Халҡым хазинаһЫ



бет9/19
Дата15.06.2016
өлшемі2.19 Mb.
#137424
1   ...   5   6   7   8   9   10   11   12   ...   19

Ғалимдарҙың асыҡлауынса һәм аныҡлауынса, кеше ҡанында егерме дүрт микроэлемент булһа, ҡортсолоҡ ниғмәттәрендә — егерме ике. Улар тәнгә ғәмәлдә аҙыҡ- түлек, аш-һыу менән инә. Тәндә бөтә биохимик һәм физиологик хәл-күренештәр микроэлементтар ҡатнашлығында бара. Улар ҡан хасил итеүҙә, һөйәкте барлыҡҡа килтереүҙә, үрсеп-ишәйеүҙә, иммунобиологик тәьҫирҙәрҙә, организмда аҡһымдар синтезында, матдәләр һәм йылылыҡ алмашыныуында ҡатнаша. Микроэлементтар витаминдар, ферменттар һәм гормондар менән үҙ-ара бәйләнештә вә йоғонтола тора. Медицина ғилемендә билдәләнеүенсә, микроэлементтар тәндең төрлө ағзаларында туплана: баҡыр — бауырҙа, електә; кадмий, молибден — бөйөрҙә; литий — үпкәлә; йод — ҡалҡан биҙендә; цинк — енси биҙҙәрҙә, организмдың үҫешенә тәьҫир иткән эске секреция биҙе — гипофизда, ашҡаҙан аҫты биҙендә; хром, никель — гипофизда, стронций — һөйәктәрҙә... Ванадий, тимер, баҡыр, марганец, кобальт, никель, цинк кеүек микроэлементтарҙың ет- мәүе ҡан барлыҡҡа килеү барышын боҙа. Бал йәиһә инә ҡорт һөтө, манса (һитә), һеркә, прополис ҡулланыу аҙ ҡанлылыҡтан арындыра. Баҡыр, йод, кобальт лейко-

164




циттарҙың әүҙемлеген, организмдың инфекция сирҙәренә ҡаршы тороусанлығын көсәйтә. Шулай итеп, витаминдарға һәм микроэлементтарға бай ҡортсолоҡ ризыҡтарын даими ҡулланыу анемиянан дауаланырға булышлыҡ итә, иммунобиологик ҡеүәтте арттыра, сәләмәт тормош сығанағы булып тора.

Прополистың дауалау үҙенсәлектәрен беҙҙең эраға тиклем бер нисә мең йыл элек үк Боронғо Мысырҙа мәжүсиҙәр, имселәр, фирғәүендәрҙең мәйеттәрен му- миялаштырыусылар яҡшы белгән. Изге бал ҡортоноң серле матдәһе тураһында белешмәләр грек, рим, ғәрәп философтарының һәм табиптарының хеҙмәттәрендә лә сағылып ҡалған. Грузин халыҡ медицинаһында, дауалау китаптарында ла ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр һаҡланған. Ауыҙ ҡыуышлығы, теш боҙолғанда прополис ҡулланғандар. Яңы тыуған баланың кендеген киҫкәс, уның йәймәһен һылағандар, балалар уйынсыҡтарына иретмәһен һөрткәндәр. Ҡан төкөргәндә шундай им тәҡдим ителгән: «Булавка башы ҙурлығындағы прополис ал да өс көн рәттән иртән һәм кис өсәр бөртөк йот». Ревматизм булғанда, һыуыҡ тейгәндә, бәшмәк ауырыуҙарынан аяҡ боҙолғанда ауыртҡан урындарға, һытҡыға, шешектәргә йоҡа ғына прополис йәймәһе һалып, ғәҙәттә, төнгөлөккә урап бәйләп ҡуйғандар. Ғөмүмән, әүәл-әүәлдән прополис антисептик һәм яраларҙы тиҙ уңалтыусы матдә иҫәпләнгән. Антибиотик үҙенсәлектәрен белеп, яу, һуғыш ваҡытында прополис төнәтмәһен һәм майын операциялар эшләгәндә, йәрәхәттәрҙе бөтәштереүҙә, туҡымаларҙы тергеҙеүҙә ҡулланғандар. Прополислы бәйләүес гангренанан ҡотҡарған. Киҫелгән, һуғылған, бешкән, эренләгән урындарҙы прополис һөртөп бәйләгәндәр, сөйәлдәрҙе, һытҡыларҙы бөтөргәндәр. Шуға ла прополистың хаҡы балдан да ҡиммә- терәк булған. Дауалау алымдары ил-йортта сер итеп тотолған, нәҫелдән нәҫелгә бирелгән, халыҡ медицинаһында киңерәк ҡулланылыш алған.

Тәбиғи сығышлы им-дауа сығанағы, йоғонтоло биологик үҙенсәлектәргә, микробтарға, шешеүгә ҡаршы, тән туҡымаһын, күҙәнәктәрен һәм организмды ҡайтанан тергеҙеү тылсымына эйә матдә булараҡ, прополис донъя медицинаһында, фармацевтика сәнәғәтендә төрлө дауалау препараттары етештереү өсөн ҙур ҡыҙыҡһыныу

165




тыуҙыра. Уның менән ғилми тикшеренеү институттары шөғөлләнә башлай, Румыния, Чехословакия, Югославия, Болгария, Дания, Польша, Англия кеүек илдәрҙең ғалимдары ҡатнашлығында прополистың үҙенсәлектәре, химик составы, төрлө биологик процестарға йоғонтоһо, уны медицинала ҡулланыу, прополис препараттары буйынса халыҡ-ара симпозиумдар ойошторола. Прополистың төрлө концентрацияла һыуҙағы, спирттағы һығымсаһы һәм иретмәһе, үҫемлектәр, мал-тыуар майында эшләнгән майы, һағыҙҙары, эмульсияһы, ингаляцияһы, косметикаһы, йәбештермәһә, биологик бәйләүесе, пастаһы хәҙер медицинала киң ҡулланыла.

Бөтә Рәсәй Горький бешеү үҙәгендә тәне ныҡ бешкән ауырыуҙарҙы дауалауҙа, бик ауыр йәрәхәттәрҙе ҡыҫҡа ваҡытта уңалтыуҙа 15 процентлы прополис майы файҙаланыла. Ул үҫемлек, мал майында йәиһә аҡ майҙа әҙерләнә. Ҡайнау торошона еткерелгән, мәгәр ҡайнамаған майға ваҡланған таҙа прополис (100 грамм майға 15 грамм прополис) ҡушыла һәм ирегәнсе балғалаҡ менән болғап торола, шунан марля аша һөҙөлә. Бер нисә ҡат марляға буялған прополис майы бешкән урынға һалынып, бер-ике тәүлеккә бәйләп ҡуйыла. Бәйләүес яраға йәбешмәй һәм уны алғанда тән туҡымаһын боҙмай, ауырттырмай.

Горький ғилми-тикшеренеү тире-венерологик институтында эренләткес трихофития, сәс ҡойолоу, пеләшләнеү, пиодермия, тире туберкулезы, сөсө (волчанка), зарарлы бәшмәк ауырыуҙарын прополис менән дауалайҙар. Баштың сәсле өлөшөндә трихофитияны дауалауҙа 50 процентлы прополис майы ыңғай һөҙөмтәләр биргән. Клиник тәжрибәләр күрһәтеүенсә, сираҡтағы хроник язваны 20—30 процентлы прополис һығымсаһы менән бәйләгәндә, тиресәлә яңы күҙәнәктәр барлыҡҡа килеп, яраның йәһәтерәк уңалыуына булышлыҡ иткән.

Сит илдәрҙә, мәҫәлән, Чехословакияла, прополис хирургияла ауыр һәм оҙаҡ уңалған яраларҙы имләүҙә уңышлы ҡулланыла. 10—30 процентлы прополис майы йәрәхәттәрҙең һыҙлауын кәметә, ит үреүен тиҙләтә, тән туҡымаһын тергеҙә һәм ҡәҙимге препараттар менән сағыштырғанда, дауалау ваҡытын ике тапҡырға кәметә, бактериялар менән зарарланған яраларҙы ла күпкә тиҙерәк уңалта.

166




Бала сағында улымдың беләге боҙолоп, сей яраға әйләнгәйне. Эренле яраға прополис майы буяп, марля менән бәйләп ҡуйҙым. Ике көндән һуң бәйләүесте сисһәм, йәрәхәттең эҙе лә ҡалмаған.

Псориаздан ыҙалаған сирлеләргә башланғыс стадияла ике-өс ай буйы составында прополис булған таблеткалар бирәләр. Дауалау ваҡытында ҡанда липидтар кимәле кәмей. Күптәр һауыға, башҡаларҙың хәле һиҙелерлек яҡшыра.

Медицинала билдәле булыуынса, күп күләмдә антибиотиктар ҡабул итеү кеше организмына кире йоғонто ла яһай. Шуға ла үпкә туберкулезы, пневмония, бронхит кеүек сирҙәрҙе прополис майы, һығымсаһы, уның спирттағы төнәтмәһе менән имләү хәйерле. Үпкә туберкулезының аҙған формаларын дауалауҙа ла прополис файҙалы. Сирҙең ныҡлығына, ауырлығына бәйле дауалау дүрт айҙан ун айға тиклем һәм унан да оҙағыраҡ дауам итеүе мөмкин. Прополис препараттары һәм бактерияларға ҡаршы препараттар менән комплекслы дауалау тәжрибәһе лә бар. 15 процентлы прополис майын йәиһә спирттағы 20 процентлы төнәтмәһен ауырыуҙарға көнөнә өс тапҡыр туҡланырҙан бер сәғәт алда бирәләр. Һөҙөмтәлә температура, РОЭ төшә, йүткереү, ҡаҡырыҡ бүленеү, күкрәктә ауыртыу, ҡан төкөрөү туктай, дөйөм хәл яҡшыра, аппетит тыуа, йоҡо яҡшыра.

Туберкулезды һәм үпкә шештәрен дауалауҙа Башҡортостандағы «Прополис» йәмғиәте түбәндәге дауалау курсын тәҡдим итә: «Аҡ майҙағы 10—30 процентлы прополис майын ашағанға хәтле бер сәғәт, бер сәғәт ярым алда көнөнә ике-өс мәртәбә йылы һөт менән бер балғалаҡ ҡабул итергә. Туберкулезды тулы дауалау курсы — алты ай самаһы, һәр курстан һуң туҡталып тороу ваҡыты — ике-өс аҙна. Дауалауҙың беренсе курсында — 10 процентлы, икенсе курсында — 15, өсөнсө курсында — 20, дүртенсе курсында — 25, бишенсе курсында — 30 процентлы прополис майы ҡулланыла».

Заманында миңә апайымдың игеҙәк балаларын прополис менән һауыҡтырырға тура килде. Улар бала тыуыу йортонан сығып өлгөрмәҫ элек үк үпкә сире менән ауырый башланы. Район табиптары игеҙәктәрҙе йыл буйы тиерлек дауаланы. Мәгәр хәлдәре ваҡыты-ваҡыты

167




менән генә яҡшырҙы һәм тағы насарайҙы. Балалар ҙа, апай үҙе лә ныҡ ыҙаланы. Шул саҡ мин ҡорт елемен файҙаланып ҡарарға кәрәк тигән фекергә килдем. Спиртта 10 процентлы прополис иретмәһен әҙерләнем. Ярты балғалаҡ самаһы иретмәне иретелгән аҡ майға ҡушып, балаларға бирә башланыҡ. Алты-ете көндән игеҙәктәрҙең хәле күҙгә күренеп яҡшырҙы, ә дүрт-биш аҙна үтеүгә улар тамам һауыҡты: йүткереүҙәре бөттө, температуралары төштө, ауырлыҡтары артты. Инде улар — сәләмәт, бик тә эшһөйәр ир-егеттәр.

Акушерҙың иғтибарһыҙлығы, вайымһыҙлығы арҡаһында бактерия эләгеп, ике яҡлы пневмония булып, улым бәпес кенә көйө Өфөнөң 17-се дауаханаһында интегеп ятты. Туҡтауһыҙ укол да ҡаҙанылар, плазма һәм ҡан да ебәрҙеләр... Мәгәр ай ярым буйына, хәле ауыр, тигән хәбәр генә ишеттек. Ниһайәт, медицина фәндәре докторы артабан дауаханала ятыуҙың файҙаһыҙ икәнен әйткәс, баланы ауылға алып ҡайттыҡ. Йәнә прополистың тылсымы, илаһи дауаһы килеште. Шул ваҡыттан бирле уның башҡаса пневмония менән ауырығаны юҡ, инде ул үҙе ике бала атаһы.

Хәҙер үпкә туберкулезы, пневмония, бронхит, эндо- бронхит, лимфатик төйөрҙәрҙең, бөйөрҙөң шешеүе менән ауырыусыларҙы дауалауҙа прополистың әһәмиәтен табиптар ҙа таный. Шешеүгә ҡаршы, анестетик, йәнә гормональ һәм иммунитет һаҡлағыс эффектҡа эйә прополис тын юлы ауырыуҙарынан, бронхиаль астманан арыныуға ыңғай йоғонто яһай, сирҙең йыш киҫкенләшеүенә юл ҡуймай, организмдың ҡөҙрәтен арттыра. Ете-Һигеҙ йәшлек ҡыҙ бала бронхиаль астманан, тын етмәү өйәнәктәренән ыҙалай ине. Төрлө дарыуҙарҙың, дауаханала ятыуҙың файҙаһы теймәгәс, беҙ уға, тәнәфес яһай-яһай, йыл буйына прополис майы һәм 3—5 грамм прополисты һағыҙ итеп сәйнәргә бирҙек. Бронхиаль астма бөттө, ҡыҙ бала йүгерә, саңғыла йөрөй башланы. Ангинаның теләһә ниндәй формаһында ла иң тәьҫирле сара — ҡорт һағыҙы. Ашағандан һуң ике борсаҡ ҙурлығындай түңәрәтелгән прополисты таралғансы яй ғына сәйнәргә, төнгөлөккә тешкә һылаштырып ҡуйырға кәрәк. Мәгәр яҡшы сифатлы прополис ҡына ыңғай һөҙөмтә биреүен оноторға ярамай. Тын

168


юлдарын дауалағанда прополис иретмәһе менән ингаляция ла яһайҙар.

Дисбактериоз эҙемтәһендә ауыҙ ҡыуышлығында, аңҡауҙа, телдә, яңаҡтарҙа монилиаз хасил булып, кеше аҙыҡ ҡаба алмай, ауыҙҙан, танауҙан һыу һәм ҡанлы бүлендектәр бүленә. Айырыуса бәпестәр, бала-сағалар ныҡ ыҙалай. Бәпестәр тиҙ ярһый, имә алмай, илай. Прополистың спирттағы 30 процентлы төнәтмәһенә һыу һәм бал ҡушып, имгәнгә тиклем ярты сәғәт элек көнөнә өс тапҡыр өс-биш көн ҡаптыралар. Бәпестәр тыныслана, имә, һәйбәт йоҡлай.

Йотҡолоҡ тиресәһе шешкәндә, йәғни хроник фарингит ыҙалатҡанда 30 процентлы прополис төнәтмәһенә глицерин йәиһә персик майы ҡушып, ун-ун биш көн ауыҙ, танау ҡыуышлығына һөртәләр. Тештәр, теш ите боҙолоуҙан, насар еҫ килмәһен өсөн ауыҙ ҡыуышлығын прополис шыйыҡсаһы аэрозоле менән дә һуғаралар. Тымау тейгәндә һыу ҡушылған спиртлы прополис төнәтмәһен мамыҡ тампонына һеңдереп, танаүға ҡуялар.

Ғөмүмән, ауыҙ ҡыуышлығы боҙолоу һәм шешеү ныҡ таралған сир. Ҡәҙимге медикаменттар һәм препараттар йыш ҡына теләгән терапевтик һөҙөмтәләр бирмәй. Был осраҡта прополистың эфир-спирт ҡушылдығы яҡшы. Пародонтоз, стоматит, теш һурғандан һуң альвеолит шештәрен дауалағанда прополис препараттары иң йоғонтоло сара.

Урта ҡолаҡ шешкәндә, эренләп һыҙлағанда, насар ишеткәндә прополистың 70 градуслы спирттағы 30 процентлы иретмәһен марля тампонына һеңдереп, ҡолаҡ пәрҙәһенә ҡуялар, йәиһә ҡыуышлыҡты төнәтмә менән ун-ун биш көн йыуҙырталар. Дарыуханаларҙа Таллинда әҙерләнгән прополислы махсус ҡолаҡ тампондары һатыла. 2—5 процентлы прополислы офтальмик иретмә, 5—10 процентлы прополис майы күҙ йәрәхәтләнгәндә һәм янғанда, күҙ алмаһы вирустар һәм микробтар эләгеп шешкәндә ныҡ килешә.

Хроник гастрит, ашҡаҙанда һәм бөйән эсәгендә сей яра (язва) булғанда, ярты балғалаҡ прополис төнәтмәһенә ҡайнаған һөт йәиһә һыу ҡушып, көнөнә өс тапҡыр ун һигеҙ-егерме көн әсәләр. Хроник колит (йыуан эсәк тиресәһе шешеү), хроник простатит менән интек

169


кәндәргә лә прополис яҡшы им. Ашҡа ҡушып бирелгән саф прополис иһә һейҙек ҡыуығы эшмәкәрлеген нормалләштерә. Проктологияла спирттағы 10 процентлы прополис экстракты йәиһә майы һеңдерелгән свечалар ҡулланыла.

Ҡатын-ҡыҙҙарҙың патоген бактериялар, инфекциялар, трихомониаз ауырыуҙарын дауалауҙа, эрозия күҙәтелгәндә прополистың спирттағы 3 процентлы иретмәһе, һығымса буялған махсус свечалар ете-ун көн эсендә шешеү процесын бөтөрә. Гинекологияла операциянан һуң прополис экстрактын, майын һөртөп ябыу йәрәхәттәрҙе тиҙ уңалта. Ғәҙәттә ун-ун биш тампон ҡулланыла. Спиртлы прополис төнәтмәһе стрептококк- тарҙы, стафилококктарҙы юҡ итеү ҡеүәһенә лә эйә.

Һуңғы йылдарҙа прополистың тылсымлы тәьҫире, төрлө сирҙәрҙе дауалау тәжрибәһе тураһында байтаҡ ғилми хеҙмәттәр яҙылды. Эффектлы дауалау сараһы булараҡ, ул медицина әлкәһенә киңерәк һәм тәрәнерәк үтеп инә. Хәҙер сит илдәрҙә лә, Рәсәйҙә лә прополис нигеҙендә байтаҡ апитерапевтик медикаменттар, препараттар, анығыраҡ итеп әйткәндә, төнәтмәләр, майҙар, кремдар, таблеткалар, һығынтылар, эмульсиялар, сироптар, тампондар, свечалар, теш пасталары, биологик актив өҫтәлмәләр, брикеттар әҙерләнә һәм магазиндарҙа, дауаханаларҙа һатыла. Прополистың спиртлы төнәтмәһе Мәскәүҙә, Киевта, Ҡазанда, Пермдә, Өфөлә етештерелә. Баш ҡалабыҙҙағы дауаханаларҙа ғәмәлдә сит яҡтарҙан килтерелгән прополис шыйыҡсаһын тәҡдим итәләр. Сөнки «Иммунопрепарат» «Микроген» фәнни-производство берекмәһенең федераль дәүләт унитар предприятиеһы филиалына әйләнгәс, спиртлы прополис төнәтмәһен етештереүҙе ныҡ кәметте, әүәл йөҙ егерме мең флакон төнәтмә әҙерләнһә, 2005 йылда ун мең флакон ғына әҙерләнде.

Өфөләге «Прополис» йәмғиәте ҡортсолоҡ ниғмәт- тәрен эшкәртеп, прополис майы, прополис, бал, һеркә, эликсирҙар, лосьондар, кремдар етештерә һәм баш ҡалабыҙҙағы «Сәләмәтлек оазисы» магазиндарында һата, 1994 йылдан бирле айына бер мәртәбә «Прополис» гәзитен нәшер итә. Был баҫма һаулыҡ, оҙон ғүмер, гүзәллек серҙәрен аса, ҡортсолоҡ ризыҡтарын медицинала, диетологияла, косметологияла ҡулланыу тура

170


һында ҡыҙыҡлы белешмәләр, мәғлүмәттәр бирә. Тәбиғи прополис мөғжизәле, тылсымлы сәләмәтлек сығанағы икәненә инанаһың.

Прополисты ҡулланыу даирәһе киң. Уны ветеринарияла файҙаланалар. Борон байтаҡ илдәрҙә прополистың спирттағы шыйыҡсаһы лак булараҡ юғары баһаланған. Прополис скрипкалар өсөн лак әҙерләүҙә лә ҡулланылған. Бөтә донъяға билдәле Страдивариус тарафынан яһалған данлы скрипкалар бал ҡорттары йыйған прополис арҡаһында үҙенә башҡа илаһи сифаттарға эйә тигән фараз да бар. Был, һис шикһеҙ, донъяға әҙәм нәҫеленән илле-алтмыш мең йыл әүәл барлыҡҡа килгән бал ҡорто мөғжизәһе!

СӘСКӘ ҺЕРКӘҺЕ ҺӘМ ҺИТӘ

Ҡанбабаларҙың ҡарһүҙенсә, бал ҡорттары — илаһи, ризыҡтары — хәләл. Бал да, ҡорт елеме лә, инә ҡорт һөтө лә, ҡорт ағыуы ла, һеркә менән һитә лә. Ошондай хәләл вә шифалы тәғәмдәрҙе етештереүсе йән эйәләре булғанға, бал ҡорттарын илаһилаштырғандар ҙа инде.

Һеркәне, йәғни сәскәле үҫемлектәрҙең ваҡ ҡына аталыҡ орлоҡтарын бал ҡорттары ояларына артҡы аяҡтарындағы кәрзингә һалып алып ҡайта. Һеркә бөртөктәрен эшсе ҡорттар кейәгә ҡунғанда һәм ингәндә асыҡ күрергә мөмкин. Һәр төрлө үҫемлектең аталыҡ орлоҡтары үҙенсәлекле төҫө, формаһы, үлсәме менән айырылып тора. Ошо айырмалыҡтар буйынса бал ҡорттарының ниндәй үҫемлектәрҙән һеркә йыйғанын белеп була. Тәбиғи асыллы, ата енси күҙәнәкле есем булараҡ, һеркәлә тере йәндәрҙең һәйбәт үҫеше өсөн кәрәкле бөтә матдәләр бар. Әйтәйек, байтаҡ микроэлементтар, аҡһымдар, ирекле аминокислоталар, фоллий, пантотен кислоталары, никотин, биотин, А, В,, В2, В6, С витаминдары... һеркәләрҙең химик составы ниндәй үҫемлек сәскәләренән йыйылыуына бәйле төрлөсә һәм, бергә тупланып, матдәләрҙе күбәйтә.

һеркәләрҙе бал ҡорттары ғәмәлдә иртән, сәскә һеркәләре асылғас, йыя. Һынауҙар күрһәтеүенсә, бал ҡорто бер барыуҙа ояға 20 миллиграмға ҡәҙәр һеркә алып ҡайта. Кәрәҙ күҙәнәктәренең өстән ике өлөшө самаһы

171




һеркә бөртөктәре менән тултырыла. Бал. ҡорттары, махсус биҙҙәре бүлеп сығарған шыйыҡсаларын ҡушып, һеркәләрҙе иҙеп, ҡатышманы тығыҙлап, өҫтөнә бал һалып ҡуя. Матдәләрҙең үҙ-ара тәьҫирендә әсеү башлана һәм ул ун биш көн эсендә тамамлана. Һөҙөмтәлә манса, йәғни һитә хасил була. Умартасылар уны «бал ҡорто әпәйе» (икмәге) тип атай. Шулай итеп, мансаны бал ҡорттары һеркәләргә бал, үҙҙәренең шыйыҡсаларын өҫтәп әҙерләй.

Кәрәҙ күҙәнәктәренә һалынған һеркәләр микроб- фәләндән зарарһыҙлана. Күҙәнәктәрҙә әсеү мәлендә углеводтар арта, аҡһым һәм май миҡдары кәмей, йәнә 3 проценттан ашыуыраҡ һөт кислотаһы барлыҡҡа килә. Антибиотик үҙенсәлектәргә эйә ҡатышмалар уны оҙаҡ ваҡыт боҙолоуҙан һаҡлай. Һеркәләрҙән бүленгән күп төрлө сүпрә бәшмәктәре һитәне ферменттар, липидтар, аҡһымдар менән байыта, витаминдарҙы синтезлай.

Бал ҡорттары умартаға ташыған сәскә һеркәләрен махсус ҡулайламалар ҡуйып айырым да йыялар. Бер умартанан көнөнә 100 грамм һеркә алырға мөмкин. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, һеркәлә шәкәр — 18, аҡһым — 24,06, майҙар — 3,33, минераль матдәләр 2,55 процент тәшкил итә. Һитәлә иһә бал иҫәбенә шәкәр ике тапҡыр самаһы күберәк, витаминдар, ферменттар артығыраҡ, мәгәр майҙар ике тапҡырға кәмерәк, аҡһымдар, минераль матдәләр ҙә саҡ ҡына аҙыраҡ.

Сәскә һеркәләрен бал ҡорттары айырыуса яҙын һәм йәй башында күп йыя. Сөнки был мәл — үрсеү, ишәйеү, күсте көсәйтеү мәле. Был ваҡытта һитә бал ҡорттары һәм ҡарышлауыҡтары (личинкалары) өсөн бик тә кәрәкле аҡһымлы, минераль һәм витаминлы аҙыҡ. Эшсе ҡорттар һитә, «бал ҡорто әпәйе» менән туҡланып, йотҡолоҡ биҙҙәрендә инә ҡорт һөтө етештерә һәм ашнаҡсы ҡорттар уны инә ҡортҡа, ҡарышлауыҡтарға, йәғни ҡорт «бәпес»тәренә ашата. Һитә бал ҡорттары, ғөмүмән, тере организмдар тарафынан бик еңел үҙләштерелә.

Шулай итеп, һитә — бал ҡорттары әҙерләгән, аҡһымға, шәкәргә, майҙарға, минераль матдәләргә бай һәм кәрәҙ күҙәнәктәрендә боҙолоуҙан оҙаҡ һаҡланған таҙа тәбиғи тәғәм. Шифалы үҙенсәлектәре үҙгәрмә

172




йенсә ҡоро һәм һалҡынса урында ул ун ете йылға тиклем һаҡлана ала. Махсус ҡулайламалар ҡулланып йыйылған сәскә һеркәһенең сифатын иһә әлегә тулыһынса һаҡлауға өлгәшеп булмай. Ҡәҙимгесә киптереү мәлендә витаминдарҙың һәм аминокислоталарҙың күпмелер өлөшө юҡҡа сыға. Ғөмүмән, бер йыл эсендә һеркә файҙаһының яртыһы юғала. Һитәнең туҡлыҡлыҡ ҡиммәте, көс-ҡөҙрәт ҡеүәһе, биологик әүҙемлеге һер- кәнекенә ҡарағанда юғарыраҡ. Мәгәр икеһе лә бик үҙенсәлекле һәм уникаль.

Һеркәнең һәм һитәнең ғәжәп үҙенсәлектәренә солоҡсолар, бал ҡортон бағыусылар элек-электән иғтибар иткән һәм шифаһын белгән. Бал ҡортоноң ошо биологик йәһәттән йоғонтоло тәғәме менән туҡланғандар ҙа, дауаланғандар ҙа. Ул хәл кереткән, көс-ҡеүәтте тергеҙгән, тән ағзаларын сәләмәтләндергән, дәрт-дарман өҫтәгән, һеркә, һитә ябыҡҡанда, тәнгә аҡһым етмәгәндә бик тә килешле им-ризыҡ. Ашау теләге асыла, ашҡа барым арта, эске секреция биҙҙәренең эше яҡшыра. Әүҙемлек, эшмәкәрлек көсәйә, көсөргәнешлек, арыу кәмей, һауа торошо үҙгәрештәре еңелерәк кисерелә.

Беҙҙең заманда һеркәнән, һитәнән әҙерләнгән препараттар медицинала уңышлы ҡулланыла. Тәжрибә күрһәтеүенсә, улар яраларҙың уңалыуын тиҙләтә, шешеүҙе кәметә, организмдың һаҡланыу ҡеүәһен, йоғошло ауырыуҙарға бирешмәүсәнлеген көсәйтә, һитә баш һөйәктәре йәрәхәтләнгәндә, инсульт кисергәндә мейелә ҡан әйләнешен һәйбәтләндерә, микрофлораны тергеҙә, простата биҙе аденомаһын имләүгә, ирлек ҡеүәһен арттырыуға килешә, ауырлы ҡатындарҙың һаулығына, ҡарындағы бала үҫешенә ыңғай йоғонто яһай. Аҙ ҡанлылыҡтан (анемия) дауаланғанда микроэлементтарға бай һитә аҡ һәм ҡыҙыл ҡан күҙәнәктәрен, гемоглобинды йәһәт ишәйтә, ҡандың липидтар составын яҡшырта. Бал ҡортоноң был тәғәме анемияға, тамырҙар склерозына ҡаршы бик тә тәьҫирле һәм һаулыҡҡа зарары юҡ тәбиғи сара иҫәпләнә.

Ғөмүмән, һитә (манса) түбәндәге сирҙәргә шифа булараҡ тәҡдим ителә: йөрәктең насар эшмәкәрлеге, инфаркт, инсульт, анемия, мейенең ҡан әйләнеше боҙолоу, аҡылға еңеләйеү, хәтерҙән яҙыу, аллергия, сабырт

173


ма сығып ҡысытыу (нейродермит), экзема, псориаз, һыу-
лы күпертмә ҡалҡыу
(герпес), бауыр шешеү (гепатит),
йыуан эсәк тиресәһе шешеү (колит), бөйән эсәгенең
һәм ашҡаҙандың сей яраһы, гинекология ауырыуҙары,
рахит, невроз, эскелек, наркомания...
Тибет медици-
наһы буйынса ла һеркә, һитә әлеге ауырыуҙарға дауа.
Айырыуса мейе эшмәкәрлеген, ҡан баҫымын, нервы
системаһын тергеҙеүе әһәмиәтле.


Табиптар һеркәне вә һитәне (мансаны) ашарҙан яр-
ты сәғәт самаһы элек көнөнә ике-өс мәртәбә яртышар
балғалаҡ ҡабул итергә тәҡдим итә. Балаларға иһә кәме-
рәк, йәғни балғалаҡтың өстән бер-дүрттән бер өлөшө.
Һеркәне балға ҡушып бер балғалаҡ ашарға мөмкин.
Дауалау курстары өс-алты аҙна.
Тибет медицинаһы
буйынса көнөнә һеркәнең ярҙам итеү дозаһы — 20, да-
уалау дозаһы 32 грамм. Балалар өсөн өс йәштән биш
йәшкә тиклем — 12, алтынан ун ике йәшкәсә — 16, ун
ике йәштән — 20 грамм. Дауалау ваҡыты утыҙ-ҡырҡ
биш көн. Профилактика өсөн миҡдар — иртән тулы-
һынса, дауалау миҡдары — өс тапҡыр, һуңғыһы йоҡлар
алдынан бирелә. Һеркәне башта баллы йылы һыуға һа-
лып болғайҙар һәм бөртөксәләр бүртенгәнсе төнәтәләр,
һитәне (мансаны) балға ҡушып та ҡулланалар. Төрлө
витаминдар, препараттар етештергәндә, һеркәне һәм
һитәне сеймал итеп файҙаланалар.

ИНӘ ҠОРТ ҺӨТӨ



Йәйҙәрен өй йәнәшен-
дәге баҡсабыҙҙа умарта
ҡарағанда, төтөн биргәс,
атайым, рамдарҙы өҫкәрәк
күтәреп, гел кәрәҙгә күҙ
һалыр ине. «Быныһында
манса, бала ятҡылығы күп,
ҡарышлауыҡтар үҫеп, ҡорт-
ҡа әйләнеп, күсте ишәйтә,
көсәйтә», — тип рамды


кире урынына ҡуя. Балын айыртырға бал менән тулы
рамдарҙы ғына алабыҙ. Ентекләп баҡҡанда инә ҡорт
күренеп ҡала. Ул эшсе ҡорттарҙан оҙонораҡ, ҙурыраҡ.
Кәрәҙҙең ситендә имән сәтләүегенә оҡшаған балауыҙ
бармаҡсыҡтар шунда уҡ күҙгә салына. Бал ҡорттары




174




йәш инә сығарыу йомортҡалары ятҡан ошо балауыҙ көбөләре күҙәнәктәрен инә ҡорт һөтө менән тултыра. Ҡарышлауыҡтар һөттә йөҙөп йөрөй. Инә ҡорттар ишәйеп, күс айырып ыҙалатмаһын өсөн атайым «сәтлә- үектәр»ҙе өҙөп ташлай. Йәш инә сығып өлгөрһә, уны кес кенә тимер ситлеккә индереп, инәһе ҡартайған умартаның рамдары араһына ҡыҫтыра. Күс йәш инәгә күнеккәс, уны ситлектән сығара, ҡарт инәне тота.

Яҙын, йәйен инә ҡорт күпләп йомортҡа һалған мәлдә, бал ҡорттары уны һөт менән айырыуса яҡшы туҡландыра. Ныҡ туҡландырылған инә ҡорт иҫ киткес күп йомортҡа, йәғни тәүлегенә бер мең биш йөҙ йомортҡа һала. Инә ҡорт ҡөҙрәтле икән — күс тә көслө, умарта ла баллы. Эшсе ҡорт, ата (һоро) ҡорт ҡарышлауыҡтары үҫкән күҙәнәктәрҙә лә һөт була, мәгәр инә ҡорт ҡарышлауығы күҙәнәгендәге менән сағыштырғанда ифрат та аҙ. Эшсе ҡорттарҙың ҡарышлауыҡтары һөт менән тәүге өс көндә генә туҡлана һәм уртаса йәшәү оҙонлоғо ҡырҡ биш көн тәшкил итә. Ғүмере буйы һөт менән туҡландырылған инә ҡорт иһә байтаҡҡа оҙаҡ, дүрт-биш йыл йәшәй. Күрәһегеҙ, тылсымлы һөт ғүмерҙе күпкә оҙайта.

Инә ҡорт һөтөн йәш эшсе бал ҡорттары йотҡолоҡ һәм өҫкө яңаҡ биҙҙәре тарафынан эшләп сығара, һөттө әҙерләүҙә һитә сеймал булып тора, тиҙәр. Телгә алыуыбыҙса, ғәйәт туҡлыҡлы һәм ғәжәп тылсымлы һөт тәғәме менән ашнаҡсы ҡорттар үҫеү осоронда инә ҡорт ҡарышлауыҡтарын һәм ғүмеренең ахырынаса инә ҡорттарҙы туйындыра. Инә ҡорт һөтө һөт төҫөндә мәрүәт (перламутр) төҫмөрләнешле ҡаймаҡ һымаҡ матдә, тәме — әскелтем. Ҡорт ҡарышлауығы күренгәнгә һөтлө күҙәнәктәр булған баллы кәрәҙҙе ауыҙға алыу сирҡандыра торғайны үҫмер саҡта. Ул ваҡытта был тәғәмдең шифаһын, баһаһын төшөнөп етелмәгән шул.

Латин телендә инә ҡорт һөтө, йәғни апилак, «бал ҡорто һөтө» мәғәнәһен аңлата. Apis — бал ҡорто, lac — һөт. Ҡортсолоҡ белгестәренең фекеренсә, инә ҡорт туҡланған һөт химик составы буйынса эшсе ҡорт ҡарышлауыҡтары күҙәнәктәрендәге һөттән башҡасараҡ. Шуға ла апилакты бал ҡорто һөтө лә, инә ҡорт һөтө лә тип әйтәләр. Һитәне «Аллаһы Тәғәлә тәғәме» тиһәләр, инә ҡорт һөтөн «король желеһы», мөғжизәле аҙыҡ, оҙон ғүмер эликсиры ла тиҙәр. Бындай юғары баһаның асылы шунда: инә ҡорт көбөләрендәге һөт ифрат та

175




таҙа, микроб-фәләндәрҙән азат, антибиотик ҡөҙрәткә эйә һәм тере һыуҙай шифалы. Унда — аҡһымдар, углеводтар, майҙар, витаминдар, микроэлементтар, минераль тоҙҙар, енес биҙе гормондары, ҡан тамырҙарын киңәйтеүсе матдәләр, ғөмүмән, йөҙҙән ашыу берләшмәләр. Тағы ла тәфсирләберәк әйткәндә, составында бихисап органик кислоталар, ҡандың яһалышын тәьмин иткән микроэлементтар. Аҡһымында иһә — организмдың һәйбәт үҫеше өсөн кәрәк алмаштырғыһыҙ бөтә аминокислоталар. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: кеше организмы инә ҡорт һөтөнөң аҡһымдарын ифрат та яҡшы үҙләштерә, бәғзеләре ҡандың үтә лә мөһим өлөшөн тәшкил итә. Шулай итеп, инә ҡорт һөтө юғары биологик үҙенсәлектәргә эйә. Йәнә бактериостатик тәьҫире, йәғни бактерияларҙың үрсеүен, үҫеүен туҡтатыуы, хатта уларҙы юҡ итеүе менән баһалы.

Инә ҡорт һөтө составында дезоксирибонуклеин кислоталары (ДНК) һәм рибонуклеин кислоталары (РНК) булыуы менән дә әһәмиәтле, ҡөҙрәтле. Фәндә иһә шул мәғлүм: ДНК — бөтә тере организмдарҙың күҙәнәктәрендә һәм бәғзе вирустарҙа булған биополимер тәбиғи берләшмәләр, генетик код рәүешендә генетик мәғлүмәттәрҙе тоталар, ҡайһы бер организмдарҙа аҡһымдар биосинтезында һәм киләсәк быуындарҙың организмдарына нәҫел һыҙаттарын биреүҙә ҡатнашалар. РНК иһә — нуклеиндарҙан торған органик юғары молекуляр берләшмәләр, ДНК һымаҡ бөтә тере организмдарҙың күҙәнәктәрендә һәм бәғзе вирустарҙа барҙар, күҙәнәктәр үҙәгенең элементтары булып торалар, аҡһымдар биосинтезында һәм генетик мәғлүмәттәрҙе ғәмәлләштереүҙә ҡатнашалар... ДНК яңы йыйылған инә ҡорт һөтөндә табылһа, РНК оҙаҡ һаҡланған һөттә лә табылған. Бал ҡорттарының, инә ҡорттарҙың барлыҡҡа килеүе, һөт менән туҡланыуы, үҫеше, генетик үҙенсәлектәре, ғөмүмән, төп асылы һөттәге ДНК һәм РНК-ға ҡайтып ҡала.

Инә ҡорт һөтөн йәйен бал ҡорто үрсеме мәлендә өс-дүрт көнлөк мисәтләнмәгән, йәғни кәпләнмәгән инә ҡорт көбөләре күҙәнәктәренән йыялар. Бал ҡорттары иһә ҡорт көбөләрен ғәмәлдә инә ҡорт ҡартайған йәиһә күс инәһеҙ ҡалған осраҡта яһай. Бындай хәлдә һөттө күп алып булмай. Мәгәр күберәк алыу алымдары, ысулдары бар. Бының өсөн хатта махсус умарталыҡтар булдыралар. Умарталарға яңы балауыҙға яһалма инә ҡорт

176




көбөләре йәбештерелгән рамдар ҡуялар. Йомортҡалар һалғас, инә ҡортто оянан алалар. Инәһеҙ, йәғни йәтим ҡалған күс, тынысһыҙланып, әҙер инә ҡорт көбөләрен әүҙем рәүештә һөт менән тултыра. Өс-дүрт көнлөк һөттө эсенә иретелгән балауыҙ яғылған быяла һауыттарға (пробиркаларға) быяланан йәки тутыҡмаған ҡоростан эшләнгән махсус ҡалаҡтар менән йыялар, һөт шифалы үҙенсәлектәрен юғалтмаһын өсөн пробиркаларҙы һауа кермәҫлек итеп балауыҙ менән кәпләйҙәр һәм шунда уҡ температура минус 6—18 градус булған һыуытҡысҡа ҡуялар. Фәҡәт шулай иткәндә генә инә ҡорт һөтө үҙенең биологик әүҙемлеген өс йылдан ашыуыраҡ тулыһынса һаҡлай. Яҡтыла, йылыла һөт һарғая, кибә, сифатын һәм им ҡөҙрәтен юғалта. Шуны оноторға ярамай: яҡтыла булған һәр минут, йылылағы һәр сәғәт һөттөң шифаһын кәметә. Йәнә бер һаҡлау ысулы шул: инә ҡорт һөтөн тигеҙ күләмдә араҡыға йәки 50 процентлы спиртҡа ҡушып болғап, һыуытҡыста 0 градус температурала тоталар.

Инә ҡорт һөтөнөң тылсымын кешеләр боронғо дәүерҙәрҙә үк татып белгән, «тән һәм йән» сирҙәренә килешкәнен төшөнгән. Мәгәр уның мөғжизәле үҙенсәлектәренә ғилми хеҙмәткәрҙәр, медицина белгестәре меңәр йылдар үткәс кенә иғтибар иткән. Апилактың хайуандар, кеше организмына тәьҫирен асыҡлау, төрлө сирҙәрҙе дауалауҙа файҙаланыу буйынса һынауҙар башланған. Парижда Сорбонна университетында уны ентекле өйрәнгәндән һуң, 1922 йылда «Аписериум» дарыу препараты эшләп сығарыу һәм ампулаларҙағы апилак ябыҡҡанда, хәлһеҙләнгәндә, арығанда, тиҙ ярһығанда, йәнә ауырлы ҡатындарға тәҡдим ителгән. Францияла, Италияла апилакты медицинала ҡулланыуға әһәмиәт артҡандан-артҡан. 1949 йылда Римдә умартасыларҙың милли берекмәләренең халыҡ-ара ойошмаһы «Апимон- дия» ойошторолған. 1956 йылда иһә Вена ҡалаһында умартасыларҙың халыҡ-ара конгресында дауалау өсөн апилак нигеҙендә етештерелгән препараттарҙы киң ҡулланыу зарурлығы белдерелгән. Апилак беҙҙең ил ҡортсолоҡ, медицина белгестәренең дә иғтибарын йәлеп итә. 1959 йылда «Рыбное» умартасылыҡ ғилми-тикшеренеү институтында «Апилак» препараты әҙерләнә һәм ике йылдан һуң уны дауалауҙа ҡулланыу рөхсәт ителә.

177


Хәҙер Рәсәйҙә инә ҡорт һөтөнә глюкоза һәм галактоза ҡалдыҡтарынан әҙерләнгән, фәҡәт һөтимәрҙәр һәм кеше һөтөндә булған лактоза ҡушылған «Апилактоза» препараты етештерелә. Башҡортостан умартасылыҡ ғилми-тикшеренеү институты флакондарҙа адсорбция- ланған грануллы инә ҡорт һөтө, йәнә балға 2 процент инә ҡорт һөтө өҫтәлгән «Апитонус», балға 2 процент инә ҡорт һөтө, 1 процент прополис ҡушылған «Апиток», балда 2 процент инә ҡорт һөтө, 20 процент һеркә булған «Апифитотонус-2» кеүек биологик актив өҫтәлмәләр эшләп сығара. Күрәһегеҙ, дауаланыу, сәләмәтлекте нығытыу өсөн инә ҡорт һөтө препараттарын табырға мөмкин.

Һинд медицинаһы ҡомартҡыһы — тормош китабы «Аюрведа»ла, составына бал, һөт ингән эликсирҙар, диета ярҙамында кеше ғүмерен биш йөҙ йылға оҙайтырға мөмкин, тиелә. Был хаҡта Тибет медицинаһы серҙәрендә лә әйтелә. Ә инә ҡорт һөтө оҙон ғүмерле- лек эликсиры булараҡ билдәле. Кеше ғүмере иң оҙон булған Япония сит илдәрҙән йылына 200 тонна тирәһе инә ҡорт һөтө ала, Ҡытай иһә 1800 тонна самаһы етештерә икән. Көнбайыш илдәрендә апилактан һәм бал ҡортоноң башҡа тәғәмдәренән йөҙәрләгән төр дарыу препараттары эшләнә. Сөнки улар — тәбиғи, таҙа, шифалы һәм тәнгә, йәнгә им.

Биологик әүҙем матдә булараҡ, инә ҡорт һөтө тәнгә хәл керетә, көс бирә, зиһенде аса, аҡыл һәм физик хеҙмәт эшмәкәрлеген яҡшырта, дәртләндерә, йоҡоно яҡшырта, үҙәк нервы системаһын нығыта. Тикшеренеүҙәр, клиник һынауҙар шуларҙы асыҡланы: инә ҡорт һөтө организмдағы йәшәү өсөн мөһим бөтә үҫеш, үҙгәреш барыштарын көйләй, тән туҡымаларын яҡшырта, ҡан тамырҙары спазмаһын кәметә, ҡанда гемоглобин артыуына, холестерин кәмеүенә булышлыҡ итә, матдәләр алмашыныуын әүҙемләштерә.

Инә ҡорт һөтө балалар физик яҡтан, аҡыл йәһәтенән артта ҡалғанда, ауыр сир кисергәндән, операциянан һуң хәлһеҙләнгәндә, организм ҡаҡшағанда, ҡарт- ҡоро ҡартлыҡтан миктәгәндә көс-ҡөҙрәт, дәрт-дарман өҫтәй. Бындай ауырыуҙарҙың, насар туҡланыусы балаларҙың ашау теләге тыуа, ауырлыҡтары арта, күңелдәре күтәрелә, һүлпәнлеге бөтә, тәндәренә төҫ керә. Етлекмәй тыуған балалар үҫә, күркәмләнә. Һөттөң мөғжизәһе менән ололарҙың хәрәкәтләнеүе, хәтере һәй

178




бәтләнә, ҡолаҡтары асығыраҡ ишетә, күҙҙәре яҡшыраҡ күрә. Йәнә инә ҡорт һәтө енес биҙҙәрен стимуллаштыра, климакс мәлендә ҡатындарҙы тынысландыра, бала имеҙгән әсәләрҙең һөтө бүленеүен көсәйтә.

Хәҙер медицинала апилак препараттарын ҡан аҙайғанда, ҡан баҫымы түбәнәйгәндә, йөрәк ишемияһы, миокард инфаркты, стенокардия, гипертония, атеросклероз, тромбофлебит, артрит, туберкулез, бруцеллез, шәкәр диабеты, бауыр, ашҡаҙан-эсәк юлы, трахеит, ларингит, бронхит, бронхиаль астма ауырыуҙарын дауалағанда ҡулланалар. Астмаға дусарҙар инә ҡорт һөтөн даими ҡабул иткәндә үпкә көпшәләре ҡаҡырыҡтан тиҙ таҙара, тын алыу яҡшыра. Инә ҡорт һөтө менән псориаз, нейродермит, себорея, экзема, эренле йәрәхәт, пеләшләнеү кеүек тире ауырыуҙарын да дауалайҙар.

Медицина фәне остаздары белдереүенсә, иммун системаһын тергеҙеүгә, һаҡлауға булышыуҙа, айырыуса химия терапияһы, нур терапияһы менән дауалауҙан һуң апилакты ҡулланыу файҙалы. Инә ҡорт һөтөидәге нуклеин кислоталары аҡһымдар биосинтезына, күҙәнәктәр бүленеүенә һәм башҡа барыштарға, күренештәргә йоғонто яһай. Был организм онкологик сирҙән көсһөҙләнгәндә күҙәнәктәрҙең яңырыуы, үҫеше өсөн ифрат та мөһим. Апилактың яман шешкә ҡаршы биологик үҙенсәлектәрен билдәле канад ғалимы Гордан Таунсенд үткәргән ғилми һынауҙар һөҙөмтәләре раҫлай. Ул егерме йыл буйы апилактың яман шеш күҙәнәктәре үҫеүен тотҡарлау, туҡтатыу мөмкинлеген өйрәнгән. Уның дәлилләүенсә, апилак ярҙамында яман шештең дүрт формаһын (лейкемия, лимфосаркома, аденокарцинома, Эрлих карциномаһы) туҡтатырға мөмкин. Ҡорт инәһе һөтөнөң яман шешкә ҡаршы тәьҫирен уның радиоактив үҙенсәлектәргә эйәлеге менән дә бәйләйҙәр.

Инә ҡорт һөтөнән яһалған таблеткаларҙы, капсулаларҙы тел аҫтына һалып ун — ун биш минут тоталар. Тибет медицинаһы буйынса, апилак шыйыҡсаһының бер дозаһы ололарға — ун тамсы, балаларға — өс — алты тамсы. Һөттө бер-ике тамсы балға ҡушып, ун көнлөк курстар һәм ун көнлөк тәнәфестәр менән, сирҙең ҡатмарлылығына ҡарап, өс — ун ике курс ашарҙан алда көнөнә өс мәртәбә ҡабул итәләр. Ғәҙәттә иһә 10—30 миллиграмм һөттө ун — егерме көн көнөнә өс тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт элек тел аҫтына һалалар. Профи

179


лактик сара өсөн тәүлегенә ике-өс капсула тәғәйенләйҙәр.

Инә ҡорт һөтөнөң аҙ ғына миҡдары ла ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Шуға ла уны тейешенән артыҡ ҡулланырға ярамай. Әгәр кешелә балға аллергия юҡ икән, тимәк уға инә ҡорт һөтө лә килешә. Әгәр ул йүткереү тыуҙырһа, организм күнеккәнсе уның миҡдарын ике тапҡырға кәметергә кәрәк.

Хәҙер апилактан косметик кремдар ҙа әҙерләйҙәр. Сөнки ул күҙәнәктәр алмашыныуын, май биҙҙәре секрецияһын яҡшырта, тирене һығылмалы итә, йәшәртә. Инә ҡорт һөтөнөң им, шифа үҙенсәлектәре иҫ китмәле. Ул, ысынлап та, илаһи бал ҡорто мөғжизәһе!

БАЛ ҠОРТО АҒЫУЫ

Бал ҡорттары балауыҙ, кәрәҙ ҙә яһай, һеркә ташып һитә, һут килтереп бал да әҙерләй, прополис та, һөт тә етештерә, ағыу эшләп сығарып, ояларын бурҙарҙан да һаҡлай, уҫаллығын да таныта...

Атайым ҡорт ҡарар алдынан тәүҙә кейәгә төтөн өрҙөрөр, шунан бәрмәй-һуҡмай ғына умарта ҡапҡасын асыр ине. «Ҡорттар шаҡ та шоҡ килеүҙе, тауышланыуҙы өнәмәй, улым, улай ҡыланһаң, яратмайҙар, сағалар», — ти. Умарта ябыуын асҡанда ла төтөн бирәбеҙ, бал ҡорттарының уҫаллашыуына юл ҡуймайбыҙ. Шунан ғына рамдарҙы берәм-берәм ҡалҡытып, күтәреп ҡарайбыҙ, бал булһа, ҡорттарҙы умарта эсенә ҡағып, төшмәй ҡалғандарын кишер һабағы менән һыпырып, балын һурҙыртырға өйгә керетәбеҙ. Шулай ҙа бәғзе бал ҡорттары ҡуҙғып, безелдәп, беҙҙең тирәләй оса, ояларын, ризыҡтарын һаҡларға тырыша, һөжүм итә. Өҫкә халат, салбар, башҡа күҙлек кейгәс, саға алмайҙар. Еңдәр асыҡ булһа, эскә лә инеп киткеләйҙәр. Атайым абайламай ҡортто тотһа, ыһ тип ҡуя, бармағын ҡорт саҡҡанын шунан ғына беләм. Ул өндәшмәй генә эшен дауам итә. Бал килеме ҡыҙыу мәлдә ҡорттар эҙләнеп йөрөмәй, әллә ни сағышмай.

Инәйем бал ҡорттары осҡан яҡҡа баҡса ҡоймаһына әйбер элһә, атайым шунда уҡ алдыра. Бал ҡорттары елдә елберләп торған нәмәне яратмай, саға. Әйткәндәй, умартаны ла елһеҙ көндә ҡарау хәйерле.

180




Йәйҙең йылы, тымыҡ, матур бер мәлендә йорт эсендә уйнап йөрөгән дүрт йәшлек Әлфирә һеңлем күҙ асып йомған арала юғалды ла ҡуйҙы. Хафаланып эҙләйем. Юҡ... Баҡһам, ҡарағат баҡсаһы ҡапҡаһы асыҡ тора. Ни күрәм — ҡурсаҡтай ғына ҡыҙыҡай ҡарағат ышы- ғындағы умарта эргәһенә сүгәләгән дә, кейә алдына осоп килеп ҡунған бал ҡорттарына нескә бармағы менән тейеп, иҫе китеп ҡарап ултыра. Ҡорттар иһә үҙ шөғөлдәре менән мәшғүл.

Ҡорт айырып, геү килеп күктә өйөрөлөп осоп, инә ҡорт ҡунған урынға (ҡарағатҡа, миләшкә, муйылға, имән ағасҡа... ) һарығас, япраҡ менән һыу бөркөп, төтөн биреп күсте тынысландырып, ағас ҡашыҡ менән ҡаяҙға һоҫабыҙ. Ике-өс көн баҙҙа тотоп, күсте яңы умартаға, йәки әүәлге ояға ябабыҙ. Эш рәтен, көйөн белеп эш итһәң, сағылмайһың. Ғөмүмән, ҡорт ҡарау асылын, серҙәрен белеү мөһим. Белмәйһең икән, үҙеңә үпкәлә, бал ҡорттары хатта баҫтырып тороп кәрәгеңде бирәсәк, ағыуҙарының зәһәрен татытасаҡ. Әйтеүҙәренсә, ҡорт ағыуына айыу, терпе, йылан, баҡа бирешмәй. Минең һынауымса, мал-тыуарҙан ҡорт сағыуына айырыуса ат сыҙамай. Шуны ла төшөндөм: эргәңдә ҡорт осҡанда һелтәнергә, сәбәләнергә ярамай, үҙеңде тыныс тотоу яҡшы.

Ата (әре, һоро) ҡорттар саҡмай, уларҙың ағыу эшләү биҙе лә, ҡаяуы (уғы ла тиҙәр) ла юҡ. Улар эшсе ҡорттарҙа һәм инә ҡортта ғына була. Ҡаяу — эшсе ҡорттарҙың ояны бур бөжәктәрҙән, ҡорттарҙан, дошмандарҙан һаҡлау ҡоралы. Инә ҡортҡа ул ояла яңы хасил булған көнәркәшенән ҡотолоу һәм йомортҡа һалыу өсөн кәрәк. Ғөмүмән, бал ҡорто ағыуы — баҫы- шыусыларҙы, тиктәҫкә бал татырға ынтылыусыларҙы ҡыуыу, ҡурҡытыу сараһы. Умартасыларҙың һөйләүенсә, атайымдың да әйтеүенсә, бал ҡорто ағыуы «хәүеф сигналы» бирергә һәм хәүеф-хәтәрҙән һаҡланырға бөтә эшсе ҡорттарҙы әүҙемләштерергә һәләтле. Ағыуҙан бүленгән тиҙ таралыусы матдәнең еҫенән күстең ҡуҙ- ғыуы, ярһыуы көсәйә. Тикшеренеүселәрҙең фараз итеүенсә, осоусы ҡатмарлы эфирҙар (амил, изоамил, этил адетаттары) ҡорт ғаиләһендә «хәүеф сигналы» реакцияһын тыуҙыра. Был — үҙе бер мөғжизә!

Сағыу ағзаһы бал ҡорто кәүҙәһенең артҡы осонда урынлашҡан. Ҡаяу (уҡ) ағыу эшләп сығарыусы ҙур

181




һәм бәләкәй биҙҙәр, ағыу йыйылып торған груша һымаҡ һауытса менән тоташҡан. Ҡаяуҙың тәнгә ҡаҙала торған осло өлөшө һырлы һәм был уны тартып сығарыуҙы тотҡарлай. Саҡҡандан һуң ҡорт осоп китә һәм бер нисә сәғәттән үлә, ояһын һаҡлап йәнен фиҙа ҡыла. Сағыу ағзаһы иһә өҙөлөп, тәндә тороп ҡала. Ағыу ҡыҫҡарыусы мускулдар ярҙамында таралыуын дауам итә. Тулыһынса таралмаһын өсөн ҡорт сағыу менән ҡаяуҙы тырнап сығарырға кәрәк. Дауаланған ваҡытта ағыу сығып бөтһөн өсөн ҡаяуҙы тәндән ун минутҡа ҡәҙәр алмайҙар.

Бал ҡорттарынан ҡурҡмаған, тотош күсте тәненә һарытҡан ҡуш йөрәкле ғәййәр ирҙәр бар. Калифорния умартасыһы тәненә өс йөҙ илле мең ҡорт ҡундырып, Гиннестың рекордтар китабына ингән. Уны бер ҡорт та саҡмаған. Сәләмәт кешеләрҙең күпселеге бер үк ваҡытта биш — ун ҡорт сағыуын еңел кисерә. Биш йөҙ самаһы ҡорт саҡһа, кеше үлә. Мәгәр донъяла бер нисә ҡорт сағыуынан да хәлдәре ныҡ ауырлашҡан, хатта үлгән кешеләр бар. Мин үҙем сыҙаммын. Ҡышлауҙан һуң баҙҙан ҡорт сығарғанда умарта ярығынан сығып һарып торған ҡорттарҙы ҡараңғыла шәйләмәйенсә ҡыҫып тоттом. Саҡтылар. Мәгәр түҙҙем, умартаны ҡулдан ысҡындырманым. Ысҡындырһам, ҡорттар туҙып, тағы ла нығыраҡ сағылыр инек.

Умартасылар ҡорт ағыуына бирешмәүсән. Был уларҙың организмында ағыуҙың юғары молекуляр аҡһымдарына ҡаршы тора алырлыҡ антиматдәләр барлыҡҡа килеү менән аңлатыла. Антиматдәләрҙән иммуноглобу- линдарҙың бер төркөмө тән туҡымаларын һәм күҙәнәктәрен ағыуҙың кире тәьҫиренән ҡурсалай. Имму- ноглобулиндарҙың икенсе бер төркөмө иһә ағыулы матдәләр менән бәйләнешкә инеп, киреһенсә, көслө аллергия хасил итә. Шуға ла ныҡ һиҙгер кешеләргә ҡорт сағыуынан һаҡланырға кәрәк. Ағыу йоғонтоһонда уларҙың тын алыуы ауырлаша, тәндәренә тимгел, сабыртма, шеш ҡалҡа... Ғөмүмән, үтә лә күңелһеҙ хәл-күренеш, сәләмәтлеккә ҡурҡыныс тыуа. Ағыуға һиҙгер кешеләрҙе ҡорт саҡҡан осраҡтарҙа ҡаяуҙы йәһәт кенә тартып алыу һәм йәрәхәттең өҫкө яғынан аяҡты, ҡулды ҡыҫып бәйләү зарур. Табиптар преднизолон, адреналин, анти- гистамин препараттар (димедрол) тәҡдим итә. Димедрол ҡорт ағыуының тәьҫирен кәметә, аллергияны туҡтата.

182




Бал ҡорто ағыуы (апитоксин) — кристаллашмай торған төҫһөҙ, балдыҡына оҡшаш үҙенә бер төрлө еҫле, тәме бик әсе шыйыҡса. Ҡорт саҡҡан урында ул яндырғыс, әрнеткес ауыртыу, ҡыҙарыу, ҡабарыу, шешеү тыуҙыра. Апитоксин — бик әүҙем биологик матдә. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, ул органик һәм органик булмаған матдәләрҙең ифрат та ҡатмарлы ҡатышмаһынан тора. Уның төп өлөшөн, йәғни 80 проценттан ашыуын аҡһымдар һәм пептидтар тәшкил итә һәм бал ҡорто ағыуының иң әүҙем биохимик вә фармакологик компоненттары булып иҫәпләнә. Ағыуҙа йәнә ирекле аминокислоталар, аминдар, фосфор, кальций, магний, баҡыр, цинк кеүек микроэлементтар барлығы асыҡланған. Ҡорт ағыуының химик составы бик ҡатмарлы һәм был хаҡта фекерҙәр, мәғлүмәттәр ҙә төрлөсә. Ҡатмарлылыҡ уның киң фармакологик әүҙемлеген билдәләй ҙә инде. Ҡорт ағыуы һауала бик тиҙ кибә, мәгәр ошо килеш тә үҙенсәлектәрен әллә нисә йылдар буйы юғалтмай. Ғәйәт көслө йоғошһоҙландырғыс матдә булыуы шунда ла асыҡ күренә: бик күп күләмдә һыйыҡлағанда ла унда микробтар, бактериялар үрсемәй.

Бал ҡорто ағыуының ағыулау һәм дауалау үҙенсәлектәре бик боронғо замандарҙан уҡ билдәле. Мәгәр халыҡ медицинаһында уны дауа сифатында ҡулланыу фәҡәт күҙәтеүҙәргә, ябай һынауҙарға ғына нигеҙләнгән булған. Әйтәйек, ҡорт ҡараусылар ревматизмдан, быуындар шешеүҙән, баш сыҙатмауы менән билдәләнгән нервы ауырыуынан (мигрень) сағыштырмаса һирәк ауырыған. Улар ҡорт сағыуынан ауыртыуҙың баҫылы- уын, шештең ҡайтыуын, быуындарҙың хәрәкәтләнеүе һәйбәтләнеүен башҡаларға ла һөйләгән. Апитоксин Грецияла, Мысырҙа, Һиндостанда, Ҡытайҙа, айырыуса Тибетта йоғонтоло им сараһы һаналған. Гиппократ раҫлауынса, бәләкәй генә бал ҡорто алдында бөтә быуын һәм умыртҡалыҡ ауырыуҙары сигенә. Ысынлап та, умартасылар ғәмәлдә быуын ауырыуҙарынан интекмәй.

Сит илдәрҙә, Рәсәйҙә апитоксиндың химик составын, организмға тәьҫирен ентекләп өйрәнеү уның медицинала ҡулланыу даирәһен киңәйтте. Ҡорт ағыуы ҙур миҡдарҙа һаулыҡ өсөн хәүефле, уртаса кимәлдә иһә ҡәҙимге медикаменттар менән дауалау ауыр сирҙәргә ғәйәт килешле. Биохимик һәм фармакологик тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, ҡатмарлы апитоксин компоненттары төрлө шештәргә ҡаршы тора алыу ҡөҙрәтенә эйә.

183


Апитоксин пептидтары: мелиттин, апамин, адолапин, допамин...

Ҡорт ағыуы терапияһы ревматизм, быуындар шеше- үе, неврология, гипертония, мигрень, бронхиаль астма, тромбофлебит, склероз, күҙ ауырыуҙарына, яй уңалған яраларға, йәрәхәттәргә им. Ҡорт ағыуының ҡандың плазма составын яҡшыртыуы, үҙәк нервы системаһы функцияларын тергеҙеүе асыҡланған. Ул тамырҙарҙы киңәйтеп, тән ағзаларына ҡан барыуын яҡшырта, ҡандың ҡуйылығын һәм ойоуын кәметә, йөрәк мускулдарының тонусын күтәрә, матдәләр алмашыныуын яҡшырта. Табиптарҙың раҫлауынса, периферик нервы системаһын, ревматизмды, ревматоид артритты апитоксин һәм инә ҡорт һөтө менән комплекслы дауалағанда фармакологик һөҙөмтә һиҙелерлек яҡшыра, организмдың һауығыу, һаҡланыу һәләте көсәйә. Ҡорт ағыуы ҡандағы холестеринды кәметә, һыҙланыуҙарҙы йомшарта, бөтөрә. Шул уҡ ваҡытта ҡорт ағыуын туберкулез, диабет, бауыр, бөйөр, ашҡаҙан аҫты биҙе, аллергия, йөрәк ауырыуҙарына дусар булғанда ҡулланыу ярамай.

Бал ҡорто ағыуы, уның препараттары менән дауаланғанда тартыу, спиртлы эсемлектәр эсеү тыйыла. Ныҡ ашағандан, һыу ингәндән, күп йөрөгәндән һуң да ҡулланмау хәйерле. Табиптарҙың тәҡдименсә, дауалау мәлендә витаминдарға бай үҫемлек, һөт аҙыҡтары, бал менән туҡланыу килешле. Препараттар махсус диета менән ярашҡанда һөҙөмтәлерәк. Бал ҡорто ағыуы менән дауалау фәҡәт апитерапевт тарафынан һәм уның даими күҙәтеүе аҫтында ғына үткәрелергә тейеш.

Ауырыуҙарҙы апитерапия кабинетында ҡорттан саҡтырып «тере ҡаяу» йәиһә апитоксин шыйыҡсаһын энә ярҙамында тире аҫтына, тәнгә индереп, йәнә ауыртҡан ергә кремын, майын һөртөп дауалайҙар. Саҡтырыу урынын, нөктәләрен ниндәй сир булыуынан сығып билдәләйҙәр. Күҙ ауыртыуҙарынан — сикәләрҙе, гипертониянан — ҡолаҡ артын, билде, ҡалҡан биҙенең ҡанға саманан тыш гормон бүлеүенән ошо биҙ тирәһенән саҡтыралар. Ғөмүмән, ауырыуға ҡарап, ҡулбашты, беләктәрҙе, боттарҙы, билде, эсте саҡтырыуҙы апитерапевт хәл итә. Тәүге көндө — бер ҡорт, икенсе көндө — ике ҡорт, өсөнсө көндө өс ҡорт ағыуы менән һәм шул рәүешле ун көнгә хәтле имләйҙәр. Шунан һуң өс-дүрт көн тәнәфес яһап, ҡырҡ биш көн буйы көн һайын

184




өсәр ҡорттан саҡтыралар. Нөктәләр системаһын белгәндә дауалауҙың файҙаһы яҡшыраҡ буласаҡ.

Саҡтырыуҙың башҡа алымдары ла бар. Әүәл имселәр көсәйгән ревматизмды шулай имләгән: һәр көндө берәр ҡортҡа арттыра барып, сағылған нөктәнән сәтәкәй бармаҡтай ара ҡалдырып, ауыртҡан урынды биш көн саҡтырғандар һәм ике көн ял иткәндән һуң, биш ҡорт ҡаяуын ҡаҙатып, саҡтырыуҙы кире тәртиптә башҡарғандар. Ревматизм бөтмәһә, дауалау курсын бер аҙнанан ҡабатлағандар.

Хәҙер бал ҡорто ағыуы һәм уның нигеҙендә әҙерләнгән препараттар заман апитерапияһының баһалы сараһына әйләнде. Әйтәйек, Рәсәй медицина фәндәре академияһының Ревматология институты тарафынан клиник һынауҙар үткән крем (бал ҡорто ағыуы һәм дарыу үләндәре экстракттарынан етештерелгән) быуындар ауырыуын дауалауҙа киң ҡулланыла. Һәр тюбикта ҡулайлы, йоғонтоло һәм, әлбиттә, хәүефһеҙ миҡдарҙа ун бал ҡорто ағыуы бар.

* * *

Медицинала бал, прополис, һеркә, һитә, инә ҡорт һотө, бал ҡорто ағыуы, ҡыуанысҡа күрә, йылдан-йыл киңерәк танылыу ала һәм файҙаланыла. Һөҙөмтәлә хатта дауалап булмаҫтай сирҙәр сигенә, хәл яҡшыра, көс-ҡөҙрәт керә, йәшәү дәрте, донъя көтөү дарманы тыуа, ғүмер оҙая. Бал ҡорто бағыуҙа тиңе юҡ башҡорт асылын асып, булмышын тергеҙеп, рухын баҙлатып, сәләмәт тормош, сәләмәт милләт һәм киләсәк мәнфәғәттәрендә сихәтле бал ҡорто тәғәмдәрен әүҙем файҙаланһа икән...




ЭПОСТАРҘА ҺӘМ РИҮӘЙӘТТӘРҘӘ ҒАИЛӘ ҠОРОУ РӘҮЕШЕ САҒЫЛЫШЫ Туй йолаларының һәм ғаилә ҡороуҙың генетик тамырҙары

Тормош, булмыш, йәшәйеш, йорт-илдең, халыҡтың яҙмышы әйләнеүгә, ғаилә ҡороуға, нәҫел-нәсәпте ишәйтеүгә бәйле. Тереклек итеүҙең ғилләһе — парлы, йәрле булыу, ҡушылыу-түлләнеү, бала бағыу, донъяны дауам итеү. Был — изге йола ла, кире ҡаҡҡыһыҙ ҡанун да. Халыҡ аҡылынса, әйләнеү — көйләнеү, өйләнмәгәндең тамыры ҡорор, өйләнмәгәндең өйө булмаҫ, өйө булмағандың иле лә булмаҫ.

Туй йолаларының, ғаилә ҡороу ғәҙәттәренең, рәүешенең генетик тамырҙары бик боронғо дәүерҙәргә барып тоташа. Көнитмеш, йолалар, ир-егет, ҡатын-ҡыҙ, ғаилә мөнәсәбәттәре, дәрт, мөхәббәт халыҡ ижадында киң сағылған. Ундағы мәғлүмәттәр серле, фәһемле, танып белеү йәһәтенән әһәмиәтле, тере һыу һымаҡ, донъяны, тормошто йәшәртерлек, йәнләндерерлек. Грек мифологияһында һөйөү, матурлыҡ, йәнә әйләнеү һәм түлләнеү алиһәһе Афродита ләззәт, нәзәкәтлек менән кешеләрҙең күңелендә мөхәббәт тойғолары уята һәм үҙе лә ғашиҡ була. Мәҫәлән, алиһә Парисҡа Еленаның һөйөүен вәғәҙә итә һәм ҡауышыуҙарының ныҡлығын күҙәтә (46, 74). Мифологияға нигеҙләнгән «Урал батыр» (5), «Аҡбуҙат» (5), «Минәй батыр менән Шүлгән батша» (9) героик эпостарында ла ырыу, нәҫел-нәсәп татыулығы һәм берҙәмлеге идеяһы үткәрелгән. «Алпамыша» (6), «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу» (6), «Зөһрә менән

186




Алдар» (6) хикәйәттәрендә лә,
малсылыҡҡа бәйле социаль-
көнкүреште тасуирлаған «Аҡ-
һаҡ ҡола» (5), «Ҡара юрға»


(5), «Ҡуңыр буға» (5), «За-
ятүләк менән һыуһылыу» (5)
кеүек башҡа эпик әҫәрҙәрҙә
лә, тормош-көнкүреш риүәйәт-
тәрендә, легендаларында ла
мөхәббәт, ғаилә күренештәре
һүрәтләнә. Тыуған ер, ил өсөн
ҡара көстәргә, яуыздарға, за-
лимдарға ҡаршы көрәш әйлә-


неү, түл йәйеү, ғаилә мөнәсәбәттәре күренештәре менән
үрелеп бара. Бында тормош ысынбарлығы, борон заман-
да ҡыҙ эҙләү, һайлау, ғаилә ҡороу рәүеше, йолалары,
халыҡтың әйләнеүгә ҡарашы, был тәңгәлдә тупланған
аҡылы сағыла. Борон-борон заманда ла, унан һуң да,
йәғни кешелек донъяһының һәр мәлендә лә мөхәббәт,
ғаилә темаһы көнүҙәк булып ҡала.


Тәүарихтан билдәле булыуынса, ҡанбабалар тупраҡҡа орлоҡ һалып, уның шытыуын Ер-инәнең түлләнеүе, йомортҡала тере йән яралыуҙы түллек нигеҙе, башланғысы тип аңлаған.

Дини-мифологик ҡараш буйынса, Аллаһы Тәғәлә кешене үҙенең ҡиәфәт-сүрәте (образы) һәм йораты, ишараты буйынса яралта. Әҙәм нәҫелен башлап ебәреүселәр тәү ата — Әҙәм (Адам), тәү инә — һауа (Хавва, Ева). Әҙәм Ерҙән бар ителгәнгә — Ер, Һауа иһә ҡабырғанан, ир тәненән яралтылған тигәнде, йәнә йәшәү, тормош мәғәнәһен аңлатыр. Әҙәмдең нәҫелдәре үҙе рәүешле тыуа. Риүәйәттәрҙә әйтелеүенсә, Һауа һәр ауырға ҡалыуынан игеҙәк бала таба, бөтәһе яҡты донъяға етмеш пар бәпес тыуҙыра, береһе малай, икенсеһе ҡыҙ була һәм улар әҙәм нәҫелен ишәйтә (46, 579). «Ырыҫ- түлләүемдән яҙҙырма!» — тип Хаҡ Тәғәләгә ялбарыуҙың, алғыш әйтеүҙең асылы ла, моғайын, шуға барып бәйләнәлер. Түл бәхете иһә — ҡот, ырыҫ тылсымы ла. Ул иһә тәү асылдан, тәү булмыштан килә.

Олуғ поэтик ҡомартҡы «Урал батыр»ҙа (5) Урал менән Шүлгәнде донъяға тыуҙырыусылар — Йәнбирҙе менән Йәнбикә. Урал батырҙың Ҡатил батша ҡыҙынан



187




тыуған улы — Яйыҡ, Гөлөстандан — Нөгөш, Һомайҙан —
Иҙел, Шүлгәндең Ай ҡыҙы Айһылыуҙан тыуған улы
һаҡмар атлылар.


Мифик заттар ҙа парлы, йәрле. Күк һәм ҡоштар
батшаһы Самрауҙың ҡатындары — Ҡояш менән Ай,
уларҙың ҡыҙҙары — Һомай менән Айһылыу. Һомай
Йәнбирҙе ҡарт менән Йәнбикә ҡарсыҡҡа, улдары Урал
менән Шүлгәнгә үҙенең кемлеген түбәндәгесә әйтеп


бирә (5, 38—39):

Ерҙә һис кем тыумаҫтан,

Берәү аяҡ. баҫмаҫтан,

Ҡуш булырга йәр эҙләп,

Ерҙә һис кем тапмагас,

Бүтән йәндән һайларга
Берәүен тиц күрмәгәс,


Күккә осоп йәр эҙләп,

Айҙы, Ҡояшты күҙләп,

Үҙенә йәр һайлаган,

Мкеһен дә арбаган,

Бар ҡоштарга баш булган
Самрау тигән атам бар.


Ике балаһы булган,

Балаһы ла, үҙе лә

Был мәғлүмәттән аңлашылыуынса, хатта ки ерҙә һис кем тыумаҫтан, Самрау батша ҡуш булырға тиң күрер йән-йәр эҙләй, күҙләй, һайлай һәм арбай, Ҡояш инә иһә Йәншишмәнән һыу алып, бәпесен йыуҙыра, үҙ нурына һуғара, балаһы ла илде нурға күмә. Иран, Һин- достан, Ҡытай, Египет, Греция мифтарында ла мәңгелек идеяһы, йәр һайлау күҙаллана, Ер һәм Күк ирле- ҡатынлы пар итеп ҡабул ителә.

Ҡояш-ҡатын тыуыуы мотивы, Ҡояш культы тураһында миф Корея, Ҡытай, Япония кеүек Алыҫ Көнсығыш илдәре ҡәүемдәре өсөн дә әһәмиәтле асыл. Төрки ҡәүемдәрендә Ҡояш инәнән тыуған Һомай — донъяны хозур, ырыҫлы, кешеләрҙе бәхетле итеүсе ҡош-ҡатын, балаларҙы ҡурсалаусы һәм яҡлаусы изге рух. «Уғыҙ- намә» дастанының ҡарлуҡ-уйғыр версияһында Уғыҙхан инә ҡарынында яҡтылыҡ нурынан мөғжизәле рәүештә ярала һәм батыр булып тыуа. Уғыҙхан яҡтылыҡ нуры менән килгән Йыһан ҡыҙына әйләнә. Унан батырҙың

һис ауырыу күрмәгән, Үҙҙәре лә, балаһы — һис берәүһе үлмәгән. Шундай данлы атам бар... Йәншишмәнән һыу алып, Инәм тәнем йыуҙырган (Барыгыҙга билдәле Үҙ нурына һугарган Ҡояш тигән инәм бар) ... Алтын сәсем тараһам, Нурга илде күмәмен: Көндөҙ ергә нур һибәм, Кисен айга нур бирәм.

188




өс оло улы — Көн (Ҡояш), Ай, Йондоҙ, Ер һылыуынан өс кесе улы — Күк, Тау, Диңгеҙ тыуа һәм уларҙан уғыҙ нәҫелдәре тарала.

Әйткәндәй, күңелгә хуш йәр эҙләү, тиң күрешеп ҡауышыу, ғаилә ҡороу, бала һөйөү, бәпләү бәхетенә ирешеү, балалы йорт нурлы йорт булыу — кешелек өсөн хәҡиҡәткә әйләнгән күренеш.

«Һуңғы һартай» дастанында (46, 409) Һартай ырыуынан яуға ҡаршы яу, дауға ҡаршы дау булған, ир ҡорона инмәҫтән батыр тигән дан алған, аҡһаҡал тип танылған Бурнаҡ бей улы Ялыҡ үҙенең йәшәйешен, ғаилә тормошон шулай һүрәтләй (9, 180—181):

Көс-гәйрәтем ургылып, Ташып торҙо йәш саҡта: Ҡырҡмыш тайҙы ҡулыма Күтәрҙем мин орсоҡтай... Өлөшөмәкөмөшөм,

Өсәү ине кәләшем,

Өсөһө лә сос, уцган, Әйтерһец дә, бер туган. Ятҡым килһә бер аҙга Ауырайып ҡымыҙҙан,

Урын йәйеп һалалар, Сымылдыҡҡа ябалар. һандугастай һайрашып, Күңелемде табалар.

Төндөк ҡаплап тирмәмдә Береһе ҡала эргәмдә... Менәм тиһәмтолпарым, Сөйәм тиһәмшоңҡарым. Сыҡһам кейек ауларга, һәр саҡ уңды һунарым.

Ауҙан ҡайтһам, ҡымыҙы Күпереп, күпсеп тора,

Өс тирмәмдә өс кәләш һагынып көтөп тора. Ҡымыҙ эстем, йыйҙым ҡор, Күңел астым, һөйҙөм йәр, Шуның өсөн йәшәнем тип, Әйтергә лә хаҡым бар... Минән тыуҙы был донъяга ике ул, Атаһына ике ҡанат,

ике ҡул. Ҡармасан тип атаным

баш баламды, Ата юлын дауам

итер улымды, Сәрмәсән тип исем

ҡуштыҡ кинйәгә, Бабам иҫтәлеген

хөрмәт итмәгә.

Боронғолар аҡылынса, ҡатын-ҡыҙҙың ир затына тәбиғи ынтылышы уның һөйөүендә сағыла, ә һөйөүҙә — хислелеге, наҙлылығы, ҡылығы, әҙәбе... Ҡатын-ҡыҙ һөйөү йөрөтөүсе һәм уны бүләк итеүсе, таратыусы, ир кеше иһә ҡот биреүсе, табыусы, булдырыусы булараҡ сығыш яһай. Никахҡа ингән, ғаилә ҡорған кеше фәҡәт үҙе өсөн генә йәшәй алмай, үҙен генә ҡайғыртһа — ғаилә тарҡала. Әлбиттә, йәрҙәр бөтөнләй бер йәнгә, бер

189




тәнгә әйләнмәй. Ғаилә мөнәсәбәттәренең ныҡлығы — бер-береңде аңлауҙа, тулыландырыуҙа, хөрмәтләүҙә, мөхәббәтте һаҡлауҙа. Ғаилә барлыҡҡа килгән мәлдән үк ир һәм ҡатын әҙәм нәҫелен ишәйтеүсе, йәмғиәтте һәм йәшәйеште, ғөмүмән, донъя ҡотон һаҡлаусы булып тора.

«Урал батыр» эпосында аңлатылыуынса, йәшәйештең, үлемһеҙлектең асылы — үҫемлек, тереклек донъяһының алмашынып тороуында: «Инәнән тыуған берәү ҙә был донъяла үлмәһә, үҙ миҙгеле еткәндә һис йәшеллек бөтмәһә, — унан беҙгә ни файҙа? Ҡайһылар йылға ике-өс түлләһә, бүтән йәндәр ҡаңғырып, ашарына тапмаһа, һис бер йылға аҡмаһа, саф шишмәләр сыҡмаһа, ерҙәге һыу тынсыһа, — шул саҡта беҙ нишләрбеҙ? Үлемдән ҡурҡыр йән булһа, ҡотолорға юл эҙләр, түл йәйергә уйлаһа, илде гиҙеп яй эҙләр» (5, 37).

Боронғо аҡыл эйәләренең ҡарашынса, мәңге яңырып торған тәбиғәт һымаҡ, кеше лә яңырырға — балаларын һәм балаларының балаларын ҡалдырырға тейеш. Нәҫелде дауам итеү — кешенең иң мөһим бурысы. Һөйөшөү, өйләнешеү — әҙәм нәҫелен бар иткән, йәшәткән ғәйәт ҙур көс-ҡөҙрәт. Ҡушылыу, түлләнеү кешеләргә тәбиғәт тарафынан бирелгән асыл.

Мөхтәр Сәғитов «Башҡорт халыҡ эпосы» мәҡәләһендә яҙыуынса: «Әҫәрҙә кешелек, тереклек — мәңгелек, әммә кешеләр, тереклек эйәһе быуын-быуын килеп-китеп тора, һәм был — мәңгелек заң тигән фәлсәфә үткәрелә» (5, 17). Үлемһеҙлектең, тормошто дауам итеүҙең сараһы: түл йәйеү, байманлыҡта түлләү, бала сығарыу, табыу, бала — бауырым, тиеү. Ғүмерҙең дауамы — бала. Ҡыҙ күңелендә — балалы бишек, ир күңелендә — эйәрле ат. Күп бала тыуһа — бик яҡшы, бер бала тыуһа ла— яҡшы, берәү ҙә тыумаһа — бәхетһеҙлек.

Ҡанбабалар аманаты буйынса, үлем бөтөнләй бөтөү түгел, ә яңырыу ысулы ғына: кешенең ғүмере балаларында дауам итә, уларҙа уның ҡаны, тәне йәшәй, артабан ейән-ейәнсәрҙәрендә, бүлә-бүләсәләрендә... һәм мәңге шулай. Тормоштоң асылы — тормоштоң үҙендә. Хоҙай Тәғәлә аҡылы бәндәләрҙе үлем өсөн йәшәргә һәм йәшәү өсөн үлергә өйрәткән, «һуңғы һартай» дастанында бик мәғәнәле һәм фәһемле итеп әйтеле

190




үенсә, «ҡатын эҙләй ҡатын-ҡыҙҙан тыуған йән, ҡалды-
рырға ер йөҙөндә нәҫелен» (9, 183).


Кешелектең боронғо дәүерендәге һәм унан һуңғы
осорҙағы тормош, ғаилә рәүеше сағылған «Урал батыр»
һәм уның дауамы булған «Аҡбуҙат», «Минәй батыр
менән Шүлгән батша» эпостары йәншишмәләй рухи
сығанаҡ. Ҡанбабалар, батырҙар ҡәрҙәштәренең имен-
леге, үлемгә юл ҡуймай байманда рәхәт йәшәүе, ырыу
мәнфәғәте, ер ҡото өсөн мифик дошмандарға ҡаршы
көрәшкән ваҡытта халыҡ һүҙен йыҡмай ҡыҙ ала, туй
яһай һәм был хәл-ваҡиғалар үҙ-ара тығыҙ бәйләнештә
күрһәтелә.

Әйләнеүгә бәйле боронғо ҡараштар


һәм йолалар


Йәр эҙләү, йәр һайлау, ҡыҙ йәрәшеү. Эпик әҫәр ге-
ройҙары ниндәйҙер сәбәп, уй, ниәт-маҡсат менән юлға
сыға һәм ул әҫәрҙең асылын тәшкил иткән хәл-ваҡи-
ғалар менән үрелеп китә. Әйтәйек, «Аҡбуҙат» эпосын-
да һәүбән Урал батырҙың дейеүҙәр урлаған Аҡбуҙатын,
алмас ҡылысын ҡулға төшөрөү өсөн һыу аҫты донъя-
һына сәйәхәт ҡыла, унда Шүлгән батша ҡыҙы Нәркәс-
те тап итә, Шүлгән батшалығын ҡыйрата, ер ҡыҙҙарын
азат итә, ҡәрҙәштәренә күлдән йылҡы малы сығара,
Нәркәсте кәләш итеп алып ҡайта. «Заятүләк менән
һыуһылыу» эпосында ла Заятүләк һыу батшаһы ҡыҙы
һыуһылыуҙы йәр итә, бик күп мал эйәртеп ер өҫтөнә
ҡайта (5). «Ҡара юрға»ла матурлығы, мәргәнлеге, һүҙҙә
сәсәнлеге менән ир булып танылған Әбләй тирә-яҡта
иң яҡшы ат булып дан алған Ҡара юрғаһы менән ил
аралап, ер күреп, ир танып йөрөгәндә шундай йәр ҙә


эҙләй (5, 254):

Урал буйын буйланым,

Күп йәйләүҙе ҡуйманым,

Уңга-һулга ашанан
Иҙелен дә күп кистем,


Күбәләктәй уйнаган
Ҡыҙҙарының ҡулынан
һыуһынын да күп эстем.


һайрар ҡошто туҡтатып, Таң ҡалдырып тыңлатҡан, Күк ҡояшы ҙурлаган,

Кисен айы бәпләгән,

Йәйге еләҫ таңында Моңон сәсеп йырлаган Бер һылыуҙы эҙләнем.

191




Бал ҡорто инәһе һымаҡ ҡыҙҙар араһында айырылып торған йылғыр ҡара күҙле, оҙон сәсле, төҫ-башы балҡып торған Маҡтымһылыуҙы күреп, Әбләй һүҙһеҙ ҡала, уға күҙе төшә. Таҡыя башлы ҡурайҙа илендә моңон сәскән, батыр булып майҙанда даны сыҡҡан, тыуған иленән йыраҡта ла телгә алынған Әбләйҙе Маҡтымһылыу ҙа белә һәм йәйләүҙә ат өҫтөндә уйын күрһәткәндә, уйын-көлкө менән кистәр уҙғарғанда уға ғашиҡ була.

«Урал. батыр»ҙа Йәнбирҙе ҡарт Шүлгән менән Уралға аҡҡоштар осҡан яҡҡа табан күҙ яҙмай китергә, арттарынан күҙәтеп барып, Йәншишмәнең урынын табырға, әгәр юлда Үлем осраһа, башын ҡырҡып алып ҡайтырға ҡуша һәм ике улын ике арыҫланға мендереп оҙата. Сәфәр сыҡҡан икәү көн, ай, йыл һанап, күл, йылға кисә, күп урман, тау аша. Һулға киткән Шүлгән барыһы бергә рәхәт, дуҫ йәшәгән Самрау иленә, уңға киткән Урал яуызлыҡта дан алған Ҡатил батшалығына юлыға.

Ҡатил илендә «ҡыҙы һайлай егетен, үҙе һайлай ҡыҙ-ҡырҡын, ҡалғандары тағы ла үҙҙәренә һайлайҙар» (5, 42). Ҡыҙҙар һайлап йөрөгәндә Ҡатил аҡһаҡалды саҡыртып, һылыуҙың тешен тикшертеп, үҙе уның алһыу йөҙөн, йәнә күкрәктәрен ҡапшап, билен тотоп ҡарай, битенән үбеп, һарайға был ярар, ти. Дүрт ҡол күтәргән алтын тәхет өҫтөндә ултырып, аҡһаҡалдар эйәртеп, батша ҡыҙы майҙанда рәт торған бар егетте аралап, йәр һайлай, оҡшарҙайын тапмай. Ахыр сиктә Уралға килеп етә, туҡтап уға һүҙ ҡуша һәм алма бирә, уны һарайға алып барырға аҡһаҡалға ымлай. Халыҡ: «Батша ҡыҙы һөйҙө бит! Батша кейәүе булды бит!» (5, 46) — тип шау килә. Бер аҡһаҡал Уралға йола аңлатып, кейәү булдың беҙгә, тип, уның арҡаһынан һөйә, юл башларға була. Мәгәр Урал быға күнмәй, аҡһаҡалдарға эйәреп, һарайға китмәй. «Мин ят йоланы белмәйем, эш аҙағын күрәйем, аҙаҡ барһам, барырмын, ҡыҙҙы эҙләп табырмын» (5, 46), — тип, батша ярандарының һүҙен кире ҡаға. Батша ҡыҙы асыуланып, Урал янына килеп, үпкә һүҙҙәрен әйтә (5, 47):

Егет, һине һайланым һарайыма барырга.

Алма биреп ымланым,

Мине тицгә алманын,,

192


һарайыма барманың,

Кире ҡаҡтың һүҙемде,

Бөтә ҡолдар алдында
Кара иттең йөҙөмдө.


Күреүебеҙсә, батша ҡыҙын тиңгә алмау, уның һүҙен
кире ҡағыу йөҙөн ҡара итеүгә бәрәбәр. Хатта Ҡатил
тәхетенән төшөп төкөрөк сәсә: «Ҡайһы ырыу егеттән
минең ҡыҙым хурланған? Ниңә йолам боҙаһың, ниңә
бармай һуҙаһың?» Урал ят йоланы һөймәүен белдергәс,
уның сит кеше икәнлеген белгәс, аҡһаҡалдар,
батырҙар, батша яҡлылар уға ҡыҙҙы биреүҙән, уны
кейәү ҡылыуҙан көнләшә, батша иһә шашып, ҡыҙына
әйтә (5, 48):


Мындай тинтәк һайлама,

Күҙен, юҡҡа талдырып,

Юҡ кешегә ҡарама,

Кайтсы, балам, ҡайт әйҙә,
һарайыңа кит әйҙә.


Урал яуызлыҡҡа юл ҡуймаясағын, халыҡты ҡотҡа-
расағын әйткәс, Ҡатил, ҡанһыраған икән был, йәнһе-
рәгән икән был, тип, уны юҡ итергә фарман бирә.
Мәгәр ҡыҙы бының менән килешмәй, егеттән ваз кис-


мәй, атаһына ялбара (5, 50

Атаҡайым, ҡуйсәле,

Юҡҡа әрәм итмәле,

Миңә биргән антың бар,

Кейәү һайла үҙең, тип
Миңә әйткән һүҙең бар.


Был егетте һайланым,

Ҡанлы йәшен түкһә лә, Ҡатил батша ҡыҙының
һүҙен алмай, ҡыҙ яйына ҡуймай. Урал иһә алышта
Ҡатилдың дүрт батырын олаҡтырып, батшаны ла, аҡһа-
ҡалдарҙы ла он-талҡанға ҡалдыра, бар халыҡты йыйы
п,
аранан баш һайлата. Йыйын ҡорған халыҡтан иң
ҡарты Уралға былай тип әйтә (5, 53):


Егет тә егет икәнһең, Беләгеңде һыҙганып,

Егет, батыр икәнһең; Беҙҙәйҙәрҙе ҡыҙганып

Шәрәгеңә таянып, Килгән егет икәнһең.

Кейәүем тип уйланым, һөйләшергә егеттең һис яйына ҡуйманың. Атаҡайым, ҡуйсәле, Юҡҡа әрәм итмәле!

7 - 1.0025.11

193


Батта асыуын ҡуптарган, һине һөйөп шаулагиты,

Ъиңә ҡаршы өскөргән, Атаһы, мән даулашты;

Шул айҡанлы беҙҙәрҙе Батша ҡыҙын ал, егет,

Шатлы азат иттергәнБергә гумер ит, егет!

Батша ҡыҙы булды бит.

Барыһы ла димләшкәс, халыҡ һүҙен тыңлап, Урал ҡыҙҙы ала, туй яһай. Мәгәр туй уҙғандан, бер нисә көн булғандан һуң, ары китә, сәфәрен дауам итә. Батыр, иҫен-аҡылын юйып, һөйөү шауҡымына бирелмәй, ҡыҙ менән мауыҡмай, уның төп ниәте — донъяны үлемһеҙ итер тере һыу табыу.

Күреүебеҙсә, Ҡатил батша илендәге хәл-ваҡиғаларҙа ир-егет, ҡатын-ҡыҙ мөнәсәбәттәренә, һөйөүгә бәйле күренештәр тасуирлана: йәр һайлау; ҡыҙҙың һаулығын, һомғоллоғон ҡарау; егетте алма биреп ымлау; ҡыҙҙы ят кешегә биреүҙән көнләшеү; йола боҙоусыға нәфрәт, яза; күңеле хуш иткәнде яҡлап, ҡыҙҙың атаһына ялба- рыуы...

Бындай йолалар Көнсығыш ҡәүемдәре ауыҙ-тел ижадына ла хас күренеш. Мәҫәлән, алма биреп йәки сөйөп йәр ымлау, һайлау батырҙар тураһындағы эпостарҙа, әкиәттәрҙә лә күҙәтелә. «Аҡбуҙат» эпосында иһә Мәсем хан күлдәге ҡарсыҡты алып ҡайтырға батырсылыҡ иткән батырға бирергә ҡыҙы Айһылыуҙың ҡулына алма тоттора (5, 166):

Бына, ҡыҙым, бер алма,

Батырҙарыцды һайла.

Соргот алма алдына,

Күнгән батыр шартыма Алма алыр ҡулыцдан...

Грек мифологияһында Аталанта үҙен һоратыусыларға һынау ойоштора. Меланион кәләш итеп алыу өсөн Аталанта менән йүгереүҙә ярышҡанда алтын алмалар ташлай һәм, уларға албырғап, ҡыҙ еңелә (46, 69). Донъя сигендәге Океан йылғаһы буйында йәшәгән геспе- ридтар (нимфалар) Олимптың баш алиһәһе Гераға Гея (Ер-инә) туй бүләге итеп биргән мәңге йәш булыу алмаларын һаҡлай. Бында алтын алма йәшлек тылсымы һымаҡ ҡабул ителә (46, 152).

194




«Аҡбуҙат»та, яуыз көстәрҙе еңеп ҡайтҡас, Һәүбән Урал халҡын йыйынға йыйып, ил батырҙарын көрәштерә, ете батыр алдын сыҡҡас, уларҙы ете ырыуға баш итә. һәүбән Мәсемдең ҡыҙы Айһылыуға кейәү һайларға рөхсәт итә. Айһылыу Ҡыпсаҡ батырҙы һайлай. Атаһын, уның яҡындарын ғәйеп кенә түгел, ә харап иткән батырға ҡыҙҙың кейәүгә сығыуы бөтөнләй башҡа һыймаҫ, аҡыл етмәҫ аҙым, эш-ҡыланыш кеүек. Мәгәр донъяның үҙ ҡануны. Мостай Кәрим яҙғанса, был күренештең ғилләһе шунда: «О, ҡатын-ҡыҙ ҡыйыулығы һәм дыуамаллығы! Төрлө ҡәбиләләрҙең ир-егеттәре бер-береһе менән дошманлашҡан, һуғышҡан, үлтереш- кән, ә иң батыр һәм сибәр ҡыҙҙар, тимәк, иҫ киткес илаһи заттар, ҡаршы яҡтың иң батыр һәм көслө ир- егеттәренә ғашиҡ булған да улар менән ҡасҡан. Ҡәбиләләр араһындағы ҡан дошманлыҡҡа төкөрҙө, ти, улар — уларҙың аңында үлтереү түгел, ә тыуҙырыу, бала табыу, иң көслө һәм матур ирҙәрҙән бала табыу» (40, 11).

Эпостарҙа ҡаршылыҡта, дошманлыҡта булған илдәр, ҡәүемдәр араһында өйләнешеү мөнәсәбәттәре инҡар ителмәй. Үҙ-ара алыш-көрәш тәбиғи мөхитте, йыһанды хаос көстәренән һаҡлауҙы күрһәтә. Күп осраҡта яуыз көстәр ер аҫты донъяһы, үлем менән бәйле, ә ил-йор- тоң, ырыуың «урта ер»ҙә (кешеләр йәшәгән урын) урынлашҡан һәм ул күк аллаларының ҡурсалауында.

«Урал батыр» эпосында мифик донъялар, батшалыҡтар, ундағы тормош күренештәре, йолалар һүрәтләнә. Урал Һомайға биш ил барын белеүен, береһендә үҙе тыуыуын, икеһен йөрөп күреүен, ҡалған тағы икәүһен күрергә тип сығыуын әйтә. Уралдың ифрат та алыҫ илдәге Самрау батшаның ҡыҙы Һомайға өйләнеүе әҙәм нәҫелен яҡшыртыу, ишәйтеү, тыуған ерҙе яңыртыу, йәшәртеү, мәңгелек итеү әмәле һымаҡ та ҡабул ителә.

«Минәй батыр менән Шүлгән батша» эпосында әйтелеүенсә, ҡыҙ бирмәк — ул намыҫ эше (9, 53). Көрәшсе лә, йырсы ла, бейеүсе лә, һылыу ҙа Таңдысаға лайыҡ кейәү — Минәй батыр. Ул ете ырыу башҡорттарының ерҙәренә ымһынған хазарҙар менән һуғышта батырлыҡ күрһәтә, көрәштә һынатмай, уҡ менән алтын балдаҡтан үтә ата, етәкләп айыу алып килә, аждаһаның һырт ҡайышын һыҙырып ала, юхаға әйләнгән аждаһаны тураҡлай, ил һәм халыҡ өсөн йәнен дә, тәнен дә йәл

7*

195




ләмәй абруй ҡаҙана. Батыр ярҙамында халыҡ шомдан ҡотолоп, донъяға тәүге тыуғандай була. Күҙһеҙҙәрҙең күҙе, һөмһөрҙәренең йөҙө асыла, яҡтыра, бойоҡ күңелдәр, баҫынҡы йөрәктәр уянып терелә, нурлы йөҙҙәрҙән нур тарала. Мөһабәт кәүҙәле матур Минәйҙән байрамға килгән ҡыҙҙар күҙҙәрен алмай. Уға башҡорт ырыуҙарының һынсы-йондоҙсоһо Өлкәр ҡарттың берҙән-бер ҡәҙерле ҡыҙы Таңдысаны кейәүгә бүләк итеп бирмәкселәр. Таңдыса менән тиңдәш йәштәр көрәшеп, ҡыҙҙы еңһә, уның ҡалып та ҡуйыуы бар. Һыу һөлөгө шикелле Таңдысаға күҙҙәре төшкән егеттәр көрәшеп ҡараһалар ҙа, ҡыҙҙы ташлай ҙа, йыға ла алмай. Таңдыса иһә: «Мин Минәйҙе һынамай ҙа күреп белдем. Илем, йор- том, халҡым бүләк иткәс, барырға ризамын» (9, 56), — тип, Минәйгә ҡулын бирә. Ғәҙәт буйынса, ҡыҙҙы йәшереп, табып, егеткә ҡушалар. Йола һаҡлап, кейәү ете көн ҡайны-ҡәйнә йортонда тора. Таңдыса, йөрәкһенеп, әхирәттәре менән уйнаған, еләк-емешкә йөрөгән ерҙәре менән хушлаша, йырҙарын йырлай, уйындарҙа уйнай...

Артабан Минәй батыр Таңдысаны, ҡәрҙәштәрен Шүлгән батша тотҡонлоғонан ҡотолдора, ҡотолғандарға ғүмерҙәренә етерлек мал-тыуар, байлыҡ таратып бирә. Халҡы риза булып, Минәйгә изге теләк, оҙон ғүмер, ҡот-ырыҫ теләй (9, 70):

Йөрөгән ерец аҡ булһын, Оҡшап атай затына, Ҡылган эшец хаҡ булһын, Дан килтерһен атыца! һөйөп алган Тацдысац Түшең киреп ярпайыц,

Үҙецә гел саҡ булһын! Шипкерт булып ҡарпайыц,

Тацдысаң булһын түлле, Тацдысац менән икәү

Тапһын улдарҙы елле, Тиц йәшәп, тиц ҡартайыц!

Халыҡ Минәйгә шундай алғыш та әйтә (9, 72):

Тәцре һицә ҡорҙаш булһын, Ил терәге һин, Минәй,

Яҡты йондоҙ Тацдысаца кинән, әй:

юлдаш булһын, Затлы-затлы түл

Ҡайҙа бармайәйелһен

юлыц уцһын, Тацдысац менән һинән...

Тогро дуҫтар

юлдаш булһын!

196




Шуныһы иғтибарға лайыҡ: борон ҡайны-ҡәйнә йортона барасаҡ, төшәсәк киленгә генә түгел, ил батыры булып танылған, кейәү булынған егеткә лә алғыш әйтелгән, теләк теләнгән.

«Һуңғы һартай» дастанында Ялыҡ бей йөрәгендә ғәййәрлектең сиге, алышҡанда ҡыйыулыҡтың тиңе юҡ ҡаһарман улы Ҡармасанға Аҡһыуҙың аръяғында йәшәгән Ҡара абыҙҙың хур ҡыҙылай ҡыҙы, яҡын-ара ерҙең сағыу йондоҙо Айбикәне йәрәшә. Уның алһыу нурҙар уйнап тора йөҙөндә, тылсым тулы уттар яна күҙендә. Ҡармасан ата һүҙен йыҡмай, килешә, Ҡара абыҙға яусы ебәрә. Аҡһаҡал ҡалымға өс көтөү ҡуй, ярты өйөр йылҡы малы һорай. Ялыҡ бей: «Баш һау булһа, йәлме ни мал өлөшө? Уға лайыҡ Ҡармасандың кәләше!» — тип, талапты үтәй. Күркәм байрам, оло туй шулай тасуирлана (9, 184):

Ат еткән дә ерҙән килде ҡунаҡтар,

Хат еткән дә ерҙән килде ҡунаҡтар.

Йылга булып аҡты ҡымыҙ, буҙалар,

Әсе балдан ауыҙ итте ҡоҙалар.

Китте бер саҡ уйын-көлкө, йыр, ҡурайһәр тирмәлә моцло көйҙәр яцгырай.

Булды бейеү, әйтелделәр таҡмаҡтар,

Туй мәлендә ауҙы хатта туҡмаҡтар.

Бар ҡунаҡтар ашап-эсте туйгансы, Уйнап-көлдө күңелдәре бутансы.



Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   5   6   7   8   9   10   11   12   ...   19




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет