Халҡым хазинаһЫ



бет10/19
Дата15.06.2016
өлшемі2.19 Mb.
#137424
1   ...   6   7   8   9   10   11   12   13   ...   19
Егетте ҡурсалау. Ғишыҡ уятҡан, күңел ятҡан егетте ҡыҙ яҡын күрә, хәүеф-хәтәрҙән ҡурсалай, уға илгә сисмәҫ серҙе сисә. Сөнки донъяла йән рәхәте һөйгән йәр менән, батыр егет ҡыҙ күрке лә, ил күрке лә. Шүлгән батша Һәүбәндән ҡотолорға уйлағас, Нәркәс атаһынан батыр егеткә биргән антын боҙмауын, уның теләген үтәүен үтенә (5, 149—150):

Атаҡайым, ул егет Уның ҡаны ҡойолһа,

һүҙем тыңлап килде ул, Шаң тәнемдә ҡалыр ул, Мине атҡан сагында Уның йомшаҡ телдәре

Өйрәк тиеп белде ул. Йөрәккә май булыр ул.

Атаҡайым, тагы ла Атай, уга ҡаныҡма,

Мине ҡосто ҡулына, Уның ҡанын агыҙма,

Уның ҡулы йылыһы, Уның өсөн бар Урал

Эҙе йөрөй тәнемдә. Эҙләр һинән ҡарымта.

197




Уның теләге ҙур түгел: һинән тәхет һорамай, Малын, һорап тагы ла Байлыгыңды муйырмай. Атай, мине бала итһәц, Егеттең ҡанын агыҙма,

Багауылһыҙ егеттең Йәнен алып, дан алма! Егеткә бир Буҙатты, һынап ҡара гәйрәтен. Тотоп алалһа егет, Уралда йәйһен ҡанатын.

«Заятүләк менән һыуһылыу»ҙа (5, 183) һыуһылыу Заятүләкте байтаҡ ваҡыт ата-инәһенә күрһәтмәй йәшереп тота. Тик берҙән-бер көндө атаһы ҡыҙ тирмәһендә егеттең йәшенеп йәшәүен һиҙә, сер асыла, һыуһылыу дөрөҫөн һөйләп бирергә, ер улын яратыуын, уның менән бергә йәшәргә теләүен әйтергә мәжбүр була. Быны ишеткәс, Асылыкүл батшаһының асыуы ҡабара: күл болғана, ҡайнай, һыу ташып, тирә-яҡты баҫа башлай. Баһадир кәүҙәле, нурлы йөҙлө, аҫыл егетте күргәс кенә Асылыкүл батшаһының күңеле тыныслана, асыуы баҫыла.

«Ҡара юрға»ла Маҡтымһылыу ҡалынға (ҡалым) һәр төрлөһөнән бер өйөр йылҡы биреп, уны алырға даулашҡан Нөгөш бай улынан баш тарта, йән һөйгәне Әбләйҙе яҡлап, атаһы Мәсем ханға шулай һамаҡлай (5,263):

Атам, үҙең данлы ир,

Ирҙе һайлай белмәнең. Ҡыптыр тундың эсендә Ир үҫер тип белмәнең.

Аҫау өйрәтеп ат менмәҫ, Майҙандарҙа дан алмаҫ, Атанан ҡалып мандымаҫ, Төйәген яуҙан һаҡламаҫ,

Үҙе кәләш күҙләмәҫ, —

Бөгөн тыугандай бер байгош Миңә кейәү булалмаҫ! һаҡмар буйы яланлыҡ,

Сауҡа үҫмәҫ, тимәгеҙ. Ярлы егет Әб(е)ләй Малды тапмаҫ, тимәгеҙ. Ирмен тигән ир булмаҫ, Ҡоро маһайып һимерһә, Айырым ҡаҙан аҫалмаҫ, һәнәрһеҙ ятып тилмерһә. Мин ҡалыша һатылмам, Егете ир булмаһа, Ҡуйынына һарылмам, һөйөүҙә йор булмаһа!

Маҡтымһылыу өйөр-өйөр йылҡыға, көтөү-көтөү һыйырға, һигеҙ ап-аҡ тирмәгә ҡыҙыҡмай, һәнәре менән данлы Әбләйҙе мең артыҡ күрә, уның менән ҡауыша. Шулай итеп, ҡарап үтелгән миҫалдарҙа бик боронғо дәүерҙәрҙән үк һәм артабан да ҡатын-ҡыҙҙың үҙе

198




оҡшатҡан һәм һайлаған аҫыл ир-егет менән тормош ҡорорға ынтылыуы асыҡ сағыла.

Ҡатын-ҡыҙ һылыулығы идеалы. Ата-инә теләгәнсә, ҡыҙ баланың сибәр булыуы яҡшы. Ҡыҙ булһа, ҡыҙ булһын, йондоҙға тиң булһын, тигәндәр. Боронғолар әйтемләүенсә, ҡыҙыл төлкө — ер күрке, матур егет — ил күрке, матур ҡыҙҙар — өй күрке, матур ҡатын — ир күрке, һылыу ҡыҙҙар ырыу, ил-йорт йәме, зиннәте һаналған. Улар ил күрке булып танылған батыр егеттәргә йәрәшелгән, батшалар тарафынан урланған, хатта яу менән яулап алынған. «Урал батыр» эпосында Әзрәҡә һарай ҡыҙҙарын йыйып, һылыуҙарын күҙләй, Шүлгән урланған ҡыҙ Айһылыуға йән ата (5, 69—70):

Төркөм-төркөм ҡыҙҙарҙың Йондоҙҙарҙың айындай,

Бары һайлап ҡуйгандай, һылыуҙарҙың битендә

Күҙҙең яуын алырҙай, Айырым торган миңендәй,

Күргәндәр таң ҡалырҙай. Типһән-тугай үләнен

Күмәк ҡыҙҙың эсендә, Йәмләп торган геләндәй —

Буҙ таштарҙың янында һылыуҙарҙың һылыуы

Бөртөк ятҡан ынйылай, Айһылыуҙы күргәс тә

Күктә балҡып йәмләнгән Шүлгән күҙен текәгән...

Кейәү иткәндән, туйы булғандан һуң, ҡыҙ ҙа уны һөйгәнгә, бик тә һылыу булғанға мауығып, Шүлгән һарайға йотолған, бөтә эшен онотҡан. Һомайҙы ил маҡтағас, Шүлгән уны ла алмаҡ була (5, 72—73):

Шүлгән күргән барыһын, Аралагы берәүһен Күҙгә элеп күҙләгән,

Ни тиергә белмәгән.

Үҙе үҫеп, ил гиҙеп, Мындай һылыу күрмәгән. Йөҙө айҙай балҡыган, Күкрәктәре ҡабарып,

һылыу булып балҡыган. Тирә-ягы, бар ҡыҙ ҙа, һарай алды, бар ер ҙә Шул һылыуҙан йәм алган, Бары шунан йәнләнгән һымаҡ төҫлө тойолган, Күҙ алдында бар донъя, Гүйә, аца эйелгән!

һомайҙың һылыулығы «бар ҡыҙ, бар ер унан йәм алыу, бары унан йәнләнеү» менән айырыуса күркәм, айырыуса баһалы. Урал батыр алдында иһә Һомай шундай һында, ҡиәфәттә пәйҙә була:

199




Аныц усма шәлкемдәй, Енсегене ҡапларҙай Кәйтәндәр мән биҙәлгән Сәс толомо һалынган; Оҙон керпеге үтә Кара күҙе текәлгән;

Уйнап торган ҡыйгас ҡаш Күҙ өҫтөндә йылмайган; Тертәйешкән ҡалҡыу түш Күҙ алдында тулҡынган;

Вал ҡортондай нәҙек бил Борюланып уйнаган;

Гүйә, күптәнге танышы, Көмөштәй саф тауышлы; Уйнап-көлөп һүҙ ҡушҡан Бер ҡыҙ күргәс, Урал да Ни әйтергә белмәгән,

Үҙе күргән һомай, тип Уйына ла алмаган.

Һомайҙың һорауы буйынса эҙләп тапҡан Айһылыуҙы иһә Урал шундай рәүештә күрә (5, 80—81):

Куңыр һылыу, ҡыйгас ҡаш, Эйәк-бите уйылган, һул битенец уртаһы Күҙ ҡаралай мицләнгән; Йүрмә-йүрмә ишелеп,

Ике яҡлап, сикәләп,

Тамсы гөлдәй елберләп,

Иц башынан һалдырып, Оҙон сәсен матурлап,

Өсмә яһап төшөргән; Оҙон керпеге аша Ҡара күҙен йылмайтып, Бит уймаһын уйнатып, Көләс йөҙөн көлдөрөп, Дертләп торган күкрәген Уралгараҡ ыҡлатып, һөйләп киткән

шулай тип.

Ҡатил батша яуызлығынан урманға ҡасҡан, тамыр ашап көн иткән ҡыҙ ҙа хатта һылыу рәүешендә һүрәтләнә «Урал батыр» эпосында (5, 41):

Көнгә янган тәндәрен, һырт ҡаплаган сәстәрен, һуплап юпган агастай Балтыр ите беләген,

Ауҙа туйган ҡыйгырҙай Кәпәйеп торган күкрәген, Ҡуга аша йымылдап

Торган күлдәй күҙҙәрен, Бал ҡортондай ыҡтымат Нескә, һылыу билдәрен, — Оялыпмы, ҡурҡыпмы, Ышыҡланып маташҡан Бер ҡыҙы мән ҡарсыҡҡа Урал батыр тап буган.

«Ҡара юрға» эпосының бер версияһында Ҡара юрғаның һыртындағы көмөш ҡашлы эйәрҙә ултырған һылыу ҡыҙ шулай тасуирлана (5, 271):

Ун бармагы ҡамыштай,

Утыҙ теше көмөштәй,

Бер бите айҙай балҡыган,

200


Бер бите көндәй балҡыган,

Томбойоҡтай күкрәге Күпереп үҫеп ҡалҡынган,

Эй һылыу ҡыҙ, һылыу ҡыҙ,

Эй һылыу ҡыҙ, һылыу ҡыҙ!

«Аҫылкүл» риүәйәтендә иһә Арыҫланхандың ҡыҙы Аҫыл ер йөҙөндәге һылыуҙарҙың һылыуы (4, 314): «Ҡоралай һымаҡ һомғол, талсыбыҡтай зифа. Ә күҙҙәре көҙгө төндәй сөм ҡара, аҫыл мәғдән төҫлө балҡып тора. Ҡыйылып киткән ҡыйғас ҡаштар ҡаймалап алған үҙҙәрен. Иренгенәләре тулышып бешкән сейә төҫлө. Йөҙө иртән яуған ҡырпаҡ ҡарҙай аҡ. Бит алмаларына ал таң шәфәғе яғылғандай. Сылтыр тәңкә, аҫыл таш менән нағышланған ҡашмауы аҫтынан һомғол һынына һарылып төшкән оҙон сәс толомдары ике ҡара йылан һымаҡ ялтырай. Кескәй ҡолаҡ остарына таҡҡан алтын алҡалары яңы тыуған ай шикелле күҙҙе иркәләй. Көмөш беләҙектәр менән биҙәлгән беләктәре аҡҡош ҡана- тындай. Бармаҡ тәлгәшкәйҙәренең остарынан ҡына гөлдәр тамып торған төҫлө. Атлап йөрөүҙәре аҡҡош йөҙөп килгәндәй. Ауыҙ асып һүҙ әйтһә, наҙланып, шишмә шылтырап аҡҡан кеүек. Йыр йырлаһа, кешеләр баҫҡан ерҙәренән ҡуҙғала алмай. Шундай һылыу ул Аҫыл ҡыҙ, һәр егеттең күңелен елкендергән ҡыҙ!..»

Ғөмүмән, һылыуҙарҙан-һылыу — ул төҫө-буйы камил, йөҙө айҙай яҡты, бер күреүҙән күңелгә ятышлы, ожмах фәрештәһеләй, йәннәт хурылай гүзәл ҡыҙ. Мәгәр тормошта ҡатын-ҡыҙҙың тышҡы яҡтан ғына түгел, эске яҡтан да матур — күңеле яҡшы, нурлы булыуы зарур. «Аҡбуҙат» эпосында Нәркәс Һәүбәнде Мәсем хандың ҡыҙы Айһылыуҙы һорарға, ханға кейәү булырға өгөтләгәс, егет уға былай ти (5, 153):

... Миңә әйтсе бер һүҙең, Кояштан нур атата

Кер ҡалдырма, һылыуҡай, Гөл үптермәй үҙенән,

һине һөйһәм ни була Айһылыуҙың йөҙө лә,

Күңелем яттан алдырмай! Тыштан гына көлһә лә,

Күктең айы һылыуҙа, Күңеле нурлы булмаһа,

Кояш һөйгәс йөҙөнән, Айҙай гына булыр ул.

Йәшәйештә күп һыналыуынса, ир-егет менән ҡатын- ҡыҙ мөнәсәбәтендә ҡиәфәттән тыш холоҡ-фиғел, күңел ятыу, күңел зауығы һәм йылыһы, эске рухи донъя ла

201




ҙур әһәмиәткә эйә. Халыҡ әйткәнсә, холоҡлоноң күңеле хуш, ҡыҙ байлығы — күркәм холоҡ, матур ҙа булһын, батыр ҙа булһын... Кәләш йәрәшкәндә ҡатын-ҡыҙҙың инсафлығы, төрлө һәнәрҙәргә маһирлығы, ҡул оҫталығы, эшһөйәрлеге, егәрлелеге лә күҙ уңына алына.

Ҡыҙ һылыулығының мәртәбәһе уның һыбай йөрөүгә, йыр-моңға, нәфис һүҙгә, бейеүгә һәләтлелеге менән тағы ла күтәрелә. «Ғилмияза» риүәйәтендә (4, 283) сағылыуынса, матур, асыҡ йөҙлө, алсаҡ күңелле Бөрйән ырыуы ҡыҙы Ғилмияза эш эшләгәндә лә, уйнағанда ла һәр саҡ йырлаған, көйләгән, йә таҡмаҡ әйткән; йырсылар, сәсәндәр менән бер рәттән йыйындарҙа ҡатнашҡан, улар араһында өҫтөнлөк алған. «Таштуғай» риүәйәтендә (4, 287) Көнһылыу балдаҡ атышта, ат өҫтөнән тәңкә атыу ярышында мәргәнлектә танылған, «һуңғы йыр»ҙа (4, 292) Гөлйемеш йырлап, бейеп бөтә тамашасыларҙың йөрәген елкендергән. «Ҡарасәс» риүәйәтендә (4, 320) йыйында ҡатын-ҡыҙҙарҙың йыр, бейеү ярышында Байғужаның ҡурайҙа уйнай башлауы була, Ҡарасәс уға ҡушылып йырлап ебәрә, уның моңло тауышын ишетеп, халыҡ таң ҡала. Ҡыҙ бейеүҙә лә беренселекте ала. Ҡарасәс менән Байғужаның даны тирә-яҡҡа тарала. Егет Ҡарасәсте йәрәшә, башлы-күҙле була.

Ғөмүмән, халыҡ ижадында ҡатын-ҡыҙ һәр йәһәттән камил, һоҡланғыс, хатта ысын булмышынан яҡшыраҡ, хыялдағы, аңдағы алиһәләй итеп, йәғни идеаллаштырып һүрәтләнә. Гүзәл заттар — ғәйәт тә һылыу, һөйкөмлө, саф күңелле, көслө рухлы, һөйгән йәрҙәренә һуңғы һулыштарына тиклем тоғро образдар.

Ҡыҙҙың һомғоллоғо, күҙҙәренең балҡып тороуы, ирендәренең бешкән сейә төҫлө булыуы, йөҙөнөң алһыулығы, йырға, бейеүгә, һыбай елеүгә маһирлығы уның һаулығы һәйбәтлеге билгеһе лә. Ә һаулығың — байлығың. Сәләмәт тәндә — саф аҡыл. һау-сәләмәт ҡатын сәләмәт бала таба. Был иһә нәҫелде дауам итеүҙә һәм ишәйтеүҙә бик тә мөһим.

Ир, ҡатын холҡона бәйле Василий Розановтың «Люди лунного света» китабында яҙылғандар бик тә ҡыҙыҡлы: «Ир менән ҡатын холҡо ҡапма-ҡаршы һәм шул арҡала бер-береһен тулыландыра. Улар ҡушылған-

202


да — йәндәре лә ҡушыла... Идеалдағы ир-егет йәне, рухы: ҡаты, тура, ныҡ, ынтылышлы, алға хәрәкәт ҡылыусы, иғтибар итеүсе, ҡыҫырыҡлаусы, баҫым яһаусы, еңеүсе... Ҡатын-ҡыҙ холҡо, ҡылығы, ғүмере идеалы, ғөмүмән, йәне, күңеле һыҙаттары: нәфислек, яғымлылыҡ, мөләйемлек, йомшаҡлыҡ, ыңғайлыҡ, ыҡҡа килеүсәнлек, килешеүсәнлек... Асылда бына ошо космогоник төҙөлөштән улар бөтәһенән фәҡәт бер үҙҙәре уңдырышлы, нәҫелле һәм артабан мәңгелеккә «үҙ өлгөһө буйынса» бар итә, яралта» (51, 39—40).

Беҙҙең заманда ла һылыулыҡ юғары баһалана. Әйтәйек, «Һылыуҡай», «Науруз гүзәле» тамашаларында, «Рәсәй супермоделе», «Бөтә донъя супермоделе» конкурстарында тәбиғәт иҫ киткес матурлыҡ (буй, һын, тән, сәс, теш) биргән ҡыҙҙар еңеүсе булып таныла. Модель булыр өсөн ҡыҙҙар гимнастика, бал бейеүҙәре менән дә шөғөлләнә, сит телдәрҙе лә өйрәнә.

Атын белеү, танышыу. Борон башҡорттар яҡындан танышыу өсөн ят кешенән ил-йортон, ырыуын, ағасын, ҡошон, тамғаһын һораған. Ат — кешнәшеп, кеше һөйләшеп танышыр, тигәндәр. Ҡыҙ йәрәшкәндә, ҡыҙ биргәндә туғанлашҡан яҡтың нәҫел-нәсәбен, тамырын, шәхси сифаттарын белешкәндәр. «Аҡбуҙат» эпосында Тарауыл ҡарт Һәүбәндән иҫәнлек-һаулыҡ, ер-һыуын, ауыл-ырыуын, оранын, ағасын, ҡошон, һауытын һораша. һәүбән үҙ тормошон баштан-аяҡ энәһенән ебенә саҡлы һөйләп бирә.

Үҙеңде танытыу, танышыу күренеше эпостарҙа ентекле һүрәтләнә. «Урал батыр»ҙа һунар мәлендә ауланған һомай атаһы Самрау, инәһе Ҡояш булыуын, уларҙың һәм үҙенең үҙенсәлектәрен тәфсирләп, йәғни аңлатып, төшөндөрөп бирә; Урал менән Шүлгәндең юл башын һорашып белгән ҡарт уларға Самрау иленең һәм Ҡатил батшалығының ниндәй икәнен әйтә; Урал урманда ҡасып йөрөгән ҡарсыҡ менән ҡыҙға кемлеген таныта; үлемгә юлыҡҡан Зәрҡум, ярҙам өмөт итеп, һарай серен һөйләй; халыҡ араһынан бер ҡарт Ҡәһҡәһәлә тотҡон булған Алғыр батыр ҡыҙы Гөлөстанды Уралға димләй; Урал Һомайға үҙенең кемлеген, уй-ниәттәрен белдерә; батырҙың яҡшылығын төшөнгән Айһылыу уға серен сисә; Айһылыуҙы алып килгәс, Һомай үҙе Һомай икәнен, Уралды белгәнен, барын һөйләп аңлата; Яйыҡ,

203




Иҙел, Һаҡмар Уралға (ул яуға сыҡҡанда яңы тыуған улдары ла ат менерҙәй ир булған) килеп сәләм биреп, үҙҙәрен таныта. Уралды иһә халҡы ергә ырыҫ сәстергән, илгә байман таптырған ҡашҡа тип белә. Яйыҡҡа атаһы Урал тураһында халыҡ былай тип һөйләй (5, 101):

Атац беҙгә тәңреләй Ярҙам итте, балаҡай.

Атац хаҡын һаҡлайбыҙ,

Инәц хәтерен һаҡлайбыҙ, һинатацдан ҡот йышан, һининәцдән һөт имгән,

Аларга уртаҡ бала һин,

Беҙгә дана бала һин.

«Аҡбуҙат» эпосында һәүбән һыуҙа йөҙөп йөрөгән алтын йөнлө өйрәкте тотҡас, ул телгә килеп, шулай ти (5, 138-139):

Егет, атҡан һунарыц

Өйрәк түгел, белһәц һин,

Күлдә йөҙөп уйнаган Данлы Шүлгән батшаның Йәндәй күргән ҡыҙы мин.

Артабан өйрәк түгел, сәсен тарап ултырған ҡыҙ килеш тап иткәс, һәүбән уға атын һорап өндәшә (5, 145):

һылыу, әйтсе ат-ыцды,

Бер һөйләрмен дан итеп.

Йә бумаһа ҡайтайыҡ,

Бергә торайыҡ көн итеп.

Нәркәс һәүбәнде танып белмәҫ, кешелеген һынамаҫ элек атын әйтмәй, «ер улына тиң бумаҫ, нурҙан тыуған ҡыҙ бала», ти. Һәүбән һыу ҡыҙының бүләге Аҡбуҙҙы алып, илен азат иткәс, күп шатлыҡҡа юлыҡҡас, һылыуҙың теләген белергә, ысын күңелен асып, һөйләр һүҙен тыңларға килгәс, Нәркәс һис асыуланмай күлдән сыға һәм серен сисә (5, 176—177):

204


Ҡыҙ булһам да, инәнән Йөҙөм асһам, ҡояшын,

Ирҙәй батыр тыуҙым мин; Оялып болотҡа инәр.

Урал буйы ерендә Кемдәр көрәш теләһә,

Күп батырҙар күрҙем мин; Уга йөҙөмдө асһам,

Ьинец бабац Яйыҡты Күҙе ҡамашыр нур мән,

Көс һынауҙа ецдем мин; Йыгылып уҡ хур бу лар.

Төҫөм йәштәй булһа ла, Ъицә йөрәк асманым

Күп йыл гүмер иттем мин. һине тәүләп күргәс тә,

Батша ҡыҙы буганга, Күңелемдән һөйҙөм мин,

Ергә сыгып баҡмагас, һиңә әйтергә ҡыйманым,

Унан ашап - еймәгәс, Аҙаҡ сикте көттөм мин.

һис гүмерем уҙманы, Әгәр мине тиң итһәң,

Ҡартлыҡ мине еңмәне, Үҙеңә буй бирәйем,

Йәш ҡыҙ булып һаҡланып, Уралыңда тиң гүмер

һылыулыгым бөтмәне. һинең мән һөрәйем.

Нәркәс, йөҙөн асып, Һәүбәнгә ҡарап йылмайған. Йөҙөнөң һылыулығын күреп, егет ғәжәп ҡылған. Һәүбән алырға риза булғас, атаһының бөтә мал-тыуарын сығарырға ҡушҡан. Күлдән ер ҡаплаған ҡола йылҡы сыҡҡан, һәүбән менән Нәркәс бөтәһен дә ат-тупһыҙ халыҡҡа таратып биргән...

«Заятүләк менән һыуһылыу» эпосында Заятүләк көнсөл ағаларынан ҡасып, Асылыкүлдең матурлығына хайран ҡалып ҡарап торғанда, һыу ҡыҙын күреп, толомонан тотоп, уға былай ти (5, 181):

Йондоҙ юллап төн буйы Ялһыҙ елдем, һылыу ҡыҙ.

Атың, илең белмәйем,

Әйтеп бирсе, һылыу ҡыҙ.

Икәү бергә булайыҡ,

Бергә тормош ҡорайыҡ.

Ҡыҙ әйтә:

Сибәр егет, шаулама, Атым минеңһыуһылыу. Мине һорап даулама,

Егет, һиңә тиң булмам: Нурҙан тыуган тоҡоммон, Ерҙә йөрөтөп хурлама.

Ер улына тиң булмаҫ Нурҙан тыуган ҡыҙ бала.

205




«Һинең менән булайым, һинең өсөн үләйем», — тип ныҡышҡас, алтын тараҡ, алтын сәсмәү бүләгенән дә баш тартҡас, һыуһылыу йомшара, Заятүләкте иленә алып ҡайта, туғай уртаһында ултырған ап-аҡ кейеҙ тирмәһенә индерә лә: «Егетем, теләгеңә ирештең: мин һинеке, һин минеке булдың!» — ти. Теләгеңә ирешеү өсөн өмөттө өҙмәй, ҡыҙҙың күңеленә юл таба белеү, уның менән мөғәмәлә итеү маһирлығы ла кәрәк икән.

Халыҡ ижадында еткән ҡыҙҙарҙың һәм егеттәрҙең ҡымыҙлыҡҡа, еләккә сыҡҡанда, йыйындарҙа, йәйләүҙәрҙә осрашып танышыуы, ғашиҡ булыуы тасуирлана. «Ҡумыҙ» риүәйәтендә (4, 317) сағылыуынса, ҡымыҙлыҡҡа сығыу йәштәрҙең байрамына әйләнеп киткән. Унда төрлө уйындар уйнағандар, йырлағандар, бейегәндәр, ҡурай тартҡандар. Бикбай исемле егет, сағандан ҡумыҙ эшләп, бейеү көйҙәре уйнап, йәштәрҙе бейеткән. Байҙың оло ҡыҙы Гөлйөҙөм унан күҙен алмай ҡарап тора. Бикбайға ла ҡыҙ оҡшай. Үҙенең һөйөү билдәһе тип, ул Гөлйөҙөмгә ҡумыҙын бүләк итә.

«Көнһылыу» риүәйәтендә (4, 304) йырға ла, бейеүгә лә шәп иҫ китмәле һылыу Көнһылыу ҡурайсы егет Арыҫланға йыйында ғашиҡ була. Йылҡы һуйып, Әй буйындағы йәмле тәбиғәттә ҡаҙан аҫҡандар. Йәштәрҙең берәүҙәре көрәшкән, берәүҙәре йүгерешкән, ат сабыштырған. Көнһылыу аҡ сатыр аҫтында аҡ кейеҙ өҫтөндә ҡарап ултырған. Ярышта Арыҫлан тигән егет еңеп сыҡҡан. Ул Йосоп пәйғәмбәр кеүек матур булған. Көнһылыу уға «Көнһылыу» тип яҙылған ебәк яулығын бүләк иткән. Улар бер-береһенә ҡарап йылмайышҡан. Арыҫлан да Көнһылыуҙы бер күреүҙән яратҡан, һәр ваҡыт уны уйлап йөрөгән.

«Ҡара юрға» әҫәрендә ҡыйыу, һүҙгә сәсән Маҡтымһылыу, Әбләйҙе күреп, танышыр-белешер алдынан иғтибарға лайыҡ һорауҙар ҡуя (5, 253):

Сит йәйләүҙец кейәүе Бынауҙай ат менгән ир

Ҡайтып килә, тир инем,һайламай ҡыҙ һөйөрмө ? Кискә һарҡҡас, кейәүҙәр Төнлөк бауы ҡагыуга

Кәләш ташлап ҡайтырмы ? Ҡыҙ күҙләйҙер, тир инем,.Ҡыҙ ташлаган кейәүҙер Күҙ бәйләнмәй, кис булмай

Ҡайтып килә, тир инем,Егет тагы йөрөрмө ?..

206




Әбләйҙең үҙен таныштырыуынса, ул яусы ла, ҡан даулаусы ла, үткенсе лә, иргәйел ир ҙә түгел, ә күңеленә хуш бер һылыуҙы эҙләүсе Һаҡмар һыуы буйынан ҡурайсы, көрәшсе егет.

Арбау, һөйөү белдереү. Вәғәҙәләшеү. Йәшәйештә әүәл-әүәлдән ҡыҙҙы, киленде, егетте, кейәүҙе, ғөмүмән, кешене, тере йәнде арбау күренештәре күҙәтелә. Мөхәббәт юҫығында был айырыуса мөһим. Күҙең төшкән ҡыҙҙы, егетте үҙеңә ҡаратыу, ыңғайлатыу, әүрәтеү, күңелен биләү өсөн тылсымлы һүҙ, сихри ҡөҙрәт менән тәьҫир итеү, яҡшылығыңды, батырлығыңды танытыу зарур. Дәртле егет тәүәккәллек ҡылып, йән һөйгәнен арбай, йәнәшәһе итә, йәре йән аҙығы була. Оялсан егет иһә оҙаҡ ваҡыт үҙенә йәр таба алмай ыҙалай. Ә бит алыусыға барыусы бар. Һис шикһеҙ, һөйгән һөйгәнен ала, һөйгән һөйгәненә бара.

Тормошта яман уй менән арбау осраҡтары ла осрай. Әйтәйек, «Урал батыр» эпосында туғыҙ башлы ҙур йылан, ҡыҙ төҫөнә инеп, Уралды арбамаҡсы, һәләк итмәксе итә. Аҡбуҙатты алыу, уға эйә булыу өсөн Әз- рәҡә батшаға һомайҙы арбау ҡеүәһенә эйә ир кәрәк. Ә үҙе егетте ҡыҙ, мал биреп, йә бей ҡылып арбамаҡсы (5, 68-69):

Хәҙер беҙгә шул кәрәк: Буҙ ат менер ир тапһаҡ,

Кеше булган ир кәрәк, Ҡыҙ теләһә, ҡыҙ биреп,

Ҡояш ҡыҙы һомайҙы Мал теләһә, мал биреп,

Арбай алыр ир булһын, Бей булам, тип ымһынһа,

Ҡыҙ яратып егетте, Берәй илгә бей ҡылып,

Аҡбуҙ мән булатты Ул егетте арбаһаҡ

Бүләк итерҙәй булһын. Беҙ Уралды ецербеҙ...

Шулай итеп, арбау — ниәтеңә, теләгеңә ирешеүҙә йоғонтоло, ҡөҙрәтле көс. «Аҡбуҙат» эпосында ла Буҙатты бирмәҫ өсөн Һәүбәнде һылыу ҡыҙ менән әүрәтмәкселәр (5, 150):

Батшам, һицә бер аҡыл: Уны күрһә, егетең

һарайыц тулы ер ҡыҙы, Аҡбуҙатын онотор,

һинец ҡыҙҙан да һылыу Бер ауыҙһыҙ алам тип,

Мәсем хандыц бар ҡыҙы. Егет шуга ынтылыр.

207




Урал иһә изгелеге, яҡшылығы, ярҙамсыллығы, батырлығы, ил ҡотҡарыр уйы менән Һомайҙың күңелен биләй. Халыҡ ҡарашынса ла, ир — эше менән, ҡыҙ ҡылығы менән һөйкөмлө; яҡшы ир менән ҡатын хур булмай; яҡшы ҡатын — ярты ырыҫ. Шуға ла Һомайға ир аҫылы Урал һиммәтле. Ә бит, «арабыҙҙа яман уй, ҡанға батыр яман туй булмаҫ ул», тип уйлап, Шүлгән дә Һомайға һөйөүен белдерә (5, 91):

һарайыңа килгәс тә,

Күҙ алдымда күргәс тә Күңелемде арбаның,

Күҙең миңә һалманың... Асыҡ йөҙөң күргәс тә Барын хәҙер оноттом. һиндәй һылыу булмаҫ, тип, Эҙләп һис кем тапмаҫ, тип,

Миңә ҡулын бирерме, Үҙе һөйөп килерме,

Тип күңелем елкеттем. Теләһәң, бергә булайым, һөйһәң, һине алайым, Ҡарыулашһаң тагы ла, Үҙ уйымды ҡылайым.

һөймәгәнгә һөйкәлмә тигәндәй, Һомай серен сисмәй, Шүлгәнгә буй бирмәй. «Аҡбуҙат» эпосында һыу ҡыҙы Нәркәс үҙен йәр итергә теләгән һәүбәнгә йөрәген аса, уны тәү күреүҙән күңеленән һөйөүен әйтә.

«Ҡара юрға» эпосында Әбләй һөйөүен Маҡтымһы- лыуға белдермәй, сер тотоп, хәҙер яусылай башлаһа, ҡалымға малы юҡлығын уйлап, аптырай. Әбләй ҡайтырға атын эйәрләй башлағас, Маҡтымһылыу, нисек тә Әбләйҙең үҙен яратҡанын белеү өсөн, уға бүләк бирергә булып, былай ти (5, 255):

Нагышлы билбау теккәнмен,

Быуайымсы билеңә.

Аҫа балаҫ һуҡҡанмын,

Түшәйемсе юлыңа.

Әхирәт ҡыҙҙар ҙа ике йәш йөрәктең ҡауышыуын теләй:

Шаң-шаң ҡойоп балдарҙы,

Туйыгыҙҙы көтәйек,

Ҡуй майына һыҙҙырып,

Йыуасалар бешерәйек.

Килсе, егет, билеңде Вәгәҙә өсөн быуайыҡ.

208




Һөйөү — үтә лә тәрән хис-кисереш, тойғо, мөхәббәт, бөтә күңелдән ғашиҡ булыу, онотолоп яратыу. «Заятүләк менән һыуһылыу» эпосында һыуһылыуға иҫе китеп ғашиҡ булған Заятүләк бергә булыу, тормош ҡороу өсөн Аҡ шоңҡарынан да, Күк толпарынан да, күкрәк һөтөн имеҙгән инәһенән дә, атаһынан да биҙергә, хатта ки һыуға төшөп үлергә риза. Халыҡ әйтеменсә, һөйгән йәр — һөйәгең елеге, мөхәббәт таш ярҙырта, мөхәббәт өсөн йән фиҙа. Бына ниндәй көс-ҡөҙрәткә эйә ул мөхәббәт.

«Таштуғай» риүәйәтендә йыйындарҙа мәргәнлеген танытҡан, ҡурай тартҡан Байғүбәк үҙенең матурлығы, йырсылығы менән дан алған Көнһылыуға шишмәгә һыуға барғанда һөйөүен йыр менән еткерә (4, 288):

Урал япраҡтары япраҡ түгел, һандугасҡайҙары ла ҡош түгел. Көнһылыуҡай матур, алсаҡ күцел,

У га берәү Уралда тиц түгел.

Көтөр батыр тирмә алдарында Ат баганалары ла буш түгел.

Угым менән атып та алыр инем, Көнһылыуҡай ыласын ҡош түгел.

Уға ҡаршы Көнһылыу шулай йырлай:

Ат бәйләйҙәр ҡаҙыҡ, ай, булгата, Сацлаталар даны киткәнгә.

Моңая ла берәү, гпоргай һалып,

Тиц табалмай йөрәге типкәнгә.

Батыр егет яуҙан, ай, ҡурҡамы,

Ат ҡушаҡлап сапмай ятырмы ?

Буш оялар көткән кәкүк ҡоштай Ҡыҙ әйтеүен егет көтөрмө ?

Шул саҡ Байғүбәк ҡулындағы балдағын Көнһылыуға бүләк итеп бирә, егет алырға, ҡыҙ барырға һүҙ ҡуйыша.

Халыҡ ижадында ҡатын-ҡыҙ күңелен яулауҙа йырҙың йоғонтоло сара булыуы күҙаллана. «Ҡарасәс» риүәйәтендә тол ҡалған Ҡарасәсте һоратып, тирә-яҡтан яусылар күп килә, мәгәр ул килгән берен кире бороп тора. Күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеү өсөн бер ир Ҡарасәс янына килә һәм уны йыр менән әүрәтә (4, 323).

209


Ир әйтә:

Ҡара сәскәйеңдең толомдарын Өстән у pen сулпы таҡҡанһың,

Өс яусым да килеп, кире ҡайтты,

Ҡабул итмәй, кире ҡаҡҡанһыц.

Ҡарасәс яуап бирә:

Яусыларын, ҡайтты, һис ҡаҡманым,

Оялдым шул вәгәҙә бирергә.

Яусылатып барыр түгелмен ҡыҙ,

Теләһәм дә һине күрергә.

Ир әйтә:

Семәрле лә сана, сем үрәсә,

Рөхсәт итсе, үтәм түргәсә.

Вәгәҙәңде алһам, теләк була,

Булырбыҙ, тим, бергә гүргәсә.

Ҡарасәс әйтә:

Семәрле лә сана, сем үрәсә,

Үрәсәгә баҫып һөйләшә.

Ьөйләшеүкәйҙәрең, һай, гәҙәтсә,

Күҙ ҡарашҡайҙарын, әҙәпсә.

Ир әйтә:

Урамдарҙан үтә юлдар түтә,

Семәрле лә сана көн дә үтә. һөйгән генә йәрен, зирәк булһа,

Ғүмерҙәрең зәүерҙә үтә.

Ҡарасәс әйтә:

Төштәремдә күрҙем килереңде,

Әллә мин Әә булдым күрәҙә.

Йондоҙлама һалдым, дөрөҫ төштө,

Инде, бәгерем, бирәм вәгәҙә.

Тол ир, тол Ҡарасәс туй уҙғарып, икенсе бәхеттәрен табып, донъя көтөп алып киткәндәр.

210




«Һуңғы йыр» риүәйәтендә һүрәтләнеүенсә, ун етешәр йәшкә еткән Кәрим менән Гөлйемеш бер-береһен яратыша. Ил эсендә, «Кәрим Гөлйемеш өсөн, Гөлйемеш Кәрим өсөн тыуған инде» (4, 298), тип һөйләйҙәр. Уларҙың мөхәббәте көндән-көн көсәйә. Ғашиҡтар бергә тормош ҡорорға, тормоштоң шатлыҡтарын, ауырлыҡтарын бергә уртаҡлашып үткәрергә вәғәҙә бирешә.

Вәғәҙәләшеп ҡуйған ҡыҙҙы алыу, егеткә барыу борондан килгән ғәҙәт. Вәғәҙәле йәр — вәғәҙә бирешкән һөйгән йәр. Үтәргә инандырып, ышандырып әйтелгән һүҙҙе тотоу зарур. Халыҡ әйтеменсә, вәғәҙә — ярты иман. Әкиәттәрҙә батшалар үҙ вәғәҙәләре буйынса батырҙарға ҡыҙын да, ярты батшалығын да бирә.



Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   6   7   8   9   10   11   12   13   ...   19




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет