Халҡым хазинаһЫ



бет7/19
Дата15.06.2016
өлшемі2.19 Mb.
#137424
1   2   3   4   5   6   7   8   9   10   ...   19

141




үрҙә уны Әһел мулла тип телгә алғайным. Ул халыҡтан ғөшөргә бал алып әсетеп эсә торғайны...

Мин көҙөн тауҙарҙағы солоҡ балдарын үҙ ҡулым менән йыйып, уларҙы һатып, бер аҙ аҡса тупламайынса, бал ҡорто ояларын ҡышлыҡ ыҙмаларға урынлаштырмайынса, тәүге ҡар яуғас, мылтыҡ һәм ыласын алып, урмандарға тауҙар араһына һыбай китеп, ҡор, ҡырғауыл һәм ҡуян һунарына сыҡмайынса, мәҙрәсәгә китмәй торғайным...

Үрек буйында ҡалдыҡ, бында ла солоҡтарыбыҙ бар ине. Уларҙың бер нисәһен үҙем уйғайным, бер нисәһе ағайым Вәли мулланан ҡалған. Шул йылда, ҙур бер ырыҫ кеүек, солоҡтарға ҡырағай ҡорт күстәре күп ҡунды. Илле солоҡтоң утыҙ бишенә ҡунғандыр. Быны иһә урындағы башҡорттар минең өсөн бер бәхет билгеһе булараҡ юраны. Мин дуҫтарымдың береһе менән тау һәм үҙәндәрҙә төрлө урындарҙа урынлашҡан солоҡтарҙан бал йыйҙым, сөнки атайым был солоҡтарҙан алған балдың бөтәһен дә һатып, үҙемә аҡса әҙерләргә рөхсәт иткәйне. Балды шул тирәгә килгән татар сауҙагәрҙәренә һаттым. Фәрәй мулланың ҡатыны, балдың ҡарараҡ төҫтәгеләрен айырып, шарап эшләне, дуҫтарым менән бында бер нисә көн күңел асҡандан һуң, ауылға ҡайтып, Ҡаҙанға табан юлға сыҡтым...

Сентябрҙә ағас олондарындағы солоҡтарҙан бал йыйыу менән шөғөлләнеп, уларҙы баҙарҙа һатып, ап-аруҡ аҡса тупланым. Әйтеүемсә, атайым был бал аҡсаһын миңә бирҙе. Быйыл да солоҡтарға күп ҡорт ҡунды. Быны атайым: «һин уҡыуыңды, һис шикһеҙ, уңышлы дауам итерһең, сөнки минең ғүмеремдә беҙҙең солоҡтарға был ҡәҙәр ҡорт ҡунғаны юҡ ине», — тип яҡшыға юраны. Мин Алағуян Тамағы ауылына килгәндә, беҙҙең ул тарафтағы солоҡтарыбыҙҙағы балды Ибраһим йыйып та ҡуйғайны. Минең тарихи китабым сығыуға иң ныҡ һөйөнгәне Ибраһим дуҫым булды». Күрәһегеҙ, Әхмәтзәки Вәлиди Туған солоҡсолоҡ, умартасылыҡ шөғөлө тураһында ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә итеп, аманат һымаҡ яҙып ҡалдырған.

Ҡырағай бал ҡорттары тәбиғи мөхиттә үҙ ихтыяр- ҙарынса йәшәй, кәрәк мәлдә осош яһай, ҡышын ҡаты һыуыҡтарға ла бирешмәй. Улар эшкә өлгөр, сәскәләргә шат һәм ғәмәлдә донъяларына әҙәм заттарының йыш ҡыҫылыуынан, борсоуынан азат. Ризыҡтары ла ғәҙәт

142




тәге умарта балынан айырыла. Солоҡ балы һоро йәшелһыу төҫмөрләнешле ҡуңыр көрән төҫтә, балауыҙ, һитә, һеркә менән ҡушымталы, татлыраҡ һәм хуш еҫлерәк. Белгестәрҙең фекеренсә, ул өлгөргәнерәк, тәбиғи матдәләргә, микроэлементтарға, аминокислоталарға байыраҡ. Мөһим үҙенсәлеге — ферменттар күплегендә, һыу, сахароза аҙлығында, кислоталылыҡ түбәнлегендә. Шуға ла башҡорт солоҡ балының даны бөтә донъяға билдәле. Хатта ул күккә ашып, ғаләм киңлектәренә сығып, «Мир» орбиталь станцияһында Рәсәй космо- навтарына туҡлыҡлы тәғәм булды.

Башҡорт солоҡ ҡортон өйрәнеү өсөн СССР Фәндәр академияһы профессор Г. А. Кожевников етәкселегендә 1929 йылда Башҡортостандың Бөрйән районына экспедиция ойоштора. Ике йыл буйы ентекле тикшеренеүҙәр алып барып, ул йыйылған материалдар нигеҙендә ҡыҙыҡлы һығымталар яһай. Бөрйән солоҡ ҡорто ме- тисланмаған, йәғни башҡа ҡорттар менән ҡушылмаған, саф тоҡомло һәм, профессор Кожевников ғилми билдәләмә биреүенсә, «тарихҡаса булған» бик боронғо бал ҡорто. Уның үҙенсәлектәре шундай:

  1. Бал ҡорттары, үҫеп ултырған ҡарағайҙарҙың һәм ҡарағастарҙың ерҙән 15—20 метр бейеклектәге солоҡтарында йәшәп, ҡышын 40—45 градус температуралы һыуыҡтарҙы ла бына тигән үткәрә һәм өшөмәй, туңмай тиерлек.

  2. Солоҡ ҡорттары юғары продуктлы. Ҡорт бағыусы, һәйбәт ҡышлауҙы тәьмин иткән аҙыҡ запасы ҡалдырып, солоҡ күсенән бер миҙгелдә ике ботҡа хәтлем кәрәҙле бал ала.

  3. 1928—1929 йылдарҙа рамлы умарталарға күсерелгән солоҡ бал ҡорттары күстәре Ғәҙелгәрәй ауылында Ш. Сәғитов, Яңы Монасипта Н. Буранов умарталыҡтарында ҡарар-ҡарамаҫ торошта ла һәр оянан бишәр ботҡа тиклем бал биргән.

  4. Солоҡ ҡорттарында һәм уларҙың тоҡомдарында сереү (гнилец), нозематоз ауырыуҙары юҡ. Уларҙың организмы зарарлы сирҙәргә бирешмәй.

  5. Микроскопик тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, урта рус тоҡомо менән сағыштырғанда, солоҡ ҡортоноң томшоғо оҙонораҡ.

Профессор Кожевников башҡорт солоҡ ҡорто һәм балы тураһында экспедиция мәғлүмәттәрен Фәндәр

143




академияһы хеҙмәттәрендә һәм Көнбайыш Европа журналдарында баҫтырып сығара һәм ил, сит ил ғалимда- рының ҙур ҡыҙыҡһыныуын уята, башҡорт солоҡ бал ҡортоноң селекция-тоҡомсолоҡ эшендә ҙур әһәмиәткә эйә буласағын билдәләй (Пчеловодство. — 1947. № 6). Был изге теләк, ҡыуанысҡа күрә, теләк килеш кенә ҡалманы, «Шүлгәнташ» ҡурсаулығы «Алтын солоҡ» дәүләт тәбиғи заказнигы ойоштороп, 1997 йылдан Бөрйән солоҡ бал ҡортон ишәйтеү, уның йәшәү биләмәләрен киңәйтеү буйынса планлы эш алып бара.

Башҡорт бал ҡорто башҡа тоҡомдарҙан ҡуңыр һоро төҫө һәм эрерәк булыуы, йәнә күберәк күс айы- рыуы, һыуыҡҡа бирешмәүсәнлеге, алты-ете ай буйы оянан осоп сыҡмай тора алыу һәләте, варроатоз, европа сереге, нозематоз, токсикоз ауырыуҙарына бирешмәүсәнлеге менән айырылып тора. Балауыҙ яһау, манса йыйыу буйынса башҡорт бал ҡорто бөтә тоҡомдарҙан етеҙерәк, алдымыраҡ. Айырыуса йүкәнән бал йыйыуға ныҡ ҡулайлашҡан. Өҫтәлмә бал миҡдарын туплау ҙа уның мөһим үҙенсәлеге. Бал килеме көслө мәлдә башҡорт бал ҡорттары умартаның икенсе ҡатын ғына түгел, ә мисәтләнмәгән бала ятҡылығы күҙәнәктәрен дә татлы һут менән тултыра. Баллы кәрәҙ күҙәнәктәрен мисәтләгәндә, күҙәнәктәге бал һәм уның балауыҙ ҡаплауысы араһында һауа ҡалдыралар. Бындай бал бик сифатлы була. Умартасылыҡ буйынса Бухареста 1965 йылда үткән XX Халыҡ-ара конгреста башҡорт бал ҡорто диплом һәм көмөш миҙал менән бүләкләнә.

Башҡортостандың танылған умартасыһы Василий Николаевич Власов яҙыуынса, бал ҡорто «ғали йәнәптәре» — тәбиғәттең ғәжәп бүләге. Солоҡтарҙа йәшәгән дәүерҙәрҙән бирле бал ҡорттары кешеләргә тоғро булып, сәләмәтлек эликсиры бүләк итә, ерҙә сәскәле үҫентеләрҙе һәм бөтә тәбиғәтте һаҡлай. Планетабыҙҙа экологик тотороҡлолоҡ булдырыуға тос өлөш индергән бал ҡортона кешеләр рәхмәтле. Японияның Гифу ҡалаһында скульптор Осаму Тежема проекты буйынса бал ҡортона монумент ҡоролған. Уны асыуға бал ҡортона йыр һәм гимн яҙылған. Словакияла шулай уҡ бал ҡорто скульптурала мәңгеләштерелгән. Әүәл Рәсәйҙең умартасылыҡ шөғөлө үҫешкән бәғзе губерналарының һәм ҡалаларының гербтарында бал ҡорттары йәки

144


умарта һүрәтләндерелгән. Әйтәйек, Медынь, Тамбов ҡалаларының гербтарында өсәр көмөш бал ҡорто, Севастополь, Усть-Каменогорск ҡалаларының гербтарында бал ҡорттары менән умарта, Белоруссияның Игум- гена, Климовичи ҡалаларының гербтарында ла бал ҡорто төшөрөлгән булған. Башҡорт бал ҡорттарының һәм умартасыларының эшһөйәрлеген һәм бөйөклөгөн Урал мәрмәрендә мәңгеләштереү яҡшы булыр ине.

Башҡорт иленең тау-урман төйәгендә урынлашҡан Бөрйән районы биләмәләренең үҫемлектәр донъяһы үҙенсәлекле. Бында иң күп бал һуты биргән үҫемлек — ваҡ япраҡлы йүкә. Ул ике-өс аҙна сәскә атыу мәлендә «Бөрйән» бал ҡорто әллә күпме хуш еҫле тәбиғәт тәғәмен йыйып өлгөрә. Уның эшһөйәрлегенә хайран ҡалырлыҡ.

Рәсәй биләмәләрендә ҡырағай солоҡ ҡорто Башҡортостанда ғына һаҡланған. Ул «Шүлгәнташ» дәүләт ҡурсаулығында һәм «Алтын солоҡ» заказнигында ҡур- сауға алынған. Беҙҙең заманда бик аҙ һандағы кешеләр, ғәйәт һирәк һәнәр оҫталары ғына, солоҡсолоҡ шөғөлө һәнәренә эйә. Ә солоҡ балын яратыусылар, юғары баһалаусылар бихисап. Бөрйән, Белорет, Ишембай райондарында эре урман хужалыҡтары, ағас әҙерләүселәр, аң-тоң белмәй, байтаҡ солоҡ ағасын харап итте. Шул хәҡиҡәт: ҡырағай ҡорттарҙы, солоҡтарҙы тәбиғәттең асылын боҙмағанда ғына һаҡлап ҡалырға мөмкин. Әйткәндәй, 2005 йылдың көҙөндә «Шүлгәнташ» ҡур- саулығы хеҙмәткәрҙәре, Бөрйәндең Асҡар ауылы ҡортсолары солоҡ балын Өфөгә йәрминкәгә алып килде. Хаҡы ҡәҙимге умарта балынан өс-дүрт тапҡырға ҡиммәт булыуға ҡарамаҫтан, уны бик теләп һатып алдылар.

Әлбиттә, хәҙер үткән быуаттар менән сағыштырғанда, ҡырағай бал ҡорттары ла, солоҡтар ҙа, уларҙы ҡараусылар ҙа аҙ. Мәгәр быға бәйле һирәк һәм мажаралы хәлдәр булғылай. Бөрйән районында Хәмит исемле ҡәрҙәшебеҙ көҙөн, утынға тип, ғәйәт ҙур ҡороған имәнде йығып, тракторға тағып, өйөнә һөйрәтеп алып ҡайта һәм «Дружба» бысҡыһы менән уны түмәрҙәргә бүлгеләй башлай. Эргәһендә улы булышып йөрөй. Ҡапыл бысҡы һүнеп, туҡтап ҡала. Улы әйтә: «Атай, имәндә нимәлер гөжләй». Хәмит ентекләп ҡараһа, бысҡы юлы

145




нан бал һарҡа, эстә бал ҡорттары ҡуҙғып, геүләй. Ул һаҡ ҡына солоҡто кәрәгенсә бысып алып, йәһәт кенә тишектәрен бөтәштерә һәм уны йәтешләп баҡсаһына ултырта. Был ғәжәп табышҡа Хәмит үҙе лә, ғаиләһе лә ҡыуана. Ботаҡлы имәнде бысып ауҙарғанда, алып ҡайтҡанда ла кәрәҙ боҙолмаған, бал ҡорттары туҙмаған. Балы иһә ашап туйғыһыҙ.

Йүкә балы, сәскә балы...



Ҡурай, ҡымыҙ һымаҡ, башҡорт балы — башҡорт халҡының илгә, милләткә ҡот, дан-шөһрәт килтергән тылсымы. Тәбиғи матдәләренең төрлөлөгө, шифаһы, им- дауа үҙенсәлектәре, туҡлыҡлығы, тәме буйынса донъяла уның тиңе юҡ. Был Көньяҡ Уралдың, Башҡортостандың йәннәттәй еренән, үҙенсәлекле үҫемлектәр донъяһынан, тәбиғәт шарттарынан. Бал биргән үҫемлектәр төрө генә өс йөҙләп. Улар үҫкән, сәскә атҡан мөхит киң, иркен. Әйтәйек, Рәсәйҙә йүкә урмандары биләгән даирәнең өстән бер өлөшө — Башҡортостанда. Быға һәр тараф һоҡланырлыҡ һәм көнләшерлек.

Йүкә, ҡарабойҙай, ҡандала үләне, йылҡы борсағы кеүек бер төрлө үҫемлектәр сәскәһенән (монофлора),



146




йәнә төрлө болон, туғай сәскәләренән (полифлора) йыйылған бал юғары сифатлы һанала. Умартасылыҡ белгесе Василий Власов «Башҡортостан балы» китабында яҙыуынса: «Өлгөргән стандартлы башҡорт балы 18 — 19 процент һыуҙан һәм 82 процентҡа тиклем шәкәрле ҡоро матдәнән тора. Унда 35 процент виноград шәкәре (глюкоза), 40 процент емеш шәкәре (фруктоза), 2 процент сахароза һәм 0,1 процент аҡһым, йәнә ферменттар, гормондар, егермегә яҡын аминокислота, минерал, хуш еҫ һәм төҫ биргән матдәләр бар».

Йукә балы — иң билдәле, иң сифатлы балдарҙың береһе. Ҡайһы урында йыйылыуына бәйле тәме, төҫө төрлөсәрәк. Ғәҙәттә ул хуш еҫле, асыҡ һары төҫлө, йәки еңелсә йәшелһыу. Ҡуйырғаны иретелгән туң май һымаҡ йәиһә бөртөклө. Башҡорт йүкә балы аҡһыл гәрәбә кеүек һәм ҡеүәтле, татлылығы, хуш еҫлелеге буйынса Рәсәйҙә иң яҡшы һанала. Умартасылыҡ белгестәренең фекеренсә, өс-дүрт йүкә ағасы бер гектар ерҙәге ҡарабойҙай биргән миҡдарҙа бал бирә. Йүкә сәскә атҡан мәлдә йүкәлекле төйәктәрҙә бер күс көнөнә ун-ун биш килограмм һут ташый. Сәскәләрҙә һут күп саҡта ул ҡояшта ысыҡ тамсылары кеүек ялтырай. Бал ямғыры, ти бындай күренеште солоҡсолар. Башҡорт йүкә балы ләззәте, ҡөҙрәте менән хуш, бактерияларҙы һәм микробтарҙы ишһенмәҫ үҙенсәлектәре менән баһалы. Айырыуса һалҡын тейҙергәндә, үпкә ауырығанда килешкән им. Уны ашҡаҙан-эсәк юлдары шешкәндә, бөйөр, йөрәк ауыртҡанда, йәрәхәттәрҙе, бешкән урындарҙы дауалағанда ҡулланалар.

Төрлө-төрлө баллы үҫемлектәрҙең сәскә һуттарынан йыйылған һәм һәммәһенең ҡөҙрәтен туплаған бал да ифрат та шифалы һәм ҡиммәтле. Әйтәйек, яҙғы балда май-июнь айҙарында сәскәләнгән үгәй инә үләне, бәпембә, баллыҡай, тал, ҡарағат, саған кеүек егерменән ашыу үҫемлектең һуты һәм һеркәһе бар. Йәйге балда — йүкә, миләш, ҡыҙылхан, йылан көпшәһе, еҫле балтырған, фаягөл, ҡайын еләге, болон яраны, аҡ тумыртҡа- баш, гөлйемеш, ҡурай еләге, әрекмән, мәтрүшкә, ҡымыҙлыҡ, арыҫлан ҡойроғо, ҡыҙыл көртмәле, һары мәтрүшкә, ҡуян кәбеҫтәһе, алтын тамыр кеүек бихисап үҫемлектәрҙең ҡөҙрәте. Уларҙың күбеһе — тәбиғи дауа сеймалы, үҙҙәре дарыу үләне. Ошо үҫемлектәрҙән йы

147




йылған ҡатнаш бал, һис шикһеҙ, мөғжизәле дауалау үҙенсәлектәренә эйә. Ул кеше тәнендә матдәләр алма- шыныуын яҡшырта, биохимик процестарҙы тиҙләтә. Балда уны оҙаҡ һаҡларға шарт тыуҙырған бактерияларҙы юҡ итеү үҙенсәлегенә эйә биоген стимуляторҙар бар.

Ҡарабойҙай балы ғәмәлдә Башҡортостандың дала яҡтары умарталыҡтарында йыйыла. Ҡыҙғылтыраҡ ҡуйы көрән, ҡуйы һары төҫтә, хуш еҫле. Унда аҡһымдарҙан, углеводтарҙан (глюкоза, гликоген, шәкәр... ), майҙарҙан тыш кеше организмы өсөн аҙ миҡдарҙа кәрәк булған тимер, кальций, фосфор, баҡыр, цинк, бор, йод, никель, кобальт кеүек микроэлементтар, шулай уҡ Blr В2, РР витаминдары һәм рутин бар. Һәйбәт антисептик булараҡ, ҡарабойҙай балы трофик сей яраларҙы, эренле йәрәхәттәрҙе, сиҡан ҡалҡыуын һәм башҡа тире ауырыуҙарын имләүҙә шифалы.

Тумалаҡ сәскәле клевер, йәғни тумыртҡабаш, туҡранбаш һутынан етештерелгән бал асыҡ һарғылт төҫлө, 41 процентҡа тиклем фруктозалы, яй ҡуйыра. Моно- флор балдарҙан клевер балы иң яҡшыларҙың береһе һанала. Ул хәлһеҙләнгәндә диетик ризыҡ, гинекологик ауырыуҙарҙы, геморройҙы дауалауҙа йоғонтоло.

Ваҡ ҡына киртләс япраҡлы, һабаҡ буйлап сыҡҡан аҡ, һары сәскәле, хуш еҫле ҡандала үләне балы төрлө төҫлө: аҡ йәшелһыу төҫмөрләнешле, асыҡ гәрәбә сағылышлы... Фруктоза 40 процентҡа тиклем тәшкил итә, үҙенсәлекле еҫ аңҡыта, еңелсә генә әсе тәмле, татлы. Эсәктәр атонияһын дауалағанда юғары терапевтик йоғонтоға, йәнә эс йомшартҡыс тәьҫиргә эйә һәм шундай дарыуҙарҙы алмаштыра ала.

Дан шөғөл

Умартасылыҡ хужалығы ныҡ үҫешкән ил шөһрәтен, башҡорт балы данын һаҡлап ҡалыу, донъяға танытыу өсөн бай тәбиғәтебеҙ ҙә, көс-ҡөҙрәтебеҙ ҙә бар һәм был юҫыҡта йәнтөйәгебеҙҙә мөһим саралар ҙа күрелә. 1995 йылда Рәсәй Федерацияһында беренсе булып «Умартасылыҡ тураһында» Башҡортостан Республикаһы

148


Законы, 2004 йылда уның яңыртылған редакцияһы ҡабул ителде. Был закон бал ҡорттарын үрсетеү, ҡарау, һаҡлау, ауыл хужалығы үҫемлектәрен һеркәләндереүҙә файҙаланыу, ҡортсолоҡ түлектәрен алыу, уларҙы эшкәртеү, шулай уҡ умартасылыҡтың һөҙөмтәлелеген күтәреүгә шарттар тыуҙырыу, кешеләрҙең һәм ойошмаларҙың хоҡуҡтарын, мәнфәғәттәрен яҡлауҙы тәьмин итеү эшмәкәрлегенең хоҡуҡи һәм иҡтисади нигеҙҙәрен билдәләй. 2006—2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында умартасылыҡты үҫтереү концепцияһы һәм маҡсатҡа ярашлы программа бар. Умартасылыҡ тармағын үҫтереүгә республика бюджетынан дотация бирелә.

Умартасылыҡ белгестәрен әҙерләү ҙә уңышлы хәл ителә. Башҡорт дәүләт аграр университетында ҡортсолоҡ буйынса юғары белемле, Аксен ауыл хужалығы техникумында махсус урта белемле зооинженерҙар уҡытып сығарыла, йәнә профессиональ-техник училищеларҙа һәм лицейҙарҙа егеттәр һәм ҡыҙҙар бал ҡорттарын ҡарау серҙәренә өйрәтелә. Ҡортсолоҡ тураһында тәүге белешмәләр, мәғлүмәттәр иң алда Бөрйән районы мәктәптәрендә өйрәнелә башланы. 1999 йылда Башҡортостан Мәғариф министрлығы ауыл мәктәптәрендә умартасылыҡҡа уҡытыу программаһын ҡабул итте һәм ул инде йөҙҙән ашыу мәктәптә бойомға ашырыла. Башҡортостан «Китап» нәшриәте 10—11-се класс уҡыусылары өсөн умартасылыҡ буйынса дәреслек баҫтырып сығарҙы. Мәктәптәрҙә «Ҡортсолоҡ нигеҙҙәре» дәрестәрен биреү, һис шикһеҙ, йәш быуынды хеҙмәткә өйрәтеүҙә һәм рухи яҡтан тәрбиәләүҙә йәйғорло йүнәлеш, ырыҫлы даирә булып тора.

«Башҡорт халҡын тергеҙеү һәм үҫтереү»ҙең дәүләт программаһында билдәләнеүенсә: «Башҡортостандың

тау-урман төйәгендә (Бөрйән районы) беҙҙең заманда донъя көнитмешендә оҡшашы юҡ күренеш — ҡырағай бал ҡорттарын ҡарау ысулы һаҡлана. Һыуыҡҡа сыҙамлы Бөрйән бал ҡортон тергеҙеү һәм күрше райондарҙа таратыу менән бергә, уларҙы умарталыҡтарҙа ишәйтеү зарур». Ҡыуанысҡа күрә, был изге маҡсат ныҡлы нигеҙҙә бойомға аша.

Башҡортостан Республикаһының «Умартасылыҡ тураһында» Законына ярашлы рәүештә умартасылыҡ тармағының ғилми-ғәмәли мәсьәләләрен хәл итеү өсөн

149


1998 йылда «Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми-тикшеренеү үҙәге» дәүләт учреждениеһы ойошторолдо. Республикала умартасылыҡ һәм апитерапия әлкәһендә ул — баш, етәкләүсе учреждение. Уға ҡортсолоҡ буйынса күҙәтеү, тикшереү вазифаһы ла йөкмәтелгән. Эшмәкәрлегендә иһә иң мөһим йүнәлештәре: башҡорт бал ҡортон һаҡлау, үрсетеү, ишәйтеү һәм уның таралыу даирәһен киңәйтеү; халыҡтан ҡортсолоҡ ризыҡтарын һатып алыу һәм уларҙы эшкәртеү; ҡортсолоҡтоң юғары сифатлы һәм экологик йәһәттән таҙа ниғмәттәрен етештереү өсөн ҡулай шарттар булған тәбиғи биләмәләрҙе асыҡлау; ҡортсолоҡ ниғмәттәре, дарыу үләндәре сығанағында апитерапия буйынса дауалау үҙәгендә дауа сараларын һәм биологик актив өҫтәмәләрҙе эшләү, камиллаштырыу һәм ҡулланыу. Ошондай мөһим бурыс йөкмәтелгән һәм уларҙы ғәмәлләштергән ғилми-тикшеренеү үҙәген биология фәндәре докторы, үҙ шөғөлөнөң оҫтаһы Әмир Миңлеәхмәт улы Ишемғолов етәкләй.

Башҡорт бал ҡортон һаҡлау, үрсетеү өсөн ғилми- тикшеренеү үҙәгенең Архангел, Ғафури, Иглин, Нуриман, Күгәрсен, Ейәнсура райондарында ойошторолған алты ғилми-эксперименталь станцияһы, ҡырҡ һигеҙ умарталығында биш меңдән ашыу оя ҡорт бар. Саф тоҡомло түлле инә ҡорттар сығарыу буйынса селекция эше дауам итә. Бының өсөн Иглин һәм Нуриман райондарында саф тоҡомло инә ҡорттарҙы саф тоҡомло ата ҡорттар менән аталандырыу өсөн бөтә нормаларға һәм талаптарға яуап биргән ике тороҡтороу пункты булдырылған.

Рәсәй дәүләт стандарты һәм донъяның ун һигеҙ иле стандарты буйынса республикабыҙҙың бөтә райондарында йыйылған ҡортсолоҡ ризыҡтарына анализ яһалды. Был башҡорт балын донъя баҙарына сығарырға мөмкинлек тыуҙырҙы. Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә Башҡортостандың егерме ике районында экологик яҡтан таҙа бал, һитә, прополис алыу шарттары булған уңайлы тәбиғи мөхит асыҡланды. Республикабыҙҙың төп тәбиғи ауыл хужалығы зоналары буйынса оҙаҡ йылдар дауамында тәүге тапҡыр ҡортсолоҡ ризыҡтары йыйыу урындары аныҡланды, һәр район буйынса фәнни йәһәттән дәлилләнгән күпме оя бал ҡорто тотоу

150




ихтималлығы, мөмкин булған ҡәҙәр бал алыу миҡдары билдәләнгән, бал һуты биргән ауыл хужалығы үҫемлектәре тураһында мәғлүмәттәр дөйөмләштерелгән. Йәнә башҡорт бал ҡортон сығарыу, тоҡомон үрсетеү, ҡортсолоҡ ризыҡтарының сифатын баһалау, ҡортсолоҡ ниғмәттәре нигеҙендә ашамлыҡтар, косметик саралар етештереү буйынса методик тәҡдимдәр, күрһәтмәләр, умартасылыҡ тураһында ғилми хеҙмәттәр донъя күрҙе. Өфө дауаханалары менән берлектә бал ҡорто тәғәмдәрен медицинала, анығыраҡ әйткәндә, инә ҡорт һөтөн онкологик сирҙәрҙе, балды төрлө фитоөҫтәлмәләр менән йөрәк, ашҡаҙан-эсәк юлы ауырыуҙарын дауалағанда ҡулланыу юҫығында тикшеренеүҙәр алып барыла.

Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми- тикшеренеү үҙәгенең бер нисә цехтан торған тәжри- бә-эксперименталь бүлеге лә бар. Береһендә балауыҙ етештерелә, икенсеһендә һауыттарға бал һалына һәм ҡортсолоҡ ризыҡтары нигеҙендә туҡланыу ашамлыҡтары әҙерләнә, өсөнсөһөндә бал һалыу өсөн һауыттар эшләнә, лабораторияла балға һәм башҡа аҙыҡтарға анализ яһала, оҫтаханала умартасылар өсөн кейем тегелә. Башҡарылған эштәр, тикшеренеүҙәр, бал ҡорто донъяһы тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр, фәһемле белешмәләр, яңылыҡтар, файҙалы кәңәштәр ғилми-тик- шеренеү үҙәгенең рус телендә нәшер ителгән «Умартасылыҡ һәм апитерапия» журналында баҫыла.

Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми- тикшеренеү үҙәге 2005 йылдың август айынан башлап Америка Ҡушма Штаттарына башҡорт балын ебәрә башланы. Тәүҙә ул Флорида штатының өс бойондороҡһоҙ лабораторияһында тикшерелә. Америка белгестәренең һығымта яһауынса, башҡорт балы сифаты буйынса АҠШ балынан һиҙелерлек өҫтөн, ә ферментатив әүҙемлеге (диастаз һаны) иһә Америка стандартынан дүрт тапҡырға юғары булып сыға. Хуш еҫлелеге һәм тәме буйынса ла башҡорт балы Америка супер аҙығынан күпкә яҡшы тип билдәләнә. Аргентина, Канада, Ҡытай, Мексика, Польша балы менән тулы донъя баҙарына, океан аръяғына үҙенсәлекле, экологик яҡтан таҙа башҡорт балы үтеп инеүе ҡыуаныс. Уны Англия, Германия, Төркиә, Һиндостан, Япония илдәре халыҡта

151




ры ла яҡшыраҡ, күберәк беләсәк. 2004 йылдың сентябрь айынан иһә Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми-тикшеренеү үҙәге Рәсәйҙең егерме һигеҙ әлкәһен һәм республикаһын башҡорт балы менән тәьмин итә. Шулай итеп, Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми-тикшеренеү үҙәге башҡорт балын һәм уның нигеҙендә әҙерләнгән ниғмәттәрҙе Рәсәй һәм бөтә донъя кимәлендә күрһәтә һәм таныта. Халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә һәм йәрминкәләрҙә улар илленән ашыу алтын миҙалға лайыҡ булды.

Башҡортостандың символына әйләнгән, шифаһы һәм тәме буйынса донъяла тиңе юҡ башҡорт балының баһаһы һәм шөһрәте юғары булырға тейеш. Мәгәр «Башҡорт балы» абруйы, дәрәжәһе менән Рәсәйҙең башҡа региондары умартасылары һәм эшҡыуарҙары ла файҙалана башланы. Әйтәйек, Санкт-Петербургта үткән «Агрорусь-2004» Халыҡ-ара күргәҙмә-йәрминкәһендә ун ете сауҙа нөктәһендә «Башҡорт каштан балы», «Башҡорт акация балы», «Башҡорт һырғанаҡ балы» һымаҡ этикеткалар менән бал һатыла. Ә бит Башҡортостанда бындай атамалы айырым балдар йыйылмай, каштан ағасы иһә бөтөнләй үҫмәй. Башҡорт балының шөһрәтен һаҡлау, республикабыҙ умартасыларын яҡлау өсөн «Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми- тикшеренеү үҙәге» дәүләт учреждениеһы Роспатентҡа, йәғни интеллектуаль милек, патент һәм тауар знактары буйынса федераль хеҙмәткә мөрәжәғәт итте һәм 2005 йылдың октябрендә «Башҡорт балы» тауарының барлыҡҡа килеү урынын, сығышын күрһәткән хоҡуҡ менән файҙаланыуға танытма алды. Хәҙер Рәсәй Федерацияһында фәҡәт ул ғына «Башҡорт балы» атамаһын ҡулланырға хоҡуҡлы: тауарҙа, этикеткала, рекламала, документтарҙа һ. б.

Башҡорт балы 1900 йылда Парижда, 1961 йылда Эр- фуртта (Германия), 1971 йылда Мәскәүҙә үткән Халыҡ- ара күргәҙмә-йәрминкәләрҙә алтын миҙалдарға, 2002 йылда Берлинда «Йәшел аҙна» Халыҡ-ара йәрминкәһендә иң юғары наградаға, һуңғы йылдарҙа Санкт-Петербургта «Агрорусь», Мәскәүҙә «Алтын көҙ» күргәҙмә-йәрмин- кәләрендә алтын һәм көмөш миҙалдарға лайыҡ булды.

152


Сәләмәтлек сихәте

Ер йөҙөндә йәшәгән төрлө ҡәүемдәр тәүтормош заманынан уҡ бал ҡорттарын белгән һәм бал менән туҡланған. Египет папирустарында, ғәрәп дауалау белешмәләрендә, боронғо китаптарҙа, Ҡөрьәндә, Библияла һәм табиптарҙың, философтарҙың хеҙмәттәрендә балдың кеше һаулығы өсөн әһәмиәте, уны ҡулланыу буйынса кәңәштәр һаҡланған. Боронғо Египет пирамидалары һәм төрбәләре бында йәшәгән кешеләрҙең балды, прополисты им-дауа, йәнә боҙолоу-сереүҙән һаҡлау сараһы булараҡ файҙаланыуҙары тураһында һөйләй. Балдың бындай үҙенсәлектәрен Римда йәшәүселәр ҙә белгән. Гладиаторҙар алыш алдынан бал менән ризыҡланып ҡөҙрәтләнгән.


Достарыңызбен бөлісу:
1   2   3   4   5   6   7   8   9   10   ...   19




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет