. Им сараһын түбәндәге ҡушылмалар менән дә әҙерләйҙәр: бер килограмдан ашыу йүкә балы, ике стакан һыу, йөҙ грамм зәйтүн майы, ваҡлап туралған алоэ, егерме биш грамм ҡайын бөрөһө, ун грамм йүкә сәскәһе төнәтмәһе. Ошо ҡушымтаны көнөнә өс мәртәбә берәр ҡалаҡ ашайҙар.

Әүәл, тәьҫирле дарыуҙар юҡ саҡта, туберкулез дауалауға бирешмәгән сир ине. Шул ваҡытта беҙҙең күрше ауылдан үпкә ауырыуына дусар бер апай бик оҙаҡ район дауаханаһында ятты. Дауалаусы табип, ниһайәт, иренә әйтә: «Ҡатынығыҙҙы алып ҡайтығыҙ, ике-өс ай ғына йәшәре ҡалған». Был ауыр хәбәрҙе апай ишетеп ҡала. Ҡайтҡас, ҡайғыһынан кәрәҙле балдан әсе бал ҡоя ла эсә, ҡоя ла эсә. Байтаҡ умарта тотҡан булалар. Шулай өс-дүрт ай, ярты йыл үтеп китә, апай һаман иҫән, яҡты донъя менән хушлашмай, ә теремекләнгәндән-теремекләнә. Бер мәл ауылға табиптар килеп төшә, ни күрһендәр — апай йүгереп йөрөй. Район дауаханаһына алып барып, рентгендан ҡара

156




һалар — туберкулездың эҙе лә ҡалмаған. Мансалы, прополислы, инә һөтлө кәрәҙле балдың әсе балы бына шулай үпкә сиренә шифа була.

Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми- тикшеренеү үҙәге бал нигеҙендә бер нисә төрҙән торған тукланыу-һауыҡтырыу ниғмәттәре тәҡдим итә. Балдың «Сәләмәтлек» серияһы тәбиғи балға үҫемлектәр төнәтмәһе, актив биологик өҫтәлмәләр өҫтәп әҙерләнә.

Бал менән бергә юл япрағының антисептик тәьҫире, шешеүгә ҡаршы, йәрәхәттәрҙе уңалтыуға, ауыртыуҙы баҫыуға, ҡаҡырыҡ сығарыуға йоғонтоһо арта. Эвкалипт ҡушылған бал да көслө антисептик тәьҫир яһай, ауыртыуҙы, микробтарҙы бөтөрә. Шулай уҡ календулалы бал йәрәхәттәрҙе уңалтыу, шешеүҙе, бактерияларҙы бөтөрөү, йәнә үт ҡыуыу үҙенсәлектәренә эйә. С витамины һәм күҙле бәшмәк (чага) ҡушыулы бал да шештәргә ҡаршы тороусанлыҡты көсәйтә.

Йөрәгүлән ҡушылған балды даими ҡабул иткәндә ҡан тамырҙары баҫымы кәмей, йөрәк ауырыуына бәйле шешенеү бөтә, йоҡо һәйбәтләнә, физик әүҙемлек арта, аң-зиһен асыла. Дунала өҫтәлгән бал йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы, йөрәк мускулдары эшмәкәрлеген яҡшырта, йөрәк тибеүе йышлығын, холестерин кимәлен кәметә. Бесәй үләне ҡушылған бал иһә нервы, шулай уҡ йөрәк-ҡан тамырҙары системаһының эшмәкәрлегенә ыңғай тәьҫир итә, бәүел бүленеүҙе һәм йоҡоно һәйбәтләндерә.

Алтын тамыр ҡушылған бал организмды ҡанға ифрат та кәрәк микроэлементтар, витаминдар менән байыта, тәнгә ҡеүәт өҫтәй, дәртте күтәреүгә, һаулыҡты нығытыуға, оҙон ғүмерлелеккә булышлыҡ итә. Бал мумие менән бергә бөтә тән ағзаларына, айырыуса ҡан барлыҡҡа килеүгә, һөйәктәргә, нервы системаһына, иммунитетҡа тергеҙгес, сәләмәтләндергес йоғонто яһай. Йәнә спирулиндар һәм С витамины менән бергә бал ҡушымтаһы сихәтле, биологик йәһәттән тәьҫирле. Уны көн һайын ҡулланғанда интеллектуаль һәм физик әүҙемлек арта, шулай уҡ йөрәк-ҡан тамырҙары системаһының һәм ашҡаҙан-эсәк юлының эше яҡшыра.

Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми-тикшеренеү үҙәге тәбиғи балға биологик актив өҫтәлмәләр, минераль һәм органик компоненттар өҫтәп,

157




туҡланыу ризыҡтары ла әҙерләй. Анығыраҡ итеп әйткәндә, йод-казеин, неоселен, сәскә һеркәһе һәм С витамины, сәскә һеркәһе һәм «Тьянши» биологик актив өҫтәлмәһе, инә ҡорт һөтө һәм «Тьянши» өҫтәлмәһе өҫтәлгән «Дәрт» балы тәҡдим итә. Мәҫәлән, йод-казеин ҡушылған бал кеше организмында матдәләр алмашы- ныуын яҡшырта, йод етешмәүен тулыландыра, нервы системаһын нығыта, ҡалҡан биҙе эшмәкәрлеген һәйбәтләй, үҫеүгә булышлыҡ итә.

Имселәр, табиптар бик тапҡыр билдәләгәнсә, бал — йәшәреү эликсиры, тән шифаһы, оҙон ғүмерлелек тәғәме. Халыҡ медицинаһында шешектәргә ҡаршы — әрекмән һуты ҡушылған, йүткереүҙән — тормаға һалынған, экземаны, һөйәлде, һытҡыны, бешкән урынды имләүҙә — ҡырылған картуфҡа өҫтәлгән, сәс үҫтереүгә һәм нығытыуға һуғанлы бал ҡулланалар. «Табиплыҡ фәне ҡануны»нда балды таҙа көйө һәм дарыу үләндәре, еләк-емеш, йәшелсә, аш-һыу менән ҡулланыу буйынса бихисап кәңәш, тәҡдим бирелә.

Бал косметикала ла киң ҡулланыла, дауалау битлектәре яһағанда файҙаланыла. Уның нигеҙендә бит, тән, ҡулдар, аяҡтар өсөн туҡландырыусы кремдар, желелар эшләп сығарыла. Сәләмәтлек һәм матурлыҡ тәбиғәттең үҙенән, тип белдереп, Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми-тикшеренеү үҙәге косметик сараларҙың «Тылсымлы бал ҡорто» тигән яңы серияһын тәҡдим итә: төрлө-төрлө махсус кремдар, душ өсөн гель, шыйыҡ һабын, ванна өсөн күбек...

Күреүебеҙсә, хәҙер замандаштарыбыҙ йылдан-йыл күберәк тәбиғәткә, уның шифалы үҫемлектәренә, тәбиғи ниғмәттәренә һәм шулай уҡ бал ҡорто тәғәмдәренә иғтибарын көсәйтә, улар менән туҡлана, дауалана, сәләмәтләнә. Балды балалар ҙа, йәштәр ҙә, ололар ҙа хуш күрә. Ул, медикамент һымаҡ, табиптар тарафынан да тәҡдим ителә. Терапевтик ҡиммәте составында прополис, һитә, инә ҡорт һөтө, организмға кәрәкле төрлө матдәләр булыуы менән аңлатыла.

Бал ҡорто донъяһы, умартасылыҡ, бал, прополис, инә ҡорт һөтө, һитә, ҡорт ағыуы менән дауаланыу тураһында китаптарҙан, матбуғат баҫмаларынан киң мәғлүмәт алырға була. Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа Башҡортостан ҡортсолоҡ белгестәренең бик күп хеҙмәт

158


тәре китап булып баҫылып сыҡты: В. Н. Власов, «Башҡорт бал ҡорто — тәбиғәттең ҡиммәтле хазинаһы»; Е. М. Петров, «Башҡортостандың урман умартасылығы сығанаҡтары тураһында»; Д. Т. Шакиров, «Умартасылыҡ»; Ә. М. Ишемғолов, «Умартасылыҡты үҫтереү өсөн Башҡортостандың биологик ресурстары»; Н. И. Кривцов, А. П. Савин, Ә. М. Ишемғолов, «Рәсәйҙең үҙәк регионының һәм Көньяҡ Уралдың бал биреүсе үҫемлектәре белешмәһе» һ. б. Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми-тикшеренеү үҙәге белгестәре иһә «Башҡорт бал ҡорто тоҡомон сығарыу методикаһы», «Бал ҡорто күстәрен комплекслы файҙаланыу», «Ҡортсолоҡ ниғмәттәре нигеҙендә туҡланыу аҙыҡтары һәм косметик саралар етештереү технологияһы» кеүек йыйынтыҡтар нәшер итте.

Владимир Солухин яҙғанса, бал — әхлаҡи категория, алтын, көмөш, алмас, гәрәбә, роза майы һымаҡ мәңгелек ҡиммәттәр менән бергә бал да мәңгелек һәм ныҡлыҡ ҡиммәте эталоны. Ер йөҙөндә бал ҡорто ғәҙәттән тыш һирәк, үҙенә башҡа булған һымаҡ, бал да шулай.

ПРОПОЛИС

Башҡорттар бик боронғо замандарҙа уҡ ағас ҡыуыштарынан бал алыу, солоҡ соҡоп эшләп, бал ҡорттары аҫрау менән шөғөлләнгән, шифалы кәрәҙле бал менән туҡланған. Солоҡсолоҡ ҡанбабаларҙың ғәҙәти шөғөлө булған. Һәр хужа солоғона үҙ тамғаһын ҡуйған. Урмандарҙы ҡырҡыуҙың көсәйеүе, ер эшкәртеүҙең киңәйеүе, тәбиғи мөхиттең үҙгәреүе һөҙөмтәһендә Көньяҡ Урал тәбиғәте торошона яраҡлашҡан ҡырағай бал ҡорттары юғала, солоҡ түмәр умарта, рамлы умарта менән алмашына, ҡортсолоҡ хужалыҡ тармағы рәүешле үҫеш ала. Хәҙерге ваҡытта солоҡ ҡорто Бөрйән төйәгендә, Шүлгәнташ ҡурсаулығында һәм урманлы-таулы башҡа төбәктәрҙә һаҡланып ҡалған.

Башҡорт иленең хайуандар, үҫемлектәр донъяһын өйрәнеүсе XVIII быуат тарихсыһы Петр Рычков: «...Бал ҡорто шөғөлө йәһәтенән башҡорттарҙы уҙып киткән берәй халыҡ бармы икән?» — тип яҙған. Башҡорт балының даны бөтә донъяға таралған. Әйткәндәй,

159


XX быуаттың 60-сы йылдарында Башҡортостан ауыл хужалығының йәмәғәт һәм шәхси тармаҡтарында дүрт йөҙ-дүрт йөҙ ҡырҡ мең күс булған. Алдынғы умартасылар уңай килгән йылдарҙа һәр оянан 70—100 килограмм бал алған. Йәмәғәт умартасылыҡтарында йыл һайын уртаса 1500—2000 тонна, 1957 йылда иһә 3000 тонна тауар балы йыйылған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, илдә иҡтисади хәлдең үҙгәреүе, экологик хәлдең киҫкенләшеүе, йүнселлектең етмәүе арҡаһында, республикабыҙҙа күстәр һаны, бал етештереү ныҡ ҡына кәмене. 2005 йылда Башҡортостанда бөтәһе ике йөҙ етмеш һигеҙ меңдән ашыу күс — оя булыу ихтималлығы күҙалланды. Шуны әйтергә кәрәк, Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми-тикшеренеү үҙәге ҡарамағында биш меңдән ашыу күс иҫәпләнә, ике мең биш йөҙ оя бөрйән ҡорто инәле. 2005 йылда 30 тонна бал алынған. Халыҡ әйтмешләй, әлбиттә, бал, бал, тиеү менән генә ауыҙ тәмләнмәй, бал ҡортоноң балы бар, балға тиклем наҙы бар. Ҡортсолоҡтоң киләсәге хаҡында ҡайғыртырға бурыслы ҡәрҙәштәр ошо наҙҙан баҙап ҡалмаҫҡа тейеш. Сөнки умартасылыҡ ризыҡтарына ихтыяж ҙур. Башҡорт балы Америка, Франция, Италия, Германия, Япония кеүек сит илдәрҙә лә данлы.

Бал ҡортоноң һәр ниғмәте лә шифалы. Бәлки, шуға ла халҡым умартасылыҡ шөғөлөн яҡын күргәндер, үҙ иткәндер. Боронғо ғәрәп табибы һәм философы Ибн Сина «Табиплыҡ фәне ҡануны»нда яҙыуынса, ҡанатлы эшһөйәрҙәр ете шифалы мөғжизә тыуҙыра: бал, балауыҙ, һеркә, ҡорт ағыуы (апитоксин), инә ҡорт һөтө, прополис һәм бал ҡорто торағының хуш еҫе. Ғөмүмән, бөтә дәүер табиптары тәбиғәттең ошо ғәжәп мөғжизәһе тәндең һәм йәндең сәләмәтлеге өсөн нигеҙ булыуын раҫлай. Рим шағиры Овидий яҙғанса, күп аҡыллы аллаларҙан һәм аҡыллы тәбиғәт рухтарынан бүләк — бал һәм прополис...

Дини яҙмаларҙа әйтелеүенсә, донъя бал ҡорттары эшләгәнсе һәм йәшәгәнсе йәшәй. Улар — изге йәндәр, умартасылыҡ — изге урын. Ҡөрьәндә умарта ҡорттары сүрәһе булыуы ла быны раҫлай: «Раббың бал ҡорттарына вәхи ҡылды: «Эй, бал ҡорттары, тауҙарҙа, ағастарҙа вә кешеләр торған яйҙарҙа үҙегеҙгә оя яһағыҙ! һәр емеш сәсәктәренән бал ашағыҙ һәм йыйығыҙ вә

160




итәғәт итеп, мин әмер ҡылған юлға керегеҙ!» Бал ҡорттары кешеләр өсөн төрлө төҫтәге балдарҙы эшләп бирә, ул балдарҙа ашар өсөн тәме лә, кешеләр өсөн шифаһы ла бар. Фекерләй белгән кешеләр өсөн бал ҡорттарының эшендә ҙур ғибрәт вә дөрөҫлөк барҙыр. Йәғни бал ҡорттарына һис кем дәрес бирә алмаҫ, ләкин кешеләр бал ҡорттарынан дәрес ала».

Бал ҡорттарының умартала, рамлы баллы кәрәҙҙә, «Аллаһ» тигән яҙыу хасил итеүҙәре — үҙе бер мөғжизә. Эйе, бал ҡорттары донъяһы — бик тә үҙенсәлекле донъя, хайран итерлек һәм фәһем алырлыҡ донъя! Нәҫеле, сығышы, тәбиғәте менән солоҡсо, умартасы булғандар — бал ҡорттары тормошо серҙәрен һәм нескәлектәрен яҡшы белгән эшһөйәр, ҡотло, ырыҫлы кешеләр.

Минең атайым да ғүмере буйы ҡорт ҡараны. Күмәк хужалыҡ умартасылығында эшләне, йортобоҙҙағы баҡсала ла умарта тотто. Совет заманында оялар иҫәбен сикләүҙәргә, ишәйтеүҙе тыйыуҙарға ҡарамаҫтан, яратҡан шөғөлөнән һис кенә лә төңөлмәне, яҙын ояларҙы таҙартыу, ҡорт айырыу, бал килеме мәлдәрендә бөт- мәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәрҙән, көн буйы йүгереүҙән арыһа-талһа ла, аяҡ табандары ярылып килһә лә, ғүмеренең аҙағына тиклем йән-рухына шифа биргән йән эйәләренән айырылманы. Оялар араһында күҙлек кеймәй йөрөгәнен күреп, ғәжәп ҡылып, ауылдаштарым: «Миңлеәхмәтте ҡорттары таный, саҡмай», — ти торғайны. Шуны ла белдем: бик һәләтле булһа ла, атайыма уҡырға форсат теймәй, дүрт класс белемде ике йылда үҙләштереп, һуңынан умартасылыҡ курстарын бик яҡшыға тамамлай һәм ҡортсолоҡ шөғөлөнән ғәм һәм йәм таба.

Мин дә бәләкәйҙән үк бал ҡорттары тормошо менән яҡындан танышып үҫтем, умартасылыҡ серҙәренә төшөнөргә тырыштым, атайыма ярҙамлаштым: умарта таҙартыштым, күс һоҙҙом һәм ябыштым, бал айырҙым, прополис йыйҙым, рамдарға балауыҙ йәбештерҙем, Шыбаҡ урманынан сөрөк килтерҙем, ниндәй үҫемлектәр, сәскәләр бал биргәнен, ҡорттар ни рәүешле бал ташығанын белдем... Умартасы булманым, мәгәр ҡортсолоҡ донъяһы менән гел ҡыҙыҡһындым. Бала саҡта, ни өсөн әбейҙәр атайымдан кәрәҙле бал һорай

6- 1.0025.11

161




ҙар икән, тип уйлай торғайным. Өҫтәүенә, ул мансалы ла. Айыртылған бал һәйбәтерәктер бит?.. Баҡһаң, бының үҙ ғилләһе бар икән. Ғалимдарҙың раҫлауынса, тәбиғи кәрәҙ фәҡәт балауыҙҙан ғына түгел, ә һеркәнән, һитәнән һәм ун процентҡа тиклем прополистан да тора. Тәбиғи кәрәҙҙе нығытыу өсөн бал ҡорттары һары балауыҙға ҡара балауыҙ, йәғни прополис ҡуша, күҙәнәктәрҙең эске яғын йоҡа ғына елем менән ҡаплай, кәрәҙҙе ояның өҫкө өлөшөнә, стенаһына прополис менән йәбештерә. Инә ҡорт йомортҡа һалған, бала ятҡылығы булған күҙәнәктәр ошо антибиотик сифатын- дағы матдә менән зарарһыҙландырыла. Кәрәҙле, һитәле (мансалы) балдың дауа өсөн сихәте һәйбәтерәк икәнен йәшәйеш тәжрибәһе менән танып белгәндәр икән өлкән ҡәрҙәштәрем.

Прополис атамаһы сығышы буйынса латин һәм грек терминдарына бәйле. «Про» — ал, алғы, «полис» — нығытма (крепость), ҡала тигәнде аңлата. Башҡорттар прополисты, ҡорт елеме, ҡорт ыҫмалаһы, ти. Ул һәр умартасыға яҡшы билдәле. Ҡорттар ошо ыҫмала менән рамдарҙы шыумаҫлыҡ итеп нығыта, умарта ябыуын рамдарға йәбештерә, ярыҡтарҙы, тишек-тошоҡто бөтәштерә, кейәне тарайтып, көнитмештәренә яраҡлаштырып һылай, «прополис балаҫы»нан үтеп йөрөй. Кейәне тарайтыу һалҡындан, дошмандарҙан һаҡланыу, инеү-сығыу урынын тейешле контролдә тотоу өсөн дә кәрәк. Бал ҡорттары умарта эсенән сығарып ташлап булмаған бөжәктәрҙе, кеҫәрткеләрҙе, сысҡандарҙы ла прополис менән кәпләп ҡуя, улар иһә боҙолмай, еҫләнмәй, серемәй. Шулай итеп, прополис һаҡланыу сараһы, нығытма һымаҡ, бал ҡорттарын, торлағын үтәләй өргән елдән, һалҡындан, дымлылыҡтан, күгәреүҙән һәм төрлө микробтарҙан һаҡлай. Прополис бактерияларҙы юҡ итеү ҡеүәһенә, көслө антисептик үҙенсәлектәргә эйә. Бәғзе ғалимдарҙың белдереүенсә, прополис ыҫмаланан, елемле матдәләрҙән, майҙарҙан, һеркәнән һәм балауыҙҙан тора.

Күренекле француз ғалимы Роми Шовэн белдереүенсә, башҡа бөжәктәрҙән айырмалы рәүештә бал ҡорттары теләһә ниндәй бактерияларҙан азат. Улар бик һирәк осраҡта ғына зарарлана. Ошо хикмәтле хәлде тикшереп, ғалимдар бал ҡорттарын бактерияларҙан

162




һәм вирустарҙан ете антибиотик һаҡлай тигән һығымта яһай: бал, балауыҙ, инә ҡорт һөтө, прополис, ҡорт ағыуы, һитә, һеркә. Һәр умартала илле-алтмыш мең бал ҡорто йәшәй, шуға ла һаҡланыу үтә лә мөһим. Бал ҡорттары шул тиклем күп тупланған ояла зарарлы ауырыу таралһа, күс тулыһынса ҡырылыр ине. Мәгәр ете антибиотик бындай аяныс хәлгә юл ҡуймай.

Ғалимдарҙың билдәләүенсә, бал ҡорттары ҡырҡ ике миллион йыл элек барлыҡҡа килгән. Шуныһы ҡыҙыҡ: һәр төр тереклек ҙур үҙгәреш кисерһә лә, ошондай оҙайлы осорҙа бал ҡорттары үҙгәрешһеҙ ҡалған. Шуға ла улар бөтә тереклек донъяһында айырым урын биләй һәм ғәжәп ҡылырлыҡ үҙенсәлектәргә эйә. Бал ҡорттарының эшен, үҙенсәлектәрен яҡындан өйрәнергә теләп, атаҡлы грек философы Аристотель үтә күренмәле умарта яһаған. Мәгәр бал ҡорттары стенаны эске яҡтан ҡуңғырт йәшел матдә менән ҡаплап ҡуйған. Әйткәндәй, Аристотель заманында прополис «ағастарҙың күҙ йәше» (акация, ҡарама) тип йөрөтөлгән.

Бал ҡорттары прополисты ылыҫлы һәм япраҡлы ағастарҙың ҡабыҡтарынан, ылыҫтарынан, бөрөләренән һәм ыҫмалалы матдәләр бүлеп сығарған үҫемлектәрҙән йыя. Урманда урынлашҡан умарталыҡтарҙа, яландағы умарталыҡтарға ҡарағанда, прополис күберәк була. Бал килеме мәлендә бал ҡорттары ғәмәлдә һут ташыу менән мәшғүл. Прополис бал килеменән алда һәм унан һуң йыйыла. Прополисты бөтә күс түгел, бәғзе ҡорттар ғына йыя, тигән фекер ҙә бар. Умартала прополис миҡдары уның ҡайҙа урынлашыуына ла, ҡорттарҙың тоҡомона ла бәйле. Бал ҡорттарының ҡайһы бер тоҡомо прополисты күберәк, икенселәре аҙыраҡ, һәр умарта 100—300 грамм прополис йыя. Умартаның йышылған һәм шымартылған урындарында прополис аҙыраҡ, ҡытыршы урындарында күберәк. 15 градус температурала ул ҡаты торошта һәм ыуалыусан, бынан юғарыраҡ температурала, эҫелә йомшара, ҡулға һылашып тора. Ниндәй үҫемлектәрҙән йыйылыуына ҡарап, ҡорт елеме һарғылт һоро, ҡуңғырт йәшел төҫтә булыуы ихтимал. Таҙа прополис таралып тормай, һағыҙ һымаҡ, балауыҙҙан тығыҙыраҡ, һыуҙа бата һәм иремәй, спиртта өлөшләтә, ә эфирҙа һәм хлороформда еңел ирей.




Ҡортсолоҡ ризыҡтары тереклеккә бик тә кәрәк аҡһымға, аминокислоталарға, углеводтарға, ферменттарға, бәлзәмгә һәм айырыуса микроэлементтарға ифрат бай. Прополиста — алюминий, ванадий, тимер, кальций, кремний, марганец, стронций бар; инә ҡорт һөтөндә — алтын, көмөш, тимер, кальций, кобальт, кремний, магний, марганец, никель, хром, көкөрт, цинк; һеркәлә — барий, ванадий, вольфрам, тимер, алтын, иридий, кальций, кадмий, кобальт, кремний, магний, баҡыр, молибден, палладий, платина, көмөш, фосфор, хлор, хром, цинк, стронций, мышаяҡ, аҡ ҡурғаш; ҡорт ағыуында — тимер, йод, калий, кальций, магний, марганец, баҡыр, көкөрт, хлор, цинк; балда — алюминий, бор, йод, тимер, кремний, литий, магний, марганец, калий, кальций, натрий, баҡыр, никель, ҡурғаш, осмий, көкөрт, титан, фосфор, хлор, хром, цинк. Рәсәй һәм сит ил ғалимдарыныц белдереүенсә, был нигеҙле, раҫланған мәғлүмәт, ҡортсолоҡ ризыҡтары байтаҡ ауырыуҙарҙы булдырмауҙа һәм дауалауҙа, кешенең сәләмәтлеген нығытыуҙа баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә.


Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   4   5   6   7   8   9   10   11   ...   19




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет